Көндә кәрәкле доғалар

Page 1

Ильшат Хафизи

Көндə кəрəкле доғалар

www.dagvat.ru “Дəғүəт” нəшриəте Хөрмəтле дин ҡəрҙəштəребеҙ! Ошо китапта Аллаһ исемдəре булыу сəбəпле уның менəн бəҙрəф кеүек нəҗесле урындарға кермəгеҙ үə бөтөү итеп ҡулланып, бар зарарҙарҙан һаҡлай тип, кеҫəлəргə тығып йөрөүҙəн һаҡланығыҙ. Доғаның хаҡиҡый көсө уны ихлас күңелдəн уҡыуҙыр. Был доғалыҡ халҡыбыҙ өсөн, динебеҙ өсөн файҙалы булһын. Ҡыйын саҡтарыбыҙҙа ғына түгел, һəр ваҡытта Аллаһты иҫтə тотоп доғаларҙа булайыҡ. Балаларыбыҙға өйрəтəйек, тəүфиҡлы булып үҫһендəр, мəсет əһеле булһындар! Иртəн торғас уҡыла торған доға. Мосолман иртəлəрен уянғас, түшəгенəн “Бисмиллəəһир-рахмəəнир-рахиим“ тип торорға тейеш. Унан һуң ошо доға уҡыла: “Əлхəмдү лиллəəһиллəҙии əхйəəнəə бəғдə мə əмəəтəнəə вə илəйһил-бəғҫү вəннушур” (Беҙҙе үлгəндəн һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгəндəн һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғаҙыр.) Был доғаны белмəгəндəргə: ”Һаулыҡ һəм сəлəмəтлек эсендə тағын бер көндө башлатҡан Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгə бөгөн дə хəйерҙəр һəм гүзəллектəр бирһен”тип тə доға ҡылырга мөмкин.


Бəҙрəфкə кергəндə уҡыла торған доға:

“Аллаһүммə иннии əғүүҙү бикə минəль-хубҫи вə хəбəə΄иҫи минəш-шəйтанирраҗиим “ ( Эй Аллаһ, бындағы ен ирҙəрҙəн үə ен ҡатындарҙан Һиңə һыйынам.) Бəҙрəфтəн сыҡҡас уҡыла торған доға:

“Əлхəмдү лиллəəһиллəҙии əҙһəбə ғəннии мə йүэҙинии вə əмсəкə ғəлəййə мə йəнфəғунии сүбхəнəкə ғуфраанəкə Раббəнəə вə илəйкəл-мəсыйр”. (Миңə яфа биргəн нəмəне алып, файҙалы булғандарын ҡалдырған Аллаһҡа маҡтау булһын. Аллаһым! Һине тəсбих итеп, мəғфирəтенə һыйынам. Əй, Раббыбыҙ! Ҡайтыуыбыҙ Һиңəҙер). Мунсаға йəки йыуынырға кергəндə уҡыла торған доға:

“Аллааһүммə иннии əсъəлүкə минəл жəннəти вə нəғиимиһəə вə əғүүҙү бикə минəннəəри үə хамиимиһəə”. (Аллаһым! Һинəн йəннəтте һəм унын ниғмəттəрҙе һорайым, йəһəннəмдəн Һиңə һыйынам). Мунсанан сыҡҡанда уҡыла торған доға:

“Əлхəмдү лиллəəһил-лəҙии əҙһəбə ғəннил-əҙəə вə ғəəфəни” (Минəн яфаны алып, һаулыҡ һəм сəлəмəтлек биргəн Аллаһҡа маҡтау булһын). Өйҙəн сығып, эшкə киткəндə уҡыла торған доға: Өйөбөҙҙəн бисмиллəһ əйтеп сығырға, ғаилəбеҙ һəм балаларыбыҙға хəйерле һəм уңышлы көндəр телəргə тейешбеҙ. Йəйəү йəки машинала киткəндə юлға уҡырға мөмкин булған иң яҡшы доға – “Аятүл Күрси”. Ул өс, биш, йə ете мəртəбə уҡылыр.


Өйҙəн сыҡҡанда уҡыла торған икенсе бер доға:

“Бисиллəһи,тəүəккəлтү ғəлəллааһ, лə хəүлə үə лə ҡуввəтə иллəə биллəһ.”. (Аллаһтың исеме менəн Аллаһҡа тапшырылдым, Уға ышандым. Көс һəм ҡеүəт бары тик Аллаһтандыр). (Əбу Дауыд, Əдəб,хəдис5094) Өйҙəн сыҡҡанда: Бисмилəəһи тəүəккəлтү ғəлəллааһ, үə лəə хəүлə үə лəə ҡуввəтə иллəə биллəəһ “Аллаһым! Өйөмдө, йортомдо һəм ғаилəмде Һиңə аманат итəм. Уларҙы һəр төрлө һəлəкəттəрҙəн һəм бəлəлəрҙəн һаҡла”,- тип үҙ телендə лə доға ҡылырға мөмкин. Ишектəрҙе (эш урындарын) асып кергəндə уҡыла тоған доға:

“Аллааһүммə йəə муфəттихəл-əбүəəб. Ифтəх лəнəə хайрал-бəəб. Аллааһүммəрзуҡнəə ризҡан хəлəəлəн таййибəн вə ризҡан үəсиғəн, бирахмəтикə йə əрхəмəр-раахимиин. Үə əнтə хəйрур-раазиҡыын”. (Эй, ишектəрҙе асҡан Аллаһым! Беҙгə хəйерле ишектəрҙе ас, Аллаһым! Беҙгə хəлəл һəм паҡ ризыктарҙы ихсан əйлə, ризығыбыҙҙы киң ҡыл, мəрхəмəтлелəрҙең Мəрхəмəтлеһе! Ризыҡ биреүселəрҙең иң хəйерлеһе – Һинһең). Эш башлағанда йə иһə эш ваҡытында уҡыла торған доға:

“Аллааһүммə иннии əсъəлүкə сыйххатəн вə ғəəфийəтəн вə ғилмəн нəəфиғəн вə ризҡан хəлəəлəн таййибəн вə ғəмəлəн мəҡбулəн”. (Аллаһым! Һинəн иҫəнлек-һаулыҡ, файҙалы ғилем, гүзəл һəм хəлəл ризыҡ, ҡабул буласаҡ ғəмəл һəм эш телəйем). Түшəккə ятҡанда уҡыла торғған доға:

Пəйғəмбəребеҙ(с.г.в.)хəҙрəттəре урынына ятҡанда шундай доға уҡый торған булған:


“Бисмикəллаһүммə əмүүтү үə əхйəə”. (Аллаһым! Һинең исемеңде хəтерлəп үлəм һəм йəшəем). (Мөслим) Йоҡларға ятҡанда уҡыла торған башҡа бер доға:

“Бисмикə Раббии үəдағту җəнбии вə бикə əрфəғүһү ин əмсəктə нəфсии фəрхəмһəə үə ин əрсəлтəһəə фəхфəҙһəə бимəə тəхфəҙү биһии ғибəдəкəс-саалихиин”. (Əй, Раббым! Һинең исемең менəн яттым, тағын Һинең исемең менəн торормын. Аллаһым! Əгəр йоҡлағанда йəнемде алһаң, миңə мəрхəмəтле бул, əгəр йəшəтһəн, яҡшы бəндəлəреңде һаҡлаған кеүек, минең тормошомдо ла һаҡла). (Тирмизи, Дəғүəт, хəдис 3401) Хəҙрəти Пəйғəмбəребеҙҙең (с.г.в.) йоҡларға ятҡанда ошо доғаны уҡыуы ла риүəйəт ҡылынған.

“Аллааһүммə əслəмтү үəҗһии илəйкə вə фəвүəдтү əмрии илəйкə үə үəҗҗəхтү үəҗхи илəйкə үə əлҗə،тү ҙаһри илəйкə раһбəтəн үə рағбəтəн илəйкə лəə мəлҗəə үə лə мəнҗəə минкə иллəə илəйкə əмəнтү бикитəəбикəллəҙии əнзəлтə үə бинəбиййəкəллəҙии əрсəлтə”. (Аллаһым! Үҙемде Һиңə тəслим иттем- тапшырҙым, эшемде Һиңə ҡалдырҙым, арҡамды Һиңə таяндым, Һинəн өмөт итеп һəм Һинəн ҡурҡып, тағын Һиңə килдем, Аллаһым! Һинəн башҡа һыйынасаҡ башҡа урын юҡтыр. Аллаһым! Индергəн китабына, күндергəн Пəйғəмбəренə инандым). (Əбү Дауыд, Əдəб, хəдис 5046). Хəҙрəти Пəйғəмбəребеҙҙең (с.г.в.) йоҡларға ятҡанда уҡыған доғаларының береһе:

“Аллааһүммə Раббəссəмəүəəти үə Раббəл-əрды үə Раббəл-ғəршил-ғəҙыйм. Раббəнə үə Раббə күлли шəй ин. Фəлиҡул хəбби үəннəүə үə мунзилəт-тəүрати үəл-инҗили үəлфурҡаан. Əғүүҙү бикə мин шəрри күлли шəйъин. Əнтə əхыйҙүн бинəəсыйəтиһ. Аллааһүммə əнтəл-əүвəлү фəлəйсə ҡабликə шəйъүн үə əнтəл-əхыйру фəлəйсə бəғдəкə шəйъүн. Үə əнтəҙ-ҙааһиру фəлəйсə фəүҡакə шəйъун , үə əнтəл-бəəтыйнү фəлəйсə дүүнəкə шəйъүн. Иҡды ғəннəд-дəйнə үə əғнинəə минəл-фəҡр.” (Аллаһым! Эй, күктəрҙең , Ерҙең һəм бөйөк тəхеттең Эйəһе! Эй беҙҙең Раббыбыҙ һəм бөтөн нəмəнең Раббыһы ! Эй, орлоҡтарҙы тишелдереүсе һəм Тəүратты , Инҗилде һəм


Ҡөрьəнде индереүсе бөйөк Аллаһ! Һəр төрлө насарлыҡтарҙан Һиңə һыйынамын. Һин иң Элекһең. Һинəн элек һис бер нəмə юҡ ине. Һин иң Һуңһың, Һинəн һуң да һис бер нəмə булмаясаҡ. Һин Асыҡһың(барһың) Һинəн өҫтөн бер нəмə юҡ. Һинəн Бөйөк һис бер нəмə юҡ. Эй, Раббым! Беҙҙең бурыстарыбыҙҙы түлəргə ярҙам ит һəм беҙҙе фəҡирлектəн ҡотҡар).(Мөслим, Зикер үə дога , 61) Йоҡлағанда ҡурҡҡан кеше уҡый торған доға:

“Əғүүҙү бикəлимəəтил-лəһиттəəммəəти мин ғадабиһи үə шəрри ғибəəдиһии үə мин һəмəзəтиш-шəйəəтыыни үə əн йəхдуруун”. (Аллаһтың ғаҙабынан, бəндəлəренең насарлыҡтарынан, шайтандарҙың һəр төрлө яуызлыҡтарынан һəм бəйлəнеүҙəренəн Аллаһтың бөтөн кəлимə һүҙҙəренə һыйынам).(Əбү Дауыд, Тыйб хəдис 3893) Матур төш күреү өсөн уҡыла торған доға: Ятҡанда был доғаны уҡыған кеше гүзəл төш күрер тип өмөт ителə. Шуға өҫтəмə итеп, ятыр алдынан ясту намаҙын уҡып, юғарыла килтерелгəн доғаларҙың ҡайһы берҙəрен уҡырга кəрəк.

“Нүъмину биллəəһи нəҫиҡу биллəəһи нəруддү умуранə илəллааһи үə хəсбүнəллааһү үə ниғмəл-үəкиил. Үə лəə хəүлə үə лəə ҡувүəтə иллəə биллəəһил-ғəлиййил-ғəҙыйм.” (Аллаһҡа ышанабыҙ, Эштəребеҙҙе Уға тапшырабыҙ, Аллаһ ниндəй гүзəл вəкилдер! Унан башҡа көс һəм ҡувүəт эйəһе юктыр). Риүəйəт буйынса хəҙрəти Ғəйшə шулай доға ҡыла торған булған: “Аллааһүммə иннии əсъəлүкə ру‘йə саалихəтəн саадиҡатəн ғайра кəəҙибəтин нəəфиғəтəн ғайра дарраһ”. (Аллаһым! Һинəн салих, тоғро, дөрөҫ, ялганһыҙ, файҙалы һəм зарарһыҙ төш күреүҙе һорайым). Иртүк тороу өсөн уҡыла торған доға: Иртəн иртүк тороу йəки кəрəк булған сəғəттəрҙə уяныу өсөн өс мəртəбə “Аятүл-Күрси” уҡығандан һуң өс мəртəбə “Кəүҫəр” сүрəһе уҡылыр. Уның артынан түбəндəге доғаны уҡырға кəрəк:


“Бисмиллəəһир-рахмəəнир-рахиим. Лəтə‘хуҙүһү синəтүв-үə лəə нəүүм. Аллааһүммə сəһһир ғайнии үə нəүүир ҡалбии үəдфəғ ғəннии кəҫратəн-нəүми үə ғылҙатəл-ҡалби”. (Рахмəн һəм Рəхим булған Аллаһтың исеме менəн. Уны йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа алмай. Аллаһым! Күҙҙəремде уяндыр, йөрəгемде нурландыр, күңелемде яҡтытр, миңə йоҡоны күп бирмə, ғəфлəттəн ҡотҡар Аллаһым). Аш доғаһы: Ашҡа һис шикһеҙ, “Бисмиллəəһир-рахмəəнир-рахиим” тип башларға, бөтөргəндəн һуң биргəн ниғмəттəре өсөн “əлхəмдү лиллəһ” тип Аллаға шөкрана һəм хəмде-ҫəнə итергə кəрəк. Ашау-эсеү доғалары Аллаһҡа шөкөр, рəхмəт һəм ризалыҡты белдерергə тейеш.

“Əлхəмдү лиллəəһил-лəҙии əтғəмəнəə үə сəҡанəə үə җəғəлəнəə минəл-муслимин. Аллааһүммə бəəрик лəнəə фииһи үə əтғымнə хайран минһу. Аллааһүммə əғтыйнə ризҡан хəлəəлəн үə əнтə хайрур-раазиҡыын. Аллааһүммə нəүүир ҡулүүбəнəə үəрхəмнəə үəрда ғəннəə. Үə əғтыйнə тəмəəмə ниғмəтикə үə дəүəəмə ниғмəтикə үə тəмəəмə тəүфииҡыҡə бихурмəти нəбиййикə. Үəлхəмдү лиллəəһи Раббил-ғəəлəмиин. Ридаа əн лиллəəһилфəəтихəһ.” (Аллаһҡа маҡтау булһын. Беҙҙе ашатҡан, эсерткəн һəм мосолман булыуыбыҙҙы насип əйлəгəн Аллаһҡа маҡтау булһын.Эй, Аллаһым! Аштарыбыҙға бəрəкəт бир. Быларҙан да хəйерлерəк аштарҙы ашарға насип ҡыл. Беҙгə хəлəл ризыҡ бир, сөнки Һин ризыҡ биреүселəрҙең иң хəйерлеһе, Аллаһым! Күнелдəребеҙҙе яҡтырт, беҙҙе мəрхəмəтле ит һəм беҙҙəн разый бул. Беҙгə ниғмəтеңдең дəуамын һəм тамамын əйлə, йə Рабби! Пəйғəмбəрең, хөрмəтенə, маҡтау булһын Ғəлəмдəрҙең Раббыһы-Аллаһҡа. Уның ризалығы өсөн “əл-Фəтихə”.) Ҡəберлəрҙе зыярат иткəндə уҡыла торған доға: Ҡəберҙəрҙе зыярат итеү- тормошобыҙҙың бер өлөшөлер. Үлемдең ҡайсан һəм нисек килеүен беҙ белмəйбеҙ. Яҡын дуҫыбыҙҙы йə туғаныбыҙҙы юғалтыуыбыҙ мөмкин. Үлемде һəр ҡайһыбыҙ ҙа əҙерлек менəн көтөп торорға тейешбеҙ. Иртəн эшкə китеп, кисен өйгə һау-сəлəмəт ҡайтыуыбыҙға ышаныс юҡ. Əгəр уйлап дуҫтарыбыҙҙың күбеһе ер өҫтөндə түгел, ер, тупраҡ аҫтында икəн инде. Улар беҙҙəн хəйер-фəтихə өмөт итəлəр. Ҡəберҙəрҙе зыярат иткəндə “Йəсин”, “Тəбəрак”, “Ихлас”, “Фəлəҡ”, “Нəс” һəм “Фəтихə” сүрəлəре уҡыла. Был доғаларҙы башҡа кеше түгел, доға ҡылырға килгəн кеше үҙе уҡыһа, хəйерлерəк. Пəйғəмбəребеҙ (с.ғ.в.) ҡəберҙəрҙе зыярат иткəндə түбəндəге доғаны уҡыған:


“Əссəлəму ғəлəйкум йə əһлəл-ҡубур, йəғфируллаһ лəнəə үə лəкүм, əнтүм сəлəфунə үə нəхнү бил-əҫəр”. (Сəлəм Һеҙгə, эй, ҡəбер халҡы! Аллаһ беҙгə һəм һеҙгə мəғфирəт итһен. Һез элек киткəндəрҙəн, беҙ ҙə һеҙҙең артығыҙҙан килəсəкбеҙ). (Тирмиҙи, Җəнаиз, хəдис1053) Ҡайғыға төшкəн кешенең доғаһы: Бөгөнгө тормошобыҙ шарттарының нəтиҗəһе булараҡ кешелəр ваҡыт-ваҡыт бер эш матди, мəғнəүи ауырлыҡтарға осрайҙар. Бындай хəлəткə төшкəн кеше, тəһəрəт алып, ике рəкəғəт намаҙ ҡылырға тейеш. Намаҙҙа беренсе рəкəғəттə “Инширах” сүрəһен, икенсе рəкəғəттə “Ғаср” йəки “Кəүҫəр” сүрəһен уҡырга тейеш. Намаҙҙан һуң уҡый белгəн ҡəҙəр “Инширах” сүрəһен, “Ҡөрьəн-Кəрим”дəн доға аяттарын уҡырға кəрəк. Бында “Əмəнəррасулү”нең (Баҡара 285-286-сы аяттары) уҡылыуы ла хəйерле. Быларҙы уҡып бөткəндəн һуң:

“Рабби-шрахлии садрии вə йəссир лии əмрии үəхлүл ғукҡдəтəн мин лисəəни йəфҡаһүү ҡаулии. Раббəнəə əəтинə фиддунйə хасəнəтəн үə фил-əəхирати хəсəнəтəн үə ҡынəə ғəҙəбəн-нəəр” аяты мөмкин ҡəҙəр ҡабатлап уҡылыр. Ҡайғы-хəсрəттəн ҡотолоу өсөн күңелдəн телəгəн доға ҡабат ҡылыныр. Ауырыуҙан шифа табыу өсөн доға: Ауырыу кеше, был хасталыҡтан ҡотолоу өсөн ва-кытты һуҙмайса, табибҡа барырға тейеш. Табиб əйткəндəрҙе үтəгəндə доғанан да файҙаланырға мөмкин, башҡа кешенəн дə уҡыта ала. Тəһəрəтле хəлдə башта “Фəтихə” сүрəһе, шифа аяттары уҡылыр. Был аяттар түбəндəгелəр:

“Бисмиллəəһир-рахмəəнир-рахиим. Үə йəшфи судуура ҡаумин мүъмининə үə йуҙһиб ғайҙа ҡулүүбиһим”. (Аллаһ мөьмин ҡəүеменең күкрəклəренə шифа бирер, күңелдəрендəге үс алыу һəм дошманлыҡ тойғоларын бөтөрөр). (Тəүбə сүрəһе 14-15 аяттары)


“Бисмиллəəһир-рахмəнир-рахим. Йə əййүһəн-нəəсү ҡад җə əткүм мəүғиҙəтүн мин Раббикум үə шифəə΄ү лимəə фис-судуури үə һүдəн үə рəхмəтəл-лил-мүъминиин.” (Эй, кешелəр! Инде Һезгə Раббығыҙҙан бер нəсихəт һəм йөрəктəрҙəге ауырлыҡтарға бер шифа, мөьминдəр өсөн бер һиҙəйəт һəм рəхмəт килгəндер.) (Йуныс сүрəһенең 57-се аяты)

“Бисмиллəəһир-рахмəнир-рахим. Үə нүнəззилү минəл-Ҡуръəни мə һувə шифəүн вə рахмəтул-лиль-му.минин”. (Беҙ “Ҡөрьəн”дə мөьминдəр өсөн шифа һəм рəхмəт булған аяттар индерəбеҙ). (Исра сүрəһенең 82-се аяты) “Бисмиллəəһир-рахмəнир-рахиим. Үə иҙə мəридту фəһүə йəшфиин”. (Ауырған ваҡытта миңə Аллаһ шифа бирер). (Шуғара,80) “Бисмиллəəһир-рахмəəнир-рахиим. Ҡуль һүвə лиллəəҙиинə əмəнүү һүдəн үə шифəə”. (Əйт ки, Ул (Ҡөрьəн) инанғандар өсөн һиҙəйəт һəм шифаҙыр.) (Фуссилəт сүрəһенең 44-се аяты)

“Аллааһүммə Раббəн-нəəси əҙһибил-бəъсə ишфи əнтəш-шəəфи лəə шифəəъəн иллəə шифəə΄үк. Шифəə΄əн лəə йүғадиру сəҡамəн. Аллааһүммə ишфи ғəбдəкə йəнкə лəкə ғəдүвəн əү йəмшии лəкə илəə салəəһ.” (Əбу Дауд: Тайб хəдис 3883; Җəнаиз, хəдис 3107). (Аллаһым! Эй, инсандарҙың Раббаһы! Ауырыуҙы юҡ итеүсе! Ауырыуҙы бөтөрөүсе шифа бир. Шифа биргəн бары тик Һин генə. Һинəн башҡа шифа бирəсəк бер кем дə юҡтыр. Аллаһым! Шул ҡолыңа шифа бир ки, Һинең дошманыңа зарар бирһен йəки Һинең ризалығыңды ҡаҙаныу өсөн намаҙ ҡылып йөрөһөн).

“Бисмиллəəһи əрҡыыкə мин күлли шəй΄ин йүъҙиикə мин шəрри күлли нəфсин əү ғəйнин хəəсид. Аллааһүммə йəшфиикə, бисмиллəəһи əрҡыыкə.” (Һиңə ҡайғы, язаланыу биргəн һəр көнлəшкəн нəфестəн йəки күҙ тееүҙəн Аллаһтың исеме менəн Һиңə шифа телəем. Аллаһ Һиңə шифа бирһен. Аллаһтың исеме менəн Һиңə шифа телəем).


Сүскергəн кешегə əйтелə торған доға: Пəйғəмбəр (с.ғ.в.) хəҙрəттəре сүскергəн кешегə: “Йəрхəмүкəллаһ” (Аллаһ һиңə рəхмəт итһен) тееүҙе васыят иткəн. Сүскереүсе иһə: “Йəрхəмүнəллаһү үə иййəəкүм үə йəғфиру лəнəə үə лəкүм” (Аллаһ беҙгə лə, һеҙгə рəхмəт итһен, беҙҙе лə һеҙҙе лə ғəфү итһен) йəки : “Йəһдиинəə үə йəһдиикүмуллаһ”. (Аллаһ беҙгə лə , һеҙгə лə һиҙəйəт итһен) теер. Сүскереүсе янында, кем булыу-булмауға ҡарамаҫтан сүскергəс: “Əлхəмдү лиллəəһ”. (Аллаһҡа маҡтау булһын), - тип əйтергə кəрəк. Иман менəн йəн тəслим ҡылыу өсөн һуңғы һулышты алғанда уҡыла торған доға

“Əшһəдү əллəə илəəһə иллəллааһү үəхдəһүү лəə шəриикə лəһ, үə əшһəдү əннə Мухəммəдəн ғəбдүһү үə расүүлүһ. Лəə илəəһə иллаллаһ, Мухəммəдур расуулүллаһ. Лəə илəəһə иллаллааһу үəхдəһүү лəə шəриикə лəһ, лəһуль мүлкү үə лəһүл-хəмду йухйии үə йумииту үə һүвə хаййун лəə йəмүүтү бийəдиһил-хайру үə һүвə ғəлəə күлли шəй΄ин ҡадиир. Раббəнəə əəтинəə фид-дунйə хəсанəтə үə фил-əəхыйрати хəсəнəтəн үə ҡыйнə ғəҙəбəннəəр. Раббəнəғфирлии үəли үəлидəййə үə лил-муъмининə йəүмə йəҡуумүл-хисəəб. Бирахмəтикə йəə əрхəмəр-раахимиин”. (Мин таныҡлыҡ ҡыламын, Аллаһтан башҡа тəңре юҡтыр. Уның дуҫы һəм ширеге лə юҡтыр. Мин шулай уҡ таныҡлыҡ бирəм , Мөхəммəд Уның ҡоло һəм илсеһелер, Аллаһтан башҡа тəңре юҡтыр. Уның уртағы, иптəше лə юҡтыр. Бар мөлек-байлыҡ Уныҡыҙыр. Ул йəшəтер, Ул йəнде алыр. Ул тереҙер, үлмəҫ. Бар хəйер-яҡшылыҡ Уның ҡулында. Уның һəр нəмəгə көсө етəҙер. Эй, Раббыбыҙ! Был донъяла һəм əхирəттə беҙгə яҡшылыҡ һəм матурлыҡ ихсəн ит, һəм беҙҙе йəһəннəм ғаҙабынан һаҡла. Эй, Раббыбыҙ! (Эй, мəрхəмəтлелəрҙең мəрхəмəтлеһе булған, Аллаһ).Мине, атай-əсəйемде һəм бөтөн мөьминдəрҙе ҡиəмəт көнө ғəфү ит,


Саҙаҡа биргəс уҡыла торған доға:

“Раббəнəə тəҡəббəл миннəə иннəкə əнтəс-сəмииғүл-ғəлиим” (Эй, Раббыбыҙ! Беҙҙəн уны ҡабул ит, сөнки Һин Ишетеүсе һəм Белеүсеһең). Күҙ тейеүгə ҡаршы уҡыла торған доға: Күҙ тейеүҙəн “Фəтихə” һəм “Аятүл-Күрси” аяттарынан һуң ошо аяттар уҡылыр.

“Бисмиллəəһир-рахмəəнир-рахиим. Үə ий-йəкəəдул-лəҙиинə кəфəруу лəйүзлиҡуунəкə би΄əбсаариһим лəммəə сəмиғүҙ-ҙикра үə йəҡуулүүнə иннəһүү лəмəҗнүүн. Үə мəə һүвə иллəə ҙикрул-лил-ғəəлəмиин.” (Дөрөҫтəн дə, кафырҙар, һиңə булған дошманлыҡтарынан Ҡөрьəнде ишеткəндə һиңə килəлəр, насар ҡараштары менəн һиңə зарар килтерергə телəйҙəр. “Ул бер мəҗнүн”, - тип əйтəлəр. Ҡөрьəн ғəлəмдəр өсөн бер өгөт-нəсихəттер.)(Ҡəлəм сүрəһе 51-52аяттары) Был аяттарҙан һуң :

“Əғүүҙү бикəлимəəтил-лəəһит-тəəммəəти мин күлли шəйтаанин үə һəəммəтин үə мин күлли ғайнин лəəммəһ”. (Бөтөн шайтандарҙан, зəһəрле хайуандарҙан һəм күҙе тейгəн һəр насар күҙҙəн Аллаһ Тəғəлəнең кəмселекһеҙ һəм тулы кəлимəлəренə һыйынамын). Зөфəф(1-ая брачная ночь) кисендə кейəүҙең кəлəше янына кергəндəге доға: Зөфəф кисе йəш егеттең тормошында иң мөһим бер кистер. Ғəилəһенең нигезең, башланғысын нисек ҡорһа, шул рəүештə дəуам итер. Был ҡараштан мосолман егет никахын һəм туйын ғөрөф ғəҙəттəргə туры килтереп үткəрергə һəм зөфəф кисəһендə, ике рəкəғəт намаҙ ҡылып, бəхетле булыуҙары өсөн Аллаһҡа доға иткəндəн һуң, “Бисмиллəһ” əйтеп ошо доғаны уҡыр:

“Раббəнəə һəб лəнəə мин əзүəəҗинəə үə ҙүрриййəəтинəə ҡурратə əғйүүнин үəҗғəлнəə лил-мүттəҡыйнə имəəмəə”. (Фурҡан сүрəһе, 74-се аяты)


(Эй Раббыбыҙ! Беҙгə ҡатындарыбыҙҙан һəм нəҫелдəребеҙҙəн күҙҙəребеҙҙең нуры, һөйөнөсө булырлыҡ яҡшы кешелəр бүлəк ит һəм беҙҙе тəҡүə эйəлəренə хуҗа ҡыл) аятын уҡығандан һуң, кəлəше менəн элек бисмиллəһ əйтер һəм: “Аллааһүммə җəннибнəш-шəйтаанə үə җəннибəш-шайтаанə мə разəҡтəнəə”. (Аллаһтың исеме менəн, Аллаһым! Шайтанды беҙҙəн һəм беҙгə бүлəк итəсəк баланан йыраҡ ҡыл) тигəн доғаны уҡыр. (Бохари, Никах,66) Асыуланғанда уҡый торған доға : Кеше көндəлек тормошта төрлө сəбəптəр арҡаһында кəйефһеҙлəнə, ҡыҙып китə, асыуы сыға. Был хəлəте кешегə эштə лə ҡамасаулай. Бындай ваҡытта түбəндəге доға уҡылыр:

“Аллааһүммəғфирлии ҙəнбии үəҙһəб ғайҙа ҡалбии үə əҗирнии минəш-шəйтаанирраҗиим”. (Аллаһым, гонаһтарымды мəғфирəт ҡыл, йөрəгемдең асыуын бөтөр һəм мине шайтандың яуызлығынан һаҡла.) Əгəр асыуы уҙмаһа, мөмкинселек булһа, тəһəрəт алып, ике рəкəғəт намаҙ ҡылырға һəм “Инширах” сүрəһен уҡырға кəрəк. Юғарыла килтерелгəн доғаны ла ҡабатларға мөмкин. Түрəлəр янына барғанда уҡыла торған доға: Мөрəҗəғəть йəки ғариза менəн түрə ҡаршына барғанда биш йəки ете мəртəбə “АятүлКүрси) уҡылғандан һуң ошо доға уҡылыр:

“Лəə илəəһə иллəллааһүл-халиимүл-хакиим. Сүбхаанə Раббис-сəмəəүəəти сəбғи үə Раббил-ғəршил-ғəҙыым. Лəə илəəһə иллəə əнтə ғəззə җəəрукə үə җəллə ҫəнəə΄үк”. (Хəлим вə Хаким эйəһе булған Аллаһтан башҡа тəңре юҡтыр. Ете күктең һəм бөйөк тəхеттең эйəһе- Раббымды тəсбих итəм (паклайым), Һинəн башҡа тəңре юҡтыр. Ялбарыуҙар һəм маҡтауҙар Һиңəҙер). Башҡа бер доға:

“Лəə илəəһə иллəллааһүл-халиимүл-кəриим. Сүбхəəналлааһи Раббис-сəмəəүəəтис-сəбғи үə Раббил-ғəршил ғəҙыым, үəлхəмдү лиллəəһи Раббил-ғəəлəмиин. Иннии əғүүҙү бикə мин шəрри ғибəəдик”. (Хəлим вə Кəрим булған Аллаһтан башҡа тəңре юҡтыр. Ете күктең һəм бөйөк тəхеттең


хуҗаһы булған Аллаһты паклыйым. Маҡтау-ғəлəмдəрҙең Раббаһы булған Аллаһҡа. Шөбһəһеҙ, ҡолдарыңдың насарлығынан Һиңə һыйынамын). Хөкөм ителгəндəрҙең доғаһы: Инсандың башында көтөлмəгəн фəлəкəттəр, күңелһеҙ хəлдəр төшөргə мөмкин. Ҡайһы бер кеше хаҡлымы, хаҡһыҙмы – төрмəгə лə элəгə. Ғəебе булғандар, тəүбə итеп, Аллаһтан ғəфү үтенергə тейеш. Уға хəтле, дини тормош менəн йəшəгəн булһа йəки, киреһенсə, бөтөнлəй иманы булһа ла, был эштəрҙең кəрəген аңлап, дини вазифаларын үтəй башларға кəрəк. Ғəйепһеҙ төрмəгə элəккəндəр был эштең илəһи тəҡдир булыуын хəтерҙəн сығармаҫҡа тейештəр. Хөкөм ителгəндəр Аллаһ Тəғəлəнең, бер сəбəп яратып, уларҙы ҡотҡарыуы өсөн доғала булырға тейештəр. Ястү намаҙынан һуң йəки иртəнге намаҙҙан элек һəм һуң, түбəндəге доғалар уҡылһа, ҡабул булыр тип өмөт ителə. Ете мəртəбə “Аятүл-Күрси”, “Лəү-əнзəлнə”, унан һуң “Əсмəүл-хүснə”уҡылыр. Һуңынан шулай дауам ителер:

“Раббии иннии ҙалəмтү нəфсии ҙулмəн кəҫииран лəə илəəһə иллəə əнтə сүбхаанəкə иннии күнтү минəҙ-ҙаалимиин. Раббии иннии лимəə əнзəлтə илəййə мин хайрин фаҡыыр. Ғəлəллааһи тəүəккəлнəə Раббəнəфтəх бəйнəнəə үə бəйнə ҡауминəə бил-хаҡҡы үə əнтə хайруль-фəтихиин. Əнтə үəлиййүнəə фəғфир лəнəə үəрхəмнəə үə əнтə хайрулғаафириин. Үəктүб лəнəə фии һəҙиһид-дунйə хəсəнəтəн үə фил-əəхирати иннəə һуднə илəйк. Раббис-сиҗнү əхаббү илəййəə миммəə йəдғүүнəнии илəйһи үə иллəə тасриф ғəннии кəйдəһүннə асбү илəйһиннə үə əкүн минəл-җəəһилиин. Раббинсурнии ғəлəл


ҡаумил-мүфсидиин. Раббəнəə ғəлəйкə тəүəккəлнəə үə илəйкə əнəбнəə үə илəйкəлмəсыыр. Раббии нəҗҗинии үə əһли миммə йəғмəлүн.”(Йəə Аллааһ, йəə Фəттəəх, ифтəх лəнəə хайрал-бəəби бихаҡҡи иннəə фəтəхнəə лəкə фəтхəн мүбиинəə. Йəə Ғəдлү үəнсурнəə ғəлəл ҡаумил-мүфсидиин. Йəə Мү΄нисəл мүстəүхишиин үə йəə əнисəл-мүнфəридиин. Үə йə Ҙаһиирал-мунҡатығыын үə йəə ҡуввəтəл-мустəдғəфиин үə йəə Нəсырал-маҙлүүмиин. Раббəнəə тəҡəббəл миннəə иннəкə əнтəс-сəмииғүл-ғəлиим. Лəə хəүлə үə лəə ҡуввəтə иллəə биллəəһил-ғəлиййил-ғəҙыым. Бирахмəтикə йəə əрхəмəр-раахимиин”. Бынан һуң үҙе телəгəн доғалар уҡылыр. Яҡшы тəрбиə алған хəйерле баланың доғаһы: Ислам тəрбиəһендə етешкəн кеше, ата-əсəһе ҡартайғас, уларға насар ҡарамаҫ, күңелдəрен ҡырмаҫ.Улар хаҡында шулай доға ҡылыр: “Раббирхəмһүмə кəмəə Раббəйəəни сағыыра”. (Раббым! Ата-əсəмə, улар миңа мəрхəмəт ҡылған кеүек, Һин дə уларға шулай мəрхəмəт ҡыл). (Тəхрим сүрəһенең 8-се аяты) Был аят йəмғиəттəге аяныс хəлдəрҙе иҫкəртə. Бөгөн ҡайһы берəүҙəр, ата-əсəлəре ҡартайғас, уларҙы ташлайҙар. Эшселəрҙең эш башлағанда уҡый торған доғаһы:

“Əғүүҙү биллəəһи минəш-шəйтаанир-раҗиим. Бисмиллəəһир-рахмəнир-рахиим. Раббəнəа əəтинəə мин лəдүнкə рахмəтəн үə һəййи лəнəə мин əмринəə рашəдəə. Раббишрах лии садрии үə йəссир лии əмрии Раббии йəссир үə лəə туғəссир Раббии тəммим бил-хайир”. (Эй, Раббыбыҙ! Беҙгə Үҙеңдəн бер рəхмəт бир, эшебеҙҙə еңеллек бир. Раббым! Еңеллек бир, ауырлыҡ бирмə, эшемде уңышлы тамамла). Имтиханға кергəндə уҡыла торған доға: Дəрес əҙерлəүҙе тəһəрəт алып башлау əйбəттер. Ниндəй генə дəрес булһа ла, бисмиллəһ менəн башлау кəрəк. Унан һуң ошо доғалар уҡылыр:


“Раббии зиднии ғилмəн үə фəһмəн үəл-хыҡнии бис-саалихиин. Раббишрахлии садрии үə йəссирлии əмрии үəхлүл ғүҡдəтəн мин лисəəни йəфҡаһү ҡаули, йəə Хаафиҙү, йəə Раҡыйбү, йəə Насыыру, йəə Аллааһү Раббии йəссир үə лəə түғəссир Раббии тəммим билхайир”. (Раббым! Ғилемемде һəм зиһенемде арттыр. Мине салих колларыңдан əйлə. Раббым! Күкрəгемде ас, эшемде еңелəйт һəм телемдəге бауҙы” тиҙ сис ки, əйткəн һүҙемде аңлаһын. Эй, Һаҡлаусы, Күҙəтеүсе. Ярҙам итеүсе Раббым! Енелəйт, ауырлатма, Раббым! Эшемде хəйере менəн тамамла). Имтиханға кергəндə, бигерəк тə өс, биш йəки ете мəртəбə “Аятүл-Күрси” уҡылыр. Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доға: Был ваҡытта уҡылырға мөмкин булған бер нисə доға бар. Бер кешенең быларҙың барыһын да белеүе мөмкин түгел. Автомобильгə ултырып киткəндə , йə иһə үҙе руль артына ултырғанда, “Бисмиллəһ” əйтелер, өс, биш йə иһə ете мəртəбə “Аятүл-Күрси” уҡылыр һəм урындан ҡуҙғалып кителер. Пəйғəмбəребеҙ (с.ғ.в.) юлға сыҡҡанда доғаны шулай ҡылған :

“Аллааһүммə илəйкə тəүəҗҗəһтү үə бикəғтəсамтү, Аллааһүммəкфинии мəə əһəммəнии үə мəə лəə əһтəммү лəһ. Аллааһүммə зəүүиднит-тəҡүə фəғфирлии ҙəнбии үə үəҗҗиһнии лил-хайри əйнə мəə тəүəҗҗəһтү”. (Аллаһым! Һиңə йүнəлдем, Һиңə һыйындым. Аллаһым! Шикле һəм шикһеҙ нəмəлəрҙəн миңə таяныс бул. Тəҡүəне миңə ризыҡ əйлə. Аллаһым! (йəғни Һиңə ғибəҙəттəр ҡылып, рухыма аҙыҡ табайым). Аллаһым! Гонаһтарымды ғəфү ит һəм ҡайҙа ғына китһəм дə мине һəр ваҡыт хəйерле эштəргə йүнəлт, йə Рабби!) (Əл-əҙкəр,195нсы бит.) “Бисмиллəһ”тəн һуң : “Сүбхəəнəллəҙи сəххара лəнəə һəəҙəə үə мəə күннəə лəһүү муҡриниин.” (Был ултырып йөрөй торған нəмəлəрҙе беҙгə хеҙмəт иттергəн Аллаһтың даны бөйөктер. Ул бөтөн етешһеҙлектəрҙəн пактыр, юҡһа, беҙ быларға көс еткерə алмаҫ инек.) Һүҙҙəре уҡылыр һəм өс тапҡыр “Əлхəмдүлиллəəһ” өс тапҡыр “Аллааһү əкбəр” тигəндəн һуң: “Сүбхəəнəкə иннии ҙалəмтү нəфсии фəғфирлии. Иннəһүү лəə йəғфируҙ-ҙүнүүбə иллəə əнт. (Аллаһты тəсбих итəм. Мин нəфсемə, үҙ-үҙемə золым ҡылдым. Аллаһым! Мине ғəфү ит, сөнки Һинəн башҡа ғəфү итеүсе юҡтыр.)


Turn static files into dynamic content formats.

Create a flipbook
Issuu converts static files into: digital portfolios, online yearbooks, online catalogs, digital photo albums and more. Sign up and create your flipbook.