Ишморат Хҽйбуллин
ДИН ДҼРЕСТҼРЕ 2-се баҫма
«Ваҡыт!» нҽшриҽте Ҿфҿ - 2013
Хҽйбуллин Ишморат Нҽзир улы Дин дҽрестҽре/Хҽйбуллин И.Н. – Ҿфҿ, «Ваҡыт!» нҽшриҽте, 2013. –... бит. «Дин дҽрестҽре» тигҽн был китап 2011 йыл дауамында «Ваҡыт!» гҽзитендҽ ҿлҿшлҽп баҫылып килеп, 2012 йылда шул уҡ гҽзиттҽ бер һанда тулы йыйынтыҡ булып сыҡты. 2013 йылдың кҿҙҿндҽ уның беренсе баҫмаһы донья күрҙе, ҽ һеҙҙең ҡулығыҙҙағы китап – саҡ ҡына тҿҙҽтелгҽн, лҽкин үҙгҽртелмҽгҽн икенсе баҫма. Был хеҙмҽт мҽсет-мҽҙрҽсҽлҽрҙҽ башҡорт һҽм татар телендҽ дҽрес биреүсе хҽҙрҽттҽргҽ лҽ, мҽктҽптҽрҙҽ дин сҽғҽттҽре алып барған уҡытыусыларға ла һҽм, ғҿмүмҽн, Ислам тураһында ниндҽйҙер булһа ла нигеҙле мҽғлүмҽт алырға телҽүсе һҽр кемгҽ лҽ бик файҙалы булыр, тип ышанабыҙ. Юҡһа күпселегебеҙ бит, үҙебеҙҙе мосолман тип йҿрҿтһҽк тҽ, «кем ул мосолман», «нимҽ ул ислам дине», «динебеҙ беҙҙе нимҽгҽ саҡыра», «кеше был донъяла ни ҿсҿн йҽшҽй» кеүек ябай ғына һорауҙарға ла яуап белмҽйбеҙ. Ошо рухи фҽҡирлегебеҙ сҽбҽпле тормошобоҙ ҙа ваҡсыллыҡ менҽн тулы, бҽрҽкҽтһеҙ, маҡсаттарыбыҙ ҙа һай, аңлайышһыҙ, үҫеп килгҽн йҽш быуынға ла бер ниндҽй ҙҽ йүнле тҽрбиҽ бирҽ алмайбыҙ. Ҽммҽ был донъяла һҽр нҽмҽнең аҙағы була, ҡараңғы тҿндҽн һуң да таң ата, болоттар ҙа ҡасан да булһа тарала һҽм ҡояш сыға. Һҽм бҿгҿн шулай үҙ телебеҙҙҽ дини гҽзиттҽр, дини китаптар нҽшер ителҽ башлауы, дини дҽрестҽр баҫылыуы ла шул таң атыуы, ҡояш сығыуы түгелме ни? Тик беҙ үҙебеҙ ҡараңғынан яҡтыға сығырға телҽрбеҙме?.. Ысынлап, уянырға, аңға килергҽ ВАҠЫТ!
© «Ваҡыт!» нҽшриҽте, 2013.
~2~
Автор тураһында Ишморат Нҽзир улы Хҽйбуллин Башҡортостандың Учалы районы Мҽҫкҽү ауылында 1977 йылда донъяға килгҽн. 1995 йылда Рҽми Ғарипов исемендҽге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлап, шул уҡ йылдың кҿҙҿндҽ, студенттар менҽн алмашыныу программаһына ярашлы, ун кешелек тҿркҿм составында Мысырҙың (Египеттың) баш ҡалаһы Ҡаһирҽгҽ «Ҽл-Ҽзһҽр» Халыҡ-ара ислам университетына ғҽрҽп телен ҿйрҽнергҽ китҽ. Шунда дин менҽн ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. 2004 йылда ундағы педагогия факультетының ғҽрҽп теле бүлеген тамамлап ҡайтҡас, үҙебеҙҙең баш ҡалабыҙҙа ғҽрҽп теле, тҽджүид буйынса уҡытыу эштҽренҽ тотона. Күп ваҡыт Ҿфҿлҽге «Фҽлҽҡ» мҽсетендҽ имам булып тора, шунда йома намаҙҙарын үткҽрҽ. Шул уҡ ваҡытта «Башҡортостан мосолмандары шураһы» эштҽрендҽ ҽүҙем ҡатнаша, «Ваҡыт!» Башҡортостан мосолмандары гҽзитендҽ мҽҡҽлҽлҽре йыш баҫыла. Рҽсҽй мосолмандары араһында иһҽ ул ғҽрҽп теле буйынса дүрт китап авторы булараҡ һҽм дин нигеҙҙҽренҽ ҡағылышлы тиҫтҽгҽ яҡын аудиолекциялары аша билдҽле. Шулай уҡ, Интернет селтҽрендҽ уның электрон варианттағы бүтҽн китаптары ла киң таралған.
~3~
1-се дҽрес
Кем ул Аллаһы Тҽғҽлҽ? Иң тҽүҙҽ: нимҽ ул ислам дине? Ислам дине – ул Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ генҽ ғибҽҙҽт итеү һҽм Уға тиңдҽш тотмау. Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ тиңдҽш тотмау – ул, тимҽк, Унан башҡа бер кемгҽ лҽ табынмау, тигҽнде аңлата. Был донъяла тҿрлҿ ялған илаһтарға – идеяларға, кешелҽргҽ, таш-ағастарға, үҙүҙенҽ, аҡсаға, ҡатын-ҡыҙға һҽм башҡа нҽмҽлҽргҽ табыныусы кешелҽр күп. Ҽ мосолман кеше тик Аллаһҡа ғына табынырға, йҽғни ғибҽҙҽт ҡылырға тейеш. Ғибҽҙҽт ҡылыу – ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмерҙҽрен үтҽп, Уның тыйған нҽмҽлҽренҽн тыйылыу һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽ ҡушҡанса йҽшҽү. Ғибҽҙҽт – ул Аллаһы Тҽғҽлҽ ҡҽнҽғҽт булған бҿтҽ эштҽр: намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, саҙаҡа биреү, ата-ҽсҽне хҿрмҽт итеү, харамдан тыйылыу, араҡы эсмҽү һҽм башҡаһы. Ҡыҫҡаһы, Аллаһы Тҽғҽлҽ нимҽ ҡушҡан, шуны эшлҽп, Аллаһы Тҽғҽлҽ нимҽнҽн тыйған, шунан тыйылыу. Мҽҫҽлҽн, кеше үлтермҽ, кешенең малына ҡул һуҙма. Шулай уҡ, мҽҫҽлҽн, үҙүҙеңде ҽллҽ кемгҽ һанама, ваҡыты етһҽ, һин – солтан булһаң да, олтан булһаң да – ергҽ күмелҽсҽкһең. Бер кеше ҽйтмешлҽй, кешелҽр шахмат фигуралары кеүек, үлгҽндҽн һуң королдҽр ҙҽ, пешкалар ҙа бер ҡумтаға һалына. Шуға күрҽ, тҽкҽбберлҽнеп: «Кем ул Аллаһ? Мин үҙемҽ үҙем хужа!» - тип йҽшҽү дҿрҿҫ түгел. Беренсе һорауға ҡайтайыҡ: кем ул Аллаһы Тҽғҽлҽ? Аллаһы Тҽғҽлҽ – бҿтҿн ғалҽмде, хайуандар донъяһын, кешене яратҡан, бар иткҽн Илаһ. Аллаһы Тҽғҽлҽнең исеме – Аллаһ – икенсе бер ғҽрҽп һүҙенҽн, «илаһ» тигҽн һүҙҙҽн барлыҡҡа килгҽн. «Илаһ» һүҙенҽ «ҽл» артикле ҡушылғандан һуң, «Ҽл-Илаһ» һүҙе булған, һҽм шул «Ҽл-Илаһ» тигҽн һүҙҙе ҡыҫҡартып «Аллаһ» тип ҽйткҽндҽр. Рус телендҽ Аллаһты «Бог» тиҙҽр, инглиз, немец телдҽрендҽ – «God», һҽм башҡа телдҽрҙҽ лҽ Аллаһы Тҽғҽлҽнең үҙ
~4~
исеме бар. Шуны аңларға кҽрҽк, был исемдҽр барыһы ла бер үк Аллаһҡа ҡарата ҽйтелҽ. Аллаһы Тҽғҽлҽ – Ул Бер, бҿтҽ донъя ҿсҿн Ул Берҽү, һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽне бҿтҽ халыҡтар ҙа белҽ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ күп йылдар Аллаһы Тҽғҽлҽне инҡар итеп, йҽнҽһе, беҙ маймылдарҙан барлыҡҡа килгҽнбеҙ, тип ышана инек. Был «Дарвин теорияһын» һуңғы йылдарҙа фҽн үҙе үк кире ҡаҡты. Донъяла ҽле бер маймыл да кешегҽ ҽйлҽнҽ алмаған һҽм ҽйлҽнмҽйҽсҽк тҽ. Кешене Аллаһы Тҽғҽлҽ яратҡан. Һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽ, кешене яратҡас, уны үҙ ихтыярына ҡалдырмаған. Нимҽ телҽйһең – шуны эшлҽп йҽшҽ, тигҽн ҡанун юҡ. Аллаһы Тҽғҽлҽ кешелек тарихы буйына Изге китаптар ебҽреп торған. Ошо китаптарҙа Ул кешегҽ нисек йҽшҽргҽ, ниндҽй эштҽрҙе эшлҽргҽ, ниндҽй эштҽрҙҽн тыйылырға аңлатып биргҽн. Мҽҫҽлҽн, Муса пҽйғҽмбҽргҽ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) – Тҽүрат (Тора), Ғайса пҽйғҽмбҽргҽ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) – Инжил (Евангелие), һуңғы пҽйғҽмбҽр Мҿхҽммҽткҽ ( )ﷺУл Ҡҿрьҽнде иңдергҽн. Шулай итеп, Ҡҿрьҽн – ул бҿтҽ кешелек ҿсҿн һуңғы Китап. Йҽғни, ул бары тик ғҽрҽптҽргҽ, йҽ тҿрҿктҽргҽ, йҽ башҡорттарға ғына түгел, ҽ бҿтҽ Ғалҽм ҿсҿн ебҽрелгҽн. Аллаһы Тҽғҽлҽнең сифаттары бар. Мҽҫҽлҽн, беҙ ниндҽйҙер кеше тураһында белергҽ телҽһҽк: «Кем ул? Уның ниндҽй үҙенсҽлектҽре бар? Был кеше нимҽ эшлҽй ала? Нимҽ эшлҽмҽй?» тип һорайбыҙ. Быны беҙ «сифаттар» тибеҙ. Шуның шикелле, Аллаһы Тҽғҽлҽнең дҽ сифаттары бар. Ошо сифаттарын Аллаһ Үҙе Ҡҿрьҽндҽ ҽйтеп биргҽн. Мҽҫҽлҽн, Аллаһы Тҽғҽлҽнең «Ризыҡ биреүсе» – Ҽр-Раззаҡ, «Ғҽфү итеүсе» – Ҽл-Ғафур, «Сабыр итеүсе» – Ҽс-Сабур тигҽн сифаттары бар. Ризыҡ биреүсе, – тимҽк, ошо Ғалҽмдҽ булған бҿтҽ тереклеккҽ Ул ризыҡ бирҽ. Хатта сабый ҙа, ҽсҽһенең ҡарынында булған ваҡытта, үҙ ризығын алып ята. Ғҽфү итеүсе, – тимҽк, кеше ни тиклем генҽ гонаһлы булмаһын, ҽгҽр ул тҽүбҽгҽ килеп, дҿрҿҫ итеп, Аллаһ ҡушҡанса
~5~
йҽшҽй башлаһа, Аллаһы Тҽғҽлҽ уны ғҽфү итҽ. Бер хҽҙистҽ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ()ﷺ: «Ислам ҡабул итеү бынан алдағы бҿтҽ гонаһтарҙы ла юя», - тигҽн. Сабырлы, – тимҽк, Ул кешелҽрҙең ҡылған гонаһтарына сабыр итҽ. Уйлап ҡарағыҙ, бер кҿн эсендҽ генҽ Ер шарында күпме гонаһ ҡылына, күпме кеше, Аллаһы Тҽғҽлҽ юҡ, тип кҿфҿрлҿк һҿйлҽй, күпме кеше ғҽйепһеҙ үлтерелҽ – быларҙың барыһына ла Аллаһы Тҽғҽлҽ сабыр итҽ. Лҽкин Уның ғҽҙел хҿкҿмҿнҽн бер кеше лҽ ҡотолмаясаҡ. Аллаһы Тҽғҽлҽ бер кҿн бҿтҽ кешелҽрҙе лҽ кире тергеҙеп, Мҽхшҽр (Йыйылыу) майҙанына йыясаҡ. Бына шул кҿн инде беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһы Тҽғҽлҽ алдында яуап тотасаҡбыҙ. Шуға күрҽ лҽ Аллаһы Тҽғҽлҽнең тағы Мҽликү Йҽүми-ддин тигҽн исеме бар, йҽғни Ул – Ҡиҽмҽт кҿнҿ хужаһы, кешелҽр араһында хаҡ хҿкҿм сығарыусы. Аллаһы Тҽғҽлҽ, шулай уҡ, Ҽс-Сҽмиғ – «Ишетеүсе». Кемдең нимҽ тураһында һҿйлҽгҽнен, хатта уйлағанын да Аллаһы Тҽғҽлҽ белҽ. Тауышығыҙҙы ни тиклем баҫып йҽшерергҽ телҽһҽгеҙ ҙҽ, һеҙҙе һҽр ваҡыт Аллаһы Тҽғҽлҽ ишетеп тора. Шуға күрҽ, кешелҽр, Аллаһы Тҽғҽлҽ ризаһыҙлығынан үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, кҿфҿр һҿйлҽмҽгеҙ, ғҽйбҽт һатмағыҙ, ирешмҽгеҙ, ата-ҽсҽгеҙгҽ тауыш күтҽрмҽгеҙ, һеҙҙең бҿтҽ һүҙҙҽрегеҙҙе лҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ ишетеп тора. Шулай уҡ, Аллаһы Тҽғҽлҽнең Ҽл-Ғалим – «Белеүсе»тигҽн сифаты бар. Тимҽк, Аллаһы Тҽғҽлҽ белмҽгҽн һис бер нҽмҽ лҽ юҡ. Был донъяла нимҽ булғанын, үткҽнде лҽ, хҽҙергене лҽ, килҽсҽкте лҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ белҽ. Донъяла һҽр бер нҽмҽне Ул күреп һҽм белеп тора. Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелгҽнсҽ, Уның ҽмеренҽн тыш хатта бер япраҡ та ҿҙҿлҿп тҿшмҽй. Бер кеше лҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ ҡушмайынса үлеп китмҽй, һҽм, Уның ҽмере килмҽйенсҽ, бер кеше лҽ тыумай.
~6~
Шулай итеп, Аллаһы Тҽғҽлҽнең сифаттары бар. Килҽһе дҽрестҽрҙҽ атап үткҽн сифаттарҙан тыш башҡаларын да белерһегеҙ, иншҽллаһ. Аллаһы Тҽғҽлҽне таныу Уның ошо сифаттарын белеүгҽ таяна. Йыш ҡына, Уның сифаттарын белмҽгҽндҽн, кешелҽр Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында яңылыш фекер йҿрҿтҽлҽр. Мҽҫҽлҽн, ябай халыҡ араһында «Алла бабай» тигҽн һүҙ йҿрҿй (ҽстҽғфируллаһ!). Был һүҙҙе бер ҡасан да ҽйтмҽгеҙ! Аллаһы Тҽғҽлҽ кеше сүрҽтендҽ түгел. «Алла бабай» тип ҽйтергҽ ярамай, ҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ тип ҽйтергҽ кҽрҽк. «Алла бабай» түгел, ҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ! Кем дҽ кем Аллаһы Тҽғҽлҽне кеше сүрҽтендҽ (йҽ иһҽ бүтҽн сүрҽттҽ) күҙ алдына килтерҽ икҽн, ул кеше, тимҽк, мосолман түгел. Аллаһы Тҽғҽлҽне беҙ бер ҡасан да күҙ алдына килтерҽ алмаясаҡбыҙ. Мосолман кеше Үҙ Раббыһы – Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында дҿрҿҫ белем алырға тейеш. «Аллаһы Тҽғҽлҽ, минең уйымса, шундайҙыр ул», - тигҽн кеүек үҙең уйлап сығарған ҽкиҽттҽргҽ ышанырға ярамай. Һеҙҙҽн: «Кем ул Аллаһы Тҽғҽлҽ, һҽм Уның сифаттары ниндҽй?» - тип һораһалар, һеҙ иң кҽмендҽ ошо уҡығандарҙы һҿйлҽп бирергҽ тейешһегеҙ. Һеҙ ҽле уҡыған был нҽмҽлҽр кемдеңдер уйҙырмалары түгел, ҽ Ҡҿрьҽндҽн алынған белемдҽр. Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында кем иң яҡшыһы белҽ? Ҽлбиттҽ, Ул, Аллаһы Тҽғҽлҽ, Үҙе. Пҽйғҽмбҽре Мҿхҽммҽткҽ ( )ﷺиңдергҽн Китабында – Ҡҿрьҽндҽ – Ул Үҙе тураһында күп нҽмҽлҽр һҿйлҽгҽн. Килҽһе дҽрестҽ беҙ Ҡҿрьҽндҽн Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында һҿйлҽгҽн ҡайһы бер аяттарҙы уҡып, ҿйрҽнеп китербеҙ, иншҽллаһ (йҽғни Аллаһ телҽһҽ, Аллаһ бирһҽ). Беренсе дҽрес тамам.
~7~
2-се дҽрес
Аллаһ тураһында Ҡҿрьҽн аяттары Беренсе дҽрестҽ ҽйткҽнсҽ, Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында иң яҡшыһы Ул Үҙе белҽ. Һҽм Ул Үҙе тураһында Ҡҿрьҽндҽ күп нҽмҽлҽр ҽйткҽн. Беҙ был аяттарҙың бҿтҽһен дҽ, ҽлбиттҽ, яҙып сыға алмайбыҙ. Лҽкин ҡайһы берҽүҙҽре менҽн танышып китҽйек. Шулай итеп Ҡҿрьҽн аша беҙ Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында күберҽк белем алырбыҙ, иншҽллаһ. Мҽҫҽлҽн, Аллаһы Тҽғҽлҽ «Һыйыр» сүрҽһендҽ, Үҙе тураһында былай тигҽн: «Аллаһ – Унан башҡа илаһ юҡ, Ул – Тере, Мҽңге! Уны йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа алмай. Күктҽрҙҽ һҽм ерҙҽ булған бар нҽмҽлҽр – Уныҡы. Уның рҿхсҽте булмаһа, кем Уның алдында берҽйһен яҡлаша алһын? Ул уларға тиклем ни булғанын да, уларҙан һуң ни буласағын да белҽ. Ҽ кешелҽр Уның белеменҽн тик Ул рҿхсҽт иткҽнде генҽ аңлай алыр. Уның Күрсие күктҽрҙе һҽм ерҙе билҽй. Бҿтҽ был нҽмҽне һаҡлау Уға ауыр түгел. Ул – Бейек, Олуғ!» («Һыйыр» сүрҽһе, 255 аят). Был аят – бик мҽшһүр аяттарҙың береһе. Уны «АятүлКүрси» тиҙҽр, йҽғни «Күрси аяты». Был аят Ҡҿрьҽндең иң бҿйҿк аяты булып һанала. Ни ҿсҿн? Сҿнки ул Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында һҿйлҽй. Шулай итеп, Аллаһ – Ҽл-Хҽйй (Тере), Ҽл-Ҡҽййүм (Мҽңге; йҽки икенсе тҿрлҿ тҽржемҽһе: Бҿтҿн тереклектең эштҽрен Үҙ ҡулында тотоп тороусы). «Унан башҡа илаһ юҡ», – йҽғни, Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн башҡа ғибҽҙҽткҽ лайыҡ булған илаһ юҡ. Беҙ тик Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ генҽ ғибҽҙҽт итергҽ тейешбеҙ. Унан һорарға, Уға ҿмҿт итергҽ, Унан ярҙам кҿтҿргҽ, Уның ризалығы ҿсҿн эштҽр эшлҽргҽ. «Уны йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа алмай», – йҽғни, Аллаһы Тҽғҽлҽ башҡа тере йҽндҽр кеүек йоҡламай, сҿнки йоҡо – ул
~8~
Аллаһы Тҽғҽлҽ бар иткҽн ҡайһы бер мҽхлүктҽрҙең генҽ сифаты. Ҽ Аллаһ Үҙе бар иткҽн нҽмҽлҽренҽ (йҽғни мҽхлүктҽргҽ) оҡшамаған, һҽм Уны беҙ күҙ алдыбыҙға килтерҽ алмайбыҙ. «Уның рҿхсҽте булмаһа, кем Уның алдында берҽйһен яҡлаша алһын?» Ҽгҽр Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙе Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ йыйып, беҙҙҽн хисап ала башлаһа, бер кеше лҽ икенсе кешене яҡлаша алмаясаҡ, һҽр кеше үҙенең гонаһтары тураһында ғына уйлар һҽм үҙ ҡотолоуын ғына ҡайғыртыр. «Ул уларға тиклем ни булғанын да, уларҙан һуң ни буласағын да белҽ. Ҽ кешелҽр Уның белеменҽн тик Ул рҿхсҽт иткҽнде генҽ аңлай алыр». Аллаһы Тҽғҽлҽ үткҽнде лҽ, хҽҙергене лҽ һҽм килҽсҽкте лҽ белҽ, ҽ беҙ, кешелҽр, Уның белеменҽн тик Ул телҽгҽн ҡҽҙҽр генҽ белҽ алабыҙ. Беҙҙең белемебеҙ сикле. «Уның Күрсийе күктҽрҙе һҽм ерҙе билҽй. Бҿтҽ был нҽмҽне һаҡлау Уға ауыр түгел. Ул – Бейек, Олуғ!» Күрсий – ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең Тҽхете алдында була торған нҽмҽ (Подножие Трона). Тимҽк, Аллаһы Тҽғҽлҽнең Тҽхете бар. Һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽ ошо ер һҽм бҿтҿн күктҽрҙҽн ҿҫтҿн. Лҽкин, аңлатып китҽйек, Аллаһы Тҽғҽлҽнең Тҽхетен беҙ күҙ алдыбыҙға килтерҽ алмайбыҙ. Нисек Аллаһы Тҽғҽлҽнең Үҙен күҙ алдына килтерҽ алмаһаҡ, шулай уҡ – Уның Тҽхетен дҽ. Ул Тҽхет – Аллаһы Тҽғҽлҽ бар иткҽн нҽмҽлҽрҙең береһе (йҽғни мҽхлүк). Икенсе бер сүрҽлҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ шулай ти: «Ҽйт: «Аллаһ – Берҽү, Аллаһ – Мҽңге, Ул бер кемде лҽ тыуҙырмаған һҽм Үҙе лҽ тыуҙырылмаған, һҽм бер кем дҽ Уға тиңдҽш түгел!» («Ихлас» сүрҽһе, 1- 4 аяттар). Был – «Ихлас» сүрҽһе, күп кешелҽр уны яттан белҽ. Ошо сүрҽлҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙе менҽн таныштырып китҽ. Бер кҿн Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽргҽ ()ﷺ Ҡҿрҽйеш ҡабилҽһенең мҿшриктҽре килеп, уға: «Ҽй Мҿхҽммҽт, һин беҙгҽ үҙеңдең илаһың тураһында һҿйлҽп бир – ул алтынданмы ҽллҽ кҿмҿштҽнме, һҽм уның нҽҫеле ниндҽй?» тиҙҽр. Йҽғни, улар шулай Пҽйғҽмбҽрҙҽн үҙҙҽренсҽ кҿлгҽн
~9~
булалар. Ҽйткҽндҽй, ул Мҽккҽ мҿшриктҽре үҙҙҽре тҿрлҿ таштан, ағастан һҽм башҡа нҽмҽлҽрҙҽн эшлҽнгҽн боттарға табынғандар һҽм уларҙы Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ тиңдҽш тотҡан булғандар. Ҽ Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ тиңдҽш тотоу, йҽғни, ғҽрҽпсҽ ҽйткҽндҽ, ширк, – ул Исламда иң ҙур гонаһ. Ҽгҽр кеше Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн тыш кемгҽлер ғибҽҙҽт ҡыла икҽн, тимҽк, ул ширк ҡыла. Һҽм баяғы Мҽккҽ мҿшриктҽренҽ яуап итеп, Аллаһы Тҽғҽлҽ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽргҽ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) ошо «Ихлас» сүрҽһен иңдерҽ. Был сүрҽлҽ Ул Үҙе тураһында: «Аллаһ – Берҽү», - ти. Беҙ алда ҽйткҽнсҽ, ошо донъяның бер генҽ Илаһы бар: иң бҿйҿк Илаһ, тирҽ-яҡты яратҡан, күктҽрҙе, йондоҙҙарҙы, кешелҽрҙе, бҿтҽ тереклекте бар иткҽн Илаһ – Аллаһ. «Аллаһ – Мҽңге». Йҽғни, Аллаһы Тҽғҽлҽ һҽр ваҡыт булған, бар һҽм буласаҡ. «Ул бер кемде лҽ тыуҙырмаған һҽм Үҙе лҽ тыуҙырылмаған». Йҽғни, Аллаһы Тҽғҽлҽнең балалары юҡ. Атай йҽ ҽсҽй булыу – ул кешелҽргҽ һҽм хайуандарға хас нҽмҽ, ҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙенең бар иткҽн нҽмҽлҽренҽ оҡшамаған. Шуға күрҽ, Аллаһтың улы йҽ ҽсҽһе бар, тип ҽйтеү дҿрҿҫ түгел. Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҡатыны ла юҡ, балалары ла. Аллаһы Тҽғҽлҽ – Бер. Мҽҫҽлҽн, христиандар: «Атай, Ул һҽм Изге рух», - тиҙҽр, был – оло аҙашыу. «Бер кем дҽ Уға тиңдҽш түгел». Аллаһы Тҽғҽлҽ – иң бҿйҿк Илаһ, башҡа илаһтар – ялған илаһтар. Шуға күрҽ мосолмандар: «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ», тиҙҽр, йҽғни «Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн башҡа табыныуға лайыҡлы илаһ юҡ». Шулай уҡ, Аллаһы Тҽғҽлҽ «Ҡыуып сығарыу» сүрҽһендҽ былай ти: «Ул – Аллаһ, Унан башҡа илаһ юҡ. Ғҽйеп нҽмҽне лҽ, асыҡты ла Ул белҽ, Ул – Рҽхмҽтле, Рҽхимле!» («Ҡыуып сығарыу» сүрҽһе, 22 аят). «Ғҽйеп нҽмҽне», тимҽк, беҙ күрмҽгҽн хҽлдҽрҙе, йҽки килҽсҽкте, үткҽнде, ғҽйеп хҽбҽрҙҽрҙе, бер кешенең дҽ ул турала мҽғлүмҽте булмаған нҽмҽлҽрҙе лҽ Ул белҽ. Үткҽн ваҡиғаларҙың ҡайһыһындыр кешелҽр белҽ ала, ҡайһыларын
~ 10 ~
белмҽй, Аллаһ иһҽ кешелҽрҙең белгҽндҽрен дҽ, белмҽгҽндҽрен дҽ белҽ. Артабан Аллаһы Тҽғҽлҽ ошо сүрҽлҽ дауам итҽ: «Ул – Аллаһ, Унан башҡа илаһ юҡ, Ул – Батша, Изге, Тыныс, Тоғро, Һаҡлаусы, Бҿйҿк, Ҡҿҙрҽтле, Юғары күтҽрелгҽн. Аллаһҡа дан, Уға ҡушып һҿйлҽгҽндҽрҙҽн ҿҫтҿн Ул!» («Ҡыуып сығарыу» сүрҽһе, 23 аят). «Батша», тимҽк, Аллаһы Тҽғҽлҽ бҿтҿн донъяның хужаһы. «Изге», тимҽк, Ул пак. Аллаһы Тҽғҽлҽ бҿтҿн етешһеҙлектҽрҙҽн пак. Алда ҽйткҽнсҽ, Аллаһы Тҽғҽлҽне йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа, ауырыу ҙа, сир ҙҽ алмай. Былар барыһы ла кешелҽрҙең һҽм хайуандарҙың сифаттары. «Тыныс», йҽғни кеше Аллаһы Тҽғҽлҽ менҽн генҽ тыныслыҡ таба ала. «Тоғро» – Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙе биргҽн һүҙҙҽргҽ тоғро. «Һаҡлаусы» – бҿтҿн донъяны Ул һаҡлап тора. «Уға ҡушып һҿйлҽгҽндҽрҙҽн ҿҫтҿн Ул», тимҽк, Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында ниндҽй генҽ яңылыш һүҙҙҽр һҿйлҽмҽһендҽр, Аллаһы Тҽғҽлҽ ул яңылышлыҡтарҙан ҿҫтҿн тора. Кемдер, мҽҫҽлҽн, «Аллаһы Тҽғҽлҽнең улы бар», йҽки «Уның ҡатыны бар», йҽки «Аллаһы Тҽғҽлҽ фҽлҽн-фҽлҽн нҽмҽне эшлҽй алмай», ти икҽн, былар барыһы ла дҿрҿҫ түгел, һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽ был уйҙырмаларҙан ҿҫтҿн. Ошо уҡ сүрҽнҽн килҽһе аят: «Ул – Аллаһ, Барлыҡҡа килтереүсе, Тҿҙҿүсе, Һүрҽткҽ индереүсе. Иң гүзҽл исемдҽр – Уныҡы. Күктҽрҙҽ һҽм ерҙҽ булған нҽмҽлҽр Уға тҽсбих ҽйтҽлҽр. Ул – Бҿйҿк, Хикмҽтле!» («Ҡыуып сығарыу» сүрҽһе, 24 аят). Аллаһы Тҽғҽлҽнең «Барлыҡҡа килтереүсе» (Ҽл-Халиҡ) тигҽн исеме бар. Шулай уҡ Ул – «Тҿҙҿүсе» (Ҽл-Бҽрий), тимҽк, Аллаһы Тҽғҽлҽ кеше тҿҙҿй алмаған нҽмҽлҽрҙе тҿҙҿй. «Һүрҽткҽ индереүсе», тимҽк, Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙең йҿҙҿбҿҙгҽ, тҽнебеҙгҽ ниндҽйҙер һүрҽт, форма бирҽ. Донъяла күпме кеше бар, улар барыһы ла бер-береһенҽн айырыла. Кемдер оҙон булып яратылған, кемдер – ҡыҫка, кемдер – кҿслҿ, кемдер – кҿсһҿҙ, һҽм
~ 11 ~
былар барыһы ла Аллаһы Тҽғҽлҽнең хикмҽте. «Иң гүзҽл исемдҽр – Уныҡы», тимҽк, Аллаһы Тҽғҽлҽнең бер етешһеҙлеге лҽ юҡ. Шулай уҡ «Барлыҡҡа килтереүсе» сүрҽһендҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙе тураһында шулай ти: «Аллаһ һеҙҙе тупраҡтан яралтты, унан һуң – тамсынан, унан һуң һеҙҙе ишле (ир һәм ҡатын) итте. Һҽм ҽсҽнең ауырға ҡалыуы һҽм бала тыуҙырыуы – фҽҡҽт Уның белеме менҽн генҽ. Китапта яҙылған буйынса ғына оҙон ғүмерле кешегҽ ғүмер ҿҫтҽлер йҽ иһҽ ғүмере ҡыҫҡартылыр. Ысынлап, Аллаһҡа был еңел!» («Барлыҡҡа килтереүсе» сүрҽһе, 11 аят). Ошо уҡ сүрҽнҽн тағы бер аят: «Ул тҿндҿ кҿнгҽ, ҽ кҿндҿ тҿнгҽ индерҽ (йәғни төндө көн иҫәбенә оҙонайта һәм көндө төн иҫәбенә оҙонайта), һҽм Ул ҡояшты һҽм айҙы буйһондорҙо: барыһы ла билдҽле бер ваҡытҡа тиклем хҽрҽкҽт итҽ. Ошо Аллаһ – һеҙҙең Раббығыҙ. Батшалыҡ Уныҡы, ҽ һеҙ Аллаһтан башҡа табынған илаһтар хатта хҿрмҽ ҡабығы тиклем нҽмҽгҽ лҽ эйҽ түгел» («Барлыҡҡа килтереүсе» сүрҽһе, 13 аят). Йҽғни, кеше икенсе бер нҽмҽне үҙенҽ илаһ итеп алған икҽн, уның ошо илаһының һис бер ҡиммҽте лҽ юҡ. Артабан: «Ҽгҽр уларға (ялған илаһтарға) ялбарһағыҙ, улар һеҙҙең доғағыҙҙы ишетмҽй. Ишетһҽлҽр ҙҽ, яуап ҡайтармаҫтар ине. Һҽм Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ һеҙҙең уларға ғибҽҙҽт ҡылыуығыҙҙы улар танымаҫ» («Барлыҡҡа килтереүсе» сүрҽһе, 14 аят). «Эй һеҙ, кешелҽр! Һеҙ Аллаһҡа мохтаж, ҽ Аллаһ – Бай, Данлыҡлы!» («Барлыҡҡа килтереүсе» сүрҽһе, 15 аят). «Үҙ-ара алдашыу» сүрҽһендҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ шулай ти: «Кафырҙар, беҙ бер ҡасан да яңынан терелтелеп, ҡҽберҙҽрҙҽн сығарылмаясаҡбыҙ, тип уйлай. Уларға ҽйт: «Киреһенсҽ! Раббым менҽн ант итҽм, һеҙ мотлаҡ терелтелеп, ҡҽберҙҽрҙҽн сығарыласаҡһығыҙ, шунан һеҙгҽ эшлҽгҽн эштҽрегеҙ тураһында хҽбҽр ителҽсҽк, был Аллаһ ҿсҿн еңел» («Үҙ-ара
~ 12 ~
алдашыу» сүрҽһе, 7 аят). Тимҽк, Аллаһы Тҽғҽлҽ кешелҽрҙе Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ эшлҽгҽн эштҽр тураһында яуап тоттороу ҿсҿн йыясаҡ. Артабан ошо уҡ сүрҽлҽ: «Аллаһҡа, Уның рҽсүленҽ һҽм Беҙ иңдергҽн нурға (Ҡөрьәнгә) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең эштҽрегеҙ тураһында хҽбҽрҙар. Ул кҿндҿ Аллаһ һеҙҙе йыйылыш ҿсҿн йыйыр. Был кҿн – үҙ-ара алдашыу кҿнҿ. Берҽү Аллаһҡа иман килтереп, яҡшы эштҽр эшлҽгҽн булһа, Аллаһ уның насар эштҽрен ғҽфү итер һҽм аҫтында йылғалар ағып торған баҡсаға мҽңге унда йҽшҽү ҿсҿн индерер. Был – бҿйҿк уңыш! Ҽ кафырҙар, Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаусылар, – ут ҽһелдҽре, улар унда мҽңге ҡалыр. Насар был яҙмыш! Ниндҽй генҽ бҽлҽ-ҡаза килһҽ лҽ, ул тик Аллаһтың рҿхсҽте менҽн килҽ. Аллаһҡа иман килтергҽн кешенең күңелен Аллаһ тура юлға ебҽрер. Аллаһ – Бар нҽмҽне лҽ белеүсе!» («Үҙ-ара алдашыу» сүрҽһе, 8 – 11 аяттар). Шулай уҡ «Кҽңҽш» сүрҽһендҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ шулай ти: «Күктҽрҙҽге һҽм ерҙҽге батшалыҡ – Аллаһтыҡы. Ул нимҽ телҽһҽ, шуны барлыҡҡа килтерҽ, телҽгҽн кешегҽ ҡыҙ балалар, телҽгҽн кешегҽ ир балалар бирҽ. Йҽ иһҽ уларға ир бала ла, ҡыҙ бала ла бирҽ, һҽм телҽгҽн кешене нҽҫелһеҙ яһай. Ысынлап та, Ул – Белеүсе, Ҡҿҙрҽтле!» («Кҽңҽш» сүрҽһе, 49 – 50 аяттар). «Ярлыҡаусы» сүрҽһендҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙе тураһында шулай ти: «Раббығыҙ: «Миңҽ доға ҡылығыҙ, Мин һеҙгҽ яуап бирермен. Тҽкҽбберлҽнеп, Миңҽ ҡоллоҡ ҡылыуҙан баш тартҡан кешелҽр – улар мҽңге тороу ҿсҿн тамуҡҡа инер!» ти. Аллаһ һеҙгҽ ял итеү ҿсҿн тҿндҿ һҽм күреү ҿсҿн кҿндҿ яһаны. Ысынлап та, Аллаһ – кешелҽргҽ йомартлыҡ эйҽһе, ҽммҽ кешелҽрҙең күбеһе быға шҿкҿр итмҽй! Был – һеҙҙең Раббығыҙ, Аллаһ, бҿтҽ нҽмҽне Барлыҡҡа килтереүсе. Унан
~ 13 ~
башҡа илаһ юҡ! Ни тиклем алданаһығыҙ һеҙ, эй, кешелҽр!» («Ярлыҡаусы» сүрҽһе, 60 – 62 аяттар). Артабан ошо уҡ сүрҽлҽ: «Ерҙе һеҙгҽ тора торған урын итеүсе һҽм Күкте һеҙгҽ түбҽ итеүсе – Аллаһ. Ул һеҙгҽ билдҽле бер ҡиҽфҽт бирҙе, һҽм ҡиҽфҽтегеҙҙе гүзҽллҽштерҙе, һҽм һеҙҙе яҡшы (хәләл) нҽмҽлҽр менҽн ризыҡландырҙы. Был – һеҙҙең Раббығыҙ, Аллаһ. Мҿбҽрҽк булһын ғалҽмдҽр Раббыһы Аллаһ! Ул – Тере, Унан башҡа илаһ юҡ. Уның алдында динегеҙҙе ихласлап (таҙартып), Уға доға ҡылығыҙ. Ғалҽмдҽр Раббыһы Аллаһҡа дан!» («Ярлыҡаусы» сүрҽһе, 64 – 65 аяттар). Артабан ошо уҡ сүрҽлҽ: «Ул һеҙҙе тупраҡтан барлыҡҡа килтерҙе, шунан – тамсынан, шунан – уҡмашҡан ҡандан. Шунан Ул һеҙҙе бҽпҽй итеп сығарҙы, һеҙ үҫеп нығынһын ҿсҿн, һҽм аҙаҡ ҡартайһын ҿсҿн, ҽммҽ арағыҙҙа алдараҡ үлеүселҽр ҙҽ бар, һҽм һеҙ билдҽлҽнгҽн ҽжҽл ваҡытына ҡҽҙҽр етһен ҿсҿн. Бҽлки, һеҙ аҡылға килерһегеҙ! Ул терелтҽ һҽм үлтерҽ. Берҽй эште ҡарар итһҽ, Ул: «Бул!» - тип кенҽ ҽйтҽ, һҽм ул эш була» («Ярлыҡаусы» сүрҽһе, 67 – 68 аяттар). Йҽғни беҙҙең атабыҙ Ҽҙҽм (ғҽлҽйһиссҽлҽм) тупраҡтан яратылған ине, шунан ҽсҽбеҙҙең ҡарынында беҙ бер бҽлҽкҽй генҽ тамсынан барлыҡҡа килдек. Ошо беҙ уҡып киткҽн аяттарҙа Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙе тураһында һҿйлҽй. Килҽһе дҽрестҽрҙҽ беҙ, иншҽллаһ, башҡа аяттар менҽн дҽ танышырбыҙ. Икенсе дҽрес тамам.
~ 14 ~
3-сө дҽрес
«Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» мҽғҽнҽһе Алдағы дҽрестҽрҙҽ беҙ Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында һҿйлҽштек. Уның сифаттары булғанын белдек. Аллаһы Тҽғҽлҽ – ошо донъяның Илаһы, һҽм беҙ Уға ғибҽҙҽт итергҽ тейешбеҙ. Башҡа илаһтарға табынырға ярамай, сҿнки улар – ялған илаһтар. Башҡа илаһтарҙан баш тартыу «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тигҽн һүҙҙҽн башлана. Был һүҙҙҽр – шҽһҽдҽт һүҙҙҽре. Бҽлки, был һүҙҙҽрҙең мҽғҽнҽһен күбебеҙ белҽлер. «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» – ул «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ» тигҽн һүҙ. Бер нисҽ хҽҙистҽ ҽйтелгҽнсҽ, ошо һүҙҙе ҽйткҽн кеше йҽннҽткҽ керҽсҽк. Ниңҽ һуң был һүҙҙҽргҽ шундай ҙур ҽһҽмиҽт бирелгҽн? Ҽллҽ уларҙың хҽрефтҽрендҽ ниндҽйҙер бер тылсымлы кҿс бармы? Һҽм был һүҙҙҽрҙе ҽйтеп тел ҡыбырланымы, йҽннҽт ишектҽре асылып та китҽме? Юҡ. Шҽһҽдҽт һүҙҙҽре ҽйтеп тел ҡыбырлатыу етмҽй. Был һүҙҙҽрҙе Фирғҽүен дҽ ҽйтте, лҽкин ул йҽһҽннҽм утынан ҡотолманы. Ҡҿрьҽндҽ бының турала шулай тиелгҽн: «Һҽм беҙ Исраил балаларын диңгеҙ аша үткҽрҙек, Фирғҽүен һҽм уның ғҽскҽре асыу һҽм дошманлыҡ менҽн улар артынан ҡыуып китте. Ҽммҽ, бата башлағас, ул: «Иман килтерҽм, Исраил балалары иман килтергҽн Илаһтан (йәғни Аллаһтан) башҡа илаһ юҡ, һҽм мин – мосолмандарҙан!» - тине. Хҽҙер генҽме?! Ҽ элек һин буйһонманың һҽм боҙоҡлоҡ таратыусыларҙан булдың…» («Юныс» сүрҽһе, 90 – 91 аяттар). Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелгҽнсҽ, Фирғҽүен Муса пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) артынан эйҽрмҽне. Ҽ бит ул Мусаның (ғҽлҽйһиссҽлҽм) Аллаһ илсеһе икҽнен белде. Муса пҽйғҽмбҽр Фирғҽүенде «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙҙҽренҽ саҡырған ине. Йҽғни: «Бүтҽн илаһтарға ғибҽҙҽт итеүҙҽн баш тарт. Шҽһҽдҽт ҽйтеп, мосолман бул!» - тине. Ҽ был Фирғҽүен үҙен илаһ тип һанай ине,
~ 15 ~
«Мин үҙ халҡым ҿсҿн бүтҽн хужа белмҽйем, танымайым», - тине. Йҽғни, был Фирғҽүен шулай ширк ҡылды. Ул үҙ-үҙен Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ тиңдҽш күрҙе. Алдағы дҽрестҽрҙҽ беҙ, ширк – ул нимҽнелер йҽ кемделер Аллаһҡа тиңдҽш ҡуйыу, тип ҽйткҽн инек. Ҽ Фирғҽүен үҙен илаһ тип һананы һҽм шул рҽүешле иң ҙур гонаһ ҡылды. Был тарихи ваҡиға Ҡҿрьҽндең бер нисҽ сүрҽһендҽ телгҽ алынған. Фирғҽүен иман килтермҽгҽс, Муса пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) үҙенең халҡы менҽн Мысырҙан (Египеттан) сығып китте. Фирғҽүен иһҽ, йҽһүдтҽрҙе Мысырҙан сығармаҫ ҿсҿн, уларҙың артынан ҡыуа тҿштҿ. Аллаһы Тҽғҽлҽ Исраил балалары (йҽһүдтҽр) алдында диңгеҙҙе икегҽ айырҙы, шул арҡала улар Фирғҽүен ғҽскҽрҙҽренҽн икенсе ярға ҡасып сыға алдылар. Фирғҽүен дҽ, уларҙы ҡыуып етҽм тип, ошо икегҽ айырылған диңгеҙ тҿбҿ буйлап елде. Лҽкин Аллаһ ихтыяры менҽн диңгеҙ кире ҡушылды, һҽм Фирғҽүен үҙ ғҽскҽрҙҽре менҽн бата башланы. Шул ваҡыт ул: «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ! Мин мосолман!» - тип ҡысҡырҙы, тик был һүҙҙҽр уны ҡотҡарманы. Уйлана белгҽндҽр был тарихтан үҙҙҽренҽ ғибрҽт алһын ине. Ҽлбиттҽ, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип ҽйткҽн кеше йҽннҽткҽ керҽсҽк. Лҽкин был һүҙҙҽрҙе уға ысын йҿрҽктҽн ҽйтеү фарыз. Был һүҙҙе, иман шҽһҽдҽтен, ҽйтеүсе кеше баштан аяҡҡа тиклем үҙгҽрергҽ тейеш. Ҽ бының ҿсҿн шҽһҽдҽттең мҽғҽнҽһен дҿрҿҫ аңларға, уны йҿрҽгең менҽн ҡабул итергҽ һҽм тормошоңдо шул ҡабул ителгҽн тҿшҿнсҽгҽ ярашлы ҡорорға кҽрҽк. Шуға күрҽ иң тҽүҙҽ был һүҙҙҽрҙең мҽғҽнҽһен аңлатып үтҽйек. «Лҽ»: юҡ; «илҽһҽ»: илаһ (табыныу культы); «иллҽ»: башҡа, бүтҽн; «Аллаһ»: Аллаһ. Йҽғни, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» – «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ» тигҽн һүҙ. Тулыраҡ итеп ҽйтһҽк, «Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡлы һис бер илаһ та юҡ» килеп сыға. «Илаһ» – ғҽрҽп һүҙе, ул
~ 16 ~
илаһлаштырыла алған бҿтҽ нҽмҽне лҽ үҙ эсенҽ ала. Шулай булғас, насраниҙарҙың (христиандарҙың) илаһы – Ғайса пҽйғҽмбҽр (Иисус), ҡытайҙарҙың бер ҿлҿшҿнҿң илаһы – Будда, коммунистарҙың илаһы – Ленин (йҽ Карл Маркс), донъя малы ҿсҿн ҡайғырып йҽшҽгҽн кешелҽрҙең илаһы – аҡса… Дауам итҽйекме? Кҽрҽкмҽйҙер. Ҽ һеҙҙең илаһығыҙ кем? Артабан уҡыр алдынан, бер уйлағыҙ ҽле: һеҙҙең ҿсҿн нимҽ йҽ кем бар нҽмҽнҽн дҽ иң-иң ҿҫтҿн булып тора? Нимҽ йҽ кем һеҙҙең ҿсҿн иң ҡҽҙерлеһе, иң яратҡаны, иң ҿҫтҿнҿ – шул һеҙҙең илаһығыҙ. Һеҙ уға табынаһығыҙ һҽм һеҙ – уның ҡоло. Кемдер, бҽлки: «Кешелҽр нимҽнелер ҿҫтҿн ҡуялыр ҙа, ҽммҽ лҽкин улар уға табынмай бит!» - тиер. Ҽ һеҙ «табыныу» һүҙенең мҽғҽнҽһен белҽһегеҙме? Табыныу – ул һеҙ үҙегеҙ ҿсҿн иң ҿҫтҿн тип ҡуйған нҽмҽгҽ ярарға тырышып йҽшҽү, ул ҡуйған шарт-талаптарҙан ситкҽ тайпылыуҙан ҡурҡыу. Ҽйтҽйек, фашистҡа Гитлер: «Үҙеңде башҡаларҙан ҿҫтҿн ҡуй, немец булмағандарҙы кешегҽ һанама, «Бҿйҿк Рейх» ҿсҿн ғүмереңде бирергҽ ҽҙер бул!» - тип ҿйрҽтһҽ, һҽм фашист был принциптарға ышанып, улар буйынса йҽшҽһҽ, ул ошо идеологияның ҡолона, бҿйҿк Германия идеяһы – уның илаһына, ҽ Гитлер уның пҽйғҽмбҽренҽ ҽйлҽнҽ, ҽстҽғфируллаһ. Ҽ бҿгҿн кемдер: «Мин аҡса ҿсҿн йҽшҽйем, ятһам да, торһам да уны уйлайым, аҡсаға таянған принциптарҙы үҙ итҽм, ҽ матди файҙаһы булмаған принциптарҙы ҡабул итмҽйем», - ти. Ул – аҡса ҡоло. Ундай кешегҽ нимҽ ярай, нимҽ ярамағанын аҡса билдҽлҽй. Кемдер иһҽ: «Мин бер нҽмҽнең дҽ ҡоло түгел, минең илаһым юҡ, мин үҙем нимҽне кҽрҽк тип табам, шуны эшлҽйем!» тиһҽ, ул – үҙ нҽфсеһенең (үҙ «эго»һының) ҡоло. «Кешелҽр араһында Аллаһҡа тиңдҽш тотоусылар бар һҽм, Аллаһты яратҡан кеүек, уларҙы яраталар. Ҽммҽ иман килтергҽн кешелҽр Аллаһты нығыраҡ ярата…» - ти Аллаһы
~ 17 ~
Тҽғҽлҽ («Һыйыр» сүрҽһе, 165 аят). Ҽ хҽҙер инде тағы ла уйлағыҙ: кем ул һеҙҙең илаһығыҙ? Аллаһы Тҽғҽлҽме? Яҡшы. Лҽкин һеҙ Уға нимҽ оҡшай, нимҽ оҡшамай икҽнен һорағанығыҙ булдымы? Үҙ ғүмерегеҙгҽ бер тапҡыр булһа ла. Уның «ярай-ярамай» йҽ иһҽ «хҽлҽл-харам»дарын белергҽ тырыштығыҙмы? Ҽллҽ һеҙҙең бҿгҿнгҿ кҿнгҽ тиклем ниндҽйҙер башҡа илаһығыҙ булды ла, ул һеҙгҽ хҽлҽл-хҽрҽмдҽрҙе билдҽлҽнеме? Ҽгҽр шулай икҽн, иҫке илаһығыҙҙан тиҙерҽк ваз кисегеҙ һҽм яңынан «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип иман килтерегеҙ. Бына хҽҙер инде һеҙ – мосолман. Ҽгҽр был һүҙҙҽрҙең мҽғҽнҽһен дҿрҿҫ аңлап, ысын күңелдҽн ҽйттегеҙ икҽн, һеҙ – мосолман. Һҽм хҽҙер һеҙҙең илаһығыҙ – Аллаһы Тҽғҽлҽ. Хҽҙер һеҙ Аллаһы Тҽғҽлҽ ҡанундары буйынса йҽшҽй башларға тейешһегеҙ, ҽ Уның ҡанундарының сығанағы – Ҡҿрьҽн һҽм Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺСҿннҽте. «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ»ты, йҽғни Аллаһы Тҽғҽлҽне берҙҽн-бер илаһ итеп таныу һҽм тик Уға ғына ғибҽҙҽт итеү хҽҡиҡҽтен (ҽ был инде донъяла иң бҿйҿк хҽҡиҡҽт!), аңлатыу – бҿтҽ пҽйғҽмбҽрҙҽрҙең дҽ миссияһы булған (уларҙың дҿйҿм һаны – 124 мең). Тимҽк, ҡасандыр башҡорттарҙың да, монголдарҙың да, рустарҙың да пҽйғҽмбҽрҙҽре булған һҽм улар үҙ халҡын берҙҽнбер Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ғибҽҙҽт ҡылырға саҡырғандар. Сҿнки тик Ул ғына беҙҙе барлыҡҡа килтергҽн, беҙҙе йҽшҽтҽ, ҽллҽ нисҽ тҿр йҽн эйҽлҽрен яратып, беҙгҽ хеҙмҽт иттерҽ, ошо Ер шарын һҽм ундағы йҽшҽү шарттарын беҙгҽ яраҡлы ҡылған һҽм, Үҙе вҽғҽҙҽ итеүенсҽ, бер кҿн быларҙың барыһын да юҡҡа сығарасаҡ… Бына шул кҿн, Ҡиҽмҽт кҿнҿ, беҙ барыбыҙ ҙа Уның ҡаршыһында ҡылған эштҽребеҙ ҿсҿн яуап тотасаҡбыҙ. Был донъяла берҽй ҡатын-ҡыҙ, етҽксе, балағыҙ, аҡса, власть, мал-мҿлкҽт, йҽ башҡа берҽй нҽмҽ һеҙҙең илаһығыҙ булған икҽн, ул кҿндҿ шуларҙан ҡотолоу эҙлҽрһегеҙ, лҽкин ул кҿн Аллаһтан башҡа бер кем дҽ ярҙамсы була алмаҫ:
~ 18 ~
«Ул кҿндҿ мал да (йәғни байлыҡ та), балалар ҙа ярҙам итмҽҫ…» («Шағирҙар» сүрҽһе, 88 аят); «Гонаһлы кеше ул кҿндҿ үҙ улдарын, һҽм үҙенең ҡатынын, һҽм ир туғанын, һҽм уға һыйыныр урын бирҽ торған туған-тыумасаһын, һҽм Ер йҿҙҿндҽ булған барлыҡ кешелҽрҙе фидйҽ (искупление) итеп биреп ҡотолорға телҽр, тик улар уны ҡотҡарһындар ғына» («Баҫҡыстар» сүрҽһе, 11 – 14 аяттар). Йҽғни, Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ кеше үҙен ҡотҡарыр ҿсҿн бҿтҿн донъяны бирергҽ ҽҙер буласаҡ. Лҽкин һуң инде. Ул кҿндҿ кешегҽ тик изге эштҽре генҽ файҙа килтерҽ алыр; «Кафыр хҽлдҽ була тороп, балаларҙың да сҽстҽре ағара торған кҿндҽн нисек ҡотолорһоғоҙ һеҙ?» («Кейеменҽ төрөнгҽн» сүрҽһе, 17 аят); «Ҡиҽмҽт ҡубыуын яҡындан күргҽн ваҡытта кафырҙарҙың йҿҙҿ йҽмһеҙлҽнер, һҽм уларға: «Бына ошо инде һеҙ саҡырған нҽмҽ!» - тип ҽйтелер» («Хакимиҽт» сүрҽһе, 27 аят); «…Йҿҙҙҽр ағарған һҽм йҿҙҙҽр ҡарайған кҿндҽ. Йҿҙҙҽре ҡарайғандарға ҽйтелер: «Иман килтергҽндҽн һуң һеҙ кафыр булдығыҙмы ни? Кафыр булғанығыҙ ҿсҿн ғазапты татығыҙ инде!» («Ғимран ғаилҽһе» сүрҽһе, 106 аят); «Ул кҿндҿ барығыҙ ҙа килеп баҫырһығыҙ, серҙҽрегеҙ йҽшерелмҽҫ» («Ҡотолғоһоҙ» сүрҽһе, 18 аят); «Ул кҿндҿ кеше: «Ҡайҙа ҡасырға?» - тип һорар. Юҡ һҽм юҡ! Ҡасыу урыны юҡ! Ул кҿндҿ һыйыныу һинең Раббыңа ғына!» («Ҡиҽмҽт көнө» сүрҽһе, 10 – 12 аяттар). Аллаһтан башҡа бер кем дҽ һеҙҙе ҡотҡармаҫ. Һҽм ул ҡурҡыныс кҿндҽ тик «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» буйынса йҽшҽгҽн кешелҽр генҽ йҽннҽткҽ керер. Сҿнки башҡа илаһтарҙың йҽннҽте юҡ, улар һеҙҙе тик йҽһҽннҽмгҽ генҽ илтҽлҽр. Аллаһы Тҽғҽлҽ ул ялған илаһтарҙың ҡолдары тураһында шулай ти: «Уларға: «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ!» - тиелгҽндҽ, улар тҽкҽбберлҽнде»
~ 19 ~
(«Сафтарҙа тороусылар» сүрҽһе, 35 аят). Шундай кешелҽр араһынан, тҽкҽбберҙҽрҙҽн, булырға яҙмаһын һеҙгҽ! Һеҙгҽ лҽ, атаҽсҽлҽрегеҙгҽ лҽ, баларығыҙға ла! Амин. Хҿрмҽтле ҡҽрҙҽштҽр! Һеҙгҽ тағы шуны ҽйтергҽ телҽйем. Бҿтҽгеҙ ҙҽ Ҡҿрьҽн китабы тураһында белҽһегеҙ. Лҽкин ниңҽ һеҙ шул Ҡҿрьҽнде бер тапҡыр булһа ла уҡып сығырға тырышмайһығыҙ? Үҙегеҙ кеше үлгҽндҽн һуң ҿсҿнсҿ, етенсе, ҡырҡынсы кҿнгҽ Ҡҿрьҽн уҡытыр ҿсҿн кеше саҡыраһығыҙ. Ул кеше һеҙгҽ Ҡҿрьҽн уҡый. Лҽкин һеҙҙең: «Ҽ Ҡҿрьҽндҽ нимҽлҽр тураһында һҿйлҽнелҽ ул?» - тип һорау биргҽнегеҙ булдымы? Ғҿмүмҽн, Ҡҿрьҽндең ябай китап түгел, ҽ Аллаһы Тҽғҽлҽнең Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽргҽ ( )ﷺете күк артынан иңдергҽн Китабы икҽнен белҽһегеҙме? Һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽнең һеҙҙҽн нимҽ телҽгҽне тураһында уйланғанығыҙ бармы? Ниңҽ һеҙ Ҡҿрьҽн китабы тураһында тик кеше үлгҽндҽ, йҽ кеше тыуғанда, йҽ яңы йортҡа күсенгҽндҽ генҽ хҽтерлҽйһегеҙ? Был китапты Аллаһы Тҽғҽлҽ тик мҽжлестҽрҙҽ уҡыу ҿсҿн генҽ иңдермҽне. Ҡҿрьҽн ул тик муллалар ғына уҡый торған китап та түгел. Ҡҿрьҽн – шҽхсҽн һҽр бер кешегҽ йүнҽлтелгҽн китап. Ҡҿрьҽн – ул Аллаһы Тҽғҽлҽ Һүҙе. Ҡҿрьҽнде Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) үҙе уйлап яҙмаған. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) уҡый ҙа, яҙа ла белмҽй ине. Һҽм Ҡҿрьҽн матурлыҡ ҿсҿн генҽ ҿйҙҽ иң юғары урында ята торған китап та түгел. Уны уҡып, мҽғҽнҽһен аңларға тырышырға кҽрҽк. Иң аҙында, һеҙ Ҡҿрьҽндең иң тҽүҙҽ нимҽгҽ саҡырғанын белергҽ тейешһегеҙ. Ҡҿрьҽн – ул тулыһынса «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙҙҽре тураһында. Йҽғни, нисек башҡа илаһтарға табынмаҫҡа һҽм тик Аллаһҡа ғына ғибҽҙҽт итергҽ – Ҡҿрьҽн бына ошо турала. «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙен дҿрҿҫ аңламаған һҽм уны ҡабул итмҽгҽн кеше мосолман түгел. Ундай кеше йҽннҽткҽ керҽ алмаясаҡ. «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ»ты инҡар иткҽн кешенең урыны – йҽһҽннҽм. Ҽ мҽңгелек тамуҡты һеҙ күҙ алдына килтерҽ
~ 20 ~
алаһығыҙмы? Уйлап ҡарағыҙ ҽле, ҽгҽр һеҙҙе, ҽйтҽйек, мунсаға бер йылға биклҽп ҡуйһалар, эсергҽ һыу ҙа, ашарға ла бирмҽһҽлҽр, һеҙ үҙегеҙҙе нисек тойор инегеҙ? Кемдер ҽйтҽ: «Мин, бҽлки, ҿс кҿндҽн үлер инем», - ти. Эйе, бҽлки. Лҽкин, белегеҙ, тамуҡта кеше үлмҽй. Беҙҙе Аллаһ тамуҡтан һаҡлаһын! Ҽ тамуҡтан ҡотолоу юлы – ул тик «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙен дҿрҿҫ аңлап, уны ҡабул итеп, шул һүҙҙҽргҽ ярашлы тормош ҡороу. «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙҙҽрен кҿн дҽ йышыраҡ ҡабатлағыҙ. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺбыл һүҙҙҽрҙе йыш ҽйтҽ торған булған. Был һүҙҙҽрҙе ҡабатлау кешенең иманын яңырта. Сҿнки ниндҽйҙер тышҡы шарттар тҽьҫире арҡаһында кешенең иманы ныҡ кҽмеп китеүе мҿмкин. Ҽ «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ»ты аңлы рҽүештҽ ҡабатлау иманды арттыра, кҿсҽйтҽ. Ҿсҿнсҿ дҽрес тамам.
~ 21 ~
4-се дҽрес
Имандың алты шарты Был дҽрестҽ беҙ иман шарттары тураһында һҿйлҽшҽсҽкбеҙ. Алдағы дҽрестҽ беҙ «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» мҽғҽнҽһе тураһында һҿйлҽшкҽн инек. «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙен аңлағас та, шуны онотмаҫҡа кҽрҽк: был иман һүҙен, йҽғни шҽһҽдҽтте, юҡҡа сығарыусы күп нҽмҽлҽр бар. Үҙен мосолман тип һанаған кеше, ниндҽйҙер бер яңылыш тҿшҿнсҽне үҙ итеп, шул рҽүешле ислам диненҽн сығып китҽ ала. Йҽ ниндҽйҙер бер ғҽмҽл ҡылып, был ғҽмҽле менҽн кафыр була. Тимҽк, имандың үҙ шарттары була. Һҽм беҙ шуларҙы үтҽгҽндҽ генҽ мосолман булып һаналырбыҙ. Был иман шарттарын (рҿкҿндҽрен) һҽр мосолманға яттан белеү фарыз. Шулай итеп, иманы камил булһын ҿсҿн мосолман алты нҽмҽгҽ ышанырға тейеш. Беренсенҽн – Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ, икенсенҽн – Аллаһы Тҽғҽлҽнең фҽрештҽлҽренҽ, ҿсҿнсҿнҽн – Аллаһы Тҽғҽлҽнең китаптарына, дүртенсенҽн – Аллаһы Тҽғҽлҽнең пҽйғҽмбҽрҙҽренҽ (ғҽлҽйһим сҽлҽм), бишенсенҽн – Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ, алтынсынан – Аллаһы Тҽғҽлҽнең тҽҡдиренҽ, йҽғни яҙмышҡа. Ошо иман рҿкҿндҽренең һҽр береһенҽ ҡыҫҡаса туҡталып китҽйек. 1) Аллаһы Тәғәләгә ышаныу. Был Уның барлығына, берлегенҽ ышаныу, тигҽн һүҙ. Беҙ был турала алдағы дҽрестҽрҙҽ күп һҿйлҽштек. Был дҽрестҽ тағы ла ҡайһы бер аяттарҙы ҡарап үтербеҙ. Күп кеше Аллаһы Тҽғҽлҽнең барлығын инҡар итмҽй. Лҽкин Уның тураһында бик аҙ белҽлҽр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына ябай халыҡ араһында, мҽҫҽлҽн, «Алла бабай» тигҽн һүҙ ишетергҽ тура килҽ. Ҽ бит Аллаһы Тҽғҽлҽне кеше сүрҽтендҽ күҙ алдына килтереүсе – ул инде мосолман түгел. Беҙ бының турала ла һҿйлҽштек. Шуға ла Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай ти: «Уның шикелле бер нҽмҽ лҽ юҡ» («Кҽңҽш» сүрҽһе, 11 аят). Йҽғни, Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙе
~ 22 ~
яратҡан нҽмҽлҽрҙең береһенҽ лҽ оҡшамаған. Ул тыуҙырылмаған, тыуҙырмаған, Уның ҡатыны ла, балаһы ла юҡ, Ул һҽр ваҡыт булған, бар һҽм буласаҡ. Уны был донъяла бер кеше лҽ күрмҽгҽн һҽм күрмҽйҽсҽк тҽ. Ул, ҡайһы бер ябай кешелҽр ҽйтеүенсҽ, ниндҽйҙер нур, утлы туп йҽ ҡояш формаһында ла түгел. Мосолман кеше Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ышана, лҽкин Уны күҙ алдына килтермҽй. Һҽм, шулай уҡ, кешегҽ хас самалы аҡылы менҽн Уны аңларға тырышмай. Мҽҫҽлҽн, беҙгҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ биргҽн күҙҙҽр нисҽлер километрҙан ары күрҽ алмайҙар, ҡолаҡтарыбыҙ иһҽ ниндҽйҙер тауыштарҙы ишетмҽй һҽм ишетергҽ һҽлҽтле лҽ түгелдҽр, ҽ ҡулдар иһҽ ниндҽйҙер ауырлыҡтан арыны күтҽрҽ алмай. Шуның шикелле, беҙҙең аҡылыбыҙ ҙа Аллаһы Тҽғҽлҽнең мҽңге булыуын, бер нҽмҽгҽ лҽ оҡшамауын, бҿтҽ ваҡиғаларҙы ла алдан белеүен һҽм Уның тағы ла башҡа күп сифаттарын тулыһынса аңлап етмҽҫкҽ мҿмкин. Һҽм был тик беҙҙең кҿсһҿҙлҿгҿбҿҙҙҿ генҽ иҫбатлай, ҽ Аллаһы Тҽғҽлҽнең юҡлығына дҽлил түгел. Тимҽк, имандың беренсе шарты – Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ дҿрҿҫ итеп ышаныу. Ғҿмүмҽн, алдағы дҽрестҽрҙҽ беҙ бының турала күп һҿйлҽштек инде. 2) Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләренә ышаныу. Был донъяла кешелҽр берҙҽн-бер аҡыл эйҽлҽре түгелдҽр. Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙҽн тыш тағы ла фҽрештҽлҽрҙе һҽм ендҽрҙе бар иткҽн. Кешелҽр менҽн ендҽрҙҽн айырмалы рҽүештҽ, фҽрештҽлҽр Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ бер һүҙһеҙ буйһоналар һҽм бер ниндҽй ҙҽ гонаһ эш эшлҽмҽйҙҽр. Улар Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмерҙҽрен үтҽр ҿсҿн яратылғандар. Мҽҫҽлҽн, ҡайһы бер фҽрештҽлҽр ямғырҙар менҽн эш итҽ, ҡайһылары тауҙарҙы аҫтын ҿҫкҽ килтерҽ ала, ҡайһылары иһҽ, кеше сүрҽтенҽ инеп, Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмере буйынса кешелҽр менҽн һҿйлҽшҽ. Ҡайһылары беҙҙең ҡылған эштҽребеҙҙе яҙып ултыралар. Ҡайһы бер ферештҽлҽр Ҡҿрьҽн уҡып ултырыусыларға ҡанаттарын һалып, уларҙы хҿрмҽт итеп тора.
~ 23 ~
Ҡайһылары Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ кафырҙарҙы йҽһҽннҽмгҽ ташлар ҿсҿн яратылған. Ҽ ҡайһылары иһҽ шул йҽһҽннҽмдең һаҡсылары булып торасаҡ. Фҽрештҽлҽр бик күп, уларҙың һанын Аллаһы Тҽғҽлҽ генҽ белҽ. Беҙ ҡайһы бер фҽрештҽлҽрҙең исемдҽрен белҽбеҙ. Мҽҫҽлҽн, Джибрил фҽрештҽне (ғҽлҽйһиссҽлҽм). Башҡортса ҽйтелеше – Ябраил. Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн пҽйғҽмбҽрҙҽргҽ вҽхи килтереүсе һҽм ҽмер-бойороҡтар еткереүсе фҽрештҽ ул. Ул, шулай уҡ, пҽйғҽмбҽребеҙ Мҿхҽммҽттең ( )ﷺяҡын дуҫы ла. Ябраил фҽрештҽ уға бер нисҽ сүрҽттҽ күренгҽн. Тағы ла Микҽил тигҽн фҽрештҽ бар. Был фҽрештҽ ямғырҙар менҽн эш итҽ. Тағы ла Исрафил тигҽн фҽрештҽ бар. Ул фҽрештҽ, Ҡиҽмҽт кҿнҿ етһҽ, борғоға (сурға) ҿрҽсҽк. Ҽлеге ваҡытта ул борғоһон ауыҙына алып, Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмерен кҿтҿп тора. Ҽлбиттҽ, Аллаһы Тҽғҽлҽ ҿсҿн бер ниндҽй ҙҽ ҡыйын эш юҡ. Һҽм Ул бар эштҽрҙе лҽ бер ниндҽй ауырлыҡһыҙ Үҙе генҽ лҽ башҡара алыр ине, сҿнки Ул бер кемдең дҽ ярҙамына мохтаж түгел. Аллаһы Тҽғҽлҽнең сифаттарының береһе – Ҽл-Ҡҽүүий, йҽғни «Кҿслҿ». Аллаһы Тҽғҽлҽ, шулай уҡ, Ҽл-Ғҽний, йҽғни «Мохтаж булмаған». Аллаһы Тҽғҽлҽ: «Бул!» - тиһҽ, Ул телҽгҽн нҽмҽ буласаҡ. Ҽммҽ лҽкин Ул фҽрештҽлҽрҙе барлыҡҡа килтергҽн һҽм уларҙың һҽр береһенҽ билдҽле бер эштҽр ҡушҡан. Ни ҿсҿн? Фҽрештҽлҽрҙе Ул Үҙенең барлығын, берлеген һҽм бҿйҿклҿгҿн күрһҽтер ҿсҿн яратҡан. 3) Аллаһы Тәғәләнең китаптарына ышаныу. Аллаһы Тҽғҽлҽ ҡайһы бер пҽйғҽмбҽрҙҽр аша кешелеккҽ бер нисҽ китап ебҽргҽн. Мҽҫҽлҽн, Тҽүрат (Тора) китабы Муса пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) аша бирелгҽн, Инжил (Евангелие) китабы – Ғайса пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) аша, Зҽбур (Псалтырь) – Дауыт пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) аша, һҽм һуңғы китап – ул Ҡҿрьҽн, был китап Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽргҽ ()ﷺ бирелгҽн. Был китаптарҙа Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙенең барлығын,
~ 24 ~
берлеген, иман шарттарын, ахирҽт хҽлдҽрен, ҽхлаҡ тҿшҿнсҽлҽрен, ғибрҽтле тарихи ваҡиғаларҙы, килҽсҽк хҽбҽрҙҽрен, Шҽриғҽтте аңлатҡан. Атап үткҽн китаптарҙың барыһы ла тура юлды күрһҽтер ҿсҿн иңдерелгҽн булалар. Һҽм беҙ, мосолмандар, уларҙың барыһының да Күктҽн тҿшҿрҿлгҽн Изге китаптар икҽненҽ ышанырға тейешбеҙ. Ҽммҽ шундай һорау тыуыуы бар: ҽгҽр был китаптар барыһы ла Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн икҽн, ни ҿсҿн беҙ тик Ҡҿрьҽн буйынса ғына йҽшҽргҽ тейешбеҙ һуң? Эйе, был һорау йыш бирелҽ. Һҽм уға яуап ошолай: Ҡҿрьҽндҽн алда булған китаптар кешелҽр тарафынан үҙгҽртелгҽндҽр. Уларҙы күплҽп тҽржемҽ итеү һҽм күплҽп күсереп яҙыу һҿҙҿмтҽһендҽ уларға сит һүҙҙҽр – кеше һүҙҙҽре – килеп ингҽн. Был турала Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай ти: «Ҽллҽ һеҙ уларҙың (йәһүдиҙәрҙең һәм насраниҙарҙың) һеҙгҽ ышаныуына ҿмҿт итҽһегеҙме? Улар араһында бит Аллаһ һүҙҙҽрен аңлағандаң һуң да, уларҙы күрҽлҽтҽ үҙгҽртеп яҙыусылар булды» («Һыйыр» сүрҽһе, 75 аят). Йҽғни, Аллаһы Тҽғҽлҽнең Ҡҿрьҽндҽн алда бирелгҽн китаптары үҙгҽртелгҽндҽр. Тимҽк, ҽлеге кҿндҽ йҿрҿгҽн Тҽүрат (Тора), Инжил (Евангелие) кеүек китаптар тҽү хҽлендҽ һаҡланып ҡалмағандар. Һҽм бҿгҿн ул китаптарҙа Аллаһы Тҽғҽлҽнең нисҽ процент һүҙҙҽре һаҡланып ҡалғанын беҙ белмҽйбеҙ. Бҽлки, яртыһынан күберҽге лҽ хатта үҙгҽртелгҽндер. Шуға күрҽ лҽ ул китаптар инде беҙгҽ тура юл күрһҽтҽ алмайҙар. Иң һуңында Аллаһы Тҽғҽлҽ кешелеккҽ Үҙ Рҽхмҽте менҽн Ҡҿрьҽн-Кҽрим тигҽн китап иңдерҽ. Ҡҿрьҽн – Аллаһы Тҽғҽлҽнең Ҡиҽмҽт кҿнҿ алдынан кешелеккҽ ебҽргҽн һуңғы Китабы. Ул ғҽрҽп телендҽ ғҽрҽп пҽйғҽмбҽренҽ бирелгҽн булһа ла, бҿтҽ кешелҽргҽ лҽ берҙҽй йүнҽлтелгҽн. «Беҙ һине барлыҡ кешелҽргҽ һҿйҿнсҿлҽүсе һҽм иҫкҽртеүсе ҿгҿтлҽүсе итеп ебҽрҙек» («Сҽбҽ» сүрҽһе, 28 аят), ти Аллаһы Тҽғҽлҽ. Шулай итеп, донъялағы бҿтҽ кешелҽр ҙҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ тарафынан иңдерелгҽн нурға, Ҡҿрьҽнгҽ, эйҽрергҽ
~ 25 ~
тейеш. Быны аңлаған кешелҽр, ниндҽй генҽ миллҽттҽн булыуҙарына ҡарамаҫтан, ислам динен ҡабул итҽлҽр. Һҽм шуға күрҽ лҽ бҿгҿн мосолмандар һаны немец, француз, инглиз, рус, ҡытай, япон һҽм башҡа халыҡтар араһында арта бара, ҽлхҽмдүлиллҽһ. 4) Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәрҙәренә ышаныу. Аллаһы Тҽғҽлҽ китаптар бирҽ, тип ҽйттек. Лҽкин Аллаһы Тҽғҽлҽ китаптарҙы кемдҽр аша бирҽ? Пҽйғҽмбҽрҙҽр аша. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺҽйткҽнсҽ, кешелек тарихында йҽмғеһе 124 мең пҽйғҽмбҽр булған. Эйе, Аллаһы Тҽғҽлҽ кешелҽрҙе бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмаған. Уларға ҽленҽн-ҽле, тура юлды аңлатыр ҿсҿн, Үҙенең илселҽрен – пҽйғҽмбҽрҙҽрҙе ебҽреп торған. Ошо донъяла ҡайҙа ғына кеше йҽшҽмҽһен, ҡасандыр уларға пҽйғҽмбҽр килеп, Аллаһы Тҽғҽлҽнең барлығын, берлеген һҽм ахыр сиктҽ беҙҙең Уға ҡайтасағыбыҙҙы аңлатып киткҽн. Тик беҙ был пҽйғҽмбҽрҙҽрҙең ҡайһы берҙҽре тураһында ғына яҡшылап белҽбеҙ. Ҡҿрьҽндҽ, мҽҫҽлҽн, 25 пҽйғҽмбҽрҙең исемдҽре телгҽ алынған: Ҽҙҽм, Нух, Салих, Һуд, Иҙрис, Ибраһим, Лут һҽм башҡалар, ғҽлҽйһим сҽлҽм (уларға сҽлҽм). Пҽйғҽмбҽрҙҽр барыһы ла бер хҽҡиҡҽт – иман хҽҡиҡҽтен килтергҽн. Улар барыһы ла Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында аңлатҡандар, барыһы ла Аллаһы Тҽғҽлҽнең барлығын, берлеген һҽм Уға ғибҽҙҽт итеү кҽрҽклеген һҿйлҽгҽндҽр. Мосолман кеше бҿтҽ пҽйғҽмбҽрҙҽргҽ лҽ ышанырға тейеш. Һис бер ҡасан да мосолман, мҽҫҽлҽн: «Мин Муса пҽйғҽмбҽргҽ ышанмайым», - тип ҽйтҽ алмай. Былай тип ҽйткҽн кеше Исламдан сығып китҽ. Ҽгҽр мосолман ниндҽйҙер пҽйғҽмбҽрҙе пҽйғҽмбҽр тип танымай икҽн, тимҽк ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең һүҙҙҽрен инҡар итҽ. Шул уҡ Муса пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм), мҽҫҽлҽн, Ҡҿрьҽндҽ күп кенҽ урындарҙа атап ҽйтелгҽн. Пҽйғҽмбҽрҙҽрҙе инҡар итергҽ ярамай.
~ 26 ~
Ҽгҽр барлыҡ пҽйғҽмбҽрҙҽр ҙҽ бер үк нҽмҽне аңлаткан икҽн, ниңҽ беҙ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽргҽ генҽ ( )ﷺэйҽрергҽ тейешбеҙ, тип һорар кемдер. Яуап бирҽбеҙ. Ҽйтҽйек, хҽҙерге кҿндҽ христиандар, Ғайса пҽйғҽмбҽр артынан эйҽрҽбеҙ, тиҙҽр. Лҽкин ысынында улар уның артынан тейешенсҽ эйҽрмҽй. Ғайса пҽйғҽмбҽр үҙенҽ ғибҽҙҽт итеүҙе, табыныуҙы талап итмҽгҽн. Ҽ христиандар иһҽ бҿгҿн туранан-тура уға табыналар, шул рҽүешле улар ширк (иң ҙур гонаһ!) эшлҽйҙҽр. Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелгҽн: «Һҽм бына Аллаһ (Ғайса пәйғәмбәрҙән): «Эй, Мҽрйҽм улы Ғайса! Ҽллҽ һин кешелҽргҽ: «Аллаһтан тыш мине һҽм минең ҽсҽйемде ике илаһ итеп алығыҙ», - тип ҽйттеңме?» - тип һораясаҡ. Ғайса пҽйғҽмбҽр: «Дан Һиңҽ, Аллаһ! Ҽйтергҽ хаҡым булмаған нҽмҽне нисек ҽйтҽйем мин? Ҽгҽр быны ҽйткҽн булһам, Һин белер инең. (...) Мин уларға Һин ҽмер иткҽндҽн башҡа бер нҽмҽ лҽ ҽйтмҽнем: «Аллаһҡа – минең Раббыма һҽм һеҙҙең Раббығыҙға ғибҽҙҽт итегеҙ!» - тинем», тиер» («Аш табыны» сүрҽһе, 116 – 117 аяттар). Эйе, христиандар үҙ диндҽрен ҡурҡыныс итеп боҙҙолар. Ҽ Ғайса пҽйғҽмбҽрҙең ҿйрҽткҽн нҽмҽлҽре иһҽ дҿрҿҫ хҽлдҽ һаҡланып ҡалманылар. Шуға Аллаһы Тҽғҽлҽ кешелеккҽ яңы пҽйғҽмбҽр – Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙе ( )ﷺебҽрҙе. Уға эйҽреү – кешенең берҙҽн-бер ҡотолоу юлы. Ҽ башҡа кешелҽргҽ эйҽргҽн бҽхетһеҙҙҽр Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ бик ныҡ үкенерҙҽр, лҽкин ул кҿндҿ үкенес һҽм илау-аҡланыуҙар ярҙам итмҽҫ. Был турала Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай ти: «Ул кҿндҿ залим кеше ҡулдарын тешлҽр һҽм: «Аһ! Ҽгҽр мин Аллаһ рҽсүле менҽн бер юлды тотҡан булһам икҽн! Ниндҽй ҡайғы миңҽ! Ҽгҽр мин фҽлҽн-фҽлҽнде үҙемҽ дуҫ итмҽгҽн булһам ине!» - тип ҽйтер» («Айырғыс» сүрҽһе, 27 – 28 аяттар). Эй, кешелҽр! Ошо аятта ҽйтелгҽн фҽлҽн-фҽлҽндҽр – ялған юл ҿйрҽтеүселҽр, алдаҡсылар артынан эйҽрмҽгеҙ! Ҡурҡыныс Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ Фирғҽүен, Будда, Рим папаһы, Ленин, Сталин,
~ 27 ~
Гитлер, Саи-баба кеүек ҽҙҽмдҽр артынан эйҽреүселҽр шул үҙ кумирҙары менҽн Мҽхшҽргҽ йыйылыр. Ҽ ҡотолоусы кешелҽр – улар фҽҡҽт пҽйғҽмбҽрҙҽргҽ эйҽргҽн бҽндҽлҽр! Беҙҙең заманда күп кешелҽр, диндҽр араһында, пҽйғҽмбҽрҙҽр араһында айырма юҡ, улар барыһы ла яҡшылыҡҡа ҿйрҽтҽ, шуға күрҽ беҙ диндҽрҙе айырырға тейеш түгелбеҙ, һҽр кемдең үҙ юлы, тиҙҽр. Уларға яуап итеп беҙ шулай тиербеҙ: эйе, юлдар күп, быны Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽребеҙ ҙҽ ( )ﷺҽйткҽн ине, лҽкин был юлдарҙың барыһы ла Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ илтҽме? Юҡ! Ҽгҽр Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙҽн алда йҽшҽгҽн ниндҽйҙер пҽйғҽмбҽрҙең береһе ул заманда тере булһа, ул үҙе лҽ бары тик Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽребеҙ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) артынан эйҽрер ине. Быны ла Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽребеҙ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) ҽйтте: «Ҽгҽр Муса тере булһа һҽм минең пҽйғҽмбҽр булған ваҡытыма тура килһҽ, ул тик минең артымдан эйҽрер ине». Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ ҽйтҽ: «Был – Минең тура юлым, ошо юлдан барығыҙ. Һеҙҙе уның юлынан айырмаһындар ҿсҿн, башҡа юлдарҙан китмҽгеҙ. Быны һеҙгҽ Ул васыят ҡылды. Моғайын, һеҙ тҽҡүҽле булырһығыҙ» («Мал-тыуар» сүрҽһе, 153 аят). Йҽғни, ислам дине – Аллаһы Тҽғҽлҽнең тура юлы, һҽм ошо юлдан барыуҙы, башҡа юлдарға тайпылмауҙы Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙгҽ васыят иткҽн. 5) Ҡиәмәт көнөнә ышаныу. Алдағы дҽрестҽрҙҽ беҙ, Аллаһы Тҽғҽлҽ кешелҽрҙе Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ йыясаҡ, тип ҽйткҽн инек. Ҽгҽр кемдер, Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ышанам, ти икҽн, ул Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ лҽ ышанырға тейеш. Ҡиҽмҽт кҿнҿ – ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең бҿтҽ кешелҽрҙе лҽ терелтеп, тергеҙеп, Мҽхшҽр майҙанына йыйыуы. Ул кҿндҿ Аллаһы Тҽғҽлҽ бҿтҽ кешелҽрҙҽн дҽ яуап аласаҡ: «Ниңҽ һин шул эште эшлҽнең? Ниңҽ был гонаһты ҡылдың? Ниңҽ шул нҽмҽне эшлҽмҽнең? Ниңҽ намаҙ уҡыманың? Ниңҽ ураҙа тотманың? Ниңҽ зҽкҽт бирмҽнең?»
~ 28 ~
һҽм башҡа, һҽм башҡа. Йҽғни, Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмерҙҽренҽ ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҽсҽкбеҙ. Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ышанам, лҽкин Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ ышанмайым, тигҽн кешенең иманы камил түгел, ул кеше иман рҿкҿндҽренең береһен инҡар итҽ. Иман рҿкҿндҽре – ҿйҙҿң нигеҙ таштары кеүек. Ҽгҽр нигеҙҙҽн тҿп таштарҙың береһен алһағыҙ, ҿй емерелеп тҿшҽсҽк. Иман менҽн дҽ шулай уҡ: ҽгҽр кеше имандың ниндҽйҙер бер шартын инҡар итҽ икҽн, был иман камил булмаясаҡ, йығыласаҡ. Ысынлап та, нисек инде кеше Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ышанһын да, Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ ышанмаһын? Ҽллҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ үлеп сереп бҿткҽн кешелҽрҙе ҡабаттан тергеҙҽ алмай, тиһегеҙме? Тирҽяғығыҙға ҡарағыҙ: мҽҫҽлҽн, яҙ кҿнҿ бҿтҿн донъя ҡабаттан терелҽ. Ҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ: «Аллаһ елдҽрҙе ебҽрҽ, ҽ улар болоттарҙы күтҽрҽ. Бына Беҙ уны үлек ергҽ ҡыуҙыҡ һҽм бының менҽн үлгҽндҽн һуң Ерҙе терелттек. Кешелҽрҙе терелтеп ерҙҽн сығарыу ҙа ошолай!» («Барлыҡҡа килтереүсе» сүрҽһе, 9 аят), - тип ҽйткҽн. Беҙ ергҽ ташлаған орлоҡ Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмере менҽн үҫеп сыға һҽм үҙенҽ оҡшаш күпме яңы орлоҡтар бирҽ. Һҽм былар барыһы ла Аллаһтың ҽмере һҽм ихтыяры менҽн генҽ була. Ҽллҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ кешелҽрҙе шулай уҡ тергеҙҽ алмаймы ни? Ҽлбиттҽ, тергеҙҽ ала. Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелгҽн: «Һҽм Ул барлыҡҡа килтереүҙе тҽү башлап ҡыла, шунан уны ҡабатлай, һҽм был ҡабатлау Уға еңелерҽк» («Румлылар» сүрҽһе, 27 аят). Ҡасандыр элек донъяла бер нҽмҽ лҽ булмаған – бер тере молекула ла, бер тере атом да. Һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽ бар тереклекте яратҡан, шул иҫҽптҽн – кешене лҽ. Иң тҽүҙҽ уны юҡтан бар итеп тҽ, аҙаҡ миллион-миллиард молекулаларға тарҡалған кешене Аллаһы Тҽғҽлҽ ҡабаттан йыя алмаймы ни? Ҽлбиттҽ, йыя ала. 6) Аллаһы Тәғәләнең тәҡдиренә, йәғни яҙмышҡа ышаныу.
~ 29 ~
Тҽҡдиргҽ (яҙмышҡа) ышанмаған кеше мосолман булып һаналмаҫ. Тҽҡдир – Аллаһы Тҽғҽлҽнең бҿтҽ барлыҡ нҽмҽ ҿсҿн алдан ҽҙерлҽгҽн яҙмышы. Ҡҿрьҽндҽ лҽ, Сҿннҽттҽ лҽ тҽҡдиргҽ ышаныу кҽрҽклеге тураһында күп ҽйтелгҽн. Мҽҫҽлҽн, Аллаһы Тҽғҽлҽ шулай ти: «Беҙ һҽр нҽмҽне тҽҡдир менҽн барлыҡҡа килтерҙек» («Ай» сүрҽһе, 49 аят). Шулай уҡ: «Аллаһтың бойороғо тҽҡдир булды» («Фирҡҽлҽр» сүрҽһе, 38 аят), йҽғни, алдан билдҽлҽнде. Шулай уҡ Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелҽ: «Ниндҽй генҽ бҽлҽ-ҡаза килһҽ лҽ, ул тик Аллаһтың рҿхсҽте менҽн генҽ килҽ. Аллаһҡа иман килтергҽн кешенең күңелен Аллаһ тура юлға ебҽрҽ. Ул бар нҽмҽне лҽ белҽ» («Үҙ ара алдашыу» сүрҽһе, 11 аят). Бер кҿн Ғүмҽр ибн Хаттабтың улы Абдуллаһҡа (Аллаһ уларҙан риза булһын) бер тҿркҿм кешелҽр тураһында һҿйлҽйҙҽр. Ул кешелҽр белем арттырырға телҽп Ҡҿрьҽн уҡыйҙар икҽн, лҽкин тҽҡдиргҽ ышанмайҙар, яҙмыш юҡ, тиҙҽр. Былар тураһында Абдуллаһ ибн Ғүмҽр шулай ти: «Уларҙы осратһаң, ҽйт: «Ғүмҽр улы Абдуллаһ ант итҽ: ҽгҽр улар Ҿхҿд тауы ҡҽҙҽр алтын сарыф итһҽлҽр ҙҽ, ҽммҽ тҽҡдиргҽ ышанмаған булһалар, Аллаһ уларҙың бер эшен дҽ ҡабул итмҽйҽсҽк». Тҽҡдиргҽ (яҙмышҡа) ышаныу бер нисҽ тҿшҿнсҽнҽн барлыҡҡа килҽ: Беренсенҽн, Аллаһы Тҽғҽлҽнең белеме бар нҽмҽне лҽ солғап алған. Аллаһы Тҽғҽлҽ белмҽгҽн бер нҽмҽ лҽ юҡ, Аллаһы Тҽғҽлҽ бҿтҽ нҽмҽ тураһында ла уларҙың бҿтҽ нескҽлектҽренҽ тиклем белҽ. Һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽ ошо белгҽн нҽмҽлҽрен билдҽле урынға яҙып ҡуйған, был урын «Һаҡлаулы таҡта» («Лҽүхүлмҽхфүз») тип атала. Мҽҫҽлҽн, минең ошо дҽрестҽрҙе яҙып ултырыуым, һеҙҙең уҡып ултырыуығыҙ – былар шул таҡтаға алдан уҡ яҙылған булған. Һеҙҙең кисҽ нимҽ ашағанығыҙ, иртҽгҽ һеҙҙең менҽн нимҽ буласаҡ – былар ҙа шунда яҙылып ҡуйылған, былар барыһы ла Аллаһҡа күптҽн билдҽле.
~ 30 ~
Икенсенҽн, бҿтҿн булған нҽмҽ фҽҡҽт Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмере менҽн генҽ була. Бер нҽмҽ лҽ Аллаһы Тҽғҽлҽнең ихтыярынан тыш булмай. Бер япраҡ та, Аллаһтың ҽмере булмайынса, ағастан ҿҙҿлҿп тҿшмҽй. Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ ҽйтҽ: «Аллаһтың күктҽрҙҽ һҽм ерҙҽ булған нҽмҽлҽрҙе белгҽнен һин белмҽйһеңме ни? Ысынлап, улар барыһы ла Китапҡа (йәғни Һаҡлаулы таҡтаға) яҙылып ҡуйылған. Ысынлап, был Аллаһҡа бик еңел» («Хаж» сүрҽһе, 70 аят). Беҙ бер ҡасан да, Аллаһ телҽмҽгҽн нҽмҽ булды, тип ҽйтергҽ тейеш түгелбеҙ (бынан Аллаһ Үҙе һаҡлаһын!). Кемделер үлтерҙелҽрме, кемдер үлдеме, нимҽлер урландымы, кемдер ауырып киттеме – былар барыһы ла Аллаһы Тҽғҽлҽ ҡушыуы буйынса, Уның ирке, Уның ихтыяры менҽн. Лҽкин, шул уҡ ваҡытта, кешенең дҽ ихтыяры бар. Беҙ, тҽҡдиргҽ һылтанып, кҽрҽкле нҽмҽлҽрҙе эшлҽмҽй ултырырға тейеш түгелбеҙ. Улай иткҽн кешелҽр, тимҽк, динде дҿрҿҫ аңламай. Мҽҫҽлҽн, мин ниндҽйҙер насарлыҡ эшлҽйем икҽн, «Миңҽ был яҙылған» тип, тҽҡдиргҽ һылтанып ултырыуым ярамай. Был шайтан беҙҙе шулай алдай. Беҙ бит тҽҡдиребеҙгҽ нимҽ яҙылғанын белмҽйбеҙ, тимҽк, бер нҽмҽгҽ ҡарамай яҡшы эштҽр эшлҽргҽ, хҽлебеҙҙе яҡшыртырға ынтылырға тейешбеҙ. Тҽҡдир – ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең сере, һҽм беҙгҽ уны аңларға тырышып, тҿпкҽ ҡаҙынырға ярамай (был турала Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр – ғҽлҽйһиссҽлҽм – ҡаты киҫҽткҽн). Беҙгҽ тейешле нҽмҽ – ул тырышыу, ҽ ҡалғанын Аллаһ бирҽ. Эйе, Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ барыһы ла билдҽле, һҽм барыһы ла яҙылып ҡуйылған. Лҽкин был, кешене нимҽгҽлер кҿслҽү, тигҽнде аңлатмай. Хаҡ хҽлифҽ Ғүмҽр ибн Хаттаб (Аллаһ унан риза булһын) тураһында шундай бер хикҽйҽ һҿйлҽнелҽ. Ул бер мҽл бер бурҙы тотоп алып килҽ һҽм Шҽриғҽт ҡушҡанса уның ҡулын киҫергҽ ҽмер итҽ. Был бур: «Эй хҽлифҽ! Мин бит быны Аллаһтың тҽҡдире менҽн эшлҽнем, минең урлауым – ул Аллаһтың ҡушыуы», - тип аҡланырға тырыша. Ғүмҽр хҽлифҽ уға шулай ти:
~ 31 ~
«Һин Аллаһ тҽҡдире менҽн урлағанһың икҽн, мин һинең ҡулыңды Аллаһ тҽҡдире менҽн киҫҽсҽкмен». Уйлана белгҽндҽр был хикҽйҽнҽн, ҽлбиттҽ, ғибрҽт алыр. Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙгҽ нимҽ ҡушҡан, беҙ, бер нҽмҽгҽ лҽ һылтанмайынса, шуларҙы эшлҽргҽ ынтылырға тейешбеҙ: намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, тҿрлҿ яҡшы ғҽмҽлдҽр ҡылырға, харамдан тыйылырға. Ҽ тҽҡдир – ул Аллаһтың сере. Ибн Мүнҽббиһ тигҽн бер ғалим шулай тигҽн: «Мин тҽҡдир (яҙмыш) тураһында күп уйланым һҽм һҽр ваҡыт аптыраҡта алдым. Шунан аңланым: уның турала күберҽк һҿйлҽгҽн кеше уны (тҽҡдирҙе) ҽҙерҽк аңлай, ҽ уның турала ҽҙерҽк һҿйлҽгҽн кеше уны яҡшыраҡ аңлай». Шулай итеп, беҙ имандың алты рҿкҿнҿн үттек. Беренсеһе – Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ышаныу, икенсеһе – Уның фҽрештҽлҽренҽ, ҿсҿнсҿһҿ – Уның китаптарына, дүртенсеһе – пҽйғҽмбҽрҙҽренҽ, бишенсеһе – Ҡиҽмҽт кҿнҿ буласағына, һҽм алтынсыһы – Аллаһы Тҽғҽлҽнең тҽҡдиренҽ, йҽғни яҙмышҡа. Ошо алты шартты беҙ яттан белергҽ тейешбеҙ һҽм быларҙың береһен дҽ инҡар итергҽ тейеш түгелбеҙ. Дүртенсе дҽрес тамам.
~ 32 ~
5-се дҽрес
Ширк – Исламда иң ҙур гонаһ! Был дҽрестҽ беҙ һеҙҙең менҽн Исламдағы иң ҙур гонаһ менҽн танышасаҡбыҙ, иншҽллаһ. Нимҽ ул Исламдағы иң ҙур гонаһ? Күп кешелҽр был һорауға яуапты белмҽй. Уларҙан: «Иң ҙур гонаһ нимҽ ул?» - тип һораһаң, улар ниндҽйҙер башҡа нҽмҽне ҽйтҽлҽр. Мҽҫҽлҽн, кеше үлтереү, зина, эскелек һҽм башҡаһын. Ҽммҽ был дҿрҿҫ түгел. Ҽгҽр кешелҽрҙҽн: «Нимҽ ҡурҡынысыраҡ: намаҙ уҡымаумы ҽллҽ араҡы эсеүме?» - тип һораһаң, бҽлки 95 процент кешелҽр: «Ҽлбиттҽ, араҡы эсеү», - тип яуап бирер. Лҽкин, ысынында, намаҙ уҡымау араҡы эсеүгҽ ҡарағанда күпкҽкүпкҽ ҡурҡынысыраҡ. Ҡыҙыҡ күренһҽ лҽ, ҽйтҽйем: намаҙ уҡыған эскесе намаҙ уҡымаған эсмҽүсе кешегҽ ҡарағанда ҿҫтҿнҿрҽк. Сҿнки намаҙ уҡыған кеше Аллаһы Тҽғҽлҽ уға йҿкмҽткҽн иң беренсе бурысты үтҽй, хатта шул уҡ ваҡытта берҽй гонаһ ҡылып йҿрҿһҽ лҽ. Шулай итеп, күпселек кешелҽр ҡайһы гонаһтың ҙурыраҡ, ҡайһыһы бҽлҽкҽйерҽк икҽнен белмҽйҙҽр. Ярай, нимҽ ул Исламда иң ҙур гонаһ? Исламда иң ҙур гонаһ – Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ тиңдҽш тотоу. Йҽғни, Унан башҡа кемгҽлер йҽ нимҽгҽлер табыныу. Алдағы дҽрестҽ беҙ аңлатып киткҽйнек, ошо донъяла күп илаһтарға табынған кешелҽр бар: кемдер ниндҽйҙер хайуанға табына, кемдер – ағасҡа һҽм башҡаһы. Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ошолай тиңдҽш тотоу ширк тип атала. Ҡҿрьҽндҽ был гонаһ тураһында шулай тиелҽ: «Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙенҽ тиңдҽш тотоуҙы ғҽфү итмҽй, ҽммҽ унан бҽлҽкҽйерҽк гонаһтарҙы телҽгҽн кешеһенҽ ғҽфү итҽ. Аллаһҡа тиңдҽш тотҡан кеше – оло ялған уйлап сығарыусы ул» («Ҡатындар» сүрҽһе, 48 аят). Был аяттан күренеүенсҽ, ширк – ул иң бҿйҿк гонаһ, уны Аллаһ ғҽфү итмҽй, ҽ унан бҽлҽкҽйерҽк гонаһтарҙы иһҽ, телҽһҽ, ғҽфү итҽ (ҽгҽр ғҽфү итһҽ, был – Уның мҽрхҽмҽте, яза бирһҽ – Уның ғҽҙеллеге, ҽ беҙ Аллаһтың хҿкҿмҿнҽ ҡаршы килергҽ тейеш
~ 33 ~
түгелбеҙ). Тимҽк, кемдер Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ тиңдҽш тотоп, йҽғни ширк гонаһы эшлҽп үлеп китһҽ, ул бер ҡасан да йҽннҽткҽ элҽкмҽйҽсҽк. Аллаһтан башҡа бер кемгҽ лҽ, бер нҽмҽгҽ лҽ ғибҽҙҽт итергҽ ярамай. Шуға күрҽ лҽ бҿтҽ пҽйғҽмбҽрҙҽр ҙҽ ширк ҡылыуҙан ҡурҡҡан. Улар Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн: «Беҙҙе ширктан, Һиңҽ тиңдҽш тотоуҙан һаҡла һҽм беҙҙең тоҡомобоҙҙа ла Һиңҽ тиңдҽш тотоусы кешелҽр тыуҙырма», - тип ялбарып һорар булғандар. Мҽҫҽлҽн, Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелҽ: «Бына Ибраһим ҽйтте: «Йҽ Раббым! Был ҡаланы (Мәккәне) имен ит, мине һҽм минең балаларымды һындарға ҡоллоҡ ҡылыуҙан йыраҡ тот!» («Ибраһим» сүрҽһе, 35 аят). Тимҽк, Аллаһы Тҽғҽлҽне үҙенең Раббыһы тип таныған кеше «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙен дҿрҿҫ аңлап, уны ҡабул итеп, Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ тиңдҽш тотмаҫҡа тейеш, хатта бүтҽн гонаһтарҙы ҡылһа ла. Шулай булғас, Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ тулыһынса инанып, намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, зҽкҽтен түлҽгҽн, хажын үтҽгҽн кеше, меңҽрлҽгҽн гонаһтар ҡылһа ла, ул Аллаһҡа ғибҽҙҽт ҡылмаған кешегҽ ҡарағанда ҿҫтҿнҿрҽк. Ҽ Аллаһҡа ғибҽҙҽт ҡылыуҙы инҡар иткҽн йҽ Аллаһҡа берҽй тиңдҽш тотоп ғибҽҙҽт ҡылған, йҽғни, мҽҫҽлҽн, Аллаһтан тыш берҽй һынға (идолға), ағасҡа, ниндҽйҙер хайуанға һҽм башҡаға табыныусы кешене Аллаһы Тҽғҽлҽ бер ҡасан да ғҽфү итмҽйҽсҽк. Шуға мосолман ширктан ҡурҡырға тейеш. Ширк ҡылыу – ул, тимҽк, Аллаһы Тҽғҽлҽне Ул Үҙе яратҡан кҿсһҿҙ мҽхлүктҽр менҽн бер рҽттҽн күреү. Уйлап ҡарағыҙ, бер ниндҽй кҿсҿ лҽ булмаған нҽмҽнҽн ярҙам һорау, унан ҡурҡыу, ул файҙа йҽ зыян килтерҽ ала, уның беҙҙе терелтерлек йҽ үлтерерлек ҡҿҙрҽте бар, тип уйлау ни тиклем ахмаҡлыҡ! Был бит Аллаһы Тҽғҽлҽне һанға һуҡмау, тигҽн һүҙ. Аллаһы Тҽғҽлҽ бҿтҽ донъяны ҡулында тотоп тора. Уның ҽмере булмайынса, бер япраҡ та ағастан ҿҙҿлҿп тҿшмҽй. Тик Ул ғына беҙгҽ һынау ебҽрҽ һҽм тик Ул ғына беҙҙе бҽлҽнҽн ҡотҡара ала. Ҽгҽр Ул кемгҽлер нимҽлер
~ 34 ~
бирергҽ йҽ, киреһенсҽ, тартып алырға булды икҽн, был эште бер кем дҽ, бер нҽмҽ лҽ туҡтата алмаҫ. Алдағы дҽрестҽрҙҽ ҽйткҽнсҽ, бҿтҽ нҽмҽ лҽ тик Уның ихтыяры менҽн генҽ була. Шулай булғас, нисек Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ кемделер тиңдҽш тотоу, йҽғни ширк ҡылыу мҿмкин?! Беҙ барыбыҙ ҙа ширк ҡылыуҙан ҡурҡырға тейешбеҙ. Пҽйғҽмбҽребеҙ Мҿхҽммҽт ( )ﷺҽйтте: «Кем Аллаһҡа йҽнҽш итеп ниндҽйҙер бүтҽн илаһҡа ялбарһа һҽм шул хҽлдҽ үлһҽ, ул утҡа элҽгҽсҽк!» (Бохари, Ҽхмҽд хҽҙис йыйынтыҡтарынан). Имам Мҿслим риүҽйҽт иткҽн башҡа бер хҽҙистҽ шулай тиелҽ: «Кем Аллаһы Тҽғҽлҽ хозурына Уға тиңдҽш тотмай, йҽғни ширк ҡылмай барһа, ул йҽннҽткҽ элҽгер, ҽ кем Уға тиңдҽш тотҡан булһа, утҡа керер». Беҙҙең кҿндҽрҙҽ күп кенҽ кешелҽр үҙҙҽре лҽ аңламайса ширк ҡылалар. Мҽҫҽлҽн, улар ниндҽйҙер күренештҽрҙе Аллаһы Тҽғҽлҽ менҽн түгел, ҽ тҽбиғҽт, ендҽр, «ҿй эйҽлҽре», ниндҽйҙер ҡара кҿстҽр һҽм башҡа нҽмҽлҽр менҽн бҽйлҽй. Ҽ бит был донъяла нимҽ генҽ булһа ла, ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең ихтыяры менҽн була. Йҽғни, Ул телҽһҽ – була, телҽмҽһҽ – булмай. Шуға күрҽ тҿрлҿ хҿрҽфҽттҽрҙҽн һаҡ булырға кҽрҽк. Ҡайһы бер гҽзит-журналдарҙа яҙылған нҽмҽлҽргҽ иғтибар итҽйек. Мҽҫҽлҽн, бер гҽзиттҽ мин шундай һүҙҙҽр таптым: «Кеше нисек кенҽ тырышһа ла, тҽбиғҽттҽн кҿслҿрҽк була алмай. Ҽгҽр ҙҽ Ер-ҽсҽне асыуландырһаң, ул кешелеккҽ ҡурҡыныс һынауҙарын ебҽрергҽ генҽ тора». Йҽнҽһе! Ҽйҙҽгеҙ, ағай-эне, уйлап ҡарайыҡ, нимҽ ул «тҽбиғҽттең кҿсҿ»? Тҽбиғҽт – ул һыу, ағас, үлҽн һҽм башҡа нҽмҽлҽр икҽн, тимҽк, ул, кеше кеүек үк, Аллаһ тарафынан яратылған бер кҿсһҿҙ нҽмҽ. Һҽм ҡайһы ваҡыт кеше унан кҿслҿрҽк, ҽ ҡайһы ваҡыт кҿсһҿҙҿрҽк була. Үрҙҽге һҿйлҽмде ысын мосолман шулай тип яҙыр ине: «Кеше нисек кенҽ тырышһа ла, Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн кҿслҿрҽк була алмай». Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн, ҽ тҽбиғҽттҽн түгел! «Тҽбиғҽт-тҽбиғҽт» тип, тҽбиғҽттҽн Аллаһҡа
~ 35 ~
тиңдҽш яһарға ярамай. Ҡайһы бер кешелҽрҙҽн: «Кеше ҡайҙан барлыҡҡа килгҽн?» - тип һораһаң, улар: «Кешене тҽбиғҽт яратҡан», - тиҙҽр. Нимҽнелер яратырға, тҽбиғҽт аҡыл эйҽһеме ни? Тҽбиғҽт – ул, беҙҙең кеүек үк, үҙе яратылған нҽмҽ. Ҽ икенсе һҿйлҽмде иһҽ ысын мосолман шулай тип ҽйтер ине: «Ҽгҽр ҙҽ Аллаһы Тҽғҽлҽне асыуландырһаң, Ул кешелеккҽ ҡурҡыныс һынауҙарын ебҽрергҽ генҽ тора». Тҽбиғҽттҽн, «Ер-ҽсҽнҽн» ҡурҡырға кҽрҽкмҽй, Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн ҡурҡырға кҽрҽк. Ҽгҽр кеше Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн башҡа тағы кемдҽндер ҡурҡа икҽн, ул ширк ҡыла. Ҽгҽр кеше шул уҡ тҽбиғҽттҽн, уның «асыуынан» ҡурҡа икҽн, беҙ ул кешене Аллаһ ҡоло тип ҽйтҽ алмайбыҙ, ул – тҽбиғҽт ҡоло. «Бҽлҽлҽрҙе тҽбиғҽт ебҽрҽ», «бҽлҽлҽрҙҽн тҽбиғҽт ҡотҡара ала», тип уйлай икҽн, был кеше инде мосолман түгел. «Ер-ҽсҽ» мҽсьҽлҽһе менҽн дҽ шул уҡ хҽл. Был донъяла Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн башҡа кҿс биреүсе йҽ кҿсһҿҙлҽндереүсе нҽмҽ юҡ. Бер кҿн Пҽйғҽмбҽр ( )ﷺҡулына һары бау таҡҡан кешене күрҽ һҽм: «Нимҽ был?» - тип һорай. Теге кеше: «Мин уны хҽлһеҙлек кермҽһен ҿсҿн йҿрҿтҽм», - ти. «Хҽҙер үк уны сис! Ул һинең хҽлһеҙлегеңде тик арттыра ғына! Ҽгҽр һин был бау менҽн үлеп китһҽң, бер ҡасан да ҡотола алмаҫһың!» - ти уға Мҿхҽммҽт (ғҽлҽйһиссҽлҽм) (Ҽхмҽд хҽҙистҽр китабынан, хҽсҽн хҽҙис). Икенсе бер оҡшаш хҽҙистҽ Пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ шулай ти: «Кем үҙенҽ бетеү таға, шул ширк ҡыла» (Ҽхмҽд, ҼлХҽким хҽҙис йыйынтыҡтарынан, сҽхих хҽҙис). Аллаһы Тҽғҽлҽ лҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай ти: «Аллаһтан башҡа һиңҽ файҙа ла, зарар ҙа итҽ алмай торған нҽмҽлҽргҽ доға ҡылма. Ҽгҽр һин быны эшлҽһҽң, залимдарҙан булырһың!» («Юныс» сүрҽһе, 106 аят). Йҽғни, Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн башҡа тағы кемдҽндер ҡурҡып («ҿй эйҽһе»нҽнме, «Ер-ҽсҽ»нҽнме, «тҽбиғҽт»тҽнме), шул нҽмҽлҽргҽ кеше ялбарһа, ул кеше ширк ҡыла. Аллаһы Тҽғҽлҽ, дауам итеп, шулай ти: «Ҽгҽр Аллаһ һиңҽ зарар менҽн ҡағылһа, Уның Үҙенҽн башҡа ул зарарҙан ҡотҡарыусы юҡ. Ҽгҽр Ул һиңҽ
~ 36 ~
яҡшылыҡ телҽһҽ, Уның йомартлығын тотҡарлаусы бер кем булмаҫ…» («Юныс» сүрҽһе, 107 аят). Шулай итеп, беҙ бер ҡасан да Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ тиңдҽш тоторға тейеш түгелбеҙ. Беҙ тик Унан ғына һорайбыҙ, Унан ғына ҡурҡабыҙ, Уға ғына ғибҽҙҽт итҽбеҙ, ҡорбандарыбыҙҙы тик Уға ғына салабыҙ. Аллаһ – ошо донъяның хужаһы, Ул беҙҙең менҽн идара итҽ, Ул ауырыуҙарҙы ебҽрҽ, телҽһҽ, беҙҙе йүнҽлтҽ һҽм башҡаһы, һҽм башҡаһы. Ҡыҫҡаһы, ҽгҽр беҙ Аллаһы Тҽғҽлҽне үҙебеҙҙең Раббыбыҙ тип ҡабул иттек икҽн, башҡа бүтҽн бер нҽмҽне лҽ беҙ илаһ итеп күрергҽ тейеш түгелбеҙ. Ҡайһы бер кешелҽр шулай уйлай: «Бына беҙ хҽл керһен, кҿс артһын ҿсҿн ашайбыҙ, спорт менҽн шҿғҿллҽнҽбеҙ, шулай булғас, ниңҽ беҙ, кҿстҿ Аллаһ бирҽ, тибеҙ?» Яуап шулай: «Беҙгҽ кҿстҿ Аллаһы Тҽғҽлҽ бирҽ, ҽ спорт йҽ башҡа нҽмҽлҽр – улар тик сҽбҽп. Ҽгҽр Аллаһы Тҽғҽлҽ ҡушмаһа, һин күпме ашаһаң да, нисек кенҽ тырышһаң да, кҿсҿң артмаясаҡ». Был миҫал башҡа осраҡтарға ла ҡағыла. Мҽҫҽлҽн, дауаланыу сҽбҽптҽрен ҽҙерлҽү – беҙҙҽн, ҽ йүнҽлеү – Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн, ҿйлҽнеү – беҙҙҽн, ҽ бала тыуыуы – Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн. Ҡыҫҡаһы, эш, сҽбҽп ҽҙерлҽү – кешенҽн, ҽ һҿҙҿмтҽ – тик Аллаһтан. Ҽгҽр инде Уның ихтыяры, ҽмере булмаһа, һин бҿтҽ сҽбҽптҽрҙе эшлҽп бҿткҽн булһаң да, уңышҡа ҿлгҽшҽ алмаҫһың. Мҽҫҽлҽн, ҽгҽр ауырып китһҽң, донъялағы бҿтҽ булған иң яҡшы табиптарҙы йҿрҿп сыҡ, иң ҡыйбат дарыуҙар һатып ал, бҿтҿн белгестҽр-ғалимдар менҽн кҽңҽшлҽш, ҽгҽр Аллаһтың ҽмере булмаһа, һин йүнҽлҽ алмаясаҡһың. Шулай булғас, ҽгҽр беҙ табипҡа килҽбеҙ икҽн: «Эй, табип ҽфҽнде, һуңғы ҿмҿтҿм – һеҙҙҽ», - тип ҽйтергҽ тейеш түгелбеҙ. Беренсе һҽм һуңғы ҿмҿт – ул Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ, ҽ табип – ул бары тик сҽбҽп. Аллаһы Тҽғҽлҽ телҽһҽ, ул һеҙгҽ бер бҿртҿк аспирин бирер, һеҙ һауығып та китерһегеҙ. Ҽ инде Аллаһтың ҽмере килмҽһҽ, ул табип телҽһҽ нимҽ эшлҽһен, һеҙҙе йүнҽлтҽ алмаҫ.
~ 37 ~
Беҙҙең кҿндҽрҙҽ ширктың тҿрҙҽре бик күп. Килҽһе дҽрестҽрҙҽ беҙ уларҙы ҿйрҽнербеҙ. Ҽле иһҽ иң таралған ширк тҿрҙҽренең береһен ҡарап үтҽйек. Ул – үлелҽрҙҽн нимҽлер һорау. Мҽҫҽлҽн, кешелҽр ҡҽберҙҽргҽ килҽлҽр ҙҽ: «Эй, ҽруахтар! Беҙгҽ ярҙам итегеҙ! Беҙгҽ ямғыр бирегеҙ! Беҙгҽ бала бирегеҙ! Беҙҙе ҡотҡарығыҙ!..» - тип һорайҙар. Был турала Аллаһы Тҽғҽлҽ шулай тине: «Ҽ Аллаһтан башҡа улар доға ҡылған нҽмҽлҽр һис бер нҽмҽ барлыҡҡа килтерҽ алмайҙар, улар үҙҙҽре барлыҡҡа килтерелгҽндҽр. Үлектҽр бит улар, тере түгел, һҽм ҡасан терелҽсҽктҽре тураһында ла белмҽйҙҽр» («Бал ҡорто» сүрҽһе, 20 – 21 аяттар). Шулай уҡ Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай тине: «...Һҽм һин ҡҽберҙҽге кешелҽрҙе ишеттерҽ алмаҫһың» («Барлыҡҡа килтереүсе» сүрҽһе, 22 аят). Шулай булғас, ҡҽберҙҽргҽ килеп, уларҙан һорап, ширк ҡылырға ярамай. Ҿҫтҽ ҽйткҽнебеҙсҽ, ширк ҡылған кеше Исламдан сығып китҽ, ул инде мосолман түгел. Һҽм ул бер ҡасан да йҽннҽткҽ кермҽйҽсҽк. Ширк тураһында һҿйлҽгҽндҽ шулай уҡ мотлаҡ рийҽ темаһына ла ҡағылып китер кҽрҽк. Сҿнки Пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ мосолмандар ҿсҿн иң нығы рийҽнҽн ҡурҡҡан. Нимҽ ул рийҽ? Рийҽ – ул тҿрлҿ яҡшы эштҽрҙе кеше күрһен һҽм маҡтап һҿйлҽһен ҿсҿн эшлҽү (русса – показуха). Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺсҽхҽбҽлҽргҽ: «Һеҙҙең ҿсҿн мин ҡурҡа торған нҽмҽлҽрҙең иң ҡурҡынысы – кесе ширк», - ти. Унан кесе ширктың нимҽ булыуы хаҡында һорайҙар. «Ул – рийҽ», - тип яуап бирҽ Пҽйғҽмбҽребеҙ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) (Ҽхмҽд йыйынтығынан, сҽхих хҽҙис). Был кесе ширк кешене Исламдан сығармай, ҽммҽ изге эштҽрҙең ҡабул булмауына сҽбҽп була. Шулай уҡ, кесе ширк тора-бара оло ширкҡа юл аса, бының ҿсҿн иһҽ мотлаҡ йҽһҽннҽм ҽҙерлҽнгҽн. Аллаһ һаҡлаһын! Шулай итеп, был дҽрестҽ беҙ ширктың нимҽ икҽнен ҿйрҽндек. Ширк – ул Исламдағы иң ҙур гонаһ. Шуға күрҽ лҽ ғалимдар, кешелҽр ҡылған гонаһтар тураһында яҙғанда, ширк
~ 38 ~
гонаһын һҽр саҡ иң беренсе урынға ҡуйғандар. Тағы шуға иғтибар итегеҙ, ағай-эне: ширктың ни тиклем ҡурҡыныс гонаһ булыуына ҡарамаҫтан, кешелҽрҙең күбеһе был һүҙҙе хатта белмҽйҙҽр ҙҽ. Башҡорт телендҽ бик күп ғҽрҽп һүҙҙҽре бар: иғтибар, ваҡыт, ихтимал, китап, ҡҽлҽм, дҽрес, иман, сҽлҽмҽт, мҽктҽп, мҽсет, дҽүлҽт, хҿкүмҽт, мҿхҽббҽт, мҽрхҽмҽт, ғашиҡ, мҿслим, ғибҽҙҽт һҽм башҡалары, һҽм башҡалары. Лҽкин ниңҽ кешелҽр «ширк» тигҽн ябай һүҙҙе белмҽй? Беҙ күпме башҡортса ҽҫҽрҙҽр уҡыныҡ, күпме китаптар бар, лҽкин ошо һүҙҙе һеҙ ул китап биттҽрендҽ таба алмаҫһығыҙ, хатта һүҙлек китаптарында ла. Тимҽк, ислам дине дошмандары был тҿшҿнсҽне халыҡ аңынан бҿтҿнлҽйгҽ юйып ташларға тырышҡандар. Һҽм Исламдағы иң оло гонаһ – ширктҽн ҡурҡыу хҽҙер, ысынлап та, кешелҽргҽ мҽғлүм түгел. Ағай-эне! Ислам динен ҿйрҽнегеҙ, ҡайһы гонаһтар ҙурыраҡ, ҡайһылары кесерҽк – быны һеҙ белергҽ тейешһегеҙ. Юҡһа ниндҽй мосолмандар һуң һеҙ? Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙгҽ тҽүфиҡ бирһен һҽм беҙҙе иң ҙур гонаһ – ширк ҡылыуҙан һаҡлаһын! Амин. Бишенсе дҽрес тамам.
~ 39 ~
6-сы дҽрес
Шҽһҽдҽттең шарттары Был дҽрестҽ беҙ, иншҽллаһ, һҽр мосолман ҿсҿн бик мҿһим нҽмҽ тураһында һҿйлҽшҽсҽкбеҙ. Ул да булһа – үҙ динеңде һаҡлап алып ҡалыу. Ислам динен ҡабул иткҽн кеше шуны аңларға тейеш: был дин – уны йҽннҽткҽ алып барыусы юл, һҽм үҙ Исламыңды һаҡлап алып ҡалырға тырышырға, уны юғалтыуҙан ҡурҡырға кҽрҽк. Бының ҿсҿн беҙ ислам динен юҡҡа сығарыусы нҽмҽлҽр тураһында белергҽ тейешбеҙ. Икенсе һүҙ менҽн ҽйткҽндҽ, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙҙҽре ҡабул булһын ҿсҿн ҡайһы бер шарттарҙы үтҽү кҽрҽк. Был шарттар үтҽлмҽй тороп, кеше мосолман була алмай. Ҡайһы бер ғалимдар «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙен, йҽғни шҽһҽдҽтте, асҡыс менҽн сағыштыра. «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» – ул йҽннҽт ишегенҽ асҡыс. Ҽ уның шарттары – асҡыстың тештҽре кеүек. Һҽм мҽғлүм, тештҽре булмаған асҡыс бер ишекте лҽ асмай. Тимҽк, нимҽ ул «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тигҽн шҽһҽдҽттең шарттары? Икенсе тҿрлҿ итеп ҽйткҽндҽ, Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙең шҽһҽдҽтте ҡабул итһен ҿсҿн һҽм беҙ мосолман булып һаналһын ҿсҿн күңелебеҙҙҽ «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙҙҽренҽ беҙ нисек ҡарарға тейешбеҙ? 1) Иң беренсенҽн, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип ҽйтеүсе, йҽғни шҽһҽдҽт килтереүсе кеше был һүҙҙҽрҙең мҽғҽнҽһен аңларға тейеш. «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ икҽнен бел!..» - тип бойорған Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ («Мөхҽммҽт» сүрҽһе, 19 аят). Был һүҙҙҽрҙең нимҽ аңлатҡанын белмҽгҽн кеше (мҽҫҽлҽн, берҽй урыҫ йҽ япон) «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип ҽйтһҽ, ул шундуҡ мосолманға ҽйлҽнеп китмҽй. Алдағы дҽрестҽрҙҽ беҙ «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙҙҽренең нимҽ аңлатыуы тураһында күп һҿйлҽштек (мҽҫҽлҽн, ҡара: 3-сҿ дҽрес – «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» мҽғҽнҽһе»). «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тигҽн кҽлимҽ «Аллаһтан башҡа ғибҽҙҽткҽ лайыҡ илаһ юҡ» тигҽнде аңлата. Кем ул Аллаһ, кем ул илаһ, нимҽ ул
~ 40 ~
ғибҽҙҽт – быларҙың барыһын да шҽһҽдҽт килтереүсе кеше белергҽ тейеш. Йҽғни, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип ҽйттең дҽ, шунда уҡ мосолманға ҽйлҽндең, түгел. Был ниндҽйҙер тылсымлы хҽрефтҽр түгелдҽр. 2) Икенсенҽн, шҽһҽдҽт килтереүсе кеше «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тҿшҿнсҽһенҽ тулыһынса инанырға тейеш. Ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең барлығында, берлегендҽ һҽм Уның ғибҽҙҽткҽ лайыҡлы берҙҽн-бер илаһ булыуында шиклҽнергҽ тейеш түгел. «Мҿьминдҽр бары ошолар: улар Аллаһҡа һҽм Уның рҽсүленҽ иман килтереп, аҙаҡ ул имандарына бер ниндҽй ҙҽ шик тотмайҙар...» - тигҽн Аллаһы Тҽғҽлҽ («Бүлмҽлҽр» сүрҽһе, 15 аят). Ҡайһы ваҡыт үҙҙҽрен мосолман тип һанаған кешелҽргҽ дин тураһында һҿйлҽй башлаһаң: «Аллаһы Тҽғҽлҽ ҽллҽ бар, ҽллҽ юҡ», - тип аптыраталар. Бындай ышаныу кешене мосолман итмҽй. «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ»тың хҽҡиҡҽтендҽ һис бер шик булырға тейеш түгел. Тимҽк, берҽй кеше: «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип ҽйтеп ҡуяйым ҽле, бҽлки, теге донъя ысынлап та булһа, был миңҽ шҽһҽдҽт булып яҙылыр», - тиһҽ, уның шҽһҽдҽте ҡабул булмай. 3) Ҿсҿнсҿнҽн, кеше «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип ҽйткҽс тҽ, шҽһҽдҽттең кҽрҽклеген йҿрҽге менҽн ҡабул итергҽ тейеш. Йҽғни, мҽҫҽлҽн, мин ышанам, лҽкин миңҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ кҽрҽкмҽй, тиеүсе кеше мосолман түгел. 4) Дүртенсенҽн, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип ҽйтеүсе мосолман Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ итҽғҽт итергҽ тейеш. «Мин барыһын да ҡабул итҽм, лҽкин Аллаһ ҡушҡан нҽмҽлҽрҙе үтҽмҽйҽсҽкмен», - тигҽн кеше ҽле мосолман түгел. Хатта, мин Аллаһҡа ышанам, Уның ҡанундарының дҿрҿҫ булғанын белҽм, тиһҽ лҽ. Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽн-Кҽримдҽ Уға итҽғҽт итмҽүселҽргҽ, буйһонмаусыларға Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ бер ниндҽй ҙҽ ярҙам булмаясағын хҽбҽр итҽ: «Һеҙгҽ ғазап килмҽҫ борон Раббығыҙға тҽүбҽ итегеҙ һҽм Уға буйһоноғоҙ, юҡһа һуңынан һеҙгҽ ярҙам итеүсе булмаҫ» («Төркөмдҽр» сүрҽһе, 54 аят). Был фани донъяла
~ 41 ~
йҽшҽгҽндҽ Аллаһҡа итҽғҽт итмҽүсе, Уға буйһонмаусы, биш ваҡыт намаҙын уҡымаусы һҽм башҡа ҽмер ителгҽн ғҽмҽлғибҽҙҽттҽрҙе үтҽмҽүселҽр Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ йҽһҽннҽмгҽ тҿшҽсҽк. 5) Бишенсенҽн, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип ҽйткҽн кеше Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн башҡа бер кемгҽ лҽ, бер нҽмҽгҽ лҽ табынырға тейеш түгел. Тимҽк, бер кҿн – Аллаһҡа, икенсе кҿн – Буддаға, ҿсҿнсҿ кҿн, ҽйтҽйек, ағасҡа ғибҽҙҽт иткҽн кеше мосолман булып һаналмай, бер ҡасан да. «Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙенҽ тиңдҽш тотоуҙы ғҽфү итмҽй, ҽммҽ унан бҽлҽкҽйерҽк гонаһтарҙы телҽгҽн кешеһенҽ ғҽфү итҽ. Аллаһҡа тиңдҽш тотҡан кеше – оло ялған уйлап сығарыусы ул», - тиелҽ был турала Ҡҿрьҽндҽ («Ҡатындар» сүрҽһе, 48 аят). 6) Алтынсынан, шҽһҽдҽтте кеше ысын күңелдҽн, үҙ телҽге һҽм ихтыяры менҽн ҽйтергҽ тейеш. Юҡһа, кемдер ниндҽйҙер мҽнфҽғҽт эҙлҽп, йҽ ҡурҡышынан: «Мин «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ»ты ҡабул итҽм, мосолман булам», - тип алдаһа, был кешенең шҽһҽдҽте ҡабул булмай. Хатта ул намаҙ уҡып, үҙен мосолман итеп күрһҽтһҽ лҽ. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺваҡытында ҡайһы бер ғҽрҽптҽр үҙҙҽрен мосолман итеп күрһҽттелҽр, лҽкин күңелдҽрендҽ улар Пҽйғҽмбҽребеҙгҽ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) нҽфрҽт тойҙолар һҽм уны күрҽ алманылар. Ҽммҽ, мосолмандарҙан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай ике йҿҙлҿ булып йҿрҿнҿлҽр. Ундайҙарҙы монафиҡ тиҙҽр. Монафиҡ – тыштан иманлы булып күренеп, күңелендҽ кҿфҿр йҿрҿтҿүсе кеше. «Кешелҽр араһында ҡайһы берҽүҙҽр: «Беҙ Аллаһҡа һҽм ахирҽт кҿнҿнҽ иман килтерҙек», ти. Ҽммҽ улар иман килтереүселҽр түгел. Улар Аллаһты һҽм иман килтергҽн мосолмандарҙы алдарға телҽй, ҽммҽ улар үҙүҙҙҽрен генҽ алдағандарын аңламайҙар. Уларҙың күңелдҽрендҽ – сир, Аллаһ уларҙың сирҙҽрен арттырһын ине! Алдағандары ҿсҿн уларға – интектергес ғазап!» - тиелҽ ундайҙар тураһында Ҡҿрьҽндҽ («Һыйыр» сүрҽһе, 8 – 10 аяттар).
~ 42 ~
7) Етенсенҽн, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип ҽйтеүсе кеше был һүҙҙҽргҽ ҡарата мҿхҽббҽт тоторға тейеш. Йҽғни, мҽҫҽлҽн, «Мин «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тҿшҿнсҽһен ҡабул итҽм, лҽкин мин ислам динен яратмайым», - тиеүсе кеше ҽле Исламға кермҽгҽн. Мосолман кеше Аллаһы Тҽғҽлҽне һҽм Унан килгҽн бар нҽмҽне лҽ яратырға тейеш: Ҡҿрьҽнде, Аллаһы Тҽғҽлҽнең пҽйғҽмбҽрҙҽрен (уларға сҽлҽм), Уның изге ҡолдары – фҽрештҽлҽрҙе һҽм дингҽ ҡағылышлы башҡа бҿтҽ-бҿтҽ нҽмҽлҽрҙе лҽ. «Кешелҽр араһында Аллаһтан башҡа бүтҽн илаһтарға табыныусылар бар. Аллаһты яратҡан кеүек, уларҙы яраталар. Ҽммҽ иман килтергҽн кешелҽр Аллаһты нығыраҡ ярата», - тиелгҽн Ҡҿрьҽндҽ («Һыйыр» сүрҽһе, 165 аят). Ҽгҽр кеше «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» тип шҽһҽдҽт килтергҽн һҽм ҽле беҙ атап киткҽн шарттарҙы үтҽгҽн икҽн, ул, тимҽк, тҽүхидкҽ ирешкҽн. Тҽүхид – ул тик Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ генҽ ғибҽҙҽт итеү һҽм Уның ғына ҡоло булыу. Тҽүхид һүҙе ғҽрҽпсҽ «үҽхид» һүҙенҽн килеп сыҡҡан, «үҽхид» һүҙе иһҽ «бер» тигҽнде аңлата. Тимҽк, тҽүхид – ул бер Аллаһы Тҽғҽлҽне генҽ үҙеңдең берҙҽн-бер Раббың итеп күреү. «Тҽүхид» тигҽн һүҙҙе иҫегеҙҙҽ ҡалдырығыҙ. Мосолман кеше «ширк» һҽм «тҽүхид» тигҽн һүҙҙҽрҙе яҡшы белергҽ тейеш. Ширк – ул тҽүхидтең ҡапма-ҡаршылығы (ҡара: 5се дҽрес – «Ширк – Исламда иң ҙур гонаһ!»). Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙе ширктан һаҡлаһын һҽм беҙҙе тҽүхидкҽ ирештерһен ине! Амин. Былар барыһы ла – шҽһҽдҽттең ҡабул булыу шарттары. Улар үтҽлмҽһҽ, кеше мосолман була алмай. Ҽ мосолман булған кеше ошо шарттарҙың берҽүһен булһа ла юғалтһа, ул ислам диненҽн сығып китҽ, йҽғни кафырға ҽйлҽнҽ. Беҙҙе Аллаһы Тҽғҽлҽ кафыр булыуҙан һаҡлаһын! Беҙҙең заманда күп мосолмандар иман шарттарын һҽм иманды боҙоусы нҽмҽлҽр тураһында белмҽй. Шул арҡала иманды юйыусы ғҽмҽлдҽр ҡылалар. Мҽҫҽлҽн, кемдҽрҙер ҡҽберҙҽргҽ барып, үлелҽргҽ ялбара. Был иһҽ ширк була. Ҽ ширк – ул,
~ 43 ~
белеүебеҙсҽ, ислам диненҽн сығарыусы нҽмҽ. Мосолман кеше тик Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ генҽ доға ҡылып, Унан ғына һорарға, Уға ғына ялбарырға тейеш. Үлелҽр беҙгҽ ярҙам итҽ алмай. Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай тигҽн: «Аллаһтан башҡа һиңҽ файҙа ла, зарар ҙа итҽ алмай торған нҽмҽлҽргҽ доға ҡылма. Ҽгҽр һин быны эшлҽһҽң, залимдарҙан булырһың!»(«Юныс» сүрҽһе, 106). Тағы ла: «…Аллаһҡа тиңдҽш тотҡан кешегҽ Аллаһ ожмахты тыйҙы. Уларҙың һыйыныр урындары – тамуҡ, һҽм ул залимдарға ярҙам итеүсе юҡ!» («Аш табыны» сүрҽһе, 72 аят). Кемдҽрҙер иһҽ ендҽргҽ, «ҿй эйҽлҽренҽ», «һыу инҽлҽренҽ» доға ҡыла, уларҙан ярҙам һорай. Был да – ширк. Шуға күрҽ лҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ Мҽккҽ мҿшриктҽрен күп тапҡыр иҫкҽ ала. Был мҿшриктҽр Аллаһы Тҽғҽлҽне таныһалар ҙа, Уға тиңдҽш итеп тағы ла боттарға табыналар ине. Һҽм уларға: «Һеҙ ниңҽ ошо таштарға һҽм ағастарға табынаһығыҙ?» - тиелһҽ, улар: «Беҙҙе улар Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ яҡынлаштырһындар ҿсҿн генҽ уларға табынабыҙ», - тип яуап бирҙелҽр. Йҽғни, улар үҙҙҽре менҽн Аллаһы Тҽғҽлҽ араһына ошо һындарҙы, боттарҙы (русса – идолдарҙы) «аралашсы» итеп ҡуйҙылар. Шулай итеп, Аллаһы Тҽғҽлҽ менҽн бер рҽттҽн улар башҡа илаһтарға табындылар. Шуға күрҽ лҽ Аллаһ уларға ут – тамуҡ вҽғҽҙҽ иткҽн. Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙе тамуҡтан – йҽһҽннҽмдҽн һаҡлаһын! Ислам диненҽн кҿфҿрлҿккҽ сығарыусы тағы бер нҽмҽ – ул икенсе берҽй динде дҿрҿҫ тип һанау. Аллаһы Тҽғҽлҽ Изге Ҡҿрьҽндҽ шулай тине: «Ҽгҽр бер кеше Исламдан башҡаны үҙенҽ дин итеп эҙлҽһҽ, унан был ҡабул ителмҽҫ, һҽм ул Ахирҽттҽ отолоусыларҙан булыр» («Ғимран ғаилҽһе» сүрҽһе, 85 аят). Йҽғни, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙе – ул тик Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ генҽ ғибҽҙҽт итеү, тик ислам динен генҽ дҿрҿҫ тип күреү һҽм Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙе ( )ﷺАллаһтың һуңғы илсеһе итеп
~ 44 ~
таныу. Ҽгҽр кеше ниндҽйҙер бүтҽн берҽй динде Исламдан ҿҫтҿн ҡуя икҽн, тимҽк, ул ислам диненҽн сығып китҽ. Шулай уҡ ислам диненҽн сығарыусы тағы бер нҽмҽ – ул йҽ Ҡҿрьҽндҽн, йҽ Аллаһтан, йҽ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙҽн ()ﷺ кҿлҿү. Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай ти: «Ҽгҽр уларҙан (монафиҡтарҙан) һораһаң, улар: «Беҙ тик мауыҡтыҡ һҽм шаярҙыҡ ҡына», - тип ҽйтерҙҽр. Ҽйт: «Аллаһтан, Уның аяттарынан һҽм рҽсүленҽн кҿлдҿгҿҙ түгелме ни?» Һҽм ғҽфү үтенмҽгеҙ! Һеҙ иманығыҙҙан һуң кафыр булдығыҙ!..» («Тҽүбҽ» сүрҽһе, 65 – 66 аяттар). Хҿрмҽтле ҡҽрҙҽштҽр, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙҙҽренҽ (шҽһҽдҽткҽ) бик етди ҡарар кҽрҽк! Ошо һүҙҙҽрҙе ҽйткҽн кеше иманлы була, ҽммҽ лҽкин ул кеше шҽһҽдҽттең шарттарын да үтҽргҽ бурыслы. Шҽһҽдҽттең бҿтҽ шарттарын да үтҽп, иманға эйҽ булған кеше иһҽ үҙ иманын һаҡларға тейеш. Иманға керҙем дҽ, унан бер ҡасан да кире сыҡмаҫмын, тип тынысланырға ярамай. Иманын юғалтыусы кешелҽр күп. Шуға күрҽ иманды юйыусы ғҽмҽлдҽрҙҽн һҽм һүҙҙҽрҙҽн Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙе һаҡлаһын! Алтынсы дҽрес тамам.
~ 45 ~
7-се дҽрес
Исламдың биш нигеҙе Был дҽрестҽ беҙ, иншҽллаһ, Исламдың биш рҿкҿнҿ, йҽғни Исламдың биш тҿп эше тураһында белҽсҽкбеҙ. Беҙ һеҙҙең менҽн ҿйрҽнгҽн иман шарттары (ҡара: 4-се дҽрес – «Имандың алты шарты») – улар барыһы ла кешенең күңелендҽ булған нҽмҽлҽр һҽм улар күҙгҽ күренмҽй. Йҽғни кешенең Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ, фҽрештҽлҽргҽ, китаптарға, пҽйғҽмбҽрҙҽргҽ (ғҽлҽйһим сҽлҽм), Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ һҽм тҽҡдиргҽ ышаныуын беҙ күрҽ алмайбыҙ, сҿнки былар барыһы ла – күңел эштҽре. Исламдың күҙгҽ күренгҽн яғы иһҽ – ул кешенең ҡылған ғҽмҽлдҽре. Ошо ғҽмҽлдҽрҙең ҡайһыларылыр ҽһҽмиҽтлерҽк, ҽ ҡайһыларылыр кесерҽк. Ҽммҽ Исламда һҽр ваҡыт иң беренсе урында торған тҿп биш эш бар. Пҽйғҽмбҽребеҙ Мҿхҽммҽт ()ﷺ шулай тине: «Ислам биш терҽккҽ нигеҙлҽнгҽн: 1) «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, һҽм Мҿхҽммҽт – Уның рҽсүле» тип шҽһҽдҽт итеү, 2) намаҙ уҡыу, 3) зҽкҽт түлҽү, 4) Рамаҙан айында ураҙа тотоу һҽм 5) Аллаһ йортона хаж ҡылыу» (Бохари, Мҿслим хҽҙис йыйынтыҡтарынан). Исламда, ҽлбиттҽ, эштҽр күп. Лҽкин ошо биш ғҽмҽл иң-иң беренсе урында торалар. Уларҙы хатта «рҿкҿн» тигҽндҽр, йҽғни «нигеҙ таштары». Ҽгҽр ҿй нигеҙенең бер яғы булмаһа, был ҿй ултыра аламы? Юҡ, ҽлбиттҽ. Шулай уҡ, ислам дине ошо биш нигеҙ ташында тора. 1) Беренсе рҿкҿн тураһында беҙ алдағы дҽрестҽрҙҽ күп һҿйлҽштек (мҽҫҽлҽн, ҡара: 3-сҿ дҽрес – «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» мҽғҽнҽһе»; 6-сы дҽрес – «Шҽһҽдҽттең шарттары» һҽм башҡалар). Ул – Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ дҿрҿҫ итеп ышаныу, йҽғни Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ иман. Был эш күҙгҽ күренмҽй торған булһа ла, ул иң беренсе урынға ҡуйылған, сҿнки Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ышанмай
~ 46 ~
тороп, башҡа эштҽр тураһында һҿйлҽшеүҙең мҽғҽнҽһе юҡ. (Шулай уҡ, был темаға ҡағылышлы гҽзитебеҙ биттҽрендҽ даими сығып барған «Тҽүхид» һҽм «Аҡида» тигҽн лекциялар серияһын да ентекле рҽүештҽ ҿйрҽнеп һҽм аңлап барырға саҡырабыҙ. – ред.) Ҽ шҽһҽдҽттең «Мҿхҽммҽт – Аллаһтың рҽсүле» тигҽн икенсе ҿлҿшҿ хаҡында беҙ, иншҽллаһ, килҽһе дҽрестҽрҙең береһендҽ яҡшылап ҡарап үтербеҙ (ҡара: 9-сы дҽрес – «Кем ул Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ()»?)ﷺ. 2) Икенсе рҿкҿн иһҽ – намаҙ. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ()ﷺ намаҙ тураһында шулай тине: «Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ ҡолдан иң тҽүҙҽ намаҙ тураһында һоралыр. Ҽгҽр намаҙы яҡшы хҽлдҽ булһа, ул кешенең башҡа эштҽре лҽ яҡшы хҽлдҽ буласаҡ. Ҽ ҽгҽр намаҙы боҙоҡ булһа (йҽғни, етешле булмаһа), ул кешенең башҡа эштҽре лҽ боҙоҡ булыр (тимҽк, ҡабул булмаҫ)». Шундай кешелҽрҙе осратырға була, улар: «Мин намаҙ уҡымаһам да, башҡа күп яҡшы эштҽр эшлҽйем», - ти. Уларҙың ошо хҽлен тҿпһҿҙ биҙрҽ менҽн һыу алырға барған кешенең хҽле менҽн сағыштырырға мҿмкин: ул тҿпһҿҙ биҙрҽгҽ күпме генҽ һыу тултырмаһын, унда һыу ятмай. Намаҙ менҽн дҽ шул уҡ, ул да силҽктең тҿбҿ кеүек. Ғҿмүмҽн, ҡайҙалыр нимҽлер тултырам тиһҽң, тҽүҙҽ ул һауыттың тҿбҿн ҡайғыртыр кҽрҽк. Шулай уҡ, Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺнамаҙ тураһында шулай тине: «Кешене кҿфҿрлҿктҽн намаҙ айырып тора». Ысынлап та, хатта ябай кешелҽр араһында ла мосолманды бүтҽн кешелҽрҙҽн нисек айыралар? Ҽлбиттҽ, уның намаҙ уҡыу-уҡымауына ҡарайҙар. Намаҙ уҡыған кешене, ул – мосолман, тиҙҽр. Йҽғни, мосолманды кафырҙан намаҙ айыра. Уйланығыҙ, ағай-эне, беҙҙең ҡасан үлеп китеүебеҙ билдҽле түгел, «Аллаһы Тҽғҽлҽ ҡаршыһына нимҽ менҽн барырмын?» - тип бҿгҿндҽн үк уйлана башлағыҙ. Ҽ иң беренсе нҽмҽ – ул намаҙ. Сҿнки Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ хисапты, йҽғни яуап
~ 47 ~
алыуҙы, намаҙҙан башлаясаҡ. Ҽгҽр һеҙ 50 йыл йҽшҽгҽнһегеҙ икҽн, тимҽк, бҽлиғ булған кҿнҿгҿҙҙҽн (йҽғни 15 йҽштҽр тирҽһенҽн) һеҙҙең 35 йыллыҡ намаҙығыҙ бурыс булып йыйыла. 35 йыл – ул, тимҽк, 13 000 кҿн самаһы. Һҽр кҿн ҿсҿн 5 намаҙ: бҽлиғ булып йҽшҽгҽн һҽр кҿнҿгҿҙҙҽ һеҙ биш намаҙ уҡырға тейешһегеҙ. Улар: 1) иртҽнге намаҙ, 2) тҿшкҿ намаҙ (ҿйлҽ), 3) тҿштҽн һуңғы намаҙ (икенде), 4) киске намаҙ (аҡшам) һҽм 5) тҿнгҿ намаҙ (йҽстү). Ысынбарлыҡта ошо биш намаҙ кешенең күп ваҡытын алмай. Биш тапҡыр тҽһҽрҽт алыу һҽм биш тапҡыр намаҙ уҡыу, ҽгҽр бҿтҽһен бергҽ ҡушһаң, бҿтҽ кҿндҿң ни бары тик 1 сҽғҽтен билҽй. Бер генҽ сҽғҽт, ҡҽрҙҽштҽр! Аллаһы Тҽғҽлҽ ҿсҿн бер генҽ сҽғҽт! Аллаһы Тҽғҽлҽ һеҙгҽ йҽмғеһе 24 сҽғҽт ваҡыт биргҽн. Ошо 24 сҽғҽттең 60 ҡына минутын Аллаһы Тҽғҽлҽгеҙгҽ, Раббығыҙға кире ҡайтарығыҙ. Күңелегеҙ тыныс булыр. Үҙебеҙҙең тормошобоҙға иғтибар итҽйек: беҙ был бер сҽғҽтте йҽ телевизор ҡарап, йҽ буш һүҙҙҽр һҿйлҽп, тҽмҽке тартыусылар – тҽмҽке артында, сҽй эсергҽ яраткандар иһҽ сҽй эсеп үткҽреп ебҽрҽбеҙ. Кҿнҿгҿҙҙҽн шул бер сҽғҽтте алып, Аллаһы Тҽғҽлҽ мотлаҡ эшлҽргҽ ҡушҡанды үтҽүгҽ бүлһҽгеҙ, һеҙҙең ваҡытығыҙ кҽмемҽҫ, ҽ, киреһенсҽ, ҡалған 23 сҽғҽтегеҙгҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ бҽрҽкҽт бирер. Элек 24 сҽғҽт эсендҽ эшлҽй алмаған эштҽрегеҙҙе, бҽлки, хҽҙер 6 сҽғҽт эсендҽ эшлҽй ала башларһығыҙ. Был күренеш бҽрҽкҽт тип атала. Намаҙ уҡыған кешегҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ һҽр яҡлап бҽрҽкҽт бирер: ризығында ла, эштҽрендҽ лҽ һҽм, ғҿмүмҽн, бҿтҿн тормошонда ла. Намаҙ уҡымаған кешелҽрҙең ҡайһы бер һүҙҙҽренҽ иғтибар итҽйек, улар нимҽ тип аҡлана? а) Ҡайһылары шулай ти: «Мин пенсияға сыҡҡас намаҙға баҫам, ураҙа тота башлайым». Лҽкин кем беҙгҽ, пенсияға тиклем йҽшҽрһегеҙ, тип гарантия биргҽн? Уйлап ҡарағыҙ, күпме кешелҽр йҽшлҽй кҿйҿ үлеп ҡала. Аллаһ һаҡлаһын, ҽгҽр беҙ ҙҽ «Пенсиянан
~ 48 ~
һуң намаҙға баҫам» тип йҿрҿгҽн сағыбыҙҙа үлеп ҡалһаҡ, Раббыбыҙ хозурына нимҽ менҽн барырбыҙ? б) Ҡайһылар иһҽ шулай ти: «Мин дин тота башлар инем, тик кешелҽрҙҽн, ата-ҽсҽмдҽн, иптҽштҽремдҽн, туғандарымдан оялам». Яуап итеп беҙ шуны ҽйтербеҙ: кешелҽрҙҽн ҡурҡма, Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн оял, Ул һиңҽ намаҙ уҡырға ҡушҡан, ҽ һин һаман кешелҽрҙең ниндҽйҙер һүҙҙҽренҽ ҡарайһың. Һинең илаһың Аллаһы Тҽғҽлҽме, ҽллҽ кешелҽрме? Кешелҽргҽ ғибҽҙҽт итҽһеңме? Улай булһа, һин – кеше һүҙенең ҡолоһоң, ғҽфү ит. Тағы ла берҙе ҽйтҽбеҙ: бер нҽмҽнҽн дҽ ҡурҡма, тик Аллаһтан ғына ҡурҡ һҽм Уның ҽмерҙҽрен үтҽ, тыйғандарынан тыйыл – ошо инде ысын Ислам! Ислам – ул үҙ-үҙеңде Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмеренҽ тапшырыу, тигҽн һүҙ. Ҽгҽр һин үҙ-үҙеңде Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҡоло итеп, Уға тапшырғанһың икҽн, һин кеше һүҙенҽ иғтибар итергҽ тейеш түгелһең. в) Ҡайһы бер кешелҽр ошолай ти: «Мин дин тотор инем, тик ҡайһы бер насар ғҽҙҽттҽрем бар, эсҽм, тартам һҽм башҡаһы». Ҽлбиттҽ, эсеү, тартыу – гонаһ, лҽкин уларҙың намаҙға ҡыҫылышы юҡ. Ҽ бына намаҙ ҡалдырыу – ул күпкҽ-күпкҽ ҡурҡынысыраҡ гонаһ! Уйлап ҡарағыҙ, эскҽн-тартҡан кеше, ҽгҽр намаҙ уҡымаһа, Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ эскҽне ҿсҿн дҽ, тартҡаны ҿсҿн дҽ, намаҙ ҡалдырғаны ҿсҿн дҽ яуап бирҽсҽк. Ҽ эсеп-тартып та, ҽммҽ намаҙын уҡыған кеше үҙен, бҽлки, шул намаҙҙары арҡалы ҡотҡарыр, иншҽллаһ. Уның намаҙҙары, бҽлки, эсеү, тартыу һҽм башҡа шуның кеүек гонаһтарын юйыр. Бер хҽҙистҽ Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺнамаҙҙы йылға менҽн сағыштыра: «Ҽгҽр, - ти ул, – кеше үҙенең ҿйҿнҿң эргҽһенҽн ағып ятҡан йылғала кҿнҿнҽ биш тапҡыр йыуынһа, уның тҽнендҽ берҽй бысраҡ ҡалырмы?» Сҽхҽбҽлҽр: «Юҡ, ҽлбиттҽ, ҡалмаҫ», - тип яуап бирҙелҽр. Һҽм Пҽйғҽмбҽр ()ﷺ: «Бына намаҙ менҽн дҽ шулай», тип аңлатты.
~ 49 ~
3) Исламдың ҿсҿнсҿ рҿкҿнҿ – ул зҽкҽт. Зҽкҽт – тик бай кешелҽрҙҽн һҽм тик билдҽле байлыҡ тҿрҙҽренҽн алына: алтынкҿмҿштҽн (йҽғни, хҽҙерге кҿндҽ – аҡсанан), ерҙҽ үҫкҽн нҽмҽлҽрҙҽн, дҿйҽлҽрҙҽн, һыйырҙарҙан, һарыҡтарҙан, кҽзҽлҽрҙҽн һҽм һатыуға ҽҙерлҽнгҽн тауарҙарҙан. Лҽкин кеше зҽкҽт бирҽ башлаһын ҿсҿн, уның үҙенең иң кҽрҽкле нҽмҽлҽрҙҽ ихтыяжы булырға тейеш түгел. Үҙенең ҿйҿ, машинаһы һҽм башҡа иң кҽрҽкле ҽйберҙҽре булһа, һҽм үрҙҽ атап үтелгҽн байлыҡ тҿрҙҽренҽн берҽүһе билдҽле кимҽлгҽ етһҽ (был кимҽл нисаб тип атала), шунан һуң ғына ул зҽкҽт түлҽй башлай. Йҽғни, кеше бай булып та, лҽкин уның байлығы билдҽле кимҽлгҽ етмҽгҽн икҽн, ул – зҽкҽт биреүселҽрҙҽн түгел. Шуға күрҽ зҽкҽттҽн ҡурҡырға ярамай. Хҽлле кешелҽрҙең бҿтҽһенҽн дҽ зҽкҽт алынмай. Алынған хҽлдҽ лҽ, унын күлҽме ҙур түгел. Мҽҫҽлҽн, 40 һарыҡтан йылына 1 генҽ һарыҡ зҽкҽт итеп алына. Бай кеше ҿсҿн бер һарыҡ бер нҽмҽ лҽ түгел. Уны биргҽндҽн ул ярлыға ҽйлҽнмҽҫ. Киреһенсҽ, Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмерҙҽрен үтҽгҽне ҿсҿн, Аллаһы Тҽғҽлҽ уға малында бҽрҽкҽт бирер, иншҽллаһ. Аллаһы Тҽғҽлҽ нимҽ ҡушһа ла, был – ниғмҽт, беҙгҽ файҙа булып ҡайтҡан нҽмҽ. 4) Исламдың дүртенсе рҿкҿнҿ – ул Рамаҙан айында ураҙа тотоу. Аллаһы Тҽғҽлҽ уны кешелҽр ҿсҿн мотлаҡ, йҽғни фарыз ғибҽҙҽт итеп индергҽн. «Эй, иман килтергҽн кешелҽр! Һеҙгҽ ҡҽҙҽр йҽшҽгҽн кешелҽргҽ бойоролған кеүек, һеҙгҽ лҽ ураҙа тоторға фарыз ителҽ. Моғайын, һеҙ тҽҡүҽле булырһығыҙ!» ти Ул («Һыйыр» сүрҽһе, 183 аят). Рамаҙан айында мосолмандар таң ағара башлағандан ҡояш байығансы ураҙа тоталар. Был ваҡыт эсендҽ ашарға, эсергҽ һҽм енси яҡынлыҡ ҡылырға ярамай. Ураҙа ла ҡыйын эш түгел. Ул да – ниғмҽт. Кешенең һаулығын, донъяға ҡарашын һҽм башҡа яҡтарын яҡшыға үҙгҽртҽ торған эш ул. «...Һеҙҙең ураҙа тотоуығыҙ үҙегеҙ ҿсҿн хҽйерле, ҽгҽр һеҙ белһҽгеҙ икҽн!» - ти Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ («Һыйыр» сүрҽһе, 184 аят). Ураҙаның ҡайһы бер файҙаларын ғына һанап китҽйек:
~ 50 ~
– Ураҙала булған кеше, аслыҡ тойғоһо кисергҽн саҡта, фҽҡир кешенең хҽлен аңлай. Был унда фҽҡиргҽ ҡарата мҽрхҽмҽтлелек тойғоһо уята. – Ураҙа кешелҽ түбҽн телҽктҽрҙҽн һаҡлана алырлыҡ ихтыяр кҿсҿ тҽрбиҽлҽй. Шулай уҡ унда тҽртип, пунктуаллек кеүек сифаттар ҙа үҫешҽ. – Ураҙа мосолмандарҙың берҙҽмлеген күрһҽтҽ, сҿнки бҿтҽ ҿммҽт бер ваҡытта ураҙа тота һҽм бер ваҡытта ифтар ҡыла. – Ураҙа айы дҽғүҽтселҽр ҿсҿн дҽ бик ҡулай ваҡыт. Был айҙа кемдер мҽсеткҽ беренсе тапҡыр килҽ, кемдер күптҽн булмаған, һҽм уларҙың йҿрҽктҽре иман ҿсҿн асылалар. 5) Исламдың бишенсе рҿкҿнҿ иһҽ – хаж ҡылыу. Быны ла хҽлле мосолмандар эшлҽргҽ тейеш. Сҿнки Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай тигҽн: «…Кешелҽрҙең Аллаһҡа ҡарата бурыстарына хаж ҡылыу инҽ, ҽгҽр улар быны үтҽй алһалар» («Ғимран ғаилҽһе» сүрҽһе, 97 аят). Шулай итеп, ислам диненең биш тҿп эше ошолар: Аллаһы Тҽғҽлҽнең ғибҽҙҽткҽ лайыҡлы Берҙҽн-бер илаһ, һҽм Мҿхҽммҽт Уның хаҡ илсеһе икҽненҽ инанғандан һуң, намаҙ уҡыу, зҽкҽт биреү, Рамаҙан айында ураҙа тотоу һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽнең йортона (Ҡҽғбҽгҽ) хаж ҡылыу. Етенсе дҽрес тамам.
~ 51 ~
8-се дҽрес
Ҡиҽмҽт кҿнҿ Был дҽрестҽ беҙ, иншҽллаһ, Ҡиҽмҽт кҿнҿ тураһында һҿйлҽшҽсҽкбеҙ. Кешелҽрҙҽн йыш ҡына «ахырызаман» тигҽн һүҙ ишетергҽ тура килҽ. Лҽкин ул ахырызаманды тҿрлҿ кеше тҿрлҿсҽ аңлай. Аллаһы Тҽғҽлҽнең китабы Ҡҿрьҽнде белмҽгҽндҽн килеп сыға был. Ҡайһы бер кешелҽр ахырызаманды ошолай итеп күҙ алдына килтерҽ: ниндҽйҙер комета Ергҽ бҽрелҽсҽк тҽ, Ер шары юҡҡа сығасаҡ, йҽ иһҽ Ер йҿҙҿн һыу баҫасаҡ, йҽ, йҽнҽһе, атом бомбаһы шартлаясаҡ һҽм башҡаһы. Юҡ. Ҡҿрьҽн буйынса, ахырызаман былай булмаясаҡ. Беҙгҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ Ерҙҽге тормоштоң нисек бҿтҽсҽген күптҽн һҿйлҽп биргҽн инде. Бына Ҡҿрьҽндҽ был турала нимҽ тиелҽ: «Ваҡиға (Ҡиҽмҽт кҿнҿ) килһҽ, уның килеүен ялғанға һанаусы булмаҫ, берҽүҙе түбҽн тҿшҿрҿр ул һҽм икенсене юғары күтҽрер. Һҽм Ер дерелдҽү менҽн дерелдҽһҽ, тауҙар селпҽрҽмҽ килеп емерелеп, сҽселгҽн-таралған туҙанға ҽйлҽнһҽлҽр, һеҙ ҿс тҿркҿмгҽ бүленерһегеҙ…» («Ваҡиға» сүрҽһе, 1 – 7 аяттар). Йҽғни, Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ ошо донъяны юҡ итҽсҽк. Беҙ ҽле йҽшҽгҽн Ер, Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмере менҽн, емерелҽсҽк. Хатта күк йҿҙҿ ярыласаҡ. Ҡҿрьҽндҽ был турала шулай тиелҽ: «Ҽгҽр күк ярылһа, йондоҙҙар ҡойолһа, диңгеҙҙҽр ташып түгелһҽ, ҡҽберҙҽр түңкҽрелеп асылһа – шул ваҡыт кеше үҙенҽ килҽсҽккҽ нимҽ ҽҙерлҽгҽнен һҽм нимҽ ҡалдырғанын белер...» («Ярылыу» сүрҽһе, 1 – 5 аяттар). Ҽ «Йҽсин» сүрҽһендҽ шулай тиелҽ: «Сур ҿрҿлҿр, һҽм бына – улар ҡҽберҙҽренҽн сығып, Раббыларына ашҡыналар. «Ҡайғы беҙгҽ! Беҙҙе ятҡан урыныбыҙҙан кем терелтеп сығарҙы? Был бит Ҽр-Рахмандың вҽғҽҙҽһе, һҽм рҽсүлдҽр дҿрҿҫ ҽйткҽн булған!» - тиҙҽр улар. Бер ҡаты тауыштан башҡа бер нҽмҽ лҽ булманы, һҽм бына улар барыһы ла Беҙҙең алдыбыҙға килеп
~ 52 ~
баҫҡандар. Бҿгҿн бер кемгҽ лҽ бер ниндҽй ҙҽ ғҽҙелһеҙлек күрһҽтелмҽҫ, һҽм яза бары тик эшлҽгҽн эштҽрегеҙгҽ ҡарап ҡына бирелер» («Йҽсин» сүрҽһе, 51 – 54 аяттар). Ҽйткҽндҽй, кешелҽр Ҡҿрьҽндең Аллаһы Тҽғҽлҽ китабы икҽнен белҽ. Һҽм хатта йыш ҡына берҽй мулланы ҿйгҽ саҡыртып алып, уларҙан ошо «Йҽсин» сүрҽһен уҡыттыралар. Кемдер үлеп китһҽ лҽ, ошо «Йҽсин» сүрҽһен уҡыйҙар. Ҽммҽ лҽкин был сүрҽлҽ нимҽ тураһында яҙылғанын күп кеше белергҽ тырышамы? Белегеҙ: был сүрҽлҽ Ҡиҽмҽт кҿнҿ тураһында яҙылған. Тимҽк, Ҡиҽмҽт кҿнҿ килһҽ, Аллаһы Тҽғҽлҽ кешелҽрҙе ҡҽберҙҽрҙҽн сығарасаҡ. Ошо донъяла бҿтҽ тарих дауамында нисҽмҽ кеше булған, улар барыһы ла Аллаһы Тҽғҽлҽ алдына килеп баҫасаҡ. Был кҿндҽн ҡотола алғандай бер кеше лҽ тыумаған, юҡ һҽм булмаясаҡ та. Беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһы Тҽғҽлҽ алдында яуап тотасаҡбыҙ. Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ ошо ерҙҽ булған бар нҽмҽне лҽ емерҽсҽк, юҡҡа сығарасаҡ: йондоҙҙарҙы, диңгеҙҙҽрҙе, тауҙарҙы – барыһын да. Һҽм ул кҿндҿ кешелҽр, ҡабаттан терелтелеп, ҡҽберҙҽрҙҽн сығып баҫасаҡ. Быға ышанмаған кешелҽр тураһында Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай ти: «Кафырҙар, беҙ бер ҡасан да яңынан терелтелеп, ҡҽберҙҽрҙҽн сығарылмаясаҡбыҙ, тип уйлай. Уларға: «Раббым менҽн ант итҽм! Һеҙ, ҽлбиттҽ, ҡабаттан терелтелеп, ҡҽберҙҽрҙҽн сығарыласаҡһығыҙ, шунан һеҙгҽ ҡылған эштҽрегеҙ тураһында хҽбҽр ителҽсҽк, был Аллаһ ҿсҿн еңел», тип ҽйт. Аллаһҡа, Уның рҽсүленҽ һҽм Беҙ иңдергҽн нурға (Ҡҿрьҽнгҽ) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең эштҽрегеҙҙе белҽ! Ул кҿндҿ Аллаһ һеҙҙе йыйылыш ҿсҿн йыйыр. Ул кҿн – үҙ-ара алдашыу кҿнҿ. Кем Аллаһҡа иман килтерһҽ, яҡшы эштҽр эшлҽһҽ, Аллаһ уның насар эштҽрен кисерер һҽм аҫтында йылғалар ағып торған йҽннҽт баҡсаларына мҽңге тороу ҿсҿн индерер. Был – бҿйҿк уңыш! Ҽ кафырҙар, Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаусылар – ут ҽһелдҽре, улар унда
~ 53 ~
мҽңге ҡаласаҡ. Ниндҽй насар был яҙмыш!» («Үҙ-ара алдашыу» сүрҽһе, 7 – 10 аяттар). Тимҽк, Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ беҙ иң тҽүҙҽ ҡылған эштҽребеҙ ҿсҿн яуап тотасаҡбыҙ, шунан кемдер – йҽннҽткҽ, кемдер йҽһҽннҽмгҽ китҽсҽк. Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ышанмаған кеше һис бер ваҡытта ла йҽннҽткҽ керҽ алмаҫ. Кафырҙар ҿсҿн Аллаһы Тҽғҽлҽ мҽңгелек ут, йҽғни йҽһҽннҽм ҽҙерлҽгҽн. Шулай уҡ Ҡҿрьҽндҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡиҽмҽт кҿнҿ тураһында былай ти: «Һҽм ҡолаҡ тондорғос ҡаты тауыш килһҽ – кеше үҙенең туғанынан ҡасыр кҿндҿ... Шулай уҡ ҽсҽһенҽн, атаһынан, ҡатынынан, улдарынан – ул кҿндҿ һҽр кемдең үҙ эше (ҡайғыһы) үҙенҽ етерлек булыр. Был кҿндҿ йҿҙҙҽр балҡый, кҿлҿп тора, шат! Һҽм был кҿндҿ башҡа йҿҙҙҽрҙҽ туҙан – ҡараңғылыҡ ҡаплаған уларҙы. Бына ошолар инде кафырҙар һҽм гонаһлылар!» («Ҡашын йыйырҙы» сүрҽһе, 33 – 42 аяттар). Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡиҽмҽт тураһында бына шулай итеп бҽйҽн итҽ. Был кҿндҿ кемдер шат буласаҡ, кемдер ҡайғыға батасаҡ. Шат булғандар – ул иман килтергҽн кешелҽр, сҿнки улар белҽ: Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмере менҽн улар йҽннҽткҽ керҽсҽк. Ҽ кафырҙар иһҽ бер ҡасан да йҽннҽткҽ керҽ алмаҫ. Пҽйғҽмбҽребеҙ Мҿхҽммҽт ( )ﷺҠиҽмҽт кҿнҿ тураһында күп һҿйлҽй торған булған. Ул аңлатыуы буйынса, Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ беҙ яланғас, ялан аяҡ, сҿннҽтһеҙ, йҽғни башта нисек тыуған булғанбыҙ – шул кҿйҿ Аллаһы Тҽғҽлҽ алдына килеп баҫасаҡбыҙ. Һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽ кешелҽрҙҽн яуап аласаҡ, бҿтҽбҿтҽ эштҽре тураһында ла: Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ышандыңмы, намаҙ уҡыныңмы, ураҙа тоттоңмо, зҽкҽт бирҙеңме, атай-ҽсҽйеңде, туғандарыңды, күршелҽреңде хҿрмҽт иттеңме, кешелҽр менҽн ғҽҙел булдыңмы, балаларыңды дҿрҿҫ тҽрбиҽлҽнеңме – барыһы, барыһы хаҡында ла яуап тотасаҡбыҙ. Ҡылған гонаһтарыбыҙ ҿсҿн иһҽ ҡурҡып торасаҡбыҙ: ниңҽ Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ иман килтермҽнең? ниңҽ Уның тураһында белергҽ лҽ тырышманың?
~ 54 ~
ниңҽ Ҡҿрьҽнде ҿйрҽнергҽ ваҡыт таба алманың, ҽ тҿрлҿ юҡ-бар нҽмҽлҽргҽ ваҡыт күп таптың? ниңҽ эстең, зина ҡылдың, кеше ҽйберен урланың? ниңҽ кешене рҽнйеттең, алдаштың, ҽрлҽштең, һүгендең, тик үҙеңде генҽ ҡайғырттың? һҽм башҡаһы, һҽм башҡаһы... Былар барыһы ла буласаҡ, сҿнки Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺбер ҡасан да алдашманы. Ул ҽйтеп ҡалдырған нҽмҽлҽр берҽм-берҽм тормошҡа ашып килҽлҽр, уның килҽсҽк тураһында үҙ сҽхҽбҽлҽренҽ һҿйлҽгҽн бҿтҽ хҽбҽрҙҽре лҽ дҿрҿҫ булып сыҡты: мҽҫҽлҽн, мосолмандарҙың Персия дҽүлҽтен яулап аласаҡтары, Константинополдең (бҿгҿнгҿ Стамбулдың) мосолман ҡалаһына ҽйлҽнҽсҽге, монгол-татарҙарҙың мосолмандар менҽн һуғышасағы һҽм башҡалар – былар барыһы ла, тарихтан белеүебеҙсҽ, дҿрҿҫ булып сыҡты. Тимҽк, Ҡиҽмҽт кҿнҿ тураһында ла Пҽйғҽмбҽребеҙ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) нимҽ ҽйтеп ҡалдырған булһа, улар ҙа килҽсҽк. Шуға күрҽ ҽҙерлҽнегеҙ, кешелҽр! Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ беҙгҽ китап бирелҽсҽк – был китапта беҙҙең бҿтҽ эштҽребеҙ ҙҽ яҙылып ҡуйылған булыр. Бынын турала беҙгҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай ти: «Эй, кеше! Һин үҙ Раббыңа тырышып ынтылаһың һҽм һин Уны осратырһың! Кемгҽ китабы уң ҡулына бирелһҽ, ул еңел хисап менҽн хисапланыр һҽм үҙенең ғаилҽһенҽ шатлыҡ менҽн ҡайтыр. Ҽ кемгҽ китабы арҡаһы яғынан бирелһҽ, ул үҙенҽ һҽлҽкҽт саҡырыр һҽм утта яныр. Ул үҙ ғаилҽһендҽ шат ине, һҽм, ысынлап та, һис ҡасан кире ҽйлҽнеп ҡайтмам (ҡабат терелмҽм), тип уйланы. Ҽммҽ юҡ! Раббыһы уны күреп тора! Шҽфҽҡ менҽн ант итҽм! Тҿн һҽм ул йыя торған нҽмҽлҽр менҽн ант итҽм! Һҽм тулған ваҡыттағы ай менҽн ант итҽм! Һис шикһеҙ, һеҙ бер хҽлдҽн икенсе хҽлгҽ күсҽсҽкһегеҙ! Ҽммҽ нимҽ булды һуң уларға, ниңҽ улар иман килтермҽй? Һҽм уларға Ҡҿрьҽн уҡылһа, ниңҽ улар сҽждҽ ҡылмайҙар?» («Ярылыу» сүрҽһе, 6 – 21 аяттар).
~ 55 ~
Шулай уҡ, Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ беҙҙең эштҽребеҙ Мизанда (Үлсҽүҙҽ) үлсҽлер. Ҡҿрьҽндҽ был турала шулай тиелгҽн: «Кемдең үлсҽүе ауыр тартһа, ул рҽхҽт тормошта булыр. Ҽ кемдең үлсҽүе еңел тартһа, уның ҽсҽһе – упҡын. Ҽ упҡындың ни икҽнен һиңҽ нимҽ белдерер? Дҿрлҽп янған ут ул!» («Ҡурҡыныс хөкөм» сүрҽһе, 6 – 11 аяттар). Шулай уҡ Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ беҙ Сират, йҽғни йҽһҽннҽм ҿҫтҿнҽн ҡоролған күпер аша үтҽсҽкбеҙ. Имандары кҿслҿ булған мосолмандар уның ҿҫтҿнҽн тиҙ генҽ үтеп китер (йҽшен йҽ ел кеүек, тиелҽ). Ҽ кемдер яйлап ҡына, ҽ кемдер хатта имгҽклҽп үтер (имандары кҿсһҿҙ булған мосолмандар). Гонаһтары күберҽк булған мосолмандар иһҽ ошо күперҙҽн аҫҡа, йҽһҽннҽмгҽ, осоп тҿшҿр. Йҽһҽннҽмгҽ элҽккҽн был гонаһлы мосолмандар утта күпмелер ваҡытҡа (бҽлки, 1 кҿн, 1 йыл, 100 йыл... Аллаһы Тҽғҽлҽ үҙе генҽ белҽ) ҡалырҙар һҽм, таҙарынғандан һуң, унан кире сығырҙар, иншҽллаһ, һҽм йҽннҽткҽ керерҙҽр. Тимҽк, мосолмандарҙың ниндҽйҙер бер ҿлҿшҿ йҽһҽннҽмдҽ язаһын алып сығасаҡ, гонаһтарҙан таҙарыныр ҿсҿн. Эй, кеше! Үҙ-үҙеңде Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ ҽҙерлҽ! Изге эштҽр эшлҽ. Ҽ иң тҽүҙҽ Аллаһҡа иман килтер, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙҙҽрен дҿрҿҫ итеп аңла (ҡара: 3-сҿ дҽрес – «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» мҽғҽнҽһе», 6-сы дҽрес – «Шҽһҽдҽттең шарттары»), Исламдың биш рҿкҿнҿн (тҿп эшен) үтҽй башла (ҡара: 7-се дҽрес – «Исламдың биш нигеҙе»): намаҙ уҡы, ураҙа тот, зҽкҽт бир, хаж ҡыл. Ҡҿрьҽн ҡушҡан бҿтҽ эштҽрҙе лҽ үтҽргҽ тырыш һҽм Аллаһы Тҽғҽлҽ тыйған бҿтҽ ғҽмҽлдҽрҙҽн дҽ тыйыл. Юҡһа һин Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ ҙур отолошта булырһың. Пҽйғҽмбҽребеҙ Мҿхҽммҽт ( )ﷺҽйткҽнсҽ, Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ иң тҽүҙҽ беҙҙең намаҙҙарыбыҙ һаналасаҡ, шунан һуң ғына – башҡа эштҽр. Бер яҡтан яҡшы ғҽмҽлдҽребеҙ хисапланһа, икенсе яҡтан гонаһтарыбыҙ хисапланыр.
~ 56 ~
Гонаһтар кеше хаҡы менҽн бҽйле булһа, был бик ҡурҡыныс. Кеше хаҡына кермҽгеҙ. Бер ваҡытта ла! Ҽгҽр кеше хаҡына кергҽн булһағыҙ, Аллаһы Тҽғҽлҽ һеҙҙең изге ғҽмҽлдҽрегеҙҙе алып, шул кешегҽ бирер. Был донъяла кемделер рҽнйеткҽн булһаң, ул кеше Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ һинең яҡшы эштҽреңде алыр: һинең намаҙҙарыңды, ураҙаларыңды, саҙаҡаларыңды һҽм башҡаһын. Ҽ биргҽндҽй сауаплы ғҽмҽлдҽрең ҡалмаһа, унын гонаһтары һиңҽ бүлеп бирелер – ни тиклем ныҡ рҽнйеткҽнһең, шунса кимҽлдҽ. Шуға ла был донъяла уҡ уларҙан ғҽфү үтенеп ҡалырға, ғҽйебегеҙҙе юйырға ашығығыҙ! Һҽм тағы ла: намаҙ уҡыйым, ураҙа тотам, тип тҽкҽбберлҽнмҽ – бҽлки, кемдеңдер хаҡына кереп, шул кешегҽ һин аҙаҡ ошо изге ғҽмҽлдҽреңде бирергҽ тейеш булып сығырһың (Аллаһ һаҡлаһын). Ошо турала билдҽле хҽҙис бар. Бер мҽл Аллаһ рҽсүле ()ﷺ сҽхҽбҽлҽрҙҽн: «Һеҙ белҽһегеҙме, кем ул мҿфлис (бҿлгҿнлҿккҽ тҿшҿүсе)?» - тип һорай. «Кемдең дирхҽме лҽ (аҡсаһы ла), ҽйбере лҽ юҡ, шул бҿлгҿнлҿккҽ тҿшҿүсе», - тип яуаплайҙар улар. «Минең ҿммҽтемдең мҿфлисе – Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ намаҙҙары, ураҙаһы, зҽкҽттҽре менҽн килеп баҫып та, ҽммҽ был донъяла ул кемгҽлер насар һүҙ ҽйткҽн, кемдеңдер ғҽйбҽтен һҿйлҽгҽн, кемдеңдер малын ашаған, кемдеңдер ҡанын ағыҙған, кемгҽлер һуҡҡан булып сығып, уның яҡшы ғҽмҽлдҽре шул зыян күреүселҽргҽ таратылып бирелгҽн, ҽ инде яҡшы ғҽмҽлдҽре барлыҡ күрһҽткҽн зыяндарын ҡапларға етмҽһҽ, шул йҽберһетелгҽн кешелҽрҙең гонаһлы ғҽмҽлдҽре уға йҿкмҽтелеп, утҡа ырғытылған кеше», - ти Пҽйғҽмбҽр (( )ﷺМөслим, Тирмиҙи хҽҙис йыйынтыҡтарынан). Һҽр ваҡыт Ҡиҽмҽт кҿнҿ тураһында иҫлҽп йҿрҿгҿҙ! Һаналасаҡ намаҙҙарығыҙ тураһында уйлағыҙ. «Үлсҽүем ауыр тартһын ҿсҿн етҽрлек изге ғҽмҽлдҽр эшлҽнем микҽн?» - тип кҿн һайын уйла. «Кемгҽлер бурыслы түгелмен микҽн?» - тип ҡурҡ.
~ 57 ~
Гонаһтарың арҡаһында йҽһҽннҽм ҿҫтҿнҽн ҡоролған Сират күперенҽн осоп тҿшҽһе күрмҽ! Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ: «Эй һеҙ, иман килтергҽн кешелҽр! Яғыулығы кешелҽр һҽм таштар булған уттан үҙүҙегеҙҙе һҽм үҙ ғаилҽлҽрегеҙҙе һаҡлағыҙ!» - ти («Харам ҡылыу» сүрҽһе, 6 аят). Беребеҙ ҙҽ йҽһҽннҽмгҽ керергҽ телҽмҽйҙер. Быны беҙ, шулай уҡ, тормош иптҽштҽребеҙгҽ лҽ, балаларыбыҙға ла, атай-ҽсҽйҙҽребеҙгҽ лҽ телҽмҽйбеҙ. Шуға күрҽ, дҿрҿҫ итеп, Ҡҿрьҽнсҽ йҽшҽгеҙ, ғаилҽлҽрегеҙҙе лҽ ошоға ҿндҽгеҙ – Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ отолоусылар араһында булмаҫһығыҙ. Алдағы дҽрестҽрҙҽ беҙ Ҡиҽмҽт кҿнҿ тураһында тағы ла бик күп иҫкҽ тҿшҿрҿрбҿҙ, иншҽллаһ. Һигеҙенсе дҽрес тамам.
~ 58 ~
9-сы дҽрес
Кем ул Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр (?)ﷺ Был дҽрестҽ беҙ, иншҽллаһ, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ()ﷺ тормошо тураһында һҿйлҽйҽсҽкбеҙ. Сҿнки Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең тормош юлын белмҽйенсҽ, ислам динен тулыһынса аңлау мҿмкин түгел. Уның тормош юлы тураһындағы китаптар «сира» китаптары тип атала. Йҽғни, сира – ул Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺтарихы. Сираны бҿтҽ нескҽлектҽре менҽн башҡа ҙур китаптарҙан уҡырһығыҙ, ҽ бҿгҿн беҙ Пҽйғҽмбҽребеҙ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) тураһында ҡыҫҡаса ғына һҿйлҽп китҽбеҙ. Мөхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺМҽккҽ ҡалаһында 571 йылда тыуған. Уның атаһы, Абдуллаһ, улы тыумаҫ борон уҡ үлеп ҡалған. Мҿхҽммҽткҽ алты йҽш булғанда, уның ҽсҽһе лҽ үлеп ҡала. Шулай итеп, бҽлҽкҽс Мҿхҽммҽт ( )ﷺолатаһы Ғабдүлмүтталиб тҽрбиҽһендҽ ҡала. Ҽммҽ Мҿхҽммҽткҽ һигеҙ йҽш булғанда, уның олатаһы ла үлеп ҡала. Тамам етем ҡалған Мҿхҽммҽтте уның атаһының ҡустыһы Ҽбү Талиб үҙ тҽрбиҽһенҽ ала. Шулай итеп, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺбала сағынан уҡ тҿрлҿ ҡыйынлыҡтар күреп үҫҽ. Егет булып үҫеп етеп, 25 йҽшен тултырғас, Мҿхҽммҽткҽ Хҽдиджҽ тигҽн бай ҡатын үҙенҽ ҿйлҽнергҽ тҽҡдим итҽ, Мҿхҽммҽт риза була. Хҽдиджҽгҽ Мҿхҽммҽт ( )ﷺҽхлағы, холҡо менҽн ныҡ оҡшай, сҿнки Хҽдиджҽ үҙе лҽ бик ҽҙҽпле, саф ҡатын булған (Аллаһ унан риза булһын). Ул Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽребеҙгҽ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) 20 йылдан артыҡ, вафатына тиклем, иң яҡшы ҡатын булды һҽм уға биш бала – бер ул һҽм дүрт ҡыҙ табып бирҙе. Шул иҫҽптҽн, Фатиманы (Аллаһ унан риза булһын). Шулай уҡ, Хҽдиджҽ – Мҿхҽммҽттең пҽйғҽмбҽр икҽненҽ ышанған һҽм ислам динен ҡабул иткҽн иң-иң беренсе кеше була.
~ 59 ~
Мҽккҽ халҡы Мҿхҽммҽтте ( )ﷺбик яратты, уға ышанды, сҿнки ул бер ҡасан да бер кемде лҽ алдаманы, һүҙҙҽрен һҽр ваҡыт тотто, үҙе аҡылы һҽм ғҽҙеллеге менҽн айырылып торҙо. Уға халыҡ «Ҽмин» тип ҿндҽшер булған. Ҽмин – тимҽк ышаныслы кеше. Ниндҽйҙер бҽхҽстҽр тыуған ваҡытта ла, бҽхҽсте хҽл итер ҿсҿн уны саҡырғандар, кемдер алыҫ сҽфҽргҽ китер булһа, Мҿхҽммҽткҽ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) үҙенең малын һҽм ғаилҽһен аманат итеп ҡалдырып киткҽн. Ғҿмүмҽн, уға бҿтҽһе лҽ ышандылар, уны бҿтҽһе лҽ яраттылар. Мҿхҽммҽткҽ ( )ﷺ40 йҽш тулғас, ул Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында ныҡ уйлана башлай. Ул Мҽккҽ ғҽрҽптҽренең тҿрлҿ боттарға табыныуҙарын кескҽй саҡтан яратмай торған булған, сҿнки саф күңеле менҽн бының яңылыш икҽнен аңлаған. Ғҽрҽптҽр эскелек, зина, фҽхишҽлеккҽ батҡан, ярлыларҙы, кҿсһҿҙҙҽрҙе кҽмһетеүсе, ҡолдарҙы, ҡатындарҙы рҽнйетеүсе халыҡ булған. Хатта ки шундай сиккҽ еткҽндҽр: ҡыҙ бала тыуһа, ғҽрлҽнеп, улар уны терелҽй сүлдҽ күмеп китер булғандар. Быларҙың барыһының да сҽбҽбе тик бер нҽмҽлҽ – дҿрҿҫ диндең булмауында ине. Быны Мҿхҽммҽт ( )ﷺбик яҡшы аңлаған. Бер кҿн Мҿхҽммҽт (ғҽлҽйһиссҽлҽм) Мҽккҽ ҡалаһы эргҽһендҽге Хира тауы мҽмерйҽһендҽ ултырғанда, уның алдында Ябраил (ғҽрҽпсҽ – Джибрил) фҽрештҽ пҽйҙҽ була һҽм Мҿхҽмҽтте ныҡ итеп ҡосаҡлап: «Уҡы!» - ти. Мҿхҽммҽт ()ﷺ: «Мин бит уҡый белмҽйем» - тип яуап ҡайтара (ул ысынлап та уҡый ҙа, яҙа ла белмҽй ине). Ябраил фҽрештҽ ғҽлҽйһиссҽлҽм тағы ла берҙе: «Уҡы!» - ти. Мҿхҽммҽт иһҽ тағы ла шундай уҡ яуап ҡайтара. Ябраил фҽрештҽ ғҽлҽйһиссҽлҽм уны йҽнҽ ҡосаҡлай һҽм уға шундай һүҙҙҽр еткерҽ: «Һине барлыҡҡа килтергән Раббың исеменә уҡы! Ул кешене уҡмашҡан ҡандан яралтты. Уҡы! Һинең Раббың – Иң йомарт, Ул ҡәләм менән кешегә ул белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте…» («Уҡмашҡан ҡан» сүрҽһе, 1 – 5
~ 60 ~
аяттар). Бҿйҿк Ҡҿрьҽн-Кҽримдең кешелеккҽ тҿшҿрҿлгҽн иң беренсе аяттары була был. Шулай итеп, 40 йҽшлек Мҿхҽммҽт ( )ﷺпҽйғҽмбҽр булды. Ошо кистҽн һуң тағы 23 йыл буйына Аллаһы Тҽғҽлҽ уға Ҡҿрьҽн аяттарын ебҽреп торасаҡ (Ябраил фҽрештҽ аша). Тимҽк, беҙ белгҽн 600 битлек Ҡҿрьҽн-Кҽрим китабы – ул 23 йыл буйы йыйылған Аллаһы Тҽғҽлҽ һүҙҙҽре. Уны Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺүҙе яҙманы һҽм кемдҽндер күсереп тҽ алманы. Ул, ҽйткҽнебеҙсҽ, уҡый-яҙа белмҽгҽн. Тҽүҙҽ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) йҽшерен дҽғүҽт ҡыла. Дҽғүҽт – ул кешелҽрҙе Аллаһы Тҽғҽлҽ диненҽ, Исламға саҡырыу. Шунан һуң, ҿс йыл ваҡыт үткҽс, Аллаһы Тҽғҽлҽ уға дҽғүҽтте бҿтҽ кешелҽргҽ лҽ асыҡ рҽүештҽ йүнҽлтергҽ ҡуша. Ҽммҽ лҽкин ата-бабалары диненҽ ҿйрҽнгҽн Мҽккҽ мҿшриктҽре (русса – многобожники) ислам динен ҡабул итергҽ телҽмҽнелҽр, сҿнки уларҙы мосолманлыҡта булған тҽүхид һҽм ғҽҙеллек ҡурҡытты. Бер яҡтан, ислам дине уларҙың Аллаһ менҽн үҙҙҽре араһында «аралашсы» итеп күргҽн бҿтҽ илаһтарҙы ялғанға сығарһа, икенсе яҡтан, Ислам бҿтҽ кешелҽрҙең дҽ бер тигеҙ булыуын, ҡолдарға яҡшы мҿнҽсҽбҽт кҽрҽклеген, ҡатындың да хҿрмҽткҽ лайыҡ кеше булыуын һҽм башҡа шундай тҽртиптҽрҙе ҿйрҽтҽ ине. Иҫке тормошта кеше елкҽһендҽ йҽшҽргҽ ҿйрҽнгҽн Мҽккҽ байҙары һҽм түрҽлҽре Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽргҽ (ғҽлҽйһиссҽлҽм ҡаршы кҿрҽш башлайҙар. Уны тҽүҙҽ аҡса менҽн һатып алырға ла маташалар, ҡурҡытып та ҡарайҙар, ахыр сиктҽ уны үлтерергҽ ҡарар итҽлҽр. Эш быға барып еткҽс, 622 йылда Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺүҙенең сҽхҽбҽлҽре (Ислам ҡабул иткҽн иптҽштҽре) менҽн икенсе ҡалаға – Мҽҙинҽгҽ күсеп китҽ. Ошо Мҽккҽнҽн Мҽҙинҽгҽ күсенеү «Һиджра» тип атала (башҡортса – Һижрҽ). Ҽлеге кҿнгҽ тиклем мосолмандар ошо Һижрҽ йылынан башлап үҙ тҽҡүимдҽрен (календарҙарын)
~ 61 ~
һанайҙар. Тимҽк, 622 йыл – ул мосолман тҽҡүименең 1 йылы (йҽғни, һижри 1 йыл). Мҽҙинҽлҽ мосолмандар кҿслҿрҽк ине. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺМҽҙинҽгҽ күсеп килеү менҽн, унда беренсе Ислам дҽүлҽте ҡоролдо. Был ҡалала Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) йҽмғеһе 10 йыл йҽшҽйҽсҽк. Ошо ун йыл эсендҽ Мҽҙинҽ мосолмандары менҽн Мҽккҽ мҿшриктҽре араһында бер нисҽ ҡаты һуғыш була (мҽҫҽлҽн, Бҽҙер, Ҿхҿд һуғыштары). Ахыр сиктҽ мосолмандар Мҽккҽне яулап алалар, һҽм күп тҽ үтмҽй ислам дине бҿтҽ Ғҽрҽп ярымутрауы буйлап тарала. Унда бер кафыр хакимлығы ла ҡалмай. Һижри тҽҡүим буйынса 20 йылда мосолмандар ҡеүҽтле Фарсы дҽүлҽтен (Персияны) юҡ итҽлҽр, румдарҙың (Византия империяһының) күп ҿлкҽлҽрен үҙҙҽренҽ ҡушалар. Лҽкин быларҙы Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽргҽ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) үҙенҽ күрергҽ насип булмай, сҿнки ул 10 һижри йылда Аллаһы Тҽғҽлҽ хозурына күсҽ. Мосолмандарҙың килҽсҽк еңеүҙҽрен күрмҽһҽ лҽ, ул быны алдан ҽйтеп ҡалдырған ине. Уның килҽсҽк тураһындағы барлыҡ хҽбҽрҙҽре лҽ тормошҡа ашты һҽм ҽле лҽ ашып килҽ. Мҿхҽммҽт ( – )ﷺул Аллаһы Тҽғҽлҽнең бҿтҿн кешелеккҽ ебҽрелгҽн илсеһе, пҽйғҽмбҽре. Ул беҙгҽ Аллаһы Тҽғҽлҽнең китабы – Ҡҿрьҽнде еткергҽн. Беҙ уға итҽғҽт итһҽк кенҽ, дҿрҿҫ юл табырбыҙ. Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙгҽ шулай тигҽн: «Аллаһҡа, Уның рәсүленә һәм Беҙ иңдергән нурға (Ҡөрьәнгә) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең эштәрегеҙҙе белә!» («Үҙ-ара алдашыу» сүрҽһе, 8 аят). Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр беҙгҽ Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн Ҡҿрьҽнде еткерҙе һҽм үҙенең тормошо (Сҿннҽте) аша Ҡҿрьҽн буйынса нисек йҽшҽргҽ кҽрҽклеген ҿйрҽтте. Шулай итеп, Ҡҿрьҽн-Кҽрим – ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең китабы, ҽ Пҽйғҽмбҽребеҙ Сҿннҽте (йҽғни, тормошо) – ул ошо китапҡа тере аңлатма һҽм үрнҽк. Тимҽк, ислам диненең ике ҙур сығанағы бар: Ҡҿрьҽн һҽм Сҿннҽт.
~ 62 ~
Сҿннҽткҽ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺһүҙҙҽре һҽм ғҽмҽлдҽре керҽ, улар беҙгҽ хҽҙистҽр аша килеп еткҽндҽр. Хҽҙистҽр бер нисҽ ҙур йыйынтыҡтарҙа тупланған. Мҽҫҽлҽн, Бохари, Мҿслим, Тирмиҙи, Нҽсҽи, Ибн Мҽджҽһ, Ҽбү Дауыт һҽм башҡа хҽҙис китаптары бар. Был китаптарҙы яҙыр ҿсҿн ошо һанап үтелгҽн ғалимдар Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) ҽйтеп ҡалдырған һҽр бер һүҙҙе бҿртҿклҽп йыйғандар, сҿнки улар (ғалимдар һҽм, ғҿмүмҽн, бҿтҽ хаҡ мосолмандар ҙа) Сҿннҽткҽ ялған һүҙҙҽр килеп кермҽһен тип ҡурҡҡан. Шуға күрҽ был китаптарҙа Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺһүҙе килтерелер алдынан, ул һүҙҙҽрҙе таратыусы кешелҽрҙең исемдҽре лҽ ҽйтеп кителҽ. Мҽҫҽлҽн, иң тҽүҙҽ «Мҿхҽммҽд ибн Бҽшҽр Шүғбҽнҽн, Шүғбҽ Ҽбү Тҽййахтан, Ҽбү Тҽййах Ҽнҽстҽн, Ҽнҽс Мҿхҽммҽд пҽйғҽмбҽрҙҽн шундай һүҙҙҽр ишеткҽн...» - тиелҽ лҽ, шунан хҽҙис килтерелҽ. Ошо исемдҽр теҙмҽһе «сҽнҽд» тип атала. Тимҽк, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең (ғҽлҽйһиссҽлҽм) һүҙҙҽре ҽйтелер алдынан сҽнҽд күрһҽтелергҽ тейеш, сҿнки Пҽйғҽмбҽребеҙ исеменҽн һҽм уның тураһында телҽһҽ нҽмҽ һҿйлҽргҽ ярамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бҿгҿнгҿ кҿндҽ күп кешелҽр быны аңламай, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺтураһында, белҽлҽрме-юҡмы, телҽһҽ ниндҽй һүҙҙҽр һҿйлҽйҙҽр. Һҽр хҽҙис алдында уның сҽнҽде булырға тейеш. Ислам дине – ул ялған һүҙҙҽр йыйынтығы түгел. Ислам дине – ул кемдеңдер кемдҽндер ҡасандыр ишетеп ҡалған һҽм шуны үҙенсҽ аңлаған уйҙырмалар йыйылмаһы ла түгел. Ислам динендҽ бҿтҿн нҽмҽ Ҡҿрьҽнгҽ һҽм Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺышаныслы (сҽхих) хҽҙистҽренҽ таяна. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) ҽйткҽн һүҙҙҽр – ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең уға Ябраил фҽрештҽ аша ҿйрҽткҽн нҽмҽлҽре, шуға күрҽ беҙ Пҽйғҽмбҽребеҙгҽ итҽғҽт итергҽ (буйһонорға) тейешбеҙ. Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай ти: «Рҽсүлгҽ буйһонған кеше, тимҽк, Аллаһҡа ла буйһона. Ҽ кем йҿҙ
~ 63 ~
сҿйҿрһҽ – Беҙ бит һине улар ҿҫтҿнҽн һаҡсы итеп ебҽрмҽнек» («Ҡатындар» сүрҽһе, 80 аят). Йҽғни, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең эше – ул бары тик аңлатыу ине, беҙҙе нимҽгҽлер кҿслҽү – уның вазифаһы түгел. Кем уның артынан эйҽргҽн, тимҽк, ул ҡотолған һҽм йҽннҽткҽ юл тапҡан, ҽ кем уны тыңламай, ул ҡараңғылыҡта йҽшҽр һҽм ахыр сиктҽ йҽһҽннҽмгҽ китер (Аллаһы Тҽғҽлҽ беребеҙгҽ лҽ быны күрһҽтмҽһен ине!). Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽребеҙҙең сираһы – донъялағы иң мҿһим тарих ул. Ниндҽйҙер ябай кешенең тарихын ҿйрҽнер алдынан, беҙ иң тҽүҙҽ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺтормош юлын белергҽ тейешбеҙ. Уның тормош юлы – Ҡҿрьҽндең йыйылыу тарихы ул. Ҡҿрьҽн буйынса йҽшҽргҽ телҽгҽн һҽр кеше Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең – кешелек тарихындағы иң камил, иң изге кешенең – тормошон, йҽшҽйешен, ғүмер юлын ҿйрҽнергҽ тейеш. Быны белмҽйенсҽ, беҙ Ҡҿрьҽндең дҽ ҡҽҙерен аңлай алмаясаҡбыҙ. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺсираһын бҿтҽ нескҽлектҽре менҽн ҿйрҽнегеҙ. Уның һҽр бер һүҙен, эшен, йылмайыуын, ниндҽй атай, ҡатындары ҿсҿн ниндҽй ир булыуын һҽм башҡаһын беҙ, мосолмандар, яҡшы белергҽ бурыслыбыҙ. Быларҙы белһҽк кенҽ, беҙ ысын мосолмандар була алырбыҙ. Кем дҽ кем үҙ тормошонда Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) артынан эйҽрһҽ, үҙ йҽшҽйешен Сҿннҽткҽ ярашлы ҡорһа, тик шул ғына Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ һҿйҿклҿ Пҽйғҽмбҽребеҙ менҽн бергҽ булыр. Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙгҽ Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ лҽ, артабанғы мҽңгелек донъяла ла һҿйҿклҿ Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺменҽн бергҽ булырға насип итһен! Тағы ла шул: иғтибар итһҽгеҙ, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең исемен ҽйткҽн йҽ уның турала ишеткҽн һайын, уға «саллаЛлаһу ғҽлҽйһи үҽ сҽллҽм» тип сҽлҽм еткерер кҽрҽк. Был башҡортсаға яҡынса «Аллаһтың фатихаһы һҽм сҽлҽме булһын уға» тип тҽржемҽ ителҽ. Бик сауаплы һҽм күркҽм ғҽмҽл был, сҽлҽмгҽ һаран булмағыҙ.
~ 64 ~
Туғыҙынсы дҽрес тамам.
~ 65 ~
10-сы дҽрес
Ҽҙҽм һҽм Шайтан Иншҽллаһ, был дҽрестҽ беҙ һеҙгҽ кешелек тарихының нимҽнҽн башланғанын һҿйлҽйҽсҽкбеҙ. Ҽ кешелек тарихы иһҽ, ҽлбиттҽ, иң беренсе кешенҽн башланып киткҽн. Ҽ ул беренсе кешене – бҿтҽ кешелҽрҙең дҽ беренсе атаһы Ҽҙҽмде – Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙе, Үҙ ҡулдары менҽн балсыҡтан яратҡан. Был турала Ҡҿрьҽндҽ күп кенҽ аяттарҙа ҽйтелҽ: «Беҙ кешене шыйыҡ балсыҡтың асылынан яраттыҡ» («Иманлылар» сүрҽһе, 12 аят); «Ул (Аллаһ) кешене сүлмҽк яһай торған балсыҡ кеүек яңғырауыҡлы мҽтенҽн яратты. Ҽ ендҽрҙе саф ут ялҡынынан бар итте» («Ҽр-Рахман» сүрҽһе, 14 – 15 аяттар); «Эй, Иблис! Мин Үҙ ҡулдарым менҽн яһаған нҽмҽгҽ сҽждҽ ҡылыуҙан һине нимҽ тыйҙы? Тҽкҽбберлҽндеңме һин, ҽллҽ юғарыларҙан булдыңмы?» - тине Аллаһ. «Мин унан яҡшыраҡ: Һин мине уттан яраттың, ҽ уны балсыҡтан барлыҡҡа килтерҙең», - тине Иблис» («Сад» сүрҽһе, 75 – 76 аяттар); һҽм башҡа аяттар. Шулай итеп, Аллаһы Тҽғҽлҽ хҽбҽр итеүенсҽ, кеше балсыҡтан яратылған. Был – хҽҡиҡҽт. Ҽ тҿрлҿ «ғилми» теориялар һҽм гипотезалар (мҽҫҽлҽн, кешенең маймылдан килеп сығыуы теорияһы) – улар етди ғилми хеҙмҽттҽр ҙҽ түгел, ҽ ни бары ҡайһы бер кешелҽрҙең фараздары. Бҿгҿн иһҽ фҽн шуны иҫбат итҽ: балсыҡта булған бҿтҽ химик матдҽлҽр кеше тҽнендҽ лҽ бар (мҽҫҽлҽн, ҡара: «Ваҡыт!», №6, 2012 йыл – «Кеше балсыҡтан яратылған!»). Тимҽк, кешенең балсыҡтан бар ителеүе ниндҽйҙер ғҽжҽйеп, башҡа һыймаҫлыҡ хҽл түгел. Ҽ бына, мҽҫҽлҽн, кешенең, дарвинистар ҿйрҽткҽнсҽ, осраҡлы тҽбиғи процестар арҡаһында барлыҡҡа килеүе – ул, ысынлап та, мҿмкин булмаған бер нҽмҽ. Ҽйтҽйек, мҽҫҽлҽн, берҽй завод шартлағандан, тҿрлҿ кҽрҽкле
~ 66 ~
шҿрҿптҽр һҽм ҡалай киҫҽктҽре, электрон приборҙар һҽм ултырғыстар, тҽгҽрмҽстҽр һҽм пропеллерҙар тирҽ-яҡтан осоп килеп, үҙенҽн-үҙе, бер кем етҽкселек итмҽйенсҽ, заманса самолѐт барлыҡҡа килгҽн кеүек. Һҽм, шулай уҡ, бер маймыл да кешегҽ ҽйлҽнҽ алмай, һарыҡ та кҽзҽгҽ ҽйлҽнмҽй, һҽм кҽзҽ лҽ ат булып үҫмҽй. Кешене ошо камил һҽм матур формалы итеп Аллаһы Тҽғҽлҽ яратҡан – аҡылы булғандарға быны асыҡ аңларға ваҡыттыр. Был ғилми яҡтан да, логика яғынан да дҿрҿҫ, һҽм мосолман кешеһе быға (кешенең балсыҡтан яратылыуына) шиклҽнергҽ тейеш түгел, ҽ Аллаһы Тҽғҽлҽнең Ҡҿрьҽндҽге һҽр һүҙенҽ, һҽр аятына 100 процентҡа ышанырға тейеш. Ысынлап та, тҽүге кешенең нисек барлыҡҡа килгҽнен Аллаһ Үҙе яҡшыраҡ белҽме, ҽллҽ ниндҽйҙер бер меҫкен фҽйлҽсүфме?.. Тҽүге кеше яратылмаҫ борон, был Ер шарында ендҽр йҽшҽй торған булған. Ендҽрҙе Аллаһы Тҽғҽлҽ кешелҽрҙҽн алдараҡ барлыҡҡа килтергҽн. Ҽммҽ, ендҽр күплҽп гонаһтар һҽм боҙоҡлоҡтар ҡыла башлағас, Аллаһы Тҽғҽлҽ уларға яза итеп фҽрештҽлҽр ғҽскҽрен ебҽреп, ендҽр донъяһын тулыһынса юҡҡа сығара. Фҽрештҽлҽр шунда бҽлҽкҽс бер ен балаһын үлтермҽй ҡалдырып, Аллаһы Тҽғҽлҽ рҿхсҽте менҽн уны үҙҙҽре менҽн күккҽ алып менҽлҽр. Был ен (буласаҡ Иблис) фҽрештҽлҽр араһында үҫҽ, ҙурая, бик ҙур белем эйҽһе була. Хатта белем яғынан күп кенҽ фҽрештҽлҽрҙе лҽ артта ҡалдыра. Аллаһҡа ғибҽҙҽт ҡылыу яғынан да ныҡ тырыша был ен: күк йҿҙҿндҽ ул Аллаһҡа сҽждҽ ҡылмаған бер генҽ урын да ҡалмай. Бына Аллаһы Тҽғҽлҽ кешене яратырға ҡарар итте һҽм фҽрештҽлҽргҽ шулай тип ҿндҽште: «Һҽм бына Раббың фҽрештҽлҽргҽ: «Мин Ер йҿҙҿндҽ Үҙемдең хҽлифҽмде булдырасаҡмын», - тине…» («Һыйыр» сүрҽһе, 30 аят). (Хҽлифҽ – русса наместник). Ҽҙҽмде ғҽлҽйһиссҽлҽм (ғҽрҽпсҽ – Ҽдҽм) барлыҡҡа килтергҽс һҽм барыһын да уның аҡылы һҽм дҽрҽжҽһе менҽн таныштырғас, Аллаһы Тҽғҽлҽ уларға ошо беренсе кешегҽ
~ 67 ~
сҽждҽ ҡылырға ҡуша, йҽғни ҽмер итҽ: «Һҽм бына Беҙ фҽрештҽлҽргҽ: «Ҽҙҽмгҽ сҽждҽ ҡылығыҙ!» - тип ҽйттек...» («Һыйыр» сүрҽһе, 34 аят). Барлыҡ фҽрештҽлҽр ҙҽ – ҙурҙары ла, бҽлҽкҽйерҽктҽре лҽ, кҿслҿлҽре лҽ, кҿсһҿҙҿрҽктҽре лҽ – Аллаһтың был бойороғон ишетеү менҽн, күндҽм рҽүештҽ сҽждҽгҽ тҿшҽлҽр. Баяғы теге ен – Иблистҽн башҡа. Йҽғни Иблис Аллаһы Тҽғҽлҽнең бойороғон үтҽүҙҽн күрҽлҽтҽ баш тарта. Ҡҿрьҽндҽ был ваҡиға бер нисҽ сүрҽлҽ бҽйҽн ителеп киткҽн. Мҽҫҽлҽн, «Сад» сүрҽһендҽ: «Бына һинең Раббың фҽрештҽлҽргҽ ҽйтте: «Мин балсыҡтан кеше яһаясаҡмын. Уны камиллап тамам иткҽс һҽм уға Үҙ рухымды ҿргҽс, һеҙ уға сҽждҽ ҡылығыҙ!» - тине. Һҽм фҽрештҽлҽр барыһы ла сҽждҽ ҡылды, Иблистҽн башҡа. Ул иһҽ тҽкҽбберлҽнде һҽм кафырҙарҙан булды. «Эй, Иблис! Мин Үҙ ҡулдарым менҽн яһаған нҽмҽгҽ сҽждҽ ҡылыуҙан һине нимҽ тыйҙы? Тҽкҽбберлҽндеңме һин, ҽллҽ юғарыларҙан булдыңмы?» - тине Аллаһ. «Мин унан яҡшыраҡ: Һин мине уттан яраттың, ҽ уны балсыҡтан барлыҡҡа килтерҙең», - тине Иблис. «Сығып кит бынан, бынан ары һин – таштар менҽн бҽреп ҡыуылыусы. Һҽм, ысынлап, Хҿкҿм кҿнҿнҽ ҡҽҙҽр һинең ҿҫтҿңдҽ Минең лҽғнҽтем булыр!» - тине Аллаһ. «Раббым, кешелҽр ҡҽберҙҽрҙҽн терелтеп сығарылған кҿнгҽ ҡҽҙҽр миңҽ ваҡыт бир», - тине Иблис. «Һин – кисектерелгҽндҽрҙҽн, ваҡыты билдҽле кҿнгҽ ҡҽҙҽр», - тине Аллаһ. «Һинең бҿйҿклҿгҿң менҽн ант итҽм! Мин уларҙың барыһын да юлдан яҙҙырасаҡмын, араларындағы Һинең иң ихлас ҡолдарыңдан башҡа!» - тине Иблис. «Был – дҿрҿҫ, һҽм Мин хаҡ һүҙ ҽйтҽм: Мин тамуҡты һин һҽм һиңҽ эйҽреүселҽрҙең барыһы менҽн тултырасаҡмын!» - тине Аллаһ» («Сад» сүрҽһе, 71 – 85 аяттар). Шулай итеп, беренсе кеше – атабыҙ Ҽҙҽмгҽ кҿнсҿллҿгҿ арҡаһында Аллаһы Тҽғҽлҽ хозурынан ҡыуылған Иблис
~ 68 ~
кешелҽрҙең иң ҙур дошманына ҽйлҽнде. Ҽйткҽндҽй, тап шул мҽлдҽн уны Иблис тип йҿрҿтҽ башлайҙар, йҽғни «ҿмҿтҿ ҿҙҿлгҽн», «ҿмҿтһҿҙ» мҽғҽнҽһендҽ. Күпмелер ваҡыт үткҽс, Иблис йҽннҽткҽ үтеп кереп, шунда йҽшҽүсе Ҽҙҽмде һҽм Һауаны алдатыуға ирешҽ: уларҙы тыйылған (харам) ағастың емешен ашарға күндерҽ. Ҽҙҽм менҽн Һауа иһҽ Аллаһ яратҡан бер баҡсала йҽшҽй инелҽр. Аллаһы Тҽғҽлҽ ул баҡсалағы бҿтҽ нҽмҽне лҽ ҡулланырға рҿхсҽт иткҽн ине, лҽкин бер генҽ ағастың емешен ашауҙы тыйҙы. Ҽ Иблис иһҽ уларҙы, тҿрлҿ хҽйлҽлҽр һҽм сҽбҽптҽр уйлап сығарып, шул емеште бер генҽ тапҡыр булһа ла татып ҡарарға (йҽғни, Аллаһы Тҽғҽлҽнең ҽмеренҽ ҡаршы килергҽ – гонаһ эшлҽргҽ) күндерҙе. Ысынлап та, Иблис – ул яҡшы нҽмҽлҽр вҽғҽҙҽ итеп, кешегҽ зарар ғына килтереүсе бер мҽхлүк. Ҽлеге кҿндҽ лҽ ул шулай: «Ҡара, ниндҽй матур тормош!», «Ҡара, ниндҽй матур ҡыҙҙар!», «Ни тиклем яҡшы машина, урла уны!» тип кешене тҿрлҿ гонаһтарға һаман этҽрҽ... Шулай итеп, атабыҙ Ҽҙҽм менҽн ҽсҽбеҙ Һауа алдандылар. Бының ҿсҿн Аллаһы Тҽғҽлҽ уларҙы йҽннҽттҽн сығарып, ерҙҽге тормошҡа ебҽрҙе... Иблис үҙенең мотлаҡ тамуҡҡа элҽгҽсҽген белҽ, һҽм уның берҙҽн-бер маҡсаты: күберҽк кешене үҙе менҽн бергҽ йҽһҽннҽмгҽ алып китеү. Шуға Аллаһы Тҽғҽлҽ уның турала Ҡҿрьҽндҽ: «Шайтан һеҙгҽ дошман, һҽм һеҙ ҙҽ уны дошман итеп күрегеҙ!» («Барлыҡҡа килтереүсе» сүрҽһе, 6 аят), - ти. Иблис – ул ен, ҽ ендҽр уттан яратылған. Ендҽрҙең кешелҽрҙе тҿрлҿ насар уйҙарға күндерҽ торған һҽлҽте бар. Шуға ла уларҙан һаҡланыу сараларын күрер кҽрҽк. Улар бер нисҽү, бының турала хатта айырым китаптар ҙа яҙылған. Иң кҿслҿ һаҡланыу иһҽ – ул Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ доға ҡылыу, зикер ҽйтеү һҽм Ҡҿрьҽн уҡыу. Йоҡларға ятҡанда, табынға ултырғанда, бҽҙрҽфкҽ кергҽндҽ, тышҡа сыҡҡанда һҽм башҡа саҡтарҙа – йҽғни һҽр ваҡыт Аллаһы Тҽғҽлҽне иҫкҽ алып, зикер ҽйтеп, Иблистҽн һҽм уның ғҽскҽрҙҽренҽн һаҡланып йҿрҿр кҽрҽк. Ҽйткҽндҽй, Иблистең
~ 69 ~
ғҽскҽрҙҽре бар, ул яңғыҙ түгел. Ул күп кенҽ ендҽрҙе кешелҽргҽ ҡаршы кҿрҽшергҽ күндерҙе. Һҽм ошо ендҽр (шайтандар) кешелҽргҽ ҡарата тҿрлҿ боҙоҡлоҡтар ҡылалар: кемдер ир менҽн ҡатынды айырылышырға күндерҽ, кемдер кешене араҡы эсеүгҽ этҽрҽ, кемдер – үлтерергҽ, кемдер – урлашырға, һҽм башҡаһы. Шулай уҡ, Иблистең кешелҽр араһынан да үҙ хеҙмҽтселҽре бар. Шулай итеп, шайтандар кешене тҿрлҿ гонаһтар ҡылырға вҽсвҽсҽлҽйҙҽр, тинек (вҽсвҽсҽлҽү – ул ҡотҡо таратыу). Һҽм беҙгҽ үҙебеҙҙең уйҙарыбыҙҙа, һүҙҙҽребеҙҙҽ һҽм ҡылыҡтарыбыҙҙа һҽр саҡ уяу булыр кҽрҽк – шайтан беҙҙең башыбыҙға тҿрлҿ шикле уйҙар һелтҽп, беҙҙе гонаһтарға батырмаһын. Сҿнки, аңлатып үткҽнебеҙсҽ, шайтандарҙың бер маҡсаты: кешене Аллаһы Тҽғҽлҽ юлынан ситкҽ алып китеү. «Ҽйт: «Кешелҽрҙең Раббыһына һыйынам, кешелҽрҙең батшаһына, кешелҽрҙең илаһына – йҽшерен вҽсвҽсҽлҽүсенең (шайтандың) яуызлығынан, кешелҽрҙең йҿрҽктҽренҽ вҽсвҽсҽ һалыусынан, һҽм ул (шайтан) – ендҽр һҽм кешелҽр араһында!» - ти Аллаһы Тҽғҽлҽ («Кешелҽр» сүрҽһе, 1 – 6 аяттар). Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺИблис тураһында бик күп хҽҙистҽр һҿйлҽп ҡалдырған. Мҽҫҽлҽн: «Бер ваҡыт ике кеше ирешеп китҽ. Береһенең бите ҡыҙарып, муйынындағы тамырҙары ҡабарып сыға. Быны күргҽн Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм): «Мин шундай һүҙҙҽр белҽм – ҽгҽр был кеше уларҙы ҽйтһҽ, тынысланыр ине. Ул һүҙҙҽр: «Ҽғүҙү биллҽһи минҽш-шҽйтанир-рраджим» («Лҽғнҽтле шайтандан Аллаһҡа һыйынам»), - ти. Һҽм теге кешегҽ: «Лҽғнҽтле шайтандан Аллаһҡа һыйын», - тиҙҽр» (Бохари һҽм Мҿслим хҽҙис йыйынтыҡтарынан). Тимҽк, асыуланған ваҡытта «Ҽғүҙү биллҽһи минҽшшҽйтанир-рраджим» тип ҽйтер кҽрҽк. Сҿнки асыуланыу – ул шайтандан. Ҽ асыуы ҡабарған кеше шайтан ҡулындағы ҡурсаҡҡа ҽүерелҽ. Ошо ваҡытта шайтан уны тҿрлҿ гонаһтарға бик еңел
~ 70 ~
этҽрҽ: һуғышырға, ирешергҽ, ҡатыны менҽн айырылырға һҽм башҡаһына. Шулай уҡ, мҽҫҽлҽн, тағы бер хҽҙис: «Кеше Ҡҿрьҽндҽге сҽждҽ аяттарын уҡып сҽждҽ ҡылһа, шайтан унан илай-илай алыҫлаша һҽм: «Ҡайғы миңҽ, Ҽҙҽм балаһына сҽждҽ ҡылырға ҽмер ителде һҽм ул сҽждҽ ҡылды, уға йҽннҽт буласаҡ; ҽ миңҽ сҽждҽ ҡылырға ҽмер ителгҽндҽ мин тыңламаным, миңҽ йҽһҽннҽм буласаҡ...» - тип ҽйтҽ, ти» (Мҿслим хҽҙистҽр йыйынтығынан). Ҡҿрьҽндҽ сҽждҽ ҡыла торған айырым аяттар бар (йҽмғеһе 15 аят), бында шулар тураһында һүҙ бара. Сҽждҽ – кешенең Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ иң ныҡ яҡынлашҡан мҽле, шуға, ҽлбиттҽ, кешенең сҽждҽ ҡылыуы шайтанға бер ваҡытта ла оҡшамай. Ғҽзиз ҡҽрҙҽштҽр! Сҽждҽнең ҽһҽмиҽтен аңлағыҙ! Ошо донъяла бҿгҿн күпме мосолман бар, уларҙың күпселеге Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ бер тапҡыр ғына булһа ла сҽждҽ ҡылмағандар! Мосолман кешеһе сҽждҽ ҡылғанда, йҽғни маңлайын ергҽ терҽгҽндҽ, ул үҙенең Аллаһҡа ҡоллоғон күрһҽтҽ, үҙенең Аллаһҡа ҡарата ихласлығын иҫбатлай. Аллаһы Тҽғҽлҽ иһҽ сҽждҽ ҡылыусы кешелҽрҙе бик ныҡ ярата, уларҙы Үҙенҽ яҡын итҽ, уларҙан риза була. Шуға күрҽ, ғҽзиз ҡҽрҙҽштҽр, үҙегеҙҙе мосолман һанап та, ғүмерегеҙҙҽ бер тапҡыр ҙа Аллаһҡа сҽждҽ ҡылмаған кешелҽрҙҽн була күрмҽгеҙ. Иблис һҽм уның ярандары һҽр ваҡыт беҙҙең эргҽлҽ – улар беҙҙе дошман күрҽ, ҡамасаулай, беҙҙең мосолман булыуыбыҙҙы телҽмҽйҙҽр. Улар кешелҽрҙе Аллаһы Тҽғҽлҽ юлынан алып китеп, уларҙы кҿфҿрлҿккҽ батыралар. Эй, кешелҽр, шайтандарға алданмағыҙ бер үк! «Эй һеҙ, Ҽҙҽм балалары! Ояттарын күрһҽтеү ҿсҿн кейемдҽрен һалдырып, ата-ҽсҽгеҙҙе (Ҽҙҽм менҽн Һауаны) ожмахтан сығарған кеүек, Шайтан (Иблис) һеҙҙе алдамаһын! Һеҙ уларҙы күрмҽгҽн урындан ул һҽм уның ырыуы һеҙҙе күрҽ. Ысынлап та, Беҙ шайтандарҙы иман килтермҽгҽн кешелҽрҙең яҡлаусылары иттек!» («Кҽртҽлҽр» сүрҽһе, 27 аят). Эйе, иман килтермҽгҽн кешелҽр, – үҙҙҽре быны, бҽлки, аңламаһалар ҙа, улар Иблис ғҽскҽрен тҽшкил итҽлҽр. Һҽм, Иблис
~ 71 ~
вҽсвҽсҽлҽренҽ алданып, кҿфҿрлҿктҿ Исламдан ҿҫтҿн күреп, улар туп-тура йҽһҽннҽмгҽ юл алған. Ниндҽй ҡурҡыныс был яҙмыш! Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙе шайтандарҙан алданыуҙан һаҡлаһын! Шулай уҡ – беҙҙең балаларыбыҙҙы, ата-ҽсҽлҽребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы һҽм бҿтҽ мосолмандарҙы! Амин! Унынсы дҽрес тамам
~ 72 ~
11-се дҽрес
Йҽһҽннҽм Был дҽрестҽ беҙ һеҙгҽ, иншҽллаһ, йҽһҽннҽм тураһында һҿйлҽп китҽсҽкбеҙ. Йҽһҽннҽм – ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең язаһы. Кеше үлеп китһҽ, уны теге донъя (Ахирҽт) кҿтҽ. Һҽм теге донъя – ул йҽ йҽннҽт, йҽ йҽһҽннҽм – икеһенең береһе, ҿсҿнсҿ нҽмҽ юҡ. Йҽһҽннҽм – ул шайтан артынан эйҽреп, саманан тыш күп гонаһ йыйған кешелҽр ҿсҿн Аллаһы Тҽғҽлҽ тарафынан ҽҙерлҽнгҽн урын. Был ҡурҡыныс урын ҽле лҽ бар, тик беҙ уның ҡайҙа икҽнен белмҽйбеҙ. Шундай мҽрхҽмҽтле, мосолмандарҙы яратыусы Аллаһы Тҽғҽлҽ ҿсҿн йҽһҽннҽм нимҽгҽ кҽрҽк булды, Аллаһы Тҽғҽлҽ ни ҿсҿн кешелҽрҙе язалай, тип һорар кемдер. Бындай һорауға беҙ түбҽндҽгесҽ яуап бирербеҙ. Кешелҽр, тере саҡтарында, нимҽнҽндер ҡурҡырға тейештҽр. Был ҡурҡыу тойғоһо булмаһа, донъяла бер ниндҽй тҽртип тҽ булмаҫ. Сҿнки, ҽгҽр уларҙы тыйып, сиклҽп тормаһаң, кешелҽрҙең күбеһе ниндҽйҙер булһа ла золомлоҡҡа тартылыусан (алдау, хҽйлҽлҽү, тҽкҽбберлек, урлау, фҽхешлек һҽм башҡаһы). Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, иртҽгҽнҽн башлап илдҽ бер бҿртҿк полиция йҽ закон һаҡсыһы ла ҡалмаған, ти: бер нисҽ кҿндҽн беҙҙең ҡала-ауылдар нимҽгҽ ҽйлҽнер?.. Ҽммҽ лҽкин тҿрмҽнҽн генҽ ҡурҡыу кешене тулыһынса тҽртипкҽ ултыртмай. Сҿнки ҡайһы бер енҽйҽттҽр һҽм гонаһтар ҡылынған ваҡытта ул енҽйҽтселҽрҙе күреүсе лҽ, тотоусы ла кеше булмай (һҽм күпселек енҽйҽтсе һҽм гонаһ эш ҡылыусылар уларҙы шулай берҽү ҙҽ күрмҽҫ, берҽү ҙҽ тотмаҫ, тип ҿмҿтлҽнҽ лҽ). Шулай булғас, кешелҽр Раббыларынан ҡурҡһын һҽм тҿрлҿ насарлыҡтарҙан тыйылһын ҿсҿн Аллаһы Тҽғҽлҽ йҽһҽннҽмде булдырҙы һҽм бының турала беҙгҽ күп тапҡыр иҫкҽртте. Мҽҫҽлҽн:
~ 73 ~
«Йҽһҽннҽм, ысынлап та, һағалап тора. Аҙғындарға (сиктҽн ашҡандарға) ҡайтыу урыны ул! Улар унда быуаттар буйы ҡалыр. Уларға һалҡын да, бер ниндҽй эсемлек тҽ элҽкмҽҫ, ҡайнар һыу һҽм эрендҽн башҡа – улар ҿсҿн тейешле яза был! Улар, ысынлап та, хисапты кҿтмҽнелҽр һҽм Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғандан ялған тип иҫҽплҽнелҽр. Ҽммҽ Беҙ һҽр нҽмҽне иҫҽплҽп теркҽнек. Татып ҡарағыҙ, Беҙ һеҙгҽ ғазаптан башҡа бер нҽмҽ лҽ ҿҫтҽмҽйҽсҽкбеҙ!» («Хҽбҽр» сүрҽһе, 21 – 30 аяттар). Аңлауығыҙса, йҽһҽннҽмдҽ тҿрлҿ-тҿрлҿ язалар бар (Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙе уларҙан һаҡлаһын). Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелеүенсҽ, кеше унда үлмҽй, ҽ яна-яна ыҙалаясаҡ. «Ул кҿндҿ ер икенсе ер менҽн алмаштырылыр, һҽм шулай уҡ – күктҽр ҙҽ, һҽм улар Берҙҽн-бер, Ҡеүҽтле Аллаһ ҡаршыһына баҫырҙар! Һҽм һин был кҿндҿ гонаһлы кешелҽрҙе сылбыр менҽн бҽйлҽнгҽн хҽлдҽ күрерһең. Кейемдҽре уларҙың – ыҫмаланан, ҽ йҿҙҙҽрен иһҽ ут ҡаплаған. Һҽр йҽнгҽ Аллаһ ул үҙе ҡаҙанғанын бирер – ысынлап та, Аллаһ хисапта етеҙ! Был – кешелҽр ҿсҿн (ебҽрелгҽн) хҽбҽр: уның менҽн ҿгҿтлҽһендҽр, һҽм Уның (Аллаһтың) Берҙҽн-бер илаһ икҽнлеген белһендҽр, һҽм зиһендҽре булғандар аҡылына килһен!» («Ибраһим» сүрҽһе, 48 – 52 аяттар). Ошо ҡурҡыныс тамуҡҡа кафырҙар һҽм гонаһлы мосолмандар элҽгҽсҽк. Был кешелҽр йҽннҽттҽге кешелҽр менҽн һҿйлҽшҽ аласаҡ. Бының турала Ҡҿрьҽндҽ шулай тиелҽ: «Тамуҡ ҽһелдҽре ожмах ҽһелдҽренҽ: «Беҙгҽ һыу йҽки Аллаһ һеҙгҽ биргҽн ризыҡтарҙан ҿлҽшегеҙ!» - тип ялбарырҙар. «Залимдарға Аллаһ быларҙың икеһен дҽ харам ҡылды, - тип ҽйтерҙҽр уларға. – Үҙ диндҽрен кҿлкҿгҽ һҽм уйынға һанаусыларға, фани донъяға алданыусыларға!» Улар ошо кҿн менҽн осрашасаҡтарын онотҡан һҽм Беҙҙең
~ 74 ~
аяттарыбыҙҙы инҡар иткҽн кеүек, Беҙ уларҙы бҿгҿн онотасаҡбыҙ» («Кҽртҽлҽр» сүрҽһе, 50 – 51 аяттар). Был ҡурҡыныс урынға элҽккҽн кешелҽр йҽһҽннҽмдең һаҡсыһы булған Мҽлик исемле фҽрештҽнҽн үлем һораясаҡ: «Гонаһ ҡылған кешелҽр, ысынлап та, йҽһҽннҽм ғазабында мҽңге ҡалыр. Уларға унда еңелҽйтеү ҙҽ (ял да) булмаҫ, һҽм улар унда – ҿмҿтһҿҙлҿктҽ. Беҙ уларҙы йҽберлҽмҽнек, ҽммҽ улар үҙҙҽре залим булды. Һҽм улар: «Эй, Мҽлик! Раббың беҙҙе үлтерһҽ ине!» - тип ялбаралар. «Юҡ, һеҙ мҽңге (үлмҽй) ҡаласаҡһығыҙ!» - ти ул. Беҙ һеҙгҽ хҽҡиҡҽт менҽн килдек, ҽ һеҙҙең күбегеҙ хҽҡиҡҽтте ныҡ яратмай...» («Биҙҽктҽр» сүрҽһе, 74 – 78 аяттар). Шулай итеп, Ҡҿрьҽн тамуҡты, йҽғни йҽһҽннҽмде бик ҡурҡыныс итеп тасуирлай. Йҽһҽннҽм тураһындҽ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ҙҽ ( )ﷺүҙ хҽҙистҽрендҽ беҙҙе бик күп тапҡыр иҫкҽртте. Уға Аллаһы Тҽғҽлҽ йҽннҽт вҽғҽҙҽ итеүенҽ ҡарамаҫтан, ул, иң иманлы һҽм иң ғилемле кеше булараҡ, йҽһҽннҽм ғазабынан ныҡ ҡурҡа ине. Ул хҽбҽр итеүенсҽ, Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ кешене йҽһҽннҽмдҽн бер кем дҽ (йҽғни бер кеше лҽ) ҡотҡара алмаясаҡ. Кешенең изге эштҽре булып, Аллаһы Тҽғҽлҽ уға үҙ рҽхимлеген насип итһҽ генҽ, ул кеше ҡотола алыр. Йҽһҽннҽмдең язаһы ҡаты: Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺҽйтеүенсҽ, ундағы иң еңел ғазап – кешегҽ утлы аяҡ кейеме кейҙереү буласаҡ. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: шул аяҡ кейеменҽн кешенең мейеһе ҡайнап торор, ҽ ул кеше был язаны иң ҙур яза тип уйлар, ҽммҽ был, киреһенсҽ, йҽһҽннҽмдҽге иң еңел яза булыр. Аллаһ беҙҙе уттан һаҡлаһын! Аллаһы Тҽғҽлҽ ҽҙерлҽгҽн йҽһҽннҽмгҽ кафырҙар (Аллаһты инҡар итеүселҽр) һҽм мҿшриктҽр (Аллаһҡа тиңдҽш тотоусылар) мотлаҡ рҽүештҽ һҽм мҽңгелеккҽ элҽгҽ. Уларға уттан ҡотолоу юҡ. Ҡҿрьҽндҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ: «...Кафырҙарға тамуҡты зиндан итербеҙ», - тине («Төндҽ күсереү» сүрҽһе, 8 аят). Һҽм тағы ла:
~ 75 ~
«Аллаһҡа тиңдҽш тотҡан кешегҽ Аллаһ ожмахты тыйҙы. Уларҙың һыйыныр урындары – тамуҡ, һҽм ул залимдарға ярҙам итеүсе юҡ!» - ти («Аш табыны» сүрҽһе, 72 аят). Һҽм тағы ла: «Уларҙы тамуҡҡа ташлаған саҡта уның үкереүен ишетерҙҽр, ул ҡайнап торор. Асыуҙан ул ярылырға яҡын булыр. Уға һҽр тҿркҿмдҿ ырғытҡан һайын, уның һаҡсылары: «Һеҙгҽ иҫкҽртеүсе ҿгҿтлҽүсе килмҽнеме ни?» тип һорар. Тегелҽр: «Эйе, беҙгҽ иҫкҽртеүсе ҿгҿтлҽүсе килде, ҽммҽ беҙ уны алдаҡсы тинек һҽм: «Аллаһ бер нҽмҽ лҽ ебҽрмҽне, ҽ һеҙ фҽҡҽт ҙур аҙашыуҙа», - тип ҽйттек», - тиерҙҽр. Һҽм улар: «Ҽгҽр беҙ тыңлаған һҽм аңлаған булһаҡ, ут ҽһелдҽре араһында булмаҫ инек», - тиҙҽр. Улар үҙҙҽренең гонаһтарын таныны. Китегеҙ бынан, ут ҽһелдҽре!» («Хакимиҽт» сүрҽһе, 7 – 11 аяттар). Кафырҙарҙан тыш, йҽһҽннҽмгҽ ҡайһы бер гонаһлы мосолмандар ҙа элҽгҽсҽк (ҽгҽр уларҙы Аллаһы Тҽғҽлҽ ғҽфү итмҽһҽ). Улар утта күпмелер ваҡыт булғандан һуң, Аллаһы Тҽғҽлҽ уларҙы тамуҡтан сығарып, йҽннҽткҽ керетҽсҽк. Бындай мосолмандар «джҽһҽннҽмийүн» (йҽғни, утта булып сыҡҡандар) тип атала. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺхҽбҽр итеүенсҽ, йҽһҽннҽм – ул ҙур, утлы упҡын, ҽгҽр уға таш ташлаһаң, ул таш йҽһҽннҽмдең тҿбҿнҽ ҡырҡ йылдан һуң ғына барып тҿшҽсҽк (ҽ ҡайһы бер риүҽйҽттҽр буйынса, ул таш етмеш йылдан һуң да йҽһҽннҽмдең тҿбҿнҽ барып етҽ алмаясаҡ). Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽребеҙ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) йҽһҽннҽм тураһында тағы: «Мин белгҽнде белһҽгеҙ, һеҙ аҙ кҿлҿр инегеҙ һҽм күберҽк илар инегеҙ», - тине. «Мин белгҽнде» тигҽндҽ ул йҽһҽннҽмде күҙ уңында тота, сҿнки ул уны үҙ күҙҙҽре менҽн күргҽн ине – уға Аллаһы Тҽғҽлҽ күрһҽтте. Шулай уҡ, Пҽйғҽмбҽр ( )ﷺхҽбҽр итеүенсҽ, йҽһҽннҽмгҽ иң йыш осраҡта илтеүсе нҽмҽлҽр – ул кешенең теле һҽм енси ағзаһы. Шуға күрҽ яңылыш һүҙҙҽрҙҽн (шулай уҡ, алдаҡтан, ғҽйбҽттҽн) һҽм зинанан (шулай ук, аҙғынлыҡтан,
~ 76 ~
уйнаштан) һаҡ булығыҙ! Тағы ла Аллаһ рҽсүле (ғҽлҽйһиссҽлҽм) йҽһҽннҽмдҽ ҡатын-ҡыҙҙарҙың күберҽк булыуы тураһында хҽбҽр итте, шуға күрҽ ҡатын-ҡыҙҙар бигерҽк тҽ һаҡ булһындар: улар, хаталаныусан тҽбиғҽттҽре арҡаһында, үҙҙҽре генҽ гонаһ ҡылмай, бҽлки ир-егеттҽрҙе лҽ быға этҽрҽлҽр... Шулай уҡ, Пҽйғҽмбҽребеҙ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) ҽйтеүенсҽ, Аллаһы Тҽғҽлҽ йҽһҽннҽм утының эҫелеген йҿҙ тапҡыр кҽметеп, уны беҙгҽ ошо ерҙҽ ҡулланыр ҿсҿн биргҽн. Тимҽк, беҙ ҽле ҡулланға ут – ул эҫелеге йҿҙ тапҡыр кҽметелгҽн йҽһҽннҽм уты. Шулай булғас, йҽһҽннҽмдең ниндҽй икҽнен күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ – хҽйер, барыбер беҙ быны был донъяла бер ҡасан да аңлай алмаясаҡбыҙ. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺтағы шуны һҿйлҽне. Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ донъялағы иң бай, иң рҽхҽт тормошта йҽшҽгҽн кешене йҽһҽннҽмгҽ тиҙ генҽ (бҽлки, бер секундҡа) сумдырып алырҙар ҙа: «Һин фани донъяла рҽхҽтлек күрҙеңме?» - тип һораясаҡтар. Ул: «Юҡ, мин бер ниндҽй яҡшылыҡ та күрмҽгҽнмен икҽн», - тип яуап бирҽсҽк. Һҽм, киреһенсҽ, ошо донъяла бҿтҽ тҿрлҿ ҡыйынлыҡтар күреп йҽшҽгҽн кешене тиҙ генҽ йҽннҽткҽ керетеп сығарырҙар ҙа, унан: «Һин фани донъяла ҡыйынлыҡтар күрҙеңме?» - тип һораясаҡтар. Был кеше «Юҡ, мин бер ниндҽй ҙҽ ыҙа күрмҽгҽнмен икҽн», - тип яуап бирҽсҽк. Бер генҽ секунд йҽннҽттҽ йҽ тамуҡта булған кеше шулай тигҽс, уларҙа мҽңге ҡалыу нисек икҽн, уйланығыҙ... Шулай уҡ Ҡҿрьҽндҽ һҽм хҽҙистҽрҙҽ ҽйтелгҽнсҽ, йҽһҽннҽмдҽ кешелҽр аслыҡтан һҽм һыуһыҙ ыҙалаясаҡтар. Улар унда сылбырҙарға аҫып ҡуйылыр, һҽм уларҙың тирелҽре янып бҿтҿү менҽн, Аллаһ уларға яңы тире биреп торор (был шулай мҽңгелек дауам итҽсҽк). Был кешелҽр бер-береһен ҡарғаясаҡ һҽм: «Һин мине аҙаштырҙың! Һин мине Аллаһы Тҽғҽлҽ юлынан яҙҙырҙың! Һин мине диндҽн ситлҽттең!» - тип берен-бере ғҽйеплҽйҽсҽктҽр. Был турала Ҡҿрьҽндҽ шулай бҽйҽн ителҽ: «Һҽм барыһы ла
~ 77 ~
Аллаһ ҡаршыһына килерҙҽр һҽм кҿсһҿҙҙҽр тҽкҽбберлҽнгҽндҽргҽ: «Беҙ һеҙгҽ эйҽрҙек, һеҙ беҙҙе Аллаһ ғазабының берҽй нҽмҽһенҽн булһа ла ҡотҡарырһығыҙмы?» тип ҽйтер. Ҽ улар: «Ҽгҽр Аллаһ беҙҙе тура юлға күндергҽн булһа, беҙ ҙҽ һеҙҙе алып барыр инек. Ҽ хҽҙер ҡайғырһаҡ та, түҙһҽк тҽ – беҙгҽ барыбер, беҙгҽ ҡотолоу юҡ», - тиер» («Ибраһим» сүрҽһе, 21 аят). Шулай уҡ уттағы кешелҽр Шайтанды (Иблисте) ҡарғаясаҡ. Үҙе аҙаштырған кешелҽр менҽн йҽһҽннҽмдҽ булған Шайтан уларға шулай тип яуап ҡайтарыр – был турала Ҡҿрьҽндҽ шул уҡ «Ибраһим» сүрҽһендҽ ҽйтелҽ: «Шайтан ҽйтте: «Аллаһ һеҙгҽ хаҡ вҽғҽҙҽне вҽғҽҙҽ итте, һҽм мин дҽ һеҙгҽ вҽғҽҙҽ иттем, ҽммҽ мин алданым. Ҽммҽ минең һеҙҙең ҿҫтҿгҿҙҙҽн хакимлығым булманы, мин бары тик һеҙҙе саҡырҙым ғына, ҽ һеҙ яуап бирҙегеҙ. Мине шелтҽлҽмҽгеҙ, ҽ үҙ-үҙегеҙҙе шелтҽлҽгеҙ. Мин һеҙгҽ ярҙам итҽ алмайым, һҽм һеҙ ҙҽ миңҽ ярҙам итҽ алмайһығыҙ. Элек һеҙ миңҽ ышанғанға минең ҡатнашлығым юҡ!» («Ибраһим» сүрҽһе, 22 аят). Йҽһҽннҽм тураһында тағы ла бер нисҽ хҽҙис килтереп үтҽйек: Бохари хҽҙистҽр йыйынтығында хҽбҽр ителеүенсҽ, йҽһҽннҽм Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ: «Мин үҙем үҙемде ашайым», - тип ҡайғыһын ҽйтҽ. Һҽм уға йылына ике тапҡыр тынын сығарырға рҿхсҽт ителҽ: йҽйен һҽм ҡышын. Йҽғни, йҽйҙең иң эҫе, иң ҡыҙған мҽле һҽм ҡыштың иң ҽсе һыуытҡан мҽлдҽре (беҙҙеңсҽ, йҽйге һҽм ҡышҡы селлҽ ваҡыттары) – ул йҽһҽннҽмдең шул бер аҙ тын сығарып алыуы ул. Йҽһҽннҽмгҽ элҽгеүселҽрҙең һаны йҽннҽткҽ элҽгеүселҽрҙең һанынан күпкҽ күберҽк буласаҡ. Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ Ҽҙҽмгҽ (ғҽлҽйһиссҽлҽм): «Эй, Ҽҙҽм! Үҙ тоҡомоңдан (йҽғни, бҿтҽ кешелектҽн) утҡа тейешле тҿркҿмдҿ сығар!» - тип бойоролор. «Нисҽүҙе?» - тип һорар Ҽҙҽм пҽйғҽмбҽр. «Һҽр меңдҽн туғыҙ йҿҙ
~ 78 ~
туҡһан туғыҙҙы!» - тиер Аллаһ. Һҽм шул ваҡыт сабыйҙарҙың сҽсе ағарыр, ауырлы ҡатындар балаларын тҿшҿрҿр, һҽм һин кешелҽрҙе иҫергҽн итеп күрерһең, ҽммҽ улар иҫергҽн булмаҫ, был Аллаһтың ғазаптары шулай оло, тиелҽ хҽҙистҽрҙҽ. Йҽғни, бҿтҽ кешелек менҽн сағыштырғанда, йҽннҽткҽ тура инеүсе 1 мосолмандар, хаҡ тҽүхид ҽһелдҽре шулай аҙ ғына буласаҡ ... Бҿтҽ был ҽйтелгҽндҽр – йҽһҽннҽм тураһында бик аҙ ғына ҿлҿш. Лҽкин ошоно ишетеү ҙҽ уйланған кеше ҿсҿн етерлек булырға тейеш. Эй мосолмандар! Үҙ-үҙегеҙҙе йҽһҽннҽмдҽн ҡотҡарырға ашығығыҙ! Биш намаҙҙан тыш, кҿн һайын тағы ла ниндҽйҙер изге эштҽр эшлҽргҽ тырышығыҙ. Юҡҡа ғына Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺүҙ ҡатынына: «Хҿрмҽ емешенең яртыһы менҽн булһа ла үҙеңде йҽһҽннҽмдҽн йырағайт», - тимҽгҽн бит (йҽғни, кескҽй генҽ саҙаҡа биреп булһа ла яҡшы эштҽреңде арттыр, мҽғҽнҽһендҽ). Намаҙҙарығыҙға иғтибар итегеҙ – бер йылдан намаҙға баҫам, пенсияға сыҡҡас, ҡартайғас, тип үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Белегеҙ: был уйҙарҙы һеҙгҽ лҽғнҽтле шайтан шыбырлай – уның ҡотҡоһона бирелмҽгеҙ! Кҿн һайын Ҡиҽмҽт кҿнҿн, йҽһҽннҽмде хҽтерлҽгеҙ, «Мин Ҡиҽмҽт кҿнҿ ҿсҿн, уттан ҡотолоу ҿсҿн күпме эш йыйҙым икҽн», - тип уйланығыҙ. Иманығыҙҙы һаҡлағыҙ, сҿнки иманһыҙ кеше мҽңге йҽһҽннҽмгҽ китҽсҽк, Аллаһ һаҡлаһын! Ун беренсе дҽрес тамам.
1
Был хюҙитфе дөсөу аолас кюсюк. Ул юлеге кешелюсҙео һюс меодюн бесюүе геню йюннюфкю кесютюк фигюнде аолафмай, төнки Ҡиюмюф көнө алдынан Йюджүдж һюм Мюджүдж фигюн ифсаф күр һанлы халыҡ килер тығатаҡ. Ул халыҡфыо ҡайҙан килеүе, ни эшлюйютюге, нитек яҡҡа тығыхы фхсаһында минео схт фелендю «Гпги и Магпги: рсишельцы т рланефы Землѐ» фигюн кифабым фиҙҙюн тығысға фейеш, иншюллаһ.
~ 79 ~
12-се дҽрес
Йҽннҽт 11-се дҽрестҽ беҙ һеҙгҽ йҽһҽннҽм тураһында һҿйлҽп киткҽйнек. Йҽһҽннҽм тураһында һҿйлҽгҽс, йҽннҽт тураһында ла һҿйлҽргҽ тейешбеҙ. «Йҽһҽннҽм» һҽм «йҽннҽт» – ул ғҽрҽп һүҙҙҽре, ғҽрҽпсҽ улар «джҽһҽннҽм» һҽм «джҽннҽһ» тип ҽйтелҽ. Башҡорт телендҽ был һүҙҙҽрҙең синонимдары бар – ул тамуҡ һҽм ожмах. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺбеҙгҽ: «Бҽшширу үҽ лҽ түнҽффиру!» («Шатлыҡлы хҽбҽр һҿйлҽгеҙ һҽм нҽфрҽт тыуҙырмағыҙ!») - тине. Йҽғни, динде аңлатыу – ул кешелҽрҙе тик яза менҽн генҽ ҡурҡытыу түгел. Ҽгҽр беҙ кешелҽргҽ һҽр ваҡыт Ҡиҽмҽт кҿнҿ, йҽһҽннҽм, үлем, ҡҽбер һынауҙары тураһында һҿйлҽһҽк, кешелҽрҙең динде ҿйрҽнеүҙҽн ҡурҡыуы, беҙҙе тыңларға ла телҽмҽй башлауы, хатта «Ислам», «Ҡҿрьҽн» тигҽн һүҙҙҽрҙҽн биҙеүе мҿмкин – былай булырға тейеш түгел. Кешелҽргҽ шатлыҡлы хҽбҽрҙҽр ҙҽ еткерер кҽрҽк. Һҽм йҽннҽт тураһында һҿйлҽү – ана шул шатлыҡлы хҽбҽрҙҽрҙең береһе. Шулай итеп, нимҽ ул йҽннҽт, йҽғни ожмах? Йҽннҽт – ул мосолмандарҙың Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽн һуң бара торған урыны. Йҽннҽт – ул бҿтҽ тҿр ниғмҽттҽр һҽм лҽззҽттҽр менҽн тулы, бҿтмҽй торған тормош. Йҽннҽткҽ кергҽн мосолмандар рҽхҽтлҽнеп унда мҽңге (!) йҽшҽйҽсҽктҽр. Ул шул тиклем йҽмле лҽззҽт урыны – хатта уны кеше күҙ алдына ла килтерҽ алмай. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ()ﷺ үҙенең бер хҽҙисендҽ: «Аллаһы Тҽғҽлҽ: «Мин изге ҡолдарым ҿсҿн кеше күҙе күрмҽгҽн, кеше ҡолағы ишетмҽгҽн һҽм бер
~ 80 ~
кешенең хыялында ла булмаған йҽннҽт ҽҙерлҽнем», - тип ҽйтҽ», ти. Йҽғни ҽгҽр һеҙҙҽн: «Нимҽ ул матур тормош? Бҿтҽ хыялдарыңдың да тормошҡа ашыуын нисек күҙ алдына килтерҽһең?» - тип һораһалар, һҽм һеҙ ни тиклем күп нҽмҽлҽр һанап сыҡһағыҙ ҙа, йҽннҽттең миллиондан бер ҿлҿшҿн дҽ һанай алмаҫһығыҙ. Сҿнки йҽннҽттең матурлығын, байлығын, лҽззҽттҽрен күҙ алдына килтерергҽ беҙҙең аҡылыбыҙ етмҽй. Йҽннҽткҽ кергҽн кешелҽр унда матур егеттҽр һҽм ҡыҙҙар булып керҽлҽр. Йҽннҽттҽ ауырыуҙар ҙа, зҽғифтҽр ҙҽ, ҡарттар ҙа булмай. Һҽм унда бер кем дҽ сирлҽү, олоғайыу, үлеү тигҽн нҽмҽлҽрҙе белмҽҫ. Йҽннҽттҽ кешенең бҽҙрҽф хҽжҽттҽре лҽ юҡ, хатта ул бер ҡасан да арымай ҙа, тирлҽмҽй ҙҽ. Тир урынына кеше тҽненҽн хуш еҫле мисек кенҽ сығып торор. Кеше унда эшлҽргҽ лҽ, ашарына табырға тип тырышырға ла тейеш түгел – сҿнки уның телҽгҽн бер емештҽре, ризыҡтары уның янында үҙҙҽренҽн-үҙҙҽре барлыҡҡа килеп торасаҡ. Хатта иң-иң яҡшы ебҽктҽн эшлҽнгҽн кейемдҽр ҙҽ ағастарҙа эленеп торорҙар – телҽгҽнен һайлап кей генҽ. Йҽннҽттең ер-тупрағы ла бындағы ер һымаҡ түгел, хҽҙистҽрҙҽ ҽйтелеүенсҽ, унда тупраҡ урынына шафран буласаҡ. Шулай уҡ, ундағы ағастар һҽм ҿйҙҽр ҙҽ был донъялағы ағастар һҽм ҿйҙҽр кеүек түгел, бҿтҽ нҽмҽ зиннҽтле таштарҙан, алтынкҿмҿштҽн булыр. Тағы Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺҽйтеүенсҽ, ҽгҽр берҽй һыбайлы йҽннҽттҽге ағас күлҽгҽһе буйлап сабып барһа, ул уны йҿҙ йыл эсендҽ лҽ сабып үтҽ алмаҫ ине. Һҽм тағы ла, Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелеүенсҽ, йҽннҽттҽ балдан, һҿттҽн, хҽмерҙҽн һҽм һыуҙан мул йылғалар ағып ятасаҡ. Лҽкин ул эсемлектҽр беҙҙең был донъялағы эсемлектҽр кеүек түгел. Мҽҫҽлҽн, йҽннҽттҽге хҽмер кешенең башын ауырттырмаясаҡ, уны эскҽн кеше тик лҽззҽт кенҽ кисерҽсҽк. Шулай уҡ, йҽннҽттҽ матурлыҡтары һҿйлҽп биргеһеҙ ҡатындар (хур ҡыҙҙары) мосолмандарҙың иптҽштҽре буласаҡ. Пҽйғҽмбҽр ( )ﷺҽйтеүенсҽ, ҽгҽр ошо ҡатындарҙың береһе генҽ лҽ беҙҙең Ергҽ ҡараһа, ер менҽн күк араһындағы бар
~ 81 ~
нҽмҽне яҡтыртыр ине. Лҽкин мосолмандың был донъялағы ҡатыны (ҽгҽр ул да мосолман булһа) уларҙан күпкҽ-күпкҽ сибҽрерҽк булыр, ти хҽҙистҽр. Шуға күрҽ бер мосолманға ла – бабай йҽ ҽбей булһынмы, зҽғиф йҽ ярлы булһынмы – кҽмһетеп, ҿҫтҽн ҡарамағыҙ, уларҙан кҿлмҽгеҙ, сҿнки улар йҽннҽттҽ һау-сҽлҽмҽт, матур егет һҽм ҡыҙҙар буласаҡтар. Был донъяла зҽғиф, ҡарт булһа ла, Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ буйһоноп, ғибҽҙҽттҽрен еренҽ еткереп үтҽргҽ тырышҡан кеше теге донъяла йҽш, матур баһадирға ҽүерелеп, мҽңге рҽхҽт тормошта кҿн итер, иншҽллаһ. Шуға күрҽ беҙ, мосолмандар, берберебеҙгҽ уйҙарыбыҙҙа ла кҽмһетеп ҡарамайбыҙ, ҽ бүтҽн кеше тураһында: «Бҽлки, ул кеше минҽн хҽйерлерҽктер, Аллаһы Тҽғҽлҽ алдында уның дҽрҽжҽһе минекенҽ ҡарағанда юғарыраҡтыр», тип фекерлҽйбеҙ. Ысынлап та, был фани донъялыҡта булған барлыҡ дҽрҽжҽлҽр (нҽҫелебеҙ, матурлығыбыҙ, байлығыбыҙ һҽм башҡаһы) Аллаһ ҿсҿн бер нҽмҽ лҽ түгел. Аллаһы Тҽғҽлҽ фҽҡҽт беҙҙең йҿрҽктҽргҽ ҡарай. Һҽм был донъяла берҽй кеше зҽғиф йҽки ярлы булһа ла, ҽгҽр ғибҽҙҽттҽрендҽ ихлас икҽн, ул аҙаҡ теге донъяла бар нҽмҽне лҽ аласаҡ. Ҽ ҽгҽр кеше бай, данлыҡлы, кҿслҿ һҽм матур булып та, лҽкин Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ ышанмаһа, Уға ғибҽҙҽттҽр ҡылмаһа, ул теге донъяла бик ныҡ хурлыҡлы хҽлгҽ тҿшҽсҽк. Йҽннҽттҽ кеше тик ашамлыҡ, эсемлек, ҡатындар менҽн генҽ лҽззҽтлҽнеп ҡалмай, унда мосолмандар бер-береһе менҽн күрешеп, һҿйлҽшеп торасаҡтар. «Иҫлҽйһеңме, беҙ ерҙҽге донъяла шулай иткҽйнек, былай иткҽйнек», - тип улар был донъялағы тормоштарын хҽтерлҽп-хҽтерлҽп алырҙар. Улар унда бер ҡасан да бҽхҽс, ыҙғыш һҽм һуғыш тигҽн нҽмҽне лҽ белмҽҫтҽр. Хатта был донъяла уларҙың бер-береһенҽ үстҽре, асыуҙары булһа ла. Сҿнки йҽннҽттҽ насар хис-тойғоларға бер ниндҽй ҙҽ урын юҡ. Йҽннҽттҽ мосолмандарҙың дҽрҽжҽлҽре тҿрлҿсҽ булыр – уларҙың был донъялағы ҡылған ғҽмҽлдҽренҽ ҡарап. Кемдер
~ 82 ~
бейегерҽк, байыраҡ йҽннҽттҽ кҿн итер, кемдер – түбҽнерҽк урында (унда барлығы йҿҙ дҽрҽжҽ). Лҽкин бының арҡаһында бер кем дҽ бер кемгҽ лҽ кҿнлҽшмҽҫ, сҿнки йҽннҽттҽ кешенең күңеле тыныс буласаҡ. Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндең бик күп аяттарында йҽннҽтте тасуирлаған. Ҡайһы бер аяттарҙы уҡып китҽйек: «Дҿрҿҫлҿктҽ, тҽҡүҽлелҽрҙе уңыш кҿтҽ: баҡсалар һҽм йҿҙҿмлҿктҽр, һҽм ҡабарынҡы түшле йҽштҽштҽр (ҡатынҡыҙҙар), һҽм тулы касалар. Улар унда буш һүҙ ҙҽ, ялған да ишетмҽҫтҽр...» («Хҽбҽр» сүрҽһе, 31 – 35 аяттар); «Һҽм алдан килеүселҽр – (кемдҽр ул) алдан килеүселҽр? Былар – яҡынайтылғандар, рҽхҽтлек баҡсаларында. Күбеһе – ҽүҽлгелҽр (тҽүге быуындар), һҽм аҙыраҡ – һуңғыларынан (һуңғы быуындар). Улар сигелгҽн урындыҡтарҙа, терһҽктҽренҽ таянып ҡара-ҡаршы ятырҙар. Мҽңге йҽш егеттҽр улар тирҽһендҽ йҿрҿп торорҙар – ағып торған сығанаҡтан (тултырылған) һауыттар, туҫтаҡтар һҽм касалар менҽн. (Ул эсемлектҽн) баш та ауыртмай һҽм хҽлһеҙлек тҽ килмҽй. Һҽм үҙҙҽре һайлап алған емештҽр һҽм үҙҙҽре телҽгҽн ҡош иттҽре менҽн (һыйланырҙар). Ҽ ҙур ҡара күҙлелҽр (ҡатындары булыр) – улар һаҡланған ынйылар кеүек. Ҡылған ғҽмҽлдҽре ҿсҿн бүлҽк был! Улар унда буш һүҙ ҙҽ, гонаһҡа тҿшҿрҿрҙҽй һҿйлҽшеүҙҽр ҙҽ ишетмҽҫ, ҽ фҽҡҽт: «Сҽлҽм! Сҽлҽм!» - тигҽн һүҙҙҽр генҽ... Һҽм уң яҡ эйҽлҽре – кемдҽр ул уң яҡ эйҽлҽре? Сҽнскелҽре булмаған лотостар араһында, һҽм емештҽре рҽтрҽт аҫылынған банан ағастары, һҽм йҽйелгҽн күлҽгҽлҽр, һҽм ағым һыуҙар, һҽм мул емештҽр араһында – улар бҿтмҽй ҙҽ һҽм тыйылмаған да. (Улар) йҽйелгҽн түшҽктҽрҙҽ (яталар). Уларҙың ҡатындарын Беҙ ҡабаттан барлыҡҡа килтерҽбеҙ – ҡабаттан ҡыҙлыҡлы итеп һҽм ирҙҽрен яратыусы йҽштҽштҽр итеп. Был – уң яҡ эйҽлҽре ҿсҿн. Уларҙың күбеһе – ҽүҽлгелҽр
~ 83 ~
(тҽүге быуындар), һҽм күбеһе – һуңғылар (һуңғы быуындар)» («Ваҡиға» сүрҽһе, 10 – 40 аяттар). «...(Аллаһ) уларға нурлы йҿҙ һҽм шатлыҡ бирер. Һҽм уларҙы түҙемлектҽре ҿсҿн йҽннҽт баҡсаһы һҽм ебҽктҽр менҽн бүлҽклҽр. Урындыҡтарҙа таянып ятып, унда ҡыҙыу ҡояш та, ҽсе һыуыҡ та күрмҽҫтҽр. Уларға (баҡсаның) күлҽгҽһе яҡын булыр, ҽ емештҽре түбҽн тҿшҿр. Һҽм улар тирҽһендҽ кҿмҿш һауыттар һҽм бҽллүр (хрусталь) касалар менҽн (хур ҡыҙҙары) йҿрҿп торорҙар. Кҿмҿш бҽллүрҙҽр – улар үлсҽү менҽн самаланған булыр. Һҽм уларға зҽнйҽбил (имбирь) ҡатышмаһы булған касанан эсерерҙҽр, Сҽлсҽбил тип аталған шишмҽнҽн. Улар тирҽһендҽ мҽңге йҽш үҫмерҙҽр йҿрҿп торор, уларҙы күргҽс, былар һибелгҽн ынйылар икҽн тип уйларһың. Һҽм, ҽгҽр ҡараһаң, унда күп ниғмҽт һҽм оло батшалыҡ күрерһең. Ҿҫтҽрендҽ кейемдҽре йҽшел ебҽктҽн һҽм ҡытаттан (парчанан) булыр, һҽм кҿмҿш белҽҙектҽр менҽн биҙҽклҽнгҽндҽр. Һҽм Раббылары уларға саф таҙа эсемлек эсерер. Был – һеҙгҽ түлҽү бит, һеҙҙең тырышлығығыҙ шҿкҿр менҽн ҡайтарылды!» («Кеше» сүрҽһе, 11 – 22 аяттар). Һҽм башҡа шундай аяттар. Беҙ алдағы дҽрестҽрҙҽ ҽйткҽнсҽ, ҡайһы бер мосолмандар туранан-тура йҽннҽткҽ керҽ алмаясаҡ. Улар үҙҙҽренең ҡылған гонаһтары ҿсҿн тҽүҙҽ йҽһҽннҽмгҽ элҽгҽсҽк (Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙе бынан һаҡлаһын). Шунда күпмелер ваҡыт булып сыҡҡандан һуң ғына, Аллаһы Тҽғҽлҽ уларҙы йҽннҽткҽ алыр. Был мосолмандар юғары дҽрҽжҽлҽге йҽннҽткҽ ҿлгҽшҽ алмаһалар ҙа, уларға Аллаһы Тҽғҽлҽ ифрат ҙур ҽжер-бүлҽктҽр бирҽсҽк. Был турала Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺошолай тине: «Мин уттан сығасаҡ иң һуңғы кеше тураһында белҽм. Ул кеше йҽһҽннҽмдҽн шыуышып килеп сығасаҡ. Һҽм уға: «Бар, йҽннҽткҽ кер», - тиерҙҽр, һҽм ул йҽннҽткҽ барып керер. Ҽммҽ унда инде кешелҽр үҙ урындарын билҽп бҿткҽн булырҙар. Шул ваҡыт унан: «Элекке заманда һин үҙеңдең
~ 84 ~
ниндҽй хҽлдҽ булғаныңды хҽтерлҽйһеңме?» - тип ҽйтелер. «Эйе», - тиер ул. Һҽм уға: «Ҽ хҽҙер һора, нимҽ телҽйһең, шуны һора!» тиерҙҽр. Һҽм был кеше тҿрлҿ-тҿрлҿ рҽхҽтлектҽр һорай башлаясаҡ (йҽғни, миңҽ ошо булһа ине, был булһа ине, тип). Шунан һуң уға: «Һиңҽ ҽле телҽгҽн бар нҽмҽң дҽ бирелер, һҽм шуға ҿҫтҽп – Ер шарынан ун тапҡыр ҙурыраҡ донъя!» - тиелер. Ҽ был кеше, ишеткҽненҽ ышанмайса: «Һеҙ минҽн ҽллҽ шулай кҿлҽһегеҙме?» тип аптырап ҡалыр хатта...» Ошо урында Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺтештҽрен күрһҽтеп тороп ихлас кҿлҿп ебҽрҽ. Пҽйғҽмбҽребеҙ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) үҙенең ҿммҽтенҽн иң түбҽн дҽрҽжҽлҽге йҽннҽт алыусы кеше ҿсҿн ана шулай шатланған. Ул, ысынлап та, беҙҙең ҿсҿн бик ныҡ борсола ине. Ул беҙҙең барыбыҙҙың да йҽннҽткҽ кереүебеҙҙе телҽне, шуға ла беҙгҽ бар нҽмҽне лҽ ҿйрҽтеп ҡалдырҙы. Үҙе ҽйтеүенсҽ, был донъяла ниндҽй генҽ хҽйерле эш булмаһын, ул беҙгҽ уның тураһында ҽйтеп ҡалдырҙы, һҽм ниндҽй генҽ ҡурҡыныс янамаһын, ул беҙҙе был турала иҫкҽртте. Шуға күрҽ, Пҽйғҽмбҽребеҙ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) Сҿннҽтен (хҽҙистҽрҙе) кҿсҿбҿҙҙҽн килгҽнсҽ һҽйбҽтлҽп ҿйрҽнҽйек, харамдар ҡылмайыҡ һҽм һҽр ваҡыт яҡшылыҡтар эшлҽргҽ тырышайыҡ, ҡҽрҙҽштҽр! Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙе йҽһҽннҽмдҽн аралаһын һҽм йҽннҽттҽргҽ керетһен, амин! Ун икенсе дҽрес тамам.
~ 85 ~
13-сө дҽрес
Ислам дине фҽндҽре Ислам дине буйынса нисек белем алына? Был дҽрестҽ беҙ ошо һорауға яуап бирергҽ тырышасаҡбыҙ, иншҽллаһ. Ислам дине тураһында дҿрҿҫ аңлайыш булһын ҿсҿн, мосолмандар дини белем алырға тейеш. Бының ҿсҿн билдҽле фҽндҽр ҿйрҽнелҽ. Хҽҙер беҙ ошо фҽндҽр тураһында һҿйлҽп китҽсҽкбеҙ. Бҿгҿн күп кенҽ мосолмандар, был фҽндҽр тураһында бер нҽмҽ лҽ белмҽһҽлҽр ҙҽ, ислам дине тураһында бүтҽндҽргҽ «аҡыл һатыуҙан» тартынмай. Ҽ бит был фҽндҽрҙе белмҽй тороп, динде лҽ тулыһынса дҿрҿҫ аңлап булмай. Мҽҫҽлҽн, ҡайһы бер кешелҽр, ислам динен аңлау ҿсҿн бер-ике китап йҽ гҽзит-журнал уҡыу ҙа етҽ, тип уйлай. Был, ҽлбиттҽ, яңылыш фекер. Сҿнки гҽзит-журналдарҙа йыш ҡына дини белемдҽре булмаған яҙыусылар, шағирҙар, философтар, ябай кешелҽр дин тураһында фҽлсҽфҽ итҽлҽр һҽм яңылыш уйҙар тараталар, ҽ гҽзит уҡыусы иһҽ был мҽҡҽлҽлҽрҙҽн һуң динде яңылыш аңлай башлауы бар. Шуға күрҽ дини белем мосолмандар тураһында кинолар, сериалдар, пьесалар ҡарап, йҽ совет осоронда яҙылған ҽҫҽрҙҽр, йҽ гҽзитжурналдарҙа дини ғилеме булмаған кешелҽр тарафынан баҫтырылған «уйланыуҙар» аша алынмай! Диҡҡҽт итегеҙ, ағайэне. Тимҽк, нисек һҽм кемдҽн беҙ ислам динен дҿрҿҫ итеп ҿйрҽнҽ алабыҙ? Ҽлбиттҽ, иң беренсе – беҙгҽ ислам динен биргҽн һҽм беҙгҽ Үҙ китабын ебҽргҽн Раббыбыҙ Аллаһы Тҽғҽлҽнҽн. Уның китабы, белеүегеҙсҽ, «Ҡҿрьҽн» тип атала. Йҽғни, беҙ ислам динен иң тҽүҙҽ Ҡҿрьҽндҽн ҿйрҽнергҽ тейешбеҙ. Ярай, ҽ Ҡҿрьҽн
~ 86 ~
кемгҽ бирелгҽн? Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽргҽ ()ﷺ. Тимҽк, Ҡҿрьҽнде иң яҡшы аңлаған кеше кем? Ҽлбиттҽ, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр үҙе ()ﷺ. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең һүҙҙҽре, ҡылған эштҽре, йҽшҽйеше Сҿннҽт тип атала. Тимҽк, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең Сҿннҽте – ул Аллаһы Тҽғҽлҽнең китабы Ҡҿрьҽндең киң аңлатмаһы һҽм практик ҿлгҿһҿ. Йҽғни, ҽгҽр беҙ: «Ҡҿрьҽнде йҿҙ процент үтҽп йҽшҽгҽн кеше ниндҽй булырға тейеш?» - тип һораһаҡ, яуап шундай булыр: «Ул кеше нҽҡ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең үҙе кеүек булырға тейеш». Шулай итеп, Ҡҿрьҽн буйынса нисек йҽшҽргҽ тейешлеген белергҽ телҽһҽк, беҙ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең Сҿннҽтенҽ ҡарарға, уны ҿйрҽнергҽ тейешбеҙ ()ﷺ. Бына ошо ике бҿйҿк сығанаҡ – Ҡҿрьҽн һҽм Сҿннҽт – улар ислам диненең нигеҙе лҽ инде. Ҡҿрьҽн һҽм Сҿннҽтте яҡшы белгҽн кеше генҽ ислам динен яҡшы белгҽн булыр, бынан башҡа ислам динен ҿйрҽнеү юлдары юҡ. Ҽ Ҡҿрьҽн һҽм Сҿннҽтте ҿйрҽнер ҿсҿн иһҽ кеше ете фҽнде яҡшы белергҽ тейеш: 1) Аҡида. 2) Тҽджүид. 3) Ҡҿрьҽн тҽфсире. 4) Фиҡһ. 5) Хҽҙистҽр. 6) Сира. 7) Ғҽрҽп теле. Ошо ете фҽнде бер-бер артлы һанап һҽм аңлатып китҽйек. 1) Беренсе фҽн аҡида тип атала. «Аҡида» һүҙе, ғҽрҽп теленҽн тҽржемҽ иткҽндҽ, «тҽрҽн ышаныу, инаныу» тигҽнде белдерҽ. Аҡида фҽнендҽ беҙ, кем ул Аллаһы Тҽғҽлҽ, Уның сифаттары ниндҽй, беҙ Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ иманыбыҙҙы нисек иҫбатларға, арттырырға, һаҡларға тейешбеҙ, һҽм башҡа шуның кеүек һорауҙарҙы ҿйрҽнҽбеҙ. Ҡыҫҡаһы, был фҽн беҙҙең
~ 87 ~
иманыбыҙҙы дҿрҿҫлҽй, уны тҽрҽнҽйтҽ һҽм уны тҿрлҿ шикшҿбһҽлҽрҙҽн һаҡлай. 2) Икенсе фҽн – ул тҽджүид, йҽғни Ҡҿрьҽн уҡыу ҡағиҙҽлҽре. «Тҽджүид» һүҙе, ғҽрҽп теленҽн тҽржемҽ иткҽндҽ, «нимҽнелер яҡшы эшлҽү» тигҽнде аңлата. Һҽр мосолман Ҡҿрьҽнде оригиналда уҡый белергҽ тейеш. Һҽр хҽлдҽ һҽр кемебеҙ кҿнҿнҽ биш намаҙ уҡырға һҽм шул намаҙҙар ваҡытында сүрҽлҽрҙе дҿрҿҫ итеп ятларға тейеш. Ҽ бының ҿсҿн ул һҽр хҽрефтең нисек итеп ҽйтелгҽнен яҡшылап ҿйрҽнергҽ бурыслы. Йҽғни, ниндҽй хҽреф нисек яңғырай, хҽрефтҽр нисек ҡушылып уҡыла, ниндҽй хҽреф ҡайһы осраҡта йотола, ҡайһы осраҡта ул икенсе хҽрефкҽ ҽйлҽнҽ, Ҡҿрьҽнде уҡый башлағанда нимҽ ҽйтер кҽрҽк, ҡайһы аятты уҡығанда сҽждҽ ҡылына, Ҡҿрьҽндҽге теге йҽки был тамға нимҽ аңлата – быларҙың барыһын да тҽджүид фҽне ҿйрҽтҽ. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺмосолмандарға Ҡҿрьҽнде уҡырға, ятларға ҡушҡан. Беҙ быны эшлҽмҽһҽк, йҿрҽктҽребеҙ таҙармаҫ, күңелдҽребеҙгҽ шифа таба алмаҫбыҙ. 3) Ҿсҿнсҿ фҽн – тҽфсир фҽне. «Тҽфсир» һүҙе ғҽрҽпсҽ «аңлатма биреү» тигҽнде аңлата. Тҽфсир фҽне – ул беҙгҽ Ҡҿрьҽнде дҿрҿҫ аңларға ярҙам итеүсе фҽн. Тҽфсир ғалимы Ҡҿрьҽндҽге һҽр бер аятты аңлата белергҽ тейеш: ғҽрҽп телендҽ ундағы һҽр бер һүҙ нимҽ аңлата, был аят тураһында Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺнимҽ ҽйткҽн, был аятты аңлатыусы ниндҽй хҽҙистҽр бар, сҽхҽбҽлҽр ул аятты нисек аңлағандар – былар барыһы ла тҽфсир фҽне ҿсҿн кҽрҽкле белемдҽр. Йҽғни, Ҡҿрьҽндҽге ниндҽйҙер берҽй аятты дҿрҿҫ аңлар ҿсҿн беҙ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺһҽм уның сҽхҽбҽлҽренең ул аятты нисек аңлағандарына ҡарарға тейешбеҙ. Юҡһа, үҙебеҙҙең күҙаллауҙарыбыҙҙан сығып ҡына ниндҽйҙер һығымталар яһарға тырышһаҡ, яңылышырбыҙ.
~ 88 ~
4) Дүртенсе фҽн – ул фиҡһ фҽне. «Фиҡһ» һүҙе, ғҽрҽп теленҽн тҽржемҽ иткҽндҽ, «яҡшы аңлау» тигҽнде аңлата.Фиҡһ мосолманға ябай тҽһҽрҽттҽн башлап иң ҙур мҽсьҽлҽлҽргҽ тиклем барлыҡ кҽрҽкле белемдҽрҙе бирҽ. Икенсе тҿрлҿ ҽйткҽндҽ, фиҡһ – ул Ислам хоҡуғы, Ислам юриспруденцияһы. Йҽғни, мосолмандың Аллаһы Тҽғҽлҽ алдында ниндҽй йҿклҽмҽлҽре бар, үҙ-үҙе, ғаилҽһе, күршелҽре һҽм бҿтҽ башҡа кешелҽр алдында ниндҽй хаҡтары, хоҡуҡтары бар – быларҙың барыһын да фиҡһ фҽне аңлата. Мҽҫҽлҽн, ошо минутта намаҙ ваҡыты керһҽ, беҙ Аллаһы Тҽғҽлҽ алдындағы йҿклҽмҽбеҙҙе – намаҙҙы үтҽп ҡуйырға тейешбеҙ. Ҽ нисек был намаҙға ҽҙерлҽнергҽ, нисек тҽһҽрҽт алырға, ҡайһы яҡҡа йҿҙҿбҿҙҙҿ борорға, намаҙҙың башында, уртаһында, аҙағында нимҽ уҡырға, эргҽлҽ намаҙ уҡып торған кешегҽ ҡарата нисек мҿғҽмҽлҽ итергҽ һҽм башҡаһы – быларҙың барыһын да беҙ фиҡһ фҽненҽн ҿйрҽнҽбеҙ. 5) Бишенсе фҽн – ул хҽҙистҽр. Ғҽрҽпсҽ улар «хҽдиҫ» тиелҽ. «Хҽдиҫ» – ул «булған хҽл-ваҡиға, йҽ иһҽ уны һҿйлҽп биреү» тигҽнде аңлата. Йҽғни, хҽҙистҽр – улар Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺүҙенең ҽйтеп ҡалдырған һүҙҙҽре, йҽ иһҽ уның турала ниндҽйҙер уҡыусыһының (сҽхҽбҽнең) һҿйлҽп ҡалдырғаны. Мҽҫҽлҽн, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ошондай ҽйтеп ҡалдырған һүҙе, йҽғни хҽҙисе, бик киң билдҽле: Ғҽбдулла ибн Зҿбҽйр Сүфйҽндҽн, Сүфйҽндең Йҽхйҽ ибн Сҽғид Ҽл-Ҽнсарийҙҽн, Йҽхйҽ ибн Сҽғид Ҽл-Ҽнсарийҙың Мҿхҽммҽд ибн Ибраһимдан, Мҿхҽммҽд ибн Ибраһимдың Ғалҡама ибн Уҡҡастан, Ғалҡама ибн Уҡҡастың Ғҿмҽр ибн ҼлХаттабтан һҿйлҽүенсҽ: Пҽйғҽмбҽр ( )ﷺошолай тине: «Иннҽмҽл-ҽғмҽлү биннийҽт». Йҽғни, тҽржемҽ итһҽк: «Бҿтҽ эштҽр ҙҽ ниҽткҽ ҡарап баһалана». Хҽҙер хҽҙис фҽнен ошо ҡыҫҡа миҫалда аңларға тырышып ҡарайыҡ. Был фҽн Пҽйғҽмбҽр (ғҽлҽйһиссҽлҽм) үҙе ҽйткҽн йҽ
~ 89 ~
уның тураһында ҽйтелгҽн һҽр бер һүҙҙе ентеклҽп тикшерҽ. Мҽҫҽлҽн, «иннҽмҽ» тигҽн һүҙ нимҽне аңлата, «ҽғмҽлү» – ниндҽй мҽғҽнҽ бирҽ, «би-ннийҽт» – нимҽ ул, һҽм башҡаһы. Йҽғни, һҽр бер һүҙ тикшерелҽ. Был фҽндең айырым бер тармағы иһҽ хҽҙистҽрҙе бер ауыҙҙан икенсе ауыҙға еткереүсе кешелҽрҙең кем икҽнлеген ҿйрҽнҽ. Үрҙҽге миҫалдан күреүегеҙсҽ, был кешелҽрҙең исемдҽре бер теҙмҽ булып хҽҙистең алдынан килгҽн. Был теҙмҽ «сҽнҽд» тип атала. Йҽғни, ошо хҽҙисте еткергҽн һҽр бер кешене ғалимдар ентеклҽп тикшерҽлҽр, ул кешегҽ ышанырға буламы, юҡмы икҽнен ҡарайҙар. Ҽгҽр сҽнҽдтҽге ниндҽйҙер бер кеше алдаҡсы йҽ онотоусан булып табылһа, был хҽҙисте «дағиф» (йҽғни, зҽғиф, кҿсһҿҙ) тиҙҽр. Дағиф хҽҙистҽргҽ ышанырға ярамай. Тимҽк, ниндҽйҙер бер хҽҙисте дҿрҿҫ аңлар ҿсҿн уның сҽнҽден, һҽр бер һүҙен, дҿйҿм мҽғҽнҽһен белеү лазым. Шулай уҡ, һҽр бер хҽҙискҽ ғалимдар тарафынан аңлатма ла бирелгҽн, ул «шҽрх» тип атала. Йҽғни, ниндҽйҙер хҽҙис аңлашылмай икҽн, уның шул шҽрхенҽ ҡарар кҽрҽк. Юҡһа, ҡайһы бер кешелҽр берҽй хҽҙисте уҡыйҙар ҙа, уны үҙҙҽренҽ күрҽ аңлайҙар, ул хҽҙискҽ ғалимдар тарафынан бирелгҽн аңлатмаға (шҽрхкҽ) ҡарамайҙар. Һҽм был, ҽлбиттҽ, тҿрлҿ яңылышлыҡтарға юл аса. 6) Алтынсы фҽн – ул сира. Сира – ул Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺтормош тарихы (ҡара: 9-сы дҽрес). Ғҽрҽп теленҽн тҽржемҽ иткҽндҽ «сира» һүҙе «юл» тигҽн мҽғҽнҽлҽ килҽ. Ысынлап та, Пҽйғҽмбҽребеҙҙең тормош юлын, уның ниндҽй осраҡта нимҽлҽр эшлҽгҽнен, нимҽ ҽйткҽнен һҽм башҡаһын яҡшылап белмҽй тороп, Ҡҿрьҽндең нисек үтҽлергҽ тейешлелеген беҙ нисек дҿрҿҫ аңлай алырбыҙ? Бер нисек тҽ! Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺтормошо тотошлайы менҽн Ҡҿрьҽндең ғҽмҽли яғын сағылдыра. Юҡҡа ғына Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең иң яратҡан ҡатыны Ғҽйшҽ уның турала: «Уның холҡо – Ҡҿрьҽн ине», - тимҽгҽн бит. Йҽғни, уның холоҡ-фиғеле (характеры), йҽшҽйеше, үҙ-үҙен тотошо – барыһы ла Ҡҿрьҽндең тере
~ 90 ~
сағылышы ине. Шуға күрҽ лҽ мосолмандар сираны яҡшы белергҽ тейеш. 7) Етенсе фҽн – ул ғҽрҽп теле. Раббыбыҙ Үҙ китабы Ҡҿрьҽнде ғҽрҽп телендҽ ебҽргҽн. Рус телендҽ лҽ түгел, башҡортса ла, ҡытайса ла, йҽ башҡа телдҽ лҽ түгел, ҽ ғҽрҽпсҽ. Ғҽрҽпсҽ аңламай тороп, Ҡҿрьҽндең тулы мҽғҽнҽһен дҽ аңлау мҿмкин түгел. Сҿнки һҽр телдең үҙ нескҽлектҽре, үҙенсҽлектҽре була. Ҡҿрьҽндҽге, мҽҫҽлҽн, теге йҽ был һүҙ нимҽ аңлатҡанын тҿшҿнҿр ҿсҿн беҙ был һүҙҙең ғҽрҽп телендҽ нимҽ аңлатҡанын белергҽ тейешбеҙ. Башланғыс мҽлдҽ беҙ, ҽлбиттҽ, Ҡҿрьҽндең тҽржемҽлҽре менҽн генҽ ҡҽнҽғҽтлҽнергҽ мҽжбүрбеҙ, ҽммҽ был Китапты тулы мҽғҽнҽһендҽ аңларға телҽгҽн кешегҽ был кимҽлдҽ генҽ туҡталып ҡалырға ярамай. Хатта ғҽрҽптҽр үҙҙҽре лҽ ғҽрҽп теле фҽнен махсус ҿйрҽнҽлҽр, сҿнки Ҡҿрьҽн индерелгҽн ваҡытта ҡайһы бер һүҙҙҽрҙең мҽғҽнҽһе икенсе тҿрлҿ булған, ҽ мең ярым йыл үткҽндҽн һуң хҽҙер был һүҙҙҽр үҙгҽргҽн. Мҽҫҽлҽн, бҿгҿн ябай рус кешеһе «Слово о полку Игореве» тигҽн ҽҫҽрҙе уҡыһа, уны тулыһынса аңлай алмаясаҡ. Сҿнки, бер үк тел булһа ла, ул ваҡыт үтеү менҽн үҙгҽрҽ. Йҽғни, шулай итеп, ғҽрҽп теле – ул Ҡҿрьҽнде аңлау ҿсҿн иң беренсе асҡыс. Бүтҽн фҽндҽрҙе тҽрҽнерҽк ҿйрҽнеү ҿсҿн дҽ ғҽрҽп теле кҽрҽк, сҿнки барлыҡ иң дҿрҿҫ китаптар ҙа нҽҡ ғҽрҽп телендҽ яҙылған, һҽм Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр үҙе лҽ ()ﷺ Ҡҿрьҽнде ғҽрҽп телендҽ аңлатҡан. Шулай итеп, ислам диненең иң тҿп фҽндҽре етҽү, тинек. Уларҙы иҫегеҙҙҽ ҡалдырығыҙ: аҡида, тҽджүид, тҽфсир, фиҡһ, хҽҙистҽр, сира һҽм ғҽрҽп теле. Килҽһе дҽрестҽрҙҽ беҙ был фҽндҽрҙең һҽр береһе тураһында айырым һҿйлҽшеп китҽбеҙ, иншҽллаһ. Ун ҿсҿнсҿ дҽрес тамам.
~ 91 ~
14-се дҽрес
Аҡида фҽне Бҿгҿнгҿ һҽм килҽһе дҽрестҽрҙҽ беҙ атап үткҽн дин фҽндҽре тураһында һҿйлҽшҽсҽкбеҙ. Ун ҿсҿнсҿ дҽрестҽ беҙ уларҙы ҿҫтҿн генҽ аңлатҡайныҡ, шуға күрҽ ҡайһы бер асыҡлыҡтар индерер кҽрҽк тип уйлайым. Шулай итеп, был дҽрестең темаһы – аҡида фҽненең асылы. Бынан алдағы бер дҽресебеҙҙҽ ҽйткҽнсҽ, аҡида тигҽн һүҙ «тҽрҽн ышаныу, инаныу» тигҽнде аңлата. Икенсе һүҙҙҽр менҽн ҽйткҽндҽ, «аҡида» – ул идеология; йҽшҽү һҽм үлемгҽ булған ҡараш, күңелдҽге принциптар, тҿшҿнсҽлҽр. Ҡыҫҡаһы, кешенең үҙ ышансысын ниндҽйҙер бҿйҿк нҽмҽгҽ бҽйлҽүе. Ғҽрҽп телендҽ «аҡида» һүҙенҽ морфологик яҡтан оҡшаш, бер тамырҙан килгҽн «аҡид» һүҙе «бҽйлҽнгҽн нҽмҽ» тигҽн мҽғҽнҽлҽ килҽ. Фиҡһ фҽне мосолмандың ғҽмҽлдҽре менҽн бҽйле булһа, аҡида мосолмандың күңелендҽ була торған тҿшҿнсҽлҽр менҽн бҽйле. Был да бик мҿһим, сҿнки кешенең ҡылған эштҽре нҽҡ күңелендҽ ятҡан уйҙарға бҽйле лҽ инде. Ҽгҽр кемдер аҡсаны иң ҿҫтҿн нҽмҽ күрҽ икҽн, ул кешенең һүҙҙҽре, эштҽре, пландары һҽм дуҫтары ла тик аҡса ҿсҿн булыр. Ҽгҽр кеше спортты йҽшҽү мҽғҽнҽһе тип һанаһа, уның томошо ла тик спортзал, ярыштар, спорт менҽн шҿғҿллҽнеүҙҽ торор. Ҡыҫҡаһы, кемгҽ нимҽ ҡҽҙерлерҽк, ул шуның менҽн мҽшғүл, шуның менҽн ғүмерен үткҽрҽ.
~ 92 ~
Шулай булғас, аҡида фҽне беҙҙең күңелебеҙҙе, йҿрҽгебеҙҙе тҿҙҽтеүҙҽ ҙур роль уйнай2. Был фҽнде ҿйрҽнгҽндҽ беҙ Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ иманыбыҙҙы нисек арттырырға, һаҡларға, иҫбатларға кҽрҽк булғанын ҿйрҽнҽбеҙ. Аҡида дҽрестҽрендҽ мосолмандар нимҽгҽ ышанырға, нимҽгҽ ышанырға ярамағанлығын, нимҽне ҿҫтҿн ҡуйырға, нимҽне – икенсе урынға, ҽ нимҽне бҿтҿнлҽй ҡиммҽтле тип һанамаҫҡа ҿйрҽнҽлҽр. Шулай уҡ, динебеҙҙең сафлығын нисек һаҡларға, ошо дингҽ килеп ингҽн тҿрлҿ хҿрҽфҽттҽр менҽн нисек кҿрҽшергҽ кҽрҽк булғанлығын да белҽбеҙ. Бер нисҽ миҫал килтерҽйек: аҡиданы яҡшы уҡымаған кешелҽр, үҙҙҽре лҽ белмҽҫтҽн, тҿрлҿ уйҙырмаларға йҽ иһҽ бҿтҿнлҽй зарарлы нҽмҽлҽргҽ ышана – шул иҫҽптҽн, сихырсы ҡатындарға барып телҽһҽ нҽмҽ һорайҙар, ҡара бесҽй юлды ҡыйҙы, тип борсолалар, буш биҙрҽ осраһа, юлым уңмай, тип ҡурҡалар. Былар барыһы ла мосолман аҡидаһына хилаф, ҡаршы булған эштҽр. Шулай уҡ, куп кешелҽр Аллаһы Тҽғҽлҽне кеше итеп күҙ алдына килтереп, «Алла бабай» тип хҽбҽр һҿйлҽй. Ҽ беҙҙең аҡидаға күрҽ, Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙе яратҡан, барлыҡҡа килтергҽн бер кемгҽ лҽ, бер нҽмҽгҽ лҽ оҡшаш түгел. Был аҡида дҽрестҽрендҽ иң тҽүҙҽ ҿйрҽнелҽ һҽм аңлатыла торған нҽмҽ! Шулай уҡ, кемдер: «Мин намаҙ уҡымаһам да, ураҙа тотмаһам да, күңелем таҙа, кешелҽргҽ яуызлыҡ телҽмҽйем», - тигҽн тҿшҿнсҽ йҽки аҡида менҽн йҽшҽй. Был да ысын мосолман аҡидаһына тура килмҽй. Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙгҽ: «Нисек телҽйһең, шулай йҽшҽ, күңелең саф булһа, шул етте!» - тимҽгҽн бит. Шулай итеп, мосолман кеше күңелендҽге булған аҡидаһын, йҽғни идеологияһын, тҿшҿнсҿлҽрен тҿҙҽтергҽ тейеш. Күңеленҽн тҿрлҿ яңылышлыҡтарҙы сығарып ташларға, уларҙың урынына дҿрҿҫ принциптар урынлаштырырға... Юҡҡа ғына Аллаһы Тҽғҽлҽ Әйфкюндюй, беҙҙео пшп кифабыбыҙҙа ѐҙған күр нюмюлюс ана шхл аҡида фюненео бес өлөшө лю инде. 2
~ 93 ~
Ҡҿрьҽндҽ: «Ҽгҽр һин ширк ҡылһаң, эштҽрең юҡҡа сығыр, һҽм һин зыян күргҽндҽрҙҽн булырһың!» - тимҽгҽн бит («Зүмҽр» сүрҽһе, 65 аят). Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, кемдер йылдар буйы намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, изге эштҽр эшлҽп тҽ, ниндҽйҙер сихырсыға барып, ул һҿйлҽгҽн һүҙҙҽргҽ ышанһа, шул кеше диндҽн сығып китеп, эштҽре юйылған булыр! Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺбер хҽҙисендҽ: «Кем сихырсы йҽ күрҽҙҽсегҽ барып, ул һҿйлҽгҽн нҽмҽлҽргҽ ышанһа, шул Мҿхҽммҽткҽ индерелгҽн нҽмҽгҽ (йҽғни Ҡөрьҽнгҽ) кҿфҿр ҡылған булыр!» - ти. Ҽ бит беҙҙең кҿндҽ лҽ мҽсеткҽ йҿрҿп тҽ, бер юлы сихырсыларға ла йҿрҿгҽн кешелҽр бар бит. Бына ниндҽй ҡуҡыныс хҽлгҽ килтерҽ аҡиданы белмҽү... Был фҽнде мотлаҡ ҿйрҽнеү кҽрҽк. Ҽгҽр һеҙ йҽшҽгҽн ерҙҽ мҽсетегеҙҙҽ дҽрес алырға мҿмкинселек юҡ икҽн, ошо китаптарҙы иҫтҽ ҡалдырығыҙ, уларҙы һатып алып аҡиданы үҙегеҙ уҡый башлағыҙ. Китаптар: Хафиз Ҽл-Хҽкҽми исемле ғалимдың «200 вопросов по вероучению Ислама» тигҽн китабы, Эльмир Кулиев тҽржемҽ иткҽн «Основы веры в свете Корана и Сунны» тигҽн китап, Тахауийҙың «Аҡида тахауия» тигҽн китабы, Сҿлҽймҽн ҼлҼшҡар исемле ғалимдың «Вера в Аллаха», «Мир благочестивых ангелов», «Мир джиннов и шайтанов» тигҽн китаптары. (Был ғалимдың башҡа китаптарын да алып ҡуйһағыҙ, яҡшы булыр). Ошоларҙы ғына уҡып сыҡһағыҙ ҙа, аҡида фҽне буйынса ҙур белемгҽ эйҽ булырһығыҙ, иншҽллаһ. Ун дүртенсе дҽрес тамам.
~ 94 ~
15-се дҽрес
Тҽджүид фҽне Был дҽрестҽ беҙ тҽджүид тигҽн фҽндең ҽһҽмиҽтен аңлатып китҽбеҙ. Тҽджүид – ул Ҡҿрьҽнде уҡыу ҡағиҙҽлҽрен ҿйрҽнгҽн фҽн. Тҽджүид һүҙе ғҽрҽп теленҽн «нимҽнелер яҡшы эшлҽү» тигҽнде аңлата. Исламда иһҽ был һүҙ аҫтында Ҡҿрьҽнде дҿрҿҫ итеп уҡыуҙы аңлайҙар. Аллаһы Тҽғҽлҽ китабын уҡыу – ул үҙе бер бҿйҿк ғибҽҙҽт. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺбер хҽҙисендҽ шулай тигҽн: «Кем Аллаһы Тҽғҽлҽ китабынан бер хҽреф уҡыһа, шуға ун изге эш яҙылыр. Мин «ҽлиф-лҽм-мим» де бер хҽреф тимҽйем, лҽкин «ҽлиф» бер хҽреф, «лҽм» дҽ бер хҽреф, «мим» дҽ бер хҽреф», тигҽн. Кемдер «Фҽтихҽ» сүрҽһен генҽ уҡып сыҡһа, унда күпме хҽреф бар! Ҽлбиттҽ, бындай ҙур сауапҡа ҿлгҽшер ҿсҿн, Ҡҿрьҽнде ғҽрҽпсҽ уҡырға ҿйрҽнер кҽрҽк. Ҡҿрьҽнде ғҽрҽп хҽрефтҽре менҽн, йҽғни Аллаһы Тҽғҽлҽ нисек индергҽн, шул шҽкелдҽ уҡый белеү – ул мосолман ҿсҿн ҙур ниғмҽт. Лҽкин Ҡҿрьҽнде уҡыу ябай бер ғҽрҽп телендҽге тексты уҡыу менҽн бер түгел, сҿнки Аллаһы Тҽғҽлҽ китабының үҙенҽ күрҽ ҡағиҙҽлҽре бар, ана шул ҡағиҙҽлҽрҙе тҽджүид фҽне ҿйрҽнҽ. Ҡҿрьҽндҽ ниндҽй хҽреф нисек ҽйтелҽ, ҡайһы осраҡта ул йотола, ҡайһы осраҡта икенсе хҽрефкҽ ҽйлҽнҽ, Ҡҿрьҽнде уҡый башлағанда нимҽ ҽйтер кҽрҽк, ҡайһы аятты уҡығанда сҽждҽ ҡылырға, Ҡҿрьҽндҽге теге йҽки был тамға нимҽ аңлатҡаны – былар барыһы ла ошо фҽндең һорауҙары.
~ 95 ~
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешелҽр тҽджүид фҽненҽ кҽрҽгенсҽ иғтибар бирмҽйҙҽр, йылдар буйы намаҙ уҡыһалар ҙа, Ҡҿрьҽнде ғҽрҽпсҽ ҿйрҽнергҽ ашыҡмайҙар. Бынан алда беҙ ҽйткҽйнек: Ислам дине фҽндҽре бер береһе менҽн бҽйле, ниндҽйҙер ғилемде аңламау икенсе ғилемгҽ лҽ насар тҽьҫир итҽ. Миҫал килтерҽйек: Ислам диненең беренсе рҿкҿнҿ – ул намаҙ. Ҽ намаҙ уҡыр ҿсҿн тҽһҽрҽт мҽсьҽлҽлҽрен генҽ белеү етмҽй, шулай уҡ «Фҽтихҽ» сүрҽһен һҽм башҡа ҡыҫҡа сүрҽлҽрҙе лҽ дҿрҿҫ уҡый белер кҽрҽк. Ҽгҽр кемдер сүрҽлҽрҙе рус йҽ башҡорт хҽрефтҽре, йҽғни транскрипция менҽн ятлаһа, ул Ҡҿрьҽнде акцент менҽн уҡыр һҽм бҽлки ниндҽйҙер хата эшлҽр. Ҽлбиттҽ, тҽү осорҙа был ҡуҡыныс түгел, сҿнки бер кем дҽ беренсе кҿндҽн там уҡый башламаҫ, лҽкин үҫешергҽ телҽмҽй яңылыш уҡып йҿрҿү кешенең үҙ диненҽ ҡарата вайымһыҙ булыуын күрһҽтҽ. Йыш ҡына ҡайһы бер ҡҽрҙҽштҽр «Фҽтихҽ» сүрҽһенең беренсе аятын ошолай итеп яңылыш уҡыйҙар: «Ҽлхҽмдү лиллҽһи раббил ғҽлҽмин». «Ҽлхҽмдү» һүҙендҽге «х» хҽрефе рус йҽ башҡорт телендҽге хҽрефкҽ оҡшамаған. «Лиллҽһи» тигҽн һүҙҙе лҽ яңылыш ҽйтеүсе кешелҽр күп, сҿнки был һүҙҙҽ башҡортса йҽ татарса белмҽгҽн кешелҽр ҿсҿн ят булған «һ» хҽрефе бар. «Ғҽлҽмин» тигҽн һүҙҙҽ куп кешелҽр хата яһай, сҿнки был һүҙҙең башындағы «ғҽйн» хҽрефе донъялағы бик һирҽк телдҽрҙҽ генҽ осрай... Тҽджүид фҽненең кҽрҽклеген шунан да аңларға була: бер хҽҙисендҽ Пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ: «Һеҙҙең арағыҙҙа иң хҽйерлегеҙ Ҡҿрьҽнде ҿйрҽнгҽнегеҙ һҽм уны ҿйрҽткҽнегеҙ», - тигҽн. Ҡҿрьҽнде ҿйрҽнеү тик тҽджүид фҽненҽ генҽ бҽйле булмаһа ла, беҙ Ҡҿрьҽнде уҡый белмҽгҽн кешене тҽфсир йҽ хҽҙис ғалимы итеп күҙ алдынға килтерҽ алмайбыҙ. Ғҽҙҽттҽ, тҽджүид фҽненең бер ҿлҿшҿ ҡағиҙҽлҽр ҿйрҽнеүгҽ баҫым яһаһа, икенсе ҿлҿшҿ уҡыусынан дҿрҿҫ уҡыуҙы нығыраҡ талап итҽ, ҽ ҡағиҙҽне белеү ҽле дҿрҿҫ уҡыу тигҽнде аңлатмай бит, сҿнки ҡайһы бер кешелҽрҙең һҽлҽте булмағанлыҡтан уларҙың
~ 96 ~
теге йҽ был хҽрефтең ҽйтелешендҽ телдҽре ҽйлҽнмҽй. Быға ҡарамаҫтан, ундай уҡыусылар барыбер тырышырға тейеш. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺбер хҽҙисендҽ шулай тине: «Ҡҿрьҽнде уҡыған кеше оҫта булһа, ул паҡ мҿхтҽрҽм фҽрештҽлҽр менҽн булыр, ҽ кем дҽ кем уны ҡыйынлыҡ менҽн тотлоғоп укыһа, шул кешегҽ ике сауап яҙылыр». Ҽлбиттҽ, был хҽҙистҽ бҿтҽ кҿсҿ менҽн дҿрҿҫ уҡырға телҽп тҽ, там булараҡ уҡый алмаған кеше тураһында ҽйтелҽ, ҽ үҙ вайымһыҙлығы арҡаһында насар уҡыған кеше тураһында түгел. Ун бишенсе дҽре тамам.
~ 97 ~
16-сы дҽрес
Тҽфсир фҽне Тҽфсир фҽне. Бынан алда ҽйтеп киткҽнсҽ, тҽфсир һүҙе ғҽрҽпсҽнҽн «аңлатма биреү, асыҡлау» тип тҽржемҽ ителҽ. Исламда иһҽ был һүҙ менҽн Ҡҿрьҽнде аңлатыусы, асыҡлаусы фҽнде атайҙар. Үткҽн дҽресебеҙҙҽ беҙ хҽҙистҽр тураһындҽ һҿйлҽшкҽйнек. Хҽҙистҽр, йҽ иһҽ Пҽйғҽмберебеҙҙең ( )ﷺһүҙҙҽре Ҡҿрьҽнде аңлата ла инде. Пҽйғҽмбҽребеҙҙең Ҡҿрьҽнде аңлатыусы иң бҿйҿк ғалим булыуы, хатта ғалимдарҙың уҡытыусыһы булыуы ғҽжҽйеп хҽл түгел. Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽнде Пҽйғҽмберебеҙҙең ( )ﷺнҽҡ үҙенҽ бирҙе лҽ инде! Бирҙе һҽм, уны кешелҽргҽ аңлат, тип бойорҙо. Бының турала Ҡҿрьҽндҽ шулай тиелҽ: «...Һҽм кешелҽргҽ иңдерелгҽн нҽмҽне уларға аңлатыу ҿсҿн, һиңҽ Зикер (Ҡҿрьҽнде) иңдерҙек — моғайын, улар уйлап ҡарар!» («Ҽн-нҽхл» сүрҽһе, 44 аят). Шулай булғас, Ҡҿрьҽндең һҽр аятында ни тураһында һүҙ барғанын иң яҡшы белгҽн кеше – Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺүҙе ине. Унан һуң – уның уҡыусылары, йҽғни сҽхҽбҽлҽр. Тимҽк, беҙ тҽфсирҙе там булараҡ белергҽ телҽһҽк, теге йҽ был аят тураһында ниндҽй хҽҙис, йҽ ниндҽй сҽхҽбҽ һүҙе барлығын ҿйрҽнергҽ тейешбеҙ. Шулай итеп, тҽфсир ғалимы – ул Ҡҿрьҽнде яттан белеүсе кеше генҽ түгел, лҽкин Ҡҿрьҽндең һҽр аятының тарихын, индерелеү сҽбҽбен, уның нимҽ тураһында һҿйлҽгҽнен белгҽн
~ 98 ~
кеше. Ҽлбиттҽ ки, Ислам дине фҽндҽре бер береһе менҽн бҽйле. Мҽҫҽлҽн, ғҽрҽп телен белмҽйенсҽ, Ҡҿрьҽн аяттарының нескҽлектҽрен аңлау мҿмкинме? Юҡ, ҽлбиттҽ. Шулай уҡ, хҽҙистҽрҙе там белмҽгҽн кеше Ҡҿрьҽнде нисек тҽфсирлҽһен? Ҽлбиттҽ, тҽфсирлҽй алмаясаҡ. Бынан тыш, беҙҙҽн алда йҽшҽгҽн ғалимдар тҽфсир фҽне буйынса ниндҽй китаптар яҙған? Уларҙы уҡымайынса, ул ғалимдарҙың хеҙмҽттҽренҽ таянмайынса, беҙ теге йҽ был аяттың тҽфсирен уйлап сығара алмайбыҙ, ундай хаҡыбыҙ ҙа юҡ. Ул тҽфсир китаптары күп булған, лҽкин иң дҿрҿҫтҽре, иң таралғандары, мҽшһүрҙҽре һҽм танылғандары ошо: Ибн Кҽҫир, Ҡуртубий, Табарий, Джҽлҽлҽйн, Суютый, Фҽтхул ҡадир, Бҽғҽүий, Сҽғдий. Быларҙан башҡа тҽфсирҙҽр ҙҽ бар, лҽкин был фҽнде аңлар ҿсҿн ошолар ҙа етер ине. Тҽфсир нисек ҡылыныуын яҡшыраҡ аңлар ҿсҿн, «Фҽтихҽ» сүрҽһен иҫкҽ тҿшҿрҽйек. Был сүрҽ «Ҽлхҽмдү лиллҽһи раббил ғҽлҽмин» тип башлана. Тҽфсир фҽне ошо сүрҽ тураһында Пҽйғҽмбҽребеҙҙең ( )ﷺни ҽйкҽнен, «Фҽтихҽ»нең ҡайҙа һҽм ни ҿсҿн уҡылғанын, уны уҡыған ҿсҿн кешегҽ ниндҽй сауаптар вҽғҽҙҽ ителгҽнен һҽм башҡа нескҽлектҽрҙе ҿйрҽнҽ. Шуны ла ҿҫтҽп ҽйтер кҽрҽк: һҽр ғалимдың ниндҽйҙер кҿслҿ яҡтары, йҽғни яҡшыраҡ белгҽн фҽндҽре була. Ошо кҿслҿ яҡтарын ҡулланып, тел ғалимы «Фҽтихҽ» сүрҽһен филологик яҡтан, хҽҙис ғалимы «Фҽтихҽ» сүрҽһе тураһында ҽйтелгҽн хҽҙистҽрҙе, аҡида ғалимы ошо сүрҽнең мосолмандарҙың үҙаңына ниндҽй файҙа килтергҽнен аңлата... Ысынлап та, Ҡҿрьҽн ул сиге-ҡырыйы күренмҽгҽн океан кеүек, уның тҽрҽн мҽғҽнҽһен һҽм гүзҽллектҽрен бҿтҽ ғалимдар ҙа бергҽлҽп аңлата башлаһалар ҙа, Ҡҿрьҽндең серҙҽре бҿтмҽҫ ине. Тҽфсир фҽненең бик ҽһҽмиҽтле булыуын шунан аңлайбыҙ: Ислам дине иң тҽүҙҽ Ҡҿрьҽнгҽ таяна, ҽ Ҡҿрьҽнде аңлау тҽфсир фҽненҽ таяна. Тҽфсирҙе аңлар ҿсҿн, ҽлбиттҽ, был фҽндең китаптарын уҡыу ғына етмҽй, шулай уҡ уның ҡағиҙҽлҽрен дҽ белер кҽрҽк. Юҡһа хҽҙерге заманда ҡайһы бер кешелҽр Ҡҿрьҽнде
~ 99 ~
аңлатам тип тҿрлҿ мҽҡҽлҽлҽр йҽ китаптар яҙа, тапшырыуҙар яһай, ҽ үҙҙҽре ғҽрҽп телен дҽ, хҽҙистҽрҙе лҽ, сираны, аҡиданы һҽм башҡа фҽндҽрҙе лҽ белмҽй. Ошо юл менҽн Ҡҿрьҽнде аңлатырға телҽүселҽр тураһында Ҽбү Бҽкр тигҽн иң бҿйҿк сҽхҽбҽ ошолай тигҽн: «Аллаһы Тҽғҽлҽ китабы тураһында белмҽгҽн нҽмҽмде һҿйлҽһҽм, ниндҽй күк йҿҙҿ мине ҡаплар, ниндҽй ер мине үҙ ҿҫтҿндҽ тотор!». Шулай Ҽбү Бҽкр һҽм Ғүмҽр кеүек сҽхҽбҽлҽр уларға «фҽлҽн аяттың тҽфсирен бир» тигҽндҽ, артыҡ һүҙ ҽйтеп хата эшлҽргҽ ҡурҡҡандар – беҙ ҙҽ уларҙан ҿлгҿ алырға тейешбеҙ. Аллаһы Тҽғҽлҽ барыбыҙға ла Үҙ китабының асылын дҿрҿҫ аңларға ярҙам итһен, ҽмин. Ун алтынсы дҽрес тамам.
~ 100 ~
17-се дҽрес
Фиҡһ фҽне Был дҽрестҽ беҙ фиҡһ фҽне тураһында һҿйлҽшҽсҽкбеҙ. «Фиҡһ» тигҽн һүҙ бороңғо ғҽрҽпсҽнҽн «аңлау» тип тҽржемҽ ителҽ. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺзаманында был һүҙҙе ҡулланғанда, сҽхҽбҽлҽр динде дҿйҿм булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тотҡандар, сҿнки ул заманда дини белем аҡида, тҽджүид, тҽфсир, хҽҙис кеүек айырым фҽндҽргҽ бүленмҽгҽн. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺбер заман үҙенең ике туған ҡустыһы Ибн Ғҽббҽс ҿсҿн: «Аллаһүммҽ фҽҡҡиһһү фиддин», - тип доға ҡылған. Йҽғни: «Эй, Аллаһ, уны дингҽ ҿйрҽт», - тип, Пҽйғҽмбҽребеҙ Ибн Ғҽббҽстең дини белеме кҿслҿ булыуын Аллаһтан телҽгҽн. Һҽм ысынлап та, Ибн Ғҽббҽс – был ҿммҽттең иң беренсе һҽм иң бҿйҿк ғалимдарының береһе. Ундай кешелҽрҙе «фҽҡиһ» тип атайҙар. Пҽйғҽмбҽребеҙҙҽн ()ﷺ һуңғы тҽүге осорҙа «фҽҡиһ» һүҙе «белемеле кеше» тигҽн аңламға килһҽ, аҙағыраҡ был һүҙ менҽн Исламдың ҡануни яғын ҿйрҽнгҽн кешене атай башлағандар. Сҿнки «фиҡһ» фҽне Ислам диненең ҡанундары һҽм ҡҽғиҙҽлҽре, нимҽ ярай, нимҽ ярамай, нимҽ шҿбһҽле булғанын ҿйрҽнгҽн предметҡа ҽүерелгҽн. Икенсе һүҙҙҽр менҽн ҽйткҽндҽ, фиҡһ хҽлҽл, хҽрҽм, мҿстҽхҽб (йҽғни хуп күрелгҽн), мҽкрүһ (хуп күрелмҽгҽн) ҽйберҙҽрҙе һҽм ғҽмҽлдҽрҙе, шулай уҡ уларҙың дҽлилдҽрен ентеклҽп ҿйрҽнҽ башлаған. Фиҡһты ҿйрҽнгҽн кеше иң тҽүҙҽ нисек бҽҙрҽфкҽ кереүҙҽн
~ 101 ~
башлап, намаҙ уҡыу, зҽкҽт биреү, ураҙа тотоу, хаж ҡылыу, сауҙа итеү; хатта ғаилҽ, йҽмғиҽт, дҽүлҽт эштҽре менҽн нисек идара итеү кҽрҽклегенҽ тиклем ҿйрҽнҽ. Фиҡһты белгҽн кешене мҽҙҽни йҽмғиҽттҽге юрист менҽн сағыштырып була, юҡҡа ғына «фҽҡиһ» һүҙен ҡайһы ваҡыт «дини юриспруденция белгесе» тип атамайҙар. Юридик белгестҽрҙең тҿрҙҽре күп булған кеүек, фҽҡиһтҽр ҙҽ белемдҽре һҽм кимҽлдҽренҽ күрҽ тҿрлҿ була: кемдер ябай мҽҙрҽсҽлҽ генҽ фиҡһ уҡытыусыһы була алһа, башҡалар ниндҽйҙер дҽүлҽттең иң беренсе фҽҡиһе, йҽғни «ҡадийы» булып хеҙмҽт итҽ. Ғҽҙҽттҽ ҡадий булған кеше ниндҽйҙер ғаилҽнең айырылышыу һҽм мираҫ бүлешеү мҽсьҽлҽлҽрен генҽ ҡарамай, дҽүлҽттең тышҡы сҽйҽсҽте менҽн бҽйле булған эштҽренҽ лҽ үҙ баһаһын бирҽ. Ислам диненең бҿтҽ фҽндҽре кеүек үк, фиҡһ фҽне лҽ башҡа фҽндҽр менҽн тығыҙ бҽйлҽнгҽн, сҿнки тҽһҽрҽт, намаҙ, зҽкҽт һҽм башҡа ғҽмҽлдҽр иң тҽүҙҽ Ҡҿрьҽнгҽ һҽм Сҿннҽткҽ таяна, тимҽк тҽфсирһеҙ һҽм хҽҙисһеҙ фиҡһ фҽне ике күҙһеҙ кеше һымаҡ булыр ине. Тҽфсир менҽн хҽҙис үҙ сиратта ғҽрҽпсҽ ҿйрҽнелҽ, шулай булғас, ғҽрҽп теленең ҽһҽмиҽтен тағы ла күрҽбеҙ. Фиҡһ фҽнен ҿйрҽнеүсе, ҿйрҽтеүсе, системаға һалыусы ғалимдар күп булған. Уларҙың барыһының да исемдҽрен һанап бҿтҿү мҿмкин түгел, лҽкин ҡайһы берҽүҙҽрен атап үтҽйек: Ҽбү Хҽнифҽ Ҽн-Ноғман, Мҽлик ибн Ҽнҽс, Мҿхҽммҽт ибн Идрис ҼшШҽфиғий, Ҽхмҽд ибн Хҽнбҽл. Былар иң мҽшһүрҙҽре, сҿнки улар үҙҙҽренең фиҡһ ҿйрҽнеүҙҽрен шул тиклем етди алып барғандар, уларҙың был эштҽре һҿҙҿмтҽһендҽ айырым китаптар һҽм йҽш ғалимдар үҫеп сыҡҡан. Был ғалимдарҙың күрештҽрен сағылдырған фҽтүҽлҽр йыйынтыҡтарын «мҽҙһҽб» тип атайҙар. Шулай итеп, хҽнҽфи, мҽлики, шҽфиғи, хҽнбҽли мҽҙһҽбтҽре барлыҡҡа килгҽн. Былар донъяла иң киң таралған һҽм танылған сҿнни мҽҙһҽбтҽр. Бынан башҡа ла сҿнни ғалимдар булғанына күрҽ, иң башта мҽҙһҽбтҽр күберҽк булған, лҽкин уларҙың барыһы
~ 102 ~
ла беҙгҽ килеп етмҽгҽн – йҽ китаптары һаҡланып ҡалмаған, йҽ шул ғалимдарҙың уҡыусылары уларҙың фҽтүҽлҽрен яҙыр булмаған. Бҽлки лҽ, ҡайһы мҽҙһҽбтҽрҙең юғалыуы башҡа сҽбҽптҽр менҽн бҽйле. Мҽҙһҽб тигҽс тҽ, шуны дҿрҿҫ аңларға кҽрҽк: ғалимдар ниндҽйҙер күрештҽрендҽ һҽм фҽтүҽлҽрендҽ бер береһенҽн айырылһалар ҙа, улар үҙҙҽре кеүек ғалимдарҙы хҿрмҽт итер, ярҙам күрһҽтер, ололар булғандар. Беҙ атап үткҽн ике ғалим – Мҽлик һҽм Ҽш-Шҽфиғий ике ҙур дуҫ булған, бере береһенҽ ҡунаҡҡа йҿрҿгҽн; ҽ ғалим булып китмҽҫ борон Ҽш-Шҽфиғий Мҽликтең уҡыусыһы ине... Ҡыҫҡаһы, мосолман донъяһында яҡшы танылған дүрт фиҡһ мҽҙһҽбе бар, шуларҙың иң беренсеһе – хҽнҽфи мҽҙһҽбе, беҙҙең республикала (Башҡортостанда) рҽсми мҽҙһҽб булып һанала. Фиҡһты, ундағы хҿкҿмдҽрҙе һҽм уның дҽлилдҽрен ҿйрҽнергҽ тырышайыҡ. Юҡҡа ғына Пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ: «Кемгҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ изгелек телҽй, шуға Ул дини белем бирҽ», - тимҽгҽн бит. Фиҡһ фҽне буйынса рус телендҽ сыҡҡан ҡайһы бер китаптарҙы ҽйтеп китҽйек, уларҙы мҽсеттҽр эргҽһендҽге магазиндарҙа табырға тырышығыҙ. Сҽййид Сҽбиҡ исемле ғалимдың «Фиҡһүссүннҽ» тигҽн китабы, Ибн Хҽджҽр Ғҽсҡҽлҽнийҙең «Бүлүғүл мҽрам» китабы, Мүхҽммҽд Мүнҽджидтең «70 вопросов о посте» тигҽн китабы, Албанийҙың «Описание молитвы Пророка» тигҽн китабы», Мҽхмүд Тахмаздың «Ханафитский фикх в новом обличье» тигҽн китабы. Фиҡһ буйынса ҙур һҽм бҽлҽкҽй китаптар күп булғанлыҡтан, уларҙың барыһын да ҽйтеп бҿтмҽнек, ҽлегҽ ошоларҙы уҡып сыҡһағыҙ ҙа, фиҡһ фҽнендҽ ҙур аҙым яһаған булырһығыҙ. Аллаһы Тҽғҽлҽ һеҙгҽ белем юлдарын асһын, ҽмин! Ун етенсе дҽрес тамам.
~ 103 ~
18-се дҽрес
Хҽҙис фҽне Бҿгҿн беҙ хҽҙис фҽне тураһында һҿйлҽшҽсҽкбеҙ. Ислам дине Аллаһы Тҽғҽлҽнең китабы Ҡҿрьҽндҽн һҽм Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺһүҙҙҽренҽн алына, тип ҽйткҽйнек. Ҡҿрьҽн Аллаһы Тҽғҽлҽнең Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽргҽ ()ﷺ Джибрил фҽрештҽ аша бирелгҽн китабы булһа, хҽҙистҽр – ошо китапты аңлатыр ҿсҿн Пҽйғҽмбҽрҙең ҽйтелгҽн һүҙҙҽре. Йҽғни, хҽҙистҽр – Ҡҿрьҽндең асҡысы, улар булмаһа, беҙ Ҡҿрьҽнде дҿрҿҫ аңлай алмаҫ инек. Мҽҫҽлҽн, Ҡҿрьҽндҽ ҡараҡтың ҡулы киҫелергҽ тейеш булғанлығы белдертелгҽн. «Уғры ирҙең һҽм уғры ҡатындың ҡулдарын ҡырҡығыҙ, ҡылған эштҽренҽ яза һҽм Алланан ғибрҽт булһын ҿсҿн. Аллаһы Тҽғҽлҽ – Бҿйҿк, Хикмҽтле!» («Мҽидҽ» сүрҽһе, 38 аят.). Лҽкин беҙ тҿймҽ урлаусының да, дҿйҽ урлаусының да ҡулын киҫергҽ тейешбеҙме? «Ҡул»тигҽн һүҙ аҫтында беҙ нимҽ аңларға тейешбеҙ? Бармаҡ остары киҫелергҽ тейешме, терһҽккҽ тиклемме – ҡулдың ниндҽй ҿлҿшҿ? Шулай уҡ кешенең ниндҽй хҽлдҽ урлағанын иҫҽпкҽ алырғамы, юҡмы? Бының кеүек нескҽлектҽрҙе Пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺһүҙҙҽре, хҽҙистҽр аңлата ла инде... Шулай итеп, хҽҙистҽрҙе белмҽй тороп Ҡҿрьҽн аяттарынан ғына һығымта яһарға тырышҡан кеше яңылыш юлға тҿшҿп китеүе бар. Шуға ла Ислам ғалимдары хҽҙистҽрҙе тҽрҽн итеп
~ 104 ~
ҿйрҽнеүгҽ ҙур иғтибар биргҽндҽр. Хҽҙистҽрҙе ҿйрҽнеү ҿсҿн айырым фҽн барлыҡҡа килгҽн – ул фҽн ғилмүл хҽдиҫ тип атала. Был фҽн ғалимдары хҽҙистҽрҙе йыйыу, уларҙың сҽнҽден (йҽғни хҽҙисте еткергҽн кешелҽр исемлеген), мҽғҽнҽһен, хҽҙистең кҿслҿмҿ-кҿсһҿҙмҿ (йҽғни ғҽрҽпсҽ ҽйткҽндҽ, сахихмы, дағифмы) булыуын, башҡа хҽҙистҽр менҽн ниндҽй уртаҡ мҽғҽнҽһе булыуын, ҡайһы хҽҙис нисҽнсе йылда ҽйтелеүен һҽм башҡа нескҽлектҽрҙе ҿйрҽнҽ. Бигерҽк тҽ хҽҙис фҽнендҽ сҽнҽд мҿһим – уның турала беҙ ун ҿсҿнсҿ дҽрестҽ һҿйлҽшкҽйнек. Ҡабатлап ҽйтҽйек: хҽҙистҽрҙе еткергҽн кешелҽрҙең исемдҽре сҽнҽд тип атала һҽм был сҽнҽд хҽҙистең алдынан килҽ. Мҽҫҽлҽн: Ғҽбдулла ибн Зҿбҽйр Сүфйҽндҽн, Сүфйҽндең Йҽхйҽ ибн Сҽғид Ҽл-Ҽнсарийҙҽн, Йҽхйҽ ибн Сҽғид Ҽл-Ҽнсарийҙың Мҿхҽммҽд ибн Ибраһимдан, Мҿхҽммҽд ибн Ибраһимдың Ғалҡама ибн Уҡҡастан, Ғалҡама ибн Уҡҡастың Ғҿмҽр ибн ҼлХаттабтан һҿйлҽүенсҽ: «Иннҽмҽл ҽғмҽлү биннийҽт...». Бына ошо теҙмҽне ғалимдар ентеклҽп ҿйрҽнҽ. Ҽгҽр сҽнҽдтҽ ниндҽйҙер бер кеше алдаҡсы йҽ онотоусан булһа, был хҽҙисте дағиф («кҿсһҿҙ») тип атайҙар. Йыш ҡына сҽнҽдтең нимҽ икҽнен аңламаған кешелҽр уйлап сығарылған, алдаҡсы хҽҙистҽргҽ ышаналар ҙа, яңылышып китҽлҽр. Был хҽл булмаһын ҿсҿн, һҽр бер хҽҙистең кҿслҿмҿ, кҿсһҿҙмҿ булыуын асыҡлағыҙ. Ғҽрҽпсҽ ҽйткҽндҽ, хҽҙис сахихмы, дағифмы икҽнен белегеҙ. Ошо ике һүҙҙе иҫегеҙҙҽ ҡалдырығыҙ – «сахих» һҽм «дағиф». Мҿхҽммҽт Пҽйғҽмбҽр ( )ﷺғҽрҽп булған, шуға күрҽ уға бирелгҽн Аллаһы Тҽғҽлҽнең китабы ла ғҽрҽпсҽ, ул китапты аңлатыусы хҽҙистҽр – Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺһүҙҙҽре лҽ ғҽрҽпсҽ. Шулай итеп, Ҡҿрьҽнде һҽм хҽҙистҽрҙе дҿрҿҫ аңлар ҿсҿн ғҽрҽп теленең ҽһҽмиҽтен тағы ла тҿшҿндҿк.
~ 105 ~
Хҽҙистҽрҙең нисек яҙылып ҡалғаны тураһында ла һҿйлҽп китҽйек. Аллаһы Тҽғҽлҽ Мҿхҽммҽт Пҽйғҽмбҽргҽ ( )ﷺҠҿрьҽн сүрҽлҽрен индергҽн ваҡытта, сҽхҽбҽлҽр Пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺошо сүрҽлҽрҙе аңлатыусы һүҙҙҽрен иҫтҽ ҡалдырыр булғандар. Ҡайһы бер сҽхҽбҽлҽр был һүҙҙҽрҙе – хҽҙистҽрҙе иҫлҽп кенҽ түгел, яҙып та ҡалдырғандар. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺвафат булғас, сҽхҽбҽлҽр хҽҙистҽрҙе башҡа кешелҽргҽ еткерергҽ тырышҡандар. Лҽкин һуңыраҡ ҡайһы бер алдаҡсы кешелҽр – сҽхҽбҽлҽр түгел, ҽлбиттҽ! – сит һүҙҙҽрҙе Пҽйғҽмбҽргҽ ( )ﷺҡушып, ул ҽйтмҽгҽн нҽмҽлҽрҙе тарата башлағандар. Һҿҙҿмтҽлҽ алдаҡсы хҽҙистҽр (ғҽрҽпсҽ «маудуғ») барлыҡҡа килгҽн. Ҽ ҡайһы бер кешелҽр, алдаҡсы булмаһалар ҙа Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺҽйкҽн һүҙҙҽрҙе там хҽтерлҽй алмағандар, йҽ ул һүҙҙҽрҙе еткергҽн сҽхҽбҽнең исемен иҫтҽ ҡалдырмағандар. Улар еткергҽн хҽҙис бер аҙ шҿбһҽле һаналған – ундай хҽҙистҽр «дағиф», йҽғни кҿсһҿҙ тип атала. Шулай итеп, ғалимдар хҽҙистҽрҙе тҿрлҿ-тҿрлҿ дҽрҽжҽлҽргҽ бүлгҽндҽр – мҽҫҽлҽн, «сахих» (кҿслҿ), «хҽсҽн» (бик кҿслҿ булмаһа ла, дҿрҿҫ хҽҙис), «дағиф» (кҿсһҿҙ), «маудуғ» (уйҙырма, алдаҡсы хҽҙис), «мурсҽл» (уны һҿйлҽп биреүсе сҽхҽбҽнең исеме билдҽһеҙ булған хҽҙис) һҽм башҡа тҿрҙҽр. Иң ҡиммҽтле булған хҽҙистҽр «сахих» тип атала. Ул хҽҙистҽрҙең Пҽйғҽмбҽр ()ﷺ һүҙҙҽре булыуында һис бер шик тҽ юҡ. Был хҽҙистҽр ике иң мҽшһүр хҽҙистҽр йыйынтығында яҙып ҡалдырылған – береһе «Сахих Бухари», икенсеһе «Сахих Мүслим» тип атала. Был ике китап хҽҙер инде ҿлҿшлҽтҽ рус теленҽ лҽ тҽржемҽ ителде – уларҙы алып уҡый алаһығыҙ. Ошо ике китаптың исемдҽренҽ ихтибар итегеҙ: «Сахих Бухари» һҽм «Сахих Мүслим». Уларҙың исемдҽре ошо сахих хҽҙистҽрҙе яҙып ҡалдырған ике ҙур ғалим – Мҿхҽммҽт ибн Исмҽғил Ҽл-Бухари һҽм Мүслим ибн Хҽджҽж исемдҽренҽн алынған. Был ике ҙур ғалим Пҽйғҽмбҽрҙең ()ﷺ үҙен күрмҽһҽлҽр ҙҽ, ул ҽйткҽн хҽҙистҽрҙе һҽм уларҙың сҽнҽдтҽрен
~ 106 ~
ентеклҽп тикшереп, ошо китаптарына теркҽп ҡалдырғандар. Шулай итеп был ике китап – Ҡҿрьҽндҽн һуң, ҽлбиттҽ – Ислам диненең иң бҿйҿк китаптары булып һанала. «Сахих Бухари» менҽн «Сахих Мүслим»дҽн башҡа ла хҽҙис китаптары бар, уларҙы ла һанап китҽйек. Был китаптар уларҙы яҙған кешелҽрҙең исемдҽрен йҿрҿтҽ – Тирмиҙи, Нҽсҽи, Ҽбү Дҽүд, Ибн Мҽджҽ. Ошо дүрт китапта кҿслҿ хҽҙистҽр ҙҽ, кҿсһҿҙҙҽре лҽ бар, лҽкин уларҙа кҿсһҿҙ хҽҙистҽрҙең булыуы был китаптарҙың ҡиммҽтен тҿшҿрмҽй. Был алты китап, йҽғни «Сахих Бухари», «Сахих Мүслим», «Тирмиҙи», «Нҽсҽи», «Ҽбү Дҽүд», «Ибн Мҽджҽ» алты сҿннҽт китаптары тип атала. Ҡыҫҡаса уларҙы «алты китап» («күтүбүс-ситтҽ») тип атайҙар. Тимҽк, һҿйлҽгҽндҽребеҙҙе тағы ла ҡабатлайыҡ: Хҽҙистҽр – ул Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺҽйтеп ҡалдырған һүҙҙҽре, йҽ уның турала сҽхҽбҽлҽренең һүҙҙҽре. Хҽҙистҽр тҿрлҿ була, шуға күрҽ беҙ кҿслҿ хҽҙисте кҿсһҿҙ йҽ ялған хҽҙистҽн айыра белергҽ тейешбеҙ. Бының ҿсҿн уларҙың сҽнҽденҽ ныҡ иғтибар итер кҽрҽк. Хҽҙистҽрҙең йыйынтыҡтары бар – уларҙың иң мҽшһүрҙҽре алтау. Ошо алты китаптың иң кҿслҿлҽре «Сахих Бухари» һҽм «Сахих Мүслим». Был ике китапта ялған хҽҙистҽр юҡ. Хҽҙистҽр Ҡҿрьҽн аяттарын асыҡлай һҽм хҽҙистҽрҙе белмҽйенсҽ Ҡҿрьҽнде дҿрҿҫ итеп аңлап булмай. Ярай, хҽҙер теманы тағы ла тҽрҽнерҽк аңлар ҿсҿн Ҡҿрьҽндең ҡайһы бер аяттарында туҡталып китҽйек. Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ «Ҽн-нҽджм» сүрҽһендҽ шулай ти: «Байыған ваҡыттағы йоңдоҙ менҽн ант итҽм! Һеҙҙең юлдашығыҙ юлдан яҙманы һҽм аҙашманы. Һҽм үҙ телҽгенҽн сығып һҿйлҽмҽй ул. Был — күңелгҽ һалынған үҽхи генҽ» («Йондоҙ» сүрҽһе, 1 – 4 аяттар). Йҽғни Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( )ﷺһҿйлҽгҽн һүҙҙҽр уның үҙенең фекере түгел, ҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ уға ҿйрҽткҽн үҽхи – белем.
~ 107 ~
Шулай уҡ ошо аятҡа иғтибар итегеҙ: «Рҽсүл һеҙгҽ нимҽ бирһҽ, шуны алығыҙ, нимҽнҽн тыйһа, унан тыйылығыҙ. Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Аллаһ, ысынлап та, яза ҡылыуҙа ҡаты!» («Ҡыуып сығарыу» сүрҽһе, 7 аят). Был аятта Аллаһы Тҽғҽлҽ үҙе беҙгҽ Пҽйғҽмбҽргҽ ( )ﷺитҽғҽт итергҽ ҡуша. Мҽҫҽлҽн, Ҡҿрьҽндҽ: «Ҽй мосолмандар, һаҡал үҫтерегеҙ», тиелмҽһҽ лҽ, быны беҙгҽ Пҽйғҽмбҽр ( )ﷺҡушҡан һҽм бер хҽҙисендҽ: «Мыйыҡтарығыҙҙы ҡырҡығыҙ, ҽ һаҡалдарығыҙҙы ебҽрегеҙ», - тигҽн. Был сахих хҽҙис Мүслим, Нҽсҽи, Тирмиҙи йыйынтыҡтарында килтерелҽ. Ҽ ҽле генҽ ҽйткҽнебеҙсҽ, Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙгҽ Мҿхҽммҽткҽ ( )ﷺитҽғҽт итергҽ ҡушҡан. Шулай итеп, был хҽҙис ҽйтеп үткҽн аятҡа ҿҫтҽлмҽ асыҡлыҡ индерҽ, һаҡал мҽсьҽлҽһендҽ Пҽйғҽмбҽргҽ ( )ﷺоҡшашлыҡ нисек булырға тейешлеген аңлатып бирҽ. Бындай миҫалдарҙы күп килтерҽ алабыҙ. Ҡыҫҡаһы, Аллаһы Тҽғҽлҽнең китабы Ҡҿрьҽн һҽм Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺһүҙҙҽре, йҽшҽйеше, йҽғни Сҿннҽте – Ислам диненең ике тҿп сығанағы. Ошо ике юл күрһҽтеүсе нурҙан Аллаһы Тҽғҽлҽ беҙҙе айырмаһын, ҽмин! Ун һигеҙенсе дҽрес тамам.
~ 108 ~
19-сы дҽрес
Сира фҽне Алдағы дҽрестҽребеҙҙҽ беҙ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ()ﷺ тураһында күп нҽмҽлҽр һҿйлҽнек, ҽ уның биографияһына айырым дҽрес тҽ арнағайныҡ. Ул дҽрестҽ беҙ Пҽйғҽмбҽребеҙҙең ()ﷺ тормошон, йҽғни сираһын ҡыҫҡаса ғына һҿйлҽп киттек. Ошо дҽрестҽ беҙ сира тигҽн фҽнде тағы ла иҫкҽ алабыҙ. Аңлауығыҙса, сира фҽне Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺтыуған кҿнҿнҽн алып Раббыһы хозурына киткҽнсе нисек йҽшҽгҽнен, ни ҿйрҽткҽнен, ни һҿйлҽгҽндҽрен аңлата. Шулай итеп, хҽҙис, тҽфсир, аҡида, сира һҽм башҡа дини фҽндҽрҙең ни тиклем тығыҙ бҽйлҽнештҽ булыуын тағы ла яҡшыраҡ аңлайбыҙ. Бер фҽнде яҡшы ҿйрҽнеү икенсе фҽндҽрҙе аңларға ярҙам итҽ, уларҙың ниндҽйҙер ҿлҿшҿн үҙ эсенҽ алып уҡыусының эшен еңелҽйтҽ. Был фҽн буйынса ла йҿҙҽрлҽгҽн, хатта меңҽрлҽгҽн китаптар яҙылған. Хатта үҙҙҽре мосолман булмаған ҡайһы бер кешелҽр ҙҽ Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺтураһында китап яҙып ҡалдырғандар. Шуға күрҽ, сира фҽне буйынса ниндҽйҙер китаптар уҡыйбыҙ икҽн, уларҙың ҡайһылары ышаныслы, ҡайһылары үҙ эсенҽ тикшерелмҽгҽн, хатта ялған һҽм уйҙырмалы хҽбҽр алғанын беҙ яҡшы белергҽ тейешбеҙ. Был бик мҿһим, сҿнки Пҽйғҽмбҽребеҙ
~ 109 ~
( )ﷺбер хҽҙисендҽ: «Кем дҽ кем минең турала ялған һҿйлҽй, шул тамуҡта урынын алһын!» - тигҽн. Тимҽк, беҙ Пҽйғҽмбҽребеҙҙе ( )ﷺни тиклем яратһаҡ та, уны ололайым, маҡтайым тип, уның турала булмаған нҽмҽлҽр һҿйлҽргҽ тейеш түгелбеҙ. Мҽҫҽлҽн, ҡайһы бер кешелҽр, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺкүлҽгҽһе булмаған тип, юҡ нҽмҽ һҿйлҽйҙҽр. Бындай һүҙ танылған сира китаптарында юҡ, ҽ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙе ()ﷺ хҿрмҽт итеү уның сҿннҽтен үтҽүҙҽ тора, уның турала булмаған легендалар һҿйлҽүҙҽ түгел. Шуға мосолман сираны танылған ышаныслы китаптарҙан ҿйрҽнергҽ тейеш. Был китаптарҙың исемдҽрен һҽм уларҙың авторҙарын иҫтҽ ҡалдырырға тырышығыҙ: Ибн Һишҽмдең «Сира» китабы, Ибн Кҽҫирҙең «Ҽлфүсул фи сиратиррасүл» китабы, Ибн Ҡаййимдың «Зҽдүл мҽғҽд» китабы. Быларҙың беренсеһе, йҽғни ибн Һишҽмдең сираһы, руссаға тҽржемҽ ителгҽн, лҽкин ябай кешегҽ уны уҡыуы ауыр. Шуға һеҙгҽ Сафиюррахман Мүбҽрҽкфури исемле ғалимдың рус телендҽ сыҡҡан «Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең тормошо» («Жизнь пророка Мухаммада») тигҽн китабын тҽҡдим итер инем. Ҽлбиттҽ, был китаптар исемлеге тулы түгел, бынан башҡа яҡшы китаптар ҙа бар. Сираны ҿйрҽнгҽн мосолман үҙе ҿсҿн күп нҽмҽ аңлай – белеүегеҙсҽ, мосолман кешеһе ҿсҿн беренсе үрнҽк – ул Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ()ﷺ. Уның ошо дин ҿсҿн нисек йҽшҽгҽнен, нисек кҿрҽшкҽнен, ниндҽй ҡыйынлыҡтар кисергҽнен; ҡатындары, туғандары, балалары, кейҽүҙҽре, ейҽндҽре менҽн ниндҽй мҿғҽмҽлҽлҽ булыуын белмҽй тороп, беҙ ысын мосолман портретын күҙ алдыбыҙға килтерҽ алырбыҙмы? Юҡ, ҽлбиттҽ, мҿмкин түгел. Һҽм беҙ Ислам динен аңлар ҿсҿн теге йҽ был фҽнде ҿйрҽнергҽ тейешбеҙ тибеҙ икҽн, ул фҽндең нисек башланып киткҽнен дҽ белеү мҿһим. Беҙ аңлатып киткҽн аҡида, тҽджүид, тҽфсир, фиҡһ, хҽҙис фҽндҽре Пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ
~ 110 ~
ваҡытында тыуған бит. Уларҙың барыһын да беҙ сира менҽн танышҡаныбыҙҙа күрҽбеҙ. Мҽҫҽлҽн, «Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺфҽлҽн кҿндҿ сҽхҽбҽлҽре менҽн һҿйлҽшкҽн ваҡытта шулай тип ҽйтте», тиһҽк, ниндҽйҙер хҽҙис ҿйрҽнҽбеҙ. Ҽгҽр һүҙ Ҡҿрьҽндең аяты тураһында бара икҽн, был тҽфсир фҽненҽ инеп китҽ. Ҽ шул аятты нисек дҿрҿҫ итеп уҡыу тураһында һүҙ барһа, был тҽджүид фҽненең бер ҿлҿшҿ була. Йҽғни сираны уҡыған кеше бҿтҽ ислам фҽндҽренҽн дҽ ниндҽйҙер яңы мҽғлүмҽт ала, һҽм был мҽғлүмҽттҽрҙе тарихи тҽртипкҽ теҙҽ. Ҽ ошо тарихи тҽртип һеҙҙең белемегеҙ ҿсҿн бик кҽрҽкле нҽмҽ, сҿнки Ислам дине тарихының башы уның уртаһы, ҽ уның уртаһы аҙағы менҽн бер түгел. Быны аңламаған кеше Ислам диненең стадияларын да аңламаҫ, һҿҙҿмтҽлҽ үҙ тормошонда ла хаталар эшлҽр. Зүһрий исемле бер ғалимдың сира тураһында шундай һүҙе бар: «Сира – ул донъя һҽм ахирҽт фҽне». Ғҽли ибн Хҿсҽйен, Пҽйғҽмбҽребеҙҙең ()ﷺ ейҽненең улы ла: «Беҙ пҽйғҽмбҽребеҙҙең сираһын Ҡҿрьҽн сүрҽһен ятлаған кеүек ятлата торғайныҡ», - тигҽн. Ҡыҫҡаһы, сираны үҙебеҙгҽ лҽ, балаларыбыҙға ла диҡҡҽтле ҿйрҽнер кҽрҽк, һҽм ниндҽйҙер күренекле кешенең биографияһы, һүҙҙҽре, йҽшҽгҽн ҿйҿ, йҿрҿгҽн машинаһы менҽн ҡыҙыҡһынғансы, Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ иң яҡын булған Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺтормошон ҿйрҽнһҽк ине... Ун туғыҙынсы дҽрес тамам.
~ 111 ~
20 се дҽрес
Ғҽрҽп теле Бҿгҿнгҿ дҽресебеҙ ғҽрҽп теле тураһында. Ни ҿсҿн ғҽрҽп теле кҽрҽк? Иң беренсенҽн, Аллаһы Тҽғҽлҽнең тҽҡдире буйынса, уның Һуңғы китабы кешелеккҽ ғҽрҽп телендҽ бирелде. Аллаһы Тҽғҽлҽнең бынан алдағы китаптары башҡа телдҽрҙҽ бирелгҽйне, ҽ Ҡҿрьҽн ғҽрҽп миллҽтле Пҽйғҽмбҽргҽ ( )ﷺуның телендҽ, йҽғни ғҽрҽпсҽ иңдерелде. Аллаһы Тҽғҽлҽ шулай ҡушҡас, беҙ ғҽрҽпсҽ ҿйрҽнергҽ тейешбеҙ. Ҡайһы бер ғҽрҽп булмаған кешелҽр: «Ниңҽ беҙ был телде ҿйрҽнергҽ тейешбеҙ?» - тигҽн ҡыҙыҡ һорау бирҽлҽр. Был һорауға яуап шулай: донъяла 3000 меңдҽн ашыу тел бар, лҽкин Аллаһы Тҽғҽлҽ шуларҙың араһынан бер генҽ телде Үҙ китабы ҿсҿн һайлаған. Бының арҡала мосолмандар бер китапҡа һҽм бер Пҽйғҽмбҽргҽ ( )ﷺбҽйле, тимҽк улар араһында берҙҽмлек тҽ кҿслҿ. Ҽ инде йҽннҽткҽ юл ҿйрҽткҽн китап телен ҿйрҽнеү ул үҙе бер бҽхет. Ҡайһы бер кешелҽр яҡшы эшкҽ тҿшҽм, аҡса эшлҽйем, сит илдҽр күрҽм тип инглиз телен ҿйрҽнмҽйҙҽрме ни? Гѐте йҽ Гейне ҽҫҽрҙҽрен оригиналда уҡыйым тип немец телен ҿйрҽнмҽйҙҽрме? Ҽ бит былар барыһы ла доньяуи мҽнфҽғҽттҽр. Ҡҿрьҽнде яҡшы аңлап ахирҽтеңдҽ уңышҡа ҿлгҽшер ҿсҿн ғҽрҽп
~ 112 ~
телен ҿйрҽнергҽ йыбанма. Бигерҽк тҽ йҽш булһаң. Һиңҽ ғҽрҽп телен ҿйрҽнеү мҿмкин, бер ике-ҿс йылыңды йҽллҽмҽ. Ғҽрҽп теле тигҽс тҽ бҿтҽбеҙ ҙе ғҽрҽпсҽ саф һҿйлҽшҽ белергҽ тейеш тимҽйем, лҽкин һҽр бер мосолман Ҡҿрьҽнде ғҽрҽп хҽрефтҽре менҽн уҡый белергҽ тейеш. Пҽйғҽмбҽр шулай тине: «Һеҙҙең арағыҙҙа иң хҽйерлегеҙ Ҡҿрьҽнде ҿйрҽнгҽнегеҙ һҽм уны башҡаларға ҿйрҽткҽнегеҙ». Бынан алда аңлатҡанымса, Ислам диненең бер фҽне тҽджүид тип атала. Был фҽн кемгҽлер ябай һҽм еңел күренҽ алыр, лҽкин ул бик етди, кҽрҽкле һҽм ауыр фҽн. (Бҿйҿк ғалимдарҙың береһе ҽйтеүенсҽ, Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽнде һҽм уның менҽн бҽйле фҽндҽрҙе «ауыр һүҙ» тигҽн, тимҽк дини белемдҽр еңел бирелмҽй.) Тҽджүид фҽне беҙгҽ Ҡҿрьҽнде дҿрҿҫ итеп уҡырға ярҙам итҽ, ҽ беҙ Ҡҿрьҽндең ҡайһы бер сүрҽлҽрен – мҽҫҽлҽн «Фҽтихҽ» сүрҽһен – кҿн һайын намаҙҙарыбыҙҙа уҡырға тейешбеҙ. Ҽ дҿрҿҫ уҡымаһаҡ, беҙҙең намаҙыбыҙҙың сифаты ла, дҽрҽжҽһе лҽ ла тҿшҽ, шуға күрҽ тҽджүидте беҙ яҡшы белергҽ тейешбеҙ. Тҽджүид фҽне иһҽ ғҽрҽп хҽрефтҽрен белеүҙҽн башлана. Шулай итеп, ғҽрҽп теле ҽһҽмиҽте аңлашылып тора. Тимҽк, иң аҙында ғҽрҽп теле беҙгҽ ниңҽ кҽрҽк? Ҡҿрьҽн сүрҽлҽрен – бигерҽк тҽ намаҙҙа уҡыла торған сүрҽлҽрҙе – дҿрҿҫ уҡый белер ҿсҿн. Юҡһа, намаҙыбыҙ там булмаҫ. Ҡайһы бер кешелҽр намаҙ уҡыһалар ҙа, ғҽрҽп хҽрефтҽрен танымайҙар һҽм Ҡҿрьҽндҽге хҽрефтҽрҙе яңылыш ҽйтҽлҽр. Бҿтҽ мосолмандарға ла ғҽрҽп телендҽ һҿйлҽшергҽ тура килмҽһҽ лҽ, һҽр мосолман намаҙ уҡырға тейеш буласаҡ бит! Намаҙҙан тыш, ғҽрҽп теле беҙгҽ ниңҽ кҽрҽк? Кемдер Ислам дине буйынса китаптар башҡорт телендҽ лҽ бар, шулай булғас ниңҽ ғҽрҽпсҽ ҿйрҽнергҽ, тип ҽйтҽ алыр. Эйе, Ислам дине буйынса китаптар бҿтҽ телдҽрҙҽ лҽ бар, ҽлбиттҽ. Лҽкин уның тҿп сығанаҡтары булған китаптар ғҽрҽп телендҽ яҙылған. Мҽҫҽлҽн, Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺиң кҿслҿ (ғҽрҽпсҽ, сахих)
~ 113 ~
хҽҙистҽре «Сахих Бухари» исемле хҽҙис йыйынтығында тупланған, ҽ был китап ҽлеге кҿндҽ тулыһынса руссаға ла, татарсаға ла, башҡортсаға ла тҽржемҽ ителмҽгҽн. Тҽржемҽ ителгҽн хҽлдҽ лҽ, ғҽрҽп телендҽ ҽйтелгҽн һүҙҙең мҽғҽнҽһен тулыһынса еткереп буламы? Юҡ, ҽлбиттҽ. Шулай уҡ, мин үткҽн дҽрестҽ аңлатҡанымса, һҽр хҽҙистең шҽрхе – йҽғни киң аңлатмаһы – була. Ҽ Мҿхҽммҽт Пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺмеңҽрлҽгҽн хҽҙистҽренҽ нисҽмҽ йҿҙ шҽрх китаптары (йҽғни, аңлатма биреүсе китаптар) яҙылған?! Быларҙың барыһын да ниндҽйҙер телгҽ тҽржемҽ итеүе үтҽ ҡыйын. Шуға күрҽ, элек-электҽн ғалимдар, миллҽте менҽн ғҽрҽп булмаһалар ҙа, Ислам дине тураһында китаптарҙы ғҽрҽпсҽ уҡығандар һҽм яҙғандар. Шулай итеп, ғҽрҽп телендҽ, ғҽрҽп Пҽйғҽмбҽргҽ ( )ﷺбирелгҽн Ҡҿрьҽн ғҽрҽп телендҽ лҽ аңлатылған һҽм Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ()ﷺ сҽхҽбҽлҽре был динде иң тҽүҙҽ ғҽрҽп телендҽ тарата башлағандар. Тимҽк, беренсе китаптар ҙа был телдҽ яҙылған, һҽм ғҽрҽп теле дин ҿйрҽнеүҙең теленҽ ҽүерелгҽн. Мҽшһүр Ислам ғалимдарының береһе булып танылған Ибн Тҽймийҽ шулай тигҽн: «Билдҽле булыуынса, ғҽрҽп телен ҿйрҽнеү һҽм ҿйрҽтеү ҡайһы бер кешелҽр ҿсҿн фарыз булған эш, сҿнки Ислам дине фҽндҽрен аңлау ғҽрҽпсҽһеҙ мҿмкин түгел!» Шулай уҡ Ибн Тҽймийҽнең ошондай һүҙҙҽре бар: «Ҡҿрьҽнде һҽм Сҿннҽтте аңлау беҙҙең ҿсҿн фарыз, ҽ ғҽрҽп телен белмҽйенсҽ уларҙы аңлау мҿмкин түгел. Үтҽүе кҽрҽкле булған эш нимҽһеҙҙер эшлҽнҽ алмаһа, иң тҽүҙҽ шул кҽрҽкле нҽмҽне табыу фарызға ҽйлҽнҽ». Ошо һүҙҙҽргҽ үҙемдҽн аңлатма ҿҫтҽргҽ рҿхсҽт итегеҙ: мҽҫҽлҽн, биш намаҙҙың һҽр береһе ҿсҿн тҽһҽрҽт булырға тейеш һҽм тҽһҽрҽтһеҙ намаҙ ҡабул булмаҫ. Тимҽк, намаҙ фарыз булған кеүек, тҽһҽрҽт тҽ фарыз була. Шуның һымаҡ, намаҙҙы дҿрҿҫ уҡыр ҿсҿн ниндҽйҙер кимҽлдҽ ғҽрҽпсҽ белеү мосолманға фарыз була.
~ 114 ~
Ғҽрҽп телен белмҽү Ҡҿрьҽнде һҽм Сҿннҽтте аңлауҙа яңылышлыҡтарға юл асыуын шундай миҫалда аңлатып китҽйек. Мҽҫҽлҽн, кемдер Ҡҿрьҽн алды ла ниндҽйҙер аяттан үҙе һығымта яһарға булды ти. Ҡҿрьҽндҽ ураҙа тураһында шундай аят бар: «Таңда һеҙҙең алдығыҙҙа аҡ еп менҽн ҡара еп айырылғансы ашағыҙ һҽм эсегеҙ, бынан һуң ураҙаны тҿнгҽ тиклем дауам итегеҙ» («Бҽҡара» сүрҽһе, 187 аят). Ғҽрҽпсҽне белмҽйенсҽ, мосолман ошо һүҙҙҽрҙҽн нимҽ аңлай ала? Йҽғни был аятта ниндҽй ептҽр тураһында һүҙ бара? Кемдер ошолай тип уйлай алыр: «Ураҙа ваҡытында сҽхҽрҙе – йҽғни иртҽнге ашты – кҿн яҡтырып, аҡ еп ҡара ептҽн айырыла башлағансы ашарға була»... Ҽ дҿрҿҫлҿктҽ, бында ябай еп тураһында һүҙ бармай, ҽ офоҡ буйындағы кҿн яҡтыһы тураһында ҽйтелҽ. Был нескҽлекте ғҽрҽпсҽне белмҽгҽн кеше генҽ түгел, ғҽрҽптҽр үҙҙҽре лҽ аңлай алмауы бар – һҽм шундай хҽл Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ваҡытында ( )ﷺбулған да. Бының турала һуңыраҡ тағы һҿйлҽшербеҙ. Артабан, ошо аяттағы «ҽл-лҽйл» («тҿн») тигҽн һүҙҙе нисек аңларға? Ғҽрҽптҽр тҿндҿ башҡорттар кеүек атайҙармы, ҽллҽ ғҽрҽп телендҽ «ҽл-лҽйл» һүҙенең аңламы башҡамы? Быларҙың барыһын да белер ҿсҿн ғҽрҽпсҽне ҿйрҽнер кҽрҽк, сҿнки бер телдең һүҙҙҽре икенсе телдекенҽн айырыла. Бына ғҽрҽптҽрҙҽ «ҽб» тип атайға ла, олатайға ла, тағы атабабаларға ла ҽйтҽлҽр, ҽ беҙҙең телдҽ улай түгел. Һҽм шундай уҡ күренеш ғҽрҽп теленең һҽр бер һүҙендҽ күҙҽтелҽ – ул һүҙҙҽрҙең аңламдары йҽ киңерҽк, йҽ тарыраҡ. Тағы бер миҫал килтерер булһаҡ – Ҡҿрьҽндҽ хҽмер тыйылған, ҽ ҡайһы бер кешелҽр: «Ҡҿрьҽндҽ сигарет тураһында бер нҽмҽ лҽ ҽйтелмҽгҽн», - тип, тҽмҽке тарталар. Ҽ һеҙ ғҽрҽпсҽлҽ «хҽмер» тип нимҽгҽ ҽйтелгҽнен белҽһегеҙме? Ғҽрҽпсҽлҽ хҽмер – ул эселҽ торған ғына иҫерткес түгел, ҽ иҫертеүсе, аҡылды ваҡытлыса ҡаплаусы бҿтҽ матдҽлҽр. Шуға күрҽ «хҽмер» тигҽндҽ араҡы ла, пиво ла, тҽмҽке лҽ,
~ 115 ~
наркотик та – ҡыҫҡаһы эселҽ, тартыла, сҽселҽ, еҫкҽлҽ торған бҿтҽ иҫерткестҽр ҙҽ күҙ уңында тотола. Шулай итеп, ғҽрҽп телен белмҽйенсҽ, Ҡҿрьҽнде һҽм Сҿннҽте аңлау мҿмкин түгел, шуға ла донъяла ғҽрҽпсҽ белмҽгҽн кешегҽ бер ҡасан да «ғалим» тип ҽйтелмҽй. Мосолман ҡҽрҙҽштҽремҽ ғҽрҽп телен һҽм башҡа Ислам дине фҽндҽрен ҿйрҽнергҽ кҽңҽш итеп, ата-бабаларыбыҙ ҽйткҽн теге «ҽлифте таяҡ итеп белмҽгҽн» кеше булып йҿрҿмҽҫкҽ, иманға, тҽһҽрҽт-намаҙға ҡайтырға телҽп ҡалам. Егерменсе, был китаптағы һуңғы дҽрес тамам.
Йомғаҡлау Ҽссҽлҽмү ғалҽйкүм, мосолман ҡҽрҙҽштҽрем! Шулай итеп, «Дин дҽрестҽре»нең беренсе ҿлҿшҿн йомғаҡлап ҡуяйыҡ. «Иманлыларға, Аллаһты һҽм хҽҡиҡҽттҽн уларға тҿшҿрҿлгҽнде иҫкҽ алғанда, күңелдҽре буйһонор һҽм Китап элек бирелгҽн кешелҽр (йҽһүдиҙҽр һҽм насраниҙар) кеүек булмаҫҡа ваҡыт етмҽнеме һуң? Оҙаҡ ваҡыт үтеүҙҽн уларҙың (йҽһүдиҙҽрҙең һҽм насраниҙарҙың) күңелдҽре ҡатты, һҽм уларҙың күбеһе боҙоҡ», - тигҽн Аллаһы Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ («Тимер» сүрҽһе, 16 аят). Ысынлап та, бер быуатлыҡ дҽһрилек осоронан һуң беҙҙең дҽ күңелдҽр ҡатҡан, үҙебеҙ ҙҽ ҽҙерҽк боҙоҡланып киткҽнбеҙ. Ҽммҽ хҽҙер ҡабат сафланырға, иманға ҡайтырға, Ҡҿрьҽн һҽм Сҿннҽт буйынса йҽшҽй башларға, ысынлап та, ваҡыт еткҽндер! Был дҽрестҽрҙҽ беҙ ислам диненең тҿп белемдҽре – Аллаһы Тҽғҽлҽ, «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» һүҙҙҽренең мҽғҽнҽһе, иман шарттары, ширк, йҽннҽт, йҽһҽннҽм, дини фҽндҽр һҽм башҡа тҿшҿнсҽлҽр тураһында аңлатып киттек. Былар барыһы ла дин белемдҽренең бер бҽлҽкҽй генҽ ҿлҿшҿ булһа ла, мосолманға иң
~ 116 ~
беренсе аҙымдар яһарға ярҙам итергҽ етерлек мҽғлүмҽттҽр, тип ышанғы килҽ. Ошо дҽрестҽрҙҽ аңлатылған нҽмҽлҽрҙе иҫегеҙҙҽ ҡалдырһағыҙ, артабан дини белем алыуҙы еңелерҽк һҽм ышаныслыраҡ дауам итҽ алырһығыҙ, иншҽллаһ. Беҙҙең был дҽрестҽребеҙ аудиодисктарға ла яҙылған, шулай уҡ һеҙ уларҙы интернет сайттарында ла таба алырһығыҙ. Уҡығыҙ, ҡабатлағыҙ, тыңлағыҙ, балаларығыҙға, туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға һҿйлҽгеҙ – был белемдҽрҙе халыҡҡа еткерер ҿсҿн күп мосолмандар үҙ кҿстҽрен, ваҡыттарын, аҡсаларын сарыф итте. Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ: «Минҽн бер генҽ аят булһа ла еткерегеҙ», - тип ҿйрҽткҽн, шуға күрҽ мосолман үҙе белгҽндҽрҙе башҡаларға ла һҿйлҽргҽ, ҿйрҽтергҽ тейеш. Ҽ бының арҡала кемдер Аллаһы Тҽғҽлҽгҽ юл таба икҽн, дингҽ килҽ икҽн, аңлатыусы кешегҽ (йҽғни, дҽғүҽт ҡылыусыға) күп-күп сауаптар яҙыласаҡ, иншҽллаһ. Был турала Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺҒҽли ибн Ҽбү Талиб кейҽүенҽ шулай тине: «Аллаһы Тҽғҽлҽ һинең аша бер генҽ кешене булһа ла тура юлға күндерһҽ, был һиңҽ ҡыҙыл дҿйҽлҽргҽ эйҽ булыуҙан да хҽйерлерҽк булыр» (ҡыҙыл дҿйҽлҽр ғҽрҽптҽрҙҽ иң ҡиммҽтле мал булып һаналған). Икенсе бер оҡшаш хҽҙистҽ иһҽ Пҽйғҽмбҽребеҙ (ғҽлҽйһиссҽлҽм) был изге эштең (йҽғни, кешене дингҽ алып килеүҙең) бҿтҽ был донъянан да хҽйерлерҽк булыуын ҽйтте... Шулай булғас, үҙегеҙ белгҽн нҽмҽлҽрҙе икенселҽргҽ лҽ еткерергҽ тырышығыҙ. Был донъя артынан күпме ҡыуһаҡ та, барыбер уны тотошлай үҙебеҙҙеке итҽ алмаясаҡбыҙ, ҽ Аллаһы Тҽғҽлҽ тураһында белем таратыу, Уны данлап зикер ҽйтеү ошо донъялағы бар нҽмҽнҽн дҽ ҿҫтҿн. Был донъяға килеүебеҙҙең тҿп маҡсатын онотмайыҡ, ҡҽрҙҽштҽр. Аллаһы Тҽғҽлҽ Үҙ китабында: «Мин кешелҽрҙе һҽм ендҽрҙе Миңҽ ғибҽҙҽт итһендҽр ҿсҿн генҽ бар иттем», - тигҽн («Елгҽреүселҽр» сүрҽһе, 56 аят). Дҿрҿҫ ғибҽҙҽт иһҽ тик белем алыу менҽн генҽ мҿмкин була. Ғилемегеҙе арттырығыҙ – кҿн һайын китап уҡырға, лекция тыңларға,
~ 117 ~
файҙалы дини кинолар ҡарарға тырышығыҙ. Аллаһы Тҽғҽлҽ барыбыҙҙы ла Үҙенең тоғро ҡолдары иҫҽбенҽ индереп, беҙҙе ныҡлы иман, хҽлҽл ризыҡ, бҽрҽкҽтле ғүмер һҽм ике донъя бҽхете менҽн ниғмҽтлҽһҽ ине! «Дин дҽрестҽре»нең килҽһе ҿлҿшҿн ошо йылда ҽҙерлҽп бҿтҿп, йома хҿтбҽлҽре итеп сығарырға ниҽтебеҙ бар. Шул хҿтбҽлҽрҙе уҡып һҽм тыңлап сыҡһағыҙ, ошо китапта уҡыған темаларҙы, Ислам фҽндҽренең нескҽлектҽрен тағы ла яҡшыраҡ аңларһығыҙ, иншҽллаһ. Шулай осрашып торорға яҙһын. Ҽссҽлҽмү ғалҽйкүм үҽ рҽхмҽтуллаһи үҽ бҽрҽкҽтүһү!
Йҿкмҽткеһе Автор тураһында ............... 1-се дҽрес: Кем ул Аллаһы Тҽғҽлҽ? ............... 2-се дҽрес: Аллаһ тураһында Ҡҿрьҽн аяттары ............... 3-сҿ дҽрес: «Лҽ илҽһҽ иллҽллаһ» мҽғҽнҽһе ............... 4-се дҽрес: Имандың алты шарты ............... 5-се дҽрес: Ширк – Исламда иң ҙур гонаһ! ............... 6-сы дҽрес: Шҽһҽдҽттең шарттары ............... 7-се дҽрес: Исламдың биш нигеҙе ............... 8-се дҽрес: Ҡиҽмҽт кҿнҿ ............... 9-сы дҽрес: Кем ул Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽр ( ?)ﷺ......... 10-сы дҽрес: Ҽҙҽм һҽм Шайтан ............... 11-се дҽрес: Йҽһҽннҽм ............... 12-се дҽрес: Йҽннҽт ...............
~ 118 ~
13-сҿ дҽрес: Ислам дине фҽндҽре ............... 14-се дҽрес: Аҡида фҽне ............... 15-се дҽрес: Тҽджүид фҽне ............... 16-сы дҽрес: Тҽфсир фҽне ............... 17-се дҽрес: Фиҡһ фҽне ............... 18-се дҽрес: Хҽҙис фҽне ............... 19-сы дҽрес: Сира фҽне ............... 20 се дҽрес: Ғҽрҽп теле ............... Йомғаҡлау ............... Просьба автора: В целях просвещения наших земляков по самым основным вопросам ислама данная брошюрка может использоваться и распространяться в любом виде. Если у вас на руках окажется бумажный вариант, то лучше по прочтении передайте брошюрку близкому человеку или сделайте ему копию. Если вы хотите получить еѐ электронный вариант, пишите по адресу shirgazi@rambler.ru. Вы можете продолжить изучение ислама по другим трудам автора, для этого найдите в интернете или у знакомых мусульман его аудиолекции: 1. 2. 3. 4. 5.
“Знамения судного дня” “Вера в Аллаха” “Столпы веры” “Важные вопросы вероубеждения” “Пятничные проповеди”
Также данная брошюрка имеет аудиовариант, который распространяется вместе с упомянутыми выше лекциями. По эмайлу выше вы можете задавать автору вопросы, но он заранее извиняется за чисто физическую невозможность ответить на все письма. (Следует отметить, что вы найдете ответы на многие свои вопросы по исламу, если терпеливо прослушаете все лекции).
~ 119 ~
Хайбуллин Ишмурат является также автором нескольких книг по арабскому языку: 1) «Грамматика арабского языка» 2) «Стилистика арабского языка» 3) «Как заговорить по-арабски» 4) «Таджвид. Краткое изложение» По общим вопросам ислама и жизненных ценностей у Хайбуллина Ишмурата есть также две книги – эссе «Случайные мысли или джинны из лампы» (на русском языке) и сборник статей «Дини тҽүжиһҽттҽр» (на башкирском языке). Все эти книги вы можете получить в электронном виде по указанному эмайлу. Пусть Всевышний поможет вам на пути получения знаний!
~ 120 ~