Хутбы на башкирском

Page 1

Әбү Әхмәт хәҙрәт

Йома хөтбәләре  50 хөтбә 

Өфө - 2017 Әбү Әхмәт хәҙрәт Йома хөтбәләре / Өфө, 2017. – 266 бит.


Авторҙан Йома көнө – иң хәйерле көндәрҙең береһе, тиелгән хәҙистә: «Ҡояш ҡалҡҡан иң яҡшы көн – йома көнө. Был көндә Әдәм яратылды, был көндә йәннәткә керетелде һәм был үк көндә унан сығарылды, һәм Ҡиәмәт мотлаҡ ошо көндә ҡубасаҡ». (Мүслим, Әбү Дәүд, Ән-Нәсәи, ӘтТирмиҙи риүәйәт иттеләр). Шулай уҡ йома көнөндә доғаның ҡабул булған сәғәте була. Күп ғалимдарҙың әйтеүенсә, был сәғәт икенде намаҙынан һуң булырға тейеш. Йома көнөндә «Кәһф» сүрәһен уҡыу – бик сауаплы һәм файҙалы эш. «Кем йома көнө “Кәһф” сүрәһен уҡый, был уға ике йома араһында нур булыр». (Әл-Хәким, Әл-Бәйһәҡи риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Шулай уҡ йома көнө пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬йыш-йыш салауат әйтеү ҙә ҡушылған. Кеше йома көнөндә йә кисендә (кесаҙнанан йомаға ҡарай) үлеп ҡалһа, Аллаһ Тәғәлә уны ҡәбер ғаҙабынын ҡотҡарыр тиелгән бер хәҙистә. Йомала кемдер хөтбә тыңлар өсөн һәм бөтөн йәмәғәт менән намаҙ ҡылыр өсөн мәсеткә килә. Был ваҡытта мәсеттә кешеләр генә түгел, фәрештәләр ҙә килеп, имамдың хөтбәһен тыңлайҙар! Мосолмандарҙың йомаға килеүҙәре – ислам диненең мөһим күренеше һәм өлөшө. Күп кеше биш намаҙға баҫмаҫ борон йомаларға йөрөй башлай бит, һәм ошо ваҡытта уға ислам динен аңлау өсөн төрлө темаларға ҡыҫҡа ғына хөтбәләр ишетеү мөһим. Республикабыҙ мәсеттәрендә имамлыҡ эштәрен алып барған ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙ йыш ҡына хөтбә әҙерләүҙә ҡыйынлыҡтар кисерә (Аллаһ уларға ярҙам итеп, әжер-сауаптарын 2


арттырһын), шуның өсөн уларға ниндәйҙер ярҙам булһын тип, ошо китапты әҙерләнем. Был китапта тупланған 50 хөтбә (бер һижри йылда яҡынса 50 аҙна) йыл әйләнәһенә ҡуллана алырлыҡ материал булыр. Хөтбәләрҙе һайлағанда беҙ йыл эсендә булған мөһим ваҡиғаларҙы (ураҙа, хаж, зәкәт, ҡорбан салыу) һәм республикабыҙҙа булған проблемаларҙы (ширк, намаҙҙарҙы ҡалдырыу, эскелек, үҙүҙеңә ҡул һалыу, белемһеҙлек һ. б.) күҙ уңында тоттоҡ. Хөтбәләрҙең үҙҙәренә күсмәҫ борон, йома үткәреү менән бәйле булған мәсьәләләрҙә туҡталып китәйек.

3


Йома хөтбәһе менән бәйле булған ҡайһы бер мәсьәләләр Иң тәүҙә шуны әйтер кәрәк: республикабыҙҙа имамдар етешмәү сәбәпле күп кенә мәсеттәрҙә йома хөтбәләре үткәрелмәй, ә бит ниндәйҙер ауылда йома үткәрелеүе – халыҡтың иман дәрәжәһенең бер күрһәткесе. Йомалар үткән ауылда халыҡ аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла Аллаһ Тәғәлә тураһында, Уның хәләл-харамдары, әмерҙәре һәм тыйыуҙары, башҡа төшөнсәләр тураһында ишетә. Һәм бөгөн булмаһа ла, иртәгә йә бер, ике, өс йылдан һуң ишеткән нәмәләрен төшөнә. Ҡайһы ваҡыт ҡәрҙәштәребеҙ: «Бында йома үткәрҙең ни, үткәрмәнең ни – барыбер әбейҙәрҙән башҡа бер кем дә йөрөмәй!», – тип һуҡрана. Ысынлап та шулай булған хәлдә лә йомаларҙы теүәл үткәрергә тырышығыҙ, ағай-эне. Хөтбә яҡшы, тәрбиәүи, эстәлекле үтһә, әбейҙәр ҡайтып балаларына, ейәндәренә, күршеләренә һөйләр, һәм һеҙ һөйләгән ғилем артабан китер, ә һеҙгә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬әйткәнсә ғәмәл китабығыҙға үлемегеҙҙән һуң да сауап килеп торор: «Әҙәм балаһы (йәғни кеше) үлһә, уның ғәмәлдәре – өс осраҡтан башҡа – туҡтап ҡала: дауамлы садаҡа, файҙа килтерә торған ғилем, үлгән ата-әсәһенә доға ҡылып торған изге бала». (Имам Мүслим риүәйәт итте). Дауамлы садаҡа – ул кеше үлеменән һуң тороп ҡалған ниндәйҙер хәйерле эш – мәҫәлән, мәсет, мәҙрәсә, балалар йорто, хатта емеш ағасы... Ләкин быларҙы кеше тик Аллаһ ризалығы өсөн эшләргә тейеш, маҡтаныу өсөн түгел. Файҙа килтерә торған ғилем – ул кемдеңдер яҙып ҡалдырған китаптары, йәки үҙе яҙмаған, ләкин һатып алып кемгәлер 4


бүләк иткән ғилем сараһы (китап, диск һ. б). Шул нәмәләрҙе кешеләр ҡулланып торған һайын, уны беренсе булып ҡалдырған кешегә сауап килеп торасаҡ. «Изге бала» – ул кемдеңдер яҡшы мосолман булып үҙ аталарына, олаталарына, ата-бабаларына доға ҡылып тороуы. Ошо доғалар үлгәндәрҙең ғәмәл китаптарын тултырып торор. Шулай итеп, йома хөтбәһен алып барыуҙа вайымһыҙлыҡ күрһәтергә ярамай. Был бит халҡыбыҙ араһында файҙалы ғилем таратып, ҙур әжер-сауаптарға өлгәшеү тигән һүҙ! «Белемем әҙерәк, оялам, ғәрәп телен белмәйем» тип тартынмағыҙ – әлеге көндә республикабыҙҙа үҫеш саҡ башланып ҡына тора. Ауыл һайын тәрән белемле имамдар юҡ, әлбиттә, ләкин улар булһын өсөн нәмәнәндер башлар кәрәк бит, ә һеҙҙең йома үткәреүегеҙ ошо башланғыс булыр, иншәллаһ. Әгәр ауылығыҙҙа мәсет булып та быға тиклем йома намаҙҙары үтмәгән булһа, Диниә наҙаратынан имамлыҡ ҡағыҙын алығыҙ ҙа, йома үткәрә башлағыҙ. Яйлап ҡына белемегеҙҙе нығытып, хөтбә үткәреүҙә һәләттәрегеҙҙе камиллаштырырһығыҙ. Йома үткәреү тәртибенә күсмәҫ борон, бынан алда эшләнәсәк эштәрҙе иҫкә төшөрәйек. Иң беренсенән, хати́б1 йомаға иртәрәк әҙерләнә башларға тейеш. Йоманың иртәгәһенә үк, шәмбе көнө ниндәйҙер теманы билдәләп, шуға материалдар әҙерләй башлағыҙ. Бының өсөн темаға ярашлы аяттар, хәҙистәр, бөйөк ғалимдарҙың һүҙҙәрен табыу кәрәкле. Әгәр, мәҫәлән, киләсәк хөтбәнең темаһы «Хати́б» тигән һүҙ ғәрәпсәнән «телмәр тотоусо, оратор» тип тәржемә ителә. Дини аңламда был һүҙ «дини темаға вәғәз һөйләүсе» тигән мәғәнәлә ҡуллана. 1

5


«Ата-әсә хаҡы» икән, Ҡөрьәндә ата-әсә тураһында булған аяттарҙы (барыһын булмаһа ла, өсәү-дүртәү) яҙып алырға кәрәк. Шунан һуң пәйғәмбәрҙең (‫ )ﷺ‬ошо темаға әйтелгән һүҙҙәрен, йәғни хәҙистәрҙе табығыҙ. Шунан – сәхәбәләрҙең, бөйөк ғалимдарҙың ата-әсә хаҡы тураһында әйтелгән һүҙҙәрен, йә тормош миҫалдарын килтереү мөһим. Тема һайлағанда даталарға ла иғтибар итергә кәрәк, әлбиттә, сөнки Рамаҙан айы башланып торғанда хаж тураһында һөйләү бик үк дөрөҫ булмаҫ – бәлки, мәсеткә килгән кешеләр араһында ураҙа тураһында уйланып йөрөгән кеше барҙыр. Хөтбәне ишетеп, бәлки ул да быйыл ураҙа тоторға ниәт алыр. Шулай уҡ тема һайлағанда билдәле мәсеттең хәленә лә иғтибар итеү мөһим – әгәр мәсеткә тик әбейҙәр килә икән, «Ислам диненең спортҡа ҡарашы» тигән хөтбә ҙур файҙа бирмәҫ – оло кешеләргә ауырыу һынауҙары, ҡартлыҡ көндәрҙә Аллаһҡа яҡынайыу, Аллаһ Тәғәләнең ярлыҡауынан өмөт өҙмәү тураһында һөйләү дөрөҫөрәк. Билдәле ваҡыт һәм билдәле урынға тура килгән хөтбә темаһы һайланып, материалдар йыйылып бөткәс, уларҙы ҡағыҙ битенә яҙып алығыҙ. Был ҡағыҙҙы хөтбә ваҡытында ла тотоп торорға ярай, ләкин хөтбәгеҙҙе бер тапҡыр булһа ла үҙ аллы һөйләп ҡарағыҙ. Йыш ҡына ошондай репитициянан һуң кеше хөтбәнең етешһеҙлектәрен үҙе күрә – хөтбә йә үтә ҡыҫҡа, йә саманан тыш оҙон, йә аңлау өсөн ауыр, йә йыйыласаҡ кешеләр өсөн бигерәк ябай булып сыға. Алдан һөйләп хөтбәне тикшереү быны аңларға ярҙам итә. Йома көнө мәсеткә иртәрәк килеү яҡшы. Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тигән:

6


«Кем йома көнө оло ғөсөл ҡойоноп мәсеткә иртә килә, шул дөйәне ҡорбан итеп килтергән кеүек булыр; кем унан һуң килә, шул – һыйырҙы, кем унан һуң килә, шул – мөгөҙлө һарыҡты, кем унан һуң килә, шул – тауыҡты, ә кем унан һуң да килә, шул – йомортҡаны ҡорбан итеп биргән кеүек булыр. Әгәр имам хөтбә һөйләргә сыҡһа, фәрештәләр ҙә тыңлар өсөн килеп утыралар». Хатиб үҙенең кейеменә лә иғтибар итергә тейеш – мәсеткә килгән кешеләр араһында төрлөһө була. Беҙ, мосолмандар, кешенең ҡиәфәтенә түгел, йөрәгенә нығыраҡ иғтибар итһәк тә, динде аңлап етмәгән кешенең имамға ҡарап ғөмүмән дин тураһында фекер йөрөтөүө бар. Беҙ һәр эшебеҙҙә лә пәйғәмбәребеҙҙән (‫ )ﷺ‬үрнәк алабыҙ: ул ҡайһы ваҡыт (булһа, әлбиттә) матур кейемдәр кейеүҙән һис тартынмаған, ә мосолмандың йома көнөндә айырыуса бөхтә кейенеүен хуп күргән. Хөтбә һөйләгәндә таяҡҡа таяныу ҙа мөмкин – ғалимдар араһында был эштең сөннәт булыуы тураһында төрлө фекерҙәр йөрөһә лә, күп ғилем әһеле быны рөхсәт иткән. Ҡыҫҡаһы, йома хөтбәһен үткәргәндә күп нәмәгә иғтибар итеп, етди рәүештә әҙерләнер кәрәк.

7


‫‪Йома хөтбәһен үткәреү тәртибе‬‬ ‫‪Имам халыҡ алдына сығып баҫа ла, кешеләргә сәләм‬‬ ‫»!‪бирә. («Әссәлә́мү ғәлә́йкүм үә рахмәтүлла́һи үә бәракә́түһ‬‬ ‫‪тип). Шунан ошо һүҙҙәр һәм аяттарҙы әйтә – пәйғәмбәребеҙ‬‬ ‫‪) хөтбәләрен шулар менән башлар булған:‬ﷺ(‬

‫إن الـحمد لل نـحمده ونستعينه ونستغفره‪ ،‬ونعوذ بالل‬ ‫من شرور أنفسنا وسيئات أعمالنا‪ ،‬من يهده للا فل مضل‬ ‫له‪ ،‬ومن يضلل فل هادي له‪ ،‬وأشهد أن ل إله إل للا‬ ‫وحده ل شريك له‪ ،‬وأشهد أن مـحمدًا عبده ورسوله‪.‬‬ ‫يا أيُّها الذين آمنوا اتقوا ّللا حق تقاته ول تـموتن إل وأنتم‬ ‫مسلمون‪.‬‬ ‫يا أيُّها الناس اتقوا ربكم الذي خلقكم من نفس واحدة‬ ‫وخلق منها زوجها وبث منهما رجالً كثيرا ً ونسا ًء واتقوا‬ ‫ّللا الذي تساءلون به واألرحام إن ّللا كان عليكم رقيبا ً‪.‬‬ ‫يا أيُّها الذين آمنوا اتقوا ّللا وقولوا قولً سديدا ً يصلح لكم‬ ‫أعمالكم ويغفر لكم ذنوبكم ومن يطع ّللا ورسوله فقد فاز‬ ‫فوزا ً عظيما ً‪.‬‬ ‫أما بعد‪...‬‬

‫‪8‬‬


Был һүҙҙәрҙең һәм аятарҙың транскрипцияһы2:

Иннәлхә́мдә лиллә́һи нәхмә́дүһү үә нәстәғи́нүһү үә нәстәғфи́рүһ. Үә нәғү́ҙү биллә́һи мин шүру́ри әнфү́синә үә сәййи’ә́ти әғмә́линә, мән йә́һдиһилләһү фәлә́ мүды́ллә ләһ, үә мән йү́длил фәлә́ һә́дийә ләһ, үә ә́шһәдү әллә́ илә́һә илләлла́һү үә́хдәһү лә шәри́кә ләһ, үә ә́шһәдү әннә Мүхә́ммәдән ғә́бдүһү үә расү́лүһ! Йә́ әййүһәлләҙи́нә ә́мәнүттәҡулла́һә хә́ҡҡа түҡа́тиһи үә лә тәмүтү́ннә и́ллә үә ә́нтүм мүслимү́н! Йә́ әййүһәлләҙи́нә ә́мәнүттәҡу ра́ббәкүмүлләҙи ха́ләҡакүм миннә́фсиү-үә́хидәтиү-үә ха́ләҡа минһә́ зә́үджәһә үә бә́ҫҫә минһүмә́ риджә́ләң кәҫи́раү-үә нисә́’ә. Үәт-тәҡулла́һәл-ләҙи́ тәсә́’әлү́нә биһи үәл әрхә́м. И́ннәлла́һә кә́нә ғәлә́йкүм раҡи́бә! Йә́ әййүһәлләҙи́нә ә́мәнүттәҡулла́һә үә ҡу́лү ҡа́үләң сәди́дә. Йү́слих ләкү́м әғмә́ләкүм, үә йә́ғфир ләкү́м ҙүнү́бәкүм үә мә́й-йү́тығиллә́һә үә расү́ләһү фәҡа́д фә́зә фә́үзән ғәҙы́мә! Ә́ммә бәғд... Был һүҙҙәрҙең һәм аяттарҙың тәржемәһе:

Бирелгән транскрипцияларҙа башҡорт телендә булмаған “‫ ”ع‬һәм “‫ ”ح‬хәрефтәрен аҫтарына һыҙылған “ғ” һәм “х” хәрефтәре менән күрһәттек. Был хәрефтәр бөтәбеҙ ҙә белгән “Фәтихә” сүрәһенең икенсе аятында (“Әлхә́мдү лиллә́һи ра́ббил ғә́ләмин”) бар. 2

9


Барса маҡтауҙарыбыҙ Аллаһҡа, Уны беҙ маҡтайбыҙ, Унан ярҙам һорайбыҙ, Уға истиғфәр3 ҡылабыҙ. Уға күңелдәребеҙҙең яуызлыҡтарынан, яман эштәребеҙҙән һыйынабыҙ. Кемгә Аллаһ һидәйәт бирә, шул кешене аҙаштырыусы булмаҫ, ә кемде Аллаһ аҙаштыра, шул кешегә тура юл күрһәтеүсе булмаҫ. Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт (‫ – )ﷺ‬Уның ҡоло һәм илсеһе, тип шаһитлыҡ ҡылам. Эй, иман килтергән кешеләр! Аллаһтан хаҡ ҡурҡыу менән ҡурҡығыҙ һәм тик мосолман булып ҡына үлегеҙ! («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 102 аят). Эй, иман килтергән кешеләр! Һеҙҙе бер кешенән бар иткән, һәм шул кешенән уның ҡатынын яратҡан, һәм уларҙың икеһенән күп ирҙәр һәм ҡатындар барлыҡҡа килтергән Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ! Бер-берегеҙҙән нәмәлер һорағанда иҫкә алған Раббығыҙ Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм туғанлыҡ ептәрен (өҙмәгеҙ)! Ысынлап та, Аллаһ һеҙҙе күҙәтеп тора бит! («Ҡатындар» сүрәһе, 1 аят). Эй, иман килтергән кешеләр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм хаҡ һүҙ һөйләгеҙ! Ул һеҙҙең эштәрегеҙҙе яйға һалыр, гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Кем дә кем Аллаһҡа һәм Уның илсеһенә итәғәт итә, шул бөйөк уңышҡа өлгәшер! («Фирҡәләр» сүрәһе, 70 – 71 аяттар). Ә артабан... Ошо һүҙҙәрҙән һуң имам төп хөтбәне һөйләй башлай. Ошо китапта бирелгән 50 хөтбәнең береһе һеҙгә өлгө була алыр. 3

Истиғфәр: «ғәфү итеүҙе һорау» тигәнде аңлата.

10


Уларҙы ҡулланғанда һүҙмә һүҙ уҡымаһағыҙ яҡшыраҡ булыр. Һеҙ йәшәгән ҡала йә ауылдағы ниндәйҙер хәлдәрҙе иҫкә алып, шулар тураһында үҙ фекерегеҙҙе әйтеп китһәгеҙ, хөтбәгеҙ ҡыҙығыраҡ, «теремек» булыр. Бәлки, бында яҙылған хөтбәне тик аяттарҙы һәм хәҙистәрҙе хәтерләр өсөн генә ҡулланырһығыҙ, ә аңлатмаларҙы башҡа китаптарҙан алырһығыҙ. Ҡыҫҡаһы, хөтбә һөйләр алдынан, уның темаһын яҡшыраҡ өйрәнергә, ҡағыҙҙың ситенә яңы фекерҙәр һәм аңлатмалар яҙып алырға тырышығыҙ. Ҡулығыҙҙа ҡағыҙ булмаһа тағы ла яҡшыраҡ, әлбиттә, ләкин онотоу ихтималы булһа, ҡағыҙ менән сығыу ҡурҡыныс түгел. Йома хөтбәһе ике өлөшкә бүленә. Беренсе өлөш икенсеһенән оҙонораҡ була, ә ике хөтбә араһында хатиб ултырып эстән ҡыҫҡа ғына доға ҡыла, халыҡ та үҙ аллы быны эшләй. Ике хөтбәнең һәр береһендә лә Аллаһ Тәғәләне маҡтау, Мөхәммәт пәйғәмбәргә (‫ )ﷺ‬салауат, иман шәһәдәте һәм кешеләрҙе тәҡүәлеккә4 өндәү һүҙҙәре булырға тейеш. Хөтбәнең беренсе өлөшө бөткәндән һуң ошо һүҙҙәрҙе әйтеп ҡуйыу яҡшы булыр. (Улар әйтелмәһә лә ҡурҡыныс түгел, ләкин пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уларҙы әйтә торған булған, һәм хәҙерге көнгә тиклем күп ғалимдар уны ҡабатлай):

‫أقول قولـي هذا وأستغفر للا لـي ولكم ولسائر المسلمين‬ ‫ فاستغفروه إنه هو الغفور الرحيم‬،‫من كل ذنب‬ Тәҡүәлек – Аллаһтан ҡурҡыу, Уның ғазабынан һаҡланыу, үҙеңдең Аллаһ күҙәтеүе аҫтында булыуыңды аңлау. (Русса – благочестие, богобоязненность). 4

11


Был һүҙҙәрҙең транскрипцияһы:

Әҡу́лу ҡа́үли һә́ҙә үә әстә́ғфируллаһә ли үәлә́күм үә лисә́ирил мүслими́нә мин кү́лли ҙә́нб. Фәстәғфиру́һү и́ннәһү һү́әл ғафү́руррахим! Был һүҙҙәрҙең тәржемәһе: Ошо һүҙҙәремде әйтәм һәм Аллаһтан үҙемә, һеҙгә һәм бар мосолмандарға ла ярлыҡау һорайым. Һеҙ ҙә Унан ярлыҡау һорағыҙ, Ул бит Ғәфү итеүсе, Мәрхәмәтле! Был һүҙҙәрҙе әйткәс, хатиб ултырып доға ҡыла ла, хөтбәнең икенсе өлөшөн һөйләр өсөн баҫа. Доға ҡылғанда ниндәйҙер билдәле һүҙҙәр кәрәкмәй, ә кеше үҙе теләгән нәмәһен һорай ала. Мәсеттә ултырған халыҡ та үҙ хәжәттәренә күрә доға һүҙҙәрен һайлап, Аллаһтан теләгән нәмәләрен һорап ҡуйһындар, сөнки ошо ваҡытта доға ҡабул була торған йома сәғәтен «тотоу» ихтимал. Икенсе хөтбәне ошо һүҙҙәр менән башлап ебәрергә була:

‫الحمد لل والصلة والسلم على رسول للا‬ Был һүҙҙәрҙең транскрипцияһы:

Әлхә́мдү лиллә́һ, расү́лиллә́һ!

үәссалә́тү

үәссәлә́мү

ғәлә

Был һүҙҙәрҙең тәржемәһе: Аллаһҡа маҡтау, салауат һәм сәләмдәр – Аллаһтың Илсеһенә (‫!)ﷺ‬

12


Хөтбәне бөтөрөү өсөн ниндәйҙер билдәле аяттар йә доғалар талап ителмәй, ләкин ҡайһы бер ғалимдар ошо аятты йыш уҡыйҙар (уны бөйөк хәлифә Ғүмәр ибн Ғәбдүлғәзиз уҡый торған булған һәм башҡа хатибтарға ла быны бойорған):

‫إن ّللا يأمر بالعدل واإلحسان وإيتاء ذي القربى وينهى‬ ‫عن الفحشاء والمنكر والبغي يعظكم لعلكم تذكرون‬ Был аяттың транскрипцияһы:

И́ннәлла́һә йә́’мүру билғә́дли үәл ихсә́ни үә итә́’и ҙил ҡу́рбә үә йә́нһә ғә́нил фәхшә́и үәл мү́нкәри үәл бә́ғйи йәғи́ҙукүм ләғә́лләкүм тәҙә́ккәрун! Был аяттың тәржемәһе: Ысынлап та, Аллаһ ғәҙел булырға, изгелек ҡылырға һәм яҡындарға садаҡа бирергә ҡуша; ә яманлыҡтан, тыйылған эште эшләүҙән, кешеләргә йәбер-золом ҡылыуҙан тыя. Аллаһ һеҙҙе өгөтләй – моғайын, иҫкә алырһығыҙ! («Бал ҡорто» сүрәһе, 16: 90 аят). Иң аҙаҡта хатиб мөәззингә иҡамәт төшөрөргә ҡуша ла, ике рәкәғәт йома намаҙын ҡылырға баҫа. Уның артынан саф-саф булып кешеләр ҙә баҫа. Йома намаҙы ҡәҙимге иртәнге намаҙ кеүек ҡылына5.

Был китапта йома көнөнә хас булған күп нескәлектәр тураһында яҙманыҡ, сөнки китаптың төп маҡсаты хөтбәләр йыйынтығын әҙерләү ине. 5

13


№1. Тәүхид һәм ширк төшөнсәләре

Беренсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Бөгөнгө хөтбәбеҙҙә тағы ла тәүхид һәм ширк тураһында һөйләшеп китәйек. Тәүхид – мосолман өсөн иң мөһим нәмә. Тәүхидте аңламайынса ислам диненең башҡа төшөнсәләре тураһында һүҙ алып барыу файҙаһыҙ. Тәүхид – ул ислам динен донъялағы башҡа бөтә диндәрҙән айырыусы нәмә. Тәүхид – ул тик Аллаһ Тәғәләне Раббың тип танып, Уның гүзәл исемдәре һәм камил сифаттарына ышанып, ғибәҙәттәрҙең бар төрҙәрен дә Уға йүнәлтеү. Кем дә кем тәүхидте аңлап, үҙ күңелендә уға ирешһә, шул кеше ысын мосолман булыр. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә беҙгә быны Үҙе бойорған: «Һеҙҙең Илаһығыҙ – Берҙән-бер илаһ! Унан, Рәхмәтле һәм Шәфҡәтленән башҡа, илаһ юҡ!» («Һыйыр» сүрәһе, 2:163). Шулай уҡ: «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем. Мин уларҙан һис бер ризыҡ теләмәйем, һәм Мине туйҙырыуҙарын да теләмәйем» («Елгәреүселәр» сүрәһе, 51: 56 – 57), – ти Раббыбыҙ. Тағы ла: «Әйт: “Ысынлап та, минең намаҙым һәм тәҡүәлегем, тереклегем һәм үлемем Аллаһҡа арналған, ғаләмдәр Раббына. Уның тиңдәше юҡ. Ошо миңә бойоролдо, һәм мин – беренсе мосолмандарҙан”» («Мал-тыуар» сүрәһе, 6:162 – 163), – тиелгән. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бер һүҙендә (хәҙистә) үҙенең Мүғәҙ тигән сәхәбә иптәшенә ошолай тигән: «Эй, Мүғәҙ, кешеләрҙең Аллаһ Тәғәләгә ҡарата бурысы ни, беләһеңме?». «Аллаһ һәм Уның илсеһе яҡшыраҡ белер!», – тигән Мүғәҙ. «Ҡолдарҙың Аллаһҡа ҡарата 14


бурысы – ул бары тик Уға ғына ғибәҙәт ҡылыу һәм Уға һис бер тиңдәш тә тотмау», – тигән пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬. Бер аҙ ваҡыт үткәс пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬йәнә Мүғәҙгә һорау биргән: «Эй, Мүғәҙ, әгәр кешеләр ошоно эшләһә, Аллаһ Тәғәләнең уларға ҡарата бурысы нимә була, беләһеңме?». Мүғәҙ тағы ла: «Аллаһ һәм Уның илсеһе яҡшыраҡ белер!», – тип яуап ҡайтарған. Шунан пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ошолай тигән: «Аллаһ Тәғәләнең кешеләргә ҡарата бурысы – Уға тиңдәш тотмаған кешене язаға дусар итмәү». Шулай итеп, мосолман кешеһенең төп бурысы – Аллаһ Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылып, уға тиңдәш тотмаҫҡа, йәғни ширк ҡылмаҫҡа. Ширк – ул тәүхидтең ҡапма ҡаршылығы. Әгәр кеше Аллаһтан башҡа илаһҡа табына икән, беҙ уны оло ширк ҡылыусы тип атайбыҙ. Мосолмандың тәүхиде ни тиклем камилыраҡ булһа, ул шул тиклем ширктән йырағыраҡ булыр һәм, киреһенсә, кешенең йөрәгендәге ширк артҡан һайын уның тәүхиде лә кәмер. Ә кем Аллаһтан башҡа нәмәгә табынһа, шул оло ширк гөнаһы ҡылыр һәм ислам диненән сығып китер. Бындай гөнаһты Аллаһ Тәғәлә һис бер ҡасан да, һис бер кемгә лә ғәфү итмәйәсәк. Шуға ла Ҡөрьәндә әйтелгән: «Аллаһ Үҙенә тиңдәш тотоуҙы ярлыҡамай, әммә унан бәләкәйерәк гөнаһтарҙы теләгән кешеһенә ғәфү итә. Аллаһҡа тиңдәш тотҡан кеше оло ялған уйлап сығарған була» («Ҡатындар» сүрәһе, 4:48). Икенсе хөтбә Мосолман ҡәрҙәштәрем! Беҙ йәшәгән замана – ахыры замандың нәҡ үҙе. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬аңлатҡанса, ахыры заман уның килеүе менән башланған. Бер хәҙисендә 15


Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫)ﷺ‬: «Минең килеүем менән Ҡиәмәт көнө араһында ошо ҡәҙәр генә ваҡыт бар» – тигән дә, һуҡ һәм урта бармағын күрһәткән. Ғәрәптәрҙә был «бик яҡын» тигәнде аңлата. Ә ахыры замандың бер билдәһе – белемдең аҙ булып, наҙанлыҡтың таралыуы. Наҙанлыҡ таралыуы арҡаһында бөгөн мосолмандар тәүхид һәм ширк тигән ябай, ләкин мөһим төшөнсәләрҙе аңлап етмәйҙәр. Ә бит уларҙы белеү йә белмәүгә кешенең теге донъялағы хәле бәйле! Шуға «тәүхид» тигән һүҙҙе иҫегеҙҙә яҡшы ҡалдырығыҙ, һәм уның мәғәнәһен аңларға ваҡытығыҙҙы сарыф итегеҙ. «Ширк» тигән һүҙҙе лә иҫтә ҡалдырығыҙ һәм был ҡурҡыныс гөнаһтан һаҡланығыҙ. Унан балаларығыҙҙы ла иҫкәртегеҙ. Ислам тәрбиәһе нәҡ ошонан башланып китергә тейеш. Ҡөрьәндә Лоҡман тигән изге кешенең улы менән һөйләшеүе килтерелә: «Беҙ элек үк Лоҡманға хикмәт биргәйнек: «Аллаһҡа шөкөр ит! Кем шөкөр итһә, ул үҙе өсөн шөкөр итә, ә кем яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәй... Ысынлап та, Аллаһ бай, данлы!». Бына Лоҡман үҙ улына өгөтләп: «Эй, улыҡайым! Аллаһҡа тиңдәш тотма, күп илаһтарға табыныу – оло золом бит!», – тине» («Лоҡман» сүрәһе 31: 12 – 13). Йәғни, Лоҡмандың үҙ улына өйрәткән беренсе нәмәһе – тик Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт итеү һәм Уға тиңдәш тотмау, йәғни ширк ҡылмау ине. Ә бит ошо иң кәрәкле нәмәне һәм динебеҙҙең иң төп принципын күп кешеләр аңлап етмәй һәм ширк гөнаһына кереп китәләр. Беҙҙең көндә ширк ҡылыу төрлө формаларҙа хасил була: мәҫәлән, әүлиәләр ҡәберенә барып үлеләрҙән ярҙам һорау; теләһә ниндәй «ҡара 16


бесәй»ҙәрҙән йә буш биҙрә тотоп килгән ҡатындарҙан ҡурҡыу; йондоҙнамәгә (гороскоп) ышаныу; Аллаһтан башҡа нәмә менән (мәҫәлән, әсәй, Ҡөрьән, бала менән) ант итеү; ҡапҡа йә ишек башына даға ҡуйыу; «әрүәхтәр риза булһын» тип хәбәр һөйләү, машинаға «юл ҡаҙаһынан һаҡланам» теләһә ниндәй бетеүҙәр, яҙыуҙар, «күҙҙәр» элеү һәм башҡаһы. Былар барыһы ла динебеҙҙе белмәгәндән һәм өйрәнмәгәндән килеп сыға, ҡәрҙәштәр. Шуға күрә динебеҙҙе яҡшылап өйрәнәйек, Аллаһтың изге ҡолдары булырға тырышайыҡ, Ул ҡушҡан әмерҙәрҙе үтәп, Ул тыйған нәмәләрҙән тыйылайыҡ! Пәғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬һәм уның уҡыусылары – сәхәбәләр – кеүек тәүхидте аңларға, уларҙан бөтә эштәребеҙҙә лә өлгө алырға тырышайыҡ. Тәүхид – ул кешене Ҡиәмәт көнөндә ҡотҡара торған иң бөйөк нәмә. Бының турала ощо хәҙисте иҫтә тотайыҡ: Әнәс ибн Мәликтән килгән ҡудси 6 хәҙистә әйтелгәнсә, Аллаһ Тәғәлә шулай тигән: «Эй, Әҙәм балаһы! Һин Миңә Ер тулы гөнаһтар менән килеп, Мине ширк ҡылмайынса осратһаң, Мин һине Ер тулы мәғфирәт7 менән ҡаршы алырмын». Раббыбыҙ Аллаһтан һорайыҡ: беҙҙе һәм беҙҙең яҡындарыбыҙҙы тәүхид ниғмәте менән бүләкләп, барыбыҙҙы ла йәннәттә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬менән йыйһын. Әмин!

Ҡудси хәҙис – пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬еткергән Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәре. Ҡудси хәҙистең эсендә Раббыбыҙ әйткән һүҙҙәр булһа ла, ул хәҙис Ҡөрьән тип аталмай. 7 Мәғфирәт – ғәфү итеү. 6

17


№2. Ғәмәлдең ҡабул булыу шарттары

Беренсе хөтбә Ҡәҙерле мосолмандар! Беҙ күргән тормош – имтихан йортонан башҡа бер нәмә лә түгел. Мосолман кеше был донъяны тик шулай ҡабул итергә тейеш. Беҙҙең Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылыуыбыҙҙың асыл мәғәнәһе – тик уйын-көлкө, «матур донъя күреү», «һәр нәмәне татыу», «кешенән кәм булмау» һәм башҡа шуның һымаҡ төшөнсәләрҙә түгел, ә Раббыбыҙға ғибәҙәт итеүҙә! Әлбиттә, беҙгә шаярырға, матур өйҙәр һәм машиналар алырға, сәйәхәт ҡылырға һәм ғөмүмән матур итеп йәшәргә тыйылмаған, ләкин былар барыһы ла йәшәүебеҙҙең төп мәғәнәһе түгел. Иғтибар итегеҙ әле, кешеләрҙән «ни өсөн йәшәйһең?» тип һораһаң, береһе «балаларым өсөн», икенсеһе «донъянан бар нәмәне алыр өсөн», өсөнсөһө «мөхәббәт өсөн» тип яуап ҡайтара, ләкин Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә беҙгә шулай ти: «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем. Мин уларҙан һис бер ризыҡ теләмәйем, һәм Мине туйҙырыуҙарын да теләмәйем» («Елгәреүселәр» сүрәһе, 51: 56 – 57). Был аятты ишеткән кеше шулай тип уйлай ала: «Әгәр беҙ тик ғибәҙәт өсөн генә яратылғанбыҙ икән, тимәк, мин көнө буйы мәсеттә генә ултырырға, намаҙ ғына ҡылырға, Ҡөрьән генә уҡырға тейешменме ни?!». Бындай фекер «ғибәҙәт» төшөнсәһен дөрөҫ аңламағандан килеп сыға. Ғибәҙәт – ул бары тик намаҙ, йә Ҡөрьән уҡыу, йә мәсеткә барыу түгел. Әгәр кеше Аллаһ Тәғәлә алдында яуаплылығын аңлап ата-әсәһен, ҡатынын, балаларын ҡараһа, туғандары менән аралашһа, кешегә төрлөсә ярҙам 18


итһә, белем алһа, хатта спорт менән шөғөлләнһә, был эштәр барыһы ла ғибәҙәт булып иҫәпләнер. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙҙең тормошобоҙ тик изге эштәр ҡылыуҙан ғибәрәт булырға тейеш. Ләкин бөгөнгө хөтбәбеҙҙә мөһим бер төшөнсәне иҫтә ҡалдырайыҡ, ағайэне: беҙ ҡылған шул изге эштәрҙе Аллаһ Тәғәлә тик ике шарт менән генә ҡабул итер: беренсенән – ихлас, икенсенән – Сөннәткә тап килеү. Ошо ике шартты ентекләберәк асыҡлап китәйек. Ихлас тигән төшөнсә – ул кешенең изге эштәрен тик Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ҡылыуы. Бер бик мәшһүр хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬беҙгә өйрәтте: «Ғәмәлдәр тик ниәттәр менән генә булыр. Һәм һәр кемгә – үҙе ниәт иткән нәмәгә күрә (бирелер). Кемдең һижрәте Аллаһ Тәғәләгә һәм Уның рәсүленә (‫ )ﷺ‬булһа, шуның һижрәте Аллаһҡа һәм Уның Рәсүленә (‫ )ﷺ‬тип яҙылыр. Ә кем һижрәтен донъя өсөн йә ҡатынға өйләнәм тип ҡылһа, уның һижрәте шул нәмәләр өсөн яҙылыр». («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтығынан). Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬был һүҙҙәрен Аллаһ ризалығы өсөн Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп киткән кешеләр тураһында әйтте. Мәккә кафырҙары мосолмандарҙы ҡыҫа башлағас, улар Мәҙинәгә, ислам дине көслөрәк булған ҡалаға, күсенә башланылар. Улар араһында бер кеше һөйгән ҡатыны артынан күсенеп килде, йәғни уның һижрәте дини сәбәптән түгел, ә мөхәббәт өсөн ҡылынғайны – бына шуның турала был хәҙис. Миҫал килтерәйек: кемдер ауылында мәсет төҙөргә булды ти. Мәсет төҙөү – ул, әлбиттә, изге эш. Бының турала пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тигән: «Кем мәсет 19


төҙөһә, Аллаһ Тәғәлә уға шундай уҡ мәсетте йәннәттә төҙөр» («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтыҡтарынан). Ләкин был изге эш, бынан алда әйткәнебеҙсә, ихлас һәм пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬Сөннәте менән ҡылынырға тейеш. Йәғни, был мәсетте төҙөү кеше маҡтаһын тип түгел, байлығыңды күрһәтер өсөн түгел, «үҙ мәсетемдә үҙем хужа булырға теләйем» тип түгел, ә тик Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн булырға тейеш! Был беренсе шарт. Икенсе шарт – пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬Сөннәтенә ярашлы – тимәк, беҙгә изге эштәрҙе тик ул өйрәткәнсә эшләр кәрәк. Әгәр беҙҙең урында ул үҙе булһа, шул мәсетте нисек төҙөр ине? Урланған, харам аҡсағамы? Кеше рәнйетеп һәм алдап йыйылған малғамы? Харам кредит алып, шөбһәле юл менән табылған байлыҡҡамы? Әлбиттә, юҡ! Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬беҙгә аҡса эшләү юлдарын өйрәтте һәм аңлатты: ул һәм уның сәхәбәләре хәләл сауҙа менән йыш булышты, баҙарҙа төрлө нәмәләр һаттылар һәм һатып алдылар, баҡсалар, мал-тыуар тоттолар, кемгәлер ялланып эшләнеләр һәм башҡаһы. Беҙгә улар беренсе үрнәк булырға тейеш, һәм беҙҙең аҡса эшләүебеҙ ниндәй генә булмаһын, ул хәләл юл менән башҡарылырға тейеш. Тик шундай аҡсаға ғына төҙөлгән мәсет Сөннәткә ярашлы булыр, һәм кешенең ниәте лә ихлас булһа, Аллаһ шундай мәсетте изге эш итеп һанар. Бар эштәребеҙҙе лә ихлас ниәт һәм Сөннәткә ярашлы ҡылырға яҙһын, әмин! Икенсе хөтбә Аллаһ Тәғәлә үҙ Китабында әйтә: «Ул (Аллаһ) – ҡайһығыҙ ғәмәле менән күркәмерәк булғанын һынар өсөн үлемде

20


һәм йәшәүҙе яратты. Ул – Көслө, Ярлыҡаусы» («Хакимиәт» сүрәһе, 67: 2). Ошо аятҡа аңлатма, йәғни тәфсир биреп, Әлфудайл ибн Ғияд тигән бөйөк ғалим ошолай тине: «... Ҡайһығыҙ ғәмәле менән күркәмерәк булғанын һынар өсөн... » – йәғни ихласлыраҡ һәм дөрөҫөрәк булғанын. Әгәр ғәмәл ихлас булып та дөрөҫ булмаһа, ҡабул булмаҫ. Шулай уҡ дөрөҫ булып, ихлас булмаһа ла ҡабул ителмәҫ. Ихлас эш – тик Аллаһ Тәғәлә өсөн. Дөрөҫ эш – Сөннәткә ярашлы тимәк». Мөхтәрәм йәмәғәт! Барыбыҙ ҙа теге донъяға күберәк изге эштәр алып китергә теләй. Был донъянан беҙ башҡа бер нәмә лә алып китмәйәсәкбеҙ: яҡындарыбыҙ ҙа, байлығыбыҙ ҙа, абруйыбыҙ ҙа бында ҡаласаҡ, ә Аллаһ хозурына беҙ бары тик ғәмәлдәребеҙ менән генә барасаҡбыҙ. Әгәр Ҡиәмәт көнө беҙ үҙ эштәребеҙҙе ғәмәл китабында күрергә теләһәк, ә ул китап буш булһа, ни тиклем оло хәсрәт һәм үкенес кисерербеҙ – Аллаһ һаҡлаһын! Ул көндө илау ҙа, ялбарыу ҙа, ғәфү үтенеүҙәр ҙә ярҙам итмәҫ – һуң булыр. (Әлбиттә, кеше йәннәткә ғәмәлдәре арҡаһында түгел, ә Аллаһтың рәхмәте менән керә, ләкин Аллаһтың рәхмәте лә буштан килеп сыҡмай, ә кешенең ғәмәлдәренән тыуа). Шуға күрә һәр мосолман ҡурҡыныс Ҡиәмәт көнөнә күберәк изге эштәр әҙерләргә тейеш. Ә быға өлгәшеү өсөн ниндәй ғәмәлдәрҙең дөрөҫ, ә ниндәйҙәренең яңылыш булғанын кеше яҡшы аңларға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр үҙ эштәрендә алданған булалар – кемдеңдер ниәте боҙоҡ, йәғни ул үҙ эштәрен тик кеше һүҙе, абруй, донъяуи мәнфәғәт өсөн ҡыла. Ә кемдер үҙ 21


эшен ихлас күңелдән булһа ла, яңылыш юл менән башҡара. Төрлө әүлиәләр зыяратына барып, ҡәберҙәргә сепрәктәр бәйләп, теләк теләп йөрөгән кешеләрҙе күргәнегеҙ бармы? Уларға һеҙ яңылыш эштәр эшләйһегеҙ тиһәң, нимә тип яуап ҡайтаралар? «Ҡыҫылма! Беҙ яңылыш, арҡыс-торҡос эшләһәк тә, быны ихлас күңелдән эшләйбеҙ!», – тиҙәр, шулай түгелме? Ләкин уларҙың эштәре изге ғәмәл булып яҙылырмы? Юҡ, ағай-эне! Сөнки беҙҙең пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ бының кеүек эште беҙгә өйрәтмәне, уның Сөннәтендә ҡәбергә сепрәктәр бәйләп, теләктәр теләп йөрөү тигән нәмә юҡ. Ә кем дә кем теләк теләйем тиһә, уға бит пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬өйрәткән доғалар бар! Динебеҙҙе яҡшылап өйрәнәйек һәм Аллаһтан тәүфиҡ һорайыҡ. Әмин.

22


№3. Намаҙҙың әһәмиәте

Беренсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Мосолманды кафырҙан айырған иң беренсе нәмә – ул намаҙ. Хатта ябай кешенән: «Фәлән кеше мосолманмы?» – тип һораһаң, ул: «Эйе, намаҙ уҡый» – тип яуап ҡайтара. Йәки: «Белмәйем, намаҙ уҡымай» – ти. Ысынлап та, бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Көфөр менән кеше араһында торған нәмә – намаҙ!» («Мүслим» йыйынтығынан). Шулай уҡ Ғүмәр ибн Әл-Хаттаб тигән бөйөк хәлифә әйтеүенсә: «Намаҙҙы ҡылмаған кешенең ислам диненән бер нәмәһе лә юҡ!». Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬сәхәбәләре намаҙ ҡылмаған кешене һис мосолман тип һанамағандар. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндең бер аятында шулай ти: «Һәм ҡайғы шундай намаҙ уҡыусыларға: намаҙҙарына иғтибарһыҙ булған, ике йөҙлөлөк күрһәткән, хәйер-садаҡа биреүҙән баш тартҡан!». («Хәйер-садаҡа» сүрәһе, 107: 4 – 7). Иғтибар итегеҙ әле, ағай-эне: Аллаһ Тәғәлә был аятта намаҙ ҡылып та, уға ғафил булған кешеләр тураһында әйтә. Ә бөтөнләй намаҙ ҡылмаған кешеләр тураһында ни уйлайһығыҙ? Уларҙың хәлдәре күпкә-күпкә аяныслыраҡ булыр. Уларҙан тамуҡҡа эләгеү сәбәбе тураһында һораһалар, ул меҫкендәр шулай тип яуап бирерҙәр: «...Беҙ намаҙ ҡылыусылар араһында булманыҡ. Ярлыларҙы туйҙырманыҡ. Ялған һүҙҙәргә батыусылар менән бергә ялғанға баттыҡ. Хөкөм көнөн ялған тип әйтер булдыҡ – шулай үлем килгәнгә ҡәҙәр». («Кейемгә бөркәнгән» сүрәһе, 74: 43 – 47). 23


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең арабыҙҙа үҙҙәрен мосолман тип һанаған, ләкин намаҙ ҡылмаған кешеләр күп. Ундай кешеләрҙе беҙ Аллаһ Тәғәлә тураһында, Уның Ҡиәмәт көнөндәге ҡаты язаһы тураһында уйланырға саҡырабыҙ. Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер ҡыйынлыҡ тыуһа, бәлә килһә, һеҙ Аллаһ Тәғәлә тураһында хәтерләмәйһегеҙме ни? Мәҫәлән, балағыҙ ауырып киткәндә: «Эй Аллаһ, ҡотҡар инде» – тип үтенмәйһегеҙме? Сауҙа эшегеҙ бармаһа, йә ниндәйҙер һынауҙар йышайһа мәсеткә килеп хәйер бирергә тырышмайһығыҙмы? «Эйе» – тиһәгеҙ, ниңә һуң Раббығыҙ алдында беренсе бурысығыҙҙы – намаҙҙы бирергә ашыҡмайһығыҙ? Күп кеше үҙен: «Пенсияға сыҡҡас, намаҙға баҫам» – тип йыуата. Ләкин Шайтан кешене бер ҡасан да ҡалдырмай – бәләкәй булһа, «әлегә ыҙалатмағыҙ, бәләкәй бит әле!» – тип ата-әсәһе аша «йыуата». Бала үҫмергә әйләнһә, уға: «әлегә йәшһең, тәүҙә өйлән, уҡып сыҡ, аяҡҡа баҫ» – тип «кәңәш бирә». Кеше быларҙың барыһын да эшләһә, шунан башлана инде пенсияны көтөү. Ә ҡартайған ағайҙар һәм инәйҙәр: «Хәҙер инде ҡартайҙым, хәтерем юҡ, йәш саҡта өйрәткән кеше булманы шул!» – тип зарлана бит. Нисек килеп сыға һуң, кешенең намаҙ уҡырға бер ҙә ваҡыты юҡмы инде – йә иртә, йә һуң?.. Юҡ, ҡәрҙәштәр, үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ! Үлем һорап килмәй тиҙәр бит. Аллаһ Тәғәлә хозурына бер генә намаҙ ҙа әҙерләмәй барырға теләр инегеҙме? Ҡиәмәт көнөндә мосолмандан һораласаҡ иң беренсе нәмә намаҙ буласаҡ: «Ҡолдоң иң беренсе хисабы намаҙ хаҡында булыр. Әгәр намаҙы теүәл булһа, бәхет һәм уңышҡа ирешер, әгәр боҙоҡ булһа, үкенес һәм хәсрәткә батыр» (Әбү Дәүд, Ән-нәсәи, Әт-тирмиҙи 24


риүәйәт иттеләр). Тағы бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ намаҙ ҡылыусыларға шундай ҡыуанаслы хәбәр еткерҙе: «Минең өммәтем Ҡиәмәт көнө йөҙҙәрендә һәм аяҡҡулдарында аҡ тап, тәһәрәт эҙенән танылыр» («ӘлБухари» һәм «Мүслим» йыйынтыҡтарынан). Аллаһ Тәғәлә беҙҙе Ҡиәмәт көнөндә пәйғәмбәргә (‫ )ﷺ‬яҡын булған кешеләр менән йыйһын!.. Икенсе хөтбә Киң билдәле бер һүҙендә пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬шулай тине: «Ислам дине биш нәмә өҫтөндә ҡоролған: Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, ә Мөхәммәт (‫ – )ﷺ‬Уның илсеһе, тип шаһитлыҡ ҡылыу; намаҙ ҡылыу, зәкәт биреү, Аллаһ йортона хаж ҡылыу, Рамаҙан айында ураҙа тотоу» («ӘлБухари» һәм «Мүслим» йыйынтыҡтарынан). Имандан һуң беренсе торған эш – намаҙға – вайымһыҙ булыу ысын мосолмандың сифаты була алмай. Намаҙҙы Аллаһтың әмере тип һанамаған кешене донъяла бер ғалим да мосолман тип һанамай, ә намаҙҙы инҡар итмәһәләр ҙә, уны ҡылмаған кешеләрҙе ҡайһы бер ғалимдар «гөнаһлы мосолмандар» тип баһалай, ә ҡайһылары «кафырҙар» – ти! Шулай итеп, мосолман өсөн намаҙҙың әһәмиәте бик ҙур. Шуға ла пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬сәхәбәләренең намаҙҙы нисек ҡылыуҙарына ныҡ иғтибар иткән. Әбү Һүрайра риүәйәт итеүенсә, бер көндө Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬ултырған мәсеткә бер кеше килеп кергән дә намаҙ ҡыла башлаған. Намаҙын бөтөргәс, шул кеше пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬сәләм биргән. Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬ул кешегә сәләмен кире ҡайтарған да: «Бар, тағы берҙе намаҙыңды ҡыл, һин әле ҡылманың!», – тигән. Теге кеше барып намаҙын яңынан 25


ҡылған да, тағы килеп пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬сәләм биргән. Сәләмен кире ҡайтарғас, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ул кешегә тағы ла: «Яңынан ҡыл, һин әле ҡылманың!», – тигән. Теге кеше өсөнсө тапҡыр барып намаҙын ҡылған. Тағы ла килеп пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬сәләм биргән. Был юлы ла сәләмен ҡайтарғас, пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Тағы ла ҡыл, һин әле ҡылманың!», – тигән. Өсөнсө тапҡыр бер үк һүҙҙе ишеткәс, теге кеше: «Һине ебәргән Аллаһ менән ант итәм, бынан да яҡшыраҡ ҡыла алмайым, өйрәт мине, эй Аллаһтың Илсеһе!» – тигән. Ул кешегә Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ дөрөҫ намаҙҙы тасуирлап шулай тигән: «Намаҙға баҫҡас, «Аллаһү әкбәр» тип әйт тә, Ҡөрьәндән белгән, үҙеңә еңел булған сүрәләрҙе уҡы. Шунан эйел дә, рөкөғ хәлендә тыныслан. Шунан күтәрел һәм торған килеш төҙәй. Шунан сәждә ҡыл да, шул хәлдә тыныслан. Шунан ултыр һәм шул хәлдә тыныслан. Шунан йәнә сәждә ҡыл да, шул хәлдә тыныслан. Шулай намаҙыңдың бөтә өлөштәрендә лә эшлә» («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтыҡтарынан). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә намаҙ ҡылған ҡәрҙәштәребеҙ намаҙҙарын үтә тиҙ, килбәтһеҙ, тынысһыҙлыҡ менән ҡыла. Әгәр уларҙы пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬күргән булһа, «яңынан ҡыл, һин әле ҡылманың», – тимәҫ ине микән? Намаҙҙарыбыҙҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтеп, был бөйөк ғибәҙәттең әһәмиәтен аңлап, уның беҙҙе ҡотҡарыусы иң ҙур ғәмәл булғанын төшөнөп, һуңғы көнөбөҙгә тиклем намаҙ ҡылып йәшәргә яҙһын. Ҡылған намаҙҙарыбыҙҙың барыһы ла Раббыбыҙ тарафынан ҡабул булһын һәм беҙгә йәннәткә юл асһын. Намаҙҙың кәрәклеген аңламаған туғандарыбыҙ, 26


иптәштәребеҙ, күршеләребеҙ тура юлға төшөп, намаҙ әһеле булып китһендәр! Әмин!

27


№4. Бидғәттән һаҡ бул!

Беренсе хөтбә Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәрем! Был хөтбәлә беҙ дин менән бидғәт8 тигән ике төшөнсәне айырырға өйрәнәсәкбеҙ. Аллаһ Тәғәлә дөрөҫлөктө аңларға һәм уны ҡабул итергә ярҙам итһен. Ислам дине – беҙгә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬аша Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән тура юл. Был юл кешене ожмахҡа (йәннәткә) илтә. Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬юлы, йәки Сөннәте, саф шишмә кеүек таҙа һәм ул бөтә рухи сирҙәргә лә ҡаршы сара. Уны пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬беҙгә түкмәй-сәсмәй еткергән һәм үҙенән бер нәмә лә өҫтәмәгән. Был саф аманатҡа нәмәлер ҡушырға кәрәкмәй ҙә, сөнки ул камил. Сөннәткә яңы уйҙырма өҫтәү шул саф шишмәгә бысраҡ ташлау кеүек, юҡҡа ғына пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ошо һүҙҙәрҙе әйтмәгән бит: «Кем дә кем беҙҙең эштә (йәғни ислам динендә) яңы бер нәмә уйлап сығара, был эш кире ҡағылыр (йәғни ҡабул булмаҫ)». («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтығынан). Сөннәткә ниндәйҙер уйҙырма керетеү «бидғә́т» тип атала. Бидғәттең төрҙәре бер нисә. Буталмаҫ өсөн уларҙың барыһын да бөгөн тикшермәйәсәкбеҙ, ләкин ҡыҫҡаса шуны иҫебеҙҙә ҡалдырайыҡ: ҡайһы бер бидғәттәр башҡаларынан ҡурҡынысыраҡ, улар кешене ислам диненән бөтөнләй сығара, сөнки ширк дәрәжәһенә барып еткән була. Мәҫәлән, «өй эйәһенә» (ысынбарлыҡта, өйҙә кешеләрҙе теләһә ниндәй «фокустар» менән ҡурҡытҡан енгә): «Мине ғәфү Русса: нововведение. Дингә ниндәйҙер дөрөҫ булмаған нәмә, уйҙырма керетеү. 8

28


ит» – тип ялбарыу! Ҡайһы бер бидғәттәр ислам динендә булған ғәмәлдәрҙе яңылыш рәүештә, яңылыш ваҡытта, йә яңылыш урында ҡылыу арҡаһында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, намаҙ сауаплыраҡ була тип уйлап, уны ниндәйҙер изге кеше ҡәбере янында ҡылыу. Ҡайһы бер бидғәттәр кешене ислам диненән сығармаһа ла, барыбер зарарлы, сөнки улар юҡтан барлыҡҡа килгән хөрәфәттәр (русса: суеверие) булып тора. Мәҫәлән, мәйет булған өйҙә ҡул биреп сәләмләшмәү, хатта һаулыҡ һорашмау, көҙгөнө ҡаплап ҡуйыу... Ә бит изгелектең бөтә юлдары ла Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬аша аңлатылған, шуға күрә ниндәйҙер яңы ғибәҙәт уйлап сығарыу ислам динендә ҡәтғи рәүештә тыйыла. Уйлап ҡарайыҡ әле, йәмәғәт, Сөннәтте үҙгәртеү нимәне аңлата? Беҙгә Аллаһ Тәғәлә биргән ислам дине камил түгелме ни, әллә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬нәмәнелер әйтеп еткермәгәнме? Юҡ, ислам дине – там: «Бөгөн Мин һеҙҙең өсөн динегеҙҙе теүәлләнем һәм Үҙемдең ниғмәтемде тамамланым. Исламдың һеҙгә дин булыуы менән ҡәнәғәтләндем». («Әл-Мәидә» сүрәһе, 5: 3). Бөгөнгө көндә күп мосолмандар дингә ҡағылышы булмаған күп бидғәттәрҙе хуп күрәләр, һәм уларҙы эшләп ниндәйҙер изге эш эшләйбеҙ тип алданып йәшәйҙәр. Мәҫәлән, машинаға йә өйгә даға, күҙ, бетеү аҫып ҡуйып, үҙҙәрен бәләләрҙән һаҡлайбыҙ тип уйлайҙар; яңы машина һатып алғас уның эсенә мулланы ултыртып Ҡөрьән уҡыталар, яҡын кешене ситкә оҙатҡан ваҡытта икмәк тешләтеп ҡалдыралар («өлөшөң тартып ятһын» йәнәһе) һәм башҡа йөҙәрләгән бидғәттәр. «Быны бит барыһы ла эшләй, беҙҙең 29


ата-бабаларыбыҙҙан килгән нәмә бит!», – тип алданырға ярамай! Юҡҡа ғын Ибн Ғүмәр ошолай тимәгән бит: «Һәр төрлө бидғәт – ул аҙашыу. Кешеләр уны яҡшы эш тип һанаһа ла...». Йыш ҡына ҙур ғалимдарҙың китаптарында «бидғәт» һүҙе «сөннәт» һүҙенә ҡаршы ҡуйыла, йәғни был ике төшөнсә ҡапма ҡаршылыҡ, антоним итеп аңлатыла. Мәҫәлән, Ғудайф исемле ғалим ошолай тигән: «Күпме бидғәт барлыҡҡа килһә, нәҡ шул миҡдарҙа сөннәт кәмер»... Әййүб Әс-Сәхтийәний исемле ғалим иһә: «Бидғәтсе нығыраҡ тырышҡан һайын Аллаһ Тәғәләнән йырағыраҡ булыр!», – тигән. Ысынлап та, бидғәт – ул сөннәттең дошманы, уны кешенең йөрәгенән этәп сығарыусы фетнә... Икенсе хөтбә Юғарыла ҡайһы бер бидғәттәрҙе әйтеп китһәк тә, халыҡ араһында киң таралған тағы бер нисә аҙашыуҙы иҫкә төшөрәйек. 1. «Ҡара бесәй юлды ҡыйһа йә буш биҙрә осраһа, юл уңмай». 2. «Кешеләр бер бер артлы үлеп торһа, беренсе мәйет икенсеһен, өсөнсөһөн... “саҡырып ята”». 3. «Нәмәгәлер күҙ тейҙерергә теләмәһәң, ағасҡа һуғып алыр кәрәк». 4. «Зыяратҡа бармағың менән төртөп күрһәтмә! Күрһәтһәң, бармағыңды тешлә!». 5. «Үлгән кеше төшөңә керһә, һүгеп әрләр кәрәк». 6. «Балаға күҙ теймәһен өсөн, маңлайына ҡором, йәшел һыу, помада һөртөр кәрәк». 7. «Ҡалаҡ төшөп китһә, ҡунаҡ килә».

30


8. «Кис аҡсаны ҡулға тоттормайҙар, ә ергә һалып бирәләр». 9. «Эт олоһа, кеше үлеүен көтөр кәрәк». 10. «Шишәмбе көнө юлға сығырға ярамай». 11. «Мәйет булған өйҙә ҡул бирешеп иҫәнләшергә ярамай». 12. «Зыяратта мәйет ҡуйғанда, көрәкте ҡулға тоттормайҙар». 13. «Өйҙә нәмәлер онотоп ҡалдырһаң һәм кире керергә мәжбүр булһаң, көҙгөгә ҡарап сыҡ». 14. «Мәйет булған өйҙә көҙгөнө ҡаплап ҡуйыр кәрәк». 15. «Ярыҡ көҙгөгә ҡарарға ярамай». 16. «Тупһа аша ҡул бирешеп иҫәнләшергә ярамай». Атап үткән нәмәләрҙең күбе – ширккә яҡын хөрәфәт. Кешегә ярыҡ көҙгө лә, ҡара бесәй ҙә, әллә ҡасан үлгән бабай ҙа зыян килтерә алмай! Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә ошолай ти: «Ә Аллаһ Тәғәләнән башҡа улар доға ҡылған нәмәләр һис бер нәмә барлыҡҡа килтерә алмайҙар, әммә улар үҙҙәре барлыҡҡа килтерелгәндәр. Үлектәр бит улар, тере түгел, һәм ҡасан тереләсәктәре тураһында ла белмәйҙәр!». («Ән-Нәхл» сүрәһе, 16: 20 – 21). Ислам аҡидаһына күрә, мосолман кешеһе Аллаһ Тәғәләгә генә ялбарып, тик унан ғына ярҙам көтөргә һәм үҙенең ҡурҡыуын, өмөтөн, доғаларын тик Уға бағларға тейеш. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә: «Тик Һиңә генә ғибәҙәт итәбеҙ, һәм тик Һинән генә ярҙам һорайбыҙ!» («Әл-Фәтихә» сүрәһе, 1: 5). Шулай уҡ Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә: «Ошо Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең Раббығыҙ, батшалыҡ – Уныҡы, ә Унан башҡа табынған нәмәгеҙ хөрмә ҡабығы тиклем нәмәгә лә эйә түгел. Әгәр уларға ялбарһағыҙ, 31


улар һеҙҙең доғағыҙҙы ишетмәй, ишетһәләр ҙә яуап ҡайтармаҫтар ине, һәм Ҡиәмәт көнөндә тиңдәш тотоуығыҙҙы улар инҡар итер...» – тигән. («Фатир» сүрәһе, 35: 13 – 14 аяттар). Белемгә битараф булмағыҙ, һәр көн Аллаһ Тәғәлә, Ҡөрьән, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬тураһында яңы нәмә өйрәнергә тырышығыҙ, өйрәнгән нәмәләрегеҙҙе яҡындарығыҙға ла еткерегеҙ! Аллаһ Тәғәлә беҙгә динебеҙҙе яҡшы өйрәнергә, уны бидғәт менән бутамаҫҡа ярҙам итһен, дөрөҫлөктө дөрөҫлөк итеп, аҙашыуҙы аҙашыу итеп күрһәтһен. Әмин!

32


№5. Ҡәберҙәр тураһында

Беренсе хөтбә Бөгөнгө хөтбәлә ислам динендә зыяраттар хөкөмө тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫)ﷺ‬ ҡушыуынса, ҡәберҙәргә барыу рөхсәт ителгән, сөнки улар кешегә әхирәтте хәтерләтә: «Бынан алда мин һеҙгә ҡәберҙәрҙе зыярат итеүҙе (барып күреүҙе) тыйған инем. Хәҙер уларҙы зыярат итегеҙ, сөнки улар һеҙгә әхирәтте хәтерләтә». (Мүслим риүәйәт итте). Тимәк ҡәбергә барыуҙың берҙән-бер маҡсаты – ул теге донъяны хәтерләп, мин дә ҡасандыр ошо ҡараңғы ҡәбергә кереп ятасаҡмын, тип уйланып, иманды арттырыу һәм үлгәндәр өсөн доға ҡылыу. Иғтибар итегеҙ, «зыярат» тигән ғәрәп һүҙе тап ошо аңламға килә бит: «барып күреү, кереп сығыу, визит яһау». Бынан тыш ҡәберҙәргә барған ваҡытта үлеләргә өндәшеп, уларҙан ярҙам һорау, уларҙың һиңә нәмә менәндер файҙа килтерә алыуҙарына өмөт итеү ҡәтғи тыйыла, сөнки мосолман Аллаһ Тәғәләгә генә ялбарып, тик Унан ғына ярҙам көтөргә тейеш. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә: «Тик Һиңә генә ғибәҙәт итәбеҙ, һәм тик һинән генә ярҙам һорайбыҙ!» («Фәтихә» сүрәһе, 1: 5). Шулай уҡ Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә: «Ошо Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең Раббығыҙ, батшалыҡ – Уныҡы, ә Унан башҡа табынған нәмәгеҙ хөрмә ҡабығы тиклем нәмәгә лә эйә түгел. Әгәр уларға ялбарһағыҙ, улар һеҙҙең доғағыҙҙы ишетмәй, ишетһәләр ҙә яуап ҡайтармаҫтар ине, һәм Ҡиәмәт көнөндә тиңдәш тотоуығыҙҙы улар инҡар итер. Һәм һиңә бер кем дә Хәбәрҙар шикелле хәбәр бирә алмаҫ!» – тигән. («Фатир» сүрәһе, 35: 13 – 14 аяттар). Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬һәм 33


уның сәхәбәләре (‫ )رضي للا عنهم‬ҡәберҙәргә барғанда ошондай доға ҡылғандар: «Әссәләмү ғәләйкүм, эй мөминмосолмандарҙан булған ошо йорттар хужалары! Беҙ ҙә һеҙҙең артығыҙҙан килеп етербеҙ. Һеҙгә һәм беҙгә Аллаһ Тәғәләнән уңыш һәм ҡотолоу һорайбыҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙҙән алдағыларҙы ла, һуңғыларҙы ла ярлыҡаһын!». (Мүслим риүәйәт итте). Ҡатындарға килгәндә, уларға ла ҡәберҙәрҙе зыярат итеү рөхсәт (ҡайһы бер ғалимдар быны харам тип һанайҙар), ләкин йыш барырға, ирҙәрҙең янында торорға, ҡысҡырып иларға ҡәтғи рәүештә тыйыла. Шуны ла белер кәрәк: махсус рәүештә ниндәйҙер икенсе илдә йә ҡалала урынлашҡан ҡәбергә сәфәр ҡылыу ярамай, ә ҡәберҙе зыярат ҡылам тиһәң, йәшәгән урыныңдан йыраҡ булмаған ҡәбергә генә барыу мөмкин. Икенсе ҡалаға барған ваҡытта юл ыңғайы шул ҡалалағы ҡәбергә кереп сығыу ҙа рөхсәт ителә. Бының турала беҙҙең яҡташыбыҙ, халҡыбыҙҙың бөйөк ғалимы Ризаитдин Фәхретдин шундай һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған: «...Шуның өсөн ҡәберҙәрҙе зыярат маҡсаты менән йыраҡ ерҙәргә сәфәр ҡылырға, изгеләр һәм әүлиәләр ҡәберҙәре янында торорға хәжәт юҡ. Ғибрәт алыу һәм әхирәтте иҫкә төшөрөү өсөн зыярат ҡылырлыҡ ҡәберҙәр һәр шәһәрҙә һәм һәр ауылда бар. Рәсүлүллаһ (‫ )ﷺ‬хәҙрәттәре бөтә ғүмерен өммәтен ширктән һаҡлау һәм аҡиданы әүһәм менән хөрәфәттәрҙән һаҡлау юлында сарыф итте...» («Джәүәмиғүл-кәлим шәрхе» китабы, 144-се хәҙис, 224-се бит.). Ә ошо замандың бөйөк ғалимы Мөхәммәт ибн Ғөҫәймин бер фәтүәһендә: «Ҡәберҙә ятҡан үле кем генә булмаһын, кеше уны зыярат итәм тип сәфәргә сығырға 34


тейеш түгел», – тигән. («Фәтәүә нүр ғалә дәрб» китабы, 7/196.). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге көндә мосолмандар ҡәберҙәрҙең тәртибен онотоп бөткәндәр, уларға барыу маҡсатын да, үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен дә, ҡәберҙең ислам дине буйынса нисек булыуын да белмәйҙәр. Икенсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Ислам дине буйынса ҡәберҙәр өҫтөндә бура, тимер кәртә, мавзолей һәм башҡа төр биналар ҡороу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Мәҫәлән, Әбү Хәнифәнең ҡәберҙәр тураһында әйткән шундай һүҙҙәре бар: «Ҡәбер өҫтөндә гипс, кирбес, ағастан ниндәйҙер биналар төҙөү – ярамаған эш». Был ғәмәлдәр башҡа диндәрҙә күрелеп мосолмандарға бидғәт булып килеп ингән. Иғтибар итһәгеҙ, буддистар, христиандар һәм башҡа дин вәкилдәре үҙҙәренең үлгән шәхестәрен бөйөкләп, уларҙың ҡәберҙәрендә төрлө биналар ҡоралар ҙа, шул биналарға барып иң ҙур гөнаһ – ширк ҡылалар. Йәғни, үлеләргә ялбарып, уларҙан иген уңыуын, бала тыуыуын, бәләләрҙән ҡотолоуҙо һорайҙар. Был нәмәләр тик Аллаһ Тәғәләнән һоралырға тейеш, ә кем Аллаһтан башҡаға ялбарып ярҙам һорай икән, ул ширк ҡыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо иң ҙур гөнаһ йышыраҡ әүлиәләр ҡәберҙәре янында ҡылына. Шуныһы тағы ла аяныслыраҡ: был ҡәберҙә ысынлап та әүлиә бармы, юҡмы – уныһы ла билдәле түгел. Мәҫәлән, Башҡортостанда Миәкә районында Нарыҫтау тигән тау өҫтөндә сәхәбәләр ҡәберен «таптылар» ҙа, шул ҡәбер өҫтөнә бина ҡылып, төрлө ярамаған эштәр эшләй башланылар. Был – шәриғәткә 35


ҡаршы килгән эш! Хәҙистә әйтелеүенсә, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ҡатыны Үммү Сәләмә Хәбәшә ерендә (хәҙерге Эфиопия, Джибути, Эритрия) күргән рәсемле һәм биналы ҡәберҙәр тураһында һөйләне. Һәм пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ошолай тине: «Ул халыҡ изге кешеләре үлһә, ҡәберҙәре өҫтөндә ғибәҙәт урыны ҡороп уны һүрәттәр менән биҙәкләйҙәр... Былар – Аллаһ Тәғәлә хозурында иң яман кешеләр!». («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтығынан). Ошо хәҙискә ҡолаҡ һалайыҡ, туғандар! Ниндәйҙер «әүлиәләр бәрәкәтен» эҙләп, Аллаһ Тәғәлә алдында иң яман халыҡ булып ҡалмайыҡ! Ҡәберҙәрҙең ҡағиҙәләрен беҙгә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬аңлатып киткән һәм ошолай тигән: «Аллаһ Тәғәләнең ләғнәте булһын йәһүдтәргә һәм насраниҙарға (христиандарға) – улар пәйғәмбәрҙәренең ҡәберҙәрен мәсеттәргә әйләндерҙеләр!». («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтығынан). «Мәсеттәргә әйләндерҙеләр» – намаҙ һәм башҡа ғибәҙәттәр урыны иттеләр тигән һүҙ. Шулай уҡ Мүслим имамдың мәшһүр «Сахих» хәҙистәр йыйынтығында пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬шундай һүҙҙәре бар: «Тыңлағыҙ: һеҙҙән алда булған кешеләр пәйғәмбәрҙәре һәм әүлиәләре ҡәберҙәрен мәсеткә әйләндерә торғайнылар. Һеҙ ҡәберҙәрҙе мәсет итә күрмәгеҙ, мин һеҙгә быны тыям!». Ҡәберҙәргә бина ҡороу тураһында бөйөк ғалим, Сәғүд Ғәрәбстанының мөфтийе (1992 – 1999 йылдар), Ҙур ғалимдар идаралығының ағзаһы, Ғәбдүлғәзиз Ибн Бәз ошолай тине: «Мосолман өммәтенә кешеләрҙе бынан иҫкәртеү кәрәкле, хатта тейешле. Мүслимдең “Сахих” йыйынтығындағы Джәбир еткергән хәҙистә әйтелеүенсә, 36


пәйғәмбәр ҡәберҙәрҙе гипс менән биҙәүҙе, уларҙың өҫтөндә ултырыуҙы, улар өҫтөндә биналар ҡороуҙо тыйҙы. Ҡәберҙәр өҫтөндә бина ҡороу ҡәтғи рәүештә тыйылған – ҡөббәме (купол), мәсетме йә башҡа нәмәме. Сөнки был ширк сәбәбенә әйләнә – әгәр ҡәбер өҫтөнә мәсет йә ҡөббә төҙөлһә, кешеләр был ҡәберҙе ололай башлай һәм фетнәгә керәләр. Аллаһтан башҡа үлеләргә ялбарыу иһә – ул ширк. Был хәлде ҡәберҙәр ҡоролған күп илдәрҙә күрергә була – уларҙа мәсеттәр ҡоролған, ә белемдәре булмаған кешеләр шул мәсеттәр эргәһендә тауаф, доға ҡылып, үлеләрҙән ярҙам һорайҙар, уларға нәҙер ҡылалар, ҡәберҙәрен һыйпап бәрәкәт талап итәләр...». Нәҡ беҙҙең турала әйтелгән түгелме ни, ҡәрҙәштәр?! Уйланып һығымта яһайыҡ! Аллаһ Тәғәлә халҡыбыҙҙы тура юлға күндерһен, әмин!

37


№6. Рибә́ – оло гөнаһ

Беренсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Бөгөнгө хөтбәбеҙҙә беҙ был заманда киң таралған гөнаһ – рибә – тураһында һөйләшеп китмәксебеҙ. Рибә һүҙе ғәрәпсәлә «артыу» «үҫеү» тигән мәғәнәгә килә. Шәриғәттә иһә был һүҙ аҫтында процент юлы менән аҡсанан аҡса, ниндәйҙер малдан мал йә башҡа файҙа сығарыу күҙ уңында тотола. Рибәнең харам булыуын аңлатып, Аллаһ Тәғәлә үҙ Китабының күп аяттарында беҙҙе иҫкәрткән: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ҡат-ҡат арттырылған рибә ашамағыҙ, һәм Аллаһтан ҡурҡығыҙ – уңышҡа өлгәшерһегеҙ!» («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3: 130). Шулай уҡ: «Аллаһ һатыу итеүҙе рөхсәт итте, ә рибәне харам ҡылды» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 275). – тиелгән. Рибәнең сауҙанан айырмаһы шунда: сауҙа иткән кеше ниндәйҙер эш башҡара, үҙ мал-мөлкәтен арттыра йә – уңмаһа – кәметә торған эшкә һала, ә рибә, йәғни процент менән йәшәгән кеше ниндәйҙер эш тә башҡармай, аҡсаһын йә малын ҡурҡыныс аҫтына ла ҡуймай, ә бары тик байлығын арттырып ҡына торған харам эштәрҙә әйләндерә. Миҫал итеп киң таралған шундай осраҡты килтерәйек: бер кеше икенсенән 1000 һум бурысҡа ала. Бурысҡа биргән кеше: «Миңә бер айҙан 1000 һум түгел, ә 1200 килтер» – ти. Ошо «төп бурыс» тип аталған 1000 һумға өҫтәлгән 200 һум рибә була ла инде. «Төп бурыс»тан башҡа ниндәйҙер өҫтәмәнең харамлығы тураһында Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөрьәндә шулай тигән: 38


«Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм, әгәр иман килтергән булһағыҙ, рибәлектән ҡалған нәмәләрҙе алмағыҙ! Әгәр һеҙ быны эшләмәһәгеҙ, Аллаһтан һәм Уның рәсүленән һуғыш тураһында ишетегеҙ! Ә әгәр тәүбә итһәгеҙ, һеҙҙең төп бурысығыҙ – үҙегеҙгә. Залим да булмаҫһығыҙ, һәм һеҙгә лә золом булмаҫ!» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 278 – 279). Рибәнең был төрөнән башҡалары ла бар. Юҡҡа ғына пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Рибә – ул етмеш өс төрлө гөнаһ. Уларҙың иң еңеле үҙ әсәң менән зина ҡылыуға тиң!» (ӘлХәким риүәйәт итте) тимәгән бит! Уйлап ҡарағыҙ, ҡәҙерле мосолмандар, ни тиклем ҡурҡыныс һүҙҙәр! Аллаһтан ысын ҡурҡыу менән ҡурҡҡан кеше был һүҙҙәрҙе ишетеү менән аңын юғалтыр һәм бер ҡасан да теләһә ниндәй рибәле кредиттар, лизингтар, ришүә́т (взяткалар) менән бәйләнмәҫ ине! Ләкин был заманда рибә шул тиклем таралған ки, беҙ уны һиҙмәйбеҙ ҙә. Был – ахыр заман сифаттарының береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп мосолмандар аҡсаларының һәм мал-мөлкәтенең таҙалығын түгел, ә миҡдарын ғына ҡайғырта. Ләкин харам һәм рибә юлы менән килеп кергән малда бәрәкәт булмай, һәм ахыр сиктә ул барыбер юҡҡа сыға: «Аллаһ рибәне һәләк итә, ә садаҡаны үҫтерә. Ысынлап та, Аллаһ теләһә ниндәй гонаһлы кафырҙы яратмай» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 278 – 279). Шулай уҡ Ҡөрьәндә: «Һәм кешеләрҙең байлығы арҡаһында артһын өсөн рибә итеп биргән нәмәгеҙ Аллаһ ҡаршыһында үҫмәй. Ә Аллаһтың ризалығын өмөт итеп

39


биргән зәкәтегеҙ... Былар – (әжерҙәрен) арттырыусылар» («Римлылар» сүрәһе, 30: 39). – тиелгән. Икенсе хөтбә Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәрем! Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бер хәҙисендә әйткәнсә, был донъяның Аллаһ ҡаршыһында серекәй ҡанаты ҡәҙәр ҡиммәте лә юҡ. Юҡһа, Аллаһ Тәғәлә кафырға бер йотом һыу ҙа эсермәҫ ине... Ошо һис ҡәҙере булмаған донъя артынан ҡыуып әхирәтегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ – рибә менән эш итеүсе кешегә был донъяла ла, Ҡиәмәт көнөндә лә, тамуҡта ла төрлө ғазаптар вәғәҙә ителгән. Рибә юлы менән байырға тырышыусы кеше был доньяла ләғнәт аҫтында йөрөр, сөнки хәҙистә әйтелгәнсә, Аллаһтың Илсеһе (‫ )ﷺ‬рибә ашаусыны, рибә ашатыусыны, рибә аңлашыуын теркәүсене, был аңлашманың ике шаһитын ҡарғаны, һәм «Улар барыһы ла береш» – тине. (Мүслим риүәйәт итте). Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Кем генә рибәһен арттырырға теләмәһен, уның ахыры юҡлыҡ булыр» – тине. (Имам Әхмәт риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тағы бер хәҙистә рибә менән эш итеүсе халыҡ тураһында шулай тиелгән: «Ғи́нә9 менән эш итһәгеҙ, һыйырҙар ҡойороҡтарына йәбешһәгеҙ, баҫыуҙар менән ҡәнәғәт булып йәшәһәгеҙ һәм 9 «Ғи́нә – рибәнең бер төрө. Ул шул рәүешле була: ниндәйҙер кеше икенсенән бурыс һорап килә, ти. Бурыс биреүсе кеше бурыс алыусыға: “Бына минең машинамды 120 меңгә һатып ал, бер йыл үткәс хаҡын килтереп бирерһең” – ти. Ләкин бурыс алырға килгән кешегә машина түгел, ә аҡса кәрәк. Шуға күрә машинаның хужаһы “Машинамды һинән хәҙер 100 меңгә кире һатып алам” – ти ҙә, был кешегә 100 мең бирә. Һөҙөмтәлә машина хужаһы үҙ машинаһын кире ҡайтарҙы, бурыс алыусыға 100 мең бирҙе, ә йыл аҙағында 120 мең килтерергә мәжбүр

40


Аллаһ юлында көрәште ҡалдырһағыҙ, Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе хурлыҡ менән ҡаплар, һәм һеҙ үҙ динегеҙгә кире ҡайтмайынса, шул хурлыҡты һеҙҙән сисмәҫ!» – тине. (Имам Әхмәт, Әбү Дәүд һәм башҡалар риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Шулай итеп, бынан алда килтерелгән аяттарҙы һәм хәҙистәрҙе ҡараһаҡ, Аллаһ Тәғәләнең рибә ашаусыны был доньяла уҡ хур итеүен күрербеҙ – ундай кешегә Раббыбыҙ тарафынан һуғыш иғлан ителгән, ул кешенең байлығы бәрәкәтһеҙ, ул Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬тарафынан ҡарғалған!.. Ҡөрьәндә рибә ашаусының Ҡиәмәт көнөндә ниндәй хәлдә тергеҙелеүе тураһында шулай тиелә: «Рибә ашаусылар ҡәберҙәренән торғанда, шайтан үҙенең ҡағылыуы менән аяҡтан йыҡҡан кешеләр торған кеүек торасаҡтар. Уларға был – “Һатыу итеү ҙә шул уҡ рибә бит”, – тигәндәре өсөн. Аллаһ һатыу итеүҙе рөхсәт итте, ә рибәне харам ҡылды» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 275). Тәфсир китаптарында аңлатылыуынса, был донъяла ен эйәләгән кешеләр кеүек харам аҡса артынан ҡыуыусылар Ҡиәмәт көнөндә лә ошондай хәлдә булырҙар. Ул кешеләр өсөн тағы бер ғазап төрөн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ошо хәҙисендә һөйләгән: «Күсерелеү төнөндә миңә бер кешеләр күрһәтелде, уларҙың ҡорһаҡтары өй кеүек ҙур ине, ә ҡорһаҡтарының эсендә тыштан уҡ күренеп торған йыландар бар ине! Мин: “Кем был кешеләр, Джибрил?” – тип һораным. Ул:

итте. Документтарға күрә был хәйлә алыш-биреш кеүек күренһә лә, ул – процентҡа бурыс биреү операцияһы».

41


“Рибә ашаусылар” – тип яуап бирҙе!» (Әхмәт, Ибн Мәджәһ риүәйәт итте). Ошо һәм башҡа хәҙистәрҙә һөйләнгән язаларҙан Аллаһ Тәғәлә беҙҙе һаҡлаһын, рибәнең һәр төрөнән ары тотһон, беҙгә ғаиләләребеҙҙе тик хәләл ризыҡ менән тәьмин итергә ярҙам итһен, тормош юлын һөйөклө пәйғәмбәребеҙҙең (‫)ﷺ‬ сөннәтенә ярашлы ҡылһын һәм барыбыҙҙы ла йәннәт менән шатландырһын, әмин.

42


№7. Күркәм холоҡ – диндең емеше

Беренсе хөтбә Ҡәҙерле йәмәғәт! Мосолманды кафырҙан айырған күп сифаттар була: Аллаһҡа ышанған кеше намаҙ уҡый, ураҙа тота, зәкәтен бирә, мөмкинлеге булһа хажға бара… Кафырҙан һис бер нәмәһе менән дә айырылмаған кешенең иманлы булыуы икеле. Әгәр беҙ ысынлап та һәр бер эшебеҙҙә пәйғәмбәребеҙҙән (‫ )ﷺ‬үрнәк алып йәшәһәк, кешеләр беҙҙең һүҙҙәребеҙгә түгел, эштәребеҙгә ҡарап исламды һөйөр ине! Ләкин ҡыҙғанысҡа ҡаршы күп мосолмандар үҙ холоҡ-фиғелдәренә иғтибар итмәй, ә был бит – диндең емеше! Күҙ алдыбыҙға килтерәйек: кемдер Аллаһтан ҡурҡыу, Ҡиәмәт көнөнә әҙерләнеү, пәйғәмбәрҙе (‫ )ﷺ‬һөйөү тураһында көнө-төнө һөйләһә, ләкин шул уҡ ваҡытта ҡаты бәғерле, атә-әсәһенә ҡарата ихтирамһыҙ, балаларҙы һөймәҫ, кеше менән булышҡан әҙәм булһа, беҙ уны ихлас, ысын мосолман тип әйтә алабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Ундай кеше киреһенсә халыҡты исламдан биҙҙерер, һөйләгән һүҙҙәре менән дингә файҙа түгел, ә зыян ғына килтерер. Шундай холоҡло кеше булырға яҙмаһын, әмин. Әгәр беҙҙең әхлаҡ Раббыбыҙ өсөн мөһим булмаһа, Ул һөйөклө пәйғәмбәрен (‫ )ﷺ‬ошо һүҙҙәр менән маҡтамаҫ ине: «Һәм, ысынлап та, һин оло холоҡло кешеһең». («Ҡәләм» сүрәһе, 68: 4). Ә үҙе тураһында пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тине: «Мин әхлаҡ сифаттарын камиллыҡа ирештерер өсөн ебәрелдем» (Әхмәт, Әл-Хәким, Әл-Бухари риүәйәт иттеләр). Аллаһ Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанған кеше һәр һүҙендә, хатта һәр һулышында Раббыһын иҫкә алып хәрәкәт итер, «мин берәй кешенең хаҡына кермәнем 43


микән?» тип уйланыр, уны уратҡан бөтә кешеләрҙе лә ҡайғыртыр. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бер көн шулай тине: «Һеҙҙең арағыҙҙан миңә иң һөйөклө һәм Ҡиәмәт көнөндә иң яҡын булғандар – әхлаҡтары менән иң яҡшы булғандарығыҙ» (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте). Икенсе бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Имандың етмештән артыҡ тармағы бар10. Уларҙың иң бөйөгө – «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ» тип әйтеү, ә иң кесеһе – юлдан ҡамасаулап ятҡан әйберҙе алып ташлау. Оялсанлыҡ – имандың бер тармағы» – тине (Әл-Бухари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Иғтибар итегеҙ, мосолман ҡәрҙәштәр: оялсанлыҡ – насар сифат түгел. Балағыҙ ояла белә икән, уны бының өсөн әрләргә кәрәкмәй, тик оялыуҙың дә сиге була тип аңлатыр кәрәк. (Мәҫәлән, дин мәсьәләләренән белмәгән нәмәңде һорағанда оялырға ярамай. Пәйғәмбәребеҙҙең (‫)ﷺ‬ ҡатыны мөьминдәр әсәһе Ғә́ишә әйткәнсә: «Ансарҙарҙың ҡатындары ни тиклем яҡшы ҡатындар – уларға оялсанлыҡтары диндәрен өйрәнергә ҡамасауламаны» (Мүслим риүәйәт итте)). Үҙҙәрен тотоуҙары менән пәйғәмбәребеҙҙе (‫ )ﷺ‬һәм уның сәхәбәләрен хәтерләтә торған балалар тәрбиәләргә яҙһын, әмин. Икенсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Намаҙ уҡығас, ислам дине ҡушҡан бар нәмәне лә үтәнем, тип уйламағыҙ. Намаҙға баҫҡан көндән беҙгә әле үҙгәрергә лә үҙгәрергә... Үҙебеҙҙә күркәм әхлаҡты булдырыр өсөн пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬һәм уның Был хәҙистең икенсе бер версияһында «Имандың алтмыштан артыҡ тармағы бар» тиелә. 10

44


сәхәбәләренең сираһын ентекләп өйрәнергә, уларҙан үрнәк алырға, йәшәйешебеҙҙе уларҙыҡына оҡшатырға, үҙебеҙҙең етешһеҙлектәребеҙ менән көрәшергә кәрәк. Бер ғалимдан күркәм холоҡ ғәләмәттәре тураһында һорағас, ул шулай тигән: «Был – кешенең оялсан, башҡаларға зарар килтермәҫ, тәҡүәле, тик дөрөҫ һөйләүсән булыуы. Әҙ һөйләп күп эшләү, йыш хаталанмау, исраф итмәү, ата-әсәне хөрмәтләү, туғандарың менән аралашыу, мөһабәт, түҙемле, шөкөр итеүсе, ҡәнәғәт, зирәк, дуҫлашыусан, гөнаһтарҙан һаҡланыусан, миһырбанлы булыу. Йыш ләғнәтләмәү, ыҙғышмау, һүҙ йөрөтмәү, ғәйбәт менән булышмау, ҡабаланмау, хөсөтлө, һаран, көнсөл булмау, ә асыҡ йөҙлө, ҡыуаныусан булыу. Кемделер һөйһәң, Аллаһ ризалығы өсөн һөйөү, кемделер һөймәһәң дә Аллаһ өсөн һөймәү. Асыуланһаң да, тынысланһаң да, быны Аллаһ Тәғәлә өсөн эшләү... Шул инде күркәм холоҡ». Тағы бер ғалим күркәм холоҡ тураһында: «Был – кешенең халыҡҡа яҡын булып, шул уҡ ваҡытта уларҙың араһында бер башҡа булыуы», – тигән. Ысынлап та, ни тиклем хикмәтле һүҙҙәр – улар кешенең күңел донъяһын да, ҡылған эштәрен дә үҙ эсенә ала. Ғалимдарҙың был һүҙҙәре, әлбиттә, уларҙың үҙҙәре тарафынан уйлап сығарылмаған, ә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ хәҙистәренән алынған. Атап үтелгән ошо сифаттарға тап булған мосолманды беҙ йыш осратабыҙ микән? Ә ошо сифаттарҙың яртыһын булһа ла үҙебеҙҙә таба алырбыҙ микән? Һәр кем үҙе тураһында һәм Ҡиәмәт көнөнә әҙерләгән эштәре тураһында уйланһын. Ул көндә беҙ туғандарыбыҙға ла, был донъялағы абруйыбыҙға ла, мал45


мөлкәтебеҙгә лә өмөт итә алмаҫбыҙ, сөнки мизанда тик эштәребеҙ генә үлсәнер, ағай-эне. Донъяла иң күркәм холоҡло кеше һәм Аллаһтың иң бөйөк пәйғәмбәре (‫)ﷺ‬ бының турала шулай тине: «Мизанға һалынасаҡ эштәрҙән иң ауыр тартҡан нәмә күркәм холоҡ булыр. Күркәм холоҡло кеше ошо сифаты менән ураҙа тотоусолар һәм намаҙ ҡылыусылар дәрәжәһенә ирешер»11 (Әбү Дәүд һәм Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр). Сәғүд Ғәрәпстанының мөфтийе Ибн Бәз менән ошондай хәл булған. Уның өйөнә бур төшкән, һәм шәйехтең улдары уны тотоп алғандар. Ибн Бәз бурҙы иң тәүҙә аш менән һыйлаған һәм уның ошо енәйәткә төшөү сәбәбен һораған. Пакистандан килгән был йәш егет атаһының ауырыуын һәм дауаланыу өсөн ун мең риялға мохтаж булыуын әйткән. Егеттең биш мең риялы булған, ә ҡалған биш меңде ул урлап табырға булған икән. Шәйех тәржемәсе аша Пакистандағы больница менән бәйләнешкән, һәм бурҙың атаһы ысынлап та ауырып ятҡанын белгән. Ибн Бәз был егеткә атаһын дауалау өсөн биш мең, үҙенә лә биш мең бүләк иткән. Егеттең атаһы һауыҡҡан, ә ул үҙе шәйехтең уҡыусыһы булып киткән. Ибн Бәз үлгәс, ошо егет бик ныҡ ҡайғырған, уның улдарын һәм яҡындарын күргән ваҡытында уҡытыусыһы һәм ярҙамсыһын хәтерләп хушын юғалтып илай торған...

Бында «ураҙа тотоусолар һәм намаҙ ҡылыусылар» тигән һүҙ аҫтында нәфел намаҙҙар һәм ураҙалар күҙ уңында тотола. Фарыз намаҙға килгәндә, уны ҡалдырған кеше ни тиклем күркәм холоҡло булырға тырышмаһын, намаҙ ҡылмауын компенсациялай алмаҫ! 11

46


Раббыбыҙ беҙгә ысын мосолман әхлағын бүләк итһен һәм тоғро ҡолдары менән үҙ йәннәтендә йыйһын, әмин.

47


№8. Шура – мосолман эштәрен хәл итеүсе сара 

Беренсе хөтбә Мосолман ҡәрҙәштәрем! Йыш ҡына беҙҙең арала ниндәйҙер эштәрҙе хәл итеү талап ителә. Бының өсөн мосолмандар йыйылышып шул мәсьәләләрҙе бергә күтәрергә тейеш. Кеше ни тиклем белемле, аҡыллы һәм тәжрибәле булмаһын, ул бар нәмәне лә белеп һәм аңлап бөтә алмай. Аллаһ Тәғәлә кемгәлер һүҙ һәләте, кемгәлер физик көс, кемгәлер байлыҡ һәм башҡаһын биргән. Ләкин ғөмүмән кеше барыбер кеше булып ҡала. Ә Раббыбыҙ беҙҙең турала нимә ти? Ҡөрьәндә «Кеше көсһөҙ итеп яратылды» («Ҡатындар» сүрәһе, 28 аят) тиелгән. Әммә һәр беребеҙ көсһөҙ булһаҡ та, бергәләшеп дөрөҫ хәрәкәттәр ҡылһаҡ, арыу ғына көскә эйә була алабыҙ. Тик бының өсөн хәрәкәттәребеҙ пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬Сөннәтенә тура килергә тейеш. Юҡһа беҙ был донъяла ла йүнле эш атҡара алмаҫбыҙ, теге донъяла ла – әхирәттә – хәсрәткә дусар булырбыҙ, сөнки Мөхәммәт Расү́лүллаһ (‫ )ﷺ‬Сөннәте буйынса эшләнмәгән эш Раббыбыҙ тарафынан ҡабул булмаҫ! Бергәләшеп мосолмандарға һәм өммәткә ҡағылған мәсьәләләр хаҡында фекер алышыу шура́ тип атала. Шура – ул пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сөннәте. Уға быны Аллаһ Тәғәлә үҙе бойорған: «Аллаһтың рәхмәте менән һин уларға йомшаҡлыҡ ҡылдың. Әгәр һин тупаҫ, ҡаты бәғерле булһаң, улар һинең эргәңдән таралыр ине. Уларҙы кисер, уларға ярлыҡау һора, эштә улар менән кәңәш ит, ә әгәр берәй эш эшләргә ҡарар итһәң, Аллаһҡа тәүәккәллә. Аллаһ, 48


ысынлап та, тәүәккәлләгәндәрҙе ярата!» («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 159 аят). Пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬ете күк артынан үәхи килеүенә ҡарамаҫтан, уға шура ҡылыу әмер ителгән. Әгәр шура шундай мөһим нәмә булмаһа, Аллаһ Тәғәлә был аятты индермәҫ ине, ә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬сәхәбәләренә «Һеҙҙең менән кәңәшләшеүемә кәрәк юҡ, минең кәңәшсем – Аллаһ үҙе!» тип әйтә алыр ине. Ләкин ул сәхәбәләре менән һәр ваҡыт шура йыйҙы, һәм ошо кәңәшләшеү сөннәтенең мосолмандар үҙенсәлеге булып ҡалыуын теләне. Юҡҡа ғына икенсе бер аятта ысын мосолмандарҙы тасуирлап, Аллаһ Тәғәлә шулай тимәгән бит: «Һеҙгә бирелгән бөтә нәмә донъяла файҙаланыу өсөн генә. Ә иман килтергән кешеләргә һәм Раббыларына тәүәккәлләгәндәргә Аллаһ хозурындағы нәмәләр яҡшыраҡ та, дауамлыраҡ та. Һәр төрлө оло гонаһтарҙан һәм боҙоҡлоҡтарҙан һаҡланыусыларға һәм асыуланғанда асыуҙарын кисереүселәргә. Һәм Раббыларына яуап ҡайтарыусыларға, намаҙ ҡылыусыларға, эштәрен кәңәш – шура – менән эшләүселәргә, Беҙ биргәндәрҙән садаҡа биреүселәргә». («Шура» сүрәһе, 36 – 38 аяттар). Мөхтәрәм йәмәғәт! Был донъяла ниндәй генә проблема килеп тыумаһын, уны хәл итеү – мөмкин нәмә. Мосолман булғас, беҙ бөтә аҙымдарыбыҙҙы ла Ҡөрьәндә әйтелгәнсә эшләргә тейешбеҙ. Шура йыйыуҙы беҙгә Аллаһ Тәғәлә үҙе бойорған, шулай булғас, мәсеттәребеҙҙә ваҡыт-ваҡыт йыйылышып, беҙгә ҡағылған дөйөм һәм хас мәсьәләләрҙе күтәреп торайыҡ. Кемдеңдер рухи хәжәттәре барҙыр, 49


кемдер дини белемен арттырырға теләй, кемдеңдер матди ҡыйынлыҡтары булып, мохтажлыҡ кисерә һәм башҡаһы – былар барыһы ла мәсеттәге йәмәғәттең уртаҡ эштәре. Бер хәҙистә әйтелгәнсә, мосолмандар бер тән кеүек була: уның ниндәйҙер бер өлөшө ауырыһа, икенсе ағзалары ла был ауырыуҙы үҙендә һиҙә – тәндең эҫелеге арта, кешенең йоҡоһо ҡаса. Ә бер тән кеүек йәшәү өсөн, беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙең хәл-әхүәлдәрен белеп торорға тейешбеҙ. Был иһә тик йыйылышып, кәңәшләшеп, төрлө мәсьәләрҙе күтәреү һәм тикшереү аша ғына мөмкин. Икенсе хөтбә Мосолман ҡәрҙәштәр! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мосолмандарҙың күбе йәмәғәт тормошоноң ҡағиҙәләрен белеп бөтмәй. Йәмәғәт – ул тик йома намаҙҙарында, йә никахта, йә ауыҙ асҡанда ғына йыйыла торған ике тиҫтә кеше түгел. Сөннәт буйынса йәшәгән йәмәғәт – ул бер береһе менән әүҙем аралашҡан, белемен һәр ваҡыт арттырған, мосолмандар булараҡ үҫешкән һәм камиллашҡан; бер береһенең ҡыуаныстары һәм хатта ҡайғылары менән йәшәгән, мәсет эштәрендә генә түгел, ә томоштоң бөтә тармаҡтарында ла актив ҡатнашҡан төркөм! Был төркөм пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сөннәтен тотоп бөтә эштәрен дә дөрөҫ башҡарһа, «ә́һлү сү́ннә үәлджәмә́ғә» – сөннәт һәм йәмәғәт әһелдәре – тип аталырға лайыҡ булыр. Әгәр иһә беҙ аҡидабыҙҙа ла, ҡылған эштәребеҙҙә лә пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬Сөннәтенән ситкә тайпылһаҡ, аҙашырбыҙ һәм «ә́һлү би́дғә үәддалә́лә» – бидғәт һәм аҙашыу әһелдәренә әйләнербеҙ, Аллаһ һаҡлаһын! Ә «ә́һлү сү́ннә үәлджәмә́ғә» тигән ғорур атамаға лайыҡ булыр өсөн, 50


тырышыр кәрәк, ғәзиз ҡәрҙәштәрем! Шура сөнни йәмәғәттең айырылмаҫ шарты булып тора, шуға беҙ уны үткәреп торайыҡ һәм уның ҡәҙерен беләйек. Кәңәш, шура менән хәрәкәт итеү тураһындағы хәҙистәргә иғтибар итәйек. «Шайтан бер кеше менән була, ә ике кешенән ул алыҫыраҡ» (Әт-Тирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Икенсе бер хәҙистә шулай тиелгән: «Әгәр Аллаһ Тәғәлә әмиргә (идарасыға) изгелек теләһә, Ул уға ихлас вәзир (ярҙамсы) бирер, һәм шул вәзир әмиргә онотҡан нәмәһен хәтерләтер, иҫләгән нәмәһен үтәргә ярҙам итер. Әгәр инде Аллаһ Тәғәлә әмиргә башҡаһын теләһә, уға яман вәзир бирер, һәм шул вәзир әмирҙең онотҡан нәмәһен дә хәтерләтмәҫ, иҫләгән нәмәһендә лә ярҙам күрһәтмәҫ» (Ибн Хиббән, Әбү Дәүд, Ән-Нәсә’и. ӘлӘлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Шулай уҡ Әбү Һүрайрә исемле сәхәбәнең әйтеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙ сәхәбәләре менән шура ҡорған кеүек үҙ иптәштәре менән шулай уҡ йыш кәңәшләшкән бер кем дә булмаған. Тәбиғиндәр (йәғни, сәхәбәләрҙән һуң килгән тәү мосолмандар) быуынынан булған Хәсән Әл-Басри исемле бөйөк ғалим шура йыйыу сөннәте тураһында шулай тигән: «Әгәр халыҡ шура менән эш итһә, мотлаҡ иң дөрөҫ эшкә йүнәлтелерҙәр». Йәғни, ниндәй генә эш килеп тыумаһын, уны хәл итеүҙең иң дөрөҫ һәм тура юлы – кәңәш менән эшләү. Раббыбыҙҙан тәүфиҡ һәм уңыш һорайыҡ, бар эштәребеҙҙе лә шура менән башҡарайыҡ. Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ошо хәҙисен иҫтә тотайыҡ: «Дин – нәсихәттер (таҙалыҡ, сафлыҡ)». Беҙ (сәхәбәләр): “Кемгә ҡарата саф булыу?” – тип һораныҡ. Пәйғәмбәр 51


(‫)ﷺ‬: “Аллаһ Тәғәләгә, Уның китабына, Пәйғәмбәренә (‫)ﷺ‬, мосолмандарҙың имамдарына, шулай уҡ бар ябай мосолман халҡына ла” – тип яуап ҡайтарҙы». («Мүслим» йыйынтығынан). Ғәрәп телендә һәм ошо хәҙистә ҡулланылған «нәсихәт» һүҙе тик «кәңәш биреү»ҙе генә аңлатмай. Был һүҙҙе «саф һәм таҙа булыу» тип тә аңлар кәрәк. Юҡҡа ғына ғәрәптәр «әҙҙә́һәбү ән-нә́сых» – йәғни «саф, таҙа алтын» тимәйҙәр. Ысынлап та, ниндәйҙер кешеләргә ҡарата саф булыу уларға ихлас, файҙалы, дөрөҫ кәңәш биреп тороу аша ғына мөмкин. Ә шура төшөнсәһенең төбөндә нәҡ ошо кәңәш тигән нәмә ята. Беҙҙең йәмәғәттәребеҙгә, мәсеттәребеҙгә шура сөннәте кире ҡайтһын тип Аллаһтан һорайыҡ. Әмин.

52


 №9. Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬тик тәүхид өсөн көрәште  Беренсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Бөгөнгө хөтбәбеҙҙә беҙ пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сираһы (йәғни тормош юлы) тураһында тағы ла бер аҙ һөйләшеп китәбеҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫ – )ﷺ‬беҙҙең өсөн беренсе үрнәк, һәм уның тормошон, төп маҡсаттарын, иң әүәл нимәгә иғтибар биреүен, ғөмүмән йәшәү мәғәнәһен беҙ яҡшы белергә тейешбеҙ. Ябай халыҡтан «пәйғәмбәрҙәр (‫)عليهم السالم‬ кешеләрҙе нимәгә өйрәтте?» тип һораһаң, уларҙың яуаптары төрлө-төрлө буласаҡ. «Мәрхәмәтле булырға», «ата-әсәңде хөрмәт итергә», «һаулығыңды ҡайғыртырға», «намаҙ һәм зикер ҡылырға, Ҡөрьән уҡырға» – тип әйтерҙәр бәлки. Әйтелгән һүҙҙәр барыһы ла дөрөҫ, ләкин пәйғәмбәрҙәрҙең (‫ )عليهم السالم‬иң оло, иң төп эше был булманы, ағай-эне. Мөхәммәт (‫ )ﷺ‬пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬генә түгел, ә унан алда булған 120 меңдән ашыу пәйғәмбәрҙең төп бурысы тураһында Аллаһ Тәғәлә үҙе хәбәр иткән. Бының турала Раббыбыҙ үҙ китабы Ҡөрьәндә шулай ти: «Һинән алда ниндәй генә пәйғәмбәр ебәрмәһәк тә, уға “Минән башҡа илаһ юҡ, Миңә ғибәҙәт ҡылығыҙ!” тип үәхи ҡылдыҡ». («Пәйғәмбәрҙәр» сүрәһе, 25 аят). Йәғни, Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәрҙәрҙе ебәргәндә уларға иң тәүҙә тәүхидте, йәғни тик Үҙенең – Аллаһтың ғына! – ғибәҙәткә лайыҡ булғанлығын аңлатырға ҡушҡан. Шулай булғас, «кеше кемгә табынһа ла ярай, бер дин дә насарлыҡҡа өйрәтмәй бит», – тип яңылышмағыҙ, аҙашмағыҙ! Аллаһтан башҡа кемгәлер табынған кеше йәннәткә кермәйәсәк – ошо

53


хәҡиҡәтте аңлатыр өсөн пәйғәмбәрҙәр көнө-төнө тырышты. Икенсе бер аятта иһә шулай тиелә: «Һәм Беҙ һәр өммәткә рәсүл ебәрҙек: «Аллаһҡа ҡоллоҡ ҡылығыҙ һәм тағуттан ситләшегеҙ!». Улар араһында Аллаһ тура юлға күндергәндәр ҙә булды һәм аҙашыуға дусар булғандар ҙа булды. Ер йөҙөндә йөрөгөҙ һәм ялғанға иҫәпләгән кешеләрҙең һуңғы көндәре нисек булғанын ҡарағыҙ!». («Бал ҡорто» сүрәһе, 36 аят). Тағы бер аятта шулай тиелә: «Раббың һеҙгә Унан башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәләргә изгелек күрһәтергә хөкөм итте». («Төндә күсереү» сүрәһе, 23 аят). Иғтибар итһәгеҙ, был аятта иң әүәл Аллаһҡа ғибәҙәт, шунан һуң ғына ата-әсәгә хөрмәт тураһында һүҙ бара. Ата-әсә хаҡы – ул оло хаҡ, мосолман ҡәрҙәштәрем! Әсәләребеҙ беҙҙе үҙ ҡарынында ауырлыҡ менән йөрөткән, төндәрен йоҡламай беҙҙе үҫтергән, үҙҙәре ашамаһа ашамаған, эсмәһә эсмәгән, ләкин беҙҙе ҡайғыртҡандар. Атайҙарыбыҙ иһә ҡыйын эштәрҙә түҙеп, беҙҙе ашатырға, кейендерергә, уҡытырға тырышҡандар. Шуға ла ата-әсә хаҡы донъяла иң бөйөк нәмә – тәүхид төшөнсәһенән һуң телгә алынған. Ошо бөйөк төшөнсәне һәм үҙҙәренә йөкмәтелгән оло бурысты аңлап, бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә үҙ ҡәүемдәрен, йәғни халыҡтарын иң әүәл тәүхидкә саҡырҙы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (‫)ﷺ‬ Мәккә халҡына – Ҡурайш ҡәбиләһе ғәрәптәренә – Аллаһ Тәғәлә динен аңлата башлағанда үҙенең иң төп эше итеп кешеләргә тәүхид аңлатыуҙы алды. Мүғәҙ ибн Джәбәл һөйләүенсә, бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬унан шулай тип һораған: «Эй, Мүғәҙ, кешеләрҙең Аллаһ Тәғәләгә ҡарата бурысы ни, беләһеңме?». «Аллаһ һәм Уның илсеһе 54


яҡшыраҡ белер», – тигән Мүғәҙ. «Ҡолдарҙың Аллаһҡа ҡарата бурысы – ул бары тик Уға ғибәҙәт ҡылыу һәм Уға һис бер тиңдәш тә тотмау», – тигән пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬. Бер аҙ ваҡыт үткәс пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬йәнә Мүғәҙгә һорау биргән: «Эй, Мүғәҙ, әгәр кешеләр ошоно эшләһә, Аллаһ Тәғәләнең уларға ҡарата бурысы нимә була, беләһеңме?». Мүғәҙ тағы ла: «Аллаһ һәм Уның илсеһе яҡшыраҡ белер», – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ошолай тигән: «Аллаһ Тәғәләнең кешеләргә ҡарата бурысы – Уға тиңдәш тотмаған кешене язаға дусар итмәү»... Икенсе хөтбә Әгәр мосолман тәүхидте беренсе урынға ҡуймайынса, ислам диненең ниндәйҙер икенсе, хатта бишенсе, унынсы дәрәжәләге мәсьәләләре менән шөғөлләнә башлай икән, ул, беренсенән, пәйғәмбәрҙәрҙең асыл миссияһын аңламаған, икенсенән теге донъяла үҙен ҙур ҡыйынлыҡтарға дусар итер. Әнәс ибн Мәликтән килгән ҡудси12 хәҙистә әйтелгәнсә, Аллаһ Тәғәлә шулай тигән: «Эй, Әҙәм балаһы! Һин Миңә Ер тулы гөнаһтар менән килеп, Мине ширк ҡылмайынса осратһаң, Мин һине Ер тулы мәғфирәт13 менән ҡаршы алырмын». Тимәк, кешеләргә: «Эсмәгеҙ, урлашмағыҙ, зина ҡылмағыҙ!» тиер алдынан уларға иң яҡшы рәүештә тәүхидте аңлатыу кәрәк. Ысынлап та, әгәр кеше Аллаһтың бөйөклөгөн, йыһандарҙың берҙән-бер Хужаһы, Үҙ сифаттарында һәм исемдәрендә Тиңдәшһеҙ, бар нәмәнән дә Өҫтөн, бөтә төр Ҡудси хәҙис – пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬еткергән Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәре. Ҡудси хәҙистең эсендә Раббыбыҙ әйткән һүҙҙәр булһа ла, ул хәҙис Ҡөрьән тип аталмай. 13 Мәғфирәт – ғәфү итеү. 12

55


ғибәҙәттәргә лә лайыҡ булыуын аңлап етмәгән икән, ул тормошондағы гөнаһтарҙан да арынып бөтә алмаҫ. Юҡҡа ғына пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ҡатыны, мөьминдәр әсәһе Ғә́ишә (‫ )رضي للا عنها‬ошолай тимәгән бит: «Ҡөрьәндең иң тәүҙә ингән аяттарында ентекле итеп йәннәт һәм йәһәннәм иҫкә алына ине. Кешеләр исламға яҡшылап ултырып алғас, хәләл һәм харам төшөнсәләре инде. Әгәр иң әүәл булып “Хәмер эсмәгеҙ!” тигән бойороҡ килһә, улар: “Беҙ хәмерҙе бер ҡасан да ташламаясаҡбыҙ” – тип әйтерҙәр ине. Әгәр “Зина ҡылмағыҙ!” тигән бойороҡ килһә, улар: “Беҙ зинаны бер ҡасан да ташламаясаҡбыҙ” – тип әйтерҙәр ине». («Әл-Бухари» йыйынтығынан). Шулай итеп, унан алдағы пәйғәмбәрҙәр кеүек, беҙҙең пәйғәмбәребеҙ ҙә (‫ )ﷺ‬үҙ халҡын – сәхәбәләрҙе – тәүхид аша тәрбиәләй башланы. Ошо юлда ул бөтә ғүмерен үткәрҙе – уның Мәккәләге дәғүәте, Мәҙинәләге көрәше, кешеләр менән әңгәмәләре, яҙған хаттары, ғаилә эсендәге һөйләшеүҙәре, сарыф иткән малдары – ошо бөйөк маҡсат, йәғни тәүхид, һәм тәүхид талап иткән ғәмәлдәр юлында булды. Бөйөк ғалим Сәғит Әл-Ҡаһтани үҙенең «Тәүхид нуры» тигән китабында әйткәнсә, «Ҡөрьәндең бөтә сүрәләре лә тәүхидтең ниндәйҙер төрө тураһында һөйләй: йә Аллаһ Тәғәлә, Уның исемдәре, сифаттары, һүҙҙәре, эштәре тураһында, һәм был – ғилми тәүхид. Йә тиңдәше булмаған Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт итеүгә һәм Унан башҡа илаһлаштырылған поттарҙан баш тартыуға саҡырыу (дәғүәт). Был – үлүһийәт тәүхиде. Йә әмерҙәр һәм тыйыуҙар, Аллаһ Тәғәләгә итәғәт итеүгә саҡырыу. Был – тәүхидтең 56


хаҡтары һәм уны камиллаштырыусы нәмәләр. Йә тәүхид әһелдәренә буласаҡ хөрмәт, уларға был донъяла биреләсәк еңеү һәм ярҙам, шулай уҡ теге донъяла уларҙы көткән йәннәт тураһында. Был – тәүхид һөҙөмтәһе. Йә ширк әһелдәре һәм уларҙың был донъяла тапҡан язалары, уларҙы теге донъяла көткән йәһәннәм уты тураһында. Был – тәүхидте инҡар итеү һөҙөмтәһе». Юҡҡа ғына ғилем әһеле «Ҡөрьән тулыһынса тәүхид тураһында» – тимәй бит. «Тәүхид» тигән һүҙҙе хәтеребеҙҙә яҡшы ҡалдырайыҡ, уның мәғәнәһенә йылдан-йыл тәрәнерәк төшөнәйек, йәшәү мәғәнәһе – күңелебеҙҙә, һүҙҙәребеҙҙә, эштәребеҙҙә тәүхидкә ирешеү тип аңлайыҡ. Раббыббыҙ беҙгә пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬Сөннәтен дөрөҫ аңларға ярҙам итһен, әмин!

57


№10. «Хүснү ҙанн» – яҡшы уйлай белеү

Беренсе хөтбә Хәҙерге заманда кешеләр тарафынан юғалтылған сөннәт төрҙәренең береһе – ул «хүснү ҙанн», йәғни дин ҡәрҙәштә шәриғәткә ҡаршы килгән нәмә күрһәк тә, уның турала яҡшы уйҙа булыу. («Хүснү ҙанн»дың антонимы – йәғни, насар уйҙа булыу – «сү’ү ҙанн»). Бөгөн беҙ һеҙҙең менән «ҙанн» (фараз итеү, уйлау) һүҙенең мәғәнәһе тураһында һәм уға нисек ҡарау хаҡында һөйләшмәксебеҙ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндең «Бүлмәләр» сүрәһендә шулай ти (12-се аят): «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Күп уйҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки ҡайһы бер уйҙар гөнаһлы…». «Төндә күсереү» сүрәһендә иһә былай тиелгән: «Ул турала белемең булмаған нәмәгә эйәрмә! Ҡолаҡ, күҙ һәм йөрәк – ошолар барыһы ла был турала һораласаҡ» (36-сы аят). Йәғни, Аллаһ Тәғәлә беҙгә теләһә ниндәй фараздарға эйәрергә ярамай, ти. Фараз иткән кеше ваҡиғалар үҫешен үҙе уйлап сығара. Мәҫәлән, «Шул-шул хәл булған да кеше шулай-шулай эшләгән» – тип. Ул шулай итеп теге йә был мосолмандың ҡылығында насар яҡты ғына күрә. Ошо уйфараздар – хаталы. Бында, әлбиттә, бер иҫкәрмә әйтеп үтергә кәрәк. Аллаһ Тәғәлә «ҡайһы бер уйҙар гөнаһ», – тигән. Был һүҙҙәрҙән ғалимдар ҡайһы бер уй-фараздарҙың гөнаһ булмағанлығын сығара. Йәғни, әгәр ҙә быға ныҡлы дәлилдәр булһа, кеше тураһында насар уйларға мөмкин. Әммә маҡсатһыҙ түгел, ә кешеләрҙе иҫкәртеү, үҙеңде һаҡлау өсөн. Шуға ла ҡайһы бер мосолман илдәрендә күҙәтеү, мәғлүмәттәр эҙләү алып барыла. Ни өсөн? Зина, фәхишәлек, шымсылыҡ, сектант аҡидаларының таралыуы кеүек 58


гөнаһлы эштәрҙе туҡтатыу өсөн. Әммә былар менән, әлбиттә, махсус кешеләр генә мәшғүл. «Бысраҡ кейемдәрҙә соҡонор» өсөн түгел – ниндәйҙер яуызлыҡты бөтөрөр өсөн. Ябай кешеләргә килгәндә, әгәр ҙә улар бер-береһе тураһында насар уйлай башлаһа, фараздар ҡорһа, яман уйҙырмалар тыуҙырһа, һәм былар барыһы ла ниндәйҙер билдәле маҡсат һәм дәлил менән эшләнмәһә, был – гөнаһ. Аллаһ рәсүле (‫ )ﷺ‬яман уйҙырма-фараздарҙан киҫәткән: «Һеҙҙе фараз уйҙар тураһында иҫкәртәм. Дөрөҫлөктә, уйҙырмалар – иң ялған һүҙҙәр». («Мүслим» йыйынтығынан). Мәҫәлән, бер кеше бүтән кешене хәмер магазины эргәһендә күргән ти. «Ул унда нимә эшләһен? Моғайын, араҡы алалыр!», – тип уйлаһа, ошолар – фараз итеүҙәр, уйҙырмалар була. Һәм ошолар – ялған нәмә, хатта – ялғандың ялғаны. Ә бит мосолмандар өсөн хатта алдау ҙа хас түгел! Әгәр инде кеше ул уйҙарын бүтәндәргә һөйләһә, улар нигеҙендә фекер йөрөтһә, тимәк ул – иң алдаҡсы кеше. Абдуллаһ ибн Ғүтбәнән риүәйәт ителеүенсә, Әбдүрраззаҡ шуны һөйләгән: «Ғүмәрҙең (Аллаһ унан риза булһын) шулай тигәнен ишеттем: “Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬заманында кешеләр менән Аллаһтан килгән Һүҙ буйынса мөғәмәлә иттек”». Йәғни, Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәргә (‫ )ﷺ‬теге йә был кешегә ниндәй мөнәсәбәттә булыу кәрәклеген Үҙе хәбәр иткән. Сөнки Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙең күңелендә ни ятҡанын белә. Мәҫәлән, монафиҡтар йөрәгендә булған көфөрҙө. Ике йөҙлөләр мосолман булып күренергә тырышҡан, ләкин ысында улар исламға, пәйғәмбәргә (‫)ﷺ‬ нәфрәтле булған. Аллаһ Рәсүле (‫ )ﷺ‬бына ошо кешеләрҙе исемләп белгән, ләкин уларға теймәгән. Сәбәбен дә 59


аңлатҡан. «Кешеләр “Мөхәммәт сәхәбәләрен үлтерә башланы” – тип әйтерҙәр», – тигән. Бында бер дәрес бар: беҙ, мосолмандар, ислам диненең репутацияһын ҡайғыртырға тейешбеҙ. Быны ла бөгөнгө заманда юғалтҡандар. Әгәр ҙә беҙ бер-беребеҙ менән әрләшәбеҙ, берберебеҙ тураһында насар һүҙ һөйләйбеҙ икән, быны беҙ кешеләргә, кафырҙарға күрһәтәбеҙ. Һөҙөмтәлә иманһыҙҙар беҙҙән көлә, ислам дәрәжәһе төшә. Исламды мосолман булмаған кешеләр күҙендә түбәнһеткән аҙымдарҙан һаҡланайыҡ, ҡәрҙәштәр. Икенсе хөтбә Бер сахих хәҙистә өс сәхәбә – Мурара ибн Рабиғә, Хиләл ибн Үмәййә һәм Кәғб ибн Мәлик – тураһында һүҙ бара. Ошо өс сәхәбә Тәбүк һуғышына барыуҙан тороп ҡала. Бынан һуң башҡа мосолмандар улар менән оҙаҡ ваҡыт һөйләшмәй, сөнки пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬шулай ҡуша. Ләкин Аллаһ Тәғәлә «Тәүбә» сүрәһендә ошо өс кешегә аҡлау төшөрә (117-119-сы аяттар). Был өс кеше походтан тороп ҡалһа ла, йәндәре менән улар ихлас мосолман булған. Әммә уларҙың походтан тороп ҡалыуы теге йәки был сәбәптән булған, ә уларҙың монафиҡ булыуынан түгел. Был хаҡта беҙ Аллаһ Тәғәләнән генә белдек. Ғүмәр шулай тигән: «Беҙгә килгәндә, беҙ кешегә уның тышҡы хәленә ҡарап мөнәсәбәт ҡылырға тейешбеҙ: әгәр ҙә ул яҡшылыҡ күрһәтһә, уға ышанасаҡбыҙ һәм уны яҡынайтасаҡбыҙ; әгәр ҙә ул яуызлыҡ күрһәтһә, уға ышанмаясаҡбыҙ һәм үҙебеҙҙән алыҫ тотасаҡбыҙ». Шуға күрә беҙ хәҙерге заманда кешеләр менән шул рәүешле мөғәмәлә ҡорорға тейешбеҙ: әгәр ҙә уның тышҡы ҡылыҡтары уның яҡшы ҡәрҙәш булыуы тураһында һөйләй 60


икән, беҙ уға яҡшы ҡараясаҡбыҙ. Әгәр ҙә унда ниндәйҙер кәмселектәр күрәбеҙ икән, уға ышанып бармайбыҙ. Беҙҙең заманда бик күп нәмәләр буталған һәм кешеләр киреһенсә ҡылана: күп яҡшылыҡ ҡылған ҡәрҙәште күрәләр ҙә унда ниндәйҙер бәләкәй генә етешһеҙлек табып, шулай ти башлайҙар: «Моғайын, ул шпион!» йәки «Ул – сектанттыр!» һ. б. Һәм, киреһенсә, күп яуызлыҡ ҡылған кеше тураһында: «Күңеле менән яҡшы кеше бит ул барыбер!» – тиҙәр. Ислам буйынса улай ярамай. Кешенең яҡшылыҡ эшләгәнен күрәбеҙ икән, беҙ уға яҡшы мөғәмәлә күрһәтергә тейешбеҙ. Уй-фараздарыбыҙҙы үҙебеҙҙә ҡалдырырға кәрәк. Сөнки ғәйеп, күренмәгән нәмәләрҙе Аллаһ ҡына белә. Хөрмәтле мосолмандар! Әгәр «сү’ү ҙанн» – насар уйлау – ғалим кешеләргә ҡағылһа, был күпкә ҡурҡынысыраҡ. Әгәр беҙ ғалимдарҙың ижадын байҡаһаҡ, беҙ уларҙың китаптарында һәм һүҙҙәрендә төрлө фекерҙәргә юлығабыҙ. «Имам Әхмәттең бере фәтүәһе буйынса…», «Шәфиғиҙең ике фекеренең береһенә ярашлы…», «Шәфиғиҙең иҫке мәҙһәбе буйынса» тигән һүҙҙәрҙе осратабыҙ китаптарҙа. Шәфиғиҙең иҫке мәҙһәбе – ул уның Мысырға күсеүенә тиклем булған фекерҙәре. Күскәс, ул ҡайһы бер фекерҙәрен алмаштыра. Дәлил осратып, ғалимдарҙың үҙ фекерҙәренән баш тартыу осраҡтары бихисап. Ә бөгөнгө көндә уларҙың һүҙҙәренә ғәйеп эҙләүселәр бик күп. Имеш, ул бында хаталанған, һәм ошонда… Әйҙәгеҙ үҙебеҙгә ҡарайыҡ тәүҙә. Беҙ үҙебеҙ күпме һүҙ әйтәбеҙ көн дауамында? Әгәр ҙә һүҙҙәребеҙҙе яҙҙыртып алып, шунан һуң ентекләп тыңлап сыҡһаҡ, унда күпме хата табыр инек: буш һүҙ, хатта ки көфөр йә бидәғәт! Шуға ла онотмағыҙ: ғалимдар ҙа кешеләр 61


– улар ҙа хаталана, фекерҙәрен ҡайтанан дөрөҫләйҙәр. Ысын мосолман күберәк үҙе тураһында уйлай. Был донъянан иманлы китербеҙ тигән гарантия бер кемдә лә юҡ. Шуға ла доға ҡылырға ҡала: «Аллаһ беҙгә хәйерле ахыр, яҡшы үлем бирһен. Һуңғы һүҙҙәребеҙ “Лә иләһә илләллаһ” булһын», – тип. Сәхәбәләрҙең ҡайһы берҙәренә үҙҙәре тере сағында уҡ йәннәт вәғәҙә ителгән булған, ләкин улар барыбер насар ахырҙан ҡурҡҡан, иманы түбән саҡта йәки бөтөнләй көфөр хәлендә Аллаһ Үҙенә алыр тип, ҡайғырған. Ҡайһы берәүҙәре: «Әсәм мине тыуҙырмаған булһасы!» – тиер булған. Ә беҙгә ни уйларға ҡала икән?! Кемдер тураһында насар уйҙар ҡорғансы, «хүснү ҙанн»ды алғараҡ ҡуяйыҡ, үҙебеҙҙең хәлебеҙҙе нығыраҡ ҡайғыртайыҡ, ҡәрҙәштәр!

62


№11. Ҡөрьәнде ҡалдырыу төрҙәре

Беренсе хөтбә Мөхтәрәм йәмәғәт! Бөгөнгө хөтбәбеҙҙә беҙ һеҙҙең менән Ҡөрьәнде ҡалдырыу тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Ғалимдар иҫкәрткән был бәләнең бер нисә төрө бар. Был хаҡта Ибн Ҡаййим әл-Джәүзийә «Әл-Фәүә’ид» («Файҙалар») тигән китабында былай тип яҙған: «Ҡөрьәнде ҡалдырыуҙың бер нисә төрө була: Ҡөрьән тыңлауҙы, уға ышаныуҙы, уның хаҡында фекерләүҙе ҡалдырыу». Ошо һүҙҙәргә өҫтәмә аңлатмалар бирәйек. 1). Ҡөрьәнде тыңлау һәм уға иман килтереүҙе ҡалдырыу – кафырҙар сифаты. Улар өсөн Ҡөрьән – ябай бер китап ҡына. Улар, мәҫәлән, «Һуғыш һәм солох»то («Война и мир») уҡымаған кеше хаҡында: «Ул – интеллигент түгел!», – ти. Шул уҡ ваҡытта, әгәр ҙә кеше ғүмерендә бер тапҡыр ҙа Ҡөрьәнде уҡымаһа, быға артыҡ иғтибар итмәйҙәр. Ә был иһә – Ҡөрьәнде ҡалдырыуҙың иң алама төрө! Йәғни, был ҡалдырыу кеше Ҡөрьәндән тулыһынса йөҙөн сөйөргән, уны тыңламаған, уға инанмаған һәм уның аяттары тураһында уйланмаған саҡта ғына бойомға аша. 2). Ҡөрьәнде ҡалдырыуҙың икенсе төрө – уға ярашлы ғәмәл ҡылыуҙы, ундағы бойороҡтарҙы һәм тыйыуҙарҙы үтәүҙе ҡалдырыу. Хатта кеше уны уҡып, уға ышанһа ла. Был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп мосолмандарҙың сифаты. Ундайҙар: «Беҙ – мосолман», – ти, ләкин Ҡөрьән тураһында бер ни ҙә белмәй. Уны ғәрәп телендә түгел, хатта үҙ телдәрендә лә уҡымағандар. Ундай кеше: «Ҡөрьәнгә ышанам», – тиһә лә, ул барыбер Ҡөрьәнде ҡалдырыусыларҙан һанала, сөнки ул Аллаһтың Ҡөрьәндәге 63


рөхсәт-тыйыуҙарын үтәмәй. Эйе, кеше Ҡөрьән уҡып та, ләкин шул уҡ ваҡытта Аллаһ Тәғәләнең ундағы бойороҡтарын үтәмәһә, ул Ҡөрьән ҡалдырыусыларҙан һаналасаҡ. 3). Ҡөрьәнде ҡалдырыуҙың өсөнсө төрө – уны үҙең өсөн хөкөм сығарыусы һәм бәхәстәрҙе хәл итеүсе Китап итеп һайлауҙан баш тартыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ғәрәп телен белмәүселәргә генә түгел, ә хатта ғәрәптәрҙең үҙенә һәм Ҡөрьән телен белеүсе башҡа мосолмандарға ла хас. Ундай кешеләр йыш ҡына үҙ фекерен Ҡөрьәндән өҫтөн ҡуя, бәхәстәрҙе һәм башҡа ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә үҙ аҡылдарына мөрәжәғәт итә. Ғаилә эсендә лә була ундай хәлдәр. Ҡайһы саҡта ир менән ҡатын үҙ нәфселәренә ярашлы эш итә башлай. Әлбиттә, был ғаиләнең юҡҡа сығыуына ғына булышлыҡ итә. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: бер ниндәй ҙә бәхәс, бер ниндәй ҙә мәсьәлә Аллаһ Тәғәлә һүҙенән башҡа хәл ителә алмай. Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт итмәй тороп, кешенең үҙ аҡылы йә бүтән нәмә ярҙамында уңышҡа өлгәшеүе – мөмкин булмаған нәмә. Мүғәүиә менән үҙе араһында килеп тыуған сетерекле мәсьәләне хәл иткәндә, Ғәли (Аллаһ уларҙың икеһенән дә риза булһын!) былай тигән: «Әйҙәгеҙ, Ҡөрьәнде хөкөм сығарыусы итеп һайлайыҡ». Уның яҡлылар һуғышты дауам итергә, Мүғәүиә ғәскәрен юҡ итергә тигән фекерҙәрен әйтә башлағас, ул: «Мин үҙем өсөн хәл итеүсе итеп Ҡөрьәнде һайланым бит, мәхлүктәрҙән кемделер һайламаным», – тигән. Әйткәндәй, Ғәлиҙең ошо һүҙҙәре Ҡөрьәндең Аллаһ Һүҙе булыуына тағы ла бер дәлил. (Аҙашҡан мүғтәзилиҙәр ағымы, мәҫәлән, Ҡөрьәнде мәхлүк, 64


йәғни «яратылған нәмә» тип иҫәпләй, ә беҙ, сөнниҙәр, Ҡөрьәнгә «Аллаһ һүҙе», тимәк, Уның сифаты, тибеҙ. Ә Аллаһтың сифаты яратылған нәмә була алмай. Икенсе хөтбә 4). Ҡөрьәнде ҡалдырыуҙың дүртенсе төрө – уның тураһында уйланыуҙы, Һөйләүсенең ни әйтергә теләгәнен аңларға тырышыуҙы ҡалдырыу. Ә Һөйләүсе – Аллаһ Тәғәлә. Йыш ҡына шулай була: кешеләр ҡайһы бер аяттарҙы уҡый, ләкин уларҙы аңламай һәм аңларға тырышмай ҙа. Был да ҡалдырыуҙың бер төрө булып иҫәпләнә. Нисек итеп кеше үҙенең иң Бөйөк Хужаһының һүҙҙәренә – Аллаһ Тәғәләнең Ҡөрьәненә шулай һалҡын ҡарай ала?! Әгәр ҙә кеше уға төбәлгән ниндәйҙер һүҙҙәрҙе ишетмәй ҡалһа, нимә әйтергә теләнеләр икән тип унда ҡыҙығыу уяныр ине. Уға Аллаһ Тәғәлә тарафынан әйтелгән Һүҙгә нисек иғтибарһыҙ була ала кеше?! Әйтәйек, кеше әсир булып төштө лә үҙе менән ни булырын белмәгән хәлдә зинданда ултыра ти. Шул ваҡыт оло дәрәжәле ғәскәри уға төбәп нимәлер әйтте ти. Кеше был хәлде нисек ҡабул итер ине?! Әлбиттә ки, эргәһендә ултырған кешеләрҙән: «Был хужа минең турала нимә тине? Минең хәлем ни буласаҡ? Мине үлтерәләрме, ҡалдыралармы?», – тип борсолоп, уға аңлата алырлыҡ кешене эҙләр ине. Ә күп мосолмандар сүрәләрҙе ғәрәпсә яттан белһә лә, уларға Аллаһ Раббыбыҙ тарафынан һалынған мәғәнәне аңларға тырышмайҙар ҙа. Ә бит был – Аллаһтың беҙгә мөрәжәғәт итеп, беҙҙең турала, беҙҙең яҙмышыбыҙ тураһында әйткән һүҙҙәре! 5). Ҡөрьәнде ҡалдырыуҙың бишенсе төрө – йөрәктең бөтә сирҙәрен дә дауалау өсөн Ҡөрьәнде ҡулланмау. Был 65


осраҡта кеше бүтән нимәгә мөрәжәғәт итә, ә Ҡөрьән менән дауаланыуҙы ҡалдыра. Аллаһ Үҙ Китабында Ҡөрьәндән иманлыларға шифа төшөрөүен хәбәр иткән. Һәм үрҙә телгә алынған ҡалдырыуҙарҙың бөтә төрҙәре лә Аллаһ Тәғәләнең киләһе һүҙҙәренә инә: «(Үҙ халҡына зарланып), рәсүл әйтте: «Раббым! Дөрөҫлөктә, халҡым был Ҡөрьәнде ҡалдырҙы (унан йөҙөн борҙо, уның аяттары хаҡында фекерләүҙе, уға ярашлы эш итеүҙе һәм уны башҡа кешеләргә еткереүҙе ҡалдырҙы)» (Ҡөрьән, «Айырыу» сүрәһе, 25:30). Был аятта Ҡөрьәнгә ҡолаҡ һалырға теләмәүсе мөшриктәр тураһында һүҙ бара. Улар уны ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын ҡаплаған, унан йөҙөн борған, һәм хатта – Аллаһ һаҡлаһын! – Раббылары һүҙҙәренән көлгән. Һәр хәлдә, әгәр ҙә кеше Ҡөрьәнде ҡалдырһа – уны уҡыуҙы, уны тормошҡа ашырыуҙы, аяттары тураһында уйланыуҙы, уның ярҙамында хөкөм итеүҙе – ундай кеше Ҡөрьән ҡалдырыусы булып иҫәпләнә. Һәр кем үҙе тураһында уйланһын. Ҡөрьән ҡалдырыусы кешеләрҙең һәммәһенең дә Изге Китаптан күкрәктәре ҡыҫылғандай була. Быны улар үҙҙәре лә белә, йөрәктәрендә был тойғоно һиҙә. Мәҫәлән, дини бидәғәт индереүселәрҙең Ҡөрьәндең ҡайһы бер аяттарына күңелдәре ятмай, сөнки был аяттар улар тарафынан теләнгән бидәғәттәргә ҡаршы килә. Ә бит хатта шундай хәлдәргә барып еткән (был хаҡта ғалимдар яҙа): бидәғәтселәргә теге йәки был аяттарҙы дәлил итеп килтерһәләр, уларға был оҡшамаған, һәм улар быны ишетергә лә теләмәгән. Сәбәбе шунда: ул аяттарҙа уларға –

66


пәйғәмбәрҙең (‫ )ﷺ‬юлынан тайпылыусыларға, дингә яңылыҡ-бидәғәттәр индереүселәргә шелтәләү яңғырай. Аллаһтан үҙебеҙ һәм халҡыбыҙҙы ғәфү итеүен һорап доға ҡылабыҙ! Аллаһтан беҙҙе дөйөм яза менән язаламауын үтенәбеҙ! Сөнки халҡыбыҙҙың күбеһе Аллаһ диненән алыҫлашты, күптәре Ҡөрьәнде ҡалдырҙы – уны практикала ҡулланыуҙы, уҡыуҙы, аяттары өҫтөндә уйланыуҙы… Ҡөрьәнде ҡалдырмағыҙ, уны өйрәнә башлағыҙ, һәр һүҙе өҫтөндә уйланырға тырышығыҙ, уны ғәрәпсә, йәғни оригиналда, уҡырға өйрәнегеҙ. Ә инде Аллаһ Тәғәлә Үҙе хәйерле башланғыстарығыҙҙа ярҙам итәсәк.

67


№12. Йөрәктәребеҙҙең дауаһы Ҡөрьән

Беренсе хөтбә Аллаһ Тәғәлә беҙҙең йөрәктәребеҙгә ныҡ иғтибар бирә: «ҡалб» (йәғни, «йөрәк») һүҙе Ҡөрьәндә күп тапҡыр ҡабатланған. Кешеләрҙең йөрәктәре тураһындағы аяттар – бер ҙур исемлек. Был шул тиклем мөһим, хатта кешенең тәҡүәле булыуы, уның нимәлер аңлау һәләте нәҡ йөрәктән килә – аҡыл һәләттәренән түгел. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: «Ер буйлап сәйәхәт итмәҫтәрме улар…» («Хадж» сүрәһе, 46 аят). Күптәр ошо һүҙҙәрҙе «ер буйлап сәйәхәт итеү» тип кенә тәржемә итәләр. Мәҫәлән, ниндәйҙер фәһем алыу өсөн. Әммә ғалимдар әйтеүенсә, ғәрәпсәләге «сәйр» һүҙе шулай уҡ уй менән сәйәхәтте лә күҙ уңында тота. Йәғни, теге ерҙәр тураһында уйланырға, был ерҙәр тураһында – был уйҙар үҙенсәлекле бер «сәйәхәт». Аятҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. «Ер буйлап сәйәхәт итмәҫтәрме улар – йөрәктәре уйланһын өсөн?..» Иғтибар итегеҙ: «йөрәктәр» тиелгән, ә «мейе» түгел. Сөнки кеше нәмәлер аңлай икән, ул уны нәҡ йөрәге менән аңлай. Йыш ҡына шулай ҙа була: нәмәнеңдер дөрөҫ булғанын аҡыл аңлай, ләкин кеше үҙе ҡабул итмәй. Шуға ла Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә бынан ары шулай тигән: «Дөрөҫлөктә, күҙҙәр һуҡыр булмай, ә күкрәктәрҙәге йөрәктәр һуҡыр була». Әгәр ҙә кешенең йөрәге һуҡыр икән, тимәк, ул хаҡиҡәткә эйәрмәгән. Шуның өсөн дә тәндең был өлөшөнә – йәғни йөрәккә – иғтибар бүлер кәрәк. «Ҡалб» һүҙе «ҡа-лә-бә» ҡылымынан барлыҡҡа килгән, ул «әйләндереү», «бороу» тип тәржемә ителә. Йөрәк менән дә шулай бит: тәүҙә ул бер хәлдә була, шунан ҡапма-ҡаршы 68


яҡҡа борола ла кеше тулыһынса үҙгәрә лә ҡуя. Аллаһ һаҡлаһын насар яҡҡа үҙгәреүҙән! Шуға ла Аллаһ пәйғәмбәре (‫ )ﷺ‬шулай тип доға ҡылыр булған: «Эй, йөрәктәрҙе Бороусы, йөрәктәребеҙҙе динеңдә нығыт» (Йә мүҡа́ллибәл-ҡулү́б, ҫә́ббит ҡулү́бәнә ғә́лә ди́ник). Бүтән урында «…һиңә буйһоноуҙа нығыт» (…ҫә́ббит ҡулү́бәнә ғә́лә та́ғәтик), – тиелгән. Бүтән хәҙистә пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬шулай ти: «Дөрөҫлөктә, Әҙәм балаларының йөрәктәре ӘрРахмандың ике бармаҡтары араһында, һәм Ул уларҙы нисек теләй, шулай бора». Йәғни, йөрәктәрегеҙ – Аллаһ ҡулында. Шуға ла Аллаһтан йөрәктәрҙе тейешле хәлдә нығытыуҙы, буйһоноусанлыҡ һәм диндә ныҡ итеүҙе һорарға кәрәк. Шулай ҙа булыуы бар: кеше бер аҙ уйланып ултырҙы ла тәҡүәле булып китте. Кеше йөрәге шулай Аллаһ теләгән яҡҡа боролор – һәм кеше үҙгәрер. Шуға ла мосолман үҙ йөрәге тураһында ныҡ уйланырға тейеш. Ҡөрьәндә йөрәктәр сәләмәт тә, сирле лә була ала тиелгән. Аллаһ Тәғәлә шулай тигән: «Ул көндө мал-мөлкәт тә, балалар ҙа ярҙам итмәҫ, шунан башҡа (йәғни, шул кеше генә язанан ҡотолор), кем Аллаһҡа сәләмәт йөрәк менән килде». («Шағирҙар» сүрәһе, 88 – 89 аяттар). Ә «Ғимран ғаиләһе» сүрәһендә: «Йөрәктәрендә сир булған кешеләр Ҡөрьәндең шөбһәле аяттарына, шуның менән фетнә индерергә тип һәм уларға аңлатма бирергә маташып, эйәрәләр. Әммә уның аңлатмаһын Аллаһтан башҡа бер кем дә белмәй», – тиелгән. Сирле йөрәктәр тураһында һөйләгән бүтән аяттар ҙа бихисап. Ауырыу йөрәктәр бар икән, «Уға ниндәй дауа бар?» тигән һорау тыуа. Раббыбыҙ быға «Юныс» сүрәһендә яуап биргән: «Эй, кешеләр, һеҙгә 69


Раббығыҙҙан нәсихәт менән күкрәктәрегеҙ эсендә булған нәмә өсөн шифа (Ҡөрьән) килде» (57-се аят). Ә «Төндә күсереү» сүрәһендә Ул шулай уҡ былай тигән: «Һәм Беҙ Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә шифа һәм рәхмәт булған нәмәне иңдерәбеҙ» (82-се аят). Ҡөрьән – шифа ул. Шуға кешелә ниндәйҙер сир бар икән – ҡайғы баҫһа, ниндәйҙер шиктәре булһа, донъяһы өсөн ҡурҡһа – ул Ҡөрьән уҡып тынысланырға тейеш. Икенсе хөтбә Ғалимдар йөрәк сирҙәрененең ике төрө бар, тиҙәр: шик (икеләнеү) менән бәйлеһе һәм шәһүәттәр (яман теләктәр) менән бәйлеһе. Нимә ул шик менән бәйле сирҙәр? Был сир аҫтында Аллаһ диненән дөрөҫ аңланмаған бөтә нәмә күҙ уңында тотола. Бында теге йәки был аҙашҡан секталарҙың тайпылыу-хаталарын индерергә була. Нәмәнелер дөрөҫ аңламау сәбәпле Аллаһҡа тейешенсә ғибәҙәт итмәүселәр ҙә ошо сиргә бирелгәндәр. Аҙашыусылар, мәҫәлән, Аллаһ рәхимлегенә ныҡ өмөт итеп ялҡауланалар йәки, киреһенсә, язанан ныҡ ҡурҡып Аллаһ рәхмәтенә өмөттәрен өҙәләр, төшөнкөлөккә бирелеп тейешлеһен ҡылмай башлайҙар. Ҡөрьән ошо ике сирҙәргә лә дауа булып тора. Кешелә алама ынтылыштар булһа, уны ла дауалай. Унда ниндәйҙер шикләнеүҙәр бар икән – уны ла. Ҡыҙғанысҡа күрә, тарихта шундай кешеләр күп була: улар теге йәки был һорауға яуапты Ҡөрьәндән түгел – бүтән китаптарҙан эҙләп маташа, фәлсәфәүи хеҙмәттәрҙе өйрәнә. Ә тормош ахырында ундайҙар былай ти: «Тикшеренеүҙәребеҙҙән бер файҙа ла алманыҡ, быға бөтөн тормошобоҙҙо сарыф итһәк тә – кешенең әйткәндәрен йыйыу менән генә шөғөлләндек». 70


Йәғни, кеше ер йөҙөндәге бар китаптарҙы уҡып сыҡһа ла, Ҡөрьәнгә тейешле иғтибар бүлмәһә, хәҡиҡәткә өлгәшмәйәсәк. Шуның өсөн дә йөрәктәрҙә ниндәйҙер сир булһа, ниндәйҙер һорауҙар тыуһа, яуап-дауаны Ҡөрьәндән эҙләргә кәрәк – теләһә ниндәй кеше хеҙмәттәренән түгел. Әгәр Аллаһ Тәғәлә кешегә Ҡөрьәнде дөрөҫ аңлауҙы бирһә, тимәк, уның йөрәге лә сәләмәт тигән һүҙ. Ундай кеше үҙенең ҡәҙерле ваҡытын ниндәйҙер файҙаһыҙ китапсыҡтарға әрәм итмәҫ. Ҡөрьән шәүһәт ынтылыштары сәбәбенән килеп сыҡҡан сирҙәрҙе лә дауалай. Мәҫәлән, кеше наркоманиянан яфалана, ти. Ул был ғәҙәттәрен ҡалдыра алмаһа, Ҡөрьән ярҙамында ташлай ала. Аллаһ кешене һәм уның йөрәген бар итте, һәм уны нисек дауаларға – Ул белә. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә ожмах тураһында аяттар килтерелә, һәм кеше ошо йәннәтте теләй башлай. Аллаһтың ҡурҡытҡан аяттары ла бар – уларынан ул ғибрәт ала. Шулай итеп, кеше күберәк Ҡөрьән уҡыған һайын йөрәге лә сәләмәтлерәк була бара. Ахыр сиктә был Аллаһ Тәғәлә ризалығына килтерәсәк. Шуға ла ошондай кәңәш бирмәксемен. Йыш ҡына ҡайһы берәүҙәр: «Ғилем алырға кәрәк», – тиҙәр. Был, әлбиттә, дөрөҫ. Әммә кеше ниҙер сәсергә теләй икән, тәүҙә ерҙе эшкәртергә тейеш: һөрөргә, тырматырға, шунан ғына – орлоҡ сәсергә. Ғилем алыуҙан алда ла йөрәкте пакларға кәрәк. Сөнки ғилем орлоҡтары уңдырышһыҙ тупраҡҡа эләкһә, бер нәмә лә үҫеп сыҡмаясаҡ. Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬шулай тигән: «Кеше тәнендә шундай киҫәк бар: ул яраҡлы булһа, бөтөн тән яраҡлы буласаҡ; ә әгәр ул ит киҫәге боҙолһа –

71


бөтөн тән дә боҙоласаҡ. Был нимә, беләһегеҙме? Ул – йөрәк».(Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Аллаһ пәйғәмбәрҙе (‫ )ﷺ‬уға Ҡөрьән бирер өсөн ебәргән. Ҡөрьәндең башҡа һүҙҙәрҙән өҫтөнлөгө Аллаһтың мәхлүктәрҙән өҫтөн булыуына бәрәбәр. Әгәр ҙә беҙ иманыбыҙ көсөн белергә теләһәк, Ҡөрьән менән ни тиклем бәйле булыуыбыҙға ҡарайыҡ. Ихлас мосолман бөтә эштәрен ҡалдырып тороп, Ҡөрьән уҡырға өйрәнмәйенсә тынысланмаҫҡа тейеш. Был иң тәүҙә. Ә бит хәрефтәрҙе уҡырға ғына түгел – аңларға ла кәрәк әле. Ҡөрьән менән ни тиклем бәйле булыуығыҙға ҡарағыҙ. Әгәр ҙә уға аҙналарайҙар буйы ҡағылмайһығыҙ икән, тимәк, иманығыҙ өҫтөндә эшләргә лә эшләргә.

72


№13. Аманаттарға тоғро булайыҡ!

Беренсе хөтбә Аманат – ул хыянат төшөнсәһенең ҡапма-ҡаршыһы. «Аманат» һүҙе аҫтында биргән һүҙҙә тороу, килешеүҙе һаҡлау, вәғәҙәне үтәү, һаҡларға бирелгәнде хужаһы уны алғансыға тиклем һаҡлап тотоу күҙ уңында тотола. Аманат һүҙе бик киң мәғәнәгә эйә. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, күп кешеләр был һүҙҙең мәғәнәһен тарайталар, уны дөрөҫ аңламайҙар һәм, һөҙөмтәлә, хаталаналар. Ә бит Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә беҙгә аманатты һаҡларға бойорған: «Дөрөҫлөктә, Аллаһ аманаттарҙы хужаларына ҡайтарырға әмер итә» («Ҡатындар» сүрәһе, 4:58). Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬иһә сәхих хәҙистә монафиҡтарға өс сифат хас булыу тураһында хәбәр иткән: беренсе сифат – ул һөйләгәндә алдау; икенсе сифат – биргән вәғәҙәлә тормау; өсөнсө сифат – ниндәйҙер әйбер һаҡлауға ҡалдырһалар, хыянат итеү (йәғни, бындай кеше, уға һаҡлауға әйбер ҡалдырғастар, уны һаҡлайым тигән вәғәҙәһендә тормай). Халыҡта «аманат» һүҙе аҫтында бер ябай ғына төшөнсә күҙ уңында тотола: бер кеше килде лә һиңә һаҡлауға әйбер ҡалдырып китә (мәҫәлән, китап йәки аҡса) һәм, ваҡыты етеү менән, ул кеше ҡайтып, ошо әйберҙе үҙенә кире ала. Һәм кем ул нәмәне үҙендә ҡалдырған, шул уны һаҡларға бурыслы, тиҙәр. Шулай ғына аңлайҙар аманатты. Шулай уҡ халыҡта: «Аманатты тапшырырға кәрәк ине һиңә», – тип тә һөйләйҙәр. Йәғни, берәү бүтән кеше аша нимәлер ебәрһә йәки алыҫтан сәләм тапшырыуҙы үтенһә, шулай әйтәләр. Аллаһ һәм Уның пәйғәмбәре (‫ )ﷺ‬иһә был һүҙгә киңерәк мәғәнә һалған. Аллаһ Ҡөрьәндә әйтеүенсә, Ул күктәр менән 73


ергә аманатты үҙ өҫтөнә алырға тәҡдим иткән. Әммә улар бынан баш тартҡандар: «Беҙ күктәргә, ергә һәм тауҙарға аманат тәҡдим иттек, улар уны күтәреүҙән баш тартты һәм бынан ҡурҡты. Ә кеше уны күтәрер булды. Дөрөҫлөктә, ул (кеше) – үҙ-үҙенә золом ҡылыусы һәм наҙан», – тигән Аллаһ Тәғәлә («Фирҡәләр» сүрәһе, 33:72). Бында «аманат» һүҙе аҫтында Аллаһ менән беҙҙең арала булған бөтә вәғәҙә-килешеүҙәр күҙ уңында тотола. Нәҡ ошо мәғәнәне төшөнөргә кәрәк тә: Аллаһ бойорған һәр нәмә – ул аманат. Һәм, әлбиттә, иң оло аманат – ул намаҙ. Исламдың икенсе терәге булараҡ телгә алынған намаҙҙы кеше ваҡытында үтәмәһә, тейешенсә ҡылмаһа, бөтә шарттарын үтәмәһә, тимәк, ул Аллаһ Тәғәлә алдындағы иң оло аманатты боҙа. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, һеҙ берәүгә һаҡлауға әйбер ҡалдырҙығыҙ, ти. Ә ул уны боҙолған, һыҙырылып бөткән килеш һеҙгә ҡайтарһын әле. Етмәһә, килешелгән ваҡыттан күпкә һуңыраҡ… Шул уҡ хәл намаҙ менән: әгәр ҙә кеше уны ваҡытында ҡылмаһа, ҡылһа ла шарттарын тейешенсә үтәмәһә, тимәк, ул Аллаһ Тәғәләгә ҡарата аманатын боҙҙо. Бүтән бойороҡтары менән дә шулай: тейешенсә намаҙ ҡылыу, ураҙа тотоу, зәкәт түләү һ.б. аша Уға буйһонорға кәрәк. Был осраҡта һүҙ кеше һәм уның Раббыһы араһындағы аманаттар хаҡында булды. Шулай уҡ аманаттар кешеләр араһында ла була. Ошо мәсьәлә бөгөн бик актуаль булып китте. Сөнки кешеләр аманаттың ни икәнен оноттолар һәм һөҙөмтәлә пәйғәмбәрҙең (‫ )ﷺ‬вәғәҙә иткән нәмәләре тормошҡа ашты… Бер хәҙистә риүәйәт ҡылыныуынса, кешеләр хатта бербереһе менән һөйләшкәндә, шул-шул ырыуҙа ышаныслы 74


кеше бар икән, тип әйтәсәктәр. Беҙ бөгөн нәҡ шул күренеште күҙәтәбеҙ ҙә! Мәҫәлән: «Өфөлә шул-шул кеше бар, ул аҡсаны ваҡытында ҡайтара икән», – тимәйҙәрме ни? (Әйтерһең, был ғәжәйеп хәл!). Йәғни, хәҙистә телгә алынған көндәр инде килеп еткән! Тағы ла бер хәҙистә әйтелеүенсә, Аллаһ аманатты кешеләр йөрәктәренән яйлап-яйлап ала барыр, һәм, ниһайәт, бер шешек саҡлы ғына урын тороп ҡаласаҡ. Йәғни, шешек бар, ә эсендә бер нимә лә юҡ. Бөгөн аманат менән нәҡ шулай. Кешеләр үтәргә тейеште әле үтәү түгел – улар аманаттың ни икәнен белмәйҙәр хатта. Ә бит кешенең эшкә урынлашыуын да аманат тип атарға була. Мәҫәлән, ул эшкә инде лә, килешеү төҙөп, уны үтәргә вәғәҙә итте, ти. Иртәнге туғыҙға эшкә килергә, киске алтыла ҡайтырға тип ҡул да ҡуйҙы, ти. Һәм ошо эш ваҡыты ла аманат булып тора! Әгәр ҙә кеше туғыҙға түгел, ә ярты сәғәткә һуңлап килһә, ул үҙенең эш хаҡынан ошо һуңға ҡалыу ваҡытына самалап, эш биреүсегә ул хаҡты сығарып түләргә тейеш. Йәки ул эшкә килә лә, ниндәйҙер үҙенең эштәре менән булышһа, эшкә алынғанда йөкмәлгән бурысын үтәмәһә, был осраҡта ла ул – аманат боҙоусы. Икенсе хөтбә Аҙан ҡысҡырыусы булып торған кешенең аманаты – аҙанды ваҡытында ҡысҡырыу. Мәҫәлән, әгәр ҙә ул уны иртәрәк ҡысҡырһа, һәм кешеләр ваҡытынан алда намаҙға керешһә, гөнаһ мүәҙҙингә төшәсәк. Эшкә алынған кешеләр ҙә – аманат. Әгәр ҙә уларға эш хаҡы түләнеп бөтөлмәһә, хоҡуҡтары боҙолһа, тимәк, уларҙың башлығы аманатты 75


боҙҙо була.Уҡыусылар ҙа аманат булып тора. Әгәр ҙә уҡытыусыһы уны дөрөҫ булмаған берәй ғилемгә өйрәтһә, ул – аманат боҙоусы. Бынан һуң уҡыусы нимәнелер яңылыш эшләй башлаһа, был уҡытыусыға гөнаһ яҙыласаҡ. Имам вазифаһын да миҫалға килтерергә мөмкин. Аллаһ Тәғәлә һәр заманда һәр ҡәүемдән ҡайһы бер кешеләрҙе имам итеп һайлаған. Ул имам үҙенә эйәргән кешеләрҙең фарыздарҙы ваҡытында үтәүҙәрен, намаҙға өйрәнеүҙәрен, Аллаһ бойороҡтарын белеүҙәрен, дөрөҫ итеп өйләнеү йәки айырылыуҙарын ҡарап торорға тейеш. Әгәр ҙә кемдер тейешлене белмәһә, яуаплылыҡ имамға ята. Бүтән аманаттарға ла иғтибарлы булырға кәрәк. Мәҫәлән, машина төҙәтеү, ти. Әгәр ҙә кешегә бер аҙнаға ремонтҡа машина ҡалдырһалар, ә ул уны ете түгел – ун көн дауамында эшләһә, һәм хатта килешеүгә ярашлы итеп эшләмәһә, ул – аманат боҙоусы. Һәм хатта Аллаһ әмерҙәрен үтәүсе кешеләр араһында ла шундайҙарҙы осратырға була – ул намаҙҙы ҡыла, ураҙаны тота, зәкәтте түләй, Ҡөрьәнде уҡый, динде өйрәнә, әммә эш килешеүҙәргә барып етһә, ул уларҙы ваҡытында үтәмәй, һүҙендә тормай, эшенә һуңлап йөрөй, эшләһә лә, эшен сифатһыҙ үтәй, ғаиләһенең дине өсөн борсолмай. (Ә бит был да – аманат!). Эйе, Аллаһ Тәғәлә беҙгә балаларҙы аманат итеп тапшырған. Әгәр ҙә Хөкөм көнөндә ул бала ата-әсәһе ғәйебе менән намаҙ уҡымаған килеш баҫһа, был да ата-әсә тарафынан аманатты боҙоу була. Шулай итеп, аманат боҙоу – ул оло гөнаһ. Хәҙистә телгә алыныуынса, ул – монафиҡлыҡ, ике йөҙлөлөк сифаты. Әммә был хәҙискә бөгөнгө дин ҡәрҙәштәрҙең күптәре еңел ҡарайҙар. Данлыҡлы сәхәбә Ғүмәр (Аллаһ унан риза 76


булһын) ғүмер буйы, Аллаһ рәсүле (‫ )ﷺ‬мине монафиҡтар исемлегенә индергәндер, тип ҡурҡып йөрөгән. Риүәйәт ителеүенсә, ул исемлекте Хуҙәйфә генә белер булған. Ғүмәр: «Ул исемлектә мин бармы?» – тип һорай торғас, ахыр сиктә Хуҙәйфә түҙмәй уға яуап биргән: «Юҡ! Әммә һинән һуң бер кемгә лә бының хаҡта әйтмәм», – тигән ул. Һәм шул мәл Ғүмәр шатлығынан сәждәгә йығыла… Ә хәҙерге заманда күп кешеләрҙә монафиҡ сифаттарының өсөһө лә бар. Сәхих хәҙистә әйтелеүенсә, мосолмандар Сырат күперенән үткән саҡта, күперҙең уң һәм һул яғынан ике нәмә буласаҡ: беренсеһе – аманат, икенсеһе – туғанлыҡ ептәрен яңыртыу. Йәғни, Сираттан тамуҡҡа осоп төшөп, унда етмеш йыл дауамында ҡолап бармаҫ өсөн кеше уға ышанып тапшырылған аманатты һаҡларға тейеш.

77


№14. Сихырсыларға бармағыҙ!

Беренсе хөтбә Хөрмәтле мосолмандар! Раббыбыҙҙың шәриғәте кешеләрҙең динен, йәндәрен, малын, намыҫын, аҡылдарын һаҡлар өсөн ебәрелгән, шуға ошо биш әйбергә ҡаршы ҡылынған теге йә был ғәмәлдәрҙе тыйған. Хәҙерге мосолмандар араһында кешеләрҙең динен дә, йәндәрен дә, малдарын да, намыҫтарын да, аҡылдарын да боҙоусо бер йәмһеҙ күренеш таралды, һәм ул – сихырсылыҡ. Сихырсы (шулай уҡ: күрәҙәсе, киләсәкте һөйләүсе ) – ул ендәр менән әңгәмә ҡороп, уларҙан төрлө мәғлүмәттәр алып, йә уларҙың үҙҙәренә төрлө эштәр ҡушыусы кеше. Әлбиттә ки, ендәр менән бындай «дуҫлыҡ» тик диндән тулыһынса йә өлөшләтә баш тартыу аша ғына мөмкин (Аллаһ һаҡлаһын!). Был гөнаһтың ни тиклем ҡурҡыныс булыуын, хатта диндән сығарыуын аңлатып китмәксебеҙ. Әүәл замандарҙа сихырсыларҙың бер ҡасан дә һәм бер ҡайҙа ла яҡшы ҡабул ителмәүенә ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә уларҙы рәсми рекламалайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр уларҙы ниндәйҙер файҙа килтереүсе изге ҡатындар тип күрәләр, ә уларҙың ләғнәт аҫтында булыуҙарын белмәйҙәр. Беҙгә Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә сихырсылар һәм уларҙың әшәке эштәре тураһында күп нәмәләр аңлатып биргән. Ҡөрьәндә Раббыбыҙ Үҙе еп төйнәп сихыр ҡуйыусы ҡатындарҙан һаҡланыу юлын өйрәткән: «Әйт: “Таң Раббыһына һыйынам,Ул барлыҡҡа килтергәндең яуызлығынан, ҡараңғылыҡтың ҡаплаған ваҡытындағы яуызлыҡан,төйөндәргә өрөүсе 78


ҡатындарҙың яуызлығынан, хөсөттөң хөсөтләшкән ваҡытындағы яуызлыҡтан!”» («Таң» сүрәһе, 113). Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬әйтте: «Ете һәләк итеүсе гөнаһтан һаҡ булығыҙ: Аллаһҡа тиңдәш ҡушыуҙан, сихырсылыҡтан, Аллаһ тыйған гөнаһ – хаҡһыҙға кеше үлтереүҙән, рибә ашауҙан, етемдең малын ашауҙан, һуғыш ваҡытында яу яланынан ҡасыуҙан, иманлы һәм гөнаһ тураһында хатта уйламаған таҙа ҡатындарҙы зинала ғәйепләүҙән» («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтыҡтарынан). Тимәк, теге йә был юл менән ҡатын йә ир сихыр ҡуйып маташа икән, ул ислам динендәге иң ҙур гөнаһтарҙың береһен ҡыла. Шуны әйтеп үтәйек: сихырлаған әшәке бәндәнең «Хәҙер беҙ һинең иреңдең (ҡатыныңдың) кәрәген бирәбеҙ!» – тип тура әйтмәүе лә бар. Иғтибар итһәгеҙ, рекламаларҙағы сихырсылар мөләйем, яулыҡ ябынған, аҡыллы ҡарашлы ҡатындар булып күренәләр, ләкин ысынбарлыҡта улар – Аллаһ Тәғәләнән иң йыраҡ иманһыҙ әҙәмдәрҙең бер төрҙәре. Улар ошо донъяла кешеләргә зарар килтереп аҡса эшләү өсөн Иблискә һәм уның шайтандарына һатылғандар, уларҙың бышылдауын тыңлайҙар, ҡушҡандарын үтәйҙәр, ә шайтандар уларҙы төрлөсә ҡулланып, кәмһетә һәм мәсхәрә итә. Сихырсылар ни тиклем тырышһа ла, был донъяла уңышлы була алмайҙар, сөнки улар донъя малын йыйыу өсөн урлашыу, рибә, фәхишәлектән дә ҡурҡынысыраҡ юл һайлағандар. Ер йөҙөндә сихырсылыҡ өйрәнгән иң беренсе кешеләр тураһында Аллаһ Тәғәлә шулай ти:

79


«Әммә улар Аллаһтың рөхсәтенән башҡа бының менән бер кемгә лә зарар килтермәнеләр. Улар, үҙҙәренә зыян килтереп, файҙа бирмәй торған нәмәгә өйрәнделәр, ә бит улар быны һатып алған кешенең әхирәттә өлөшө булмаясағын белделәр. Үҙ йәндәре бәрәбәренә һатып алған нәмәләре ни тиклем насар булды! Әгәр улар быны белһә ине... Әгәр улар иман килтереп тәҡүәле булһалар, Аллаһ ҡаршыһындағы сауап яҡшыраҡ бит, әгәр улар быны белһә ине!» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 102-103). Ағай-эне, ҡатындар! Сихырсылыҡ кеүек гөнаһтан ҡасығыҙ, бының менән шөғөлләнгән кешегә яҡын да килмәгеҙ. Телевизорҙан теләһә ниндәй «Экстрасенстар яуы», Вангалар кеүек сихырсыларҙы күрһәткән тапшырыуҙарҙы ҡарап ултырмағыҙ. Сихырсыларҙың был донъялағы тормоштары – хурлыҡ, ә теге донъяла уларҙың өлөштәре юҡ, йәғни уларға йәннәт түгел, ә йәһәннәм әҙерләнгән. «...Сихырсы ҡайҙа ғына барһа ла бәхетле булмаҫ». («Та-һә» сүрәһе, 20: 69). Икенсе хөтбә Сихыр – ул ҡурҡыныс гөнаһ, һәм уны ҡылған кеше диндән сығып китә. Бының турала Әбү Хәнифә, Мәлик, Әхмәт имамдар әйткән. Имам Шәфиғигә күрә, һәр сихырсының ни эшләгәнен тикшерер кәрәк, әгәр уның эштәре көфөр булһа, ул сихырсы – кафыр, әгәр эштәре көфөргә барып етмәһә – гөнаһлы кеше (фә́сиҡ) булыр. Алдараҡ әйткәнебеҙсә, сихырсы ендәр менән бәйләнеш тота һәм кешеләргә теге йә был нәмәләрҙе һөйләй. Уның һөйләгәндәре дөрөҫ булып сыҡҡан хәлдә лә сихырсыға барыу тыйылған, сөнки сихырсы бер бөртөк дөрөҫлөккә мең 80


ялған ҡушып һөйләй. Сихырсыларға барыуҙы тыйған ошо хәҙискә иғтибар итәйек: «Кем киләсәкте һөйләүсе йә күрәҙәсе кешегә барып, уларҙың һөйләгәндәренә ышана, шул Мөхәммәткә индерелгән нәмәгә ҡарата кафыр булыр!» (Әхмәт имам риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тимәк, кемдер сихырсыға барып, уның «һинең киләсәгеңдә фәлән-фәлән була» тигән кеүек һүҙҙәренә ышанып ултырһа, шул кешенең диндән сығып китеүе бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта туғандарыбыҙ араһында ла шундай кешеләр осрай. Уларға сихырсылыҡтың ни тиклем ҡурҡыныс гөнаһ булыуын аңлатығыҙ, ислам динен аңлатҡан китаптар, лекциялар бирергә тырышығыҙ. Кемдер бәлки «мин сихырсыға былай ғына кереп сыҡтым, уның әйткәндәренә ышанманым», тип әйтер, ләкин пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бының турала ла беҙгә әйтеп ҡалдырған: «Кем күрәҙәсегә барып уға ниндәйҙер һорау бирә, шуның намаҙы ҡырҡ көн буйы ҡабул ителмәҫ!» (Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Иғтибар итегеҙ, был хәҙистә күрәҙәсегә барып уның һүҙҙәренә ышаныу түгел, ә ябай һорау биреү тураһында әйтелгән. Динебеҙ беҙгә теләһә ниндәй гөнаһтарҙан ары торорға ҡуша, шуға сихырсыларға, күрәҙәселәргә ышаныу ғына түгел, ә хатта һорау бирергә лә тыйылған. Ә кем дә кем белемһеҙлеге арҡаһында быны эшләп өлгөргән икән, Аллаһ Тәғәләгә тәүбә ҡылып, Унан ярлыҡау һораһын. Әлхәмдүлилләһ, Раббыбыҙ тәүбә итеүсенең тәүбәһен һәр ваҡыт ҡабул итергә әҙер. Хатта сихырсы – ни тиклем ҡурҡыныс гөнаһ һәм ләғнәт аҫтында йәшәһә лә – ихлас 81


күңелдән иманға килһә, Раббыбыҙ уны ярлыҡар. Бының турала Ҡөрьәндә бер ваҡиға бар: Муса пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) фирғәүенгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгәндә, фирғәүен уға ҡаршы сихырсыларҙы йыйҙы, һәм Муса пәйғәмбәрҙең мөғжизәләренә ҡаршы хәйлә ҡорҙо. Мусаның (ғәләйһиссәләм) таянған таяғы Аллаһтың әмере менән йыланға әүерелгән ваҡытта сихырсылар ҙа теләһә ниндәй таяҡтар һәм бауҙар ташлап, кешеләрҙең «күҙҙәрен бәйләп» уларға «йыландар» күрһәтергә тейеш ине. Ләкин Муса пәйғәмбәрҙең (ғәләйһиссәләм) ысын йыланы сихырсыларҙың терекөмөш, таяҡ, бауҙарҙан яһалған уйынсыҡтарын йотҡас, сихырсылар: «Беҙ ғәләмдәр Раббыһына иман килтерҙек, Мусаның һәм Һарундың Раббыһына!» («Шағирҙар» сүрәһе, 26: 46-47), – тине. Бының өсөн фирғәүен иман килтергән сихырсыларҙы үлтерҙе, һәм улар Аллаһ хозурына шәһит булып киттеләр. Барыбыҙға ла был донъяла гөнаһтарҙан ары тороп, теге донъяға ысын мосолман булып күсергә яҙһын, әмин.

82


№15. Зина – ҙур гөнаһ

Беренсе хөтбә Ҡәҙерле мосолмандар! Хәҙерге көндә күп кешеләр белемһеҙлеге менән зина гөнаһына төшөп китәләр һәм быны ҡурҡыныс нәмә тип күрмәйҙәр. Билдәле булыуынса, ислам кешеләрҙең динен, йәндәрен, малын, намыҫын, аҡылдарын һаҡлар өсөн бирелгән, ә ирҙәр һәм ҡатындарҙың никахһыҙ йәшәүе уларҙың намыҫтарына, исемдәре һәм нәҫелдәренә ҙур зарар килтерә. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә: «Һәм зинаға яҡын килмәгеҙ, был – бысраҡлыҡ һәм боҙоҡ юл!» («Төндә күсереү» сүрәһе, 17:32), – тип бойорған. Был аяттағы «яҡын килмәгеҙ» тигән һүҙҙәр бик ҡыҙыҡлы: Раббыбыҙ «зина ҡылмағыҙ» тимәгән, ә был гөнаһҡа бөтөнләй яҡынлашмаҫҡа ҡушҡан. Ысынлап та, кеше зина гөнаһына барып етер өсөн бер нисә нәмәнән үтергә тейеш: иң тәүҙә ул ниндәйҙер ҡатынға күҙ һала, шунан һүҙ ҡуша, шунан уның менән һөйләшә башлай, шунан һуң ғына улар осрашырға һүҙ бирешә... Былар барыһы ла – нәҡ ошо «зинаға яҡынайыу» ҙа инде. Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬зина ҡылыусы кеше тураһында шулай тигән: «Уйнашсы зина ҡылған ваҡытында мөьмин булмаҫ («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтыҡтарынан). Йәғни, зина ҡылған кеше ошо гөнаһы арҡаһында ислам диненән сығып китмәһә лә, уға «мосолман» тип әйтеүе ҡыйын. Бер көн бөйөк ғалим Ибн Мәсғүт пәйғәмбәребеҙҙән (‫« )ﷺ‬Аллаһ Тәғәлә алдында ниндәй гөнаһ ҙурыраҡ?» тип һорағас, ул: «Һине бар иткән Аллаһ Тәғәләгә тиңдәш ҡушыу», – тип яуап ҡайтарған. Ибн Мәсғүт тағы ла «Унан һуң нимә?» тип һорағас, пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Һинең 83


ашыңды бүлешер тип ҡурҡып балаңды үлтереү», – тигән. (Пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬тиклем булған ғәрәптәр ҡыҙ балаларын файҙаһыҙ йөк тип һанап, уларҙы тереләй ергә күмер булғандар). Ибн Мәсғүт йәнә «Унан һуң нимә?» тип һораны. Һәм пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Күрше ҡатыны менән зина ҡылыу», – тине. («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтыҡтарынан). Был хәҙистә күрше ҡатыны менән зина тураһында шул тиклем ҡаты һүҙҙәр әйтелгән, ә ҡайһы бер кешеләр был гөнаһты ниндәйҙер мәҙәк итеп күрә, «фәләндең балаһы күршегә оҡшаған» тип шаяралар, Аллаһ һаҡлаһын. Аллаһтан ысын ҡурҡыу менән ҡурҡҡан кеше оло гөнаһтар ҡылыуҙы анекдот итеп һөйләмәҫ, ағай-эне. Бер аҡыллы кеше лә баланы тереләй күмеүҙе көләмәс тип һанамаҫ, шулай бит? Ә күрше ҡатыны менән зина шул гөнаһтан күпкә ҡалышмай, улар хәҙистә бер бер артлы телгә алынған. Аллаһ Тәғәлә динебеҙҙе яҡшы өйрәнеп пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сөннәтен, һүҙҙәрен етди ҡабул итергә ярҙам итһен, әмин. Тағы бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬зинаның ҙур афәтен күрһәтеп бирә һәм уның иманға тәьҫир итеүен аңлата: «Кеше зина ҡылһа, уның иманы сығып китә лә, башы осонда болот кеүек тора. Әгәр кеше (зинаны) ташлаһа, иманы уға кире ҡайта» (Әбү Дәүд, Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Нисәлер минутлыҡ ләззәт эҙләп иманын юғалтырға әҙер булған кеше ни тиклем аҡылһыҙ. Ошо гөнаһ ваҡытында ул үлеп ҡалһа, Аллаһ Тәғәлә менән осрашыуға ярым иманлы булып китергә ҡурҡмаймы ни?! Раббыбыҙ беҙҙе һаҡлаһын,

84


ваҡытлы һәм алдаҡсы донъя артынан йүгереп төрлө гөнаһтарға батырға яҙмаһын, әмин. Икенсе хөтбә Әбү Үмәмә һөйләүенсә, бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬янына йәш егет килде лә, «Эй, Аллаһтың илсеһе, миңә зина ҡылырға рөхсәт ит әле» – тине. Кешеләр был егетте «шым, шым!» – тип әрләргә кереште. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уға: «Яҡыныраҡ кил», – тине лә, уны эргәһенә ултыртты. Унан: «(Ошо нәмәне) үҙ әсәйеңә теләр инеңме?», – тип һораны. Егет: «Юҡ, Аллаһ менән ант итәм! Йәнем һиңә фиҙа булһын», – тине. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Кешеләр ҙә быны үҙ әсәләренә теләмәй», – тине. Шунан пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬тағы ла: «(Ошо нәмәне) үҙ ҡыҙыңа теләр инеңме?», – тип һораны. Егет шул уҡ яуапты бирҙе. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Кешеләр ҙә быны үҙ ҡыҙҙарына теләмәй», – тине. Шулай итеп пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬был егеттән уның һеңлеләре, апайҙары, инәйҙәре тураһында һораны ла, ҡулын егеткә һалып: «Йә Аллаһ, уның гөнаһын ғәфү ит, йөрәген таҙарт, ағзаһын ғиффәтле ҡыл», – тип доға ҡылды. Бынан һуң был егет бер нәмәгә лә (гөнаһлы нәмәләрҙән) ҡарамаҫ булды. (Әхмәт имам риүәйәт итте, Әл-Әлбәни һәм Әл-Әрнаут был хәҙисте «көслө» тип баһаланылар). Сүбхә́нәллаһ, ни тиклем пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬сабыр һәм яғымлы уҡытыусы ине! Сәхәбәләр беҙҙән нисә тапҡырға түҙемлерәк булһа ла, улар ҙа егеткә йомшаҡ итеп өндәшә алманылар, ә Аллаһтың илсеһе (‫ )ﷺ‬егетте яҡыныраҡ ултыртып уға мәсьәләнең асылын аңлатты һәм хатта доға ҡылып ҡуйҙы. Үҙ балаһынан ябай ғына зарарһыҙ һорау ишетеп, йә балаға нәмәлер аңлатҡан ваҡытта шаулаған, 85


тауышын күтәргән ата-әсәләр, пәйғәмбәребеҙҙән (‫ )ﷺ‬үрнәк алығыҙ! Мәсет имамдары, ғибрәт алығыҙ! Мәсеткә килеп һеҙгә оҡшамаған һорауҙар биреп торған ябай халыҡҡа ҡарата түҙемле булығыҙ, уларҙы әрләмәгеҙ, уларға мәхәллә уставын түгел, ә пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬тормошон һәм сөннәтен һөйләгеҙ! Мөхтәрәм йәмәғәт! Беҙ йәшәгән замана фетнәләр менән тулы. Зинаның күбәйеүе – Ҡиәмәт көнө ғәләмәттәренең береһе. Был күренеш беҙҙең көнөбөҙҙә киң йәйелде, һәм унан һаҡланыу юлдарын беҙгә Аллаһ Тәғәлә үҙе һәм Уның илсеһе (‫ )ﷺ‬аңлатып ҡалдырҙы. Шул һаҡланыу сараларҙың ҡайһы берҙәрен әйтеп үтәйек: 1) Әгәр өйләнеү маҡсаты булмаһа, мосолман кеше сит ҡатындарға ҡарарға тейеш түгел. «Иман килтергән ир кешеләргә әйт: улар (тыйылғандан) ҡараштарын борһондар һәм оят ерҙәрен һаҡлаһындар, был – улар өсөн таҙараҡ». («Нур» сүрәһе, 24:30). Алдараҡ әйткәнебеҙсә, зинаға яҡынлашыу нәҡ шул ҡараштан башланып китә лә инде. 2) Мосолман ҡатындары өйҙәре һәм ғаиләләре тураһында күберәк уйланырға тейеш, ә тышҡа сығып, сит ирҙәр өсөн биҙәкләнеп йөрөргә тейеш түгел. «Үҙ өйҙәрегеҙҙә тороғоҙ, әүәлге наҙанлыҡ заманындағы кеүек биҙәкләнмәгеҙ, һәм намаҙ ҡылығыҙ, зәкәт түләгеҙ, Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә буйһоноғоҙ». («Фирҡәләр» сүрәһе, 33:33). 3) Өйләнеүҙе һуңға ҡалдырмау. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ йәштәргә төбәп шулай тигән: «Эй, йәштәр төркөмө! Кемегеҙ никахты үҙ өҫтөнә ала алһа, өйләнһен!» («ӘлБухари» һәм «Мүслим» йыйынтыҡтарынан).

86


4) Беҙҙең заманда ҡатындар менән сит ирҙәр йыш аралаша һәм бер урында яңғыҙ ҡалалар. Әммә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ беҙҙе был ҡурҡыныс нәмәнән иҫкәрткән: «Ир менән ҡатын бер урында ҡалһалар, уларҙың өсөнсөләре Шайтан булыр!» (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Зина тураһында башҡа аяттар һәм хәҙистәр ҙә бар, ләкин уйланған кеше өсөн ошолары ла етәрле. Барыбыҙҙы ла Аллаһ Тәғәлә тура юлға күндереп Үҙ янына иман менән саҡырып алһын, әмин!

87


№16. Мосолман өсөн ғилемдең әһәмиәте

Беренсе хөтбә Был донъяла һәр мосолман өсөн иң ҡәҙерле нәмә – ул иман, сөнки иманһыҙ үлгән кеше бер ҡасан да йәннәткә керә алмаҫ. Иманды юғалтмаҫ өсөн уны һаҡлап һәм ҡеүәтләп торор кәрәк, ә был тик дөрөҫ ғилем алыу юлы аша ғына мөмкин. Белемдең әһәмиәте һәм кәрәклеге тураһында Ҡөрьәндең күп аяттарында әйтелгән. Мәҫәлән, Аллаһ Тәғәлә Үҙенең һөйөклө пәйғәмбәренә (‫)ﷺ‬: «“Раббым, белемемде арттыр!” – тип әйт», – тип бойорған («Таһә» сүрәһе, 20:114). Иғтибар итегеҙ, ағай-эне: пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ ни тиклем ярлы йәшәмәһен, Раббыбыҙ уға: «Байлыҡ, муллыҡ һора», – тимәгән! Аҡса, мал-тыуар, зиннәтле өйҙәр – был донъя байлығы булһа, белем – ул әхирәт байлығы. Тағы ла бер аятта Аллаһ Тәғәлә: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһҡа, Уның рәсүленә һәм һеҙҙең арағыҙҙан булған эш башлыҡтарына буйһоноғоҙ», – тип бойорған («Ҡатындар» сүрәһе, 4:59). Тәфсир ғалимдары аңлатыуынса, «эш башлыҡтары» – ул түрәләр һәм ғалимдар. Түрәләр мосолмандарҙың донъя эштәрен еңеләйтер өсөн ҡуйылған булһа, ғалимдар кешеләргә әхирәт эштәрендә ярҙам итә – намаҙ ҡылыу, зәкәт биреү, ураҙа тотоу кеүек ғибәҙәттәрҙә мосолмандарҙың һорауҙары тыуһа, улар ғалимдарға мөрәжәғәт итә. Йәғни, үҙ ҡолдары өсөн ғилемдең кәрәклеген белеп, Раббыбыҙ беҙҙән ғалимдарға буйһоноуҙо талап итә. Аллаһ Тәғәләнең дини белемдәргә шундай әһәмиәт биреүе буштан түгел – ғилеме булмаған мосолман күп ниғмәттәрҙән мәхрүм ҡала. Шул ниғмәттәрҙең ҡайһы берәүҙәрен һанап үтәйек. 88


Беренсенән, мосолмандар ғилемдәренә күрә Аллаһ Тәғәлә алдында төрлө дәрәжәләрҙә була. Ҡөрьәндә әйтелгәнсә: «“Белгәндәр һәм белмәгәндәр бер тигеҙ була аламы ни?” – тип әйт». («Төркөмдәр» сүрәһе, 39:9). Икенсенән, нәмәлер өйрәнеп, шуны кешеләргә еткергән мосолман Аллаһ Тәғәләнән ҙур сауаптарға лайыҡ булыр. Мәҫәлән, Ҡөрьәнде өйрәнгән кеше тураһында пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Һеҙҙең аранан иң хәйерлегеҙ – Ҡөрьәнде өйрәнеп уны башҡаларға ла өйрәткәнегеҙ» – тине («Әл-Бухари» йыйынтығынан). Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬кейәүе Ғәли ибн Әбү Талибҡа шулай тине: «Аллаһ Тәғәлә һинең аша бер генә кешене булһа ла тура юлға күндерһә, был һиңә ҡыҙыл дөйәләргә эйә булыуҙан да хәйерлерәк булыр» (ҡыҙыл дөйәләр ғәрәптәрҙә иң ҡиммәтле мал булып һаналған). («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтығынан). Өсөнсөнән, белем алған һәм уны таратҡан кешенең ғәмәл китабы уның үлеменән һуң да ябылмаҫ: «Әҙәм балаһы (йәғни кеше) үлһә, уның ғәмәлдәре – өс осраҡтан башҡа – туҡтап ҡала: дауамлы садаҡа, файҙа килтерә торған ғилем, үлгән ата-әсәһенә доға ҡылып торған изге бала». («Мүслим» йыйынтығынан). Файҙа килтерә торған ғилем – ул кемдеңдер яҙып ҡалдырған китаптары, йәки үҙе яҙмаған, ләкин һатып алып кемгәлер бүләк иткән ғилем сараһы (китап, диск һ. б). Шул нәмәләрҙе кешеләр ҡулланып торған һайын, уны беренсе булып ҡалдырған кешегә сауап килеп торасаҡ. Дүртенсенән, ғилем таратҡан кеше өсөн уның тоҡомдары һәм уҡыусылары ғына түгел, ә башҡа йән эйәләре лә Аллаһ 89


Тәғәләгә доға ҡылыр тиелгән: «Һәр яратылған зат, хатта дингеҙҙәге балыҡ та халыҡты яҡшылыҡҡа өйрәткән кеше өсөн истиғфәр ҡылыр!» (Әт-табарани, Әт-тириҙи риүәйәт иттеләр). Хөрмәтле ағай-эне! Ғилем алыу, уны ҡулланыу һәм таратыу файҙаларын күпме һөйләһәк тә, һанап бөтә алмаҫбыҙ, ләкин әйткәндәребеҙ ҙә уйланыусы кешеләр өсөн етер, бәлки. Ғилемдең әһәмиәтен аңлар өсөн сәләфтәрҙең бер һүҙе лә етә: солтандар халыҡ менән идара итә, ә солтандарҙың үҙҙәре менән ғалимдар идара итә. Ысынлап та, кешенең вазифаһы һәм хакимиәте ни тиклем ҙур булмаһын, ул ҡыйын мәсьәләләрҙе сисеү өсөн ғилем эйәләренә мөрәжәғәт итә бит. Икенсе хөтбә Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең заманда ғилем әһеле элекке быуаттарҙағы кеүек күп түгел. Был – ахыр заман ғәләмәттәренең береһе. Дини белем – йәғни Ҡөрьән һәм Сөннәте белеүгә – күп кешеләр битараф. Бының менән бергә хәҙерге Әҙәм балаларының күбеһе донъя байлыҡтарына һәм мәҙәни белемдәргә мөҡиббән бирелгән. Төрлө элемтә саралары артыуына ҡарамаҫтан, кешеләр телевизорҙарҙы, плеерҙарҙы, кеҫә телефондарын белем алыу өсөн түгел, уйын, көлкө, күңел асыу өсөн ҡуллана. Ләкин әхирәтен нығыраҡ ҡайғыртҡан кеше былай булмаһын! Ағай-эне, белегеҙ: был донъялағы иң ҡәҙерле нәмәгеҙ – иманығыҙҙын артыуын теләһәгеҙ, белемегеҙҙе арттырығыҙ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә: «Аллаһтың ҡолдары араһынан Унан ҡурҡҡандар – ғалимдар...» («Һыйыр» сүрәһе, 2:269), – тигән. Йәғни, Аллаһ Тәғәләне иң яҡшы белгән кешеләр булараҡ, ғалимдар Уны нығыраҡ таный һәм Унан нығыраҡ 90


ҡурҡа ла. Бөтәгеҙ ҙә ғалим булып китмәһә лә, белемегеҙҙе арттырырға тырышығыҙ, сөнки тик белем артыу менән генә иманығыҙ артыр. Белеме булған кешенең Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт итеүе лә башҡа – ул ниндәй ваҡытта ниндәй эштең һәм ниндәй рәүештә иң сауаплы булыуын белә. Ғибәҙәт итеүсе кешеләрҙе ниндәйҙер фирма эшселәре менән сағыштырып була: фирмала кемдер – мәҫәлән, повар – иртәнән кискә тиклем тир түгеп тырыша, ләкин уның эш хаҡы 15 мең. Кемдер – мәҫәлән, сәркәтип – поварҙан әҙерәк эшләй, ләкин уның эш хаҡы, 20 мең. Ә ошо фирманың мөдире повар йә сәркәтиптән әҙерәк эшләһә лә 50 мең һум алыуы бар. Ни өсөн? Сөнки был эшселәрҙең белем дәрәжәләре төрлө. Шулай уҡ ғилеме булған мосолман да әҙерәк эш менән күберәк сауапҡа өлгәшә ала – ул ғибәҙәттәрен еренә еткереп, кәрәкле рәүештә, дөрөҫ ваҡытта сифатлы итеп үтәй. Шулай уҡ ғилемле кеше һәр ғибәҙәттең ҡәҙерен дә яҡшыраҡ аңлай. Ике мосолмандың намаҙҙары тыштан бер нәмә менән дә айырылмауы бар, ләкин бер мосолмандың намаҙы бөйөк ғәмәл булып яҙыла алыр, ә икенсеһенең намаҙы – Аллаһ һаҡлаһын – һис ҡабул булмаҫ. Ҡарап торһаң, тыштан бер үк эш – намаҙ, ләкин Раббыбыҙ алдында ике кешенең эше төрлө дәрәжәлә. Был намаҙҙы аңлау дәрәжәләренең төрлө булыуынан килеп сыға. Шул уҡ һүҙҙәрҙе башҡа эштәр тураһында ла әйтә алабыҙ. Хөрмәтле йәмәғәт! Ғилем һәм уның ғибәҙәткә тәьҫире тураһында һөйләшкәс, бер мөһим хәҙисте хәтерләтеп китәйем. Имам Шәфиғи әйтеүенсә, ғилемдең өстән бер өлөшө ошо хәҙисте аңлауҙан ғибәрәт: «Ғәмәлдәр тик ниәттәр менән генә булыр. Һәм һәр кемгә ул ниәтләнгән нәмәгә күрә 91


(бирелер). Кемдең һижрәте Аллаһ Тәғәләгә һәм Уның рәсүленә булһа, шуның һижрәте Аллаһҡа һәм Уның Рәсүленә тип яҙылыр. Ә кем һижрәтен донъя өсөн йә ҡатынға өйләнәм тип ҡылһа, уның һижрәте шул нәмәләр өсөн яҙылыр». («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтығынан). Алдан әйтеп үткәнсә, ғилем өйрәнеүсе һәм таратыусы кешенең дәрәжәһе олуғ булыр, ул күп сауаптарға ирешер, уның ғәмәл китабы үлеменән һуң да ябылмаҫ, уның өсөн кешеләр, фәрештәләр һәм башҡа йән эйәләре лә истиғфәр һорап торор. Ләкин был хөрмәттәргә тик ниәте дөрөҫ булған мосолман ғына ирешер. Ғилемебеҙҙе арттырыуҙы ғына ҡайғыртмайыҡ, ә ниәтебеҙҙе лә таҙартып, ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе тик Аллаһ ризалығы өсөн генә башҡарайыҡ. Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ошо һүҙҙәрен иҫтә тотайыҡ: «Әй, Аллаһ! Һиңә (Һинән) ҡурҡмаған йөрәктән, яуапһыҙ ҡалған доғанан, туйыу белмәгән нәфестән, файҙа килтермәгән ғилемдән һыйынам! Ошо дүрт нәмәнән Һиңә һыйынам». (Әл-Хәким, Ән-Нәсәи имамадар риүәйәт итте).

92


№17. Аллаһ кемде ярата?

Беренсе хөтбә Һәр беребеҙ үҙенең теге йә был яҡын кешеһе күҙендә ниндәй булғанын белергә теләйҙер. Әгәр беҙгә «Һине атайың (әсәйең, ағайың, апайың һ. б.) ярата» тиһәләр, беҙ быға битараф ҡарамаҫбыҙ, шулай бит? Йә киреһенсә «Һине атайың (әсәйең, ағайың, апайың һ. б.) яратмай» тиһәләр, беҙ вайымһыҙ рәүештә ҡул һелтәп ҡуйырбыҙмы? «Һине фәлән кеше ярата/яратмай» тигән һүҙҙәрҙе ишетеү менән, беҙ, әлбиттә, үҙебеҙгә ҡарата ошо мөнәсәбәттең сәбәбен белергә теләрбеҙ. Был – кешеләр араһындағы ғына булған эштәр. Ә ниңә һуң күп кешеләр үҙҙәренең Аллаһ Тәғәлә хозурында ниндәй бәндә булғанын белергә тырышмай, хатта уйланып та ҡуймай?! Беҙҙең һәр һулышыбыҙ – тик Аллаһ тарафынан бирелгән ниғмәт, әгәр Ул ҡушмаһа, беҙ хатта тын ала алмаҫ инек, һәм тыныбыҙ ҡыҫылып ниндәйҙер өс-дүрт минутта юҡ булыр инек, ағай-эне! Шулай булғас, Аллаһҡа яҡынайыу юлдарын, икенсе һүҙ менән әйткәндә, кемде Аллаһ ярата, ә кемде яратмай тигән һорауға яуап белергә ваҡыт түгелме икән? Ошо һорауға яуапты Ҡөрьән һәм Сөннәттән эҙләйек, һәм ҡайһы бер аят һәм хәҙистәрҙе хәтерләп алайыҡ: Беренсенән, Аллаһ тәүбәгә килеп, гөнаһтарын ташлап, рухи яҡтан таҙарынған кешеләрҙе ярата. «Ысынлап та, Аллаһ тәүбә ҡылыусыларҙы һәм таҙарыныусыларҙы ярата». («Һыйыр» сүрәһе, 2: 222). Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ Аллаһ Тәғәләнең тәүбә ҡылыусы кешегә ни тиклем шатланғанын аңлатты: «Аллаһ Тәғәлә үҙ ҡолоноң тәүбәһенә ошондай кешенән дә нығыраҡ шатлана: ул 93


кеше дөйәһе өҫтөндә сүллектә китеп барған да, шунан уның ризыҡ һәм һыу менән тейәлгән дөйәһе ысҡынып ҡасҡан; был кеше ниндәйҙер ағас күләгәһенә килеп ятҡан да өмөтөн өҙгән; шул ваҡыт ул ҡапыл дөйәһенең эргәһенә килеп баҫҡанын күреп ҡалған һәм уны йүгәненән тотоп “Эй, Аллаһ! Һин минең ҡолом, ә мин һинең Раббым! – тип ҡысҡырып ебәргән. Ҙур ҡыуанысынан һүҙҙәрҙе бутаған» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр, юғарылағы һүҙҙәр – «Мүслим» йыйынтығынан). Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тәүбәгә килеү бер ҡасан да һуң түгел – быны мосолман ҡасан эшләһә лә уны Раббыһы шатланып ҡаршы алыр. Икенсенән, Аллаһ сабырлы ҡолдарын ярата. Ҡөрьәндә: «Аллаһ сабырлы кешеләрҙе ярата». («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3: 146), – тиелгән. Сабыр тигән нәмә мосолманға һәр ваҡыт кәрәк – ҡайһы ваҡыт намаҙ ҡылыр өсөн тәһәрәтте һыуыҡ һыу менән, һыуыҡ көндә алырға тура килә; иртәнге намаҙға уяныу ҡайһы ваҡыт еңел түгел; йәй көнө ураҙа тотҡанда ла һыу эсәһе килеп китә. Шулай уҡ теге йә был һынауҙар килеп тора, ләкин быларҙың барыһын да түҙеп үткәреп ебәрер кәрәк. Түҙеү, йәғни сабыр итеү – ул телеңде, күңелеңде, ҡулыңды Аллаһ ҡушмаған нәмәләрҙән һаҡлау тигән һүҙ. Мәҫәлән, кемдер аҡсаһын юғалтһа, ул күңелендә Аллаһтың тәҡдире менән риза булмай, «Эй, Аллаһ! Ни өсөн һин мине һынайһың?» – тип үсегергә тейеш түгел. Мосолман телен дә тыйырға тейеш – аҡсам юғалды тип, асыуыңды ҡатыныңа йә ғаиләңә түгеү дөрөҫ түгел. Шулай уҡ был ваҡиға менән тәьҫирләнеп, нәмәгәлер һуғып йә тибеп, «тынысланырға» маташыу ярамай.

94


Өсөнсөнән, Аллаһ Тәғәлә ғәҙел кешеләрҙе ярата. «Аллаһ ғәҙелдәрҙе ярата», – тиелгән Ҡөрьәндә. («Бүлмәләр» сүрәһе, 49: 9). Шулай уҡ: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһ ҡаршыһында ныҡ һәм ғәҙел шаһитлыҡ ҡылыусы булығыҙ. Кешеләргә ҡарата нәфрәтегеҙ һеҙҙе ғәҙелһеҙлек гонаһына алып бармаһын. Ғәҙел булығыҙ, был – тәҡүәлеккә яҡыныраҡ, ысынлап та, Аллаһ һеҙ эшләгән эштәрҙән хәбәрҙар», – тиелгән. («Аш табыны» сүрәһе, 5: 8). Ғәҙел булыр өсөн дөрөҫлөктө йәшермәй, уны ҡабул итеп ҡайһы ваҡыт үҙеңдең туғандарыңа, хатта үҙүҙеңә лә ҡаршы барырға тура килә. Дүртенсенән, Аллаһ Тәғәлә эштәрен Аллаһҡа тапшырыусыларҙы, йәғни тәүәккәлләгәндәрҙе ярата. «Аллаһ Уға тәүәккәлләгәндәрҙе ярата», – тиелгән Ҡөрьәндә. («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3: 159). Эштәрҙе Аллаһ Тәғәләгә тапшыра белеү – ул имандың бер тармағы, ҡәрҙәштәр. Ҡайһы бер кешеләр саманан тыш тыңғыһыҙ була – әйтерһең, эштең һөҙөмтәһе уларҙың ҡулдарында. Беҙгә Аллаһ Тәғәлә сәбәп әҙерләргә бойорған, ә һөҙөмтә тик Унан ғына килә. Әгәр һин, мәҫәлән, имтихандарға тулыһынса әҙерләнеп, кәрәкле нәмәләрҙе уҡының икән, ныҡ борсолма – һорауҙарға яуаптарҙы яҙ ҙа, ҡалғанын Аллаһҡа тапшыр, тыныслан һәм доға ҡыл. Бишенсенән, Аллаһ Тәғәлә мосолмандарға ҡарата тыйнаҡ һәм баҫалҡы, ә кафырҙарға ҡарата үҙен ғорур тотҡан ҡолон ярата. Бының турала Ҡөрьәндә шулай тиелгән: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр һеҙ диндән мөртәд булһағыҙ, Аллаһ уларҙы ярата һәм улар ҙа Аллаһты ярата торған, иман килтергән кешеләр алдында 95


түбәнселекле, кафырҙарға ҡарата бөйөк, Аллаһ юлында көрәшә һәм шелтәләүсенең шелтәһенән ҡурҡмай торған кешеләрҙе килтерер. Аллаһ Уға тәүәккәлләгәндәрҙе ярата», – тигән. («Аш табыны» сүрәһе, 5: 54). Күреүебеҙсә, Аллаһ Тәғәлә был аятта Үҙе яратҡан кешеләр сифатын һанап киткән, һәм шул сифаттарҙың береһе – мосолмандарға яҡшы мөғәмәлә, ә кафырҙар алдында ғорур булыу. Ғорур булыу ҡаты, тәкәббер һәм әҙәпһеҙ булыуҙы аңлатмай, ә кәмһенмәү, инәлмәү, ҡурҡмау, ярамһаҡланмау тигән һүҙ. Былар барыһы ла йомшаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, әҙәплелек кеүек сифаттарға ҡаршы килмәй. Икенсе хөтбә Аллаһтың мөхәббәтенә ирешер өсөн беҙ үҙебеҙҙә күп сифаттар булдырырыға тейешбеҙ. Алдан әйтеп үткән нәмәләр – шул сифаттарҙың ҡайһы берәүҙәре. Бынан тыш икенсе аяттарҙа һәм хәҙистәрҙә Аллаһтың яратҡан ҡолдары тураһында күп нәмә әйтелгән: ғалимдар, динде күтәреүгә ярҙам итеүсе кешеләр, күп балалы ата-әсәләр, төнгө намаҙ – тәһәджүд – ҡылыусылар, нәфел ураҙа тотоусолар, зикер ҡылыусылар, бер-береһен Аллаһ ризалығы өсөн яратыусылар, мәсеткә йыш йөрөүсөләр, йомарт кешеләр, бурыстарын ҡабаландырмағандар йә ғәфү иткәндәр, бөтә йән эйәләрен йәлләүселәр, яҡшы ғәмәлдәрҙе йылдар буйы алып барыусылар, зинаға саҡырылған ваҡытта унан баш тартҡандар, садаҡаларҙы кешеләргә белдертмәй генә биреүселәр, бала саҡтан ғибәҙәт ҡылыусылар һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, Аллаһ тәҡүәле кешеләрҙе ярата, һәм күп кенә аяттарҙа Ул бының тураһында хәбәр иткән. Мәҫәлән: «Эйе, кем үҙенең килешеүен дөрөҫ үтәһә, һәм 96


тәҡүәле булһа, Аллаһ ысынлап та тәҡүәлеләрҙе ярата», – тиелгән. («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3: 76). Тәҡүәле булыу иһә тик Аллаһтың әмерҙәрен үтәп пәйғәмбәребеҙҙең (‫)ﷺ‬ сөннәтенә эйәреү аша ғына мөкин. Шулай итеп, әгәр ниндәйҙер яһил кеше йә бидәғәтсе Аллаһтың мөхәббәтенә ирешеү өсөн сөннәттән башҡа еңелерәк йә ҡыҫҡараҡ юл бар тиһә, ул алдаҡсы булыр. Тик пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬эйәреп унан бөтә эштәребеҙҙә лә үрнәк алһаҡ ҡына Аллаһ Тәғәлә беҙҙе яратыр: «“Әгәр Аллаһты яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ, шул саҡта һеҙҙе Аллаһ яратыр һәм гонаһтарығыҙҙан ярлыҡар”, – тип әйт. Аллаһ ярлыҡаусы, рәхимле!» («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3: 76). Беҙгә барыбыҙға ла Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (‫ )ﷺ‬тормош юлын яҡшы өйрәнеп, уның сөннәтен дөрөҫ аңлап, йәшәйешебеҙҙә шул сөннәтте маяҡ итеп алырға ярҙам итһен, һәм шул юлдан ситкә тайпылырға насип итмәһен, әмин.

97


№18. Тәүбә ҡылыу

Беренсе хөтбә Кафырҙың йә гөнаһлы мосолмандың тура юлға баҫыуы тәүбә тигән нәмәнән башлана. «Тә́үбә» тигән һүҙ ғәрәп телендә «кире ҡайтыу» тигәнде аңлата. Йәғни, кеше ниндәйҙер гөнаһты ташлап Аллаһ Тәғәләнең тура юлына кире ҡайтһа, уның турала «тәүбә ҡылған» тиҙәр. Ысынлап та, Аллаһ ҡушҡанса дөрөҫ йәшәү – ул кеше күңеленең тәбиғи хәле, йәғни фытраты, ә гөнаһтар ҡылыу – ул ошо хәлдән ситкә тайпылыу. Тәүбә ҡылған кеше күңеленең асылына кире ҡайта, ә гөнаһтары менән ғорурланып тәүбә ҡылмай йөрөгән кешеләр иһә тик үҙ-үҙҙәрен рәнйетәләр. Бының турала Аллаһ Тәғәлә шулай тигән: «Ә тәүбә ҡылмаған кешеләр – залимдар». («Бүлмәләр» сүрәһе, 49: 11). Тәүбә ҡылыу тик ҙур гөнаһтар ҡылған кешеләрҙән генә түгел, ә бөтә мосолмандарҙан да талап ителә. Хатта беҙҙең пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙе (!) шулай тигән: «Эй, кешеләр! Аллаһҡа тәүбә итегеҙ. Аллаһ менән ант итәм: мин Уға тәүбә ҡылып Уның ярлыҡауын көнөнә етмеш тапҡырҙан да күберәк һорайым» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Әгәр Аллаһты барыбыҙҙан да яҡшыраҡ таныған, бөтә хаталары өсөн ошо донъяла уҡ ярлыҡау алған пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬Уға көнөнә шул ҡәҙәр истиғфәр ҡылған икән, беҙ нисә тапҡыр «Әстәғфируллаһ!» тип әйтергә тейешбеҙ икән?.. Ләкин тел менән генә был һүҙҙе әйтеп, ҡулың һәм башҡа ағзаларың менән гөнаһтарға батып йөрөү дөрөҫ түгел, сөнки ҡабул була торған тәүбәнең өс шарты бар: Беренсенән, кеше ҡылған гөнаһы өсөн үкенеү тойорға тейеш. Әгәр ҙә ул ҡылған нәмәһендә үкенмәй икән, тимәк 98


ул тәүбә итеү теләгенә лә ирешмәгән. Тәүбә тик тура юлға ҡайтыу теләгенән генә башлана, ә гөнаһты ҡурҡыныс нәмә итеп күрмәгән, хатта форсаты төшһә уны тағы ла эшләргә әҙер булған кеше тура юлға ашҡынмай, ә бер күңелдә ике ҡапма-каршы теләк йәшәй алмай бит. Икенсенән, кеше ҡылған гөнаһын ташларға тейеш. Юҡһа, ул ниндәйҙер гөнаһ ҡылыуын дауам итеп үҙенең тәүбәгә килеүен һөйләй икән, был – буш теләк һәм буш һүҙ. Өсөнсөнән, кеше ташлаған гөнаһына бер ҡасан да кире ҡайтмаҫҡа ныҡлы ҡарарға килергә тейеш. Был шарттар кеше менән Аллаһ араһында булған гөнаһҡа ҡағыла. Әгәр ҙә ҡылынған гөнаһ арҡаһында ниндәйҙер икенсе кеше рәнйетелгән икән, тағы ла дүртенсе шартты үтәү кәрәк – теге кеше алдындағы хатаңды төҙәтеү. Мәҫәлән, кемдер кешене туҡмаған булһа, үкенеү, һуғышыуҙан туҡтау, «башҡа бер ҡасан да кеше туҡмамаясаҡмын!» тип уйлау ғына етмәй, ә туҡмалған кешегә барып, унан ғәфү үтенеп, кәрәк булһа, уны үҙ аҡсаңа дауалау талап ителә. Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ шулай тигән: «Кем ҡәрҙәшенең малы йә намыҫына тейеп уны рәнйеткән булһа, бөгөн үк уның менән хәләлләшһен. Динар һәм дирһәм юҡҡа сығып, тик изге йә яман эштәр генә ҡаласаҡ көнгә тиклем» (Әл-Бүхари, Әт-тирмиҙи риүәйәт иттеләр). «Изге йә яман эштәр генә ҡаласаҡ көн» тигән һүҙҙәр аҫтында Ҡиәмәт көнө күҙ уңында тотола. Ул көндә кешеләр бер-береһенә динарҙар, дирһәмдәр, һумдар, долларҙар биреп ҡотола алмаҫ, ә кемгәлер изге эштәрен биреп, йә үҙ өҫтөнә рәнйетелгән кешенең гөнаһтарын һалып ҡына кеше хаҡын ҡайтара алыр. Шул Ҡиәмәт көнөнә 99


тиклем тәүбә ҡылып өлгөрөргә тырышығыҙ. Белегеҙ ки, Оло ҡиәмәт көнөнә тиклем илле йә йөҙ, йә биш йөҙ йыл ҡалған хәлдә лә һәр кешенең үҙ кесе ҡиәмәте бар – ул да булһа уның үлеме. Беҙҙең беренсе һорауҙарыбыҙ Ҡиәмәт көнөндә түгел, ә ҡәберҙә – Мүнкәр һәм Нәкир тигән фәрештәләр тарафынан – башланасаҡ. Үлгән һәм ҡәбергә эләккән кеше: «Мине кире ҡайтарығыҙсы, үлмәҫ борон тәүбә ҡылып, намаҙға баҫып, Аллаһ ҡушҡандарҙы теүәл үтәп өлгөрәйем!» – тип ялбарыр, ләкин үлем килгәндән һуң кире ҡайтыу мөмкинлеге бер кемгә лә бирелмәҫ. Икенсе хөтбә Аллаһ беҙгә үҙенең ниғмәттәрен мул-мул яуҙырған һәм көн һайын биреп тора. Шул ниғмәттәрҙең береһе – Раббыбыҙҙың тәүбәне һәр ваҡыт ҡабул итеүе. Тик кешенең үлем хырылдауы, йә Ҡиәмәт алдында ҡояштың көнбайыштан сығыуы ғына тәүбә ҡылыуҙың һуң ваҡыты булыр, ә быға тиклем һәр гөнаһлы бәндәнең дә Аллаһҡа юлы асыҡ. Алдан әйтеп үткән шарттарҙы үтәп кеше тәүбәгә ҡайтырға булһа, Аллаһ Тәғәлә уны шатланып ҡабул итер. Хәҙис: «Аллаһ Тәғәлә үҙ ҡолоноң тәүбәһенә ошондай кешенән дә нығыраҡ шатлана: ул кеше дөйәһе өҫтөндә сүллектә китеп барған да, шунан уның ризыҡ һәм һыу менән тейәлгән дөйәһе ысҡынып ҡасҡан; был кеше ниндәйҙер ағас күләгәһенә килеп ятҡан да өмөтөн өҙгән; шул ваҡыт ул ҡапыл дөйәһенең эргәһенә килеп баҫҡанын күреп ҡалған һәм уны йүгәненән тотоп “Әй, Аллаһ! Һин минең ҡолом, ә мин һинең Раббым! – тип ҡысҡырып ебәргән. Ҙур ҡыуанысынан һүҙҙәрҙе бутаған» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр, юғарылағы һүҙҙәр – 100


«Мүслим» йыйынтығынан). Икенсе бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬Аллаһ Тәғәлә тураһында шундай хәбәр еткергән: «Аллаһ Тәғәлә көндөҙ гөнаһ ҡылыусы тәүбә итер тип ҡулын төнөн һуҙып тора, ә төнөн гөнаһ ҡылыусы тәүбә итер тип ҡулын көндөҙ ҙә һуҙып тора. Шулай ҡояш көнбайыштан ҡалҡҡансы буласаҡ» (Имам Мүслим риүәйәт итте). Шулай уҡ: «Аллаһ Тәғәлә ҡолоноң тәүбәһен йән биреп хырылдай башлағанға ҡәҙәр ҡабул итер» (Әт-тирмиҙи, Әхмәт, Ибн Мәджәһ, Әл-хәким риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «яҡшы» тип баһаланы). Тағы ла бер хәҙистә тәүбәгә килергә теләгән кеше тураһында шундай хикәйә һөйләнгән: «Һеҙҙән алда йәшәгән ҡәүемдәр араһында туҡһан туғыҙ кешене үлтергән бер бәндә булған. Ул иң белемле кешене эҙләгән, һәм уға бер руһбанды (монахты) тәҡдим иткәндәр. Гөнаһлы бәндә уға килгән дә үҙенең туҡһан туғыҙ кеше үлтереүен әйткән һәм уға тәүбә мөмкинлеге бармыюҡмы тип һораған. Теге руһбан “Юҡ!” – тигәс, уны ла үлтереп үлтерелгәндәренең һанын йөҙгә тултырып ҡуйған. Шунан һуң ул тағы ла иң белемле кешене эҙләргә тотонған һәм уға бер ғалимды тәҡдим иткәндәр. Кеше үлтереүсе үҙенең йөҙ кеше үлтереүен, һәм уға тәүбә мөмкинлеге булыуын-булмауын һораған. Ғалим: “Бар. Кем һиңә тәүбә итергә ҡамасаулаһын? Фәлән ергә йүнәл, унда Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылған кешеләр йәшәй. Шулар менән бергә ғибәҙәт ит, һәм үҙ ереңә кире ҡайтма – ул насар ер». Кеше үлтереүсе юлға сыҡҡан, һәм сәфәренең уртаһына еткәс, уға үлем килгән. Был кешенең йәнен алырға мәрхәмәт фәрештәләре һәм ғазап фәрештәләре 101


килгән дә бәхәсләшә башлағандар. Мәрхәмәт фәрештәләре: “Ул тәүбә ҡылып йөрәге менән Аллаһҡа йүнәлгән ине” – тигәндәр. Ғазап фәрештәләре иһә: “Ул бит бер изгелек тә ҡылманы” – тигәндәр. Шул ваҡыт кеше сүрәтендә тағы бер фәрештә ебәрелгән, һәм ике төркөм фәрештәләр унан хөкөм сығарыу һорағандар. Теге фәрештә: “Ике ер араһын үлсәгеҙ – ниндәй ергә яҡыныраҡ булһа, ул шуныҡы булыр”. Үлсәгәндән һуң кеше үлтереүсенең китеп барған ергә яҡыныраҡ булыуын тапҡандар, һәм мәрхәмәт фәрештәләре уны алып киткән!» («Мүслим» йыйынтығынан). Тимәк, Раббыбыҙ йөҙ кешене үлтергән әҙәмдең дә тәүбәһен ҡабул иткән, кире ҡаҡмаған! Әлхәмдүлилләһ! «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһҡа ысын күңелдән тәүбә итегеҙ, бәлки Раббығыҙ насарлыҡтарығыҙҙы кисерер һәм һеҙҙе аҫтында йылғалар ағып торған баҡсаларға индерер» («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 66: 8).

102


№19. Тел бәләләре

Беренсе хөтбә Кеше күп ваҡытын һөйләшеп үткәрә, һәм уның һәр һүҙе фәрештәләр тарафынан яҙылып бара: «Ул бер генә һүҙ әйтһә лә, уның эргәһендә күҙәтеүсе әҙер» («Ҡаф» сүрәһе, 50: 8). Ҡайһы ваҡыт беҙ ниндәйҙер нәмә һөйләйбеҙ һәм уның ҡурҡынысын аңлап та бөтмәйбеҙ: «Бына һеҙ быны телдәрегеҙгә ҡабул итәһегеҙ һәм, ул турала белемегеҙ булмаһа ла, ауыҙҙарығыҙ менән һөйләйһегеҙ, һәм бик әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләйһегеҙ, ә ул Аллаһ ҡаршыһында – бөйөк нәмә (гөнаһ)» («Нур» сүрәһе, 24: 15). Шуға күрә һәр нәмәне уйлап ҡына һөйләйек. «Кем Аллаһ Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана икән, хәйерле нәмә әйтһен йә һөйләшмәһен» (Имам Мүслим риүәйәт итте). Бер көн пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬бер кеше килде лә: «Мине йәннәткә керетә торған берәй ғәмәл күрһәт әле», – тине. Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫)ﷺ‬: «Ошо нәмәңде тый», – тине лә теленә күрһәтте. Ысынлап та, кеше үҙ теле менән әллә нисә төр хаталар эшләп ташлай ала: исламда иң бөйөк гөнаһ булған ширк, Аллаһ Тәғәлә тураһында белемһеҙ һөйләү, ялған шаһитлыҡ, сихыр, ғиффәтле мосолман ҡатынды зинала ғәйепләү, мосолманды ҡарғау, ялған һүҙ, ғәйбәт, нәми́мә (кеше араһын бутау)... Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Ҡайһы ваҡыт кеше үҙе лә аңлап бөтмәгән бер һүҙ һөйләр һәм шуның арҡаһында көнбайыш һәм көнсығыш араһынан да тәрәнерәк утҡа тайып төшөр» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Ошо аяттарҙы һәм хәҙистәрҙе әүәл быуын мосолмандар – сәләфтәр – яҡшы аңлаған, шуға күрә үҙ телдәренә лә ныҡ иғтибар иткәндәр. Ибн Ғәббәс телен 103


тотоп: «Ҡайғы һиңә! Хәйерле нәмә һөйлә – уңышҡа өлгәшерһең, яман нәмә әйтмә – имен ҡалырһың, юҡһа үкенерһең», – тип әйтә торған. Ибн Мәсғүт Аллаһ менән ант итеп: «Донъяла иң оҙаҡҡа зинданға бикләнә торған нәмә – тел», – ти торған. Кешенең теле бер ҡасан да тик тормай, һәм ул гөнаһлы нәмәләр һөйләмәһә лә, буш һүҙҙәргә төшөп китә. Иғтибар иткәнегеҙ бармы – йыш ҡына беҙ сәғәттәр буйы йә бала сағыбыҙҙы, йә армияла хеҙмәт иткән көндәребеҙҙе, йә икенсе берәй нәмә тураһында һөйләп ултырабыҙ?.. Шуныһы ҡыҙыҡ: кешеләргә «Намаҙға баҫ», – тип кәңәш бирһәң, улар: «Баҫыр инем, ваҡытым юҡ шул» – тип зарлана. Ә ҡайһы ваҡыт урамда ғына баҫып тороп, бер сәғәт буйы һөйләшергә ваҡыт табабыҙ түгелме? Бер хәҙистә: «Аллаһты иҫкә алмайынса оҙаҡ һөйләшмәгеҙ. Эсендә Аллаһ иҫкә алынмаған оҙон хәбәр йөрәктең ҡатылығына килтерә, ә кешеләр араһынан Аллаһтан иң йыраҡ булғаны – ҡаты йөрәкле кеше» – тиелгән. (Әттирмиҙи риүәйәт итте). Икенсе бер хәҙистә: «Кеше иртәнсәк торғанда уның бөтә ағзалары ла телгә өндәшә һәм: “Беҙҙең өсөн Аллаһтан ҡурҡ – беҙ һиңә бәйле. Әгәр төҙ булһаң, беҙ ҙә төҙ булырбыҙ, ә ҡыйшайһаң, беҙ ҙә ҡыйшайырбыҙ” – ти» (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, ӘлӘлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Изге хәлифә Ғүмәрҙең (радыяллаһү ғәнһ) шундай һүҙҙәре килтерелә: «Кемдең хәбәре күп, шуның хаталары ла күп, кемдең хаталары күп, шуның гөнаһтары ла күп, ә кемдең гөнаһтары күп, ул кешегә йәһәннәм уты нығыраҡ килешә». Тағы бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тигән: «Ҡолдоң иманы йөрәге төҙәлмәйенсә төҙәлмәҫ, ә уның йөрәге теле 104


төҙәлмәйенсә төҙәлмәҫ» (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, ӘлӘлбәни был хәҙисте «яҡшы» тип баһаланы). Иғтибар итегеҙ, ағай-эне: был хәҙистә ниндәйҙер ағза эшенең йөрәккә тәьҫир итеүе күрһәтелгән. Ә ҡайһы бер кешеләр ғәмәлдәрҙе һанға һуҡмай: «Йөрәгеңдә иман булһа булды» – тиҙәр. Эштәр менән иҫбат ителмәгән һәм ҡеүәтләнмәгән иман оҙаҡҡа сыҙар микән – шуны уйлағыҙ әле, ҡәрҙәштәр... Икенсе хөтбә Тел бәләләре тураһында аяттар һәм хәҙистәрҙе иҫкә төшөрәйек. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Кешенең исламдағы иң яҡшы эштәренең береһе – уға ҡағылмаған нәмәне ҡалдырыу», – тине. (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Был хәҙисте дөрөҫ аңлағыҙ: әгәр мосолман ниндәйҙер гөнаһ ҡылыныуын күрһә (мәҫәлән, улының тәмәке тартыуын), ул был эшкә ҡыҫыла ала, хатта тейеш тә. Ә әгәр һүҙ гөнаһ тураһында бармаһа, ул ҡыҫылмаҫҡа тейеш – мәҫәлән, «һин телефондан кем менән һөйләштең?», «һинән сыҡҡан кеше кем ине?», «кисәге кем менән һөйләшеп тора инең?» һымаҡ һорауҙар. Әлбиттә, дуҫтар араһындағы хәбәрҙәр – икенсе һүҙ, уларҙы дуҫтар үҙҙәре яҡшыраҡ белә. Йыш ҡына шундай кәрәкмәгән нәмәләрҙе һөйләү кеше араһын боҙа, сөнки үҙең дә һиҙмәҫтән кемдеңдер серен асып ҡуйыуың бар. Сахих (дөрөҫ) бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Хәбәр ташыусы кеше (ғәрәпсә: нәммә́м) йәннәткә кермәҫ». Мосолмандарҙың гөнаһтарын һөйләп кафырҙарҙы, монафиҡтарҙы йә йәшерен дошмандарҙы шатландырыу тураһында шундай аят бар: «Иман килтергән кешеләр тураһында нәфрәт уята торған хәбәрҙәр таратырға яратыусы кешеләргә 105


интектергес ғазап, донъяла һәм әхирәттә. Аллаһ белә бит, ә һеҙ белмәйһегеҙ!» («Нур» сүрәһе, 24: 19). Шулай уҡ хәҙистә: «Аллаһтың ҡолдарын рәнйетмәгеҙ, мәсхәрә итмәгеҙ һәм уларҙың етешһеҙлектәрен эҙләмәгеҙ. Кем мосолман ҡәрҙәшенең етешһеҙлеген табырға тырышһа, Аллаһ уның үҙенең етешһеҙлеген эҙләр һәм өйөнөң эсендә үк фашлап ҡуйыр» (Имам Әхмәт риүәйәт итте). Мосолмандың етешһеҙлеген йәшеререгә тырышығыҙ һәм уға яҡшыраҡ булырға ярҙам итегеҙ. Кешеләрҙе, хайуандарҙы, тирә яҡтағы нәмәләрҙе әрләү, һүгеү, ҡарғау тураһында пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тине: «Мосолман мыҫҡыл итеүсе, ҡарғаусы, әрләүсе, һүгенеүсе булмаҫ». (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ҡарғалған кеше мосолман булһа, был тағы ла ҡурҡынысыраҡ: «Мосолманды ҡарғау уны үлтереүгә тиң». (Әл-Бүхари, Мүслим һәм башҡа имамдар риүәйәт итте). Бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бер ҡатындың үҙ дөйәһен ҡарғауын ишеткән. Шул дөйәгә эленгән нәмәләрҙе сисергә ҡушҡан да «Беҙгә ҡарғалған дөйә юлдаш булмаһын», – тип, уны ебәрергә ҡушҡан. Ә ҡайһы бер кешеләр китеп барған машинаһын ҡарғай бит! Шулай уҡ беҙ йыш ҡына шаярабыҙ, көләмәстәр, анекдоттар һөйләйбеҙ. Был нәмәләрҙә лә саманы белер кәрәк. «Күп көлмә, сөнки күп көлөү йөрәкте үлтерә», – тигән пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Был хәҙисте «көлөргә һәм шаярырға һис ҡушылмаған» тип аңларға ярамай. Мосолманға ҡайһы ваҡыт көлөп, шаярып, ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп алырға ярай, ләкин быны эшләгәндә алдарға, 106


халыҡса әйткәндә, «арттырып ебәрергә» ярамай. «Ҡайғы шундай кешегә: ул кешеләрҙе көлдөрөр өсөн нимәлер һөйләй һәм алдай. Ҡайғы уға, ҡайғы уға, ҡайғы уға!», – тигән пәйғәмбәребеҙ (‫( )ﷺ‬Әт-тирмиҙи, Ән-нәсәи риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Өҫтәүенә, халыҡты көлдөрәм тип нәмәлер һөйләгән кеше мотлаҡ кемдәндер көләсәк һәм уны мәсхәрә итәсәк. Шуға Ҡөрьәндә: «Ҡайғы төрлө әрләүсе һәм хурлаусыға!» («Әрләүсе» сүрәһе, 104: 1), – тиелгән. Телдәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, тик яҡшы һүҙҙәр генә һөйләгеҙ. Һөйләмәҫ борон үҙ һүҙҙәрегеҙгә хужа – һеҙ, ә һөйләп ташлағандан һуң, һүҙҙәрегеҙ һеҙҙең хужағыҙға әүерелә, һәм донъяла булмаһа, әхирәттә үкенерһегеҙ. «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм тура һүҙ һөйләгеҙ! Ул һеҙҙең эштәрегеҙҙе төҙөк ҡылыр, гонаһтарығыҙҙы кисерер. Кем Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә буйһона, шул бөйөк уңышҡа ирешер» («Фирҡәләр» сүрәһе, 33: 70 - 71).

107


№20. Доға ҡылыу – бөйөк ғибәҙәт

Беренсе хөтбә Беҙҙең заманда һәм беҙҙең яҡта мосолмандар доға тигән бөйөк ғибәҙәтте дөрөҫ аңлап етмәй һәм шуғалыр ҙа, бәлки, күбебеҙ ғөмүмән ислам динен дә аңлап бөтмәгән... Әгәр кеше доғаның асыл мәғәнәһен аңлап алһа, ул шуны белер ине: хыялдарҙы тормошҡа ашырыр өсөн әкиәттәге теге «тылсымлы таяҡ» кәрәкмәй, ә бары тик ысын күңелдән уңайлы урында, дөрөҫ ваҡытта, талап ителгән хәлдә Раббыңа ялбарыр кәрәк. Доға аша күпме пәйғәмбәрҙәрҙе һәм әүлиәләрҙе Аллаһ Тәғәлә иң ҡурҡыныс бәләләрҙән ҡотҡарған, уларға күпме ниғмәттәр яуҙырған, күпме мөғжизәләр ебәреп, кафырҙарҙы һәм инҡар итеүселәрҙе аптыраҡта ҡалдырған! Былар барыһы ла Ҡөрьәндә һәм пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬хәҙистәрендә бар, китаптарҙы алығыҙ ҙа үҙегеҙ уҡығыҙ. Доғаның ғибәҙәт булғанлығын Раббыбыҙ үҙ Китабында беҙгә ошо аят аша белдерҙе: «Раббығыҙ: “Миңә доға ҡылығыҙ, һеҙгә яуап бирермен. Миңә ғибәҙәт ҡылыуҙан тәкәбберләнгән кешеләр кәмһетелгән килеш тамуҡҡа керер!» – тип әйтте» («Ярлыҡаусы» сүрәһе, 40: 60). Хәҙистә лә: «Доға – ул ғибәҙәт», – тиелгән. (Әт-тирмиҙи, Әбү Дәүт, Ибн Мәджәһ риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Иғтибар итегеҙ: беренсенән, Аллаһ Тәғәлә Уға доға ҡылыуҙы Үҙе ғибәҙәт тип атаны, икенсенән, быны эшләмәгән кешеләрҙе “тәкәбберләнеүселәр” тип атаны һәм уларҙы тамуҡ менән ҡурҡытты! Тимәк, Аллаһтан нәмәлер һорарға оялмағыҙ, ә киреһенсә, Унан һорамауҙан ҡурҡыр кәрәк. Ысынлап та, Аллаһтан бер нәмә лә һорамаған кеше үҙен бер нәмәгә лә 108


мохтаж булмаған илаһ итеп күрә түгелме?! Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Кем Аллаһтан һорамай, Аллаһ уға асыулана», – тине. (Әл-Бүхари, Мүслим һәм башҡа имамдар риүәйәт итте). Бер ғалим солтан ишеге янына һоранып килгән кешене күргән дә: «Эй һин! Ишектәрен ябып, фәҡирлеген күрһәтеп, байлығын йәшергән кешегә киләһең, ә ишектәрен асып һиңә бар байлығын да күрһәткән Аллаһҡа бармайһың!» – тигән. Тағы бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ Аллаһтың бер сифатын аңлатып: «Аллаһ Тәғәлә – Оялыусы, Йомарт. Уға ҡоло ҡулдарын күтәреп доға ҡылғанда Ул ошо ҡулдарҙы буш ҡайтарырға ояла», – тине. (Әттирмиҙи, Әбү Дәүт, Ибн Мәджәһ риүәйәт иттеләр, ӘлӘлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тимәк, Аллаһ Тәғәләнән теләгән бар нәмәңде лә һорай алаһың, хатта һорар кәрәк тә. «Ниндәй генә мосолман доға ҡылмаһын (доғаһы гөнаһ йә туғанлыҡ ептәрен өҙә торған нәмә талап итмәһә), Аллаһ Тәғәлә мотлаҡ рәүештә уға өс нәмәнең береһен бирер: йә уның доғаһына был донъяла уҡ яуап бирелер, йә был доғаға яуап әхирәткә кисектерелер, йә кешенән шул доға көсөнә тигеҙ ниндәйҙер бәлә ситкә этәрелер», – тине. (Әт-тирмиҙи, Әл-Хәким риүәйәт иттеләр). Доға бәләнән ҡотолоу йә хәйерле нәмәне ҡулға төшөрөү өсөн иң яҡшы сара, ләкин уның донъяға ашыуын нәмәлер тота ала – йә доғаның үҙендә ниндәйҙер етешһеҙлек була (мәҫәлән, уның эсендә Аллаһ Тәғәләнең яратмаған нәмә – туғанлыҡ араһын боҙоу, кеше рәнйетеү һ. б. була), йә кешенең йөрәге доға ҡылғанда ғафил, өмөтһөҙ була, йә доғаның ҡабул булыуына ниндәйҙер пәрҙә ҡуйылған. Был хәлде уҡ атыу менән сағыштырып була: йә уҡ үҙе насар 109


юнылған һәм сәпкә теймәй; йә уҡ яҡшы булһа ла, атыусы йәйәне ныҡ тартмай һәм уҡ теләгән ергә тиклем осмай; йә уҡ яҡшы булып, йәйә көслө һәм дөрөҫ тартылһа ла, уҡтың юлына ағас, таш эләгеп, ул кәрәкле ергә тиклем барып етмәй. Икенсе хөтбә Доға ғибәҙәтенең ни тиклем көслө нәмә булыуын аңлар өсөн ошо хәҙисте лә хәтерләүебеҙ етә: «Яҙмышты доға ғына кире ҡаға ала». (Әл-Хәким, имам Әхмәт риүәйәт иттеләр). Йәғни, кешегә ниндәйҙер бәлә яҙылған булһа, ул доға ҡылып, ошо һынауын үҙгәртә ала: йә бөтөнләй, йә өлөшләтә. Хәҙерге көндә күп мосолмандар һис тә доға ҡыла белмәй. Уларҙың уйынса, Аллаһ Тәғәләлән нимәлер һорар өсөн, мотлаҡ рәүештә мәсеткә килер кәрәк, икенсе кешегә аҡса биреп теләгеңде уға әйтеп, шул уҡ нәмәне ғәрәпсә әйттерһәң генә, доға ҡабул була. Уйлап ҡарағыҙ әле, ағайэне: әгәр һеҙ Раббығыҙға башҡортса өндәшһәгеҙ, Ул һеҙҙе аңламаймы ни? Әллә һеҙ Аллаһ Тәғәләне һеҙҙең йөҙ һумығыҙға мохтаж тип уйлайһығыҙмы? Әллә һеҙ Аллаһ Тәғәләне һеҙҙе мәсеттә генә ишетә лә башҡа урында һеҙҙе күрмәй тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, ҡәрҙәштәр! Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең төрлө-төрлө телдә һөйләгән һүҙҙәрегеҙҙе генә түгел, һәр берегеҙҙең уйҙарын да белә! «Ул күҙҙәрҙең хыянатын да, күкрәктәр йәшергән нәмәләрҙе лә белә», – тиелгән Ҡөрьәндә («Ярлыҡаусы» сүрәһе, 40: 19). Шулай булғас, Аллаһ Тәғәләгә үҙегеҙ ялбарығыҙ, теләктәрегеҙҙе Уға үҙегеҙ һөйләгеҙ! Уны тик ҡыйын ваҡытта ғына иҫкә алмағыҙ, ә Уның менән һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут булығыҙ. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬беҙгә шулай тип өйрәтте: кем Аллаһты 110


еңел саҡта хәтерләһә, Аллаһ та кешене уның ҡыйын ваҡытында хәтерләр. Ләкин шуны ла онтомаҫ кәрәк, ағай-эне: доға ҡылыу – ул тик бер яҡлы ғына һөйләшеү булырға тейеш түгел. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, теләктәребеҙ менән үтә ныҡ мауығып китеп, Раббыбыҙҙың беҙҙән нимә теләгәнен һис уйламау – бөйөк хата. Ысынлап та, беҙгә Аллаһ Тәғәлә ошо көнгә тиклем нимә генә бирмәгән: беҙҙең тәнебеҙ, күрә-ишетәһиҙә алыуыбыҙ (ә күпме кеше ошо минутта комала ята!), аяҡ өҫтөндә йөрөп ятыуыбыҙ... Бынан тыш күпме кешеләр йылы өйҙәрендә йәшәй, ваҡытында тәмле ризыҡ ашай, машинала йөрөй, матур һәм һау-сәләмәт балалар үҫтерә. Тормошҡа зарланып Аллаһтаң тағы ла нимәлер һорар алдынан бер генә һорауға яуап бирәйек әле: бынан алда беҙгә бирелгән ниғмәттәрҙең хаҡын беҙ түләй алырбыҙ микән? Әгәр ошо минутта берәй кемгә: «Һиңә бер миллион һум аҡса бирәм, ләкин бер күҙеңде ҡырҡып алырға рөхсәт ит!» – тиһәләр, ул кеше риза булыр ине микән? Шулай булғас, Аллаһтың ниғмәттәренең ҡәҙерен белеп йәшәйек һәм Уның бойороҡтарын үтәргә тырышайыҡ. Хөтбәбеҙҙең аҙағында доғаның нескәлектәрен һәм ҡайһы бер әҙәптәрен әйтеп үтәйек. 1. Доға ҡылғанда, Аллаһтың яуабында шикләнергә ярамай. Яуап ниндәй генә төрҙә булмаһын, ул буласаҡ. Был донъяла беҙ уны күрмәһәк тә, әхирәттә күрәсәкбеҙ, иншәллаһ! 2. Теләгебеҙҙе өс тапҡыр ҡабатлаһаҡ яҡшыраҡ булыр. Был – пәйғәмбәрҙең (‫ )ﷺ‬сөннәте.

111


3. Доға ҡылғандан һуң «мин Аллаһтан һораған инем, ләкин яуап булманы», тип әйтергә ярамай. Был һүҙҙәр кешенең доғаһын юҡҡа сығара. 4. Доғаның ҡабул була торған урындары, ваҡыттары, хәлдәре була. Мәҫәлән – сәфәр, ямғыр, ураҙанан ауыҙ асҡанда, нахаҡҡа рәнйетелгән ваҡытта, хаджда Арафат тауында һ.б.(С. Әл-Ҡахтаниҙың «Мосолман ҡәлғәһе» китабының беренсе биттәрен ҡара). 5. Доға ҡылғанда үтә ныҡ шым һөйләргә, үтә ныҡ ҡысҡырырға ла ярамай. 6. Доғаны Аллаһ Тәғәләгә хәмд (маҡтау) әйтеү, пәйғәмбәргә (‫ )ﷺ‬салауат килтереү менән башлар кәрәк. 7. Доғаһының ҡабул булыуын теләгән кеше тик хәләл ризыҡ ашарға, хәләл кейем кейергә, рәнйеткән кешеләре менән хәләлләшергә һәм тәүбә ҡылырға тейеш. 8. Доға ҡылғанда ҡибла яғына ҡарап ҡулдарҙы күтәреп ултырыу йә тороу хуп күрелә.

112


№21. Иҫерткес һәм аҡылды томалаусы һәр нәмә – харам

Беренсе хөтбә Был донъяла Аллаһ шундай ҡағиҙә ҡуйған: кем яҡшы мосолман булып Раббыһының әмер-бойороҡтарын үтәп йәшәй, шул әхирәттә генә түгел, бында ла бәхетле булыр. Әгәр инде Аллаһтың ҡушҡанын үтәмәһәк, йә Уның тыйған нәмәләренән тыйылмаһаҡ, беҙ үҙебеҙҙе хурлыҡҡа дусар итербеҙ. Кешене әхирәттә генә түгел, ә был донъяла уҡ хур итә торған нәмә – ул эскелек, ҡәрҙәштәр... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙ араһында һуңғы быуатта киң таралған ошо әшәке нәмә беҙгә күп бәләләр килтерҙе. Ошонда ултырған ҡәрҙәштәрҙең һәр береһенең был ауырыуҙан ыҙалаған туғаны йә туғандары барҙыр. Ҡайҙан килеп сыҡты тотошлай халыҡты хур итеүсе ошо бәлә тип һораһағыҙ, берҙән-бер дөрөҫ яуап ишетегеҙ: беҙ динебеҙҙе ташланыҡ. Коммунистарҙың «дин – халыҡтарҙың опиумы», «дин – кешене ҡол итеү сараһы», «кеше маймылдан барлыҡҡа килгән» тигән һүҙҙәрен ҡабатлай торғас, тәмәке, наркотик, иҫерткестәр ҡолона әйләнгән, аҡылы томаланған, маймылдан да ҡурҡынысыраҡ кешеләрҙе күрергә насип итте... Ысынлап та, маймылдың бәләкәй балаһы үлеп ҡалһа, уның бахыр әсәһе үле балаһын кәүҙәһе серей башлағансы күтәреп йөрөй икән, ә наркоман, эскесегә әйләнгән ата-әсәгә үҙ балаһы ла кәрәкмәй. «Ирҙән һәм ҡатындан изге эш эшләгән кешеләрҙе, улар иман килтергән булһа, яҡшы тормош менән тереклек иттерербеҙ, һәм эшләгәндәренә ҡарағанда ла яҡшыраҡ әжер бирербеҙ», – тиелгән 113


Ҡөрьәндә («Бал ҡорто» сүрәһе, 16: 97). Аллаһ Тәғәлә үҙ Китабында һәр төрлө иҫерткес һәм аҡылды томалаусы нәмәне ошо аяттар менән тыйҙы: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, отош уйыны, һындар, уҡтар (отош уйыны өсөн) – шайтан эшенән булған шаҡшылыҡтар. Уларҙан һаҡланығыҙ – бәхетле булырһығыҙ! Хәмер һәм отош уйыны менән шайтан һеҙҙең арағыҙға дошманлыҡ һәм нәфрәт һалырға теләй, һеҙҙе Аллаһты иҫкә алыузан һәм намаҙ уҡыуҙан тайҙырырға теләй. Тыйылырһығыҙмы һеҙ?» («Аш табыны» сүрәһе, 5: 9091). Ғәрәп телендә «хәмер» тигән һүҙ «ха́мәра» ҡылымынан килеп сыҡҡан, ә был ҡылым «ҡаплау» тигән мәғәнәгә тап килә. Ҡатындарҙың йөҙөн ҡаплай торған пәрҙә лә «химәр» тип атала. Ошо химәр, йәғни пәрҙә, йөҙҙө нисек ҡаплай, шулай уҡ хәмер ҙә кешенең аҡылын томалай. Күп кешеләр хәмерҙең руссаға тәржемә ителеүен ҡарай ҙа, «хәмер» – ул «вино», тимәк, араҡы ла, һыра ла, тәмәке лә, наркотик та түгел тип уйлай. Юҡ – һанап үткән бар нәмәләр ҙә Ҡөрьәндә Раббыбыҙ тарафынан тыйылған хәмерҙең нәҡ үҙе! Шулай булғас, ҡайһы бер наҙан кешеләр кеүек «Ҡөрьәндә араҡы, тәмәке, наркотик тураһында бер нәмә лә әйтелмәгән» тип үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Бының турала пәйғәмбәребеҙҙең (‫)ﷺ‬ һүҙҙәрен дә ишетегеҙ: «Иҫертеүсе һәр нәмә – хәмер. Иҫертеүсе һәр нәмә – харам». (Имам Мүслим риүәйәт итте). Тағы ла бер сахих хәҙистә шулай тиелгән: «Миңә Джибрил килде лә: “Эй Мөхәммәт, Аллаһ Тәғәлә хәмерҙе, уны эшләүсене, эшләүҙе һораусыны, эсеүсене, уны ташыусыны, ташыуҙы һораусыны, һатыусыны, һатып алыусыны, эсереүсене, эсеререгә һораусыны ләғнәт 114


итте!” – тине». (Имам Әхмәт риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Шулай уҡ бер хәҙистә хәмер эсеүсе кешеләргә ошондай ҡурҡыныс яза вәғәҙә ителгән: «Кем хәмер эсеп иҫерһә, шуның намаҙы ҡырҡ көн буйы ҡабул булмаҫ, әгәр ул үлеп ҡалһа – утҡа керер, әгәр тәүбә итһә – Аллаһ уны ғәфү итер...». (Имам Ибн Мәджәһ риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Кемдер «мин араҡы эстем, хәҙер ҡырҡ көн намаҙ ҡылмаһам да була – барыбер ҡабул булмай» тип уйлай алыр. Юҡ, был яңылыш һығымта. Имам Нәүәүи кеүек ҙур ғалимдар аңлатыуынса, ҡырҡ көн намаҙ ҡабул булмай тигән һүҙ кешенең сауапһыҙ ҡалыуын аңлата. Ләкин ул кеше бөтөнләй намаҙ ҡылмаусы кеше менән бер булмай. Бөтөнләй намаҙ ҡылмаған кеше сауаптан ғына мәхрүм булмай, ә язаға лайыҡ була! Икенсе хөтбә Иҫертеүсе һәм аҡылды томалаусы һәр төрлө нәмәне ҡулланыу – ҙур гөнаһ. Быны эшләгән кешегә Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә төрлө-төрлө донъяуи һәм әхирәт язалары вәғәҙә ителгән. Пәйғәмбәребеҙҙең тағы өс (‫ )ﷺ‬хәҙисенә ҡолаҡ һалайыҡ. Бер сәхәбә иҫерткес эсемлектәрҙең ауырыу кешеләр тарафынан ҡулланылыуын әйткәс, ул шулай тигән: «Ул дарыу түгел, ә ауырыу!». («Мүслим» йыйынтығынан). Әлеге көндә лә ҡайһы бер кешеләр араҡыны «йылыныр өсөн», «ауырыуҙы, ҡайғыны баҫа» тип эсә. Йүнәлеү, ҡайғыны баҫыр өсөн Аллаһ Тәғәлә әллә нисә төр сара яратҡан, үҙ үҙегеҙҙе һәм кешеләрҙе алдамағыҙ. Етмәһә, баш ауырыуы үҙегеҙҙең ғәйебегеҙ булһа. Икенсе бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫« )ﷺ‬Күп миҡдары иҫерткән нәмәнең аҙ 115


миҡдары ла харам», – тигән. (Әхмәт, Әт-тирмиҙи, Әбү Дәүт, Ибн Мәджәһ һ. б. риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Йәғни, һыра, вино, бал кеүек эсемлектәр күп миҡдарҙа эселгәндә кешене иҫертә икән, уларҙың һәр йотомо ла харам була. Тағы бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫« )ﷺ‬Аллаһ Тәғәлә нәмәнелер тыйһа, шуны һатыуҙан килгән аҡсаны ла харам ҡыла», – тигән. (Әхмәт, Әбү Дәүт риүәйәт иттеләр). Тимәк, араҡыны һатып аҡса эшләгән кеше харам аҡса хужаһы була. Ул Аллаһ Тәғәләнең ләғнәте аҫтында йөрөй. Кемдер «Мин бит урлап һатмайым, үҙем эшләгән самогонды һатам!» – тиер. Харам – ул тик урланған, талап йә алдап алынған ғына нәмә түгел, ә Аллаһ Тәғәлә тыйған нәмә. Һәм харамды бер нәмә лә хәләлгә әйләндерә алмай. Әгәр сусҡа ите харам икән, сусҡаны ни тиклем таҙа ерҙә тотма, ни тиклем яҡшы ризыҡ менән һыйлама, ул бер ҡасан дә хәләл булмаясаҡ – хатта салғанда «бисмилләһ, Аллаһү әкбәр» тиһәң дә. Шулай уҡ – хәмер. Имам Ән-Нәсәи Ғосман хәлифәнән ошондай бер хикәйә риүәйәт иткән: «Хәмерҙән ары тороғоҙ, ул ысынлап та бөтөн әшәке нәмәләрҙең башы! Һеҙҙән алда йәшәгән кешеләр араһынан тырышып ғибәҙәт иткән бер ир булған. Уны бер аҙғын ҡатын гөнаһҡа этәргә уйлаған да, ярҙамсы ҡатыны аша үҙенең янына нәмәгәлер шаһитлыҡ ҡылыр өсөн саҡырып алған. Теге ир килгәс, ярҙамсы ҡатын уның артынан бер нисә ишекте япҡан да, уны матур хужабикәһе, сабый һәм араҡы торған бүлмәгә алып барған. Матур аҙғын ҡатын уға: “Мин һине шаһит булыуың өсөн саҡырманым. Йә минең менән яҡынлыҡ ҡыл, йә ошо араҡыны эс, йә ошо малайҙы үлтер!” – тигән. Теге ир: “Миңә ошо хәмерҙе эсер” 116


– тигән. Ҡатын уға эсергәс, теге ир тағы һораған. Тотошлай иҫергәс, ир ҡатын менән зина ҡылған, шунан теге баланы ла үлтергән. Хәмерҙән ары тороғоҙ. Аллаһ менән ант итәм – иман менән эскелек бер ерҙә осрашһа, уларҙың береһе икенсеһен мотлаҡ этәп сығарыр». Бөгөнгө көндә эскелектең һаулыҡҡа, аҡылға, ғаиләгә зарары тураһында күп ишетәбеҙ. Эскән кеше нисәлер йыл үҙе ыҙалағандан һәм яҡындарын ыҙалатҡандан һуң йәмһеҙ рәүештә үлеп китә. Әгәр үлемдән һуң Ҡиәмәт һәм хисап тигән нәмә булмаһа ла, эскесенең йәшәүендә бер файҙа ла булмаҫ ине. Йылдан йыл уның һаулығы бөтөп, ул кеше сүрәтен юғалта бара. Нисәлер йыл – магазин алдында «биш-ун һум бир» тип теләнеп тороу, шунан – үлем. Үлеме килгәс, бәлки кемдер: «Эй, бисара, ҡотолдо ахыры!» – тип әйтер. Ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолдомо? Юҡ! Уның ысын ҡыйынлыҡтары башланып ҡына тора әле. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла айыҡ аҡыл менән йәшәргә насип итһен, туғандарыбыҙҙы араҡы йә тәмәке ҡоло булыуҙан ҡотҡарып, Аллаһ ҡоло итһен. Әмин.

117


№22. Үҙеңдән хисап талап ит!…

Беренсе хөтбә Бөгөнгө көндә мосолмандар Аллаһ Рәсүле (‫ )ﷺ‬сөннәтенең бихисап төрҙәрен юғалттылар. Уларҙың береһе хаҡында беҙ бөгөн һеҙҙең менән һөйләшәсәкбеҙ. Ул – үҙ-үҙеңде хисаплау. Ғәрәп телендә быны бер һүҙ менән «мура́ҡабә» тиҙәр, йәғни үҙ-үҙеңде контролдә тотоу. Хаҡ хәлифә Ғүмәр шулай тип әйткән: «Һеҙҙе хисапҡа дусар иткәндәрсе, үҙүҙегеҙҙе хисаплағыҙ». Ҡыҙғанысҡа күрә, исламдың бына ошо өлөшө күп мосолмандар тарафынан онотолған. Күптәребеҙ үҙ-үҙенән хисап талап итәме икән? «Бөгөн нимәләр эшләнең? Ай дауамында нимәләр менән мәшғүл инең? Уҙған йылың нисек үтте?» һ.б. Әммә күптәр гөнаһтарын барламай шул, иҫләп, улар өсөн ғәфү үтенмәй һәм онотолған гөнаһтар йыйыла бара... Гөнаһтар тураһында пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬бик күп әйткән. Гөнаһтарҙың ғәрәпсә «мубиҡа́т», «кәбә́’ир» – оло, үлемесле тип һаналған төрҙәре була. Гөнаһтарҙы олоһона һәм кесеһенә бүлгәндә беҙ шуны аңларға тейешбеҙ: улар араһында теүәл генә билдәле сик үтмәй. Уларҙың бәләкәйе лә оло гөнаһҡа әүерелә ала: мәҫәлән, әгәр кеше уны йыш ҡабатлаһа, йә бүтәндәр алдында эшләһә, йә ул быға башҡаларҙы ла әйҙәһә, йә уны балалар күрерлек итеп ҡылһа һ. б.). Күп атайҙар улдарына күрһәтеп тәмәке тарталар, һәм малайҙар ҙа тарта башлай. Тимәк, әгәр берәй гөнаһ төрөнөң оло булыуына дәлил булмаһа ла, уны эшләү хәленә күрә ул шундай булып һаналыуы ихтимал. Бының турала Аллаһ Рәсүленең (‫)ﷺ‬ 118


хәҙистәре бихисап, уларҙың бөтәһен дә килтереп бөтөп булмаҫ. Әммә ҡыҫҡаса әйткәндә, әгәр ҙә хәҙистә «Аллаһ шундай-шундайҙарҙы ләғнәтләне», йә «шуны-шуны эшләүсе беҙҙең аранан түгел», йә «шул-шул ғәмәлде эшләүсе йәннәт еҫен тоймаясаҡ» һ.б. янауҙар әйтелә икән, унда телгә алынған гөнаһтар – оло, һәм улар өсөн кеше камил итеп тәүбә ҡылырға тейеш. Бынан тыш ул тиклем ҙур булмаған гөнаһтар ҙа бар. Әлбиттә, уларға шундай уҡ ҡаты янауҙар юҡ, әммә Аллаһтың был тыйыуҙары ла мәғәнәгә эйә. Бында данлыҡлы сәхәбә – Әнәстең һүҙҙәрен әйтеп китеү урынлы булыр: «Һеҙ шундай ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ, улар һеҙгә сәстән дә нәҙегерәк күренә, ә бит пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬заманында беҙ уларҙы үлемесле гөнаһ тип һанай инек». Шулай уҡ пәйғәмбәрҙең (‫ )ﷺ‬әйтеүенсә, гөнаһ эшләгәс, кешенең йөрәгендә бер ҡара нөктә барлыҡҡа килә; әгәр ҙә кеше тәүбә итһә, йөрәге таҙара, әгәр ҙә инде ул гөнаһтан баш тартһа, йөрәгендә аҡ нөктә барлыҡҡа килә. Ә, хәҙистә әйтелеүенсә, йөрәктең тулыһынса тут менән ҡапланыуының билдәһе – кешенең яҡшылыҡты аңламауы, ә яманлыҡты яратыуы. Ундайҙар диндән дә күңелдәренә хуш килгәнде генә яраталар. Былар барыһы ла – гөнаһтар сәбәпле. Шуға ла белегеҙ, хөрмәтле йәмәғәт, йөрәктең теге йәки был урынында ҡара нөктәһе була. Һәм беҙ элекке һәм бөгөнгө гөнаһтарыбыҙҙы иҫләп, улар өсөн тәүбә ҡылып, таҙарынырға тейешбеҙ. Икенсе хөтбә Пәйғәмбәрҙән (‫ )ﷺ‬шундай һүҙҙәр риүәйәт ителә: «Кем йәненән хисап талап итә һәм әхирәт өсөн ғәмәлдәр 119


ҡыла, шул – аҡыллы. Ә кем үҙ теләктәренән еңелә һәм шул уҡ ваҡытта Аллаһҡа өмөт итә, шул – көсһөҙ». (Әттирмиҙи, Ибн Мәджәһ риүәйәт иттеләр). Шундайҙар ҙа була шул: бер нәмә лә эшләмәйҙәр ҙә, «иман – ул йөрәктә», «намаҙ-ураҙа ул тиклем мөһим түгел», «Аллаһ ғәфү итер» тиҙәр. Нәҡ улар – хәҙистә телгә алынған көсһөҙ кешеләр. Эйе, кем йәненән хисап һорай, шул аҡыллы, тиелгән хәҙистә... Ә нисек хисап һорарға йәндән? Беренсенән, әйтеп уҙыуыбыҙса, ҡылған гөнаһтарҙы иҫләп торор кәрәк. Күп йылдар уҙыу менән беҙ уларҙы онотҡан булһаҡ та, Аллаһ онотто тип уйларға ярамай. Шуға ла үҙебеҙгә иҫкә төшкән гөнаһтарыбыҙҙы яҙып ҡуйырға, улар өсөн тәүбәләр ҡылып, кеше хаҡтарын (әгәр уларға инһәң) ҡайтарырға, гөнаһтарҙан ҡотолорға кәрәк. Беренсенән, әгәр ҙә гөнаһ оло икән, кеше тәүбә итергә тейеш, сөнки тәүбә итмәй йөрөгән кеше оло хәүеф аҫтында йөрөй. Әгәр ҙә ул шуның менән үлә ҡалһа, билдәһеҙ: ғәфү итерме икән Аллаһ?.. Ә тәүбәнең өс шарты була. Беренсе шарт – гөнаһтан туҡтау. Кеше тәмәке тарта икән – тартыуҙы ташлау, быға бар көстө һалыу. Икенсе шарт – үкенеү. Кеше үкенмәһә, тәүбә дөрөҫ булмай. Һәм өсөнсө шарт – кешенең башҡаса гөнаһҡа ҡайтмам тигән ныҡлы ниәте булыу. «Әлегә ташлап торам да, шунан тартасаҡмын», – тип уйлаһа, был тәүбәне юҡ итә. Ғалимдар тағы дүртенсе шартты ла өҫтәйҙәр – әгәр ҙә гөнаһ ҡылғанда ниндәйҙер кеше зыян күрһә (мәҫәлән таланыу, алданыу һ.б. сәбәпле), уға тейешле булғанды ҡайтарыу кәрәк. Әгәр ҙә кешегә ҡул күтәргәнһең икән, уны табып үҙеңә һуғыу форсаты бирергә (әгәр ҙә теге быны теләһә). Әгәр рәнйетелгән кеше аҡса һораһа – ә ул быға хаҡлы – уға ошо 120


донъяла аҡса биреп ҡотолоуы хәйерлерәк булыр. Әгәр ҙә гөнаһ – кесе гөнаһ икән, барыбер кешегә уны юйып ташлар өсөн берәй ғәмәл эшләр кәрәк. Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬шулай тигән: «Ҡайҙа ғына булһаң да Аллаһтан ҡурҡ һәм аламалыҡ артынан яҡшылыҡ ҡыл, ошо яҡшы ғәмәл алама ҡылыҡты юҡҡа сығарһын, һәм кешеләр менән яҡшы холоҡ ярҙамында мөғәмәлә ит». (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Яҡшы холоҡ, бер хәҙистә әйтелгәнсә, Хөкөм көнө иң ауыр нәмә буласаҡ. Ә үрҙә телгә алынған мөһим талап – аламалыҡтан һуң игелек ҡылыу. Йомғаҡлап, шуны әйтеп китер кәрәк. Билдәле, беҙҙең өсөн иң яҡшы үрнәк – ул пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬. Ул шулай тигән: «Эй, кешеләр! Аллаһҡа тәүбә итегеҙ. Аллаһ менән ант итәм: мин Уға тәүбә ҡылып Уның ярлыҡауын көнөнә етмеш тапҡырҙан да күберәк һорайым» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬көнөнә 70 тапҡыр ғәфү үтенгән булһа, беҙ ни эшләргә тейеш икән? Хөтбәне Ғүмәрҙең һүҙҙәренән башлаған инек. Ул: «Һеҙҙе хисапҡа дусар иткәндәрсе, үҙ-үҙегеҙҙе хисаплағыҙ», – тип әйтеп ҡалдырған. Хәбәр ителеүенсә, Хүдәйбийәлә солох төҙөгәндән һуң күп мосолмандар ризаһыҙлыҡ белдерәләр. Улар мөшриктәр менән килешеүҙе кәмһенеү тип ҡабул итә. Ғүмәр ҙә шулар иҫәбендә була. Әммә пәйғәмбәр (‫)ﷺ‬: «Эй Ибн Хаттаб, мин – Аллаһ Рәсүле, һәм Ул мине кәмһенеүгә дусар итмәҫ», – тип әйткән. Шунан һуң Аллаһ, еңеү тураһында хәбәр итеп, «Фәтх» сүрәһен индергән. 121


Бынан һуң Ғүмәр: «Тимәк, был еңеүме?» – тип һорай. Пәйғәмбәр (‫« )ﷺ‬эйе» тип

яуаплай, һәм шул саҡ Ғүмәр

үҙенең хаҡлы булмағанын аңлай. Риүәйәт ителеүенсә, ул был осраҡты – пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬ҡарары менән риза булмауын – ғүмеренең аҙағына тиклем иҫләр булған, ураҙа тотҡан, ҡолдарҙы иреккә ебәргән, садаҡалар өләшкән, шулай – ғәйебем юйылды тип йәне тынысланғансы. Был – үҙенә йәннәт вәғәҙә ителгән Ғүмәр! Ә беҙ, ябай мосолмандар, үҙебеҙгә бигерәк тә талапсан булырға тейешбеҙ: гөнаһтарҙы иҫләргә, ураҙалар тоторға, садаҡалар таратырға, намаҙҙарҙа торорға, Аллаһтан ярлыҡау һорарға.

122


№23. Рийә́ – кесе ширк

Беренсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Был донъяла йәшәүҙең төп мәғәнәһе Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәләгә ысын күңелдән ғибәҙәт итеп изге ғәмәлдәр ҡылыуҙа. Изге ғәмәлдәр ҡабул булыуының беренсе шарты пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сөннәтенә ойоу булһа, икенсе шарты – эштәребеҙҙе ихлас, йәғни рийәһеҙ ҡылыу. Рийә – ғибәҙәтте Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн түгел, ә кешеләрҙән маҡтау һүҙҙәре ишетеү өсөн эшләү. Рийә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ҙур гөнаһ булараҡ кешенең эштәрен юя, юҡҡа сығара. Ҡөрьәндә бының турала шундай миҫал килтерелә: «Һәм ҡайғы шундай намаҙ уҡыусыларға: намаҙҙарына иғтибарһыҙ булған, ике йөҙлөлөк күрһәткән, хәйер-садаҡа биреүҙән баш тартҡан!». («Хәйер-садаҡа» сүрәһе, 107: 4 – 7). Бер ҡөдси хәҙистә әйтелгәнсә, Аллаһ Тәғәлә шулай тигән: «Минең менән йәнәш илаһ итеп алынған нәмәләр эргәһендә ширктән иң өҫтөн, мохтаж булмағаны – Мин! Кем ниндәйҙер ғәмәлдә Миңә ширк ҡыла, шул кешене мин уның ширке менән яңғыҙ ҡалдырырмын» (Мүслим риүәйәт итте). Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тигән: «Һеҙҙең өсөн иң ҡурҡҡан нәмәм – кесе ширк». Сәхәбәләр: «Нимә ул кесе ширк, эй Аллаһтың илсеһе?» - тип һорағас, ул: «Рийә. Киәмәт көнө ҡолдарын ҡылған эштәре өсөн бүләкләгән йә язалаған Аллаһ Тәғәлә: “Донъяла ғәмәлдәрегеҙҙе кемгә күрһәтеп ҡылған булһағыҙ, шуларға барығыҙ ҙа ҡарағыҙ – уларҙа берәй әжер табырһығыҙ микән?” – тип әйтер» – тигән. (Әхмәт, Әл-бәғәүи, Ибн Хиббән риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Йәғни, 123


кемдер «балалар йортона ярҙам күрһәтәм, мине телевизорҙан күрһәтерҙәр, кешеләр маҡтар» тип «изге» эш эшләргә маташһа, был кеше кесе ширк ҡылыр һәм уның эше уға бер ниндәй ҙә файҙа килтермәҫ. Ысын мосолман ғибәҙәттәрен тик Аллаһ ризалығы өсөн ҡыла һәм уға кеше маҡтауы һис тә кәрәкмәй. Уның төп маҡсаты – үҙенә күберәк сауаптар йыйыу, шулай булғас, уны доньяуи мәнфәғәт ҡыҙыҡһындырмай. Кеше маҡтауын, абруй эҙләгән бәндәнең ғәмәле ни тиклем бөйөк булып күренмәһен, ул Ҡиәмәт көнөндә хужаһына сауап түгел, ҙур зарар ғына булып ҡайтыр. Бының турала тағы ла бер хәҙисте ишетәйек: «Ҡиәмәт көнө иң тәүҙә ошо кешеләр тураһында хөкөм сығарыласаҡ: – Шәһит булып үлгән кеше. Уны килтерерҙәр, ниғмәттәрен күрһәтерҙәр һәм ул был ниғмәттәрҙе таныр. Унан: “Былар өсөн ни эшләнең?” тип һоралыр. Ул: “Һинең юлыңда, Раббым, һуғыштым һәм шәһит булдым” – тип әйтер. Уға Аллаһ: “Алдайһың! Һин үҙең турала “Батыр!” – тип әйтһендәр өсөн һуғыштың. Һәм шулай тип әйттеләр ҙә!”. Шунан әмер бирелер һәм был кешене йөҙтүбән һөйрәп алып утҡа ташларҙар. – Ғилем алып уны уҡытҡан, Ҡөрьән уҡыған кеше. Уны килтерерҙәр, ниғмәттәрен күрһәтерҙәр һәм ул был ниғмәттәрҙе таныр. Унан: “Былар өсөн ни эшләнең?” тип һоралыр. Ул: “Ғилем алдым, уҡыттым, Һинең ризалығың өсөн Көрьән уҡыным” – тип әйтер. Уға Аллаһ: “Алдайһың! Һин үҙең турала “Ғалим!” – тип әйтһендәр өсөн ғилем алдың. Ҡөрьәнде һинең турала : “Ҡа́ри (йәғни, Ҡөрьәнде яҡшы уҡыусы)” тип әйтһендәр 124


өсөн уҡының. Һәм шулай тип әйттеләр ҙә!”. Шунан әмер бирелер һәм был кешене йөҙтүбән һөйрәп алып утҡа ташларҙар. – Аллаһ Тәғәлә мул итеп, байлыҡтың төрлөһөн биргән кеше. Уны килтерерҙәр, ниғмәттәрен күрһәтерҙәр һәм ул был ниғмәттәрҙе таныр. Унан: “Былар өсөн ни эшләнең?” тип һоралыр. Ул: “Һин яратҡан садаҡа юлдарының береһен дә ҡалдырмай малымды шул нәмәләрҙә сарыф иттем” – тип әйтер. Уға Аллаһ: “Алдайһың! Һин быны үҙең турала “Йомарт кеше!” – тип әйтһендәр өсөн эшләнең. Һәм шулай тип әйттеләр ҙә!”. Шунан әмер бирелер һәм был кешене йөҙтүбән һөйрәп алып утҡа ташларҙар». (Мүслим риүәйәт итте). Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ошо һүҙҙәрен һәр ваҡыт иҫтә тотоп һәр эшебеҙҙе ихлас, Аллаһ ризалығы өсөн эшләйек, ҡәрҙәштәр. Әлеге хәҙистән аңлашылыуынса, кеше маҡтаһын тип ҡылынған эштәрҙең Аллаһ ҡаршыһында бер ҡиммәте лә юҡ. Икенсе хөтбә Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Тормошта кешеләрҙә осрай торған ҡайһы бер рийә куренештәрен һанап үтәйек. Рийә – ул кешеләргә ниндәйҙер изге ғәмәлдәр күрһәтеп уларҙан хөрмәт эҙләү. Бының юлдары бер нисә төр була – тән, йә кейем, йә һүҙ, йә эш, йә дуҫтар, йә ниндәйҙер әйберҙәр. Әгәр кеше ябыҡ булыуы, һарғайыуы йә ағарыуы, йә маңлайындағы сәждә эҙе менән үҙенең ғибәҙәттәрҙә тырыш булыуын күрһәтергә теләһә, был – тән һәм ҡиәфәт менән рийә ҡылыу була. Әгәр кеше хөтбәләр, вәғәздәр, дини ҡиссалар һөйләп, йә зикер ҡылғанда кешеләргә ишеттереп 125


әйтһә, аят-хәҙистәр һөйләп халыҡҡа оҡшарға тырышһа, был – һүҙ менән рийә ҡылыу булыр. Әгәр кеше намаҙ ҡылып, рөкүғ һәм сүжүдтәрҙә оҙаҡ ҡалһа, намаҙда илағанын күрһәтеп тәҡүәле булып күренергә тырышһа, был – ғәмәл менән рийә ҡылыу булыр. Ҡайһы бер кешеләр ниндәйҙер ғалим менән дуҫлыҡ аша ғилем эйәһе булып күренергә тырыша. Был иһә – таныш кешеләрең аша рийә ҡылыу була. Хатта ниндәйҙер әйбер аша ла кешенең рийә ҡылыуы бар – мәҫәлән, машинаның күренгән еренә Ҡөрьән һалып ҡуйып, үҙен Ҡөрьәнде йыш уҡыусы кеше итеп күрһәтеү. Ғалимдар аңлатыуынса, рийә асыҡ һәм йәшерен була. Асыҡ рийә тураһында беҙ һөйләшеп киттек инде. Йәшерен рийәгә килгәндә, уны ҡылған кеше ғәмәлен Аллаһ Тәғәлә өсөн ҡыла, ләкин кемдер уны күрһә йә маҡтап ебәрһә, дәртләнеп, нығыраҡ тырыша башлай. Йәғни кеше был эште халыҡ күрмәһә лә эшләр ине, ләкин күргәстәр, ул быға еңелерәк бирелә – ошо күренеш йәшерен рийәгә керә. Йәшерен рийә эште тулыһынса юймаһа ла, уның ниндәйҙер өлөшөн юҡҡа сығара. Рийәнең ни тиклем ҡурҡыныс нәмә булғанын белгән ғалимдар һәм әүлийәләр унан һаҡ булғандар, изге ғәмәлдәрен насар эштәрен йәшергәндәй йәшергәндәр. Хөтбәнең аҙағында мөһим бер нәмә тураһында әйтеп үтәйек: рийә ҡылам тип ҡурҡып изге ғәмәлдәрҙән баш тартырға ярамай. Был – шайтандың ҡотҡоһо. Ғалимдарҙың береһе әйтмешләй, изге ғәмәлде рийәнән ҡурҡып ҡалдырған кеше ихластан да, ғәмәлдән дә мәхрүм ҡала. Фүдайл ибн Ғияд тигән ғалим иһә: «Ғәмәлдәрҙе кеше өсөн ҡылыу – ширк, ә уларҙы кеше арҡаһында ҡалдырыу – рийә. Ә ихлас – һине Аллаһ Тәғәләнең ошо ике бәләнән ҡотҡарыуы», – тигән. 126


Ғүмәр ибн Ғәбдүлғәзиз тигән мәшһүр бөйөк хәлифә хөтбә һөйләгән ваҡытта һүҙҙәренә рийә керҙе тип уйлаһа, хөтбәһен туҡтатыр булған, ә хат яҙған ваҡытта үҙенең һүҙҙәре оҡшап ҡалһа, хатты йыртып «Эй Аллаһ, Һиңә нәфсемдең яуызлығынан һыйынам», – тиер булған. Рийә кеүек ҡурҡыныс гөнаһ беҙҙең эштәребеҙҙе боҙмаһын өсөн, туҡтамай ғилем алыр кәрәк. Ғилемдең бер үҙенсәлеге – ул хужаһын рийәнән таҙарта, сөнки кеше ошо белеме арҡылы үҙенең ысын дәрәжәһен, ябай һәм Аллаһҡа можтаж ҡол булыуын аңлай башлай. Ҡайһы бер изге сәләфтәр әйтмешләй, «Беҙ ошо ғилемде Аллаһ өсөн алмағайныҡ, ләкин ул (йәғни, ғилем) тик Аллаһ өсөн генә булырға теләне». Беҙгә лә Аллаһ Тәғәлә ширк, рийә һәм башҡа ҙур гөнаһтарҙан һаҡланыу юлдарын бирһен һәм Ҡиәмәт көнөндә сауаптарыбыҙҙан мәхрүм итмәһен, әмин!

127


№24. Пәйғәмбәрҙе (‫ )ﷺ‬һөйөү

Беренсе хөтбә Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Аҙнаның ошо изге көнөндә йома намаҙына килеп ултырыуыбыҙ – Аллаһ Тәғәләнән бирелгән иң оло ниғмәт – иман ниғмәтенә дәлил. Аллаһ Тәғәлә был донъяла ниғмәттәрҙе төрлөсә бүлеп бирә – кемдер ярлы, ә кемдер бай; кемдер президент, ә кемдер – көтөүсе; кемдер һау-сәләмәт, ә кемдер зәғиф... Ләкин бөтә донъя ниғмәттәрен дә бергә йыйһаҡ, улар иман тигән ниғмәткә етешә алмаҫ! Быны аңлаған кеше үҙенең иманын, динен, тәүхиден юғалтыуҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡыр, «беҙ һиңә донъя малынан нимә теләйһең – бирербеҙ, һин тик исламдан баш тарт!» тиһәләр ҙә риза булмаҫ. Ә ошо иман, ислам, тәүхид тигән төшөнсәләрҙе беҙгә кем өйрәтте, ҡәрҙәштәр? Дөрөҫ, беҙҙең һөйөклө пәйғәмбәребеҙ, Мөхәммәт (‫)ﷺ‬. Ҡиәмәт көнөндә уның менән осрашырға, уның шәриф йөҙөн күрергә, уның шишмәһенән һыу эсеп, уң яҡ әһелдәре менән бергә торорға яҙһын, әмин! Мосолман өсөн Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬ата-әсәһенән дә һөйөклөрәк. Беҙҙең атаәсәбеҙ ошо донъяла йәшәүебеҙгә сәбәп булғандар икән, Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬беҙгә әхирәттә – ин шә Аллаһ – мәңге йәшәүгә сәбәп булды. Алтмыш йыл менән әхирәт бер тигеҙме?! Донъя байлыҡтары менән йәннәт ләззәте берме?! Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬менән ябай кеше – ниндәй генә яҡын һәм ҡәҙерле булмаһын – тиңме?! Пәйғәмбәрҙе һөйөү ул һәр мосолман өсөн фарыз. Бының турала пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙе шулай тине: «Мин кешегә үҙ ата-әсәһенән, балаһынан һәм бөтә кешеләрҙән дә һөйөклөрәк булмайынса, ул тулы иманлы булмаҫ» (Әл-Бүхари һәм 128


Мүслим риүәйәт иттеләр). Тағы бер хәҙистә кеше пәйғәмбәрҙе үҙ-үҙен яратҡандан да нығыраҡ яратмайынса, тулы иманлы була алмаҫ тип әйтелә. Быны сәхәбәләр бөтә кешеләрҙән дә яҡшыраҡ аңлаған һәм пәйғәмбәребеҙҙе (‫)ﷺ‬ донъялағы һәр кем, һәр нәмәнән дә нығыраҡ яратҡан. Бер мәл пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬һәм сәхәбәләр яуҙа булған ваҡытта ике сәхәбә (мәккәле – йәғни, мөһә́жир һәм мәҙинәле, йәғни, ансари́) бәхәсләшеп китә. Быны күргән Абдуллаһ ибн Үбәй ибн Сәлүл тигән монафиҡ (мосолман булып ҡыланған, ләкин пәйғәмбәребеҙҙе (‫ )ﷺ‬һәм ислам динен күрә алмаған кафыр) ошолай ти: «Мәҙинәгә ҡайтҡас, ундағы бөйөк кешеләр (үҙен һәм Мәҙинәнең төп халҡын күҙ уңында тота) кәмһетелгәндәрҙе (күсеп килгән мөһәжирҙәрҙе, элекке Мәккә мосолмандарын күҙ уңында тота) ҡыуып сығарасаҡ!». Имам Табариҙың тәфсирендә аңлатылғанса, Абдуллаһ ибн Үбәйҙең улы быны белеп ҡалғас, ҡылысын алған да, Мәҙинәгә керә торған юлға барып баҫҡан да атаһына: «Һин “Мәҙинәгә ҡайтҡас, ундағы бөйөк кешеләр кәмһетелгәндәрҙе ҡыуып сығарасаҡ!” – тигәнһең. Аллаһ менән ант итәм, Аллаһтың рәсүле (‫ )ﷺ‬һиңә рөхсәт итмәйенсә, һин Мәҙинәгә кермәйәсәкһең!». Бороңғо ғәрәптәрҙә атайҙы тыңлау иң маҡтаулы сифаттарҙан булыуына ҡарамаҫтан, ошо монафиҡтың улы, яҡшы мосолман Абдуллаһ, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬өсөн үҙ атаһына ҡаршы ҡылыс тотоп барыуҙан да тартынмаған. Сөнки сәхәбәләр пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ҡәҙерен бик яҡшы белгәндәр һәм уны үҙ ата-әсәләренән дә нығыраҡ яратҡандар. Йыш ҡына китаптарҙа беҙ сәхәбәләрҙең «Атам һәм әсәм һиңә фиҙа булһын, эй Аллаһ илсеһе!», – тигән 129


һүҙҙәрен осратабыҙ. Был һүҙҙе бороңғо ғәрәптәр бушҡа әйтмәй торғандар. Ысынлап та, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уларға шулай ҡәҙерле ине. Ә беҙ үҙебеҙ пәйғәмбәребеҙҙе (‫ )ﷺ‬хөрмәт итергә өйрәнгәнбеҙ микән? Әллә йылдар буйы ислам динендә, намаҙҙа булып та, һаман ул кешенең ҡәҙерен белмәйбеҙ микән. Уны һөйөргә һәм хөрмәт итергә өйрәнмәйенсә беҙ үҙебеҙҙе төҙәтә алырбыҙ микән? Уны яҡшы танымайса имандың тәмен төшөнә алырбыҙ микән? Шуның турала уйлап алайыҡ әле. Икенсе хөтбә Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе – тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп, Ҡиәмәт көнө тамуҡтан ҡотолоу һәм йәннәткә эләгеү. Ошо оло маҡсатҡа ирешеү юлы – Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе (‫ )ﷺ‬һөйөү һәм уның сөннәте буйынса йәшәү. Бер көн пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬бер кеше килде лә: «Эй, Аллаһтың илсеһе! Билдәле сәғәт (йәғни Ҡиәмәт көнө) ҡасан?», – тип һораны. Уға пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Ә һин уның өсөн нимә әҙерләнең?», – тигән ҡаршы һорау бирҙе. Теге кеше: «Мин уның өсөн ул тиклем күп намаҙҙар, ураҙалар, садаҡалар әҙерләмәнем, ләкин мин Аллаһты һәм Уның Илсеһен яратам», – тип яуапланы. Шунан пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ул кешегә: «Һин һөйгәндәрең менән булырһың!», – тине. (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Донъяла күп кеше пәйғәмбәрҙе (‫ )ﷺ‬һөйәм ти. Ләкин уларға бер хәҡиҡәтте хәтерләткем килә: кемдер кемделер һөйһә, ул уның турала бөтә нәмә лә белергә тырыша, һөйләшеүендә, үҙ-үҙен тотоуонда, ултырыуында, тороуонда 130


– һәр хәрәкәтендә һөйгән кешеһенә оҡшарға тырыша. Тимәк, пәйғәмбәрҙе (‫ )ﷺ‬һөйәм тигән кеше уның сираһын ентекләп өйрәнергә тырыша, үҙ ғәиләһендә, сауҙа эштәрендә, һөйләшеүендә, ғибәҙәттәрендә унан үрнәк ала – ҡыҫҡаһы, уның сөннәтенә эйәрә. Иғтибар итегеҙ әле, малайҙар ниндәйҙер бокс йә көрәш менән мауыҡһа, улар теге йә был мәшһүр боксер, көрәшсенең исемен, йәшәгән ҡалаһын, үткәргән ярыштарын, нәсихәттәрен, хатта тәнендәге миңдәрен йә татуировкаларын белә. Әгәр ул үҫмер шул уҡ ваҡытта Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе (‫ )ﷺ‬тулы исемен, уның тышҡы ҡиәфәтен, тыуып үҫкән ауылын, ҡылған эштәрен, ул ҡатнашҡан яуҙарҙы ла, хәҙистәрҙе лә белмәй икән, ул кемде нығыраҡ ярата икән – пәйғәмбәрҙеме (‫ )ﷺ‬әллә шул спортсынымы? Пәйғәмбәрҙе (‫ )ﷺ‬һөйөү уға итәғәт итеүгә һәм уның сөннәтен тотоуға ҡайтып ҡала. Ҡайһы бер кешеләр «Мөхәммәтте (‫)ﷺ‬ һөйәбеҙ» тиһәләр ҙә, ул ҡушҡан нәмәләрҙе эшләмәйҙәр, ә бит Ҡөрьәндә: «“Әгәр Аллаһты яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ, шул саҡта һеҙҙе лә Аллаһ яратыр һәм гонаһтарығыҙҙан ярлыҡар”, – тип әйт. Аллаһ ярлыҡаусы, рәхимле!» – тиелгән. («Хәйер-садаҡа» сүрәһе, 107: 4 – 7). Тимәк, Аллаһ беҙҙе яратһын өсөн, беҙ пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬артынан эйәрергә тейешбеҙ. Шуға ғалимдарҙың бер хикмәтле һүҙен хәтерләтәйек: «Һөйөүөңдө һөйләр алдынан, һине һөйәләр микән – шуны уйла». Ысынлап та, әгәр һин нисектер «үҙеңсә» Аллаһты һәм Уның пәйғәмбәрен (‫ )ﷺ‬һөйөп, ә улар һине һөймәһәләр, был «һөйөүҙән» һин күп файҙа ала алмаҫһың... Ҡиәмәт көнөндә бер кешегә лә уны һөйгән кешеһе ярҙам итә алмаҫ. Ул 131


ҡурҡыныс көндә кеше тик бер нәмә тураһында ғына хыялланыр – Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬янында булырға, Аллаһ алдында пәйғәмбәребеҙҙән шәфәғәт (яҡлашыу) алырға. Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Мин (йәғни, пәйғәмбәребеҙ (‫ ))ﷺ‬Ҡиәмәт көнөндә Әҙәм балаларының иң олоһо буласаҡмын. Иң тәүҙә минең ҡәберем асыласаҡ, һәм беренсе яҡлашыусы мин буласаҡмын, һәм иң тәүҙә яҡлашыуҙы минән һораясаҡтар» (Мүслим риүәйәт итте). Шундай ҡурҡыныс көндә, ата-әсә – балаларынан, бер туған – бер туғандан, ир – ҡатынынан ҡасҡан көндө беҙҙең өсөн иң һөйөклө һәм яҡын булған кешене беҙ нисек ошо донъяла уҡ яратмаҫҡа тейешбеҙ?!.. Ағай-эне! Пәйғәмбәрҙе (‫ )ﷺ‬һөйөү төшөнсәһен яҡшы өйрәнәйек, уны балаларыбыҙға ла аңлатайыҡ. Аллаһ Тәғәләнән йәннәттә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ менән (‫)ﷺ‬ осрашыу һорайыҡ – үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла. Әмин.

132


№25. Бурысҡа биреү һәм ҡайтарыу

Беренсе хөтбә Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Аллаһтың ҡанундары кешеләрҙең динен, йәндәрен, малын, намыҫын, аҡылдарын һаҡлар өсөн бирелгән, һәм бының юлдарын аныҡ һәм ентекле итеп аңлатҡан. Кешенең күңеленә иң ҡәҙерле булған нәмәләрҙең береһе – донъя малы, йәғни аҡса, торлаҡ, машина, малтыуар, кейем һәм башҡа матди нәмәләр. Ошо нәмәләрҙе юғалтыу кешенең йөрәгенә ауыр. Шуға динебеҙ бурыс мәсьәләһенә ҙур әһәмиәт биргән; бурысҡа биргән, уны алған кешегә лә төрлө-төрлө ҡағиҙәләр өйрәткән. Шуныһы ҡыҙыҡ: Ҡөрьәндә иң оҙон аят – бурыс биреү тураһында: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр билдәле ваҡытҡа ҡәҙәр бер-берегеҙҙән бурыс алһағыҙ, уны яҙып ҡуйығыҙ. Һәм арағыҙҙан берәй яҙыусы ғәҙел итеп яҙһын. Яҙыусы Аллаһ өйрәткәнсә яҙыуҙан ҡарышмаһын, ул яҙһын, ә өҫтөндә йөкләмә булған кеше әйтеп торһон, Раббыһы Аллаһтан ҡурҡһын, унда бер нәмә лә кәметмәһен. Әгәр өҫтөндә йөкләмә булған кеше зәғиф аҡыллы йәки көсһөҙ булһа, йәки үҙе әйтеп яҙҙыра алмаһа, уның яҡыны ғәҙел итеп әйтеп яҙҙырһын. Шаһит итеп арағыҙҙан ике ирҙе алығыҙ. Әгәр ике ир булмаһа, бер ир һәм шаһит булыуҙарына үҙегеҙ риза булған ике ҡатын алығыҙ, уларҙың береһе яңылышһа, икенсеһе иҫенә төшөрһөн өсөн. Саҡырылған ваҡытта шаһиттар ҡарышмаһын; бурыстың бәләкәйен дә, ҙурын да билдәле ваҡытҡа ҡәҙәр яҙыуҙан ялыҡмаһындар. Был Аллаһ ҡаршыһында ғәҙеллерәк, шаһитлыҡ өсөн тоғрораҡ һәм һеҙгә шикләнмәҫ өсөн яҡыныраҡ. Әгәр 133


был һеҙ үҙ-ара йөрөтә торған ҡул аҡсаһына һатыу-итеү генә булһа инде – ул саҡта яҙышмаһағыҙ ҙа гонаһ юҡ. Үҙ-ара һүҙ ҡуйышҡанда шаһиттар булдырығыҙ. Шаһитҡа ла, яҙыусыға ла зарар килтерелмәҫкә тейеш: әгәр быны эшләһәгеҙ, был – һеҙҙәге боҙоҡлоҡ. Аллаһтан ҡурҡығыҙ; Аллаһ һеҙҙе өйрәтә, Аллаһ һәр нәмәне белә!» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 282). Был аяттан аңлашылыуынса, бурыс биргәндә быны ҡағыҙға яҙып ҡуйыу хуп күрелә (фарыз булмаһа ла). Шулай уҡ ике ир, йә бер ир һәм ике ҡатын быға шаһитлыҡ ҡылып ҡуйырға тейеш. Ошоно эшләһәк, бурыс биргән кеше тынысыраҡ булыр, ә алған кеше уны инҡар итә алмаҫ. Әлбиттә, беҙҙең эштәребеҙ йыш ҡына беҙ теләгәнсә бармай, һәм бурыс алған кеше уны ваҡытында ҡайтара алмай китә. Был осраҡта аҡсаның хужаһы әҙерәк сабырлы булып ошо аятты хәтерләргә тейеш: «Әгәр берәү ауыр хәлдә ҡалһа, хәле еңеләйгәнгә ҡәҙәр көтөгөҙ, ә садаҡа итеү – һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ, әгәр белһәгеҙ» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 280). Йәғни, бурысты ҡайтарғанда кешене ауыр хәлдә ҡалдырмау мосолман әхлағының мөһим бер яғы. «Кем ауыр матди хәлдә ҡалған кешегә кисектерһә йә уның өҫтөнән бурысын алһа, Аллаһ Тәғәлә уны Ҡиәмәт көнөндә Үҙ тәхете күләгәһе менән ҡаплар, Уның тәхете күләгәһенән башҡа күләгә булмағанда», – тиелгән бер хәҙистә. (Әттирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Бүрайда исемле сәхәбә һөйләп ҡалдырған икенсе бер хәҙистә бурысҡа биреүҙең ни тиклем сауаплы эш булыуы шулай аңлатылған: «Уға (йәғни, бурысҡа биреүсе кешегә) 134


бурыс ҡайтарыу ваҡыты еткәнсе һәр көн өсөн шул бурыс миҡдары ҡәҙәр садаҡа яҙыласаҡ, ә бурыс ваҡыты үтеп китһә, һәм кеше шул ваҡытты кисектерһә, уға һәр көн өсөн икеләтә садаҡа яҙылыр». (Имам Әхмәт риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тағы бер көслө хәҙистә шулай тиелгән: «Кешеләргә йыш бурысҡа биреүсе бер кеше үҙенең ярҙамсыһына: “Ҡыйын хәлдә ҡалған кешегә барһаң, уны ғәфү ит – бәлки, беҙҙе лә Аллаһ ғәфү итер” – ти торған. Һәм ошо кеше Аллаһты осратҡанда Ул уны ғәфү иткән» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Тимәк, кешеләргә бурысты ғәфү итеү – өлөшләтә йә тулыһынса – йә һиңә бурысы булған кешегә тағы ла ваҡыт биреү – Аллаһтың рәхмәтенә сәбәп булыусы изге ғәмәл. Икенсе хөтбә Ағай-эне! Хәҙерге заманда ҡайһы бер кешеләрҙә бурыс алып, уны ҡайтармау ғәҙәте килеп сыҡты. Ундай кешеләр бурыс алғанда уҡ уны ҡайтарырға ниәт итмәйҙәр, ә бурыс биреүсе кеше үҙ хаҡын кире һорай башлаһа, уға бурысты ғәфү итеүгә өндәгән аяттарҙы һәм хәҙистәрҙе хәтерләтә башлайҙар. Бындай кешеләр пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬бурыстар тураһында әйтелгән ҡайһы бер ҡурҡыныс һүҙҙәрен иҫендә тотһондар. Әбү Һүрайранан килгән бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тигән: «Кем кешеләрҙең малын алғанда уны кире ҡайтарырға теләй, шуның бурысын Аллаһ Тәғәлә Үҙе ҡайтарыр, ә кем бурыс алғанда уны юҡ итергә теләй, Аллаһ уның үҙен юҡ итер!» (Әл-Бүхари, Ибн Мәджәһ, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Ошо хәҙисте һәр бер алдаҡсы, аферист иҫендә тотһон һәм һәр көн 135


хәтерләһен. Кешенең малын кире ҡайтармай, ул Аллаһтың ләғнәте аҫтында йөрөй, сөнки Аллаһ уны һәләк итергә вәғәҙә биргән. Кемдер: «Мин бурысымды ҡайтармайым тимәйем бит – ҡайтарам, тик әле бына мөмкинлегем юҡ» тип йылдар буйы кешене алдап йөрөй. Ундай кеше шуны аңлаһын: матур һүҙҙәр һөйләп кешене алдап була, ләкин ғәләмдәр Раббыһы Аллаһты алдап булмай! Бурыс хатта шәһиткә ғәфү ителмәй: «Шәһиткә бурыстан башҡа бөтә гөнаһтары ла ғәфү ителә» – тиелгән хәҙистә (Мүслим риүәйәт итте). Ҡәҙерле мосолмандар! Бурыс алыуҙан Аллаһ Тәғәлә үҙе һаҡлаһын. Беренсенән, шуны белегеҙ: кешенән бурыс һорау тик иң һуң сара булараҡ ҡына рөхсәт ителә. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «...Кеше үҙенә һорау ишеген асһа, Аллаһ Тәғәлә уға мотлаҡ фәҡирлек ишеген асыр» – тигән (Әхмәт риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тағы бер хәҙистә: «Кем кешеләрҙән туҡтауһыҙ һорап торһа, шул Ҡиәмәт көнө йөҙөндә бер киҫәк итһеҙ тергеҙеләсәк» – тиелгән хәҙистә (Әл-бүхари, Мүслим, Әхмәт риүәйәт итте). Бурысҡа күп һорамағыҙ, ҡәрҙәштәр – Ҡиәмәт көнөндә ҡурҡыныс киноларҙағы зомбилар кеүек йәмһеҙ йөҙ менән баҫып торорға тура килмәһен! Иң һуң сара булараҡ бурысҡа һорарға тура килһә, пәйғәмбәребеҙҙең бынан алда әйткән һүҙҙәрен иҫтә тотоғоҙ һәм бурысығыҙҙы ваҡытында ҡайтарырға ныҡлы ниәт булдырығыҙ. Ә инде Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе бурысҡа төшөү менән һынаған икән, белегеҙ: был донъяла Аллаһ Тәғәлә хәл итә алмаған проблема юҡ! Бер көн пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬кейәүе Ғәлигә үҙенә азатлыҡ һатып алырға теләгән ҡол килгән дә: : «Минең үҙемә 136


азатлыҡ алырға хәлемдән килмәй, ярҙам итсе!» – тигән. Уға Ғәли яуап итеп шундай ҡиммәтле кәңәш биргән: «Миңә Аллаһтың илсеһе (‫ )ﷺ‬өйрәткән бер һүҙҙәрҙе өйрәтәйемме? Әгәр һинең өҫтөндә Сир тауындай бурыс булһа ла, Аллаһ һинең өсөн уны үтәр: “Йә Аллаһ, мине Үҙ хәләлең менән харамыңдан ҡотҡар, һәм Һинән башҡа кемгәлер мохтаж итмә!”» – тигән (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тимәк, бурыстан ҡотолор өсөн иң кәмендә өс нәмә кәрәк: беренсенән, кешегә хаҡын ҡайтарырға ныҡлы ниәт тоторға, икенсенән, үҙеңә лә тырышырға, өсөнсөнән, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорап әле әйткән доғаны ҡабатларға. Беҙҙе Аллаһ һәр төрлө донъя һәм әхирәт фетнәләренән һаҡлаһын!

137


№26. Тәкәбберлек

Беренсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Аллаһтың әмерҙәрен үтәү һәм Уның тыйыуҙарынан тыйылыу өсөн кеше үҙенең йөрәгендә булған тәкәбберлекте еңергә тейеш. Күп кешеләр Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышана, ләкин быны ҡабул итеп танырға көстәре етмәй, сөнки Аллаһҡа буйһонорға уларҙың күңелендәге тәкәбберлек ҡамасаулай... Юҡҡа ғына Ҡөрьәндә шулай тиелмәгән бит: «Юҡ һәм юҡ! Кеше, ысынлап та, шаша. Сөнки үҙен бойондороҡһоҙ тип уйлай». («Уҡмашҡан ҡан» сүрәһе, 6 – 8). Ә Аллаһ тәкәбберләнгән кешеләрҙе яратмай: «Ысынлап та, Ул тәкәбберҙәрҙе яратмай!». («Бал ҡорто» сүрәһе, 23). Хәҙерге заманда күп кенә кешеләр үҙҙәрен әллә кемгә ҡуйып, намаҙҙан – хатта ғөмүмән диндән! – баш тарта. Бәлки улар Ҡөрьәндә һөйләнгән бер ваҡиға тураһында белмәйҙәрҙер: Аллаһ Тәғәлә беҙгә хәбәр итеүенсә, ҡасандыр Шайтан да үҙенең тәкәбберләнеүе арҡаһында иманын да, әхирәтен дә юғалтты, үҙ ҡулдары менән емерҙе... «Бына һинең Раббың фәрештәләргә әйтте: “Мин балсыҡтан кеше яһайым. Мин уны камиллап тамам иткәс һәм уға Үҙ рухымды өргәс, һеҙ уға сәждә ҡылып эйелегеҙ!”. Һәм фәрештәләр барыһы ла сәждә ҡылды. Иблистән башҡа. Ул тәкәбберләнде һәм кафырҙарҙан булды. Ул (Аллаһ Тәғәлә) әйтте: “Эй, Иблис! Мин Үҙ ҡулдарым менән яһаған нәмәгә сәждә ҡылыуҙан һине нимә тыйҙы? Тәкәбберләндеңме һин, әллә юғарыларҙан булдыңмы?”. Ул: “Мин унан яҡшыраҡ: Һин мине уттан яраттың, ә уны балсыҡтан барлыҡҡа килтерҙең”, – тине. Ул әйтте: 138


“Сығып кит бынан, һин таш менән атылыусы! Һәм, ысынлап та, хөкөм көнөнә тиклем һинең өҫтөңдә Минең ләғнәтем!”». («Сад» сүрәһе, 71 –78). Шулай итеп, Иблис Аллаһҡа бер һүҙһеҙ буйһонор урынына «фәлсәфә һатып» Раббыбыҙҙың үҙе менән бәхәсләшергә тартынманы! Ҡайһы бер кешеләр ошо ваҡиғала үҙҙәрен күрмәйме икән? Уларҙан: «Ҡасан намаҙ уҡый башлайһың?» – тип һораһаң, улар йөҙ сәбәп табып төрлөсә аҡлана: «намаҙ уҡымаһам да, мин яҡшы кеше», «күңелдә иман булһа, етәр», «хәҙерге заманда намаҙға ваҡыт табыуы ҡыйын, бороңғо кеше иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшенә бәйле булмаған», «пенсияға сыҡҡас...» һ. б. Был йөҙәрләгән сәбәптәрҙе бер һөйләмгә һыйҙырырға теләһәк, шуны әйтеп булыр ине: әгәр кеше Иблис һымаҡ үҙен кемдәндер яҡшыраҡ йә аҡыллыраҡ һанамаһа, намаҙға баҫыуҙан уны бер нәмә лә тотмаҫ ине. Һин Аллаһ Тәғәләнән аҡыллыраҡмы ни – уның бойороғона «көтөп тор әле, Раббым, миңә әле намаҙ ҡылыу иртәрәк», йә «Һин миңә намаҙ уҡырға ҡушаһың да ул, тик минең күңелем былай ҙа таҙа бит!» тигән һымаҡ булаһың?! Юҡ, ағай-эне, тәкәбберләнмәгеҙ, Иблистән үрнәк алмағыҙ! Тәкәбберләнеүҙәре арҡаһында донъяһын һәм динен юғалтҡан тағы бер ҡәүем – Фирғәүен һәм уның яҡындары. Фирғәүен Муса пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) артынан эйәрмәне. Муса пәйғәмбәр Фирғәүенде «лә иләһә илләллаһ» һүҙҙәренә саҡырҙы, «Бүтән илаһтарға ғибәҙәт итеүҙән баш тарт, шәһәдәт әйтеп, мосолман бул!» – тине. Ә был Фирғәүен үҙен илаһ тип һанай ине: «Һәм Фирғәүен: “Эй һеҙ, затлылар! Мин һеҙгә минән башҡа икенсе бер илаһ 139


барҙыр тип белмәйем”». («Хикәйә» сүрәһе, 28: 38). Ә бит күңелендә Фирғәүен Мусаның Аллаһ илсеһе икәнен белде, ләкин уға быны ҡабул итергә тәкәбберлеге бирмәне: «...Улар боҙоҡ халыҡтарҙан булдылар. Беҙҙең аяттарыбыҙ уларға асыҡлаусы булып килгәс, улар: “Был – асыҡ сихыр!” – тинеләр. Хаҡ икәнлеккә күңелдәренән ышанһалар ҙа, яуызлыҡтан һәм тәкәбберлектән уларҙы инҡар иттеләр. Боҙоҡлоҡ таратҡан кешеләрҙең аҙағы нисек булғанын күр инде һин!». («Ҡырмыҫҡалар» сүрәһе, 27: 12 – 14). Икенсе хөтбә Ҡәҙерле йәмәғәт! Тәкәбберлек сифаты мосолманға хас булған нәмә түгел. Аллаһ тарафынан яратылған ҡол, мохтаж, фәҡир булыуын аңлаған кеше үҙенең урынын яҡшы белер һәм тәкәбберләнмәҫ. Ысынлап та, кем беҙ Аллаһ Тәғәләһеҙ?! Кеше шул тиклем көсһөҙ һәм мохтаж! Ниндәйҙер тараҡан бер метр бейеклектән осоп төшһә, уға бер нәмә лә булмай, ә кеше бер метр бейеклектән йығылып шундуҡ имгәнә ала. Ҡайһы бер гөбөргәйелдәр 180 йыл йәшәһә, кеше 80 йәшендә үлмәһә лә ҡартласҡа әйләнә. Әхнәф ибн Ҡайс исемле ғалим шундай ҡыҙыҡ һүҙ әйткән: «Әҙәм балаһына аптырарлыҡ: бәүел сыҡҡан юлдан ике тапҡыр сыҡҡан, ә үҙе тәкәбберләнә!». Аллаһтың изге ҡоло Лоҡман улын шулай тәрбиәләгән: «Һәм кешеләр алдында сырайыңды һытма, һәм Ер йөҙөндә маһайып йөрөмә. Ысынлап та, һәр тәкәбберҙе, маҡтансыҡты Аллаһ яратмай!». («Лоҡман» сүрәһе, 31: 18). Беҙгә лә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬тәкәббер булмаҫҡа, ә тыйнаҡ булырға өйрәтеп күп һүҙҙәр әйтеп ҡалдырҙы. Мәҫәлән, ул: 140


«Күңелендә бер сүп кенә ҡәҙәр тәкәбберлеге булған кеше йәннәткә кермәҫ» – тине. Быны ишеткән бер кеше: «Ә кеше үҙенең өҫтөндәге кейемдең һәм аяҡ кейеменең матур булыуын яратһа?..» – тип һорағас, пәйғәмбәр: «Аллаһ Тәғәлә – Матур14, һәм матурлыҡты ярата. Ә тәкәбберлек – ул дөрөҫлөктө ҡабул итмәү һәм кешеләргә өҫтән ҡарау». (Мүслим риүәйәт итте). Шулай уҡ: «Ҡиәмәт көнөндә тәкәббер кешеләр ҡырмыҫҡа ҙурлығында, ләкин кеше сүрәтендә тергеҙеләсәктәр. Уларҙы йәһәннәмдәге “Бүләс” тигән төрмәгә ҡыуып алып китерҙәр, уларҙы ян-яҡтан ут солғап алыр, һәм уларға ут әһелдәрнең тире һәм бәүеле эсерелер» – тине. (Әттирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ни тиклем ҡурҡыныс яза был – Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ярлыҡаһын, күңелдәребеҙҙәге тәкәбберлекте сығарып ташлаһын! Тағы бер хәҙистә тәкәббер кешенең был донъяла уҡ язаланыу ихтималы тураһында һөйләнелә: «Аллаһ илсеһе (‫ )ﷺ‬янында бер кеше һул ҡулы менән ашап ултырған. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уға: “Уң ҡулың менән аша” – тигәс, теге кеше: “Булдыра алмайым!” – тигән. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: “Булдыра алма! Уға тәкәбберлеге генә ҡамасауланы” – тине, һәм теге кеше был һүҙҙәрҙән һуң ысынлап та уң ҡулын ауыҙына күтәрә алмаҫ булды 15». (Мүслим риүәйәт итте). Ҡарағыҙ, ағай-эне – тәкәббер кешегә ҡаршы пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙе доға ҡылып ҡуйҙы һәм уның доғаһы ҡабул булды! Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бөтә 14

Матур (ғәрәпсә: ‫ – )الجميل‬Аллаһ Тәғәлә исемдәренең береһе.

15

Йәғни, был кешенең ҡулын паралич һуҡты.

141


мосолмандарҙы ла үҙ аталары кеүек ҡайғыртһа ла, ул ошо ваҡиғанан киләсәк быуындарға ғибрәт күрһәтергә теләне. Тәкәбберлек кешене яҡшыға илтмәй, һәм кеше ни тиклем ошо насар һыҙат менән үҙен күтәрергә теләмәһен, Аллаһ Тәғәлә уға хөрмәт булдырмаҫ, сөнки Аллаһ мосолманды изге ниәт, ғибәҙәттәре һәм баҫалҡылығы аша ғына күтәрә: «Ысынлап та, иман килтергән һәм изге ғәмәлдәр эшләгәндәргә Әр-рахман мөхәббәт бүләк итә». («Мәрйәм» сүрәһе, 19: 96). Шулай уҡ ошо хәҙисте лә иҫтә тотайыҡ: «Садаҡа биреү малды кәметмәй. Ниндәйҙер ҡол (кемделер) ғәфү итһә, Аллаһ Тәғәлә уның абруйын мотлаҡ күтәрер. Кем дә булһа Аллаһ хаҡына үҙен тыйнаҡ тотһа, Аллаһ Тәғәлә уны күтәрәсәк кенә» (Мүслим риүәйәт итте). Аллаһ Раббыбыҙ беҙҙе тәкәбберлек гөнаһынан һаҡлап, беҙгә пәйғәмбәребеҙҙән (‫)ﷺ‬ үрнәк алып йәшәргә ярҙам итһен, әмин.

142


№27. Исра́ үә миғрә́ж

16

Беренсе хөтбә Аллаһ Тәғәлә үҙ пәйғәмбәренә (‫ )ﷺ‬Һуңғы китаб – Ҡөрьәнде индергән сағында күп мөғжизәләр күрһәтеп торған. Был мөғжизәләр арҡаһында күп кешеләрҙең иманы нығынған һәм улар Ҡөрьәндең ысынлап та хаҡ булыуына инанғандар. Ә ошо мөғжизәләрҙе күреп тә, ислам ҡабул итмәгән кешеләр Ҡиәмәт көнөндә һис тә аҡлана алмаҫтар, сөнки улар белә-күрә Аллаһтың дәлилдәрен кире ҡаҡтылар... Бына ошо көндәрҙә беҙ Рәжәп айына керҙек (керәсәкбеҙ). Был айҙа мосолмандар Аллаһ Тәғәлә үҙ пәйғәмбәренә (‫)ﷺ‬ күрһәткән мөғжизәләрҙең береһе – уның (‫ )ﷺ‬төндә күсерелеүе (ғәрәпсә: ‫« – إسراء‬исра») һәм күккә күтәрелеүе (ғәрәпсә: ‫« – معراج‬миғрәж») тураһында хәтерләйҙәр. Исра үә миғрәждең нәҡ Рәжәп айында булыуы там билдәле булмаһа ла (ҡайһы бер ғалимдар уның айын Шәүүәл, Рамаҙан, Рабиғүл-ахир һ. б. тип һанайҙар), беҙ ошо мөғжизә тураһында бөгөн һөйләшеп китәбеҙ. Был мөғжизә менән Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙҙең (‫)ﷺ‬ күңелен тынысландырҙы, Мәккә мөшриктәренә кире ҡаға алмаҫлыҡ дәлилдәр килтерҙе, мосолмандарға төрлө ғибрәтле ваҡиғалар күрһәтте. Исра үә миғрәж тураһында Ҡөрьәндә шулай тиелә: «Үҙ ҡолон төндә Харам мәсетенән аяттарыбыҙҙы күрһәтеү өсөн тирә-яғын бәрәкәтле иткән Аҡса мәсетенә күсергән Аллаһҡа дан! Ул, ысынлап та, Ишетеүсе, Күреүсе!». («Төндә күсереү» сүрәһе, 17: 1). Исра́ үә миғрә́ж – пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬төндә күсерелеү һәм күккә күтәрелеү мөғжизәһе. 16

143


Имам Ибн Ҡайим әйтеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬Бураҡ өҫтөндә юлдашы Джибрил менән Харам мәсетенән (Мәккәлә) Аҡса мәсетенә (Иерусалимда) күсерелә лә, Аҡса мәсетендә тергеҙелеп йыйылған пәйғәмбәрҙәргә имамлыҡ ҡылып намаҙ уҡый! Шунан һуң ни булғанын бер көслө хәҙис бәйән итә. Мәлик ибн Сағсаға исемле сәхәбәнең һөйләүенсә, был төндә пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬бер фәрештә килгән дә, уның йөрәген ҡырҡып сығарып, алтын һауытта йыуып, кире урынына ҡуйған. Шунан пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ Бураҡ тигән йән эйәһе өҫтөнә ултыртып беренсе күк ҡатына күтәрелгән. Унда Мөхәммәт (‫ )ﷺ‬беренсе кеше һәм беренсе атабыҙ Әдәм (ғәләйһиссәләм) менән күрешкән. Икенсе күктә – Ғайса һәм Йәхйә, өсөнсө күктә – Йософ, дүртенсе күктә – Идрис, бишенсе күктә – Һарун, алтынсы күктә – Муса пәйғәмбәрҙәр менән күрешкән. Пәйғәмбәребеҙҙе (‫)ﷺ‬ күргәс, Муса (ғәләйһиссәләм) илап ебәргән. Унан: “Һине нимә илатты?” – тип һорағастар, ул: “Был егет (пәйғәмбәребеҙҙе (‫ )ﷺ‬күҙ уңында тота) минән һуң ебәрелде, ә уның өммәтенән йәннәткә кереүселәр минең өммәтемдекеләрҙән күберәк буласаҡ!” – тигән. Шунан пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬етенсе күккә күтәрелгән һәм унда Ибраһимды (ғәләйһиссәләм) осратҡан. Бынан һуң пәйғәмбәребеҙ (‫“ )ﷺ‬Һуңғы сиктәге лотос” (ғәрәпсә: си́дратүл-мүнтә́һә) тигән ергә тиклем күтәрелгән. Был лотостың емештәре – Һәджәр ҡалаһының көршәктәре, ә япраҡтары – фил ҡолаҡтары ҡәҙәр икән. Шунда уҡ дүрт йылға ла бар, икеһе – эстә, икеһе – тышта. Эске яҡта булғандары – йәннәт йылғалары, тышҡы яҡтағы ике йылға – Нил һәм Ефрат. Бынан һуң пәйғәмбәребеҙгә (‫)ﷺ‬ 144


“Тултырылған өй” (ғәрәпсә: әлбә́йтүл-мәғмү́р) тигән урын күрһәтелгән. Был урынға көн һайын етмеш мең фәрештә керә икән. Шул ваҡыт пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬хәмер, һөт һәм бал тәҡдим ителә, һәм ул (‫ )ﷺ‬һөттө һайлай. Уға: “Был – фытрат17. Ул – һинең һәм һинең өммәтеңдең хәле” – тиелгән. Икенсе хөтбә Шунан пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬илле намаҙ (!) фарыз ҡылынған. Быны белгәс, Муса пәйғәмбәр: “Һинең өммәтең көнөнә илле намаҙ ҡыла алмаҫ. Мин һиңә тиклем кешеләрҙе тикшерҙем инде, һәм Исраил улдары менән нимә генә эшләп ҡараманым!.. Раббыңа кире ҡайт һәм Унан үҙ өммәтең өсөн еңеләйтеү һора!”, – тигән. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬Аллаһ Тәғәләнән еңеләйтеү һорағас, намаҙҙарҙың һаны илленән ҡырҡҡа кәметелә, ләкин Муса пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) тағы ла шул уҡ һүҙҙәрен әйтә. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬тағы ла Раббыбыҙҙан еңеләйтеү һорай, һәм намаҙҙарҙың һаны ҡырҡтан утыҙға кәметелә, ә Муса шул уҡ кәңәшен әйтә. Шулай итеп, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (‫ )ﷺ‬үтенесе менән, намаҙҙар илленән ҡырҡҡа, ҡырҡтан утыҙға, утыҙҙан егермегә, егерменән унға, ундан бишкә ҡала. Бынан һуң да Муса пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) элекке кәңәшен әйтә, ләкин пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ояла һәм биш намаҙ менән риза була. Был бөйөк сәфәрендә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬төрлө күренештәргә шаһит була: уға йәһәннәмде һаҡлаған Кеше тыуғанда, Аллаһ Тәғәлә уға “фытрат” тип аталған күңел таҙалығы, Аллаһҡа ашҡыныу тойғоһо, тәүхид хәле бирә. Ваҡыт үтеү менән, кеше ошо мосолманлыҡ хәлен йә һаҡлап ҡала, йә боҙоп, ниндәйҙер башҡа боҙоҡ динде үҙ итә. 17

145


фәрештә күрһәтелә; рибә ашаған ҡот осҡос ҙур ҡорһаҡлы кешеләр, зина ҡылғандары өсөн һаһыҡ ит ашаусылар, етемдәрҙең малын ашағандары өсөн ут йотҡан бурҙар, күкрәктәренән аҫылынып ҡуйылған фәхишә ҡатындар күрһәтелә... Исра һәм миғрәждең икенсе көнөнә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙ халҡына төндә күргән нәмәләрен һөйләй, ләкин мөшриктәрҙең көфөрө тағы ла үҙен күрһәтә: иманға килер урынына улар пәйғәмбәребеҙҙән (‫ )ﷺ‬һәм сәхәбәләрҙән көлә башлайҙар. Аллаһ рәсүлен (‫ )ﷺ‬көлкөгә ҡалдырабыҙ тип, улар Аҡса мәсетенең ниндәй булыуын һорайҙар, ләкин Мөхәммәткә (‫ )ﷺ‬Раббыбыҙ уны бөтә нескәлектәре менән хәтерләтә, һәм кафырҙарҙың һүҙҙәре ҡалмай. Шулай итеп, исра үә миғрәж исламдың дөрөҫлөгөн раҫлаған бөйөк ваҡиға булды. Ләкин, быға ҡарамаҫтан, уны ниндәйҙер байрамға йә билдәле ғибәҙәттәр ҡылына торған көндәргә әйләндерергә ярамай. Ысынлап та, айы һәм көнө там булараҡ билдәле булмаған ваҡиғаға ниндәй намаҙ, ураҙа, йә башҡа ғибәҙәт бәйле булһын? (Әл-Хәфиҙ ибн Хәджәр әйтеүенсә, исра үә миғрәж көнөнөң ҡайһы көн булыуы тураһында ундан артыҡ фекер бар). Ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ Рәжәп айының ниндәйҙер көнөндә ураҙа тотор кәрәк тип, төрлө көсһөҙ (“дағиф”) хәҙистәр килтерәләр. Һижри 691 йылда вафат булған Мөхәммәт ибн Әбү Бәкр Әд-Димәшҡий тигән ғалим шулай тигән: “Рәжәп айында ураҙа йә уның ниндәйҙер төндәрендә намаҙ фазиләттәре тураһындағы хәҙистәр – барыһы ла уйҙырма ялған!”. (Ибн Ҡаййимдың “Әлмәнәрүл-мүниф” китабы).

146


Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬хаҡлығын раҫлаған ошо исра үә миғрәж мөғжизәһен иманыбыҙҙы нығытыр өсөн хәтерләйек, әлеге көндә әсир булған Аҡса мәсетенең проблемаһын тик фалыстынлылар, йә тик ғәрәп мосолмандары бәләһе тип һанамайыҡ. (Киң мәғлүмәт сараларының “ғәрәп-израиль конфликты” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡулланыуҙарына алданмағыҙ, ысынбарлыҡта был “мосолман-йәһүд конфликты”, сөнки Әл-Аҡса проблемаһы тик ғәрәптәрҙең генә эше түгел!). Әл-Хәким риүәйәт иткән бер көслө хәҙискә күрә, был мәсеттә бер намаҙ ябай намаҙҙан 250 тапҡыр хәйерлерәк. Аҡса мәсете – иң бөйөк пәйғәмбәрҙең (‫ )ﷺ‬төндә күсерелгән ере, уның тирә яғы – Аллаһ тарафынан мосолмандар өсөн бәрәкәтле ҡылынған ер! Был мәсеттә Аллаһ рәсүленең (‫ )ﷺ‬башҡа пәйғәмбәрҙәргә имам булып намаҙ ҡылыуы, һәм бәғзеләре менән күктәрҙә күрешеүе ислам диненең бөтә пәйғәмбәрҙәр дине, Аллаһ Тәғәләнең берҙән бер хаҡ дине булыуына дәлил. Ошо төндә фарыз ҡылынған, һаны биш булһа ла, әжере илле, йәғни ун тапҡыр күберәк булған намаҙыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

147


№28. Күрше хаҡы

Беренсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Ислам дине кешенең үҙ-үҙенә, икенсе кешегә һәм башҡа йән эйәһенә, Аллаһ Тәғәләгә булған мөнәсәбәтен яйға һала. Был донъяла кеше яңғыҙ йәшәмәй, ә кемгәлер күрше була. Күршенең кем булыуына ҡарамаҫтан мосолман уның менән яҡшы мөғәмәләлә булырға тейеш, сөнки был – йәмғиәттең имен, ныҡ, тыныс һәм хәүефһеҙ булыу шарты. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күршелек тураһында бик йыш әйтелә. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә: «Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ: ә ата-әсәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, яҡындағы күршегә, эргәләге дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға – изгелек ҡылыу! Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡтарҙы яратмай» – тиелә. («Ҡатындар» сүрәһе, 04: 36). Күреүегеҙсә, был аятта иң бөйөк нәмә – тәүхид – кешеләргә ҡарата булған изгелек менән бергә иҫкә алына, һәм күрше – шул кешеләр араһында. Имам Ибн Рәджәб әйтеүенсә, «был аятта Аллаһ Тәғәлә үҙенә ҡарата ҡол өҫтөндә булған яуаплылыҡты, шулай уҡ кешеләрҙең бербереһенә ҡарата булған хаҡтарын бергә әйтеп киткән». Бер хәҙистә Аллаһ рәсүле (‫ )ﷺ‬дуҫы Джибрил фәрештә тураһында шулай тигән: «Миңә Джибрил күрше тураһында шул тиклем күп кәңәштәр бирҙе, хатта мин күршегә мираҫ хаҡы билдәләнер тип уйланым». (ӘлБүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Йәғни, күршегә шул тиклем яҡшы мөғәмәләлә булырға кәрәк ки, ул үҙен һинең яҡын туғаның (мираҫыңдан хаҡы булған кешеләр) кеүек хис 148


итһен. Икенсе бер хәҙистә шулай тиелә: «Кешенең бәхете – изге күрше, тыңлаусан ат, киң өй». (Әхмәт риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тағы бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬мосолмандарға бик етди рәүештә өндәшкән: «Кем Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә ышана, шул күршеһен хөрмәт итһен»! (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге көндә күп мосолмандар күрше хаҡын аңлап етмәйҙәр һәм иң яҡын күршеләре менән дошманлашып йәшәйҙәр. Был донъя – ваҡытлыса ғына, ҡәрҙәштәр. Ниндәйҙер тауыҡтар, ҡаҙҙар, бал ҡорттары, һауыт-һаба арҡаһында күршегеҙ менән арағыҙҙы боҙмағыҙ. Күршегеҙ нәмәләлер ғәйепле булһа ла, түҙегеҙ, Аллаһ Тәғәлә хаҡына хатта үҙегеҙҙең хаҡығыҙҙан да баш тартырға әҙер булығыҙ. Күршегеҙ һеҙҙең кәртәгеҙгә сөй ҡағырға теләһә, рөхсәт итегеҙ, һеҙҙең яҡтан килгән төтөнгә, еҫкә, тауышҡа зарланһа, үсекмәгеҙ – киреһенсә, күршегеҙгә ҡамасаулаған нәмәне бөтөрөргә тырышығыҙ. «Мин һинең өсөн фәлән-фәлән эшләнем, ә һин миңә эшләмәйһең!» йә «мин һиңә ярҙам иттем, ә һин миңә итмәйһең» тип бәхәсләшмәгеҙ. Күршегеҙ һеҙгә ҡарата хаҡын тулыһынса үтәмәһә лә, һеҙ уның яуызлығына изгелек менән ҡайтарығыҙ. Күршегеҙгә ҡарата булған мөғәмәлә уға түгел – һеҙҙең үҙегеҙгә кәрәк. Бының турала пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тип өйрәтте: «Дуҫтарҙың Аллаһ алдында иң яҡшыһы – дуҫына ҡарата иң яҡшы булғаны. Күршеләрҙең Аллаһ алдында иң яҡшыһы – күршеһенә ҡарата иң яҡшы булғаны». (Әт-тирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр, ӘлӘлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ибн Муҡаффәғ тигән изге сәләфтең күршеһе бурысын ҡайтарыр өсөн өйөн 149


һатырға булған. Был ваҡыт Ибн Муҡаффәғ шул өйҙөң күләгәһендә ултырған икән. Ошо яңылыҡты ишеткәс, ул: «Әгәр күршем бурысы арҡаһында өйөн һатырға булған икән, мин уның өйөнөң күләгәһе хаҡын үтәй алмағанмындыр» – тигән дә, барып күршеһенең бурысын түләгән. Башҡорт халҡында «Күрше халҡы – Тәңре18 хаҡы» тигән әйтем бар. Ислам динендә бала саҡтан уҡ тәрбиәләнгән ата-бабаларыбыҙ күрше хаҡының бөйөк һәм етди булғанын яҡшы аңлағандар, әлбиттә. Икенсе хөтбә Күрше хаҡын ҡайғыртмаған кеше оло гөнаһ ҡыла һәм үҙен Аллаһ Тәғәләнең язаһына дусар итә. Пәйғәмбәребеҙгә (‫)ﷺ‬ көндөҙ ураҙалар тотоп, төндәрен нәфел намаҙҙар уҡыған, ләкин күршеләрен теле менән рәнйеткән ҡатын тураһында әйткәс, ул уның тураһында: «Ул утҡа эләгәсәк!» – тигән, Аллаһ һаҡлаһын! (Әл-Бүхари, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Аллаһ менән ант итәм, иманға килмәҫ!» – тип өс тапҡыр ҡабатлаған. Быны ишеткәс, сәхәбәләр аптырап: «Кем, эй Аллаһтың илсеһе?» – тип һорағандар. Пәйғәмбәр (‫)ﷺ‬: «Кемдең күршеһе уның яуызлыҡтарынан имен түгел – шул!» – тип яуап ҡайтарған. (Әл-Бүхари риүәйәт итте). Мосолман кеше күршеһенең ниндәй хәлдә булыуын ҡайғыртып торорға

Хәҙерге көндә ҡайһы бер кешеләр “Тәңре” тигән һүҙҙән ниндәйҙер “яңы дин” – тәңреселек – килтереп сығарырға тырышһалар ҙа, минең фекерем буйынса, был исем менән ата-бабаларыбыҙ нәҡ Аллаһ Тәғәләнең үҙен атағандар. Юҡһа ҡаҙаҡтарға, башҡорттарға, ҡырғыҙҙарға, үзбәктәргә һ.б. халыҡтарға билдәле булған уртаҡ һүҙҙең ниндәйҙер башҡа илаһҡа бирелеүе мөмкинме ни?.. 18

150


тейеш: «Кем туйған ваҡытта эргәһендәге күршеһе ас тора, шул мөьмин түгел» – тине пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬. (Әттирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тағы бер сахих хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬күрше ҡатыны менән зина ҡылыуҙы ауырлығы буйынса ширк һәм ҡыҙ баланы үлтереүҙән19 һуң өсөнсө урынға ҡуйған!.. Әбү Хәмид Әл-Ғазали тигән ғалим күрше хаҡы тураһында шулай тип яҙған: «Күрше хаҡының йөмләһе – уға башлап сәләм биреү, уны оҙон хәбәр менән ялҡытмау, уның хәлен төпсөнөп күп һорауҙар бирмәү, уны ауырыу ваҡытында барып күреү, бәлә килгәндә уны тынысландырып, терәк булып бергә тороу; ҡыуаныслы ваҡиға булһа, уны ҡотлау һәм был ҡыуаныста уның менән бергә булыуыңды күрһәтеү; уның хаталарын ғәфү итеү, бейек урынға менеп уның етешһеҙлектәренә ҡарамау; уның кәртәһенә нәмәлер терәп, уға ҡамасауламау; уның һыуы аҡҡан улаҡҡа нәмәлер ташламау; уның ҡаралтыһыныа тупраҡ ташламау; уның өйөнә илткән юлдарҙы ҡапламау; уның өйөнә алып ҡайтҡан нәмәләренә тикшереп ҡарамау; уның етешһеҙлектәрен йәшереү; уның менән ниндәйҙер ҡайғы була ҡалһа, уны тынысландырырға; уның ҡайҙалыр сығып киткән ваҡытында өйөн ҡарауыллап тороу; уның һөйләгән хәбәрен йәшерен рәүештә тыңламау, уның ҡатынынан ҡарашыңды ситкә бороу; уның ярҙамсы ҡатынына оҙаҡ итеп ҡарамау; уның балаһы менән яғымлы Исламға тиклемге ғәрәптәрҙә булған ҡурҡыныс һәм әшәке бер ғәҙәт. Ҡыҙ баланан файҙа булмаҫ, ул ғаилә өсөн тик йөк кенә тип һанаған мөшрик ғәрәптәр бәләкәй ҡыҙҙарҙы тереләй ергә күмер булғандар... 19

151


итеп һөйләщеү һәм диндән йә донъянан белмәгән нәмәләрен өйрәтеп тороу»... Беҙҙең күршеләребеҙҙең ни тиклем хаҡтары күп икән, ағай-эне! Ә беҙ йыш ҡына күршебеҙ менән дошман булмаһаҡ та, уға мосолман булараҡ тейешле нәмәләребеҙҙең яртыһын да үтәмәйбеҙ! Ҡиәмәт көнөндә күршеләребеҙ беҙҙән хаҡтарын талап итә башлаһа, яуап бирә алырбыҙ микән – шуны уйлап йәшәйек!.. Күршегеҙ кафыр булһа ла, уға ҡарата ғәҙел булығыҙ – бәлки һеҙҙең эштәрегеҙ һәм яҡшы мөғәмәләгеҙ уның күңелен йомшартыр һәм ул ислам ҡабул итер. Ғабдуллаһ ибн Ғәмрҙең йәһүди күршеһе булған, һәм Ғабдуллаһтың ғаиләһе һарыҡ һуйған ваҡытта, ул: «Беҙҙең йәһүди күршегә лә ит бирҙегеҙме?» – тип һорай торған. Аллаһ Тәғәлә беҙгә динебеҙҙе яҡшы өйрәнеп, күршебеҙгә ысын мосолман кеүек яҡшы мөғәмәләлә булырға яҙһын.

152


№29. Зәкәт – ислам диненең мөһим терәге

Беренсе хөтбә Ислам динендә беренсе урында торған эштәр рөкөн тип атала. Рөкөн – ул нәмәнеңдер төп нигеҙе, терәге. Бының турала пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тине: «Ислам биш рөкөнгә нигеҙләнгән: 1) «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт (‫ – )ﷺ‬Уның рәсүле» тип шәһәдәт итеү, 2) намаҙ уҡыу, 3) зәкәт түләү, 4) Рамаҙан айында ураҙа тотоу һәм 5) Аллаһ йортона хаж ҡылыу» (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Күреүегеҙсә, ошо эштәр араһында Аллаһ Тәғәлә зәкәтте иҫкә алған. Зәкәт – байҙарҙан алынып ярлыларға бирелә торған байлыҡ миҡдары. Зәкәт теләһәң бирелә, теләмәһәң бирелмәй торған нәмә түгел, ул һәр бай мосолман өсөн – фарыз ғәмәл. Уның әһәмиәтен аңлау өсөн шуны белеү ҙә етә: Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә зәкәтте намаҙ менән бергә 27 тапҡыр ҡушып иҫкә ала. Мәҫәлән: «Намаҙға тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ, рәҡәғәт ҡылыусылар менән рәҡәғәт ҡылығыҙ» («Һыйыр» сүрәһе, 02: 43). «Намаҙ тороғоҙ һәм зәкәт түләгеҙ, һәм рәсүлгә буйһоноғоҙ – моғайын, рәхмәт ҡылынғандарҙан булырһығыҙ» («Нур» сүрәһе, 24: 56). «Уларға, хәнифтәр булып, Уның алдында дингә ихлас булып, Аллаһҡа ғына ғибәҙәт итергә, намаҙ уҡырға, зәкәт түләргә бойоролдо. Ошо -- тоғро дин». («Асы аят» сүрәһе, 98: 5). Күреүебеҙсә, Ҡөрьән һәм сөннәт зәкәтте ислам диненең айырылмаҫ өлөшө итеп күрһәтә. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬Аллаһ хозурына күскәс, ҡайһы бер ғәрәптәр зәкәт түләргә баш тартты. Был заманда хәлифә, мөьминдәр башлығы булған Әбү Бәкр уларға ҡаршы яу асырға йыйынды. Әбү Бәкрҙең 153


дуҫы булған бөйөк сәхәбә Ғүмәр унан: «Нисек һин Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, ә Мөхәммәт (‫ )ﷺ‬уның пәйғәмбәре тип шаһитлыҡ ҡылған кешеләр менән һуғышасаҡһын?!» – тип һораны. Әбү Бәкр уға: «Зәкәт “Аллаһтан башҡа илаһ юҡ” тиеүҙең хаҡы түгелме ни?! Аллаһ менән ант итәм, зәкәтте намаҙҙан айырған кешеләр менән мотлаҡ һуғышасаҡмын! Аллаһ менән ант итәм, әгәр улар элек Аллаһ рәсүленә биргән бер генә бәрәсте лә миңә бирмәһәләр, улар менән һуғышасаҡмын!». Был яуапты ишеткән Ғүмәр һуңынан: «Бынан һуң мин Аллаһ Тәғәләнең Әбү Бәкр йөрәген яуға йүнәлтеүен күрҙем һәм бының хаҡ булыуын аңланым» – тине. Бөгөн зәкәт түләмәгән кешеләрҙе Әбү Бәкр күрһә, уларға нимә тиер ине? Зәкәткә лайыҡ булға кешеләрҙе Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә үҙе һанап киткән: «Садаҡалар (йәғни, зәкәт – И. Х.) – фәҡирҙәргә, меҫкендәргә, уны йыйыусыларға, күңелдәре йәлеп ителгәндәргә, ҡолдарҙы азат итеү өсөн, бурыслыларға, Аллаһ юлына, мосафирҙарға – Аллаһтан йөкмәтелгән бурыс итеп. Аллаһ Белеүсе, Хикмәтле!». («Тәүбә» сүрәһе, 9: 60). Был аятта ниндәй кешеләр тураһында әйтелгәнде асыҡлап китәйек. «Фәҡирҙәр» һәм  «меҫкендәр» – бер төрлөрәк мәғәнәлә, йәғни ныҡ ярлы кешеләр, ләкин ғәрәп телендә фәҡир мескендән мохтажыраҡ. Бындай кешеләргә зәкәт малынан үҙҙәренә һәм ғаиләләренә етәрлек аҡса бүленергә тейеш.  «Зәкәт йыйыусылар» – ошо зәкәтте йыйып ҡаҙнаға килтереп биреүселәр. Улар башҡа эш менән шөғөлләнә алмағанлыҡтан, зәкәт малынан эш хаҡы алалар.  «Күңелдәре йәлеп ителгәндәр» – үҙ халҡы араһында һүҙҙәре үткән абруйлы кешеләр. Уларҙан башҡа кешеләр 154


үрнәк алыусан була – иманға килһәләр, улар ҙа иманға килә, көфөрлөктә ҡалһалар, улар ҙа кафыр булып ҡала. Ислам дине шундай кешеләрҙе иманға йәлеп итеп, башҡа халыҡҡа иманға юл асыу сараһын зәкәт аша ҡайғыртҡан.  «Ҡолдарҙы азат итеү өсөн» – тимәк, ниндәйҙер кеше үҙен ҡоллоҡтан азат итергә теләһә, ул зәкәт алырға лайыҡ. Был һүҙҙәр аңламына кафырҙарға әсир булып төшкән мосолмандар ҙа керә. Әгәр кемдер уларҙы аҡса түләп тотҡонлоҡтан ҡотҡарырға теләһә, быны зәкәт аҡсаһы ярҙамында эшләй ала.  «Бурыслыларға» – кемдеңдер бурыстары күп булып, уларҙы үтәй алмаһа, уға зәкәт малынан ярҙам бүленә.  «Аллаһ юлына» – мосолман илен, уның сиктәрен, ислам динен дошмандарҙан һаҡлап йыһат ҡылыусы яугирҙәргә зәкәт малынан бирелә.  «Мосафирҙар» – ватандарынан икенсе илгә китеп, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында унда аҡсаһыҙ ҡалған мосолмандар. Улар үҙ илдәрендә бай кешеләр булһалар ҙа, ҡайтып китер өсөн зәкәт малынан ярҙам алырға лайыҡтар. Икенсе хөтбә Ҡөрьән беҙгә хәбәр итеүенсә, зәкәт биргән кеше үҙенең байлығын шөбһәле малдан, ә күңелен гөнаһтарҙан таҙарта: «Уларҙың малдарынан садаҡа (йәғни, зәкәт – И. Х.) ал, уларҙы шуның менән сафларһың һәм пакларһың. Улар өсөн доға ҡыл, һинең доғаң улар өсөн тынысланыу бит. Аллаһ Ишетеүсе, Белеүсе!». («Тәүбә» сүрәһе, 9: 103). Шулай уҡ: «Һәм кешеләрҙең байлығында ишәйһен тип рибә менән биргән нәмәгеҙ Аллаһ ҡаршыһында үҫмәй. Ә кем Аллаһтың йөҙөн өмөт итеп зәкәт бирә – улар 155


икеләтә арттырыусылар». («Румиҙар» сүрәһе, 30: 39) – тиелгән. Ә кем зәкәт малын түләмәй, шуға Аллаһ Тәғәлә әхирәттә ҡаты яза вәғәҙә иткән: «...Ә алтын һәм көмөш йәшереп, уларҙы Аллаһ юлында сарыф ҡылмағандарҙы интектергес ғазап менән һөйөнсөлә, был алтын-көмөш тамуҡ утында ҡыҙҙырылып, уның менән уларҙың маңлайҙары, арҡалары һәм ҡабырғалары тамғаланасаҡ көндө! Был – һеҙҙең үҙегеҙгә йыйған нәмәгеҙ. Инде татығыҙ йыйғанығыҙҙы!». («Тәүбә» сүрәһе, 9: 34 – 35). Ибн Ғүмәр был аятҡа аңлатма биреп: «Зәкәте сығарылған мал ете ер аҫтында булһа ла йәшерелгән байлыҡ булып һаналмаҫ, ә зәкәте бирелмәгән мал – күренеп ятһа ла йәшерелгән мал булыр» – тигән. Тағы бер аятта Аллаһ Тәғәлә байлыҡтарын йәшереп зәкәт үтәмәгән кешеләр тураһында шулай ти: «Уларға Аллаһ биргән рәхмәттән бөхилләнеүселәр был үҙҙәре өсөн хәйер, тип уйламаһын. Юҡ, был уларға яуызлыҡ! Бөхиллек ҡылған нәмәләре ҡиәмәт көнөндә уларға муйынсаҡ итеп кейҙерелер; күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр Аллаһҡа мираҫ; һәм Аллаһ һеҙ эшләгән эштәрҙән Хәбәрҙар!». («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3: 180). Ошо аятты аңлатҡан бер хәҙис бар: «Кемгә Аллаһ Тәғәлә мал бирә, ә ул уның зәкәтен түләмәй, Ҡиәмәт көнөндә шул мал ике миңле пеләш йылан булып пәйҙә була ла, уны сарып алып, ауыҙының мөйөшөнән эләктерә һәм “Мин һинең йәшерелгән малың!» – ти. («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтығынан). Аллаһ Тәғәләнең әмерҙәрен үтәп йәшәүсе кеше бер ҡасан да үкенмәҫ. Малынан зәкәт сығарған кеше ярлыға әйләнмәҫ – киреһенсә, ул үҙенең байлығына бәрәкәт 156


килтерер. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Мал садаҡа арҡаһында кәмемәҫ» – тине (Мүслим хәҙис йыйынтығынан). Шулай уҡ ул: «Һәр кеше Ҡиәмәт көнөндә садаҡаһы күләгәһендә буласаҡ» – тине (Әхмәт, Ибн Хиббән, Әт-Табарани һ. б. риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тағы бер хәҙистә: «Халыҡ малдарының зәкәтен бирмәһә, күктән ямғырҙан мәхрүм булырҙар» – тине (ӘлӘлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Зәкәт бирмәүебеҙ арҡаһында Аллаһтың донъяуи һәм әхирәт язаһына дусар булып ҡуймайыҡ, донъя малын үҙебеҙгә үкенес түгел, ә ҡыуаныс һәм ҡотолоу сараһына әйләндерәйек. Шуны ла хәтерләтәйем: күп кенә ҡәрҙәштәребеҙ зәкәтте хәйер менән бутайҙар. Зәкәт – ул билдәле ваҡытта, билдәле мал төрөнән һәм билдәле миҡдарҙа түләнә, ә хәйерҙе ҡасан булһа ла, күпме булһа ла биреп була. Динебеҙҙе яҡшы белергә насип итһен, әмин.

157


№30. Шәғбән айы тураһында…

Беренсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Аллаһ Тәғәлә Үҙе яратҡан ваҡыттарҙан һәм урындарҙан ҡайһыларын икенселәренән өҫтөнөрәк ҡылған һәм билдәле ғибәҙәт төрҙәре менән билдәләгән. Бына әле беҙ бөйөк Рамаҙан айынан алда торған Шәғбән айына кереп торабыҙ. Ислам диненең мөһим терәге булған ураҙаға кермәҫ борон, Шәғбән айына ҡылынасаҡ әҙерлек тураһында һөйләшеп китәйек. Ике иң көслө хәҙис йыйынтыҡтарында – Әл-Бүхари һәм Мүслимдә – әйтелгәнсә, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬иң күп нәфел ураҙаларҙы Шәғбән айында тотҡан. Бер көндө Үсәмә ибн Зәйд тигән сәхәбә уға: «Һине Шәғбән айында ураҙа тотҡаның кеүек бер ниндәй айҙа ла күргәнем юҡ» – тигәс, ул шулай тине: «Рәжәп һәм Рамаҙан айында булған был айҙа кешеләр вайымһыҙ була, ә бит уның ваҡытында ғәмәлдәр ғәләмдәр Раббына күтәрелә. Мин иһә ғәмәлдәрем күтәрелгән ваҡытта ураҙала булырға теләйем» (ӘнНәсәи, Әхмәд риүәйәт иттеләр, Хузәймә, Әл-Әлбәни һәм Әл-Әрнаут имамдар был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Икенсе бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Аллаһ Тәғәлә Шәғбән айының уртаһында үҙ халҡына ҡарай ҙа, мөшрик һәм йөрәгендә нәфрәт ташыуысы кешенән башҡаларҙы ғәфү итә» (Был хәҙисте Ибн Мәджә риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тағы ла Әл-Бәйһәҡи һөйләгән бер хәҙистә шулай тиелгән: «Шәғбән уртаһының төнө башланһа, Аллаһ Тәғәлә үҙ ҡолдарына ҡараш ташлай ҙа, мөьминдәрҙе ғәфү итә, 158


кафырҙарға тағы ла ваҡыт бирә, ә нәфрәт менән йәшәгән кешеләрҙе үҙ нәфтрәттәрен ташлағансы ҡалдырып тора» (Әл-Әлбәни был хәҙисте «яҡшы» тип баһаланы). Шуға ошо айҙа төрлө гөнаһтарҙан һәм мосолмандарҙы күрә алмауҙан таҙарынырға, Рамаҙан айы башланмаҫ борон яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлар кәрәк. Мосолман ҡәрҙәшеңде күрә алмау – ул Аллаһ Тәғәләнең ярлыҡауы һәм мәрхәмәтен кире этеүсе гөнаһтарҙың береһе, һәм ул беҙ килтергән хәҙистә айырым иҫкә алынған. Икенсе бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Дүшәмбе һәм кесаҙна көндәре йәннәт ишектәре асыла, һәм Аллаһ ширк ҡылмаған һәр ҡолон ғәфү итә. Ләкин ниндәйҙер ҡәрҙәше менән ыҙғышҡан кешене ул ҡалдырып тора һәм: “Был икәү дуҫлашҡансы көтөп тороғоҙ!” – ти» (Мүслим риүәйәт итте). Шәғбән айының уртаһы тураһында алдараҡ әйткән хәҙис булһа ла, был төндә бер ниндәй ҙә ғибәҙәт төрө бойоролмаған. Ул беҙгә Рамаҙан айының яҡынлашыуын тағы ла берҙе иҫкә алырға бер сәбәп. Шуға ябай халыҡ араһында киң таралған «Бәрә’әт төнө» тигән бидғәткә иғтибар итмәгеҙ. Бөйөк ғалим Ибн Тәймийә әйтеүенсә: «Шәғбән айының уртаһындағы төндә мәсеттәрҙә йыйылышып ғибәҙәттәрҙә тырышыу – бидғәттер». Быны эшләгән кешеләр бәлки көсһөҙ (!) хәҙискә таяналарҙыр: «Шәғбән айының уртаһы килеп еткәс, көндөҙ ураҙа тотоғоҙ, ә төнөн намаҙға тороғоҙ». Шулай уҡ Шәғбән уртаһында ҡайһы бер мосолмандар яңылышлыҡ менән «Әлфи́йә» тигән намаҙ уҡыйҙар. Был намаҙҙа йөҙ рәкәғәт бар, ә һәр рәкәғәттә «Фәтихә»нән һуң «Ихлас» сүрәһе ун тапҡыр уҡыла. Бындай төрлө намаҙ пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ 159


сөннәтенән алынмаған, ә Ибн Әбү Әл-Хәмрә́ тигән кеше тарафынан уйлап сығарылған. Ә Шәғбән айының уртаһында ураҙа тотоу – ул һәр айҙың «аҡ көндәрендәге» (13, 14, 15 көндәр) ураҙа кеүек сөннәт. Аллаһ Тәғәлә беҙгә динде дөрөҫ аңлап, ғибәҙәттәребеҙҙе теүәл үтәргә ярҙам итһен, Үҙе яратҡан айҙарҙы һәм көндәрҙе изге эштәр менән үткәрергә яҙһын, беҙҙе пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬хаҡ юлы Сөннәттән айырмаһын һәм төрлө бидғәтаҙашыуҙарҙан һаҡлаһын. Әмин! Икенсе хөтбә Мосолман ҡәрҙәштәрем! Ошо айҙа пәйғәмбәребеҙҙән үрнәк алып (‫ )ﷺ‬ураҙаларҙы йышыраҡ тотһағыҙ ҙа, Шәғбән айын Рамаҙан менән ялғамағыҙ, сөнки көслө бер хәҙистә ошолай тиелгән: «Берегеҙ ҙә Рамаҙан айынан алда бер йә ике көн ураҙа тотмаһын. Иллә мәгәр кешенең һәр ваҡыт тотҡан ураҙаһы булһа ғына, шул көнөн тотһон» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Йәғни, кеше һәр дүшәмбе һәм кесаҙна, йә көн аша, йә үткән Рамаҙандан ҡалған бурыс көндәрен тота икән, шул ваҡыт ул көндәрҙең Шәғбән аҙағына тура килеүе ҡурҡыныс түгел. Тимәк, ошо мөбәрәк айҙа беҙ Рамаҙанға айырыуса яҡшы әҙерләнергә тейешбеҙ: динебеҙҙе төплө өйрәнеп, аҡидабыҙҙы дөрөҫләргә; пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сираһын – тормош юлын – тағы ла берҙе уҡып, уның ғәмәлдәренән үрнәк алырға һәм ул тотҡан юлға яҡынайырға; эштәребеҙҙә, һүҙҙәребеҙҙә һәм хатта уйҙарыбыҙҙа булған бөтә ширк төрҙәрен – кесеһен дә, олоһон да юйып ташлап, күңелебеҙҙәге тәүхидте нығытырға; һәм кем менәндер 160


мөнәсәбәтебеҙ боҙолған булһа, шул кеше менән дуҫлашып, кәрәкһә – ғәфү үтенеп, кәрәкһә – бурысыбыҙҙы ҡайтарып, арабыҙҙағы ҡәрҙәшлекте ипкә килтеререгә. Күңелдәребеҙ таҙа булһын, уларҙа ниндәйҙер эшкинмәгән сәбәп арҡаһында кереп ултырған нәфрәт булмаһын, мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә ҡарата мөхәббәт тойоп, улар өсөн доға ҡылып, уларҙың уңыштарына шатланып йәшәйек. Юлыбыҙҙа Аллаһ Тәғәләне танымаған кешеләр осраһа, уларға хаҡ динебеҙҙе аңлатып, һүҙҙәребеҙ, эштәребеҙ һәм хатта тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән ислам диненең матурлығын күрһәтергә тырышайыҡ. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬өйрәткәнсә, ғаиләбеҙҙә яҡшы ир, атай, бала булайыҡ. Туғанлыҡты өҙмәйек, сөнки туғандарҙың хаҡы Аллаһ Тәғәлә алдында – бөйөк! Күршеләребеҙҙе рәнйетмәйек, сөнки уларҙың хаҡы Аллаһ Тәғәлә алдында – бөйөк! Уҡытыусыларыбыҙға һәм имамдарыбыҙға яҡшы мөғәмәләлә булайыҡ, сөнки динде өйрәткән ҡәрҙәштәребеҙҙең хаҡы Аллаһ Тәғәлә алдында – бөйөк! Динебеҙ исламды һәм бөтөн мосолман өммәтен ҡайғыртып йәшәргә тырышайыҡ, исламды ошо донъяның һәр мөйөшөнә еткерәм тип, аҡсаларын, ваҡыттарын, хатта үҙ-үҙҙәрен йәлләмәгән сәхәбәләргә оҡшарға ынтылайыҡ! Ғөмүмән, үҙебеҙҙә мосолман сифаттарының барыһын да булдырайыҡ, кафырҙар менән оҡшашлыҡтың һәммәһен дә бөтөрәйек. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе тик файҙалы эштәр менән генә булышырға йүнәлтһен, ә файҙаһыҙ йә бөтөнләй зарарлы эштәрҙән алып ҡалһын. Беҙҙең эргәбеҙҙәге яуыз кешеләрҙе беҙҙән йырағайтһын, ә дуҫтарыбыҙҙы тик тәҡүәле мосолмандарҙан йыйһын. Шул дуҫтар беҙгә йәһәннәмдән алыҫлашып йәннәткә яҡынайырға ярҙам итһендәр, Аллаһ 161


Тәғәләне онота башлаһаҡ, Уны хәтерләтһендәр, етешһеҙлектәребеҙгә күҙҙәребеҙҙе асырға ярҙам итһендәр, Раббыбыҙ, уның китабы Ҡөрьән, Уның илсеһе Мөхәммәт Рәсүлүлла́һҡа (‫ )ﷺ‬мөхәббәтебеҙҙе арттырырыға булышлыҡ итһендәр, беҙгә гөнаһтарға ҡарата нәфрәт тойоп, изге ғәмәлдәргә ҡарата һөйөү тойорға ярҙамсы булһындар! Ошо яҡындарыбыҙ менән был донъяла ғына түгел, әхирәттә лә бергә булырға, унда мәңге бөтмәҫ йәннәт баҡсаларында шатланып көн итергә яҙһын. Әмин.

162


№31. Рамаҙан айының фазиләттәре – 1

Беренсе хөтбә Мөхтәрәм йәмәғәт! Бына инде Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән Рамаҙан айына ла килеп керҙек. Ошо ниғмәт өсөн Раббыбыҙға бөтмәҫ-төкөнмәҫ маҡтауҙарыбыҙ булһын – нисәмә кеше үткән Рамаҙандан сығып быйылғыһын күрә алмай китте!.. Ә беҙгә Мәрхәмәтле Раббыбыҙ тағы ла Уның ризалығына өлгәшеү өсөн яңы форсат бирҙе. Рамаҙан айы – динебеҙҙең төп бер рөкөнөн – фарыз ураҙаны – үтәргә билдәләнгән ваҡыт һәм Аллаһтың иң бөйөк ниғмәттәренең береһе. Был ай – ураҙа тотоу, тәрәүи́х һәм башҡа нәфел намаҙҙар ҡылыу, хәйер-садаҡалар таратыу, Ҡөрьән уҡыу айы. Бихисап хәҙистәрҙә бәйән ителгәнсә, был айҙа йәннәт ишектәре асыла, йәһәннәм ишектәре ябыла, шайтандар сипкә ултыртыла, изге ғәмәлдәр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолмандарҙың дәрәжәләре күтәрелә, уларҙың гөнаһтары ғәфү ителә, Раббыбыҙҙың ниғмәттәре ишәйә. Был мөбәрәк айҙа пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙе лә ураҙа тотҡан, сәхәбәләренә лә быны бойорған. Кем был айҙы камил иман һәм өмөт менән ураҙа тотоп үткәрә, шуның үткән гөнаһтары ғәфү ителер, тип хәбәр иткән. Шулай уҡ кем Рамаҙан айын камил иман һәм өмөт менән төнгө намаҙҙар ҡылып үткәрә, шуның алдағы гөнаһтары ғәфү ителер, тип шатландырған. Был изге айҙа Ҡәҙер кисе бар, кем шул төндө ғибәҙәттәр менән, камил иман һәм өмөт менән үткәрә, шуның алдағы гөнаһтары юйылыр, тип һөйөндөргән беҙҙе Рәсүлүлла́һ Мөхәммәт Мостафа пәйғәмбәребеҙ (‫ !)ﷺ‬Был мөбәрәк айҙы ҡәҙерләп, файҙалы итеп үткәрергә тырышайыҡ. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ бер хәҙисендә бойорғанса: 163


«Өмөтһөҙлөк һәм хәсрәткә төшөр кеше, Рамаҙан айына тиклем йәшәп етеп тә, Аллаһтың ярлыҡауына өлгәшмәһә!» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Шундай хәсрәткә дусар булғандарға түгел, ә киреһенсә, Рамаҙан айында уттан ҡотҡарылғандар төркөмөнә эләгергә яҙһын, әмин! Мөхтәрәм йәмәғәт! Беҙ шаһит булған Рамаҙан айында Раббыбыҙ беҙгә уразаны фарыз ҡылды, һәм Үҙ Китабында «Эй һеҙ, иман килтергәндәр! Һеҙгә тиклем йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде – Аллаһтан ҡурҡыусылаҙан булыуығыҙ өсөн» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 183), – тине. Раббыбыҙҙың ошо һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, ураҙа фарызын еренә еткереп үтәп, Аллаһтан ҡурҡыуҙы – тәҡүә́не – күңелдәребеҙҙә тәрбиәләйек. Ысынлап та, Аллаһтан ҡурҡа белмәгән кешелә һис тә хәйер булмаҫ. Аллаһтан ҡурҡыу – етешһеҙлек түгел, ул бер кешенең икенсе кешенән ҡурҡыуы менән бәрәбәр түгел. Тик Аллаһтан ҡурҡыу – ул мосолман сифаты, ә Аллаһтан ҡурҡмау – ул кафырҙарға хас нәмә. Аллаһтан ҡурҡмаусы кешене ҡыйыу кеше тип уйламағыҙ – кем Раббыһынан ҡурҡмай, ундай кешене Аллаһ тәғәлә бар нәмәнән дә ҡурҡытыр, ә кем тик Аллаһтан ҡурҡһа, ул кеше башҡа бер кемдән дә һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫ! Ошо Аллаһтан ҡурҡыу тойғоһон – тәҡүә́не – үҫтереүсе изге сараларҙың береһе – ураҙа тотоу. Ураҙа тотоуҙоң бынан башҡа ла файҙалары күп – мәҫәлән, мосолман үҙ күңелен төрлө насар сифаттарҙан арындыра – түҙемһеҙлек, ялҡаулыҡ, нәфсегә эйәреү урынына, ул үҙендә сабырлыҡ, эшһөйәрлек, рух көсө ҡаҙана. Йыш ҡына халыҡ араһында 164


«беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ йәйҙең эҫе мәлендә ураҙа ла тотҡан, бесән дә сапҡан» тип аптыраған кешеләрҙе ишетергә була. Ә бит беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ниндәйҙер сит планетанан килгән кеше булмағандар – ошо уҡ шарттарҙа йәшәгән, шул уҡ үләнде сабып, шул уҡ эштәрҙе башҡарғандар. Уларҙың ашамлыҡтарына килгәндә, һөйләйһе лә түгел, мөхтәрәм йәмәғәт – беҙ ашаған ҡайһы бер нәмәләрҙе улар ғүмерҙәрендә лә күрмәгән. Шулай булғас, ниңә ҡайһыларыбыҙ «ураҙа тота алмайым – эшем ауыр» тип аҡлана икән? Юҡ, ҡәрҙәшем, һылтауҙар табып, Аллаһ Тәғәлә бойорған фарыз ураҙанан, исламдың иң төп эштәренең береһенән ҡасма! Йәй көндәренә тура килгән Рамаҙан айында беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ ураҙаларын тотҡан һәм көндөң яҡты сәғәттәре бигерәк оҙон тип тормағандар! Улар булдырғанды беҙ ҙә булдыра алырбыҙ, ин шә Аллаһ! Икенсе хөтбә Ысынлап та, беҙҙең яҡта йәй миҙгелендәге ураҙа оҙон. Ләкин Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә әйткәнсә, «Ҡыйынлыҡтан һуң еңеллек булыр». Башҡортостанда көҙ айҙарында ла, яҙ айҙарында ла ураҙа ваҡыты ҡыҫҡа, ә ҡыш айына килгәндә, ундағы ураҙа төшкө ашһыҙ үткәрелгән көн һымаҡ ҡына. Хәйер, кеше ураҙаның сауабын бөтә күңеле менән там аңлаһа, бер ниндәй ҡыйынлыҡтарға ла аптырап тормаҫ ине. Ошо хәҙистәргә иғтибар итәйек. «Аллаһ Тәғәлә әйткән: “Әҙәм балаһының бар эштәре лә – үҙе өсөн. Ураҙанан башҡа – ул Минең өсөн, һәм уның сауабын Мин үҙем бирәсәкмен!”. Ураҙа – ул ҡалҡан, һәм кемегеҙҙер уны тотһа, ирешмәһен һәм тауышланмаһын, 165


ә уның үҙен кемдер әрләй башлаһа йә уның менән һуғышырға ынтылһа, “Мин – ураҙала! ” тип әйтһен. Мөхәммәттең (‫ )ﷺ‬йәне ҡулында булған (Аллаһ) менән ант итәм: ураҙалы кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ хозурунда миск еҫенән дә тәмлерәк! Ураҙа тотҡан кешенең ике ҡыуанысы булыр: ауыҙын асҡанда, ифтарына ҡыуаныр, Раббыһын осратҡан көн иһә ураҙаһы өсөн ҡыуаныр» (Әл-Бүхари һәм Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Был хәҙистең имам Мүслим килтергән риүәйәтендә шундай өҫтәмә бар: «Әҙәм балаһының һәр эше өсөн сауап ун ҡаттан ете йөҙ ҡатҡа тиклем арттырылыр, әммә Аллаһ Тәғәлә шулай тигән: “Ураҙанан башҡа – ул минең өсөн, һәм уның сауабын Мин үҙем бирәсәкмен!”. Кеше бит үҙ теләктәренән һәм ашамлығынан Минең өсөн баш арта». Икенсе бер хәҙистә әйтелгәнсә, ураҙа кешене Ҡиәмәт көнөндә яҡлаясаҡ. Абдуллаһ ибн Ғүмәр һүҙҙәренән риүәйәт ителгәнсә, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тине: «Ураҙа һәм Ҡөрьән ҡол өсөн Мәхшәр көнөндә яҡлашасаҡ. Ураҙа: “Йә Рабби, мин уны ашауҙан һәм төрлө теләктәрҙән мәхрүм иттем, миңә уның өсөн яҡлашырға рөхсәт ит”. Ә Ҡөрьән: “Мин дә уны төнгө йоҡоһонан мәхрүм иттем, миңә лә уның өсөн яҡлашырға рөхсәт ит” – тип әйтер. Шулай итеп икеһе лә кешегә шәфәғәт ҡылырҙар». (Имам Әхмәт, Әт-Табарани, көслө хәҙис). Тағы бер хәҙистә шулай тиелгән: «Рамаҙан айының беренсе төнө кереү менән шайтандар һәм баш күтәргән ендәр сипкә ултыртыла, йәннәт 166


ишектәре асыла һәм уларҙың береһе лә ябылмай, ут ишектәре ябыла һәм уларҙан бер ишек тә асылмай. Һөрән һалыусы (фәрештә): «Эй, яҡшыға ынтылыусы, эшеңде башла! Эй, яманға ынтылыусы, туҡтап тор!» – тип әйтер. Аллаһ Тәғәлә һәр төн һайын кешеләрҙе уттан ҡотҡарыр». (Имам Әхмәт, Әт-Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ). Эй, мосолман ҡәрҙәшем! Был мөбәрәк айға тиклем йәшәп етеүең – бәлки һинең йәннәткә керергә иң ҙур, ләкин һуңғы форсатыңдыр... Киләһе йылға тиклем йәшәп етеүебеҙ – гарантияланған нәмә түгел. Ошо көнгә тиклем намаҙҙарға, ураҙаға, зәкәткә – ғөмүмән дингә вайымһыҙлыҡ күрһәткән булһаң, йәшәйешеңде үҙгәрт. Шәүлә кеүек донъяуи теләктәр артынан сабыуыңды туҡтатып тор. Сауҙа, бурыстар, бизнес, төҙөлөштәр тураһында уйҙарыңды икенсе рәткә ҡуйып тор ҙа, йөрәгеңде әхирәткә йүнәлт. Йылдың ниндәйҙер айында беҙҙең иманыбыҙ нығыраҡ булырға тейеш бит, ә шул ай Рамаҙан булмаһа, икенсе ваҡыт була алыр микән?..

167


№32. Рамаҙан айының фазиләттәре – 2

Беренсе хөтбә Бына беҙ Рамаҙан айының бер нисә көнөн оҙатып ебәрҙек. Тотҡан ураҙаларыбыҙҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итеп алһын, әмин. Был ай мосолмандар өсөн иң мөһим айҙарҙың береһе, сөнки унда динебеҙҙең биш рөкөнөнөң береһе – фарыз ураҙа үтәлә. «Эй һеҙ, иман килтергәндәр! Һеҙгә тиклем йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде – Аллаһтан ҡурҡыусыларҙан булыуығыҙ өсөн», – тиелгән Ҡөрьәндә. («Һыйыр» сүрәһе, 183 аят). Көслө хәҙистә әйтелгәнсә: «Ислам биш рөкөнгә нигеҙләнгән: 1) “Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт – Уның рәсүле” тип шәһәдәт итеү, 2) намаҙ уҡыу, 3) зәкәт түләү, 4) Рамаҙан айында ураҙа тотоу һәм 5) Аллаһ йортона хаж ҡылыу» (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ниндәйҙер өйҙөң бер рөкөнө (нигеҙ ташы) йығылһа, ул өй ҙә емереләсәк. Шулай уҡ Рамаҙан айындағы ураҙаны инҡар иткән кеше – намаҙ уҡыһа ла – диндән сығып китә. Рамаҙан ураҙаһын еренә еткереп тотҡан кеше бынан алдағы гөнаһтарынан таҙарынасаҡ: «Кем Рамаҙан ураҙаһын ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән тотоп сыҡһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер. Кем Рамаҙан айында ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер. Кем Ҡәҙер кисендә ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер», – тиелгән хәҙистә. (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис 168


йыйынтыҡтарынан). Шулай уҡ: «Рамаҙан айы килһә, йәннәт ишектәре асыла, ут ишектәре ябыла, шайтандар бығауға ултыртыла», – тиелгән. (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). Шулай уҡ: «Ураҙа – ул ҡалҡан. Ураҙа тотҡан кеше ирешмәһен, яһил кеше һымаҡ ҡыланмаһын. Әгәр уның менән кемдер һуғышырға йә ирешергә теләһә, ул: “Мин ураҙала, мин ураҙала” – тип ике тапҡыр әйтһен. Минең йәнем ҡулында булған Аллаһ менән ант итәм: ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ хозурында миск еҫенән дә хушлыраҡ. Аллаһ Тәғәлә әйтә: “Ураҙа тотоусо үҙ ашынан, эсемлегенән, шәһүәттәренән Минең өсөн баш тарта. Ураҙа – Миңә, һәм уның өсөн Мин үҙем бүләкләйем. Ә бер яҡшы эш өсөн ун ҡат бирелер», – тиелгән. (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). «Ураҙа – ул ҡалҡан» тигән һүҙ был ғибәҙәттең йәһәннәмдән һаҡланыу икәнен күрһәтә. Икенсе бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Кем Аллаһ юлында20 бер көн ураҙа тота, шуның йөҙөн Аллаһ Тәғәлә уттан етмеш йылға йырағайта». (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Әбү Үмәмә исемле сәхәбә пәйғәмбәребеҙгә (‫« )ﷺ‬Миңә берәй ғәмәл бойор, һинән алып ҡалайым» – тигәс, ул: «Ураҙа тот, уға тиң нәмә юҡ!», – тине. (Ән-Нәсәи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙҙең (‫)ﷺ‬ хәбәр итеүенсә: «Йәннәттә бер ишек бар, уның исеме “Раййән”. Ул ишеккә Ҡиәмәт көнөндә ураҙа тотоусолар Ғәрәп телендә «Аллаһ юлында йөрөү» (‫ )في سبيل للا‬йыһат ҡылыуҙы аңлата. Ләкин был һүҙҙең киң аңламы ла күҙ уңында тотола ала – «Аллаһ юлында» – тимәк, рийә́һеҙ, ысын күңелдән. 20

169


инеп китер, ә уларҙан башҡа бер кем дә инмәҫ...». (ӘлБүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шулай итеп, Рамаҙан айында беҙгә гөнаһтарыбыҙҙан таҙараныу өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла. Ҡылған гөнаһтарыбыҙ өсөн үкенеп, тәүбә ҡылып, ураҙаға кереп китәйек. Әгәр бынан алда намаҙ уҡымаған булһағыҙ, уны тиҙерәк өйрәнеп алып, биш намаҙға баҫығыҙ. Рамаҙан айында шайтандар бығаулана, тимәк уларҙың тәьҫире лә кәмей – шундай ваҡытты ҡулланып ҡалырға ашығайыҡ! Бөтә ислам донъяһы Ҡөрьәнгә, намаҙҙарға, зикергә бирелгәндә, беҙ ҙә ситтә ҡалмайыҡ! Икенсе хөтбә Ураҙа тотоусоноң әҙәбе тураһында ла һөйләп үтәйек. Ураҙа тотҡан кеше таң атыуҙан (иртәнге намаҙ кергәндән) ҡояш байығансы (аҡшам намаҙ кергәнгә тиклем) ашамаҫҡа, эсмәҫкә, енси яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа тейеш. Ләкин ураҙа ғибәҙәте был ғәмәлдәргә генә ҡайтып ҡалмай – ураҙалы кешенең рухи хәләте лә башҡа көндәрҙән айырылып торорға тейеш. Рамаҙан айында намаҙҙарҙы теүәл ҡылырға тейешбеҙ; ғәйбәт һөйләп йә тыңлап, харам нәмәгә ҡарап (мәҫәлән, сит ҡатындарға), ғөмүмән, ниндәйҙер гөнаһ ҡылып йөрөргә тейеш түгелбеҙ. Юҡҡа ғына пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Кем нахаҡ һүҙ һәм шул һүҙгә ярашлы эштәрен ташламай, шуның ашамлыҡ һәм эсемлеген ҡуйып тороуона Аллаһтың хәжәте юҡ», – тимәгән бит. (ӘлБүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шуға ла ураҙала булған кешегә: «...ирешмәһен, яһил кеше һымаҡ ҡыланмаһын» тип бойоролған. Джәбир исемле ғалим шундай кәңәш биргән: «Ураҙа тотһаң, ҡолаҡтарың, 170


күҙҙәрең, телең дә ураҙала булһын. Ялған һүҙҙәр һәм гөнаһтарҙы ташла, күршеңде рәнйетмә, ҡиәфәтеңдә етдилек һәм тыныслыҡ күренһен. Ураҙа көнөң менән ябай көнөңдө береш, оҡшаш итмә». Ураҙаға кермәҫ борон сәхәр ашын ашау хуп күрелә. (Иң аҙында һыу ғына булһа ла эсеп алығыҙ). Был – мосолмандарҙы яһүд менән христандарҙан айыра торған үҙенсәлек. Сәхәр тураһында пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Сәхәр ашағыҙ (эсегеҙ). Сәхәрҙә бәрәкәт бар!» – тигән. (ӘлБүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шулай уҡ ураҙа әҙәбенең береһе – ауыҙ асыуҙы (фытр, йәғни ураҙанан сығыуҙы) иртәрәк башлау. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Кешеләр фытрҙарын иртәрәк ҡылһалар, хәйерле эштән өҙөлмәҫтәр», – тигән. (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ураҙанан сығып, ауыҙ асҡан ваҡытта «Ҙә́һәбәҙ-ҙа́мә, үәбтә́лләтил ғүру́ҡ, үә ҫә́бәтәл ә́джру ин шә́ Алла́һ» («Һыуһын ҡандырылды, тамырҙар һыуланды, сауап тороп ҡалды, ин шә Аллаһ») тип әйтеү хуп күрелә. Сәхәрҙән фытрға тиклем ураҙала йөрөгән ваҡытта күберәк доғалар ҡылырға тырышығыҙ – бер көслө хәҙистә әйтелгәнсә, ураҙа тотоусоноң доғаһы кире ҡағылмай, ҡабул була. Шулай уҡ Рамаҙан айында мосолмандар мәсеттәрҙә тәрәүи́х намаҙы ҡылалар. Тәрәүих – һигеҙ йә егерме рәкәғәттән торған, Рамаҙан айына ғына хас булған сөннәт намаҙы. Уны ҡылыу фарыз булмаһа ла, кеше был сауап йыйыу форсатын юғалтмаҫҡа тейеш. «Кем Рамаҙан айында ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары 171


ғәфү ителер...», – тиелгән бит. Ниндәйҙер сәбәтән кеше тәрәүихте мәсеттә ҡыла алмаһа, ул уны үҙ өйө эсендә, яңғыҙы йә ғаиләһе менән дә ҡыла ала. Рамаҙан –Ҡөрьән ингән ай. Шуға ошо айҙа Ҡөрьәнде мөмкин ҡәҙәр күберәк уҡырға кәрәк. Әүәл сәләфтәр Рамаҙан айы кереү менән Ҡөрьәнде бик күп уҡығандар, кемдер уны өс көндә, кемдер ете көндә тулыһынса уҡып сығыр булған. Шулай уҡ Рамаҙан айында ураҙа тотоусоларҙы саҡырып ауыҙ астырыу – ҙур изге ғәмәл. Хәҙис: «Кем ураҙа тотоусоға ауыҙ астыра, шуға уның әжере ҡәҙәр әжер бирелер, тик бының арҡала ураҙа тотҡан кешенең әжере кәмемәҫ» (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Аллаһ Тәғәлә киләсәк ураҙабыҙҙы ҡабул ҡылып, Рамаҙанға тиклем булған хәлебеҙҙе үҙгәртһен, күңелдәребеҙҙе таҙартып, иманыбыҙҙы тағы ла арттырһын, әмин!

172


№33. Рамаҙан айының һуңғы ун көнө һәм Ҡәҙер кисе тураһында

Беренсе хөтбә Ҡәҙерле мосолмандар! Тиҙҙән Рамаҙан айының һуңғы ун көнө башланасаҡ. Ошо көндәр башланғанда пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ғибәҙәткә тағы ла әүҙемерәк керешкән, хатта ҡатындарын да ҡалдырып торған, уларҙы төнгө намаҙҙарға уятҡан. (“Әл-Бүхари”, “Мүслим” хәҙис йыйынтыҡтарынан). Уның Рамаҙан айындағы беренсе егерме көнө лә беҙҙең көндәребеҙ кеүек булмаған, әлбиттә, ә һуңғы ун көн ураҙала ул нисек йәшәгәнен күҙ алдығыҙға килтерергә тырышығыҙ! Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ҡатыны Ғә́ишә: «Һуңғы ун көндә Аллаһтың рәсүле (‫ )ﷺ‬башҡа көндәрҙә тырышмаған кеүек тырыша торғайны» – тине (“Мүслим” хәҙистәр йыйынтығынан). Көслө бер хәҙистә әйтелгәнсә, ул (‫ )ﷺ‬Фатима менән Ғәлиҙең ишеген шаҡып: «Тороп намаҙ уҡымайһығыҙмы ни?» – ти торған. (“ӘлБүхари”, “Мүслим” хәҙис йыйынтыҡтарынан). Рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ҡылған тағы ла бер ғәмәле иғтикә́ф булған. Иғтикәф –кешенең мәсеттә ҡалып, тышҡа сыҡмай, ғибәҙәттәр менән генә мәшғүл булыуы. Ғә́ишә хәбәр итеүенсә: «Пәйғәмбәр (‫)ﷺ‬ вафат булғанға ҡәҙәр Рамаҙандың һуңғы ун көнөн иғтикәфтә үткәрә торғайны. Киткән йылында ул егерме көн иғтикәфтә булды» (“Әл-Бүхари”, “Мүслим” хәҙистәр йыйынтығынан). Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬иғтикәфтә булған ваҡытта тик доға һәм зикерҙә булған, кешеләр менән аралашмаған, уларҙың йыназаларында ла ҡатнашмаған, 173


ауырыуҙарын да барып күрмәгән. Ул хатта мәсеттең эсендә кешеләргә күренмәҫ өсөн айырым урын (ишекле ҡыуыш формаһында) әҙерләгән. Ләкин был көндәрендә лә ул тәненең таҙалығын ҡайғыртҡан – мәсеттең тәҙрәһенән башын сығарып, Ғә́ишә әсәбеҙҙән сәстәрен йыуҙыртып таратҡан. (Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬өйө мәсеткә ҡуш, стена аша булған). Шуға күрә имам Әхмәт иғтикәф ҡылған кешенең йәмәғәт менән аралашыуын хуп күрмәгән, хатта Ҡөрьән уҡытыу һәм ғилем бирергә һораһалар ҙа. Иғтикәф ҡылғанда кеше мәсеттән сыҡмай, өйөнә ҡайтмай, ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылмай. Шулай ҙа кешенең ҡатыны мәсеткә килеп, ирен ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа күрә ала. Ағайэне! Әгәр Рамаҙан айының беренсе көндәрендә теләгән ғибәҙәттәрегеҙҙе ҡылып өлгөрмәһәгеҙ, ашығығыҙ – тағы ла ун көнөгөҙ бар! Әгәр был ун көндә лә кеше үҙенең нәфсен еңә алмаһа, уның ошо хәҙис аҫтына эләгеүе бар: «Өмөтһөҙлөк һәм хәсрәткә батһын шундай кеше – кем Рамаҙан айына кереп сыҡты, ләкин уға гөнаһтары ғәфү ителмәне!» (Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Шуға бар көсөбөҙҙән тырышайыҡ, донъя эштәрен һәм мәшәҡәттәрен ҡалдырып торайыҡ. Халыҡ әйтмешләй, «кеше үлһә лә, уның өс көнлөк эше ҡала». Беҙ белмәйбеҙ, бәлки ниндәйҙер донъяуи эштәребеҙ менән йүгереп йөрөп, киләһе Рамаҙанға тиклем йәшәп тә етмәҫбеҙ. Ә быйылғы Рамаҙандан үҙебеҙгә тулыһынса файҙа сығара алмаһаҡ, Ҡиәмәт көнөндә бик ныҡ үкенеүебеҙ бар. Шуға ошо айҙа ҡылына торған бөтә изге эштәрҙе лә эшләп өлгөрәйек – күберәк тәүбә ҡылайыҡ, Ҡөрьән уҡыйыҡ, йышйыш доғалар менән Аллаһҡа ялбарайыҡ, мосолмандарҙы 174


ифтарҙарға (ауыҙ асырға) саҡырайыҡ, тәрәүихтәрҙе һәм төнгө намаҙҙарҙы ихлас күңел менән ҡылайыҡ. Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬иң йомарт кеше була торғайны, ә уның иң йомарт булған ваҡыты Рамаҙан айында – уға Джибрил фәрештә килеп Ҡөрьәнде өйрәткән айҙа – булды. Джибрил уға Рамаҙан айының һәр төнөндә килеп Ҡөрьәнде өйрәтә ине. Һәм Джибрил килгән ваҡытта пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬хәйер ҡылыуҙа елдән дә тиҙерәк булды» («Әл-Бүхари», «Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Икенсе хөтбә Ҡәҙерле мосолмандар! Рамаҙан айының һуңғы ун көнө һәм төндәре Ҡәҙер кисе арҡаһында айырым урын алып тора. Ҡәҙер кисе – ул Рамаҙандың 21, 23, 25, 27, 29-сы төндәренең береһе. Ҡәҙер кисе тураһында хәҙистәрҙә күп әйтелгән. Мәҫәлән, Ибн Ғүмәр һөйләгән бер хәҙистә әйтелгәнсә, ҡайһы бер сәхәбәләр төштәрендә Ҡәҙер кисенең һуңғы ете төндә булыуын күргән. Быны белгән пәйғәмбәр (‫)ﷺ‬: «Күреүемсә, һеҙҙең төштәрегеҙ һуңғы ете төндө күрһәтә, шулай булғас, Ҡәҙер кисен көткән кеше уны һуңғы ете төндә эҙләһен» – тигән («Әл-Бүхари» хәҙистәр йыйынтығынан). Шулай уҡ Ибн Ғәббәс һүҙҙәренән риүәйәт ителеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Ҡәҙер кисен һуңғы ун төндә көтөгөҙ – туғыҙ, йә ете, йә биш көн ҡалғас» – тине («Әл-Бүхари» хәҙистәр йыйынтығынан). Икенсе бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬Ҡәҙер кисе тураһында: «Миңә Ҡәҙер кисе күрһәтелгән ине, ләкин аҙаҡ ул миңә онотторолдо. Ул һуңғы ун төндә. Ул асыҡ төн, һыуыҡ 175


та, эҫе лә түгел. Был төндә ай йондоҙҙарҙы ҡаплаған кеүек. Шайтандар был төндә таң атҡансы сыҡмай» – тине (Ибн Хиббән һәм Ибн Хүзәймә риүәйәт иттеләр, ӘлӘлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Ҡәҙер кисен һуңғы ун көндөң таҡ кисендә эҙләгеҙ» – тигән («Әл-Бүхари», «Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Куп ҡәрҙәштәр Ҡәҙер кисе Рамаҙан айының тик 27-се төнөнә тура килә тип уйлаһалар ҙа, был дөрөҫ түгел. Билдәле йылда уның ниндәй төнгә тура килеүен бер кеше лә белмәй – Аллаһ Тәғәлә быны сер итеп ҡалдырған. Шулай булмаһа, кешеләр Рамаҙан айының бөтә көндәрендә һәм төндәрендә вайымһыҙ йөрөрҙәр ҙә, Ҡәҙер кисәһендә генә ғибәҙәткә керешерҙәр ине. Ә бит Аллаһ Тәғәлә беҙҙең «бер көнлөк» йә «бер төнлөк» мосолман булыуыбыҙҙы теләмәй, ә беҙҙең төҙәлеүебеҙҙе талап итә. Ҡәҙер кисе – йылдың иң бөйөк төнө, сөнки унда ҡылынған ғибәҙәттәр мең ай, йәғни 80 йыл ғибәҙәттәрҙән дә өҫтөн: «Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) Ҡәҙер кисендә индерҙек. Ҡәҙер кисенең нимә икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлерәк. Ул төндө Раббыларының рөхсәтенән төрлө эштәр өсөн күктән фәрештәләр һәм Рух төшә. Ул – таң атҡанға тиклем тыныслыҡ», – тиелгән Ҡөрьәндә. («Ҡәҙер» сүрәһе, 97: 1 – 5 аяттар). Ҡәҙер кисенән «ятып ҡалмаҫ» өсөн, Рамаҙандың бөтә һуңғы төндәрендә лә тырышайыҡ. «Кем Ҡәҙер кисендә ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер», – тиелгән бит хәҙистә. («Әл-Бүхари», «Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Кем Рамаҙан айының 176


башында вайымһыҙ булды, кем уның һуңғы көндәрендә лә ғибәҙәттәрҙә тырышманы, шул исмаһам Ҡәҙер кисенән ятып ҡалмаһын – һәр кистә тәрәүихтәрен ҡылып, доға һәм зикерҙәрҙә тырышһын! Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ҡатыны Ғә́ишәгә ошо кистәрҙә әйтелә торған доғаны өйрәтте һәм «Йә Аллаһ! Һин Ғәфү итеүсе, Ғәфү итеүҙе яратаһың, мине лә ғәфү итсе!», – тип йыш әйтергә ҡушты. Ҡайһы бер мосолмандарҙың ҡылған хаталарына иғтибарығыҙҙы йәлеп иткем килә: күп ҡәрҙәштәр «бөгөнгө төн Ҡәҙер кисе була ала микән?» тип саманан тыш уйланып, белемле кешеләргә шылтыратып, күкте күҙәтеп күп ваҡыттарын әрәм итә. Сөннәт буйынса был көндәрҙә һәм төндәрҙә күберәк Ҡөрьән уҡырға, намаҙ, доға, зикер, тәүбә ҡылырға кәрәк. Әгәр ошо эштәрегеҙ Ҡәҙер кисенә тура килһә, һеҙ ул кисте белмәһәгеҙ ҙә сауаптарығыҙ юғалмаҫ. Ә Ҡәҙер кисенең ниндәйҙер ғәләмәттәрен күреп тә, уны башҡа төндәр һымаҡ ҡәҙимгесә үткәргән кеше хәйерле эштәрҙән мәхрүм булыр. Аллаһ Тәғәлә Рамаҙан айын иң яҡшы рәүештә оҙатырға ярҙам итһен, был көндәрҙә ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул әйләһен, әмин!

177


№34. Ураҙа байрамы һәм фытр садаҡаһы

Беренсе хөтбә Мөхтәрәм йәмәғәт! Тиҙҙән беҙ Ураҙа байрамын ҡаршы аласаҡбыҙ. Был байрам – ике ғәйетебеҙҙең береһе. Уны матур итеп үткәреп ебәрергә әҙерләнәйек. Мосолман өсөн был донъялағы бар көндәр ҙә – ғибәҙәт ваҡыты. Әгәр ҡыйынлыҡтар килһә, Аллаһ хаҡына сабыр итәбеҙ, һәм был – сабыр тигән ғибәҙәт. Әгәр яҡшы нәмә хасил булһа, Раббыбыҙға шөкөр итәбеҙ, һәм был да – ғибәҙәт. Бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Ни тиклем ҡыҙыҡ мөьминдең эше! Уның хәле һәр ваҡыт та хәйерле, һәм был тик мөьмингә генә хас. Әгәр уға ҡыуаныслы нәмә килһә, ул шөкөр итә, һәм был уға – яҡшы. Әгәр ҡыйынлыҡ килһә, сабыр итә, һәм был да уға – яҡшы». («Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шулай итеп, беҙ һәр ваҡиғаны ла ғибәҙәткә әүерелдерергә тейешбеҙ, йыназаһын да, байрамын да. Ә был иһә тик пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сөннәтенә эйәреү аша ғына мөмкин. Шуға пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬байрам көндәрендәге сөннәттәрен белеп, шул эштәрҙе үҙебеҙ ҙә эшләйек:  Байрамға сығыр алдынан ғөсөл (тулыһынса йыуыныу) алып, матур кейем кейеп, миск һөртөп сығыу – сөннәт. Имам Нәүәүиҙең әйтеүенсә, ғәйет намаҙына ғөсөл алып барыуҙы бар ғалимдар ҙа хуп күргән. Ә пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬йомаларға һәм ике байрамға кейә торған айырым кейеме булған. Ҡатындарға килгәндә, уларға матур кейенеп, хуш еҫтәр сығарып тышҡа сығыу байрамдарҙа ла, ябай көндәрҙә лә ярамай, сөнки улар был эштәрҙе тик ирҙәре өсөн генә эшләргә тейеш. 178


 Шулай уҡ ураҙаның бөтөүөн ҡотлап, мәсеткә бармаҫ борон бер нисә (таҡ һанда) хөрмә ашау хуп күрелә. Әгәр өйҙә хөрмә булмаһа, ниндәйҙер башҡа ризыҡ ашарға ла була.  Байрам көнөндә өйҙән сыҡҡандан алып имам хөтбә һөйләргә сыҡҡансы Аллаһ Тәғәләне тәкбир әйтеп маҡтау хуп күрелә. Әүәл сәләфтәр тәкбирҙе ишетелерлек итеп әйтә торғандар, ә башҡа кешеләр әйтмәһә, улар аптырап: «Ниңә тәкбир әйтмәйһегеҙ?» – тип һорағандар. Тәкбирҙең сифаты ошолай була: «Алла́һү әкбәр! Алла́һү әкбәр! Лә илә́һә и́лләлла́һ! Үәлла́һү әкбәр! Алла́һү әкбәр! Үә лиллә́һил хәмд!» (Тәржемәһе: «Аллаһ – иң Бөйөк! Аллаһ – иң Бөйөк! Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Аллаһ – иң Бөйөк! Аллаһ – иң Бөйөк! Һәм Аллаһҡа – маҡтау!»).  Байрам көнөндә мосолмандар бер-береһен ҡотларға тейеш. Сәхәбәләр был көндә осрашҡан ваҡытта бербереһенә «Тәҡа́ббәләлла́һү ми́ннә үә ми́нкүм!» – ти торғандар. (Тәржемәһе: «Аллаһ һеҙҙән дә, беҙҙән дә ҡабул итһен!»). Беҙ ҙә ошоға оҡшаш һүҙҙәр менән кешеләргә ҡотлау һүҙҙәре әйтәйек.  Мәсеткә барғанда бер юл менән, ә ҡайтҡанда икенсе юл менән ҡайтыу – сөннәт. Джәбир инб Ғәбдүллаһ хәбәр итеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай итә торғайны. («ӘлБүхари» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Бының хикмәтен аңлатыр өсөн ғалимдар төрлө фекерҙәр әйткән: Ҡиәмәт көнөндә ер ҙә һөйләшәсәк һәм кеше өсөн (йә уға ҡаршы) шаһитлыҡ ҡыласаҡ, шул ваҡыт бер түгел, ә ике юлдың да кешенең ғибәҙәтенә шаһит булыуы яҡшыраҡ; бәлки, ике юл менән йөрөгән кеше күберәк кешене осрата һәм уларға нәмә 179


менәндер ярҙам итергә форсат таба; бәлки, ике юлдан зикер әйтеп үткән мосолманды ҡәрҙәштәр генә түгел, ә кафырҙар һәм монафиҡтар ҙа күрә, мосолмандар һәм ислам диненең көсөн һиҙәләр, һәм был уларға яҡшы йоғонто яһай ала.  Мәсеткә барғанда ҡатындарҙы һәм балаларҙы ла алып барыу. Күремле ҡатындар намаҙҙа ҡатнашмаһа ла, мосолмандарҙың байрам итеүен күреп торһалар, яҡшы һанала.  Был көндә ата-әсәләребеҙҙе, балаларыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һәм бөтә яҡын кешеләребеҙҙе берәй нисек шатландырырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, был көндә кешеләрҙе бүләктәр менән ҡыуандырып була. Шулай уҡ ҡәрҙәштеребеҙгә ҡунаҡҡа барып, хәлдәрен белешеп, күңелле әңгәмәләр, шаярыуҙар менән ваҡыт үткәреү ҙә яҡшы ғәҙәт. Икенсе хөтбә Ураҙа байрамы алдынан мосолмандар фытр садаҡаһын (фытр зәкәте тип әйтһәк тә була) тараталар. Был садаҡа төрөн ентекләп аңлатып китһәк, файҙалы булыр тип уйлайым. Фытр садаҡаһы өйөндә бер генә көнлөк һәм төнлөк ризыҡ булған мосолманға ла фарыз. Ибн Ғүмәр әйткәнсә, «Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬фытр садаҡаһы итеп бер сағ21 21 Хәҙистәрҙә осрай торған бер сағ миҡдарын беҙ ҡулланған килолар менән там булараҡ үлсәү ҡыйын. Бының сәбәбе шунда: пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬заманында нәмәнеңдер сағы тип ике усты дүрт тапҡыр тултырылған миҡдарҙы һанағандар. Ләкин үлсәнгән нәмәләрҙең тығыҙлығы төрлөсә булғанға күрә, уның сағы ла төрлө ауырлыҡта сыға. Сәғүд Ғәрәпстанының «Фәтүәләр буйынса даими комитеты» бер сағты 3 кило тип иҫәпләп сығарған. Заманыбыҙҙың ҙур ғалимы Мөхәммәт Ибн Ғүҫәймин бер сағты 2, 100 кило тип һанаған.

180


хөрмә, йә бер сағ арпаны һәр мосолманға – ҡолға һәм азат кешегә, иргә һәм ҡатынға, олоға һәм кесегә фарыз ҡылды. Ул уны кешеләр намаҙға сыҡмаҫ борон бирергә ҡушты». («Әл-Бүхари» һәм «Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ә Әбү Сәғит Әл-Худри: «Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬беҙҙең арала булған саҡта беҙ фытр садаҡаһын бойҙайҙан, хөрмәнән, арпанан, йөҙөмдән, эремсектән бер сағ итеп сығара торғайныҡ» – тине («Әл-Бүхари» һәм «Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Хәҙистән аңлашылыуынса, фытр садаҡаһы урындағы халыҡтың ниндәйҙер ризыҡ төрөнән – мәҫәлән, дөгөнән, ҡарабойҙайҙан, борсаҡтан, ондан, тарынан, арпанан, чечевицанан һ. б.– бирелә ала. Тимәк, әгәр ғаиләлә дүрт кеше булып, һәр кешенән бер сағ дөгө бирелһә, 12 кило дөгөнө ярлылаларға бирергә тейешбеҙ. (Әлегә тыумаған бала өсөн фытр фарыз булмаһа ла, уның өсөн биреп ҡуйыу хуп күрелә – бөйөк сәхәбә Ғосман шулай эшләгән. Рамаҙан айының һуңғы көнөнә тиклем үлеп ҡалған кеше өсөн фытр фарыз түгел, һәм уның исеменән бирергә кәрәкмәй). Фытр садаҡаһын Рамаҙан айының бөтөүөнә ике йә бер көн ҡалғас (28-се көндән башлап) бирә башлаһаҡ була. Ибн Ғәббәс бер һүҙендә: «Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬фытр зәкәтен ураҙа тотоусоға әйтелгән буш һәм әшәке һүҙҙәрҙән таҙарыныу өсөн, ярлыларға ризыҡ булһын өсөн фарыз итте. Кем уны намаҙҙан алда сығарып ҡуя, ул ҡабул булған зәкәт итеп һаналыр, ә кем уны намаҙҙан һуң бирә, ул ҡәҙимге садаҡа булыр» – тине (Әбү Дәүд риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Фытр зәкәтен ваҡытында биреп өлгөрмәгән кеше (мәҫәлән, ғәйет намаҙы бөткәнгә 181


тиклем бирәсәк кеше тапмаһа) һуңлағаны өсөн тәүбә ҡылып, фытырын һуң булһа ла, ҡаҙа итеп биреп ҡуйырға тейеш. Йыш ҡына мосолмандар фытрҙарын аҡсалата бирә, ләкин ғалимдарҙың күбе уны ризыҡтар төрөнән бирергә ҡуша. Шуға ризыҡ һатып алырға ваҡытығыҙ булмаһа, кемгәлер был эште ҡушығыҙ. (Йәмәғәт фытр өсөн билдәләнгән аҡсаларын бер урынға йыйып, бер кешене баҙарға күмәртәләп ризыҡ алырға ебәрә ала). Ағай-эне! Рамаҙан айы бөттө, хәҙер инде элеккесә йәшәһәк тә була, тип уйламағыҙ. Әүәл сәләфтәр Рамаҙан айынан һуң тағы ла яҡшыраҡ булырға тырышҡандар. Беҙ ҙә элекке насар ғәҙәттәребеҙҙән арынырға тырышайыҡ. Рамаҙан айынан һуң Шәүүәл айы башлана, ә уның тураһында хәҙистә шулай тиелгән: «Кем Рамаҙанда ураҙа тотоп сыға һәм Шәүүәлдең алты көнөндә уны дауам итә, шул бер йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр» («Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шәүүәл айының алты көн нәфел ураҙаһын өҙлөкһөҙ итеп тотоу шарт түгел – айҙың ҡайһы көндәрендә тотһағыҙ ҙа дөрөҫ була, ләкин иң тәүҙә Рамаҙан айынан тороп ҡалған бурыс көндәрҙе тотоп ҡуйыр кәрәк.

182


№35. Зү́һд (донъя ниғмәттәренә саманан тыш ҡыҙыҡмау)

Беренсе хөтбә Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Кешенең нәфсе донъяны яратыусан була. Әхирәттең ни тиклем ҡәҙерле булыуын белһәк тә, барыбер яҡын ятҡан ниғмәттәрҙе яратабыҙ – иркен өйҙәрҙе, ҡиммәт машиналарҙы, бөхтә кейемдәрҙе... Юҡҡа ғына Аллаһ Тәғәлә беҙгә шулай тип өндәшмәй бит: «Эйе, һеҙ был донъяны өҫтөн күрәһегеҙ. Ә әхирәт хәйерлерәк һәм дауамлыраҡ бит». («Бөйөк» сүрәһе, 87: 16 – 17 аяттар). Ысын мосолман – ошо донъяның асылын яҡшы аңлап, төп иғтибарын әхирәткә йүнәлткән кеше. Ул донъяны ҡояшта иреп ятҡан боҙ, ә әхирәттә гәүһәр ташы һымаҡ күрер. Ошо тойғо ғәрәпсә «зүһд» тип атала. (Ғәрәпсә «зүһд»: «ҡыҙыҡһынмау», «теләк белдермәү»). Ысынлап та, беҙҙең был донъялағы эштәребеҙ ошо аятта тасуир ителгән нәмәләрҙән генә тора: «Белегеҙ: был донъя тереклеге уйын һәм көлкө, матурланыу, арағыҙҙа үҙ-ара маҡтаныу, малдар һәм балалар менән ярышыу. Ул ямғыр кеүек, унан үҫкән үҫемлектәр кафырҙарҙы һоҡландыра, унан һуң ул шиңә, һин уның һарғайғанын күрәһең, һәм бынан һуң ул сүп-сарға әйләнә. Ә әхирәттә – йә ҡаты ғазап, йә Аллаһтан ярлыҡаныу һәм ризалыҡ. Донъя тереклеге алдаҡсы файҙаланыу ғына ул». («Тимер» сүрәһе, 57: 20 аят). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр донъя артынан ҡыуып, әхирәттәрен ҡайғыртмайҙар. Улар араһынан ҡайһылары хатта был донъяла ла үҙҙәре теләгәнсә йәшәп өлгөрмәй. Үҙегеҙ ҙә 183


шаһит булғанығыҙ барҙыр: матур, бейек, иркен өйҙәр ултыра, уларҙың тыш яғы ла, эс яғы ла, ҡаралтыһы ла иҫ киткес. Ә «был өйҙөң хужаһы кем?» тип һораһаң, «яңыраҡ ҡына үлеп ҡалды» тип яуап бирәләр. Шул кеше ошо өйҙө төҙөгәндә, шул ҡәҙәр генә йәшәрем тип уйлағанмы ни? Әлбиттә, юҡ. Ләкин был донъяның ваҡыты ҡыҫҡа һәм билдәһеҙ, ҡәрҙәштәр. Уны әхирәтегеҙгә алмаштырмағыҙ. Бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬баҙар эргәһенән үтеп бара, ә уның эргәһендә кешеләр бар ине. Шул ваҡыт ул ерҙән үлек, ҡолаҡһыҙ бәрәсте күтәреп алды ла: «Кемегеҙ ошоны бер дирһәмгә һатып алырға теләр ине?» – тип һораны. Кешеләр: «Ул беҙгә ниңә кәрәк – нимә эшләйбеҙ уның менән?» – тип аптыранылар. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬тағы ла: «Алырға теләмәйһегеҙме?», – тип һораны. Кешеләр: «Ул тере булһа ла, ҡолаҡһыҙ килеш беҙгә кәрәкмәҫ ине. Ә үле килеш ул кемгә кәрәк?!» – тинеләр. Һәм пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Аллаһ менән ант итәм: Аллаһ өсөн ошо донъяның ҡәҙере һеҙгә ошо бәрәстең ҡәҙеренән дә кәмерәк!», – тине. («Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Тағы бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тине: «Донъя менән әхирәтте сағыштырыр өсөн берәйһегеҙ бармағын дингеҙгә тығып ҡараһын – берәй нәмә сығара алырмы?..». («Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ошо һүҙҙәрен яҡшы аңлаған кеше үҙенең ошо донъяға ҡағылышлы күп һорауҙарына яуаптар таба алыр. Йыш ҡына кешеләр: «Ниңә Аллаһ Тәғәлә төрлө кафырҙарға, енәйәтселәргә, бурҙарға байлыҡ, матур ҡатындар, һау балалар бирә, ә Үҙенә ғибәҙәт иткән мөьминдәрҙе ҡайһы ваҡыт ярлы, ауырыу итә? Йә ҡайһы ваҡыт ғәйепһеҙ кешеләрҙең, изге ҡолдарҙың, 184


кескәй балаларҙың рәнйетелеүенә һәм хатта үлтерелеүенә лә юл ҡуя?» – тип һорайҙар. Яуап – ошо донъяның асылында: Аллаһ Тәғәлә өсөн ул бер нәмә лә түгел. «Әгәр донъяның Аллаһ хозурында серекәй ҡанатындай ғына ҡәҙере булһа ла, Ул бер кафырға ла бер йотом һыу эсермәҫ ине» – тигән пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬. (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Донъяның ысын йөҙөн беләйек, ҡәрҙәштәр – ул беҙҙең пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬ҡарт әбей сүрәтендә күрһәтелгән. Тағы бер хәҙистә: «Донъянан һаҡ булығыҙ!» – тиелгән. («Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Үҙ-үҙебеҙҙе алдап: «Пенсияға сыҡҡас (йә өйөмдө төҙөп бөткәс, йә улымды өйләндергәс һ. б.), намаҙға баҫам» – тип әхирәтебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайыҡ. Аллаһ Тәғәләнең вәғәҙәһенә там булараҡ инанған кешегә ошо хәҙис тә етер: «Иртәнге ике рәкәғәт сөннәт намаҙы ошо донъянан һәм уның эсендә булған бар нәмәнән дә өҫтөн!» (Мүслим һәм Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр). Уйлап ҡарайыҡ: был донъяла нисәмә байлыҡтар булһа ла, улар ошо ҡыҫҡа ғына намаҙға ла тиң була алмайҙар икән! Икенсе хөтбә Донъяның асылын дөрөҫ аңлаған пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬һәм сәхәбәләр үҙҙәренең төп хыялдарын донъя ниғмәттәре менән түгел, ә йәннәт менән бәйләгәндәр. Улар ашамлыҡ, кейем, торлаҡтың ябай булыуына ҡайғырмағандар. Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ҡатыны Ғә́ишә әйтеүенсә, «Бер ҡасан да Мөхәммәттең (‫ )ﷺ‬ғаиләһе ике көн буйы арпа икмәген туйғансы ашаманы. Һәм шулай – Аллаһ Тәғәлә уны алғансы». («Әл-Бүхари» һәм «Мүслим» хәҙис 185


йыйынтыҡтарынан). Ҡайһы бер көндәрҙә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бөтөнләй ризыҡһыҙ ултырған. Ғүрүә һөйләүенсә, Ғә́ишә уға шулай тигән: «Аллаһ менән ант итәм, апайымдың улы: беҙ бер тулы ай, шунан тағы бер тулы ай, шунан тағы бер тулы ай күрә торғайныҡ – ике ай буйы – ә Аллаһтың илсеһе (‫ )ﷺ‬өйөндә ут яғылманы». Ғүрүә унан: «Һеҙҙе нимә йәшәтте һуң, инәй?», – тип һорағас, ул: «Ике ҡара нәмә: хөрмә һәм һыу. Шулай уҡ пәйғәмбәрҙең (‫)ﷺ‬ ансар мосолмандарынан күршеләре була торғайны, һәм уларҙың инә дөйәләре булды. Шуларҙың һөттәрен улар пәйғәмбәргә (‫ )ﷺ‬ебәрә торғайны, ә ул беҙгә шуны эсерҙе» – тип яуап биргән («Әл-Бүхари» һәм «Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬кейеме лә ямаулы, ә йоҡлаған урыны ҡаты була торғайны. Ләкин ул быға иғтибар итмәне, «Нимә миңә был донъя? Был донъяла мин – ағас аҫтында ял итеп, шунан ул ағасты ҡалдырып, юлын дауам иткән һыбайлы кеүек» – ти торғайны. (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Пәйғәмбәрҙәрендә (‫)ﷺ‬ ошондай үрнәк күргән сәхәбәләр ҙә зүһд мәғәнәһен яҡшы аңланылар һәм был донъяға ҡыҙыҡманылар. Ғүмәр улы беҙгә васыят итеп: «Был донъяла сит илдән килгән йә юлда булған кеше кеүек бул», – тине. Фүдалә ибн Ғүбәйд исемле сәхәбә һөйләүенсә, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬намаҙ уҡығанда, уның артында торған кешеләр аслыҡтан иҫтәрен юғалтып, ҡолай торғандар. Быны күргән ҡайһы бер сәхәбәләр «Быларға әллә ен ҡағылды микән?», – тип, эйелеп ҡарай торғандар. Ә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬намаҙҙан һуң ошо ярлы сәхәбәләргә өндәшеп: «Әгәр һеҙгә Аллаһ Тәғәлә хозурында 186


нимә әҙерләнгәнен белһәгеҙ, фәҡирлек һәм мохтажлығығыҙҙың тағы ла артыуын теләр инегеҙ!» – тигән. (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Әбү Һүрәйра һөйләүенсә, ул аслыҡтан иҫен юғалтҡанда ҡайһы бер кешеләр килеп уның муйынына баҫып, ене юҡ микән тип борсолғандар. Ә Әнәс бер көн Ғүмәрҙең кейемендә бер береһе өҫтөндә өс ямау булғанын күргән, ә был бит – Ғүмәрҙең хәлифә, йәғни бөтә мосолмандарҙың да башлығы булған көндәре ине! Әлеге көндә беҙ ни тиклем яҡшы кейемдәр кейәбеҙ, ни тиклем яҡшы ризыҡ менән туҡланабыҙ, ә динебеҙ һәм мосолман ҡәрҙәштәребеҙ – ҡыҙғаныс хәлдә. Бының сәбәбе – беҙҙең донъяға саманан тыш йәбешеп ятыуыбыҙҙа, ҡәрҙәштәр. Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сөннәтен тотоу – ул уның турала матур һүҙҙәр һөйләү түгел, ә бөтөн яҡлап уға оҡшарға тырышыу. Күңелебеҙҙә «зүһд» аңлайышын булдырмайынса, беҙ күңел донъябыҙ менән пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬бер ҡасан да оҡшай алмаҫбыҙ.

187


№36. Зөлжиджә айының беренсе ун көнө һәм Ҡорбан ғәйетенә әҙерлек

Беренсе хөтбә Аллаһ Тәғәлә беҙгә, кешеләргә Үҙенә ғибәҙәт итергә ҡушҡан һәм был ғибәҙәттәр ниндәйҙер урындарҙа һәм ваҡыттарҙа сауаплыраҡ булһа, Ул ошо урын һәм ваҡыттарҙы үҙ илсеһе (‫ )ﷺ‬аша өйрәтеп биргән. Мәҫәлән, доға ҡылыуы юлда йә ямғыр ваҡытында хәйерлерәк; ураҙа тотоу, киреһенсә, сәйәхәт ваҡытында түгел, ә мөҡим22 булғанда яҡшыраҡ. Шәүүәл айында алты көн нәфел ураҙаһы, төн уртаһында – тәһәджүд намаҙ, йома көнө – «Кәһф» сүрәһен уҡыу, байрам көндәре – зикерҙәр әйтеү бик сауаплы һәм башҡаһы. Бына әле беҙ харам айҙарының береһенә – Зөлхиджәгә килеп керҙек. Зөлжиджә айының беренсе ун көнөн ғалимдар йылдың иң хәйерле көндәре тип билдәләй. Был көндәр Рамаҙан айының көндәренән дә өҫтөн, ләкин Рамаҙан айының һуңғы ун төнө Зөлжиджә айының төндәренән өҫтөнөрәк. Зөлхиджә айының беренсе ун көнө тураһында пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬шундай һүҙҙәре бар: «Ошо көндәрҙә изге эштәр Аллаһ Тәғәләгә ни тиклем яҡын һәм һөйөклө була, шул тиклем уларҙың өҫтөн булған көндәре юҡ!». Сәхәбәләр, быны ишеткәс: «Аллаһ юлында ҡылынған йыһат та был тиклем түгелме ни?», – тип һоранылар. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬был һорауға яуап итеп: Мөҡи́м – юлда булмаған, өйөндә ултырған кеше, «сәйәхәтсе» (ғәрәпсә – «мосафир») һүҙенең антонимы. Юлға сыҡҡан кеше намаҙҙарын ҡыҫҡартып һәм ҡушып (өйләне – икендегә, аҡшамды – йәстүгә) уҡый ала. 22

188


«Аллаһ юлында ҡылынған йыһат та был тиклем түгел. Тик кеше үҙ малы һәм йәне менән сығып, был ике нәмәнең береһе лә кире ҡайтмаһа ғына...», – тине. (Әл-Бухари хәҙистәр йыйынтығынан). Ошо хәҙискә таянып, мосолман Зөлжиджә айын ихлас тәүбәләр, зикерҙәр һәм башҡа файҙалы ғәмәлдәр менән башлап ебәрегә тейеш. Ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе айырым әйтеп китәйек. 1) Ураҙа. Был иң сауаплы, яҡшы эштәрҙең береһе булғанына күрә, Зөлжиджә айының беренсе туғыҙ көнөндә ураҙа тотоу хуп күрелә. (Унынсы көнгә килгәндә – ул байрам һәм икенсе бөйөк ғәмәл – Ҡорбан салыу – көнө, ә исламдың ике байрам көнөндә ураҙа тотоу рөхсәт ителмәй). Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ҡайһы бер ҡатындары һөйләүенсә, ул (‫ )ﷺ‬Зөлжиджә айының туғыҙ көнөндә, Ашура көнөндә һәм һәр айҙың өс көнөндә ураҙа тотҡан: беренсе дүшәнбеһендә һәм ике кесаҙнаһында. (Әбү Дәүд, Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). 2) «Лә́ илә́һә и́лләллаһ», «әлхә́мдүлилләһ», «Алла́һү ә́кбәр» тигән зикерҙәрҙе йышыраҡ ҡабалтау. Быны эшләр өсөн ниндәйҙер айырым ваҡыт йә урын талап ителмәй – кеше автобус көтөп торғанда, сиратта ултырғанда, руль артында китеп барғанда зикер әйтә ала. Беҙҙең күп кенә минуттарыбыҙ бер-бер артлы үтеп тора, ә шул минутты Аллаһ Тәғәләнең мәңге яҙмаһы – Ләүхүл мәхфүзгә – сауап итеп күсерер өсөн тел һәм ирендәрҙе генә ҡыбырлатыр кәрәк бит. Кеше ни тиклем вайымһыҙ, сүбхә́нәллаһ!.. Зикерҙе әйткәндә ирҙәр ҡысҡырып, ә ҡатындар эстән генә әйтергә тейеш. Зикерҙең киң билдәле төрҙәренең бере – ошо: «Алла́һү әкбәр! Алла́һү әкбәр! Лә илә́һә и́лләлла́һ! 189


Үәлла́һү әкбәр! Алла́һү әкбәр! Үә лиллә́һил хәмд!» (Тәржемәһе: «Аллаһ – иң Бөйөк! Аллаһ – иң Бөйөк! Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Аллаһ – иң Бөйөк! Аллаһ – иң Бөйөк! Һәм Аллаһҡа – маҡтау!»). Шуны лә әйтер кәрәк: беҙҙең заманда һәм айырыуса беҙҙең ватаныбыҙҙа кешеләр был зикерҙе тик байрам көнөндә, мәсеткә килгәс кенә әйтә башлай. Бында улар ике хата яһай: был зикер бергә («хор» менән) әйтелергә тейеш түгел. Күп мәсеттәрҙә имам микрофонды алып зикер әйтә башлай, а ҡалған кешеләр уға ҡушыла. Юҡ – һәр кеше ҡысҡырып әйтһә лә, ул үҙ аллы әйтергә тейеш. Икенсе хата – был зикер тик байрам көнө килеп еткәс кенә түгел, ә Зөлхиджә айының беренсе көнөнән әйтелә башлай. Ибн Ғүмәр һәм Әбү Һүрайра сәхәбәләр был көндәрҙә һатыу урындарына сығып тәкбир әйтә торғандар, ә кешеләр улар артынан ҡабатлаған. (Ҡабатлап әйтәбеҙ: «хор» менән түгел, ә һәр кем үҙ аллы). Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «минән һуң үлтерелгән сөннәтте тергеҙеүсе кешегә ошо сөннәткә эйәргән кешеләр сауабы ҡәҙәр сауап яҙылыр, ә теге кешәләрҙең сауабынан бер нәмә лә кәметелмәҫ» (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте). Икенсе хөтбә 3) Был көндәрҙә Аллаһ Тәғәлә кемгәлер хаж насип итһә, бының сауабын әйтеп бөтөрөүө лә ҡыйын. Ошо хәҙисте генә иҫкә төшөрөү етә: «Ҡабул ителгән хаж тик йәннәткә генә лайыҡ» (Әл-Бухари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Әгәр кешенең хаж ҡылырға мөмкинлеге бар икән, ул быны тиҙерәк ҡулланырға тырышһын. Хаж ҡылғандан һуң күп кешеләр бик ныҡ үҙгәрә. Әлбиттә, изге ерҙәрҙә миллионлаған мосолман ҡәрҙәштәрҙе күреү, 190


уларҙың ғибәҙәттәрен, доғаларын, күҙ йәштәрен күҙәтеү ихлас кешегә тәьҫир итмәй ҡалмай... 4) Әлбиттә, хаж ҡылмаған кешеләр өсөн Зөлхиджә айының иң изге эштәренең тағы ла бере – ҡорбан салыу. Бының турала беҙ тағы ла айырым хөтбә үткәрербеҙ, ә бөгөн ҡыҫҡаса ғына был ғәмәл тураһында бер хәҙисте иҫкә төшөрәйек: «Ҡорбан ғәйете көндөндә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһындағы иң яҡшы ғәмәл – ҡорбан малының ҡанын ағыҙыу (йәғни ҡорбан салыу). Был хайуан Хөкөм көнөндә үҙенең мөгөҙ-тояҡтары һәм тиреһе менән (ҡылынған ғибәҙәттең тере шаһиты булараҡ) киләсәк. Уның ҡан тамсылары ергә төшөп өлгөргәнгә тиклем үк Раббы ҡаршыһында оло урын алырҙар. Шуға ла йәндәрегеҙ тыныс булһын (йәғни Аллаһтың әжер биреүенә ныҡлы ышанығыҙ)» (әл-Хәким, Ибн Мәджәһ, Әт-Тирмиҙи йыйынтыҡтарынан, хәсән23 хәҙис). Шулай итеп, Аллаһ Тәғәлә беҙгә ошо изге ай – харам айына тиклем йәшәп етергә насип итте. Әлбиттә ки, мосолман өммәтенән кемдер Ҡорбан ғәйетенә тиклем йәшәп етә алмаҫ, ҡорбан салып та өлгөрмәҫ, ләкин ҡорбандан башҡа ла изге ғәмәлдәр бар, һәм беҙ уларҙы хәҙерҙән үк ҡыла алабыҙ! Был көндәрҙе ҡәҙимге көндәр кеүек үткәрмәйек: тәүбә итеү, Ҡөрьән уҡыу, төнгө намаҙ – тәһәджүд – ҡылыу, ата-әсәбеҙгә хөрмәт күрһәтеү, күршеләребеҙгә яҡшылыҡ эшләү, зикерҙәр әйтеү, ураҙа тотоу, дини белемдәребеҙҙе арттырыу, намаҙҙарҙы йәмәғәт менән ҡылыу, ярлыларға Был хәҙисте Әл-Әлбәни «көсһөҙ» тип баһалаһа ла, уны күп кенә ғалимдарҙың китабында осратырға була. 23

191


ярҙам ҡулы һуҙыу, мосолман эштәрендә әүҙем ҡатнашыу, етешһеҙлектәребеҙҙән арыныу, туғандарыбыҙ менән араларыбыҙҙы яҡшыртыу һәм башҡа төр изге эштәр эшләп ҡалырға ашығайыҡ. Әгәр кемгәлер: «Был айҙа эш хаҡың йөҙ тапҡыр күберәк булыр, өҫтәүенә тырышыуыңа ҡарап премияны ла бер нисә тапҡыр арттырып бирербеҙ!», – тиһәләр, ул кеше ни тиклем тырышыр ине, шулай бит? Ләкин кеше көсһөҙ итеп яратылған, ул аҡса менән бәйле донъяуи нәмәне яҡшыраҡ аңлай, ә әхирәтен онота. Юҡҡа ғына Ҡөрьәндә: «Һеҙ был донъяны артығыраҡ күрәһегеҙ, ә әхирәт хәйерлерәк һәм дауамлыраҡ бит!». («Иң бөйөк» сүрәһе, 87: 16 – 17 аяттар) – тиелмәгән бит. Аллаһ Тәғәлә беҙгә был донъяны дөрөҫ итеп йәшәп сығырға, изге ваҡыттарҙы, урындарҙы һәм хәлдәрҙе ҡуллана белергә ярҙам итһен, беҙҙе Үҙенең дөрөҫ дине исламдан айырмаһын, пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сөннәтенә һуң һулышыбыҙға тиклем тоғро ҡалырға насип итһен. Әмин.

192


№37. Ҡорбан байрамы

Беренсе хөтбә Бөгөнгө хөтбәбеҙ Ҡорбан байрамы тураһында. Ҡорбан ғәйетендә ниҙәр эшләргә, нисек эшләргә, нимәләр эшләргә ярамай – ошоларҙы асыҡлап китмәксебеҙ... Был байрам һәм ундағы ғибәҙәттәр Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) менән булған ваҡиғаға барып тоташа. Аллаһ Тәғәлә уға тәүҙә Исмәғил исемле улын ҡорбан итергә бойора, һуңынан, уның Аллаһ әмерен үтәргә әҙер булыуын күргәс, улы урынына һарыҡ салырға ҡуша. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: «Һәм Беҙ уны (Исмәғилде) оло ҡорбан менән алыштырҙыҡ» («Сафтарҙа тороусылар» сүрәһе, 37:107 аят). Һәм кешеләр ҙә бөгөн Аллаһ әмерен үтәп, Ибраһим пәйғәмбәргә эйәреп, ошо ҡорбан салыуҙары менән Аллаһҡа үҙҙәренең буйһоноуын, Аллаһ өсөн ҙур ҡорбандарға әҙер булыуҙарын күрһәтә. Был ғәмәлдең исеме үк уның ниндәй ғибәҙәт булыуын күрһәтеп тора. Ҡорбанлыҡ мал «удхи́йә» тип атала. Был һүҙ «да́ххә» («ҡорбан итеү») тигән ғәрәп ҡылымынан алынған. Йәғни, бында кешенең үҙ аҡсаһын, көсөн Аллаһҡа яҡынайыу өсөн сарыф итеүе күҙ уңында тотола. «Ҡорбан» тигән һүҙгә килгәндә, ул ғәрәп теленең «ҡарубә» («яҡын булыу») ҡылымынан барлыҡҡа килгән. Йәғни, Аллаһҡа яҡын булыу, тигәнде аңлата. Нәҡ шуға ла Аллаһ рәсүле (‫ )ﷺ‬шулай тигән: «Ҡорбан ғәйете көндөндә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһындағы иң яҡшы ғәмәл – ҡорбан малының ҡанын ағыҙыу (йәғни ҡорбан салыу). Был хайуан Хөкөм көнөндә үҙенең мөгөҙ-тояҡтары һәм тиреһе менән (ҡылынған ғибәҙәттең тере шаһиты булараҡ) киләсәк. Уның ҡан тамсылары ергә төшөп өлгөргәнгә 193


тиклем үк Раббы ҡаршыһында оло урын алырҙар. Шуға ла йәндәрегеҙ тыныс булһын (йәғни Аллаһтың әжер биреүенә ныҡлы ышанығыҙ)» (әл-Хәким, Ибн Мәджәһ, ӘтТирмиҙи йыйынтыҡтарынан, хәсән хәҙис). Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, ҡорбан салыу мотлаҡ (вәджиб) булып тора. Ә ҡайһы берәүҙәр уны сөннәт ғәмәл (йәғни, вәджиб түгел) тиҙәр. Мәҫәлән, хәнәфи мәҙһәбе ғалимдары фекеренсә, ҡорбан салыу – мотлаҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта Әбү Хәнифәнең уҡыусылары Әбү Йософ һәм Мөхәммәт уны сөннәт ғәмәл тип иҫәпләгән. Иң дөрөҫ фекер ҙә шул: ҡорбан салыу – ул сөннәт. Сөнки имам Әбү Хәнифә лә, ҡорбан салыуҙы мотлаҡ тиһә лә, уны зәкәт түләрҙәй (йәғни нисабы тулған) бай кешеләр өсөн генә тейешле тигән. Мәликиҙәр әйтеүенсә, әгәр кешенең йыл дауамында ҡорбанлыҡ мал һатып алырлыҡ байлығы ятҡан икән, шул осраҡта ҡорбан салыу уның өсөн ныҡлы сөннәт булып китә. Имам Шәфиғи әйтеүенсә, әгәр ҙә кеше байрам көндәрендә ҡорбанлыҡ мал алыу мөмкинлегенә эйә икән, шул саҡта уға ла был сөннәт була. Имам Әхмәд фекеренсә, әгәр ҙә кеше бурысҡа булһа ла аҡса алып, уны һуңынан түләй алырҙай булһа, ундай кеше өсөн дә ҡорбан салыу сөннәт һанала. Ҡорбан салыу ваҡыты ғәйет (байрам) намаҙын ҡылғандан һуң башлана. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндәге иң ҡыҫҡа сүрәлә былай тигән: «Раббың ризалығы өсөн намаҙ ҡыл һәм ҡорбан сал» («Муллыҡ» сүрәһе, 108:2 аят). Йәғни, тәүҙә – намаҙ уҡыу, шунан – ҡорбан салыу. Ошо көндән башлап беҙҙең ҡорбан салыу өсөн өс көнөбөҙ буласаҡ. Һәм өсөнсө көндә ҡояш байыу менән ҡорбан салыу ваҡыты тамамлана. 194


Ҡорбан ителә торған хайуандың төп өс тән өлөшөнә иғтибар итер кәрәк: ҡолаҡ, морон, ҡойроҡ. Нәҡ ошо тән өлөштәрендә йыш ҡына етешһеҙлектәр була. Ғөмүмән, бөтә мәҙһәбтәрҙәге фекерҙәрҙе дөйөмләштереп, шундай һығымтаға килергә мөмкин: әгәр ҙә етешһеҙлек иткә тәьҫир итмәһә һәм мал сатан, һуҡыр, ныҡ сирле һәм ябыҡ булмаһа, уны ҡорбан итеп салырға мөмкин. Икенсе хөтбә Ҡорбанлыҡ хайуан төрҙәренә килгәндә, һарыҡ, кәзә, һыйыр, буйвол, дөйә малдарын ҡорбан итеп салырға була. Уларҙың ниндәйҙер бер енестә булыуы шарт түгел. (Тимәк, тәкәләр, кәзә тәкәләре, үгеҙҙәр, ата буйволдар, ата дөйәләр ҙә ҡорбан хайуандарына керә). Әммә йыш ҡына ул малдың йәшен иҫәпкә алмай хаталаналар. Мәҫәлән, ҡорбанлыҡ булыу өсөн һыйыр йә үгеҙ ике йәшкә етергә тейеш, йәшерәк булһа – ярамай. Һарыҡтар иһә бер йәштән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Әммә улар етенсе ай менән барғандарында ҙур булһалар (йәғни, мәҫәлән, уларҙы бер йәшлек һарыҡтар өйөрөнә ебәреп, ҙурлығы буйынса бүтәндәрҙән айырып булмаһа), ул саҡта ундайҙарҙы ла ҡорбанға килтерергә мөмкин. Ҡорбан салғандан һуң ит өс өлөшкә бүленә: бер өлөшөн кеше үҙенә ҡалдыра, бер өлөшөн үҙенең туғандарына, ҡәрҙәштәренә садаҡа булараҡ өләшә, һәм бер өлөшөн – ярлыларға. Ҡорбан салғандан һуң тирене ҡайҙа ҡуйырға тигән һорауға ғалимдар түбәндәгесә яуап биргән. Уны салыусыға түләү булараҡ бирергә ярамай, әммә бүләк булараҡ – ярай. Һатырға ла ярамай, әммә кеше уны үҙендә ҡалдырһа була (тик һуңынан да ул уны һатырға тейеш түгел). Әгәр ҙә инде һата ҡалһа, ул аҡсаға тулыһынса үҙендә 195


тороп ҡала торған әйбер һатып алырға тейеш. Тирене берәй һауыт-һабаға, балаҫҡа һәм башҡа шундай тире хаҡына торошло нәмәләргә алыштырырға ла мөмкин. Йыш ҡына: «Үлеләр өсөн ҡорбан салырға яраймы?» – тигән һорау бирәләр. Йәғни кешеләр шул рәүешле уларҙың сауаптарын арттырырға теләй. Ғалимдарҙың берҙәм фекеренсә, әгәр ҙә кеше үлерҙән алда үҙе исеменән ҡорбан салырға васыят ҡалдырған булһа – ярай. Ә инде кеше ундай васыят ҡалдырмаһа, был осраҡта ғалимдар төрлөсә әйтә. Рөхсәт итеүселәр, ундай ҡорбан ите (йәғни васыятһыҙ салынған ҡорбан ите) тулыһынса садаҡа итеп таратылып бирелергә тейеш, тигән шарт ҡуя. Әммә, фекер берлеге булмағас, ундай эштән тыйылып ҡалыу яҡшыраҡ. Мәрхүмдең ғәмәл дәфтәренә яҙыла торған бүтән эштәр ҙә бар бит. Мәҫәлән, уның өсөн ҡылынған доға. Доғаны мәрхүмдең үҙ балаһы ҡылһа – тағы ла яҡшы. Бында фекер төрлөлөгө лә, шиктәр ҙә юҡ. Ҡорбан итеп салыныр малдың бер нисә кѳн алдан һатып алыныуы яҡшы. Шуның менән кеше ҡорбан салырға әҙер булыуын һәм Аллаһҡа буйһоноуын күрһәтә. Был – мүстәхә́б, йәғни хупланған эш. Үҙ ҡорбаныңды үҙ ҡулдарың менән салыу ҙа мүстәхәб һанала. Хәнбәлиҙәр фекеренсә, Зөлхиджә айының тәүге ун көнөндә ҡорбан салыусы кеше үҙенең сәс-тырнаҡтарын киҫмәҫкә тейеш, быны улар харам ти. Хәнәфиҙәр иһә быны рөхсәт итә. Әммә киҫмәү яҡшыраҡ. Ҡорбанлыҡ малды салғанда, уны ҡиблаға ҡаратып, ергә һул яғы менән һалалар, был фарыз булмаһа ла, сөннәт. Салған ваҡытта: «Бисмилләһ, Аллаһу әкбәр» («Аллаһ исеме менән, Аллаһ иң бөйөк»), – тигән доға әйтелә. Тағы шулай 196


тип тә өҫтәйҙәр: «Алла́һүммә, һәҙә минкә үә лә́к» («Йә Аллаһ, был Һинән һәм Һиңә»). Бер һарыҡты бер кеше һәм уның ғаиләһе исеменән салалар. Һыйыр йәки үгеҙҙе – ете кеше исеменән, әммә был осраҡта шундай шарт бар: ете кешенең һәммәһе лә быны Аллаһҡа яҡынайыу өсөн эшләргә тейеш. Әгәр ҙә ул ете кешенең береһе генә булһа ла ит өсөн өлөшкә керһә, ҡалған алтыһының да ҡорбаны ҡабул булмаясаҡ. Сөнки Аллаһ Тәғәләгә малдың ите, ҡаны кәрәк түгел, Уға кешеләрҙең ихласлығы мөһим. Салынасаҡ ҡорбандарығыҙҙы һәм ошо бәрәкәтле көндәрҙә ҡылыныр изгелектәрегеҙҙе Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен. Алда беҙҙең ҙур сауаптар эшләү өсөн бер нисә көнөбөҙ бар. Аллаһ рәсүле (‫ )ﷺ‬әйтеүенсә, Аллаһ өсөн Зөлхиджә айының ошо тәүге ун көнөндә ҡылынған ғәмәлдәрҙән дә яҡынырағы һәм һөйөклөһө юҡ.

197


№38. Хижәп (яулыҡтың) әһәмиәте 

Беренсе хөтбә Аллаһ Тәғәләнең ҡатындарға фарыз ҡылған әмерҙәренең береһе – сит ирҙәрҙән үҙ матурлыҡтарын йәшереү. Билдәле булыуынса, ислам дине һәр төрлө әшәкелектәрҙе тамырынан уҡ, әле яралмаҫ борон юҡ итә. Мәҫәлән, әгәр иҫерткес эсемлектәр тыйылған икән, уларҙы «самалап ҡына эсеү» тигән төшөнсә булмаҫҡа тейеш. Иҫерткес нәмәнең һәр бер тамсыһы харам, һәм эскелектән арыныу өсөн «ярымсаралар» булырға тейеш түгел! Шулай уҡ зина гөнаһынан һаҡланыу өсөн кеше сит (махрам) ҡатындарҙан йырағыраҡ булырға тейеш. Шуға бит Ҡөрьәндә: «Зинаға яҡын килмәгеҙ, ул бит – фәхишәлек һәм боҙоҡ юл!», – тиелгән. («Төндә күсереү» сүрәһе, 17:32 аят). Зинаға яҡын килмәү – тимәк, ошо гөнаһҡа алып бара торған һәр нәмәнән дә һаҡланыу. Ысынлап та, ниндәйҙер ир сит ҡатынды тәү күреүҙән үк үҙе менән гөнаһ ҡылырға саҡырмай бит. Бер ғәрәпсә шиғырҙа әйтелгәнсә, «тәүҙә ҡараш, шунан сәләмләшеү, шунан әнгәмә, шунан осрашырға вәғәҙә, шунан зина!». Яулыҡ (хижәп) ябынған ҡатын сит ирҙәрҙән сәстәрен һәм тәнен генә ҡапламай, ул үҙенең мосолман ҡатыны булыуын иғлан итә. Ниндәйҙер ир ул ҡатынға ҡарата үҙе лә һиҙмәҫтән ихтирам тойор һәм уға һүҙ ҡушырға ла баҙнат итмәҫ. Киреһенсә, ирҙәр урамда ниндәй ҡатындарға һүҙ ҡушып, әҙәпһеҙ шаяртып, әшәке нәмәләр тәҡдим итә? Әлбиттә, тышҡы ҡиәфәттәре саманан тыш тыйнаҡһыҙ булған ҡатындарға… 198


Хижәп – ул мосолман ҡатынына Аллаһ Тәғәләнең Үҙе бойорған фарызы: «Эй, пәйғәмбәр! Үҙ ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм иман килтергән кешеләрҙең ҡатынҡыҙҙарына әйт: улар бөркәнсектәрен өҫтәренә япһын. Был уларҙы танымауға һәм кәмһетелмәүгә яҡшыраҡ. Аллаһ – Ярлыҡаусы, Шәфҡәтле!». («Фирҡәләр» сүрәһе, 33:59 аят). Шулай уҡ Ҡөрьәндә: «Һәм иман килтергән ҡатындарға әйт: улар күҙҙәрен йомһондар, һәм оят ерҙәрен һаҡлаһындар, һәм күренеп торғандарынан башҡа үҙҙәренең биҙәктәрен күрһәтмәһендәр, түштәрендәге уйымдарына бөркәнсектәрен ҡаплаһындар, һәм үҙҙәренең ирҙәренән, йәки аталарынан, йәки ҡайныларынан, йәки улдарынан, йәки ирҙәренең улдарынан, йәки ир туғандарынан, йәки ир туғандарының улдарынан, йәки ҡыҙ туғандарының улдарынан, йәки үҙ тирәһендәге ҡатындарынан, йәки үҙҙәренең уң ҡулдары биләгәндән, йәки енси теләге булмаған ир хеҙмәтселәрҙән, йәки ҡатындарҙың шәрәлеген аңламаған ир сабыйҙарҙан башҡаларға биҙәктәрен күрһәтмәһендәр…» – тиелгән. («Нур» сүрәһе, 23:31 аят). Бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬янына Әбү Бәкр ҡыҙы Әсмә килеп инде, һәм ул өҫтөнә йоҡа ғына әйбер кейгән ине. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬башын ситкә борҙо ла: «Эй, Әсмә! Әгәр ҡыҙ күремгә тиклем үҫеп етһә, уның ошо һәм ошо ерҙәренән (пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬йөҙө менән беләҙек һөйәктәренә ишара итте) башҡаһы күренергә тейеш түгел!», – тине. (Әбү Дәүд, Әл-Бәйһәҡи риүәйәт иттеләр). 199


Тимәк, бәлиғ булған ҡыҙҙар йөҙҙәре менән устарынан башҡа тәндәрен күрһәтергә тейеш түгел. Был – диндең өҫтәмә, хуп күрелгән генә төшөнсәһе түгел, ә фарыз, йәғни мотлаҡ эшләнә торған нәмә. Шулай булғас, хижәп ябынмаған ҡатын гөнаһҡа керә. Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Әгәр ҡатын үҙ иренең өйөнән башҡа берәй ерҙә кейемен һалһа, ул Аллаһ Тәғәлә менән үҙ араһында булған пәрҙәне йыртыр». (Имам Әхмәт, Ибн Мәджәһ риүәйәт иттеләр). Йәғни, был ҡатын үҙ намыҫын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр һәм Аллаһ Тәғәләнең һаҡлауынан мәхрүм ҡалыр. Был ҡағиҙәнән матурлыҡтарын бөтөнләй юғалтҡан әбейҙәр генә төшөп ҡала, һәм уларға яулыҡ ябынмаһалар ҙа ярай: «Иргә сығыуҙы өмөт итмәгән ҡарсыҡтарға, биҙәктәре менән маҡтанмайынса бөркәнгән кейемдәрен сисеүҙән гонаһ юҡ. Үҙ-үҙҙәрен тыйып тороуҙары улар өсөн яҡшыраҡ. Аллаһ ишетә, белә!» («Нур» сүрәһе, 23:60 аят). Икенсе хөтбә Хөрмәтле йәмәғәт! Беҙҙең заманда диндең күп кенә әмерҙәрен кешеләр ниндәйҙер «теләгеңә ҡарап үтәлә» торған нәмә тип күрәләр, ә былар бит – Аллаһ Тәғәләнең әмерҙәре! Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан нәмәләрҙе үтәмәй, Ул тыйған нәмәләрҙән тыйылмай нисек йәннәт өмөт итеп була һуң? Ҡатындарҙың хижәп кейеүе – шундай фарыздарҙың береһе, ләкин күп кенә ҡәрҙәштәребеҙ быны аңлап бөтмәй. Күп кенә ҡыҙҙар һәм апайҙар «ваҡыты еткәс ябынырмын әле» тип уйлай. Кемделер яңы ҡиәфәт ҡурҡыта, хижәп кейә башлаһам, кешеләр, дуҫтарым, туғандарым нисек ҡарар икән, тип борсолалар. Шул мөслимә ҡәрҙәштәребеҙгә әйтәйек: Аллаһ Тәғәлә әмерҙәрен еренә еткереп йәшәргә 200


тырышҡан кешеләр бер ҡасан да хур булмаҫ. Ә яулыҡ ябынғанығыҙ өсөн һеҙҙең менән дуҫлығын өҙөргә әҙер булған әхирәтегеҙ ниндәй «терәк» һуң ул? Әхирәт түгел, үҙ әсәгеҙ булһа ла, ул Аллаһ Тәғәлә алдында һеҙҙең гөнаһығыҙ өсөн яуап бирергә әҙерме? Ҡиәмәт көнө шул тиклем ҡурҡыныс, ҡәрҙәштәр, ул көндә ололар түгел, балаларҙың сәсе ағарыр! Ул көндә кеше үҙ атаһынан, әсәһенән, ҡатынынан ҡасып китер, һәр кем икенсе кешенән – атаәсәһенән, балаларынан, тормош иптәшенән бер генә булһа ла изге эш алып, үҙ хисабына өҫтәргә теләр, ләкин бер кем дә башҡа кешегә изге эшен бирергә теләмәҫ! Ошо ҡурҡыныс көндә хижәпһеҙ йөрөгән һәр бер сәғәтең, хижәпһеҙ интернетҡа һалған һәр бер фотоң, һиңә сит ирҙәрҙең һәр бер харам ҡарашы өсөн нисек яуап тоторһоң икән, мөслимә ҡәрҙәшем? Кире был донъяға ҡайтып, хижәп кейеп, намаҙ уҡып, ураҙа тотоп – ғөмүмән Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан бар нәмәне лә үтәргә, гөнаһтарың өсөн тәүбә ҡылырға, булған мал-мөлкәтеңде хәйер итеп таратырға теләмәҫһеңме ни? Әлбиттә, теләрһең – бөтәбеҙ ҙә быны теләрбеҙ, ләкин ул көндән бында кире ҡайтыу булмаҫ! Хижәп кеймәгән ҡатындар нимә тапты, ә хижәп кейгән мөслимәләр нимә юғалтты? – уйлап ҡарағыҙ. (Әйткәндәй, күп ирҙәр хижәпһеҙ ҡатындар менән гөнаһлы рәүештә төрлөсә «аралашһалар» ҙа, өйләнергә ваҡыттары еткәс, үҙҙәренә динле, ғиффәтле, хижәп ябынған ҡыҙ эҙләй башлайҙар!). Хижәп кейеү һиңә тормош ҡорорға ла, үҫешергә лә, белем алырға ла, бала үҫтерергә лә ҡамасауламай – киреһенсә, йыш ҡына ярҙам! Балалар баҡсаһында эшләгән таныш бер ҡатын: «Яулыҡ ябынһам, 201


ата-әсәләр минән ҡурҡып балаларын икенсе төркөмгә күсерерҙәр микән, тип уйлағайным, киреһенсә, миңә бирергә тырышалар!», – тине. Юҡҡа ғына Аллаһ Тәғәлә Үҙ китабында: «Ысынлап та, иман килтергән кешеләрҙе Аллаһ яҡлай! Ысынлап та, һәр хыянатсыны, кафырҙы Аллаһ яратмай!» («Хаж» сүрәһе, 22:38 аят). Шулай уҡ Ҡөрьәндә: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙегеҙҙе һәм ғаиләләрегеҙҙе яғыулығы кешеләр һәм таштар булған уттан һаҡлағыҙ», – тиелгән. («Харам ҡылыу» сүрәһе, 66:6 аят). Был аятты ата-әсәләр йышыраҡ иҫләһә ине. Әгәр һеҙ балағыҙҙы кескәй саҡтан Аллаһ Тәғәләнең әмерҙәрен үтәргә өйрәтмәһәгеҙ, һәм был балалар намаҙһыҙ, ураҙаһыҙ, хижәпһеҙ үҫһәләр, улар Ҡиәмәт көнөндә һеҙҙән үҙ хаҡтарын талап итерҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙарының йә ҡатындарының хижәп кейеүҙәренә ҡаршы булған аталар һәм ирҙәр ҙә була бит… Беҙгә Аллаһ Тәғәлә динебеҙҙе дөрөҫ аңлап, гөнаһтарҙан арынып, Раббыбыҙҙың ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәргә насип итһен, Шайтан ҡотҡоларынан һаҡлаһын, әмин!

202


№39. Ата-әсә хаҡы

Беренсе хөтбә Беҙ йәшәгән заманда кешеләр ислам диненең күп төшөнсәләрен йә бөтөнләй белмәй, йә белһә лә тейешенсә үтәмәй. Ә Ҡөрьән һәм Сөннәткә ҡараһаҡ, был төшөнсәләр шул тиклем мөһим, уларҙы үтәмәйенсә, үҙеңде мосолман тип һанауы ла ауыр... Шундай мөһим төшөнсәләрҙең береһе – ул ата-әсәңде хөрмәт итеү. Үҙҙәрен мосолман тип һанаған күп кенә кешеләрҙең ата-әсәләренә ҡарата булған мөнәсәбәттәре бик аяныс: кемдер атаһы йә әсәһе менән бөтөнләй аралашмай, кемдер аралашһа ла, уларҙы һанға һуҡмай, хатта мыҫҡыл итә, кемдер мыҫҡыл итмәгән хәлдә лә, улар менән матур итеп һөйләшмәй. Ҡөрьәнде бөтөнләй уҡымаған булһағыҙ ҙа, уйлап ҡарайыҡ әле, ағай-эне: үҙ атаһын йә әсәһен хөрмәт итмәгән кеше нисек һине йә мине хөрмәт итһен? Үҙен ни тиклем тәртипле , дипломатик күрһәтмәһен, ундай кешенең күңелендә ниндәй изгелек ята алһын?! Аллаһ Тәғәлә үҙ китабы Ҡөрьәндә ата-әсә хаҡы тураһында шулай тигән: «Раббың һеҙгә Унан башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәләргә изгелек күрһәтергә бойорҙо. Әгәр һинең яныңда ата-әсәңдең береһе йә икеһе лә ҡартайһа, уларға “Уф!” – тип тә әйтмә, уларға ҡысҡырма. Уларға матур һүҙ генә әйт. Улар алдында мәрхәмәт менән түбәнселек ҡанатын йәй һәм: “Раббым! Улар бала сағымда мине тәрбиәләгәндәре кеүек, Һин дә уларға рәхмәт ҡыл!” – тип әйт. Әгәр һеҙ изге эштәр эшләүсе булһағыҙ, һеҙҙең күңелегеҙҙә нимә булғанды Раббығыҙ яҡшы белә...». («Төндә күсереү» сүрәһе, 17:23 – 25 аяттар). Бер йылы мусабаҡала 203


(мосолмандарҙың йәйге йыйылышында) бер әсә кеше минән: «Ислам дине әсәйҙе хөрмәт итергә ҡушамы?» – тип һораны. Мин уға: «Әлбиттә, апай» – тинем дә, юғарылағы аятты әйтеп бирҙем. Теге апай күҙ йәштәрен һөртә-һөртә тыңланы, ә мин уның улы өсөн ҡурҡып ҡуйҙым. Ғалимдар әйтеүенсә, ата-әсәгә ҡарата «уф!» – тип әйтеүҙән ҡурҡынысыраҡ нәмә булһа, Аллаһ Тәғәлә шунан киҫәтер ине. Йәғни, мосолман кешеһенең ата-әсәһенә «уф!» тип кенә әйтеүе лә – әҙәпһеҙлектең иң түбән дәрәжәһе! Ә беҙҙең ҡайһыларыбыҙ ата-әсәһенә «уф!» тип әйтеү генә түгел, улар менән ирешә башлай бит! Ә уларға ҡул күтәргән бәндәләрҙең тамсы булһа ла иманы бар микән?! Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ: Ул Үҙенә ғибәҙәт итеүҙе беренсе урынға ҡуйһа, ата-әсә хаҡын икенсе урынға ҡуйған: «...Унан башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәләргә изгелек күрһәтергә бойорҙо...». Быға оҡшаш тағы бер аятта Аллаһ Тәғәлә Үҙенә шөкөр ҡылыуҙан һуң ата-әсәгә рәхмәтле булыуҙы бойорған: «...Миңә һәм атаәсәңә шөкөр ит, ҡайтыуың – Миңә!». («Луҡман» сүрәһе, 31:14 аят). Бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬өс тапҡыр: «Танауы ергә йәбешһен, танауы ергә йәбешһен, танауы ергә йәбешһен!»24, тигәс, сәхәбәләр: «Кемдең, эй Аллаһтың илсеһе?» – тип һоранылар. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Атаәсәһенең берен, йә икеһен дә күреп, (шулар арҡаһында) йәннәткә керә алмаған кешенең!» – тип яуап ҡайтарҙы. (Имам Мүслим риүәйәт итте). Тағы бер хәҙистә Ғәрәп телендә «фәлән кешенең танауы ергә йәбешһен!» ( ‫رغم أنف‬ ‫ )فلن‬тигән һүҙ «хур булһын, кәмселеккә төшһөн!» тигәнде аңлата. 24

204


әйтелеүенсә, пәйғәмбәребеҙҙән (‫ )ﷺ‬бер сәхәбә: «Эй, расүлүллаһ! Минең яҡшы мөғәмәләмә иң лайыҡ кеше кем?» – тип һорағас, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уға: «Әсәйең» – тине. Шул уҡ һорауҙы теге сәхәбә тағы ике тапҡыр бирҙе, һәм икеһендә лә шул уҡ яуап алды. Дүртенсе тапҡыр шул уҡ һорауҙы ишеткәс, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬сәхәбәгә: «Атайың» – тип яуап бирҙе. Йәғни, әсәй кешегә күрһәтелә торған хөрмәт атайға күрһәтелгән хөрмәттән өс тапҡыр өҫтөн, тип әйтеп була. Икенсе хөтбә Ғабдулла ибн Мәсғүд һөйләүенсә, бер көн ул пәйғәмбәребеҙҙән (‫ )ﷺ‬иң яҡшы ғәмәл тураһында һораны: «Ниндәй эш Аллаһҡа иң һөйөклө?». Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Ваҡытында ҡылынған намаҙ» – тип яуап биргәс, Ибн Мәсғүд: «Шунан һуң нимә?» – тип йәнә һораны. «Ата-әсәгә хөрмәт» – тине пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬. (Әл-Бухари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Шулай уҡ бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ янына бер кеше килде лә, Аллаһ юлында йыһатта (изге яу) ҡатнашырға теләк белдерҙе. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬унан: «Атаәсәң тереме?» – тип һораны. Теге кеше: «Эйе» – тигәс, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уға: «Ана шулар өсөн тырыш!» – тип бойорҙо. (Әл-Бухари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Шулай итеп, ата-әсәне рәнйеткән йә илатҡан ғәмәлдәрҙән бер нәмә лә эшләргә ярамай. Ата-әсәнең һүҙен нисек булһа ла тыңларға кәрәк, ләкин шуны ла оноторға ярамай: ислам дине буйынса ниндәйҙер кеше – ата-әсәң булһа ла! – ҡуша тип, гөнаһ ҡылырға ярамай. Йәғни, әгәр ата-әсә «намаҙ уҡыма», «ураҙа тотма», «минең менән араҡы эс», «балаңды дингә өйрәтмә» тип талап итһәләр, быларҙы үтәргә ярамай. 205


Шуға ла Ҡөрьәндә: «... әгәр һиңә улар (ата-әсәң) Миңә ширк ҡушырға бойорһа, уларға буйһонма!». («Луҡман» сүрәһе, 31:15 аят) – тиелгән. Ширктән бәләкәйерәк гөнаһтарҙың хөкөмө лә шулай уҡ. Ата-әсә теге йә был нәмәне талап итһә, ә был талап ниндәйҙер ҡыйын эш, йә бөтөнләй харам, мәкрүһ булһа, нисек үҙеңде тотоу кәрәклеге тураһында фиҡһ китаптарында ентекләп аңлатылған. Ата-әсәгә хөрмәттең ниндәй булыуын белергә теләһәк, изге сәләфтәрҙең (әүәл мосолмандарҙың) тормошона иғтибар итәйек. Әбү Бүрдә һөйләүенсә, Йәмәндән бер кеше әсәһен йөкләп хажға килгән һәм, Кәғбә тирәһендә тауаф ҡылып сыҡҡас, Ибн Ғүмәрҙән: «Нисек уйлайһың, мин әсәйемә уның хаҡын ҡайтарҙыммы?» – тип һораған. Ибн Ғүмәр уға: «Юҡ! Ул һине тапҡанда ыңғырашҡан бит, шул тауыштарҙың береһен генә булһа ла ҡайтарманың!» – тип яуап биргән! Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ейәне Зәйнүл Ғәбидин әсәһенә ҡарата иң күркәм холоҡло кешеләрҙең береһе булған. Бер көн кешеләр унан: «Беҙ һине әсәһенә хөрмәт итеүселәрҙең иң яҡшыһы тип һанайбыҙ. Ләкин ниңә һин әсәйең менән бергә ултырып ашамайһың?» – тип һорағандар. Ул: «Минең ҡулым берәй ризыҡты алыр, ә бынан алда бәлки әсәйем уны алып ашарға уйлағандыр, тип ҡурҡам» – тигән яуап биргән. Ғата ибн Йәсәрҙән имам Әл-Бүхари риүәйәт иткән бер хәҙистә әйтелгәнсә, Ибн Ғәбәскә бер кеше килгән дә, үҙенең аяныс хәлен һөйләп биргән: «Мин бер ҡатынға никах тәҡдим иткәйнем, ул риза булманы. Ә икенсе бер ир уға никах тәҡдим иткәс, ул шатланып ризалығын бирҙе. Мин ҡыҙғанып уны үлтерҙем. Миңә тәүбә итеп булыр микән?» – 206


тигән. Ибн Ғәббәс унан: «Әсәйең тереме?» – тип һорағас, теге кеше: «Юҡ» – тип яуап ҡайтарған. Ибн Ғәббәс уға «Аллаһҡа тәүбә ит тә, мөмкин тиклем Уға яҡынлашырға тырыш» – тигән. Ғата ибн Йәсәр Ибн Ғәббәстән: «Ниңә уның әсәһе тураһында һораның?» – тигәс, ул: «Мин әсәйгә ҡарата хөрмәттән Аллаһҡа тағы ла яҡыныраҡ булған изге эш белмәйем» – тигән. Йәғни, теге кешенең әсәһе тере булған булһа, Ибн Ғәббәс уға «Мөмкин ҡәҙәр әсәйеңә яҡшы бул, бәлки шуның арҡылы кеше үлтереү гөнаһын ҡаплай алырһың» – тип әйтер ине! Сүбхә́нәллаһ, ҡәрҙәштәр! Ошо хәҙистән һуң да беҙ ата-әсәйебеҙгә ҡарата үҙгәрмәһәк, нисек Аллаһ Тәғәлә алдында яуап тоторбоҙ икән? Аллаһ беҙҙең барыбыҙҙы ла ярлыҡап тамуҡ утынан ҡотҡарһын, әмин!

207


№40. Ғәшүрә́ көнө

Беренсе хөтбә Әлхәмдүлилләһ, мосолман календарының ун икенсе айы Зөлхиджә тамамланды, һәм хәҙер беҙ яңы йылдың беренсе айы – Мөхәррәмгә килеп керҙек. Мосолман календары пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬сираһының ҙур ваҡиғаһы – Мәккәнән Мәдинәгә күсенеү, йәғни һижрә йылынан һанала. Ошо һижри беренсе йылдан алып ислам дине Ғәрәп ярымутрауында ғына түгел, бөтә донъяла ла киң тарала башланы. «Һижри», йә «ай календарын» ошо йылдан һанауҙы бөйөк хәлифә Ғүмәр ибн Хаттаб ҡарар итте. Ул христиан календарынан ун, йә ун бер көнгә ҡыҫҡараҡ, шуға уның айҙары йылдың төрлө миҙгелдәрендә «шылып» йөрөй. Мосолман айҙары ла ун ике. Мөхәррәм айының исеменә килгәндә, ул ғәрәп телендә «тыйылған» тигән мәғәнәгә килә. Ғалимдар ошо айҙың был исемен өс сәбәптә күрә: бәлки, был айҙа гөнаһ ҡылыуы башҡа харам айҙарынан ҡурҡынысыраҡ булғанға; бәлки Шайтанға, йәғни Иблискә, йәннәт ошо айҙа харам ҡылынғанға; бәлки, Мөхәррәм айында дошмандарға һуғыш иғлан итеү тыйылғанға. Өсөнсө фекер – иң дөрөҫө. (Шулай ҙа дошмандар үҙҙәре һөжүм иткән хәлдә һаҡланыу тыйылмаған). Шулай итеп, беҙ был айҙа ла гөнаһтарҙан нығыраҡ тыйылырға тейешбеҙ, Мөхәррәм айында харам ҡылмайыҡ. Хәҙерге көндә христиан айҙарын киң ҡулланғаныбыҙ өсөн, йыш ҡына «һижри календарының ниндәй айы әле?» тип уйлап та ҡуймайбыҙ, ә ҡайһы берәүҙәребеҙ бөтөнләй «христианса» йә «комунистса» йәшәй: декабрь килеп еттеме, «Яңы йыл» тип йүгерекләй башлай, ғинуар айында – «Иҫке яңы йыл», 208


февралда – «Совет армияһы көнө», мартта – «Ҡатын-ҡыҙҙар көнө», апрелдә – «Шаяртыу (дөрөҫөрәге “алдау”) көнө»… Быға тыуған көндәрҙе һәм «профессия байрамдарын» өҫтәһәк, һәр айҙа исламға хилаф килгән әллә нисә «байрам» үткәрелә һәм ғәмәл ҡылына. Был көндәрҙә хәмер эселмәһә лә уларҙы байрам тип һанау ҙа гөнаһ булыр ине, ә уларҙы «байрам итеү» рәүешен хәтерләп тә тормайыҡ… Аллаһ Тәғәлә беҙгә айҙарҙы дөрөҫ һанауҙы бойороп, был эштең динебеҙ менән тығыҙ бәйләнештә булыуын белдертеп, ошолай ти: «Ысынлап та, Аллаһ Тәғәләнең айҙары – ун ике. Ул күктәрҙе һәм ерҙе яратҡанда уҡ шулай яҙылып ҡуйғайны. Был айҙарҙың дүрте – харам айы. Ошо – хаҡ дин. Ул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ... ». («Тәүбә» сүрәһе, 9:36 аят). Золом ҡылыу йылдың бөтә айҙары һәм көндәрендә лә тыйылһа ла, Аллаһ Тәғәлә дүрт айҙы айырым әйтеп киткән. Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Рамаҙандан һуң иң яҡшы ураҙа – Аллаһ Тәғәләнең Мөхәррәм айында» – тине. (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). Иғтибар итһәгеҙ, был хәҙистә Мөхәррәм «Аллаһтың айы» тип аталған, һәм был уның бөйөк дәрәжәһен иҫбатлай. Пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬тиклем ғәрәптәр Сәфәр айын харам айы тип иғлан итеп, Мөхәррәм айындағы һуғышты рөхсәт иткәндәр ине. Ә был хәҙистә Мөхәррәмдең «Аллаһ айы» тип аталыуы уның әһәмиәтен тағы ла арттырған. Был хәҙискә шәрх – аңлатма – биргән Ән-Нә́үәүи имам шулай тигән: «Әгәр кемдер “хәҙистә әйтелгәнсә, Рамаҙандан һуң иң хәйерле ураҙа – Мөхәррәм айында икән, ни өсөн пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬Мөхәррәмдә түгел, ә Шәғбән айында күберәк ураҙа тотҡан?” – тип һораһа, яуап шул: бәлки, 209


Мөхәррәм айының фазиләте тураһында пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬һуңыраҡ, уның тормошоноң һуңғы йылдарында асылғандыр, һәм ул (‫ )ﷺ‬был айҙа күберәк ураҙа тотоп өлгөрмәгән. Бәлки лә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬тормошонда ниндәйҙер хәлдәр сығып торған да (сәфәр, ауырыу һ. б.) һәм улар уға Мөхәррәм айында ураҙа тоторға ҡамасаулаған». Икенсе хөтбә Ибн Рәджәп хәбәр итеүенсә, ғалимдар араһында ҡайһы харам айының иң хәйерле булыуы тураһында төрлө фекерҙәр әйтелгән. Сәхәбәләрҙән һуң килгән тәбиғиндәрҙән булған Әл-Хә́сән Әл-Басри́ тигән бөйөк мәшһүр ғалимдың шундай һүҙҙәре килтерелә: «Аллаһ Тәғәлә йылды харам айы Мөхәррәмдән башлап уны икенсе харам айы Зөлжиджә менән тамамлаған. Һәм Рамаҙандан һуң Мөхәррәм кеүек бөйөк ай юҡ!». Мөхәррәм айында гөнаһ ҡылыу һәм һуғыштар ҡәтғи тыйылғаны өсөн, элек уның тағы бер исеме булған – «әл-әса́мм». Ғәрәп теленән был һүҙ (‫)األصم‬ «һаңғырау», «тығыҙ ябылған» тип тәржемә ителә. Имам ӘнНәсәи Әбү Ҙәрҙән ошондай хәҙис риүәйәт итә: «Мин пәйғәмбәрҙән (‫“ )ﷺ‬Төндөң ҡайһы өлөшө иң хәйерле? Ҡайһы ай иң хәйерле?” – тип һораным. Ул: «Төндөң иң хәйерле мәле – уның уртаһы, ә иң хәйерле ай – һеҙҙең Мөхәррәм тип атаған айығыҙ» – тине. (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). Мөхәррәм айының тағы ла бер үҙенсәлеге – уның «Ғәшүрә́» тип аталған унынсы көнө. Был көндө ураҙа менән үткәреү бик хуп күрелә. Бының турала хәҙистәр бар, шуларҙың ҡайһыларын килтерәйек. Әр-Рубәййә бинт Мүғәүүиҙ тигән сәхәбә ҡатын һөйләүенсә, «Ғәшүрә көнөнөң уртаһында пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬ансарҙар йәшәгән ауылға кешене 210


ебәрҙе һәм уларға шуны әйтергә ҡушты: “Кем бөгөн ураҙа тотмай, шул көндөң аҙағына тиклем ашау һәм эсеүҙән туҡтаһын, ә кем иртәнән ураҙа тота, шул дауам итһен”. Бынан һуң беҙ ураҙа тоттоҡ һәм балаларыбыҙға ла быны ҡуштыҡ. Уларҙан кемдер асығып илай башлаһа, буялған йөндән уйынсыҡтар яһап, беҙ уларҙы ифтар ваҡыты еткәнсе әүерәтеп торҙоҡ». (Әл-Бүхари хәҙистәр йыйынтығынан). Ибн Ғәббәс риүәйәт итеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬Мәдинәгә килгәндә, йәһүдтәрҙең Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоуон күрҙе. Уларҙан был көн тураһында һорағас, йәһүдтәр: «Был бөйөк көн! Ошо көндә Аллаһ Тәғәлә Исраил улдарын уларҙың дошманынан ҡотҡарған, һәм Муса был көндә ураҙа тота башлаған» – тинеләр. Быға пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Мин һеҙгә ҡарағанда Мусаға яҡыныраҡ» – тине һәм үҙе лә ураҙа тота башланы һәм сәхәбәләргә лә быны бойорҙо. (Әл-Бүхари хәҙистәр йыйынтығынан). Ибн Ғәббәстән Ғәшүрә ураҙаһы тураһында һорағастар, ул: «Ғәшүрә көнөнән башҡа пәйғәмбәрҙең (‫)ﷺ‬ ниндәйҙер көндө өҫтөнөрәк күргәне өсөн ураҙа тотоуон белмәйем. Шулай уҡ Рамаҙан айынан башҡа ниндәйҙер айҙы өҫтөнөрәк күргәне өсөн унда ураҙа тотоуо миңә билдәле түгел». (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). Шулай уҡ Әбү Ҡатәдә риүәйәт итеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тине: «Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала булған кеүек булыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йыл һәм быйыл ҡылынған гөнаһтарҙы юйыр тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнө тотолған ураҙа өсөн Ул үткән йыл гөнаһтарын юйыр тип өмөт итәм». (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). 211


Тимәк, Ғәшүрә көнө тотолған ураҙа үткән йылдың гөнаһтарын юя, шуға ошо көндө үткәреп ебәрмәгеҙ – мосолман календарына, дөрөҫ календарға иғтибар итегеҙ! Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬Аллаһ Тәғәлә хозурына күсергә бер нисә ай ҡалғас, ул: «Киләһе йылға тиклем ҡалһам, туғыҙынсы Мөхәррәмдә лә ураҙа тотасаҡмын» – тине. (Мүслим риүәйәт итте). Ләкин пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬киләһе Мөхәррәмгә тиклем йәшәргә насип булманы... Ә беҙгә Мөхәррәм айының туғыҙынсы көнөн дә («Тәсүғә́»), унынсы көнөн дә («Ғәшүрә́») ураҙа, истиғфәр, зикерҙәр һәм доғалар менән үткәрергә мөмкинселек бирелә. Ғәшүрә көнө тотолған ураҙабыҙ ҡабул булып, үткән йыл хаталарыбыҙҙан таҙарынып, был йылды икенсе хәләт менән башларға, йылдың билдәле көндәрендә генә түгел, ә бөтә ваҡытта ла дөрөҫ мосолман булып йәшәргә яҙһын. Джәһилийәнән һәм уның байрамдарынан арынырға ярҙам итһен. Әмин.

212


№41. Бала хаҡы

Беренсе хөтбә Беҙҙең динебеҙ кешене Аллаһ Тәғәләнең иң камил һәм ҡәҙерле заты итеп күрә. Ҡөрьәндә: «Беҙ кешене иң яҡшы һүрәттә барлыҡҡа килтерҙек». («Инжир» сүрәһе, 95:4 аят) – тиелгән. Шулай уҡ: «Беҙ Әдәм балаларын хөрмәтле ҡылдыҡ һәм уларға ҡорола һәм диңгеҙҙә йөрөргә мөмкинлек бирҙек. Уларға яҡшы нәмәләрҙән ризыҡтар бирҙек, һәм Үҙебеҙ барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙең күптәренән өҫтөн ҡылдыҡ». («Инжир» сүрәһе, 17:70 аят). Исламда кешенең ҡәҙере ҙур булғанға күрә, бәләкәй кеше – бала ла – бик ҡәҙерле, әлбиттә, һәм Аллаһ Тәғәлә быға Ҡөръәндә, ә пәйғәмбәребеҙ (‫ – )ﷺ‬үҙенең хәҙистәрендә күп тапҡыр ишара иткән. Бер хәҙистә ул: «... Һинең балаңдың да һиңә хаҡы бар» – тигән. (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). Был хәҙистә бала хаҡы тураһында әйтелә. Эйе, ата-әсә хаҡы булғаны кеүек, баланың да хаҡы бар. Йәғни, беҙ уларҙы яратырға, уйнатырға, уҡытырға, тәрбиәләргә – ҡыҫҡаһы, бөтөн яҡлап яҡшы мосолман итеп үҫтерергә тейешбеҙ. Ә кем балаһының яҙмышын ҡайғыртмайынса, уны «урам балаһына» әйләндерә, шул ошо ҡурҡыныс хәҙисте иҫендә тотһон: «Кешегә гөнаһ өсөн, үҙе ҡараған кешеләрҙе юҡҡа сығарыуы етә». (Әбү Дәүд риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «яҡшы» тип баһаланы). Йәғни, кеше башҡа төрлө гөнаһ ҡылмаһа ла, ҡараған ғаиләһен тарҡатып, уларҙы фәҡирлеккә, ҡыйынлыҡтарға дусар итһә, уға гөнаһ булараҡ ошо яуапһыҙлыҡ та етәр ине... Ә бит күпме ата-әсәләр 213


балаларынан йә бөтөнләй баш тартып, йә бергә йәшәһәләр ҙә балаларын бөтөнләй ҡайғыртмайҙар! Бүра́йдә тигән сәхәбә һөйләүенсә, бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬хөтбә һөйләп тора ине, уның Хәсән һәм Хөсәйен ейәндәре килеп инделәр. Уларҙың өҫтәрендә ҡыҙыл күлмәк кейелгән ине, үҙҙәре бер аунап, бер кире тороп йүгерештеләр. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ минбәрҙән төшөп, уларҙы ҡулдарына алды ла кире менде. Шунан ул: «Ысынлап та “Һеҙҙең малдарығыҙ һәм балаларығыҙ – фетнә”. Мин был икәүҙе күрҙем дә сабыр итә алманым» – тип, хөтбәһен дауам иткән. (Әбү Дәүд риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ҡарағыҙ әле, ҡәрҙәштәр, пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ кеше алдында булһа ла һәм хөтбәне туҡтатып торорға кәрәк булһа ла, ейәндәрен ҡулдарына алырға оялмаған. Ә беҙҙең күптәребеҙ балаһына өйөнөң эсендә лә, кеше алдында ла бик ҡаты бәрелә, уны рәнйетә, хатта мыҫҡыл итә. Икенсе яҡтан шул уҡ ҡаты бәғерле ата-әсәләр «Ҡөрьән», «Сөннәт» тип матур һүҙ һөйләйҙәр, башҡаларға аҡыл өйрәтәләр. Күбебеҙ пәйғәмбәребеҙҙең (‫« )ﷺ‬Арағыҙҙан иң хәйерлегеҙ – үҙ ғаиләһенә ҡарата иң яҡшы булған кеше» тигән һүҙҙәрен бөтөнләй һанға һуҡмайҙар микән?.. (Әт-Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ риүәйәт иттеләр). Ғәбдүллаһ ибн Ғәмир һөйләүенсә, бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уларҙың өйҙәрендә ултырғанда, Ғәбдүллаһтың әсәһе уны: “Кил әле бында, һиңә бер нәмә бирәм” – тип саҡырған. Быны ишеткән пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Һин уға нимә бирергә иткәйнең?» – тип һораған. “Хөрмә бирәм” – тип яуап биргән Ғәбдүллаһтың әсәһе. «Әгәр һин уға бер нәмә лә бирмәһәң, был һиңә алдаҡ булып яҙылыр ине» – тигән пәйғәмбәребеҙ 214


(‫)ﷺ‬... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең күбебеҙ үҙ балаһын алдарға бер ҙә оялмай бит. Беренсенән, алдағы хәҙистән күренеүенсә, был – гөнаһ, нәҡ оло кешене алдаған кеүек. Икенсенән, бының арҡаһында баланың күңеле ҡырыла – улар ололарҙан айырмалы рәүештә әйткән һүҙҙәрҙе һәм биргән вәғәҙәләрҙе бик яҡшы хәтерләй. Өсөнсөнән, беҙ шулай итеп баланы ла алдашырға өйрәтәбеҙ. Мосолман ҡәрҙәштәрем, шуны онотмайыҡ: бала – ул һеҙҙең киләсәккә, был донъяға ғына түгел, ә әхирәткә лә – ҙур әҙерлек. Ошо хәҙискә иғтибар итегеҙ һәм уйланығыҙ: «Әҙәм балаһы (йәғни кеше) үлһә, уның ғәмәлдәре – өс осраҡтан башҡа – туҡтап ҡала: дауамлы садаҡа, файҙа килтерә торған ғилем, үлгән ата-әсәһенә доға ҡылып торған изге бала» («Мүслим» йыйынтығынан). Ә балағыҙ изге булһын тиһәгеҙ, ул үҙе изге үрнәк күреп үҫергә тейеш. Изге үрнәк – ул балағыҙҙың ата-әсәһе, йәғни – һеҙ... Икенсе хөтбә Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Эй һеҙ, иман килтергәндәр! Үҙегеҙҙе һәм ғаиләләрегеҙҙе яғыулығы кешеләр һәм таштар булған уттан һаҡлағыҙ». («Тәхрим» сүрәһе, 66: 6). Был аят беҙгә ислам динен үҙебеҙгә генә түгел, ә ғаиләләребеҙгә лә еткереү кәрәклеген аңлата. Әгәр ғаиләбеҙ эсендә ниндәйҙер гөнаһ күрһәк, беҙ уны туҡтатырға тейешбеҙ. Юҡһа, беҙгә яҡын кешеләр гөнаһҡа батып, йәһәннәм утына китеп барһалар, ә беҙ быға иғтибар итмәһәк, уларҙы тамуҡтан һаҡлаған булырбыҙмы?.. Шулай итеп, баланың тағы ла бер хаҡы – һеҙҙән дини белем алыуы, йә дини белемдәр бирәсәк уҡытыусыға тапшырылыуы. Бер 215


хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Балаларығыҙға ете йәш тулһа, уларға намаҙ ҡылырға бойороғоҙ, ә ун йәштәре тулғас, уларҙы намаҙ өсөн туҡмай ҙа алаһығыҙ. Һәм уларҙы ятаҡтарҙа айырым һалыһығыҙ» – тине. (Әбү Дәүд риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Намаҙ – ағзалар менән ҡылына торған иң бөйөк ғибәҙәт, динебеҙҙең икенсе рөкөнө. Һәм уны балаларыбыҙға һөйҙөрөргә тырышыр кәрәк: намаҙ уҡығанда эргәбеҙгә ҡуйырға, намаҙ сүрәләрен һәм доғаларын өйрәнһә, баланы ҡыуандырып маҡтарға, нимәлер бүләк итергә; йома көндәрендә үҙебеҙ менән мәсеткә алып барырға, ниндәйҙер татлы, тәмле нәмә һатып алырға. Юғарыла әйткәнебеҙсә, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде шул тиклем ярата торғайны, хатта уларҙан ҡайһы ваҡытта намаҙ ҡылғанда ла айырылманы. Ғәбдүллаһ ибн Шәддәд тигән сәхәбә һөйләүенсә, бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬намаҙға Хәсән йә Хөсәйенде тотоп килгән. Намаҙ ваҡытында пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬сәждәнән оҙаҡ тормай ятҡас, Шәддәд башын күтәреп ҡараған, һәм уның арҡаһында баланың ятыуын күргән. Намаҙҙан һуң кешеләр: «Эй, Аллаһтың илсеһе! Намаҙҙың уртаһында һин оҙаҡ сәждәлә ҡалғас, беҙ берәй нәмә булып китте, әллә һиңә үәхи килә микән тип уйлай башланыҡ» – тигәс, пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Быларҙың береһе лә булманы, ләкин улым минең өҫтөмә менеп ултырҙы ла, мин уны уйнап туйһын тип ҡабаландырмаҫҡа тырыштым» – тине. (Ән-Нәсәи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Шулай итеп, беҙгә иң яҡшы үрнәк булған пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬балаларға шул тиклем яғымлы һәм 216


мәрхәмәтле булған ки, уларҙың күңелдәрен намаҙ ваҡытында, өҫтөнә менеп ултырһалар ҙа ҡырмаған... Бала хаҡы тураһында тағы ла бик күп әйтеп булыр ине, беҙ был темаға бер нисә генә хәҙис һәм үрнәктәр һөйләнек. Ҡыҫҡаһы, бала – ул Аллаһ Раббыбыҙ тарафынан бирелгән оло ниғмәт, һәм беҙ уны күҙ ҡашы кеүек һаҡларға тейешбеҙ. Шуны иҫтә тотайыҡ: Ҡиәмәт көнөндә беҙ Аллаһ Тәғәлә алдында балаларыбыҙ өсөн дә яуап тотасаҡбыҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе йәннәттә ата-әсәләребеҙ, балаларыбыҙ, яҡын туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән йыйһын тип доғалар ҡылайыҡ.

217


№42. Дин юлында көс, ваҡыт, мал сарыф итеү

Беренсе хөтбә Ислам – ул кешене тура юлдан йәннәтка алып бара торған берҙән-бер дин. Һәм мосолман булған кеше үҙ диненең ҡәҙерен белеп уны башҡаларға ла – ата-әсәһенә, балаларына, туғандарына, дуҫтарына – теләргә тейеш. Юҡһа «бына мин дөрөҫ юлды таптым, ә башҡа кешеләргә минең ни ҡыҫылышым бар?» – тип уйлау дөрөҫ микән? Әлбиттә, дөрөҫ түгел. Хатта сит кеше ниндәйҙер бәләкәй генә бәләгә тарыһа ла, беҙ уны ҡотҡарырға тырышабыҙ, шулай бит? Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле: юл уртаһында бер йәшлек бала уйнап ултыра, ә юлдың теге яҡ осонан уны күрмәгән шофёр бик ҡурҡыныс тиҙлек менән «осоп» килә. Һеҙ ошо күренешкә вайымһыҙ ғына ҡарап тора алырһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Һеҙҙең йөрәгегеҙ күкрәгегеҙҙән осоп сығырҙай булыр, һеҙ алға атлығып теге баланы юлдан ситкә алып ҡасырға ташланырһығыҙ. Ә кемдер – шундай уҡ Әҙәм балаһы – ошо тормош юлы буйлап йәһәннәмгә табан китеп ултыра икән, һеҙ уға ярҙам итергә теләмәҫһегеҙме ни? Кем һаман «минең ҡыҫылышым юҡ» тиһә, тимәк шул кеше ислам диненең асылына бөтөнләй төшөнмәгән! Тимәк, ул пәйғәмбәребеҙҙең (‫)ﷺ‬ сираһын йә бөтөнләй уҡымаған, йә уҡыһа ла аңламаған. Аллаһтың илсеһе кешеләрҙе тура юлға күндерәм тип иҫ киткес ғәйрәт менән тырышты: халҡына ислам динен көнөтөнө аңлатты, күҙ йәштәрен түкте, дәғүәткә ҡамасаулаусылар менән нисәмә тапҡыр йыһатҡа сыҡты. 218


Уның күңелендә булған хәләтен иң яҡшы белгән Аллаһ Тәғәлә бының турала Ҡөрьәндә шулай тине: «Улар мөьмин булмайҙар тип, һин үҙ-үҙеңде үлтерә яҙырҙай булаһың». («Инжир» сүрәһе, 17:70 аят). Йәғни, үҙенең халҡының аяныслы хәлен, уларҙың файҙаһыҙ поттарға табыныуын, ширк, йәбер-золом, фәхишәлек, эскелеккә батыуын күреп, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бик ныҡ ҡайғырған. Шундай оло ҡайғыға батҡан кеше тураһында ғәрәптәр «һин үҙ-үҙеңде үлтерә яҙырҙай булаһың» тиҙәр. Ошо аят тураһында бер аҙ уйланайыҡ әле, ҡәрҙәштәр. Әгәр беҙгә иң яҡшы үрнәк булған пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬кешеләргә иман төшөнсәһен аңлатыр өсөн шул тиклем тырышҡан икән, нисек беҙ динебеҙ өсөн бер нәмә лә эшләмәй тыныс ҡына ята алабыҙ! Бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬Тәбүк тигән ергә яу менән барырға йыйынды. Был яуҙа ҡатнашырға теләгән ете сәхәбә килде, ләкин уларға менер өсөн дөйә лә, ат та табылманы. Бының турала Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә үҙе әйтеп киткән һәм теге сәхәбәләрҙең тойғоларын аңлатып биргән: «Һәм һинән үҙҙәрен ебәреүҙе һорап килгәс, һин уларға: “Мин һеҙҙе ебәрергә бер нәмә лә тапмайым”, тип әйткәндәргә... Улар боролоп китте һәм сарыф ҡылырлыҡ нәмә тапмауҙарынан күҙҙәре йәш менән тулды». («Тәүбә» сүрәһе, 9:92 аят). Шулай итеп, сәхәбәләр Аллаһ юлында йәнен-тәнен аямай тырышты һәм көрәште. Уларға эш табылмағанда иланылар хатта... Сөнки улар пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ошо һүҙҙәрен яҡшы аңланылар: «Аллаһ Тәғәлә һинең аша бер генә кешене булһа ла тура юлға күндерһә, был һиңә ҡыҙыл дөйәләргә эйә булыуҙан да хәйерлерәк булыр» (Әл-Бүхари 219


һәм Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). (Ҡыҙыл дөйәләр ғәрәптәрҙә иң ҡиммәтле мал булып һаналған). Икенсе бер оҡшаш хәҙистә иһә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬был изге эштең (йәғни, кешене тура юлға баҫтырыуҙың) оло сауап килтереүен хәбәр итте: «Кем тура юлға саҡыра, шуға уның артынан эйәргән кешеләрҙең сауабы ҡәҙәр әжер яҙылыр, ләкин теге кешеләрҙең әжеренән бер нәмә лә кәметелмәҫ. Ә кем аҙашыуға саҡыра, шуға уның артынан эйәргән кешеләрҙең гөнаһы ҡәҙәр гөнаһ яҙылыр, ә теге кешеләрҙең гөнаһтарынан бер нәмә лә кәметелмәҫ» (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). Әлбиттә, кемделер тура юлға саҡырыу – еңел эш түгел, һәм ул көс, ваҡыт, мал сарыф итеүҙе талап итә. Көс һәм ваҡыт тураһында әйттек. Хәҙер мал сарыф итеү тураһында һөйләшеп китәйек. Икенсе хөтбә Ҡөрьәндә: «Һөйгән нәмәләрегеҙҙе садаҡа итеп бирмәйенсә, тәҡүәлеккә ирешә алмаҫһығыҙ», – тиелгән («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 2:92 аят). Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ һәм уның тоғро сәхәбәләре Аллаһ юлында бик күп байлыҡтарын сарыф иттеләр. Үәлла́һи, ҡәрҙәштәр, бының турала беҙ айырым китап яҙа алыр инек. Хәйер, был һүҙ хатта ун китапҡа ла һыйып бөтмәҫ ине... Бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬яуға сығыр өсөн әҙерләнә башлағас, Ғүмәр ибн Әл-Хаттаб ошо эшкә үҙенең малынан садаҡа бирергә булды. Бынан алда изге эштәр эшләгәндә, Әбү Бәкр Әс-Сыддыҡ Ғүмәрҙән тик өҫтөн сыға торғайны. Ә ошо көндә Ғүмәр: «Мосолман ғәскәре йыйыр өсөн мин ярты малымды тотонам да Әбү Бәкрҙән ҙурыраҡ эш эшләйем», – тип уйланы. Ярты малын килтергәс, пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ 220


унан: «Ғаиләң өсөн нимә ҡалдырҙың?» – тип һораны. «Шул уҡ миҡдар» – тип яуап бирҙе Ғүмәр. Әбү Бәкр үҙенең малын садаҡаға килтергәс, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уға шундай уҡ һорау бирҙе. Әбү Бәкр: «Мин уларға Аллаһ һәм уның Рәсүлен (‫)ﷺ‬ ҡалдырҙым» – тине. Ошоно ишеткәс, Ғүмәр: «Мин уны бер нәмәлә лә уҙа алмаясаҡмын» – тип ҡуйҙы... (Әбү Дәүд һәм башҡа имамдар риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Был үрнәкте күргән һәр кеше үҙенең хәлен төшөнһөн, аянысынан илаһын хатта. Аллаһ Тәғәлә һүҙен күтәрер өсөн, ислам дине көсәйһен, ширк бөтһөн тип беҙ ни тиклем аҡсабыҙҙы бирергә әҙербеҙ икән? Юҡ, Әбү Бәкр кеүек өйҙә булған бөтә нәмәңде сығарып бир тимәйем, Ғүмәр һымаҡ мөлкәтеңдең яртыһын бир ҙә тимәйем, ә шулай ҙа нисә процентын?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда күп мосолмандар ислам диненең бер өлөшөнә тотоналар ҙа, икенсе яғын уйлап та ҡуймайҙар. Аллаһ юлында аҡса сарыф итеүҙә шул уҡ күренеш: ҡайһы бер ҡәрҙәштәр төнгө намаҙҙарҙы уҡып, вәғәҙ тыңлап илап ултыра алалар, ләкин шул уҡ ваҡытта иҫ киткес өйҙәрҙә йәшәйҙәр һәм аҡылға һыймаҫлыҡ хаҡҡа алынған кейем кейәләр. Ә ислам өсөн аҡса тотоноу талап ителһә, үҙ һаранлығыбыҙҙы еңә алмайбыҙ бит, ағай-эне... Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Ҡолдар уянған һәр көндә ергә ике фәрештә төшә, һәм уларҙың береһе: “Йә Аллаһ, садаҡа биргән һәр кешегә алмаш ҡайтар!” – ти. Ә икенсеһе: “Йә Аллаһ, һаранлаған кешенең малын юҡ ит!” – ти» (Әл-Бүхари һәм Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). Тағы бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Тик ике осраҡта ғына көнләшеү мөмкин: Аллаһ уға байлыҡ биреп уны хаҡ юлда сарыф итеүгә 221


этәргән кешегә, һәм хикмәт биреп, уның буйынса хөкөм сығарып, башҡаларға өйрәткән кешегә» (Әл-Бүхари һәм Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). Мөхтәрәм йәмәғәт! Тере һәм һау сағыбыҙҙа Аллаһ юлында эшләп, тырышып, көс, ваҡыт, мал сарыф итеп ҡалайыҡ. Юҡһа, үлем килгәндән һуң быны эшләй алмаҫбыҙ, ә теге донъяла үкенербеҙ. Аллаһ Тәғәлә үҙ китабында: «Һәм һеҙҙең берегеҙгә үлем килерҙән һәм ул: “Раббым, әгәр яҡын ғына әжәлгә тиклем кисектереп торһаң, садаҡа бирер инем, һәм изгеләрҙән булыр инем”, – тип әйтеүҙән алда Беҙ һеҙгә биргән нәмәләрҙән сарыф итегеҙ». («Монафиҡтар» сүрәһе, 63:10 аят), – ти бит. Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә хәйерле юлдарын асып, ошо донъяла Үҙе биргән ниғмәттәрҙе тик изге эштәрҙә ҡулланырға насип итһен, уларҙы әхирәттә ғәмәл китабыбыҙҙа күрергә яҙһын!

222


№43. Туғандар хаҡы

Беренсе хөтбә Динебеҙ ислам кешегә һәр яҡтан хәстәрлек күрһәтте һәм уға Аллаһ Раббыһы, үҙ-үҙе һәм башҡа кешеләр менән үҙеңде дөрөҫ тоторға өйрәтте. Беҙҙе уратҡан кешеләр кем генә булмаһын, уларҙың беҙҙең алда ниндәйҙер хаҡтары бар. Беҙ уларҙың ошо хаҡтарын тейешенсә үтәмәһәк, Аллаһ Тәғәлә алдында яуап тоторбоҙ. Беҙгә иң яҡын һәм иң оло хаҡлы кешеләр ата-әсәләребеҙ булһа, туғандарыбыҙ ҙа беҙгә ябай коллегаларҙан, дуҫтарҙан һәм күршеләрҙән өҫтөн. Аллаһ Тәғәлә Үҙ китабы Ҡөрьәндә туғанлыҡ хаҡы тураһында күп аяттарҙа иҫкәртте һәм уны үтәмәгән кешеләрҙе шелтәләп, уларға яза вәғәҙә итте: «Уның исеме менән бер-берегеҙгә ялбара торған Аллаһтан ҡурҡығыҙ, һәм ҡәрҙәшлек бәйләнештәрен һаҡлағыҙ!» («Ҡатындар» сүрәһе, 4:1 аят). Шулай уҡ: «...әгәр һеҙ имандан кире ҡайтһағыҙ, ерҙә боҙоҡлоҡ таратырһығыҙ һәм туғанлыҡ бәйләнештәрен өҙөрһөгөҙ. Былар – Аллаһ ләғнәтләгән кешеләр. Ул уларҙы һаңғырау итте һәм күҙҙәрен һуҡырайтты» («Мөхәммәт» сүрәһе, 47:22 – 23 аяттар). Тағы ла: «...Ул тик боҙоҡтарҙы ғына аҙаштыра. Аллаһ менән вәғәҙәләшеүҙе нығыткандан һуң уны боҙоусыларҙы һәм Аллаһ тоташтырырға ҡушҡан нәмәләрҙе киҫеүселәрҙе, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ ҡылыусыларҙы. Былар – зыян күреүселәр» («Һыйыр» сүрәһе, 2:26 – 27 аяттар). Һуңғы аятта «Аллаһ тоташтырырға ҡушҡан нәмәләр» һүҙҙәре аҫтында туғанлыҡ хаҡы күҙ уңында тотола. Ә киләһе аятта Аллаһ Раббыбыҙ Үҙенә ғибәҙәт итеүҙән һуң ата-әсә хаҡын, шунан – башҡа 223


туғандар хаҡын телгә алған: «Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ. Ә ата-әсәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, күршелә булған дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға – изгелек ҡылыу! Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡтарҙы яратмай» («Ҡатындар» сүрәһе, 4:36 аят). Кешенең ниндәй булыуын белергә теләһәк, беҙ уның башҡа кешеләр менән үҙ-үҙен тотоуона иғтибар итергә тейешбеҙ, ә үҙ ата-әсәһенә һәм туғандарына изгелек эшләй белмәгән кешегә ниндәй ышаныс була алһын?.. Туғанлыҡ хаҡы – бөйөк эш, шуға ла пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уның турала бик күп хәҙистәр әйтеп ҡалдырҙы, һәм уның (‫ )ﷺ‬үҙ туғандары менән булған мөнәсәбәттәре – иң күркәм әхлаҡ өлгөһө... Бер хәҙистә ул шулай тип бойорҙо: «Кем Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә ышана, шул ҡунағын хөрмәт итһен. Кем Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә ышана, шул туғанлыҡ хаҡын үтәһен. Кем Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә ышана, шул изге нәмә генә әйтһен йә бер нәмә лә әйтмәһен» (Әл-Бүхари һәм Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ағаһы Әбү Та́либ ғүмер буйы мөшрик булып ҡалһа ла, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уны ташламаны, уның һуң һулышына тиклем эргәһендә булды, уға үлем ауырыуы ваҡытында ла дәғүәт ҡылып, уны исламға өндәне. Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬ейәндәре Хә́сән менән Хүсәйн үҙ олаталары өҫтөнә ул намаҙ ҡылғанда ла менеп ултыра торғайнылар... Бер кеше пәйғәмбәребеҙҙән (‫ )ﷺ‬йәннәткә керетә торған эш тураһында һорағас, ул (‫)ﷺ‬: «Аллаһҡа ғибәҙәт итеүең, Уға бер нәмәне лә тиңдәш ҡушмауың, намаҙ ҡылыуың, зәкәт биреүең һәм туғанлыҡ 224


хаҡын үтәүең» – тип яуап бирҙе (Әл-Бүхари һәм Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Был хәҙистә ислам диненең башҡа эштәре – мәҫәлән, хадж, ураҙа, Ҡөрьән уҡыу һ. б. – телгә алынмауы сәйер түгел, сөнки пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙ кәңәштәрен кешенең хәленә ҡарап бирә торғайны: кемгәлер «асыуланма» тиһә, кемгәлер «телең зикер әйтеүҙән туҡтамаһын», йә «ата-әсәң өсөн йыһат ҡыл», йә «донъяла ситтән килгән кеше йә юлсы кеүек бул» һ. б. – тип өйрәткән... Икенсе хөтбә Бер яҡтан туғанлыҡ хаҡын үтәү – изге ғәмәл икән, икенсе яҡтан уны ҡайғыртмау – ҙур гөнаһтарҙың береһе. Туғандары менән аралашырға теләмәгән кеше тураһында бер нисә хәҙискә иғтибар итәйек. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Йәннәткә туғанлыҡ ептәрен өҙөүсе кермәҫ!» – тине (ӘлБүхари һәм Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Икенсе бер хәҙистә: «Өс кеше йәннәткә кермәйәсәк: хәмергә һалышҡан, туғанлыҡты өҙөүсе, сихырсыға ышанған» – тиелгән (Имам Әхмәт риүәйәт итте). Шулай уҡ: «Әдәм балаһының эштәре һәр кесаҙна, йома алдындағы кис көнө Аллаһҡа күрһәтелә. Кем туғанлыҡ ептәрен өҙә, шуларҙың эше ҡабул булмай» – тиелгән (Имам Әхмәт риүәйәт итте, «яҡшы» хәҙис). Шуны ла әйтер кәрәк: туғанлыҡ хаҡын үтәр өсөн туғандарыңдан күргән яуызлыҡтарҙы ғәфү итеп, уларға изгелек менән ҡайтарыу мөһим. Халҡыбыҙ әйтемен ҡулланып, улар «таш менән атҡанға аш менән атыр» кәрәк. Пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬бер кеше үҙ туғандарына зарланып шулай тигән: «Эй, Аллаһтың илсеһе! Минең туғандарым бар, һәм мин улар менән 225


туғанлыҡты һаҡлайым, ә улар уны өҙәләр, мин уларға изгелек ҡылам, ә улар яуызлыҡ менән ҡайтаралар. Мин улар менән яғымлы, ә улар үҙҙәрен яһил кеүек тоталар!». Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬быға шулай тигән: «Әгәр хәл һин әйткәнсә икән, һин уларҙың ауыҙҙарына эҫе көл тултырған кеүек булаһың... Һәм һин ошо хәлеңдә булғанса һинең менән Аллаһтан уларға ҡаршы ярҙамсы буласаҡ!» (Мүслим риүәйәт иткән). Тағы бер хәҙистә шулай тиелә: «Туғанлыҡты ялғаусы – (изгелекте) бер тигеҙ ғәмәл менән ҡайтарыусы түгел, ләкин туғанлыҡ өҙөлөп китһә, уны ялғап ебәреүсе» (Әл-Бүхари һәм Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Туғанлыҡ хаҡтарын үтәү төрҙәре күп. Был билдәле кешенең хәленә ҡайтып ҡала. Имам Ән-Нәүәүи әйткәнсә, «Туғанлыҡ ептәрен тоташтырыу – ул туғандарға ҡарата изгелек ҡылыу тигән һүҙ. Был туғанлыҡ хаҡын үтәгән кешенең мөмкинлектәренә һәм уның туғандарының хәжәттәренә ҡайтып ҡала. Был мал-мөлкәт менән, йә туғандың хәлен белешеү менән, ҡайсаҡ ябай сәләмләшеү йә икенсе эштәр менән башҡарыла». Шулай итеп, туғаның аҡсаға мохтаж булһа, уға аҡсалата ярҙам итер кәрәк, ниндәйҙер эш менән ярҙам итә алһаң, быны ла эшләр кәрәк. Бәлки, туғаның мохтаж кешеләрҙән булмаһа, уның хәлен белешеп тороу, мосолман байрамдары менән ҡотлау, кәңәштәр биреп тороу ҙа етәлер...Ҡыҫҡаһы, һинең һәм туғаныңдың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу талап ителә. Туғанлыҡ хаҡын үтәгән кеше әхирәт сауабына ғына түгел, ә ошо донъя хәйеренә лә лайыҡ булыр. Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Кем ризығының киңәйеүен, ғүмеренең оҙонайыуын теләһә, туғанлыҡ 226


ептәрен ялғаһын» (Әл-Бүхари һәм Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр ризыҡтарын, донъя малын арттырырға теләп, көнө-төнө ҡайҙалыр ашығалар, һәм ошо донъяуи эштәр менән туғандарын түгел, хатта ата-әсәләрен дә онотоп китәләр. Ә бит бынан алдағы хәҙискә иғтибар итһәк, туғандарыбыҙ менән мөнәсәбәтте яҡшыртыу Аллаһ Раббыбыҙ ниғмәттәрен арттыра, ғүмерҙе лә оҙонайта икән... Элемтәләр төрҙәре үҫешкән заманыбыҙҙа күп кешеләр туғандары менән түгел, ә иптәштәре менән йышыраҡ аралашһа ла, Аллаһ Тәғәлә һәм Уның илсеһе (‫ )ﷺ‬бойорған туғанлыҡ ептәрен юғалтмайыҡ.

227


№44. Үлемде хәтерләү

Беренсе хөтбә Был донъяға бер кеше лә мәңгегә килмәгән. Нисә йыл йәшәйәсәгебеҙ – башҡа мәсьәлә, ләкин бөтәбеҙ ҙә ҡәбер һорауы (йә иһә тағы ла ҡурҡынысырағы – ҡәбер ғазабы!) аша үтәсәкбеҙ. «“Һеҙ ҡаса торған үлем, әлбиттә, һеҙҙе осратыр, ә унан һуң һеҙ ғәйеп нәмәне лә, асыҡты ла Белеүсегә ҡайтарылырһығыҙ, һәм Ул һеҙгә нәмә эшләгәнегеҙҙе хәбәр итер”, – тип әйт» («Йома» сүрәһе, 62:8 аят). «“Һеҙҙең өсөн ҡушылған үлем фәрештәһе һеҙҙе вафат итер, унан һуң Раббығыҙға ҡайтарылырһығыҙ!” – тип әйт» («Сәждә» сүрәһе, 32:11 аят). Тәнгә һыу кәрәк булғандай үлемде хәтерләү ҙә мосолмандың йәненә кәрәк. Үлерен уйламаған кеше мотлаҡ рәүештә иманының көсһөҙләнеүен күрер, ә имандың көсһөҙләнеүе кешене төрлө-төрлө гөнаһтарға этәрә... Йәғни, мосолмандарҙың үлем тураһында һөйләшеүе – яҡшы күренеш. Ә ябай халыҡ, киреһенсә, үлем тураһында һөйләй башлаһаң, «ҡуй, ҡуй, юҡты һөйләп ултырма, тәүбә тиң!» тип, ҡул һелтәй башлай. Үлем – ул «юҡ нәмә» түгел, уны Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә «йәҡи́н», йәғни «һис шикһеҙ була торған нәмә» тип атаған! Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ана шул тәүбәне хәтерләр өсөн үлемде иҫкә алабыҙ ҙа инде... Әгәр үлем мотлаҡ киләсәк икән, уның турала уйламау бер ахмаҡлыҡ төрө түгелме ни? Үлем тураһында уйлар кәрәк, ҡәрҙәштәр, сөнки быны беҙгә Аллаһтың илсеһе (‫ )ﷺ‬үҙе өйрәтте: «Ҡәберҙәргә зыярат (барып күреү) ҡылығыҙ, сөнки улар һеҙгә әхирәтте хәтерләтә». (Мүслим хәҙистәр йыйынтығынан). «Ләззәттәрҙе емереүсе нәмәне йышыраҡ 228


хәтерләгеҙ!» (Имам Әхмәт, Әт-Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ һәм башҡа имамдар). «Ләззәтте емереүсе нәмә» – ул үлем. Үлем килеү менән ошо донъяла ләззәт тапҡан бар нәмәбеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡ, ҡыуандырмаясаҡ, шулай бит? Үлем ауырыуы өҫтөндә ятҡан кеше, әлбиттә, ғибәҙәттерен там үтәмәгәнгә лә, гөнаһтарға батыуына ла ҡайғырасаҡ, ләкин һау-сәләмәт ваҡытыңда ҡылынған тәүбә һәм башҡа ғәмәлдәр яҡшыраҡ! Бер хәҙистә «Ҡол ауырып китһә, йә сәфәргә сыҡһа, уға һау һәм мөҡим булған сағындағы ғәмәлдәренең сауабы яҙыласаҡ» (Әл-Бүхари хәҙистәр йыйынтығынан). Ни тиклем һөйөнөслө хәбәр был! Кеше аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалһа ла, уның әүәлге эштәре онотолмай һәм улар ҡылынмаһа ла, сауабы дауам итеп килә. Ибн Ғүмәр риүәйәт итеүенсә, бер мәл ул пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ менән ултыра ине, бер кеше килеп сәләм бирҙе лә, «Эй, Аллаһтың илсеһе, мөьминдәрҙең кеме – иң яҡшы кеше?» тип һораны. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Иң әҙәплеләре» – тине. Теге кеше тағы ла: «Ә кемдәре – иң аҡыллы?» тип һораны. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬быға: «Үлемде барыһынан да йышыраҡ хәтерләгәндәре, һәм унан һуң килә торған нәмәгә барыһынан да яҡшыраҡ әҙерләнеүселәре. Шулар – аҡыллылар!» – тине. (Был хәҙисте Ибн Мәджә риүәйәт итте, Әл-Әлбәни уны «яҡшы» тип баһаланы). Бына кем икән аҡыллы кеше! Ата-әсәләр балалары аҡыллы булһын тип уларға китап уҡырға, тел өйрәнергә ҡуша, ә баҡты иһәң, балаларҙы яҡшы мослолман итеп тәрбиәләп, уға үлемдән һуң кешене йә ожмах, йә тамуҡ көтөүөн аңлатыр кәрәк икән. Быны барыбыҙ ҙа эшләй микән – шуны уйлап ҡарайыҡ... 229


Икенсе хөтбә Әүәл мосолмандар – сәхәбәләр, тәбиғиндәр һәм тә́биғүтәбиғи́ндәр25 – үлемде йыш хәтерләүҙәре менән айырылып торҙолар. Улар беҙҙең кеүек ошо донъяға йәбешеп ятып, мәңге йәшәрҙәй булып йөрөмәнеләр, ә «үлем» хәҡиҡәтен башҡа төрлө ҡабул иттеләр. Әгәр беҙ үлемде тиҙерәк онотоп, ошо донъя менән әүерәргә тырышабыҙ икән, сәхәбәләр һәм уларҙың балалары, киреһенсә, үлемде хәтерләү менән әхирәткә ынтылдылар һәм изге ғәмәлдәр ҡылырға ашыҡтылар. Бөйөк сәхәбә Ғүҫмән ибн Ғәффән ҡәбер эргәһендә торғанда һаҡалы еүешләнгәнсе илаған. Уға: «Йәннәт менән утты хәтерләгәндә иламайһың, ә ошо нәмәнән илайһыңмы ни?» – тигәс, ул: «Аллаһтың илсеһе (‫)ﷺ‬: “Ысынлап та, ҡәбер – әхирәттең беренсе баҫҡысы, кеше шунан ҡотола алһа, унан һуң килгән нәмә еңелерәк буласаҡ. Ә ҡотолмаһа, унан һуңғы килгән нәмә тағы ла ҡурҡынысыраҡ буласаҡ” – тине», – тип анлатҡан (Был хәҙисте Ибн Мәджә, Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр, ӘлӘлбәни уны «яҡшы» тип баһаланы). Ибн Ғүмәр риүәйәт итеүенсә, бер көн пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уның яуырынан тотто ла: «Был донъяла сит ил кешеһе, йә үтеп барыусы юлсы кеүек бул!» – тине. Шуға Ибн Ғүмәр йыш ҡына: «Кискә тиклем йәшәп етһәң, иртәгәне көтмә, ә иртәнсәккә тиклем йәшәп етһәң, кисте көтмә. Һаулығыңдан ауырыу ваҡытыңа кәрәккәнде, ә ғүмереңдән – үлемеңә кәрәккәнде «Сәхәбәләр» – пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬уҡыусылары, замандаштары, яуҙаштары. «Тәбиғиндәр» – сәхәбәләрҙән һуң килгән быуын, уларҙың балалары. «Тә́биғү-тәбиғи́ндәр» – тәбиғиндәрҙән һуң килгән быуын, уларҙың балалары, йәғни сәхәбәләрҙең ейәндәре. 25

230


алып ҡал!» – ти торғайны... (Әл-Бүхари хәҙистәр йыйынтығынан). Әбү Дәрдә́ тигән сәхәбә: «Әгәр үле кешеләрҙе хәтерләһәләр, үҙеңде шуларҙың береһе тип һана» – тип кәңәш биргән... Әл-Хә́сән Әл-Басри́ исемле бөйөк ғалим бер көн үлергә ятҡан кешене күреп ҡайтҡан да, өйөндә ашай ҙа, эсә лә алмаған... Бына шундай ине тәүге мосолмандар, изге сәләфтәр. Мосолмандарҙың үлемгә мөнәсәбәте уларҙың ошо донъялағы көсөнә лә тәьҫир итә икән. Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬беҙҙең ошо көндәге хәлебеҙ тураһында әйтеп бирҙе: «Аш ашаусылар бер табаҡ тирәһендә йыйылған кеүек, һеҙҙең өҫтөгөҙҙә лә төрлө халыҡтар йыйыласаҡ көндәргә күп ҡалманы». Быны ишеткән бер сәхәбә: «Был көндәр беҙҙең аҙ булыуыбыҙҙан килеп сығасаҡмы әллә?!» – тип аптырап ҡалды. Ә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Киреһенсә, ул көндәрҙә һеҙ күмәк, ләкин ағымдағы сүп кеүек булырһығыҙ. Аллаһ дошмандарығыҙ күңеленән һеҙҙән ҡурҡыу тойғоһон тартып алыр, ә һеҙҙең йөрәктәрегеҙгә үә́һн ташлар» – тип яуап ҡайтарҙы. Сәхәбәләрҙең береһе тағы ла: «Нимә ул үә́һн?!» – тип һораны. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Донъяны һөйөү һәм үлемде күрәлмау» – тип яуап бирҙе (Әбү Дәүд, Әхмәт, Әл-бәйһәҡи һәм башҡа имамдар риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Хөтбәнең аҙағында бер мөһим нәмәне иҫкә төшөрәйек: кешенең ниндәй хәлдә үлеп китеүе бик мөһим, сөнки пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тине: «Һәр кеше үлгәндәге хәлендә тергеҙеләсәк». (Мүслим риүәйәт итте). Йәғни, берәй изге эш өҫтөндә үлгән кеше (мәҫәлән, намаҙ ҡылғанда), шул рәүештә тергеҙеләсәк, ә насар хәлдә үлгән кеше – мәҫәлән, иҫерек сағында – шул 231


ҡиәфәт һәм хәләттә тергеҙәләсәк. Ә кешенең теге йә был хәлдә үлеүе уның хәҙерге тормошона ныҡ бәйләнгән. Әгәр мосолман Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп, пәйғәмбәребеҙҙең (‫)ﷺ‬ сөннәтен тотоп йәшәй икән, уға Аллаһ матур тормош ҡына түгел, шулай уҡ матур үлем дә насип итер. Ә гөнаһтарға батҡан кеше ниндәй эш һәм һүҙҙәр менән үлер – билдәһеҙ... Әл-хә́фиҙ Әҙ-ҙә́һәби тигән ғалим һөйләүенсә, бер кеше араҡы эсер булған. Үлем ауырыуы өҫтөндә ятҡанда, уға бере кеше килгән дә шәһәдәт һүҙҙәрен хәтерләтә башлаған. (Хәҙистә әйтелгәнсә, кешенең һуңғы һүҙҙәре «лә́ илә́һә и́лләлла́һ» булһа, кеше йәннәткә керәсәк. Шуға ауырыу кешегә ошо һүҙҙәрҙе хәтерләтеп торор кәрәк. Ғәрәпсә был эш «тәлҡи́н» тип атала). Ләкин теге эскесе шәһәдәт урынына «Әйҙә, үҙең дә эс, миңә лә ҡой!», – тигән һәм үлгән... Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә изге үлем насип итеп яман үлемдән Үҙе һаҡлаһын!

232


№45. Ислам күҙлегенән байлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ

Беренсе хөтбә Ислам дине беҙгә әхирәтебеҙҙе йүнәтер өсөн генә түгел, ә ошо донъя эштәребеҙҙе лә ипкә һалыу өсөн бирелгән. Ул кешеләрҙең малын һаҡлауҙы һәм хатта арттырыуҙы ныҡ ҡайғыртҡан. Исламда өйләнеүҙән, матур кейенеүҙән, байлыҡтан баш тартыу тигән нәмә юҡ. Беҙгә монахлыҡ, теләнеү, тулыһынса ошо донъя менән бәйләнеште өҙөү тыйылған. Бай кешенең күп ғибәҙәттәрҙе үтәүгә юлдары асыла, ул үҙенә генә түгел, ә ата-әсәһенә, туғандарына, мосолман ҡәрҙәштәренә һәм ғөмүмән исламға файҙалы күп эштәргә ярҙам итә ала. Шуға күрә Ҡөрьәндә һәм пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сөннәтендә «эшҡыуарлыҡ» тигән нәмә хуп күрелгән. Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә беҙгә: «Раббығыҙҙың ниғмәттәрен теләүҙә һеҙгә гөнаһ юҡ», – ти («Һыйыр» сүрәһе, 2:198 аят). Шулай уҡ: «Эшләгеҙ, һәм ғәмәлегеҙҙе Аллаһ, Уның рәсүле һәм иман килтергән кешеләр күрәсәк!», – тиелгән («Тәүбә» сүрәһе, 9:105 аят). Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тине: «Кешенең арҡан тотоп, арҡаһында утын ташып һатыуы һәм шуның арҡылы йөҙөн һаҡлап ҡалыуы башҡаларҙан һораныуынан хәйерлерәк – улар әллә бирә, әллә юҡ». (ӘлБүхари риүәйәт итте). Тағы бер хәҙистә: «Бер кем дә үҙ ҡулдары менән кәсеп итеп тапҡан ризыҡтан яҡшыраҡ ризыҡ ашай алмай. Аллаһтың пәйғәмбәре Дәүд үҙ ҡулдары менән тапҡан ризыҡты ашай торғайны» – тиелгән (Әл-Бүхари риүәйәт итте). 233


Ислам – ул ғәмәл ҡылыусылар дине, ә ялҡаулыҡтан пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙе Аллаһҡа һыйынып доға ҡылған: «Йә Аллаһ, Һиңә көсһөҙлөктән, ялҡаулыҡтан, ҡаты бәғерлектән, ғафиллыҡтан, фәҡирлектән, кәмһетелеүҙән, аҡсаһыҙлыҡ-юҡлыҡтан, аҙғынлыҡтан, дөрөҫлөктө ҡабул итмәүҙән, ике йөҙлөлөктән, маҡтаныуҙан, кеше һүҙе өсөн ғибәҙәт итеүҙән, һаңғыраулыҡтан, һаҡаулыҡтан, аҡылдан яҙыуҙан, ҡорсанғы, махау (проказа) һәм башҡа яман ауырыуҙарҙан һыйынам!». (Был хәҙисте Ибн Хиббән риүәйәт итте, ӘлӘлбәни һәм Шүғәйб Әл-Әрнаут уны «яҡшы» тип баһаланылар). Тимәк, ялҡаулыҡ – ул насар һыҙат. Йыш ҡына халыҡ фольклорында, әкиәттәрҙә, коммунизм осоронда яҙылған китаптарҙа байҙар яуыз кешеләр итеп тасуир ителә. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә лә ҡайһы бер бай, ләкин кафыр, аҙғын һәм тәкәббер кешеләр телгә алынған – мәҫәлән, Фирғәүен, Ҡарун, Әбү Ләһәб, Нәмру́д һәм башҡалар. Ләкин шуны онотмаҫҡа кәрәк: байлыҡ үҙенән-үҙе – яҡшы ла, яман да түгел. Уның хөкөмө байлыҡты ҡулланыу рәүешенә ҡарап билдәләнә. Әгәр хужаһы байлығын яҡшы юлда сарыф итһә, ул – ниғмәт, ә инде яман юлда тотонһа, ул байлыҡ – Аллаһтың «тоҙағы». Бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Ике осраҡтан башҡа көнләшеү ярамай: Аллаһ Ҡөрьән биргән һәм ул уны көнө-төнө уҡыған кешегә; Аллаһ байлыҡ биргән һәм ул уны көнө-төнө (изге юлда) таратҡан кешегә». (Әл-Бүхари, Мүслим һәм башҡа имамдар риүәйәт итте). Тағы бер оҙон хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬байлыҡ һәм бай кешеләрҙең әһәмиәтен шулай тип аңлатып биргән: 234


«Ошо донъяла дүрт төрлө кеше була: 1) Аллаһ Тәғәлә байлыҡ һәм ғилем биргән, һәм ул Аллаһтан ҡурҡып, туғанлыҡ хаҡын үтәп, байлығы һәм ғилемендә Аллаһтың хаҡын белгән кеше, һәм был – иң яҡшы дәрәжә; 2) Аллаһ Тәғәлә ғилем биргән, ләкин байлыҡ бирмәгән ҡол, һәм ул изге ниәттә булараҡ: “Әгәр миндә теге кешенең байлығы ҡәҙәр булһа, мин уның кеүек тотонор инем” – ти. Был кешегә – ниәтенә күрә, һәм ул беренсе кеше менән сауабында бер тигеҙ; 3) Аллаһ байлыҡ биреп, ғилем бирмәгән ҡол; ул үҙ байлығында белемһеҙ буталып Аллаһтан ҡурҡыуҙы белмәй, туғанлыҡ хаҡтарын да үтәмәй, унда Аллаһтың хаҡын да белмәй; был – иң әшәке хәл; 4) Аллаһ байлыҡ та, ғилем дә бирмәгән ҡол, һәм ул: “Әгәр миндә мал булһа, мин теге кеше кеүек тотонор инем” – ти. Был кешегә – ниәтенә күрә, һәм ул өсөнсө кеше менән гөнаһында бер тигеҙ» (Әт-тирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Был хәҙистән бик күп файҙалы һығымталар сығарып була – мәҫәлән, ниәттең әһәмиәте, ғилемдең фазиләте, туғандар хаҡы тураһында. Икенсе хөтбә Исламдың байлыҡ һәм сауҙа эшенә ҡарашын яҡшы аңлаған сәхәбәләр үҙҙәре лә уңышлы сауҙа алып барҙылар. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙе лә Аллаһтан үәхи алмаҫ борон үҙ ҡатыны Хәдиджә сауҙаһында ҡатнашты, шуның арҡылы буласаҡ ҡатынының күңеленә ятты ла инде. Бер һүҙендә әйткәнсә, «Намыҫлы һәм аманатты тотҡан сауҙагәр – пәйғәмбәрҙәр, сыддиҡтар (һәр ваҡыт дөрөҫ һөйләүселәр) һәм шаһиттар менән». (Әт-тирмиҙи риүәйәт итте, Ибн 235


Тәймийә был хәҙисте «яҡшы» тип баһаланы). Шулай итеп, ҡайһы бер сәхәбәләр сауҙа аша ҙур байлыҡтарға эйә булдылар. Ләкин был уларҙы аҙҙырманы, уларға Аллаһ юлында көрәштәрен, дәғүәттәрен, йыһаттарын онотторманы. Ғәбдүррахман ибн Ғәүф тигән сәхәбә Мәдинә баҙарында һатынып шул тиклем байыны, ул үлеп киткәндән һуң уның дүрт ҡатыны ла ҙур мираҫҡа эйә булдылар. Шулай уҡ Әбү Бәкр, иң бөйөк сәхәбә. Ул ҡоллоҡтан ете кешене һатып алды, һәм уның турала пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Әбү Бәкрҙең малы миңә ярҙам иткән кеүек бер кешенең дә малы ярҙам итмәне» – тине (Был хәҙисте Ибн Хиббән, Ибн Мәджә риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни һәм Шүғәйб ӘлӘрнаут уны «яҡшы» тип баһаланылар). Шулай уҡ Ғосман ибн Ғәффән, изге хәлифәләрҙең өсөнсөһө, пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬ике тапҡыр кейәү булғаны өсөн «Ике нурлы» («Ҙүннүра́йн») тип аталған сәхәбә лә бай кеше ине. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бик ҡыйын ваҡытта яуға китергә ниәтләгәс һәм ғәскәрҙе әҙерләү өсөн ярҙам кәрәклеге тураһында иғлан иткәс, Ғосман ибн Ғәффән ошо ғәскәрҙе әҙерләүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Быны ишеткән пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬уның өсөн ярлыҡау һорап доға ҡылды ла, «Ошо көндән һуң Ғосман нимә эшләһә лә уға зыян итмәҫ» – тине (Был хәҙисте Әт-тирмиҙи, Әхмәт имамдар риүәйәт итте, Әл-Әлбәни уны «яҡшы» тип баһаланы). Шулай итеп, яҡшы һәм бай сауҙагәр булған сәхәбәләр үҙ малдарын матур аттар, кейемдәр, мөһабәт өйҙәр йыйыу өсөн түгел, ә ислам динен һәм өммәтте көсәйтеү өсөн тотондолар. Ислам тарихындағы бөйөк шәхестәр араһында бай кешеләр күп булды. Шуларҙың береһе – бөйөк ғалим, иң беренсе 236


мәҙһәбтең (хоҡуҡи мәктәп) нигеҙҙәрен һалған Әбү Хәнифә Нүғмән ибн Ҫәбит. Ул бай тауар һатыусы булған. Был кәсеп уға атаһынан ҡалған тип фараз ителә. Әбү Хәнифә сауҙаһынан килгән байлығын Аллаһ юлында мул ҡулланған – улы Хәммәд «Фәтихә» сүрәһен яҡшы ятлағаны өсөн атаһы Әбү Хәнифә уға 500 дирһам бүләк итеп биргән. Һис шикһеҙ, кәсеп итеү һәм байырға тырышыу тыйылмаған, ләкин дөрөҫ мосолмандарҙы маҡтап ингән ошо аятты бер ҡасан да онотмаҫ кәрәк: «Һатыу итеү ҙә, алыу ҙа Аллаһты иҫкә төшөрөүҙән, намаҙ ҡылыуҙан һәм зәкәт түләүҙән ситкә тайпылдырмай торған кешеләр. Улар йөрәктәр һәм ҡараштар әйләнә торған көндән ҡурҡалар...» («Нур» сүрәһе, 24:198 аят).

237


 №46. Ислам дине күҙлегенән дөрөҫ дауаланыу  Беренсе хөтбә Аллаһ Тәғәлә тарафынан был донъя шулай яратылған: унда тик еңел һәм күңелле көндәр генә булмай, ә һынауҙар ҙа килеп тора. Ҡөрьәндә: «Беҙ һеҙҙе берәй нәмә менән: ҡурҡыныс, аслыҡ, йә малдарҙың, йәндәрҙең һәм емештәрҙең кәмеүе менән мотлаҡ һынаясаҡбыҙ, шуға сабыр иткән кешеләрҙе һөйөнсөлә...» («Һыйыр» сүрәһе, 2:155 аят), – тиелгән. Ана шул һынауҙарҙың бер төрө – ул ауырыу. Бер яҡтан, ауырыу ҡыйынлыҡтың бер төрө булһа, икенсе яҡтан ул – Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте, сөнки сирҙәр аша кешенең гөнаһтары ғәфү ителә, ул Раббыһына йышыраҡ ялбара башлай һәм үҙенең хәлен яҡшыраҡ аңлай. Бәлки, кешегә бирелгән ауырыу – йәннәт ишегелер: әгәр кеше уға сабыр итеп, Аллаһ хөкөмөнә риза булып, намаҙураҙаларын теүәл тотоп йәшәһә, ошо ауырыуы бәрәбәренә уға йәннәт бирелер. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬өйәнәк менән ауырыған бер ҡатынды йәннәт менән һөйөнсөләне, шуға Ибн Ғәббәс ошо ҡатынға күрһәтеп, Ғата ибн Әбү Рәбахҡа: «Йәннәт әһелдәренән булған ҡатынды күрһәтәйемме?», – ти торған. Тағы бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тигән: «Мосолманға нәмә генә ҡағылмаһын – арыу, ауырыу, борсолоу, ҡайғы, рәнйеү, кәйеф төшөү булһынмы, хатта ниндәйҙер энә сәсеүе булһынмы – бының арҡылы Аллаһ Тәғәлә уның ниндәйҙер гөнаһын ғәфү итәсәк». (Әл-Бүхари һәм башҡа имамдар риүәйәт итте). Тимәк, ауырыуҙың ошо яғын да күрә белер кәрәк һәм Аллаһ Тәғәләгә үсегерҙәй булып зарланырға ярамай. Ләкин сир, 238


ауырыуҙың яҡшы яғы ла бар тип, дауаланмай йөрөү ҙә дөрөҫ түгел! Сөнки был донъяла һәр сиргә Аллаһ Тәғәлә йүнәлеү сараһы ебәргән. Шуға беҙгә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ дауаланырға бойорған һәм шулай тигән: «Аллаһ Тәғәлә ауырыу һәм йүнәлеү төрҙәрен ебәрҙе, һәм һәр сиргә йүнәлеү сараһын билдәләне. Шуға дауаланығыҙ, ләкин харам менән дауаланмағыҙ!» (Әбү Дәүд риүәйәт итте, ӘлӘлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ошо хәҙистән аңлашылыуынса, ниндәй генә ауырыу килмәһен, унан йүнәлергә мөмкин, ләкин дауаланам тип теләһә ниндәй харам нәмәләр эсергә йә ашарға ярамай... Мәҫәлән, сусҡа ите бер ҡасан да «тәнгә файҙалы» була алмай. Шулай уҡ хәмер (йәғни араҡы, һыра, тәмәке һ. б.). Тариҡ ибн Сүәйд тигән сәхәбә пәйғәмбәребеҙҙән (‫ )ﷺ‬хәмер тураһында һорағас, ул уның харам булыуын әйтте. Тариҡ: «Мин уны дауаланыу өсөн эшләйем» тигәс, пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Ул дауа түгел, ә сир!» – тине (Имам Мүслим риүәйәт итте). Араҡыны «йылыныр өсөн», «ҡайғыны баҫыр өсөн», «ашҡаҙанды эшләтер өсөн» һ. б. эскән кешеләр ошо хәҙисте иҫтәрендә яҡшы тотһондар. Әлбиттә, ауырыу кеше йә үлә, йә араҡы эсә торған хәлгә ҡалһа (мәҫәлән, метил спиртын эсеп ағыуланған осраҡта), был башҡа һүҙ, ләкин бөгөн байрам итеп, иртәгә «баш йүнәтә» алмай ҡаңғырып йөрөгән бәндәгә Аллаһ Тәғәлә алдында аҡланып булмаҫ. Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә ошо тәнебеҙҙе аманат итеп бирҙе, һәм беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ. Был тәнде беҙ ҙә, ата-әсәләребеҙ ҙә яратманы бит, шулай уҡ беҙ үҙебеҙҙең ҡиәфәтебеҙҙе лә – буйыбыҙҙы, ауырлығыбыҙҙы, киңлегебеҙҙе; сәсебеҙ, тиребеҙ, күҙҙәребеҙ төҫөн һ. б. һайламаныҡ. Аллаһ Тәғәлә 239


исемдәренең береһе – «Әл-Мүсаууир», йәғни «сүрәт, ҡиәфәт биреүсе», йәғни беҙҙең тәнебеҙҙең һәр өлөшө – хатта бармаҡ эҙҙәре лә – Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡоролған һәм беҙгә ваҡытлыса ҡулланыу өсөн бирелгән. Әгәр ошо камил тәнде хәстәрләмәй уның таҙалығын, сәләмәтлеген, һаулығын ҡайғыртмаһаҡ, беҙ Аллаһ Тәғәләнең иң матур һәм бөйөк «ижадын» кәмһеткән булырбыҙ... Икенсе хөтбә Хәҙерге заманда күп кешеләр үҙ диндәрен яҡшы белмәгәндәре арҡаһында, теләһә ниндәй харам йә файҙаһыҙ саралар менән дауаланып маташалар, ә Ҡөрьәндә һәм Сөннәттә иҫкә алынған дауаланыу сараларын белмәйҙәр. Шул сараларҙың ҡайһы берәүҙәрен (бөтәһен дә түгел!) атап үтәйек. (Кем бының турала күберәк белергә теләй, ислам медицинаһы темаһына яҙылған китаптарҙы уҡыһын. Мәҫәлән, Ибн Ҡа́йим Әл-Джәүзи́йәнең «Әт-тыбб Әннәбәүи» – «Пәйғәмбәрҙең (‫ )ﷺ‬медицинаһы» – китабын). 1). Кешенең күп ауырыуҙары саманан тыш ашауҙан барлыҡҡа килә. Шуға дөрөҫ ашауҙы дауаланыуҙың беренсе сараһы итеп ҡуйһаҡ, хата булмаҫ. Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Әҙәм балаһы тарафынан тултырылған иң насар һауыт – ул уның эсе. Кешегә арҡаһын төҙ тотор өсөн бер нисә киҫәк кенә лә етә. Әгәр ашар булһа инде, ашҡаҙанының өстән бер өлөшө – ашауға, өстән бере – эсеүгә, тағы өстән бере – тын өсөн булһын» (Имам Әхмәт, ӘтТирмиҙи риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). 2). Исламда ауырыу кешене Ҡөрьән һәм доғалар менән дә дауалайҙар. Аллаһ Тәғәлә үҙ китабы тураһында: «Һәм Беҙ 240


Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә шифа һәм рәхмәт булған нәмәне иңдерәбеҙ. Залимдарға ул хәсрәт кенә арттыра» – тигән. Сахих хәҙистә әйтелгәнсә, сәхәбәләр саяндан (скорпион) сағылған бер кешене «Фәтихә» сүрәһен уҡып йүнәлткәндәр, һәм теге кеше уларға бер нисә (бер риүәйәт буйынса – утыҙ!) һарыҡ биргән. 3). Шулай уҡ күп кешеләрҙең белмәгән дауаланыу төрө – ул тмин орлоғо һәм майы. Был үҫемлек тураһында пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬шулай тигән: «Тмин – үлемдән башҡа бөтә ауырыуҙарҙан да дауа!». (Әл-Бүхари, Мүслим һәм башҡа имамдар риүәйәт итте). Был үҫемлек менән таныш булған кеше уның иҫ киткес ярҙамын үҙе лә аңлай алыр. 4). Тағы ла күп кешеләргә ят булған дауаланыу төрө – ул хиджә́мә. Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Иң яҡшы дауаларҙың береһе – ул хиджәмә!» – тигән (Әл-Бүхари, Мүслим риүәйәт иттеләр). Хиджәмә – ул тирене күренеркүренмәҫ кенә ҡырҡып, ҡуйырған насар ҡанды сығарыу. Хәҙерге медицинала кешегә банкалар ҡуйыу – ана шул хиджәмәнең бер төрө. («Ҡоро», йәғни ҡан сығармай торған хиджәмә). 5). Мосолмандар дауаланыу өсөн йыш ҡулланған тағы бер үҫемлек – ул ҡыст һи́нди (костус, сostaceae, ‫)القسط الهندي‬. Был үҫемлек тураһында пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Ошо Һиндостан ағасын ҡулланығыҙ, унда ете төрлө шифа бар» – тигән (Әл-Бүхари, Мүслим риүәйәт иттеләр). Ибн Хәджәр әйтеүенсә, был үлән ашҡаҙанды йылыта һәм енси көстө арттыра («Фәтх Әл-Бә́ри»). 241


6). Тағы ла мосолман медицинаһындағы мөһим бер нәмә – теш таҙартыусы тамыр сиүә́кте әйтеп үтәйек. Хәҙистә әйтелгәнсә, «Сиүәк ауыҙҙың таҙалығына һәм Раббыңдың ризалығына илтә» – тигән (Әл-Бүхари, Ән-Нәсәи, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Сиүәкте ҡулланыу теш таҙалығы өсөн генә түгел, ә пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сөннәтенә эйәреү өсөн мөһим. Мосолман ғалимдары иҫбат итеүенсә, сиүәктә микробтарҙы үлтереүсе күп матдәләр бар. Былар барыһы ла – пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬беҙгә еткергән дауаланыу юлдарының бәләкәй генә бер өлөшө. Бынан тыш бал, хөрмә, һөт һәм башҡа күп нәмәләр тураһында һөйләр алыр инек, ләкин үҙегеҙ ислам динен һәм медицинаһын өйрәнергә тырышығыҙ, Ҡөрьәндең һәм хәҙистәрҙең ҡәҙерен белегеҙ. Шуны иҫтә тотайыҡ: күп кенә ауырыуҙарҙың сәбәбе булып беҙ үҙебеҙ торабыҙ, дөрөҫөрәге, беҙҙең үҙ тәнебеҙгә һәм динебеҙгә булған вайымһыҙлыҡ. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы лә ғәфү итһен, әмин.

242


№47. Аманат һаҡлау һәм һүҙҙе тотоу

Беренсе хөтбә Ислам дине әхлаҡ яғын ныҡ ҡайғыртҡаны өсөн, кешенең һүҙ тота белеүенә лә ҙур әһәмиәт биргән. «Һәм китапта Исмәғилде иҫкә төшөр: ысынлап та, ул вәғәҙәһендә тороусо рәсүл һәм пәйғәмбәр булды». («Мәрйәм» сүрәһе, 19:54 аят). Икенсе бер аятта: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ни өсөн һеҙ үҙегеҙ эшләмәгән нәмәне әйтәһегеҙ?» – тиелгән. («Сафтар» сүрәһе, 61:2 аят). Шулай уҡ Ҡөрьәндә: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһҡа һәм рәсүлгә хыянат итмәгеҙ, ул ваҡытта һеҙ үҙара аманаттарға ла хыянат итерһегеҙ, быны белә тороп та» – тиелгән. («Һуғыш табышы» сүрәһе, 8:27 аят). Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬сираһын уҡыған кеше уның үәхи алмаҫ борон йөрөткән исем-ҡушаматын иҫләйҙер – уны Мәккә халҡы «әмин», йәғни «ышаныслы кеше» тип йөрөткән. Ысынлап та, вәғәҙә иткән нәмәне үтәү кешенең абруйын күтәрә, уның һүҙе үтеүенә булышлыҡ итә, кешеләрҙең уға булған ышанысын арттыра. Быны үҙен мосолман тип йөрөгән кеше бигерәк тә яҡшы аңларға тейеш, сөнки беҙгә дөрөҫлөктө аңлатырға ҡушылған, ә кем һүҙен тотмай, шуның әйткәне хаҡ булған хәлдә лә тыңлаусы кеше аҙ булыр. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бер хәҙисендә шулай тигән: «Әгәр кешелә дүрт сифат булһа, ул ысын монафиҡ булыр, ә кемдә ошо нәмәләрҙең береһе булһа, ул бынан арынмайынса, унда монафиҡлыҡтың бер өлөшө булыр: 1) аманат итеп бирелгән нәмәгә хыянат итһә 2) ялған һүҙ һөйләһә 3) ҡорған аңлашыуын боҙһа 4) бәхәс тыуғанда 243


нахаҡ менән эш итһә» (Әл-Бүхари, Мүслим, Әбү Дәүд, ӘтТирмиҙи, Ән-Нәсәи риүәйәт иттеләр). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда ошо етешһеҙлектәрҙең барыһын да йөрөткән мосолмандар бар. Әлбиттә, беҙ уларға «һин 100% монафиҡһың!» тип, уларҙы кафырға сығара алмайбыҙ26. Ләкин ошо хәҙистән аңлашылыуынса, ундай кеше үҙ ғәмәлдәре менән иманһыҙ кафыр һәм монафиҡтан бер нәмәһе менән дә айырылмай, Аллаһ һаҡлаһын. Хәҙистә телгә алынған «аманат» һүҙе (әйткәндәй, пәйғәмбәребеҙҙең (‫« )ﷺ‬әмин» тигән исеме лә ошо һүҙҙән алына!) – ул беҙгә һаҡлар өсөн ҡалдырылған нәмә. Ниндәйҙер сергә лә «аманат» тип әйтәләр. Йәғни, әгәр кемдер беҙгә «ошоно ҡарап тор әле» тип берәй әйбер йә малын ҡалдырып китә икән, беҙ уны хужаһы әйләнеп ҡайтҡансы яҡшы, теүәл итеп һаҡлап торорға тейешбеҙ. Тимәк, был әйберҙе йә малды боҙорға, кемгәлер биреп ебәрергә, һатырға ярамай. Хәҙистә шулай уҡ бәхәстәрҙә нахаҡ менән эш итеү тураһында әйтелгән. Йыш ҡына кешеләр бәхәсләшкән ваҡыттарында нисек булһа ла еңәйем тип төрлө-төрлө хәйләләр ҡуллана: бер һүҙҙән икенсеһенә күсә, тикшерелмәгән хәбәрҙәр һөйләй, дөрөҫлөктө ҡабул итмәй, ялған шаһиттар таба һәм башҡаһы. Былар барыһы ла – ҙур гөнаһ, хатта монафиҡтар сифаты. Аманаттың һәм Теге йә был кешенең кафыр булыуына хөкөм сығарыу – йәғни, тәкфи́р ҡылыу – ул ҡазый дәрәжәһендә булған ғалимдарҙың эше. Шулай уҡ кешегә вәғәҙәһен үтәргә нәмәлер ҡамасаулай ала: йә ул ирекһеҙҙән онотоп китә, йә кемдер ул кешене ҡурҡытып вәғәҙәһен тотмаҫҡа мәжбүр итә, йә кеше ҡайҙалыр китеп барғанда юл ҡазаһына осрай һ. б. Бының кеүек осраҡтарҙа беҙ кешене ғәйепләй алмайбыҙ, әлбиттә. 26

244


ғәҙеллектең ни тиклем етди нәмәләр булыуын аңларға теләһәк, сиранан бер генә күренеште иҫебеҙгә төшөрәйек: Мәккә мөшриктәре пәйғәмбәребеҙҙе (‫ )ﷺ‬үлтерергә вәғәҙәләшкәс, һәм ул Мәккәнән Мәҙинәгә һиджрәт ҡылыр булғас, ул Ғәли ибн Әбү Талипҡа үҙенә аманат итеп ҡалдырылған мөлкәтте хужаларына ҡайтарырға ҡуша. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле: бер кеше икенсене үлтерер өсөн эҙләй башлай. Ә теге кеше ҡасыр алдынан: «Мине үлтерергә теләгән кеше аҡсаһын миңә ҡалдырып торғайны, уны күрһәгеҙ, биреп ҡуйығыҙ әле» – ти! Күп кешеләр үҙен үлтерергә теләгән дошманынан түгел, ә ата-әсәһенән, балаһынан, ҡатынынан урлап ҡасырға әҙер бит... Икенсе хөтбә Ҡәҙерле мосолмандар! Башҡорт халҡында «Вәғәҙә – иман» тигән мәҡәл бар. Был һүҙ ҡасандыр ислам динен яҡшы аңлаған халыҡта ғына тыуа алған. Ысынлап та, Аллаһ Тәғәләгә, Ҡиәмәт көнөнә ышанып, һәр һүҙе һәм эше өсөн һораласағын белгән кеше аманаттарға хыянат итмәҫ һәм буш вәғәҙәләр биреп йөрөмәҫ. Сөнки былар менән кемделер алдарға булһа ла, Аллаһ Тәғәләне алдап булмай. Изге сәләфтәр, пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬уҡыусылары – сәхәбәләр – быны яҡшы белде, шуға улар бер ҡасан да аманаттарын һәм вәғәҙәләрен боҙманылар. Вәғәҙә һәм аманатты һаҡлауҙы иң беренсе булып пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙе күрһәтте. Был сифатты унан сәхәбәләр ҙә өйрәнделәр. Пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ теге донъяға күскәс, уға бөтә сәхәбәләрҙән дә яҡыныраҡ булған Әбү Бәкр, беренсе изге хәлифә, кешеләргә «Кемгә Аллаһтың Рәсүле (‫ )ﷺ‬нәмәлер вәғәҙә иткән, йә бурыс ҡалдырған булһа, шул миңә килһен, уны түләп ҡуйырмын!» – 245


тигән. Уға Джәбир ибн Ғәбдуллаһ килгән дә, шулай тигән: «Миңә Аллаһтың Рәсүле (‫)ﷺ‬: «Әгәр Бәхрайндан берәй мал килһә, һиңә шул ҡәҙәр, шул ҡәҙәр, шул ҡәҙәр бирермен!» (йәғни, тулы ике услап өс тапҡыр) – тигәйне». Бәхрайндан аҡсалар килгәс, Әбү Бәкр Әс-Сыддыҡ ике усын тултырып аҡса сығарған да, уны һанарға ҡушҡан. Был аҡса 500 дирһам булып сыҡҡас, Әбү Бәкр тағы ла 100 дирһам өҫтәп Джәбиргә биреп ҡуйған. (Әл-Бүхари, Мүслим риүәйәт иттеләр). Шулай итеп, Әбү Бәкр һөйөклө дуҫы һәм пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬үтәп өлгөрмәгән вәғәҙәһен үтәп ҡуйған. Был эштең етдилеген һәм бөйөклөгөн аңлар өсөн ошо көнөбөҙҙәге хәлде хәтерләгеҙ. Илдең беренсе башлығы – президент – кемделер саҡырып ала ла, үҙенән алда булған президент өсөн бурысты үтәп ҡуя ти... Хәҙерге көндә күбебеҙ шундай күренешкә өйрәнеп бөткән инде: кеше һайлауҙар алдынан «алтын тауҙар» вәғәҙә итә-итә лә, депутат булып алғас, бирелгән вәғәҙәләрен түгел, күп дуҫтарының «исемдәрен» дә онота! Бындай замандар килеп етерен дә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬әйтеп ҡуйған ине: «...Кеше йоҡлап торғансы уның йөрәгенән аманат тартып алыныр... Кешеләр бер-береһе менән сауҙа итеп ҡарарҙар, ләкин бер кем дә тиерлек аманатын үтәмәҫ. Хатта кешеләр “фәлән халыҡта бер ышаныслы кеше бар икән” – ти башларҙар...» (Әл-Бүхари, Мүслим риүәйәт иттеләр). Сүбхәналлаһ, был хәҙистә гүйә беҙҙең ҡалалар һәм ауылдар тураһында әйтелә. Күпме таныштарыбыҙ кемгәлер бурысҡа биреп тороп әле булһа ла аҡсаһын ҡайтара алмай йөрөй бит! Хәҙер инде «Фәлән көндә бурысымды ҡайтарам» тип яҙылған һәм ҡултамға ҡуйылған распискалар ҙа ярҙам 246


итмәй, буғай. Аҡсалар менән бәйле эштәрҙәге кеүек, сер һаҡлауҙа ла аманат тигән нәмәне онотабыҙ. Бер кеше һөйләгән хәбәрҙе лә һаҡлай беләйек – бәлки, кеше уны тик беҙгә генә һөйләгәндер. (Бер хәҙистә әйтелгәнсә, кеше беҙгә нәмәлер һөйләгән ваҡытта тирә яғына ҡаранһа, уның әйткән һүҙҙәре аманатҡа әйләнә). Ҡәҙерле мосолмандар! Күп кешеләргә ышаныс юғалһа ла, беҙ шул күптәр араһында булмайыҡ, вәғәҙә иткән нәмәләрҙе үтәп торайыҡ, аманаттарҙы һаҡлайыҡ. «Аманаты булмағандың иманы ла юҡ» тигән хәҙисте бер ҡасан да онотмайыҡ (Имам Әхмәт риүәйәт итте). Аллаһ Раббыбыҙ мосолман өйҙәрен төрлө фетнәләрҙән һаҡлаһын, әмин!

247


№48. Саманан тыш шаярыу һәм көлөү

Беренсе хөтбә Ислам дине беҙгә ошо донъяға етди күҙлектән ҡарарға ҡуша. Эйе, Ҡиәмәт көнөнә, Аллаһҡа, Уның язаһы – йәһәннәменә ышанған кеше һөйләм һайын шаярып, тик ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләүе менән билдәле булырға тейеш түгел. Был имандағы һәм әҙәптәге ниндәйҙер проблемаға ишара итә. Етдилек – мосолмандың асыл хәләте. Ысынлап та, алда көткән һынауҙарҙын – үлемде, Мүнкәр һәм Нәкир һорауын, ҡәберҙәге йәннәт баҡсаһын йә йәһәннәм соҡорон, Ҡиәмәттә ҡубарылыуҙы, хисапты, сиратты – белә тороп та, мосолман йыш уйланыусан, уфтаныусан, хатта ваҡыты-ваҡыты менән ҡайғырыусан һәм илаусан булмаһа, уға үҙенең эске донъяһына «ревизия» үткәреп, йөрәген рухи яҡтан дауалап алыр кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬бер хәҙисендә: «Мин белгәндәрҙе белһәгеҙ, аҙ көлөр, күп илар инегеҙ» – тигән (Әл-Бүхари риүәйәт итте). Шулай ҙа бер ҡасан да йылмаймай һәм шаярамай йәшәү – пәйғәмбәребеҙҙең (‫)ﷺ‬ сөннәтенән түгел, сөнки ул (‫ )ﷺ‬үҙе лә ҡайһы ваҡыт шаярып ала торғайны. Ләкин ул шаярған ваҡытта ла алдаманы. «Мин шаярам, ләкин хаҡтан башҡа нәмә әйтмәйем» – тигән хәҙис бар (Әт-Тирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр, ӘлӘлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Шаярғанда ла ялған һәм буш һүҙ һөйләмәү тик пәйғәмбәргә (‫ )ﷺ‬генә хас нәмә булмаған, был ҡағиҙә беҙгә лә ҡағыла: бер хәҙистә шулай тиелгән: «Үҙенең хаҡлы икәнен белеп тә, бәхәсен туҡтатҡан кешегә мин йәннәттең ҡырыйында өй вәғәҙә итәм. Хатта шаярғанда ла алдамаған кешегә мин йәннәттең уртаһында өй вәғәҙә итәм. Ә әхлағы менән иң 248


яҡшы булған кешегә мин йәннәттең өҫкө яҡтарынан өй вәғәҙә итәм» – тигән хәҙис бар (Әбү Дәүд, Әл-Бәйһаҡи, ӘтТирмиҙи риүәйәт иттеләр, имам Ән-Нәүәүи һәм Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланылар). Тимәк, хатта шаярып ҡына ла алдарға ярамай. Ә быны бит мосолмандар йыш ҡына онотоп китә һәм шаярып теләһә ниндәй уйҙырмалар, мәҙәктәр һөйләй башлай. Башҡорт халҡының культураһына һәм фольклорына иғтибар итһәк, унда көлкөмәҙәктәргә бик ҙур әһәмиәт күрһәтелгәнен күрербеҙ. Бигерәк тә ауылдарҙа кешеләрҙең бер-береһе менән шаярыуы, бер-береһен эләкләүҙәре, бер-береһенең ҡыйын йә ҡыҙыҡ хәлгә ҡалыуҙарын көлә-көлә һөйләүҙәре ныҡ таралған. Әлбиттә, күңел күтәрер өсөн бер аҙ шаярып, шаяртып алыу – ялғанға төшөп китмәү шарты менән – гөнаһ түгел. (Хатта сәхәбәләр ҙә быны эшләгән – мәҫәлән, ҡарбуз ҡабығы менән атышҡандар). Ләкин саманы ла белер кәрәк, ҡәрҙәштәр – беҙ бит мосолмандар! Ә ҡайһы бер кешеләр тик шаярыуҙары, кешеләрҙе көлдөрөү һәләттәре, күп анекдоттар һәм мәҙәктәр белеүҙәре менән билдәле, хатта уларҙың исемдәрен ишетеү менән кешеләр йылмая һәм көлә башлай. Бындай кешеләргә бер аҙ уйланырға кәңәш бирер кәрәк: Ҡиәмәт көнөндә беҙ был донъялағы һәр бер һүҙебеҙ һәм үткәгән һәр бер сәғәтебеҙ өсөн яуап тотасаҡбыҙ, ә тормошобоҙҙоң байтаҡ өлөшө шаярыу һәм көлкө менән үтһә, Ҡиәмәт көнөндә күберәк иларға тура килмәҫ микән? Бынан тыш беҙ үҙебеҙ менән аралашҡан кешеләрҙә ниндәй эҙ ҡалдырабыҙ – бының өсөн дә һорау буласаҡ бит! Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (‫« )ﷺ‬Күп көлмәгеҙ – күп көлөү йөрәктәрҙе үлтерә» – тигән. (Әт-Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ 249


риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ә кешеләрҙе йыш көлдөрөп уларҙың ҡаты бәғерле, үле йөрәкле итеүенә булышлыҡ иткән кеше үҙе өсөн генә түгел, ә шул кешеләр өсөн дә яуап бирәсәк... Икенсе хөтбә Бер көн пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬бер әбей килгән дә, «Эй, Аллаһтың Илсеһе! Аллаһтан һора әле, мине йәннәткә керетһен!» – тигән. Ә пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬ул әбейгә «Эй, фәләндең әсәһе! Әбей йәннәткә кермәй бит!», – тип яуап биргән. Теге әбей илай-илай китә башлағас, пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Әйтегеҙ уға, ул йәннәткә әбей ҡиәфәтендә кермәҫ, сөнки Аллаһ Тәғәлә: “Беҙ, ысынлап та, ул ҡатындарҙы махсус барлыҡҡа килтерҙек, һәм уларҙы ҡыҙлыҡлы иттек,” – тигән!», – тип тынысландырған. (Әт-Тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «яҡшы» тип баһаланы)27. Был хәҙистән күренеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ был осраҡта ла ялған һөйләмәгән. Йыш ҡына шундай күренеште күҙәтергә була: берәй шаян кеше ниндәйҙер ҡыҙыҡлы хәл һөйләй ҙә, ысынбарлыҡта булмаған нәмәләр ҙә өҫтәп ебәрә. Халыҡта быға «арттырып ебәрә», «шыттыра» ла тиҙәр. Бәлки, кемдер «бында ҡурҡынысы юҡ, әҙерәк кенә һүҙҙе “биҙәп ебәрергә” була бит!» тип уйлайҙыр. Ләкин пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬быны тыйған һәм «Ҡайғы шундай кешегә: ул кешеләрҙе көлдөрәм тип нәмәлер һөйләй ҙә, алдай башлай. Ҡайғы уға, ҡайғы уға!» Шәйх Әл-Әлбәниҙән айырмалы рәүештә, ғалимдарҙың бер төркөмө был хәҙисте көсһөҙ тип һанаған, сөнки уның сәнәде там түгел, ә хәҙистең мәғәнәһенә иғтибар итһәк, унда пәйғәмбәребеҙҙең (‫)ﷺ‬ кемделер ҡурҡытыуы – ә был беҙгә тыйыйлған! – күренә. 27

250


– тигән. (Әбү Дәүд, Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр, ӘлӘлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ни тиклем ҡурҡыныс киҫәтеү, шулай бит? Бер ҡасан да алдамаған пәйғәмбәребеҙ (‫« )ﷺ‬фәлән кешене ҡайғы көтә» – ти икән, шул кеше ни тиклем борсолорға тейеш икән?.. Ә бит бөтәбеҙҙең дә тиерлек ҡасандыр булһа ла ниндәйҙер ҡыҙыҡ хәлде һөйләгәндә ялғанға төшөп киткәне булған бит! Бының өсөн тәүбә ҡылып, һәр бер һүҙебеҙҙе лә самалап ҡына һөйләйек – хатта шаярғанда ла... Шуны ла иҫкә алғы килә: беҙҙең ауылдарыбыҙҙа дин һәм дин әһелдәре тураһында көлкөлө нәмәләр һөйләргә бик яраталар. Әгәр башҡорт телендә «мулла» тигән һүҙ булған мәҡәлдәргә иғтибар итһәк, уларҙың 99% тиерлек – мулланың насар кеше булыуы тураһында. («Ат аҙғыны юрға булыр, ир аҙғыны мулла булыр», «Башы салмалы, аҡылы самалы», «Мулла белгәнен уҡый, тауыҡ күргәнен суҡый» һәм башҡалар). Шуғалыр ҙа, бәлки, халҡыбыҙҙа муллаларға йыш ҡына нисектер «өҫтән аҫҡа» ҡарайҙар, уның һүҙҙәренән, эштәренән, ҡиәфәтенән көләләр һәм үҙҙәре лә һиҙмәҫтән динде мыҫҡыл итеүгә күсеп китәләр. Ә диндән көлгән кеше – «мин шаяртып ҡына әйткәйнем бит!» – тип аҡланһа ла, ул – ул кафыр! Быны пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ ваҡытында булған бер ваҡиға иҫбат итә. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬сәхәбәләре менән Тәбүк сәфәренә сыҡҡан ваҡытында, ғәскәрҙә булған бер монафиҡ мосолмандар тураһында: «Ошо Көрьән уҡыған кешеләрҙән дә убырыраҡ, алдаҡсыраҡ, яуҙа ҡурҡағыраҡ кешеләрҙе күргәнебеҙ булманы!» – тип ысҡындыра... Быны ишетеп ҡалған Әүф ибн Мәлик: «Һин – алдаҡсы һәм монафиҡ! Мин 251


бының турала мотлаҡ Аллаһтың илсеһенә (‫ )ﷺ‬барып әйтәм!» – ти ҙә, пәйғәмбәргә (‫ )ﷺ‬китә. Ләкин ул пәйғәмбәргә (‫ )ﷺ‬килеп етеп тә өлгөрмәй, Аллаһ Тәғәлә был «шаярыу» тураһында аят индереп өлгөрә. Теге монафиҡ та пәйғәмбәребеҙгә (‫ )ﷺ‬килеп: «Эй, Аллаһтың илсеһе, беҙ сәфәр ҡыйынлыҡтарын әҙерәк еңеләйтәйек тип кенә һөйләштек һәм шаярҙыҡ» – тип аҡланырға маташа. Ләкин пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬тик яңы ингән аятты ғына уға ҡабатлай ине: «Әгәр һораһаң, улар: “Беҙ тик һүҙгә генә мауыҡтыҡ һәм шаярҙыҡ”, – тип әйтерҙәр. “Аллаһтан, Уның аяттарынан һәм рәсүленән көлдөгөҙ түгелме ни?” – тип әйт. Ғәфү үтенмәгеҙ! Һеҙ иманығыҙҙан һуң кафыр булдығыҙ! Әгәр Беҙ арағыҙҙан бер төркөмдө ғәфү итһәк, икенсе төркөмдө гонаһлы булғандары өсөн ғазапларбыҙ»...(«Тәүбә» сүрәһе, 9:65 – 66 аяттар). Аллаһ Тәғәлә төрлө тел бәләләренән беҙҙе үҙе һаҡлаһын инде, әмин.

252


№49. Белемһеҙ дин тураһында һөйләү

Беренсе хөтбә Аллаһ Тәғәлә беҙгә йәннәткә эләгеү юлын күрһәтер өсөн һөйөклө пәйғәмбәрен (‫ )ﷺ‬ебәргән һәм уға (‫ )ﷺ‬шулай тигән: «Эй, пәйғәмбәр! Беҙ һине шаһит, һөйөнсөләүсе һәм өгөтләүсе-иҫкәртеүсе итеп ебәрҙек. Уның рөхсәте менән Аллаһҡа өндәүсе һәм нурландырыусы яҡтыртҡыс итеп!» («Фирҡәләр» сүрәһе, 33:45 – 46 аяттар). Пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬килтергән нәмәһе – ул ғилем булды: «Аллаһ бит һиңә Китап һәм хикмәт иңдерҙе, һәм һиңә белмәгәндәреңде өйрәтте. Аллаһтың һиңә булған йомартлығы бөйөк булды!» («Ҡатындар» сүрәһе, 4:113 аят). Ләкин Аллаһтың илсеһенә (‫ )ﷺ‬бирелгән ғилемгә бик етди ҡарар кәрәк, сөнки был ябай ғилем түгел. Юҡҡа ғына Ҡөрьәнде Аллаһ Тәғәлә «ауыр һүҙ» тип атамаған бит. «Беҙ һиңә ауыр һүҙ ебәрәсәкбеҙ!» («Кейеменә төрөнгән» сүрәһе, 73:5 аят). Ни өсөн дини белем – ғилемде – ябай белем төрҙәре менән бутарға ярамай? Яуап шул: ғилемдең дөрөҫ йә яңылыш булыуына кешенең әхирәттәге яҙмышы бәйләнгән. Әйтәйек, кемдер машинаның моторын һүтеп яңынан ҡора ала. Был да үҙенә күрә белем. Ошо белемдә ниндәйҙер хата ебәреү теге йә был бәләгә сәбәп була ала – мәҫәлән, мотор эшлектән сыға. Был, әлбиттә, проблема, ләкин уны сисеп була. Ә кемдер «Мин Мөхәммәт пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬өйрәткән нәмәләрҙе беләм, һеҙгә лә өйрәтә алам!» – тип, ысынбарлыҡта нәмәнелер яңылыш аңлатһа, уның уҡыусыларының берәй бәләгә тарыуҙары бар. Булған хәлгә таянып бер генә миҫал килтерәйек. Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬беҙгә ҡәберҙәрҙе ғибәҙәт урынына әйләндермәҫкә ҡушты: «Ул 253


халыҡ28, изге кешеләре үлһә, ҡәберҙәре өҫтөндә ғибәҙәт урыны ҡороп уны һүрәттәр менән биҙәкләйҙәр... Былар – Аллаһ Тәғәлә хозурында иң яман кешеләр!». («Әл-Бухари» һәм «Мүслим» йыйынтығынан). Ә ниндәйҙер кешеләр килеп, үҙҙәрен «ғалим» тип атап, ябай халыҡтан ҡәбер өҫтөндә мавзолей йә хатта мәсеттәр төҙөтһәләр, уларҙы тыңлаған кешеләр Аллаһ алдында кемгә әйләнерҙәр – хәҙискә ҡарағыҙ! Ә сәбәп нимәлә, дөрөҫөрәге кемдә? Ғилем бирәм тип, хәҙистәргә ҡапма-ҡаршы нәмә һөйләп, кешеләрҙе аҙаштырған бәндәләрҙә! Тимәк, үҙебеҙҙең белем һай булһа ла, беҙ кемдән ғилем алыуыбыҙға иғтибар итергә тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда ислам динен аңлатыусы «аҡыл эйәләре» күбәйеп китте, ләкин был «ғалимдар» ислам динен бөтөнләй аңламайҙар. Йыш ҡына шундай күренеш күҙәтергә була: берәй телевизион тапшырыуҙа ниндәйҙер яҙыусы, йә йырсы, йә боксер һ. б. «донъя хәҡиҡәттәрен» аңлата башлай ҙа, дин тураһында үҙ фекерҙәрен асып һала. Мәҫәлән шулай ти: «Минең иманым – ул биш намаҙ түгел. Иң мөһиме – күңелең саф булһын...»29 һәм башҡаһы. Дин тураһында нәмәлер һөйләр өсөн иң әүәл ғәрәп телен өйрәнер кәрәк. Шунан ошо ғәрәп телендә ингән Ҡөрьән һәм Сөннәтте өйрәнер өсөн ғүмереңдең күп йылдарын ғалимдарҙың дәрестәрендә үткәрергә тейешһең.

Был хәҙистә боронғо Хәбәшә илендә йәшәгән насраниҙар тураһында һүҙ бара. Ләкин ҡәберҙәр өҫтөнә төрлө биналар төҙөү мосолмандарға ла ҡәтғи рәүештә тыйылған! 28

Был миҫал да уйҙырма һәм фараз түгел, ә киң билдәле бер шәхестең һүҙҙәре. 29

254


Шунан һуң ғына, бәлки, үҙеңде «дин белгесе» тип әйтә алырһың. Ә бындай ғилемең юҡ икән, йә бер нәмә лә һөйләмә, йә 100% хаҡ булған нәмәләрҙе генә әйт. (Мәҫәлән, Аллаһ Тәғәлә көнөнә биш намаҙҙы фарыз ҡылды – был һис шикһеҙ хаҡ; бына шуны кешеләргә аңлата алаһың. Ә, мәҫәлән: «Космонавтар нисек намаҙ уҡырға тейеш?» – тип һораһалар, ә һин быға яуапты белмәһәң, иң дөрөҫ яуап – ул «белмәйем!» тигән һүҙ). Имам Мәлик әйтеүенсә, «Ғалимдың ғилемен күрһәткән нәмәләрҙең береһе – уның “Белмәйем” тип әйтә белеүе». Икенсе хөтбә Гөнаһтарҙың төрө күп. Ҡайһы бер кешеләр гөнаһтарҙың ниндәйе ҙурыраҡ, ниндәйе кесерәк икәнен бөтөнләй аңламай. Мәҫәлән, рибәнең йөҙләгән зинанан, ә ширктең меңләгән зинанан, хатта кеше үлтереүҙән дә (!) ҡурҡынысыраҡ булғанын бөтәбеҙ ҙә белә микән?.. Шулай уҡ, ислам дине тураһында белемең булмай тороп, нимәлер һөйләһәң, был бик ҙур гөнаһ, ҡәрҙәштәр, һәм бының өсөн бик ҡаты язалар вәғәҙә ителгән. «Аллаһ тураһында ялған һөйләп “Был рөхсәт ителгән, был – тыйылған”, – тип, телегеҙ тасуирлаған ялғанды әйтмәгеҙ. Ысынлап та, Аллаһҡа ялған яғыусылар бәхетле булмаҫ! Уларға – ҡыҫҡа ғына ләззәтләнеү, ә шунан – интектергес ғазап», – тиелә Ҡөрьәндә. («Бал ҡорто» сүрәһе, 16:116 – 117 аят). Был аяттан аңлашылыуынса, кеше нидәйҙер хәләл нәмәгә «харам», йә, киреһенсә, харам нәмәгә «хәләл» тип әйтһә, ул «хаталанды» ғына түгел, ә Аллаһҡа яла яҡты! Бындай кешенең язаһы ике төрлө буласаҡ: береһе – был донъялағы – бәхет һәм уңыш юғалтыу, икенсеһе – әхирәттәге – 255


Аллаһтың язаһы... Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр еңел генә уйлап «Фәлән нәмә ярай, фәлән нәмә ярамай, был – гөнаһ, ә был – гөнаһ түгел!» тип уңға-һулға «фәтүә таратыуҙан» тартынмайҙар. Ислам дине буйынса, хәләл һәм харам төшөнсәләрен тик Аллаһ Тәғәлә генә ҡуя, ә кем хәләлде харамға, йә харамды хәләлгә әйләндереп маташа, шул кеше үҙен Аллаһтың дәрәжәһенә ҡуйған була! Бының турала бик мөһим һәм тәрбиәүи бер хәҙис бар. Бер көн яңыраҡ ҡына ислам ҡабул иткән, ә элек христиан булған Ғәдий Ибн Хәтим тигән сәхәбә пәйғәмбәребеҙҙән (‫« )ﷺ‬Улар үҙҙәренең белем эйәләрен, монахтарын һәм Мәрйәм улы Әл-Мәсихте Аллаһтан башҡа илаһ итеп алдылар. Ә уларға бит Берҙән-бер – Унан башҡа илаһ булмаған – Илаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырға бойоролғайны. Маҡтау Уға, улар тиңдәш тотҡан нәмәләрҙән юғары Ул!» («Тәүбә» сүрәһе, 9: 31 аят) – тигән аятты ишеткән дә: «Христиандар бит уларға (үҙҙәренең дин әһелдәренә) ғибәҙәт итмәнеләр!» – тип аптырап ҡуйған. Быға пәйғәмбәребеҙ (‫« )ﷺ‬Эйе, ләкин улар (христиандарҙың дин әһелдәре) хәләлде харам, ә харамды хәләл тинеләр, ә христиандар уларға эйәрҙеләр. Бына шул инде уларҙың белем эйәләренә булған ғибәҙәттәре» – тигән. (ӘтТирмиҙи, Әл-Бәйһаҡи һәм башҡа имамдар риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «яҡшы» тип баһаланы). Шулай итеп, ғилеме булмай тороп дин тураһында нәмәлер һөйләгән кешене тыңлап, ана шул кешене үҙеңә «илаһ итеп алыу» тигән нәмә бар икән! Был – ошо кешеләргә эйәргән «уҡыусыларҙың» хәле. Ә Аллаһ ҡаршыһында уларҙың «уҡытыусыларының» хәле нисек булыр икән?! Аяныс, 256


ләкин хәҙерге заманда кешеләр белмәһә лә, «фәлсәфә һатып» ниндәйҙер яуап әйтергә тартынмай. Сәхәбәләр быуынынан булған киң билдәле Ибн Мәсғүд, бөйөк ғалим, шулай тигән: «Кемдең ғилеме бар икән, ул шуға таянып һөйләһен, ә кемдең ғилеме юҡ, шул “Аллаһ яҡшыраҡ белә” – Алла́һү ә́ғләм” – тиһен. Сөнки Аллаһ хатта үҙенең пәйғәмбәренә лә шулай тигән: «Әйт: “Мин һеҙҙән бер ниндәй ҙә әжер һорамайым һәм мин белмәгән нәмәләрен һөйләүселәрҙән түгел!”»» («Саад» сүрәһе, 38: 86 аят). Шулай уҡ иң бөйөк сәхәбә Әбү Бәкрҙең һүҙҙәре риүәйәт ителә: «Ниндәй ер мине күтәреп йөрөтһөн, ниндәй күк мине күләгәһе менән ҡаплаһын, әгәр мин Ҡөрьән тураһында белмәгән нәмәмде һөйләһәм!..». Был – иң ғилемле һәм иң тәҡүәле мосолмандар – сәхәбәләрҙең (хатта сәхәбәләр араһында ғалим тип танылған кешеләрҙең) һүҙҙәре! Ә беҙ, улар белгәндең меңдән бер өлөшөн дә белмәгән кешеләр, дин тураһында һөйләгәнебеҙҙә ни тиклем һаҡ булырға тейешбеҙ икән – һәр кем уйланһын. Аллаһ Раббыбыҙ беҙҙе тел бәләләренән һаҡлаһын, әмин.

257


№50. Асыу ҡабарғанда…

Беренсе хөтбә Кешелә булған төрлө сифаттар һәм үҙенсәлектәрҙе ҡыҫкаса ғына шулай тип тасуирларға була: улар һине йә ожмахҡа яҡынайта, йә йәһәннәм утына һөйрәй, Аллаһ һаҡлаһын... Шуға үҙ өҫтөндә эшләгән мосолман һәр ваҡыт үҙенә теге йә был сифаттар һорап, доғаларҙа булырға тейеш. Хатта пәйғәмбәребеҙ ҙә (‫ )ﷺ‬ниндәйҙер бәләләрҙән Аллаһҡа һыйынған бит. Мәҫәлән: «Йә Аллаһ, Һиңә көсһөҙлөктән, ялҡаулыҡтан, ҡаты бәғерлектән, ғафиллыҡтан, фәҡирлектән, кәмһетелеүҙән, аҡсаһыҙлыҡ-юҡлыҡтан, аҙғынлыҡтан, дөрөҫлөктө ҡабул итмәүҙән, ике йөҙлөлөктән, маҡтаныуҙан, кеше һүҙе өсөн ғибәҙәт итеүҙән, һаңғыраулыҡтан, һаҡаулыҡтан, аҡылдан яҙыуҙан, ҡорсанғы, махау (проказа) һәм башҡа яман ауырыуҙарҙан һыйынам!». (Был хәҙисте Ибн Хиббән риүәйәт итте, Әл-Әлбәни һәм Шүғәйб Әл-Әрнаут уны «яҡшы» тип баһаланылар). Ни тиклем эстәлекле доға! Һәм киреһенсә, пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬үҙенә теге йә был сифаттар һорар булған. Мәҫәлән: «Эй, Аллаһ! Мин Һинән ошо эштә (ислам динендә) ныҡлыҡ, дөрөҫлөктә баҙнатлылыҡ һорайым. Ниғмәттәрең өсөн шөкөр итә алыуымды, Һиңә яҡшы ғибәҙәт итеүемде, дөрөҫлөктө генә һөйләгән тел һәм имен йөрәк һорайым. Һиңә Үҙең генә белгән яуызлыҡтарҙан һыйынам һәм Һинән Үҙең генә белгән яҡшылыҡ төрҙәрен һорайым! Үҙең белгән нәмәләр өсөн ярлыҡау һорайым!». (Әхмәт, Әт-Тирмиҙи, Ән-Нәсәи имамдар риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «яҡшы» тип баһаланы). Һәм башҡа доғалар. Шулай итеп, мосолман 258


үҙенә яҡшылыҡ һәм изгелек һорарға, яманлыҡтарҙан Аллаһҡа һыйынырға тейеш. Бөгөн шундай яманлыҡтарҙың береһендә айырым туҡталып китәйек, сөнки күбебеҙҙә шул сифат бар, ҡәрҙәштәр. Был – асыуланыу сифаты. Был үҙенсәлеккә ҡайһы диалектарҙа «бирләнеү» йә «енләнеү» ҙә тиҙәр. Ысынлап та, асыуланған кеше ләғнәтле Шайтандың тәьҫире аҫтына эләгә, һәм ул – Шайтан өсөн бик уңайлы «уйынсыҡ». Асыу – бик ҡурҡыныс хәл, сөнки асыуға бирелгән кеше йә ирешеп, йә һуғышып китә ала; ҡайһы ваҡыт үҙенең ҡатынына талаҡ бирә, ә ҡайһы ваҡыт бынан да ҡурҡынысыраҡ нәмә эшләй – мәҫәлән, көфөр һүҙ әйтеп ҡуя... Әгәр беҙ хәҙистәргә иғтибар итһәк, асыуҙың кешене төрлө хаталарға этәргәнен күрербеҙ. Имам Мүслим риүәйәт иткән бер хәҙистә әйтелеүенсә, пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬ заманында ике кеше ыҙғышып киткән дә, береһе икенсеһенең башына балта менән һуғып уны яңылыш үлтереп ҡуйған... Шулай уҡ ике сәхәбәнең – Биләл һәм Әбү Ҙәрҙең бәхәсләшеп китеүе тураһында ла һөйләнгән. Шулай уҡ бер көн Ғә́ишә әсәбеҙ, пәйғәмбәребеҙҙең (‫ )ﷺ‬иң яратҡан ҡатыны, ҡыҙғанып һәм асыуланып табаны ярған. Ә улар бит – иң хәйерле быуын, мосолмандарҙың иң тәҡүәлеләре, Аллаһ Раббыбыҙҙы иң яҡшы таныған һәм ислам динен иң тәрән аңлаған кешеләр ине! Шулай булғас, беҙҙең, ябай кешеләрҙең, асыуға бирелеп китеүебеҙ ғәжәп нәмә түгел. Ләкин һәр нәмәнең сиге һәм ҡағиҙәләре булырға тейеш. Аҡты-ҡараны күрмәй асыуланыу, әшәке итеп ирешеү, кемгәлер йә нәмәгәлер ҡулдар менән зыян килтереү – мосолманға килешкән нәмә түгел. Ошо асыуланыу сифаты арҡаһында күпме фетнәләр килеп сыға – шуны ғына уйлап 259


ҡарайыҡ әле! Үҙ тәжрибәгеҙҙе генә иҫкә төшөрөгөҙ: күпме таныштарығыҙ асыуланып төрлө-төрлө гөнаһ һәм хаталар эшләне! Ә асыуҙы баҫа белеү – ул тәҡүәле мосолмандарҙың сифаты. «Үҙегеҙҙең Раббығыҙҙың ярлыҡауына һәм ожмахҡа ашығығыҙ, уның киңлеге – күктәр һәм Ер ҡәҙәр, ул тәҡүәлеләргә әҙерләнгән – шатлыҡта ла, ҡайғыла ла малдарын сарыф итеүселәргә, асыуҙарын тыйыусыларға һәм кешеләрҙе ғәфү итеүселәргә. Ысынлап та, Алла изгелек эшләгән кешеләрҙе ярата!», – тиелә Ҡөрьәндә. («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3:133 – 134 аят). Икенсе хөтбә Аллаһтың Рәсүле (‫ )ﷺ‬бер ҡасан да үҙе өсөн, йәғни нәфсе өсөн асыуланманы. Хәҙистәрҙә әйтелгән уның асыуланыу осраҡтары тик бер сәбәптән генә булған – әгәр ислам диненең теге йә был ҡушыуы үтәлмәһә... Шулай ҙа беҙ, ябай кешеләр, асыулана башлаһаҡ, беҙгә нимә эшләр кәрәк? Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬быға ҡаршы бик күп саралар өйрәтеп ҡалдырған. Шуларҙың ҡайһыларын әйтеп үтәйек.  Ҡөрьәндә: «Әгәр Шайтан тарафынан булған берәй төрлө ҡотҡоға тарыһаң, Аллаһҡа һыйын, Ул Ишетеүсе һәм Белеүсе!» («Кәртәләр» сүрәһе, 7: 200 аят) – тиелгән. Көслө бер хәҙистә әйтелгәнсә, асыуланған кеше «Әғү́ҙү биллә́һи ми́нәш-шәйта́нир-раджи́м» («Аллаһҡа ләғнәт ителгән Шайтандан һыйынам») – тиһә, ул тыныслана.  Тағы бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Кемегеҙҙер асыуланһа, шымһын!». (Имам Әхмәт риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы).

260


 Шулай уҡ бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬: «Әгәр берегеҙ асыуланып китһә һәм аяҡ өҫтө торған булһа, ултырһын. Әгәр асыуы баҫылмаһа, ятһын». (Имам Әхмәт риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Был хәҙисте Әбү Ҙәр риүәйәт иткән. Бер көн ул асыуланған мәлендә тәүҙә ултырған, шунан ятҡан; унан бының сәбәбен һорағастар, ул әлеге хәҙисте әйтеп биргән.  Асыуланған ваҡытында үҙ-үҙен ҡулда тотоп, нәфсен еңә алған кеше – көслө кеше тигән хәҡиҡәтте онотмау. «Көслө булыу – кемделер көрәштә еңә алыу түгел. Көслө кеше – үҙен асыуланған ваҡытта тота белеүсе кеше». (ӘлБүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр).  Пәйғәмбәребеҙ (‫ )ﷺ‬беҙгә бөтә ҡыйын хәлдәрҙә лә доға ҡылырға өйрәткән. Асыуланған ваҡытта кәрәкмәгән һүҙҙәр һөйләмәҫ өсөн, ошо доғаны әйтер кәрәк: «Асыуланған сағымда ла, риза булған сағымда ла ихлас һүҙ әйтеүемде һорайым!». (Әхмәт, Ән-Нәсәи, Әл-Хәким имамдар риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ғөмүмән, асыуын баҫа алған кешегә ҙур әжер-сауаптар әҙерләнгәнен иҫтә тотоп, беҙҙе көтөп торған йәннәтте һәм ундағы ниғмәттәрҙе юғалтмаҫҡа тырышыр кәрәк: «Кем үсен ҡандыра алып та асыуын баҫһа, шуны Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә бар халыҡ алдында саҡырып алыр һәм Хүрүл-Ғин – йәннәт ҡатындарынан – теләгәндәрен һайлап алырға ҡушыр», – тигән бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (‫)ﷺ‬. (Әбү Дәүд, Ибн Мәджәһ, Әт-Тирмиҙи, Әхмәт имамдар риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «яҡшы» тип баһаланы).

261


Ғәзиз ҡәрҙәштәр! Асыуҙың төп сәбәбе – ул йөрәктәге ниндәйҙер сир булыуын онотмау. Яҡшыраҡ уйлап ҡараһаҡ, был донъяла һәр япраҡ хәрәкәте Аллаһ Тәғәләнең әмере һәм рөхсәте менән булғанын аңлаған кеше теге йә был ваҡиғаға бөтөнләй икенсе төрлө ҡарар. Һәр нәмәгә асыуланып барған кеше Аллаһ ҡушҡан нәмәләргә йыш үсеккән кеүек булмаймы ни? Шулай уҡ кешенең асыуы йә кемделер һанға һуҡмауҙан, йә үҙ-үҙеңде үтә ныҡ яратыуҙан, йә кемдеңдер малына көнләшеүҙән, йә булғанына шөкөр итә белмәүҙән һ. б. килеп сыға, шуның өсөн һәр ваҡыт үҙебеҙҙең әхлағыбыҙҙы яҡшыртып, күңелдәребеҙҙе тәкәбберлек, эгоизмдан, хөсөтлөктән, ҡәнәғәтһеҙлектән һәм башҡа рухи ауырыуҙарҙан таҙартыр кәрәк. Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә ныҡлы иман, дөрөҫ аҡида, күңел тыныслыҡтары биреп, динебеҙҙе йылдан йыл яҡшыраҡ һәм тәрәнерәк аңларға ярҙам итһен. Әмин.

262


Йөкмәткеһе Авторҙан ................................................................................... 2 Йома хөтбәһе менән бәйле булған ҡайһы бер мәсьәләләр .. 4 Йома хөтбәһен үткәреү тәртибе ............................................. 8 1. Тәүхид һәм ширк төшөнсәләре ........................................ 14 2. Ғәмәлдең ҡабул булыу шарттары .................................... 18 3. Намаҙҙың әһәмиәте ............................................................ 23 4. Бидғәттән һаҡ бул! ............................................................. 28 5. Ҡәберҙәр тураһында .......................................................... 33 6. Рибә́ – оло гөнаһ................................................................. 38 7. Күркәм холоҡ – диндең емеше ......................................... 43 8. Шура – мосолман эштәрен хәл итеүсе сара .................... 48 9. Пәйғәмбәр (‫ )ﷺ‬тик тәүхид өсөн көрәште ......................... 53 10. “Хүснү ҙанн” – яҡшы уйлау белеү ................................. 58 11. Ҡөрьәнде ҡалдырыу төрҙәре .......................................... 63 12. Йөрәктәребеҙҙең дауаһы Ҡөрьән ................................... 68 13. Аманаттарға тоғро булайыҡ ........................................... 73 14. Сихырсыларға бармағыҙ! ................................................ 78 15. Зина – ҙур гөнаһ ............................................................... 83 16. Мосолман өсөн ғилемдең әһәмиәте ............................... 88 17. Аллаһ кемде ярата? .......................................................... 93 263


18. Тәүбә ҡылыу ..................................................................... 98 19. Тел бәләләре ................................................................... 103 20. Доға ҡылыу – бөйөк ғибәҙәт ......................................... 108 21. Иҫерткес һәм аҡылды томалаусы һәр нәмә – харам.... 113 22. Үҙеңдән хисап талап ит!................................................. 118 23. Рийә́ – кесе ширк ............................................................ 123 24. Пәйғәмбәрҙе (‫ )ﷺ‬һөйөү .................................................. 128 25. Бурысҡа биреү һәм ҡайтарыу ....................................... 133 26. Тәкәбберлек .................................................................... 138 27. Исра́ үә миғрә́ж .............................................................. 143 28. Күрше хаҡы .................................................................... 148 29. Зәкәт – ислам диненең мөһим терәге ........................... 153 30. Шәғбән айы тураһында ................................................. 158 31. Рамаҙан айының фазиләттәре – 1 ................................. 163 32. Рамаҙан айының фазиләттәре – 2 ................................. 168 33. Рамаҙан айының һуңғы ун көнө һәм Ҡәҙер кисе тураһында ............................................................................. 173 34. Ураҙа байрамы һәм фытр садаҡаһы ............................. 178 35. Зү́һд (донъя ниғмәттәренә саманан тыш ҡыҙыҡмау) . 183 36. Зөлжиджә айының беренсе ун көнө һәм Ҡорбан ғәйетенә әҙерлек ................................................................................... 188 37. Ҡорбан байрамы ............................................................ 193 264


38. Хижәп (яулыҡтың) әһәмиәте ........................................ 198 39. Ата-әсә хаҡы ................................................................... 203 40. Ғәшүрә́ көнө ................................................................... 208 41. Бала хаҡы ........................................................................ 213 42. Дин юлында көс, ваҡыт, мал сарыф итеү .................... 218 43. Туғандар хаҡы ................................................................ 223 44. Үлемде хәтерләү ............................................................ 228 45. Ислам күҙлегенән байлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ .............. 233 46. Ислам дине күҙлегенән дөрөҫ дауаланыу .................... 238 47. Аманат һаҡлау һәм һүҙҙе тотоу .................................... 243 48. Саманан тыш шаярыу һәм көлөү ................................. 248 49. Белемһеҙ дин тураһында һөйләү .................................. 253 50. Асыу ҡабарғанда ............................................................ 258 ********

Йомғаҡлау Әссәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәребеҙ! Ошо китапты уҡыған ваҡытта һорауҙарығыҙ тыуһа, shirgazi@rambler.ru адресы буйынса электрон почтаға хат яҙып, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала алырһығыҙ, ин шәә Аллаһ. Шулай уҡ, китапта теге йәки был хата тапһағыҙ, йә ниндәйҙер өҫтәмә мәғлүмәт күрергә теләһәгеҙ ҙә беҙгә яҙып ебәрегеҙ – һеҙҙең менән элемтә тотоуыбыҙға шат булырбыҙ. Материалды йыйырға, төҙәтергә, шулай уҡ, китапты сығарырға ярҙам иткән ҡәрҙәштәрегеҙ өсөн доға ҡылыуығыҙҙы өмөт итеп ҡалабыҙ. Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтүллаһи үә бәракәтүһ!

265


 Яҙмалар өсөн  ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... ...................................................................................................... 266


Turn static files into dynamic content formats.

Create a flipbook
Issuu converts static files into: digital portfolios, online yearbooks, online catalogs, digital photo albums and more. Sign up and create your flipbook.