Ҡөрьән тәфсире (на башкир. языке)

Page 1

Əғүүҙү биллəəһи минəш‐шəйтанир‐ражиим. Бисмиллəəһир‐рахмəəнир‐рахиим. Мөхтəрəм мосолмандар! Һеҙгə пəйғəмбəребеҙҙең мөғжизəһе булған Ҡөрьəндең тəфсирен тəҡдим итəбеҙ. Мөғьжизəһе, сөнки əлегə ҡəҙəр Уны аңлап бөткəн кеше юҡ. Ғалимдар тикшеренеүҙəр үткəргəн һайын ниндəйҙер асыштар яһайҙар үə һайран ҡалалар. 14 быуат буйы өйрəнһəлəр ҙə белеп бөтмəйҙəр. Пəйғəмбəребеҙ бының тураһында əйткəн: “Ҡөрьəндең Һəр аятының асыҡ һəм йəшерен мəғəнəһе бар, йəшерен мəғəнəһе етегə ҡəҙəр булыр”. Шуға күрəлə табип булһа уны бер төрлө аңлай, түрə булһа – икенсерəк. Ə инде ғалим булһа бөтөнлəй башҡа төрлө аңлар. Ғилем эйəлəре лə төрлөһө төрлөсə аңлар – үҙҙəренең үҫешеүенə ҡарап (иманының, аҡылының, ғилеменең кимəле, рухының киңлеге буйынса). Пəйғəмбəребеҙ бының тураһында əйткəн: “Ҡорьəн һүҙҙəрен аңлауҙа сик бар һəм һəр кеше үҙенең аңлау кимəле ҡəҙəр генə аңлай алыр”. ”Баҡара” сүрəһенең 185‐енсе аятында: “Рамаҙан айы шундай айҙыр, ул айҙа Ҡөрьəн индерелде: туры юлды күрһəтеүсе(русса əйткəндə: руководство,инструкция) һəм тура юлды белдереүсе, дөрөҫ менəн ялғанды айырыусы итеп...” Һəр нəмəнең инструкцияһы бар: телевизор алабыҙмы йəки компьпютер. Шунһыҙ ҡулланып булмай. Кеше – үҙенең төҙөлөшө буйынса күпкə ҡатмарлыраҡ зат һəм уның да үҙ инструкцияһы бар. Ул иһə Ҡөрьəн‐Кəримдер. Кеше ни тиклем шул Ҡөрьəнде белһə, уның менəн йəшəһə, шул тиклем яҡшыраҡ йəшəр, бəхетлерəк булыр. Бəлки был донъяла ғына түгел, əхирəттə лə. Динебеҙҙе өйрəнеү бары тик муллалар эше генə түгел, бөтөн халыҡ өсөн мотлаҡ. Һəр кешегə үҙенə кəрəк. Шəриғəтте һəр өйрəнгəн кеше мулла‐абыстай булып китмəй, ə үҙе өсөн күп файҙа үə хикмəт ала; дөрөҫ менəн ялғанды, дуҫты дошмандан айырырға өйрəнə; əхлəғы яҡшыра; рухы үҫə; халыҡ араһында абруйы күтəрелə. Донъяла үҙенең урынын таба. Аллаһтан килгəн хикмəткə эйə була. Бындай кешелəр донъяла ла һəм əхирəттə лə хур булмаҫ ин шəə Аллаһ. Аллаһ Раббыбыҙ һəммəбеҙгəлə тəүфиҡ‐ истиҡамəттəрен насиб əйлəһен. Тағыла яҡшыраҡ, камилыраҡ тəфсир нəшер ителгəнсе был Ҡөрьəн тəфсире халҡыбыҙ мəнфəғəтенə хеҙмəт итһен. Был китап Аллаһ Раббыбыҙҙың һүҙҙəре‐ Уны ихтирам итеү йөҙөнəн китап кəштəһендə өҫтə һаҡлау мөстəхəб (сауаплы) күренə. Бар динебеҙҙе аңларға телəүселəргə ярҙамсы, ожмаһҡа юл күрһəтеүсе, гөнаһ‐хаталарҙан һаҡлаусы булһын. Əгəрҙə хаталар китһə Аллаһтан ярлыҡау һорайбыҙ һəм һеҙҙең аңлауығыҙҙы үə хəер‐доғаларығыҙҙы өмөт итəбеҙ. Ильшат Əнүр улы Хафизи

Ҡөрьəн тəфсире 1 — Фəтиха (Асыусы) сүрəһе (Фəтиха сүрəһе 7 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Ҡөръəнде башлаусы, Ҡөръəн эсенə алып кереүсе, китапты Асыусы, Ҡөръəн уҡый башларға рөхсəт биреүсе һүҙ — Фəтиха. Əсə телебеҙгə ул һүҙ: атайың‐əсəйең фатихаһын алмайынса эш ҡылма, фатихаһыҙ башлаған эш уңышлы булмаҫ, йəки, — бер фатиха, тигəн кеүек тəғбирҙəрҙə йыш ҡулланыла. Фəтиха сүрəһенəн башҡа Ҡөръəн асылмаҫ, намаҙ ҙа уҡылмаҫ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Мəрхəмəтле һəм рəхимле Аллаһ исеме менəн (башлайым). 2. Бөтөн ғəлəмдəрҙең (халиҡтарҙың) тəрбиəсеһе Раббы Аллаһҡа маҡтауҙар булһын! 3. (Ул) мəрхəмəтле, рəхимле. 4. Яза Көнөнөң (Əхирəттең) хужаһы. 5. Бары тик Һиңə (генə буйһоноп) ғибəҙəт ҡылабыҙ һəм (бары тик) Һинəн (генə) ярҙам өмөт итəбеҙ. 6. Беҙҙе тура юлға — рəхмəтеңə‐ниғмəттəреңə ирешкəндəр юлына күндер. 7. (Зинһар) юлдан яҙғандар һəм нəфрəтеңə дусар булғандар юлына төшөрмə! Бына был — Фатиха сүрəһенең асыл нөсхəһендəгегə яҡын тəржемəһе. Был сүрəне ғалимдар нигеҙҙə бер төрлө тəржемə итһəлəр ҙə, айырмалары шаҡтай. Һəр телдең үҙенсəлеге, көсө, ҡеүəте булған кеүек, Əсə телебеҙҙең дə үҙенсəлектəрен иҫкə алып, беҙ Фатиха сүрəһен, ошо шəкелдə, йəғни, тəфсирле тəржемəлə тəҡдим итеп ҡарайбыҙ. Əғүҙү биллəһи миннəш‐шəйтанир‐раҗим Бисмилмəнир‐рахмəəнир‐рахиим Изгелекле эшемде, изге доғамды, ялбарыуымды мəрхəмəтле һəм рəхимле Аллаһтың исеме менəн башлайым. Бөтөн ғəлəмдəрҙең, барса халыҡтарҙың ғəҙел хужаһы, тəрбиəсеһе Аллаһҡа дан һəм маҡтауҙар булһын! Йə, Илаһым, Һин мəрхəмəтле, Һин рəхимле. Һин — был донъяның да, Əхирəттең дə хужаһы һəм тəрбиəсеһе. Бары тик Һиңə генə буйһоноп, ғибəҙəт ҡылабыҙ. Бары тик Һинəн генə ярҙам өмөт итəбеҙ. Беҙ, бəндəлəреңде, изге кешелəр йөрөй торған тура юлға, йəғни рəхмəтеңə, ниғмəттəреңə ирешкəндəр юлына күндер, беҙгə мул ниғмəттəреңде насип əйлə. Зинһар, беҙҙе юлдан яҙғандар һəм Һинең нəфрəтеңə, язаңа дусар булғандар юлына төшөрмə! Фатиха сүрəһен уҡып тамамлғас, ə‐ə‐ми‐и‐ин, йəғни, телəктəремде ҡабул ҡыл, тип əйтеү зарури. 2 — Баҡара (Һыйыр) сүрəһе (Баҡара сүрəһе 286 аяттан тора. Мəҙинə ҡалаһында ингəн. «Баҡара» — һыйыр тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф, лəм, мим. (Мəғəнəһен Аллаһ Үҙе генə белəҙер.) 2. Шөбһəһеҙ, был Китап мөттəҡийҙəр өсөн юл күрһəтеүсеҙер. (Мөттəҡий — тəҡүə, дин ҡанундарын ихлас тотоусы, гөнаһ ҡылыуҙан, Аллаһтың нəфрəтенəн ҡурҡыусы саф мосолман.) 3. Улар күҙгə күренмəгəндəргə ышана, намаҙҙарын дөрөҫ итеп уҡый. Беҙ биргəн малдарын Аллаһ юлында сарыф итə. (Күҙгə күренмəгəндəр: Аллаһ, фəрештəлəр. Матдəлəрҙең иң ваҡ киҫəксектəрен һəм һулый торған һауабыҙҙы беҙ күрмəйбеҙ, əммə мантыйҡ (логика) һəм күңел күҙе менəн уларҙы күрəбеҙ, уларҙың барлығына инанабыҙ. Шулай итеп, беҙ Аллаһтың Үҙен, фəрештəлəрҙе, ендəрҙе күрмəһəк тə, уларҙың барлығына ышанабыҙ. Аллаһ ярҙамы менəн тапҡан малдарыбыҙҙы Аллаһ юлында сарыф итəбеҙ: хəйер‐саҙаҡа, зəкəт бирəбеҙ, хажға барабыҙ, йəтимдəргə, мохтаждарға ярҙам итəбеҙ.) 4. (Ий, Мөхəммəд) улар һиңə индерелгəн һəм Һиңə саҡлы индерелгəндəргə (Ҡəръəнгə, унан алдағы изге китаптарға) инаналар, Əхирəт көнөнə лə ысын күңелдəн ышаналар. (5) Улар Раббы күрһəткəн хаҡ юлдаҙыр һəм тамуҡтан ҡотолоуға ирешеүселəр ҙə шулар булыр. 6. (Дөрөҫө шулдыр) кəфер ҡылыусыларҙы (Əхирəттəге язалар менəн) киҫəтһəң дə, киҫəтмəһəң дə — барыбер; улар ышанмаҫ (иман килтермəҫ). (7) (Ҡылған гөнаһтары, ҡулланған харамдары өсөн) Аллаһ уларҙың күңелдəренə йоҙаҡ һалды һəм уларҙың ҡолаҡтарын томаланы, уларҙың (күңел) күҙҙəрен элпə менəн ҡапланы һəм улар өсөн яза əҙерлəне. 8. — Кешелəр араһында шундайҙар ҙа бар, күңелдəре менəн инанмаған килеш: Аллаһҡа һəм Əхирəт көнөнə ышанабыҙ, — тип əйтһəлəр ҙə, улар ысын мосолман түгел. (Эстəн ышанмайынса, үҙ файҙалары өсөн, кешелəр алдында ғына ышанған булып ҡыланыусы был ике йөҙлө бəндəлəр «монафиҡтар» тип атала.) 9. Улар (монафиҡтар) Аллаһты ла, мөьминдəрҙе лə алдамаҡсы була. Лəкин улар үҙҙəре алдана һəм алданғанлыҡтарын абайламайҙар ҙа. (10) Уларҙың күңелендə сир (ике йөҙлөлөк сире) бар. Аллаһ уларҙың был сирен тағын да арттырҙы. Ялған һөйлəгəндəре өсөн уларга хəтəр ғазап барҙыр.


11. Уларға: —Ер йөҙөндə ҡотҡо таратмағыҙ (боҙоҡлоҡ, фетнə сығармағыҙ), — тип əйтелһə лə, улар: — Беҙ фəҡəт Ер йөҙөн ҡотҡонан (боҙоҡлоҡтан, фетнəлəрҙəн) таҙартыусылар, — тип əйтəлəр. 12. Шуны белеп тороғоҙ, (һəм һаҡ булығыҙ!) улар, ысындан да, үҙҙəре ҡотҡо таратыусы (фетнə сығарыусы). Лəкин быны улар үҙҙəре лə һиҙмəй (был турала баштарына ла килтермəй). 13. Уларға: ‐ Иман килтергəн əҙəмдəр кеүек, һеҙ ҙə иманға килегеҙ, ‐тип əйтелһə лə, улар: — Ахмаҡтар иман килтерə, тип, беҙ ҙə иман килтерəйекме? — тинелəр. Ысынлап та, улар үҙҙəре ахмаҡ, лəкин был турала үҙҙəре генə белмəй. 14. (Монафиҡтар) мөьминдəр менəн осрашҡанда: — Беҙ ҙə иман килтерҙек, — тип əйтəлəр. Үҙҙəрен аҙҙырыусы шайтани заттар янында бергə‐бер ҡалғас: — Беҙ һеҙҙең менəн бергə: беҙ уларҙы (мосолмандарҙы) мыҫҡыл итер өсөн генə шулай шаяртабыҙ, — тип əйтəлəр. 15. (Ысынлыҡта иһə) Аллаһ уларҙан (мыҫҡыллы) көлə (мəсхəрəгə ҡалдыра), аҙғынлыҡтарына юл ҡуя. (Шуға күрə) улар (үҙҙəрен үҙҙəре белештермəйенсə) шулай аҙашып йөрөй. (16) Иманға килеп, тура юл һайлайһы урында аҙғынлыҡ юлын һатып алған заттар шулар булыр. Лəкин уларҙың был сауҙаһы уңышлы булмаҫ һəм үҙҙəре тура юлға баҫмаҫ. 17. Улар ҡараңғыла сыра яндырып ултырыусыларға оҡшаш. Сыра тирə‐яҡҡа яҡтылыҡ һирпеп торғанда, Аллаһ яҡтылыҡты һүндерһə, тегелəр күҙгə төртһəң күренмəҫлек дөм ҡараңғыла ҡаласаҡ. 18. (Улар) һуҡыр, телһеҙ‐һаңғырауҙар. (Шуға күрə, улар тура юлға) əйлəнеп ҡайта алмайҙар. (19) Улар Күктəн томалап ҡойған ямғырға элəгеп, Күк күкрəүҙəр һəм дəһшəтле йəшендəр аҫтында ҡалғандай булыр. Ул монафиҡтар йəшен һуғып үлтереүҙəн ҡурҡып, бармаҡтары менəн ҡолаҡтарын томаларҙар. Лəкин Аллаһ кəферҙəрҙе һəр яҡлап (язаһы менəн) сорнап аласаҡ. (20) Йəшен уларҙың күҙҙəрен көйҙөрөп сығарырҙай булып, яҡында ғына йəшнəй, тирə‐йүнде яҡтыртып алғанда, улар бер аҙ алға китə, кинəт ингəн ҡараңғыла улар баҫҡан ерҙəрендə ҡатып ҡала. Əгəр телəһə, Аллаһ, əлбиттə, уларҙың ҡолаҡтарын һаңғыраулата, күҙҙəрен һуҡырайта ала. Ысынлыҡта Аллаһ һəр нəмəгə ҡəҙир (һəр нəмəне эшлəй ала торған ҡөҙрəткə эйə). 21. Əй, инсандар! Һеҙҙе һəм һеҙҙəн элек йəшəгəндəрҙе яралтҡан Раббығыҙға ғибəҙəт ҡылығыҙ. (Шулай итһəгеҙ) бəлки һеҙ (гөнаһтан, насарлыҡтан, Аллаһтың язаһынан) ҡотолорһоғоҙ, тəҡүəлеккə ирешерһегеҙ. 22. Ул һеҙҙең өсөн ерҙе яҫтыҡ итеп ҡабартты (йəпле, уңайлы ҡылды). Күкте лə көмбəҙле итеп, бина ҡылды (төҙөнө). Күктəн һыу ағыҙып, һеҙҙең тамағығыҙ туйһын, тип төрлө‐төрлө емештəр үҫтерҙе. Шуны белгəн килеш Аллаһҡа тиңдəш эҙлəмəгеҙ. 23. Əгəр илсебеҙгə (Мөхəммəдкə) индерелгəн (Ҡөръəн)гə шиклəнеп ҡараһағыҙ, əгəр ҙə һеҙ хаҡлы икəн, Аллаһтан башҡа ярҙамсыларығыҙҙы саҡыртып, шуға оҡшаш, исмаһам, бер сүрə килтереп күрһəтегеҙ. (24) Əгəр шулай эшлəй алмаһағыҙ, һис шик юҡ, һеҙ уны эшлəй алмаясаҡһығыҙ, утын урынына кешелəрҙе, таштарҙы яғып ҡыҙҙырылған йəһəннəмдəн һаҡланығыҙ. Йəһəннəм уты кəферҙəр өсөн əҙерлəнде. 25. (Ий, Мөхəммəд) иман килтереп, изгелекле ғəмəлдəр ҡылыусыларға шишмəлəре ағып тороусы йəннəттəр буласаҡ, тип кешелəрҙəн һөйөнсе ал. Ул йəннəттəрҙə уларҙың алдына емештəр килтереп ҡуйғас, улар: — Был емештəрҙе беҙ фани донъяла ла ашаған инек бит инде, — тип əйтерҙəр. Лəкин ул емештəр тышҡы яҡтан ғына тегелəренə оҡшаған булыр. (Тəмдəре бөтөнлəй икенсе, ғəжəйеп лəззəтле һəм татлы булыр.) Улар өсөн (йəннəттə) пак ҡатындар булыр. Һəм улар (мөьминдəр) унда мəңге йəшəп ҡаласаҡ. 26. Шик юҡ, Аллаһ серкəйҙе һəм унан башҡа хəшəрəтерəктəрҙе лə ғибрəти миҫал итеп килтерергə тартынмаҫ. Иманлы кешелəргə килһəк, улар бындай ғибрəтле миҫалдарҙың Раббынан килгəнлеген һəм ул миҫалдарҙың дөрөҫ һəм ысын икəнен аңларҙар. Кəферҙəргə килһəк, улар: — Аллаһ ниндəй маҡсат менəн шундай ғибрəттəр килтерə? ‐ти. Аллаһ был ғибрəтле миҫалдары менəн байтаҡ кешелəрҙе аҙаштырыр, байтағын тура юлға йүнəлтер. Килтергəн миҫалдары менəн Аллаһ бары тик аҙғындарҙы ғына аҙаштырыр. 27. Улар (фəсиҡтəр, аҙғындар, əхлəҡһеҙҙəр) шундай бəндəлəр, ант итеп, һүҙ бирəлəр ҙə, шул һүҙҙəренəн таналар (баш тарталар). Аллаһ тоташтырырға бойорған нəмəлəрҙе киҫəлəр (мосолмандарҙан, Ҡөръəндəн айырылалар) һəм Ер йөҙөндə фетнə‐тəртипһеҙлек (аҙғынлыҡ) килтереп сығаралар. Бына шулар инде ысынлыҡта алданасаҡ (зыян‐зəхмəт күрəсəк). 28. (Эй, кəферҙəр!) Һеҙ йəнһеҙҙəргə йəн өрөп йəнлəндергəн Аллаһты нисек инҡар итəһегеҙ? Һуңынан Ул һеҙҙең йəнегеҙҙе аласаҡ, йəнə тағын һеҙҙе (Əхирəттə) терелтəсəк. Һəм ахырҙа һеҙ Уның ҡаршыһына ҡайтасаҡһығыҙ. 29. Ер йөҙөндə нимə булһа, Ул барыһын да һеҙҙең өсөн яралтты. Һуңынан Күккə йүнəлде, уны ете ҡат итеп ҡорҙо. Ул барыһын да белеүсе. 30. (Ий, Мөхəммəд) иҫеңдə тот, Раббың фəрештəлəргə əйтте: ‐ Мин Ер йөҙөнə (Əҙəмде) хəлифə (башлыҡ, хужа) итеп яралтасаҡмын, — тине. Фəрештəлəр əйтте: — Беҙ Һине маҡтап, тəсбих əйтеп, Аллаһ Тəғəлə кəмселектəрҙəн азат, тип, Һине ҙурлап торғанда, Ер өҫтөндə аҙғынлыҡ ҡыласаҡ һəм ҡан ҡоясаҡ бəндəңдеме хəлифə итеп ҡуясаҡһың? — тинелəр. (Аллаһ уларға) əйтте: — Һеҙ белмəгəндəрҙе һəр хəлдə мин белəм, — тине. 31. Аллаһ Əҙəмгə доньялағы бөтөн исемдəрҙе (атамаларҙы) өйрəтте лə(бөтөн нəмəлəрҙең исемдəрен белеү, йəғни Аллаһ яралтҡан нəмəлəрҙе аңлап белеү, серенə төшөнөүҙер), уларҙы фəрештəлəренə белдереп бойорҙо: — Əгəр ҙə һеҙ əйткəндəр дөрөҫ булһа, ул белгəн исемдəрҙе əйтеп бирегеҙ, — тине. (32) Фəрештəлəр əйтте: ‐ Сөбхəналлаһ! (Дан Һиңə, паҡ Раббыбыҙ): Һин беҙгə өйрəткəндəрҙəн башҡа беҙ һис бер нимə лə белмəйбеҙ. Шик юҡ, Һин Үҙең һəм ғалим, һəм хаким. (33) (Аллаһ) əйтте: — Ий, Əҙəм, исемдəрҙең барсаһын да уларға һанап күрһəт, — тине. Əҙəм фəрештəлəргə ул исемдəрҙе əйтеп биргəс, Аллаһ йəнə əйтте: — Мин һеҙгə: күктəрҙəге һəм Ер йөҙөндəге күренмəгəн нəмəлəрҙе лə, серҙəрҙе күреп‐белеп торам, тип əйтмəнемме ни? Һеҙҙең асыҡ рəүештə һəм йəшерен ҡылғандарығыҙҙы белеп торам, тип əйтмəнемме ни? (34) Һəм Беҙ фəрештəлəргə əйттек: — Əҙəмде хөрмəтлəп, уға сəждə итегеҙ, — тинек. Иблистан башҡа, барса фəрештəлəр ҙə сəждə итте. Ул (əмеремдəн) йөҙ сөйөрҙө. Тəкəбберлеген еңə алманы; (тəкəбберлеге арҡаһында) ул ышанмаусы кəферҙəрҙəн ине. (35) Һəм Беҙ əйттек: — Ий, Əҙəм, һин ҡатының менəн бергə йəннəттə йəшəрһегеҙ, йəннəттең телəгəн ерендə, телəгəнегеҙсə ризыҡ ашағыҙ, лəкин бары тик бына был ағасҡа ғына яҡын килмəгеҙ. Был ағастың емешен ашаһағыҙ, — икегеҙ ҙə ғəҙелһеҙ залим булырһығыҙ, — тинек. 36. Шайтан ҡотортоп (был ағастың емешен ашаһағыҙ, мəңге йəннəттə ҡаласаҡһығыҙ, тип), уларҙы (абындырҙы) юлдан яҙҙырҙы һəм (йəннəт кеүек) гөл‐баҡсанан сығарттырҙы. (Шунда Беҙ) əйттек: — Һеҙ (Əҙəм менəн Иблис) бер‐берегеҙгə дошман булып, Ергə төшөгөҙ. Ер һеҙҙең торор урынығыҙ булыр. Йəшəү өсөн унда кəрəк‐яраҡ табырһығыҙ, һəм һеҙ үҙ уаҡытығыҙ килеп еткəнсегə саҡлы шунда ғүмер кисерерһегеҙ, — тинек. 37. Шунан һуң Əҙəм Аллаһтан доға һүҙҙəре өйрəнеп, Раббынан ғəфү үтенде. Аллаһ уны кисерҙе, һис шикһеҙ, Аллаһ тəүбəлəрҙе ҡабул итеүсе миһырбан эйəһеҙер. 38. Беҙ əйттек:


— Бөтөнөгөҙ (өсөгөҙ ҙə: Əҙəм, Һауа, Иблис) гөл‐баҡсанан сығығыҙ (Ергə төшөгөҙ). Минəн һеҙҙе тура юлға өндəүсе күрһəтмəлəр килер, шул аяттарыма тура ҡалғанығыҙға бер ниндəй ҙə ҡурҡыныс булмаҫ һəм улар хəсрəт сикмəҫ. 39. Аяттарыбыҙҙы инҡар итеүселəр, ул һүҙҙəрҙе ялғанға сығарыусылар ут əһелдəре (йəһəннəмдеке) булыр, улар шунда мəңге ҡаласаҡ. 40. Əй, Исраил тоҡомо, (Исраил ‐ Яҡуп пəйғəмбəрҙең бүтəн исеме). Һеҙгə биргəн ниғмəттəремде иҫегеҙҙəн сығармағыҙ. Миңə биргəн вəғəҙəгеҙҙе (китапта яҙылғанса йəшəрбеҙ, тигəнегеҙҙе) үтəгеҙ. Мин дə һеҙгə вəғəҙə иткəндəремде (йəннəтте) бирермен. Бары тик минең язамдан ғына ҡурҡығыҙ. (41) Ҡулығыҙҙағы китап (Тəурəт)ты раҫлау өсөн индерелгəн (Ҡөръəн)гə иман килтерегеҙ. Аң булығыҙ, уны беренсе булып инҡар итеүселəрҙəн булмағыҙ. Аяттарымды донъя малына һатмағыҙ. Бары тик Мин бирəсəк язанан ғына ҡурҡығыҙ. (42) Хаҡ һүҙҙе нəжес‐ялғанға алмашмағыҙ. Белгəн көйөнсə, дөрөҫлөктө йəшермəгеҙ. (43) Намаҙҙы теүəл уҡығыҙ, зəкəтте тейешенсə бирегеҙ. Рəҡəғəт ҡылыусылар менəн бергə рəҡəғəт ҡылығыҙ. (44) Һеҙ китап (Тəүрəт)те уҡыйһығыҙ, кешелəрҙе изгелеккə өндəйһегеҙ, ə үҙегеҙ ҡылған (яманлыҡтар)ды онотаһығыҙ. Шулар тураһында аҡылығыҙ менəн уйлап ҡарағанығыҙ бармы? (45) Сабырлыҡ менəн намаҙ уҡып, Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. Шик юҡ, был эш күңелдəрендə Аллаһҡа мөхəббəт тəрбиə иткəндəр өсөн ҡыйын булмаҫ. Башҡалар өсөн (сабыр итеү, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, хажға барыу, зəкəт биреү) бик тə ҡыйын эштер. (46) Улар (түҙем‐сабыр кешелəр, намаҙ уҡыусылар) — Раббы менəн ҡауышасаҡтарына һəм Уның хөкөмөнə ҡайтасаҡтарына ныҡ инанған кешелəр. (47) Һəй, Исраил тоҡомо, һеҙгə (халыҡтарға) биргəн ниғмəтемде һəм һеҙҙе барса ғəлəмгə (бөтөн халыҡтарға) өҫтөн ҡылғанымды онотмағыҙ. (48) Һеҙ килəсəк шундай бер Көндəн (Ҡиəмəттəн) ҡурҡығыҙ, ул Көндө һис кем башҡа кеше өсөн химəйə тотмаҫ (ярҙам итə алмаҫ). (Аллаһтан башҡа) һис кем тəүбəлəрҙе ҡабул итмəҫ. Фидийə (язанан ҡотолоу өсөн түлəү) алынмаҫ, уларға (гөнаһлыларға) ярҙам итеүсе булмаҫ. (49) Онотмағыҙ, һеҙҙе Фирғəүен тоҡомонан ҡотҡарҙыҡ. Улар һеҙгə хəтəр əфəттəр килтереп, яңы тыуған ир балаларығыҙҙы һуйып, ҡыҙҙарығыҙҙы ғына иҫəн ҡалдыра ине. Был да һеҙгə Аллаһ тарафынан ебəрелгəн хəтəр һынау ине. 50. Əүəлеңдə Беҙ һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе урталай ярҙыҡ. Шулай итеп, һеҙҙе ҡотҡарып ҡалдыҡ. Һеҙ ҡарап‐күреп торғанда Фирғəүен ҡəүемен дə диңгеҙгə батырып, һəлəк иттек. 51. Мусаға ҡырҡ көн, ҡырҡ төн көтөргə бойороп, (шул уаҡыт эсендə уға Китап индерергə) һүҙ биргəн инек. Һуңынан һеҙ быҙау (һынына) табына башланығыҙ һəм, гөнаһҡа батып, залим булдығыҙ. 52. Шул ҡылғанығыҙҙан һуң (аҡылға килерһегеҙ) шөкөр итерһегеҙ, тип һеҙҙе ғəфү иттек. (53) Тура юлды табырһығыҙ тип, Мусаға Китапты һəм (Хəҡиҡəттəн яманды айыра торған хөкөмдəрҙе) Фурҡанды бирҙек. (54) Шунан һуң Муса үҙ ҡəүеменə əйтте: — Əй, ҡəрҙəштəрем, шик юҡ, һеҙ быҙауға табыныуығыҙ менəн үҙегеҙгə зыян килтерҙегеҙ. Шуға күрə, ҡылғандарығыҙ өсөн тəүбə итегеҙ ҙə, Яралтыусы ҡаршыһында үҙегеҙҙең гөнаһлы нəфсегеҙҙе үлтерегеҙ. Шулай эшлəһəгеҙ, Яралтыусы ҡаршыһында йөҙөгөҙ аҡ булыр. Аллаһ тəүбəлəрҙе ҡабул итə. Хаҡтыр, тəүбəлəрҙе ҡабул итеүсе, мəрхəмəтле ярлыҡаусы бары тик Аллаһ ҡына. 55. Һеҙ бына шулай: — Ий, Муса, беҙ Аллаһтың Үҙен үҙ күҙҙəребеҙ менəн күрмəйенсə, Һиңə ышанмайбыҙ, — тип баҫып ҡарап торған сағығыҙҙа һеҙҙе йəшен һуҡты. (56) Унан һуң һеҙҙе яңынан терелттек. Бəлки шөкөр итерһегеҙ? (57) Өҫтөгөҙгə болот ебəреп, һеҙгə күлəгə яһаныҡ. Күктəрҙəн ҡөҙрəт хəлүəһе (Сиддиҡи тəфсирендə мəнн ‐шəрбəтле ысыҡ тип тəржемə ҡылына) менəн бүҙəнə ите индерҙек. — Беҙ биргəн тəмле ризыҡтарҙан ауыҙ итегеҙ, — тинек. Ысынлыҡта улар Беҙгə түгел, үҙҙəренə насарлыҡ ҡылды. 58. Был ауылға (Əрихəгə) керегеҙ; шунда нимə тапһағыҙ, шуны телəгəнегеҙсə, мул итеп ашағыҙ; ҡапҡанан эйелеп керегеҙ. Кергəндə: — Аллаһ, зинһар, беҙҙе ғəфү ит, — тип əйтегеҙ. Шулай эшлəһəгеҙ, хаталарығыҙҙы кисерербеҙ. Итəғəтле булғандарға артығы менəн ҡаҙаныш бирербеҙ, — тинек. (59) Лəкин был итəғəтһеҙҙəр ул һүҙҙəрҙе үҙгəртеп əйттелəр. Ҡылған яманлыҡтарына күрə, Беҙ ул залимдар өҫтөнə Күктəн əсе ғазап индерҙек. 60. (Сүлдə саҡта) Муса үҙенең халҡы өсөн (Аллаһтан) һыу һораны. Беҙ уға: — Таяғың менəн ташҡа һуҡ! — тинек. Шул миҙгелдə ун ике шишмə бəреп сыҡты. (Мусаның халҡы ун ике ҡəбилəнəн тора ине.) Һəр ҡəбилə үҙ шишмəһен тапты. — Аллаһ биргəн ризыҡты ашағыҙ, эсегеҙ, лəкин һаҡ булығыҙ, Ер йөҙөндə аҙғынлыҡ‐боҙоҡлоҡ таратмағыҙ, — тинек. 61. Йəнə һеҙ əйттегеҙ: — Ий, Муса, беҙ ошо ризыҡтарға ғына риза түгел; беҙҙең өсөн Раббыңдан һорап доға ҡыл да, ул ерҙəн үҫеп сыҡҡан нəмəлəрҙəн, йəшелсəлəрҙəн: ҡыярҙан, һарымһаҡтан, яҫмыҡтан, һуғандан беҙгə лə өлөш сығарһын, — тинегеҙ. Шунан һуң Муса һеҙгə əйтте: — Затлы ризыҡтарҙы насарыраҡтарына алыштырырға телəйһегеҙме? Улайһа, һеҙ ҡалаға керегеҙ. Һеҙ телəгəн ризыҡтар шунда булыр, — тине. Шулай итеп, уларға түбəнлек, юҡсыллыҡ тамғаһы һуғылды. Улар Аллаһтың язаһына юлыҡты. Был бəлəлəр Аллаһтың аяттарын инҡар итеүҙəн туҡтамағандары өсөн, нахаҡҡа пəйғəмбəрҙəрҙе үлтергəндəре өсөн индерелде. Был əфəттəр уларҙың тыңлауһыҙлығы һəм саманан ашҡандары өсөн төшөрөлдө. 62. Шик юҡ, йəһүдилəр, христиандар һəм (төрлө əйберҙəргə табыныусы) сабийҙар Аллаһҡа, Əхирəт көнөнə ысын күңелдəн ышанып, ғəҙел ғəмəлдəр ҡылһа, иман килтерһəлəр, улар Раббы ҡаршыһында бүлəктəр алыр. Уларға ҡурҡыныс янамаҫ, улар ҡайғы кисермəҫ. 63. Хəтерлəйһегеҙме, һеҙ миңə ант иттегеҙ, Беҙ һеҙҙең өҫтөгөҙгə тау ҡороп ҡуйған инек. — Һеҙгə бирелгəн китап (Тəурəт)ты ҡулығыҙҙа ныҡ тотоғоҙ, шунда яҙылғандар буйынса ғəҙел ғəмəл ҡылығыҙ, шунан һуң, ихтимал, Аллаһтың язаларынан ҡурҡа башларһығыҙ (тура юлға баҫырһығыҙ), — тинек. (64) Шунан һуң да һеҙ антығыҙҙы боҙҙоғоҙ (юлдан яҙҙығыҙ). Əгəр ҙə Аллаһтың мəрхəмəте һəм рəхмəте булмаһа, һеҙ харап була инегеҙ. (65) Һеҙҙең арала шəмбе көнөндəге тыйыуҙарҙы (харам һаналғандарҙы) боҙоусылар булды, шуның өсөн уларға: ‐ Нəжес маймылдар булығыҙ! ‐ тигəнебеҙҙе хəтерлəйһегеҙҙер? (Һəм улар маймылға əүерелде лə.) (66) Беҙ уларҙы (кешенəн маймыл булғандарҙы) үҙ күҙҙəре менəн күреп торғандарға һəм уларҙан һуңынан килгəндəргə ғибрəт булараҡ һəм дə Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға нəсихəт булһын тип, харап иттек. 67. Халҡына ҡарап, Муса былай тине: — Аллаһ һеҙгə бер һыйыр һуйырға бойорҙо, — тине. Улар: — Һин был һүҙҙəреңде беҙгə шаяртып əйттеңме? — тинелəр. Ул: ‐ (Һеҙҙең менəн шаярып) ахмаҡ‐наҙан булып күренмəҫ өсөн, мин Аллаһка һыйынам, — тине. (68) Улар тағын əйтте: ‐ Беҙҙең исемдəн доға ҡылып, Раббыңдан һора: ул беҙгə ниндəй һыйыр һуйырға ҡуша икəн? — тинелəр. Муса: — Аллаһ: артыҡ ҡарт та, артыҡ йəш тə булмаһын, уртаса һыйыр булһын, тип бойора, — тине. — Ҡушылғанды тиҙ башҡарығыҙ! 69. Тағын: ‐ Беҙҙең исемдəн Раббыңа доға ҡылып һора: Ул беҙгə һыйырҙың төҫөн дə əйтеп бирһен, ‐ тинелəр. Муса: — Һыйырҙың төҫө асык һары булһын, тиреһе йылҡылдап торһон, ҡарағандарҙы һоҡландыра торған (көр) булһын, — тине. (70) Улар: — (Ий, Муса) беҙҙең; өсөн доға ҡылып тағын Раббыңдан һора инде, ул беҙгə һыйырҙың ниндəй булырға тейешлеген дə асыҡлап бирһен: һыйырҙар бер‐берһенə бик тə оҡшаш бит; (беҙ ниндəй һыйыр һуйырға тейеш һуң?). Беҙ, иншаллаһ, Аллаһ бойорғандарҙы үтəрбеҙ, ул тура юлды табырбыҙ, — тинелəр. 71. — (Аллаһ шулай бойораҙыр) ул һыйыр ҡулға эйəлəштерелмəгəн, ер һөрмəгəн, игендəргə һыу ташымаған, иректə утлап йөрөгəн булырға тейеш, ул һыйыр сыбар булмаһын һəм һис кəмселекһеҙ булырға тейеш, — тине Муса. Тегелəр:


— Бына хəҙер (Һин хəҡиҡəт килтерҙең) беҙ ул һыйырҙың ниндəй булырға тейешлеген аңланыҡ, ‐ тинелəр ҙə, шундай һыйырҙы телəр‐телəмəҫ кенə һуйҙылар. 72. Һеҙҙең арала берəү кеше үлтергəн ине. Үлтереүсе тураһында һеҙ (кем үлтерҙе, тип) бик ҡаты ҡысҡырышҡан инегеҙ. Аллаһ йəшерен эштəрегеҙҙе лə фаш итеүсе. 73. — Хəҙер һеҙ (үлтерелгəн) əҙəмгə (һуйылған һыйырҙың) бер киҫəк ите менəн һуғығыҙ, — тинек. Бына шулай итеп, Аллаһ үлектəрҙе терелтə һəм һеҙ һабаҡ алһын тип (пəйғəмбəрҙəре аша) мөғжизəлəрен күрһəтə. («Исраил тоҡомонан булған ике йəһүд егет мираҫ бүлешкəндə ағаларын үлтерə. Үлтереүсене таба алмағас, хəҙрəти Муса Аллаһҡа мөрəжəғəт итə. Һыйыр тəненəн киҫеп алынған ит киҫəге менəн мəйеткə ҡағылғас, мəйет терелə лə, үлтереүсенең кем икəнен əйтə. Аятта шул ваҡиға тураһында һөйлəнə. Мисыр халыҡтарының һыйыр хайуанына табынғанлығы һəм йəһүдилəрҙең дə бер ара алтын быҙауға табынғандарҙы мəғлүм».Али Өзəк тəфсиренəн.) 74. Шунан һуң да һеҙҙең күңелдəрегеҙ таш булып ҡатты, таштан да ҡатыраҡ булды. Таштарҙың да төрлөһө була, аҫтарынан шишмəлəр бəреп сыға, ҡайһы бер таштар ярылһа, эсенəн шаулап һыу аға. Таштарҙың бер төрлөһө Аллаһтан ҡурҡып, юғарынан түбəнгə тəгəрəй. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан һəр уаҡыт хəбəрҙар. 75. (Ий, мосолмандар, бынан һуң) һеҙ инанғандарға улар ҙа инаныр, тип өмөт итəһегеҙме? Улар Аллаһтың хөкөмдəрен (Тəүрəтты) ишеттелəр, лəкин бик яҡшы аңлаһалар ҙа, үҙгəрттелəр. 76. (Монафиҡтар) мосолмандар менəн осрашҡанда: ‐ Беҙ иман килтерҙек, —тинелəр. Үҙҙəре генə ҡалғас: — Ни өсөн һеҙ Аллаһтың асыҡ əйткəндəрен мосолмандарға еткерəһегеҙ, Аллаһ ҡаршыһында беҙгə ҡаршы һөйлəһендəр өсөнме? Шул турала уйламайһығыҙ, — тинелəр. (Тəүрəттə Ахырзаман пəйғəмбəренең килəсəге тураһында хəбəр бирелə. Кəферҙəр шул хəҡиҡəтте боҙоп күрһəтəлəр.) 77. Йəшерен һəм асыҡ рəүештə эшлəгəн эштəрен Аллаһ күреп‐белеп торғанын улар белмəйҙəрме? (78) Улар араһында наҙандар ҙа осрай, улар китап (Тəүрəтты) уҡый белмəй. Уларҙың бөтөн мəғлүмəте имеш‐мимештəн генə тора. (Улар хорафаттар менəн генə йəшəй.) (79) (Уҡый‐яҙа белгəндəре) ҡулдары менəн китап яҙып, шуны юҡ бəйəгə һатып, (сəйəси) файҙа алыр өсөн: — Был (китап) Аллаһтандыр, — тигəн кешелəргə ни яҙыҡтыр (ҡайғы). Ҡулдары менəн яҙған был (ялған) китап өсөн улар меҫкен хəлдə ҡаласаҡ. Улар һис бер файҙа күрмəйенсə, зарар күрəсəк. 80. Исраил халҡы үҙҙəрен былай йыуата: — Бер нисə көн генə беҙҙе утта тотасаҡтар, беҙгə шунан башҡа йəһəннəм булмаясаҡ, — тинелəр. (Мөхəммəд) Һин əйт уларға: — (Һеҙҙе язаламаһын өсөн) Аллаһтан һүҙ алдығыҙмы əллə? Аллаһ вəғəҙə бирһə, вəғəҙəһен үтəмəй ҡалмаҫ. Əллə һеҙ Аллаһ тураһында белмəгəнегеҙҙе һөйлəйһегеҙме? 81. Яманлыҡ ҡылған кешене үҙе ҡылған яманлыҡ сорнап аласаҡ. Ундай кеше йəһəннəмлектер, улар мəңгегə утта ҡалыр. 82. Иман килтереп, изгелекле ғəмəлдəр ҡылған кешелəр йəннəттəн урын алыр. Улар шунда мəңгегə ҡалыр. 83. Исраил тоҡомонан Беҙ һүҙ алдыҡ: — Бары тик Аллаһҡа ғына буйһонасаҡбыҙ, ата‐əсəгə, яҡын ҡəрҙəштəргə, йəтимдəргə, ярлыларға изгелек ҡыласаҡбыҙ, — тинелəр. — Кешелəргə тəмле телле булығыҙ, намаҙ уҡығыҙ, зəкəт биреп барығыҙ, — тип бойорҙоҡ. Һуңынан һеҙ антығыҙҙы боҙҙоғоҙ, бик аҙҙарығыҙҙан башҡа, барығыҙ ҙа инҡарсы булдығыҙ. 84. (Һəй, Исраил тоҡомо, Яҡуп балалары): — Бер‐берегеҙҙең ҡанын ҡоймаҫҡа, бер‐берегеҙҙе йорттарығыҙҙан ҡыуып сығармаҫҡа! — тип Мин һеҙҙе ант иттерҙем. Тирə‐яҡтағы бөтөн ғəмəлдəребеҙҙе күреп, һеҙ быларҙы ҡабул иттегеҙ, ант бирҙегеҙ. (85) Шуларҙы эшлəмəҫкə һүҙ биргəнегеҙ көйөнсə, һеҙ бер‐ берегеҙҙе үлтерəһегеҙ, үҙ халҡығыҙҙың бер өлөшөн өйҙəренəн ҡыуҙығыҙ, яман эштəрҙə һəм дошманлыҡта һеҙ берлəшеп, уларга зыян һалаһығыҙ. Уларҙы йорттарынан ҡыуыу ярамаған эш икəнен белһəгеҙ ҙə, был эштəн туҡтамамығыҙ. Уларҙы йорттарынан ҡыуыу һеҙгə харам ителде. Əсирҙəрҙе мал биреп азат итергə тип, һеҙ һүҙ бирҙегеҙ. Һеҙ Китаптың (Тəүрəттың) бер өлөшөнə ышанып, икенсеһен инкар итəһегеҙме? Һеҙҙең был ҡылғандарығыҙ был донъяла рисуайлыҡ һаналһа, Əхирəттə иһə иң ҡаты язаһын килтерер. Аллаһ һеҙҙең был ҡылғандарығыҙға битараф ҡалмаҫ. 86. Улар был донъя тормошон (Əхирəттəн баш тартып) һатып алған кешелəр. Шуға күрə, уларҙың язаһы еңелəйтелмəҫ. Үҙҙəренə ярҙам да булмаҫ. 87. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға китап (Тəүрəт)те индерҙек. Шунан һуң Беҙ тағын бер‐бер артлы пəйғəмбəрҙəр күндерҙек. Мəрйəм улы Ғайсаға мөғжизəлəр ҡеүəте (Инжилде) бирҙек. Уны Изге Рух менəн ҡөҙрəтлəндерҙек. Һеҙҙең күңелегеҙгə хуш килмəгəн һүҙҙəр (Хəҡиҡəтте) һөйлəй торған берəй илсем килһə, һеҙ үҙегеҙҙе унан юғары ҡуяһығыз. Һеҙгə килгəн пəйғəмбəрҙəрҙең бер нисəһен һеҙ: ялғансы, тинегеҙ, башҡаларын иһə үлтерҙегеҙ. 88. (Пəйғəмбəрҙəрҙе шаяртып əйттелəр): — Күңелдəребеҙгə ҡорма ҡоролған (Һин нимə һөйлəһəң дə файҙаһы булмаҫ), — тинелəр. Кəферлектəре һəм ҡарашылыҡтары сəбəпле, Аллаһ уларҙы лəғнəтлəне. Уларҙың бик аҙы ғына иман килтерҙе. 89. Мөшриктəргə (мəжүсилəргə) ҡаршы һуғышта еңер өсөн, улар (Аллаһтан) ярҙам һораны. Ҡулдарындағы китап (Тəүрəт)тең боҙоҡ урындарын төҙəтер өсөн ебəрелгəн (Ҡөръəн)де улар инҡар итте. Улар (Тəүрəттə) алдан уҡ əйтелгəндəрҙең (Ахырзаман Пəйғəмбəренең килəссəге тураһындағы хəбəрҙең) тормошҡа ашҡанын (Мөхəммəдтең Ҡөръəн менəн килгəнен) күргəс тə иман килтермəнелəр. Аллаһтың лəғнəте инҡарсылар өҫтөнə төшəсəк. 90. Аллаһ үҙе телəгəн ҡолдарына ниғмəттəрен тəғəйенлəй. Улар шунан көнлəшеп, Аллаһ индергəн Китапты (Ҡөръəнде) инҡар итеп, үҙҙəрен‐ үҙҙəре һатып, кəферлеккə дусар булдылар, был бик тə насар ғəмəл ине, лəкин файҙа күрмəнелəр. Улар ғазап өҫтөнə ғазапҡа тарынылар. Кəферҙəрҙе рисуай итеп, хурлыҡҡа ҡалдырасаҡ яза əҙерлəнгəн. 91. Уларҙың үҙҙəренə: — Аллаһ индергəнгə иман килтерегеҙ, — тип əйтелгəс: — Беҙ бары тик үҙебеҙгə индерелгəнгə (Тəүрəткə) генə ышанабыҙ, — тип əйттелəр. Шунан башҡаһын (Ҡөръəнде) инҡар итəлəр. Гəрсə, ул үҙ ҡулдарындағы боҙолған Тəүрəтте дөрөҫлəүсе сифатында килгəн хаҡ китаптыр. (Ий, Мөхəммəд), əйт Һин уларға: — Əгəр ҙə һеҙ ысынлыҡта инанған булһағыҙ, бынан алда Аллаһ күндергəн пəйғəмбəрҙəрҙе ни өсөн үлтерҙегеҙ? — тип əйт һин. 92. Ысынлыҡта Муса һеҙгə ап‐асыҡ аяттар (Тəүрəтты) килтерҙе. Һуңынан һеҙ, ғəҙелһеҙ залимдар булараҡ, быҙауға табына башланығыҙ. 93. Иҫегеҙҙəме баш осоғоҙға тау элеп ҡуйған инек, һеҙ шунда нисек ант иттегеҙ? Һеҙгə бойоролдо: — Һеҙгə бирелгəн китапты (Тəүрəтты боҙмайынса) ныҡ тотоғоҙ, һөйлəгəндəремде яҡшы аңлағыҙ! — тинек. Һеҙ: ‐ Ишеттек, əммə буйһонмайбыҙ, — тинегеҙ. Иманһыҙлыҡтары арҡаһында, уларҙың йөрəктəренə быҙауға мөхəббəт хистəре кереп тулды. Əйт Һин уларға: — Əгəр ҙə (быҙауға) инанһағыҙ, был эшегеҙ һеҙгə əллə ниндəй яман хəлдəр килтерəсəк, — тип əйт. 94. (Ий, Мөхəммəд) əйт: — Аллаһ ҡаршыһындағы йəннəт йорто башҡаларға булмайынса, бары тик беҙгə генə, тип раҫларға тырышһағыҙ, əйткəнегеҙҙе хаҡ тип һанаһағыҙ, үлемде һайлағыҙ, — тип əйт.


95. Улар үҙҙəре ҡылған (гөнаһтары, ҡаршылыҡтары) арҡаһында бер уаҡытта ла үлемде телəп алмаҫ. Аллаһ залимдарҙы бик яҡшы белə. 96. Ысындан да, тормошҡа йəбешеп ята торған, күҙе туймаҫ халыҡтарҙың иң наҙаны улар икəнен һин белерһең. Мөшриктəр (һындарға табыныусылар) бигерəк тə аскүҙ‐ҡомһоҙ була: улар мең йыл йəшəргə телəй. Былары тегелəренəн ҡомһоҙораҡ. Мең йыл йəшəһə лə, улар язанан ҡасып ҡотола алмаҫ. Аллаһ уларҙың нимə ҡылғанын күреп тора. 97. Əйт Һин: — Жəбраилгə кем дошман, шул яҡшы белеп торһон, Аллаһтың рөхсəте менəн Ҡөръəнде минең күңелемə тура юл күрһəтеүсе сифатында, унан элек килгəн китаптарҙы дөрөҫлəүсе һəм мөьминдəр өсөн һөйөнсө‐мөғжизə булараҡ (Жəбраил) килтерҙе, ‐ тип əйт. 98. Аллаһҡа, фəрештəлəргə, пəйғəмбəрҙəргə, Жəбраилгə, Микəилға дошман булған кеше — кəфер булыр. Хаҡтыр, Аллаһ — кəферҙəрҙең дошманы. 99. Шик юҡ, һиңə ап‐асыҡ аяттар индерҙек. Уларҙы фəсиҡтəр генə инҡар итəсəк. 100. Нисə тапҡыр улар һүҙ бирҙе, ант итте. Араларынан бер нисə төркөм, анттарын боҙоп, һүҙҙə торманылар. Уларҙың күбеһе иманһыҙ булып ҡалды. (101) Үҙҙəренə Аллаһ тарафынан индерелгəн китап (Тəүрəт)ты дөрөҫлəргə тип илсе (Мөхəммəд) ебəрелгəс, китаплы төркөм (йəһүдтəр), белмəгəнгə һалышып, Аллаһ Китабын арҡа яҡтарына ырғыттылар. 102. Сөлəймəндең хөкөмдарлығы ваҡытында улар шайтандарҙың (уйҙырма) ялғандарына эйəрҙелəр. Сөлəймəн кəфер түгел ине. Əммə шайтандар кəфер булды. Сөнки улар Һарут менəн Марут исемле ике фəрештəгə индерелгəн сихырҙарҙы Бабил илендəге кешелəргə өйрəттелəр. Гəрсə, был ике фəрештə бөтөн кешегə: — Беҙ бары тик (кешелəрҙе) вəсүəсəгə һалып һынау өсөн төшөрөлдөк. Һаҡ булығыҙ, яңғылышып, беҙҙəн сихыр өйрəнеп, кəфер була күрмəгеҙ, — тип киҫəтеүҙəн башҡа һис кемгə (сихыр) өйрəтмəнелəр. Улар ошо ике фəрештəнəн ир менəн ҡатын араһын боҙа торған сихырҙар өйрəнделəр. Сихырсылар, Аллаһтың рөхсəте булмаған килеш, һис кемгə зарар эшлəй алмаҫ. Улар үҙҙəренə файҙа килтерə торғанды түгел, үҙҙəренə зарар килтерə торған сихырҙы өйрəнделəр. Сихырға ҡатнашҡандарҙың Əхирəттə насибы булмаясағын улар бик яҡшы белə ине. Сихыр бəйəһенə улар үҙҙəрен һатты. Бынан да яман эш булырмы? Əгəр улар быны аңлаһа... (103) Иман килтереп, үҙҙəрен был яманлыҡтан ҡотҡарһалар, шөбһəһеҙ, Аллаһ тарафынан бирелəсəк сауап улар өсөн тағын да хəйерлерəк булыр ине. Улар быны аңлаһындар ине! 104. Һəй, иман килтергəн кешелəр! — Рағийнə (беҙҙе һаҡла) — тимəгеҙ. — Унҙурнə(беҙгə ҡара), — тип əйтегез! Уның вəғəзен ҡолаҡ һалып тыңлағыҙ.Кəферҙəр өсөн ҡайғы биреүсе яза əҙерлəнгəн. («Рағийнə” һүҙе ғəрəпсə «Беҙҙе күҙəтеп, тура юлға күндер» мəгəнəһендə булып, шул уҡ һүҙ йəһүдтəрсə һүгенеү һүҙе була икəн. Йəһүдтəр Мөхəммəд пəйғəмбəрҙе мыҫҡыллап көлə торған булалар. Шунан Аллаһ был һүҙҙе ҡулланыуҙан тыя. Уның урынына «унҙурнə» һүҙен ҡуллунырға ҡуша». Али Өзəк тəфсиренəн.) «Рағийнə» һүҙе «тыңла, ишет» мəғəнəһендə булып, баҫым менəн əҙ генə үҙгəртелгəс, «ул ахмаҡ, аңғыра, шашҡан» мəғəнəлəрен ала. «Унзурнə» һүҙе иһə, «беҙҙе көт, беҙгə форсат бир» тигəн мəғəнəне аңлата». Мəүлəнə Ғəли Тəфсиренəн.) 105. (Ий, мөьминдəр) китаплы халыҡ та, кəферҙəр ҙə, мөшриктəр ҙə Раббығыҙҙан һеҙгə ниғмəттəр индерелеүен һис тə телəмəйҙəр. Аллаһ рəхмəтен Үҙе телəгəндəргə индерə. Аллаһ — сикһеҙ мəрхəмəт эйəһеҙер. 106. Беҙ берəй аяттың көсөн ғəмəлдəн сығарһаҡ йəки уны онотторһаҡ, һис шикһеҙ, тағын да яҡшырағын йəки шуға оҡшашын бирербеҙ. Аллаһтың бар нəмəгə ҡөҙрəте еткəнен һин белмəйһеңме əллə? 107. Күктəрҙең, Ерҙең байлығы, шулар менəн идара итеү бары тик Аллаһ ихтыярында икəнен Һин белмəйһеңме ни? Һеҙҙең өсөн Аллаһтан башҡа дуҫ та, ярҙамсы ла юҡ. 108. Əллə һеҙ əүəлдəгесə, Мусаға һорауҙар биргəнегеҙ кеүек, был пəйғəмбəрегеҙгə лə һорауҙар яуҙырмаҡ булаһығыҙмы? Иманын юғалтҡан кеше, һис шикһеҙ, тура юлдан тайған булыр. 109. (Əй, мөьминдəр) китап əһелдəренең күбеһе, Хаҡ Тəғəлə үҙҙəренə (Тəурəт менəн) ысын дөрөҫлөктө бəйəн иткəндəн һуң, эстəрендəге хөсөтлөк, көнлəшеү арҡаһында, һеҙҙе иманығыҙҙан яҙҙырып, яңынан кəфер итмəксе булалар. Хəҙер инде һеҙ уларҙы кисерегеҙ һəм Аллаһтың əмере килгəнсегə ҡəҙəр, улар менəн аралашмағыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһтың бөтөн нəмəгə ҡөҙрəте етə. 110. Намаҙ ҡалдырмағыҙ, зəкəтте тейешенсə һəм ваҡытында биреп барығыҙ. Алдан уҡ үҙ файҙағыҙға ҡылған изгелегегеҙ өсөн Аллаһ ҡаршыһында əжерен аласаҡһығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙы тулайым күреп тора. 111. (Китап əһелдəре): — Йəһүдтəр һəм христиандарҙан башҡа бер генə халыҡ та йəннəткə кермəҫ, — тип əйтəлəр. Был уларҙың нигеҙһеҙ хыялыҙыр. Һин уларға: — Əгəр ҙə һеҙ, ысындан да, хаҡлы икəн, быңа дəлилдəр килтерегеҙ! — тип əйт. 112. Юҡ инде! Йөҙөн ихластан Аллаһ тарафына йүнəлдергəн кешегə əжер Раббы менəн ҡауышҡас булыр. Шулар өсөн ҡурҡыныс булмаҫ, шуларға ҡайғы килмəҫ. 113. Йəһүдтəр: — Христиандарҙың таянысы юҡ (улар хаҡ диндə түгел), ‐ тинелəр. Христиандар иһə: — Йəһүдтəрҙең таянысы юҡ (уларҙың дине дөрөҫ түгел), — тинелəр. Гəрсə, улар бер үк китаптарҙы уҡый. (Хəбəре булмағандар ҙа, уҡый‐яҙа белмəгəндəр ҙə) нəҡ шулар һүҙен ҡабатлай. Бəхəсселəрҙең ҡайһыһы хаҡлы, ҡайһыһы хаҡһыҙ икəне тураһында Ҡиəмəт көнөндə Аллаһ хөкөм сығарасаҡ. 114. Мəсеттəрендə Аллаһтың исемен телгə алмаҫҡа бойороусы һəм (мəсеттəрҙе) емерергə тырышыусыларҙан да залимыраҡ кем бар икəн был донъяла? Ысынлыҡта, улар шунда ҡурҡа‐ҡурҡа керергə тейеш. Улар өсөн донъяла түбəнлек, Əхирəттə яза əҙерлəнгəн. 115. Көнсығыш тарафы ла, Көнбайыш тарафы ла Аллаһтыҡыҙыр. Ҡайһы тарафҡа ҡараһағыҙ ҙа, һеҙ йөҙөгөҙ менəн Аллаһҡа ҡарап баҫҡан булырһығыҙ. Хаҡтыр, Аллаһтың рəхмəте киң. Ул һəр нəмəне белеп тора. («Күңелең Аллаһҡа тура булғанда, ҡайһы тарафҡа ҡарап намаҙ укыһаң да дөрөҫ, томан, буран эсендə Ҡийбланы таба алмағанда, һин ҡайҙа ҡарап сəждə итһəң дə, дөрөҫ булыр, намаҙың ҡабул ҡылыныр. Көнсығыш тарафы ла, Көнбайыш тарафы ла — бөтөн Ер шары тигəн мəғəнəлə».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 116. (Кəферҙəр): — Аллаһ бала атаһы булды! — тинелəр. Əстəғфирулла! Ул бындай түбəнлектəрҙəн азат. Күктəрҙəге һəм Ерҙəге бөтөн нəмə Уныҡы, барыһы ла Уға буйһона. («Йəһүдтəр Ғөзəйерҙе, христиандар Ғайсаны, мөшриктəр фəрештəлəрҙе Аллаһы Тəғəлəнең балалары, тинелəр». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 117. Ул күктəрҙе һəм Ерҙе юҡтан бар итеүсе. Берəй нəмə барлыҡҡа килтерергə телəһə, Ул: — Бар бул! — ти. — һəм Ул телəгəн нəмə шунда уҡ бар була. 118. Наҙандар: — Аллаһ беҙҙең менəн һөйлəшһен ине, — тип əйтəлəр, йəки: — Беҙгə лə берəй мөғжизə индерһен ине, — тип əйтəлəр. Уларҙан элек йəшəгəн наҙандар ҙа нəҡ бына шундай һүҙҙəр əйткəн ине. Улар күңелдəре менəн бер‐берҙəренə ныҡ оҡшаш. Юҡһа, Беҙ дөрөҫөн белергə телəгəндəргə аяттарҙы ап‐асыҡ итеп индерҙек.


119. Дөрөҫө шулдыр, Беҙ һине Хаҡ (Ҡөръəн менəн йəннəт тураһында) һөйөнөслө хəбəр бирер өсөн һəм (йəһəннəм тураһында) киҫəтеүсе сифатында күндерҙек. Һин (Мөхəммəд) йəһəннəмдəгелəр өсөн яуап тотмаясаҡһың. 120. Уларҙың динен ҡабул итмəһəң, йəһүдтəр ҙə, христиандар ҙа асылда Һинəн ҡəнəғəт булмаҫтар. Əйт һин уларға: — Дөрөҫ юл бары тик Аллаһ күрһəткəн юл ғына, — тип əйт. Һиңə килгəн ғилемдəн һуң, улар юлынан китһəң, шул булыр: һине бер генə дуҫың да, бер генə ярҙамсың да Аллаһтың нəфрəтенəн ҡотҡара алмаҫ. 121. Үҙҙəренə китап индерелгəн кешелəр (мəғəнəһен боҙмайынса, һүҙҙəрен үҙгəртмəйенсə) инанып уҡыйҙар, сөнки улар китап уҡығандан һуң иман килтерҙелəр. Шул китапты инҡар итеүҙе кəферҙəр иһə (һəм мəтди, һəм мəғəнəүи) зыян күрəсəк. («Йəһүд ғалиме Абдулла ибн Сəлəм менəн дуҫтары Ҡөръəнгə инанып, мосолман булдылар. Бүтəн риүəйəткə күрə, Жəфəр бин Əбү Талип менəн Хəбəшстандан килгəн ҡырҡ кешелек йəмəғəт Ҡөръəн уҡып, Исламды ҡабул иттелəр» Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 122. Əй, Исраил тоҡомо, һеҙгə биргəн ниғмəттəремде һəм бөтөн ғəлəм халыҡтарынан һеҙҙе өҫтөн ҡуйғанымды иҫегеҙгə төшөрөгөҙ. (123) Һис кем башҡа кеше өсөн һис бер нəмə эшлəй алмаясаҡ, (гөнаһтарҙы йыуыу өсөн түлəү) фидийə ҡабул ителмəйəсəк, хатта шəфəғəттең һис кемгə ярҙамы теймəйəсəк Көндəн (Ҡиəмəттəн) ҡурҡығыҙ. 124. Заманында Раббы Ибраһимды бер нисə һүҙ менəн һынап ҡараны һəм эш тамам булғас, əйтте: — Мин Һине кешелəрҙе өндəүсе (имам) итеп ҡуясаҡмын, ‐ тине. Ибраһим: — Йə, Раббым, минең ҡəрҙəштəрем араһынан да имамдар билгелə, — тине. Аллаһ əйтте: — Залимдар (кəферҙəр)гə вəғəҙəм юҡ, тине. 125. Беҙ Йортто (Кəғбəне) кешелəр бергə йыйылһын тип, именлек урыны иттек. — Һеҙ ҙə Ибраһимдың баҫҡан ерен намаҙ уҡыу урыны итегеҙ. Ибраһим менəн Исмəғилгə: тауаф итергə килеүселəр, ғибəҙəт ҡылыусылар, рəҡəғəт һəм сəждəгə киткəндəр өсөн өйөмдө(Кəғбəне һындарҙан) таҙа тотоғоҙ, ‐ тип бойорҙоҡ. 126. Ибраһим əйтте: — Йə, Раббым, ошо ҡаланы имен ит. Аллаһҡа һəм Əхирəткə инанғандарҙы елəк‐емештəр менəн һыйла, — тине. Аллаһ бойорҙо: — Инҡарсылар əҙ ваҡытҡа ғына был ниғмəттəрҙəн файҙаланыр. Лəкин һуңынан уларҙы йəһəннəм утына ташлаясаҡмын. Бик тə хəтəр урын ул — йəһəннəм. 127. Ул заманда Ибраһим менəн Исмəғил икəүлəшеп Бəйтулланың (Кəғбə) нигеҙен күтəрҙелəр. — Йə, Раббыбыҙ, доғабыҙҙы, эшебеҙҙе ҡабул ит, зинһар. Шик юҡтыр, Һин беҙҙе ишетеп, күреп тораһың, — тип ғибəҙəт ҡылдылар. 128. (Ибраһим менəн Исмəғилдең доғаһы): — Йə, Раббыбыҙ, зинһар, беҙҙе Үҙеңдең мосолман ҡолдарыңдан һана, нəҫелебеҙҙəн Һиңə итəғəт итеүсе бер өммəт əҙерлə; беҙгə ғибəҙəт урындарын һəм ысулдарын өйрəт; тəүбəлəребеҙҙе ҡабул əйлə, беҙҙе ярлыҡа. Хаҡтыр, тəүбəлəрҙе ҡабул итеүсе, сикһеҙ мəрхəмəтле Раббы бары тик Һин генə. (129) Йə, Раббыбыҙ, (Ибраһим тоҡомона) үҙ араларынан сыҡҡан, уларға аяттарыңды уҡып биреүсе, китап һəм хикмəттəрҙе өйрəтеүсе, уларҙың күңелдəрен сафландырыусы бер пəйғəмбəр күндер. Хаҡтыр, бөтөнөбөҙҙəн өҫтөн, һəр нəмəне кəрəгенсə башҡарыусы бары тик Һин генə. 130. Ибраһим тотҡан диндəн үҙен‐үҙенə ахмаҡлыҡ ҡылған диуаналарҙан башҡа кем баш тартһын? Беҙ уны был донъяла һайланыҡ. Шөбһəһеҙҙер, ул Əхирəттə изгелəр рəтендə булыр. (131) Сөнки Раббы уға: — Мосолман бул! — тине. — Ғəлəмдəрҙең Раббыһына баш эйҙем, — тине Ибраһим да. 132. Ибраһим ғəлəйһис‐сəллəм дə быны балаларына васыят итте. Хəҙрəти Яҡуп та: — Улдарым, хаҡтыр, һеҙҙең өсөн был динде Аллаһ һайлап бирҙе, шуға күрə, бары тик мосолман булып йəшəгеҙ, мосолман булып үлегеҙ, — тине. 133. (Əй, кəферҙəр) Яҡуп йəн биргəндə, һеҙ уның янында инегеҙме, юҡһа? Үлəр алдынан (Яҡуп) улдарына: — Минəн һуң кемгə итəғəт итеп йəшəрһегеҙ? — тине. — Һинең ата‐бабаларың Ибраһим, Исмəғил, Исхаҡтың Тəңреһе булған бер Аллаһҡа буйһонасаҡбыҙ, беҙ бары тик Аллаһҡа ғына итəғəт итəсəкбеҙ, — тинелəр Яҡуп балалары. 134. Донъяға килеп‐киткəн өммəттəр ҡылған (гөнаһ‐сауап) уларҙың үҙҙəренə булыр. Һеҙ ҡылғандар — үҙегеҙгəҙер. Һеҙ улар (гөнаһлылар) өсөн яуапҡа тартылмаҫһығыҙ. 135. (Йəһүдтəр менəн христиандар): — Йəһүди йəки христиан булығыҙ, хаҡлыҡ юлын табырһығыҙ, ‐ тинелəр. Əйт Һин: — Юк! — тип əйт. — Беҙ хəниф (хаҡ дингə күскəн кеше) Ибраһим тотҡан саф динде тотасаҡбыҙ. Ул бер ҡасан да мөшрик булманы? 136. — Беҙ Аллаһҡа ышанабыҙ һəм беҙгə индерелгəн (Ҡөръəн)гə ышанабыҙ; Ибраһим, Исмəғил, Исхаҡ, Яҡуп һəм уның ейəндəренə индерелгəнгə, Мусаға индерелгəнгə Китап (Тəурəт)кə, Ғайсаға индерелгəн (Инжил)гə, Аллаһ тарафынан бүтəн пəйғəмбəрҙəргə индерелгəндəргə айырмайынса ышанабыҙ һəм бары тик Аллаһҡа ғына итəғəт итəбеҙ, — тип əйт. 137. Əгəр улар ҙа, һеҙ инанған кеүек, (Аллаһҡа) инанһа, тура юлды тиҙ табасаҡтар. Əгəр ҙə инде Аллаһтан баш тартһалар, һис шикһеҙ, ҡаршы булып, аҙашасаҡтар. Уларға ҡаршы көрəшер өсөн һиңə бер Аллаһ етə. Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тора. 138. Аллаһтың (дине Ислам) нурынан башҡа кемдең нуры (кемдең дине) яҡшыраҡ? Беҙ Аллаһтың нурына ҡойондоҡ. Беҙ Аллаһҡа ғына ғийбəҙəт ҡылабыҙ, — тип əйтегеҙ. («Һин Аллаһтың буяуына ҡара! Кем Аллаһтан да гүзəл буяу менəн буяй белер? Бына беҙ Аллаһға ғына ғибəҙəт итеүселəрҙəн!» Əлмалылы Йазыр тəфсиренəн.) («Бына Аллаһтың буяуы... Аллаһтан башҡа тағын да гүзəл буяуы булған кем барҙыр? Беҙ Аллаһға ғына ҡоллоҡ итəбеҙ». Талат Кочигит тəфсиренəн.) «Аллаһтан да гүзəлерəк төҫ биреүсе бармы? Беҙ уға ғына ғибəҙəт ҡылыусыларбыҙ».Үзбəксə нөсхəнəн.) «Мы берем цвет Аллаха, и кто лучше Аллаха в расцвечивании, и мы — ему поклоняющиеся» Мəүланə Ғəли тəфсиренəн.) «Бер Хоҙай Тəғəлəнең сибғəтенə эйəреүселəрбеҙ. Əлбиттə, Хоҙай Тəғəлə яҡшырак паклаусыҙыр мөьминде Ислам дине менəн һəм беҙ Хоҙай Тəғəлəгə ғибəҙəт ҡылыусыларбыҙ» Мөхəммөд Садиҡ Иманҡолойҙың тəфсирле тəржемəһенəн.) 139. Əйт Һин уларға: — Беҙҙең Раббыбыҙ — Аллаһ Тəғəлə, — тип. — Аллаһ Тəғəлə һеҙҙең дə Раббығыҙ. Шулай булғас, һеҙ ни өсөн беҙҙең менəн тартҡылашырға булдығыҙ? Беҙ ҡылған (сауап) үҙебеҙгə, һеҙ ҡылғандар (гөнаһ) үҙегеҙгə. Беҙҙең күңелдəребеҙ ихластан Аллаһҡа бағланған. 140. Һеҙ — Ибраһим, Исмəғил, Исхаҡ, Яҡуп һəм уларҙың ейəндəре ҡайсандыр йəһүд һəм христиан булған, тип уйлайһығыҙмы? Əйт Һин уларға: — Бөтөн нəмəне һеҙ белəһегеҙме, əллə Аллаһмы? — тип əйт. Аллаһ индергəн аяттарҙы йəшерергə тырышыусыларҙан да яманыраҡ бер кем булмаҫ. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хəбəрһеҙ түгел.


141. Донъяға килеп киткəн өммəттəр ҡылған (гөнаһ‐сауап) үҙҙəренə булыр. Һеҙ ҡылғандар — һеҙгə. Һеҙ улар ҡылған (гөнаһтар) өсөн яуапҡа тарттырытылмаясаҡһығыҙ. 142. Кешелəрҙең ахмаҡ‐наҙандары əйтте: — Ҡиблаларын үҙгəртергə уларҙы нимə мəжбүр итте? ‐ тинелəр. Əйт Һин уларға: — Көнсығыш та, Көнбайыш та (бөтөн Ер йөҙө) Аллаһтыҡылыр. Ул кешелəрҙе Үҙе телəгəнсə турылар, — тип əйт. 143. Бына шулай итеп, Беҙ һеҙҙе кешелəр ҡылған ғəмəлдəргə шаһит булһындар тип, араҙашсы олуғ өммəт иттек. Рəсүлебеҙҙе лə һеҙҙең тура юлда булыуығыҙға шаһит булһын тип, ебəрҙек. (Ий, Мөхəммəд) Һин сəждə иткəн ҡибланы мин һынар өсөн бирҙем: һиңə эйəреп барырҙармы, əллə үксəлəрен ялтыратып, башҡа юлдан китерҙəрме, тип. Əлбиттə, имандары ҡаҡшау булғандарға ҡибла үҙгəртеү бик тə ҡыйын эш ине. Аллаһ һеҙҙең иманығыҙҙы, теге ҡиблаға ҡарап ҡылған намаҙҙарығыҙҙы юҡҡа сығармаҫ. Шик юҡ, Аллаһ кешелəргə сикһеҙ мəрхəмəтле һəм рəхимле. 144. ‐ (Ий, Мөхəммəд) Хаҡтыр, беҙ һинең Күккə ҡарап торғаныңды (югарынан хəбəр көткəнеңде) күрəбеҙ. Хəҙер Беҙ Ҡибланы һин бик тə риза буласағың тарафҡа күсерəбеҙ. Хəҙер инде һин йөҙөңдө Мəсжиди Харам (Кəғбəтулла) тарафына йүнəлт! (Ий, мосолмандар) ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа (намаҙ ваҡытында) йөҙөгөҙҙө шул Ҡиблаға тура тотоғоҙ. Шик юҡ, китаплы халыҡ (йəһүдтəр һəм христиандар) был ғəмəлдəрҙең Аллаһтан килгəн ысынбарлыҡ икəнен бик яҡшы белə. Аллаһ уларҙың нимə ҡылғандарынан хəбəрһеҙ түгел. 145. Һин ни ҡəҙəр генə ышандырырлыҡ итеп һөйлəһəң дə, үҙҙəренə китап индерелгəндəр (йəһүдтəр, христиандар) һинең ҡиблаңа сəждə итмəҫ. Һин дə уларҙың ҡиблаһына йүнəлмəҫһең. Улар ҙа бер‐берһенең ҡиблаһына эйелмəҫ. Үҙеңə индерелгəн ғилемдəн һуң да һин улар ихтыярына эйəрһəң, ысындан да, залим‐кəфер булырһың. 146. (Китаплы халыҡ) үҙ балаларын яҡшы белгəн кеүек, китаптарҙы (шунда Мөхəммəд Пəйғəмбəр килəсəге тураһында яҙылғанды) ла яҡшы белəлəр. Лəкин уларҙың бер ҡəүеме, белгəн көйөнсə, китаптағы дөрөҫлөктө башҡаларҙан йəшерə килə. 147. Хаҡиҡəт — Аллаһтандыр. Шулай булғас, Һин шиклəнеүселəрҙəн булма. 148. Һəр кемдең ҡиблаһы бар. Һеҙ (мөьминдəр) кешелəргə күберəк изгелек ҡылыуҙа ярышығыҙ. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һəр берегеҙҙе бер урынға туплар. Шик юҡ, Аллаһтың һəр нəмəгə ҡөҙрəте етə. 149. Ҡайһы яҡтан ғына (сəфəргə) сыҡһаң да, (намаҙ уҡығанда) Һин йөҙөңде Мəсжид‐и Харам тарафына тот. Был ‐Аллаһтан килгəн хəҡикий əмер. Аллаһ нимə ҡылғандарығыҙҙан хəбəрһеҙ ҡалмаҫ. 150. Ҡайһы яҡтан ғына (сəфəр) сыҡһаң да, (намаҙ уҡығанда) һин йөҙөңдө Мəсжиди Харам тарафына тот. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа йөҙөгөҙҙө шул яҡҡа бороғоҙ, динһеҙ кешелəр һеҙҙе хата эшлəүҙə ғəйеплəй алмаһын. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Бары тик Минəн (язамдан) ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда, Мин мəрхəмəтемде тамамлап, һеҙгə тапшырырмын, бəлки һеҙ тура юлға баҫырһығыҙ. 151. Шулай итеп, һеҙгə аяттарыбыҙҙы уҡырға, һеҙҙе яманлыҡтан арындырырға, һеҙгə китапты һəм хикмəттəрҙе өйрəтергə, белмəгəндəрегеҙҙе белдерергə, үҙ арағыҙҙан һайлап, бер Рəсүл ебəрҙек. 152. Шулай булғас, һеҙ Мине (ғибəҙəт ҡылып) зикер итегеҙ, Мин дə һеҙҙе зикер итəсəкмен. Миңə шөкөр итегеҙ. Аң булығыҙ, Миңə кəферлек ҡылмағыҙ! 153. Ий, иман килтергəн əҙəмдəр, сабыр‐түҙем булып, намаҙ уҡып, Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ (түҙем) сабыр кешелəр менəн бергə. 154. Аллаһ юлында (Жиһадта) үлтерелгəндəргə «мəйеттəр» тип əйтмəгеҙ. Ысынлыҡта улар тереҙер. Лəкин һеҙ быны аңламайһығыҙ ғына. 155. Һəр хəлдə һеҙҙе бер аҙ ҡурҡытып, аслыҡта тотоп, малдарығыҙҙы əҙəйтеп, ниғмəтегеҙҙе кəметеп, яҡындарығыҙҙың йəнен алып һынайбыҙ. Түҙем булғандарҙан (Аллаһтың əжере була, тип) һөйөнсө ал. 156. Сыҙам булғандар, баштарына берəй бəлə килһə: — Беҙ — Аллаһтың бəндəлəре, Аллаһ хозурына барасаҡбыҙ, — тип əйтəлəр. (157) Улар Аллаһтың рəхмəтенə һəм Уның ярлыҡауына лайыҡтыр. Тура юлды тапҡандар ҙа шулар булыр. 158. Шик юҡ, Сафа менəн Мəрүə тауҙары Аллаһтың ғəлəмəттəреҙер (ғибəҙəт өсөн тəғəйенлəнгəн урын). Кем (Хаж маҡсаты менəн) Кəғбəтулланы зыярат итеп, (уның тирəлəй) тауаф ҡылһа, уларҙың гөнаһаһы булмаҫ. Үҙ иреге менəн, ихластан изгелек ҡылған кешенең ғəмəлдəрен Аллаһ, һис шикһеҙ, ҡабул итер һəм əжерен бирер. Ул барыһын да белеп тора. («Сафа менəн Мəрүə — Кəғбəтулланың Көнсығыш тарафындағы ике ҡалҡыулыҡ. хəҙрəти Һəжəр (Ибраһим ғəлəйһис‐сəллəмдең ҡатыны) Исмəғил өсөн һыу эҙлəп йөрөгəндə, ошо ҡалҡыулыҡтар араһын ете тапҡыр əйлəнə. Бөгөн хаж ҡылыусылар, Кəғбəтулланы зыярат итеүселəр, тауафсылар Сафа менəн Мəрүə ҡалҡыулыҡтарына ла баралар. Əлеге аятта ике тау араһында йөрөнөүҙең гөнаһаһы юҡ, тип əйтелə. Жəһəлəт ваҡытында был ике тау түбəһенə лə берəр бот ҡуйылған була. Был һындарҙы юҡҡа сығарған булһалар ҙа, ҡайһы берəүҙəрҙең күңелендə шик ҡала, йəнəһе, ул тауҙарға барыу — шул боттарға табыныу була. Аят ана шул шикте юҡҡа сығара». Ғəли Өзөк тəфсиренəн.) 159. Беҙ индергəн асыҡ аяттарҙы, китапта тəфсиллəп күрһəткəн тура юлды йəшереүселəрҙе һəм Аллаһ, һəм бөтөн лəғнəтлəүселəр — ҡəһəрлəр. (160) Йəшəү рəүештəрен үҙгəртеп, йəшергəн дөрөҫлөктө бөтөн халыҡҡа сығарһалар һəм тəүбə итһəлəр генə, уларҙың тəүбəлəрен ҡабул итербеҙ. Беҙ тəүбəлəрҙе күплəп ҡабул итеүсе һəм ярлыҡаусы. (161) Аяттарыбыҙҙы инҡар итеп, кəфер булып үлгəндəр тураһында, улар Аллаһтың, фəрештəлəрҙең һəм бөтөн иманлы халыҡтың лəғнəтенə дусар. (162) Улар мəңгегə лəғнəт эсендə ҡалыр. Уларҙың ғазаптары кисектерелмəҫ, еңелəйтелмəҫ. Уларға мəрхəмəтле ҡараш та булмаҫ. 163. Илаһегеҙ бары тик бер Аллаһтыр. Унан башҡа Илаһ юҡ. Ул мəрхəмəтле, рəхимле. 164. Шик юҡ, күктəрҙең, Ерҙең яралтылыуында, төн менəн көндөң бер‐береһен алыштырыуында, кешелəргə файҙалы йөктəр төйəгəн кəмəлəрҙең диңгеҙҙəрҙе ярып йөҙөүендə, Аллаһ Күктəн индереп, йəнһеҙ тупраҡты йəнлəндергəн ямғырҙа, Ер йөҙөндə һəр төрлө йəн эйəһен булдырыуҙа, елдəрҙе һəм Ер менəн Күк араһында йөҙөп йөрөүсө, Аллаһтың һəр əмеренə буйһоноусы болоттар тураһында фекер йөрөтөүсе халыҡ өсөн (Аллаһтың барлығын, берлеген) раҫлай торған байтаҡ дəлилдəр бар. 165. Ҡайһы бер халыҡ Аллаһтан башҡа илаһ уйлап сығара ла, Аллаһты яратҡан кеүек, шул уйҙырманы ярата башлай. Исламға килгəндəрҙең Аллаһҡа булған мөхəббəттəре иһə уларҙыҡына ҡарағанда күп тапҡырға артыҡ. Əгəр ул кəфер залимдар үҙҙəренə тейешле ғазаптың ниндəй икəнен белһəлəр, бөтөн ҡөҙрəттең Аллаһтан икəнен һəм Аллаһ биргəн язаның ниндəй дəһшəтле икəнен аңлаған булырҙар ине. (166) Бына шул ваҡиғаны (Ҡиəмəт көнөндəге язаларҙы) күреп, үҙҙəренə эйəреп килеүселəрҙəн (уларҙың ҡотортоуы менəн кəфер булғандарҙан) ҡасырҙар; ашығып үҙ эйəрсендəренəн йыраҡлашырҙар; улар (эйəртеүсеһе лə, эйəреүсеһе лə) яза күрер һəм уларҙың араһы өҙөлөр. (167) Ямандарға эйəргəндəр шуны əйтер: — Аһ, фани донъяға тағын кире əйлəнеп ҡайтһаҡ, бөгөн улар (яманлыҡҡа ҡотортоусылар) беҙҙе ташлап ҡасҡандары кеүек, беҙ ҙə уларҙан ҡасыр инек. Шулай итеп, Аллаһ уларға донъяла ҡылған яман эштəре арҡаһында ҡайғы‐хəсрəткə ҡаласаҡтарын күрһəтə һəм улар инде уттан ҡаса алмаҫ. 168. Əй, инсандар, Ер йөҙөндə булғандарҙың (ризыҡтарҙың,) хəлəл һəм саф‐таҙаларын ғына ашағыҙ. Шайтан артынан эйəрмəгеҙ. Шайтан һеҙҙең ҡан дошманығыҙ. (169) Ул һеҙҙе бары тик яманлыҡҡа, Аллаһ хаҡында ерəнгес, ялған нəмəлəр тураһында һөйлəргə ҡоторта. 170. (Кəферҙəргə): — Аллаһтан ингəн (Ҡөръəн)гə генə эйəрегеҙ, —тип əйткəс, улар: — Юҡ, беҙ аталарыбыҙ ниндəй юлдан йөрөгəн булһа, шул юлды тотасаҡбыҙ, — тинелəр. Аталары бер нимə лə аңламайынса, дөрөҫ юлды тапмаған булһалар? (171) Аллаһҡа ышанмаған кəферҙəрҙең хəле, саҡырып ҡысҡырған тауышты ишетеп тə, һис бер нəмə аңламаған хайуандыҡы кеүек. Уларҙың (кəферҙəрҙең) күңел күҙҙəре һуҡыр, улар телһеҙ кеүек. Шуға күрə, уларҙың башы уйлар дəрəжəлə түгел. 172. Ий, иман килтергəн əҙəмдəр, үҙегеҙгə бирелгəн ризыҡтарҙың саф‐таҙа, хəлəл булғандарын ғына ашағыҙ. Бары тик Аллаһҡа ғына инанаһығыҙ икəн, Аллаһҡа ғына шөкөр итегеҙ. (173) Аллаһ һеҙгə бары тик үлəкһə, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һəм Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап һуйылған


итте харам ҡылды. Лəкин мəжбүр хəлдə ҡалһа, саманан тыш булмағанда, əҙ миҡдарҙа ашаһа, гөнаһ булмаҫ. Шик юҡ, Аллаһ ярлыҡаусы һəм рəхимлеҙер. 174. Аллаһ индергəн китаптағы хəҡиҡəтте (йəһүдтəр, христиандар) йəшерҙелəр һəм уны юҡ ҡына бəйəгə (донъя малына) һатып көн күрə башланылар. (Шул аҡсаға һатып алынған ризыҡтар менəн ҡарындарын тултыралар), эстəренə ризыҡ түгел, ут тултыралар улар. Ҡиəмəт еткəс, Аллаһ улар менəн һөйлəшеп тормаҫ, уларҙы ярлыҡамаҫ. Уларҙы шунда йəнде көйҙөрөүсө яза көтөп тора. 175. Улар тура юлды ялған юлға алмаштылар. Ярлыҡаныу урынына улар ғазап юлын һатып алдылар. Утта яныуға улар нисек итеп түҙерҙəр икəн? 176. Аллаһтың Китабы Хəҡиҡəт булараҡ индерелде. Ул Китап тураһында шикле бəхəстəр ойоштороусылар, əлбиттə, (Хаҡтан) айырылып, йыраҡлаштылар. Ғазаптар уларға шуның өсөн бирелер. 177. Йөҙөгөҙҙө Көнсығыш йəки Көнбайышҡа табан ҡаратыу ғына (ғибəҙəт ҡылыу ғына) изгелек ҡылыу түгел. Ысын изгелек ул — кешенең ҡылған яҡшы ғəмəлдəреҙер: Аллаһҡа, Əхирəт көнөнə, фəрештəлəргə, китаптарға, пəйғəмбəрҙəргə инаныу; яҡындарға, йəтимдəргə, ярлыларға, юлда ҡалғандарға (аҙашҡандарға), һораныусыларға һəм ҡолдарға (əсирҙəргə) ҡəҙерле малыңдан өлөш сығарыу, намаҙ ҡылыу, зəкəт биреү. Антыңды тороу, ауыр замандарҙа, ҡайғы‐хəсрəт һəм һуғыш ваҡыттарында сабыр итеү, түҙем булыу. Ысын мосолман кешеһенең сифаты шуларҙан тора. Мөттəҡийҙар (Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан мөьминдəр) бары тик шундайҙар ғына була ала. 178. (Ий, мөьминдəр) үлтерелгəн кеше өсөн һеҙгə үс ҡайтарыу фарыз ителде. Ирекле кеше өсөн — ирекле, ҡол өсөн — ҡол, ҡатын өсөн — ҡатын (үлтерелергə тейеш). Лəкин үлтереүсенең ғəйебе мəрхүмдең ҡəрҙəше (ғəйлəһе) тарафынан ғəфү ителһə, ғөрөф‐ғəҙəт буйынса, үлтереүсе шул нəҫелгə изгелек ҡылһын. Алда əйтелгəндəр, Аллаһтан индерелгəн еңеллек (ғəҙел хөкөм) һəм рəхмəттер. Кем дə булһа бынан һуң ошо сиктəрҙе боҙа ҡалһа, уға хəтəр яза бирелер. 179. Ий, аҡыл эйəлəре, үлтергəн кешене үлтереүҙə һеҙҙең өсөн йəшəү көсө бар. Ҡасастан (үлтереүсегə бирелəсəк язанан) ҡурҡып, бəлки һеҙ шундай енəйəттəр ҡылмаҫһығыҙ? 180. Берəйегеҙгə əжəл яҡынлаша ҡалһа, уның малы ҡала торған булһа, ата‐əсəһенə, яҡындарына ғəҙел рəүештə өлөш сығарылырға һəм ғөрөф‐ ғəҙəт буйынса васыят ителергə тейешлеге Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар өсөн бер бурыстыр. (181) Васыятты ишеткəс һəм ҡабул иткəндəн һуң, был васыятты үҙгəрткəн кешелəр гөнаһлы булыр. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора. (182) Васыятты ҡабул итеүсе вəриҫ васыят шəриғəткə хилафлыҡ менəн йəки ғəҙелһеҙлек менəн яҙҙырылған тип шиклəнһə, ике яҡ менəн килешеп, васыятты хəҡиҡəткə туры килтереп үҙгəртə ала, ул гөнаһлы булмаҫ. Шөбһəһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һəм дə кисереүсеҙер. 183. Ий, иман килтергəн бəндəлəр, һеҙҙəн алда килеп‐киткəндəргə фарыз ителгəне кеүек, ураҙа тотоу һеҙгə лə фарыз ҡылынды. Бəлки һеҙ (был фарыздарҙы үтəп) ҡотолоу юлына баҫырһығыҙ? 184. Ураҙа һанаулы көндəрҙə генə тотолор. Берəйегеҙ сирле булһа йəки сəфəрҙə йөрөһə (ураҙа тотмаҫ), һуңынан тотолмаған көндəре өсөн ураҙа тотор. (Ҡартлыҡ зəғифлегендəге кеше йəки сəлəмəтлəнеренə өмөт ҡалмаған сирле кеше ураҙа тотмаҫ) ураҙа тоторға көсө етмəгəндəр (мəтди мөмкин‐ лектəре булһа) бер фəҡирҙе (утыҙ көн) туйҙырырлыҡ фидийə бирергə тейеш. Шулар өҫтөнə кеше үҙ ихтыяры менəн хəйер‐саҙаҡа бирһə, үҙе өсөн бик тə хəйерле булыр. Белеп тороғоҙ, ураҙа тотоу һеҙҙең өсөн тағын да хəйерлерəк. 185. Рамаҙан айы кешелəргə тура юл күрһəтеүсе, ялғандан хəҡиҡəтте айыра торған дəлилдəр менəн Ҡөръəн индерелə башлаған айҙыр. Шуға күрə, ошо айға килеп ирешкəндəр ураҙа тотһон. Сирле булғандар йəки сəфəрҙəгелəр (тотолмаған көндəрен һунынан) башҡа көндəрҙə ураҙа тотор. Аллаһ һеҙгə еңеллек телəй, ҡыйынлыҡ телəмəй. Һанаулы (ураҙа) көндəрен тамам итеп, һеҙгə тура юл күрһəткəне өсөн, Аллаһты ололағыҙ, шөкөр итегеҙ. 186. Бəндəлəрем Минең турала һораштырһалар, əйт: Мин (һəр кешегə) бик яҡын торам. Хаҡтыр, миңə доға ҡылғандарҙың телəктəренə яуап бирəм. Улар ҙа тура юл менəн барыр өсөн Мине ишетһендəр, Миңə ышанһындар. Бəлки улар тура юлды табыр! 187. Ураҙа төнөндə ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылырға һеҙгə хəлəл ҡылынды. Ҡатындарығыҙ һеҙҙең күлдəгегеҙ кеүек, һеҙ ҙə уларға юрған (бөркəүес) кеүектер. Аллаһ һеҙҙең үҙегеҙгə үҙегеҙ хыянат иткəнегеҙҙе белде. Тəүбəгеҙҙе ҡабул итеп, һеҙҙе ярлыҡаны. Инде ҡатындарығыҙға яҡынлашығыҙ һəм Аллаһ рөхсəт иткəндəрҙе эшлəгеҙ. Иртəнге яҡта (аҡ епте ҡара ептəн айыра алғансыға) Таң нуры ҡараңғылыҡтан айырыла башлағансыға (йəғни Ҡояш сығырға сəғəт ярым ҡала) ҡəҙəр ашағыҙ, эсегеҙ, көнө буйы ураҙа тотоп, аҡшамда ауыҙ асығыҙ. Мəсеттəрҙə (иттиҡаф ваҡытында, йəғни Рамаҙан айының һуңғы ун көнөндə) ғибəҙəт ҡылған ваҡытта ҡатындарығыҙ менəн берлəшмəгеҙ. Былар Аллаһ тарафынан ҡуйылған сиктəрҙер. Һаҡ булығыҙ, уларға яҡынлашмағыҙ. Ошо рəүештə Аллаһ аяттарын һеҙгə аңлата. Бəлки (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланырһығыҙ? («Ир менəн ҡатындың үҙ‐ара мөнəсəбəте бында шундай матур итеп һүрəтлəнгəн. Беренсенəн, енси телəк, бер енестең икенсеһенə тартылыуы аслыҡ, һыуһау кеүек хистəр‐телəктəр менəн рəттəн ҡуйыла. Был хис‐телəктəр тəбиғəт тарафынан бирелгəн. Əҙəм балаһы тəндең был ихтыяждарын үтəмəйенсə йəшəй алмай, ашамайынса‐эсмəйенсə тора алмаған кеүек, енси ихтыяждарын да ҡəнəғəтлəндереү мəжбүрендə «Ҡатындарығыҙ һеҙҙең күлдəгегеҙ кеүек, һеҙ ҙə уларҙы ҡорған (бөркəүес) кеүектер тигəн менəн беҙгə ир‐ҡатын мөнəсəбəттəре тəбиғи телəкте үтəүҙəн тыш, тағын да бер бөйөк мəғəнə тураһында һөйлəнə. Ир менəн ҡатын бер‐береһенə кейем рəүешендə хеҙмəт итə, йəғни кейем тəнде эҫенəн‐һыуыҡтан һаҡлай, ир‐ҡатын да бер‐береһен һаҡлай, йыуата, бер‐береһен тулыландыра, биҙəй, береһенең етешмəгəн яғын икенсеһе камилаштыра». (Мəүлəнə Ғəли тəфсиренəн ) 188. Бер‐берегеҙҙең малын ғəҙелһеҙлек менəн тартып алып ашамағыҙ. Кешенең малын өлөшсə генə булһа ла махсус тартып алыр өсөн, хөкөмдарҙарға ришүəт бирмəгеҙ. Был — гөнаһ. Гəрсə, һеҙ быны белəһегеҙ. 189. (Ий, Мөхəммəд) һинəн (йыл эсендəге) айҙар тураһында һорарҙар. Һин əйт: ‐ Айҙар кешелəргə хаж ваҡытын билгелəр өсөн, — тип. Изгелек ул — өй артынан кереп йөрөү түгел. Изгелек ул — гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланыу. Өйҙəрегеҙгə ишектəн кереп йөрөгөҙ. Аллаһтың ғазабынан ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда һеҙ (ҡотолошҡа) мораҙығыҙға ирешерһегеҙ. («Элек ғəрəптəр: хаж ваҡытында ишектəн йөрөргə ярамай, тип өйҙəренең артҡы тарафынан тишек асып, өйҙəренə шунан кереп‐сығып йөрөй торған булғандар. Аллаһ кешелəрҙе был мəшəҡəттəн ҡотҡарыр өсөн, ошо аятты индерə». (Ғəли Өзəк тəфсиренəн.) 190. Ий, мөьминдəр, Аллаһ юлында һуғышыусылар менəн бергə (һеҙгə һөжүм иткəндəргə ҡаршы) һуғышығыҙ, лəкин үҙегеҙ һөжүм итмəгеҙ. Аллаһ һөжүм иткəндəрҙе бер ҙə яратмай. 191. (Үҙҙəре һуғыш башлаған) кəферҙəрҙе ҡайһы ерҙə осратһағыҙ, шунда үлтерегеҙ; һеҙҙе ҡыуып сығарған ерҙəрҙəн уларҙы ла ҡыуығыҙ. Фетнəлек кеше үлтереүҙəн дə яманыраҡ. Мəсеттə улар һеҙгə ташланмаһа, һеҙ ҙə һөжүм итмəгеҙ; улар һеҙгə ҡаршы һуғышһа, һеҙ уларҙы үлтерегеҙ. Кəферҙəр өсөн яза шул булыр. (192) Улар һуғыштан баш тартһа, Аллаһ уларҙы ғəфү итер, уларға рəхмəтле булыр. 193. Фетнə тулыһынса юҡ ителгəнгə ҡəҙəр, бары тик Аллаһ дине (Ислам) ғына тороп ҡалғансыға саҡлы һуғышығыҙ. Фетнəнəн ваз кисеп, һуғыштан туктаһалар, уларға дошманлыҡ һəм уларҙы ҡыҫрыҡлау булмаясаҡ. Залимдарҙан башҡа. 194. Харам ай урынына ‐ харам ай, харамға ҡаршы харам: кем һеҙгə яуызлыҡ ҡылһа, һеҙ ҙə уларға ҡылған яуызлыҡтары ҡəҙəр яуызлыҡ ҡылығыҙ. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ һəм белеп тороғоҙ: Аллаһ гөнаһ‐харамдан ҡурҡҡандар менəн бергə булыр. («Һижрəттең алтынсы йылында ғибəҙəт ҡылырға тип, Мəккə шəһəренə килгəн мосолмандарҙы кəферҙəр Харам мəсетенə кертмəнелəр. Был эш һуғыштар тыйылған, йəғни һуғыш харам ителгəн Зөлҡəғидə айында булды. Һуғышырға харам ителгəн айҙа кəферҙəр мосолмандарға ҡаршы һуғыш астылар. Һуғыш туҡталғас, Мəккə ҡалаһында ике арала килешеү төҙөлдө. Икенсе йылда харам айында Харам мəсетендə кəферҙəр түгел, мосолмандар баш буласаҡ, тип


əйтелде. Икенсе йылда, ысындан да, мосолмандар Харам мəсетендə ғибəҙəт ҡылдылар. Шулай итеп, харам айҙа ҡаршы харам ай ғəмəлгə кереп ҡалды». (Ғəли Өзəк тəфсиренəн.) 195. Аллаһ юлында тейешле малдарығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ. Үҙ ҡулдарығыҙ менəн үҙегеҙҙе ҡурҡыныс язаға ташламағыҙ. Һəр ғəмəлегеҙҙə изгелек менəн эш итегеҙ. Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата. 196. Хажды һəм нəфел хаж (ҡорбан салмайынса ғына хаж ҡылыу) йолаларын Аллаһ риза булырлыҡ итеп үтəгеҙ. Əгəр был эштəр һеҙгə ҡыйынға тура килһə, ҡулығыҙҙағы ҡорбанлыҡты биреп ебəрегеҙ. Ҡорбан тейешле урынға барып етмəйенсə, сəсегеҙҙе ҡырҙырмағыҙ. Берəйегеҙ сирле булһа йəки башҡа берəй төрлө рəхəтһеҙлеге булһа (хажға барып етə алмаһа), ураҙа тотоп йəки саҙаҡа биреп йəки ҡорбан салдырыу урынына фидийə саҙаҡаһы биреп, бурысын үтəр. (Сирҙəн, башҡа төрлө рəхəтһеҙлектəрҙəн) имен булһағыҙ, хаж көндəренə саҡлы ғүмрə, йəғни ҡорбанһыҙ ғына Харам мəсетен зыярат итергə (күрергə) телəһəгеҙ, ул кеше үҙ яйына ҡарап, ҡорбан салдырырға тейеш. Ҡорбан салдырмаған кеше хаж көндəрендə өс көн, иленə ҡайтҡас, ете көн, бөтөнөһө ун көн ураҙа тотор. Был əйтелгəндəр Харам мəсете тирəһендə йəшəмəгəндəр өсөн. Аллаһтан (нəфрəтенəн) ҡурҡығыҙ. Белеп тороғоҙ, Аллаһтың гөнаһлыларға бирəсəк язаһы бик тə хəтəр буласаҡ. 197. Хаж ҡылыу мəғлүм бер айҙарҙа була. Шул айҙарҙа хажға барырға ниəтлəгəн кеше (ихрамға керə, йəғни) хаж дəүерендə ҡатынына яҡынлыҡ ҡылмамаҫҡа, гөнаһ һаналған бөтөн нəмəлəрҙəн ваз кисергə, кешелəр менəн ғауғалашмаҫҡа тейеш. Изгелек эшлəгəнегеҙҙе Аллаһ күреп тора. (Əй, мөьминдəр, Əхирəт өсөн) ризыҡ əҙерлəгеҙ. Белеп тороғоҙ, ризыҡтың иң хəйерлеһе — иманлы булыу. Ий, аҡыл эйəлəре, Минең əмерҙəремде үтəмəүҙəн ҡурҡығыҙ. 198. (Хаж фасылында сауҙа итеп) Раббығыҙҙан ризыҡ (сауҙа файҙаһы) телəһəгеҙ, һеҙгə гөнаһ юҡтыр. Ғəрəфəт тауынан төшөп, төркөм булып Мəшғəри Харамға ҡайтҡас, Аллаһты зикер итегеҙ һəм аҙашып йөрөгəнегеҙҙə (таш һындарға табынған сағығыҙҙа) һеҙҙе тура юлға баҫтырғаны өсөн Аллаһты иҫкə алығыҙ. («Ихрам» һүҙенең ике мəғəнəһе бар. Ихрам — энəһеҙ, епһеҙ əҙерлəнгəн кейем. Был аҡ туҡымаға төрөнөп, мосолмандар хажға бара. Кəфенгə оҡшашлығы менəн ул, бəлки, үлемде, Əхирəт көнөн иҫкə төшөрөп торор өсөн тəғəйенлəнгəндер. Бөтөн мосолмандарҙың, ниндəй миллəттəн булыуҙарына ҡарамаҫтан, аҡ туҡымаға төрөнөп хажға йыйылыуы уларҙы рухи яҡтан берлəштерə, телəктəшлек, рухи туғанлыҡ хисен арттыра булһа кəрəк. Ҡайҙан ғына килгəн булһаҡ та, ниндəй генə телдə һөйлəшһəк тə асылда беҙ ҡəрҙəштəр, Аллаһ беҙҙең уртаҡ Тəңребеҙ, тигəнде аңлатаҙыр был уртаҡ аҡ кейем. Икенсе мəғəнəһе, хажға барыр алдынан уҡ тəҡүə тормошҡа күсеү, таҙарыныу, ураҙалағы кеүек, үҙеңде тыйыу, шикле‐гөнаһлы эштəрҙəн ваз кисеү, тигəн һүҙ ул ихрам». (Ғəли Өзəк тəфсиренəн.) 199. Һуңынан башҡа кешелəр төркөм‐төркөм булып төшкəн ерҙəн (Ғəрəфəт тауынан) һеҙ ҙə төшөгөҙ. Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ. Шөбһəһеҙ, Аллаһ һəр ваҡыт ярлыҡаусы, кисереүсеҙер. (200) Хаж ғибəҙəттəрегеҙҙе тамамлағас, ата‐бабаларығыҙҙың рухын иҫкə алғанығыҙ кеүек, хатта уларҙан да нығыраҡ Аллаһты зиһенегеҙҙə тотоғоҙ. Кешелəрҙең шундайҙары ла бар, улар: — Йə, Раббыбыҙ, беҙгə донъяла (яҡшы тормош) бир, — тип əйтəлəр. Улар өсөн Əхирəттə ярлыҡау насип ителмəҫ. (201) Шундайҙарҙың ҡайһы берҙəре: — Йə, Раббым, беҙгə донъяла ла яҡшы тормош бир, Əхирəттə беҙҙе йəннəткə урынлаштыр. Беҙҙе йəһəннəмеңдəн ҡотҡар, — тип əйтəлəр. (202) Бына уларға, үҙҙəре ҡаҙанғандарға насибы булыр. Аллаһ тиҙ арала иҫəп‐хисап аласаҡ. (203) Һанаулы көндəрҙə (йəғни хаж көндəрендə) Аллаһты зикер итегеҙ. Ашығыс рəүештə ике көндə (Мина тауынан төшөп, Мəккəгə) етергə телəгəн кешенең гөнаһаһы булмаҫ. Кисеккəн кешенең дə гөнаһаһы булмаҫ. Ул эш тəҡүəлəр өсөн. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һəм белеп тороғоҙ, һис шик юҡ, һеҙ барығыҙ ҙа Уның хозурына килеп баҫасаҡһығыҙ. 204. Кешелəр араһында шундайҙар (мəкерлелəре) бар, улар (дин тотоуҙары тураһында) донъялағы тормош хаҡында (татлы) һүҙҙəр һөйлəп, Һине хайран ҡалдырыр. Туралыҡтарын иҫбатлау өсөн улар Аллаһ исеме менəн ант итəлəр. Ғəмəлдə уларҙан да ҡурҡыныс дошман юҡ. 205. Шундай кеше һинең яныңдан китеп (эш башына ултырһа), аҫтыртын эш йөрөтə башлай. (Фетнəгə, ғауғаға сəбəпсе була) һəм игендəрҙе, малдарҙы харап итеп, нəҫел ҡоротоу өсөн бөтөнөһөн эшлəй, Аллаһ фетнəселəрҙе яратмай. (206) Уға: Аллаһтан ҡурҡ, тиһəлəр, ул тағын да тəкəберлəнə, уның был мин‐минлеге тағын да боҙоҡ юлға этə. Уға иң ҙур яза — йəһəннəм ғазабы. Йəһəннəм ул — иң хəтəр урын бит! 207. Кешелəр араһында тағын шундайҙары ла була: улар Аллаһтың ризалығын алыу өсөн, йəнен дə ҡыҙғанмай. Аллаһ Үҙ ҡолдарына ғəйəт мəрхəмəтле. 208. Əй, иман килтергəн кешелəр, барығыҙ ҙа (татыуланып) берлəшеп, Ислам диненə керегеҙ. Шайтан артынан эйəрмəгеҙ. Шик юҡ, ул һеҙҙең ҡан дошманығыҙ. 209. Шундай ап‐асыҡ дəлилдəр килгəндəн һуң да һеҙ юлдан яҙһағыҙ, белегеҙ: Аллаһ, һис шикһеҙ, ҡөҙрəтле һəм хикмəткə эйə. 210. Улар (Исламды ҡабул итмəгəн кешелəр) Аллаһ болоттарға төрөнөп, фəрештəлəре менəн бергə килеп төшөр һəм эштəрҙе тамамлар, тип көтəлəрме икəн əллə? Ə эштəр үтəлде инде һəм бөтөн эштəр ҙə Аллаһ хозурына килер. 211. Исраил тоҡомона (йəһүдтəргə) əйт һин: уларға күпме аңлайышлы аяттар бирҙек. Кем үҙенə Аллаһ тарафынан күндерелгəн ниғмəтте (Тəүрəт һəм Ҡөръəнде) үҙгəртһə, алмаштырһа, шөбһəһеҙ: Аллаһтың язаһы (уға) бик тə хəтəр буласаҡ. 212. Кəферҙəргə был донъя рəхəт тормош булараҡ күрһəтелде. Улар иман килтергəн кешелəрҙəн көлдөлəр. Гəрсə, иманға тоғро булғандар Ҡиəмəт көнөндə тегелəрҙəн өҫтөн сығасаҡ.Аллаһ Үҙе телəгəн кешелəргə хисапһыҙ ризыҡ бирер. 213. Кешелəрҙең барыһы ла бер өммəттəн ине. (Əммə кешелəр ҡайһыһы иман килтерҙе, ҡайһылары кəфер булып китте һəм улар бер‐берһенə дошман булды) шуға күрə, Аллаһ (иман килтергəндəрҙе йəннəт тураһындағы) һөйөнөслө хəбəрҙəр менəн ҡыуандырырға, (иманһыҙҙарҙы йəһəннəм менəн киҫəтеп) ҡурҡытырға пəйғəмбəрҙəрен ебəрҙе. Ҡəүемдəр араһындағы ҡаршылыҡтарҙы хөкөм итер өсөн, хаҡ китаптар индерҙе. Лəкин үҙҙəренə китап индерелгəн ҡəүемдəр, ап‐асыҡ дəлилле китаптар алғандан һуң да, көнсөллөктəре арҡаһында, диндə килешə алмайынса, айырылдылар (төрлө фирҡəлəргə бүленделəр.) Был мəсьəлəлə Аллаһ иман килтергəн кешелəргə үҙ ихтыяры менəн тура юл күрһəтте. Телəгəн кешелəрҙе Аллаһ тура юлға күндерə. 214. (Ий, мөьминдəр) əллə һеҙ үҙегеҙҙəн элек йəшəгəн кешелəр күргəн ҡыйынлыҡтарҙы күрмəйенсə генə, язалар татымайынса ғына йəннəткə керергə хыялланаһығыҙмы? Улар хəйерселектə йəшəне, күп төрлө ҡыйынлыҡтар күрҙе, аптырашта, сараһыҙ ҡалды. Хатта пəйғəмбəрҙəр мөьминдəр менəн берлектə: ‐ Аллаһтың ярҙамы ҡасан килер? —тинелəр. Күҙегеҙҙе асып ҡарағыҙ: ысынлыҡта Аллаһтың ярҙамы яҡындыр. 215. Улар саҙаҡаға нимə бирергə кəрəклеге тураһында һорарҙар. Һин əйт: —Яҡшы малдан бирелəһе өлөш — ата‐əсəгə, ҡəрҙəштəргə, йəтимдəргə, ярлыларға, сəфəрҙəгелəргə бирелгəн кеүек. Изгелекле һəр эшегеҙҙе, шөбһəһеҙҙер, Аллаһ белеп тора. 216. (Ий, мөьминдəр) һуғыш эштəренə нəфрəтле булһағыҙ ҙа (дошмандарға ҡаршы) һуғышыу һеҙгə фарыз ителде. Шулай ҙа була: һеҙ берəй нəмəнəн нəфрəтлəнəһегеҙ, ə ул һеҙҙең өсөн файҙалы; ҡайһы саҡ һеҙ үҙегеҙгə зарарлы булғандарҙы ла яратаһығыҙ. Быларҙың барыһын да Аллаһ белə, һеҙ белмəйһегеҙ. 217. Харам айында булған был һуғыш тураһында һинəн һорарҙар. Һин əйт: — Ул айҙа һуғышыу — ҙур гөнаһ. (Кешелəрҙе) Аллаһ юлынан барыуҙан тыйыу, Аллаһты инҡар итеү, Мəсжиди Харамға керергə телəгəндəрҙе тыйыу, халыҡты унан ҡыуып сығарыу иһə Аллаһ ҡаршыһында тағын да ҙурыраҡ гөнаһ. Фетнəсе — кеше үлтереүсенəн дə яманыраҡ. Көстəре етһə, кəферҙəр динегеҙҙəн яҙҙырғансыға саҡлы һеҙҙең менəн һуғышасаҡ. Берəйегеҙ диненəн яҙһа, кəфер булып үлһə, уның донъяла ҡылған яҡшы эштəре Əхирəттə файҙа бирмəҫ. Улар уттың дуҫы булыр. Улар шунда (йəһəннəм утында) мəңгегə ҡаласаҡ. 218. Хəҡиҡəтəн, иман килтергəн кешелəр, йорттарынан күсеп китеп, дин юлында һуғышҡандары өсөн, Аллаһтың рəхмəтен өмөт итə. Аллаһ иман килтергəндəрҙе ярлыҡаусы, уларҙы етди рəүештə ғəфү итеүсе.


219. Иҫерткес эсеү һəм отошло (аҙғын) уйындар тураһында һинəн һорарҙар. Һин əйт: — Уларҙың һəр икеһендə лə ҙур гөнаһтар һəм əҙ генə файҙа ла бар. Гөнаһтары файҙаларына ҡарағанда күберəк, — тип əйт. Йəнə һинəн саҙаҡаның нисек бирелергə тейешлеге тураһында ла һорарҙар. Һин əйт: — Ихтыяжыңдан артҡанын бир, — тип. Аллаһ аяттарын ана шулай аңлатып бирə. Бəлки уйланырһығыҙ? 220. Һеҙ донъя тураһында ла, Əхирəт тураһында ла уйланығыҙ. Һинəн (Мөхəммəд) йəтимдəр тураһында ла һорарҙар. Əйт: — Уларҙы тейешенсə тəрбиə итеү, тормоштарын яҡшыртыу — изгелектер, — тип. — Улар менəн бергəлəшеп йəшəһəгеҙ, улар һеҙҙең ҡəрҙəштəрегеҙ булып китер. Аллаһ (йəтимдəр) файҙаһына ғəмəл ҡылғандарҙы да, яманлыҡ ҡылғандарҙы ла белеп тора. Телəгəн кешеһенə Аллаһ зыян‐зəхмəт килтерə ала. Шөбһəһеҙҙер, Аллаһ — еңеүсеҙер, хөкөм һəм хикмəт эйəһеҙер. 221. (Ий, мөьминдəр) Аллаһтан башҡа нəмəлəрҙе тəңре тип табыныусы (мəжүси) ҡатындарға (иман килтермəҫтəн) өйлəнмəгеҙ. Иман килтергəн йəриə (ҡол ҡатын) мəжүси ҡатындан — ул һеҙгə бик оҡшаһа ла — күпкə яҡшыраҡ. Мосолман ҡатындарҙы ла мөшрик ирҙəргə (əгəр ул ирҙəр Исламды ҡабул итмəгəн булһа) кейəүгə бирмəгеҙ. Мөьмин ҡол ирекле мөшрик ирҙəн яҡшыраҡ, хатта ул (мөшрик ир) һеҙгə бик оҡшаһа ла. Улар (мөшриктəр) һеҙҙе йəһəннəмгə тарта, Аллаһ иһə үҙ телəге менəн йəннəткə һəм ярлыҡауға саҡыра. Ул кешелəргə аяттарын ап‐асыҡ итеп аңлата. Яҡшылап уйлағандан һуң, бəлки ғибрəт алырҙар (тура юлға баҫырҙар, мөьмин булып китерҙəр). 222. Улар һинəн ҡатындарҙың айға бер тапҡыр була торған күреме тураһында ла һораштырыр. Һин əйт: — (Ҡатын‐ҡыҙ өсөн) ул бер яфа инде, — тип. — Шуға күрə, күрем ваҡытында ҡатындарығыҙға теймəгеҙ, (енси мөнəсəбəттəргə кермəгеҙ), улар таҙарынғанға тиклем ҡатындарығыҙға яҡынлашмағыҙ. Таҙарынғас, улар менəн, Аллаһ бойорғанса ғəмəл ҡылығыҙ, һəр хəлдə, Аллаһ тəүбə иткəндəрҙе һəм таҙарынғандарҙы ярата. 223. Ҡатындарығыҙ һеҙҙең өсөн иген баҫыуыҙыр. Иген баҫыуығыҙға телəгəнегеҙсə барығыҙ. Алдан уҡ əҙерлəнеп, үҙегеҙ (ҙең килəсəгегеҙ, лəззəтегеҙ) өсөн яҡшы ғəмəлдəр ҡылығыҙ. Һəм Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һəм белеп тороғоҙ, хəҡиҡəтəн, һеҙ Уның хозурына барасаҡһығыҙ. Иман килтергəн кешелəргə һөйөнөслө хəбəрҙəр ирештер. 224. — Валлаһи, изгелек ҡыласаҡмын, мин тəҡүəлеккə күсəсəкмен, мин кешелəрҙе дуҫлаштырыусы, — тип, бер ҡасан да Аллаһ исеме менəн ант итмəгеҙ, үҙ юлығыҙға кəртə ҡуймағыҙ. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора. 225. Аллаһ (үҙегеҙ белештермəйенсə биргəн, хөсөтө‐мəкере булмаған) антығыҙҙағы хаталар өсөн язаламаҫ. Фəҡəт күңелегеҙҙəге хөсөтлөк өсөн яза бирер. Аллаһ ярлыҡаусы һəм рəхимлелер. 226. Ҡатынына яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа ант иткəн кеше (ҡатынын йəнə телəһə лə) дүрт ай көтөргə тейеш. Ирҙəр шунан һуң антынан ваз кисһə (кəффəрəт итһə, өс көн ураҙа тотһа) ҡатындары менəн яҡынлыҡ ҡыла алалар. Шик юҡ, Аллаһ етди рəүештə ярлыҡаусы, ысындан да, кисереүсе. 227. Айырылырға телəү ҡотолғоһоҙ булһа, (ир менəн ҡатын) айырылыр. Шөбһəһеҙ, Аллаһ ишетеп, күреп тороусы. (228) Талаҡ алған ҡатындар башҡа иргə сығырға телəһə, өс тапҡыр күрем күргəн ваҡыт уҙғансы сабыр итер. Айырылған ҡатындар, əгəр улар Аллаһҡа ышанһалар, Əхирəт көнөнə инанһалар, үҙ аналыҡтарындағы (беренсе иренəн балаға уҙғанлығын) яралғыһын йəшерһə, хəлəл булмаҫ. Айырған ир ошо (өс ай) ваҡыт эсендə, татыуланырға телəп, ҡатынын кире ҡайтарһа, хəйерле булыр. Ирҙəрҙең ҡатындары өҫтөнəн хоҡуҡтары булған кеүек, ҡатындарҙың да ирҙəре өҫтөнəн хоҡуҡтары бар. Лəкин йола буйынса ирҙəрҙең (ғəйлə башлығы булараҡ) ҡатындар өҫтөнəн булған хоҡуғы күберəк. Аллаһ мотлаҡ еңеүсеҙер, хəҡиҡəтəн, хөкөм сығарыусы һəм хикмəт эйəһеҙер. (229) Талаҡ (ир менəн ҡатындың айырылыуы) ике өлөштəн тора. Ир кеше ҡатынын ике тапҡыр талаҡ итһə, яңынан торорға телəһə, ҡаршылыҡһыҙ ҡатынын кире алырға хаҡлы, яҡшылап торорға хоҡуҡлы. Йəки яҡшылыҡ менəн, тейешен биреп, айырып ебəрə. Айырғанда ҡатындарығыҙҙың мəһерен (уларға бүлəк ителгəн нəмəлəрҙе) алып ҡалыу хəлəл булмаҫ. Əгəр улар икеһе лə Аллаһ ҡуйған сиктəрҙе үтəмəүҙəн ҡурҡһа ғына. Əгəр ҙə шул сиктəрҙе уҙырбыҙ тип ҡурҡһағыҙ, ул ҡатын иренə ҡалым малын, мəһерен биреп, азатлыҡ (талаҡ) алыр. Ул сағында уларҙың икеһе лə гөнаһлы булмаҫ. Һөйлəнгəндəрҙең барыһы ла Аллаһ ҡуйған сиклəнеүҙəрҙер. Шул сиктəрҙе боҙмағыҙ. Шул сиктəрҙе боҙған кешелəр залим булыр. (230) Ир кеше ҡатынына өс тапҡыр талаҡ əйтһə, ул ҡатын иренə хəлəл булмаҫ; икенсе бер ир менəн никахлашып, унан талаҡ алғас ҡына, беренсе ир ошо ҡатын менəн йəнə никахлаша ала. Был эштə гөнаһлылар юҡ. Əгəр ҙə улар алға табан Аллаһ билгелəгəн сиктəр эсендə йəшəүҙəренə инанһалар. Бына былар Аллаһтың сиклəүҙəре булыр. Аллаһ был сиклəүҙəрҙе аңларҙай белемле кешелəргə бəйəн итə. 231. Ҡатынығыҙҙы айыраһығыҙ икəн, уның ғиддəте (билгелəнгəн ваҡыты) уҙғас, яҡшылап ҡына тороғоҙ йəки яҡшылап ҡына айырып ебəрегеҙ. Лəкин һеҙ уны йəберлəп, ирекһеҙлəп тотмағыҙ. Шулай ҡыланған кеше, үҙ‐үҙенə ҡарата золом ҡыла. Аллаһтың аяттарын көлкөгə əйлəндермəгеҙ. Аллаһтың һеҙгə биргəн ниғмəттəрен, һеҙгə өгөт‐нəсихəт бирер өсөн индергəн Китабын (Ҡөръəнде) һəм уның хикмəттəрен иҫегеҙҙəн сығармағыҙ. Аллаһтың язаларынан ҡурҡығыҙ һəм белеп тороғоҙ. Хəҡиҡəтəн, Аллаһ барыһын да белеп тора. 232.. Ҡатынын айырғас һəм ҡатындың ғиддəте үткəс, алға табан ҡатыны менəн шəриғəтсə йəшəргə телəһəлəр, уларҙың яңынан никахлашыуына ҡамасауламағыҙ. Аллаһҡа, Əхирəт көнөнə иман килтергəндəргə ошондый өгөт бирелə. Был һеҙҙең өсөн бик тə файҙалы һəм сафлыҡтыр. Был эштəрҙең барыһын да Аллаһ белер, һеҙ белмəҫһегеҙ. 233. Əсəлəр балаларын ике йыл дауамында имеҙергə тейеш. (Был хөкөм) имеҙеүҙəн туҡтарға телəгəндəр өсөн. Ғөрөф‐ғəҙəт буйынса (əсəлəрҙең) ашау‐эсеүе, кейеме баланың атаһы өҫтөнəн булырға тейеш. Бер кемдəн дə мөмкинлегенəн артығы һоралмаҫ. Балаһы арҡаһында əсəһен рəнйетеү, бала өсөн атаһын рəнйетеү булмаһын. Мираҫсы өҫтөнə төшкəн вазифа ла шулай уҡ. (Баланың атаһы үлеп китһə, имеҙеүсе ҡатынды ашатыу‐эсертеү мираҫсы өстөнə төшə.) (Ата‐əсə) араһында ризалыҡ һəм уртаҡ килешеү булһа, (ике йəше тулмаған баланы) күкрəктəн айырырға телəһəлəр, икеһенə лə гөнаһ булмаҫ. Балаларығыҙҙы имеҙер өсөн йола буйынса башҡа ҡатын яллаһағыҙ, гөнаһ юҡтыр. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һəм белегеҙ: шик юҡ, Аллаһ һеҙ нимə ҡылһағыҙ, шуны күреп тора. 234. Арағыҙҙан берəү үлһə, уның тол ҡалған ҡатындары (башҡа ир менəн аралашмайынса) йəки айырылған ҡатын яңғыҙы дүрт ай ҙа ун көн (ғиддəт) көтөп йəшəр. Бына ошо ваҡыт уҙыуға, улар шəриғəт ҡушҡанса, үҙ баштарына йəшəй башлаһа, һеҙҙең өсөн гөнаһ булмаҫ. Аллаһ һеҙ нимə эшлəһəгеҙ ҙə, хəҡиҡəтəн, белəҙер. («Ғиддəт ваҡытында тол ҡалған ҡатын кейəүгə сығырға, мəрхүм иренең өйөнəн сығып йөрөргə, биҙəнергə тейеш түгел. Ошо ваҡыт эсендə ҡатындың иренəн ауырлымы, юҡмы икəне беленер. Ауырлы булһа, ҡатын шул йортта бала тыуғансыға ҡəҙəр ҡала. Һуңынан башҡа кешегə кейəүгə сыға ала. Ауырлы булмаһа ла, ғиддəт ваҡыты уҙғас, ҡатындың кейəүгə сығырға хоҡуғы була. Ғиддəт ваҡытында ҡатындың ауыры төшһə, ғиддəтте аҙағына ҡəҙəр дауам итеү ихтыяжы ҡалмай». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 235. (Ғиддəт тотҡан) ҡатындарға (никах менəн) өйлəнергə телəүегеҙ йəки шуға өмөт итеп, эстəн генə хыяланып йөрөүегеҙҙə гөнаһ юҡ. Аллаһ белəлер, һеҙ уларҙы (был ҡағиҙəлəрҙе) һис тə онотмаҫһығыҙ. Лəкин (ғиддəттəгелəрҙең) үҙҙəре менəн йəшерен вəғəҙəлəшмəгеҙ, əҙəп сиктəрендəге ғəҙəти һүҙҙəр генə һөйлəгеҙ. (Мəжбүри булған) ғиддəт ваҡыты ахырына килеп етмəйенсə, никах тураһында һүҙ ҡуҙғатмағыҙ. Аңлы булығыҙ, ғиддəт уҙмайынса, никах тураһында һүҙ ҡуҙғатмағыҙ. Аңлы булығыҙ, Аллаһ һеҙҙең күңелегеҙҙəге ниəттəрҙең барыһын да, əлбиттə, белеп тора. Уның язаларынан ҡурҡығыҙ һəм йəнə белеп тороғоҙ: хəҡиҡəтəн, Аллаһ бик күп мəрхəмəт итеүсе, Ул сабырҙыр. 236. Никахлашҡандан һуң, ҡатынға ҡағылмаған булһағыҙ, ҡалым‐бирнə алынмаған булһа, был ҡатынды талаҡ итһəгеҙ, гөнаһ юҡ. Мөлкəтегеҙ рөхсəт иткəнсə, мəтди ҡыҫынҡылыҡта булғанда ла, йола буйынса (айырылған ҡатынға) ярашлы итеп өлөш биреп ебəрегеҙ. Был эш изгелек итеүсенең бурысыҙыр. (237) Һеҙ уларҙы ҡағылмаған килеш айырһағыҙ, уларға мəһер тəғəйен иткəн булһағыҙ, ул ваҡытта тəғəйенлəнгəн малдың яртыһы уларға булыр. Əгəр улар үҙҙəре мəһерҙəн баш тартһа, ҡулында никах шарты булған кеше ғəфү итһен. (Һəй, ир кешелəр) һеҙҙең киң күңелле, бер‐берегеҙгə изгелекле булыуығыҙ тəҡүəлеккə яҡын булыр. Һеҙгə бирелгəн өҫтөнлөктө онотмағыҙ. Шөбһəһеҙ, һеҙ нимə ҡылһағыҙ, Аллаһ шуны күреп тора.


238. Намаҙҙарҙы һəм урта намаҙҙы (икендене) ҡалдырмайынса дауам итегеҙ. Түбəнселек менəн Аллаһҡа итəғəт итеп, намаҙ уҡығыҙ. (239) Лəкин (һуғыш ваҡытында, ташҡын баҫҡанда йəки шуға оҡшаш ҡурҡыныстар булғанда, итəғəт менəн иркенлəп намаҙ уҡырға мөмкинлектəр булмағанда) шөбһəле мөхиттə лə аяҡ өҫтө йəки ат өҫтөндə барғанда, (Ҡиблаға ҡарарлыҡ шарттар булмағанда ла) намаҙ уҡығыҙ. Ҡурҡыныс (йəки сирегеҙ) уҙып киткəндəн һуң, элек белмəгəнегеҙҙе Аллаһ һеҙгə нисек өйрəткəн булһа, шулай, Аллаһты маҡтап, намаҙ ҡылығыҙ. 240. Берəүһе ҡатындарын тол ҡалдырып үлеп китһə, үлер алдынан ҡатындарына уның өйөндə мохтажлыҡ күрмəйенсə, бер йыл йəшəргə рөхсəт икəнлеге тураһында васыят əйтһен. Əгəр (тол ҡалғас) улар үҙ телəктəре менəн өйҙəн китһəлəр һəм үҙҙəре телəгəнсə, шəриғəтсə йəшəй башлаһалар, гөнаһ юҡ. Аллаһ — һəр ваҡыт ҡөҙрəт һəм хикмəттəр эйəһе. 241. Талаҡ ҡылынған ҡатындарға ирҙəре (шəриғəт ҡушҡанса) мал бүлеп бирергə тейеш. Ҡатын хаҡын боҙмау — мөьмин мосолмандарҙың изге бурысы. 242. Һеҙҙең зиһендəрегеҙгə барып етһен тип, Аллаһ аяттарын бына шулай аңлата. 243. Үлемдəн ҡасып, меңдəрсə кешелəрҙең үҙ өйҙəренəн атылып сыҡҡандарын һин күрмəнеңме ни? Аллаһ уларға: — Үлегеҙ! — тине. (Улар үлде) шунан һуң уларҙы терелтте. Хəҡиҡəтəн, Аллаһ кешелəргə миһырбанлы, лəкин күптəрегеҙ шөкрəнə ҡылманығыҙ. 244. Аллаһ юлында һуғышығыҙ. Аңлы булығыҙ, Аллаһ һис шөбһəһеҙ, ишетеп‐белеп тороусы. 245. Əжəткə биргəн кеүек, Аллаһ ҡаршыһында изгелек ҡылыусы (хəйер, зəкəт биреүсе) кем ул? Аллаһ та уны (дəрəжəһен, малын) ҡат‐ҡат арттырыр. Аллаһ кемдеҙер ҡыҫтау йəшəтер, кемдəрҙеҙер мул йəшəтер. Бөтөнегөҙ ҙə бары тик Аллаһ хозурына килтерелəсəкһегеҙ. 246. Мусанан һуң килгəн Исраил тоҡомоның етəкселəрен күрмəнеңме? Улар үҙҙəренə ебəрелгəн пəйғəмбəргə: — Беҙгə бер хаким күндер ҙə, беҙ Аллаһ юлында һуғышырбыҙ, — тинелəр. Пəйғəмбəр ҙə əйтте: — Һеҙҙе һуғышҡа яҙһаҡ та, һеҙ һуғышмаҫһығыҙ бит, — тине. Улар əйтте: — Ни эшлəп һуғышмайыҡ, ти! Беҙҙе йорттарыбыҙҙан ҡыуып сығарҙылар, балаларыбыҙҙан мəхрүм иттелəр, — тинелəр. Лəкин кəферҙəр менəн һуғышыу фарыз ителгəс, уларҙың күбеһе (һуғыштан) баш тартты, бик əҙе генə һуғышты. Аллаһ барыһын да (монафиҡтарҙың ике йөҙлө ғəмəлдəрен) бик яҡшы белеп тора. 247. Уларға Пəйғəмбəр əйтте: — Хəҡиҡəтəн, Аллаһ һеҙгə хаким итеп Талутты күндерҙе, — тине. Улар əйтте: —Нисек инде ул беҙҙең өҫтəн хакимлыҡ итһен? Беҙ хаким итергə унан да лайығыраҡбыҙ. Байлығы ла, малы ла булмаған кеше нисек итеп беҙҙең өҫтəн хакимлыҡ итер икəн? — тинелəр. Пəйғəмбəр əйтте: — Ысындан да, Аллаһ Талутты һеҙгə хаким итте, ул белем өлкəһендə лə, ҡеүəте менəн дə һеҙҙəн өҫтөн. Аллаһ — милекте кемгə бирергə телəһə, шуға бирə. Аллаһ мəрхəмəт эйəһе, ғилеме менəн йомарттыр, барыһын да белеп тороусы. 248. Пəйғəмбəрҙəре уларға əйтте: — Уның (Талуттың) хөкөмдарлыҡ ғəлəмəте шул булыр: һеҙгə бер һандыҡ килер, эсендə Раббығыҙҙың тамғаһы булыр һəм (һандыҡта) Муса нəҫеленəн, Һарун ырыуҙары мираҫҡа ҡалдырғандың ҡалдыҡтары булыр. Фəрештəлəргə шул эш тапшырыласаҡ. Əлбиттə, шунда һеҙгə ҡəтғи бер ғəлəмəт (һəм, ғибрəт) бар. Əгəр ҙə һеҙ иманға килгəн булһағыҙ. 249. Ғəскəре менəн Талут юлға сыҡты. Ул əйтте: — Шөбһəһеҙ, бер инешкə тап килтереп, Аллаһ һеҙҙе һынап ҡарар. Шул йылғанан берəйегеҙ (ҡомһоҙланып) һыу эсһə, минең менəн бара алмаҫ. Эсмəгəн кеше минең менəн булыр. Бер ус ҡына һыу алып эсһə, ул да минең менəн барыр, — тине. (Йылғаға килеп еткəс) ғəскəрҙең күп кешеһе туйғансы һыу эсте. Бик əҙе генə һыу эсмəне. Ниһайəт, ул (Талут) үҙенең мосолмандарҙан торған ғəскəре менəн йылғаны кисеп сыҡты. Ҡайһы берҙəре əйтте: — Бөгөн Ялут ғəскəренə ҡаршы һуғышырға беҙҙең көсөбөҙ юҡ, — тинелəр. Аллаһ менəн һис шикһеҙ ҡауышасаҡтарын белгəндəр əйтте: — Аллаһ ярҙамы менəн əҙ генə кеше менəн дə күп һанлы ғəскəрҙе еңгəндəр бар, ‐ тинелəр. Аллаһ сыҙам кешелəр менəн бергə булыр. 250. Улар (Талут əмерендəгелəр) Ялут ғəскəренə ҡаршы сыҡҡанда əйттелəр: — Йə, Раббыбыҙ, беҙгə түҙемлек бир. Аяктарыбыҙҙы нығыт, был кəферҙəр өйөрөнə ҡаршы һуғышҡа беҙгə ярҙам ит, — тинелəр. 251. Шулай итеп, улар (һуғыш башланыр‐башланмаҫта) Аллаһ ярҙамы менəн уларҙы (дошмандарҙы) ҡыуып таратты. (Мөьмин ғəскəре менəн килгəн) Дауыт Ялутты үлтерҙе. Аллаһ уға (Дауытҡа) хөкөмдарлыҡ һəм пəйғəмбəрлек дəрəжəһе бирҙе, ул өйрəнергə телəгəндəрҙе Аллаһ өйрəтте. Əгəр ҙə Аллаһ кешелəрҙе бер‐берҙəренə ҡаршы һуғыштан тыйып тормаһа ине, Ер йөҙөндə, мотлаҡ, гел генə фетнə сығып торор ине. Аллаһ ғəлəмдəгелəрҙең барсаһына мəрхəмəтле. 252. Былар — Аллаһтың аяттарыҙыр. (Ий, Мөхəммəд) быларҙы һиңə хаҡлыҡ менəн уҡыйбыҙ. Һин, əлбиттə, Беҙҙең илсебеҙ. 253. (Был сүрəлə зикер ителгəн) ул пəйғəмбəрҙəрҙе Беҙ бер‐берһенəн өҫтөн күрҙек (берһендə булған айырым‐айырым һəлəт икенсеһендə булмаҫ). Аллаһ уларҙың берһе менəн һөйлəшə, икенселəрен бөйөк дəрəжəлəргə күтəрə. Мəрйəмдең улы Ғайсаға аңлайышлы, асыҡ аяттар индерҙек һəм уны Рух‐Əль Ҡутдус менəн ҡеүəтлəндерҙек. Əгəр Аллаһ ихтыяр итһə ине, улар артынан килеүсе кешелəр, үҙҙəренə асыҡ китаптар килгəндəн һуң да, бер‐берҙəрен үлтермəгəн булырҙар ине. Лəкин улар дошманлаштылар. Нəтижəлə, уларҙың ҡайһыһы иман килтерҙе, ҡайһылары кəферлеккə китте. Аллаһ уларҙың бер‐берҙəрен үлтереүҙəрен телəмəһə, үлтертмəҫ ине. Əммə шуныһы бар, Аллаһ үҙе телəгəнсə ғəмəл ҡылыр. 254. Ий, иман килтергəн бəндəлəрем, Беҙ һеҙгə биргəн ризыктарҙы Əхирəт көнө килеп еткəнсе үк (Хаҡ юлында) сарыф итегеҙ (саҙаҡа бирегеҙ, йəтимдəргə ярҙам итегеҙ, зəкəт бирегеҙ, хаж ғибəҙəте ҡылығыҙ). Ул Көн килеп еткəс кенə алыш‐биреш тə, дуҫлыҡ та, шəфəғəт тə булмаясаҡ. Кəферҙəр золом итеүселəрҙең үҙеҙер. 255. Аллаһтың Үҙенəн башҡа Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул (мəңге) тере. Заты менəн Ул һəр ваҡыт бар. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла тотмай. Күктəрҙəге, Ерҙəге бөтөн нəмə Уныҡы ғына. Аллаһтың рөхсəте булмағанда, бер кем дə, бер кемдең дə гөнаһтарын ярлыҡай алмай. Ул Үҙе яралтҡандарҙың алда нимə күрəсəген, үткəнендə нимə күргəндəренең (ҡылғанын, ҡылмағанын, ҡыласағын, белгəнен, белмəгəнен, йəшергəнен, йəшермəгəнен) барыһын да белеп тора. Кешелəр уның ғилеменəн башҡа бер нəмə лə эшлəй алмаҫ. Уның көрсийе (ғилеме) күктəрҙе һəм Ерҙе үҙ эсенə алған. Аллаһҡа күктəрҙе, Ерҙе һаҡлап тороу һис тə ҡыйын түгел. Аллаһ ғəйəт бөйөк, ғəлəмəт тə олуғтыр. («Был аят «Аятел Көрси» тип атала. Көрcиҙе, ғəҙəттə, тəхет тип тə анлаталар. Лəкин ул беҙ аңлаған сифаттағы тəхет түгел, əлбиттə. Аллаһтың көрсийе, Аллаһтың тəхете. Ул күктəрҙе, Ерҙе үҙ эсенə алырҙай киң, оло, сикһеҙ. Хəҙрəти Мөхəммəд Пəйғəмбəребеҙ əйткəн, имеш: көндəрҙең, иң олоһо — Йома. Һүҙҙəрҙең иң олоһо – Ҡөръəн. Ҡөръəндең иң оло сүрəһе ‐ Баҡара. Баҡараның иң олуғ аяты —Аятел Көрси булыр, тигəн» Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 256. Диндə ирекһеҙлəү (көслəү) юҡ. (Ҡөръəн ингəс) Хəҡиҡəт менəн ялған бер‐берҙəренəн айырылды. Шайтандан баш тартып, иман килтергəн кеше бер ҡасан да ҡутарып алып булмай торған тотҡаға (дөрөҫлөккə, Исламға) йəбешкəн булыр. Хəҡиҡəтəн, Аллаһ барыһын да ишетеүсе, һəр нəмəне белеп тороусы. 257. Аллаһ — иман килтергəндəрҙең ярҙамсыһы. Ул уларҙы ҡараңғылыҡтан ҡотҡарып, нурға алып сығыр. Кəфер иткəндəрҙең дуҫы иһə шайтандыр. Ул нурҙан айырып, кешелəрҙе ҡараңғылыҡҡа алып керер. Шайтандар (һəм уларға эйəргəн бəндəлəр) — йəһəннəм эйəлəре. Улар шунда ҡалыр.


258. (Ий, Мөхəммəд) Аллаһ биргəн мөлкəт менəн аңһат ҡына байыған бер кешенең Ибраһим менəн Раббы хаҡында нисек һүҙ көрəштереүен күрҙеңме һин? Ибраһим: — Минең Раббым үлтерер ҙə, терелтер ҙə, — тине, теге бəндə: — Мин дə үлтерə лə, терелтə лə алам, — тине. Ибраһим əйтте: —Аллаһ Ҡояшты Көнсығыштан сығара, Əйҙə, һин уны Көнбайыштан сығарып ҡара, — тине, кəфер тотлоғоп ҡалды. Аллаһ гөруһтарҙы (залимдарҙы, Илаһи хөкөмдəр тураһында тартышырға аҙапланғандарҙы) тура юлға күндермəҫ. 259. Йəки түбəлəре ишелеп, нигеҙҙəре емерелгəн бер биҫтə биналарының емеректəре янынан уҙып барыуысыны күрмəнеңме? (Ул үҙ алдына): — Аллаһ был үле биҫтəне нисек итеп яңынан терелтер икəн? — тине. Аллаһ уны йəнһеҙ итте. Йөҙ йылдан һуң терелтте. — Һин күпме ваҡыт бында яттың? — тип һораны. Тегеһе əйтте: — Булһа, бер көндөр, бəлки əҙерəктер ҙə, — тине. Аллаһ уға: — Юҡ, һин йөҙ йыл үле килеш яттың. Бына ризыҡтарыңа, эсемлектəреңə ҡара, улар əле һаман боҙолмаған. Шунан һуң үҙеңдең ишəгеңə ҡара. Инсандарға ғибрəт булһын тип, һине терелттек. Хəҙер ишəгеңдең һөйəктəренə ҡара. Нисек итеп Беҙ уның һөйəктəрен бергə йыйып, уға ит ҡундырасаҡбыҙ, — тине, (Ишəк, терелеп, əүəлге рəүешен алды.) Быны күргəс, ул (Ғөзəйер) əйтте: — Мин белдем инде: шик юҡ, шөбһə юҡ, Аллаһтың ҡөҙрəте бөтөн нəмəгə лə етə икəн, — тине. (М. Ғəли яҙыуынса, йөҙ йылдан һуң терелгəн кеше ул — йөҙ йылдан һуң төрнəклəнгəн Израил халҡының яҙмышына ишара. Боҙолмаған ризыҡ, һөйəктəренə ит ҡунып, йəнə терелгəн ишəк тураһындағы хикəйəне лə күсермə мəғəнəһендə аңлау кəрəк. Был —төш һəм хикəйəт.) 260. Ибраһим: — Йə, Раббым, мəйеттəрҙе нисек итеп терелткəнеңде миңə лə күрһəт, зинһар, — тине. (Аллаһ уға:) — Əллə Миңə ышанмайһыңмы? — тине. — Ышанам,—тине Ибраһим. — Лəкин (үҙ күҙҙəрем менəн күреп) күңелемде тынысландыраһым килə. (Аллаһ) əйтте: — Дүрт ҡош тот. Уларҙы үҙеңə эйəлəштер. (Һуңынан уларҙы һуйып, боттарын‐саттарын айырып, һəр берһенəн берəй киҫəк алып), айырым‐айырым тау башына итеп ҡуй. (Өйөңə ҡайтҡас, ҡоштарыңды) саҡыр. Улар һинең янға осоп ҡайтыр. Шуны белеп тор, Аллаһ — мотлаҡ ҡөҙрəт эйəһе, хөкөм һəм хикмəт сахибеҙер. (Тəржемəселəр, тəфсирселəрҙең күбеһе шулай яҙа. Лəкин Ҡөръəн теле белгестəре араһында башҡаса аңлатыусылар ҙа бар. Аллаһ Ибраһимға дүрт ҡош тотоп, уларҙы өйрəтергə һəм дүртеһен дүрт тауға итеп ҡуйырға бойора. Өйрəтелгəн ҡоштар, Ибраһим Пəйғəмбəр саҡырғас, юлдан яҙмайынса, əйлəнеп ҡайта.) 261. Малдарын Аллаһ юлында сарыф иткəндəрҙең хəле, ете башаҡ үҫтереп, һəр башаҡта йөҙ бөртөк орлоҡ биргəн бер дана орлоҡтоң хəле кеүектер. Ихтыяр иткəн кешеһенə Аллаһ ҡат‐ҡат ниғмəт бирер. Аллаһ муллыҡ эйəһе һəм барыһын да белеп тороусы. 262. Малдарын (Аллаһ юлында) сарыф итеп тə, биргəн малдары өсөн үкенмəгəндəр, кешене рəнйетмəгəндəр Аллаһтың əжеренə лайыҡ. Уларға бер ниндəй ҙə ҡурҡыныс янамаҫ, улар өҫтөнə ҡайғы килмəҫ. 263. (Кешелəргə) тəмле һүҙ əйтеү һəм (уларҙың) хаталарын кисерə белеү, рəнйетеп, телəр‐телəмəҫ бирелгəн хəйерҙəн артығыраҡ. Аллаһ (ҡолдарының саҙаҡаларына) мохтаж түгел, Ул бай һəм сабыр. 264. Əй, мөьминдəр, кешелəргə күрһəтер өсөн генə саҙаҡа‐мал бирмəгеҙ. Аллаһҡа, Əхирəт көнөнə ышанмаған кəфер кеүек, хөсөтлөк менəн, кешене рəнйетеп саҙаҡа бирмəгеҙ. Был кешенең хəле, өҫтө тупраҡ менəн ҡапланған таш‐ҡаяныҡы кеүек; ҡойоп ямғыр яуғандан һуң, ҡая‐таш шып‐шыма булып ҡала (таш өҫтөндəге тупраҡ иген сəсһəң дə уңыш бирə алмай, уны ямғыр йыуып алып китə). Былар (донъялыҡта) ҡылған (яҡшы) эштəренең берһенəн дə (сауап) ҡеүəт ала алмаҫтар. Аллаһ кəферҙəр гөруһына (өйөрөнə)һидəйəт бирмəҫ. 265. Аллаһ ризалығын алырға телəүселəр һəм рухтарында булған иманды нығытыу өсөн, малдарын сарыф иткəндəрҙең хəле ҡалҡыулыҡтағы гүзəл баҡса кеүектер. Баҡса өҫтөнə ямғыр яуһа, ике ҡат уңыш йыйып була. Ямғыр мул яумаһа ла (һис юғында ул баҡсала) дым ҡалыр. Аллаһ һеҙҙең нимə ҡылғандарығыҙҙы күреп тора. 266. Хөрмəлəр, йөҙөмдəр шаулап үҫкəн, шишмəлəре ағып тороусы, елəк‐емеш тулы баҡсаһы булған кеше ҡартайып, (ҡарт булһа ла) бала‐ сағалары ғəзиз сабый булып, утлы өйөрмə сығып, шул баҡсаны яндырып китеүен телəр инеме икəн? Бына, Аллаһ һеҙгə аяттарын шулай ап‐асыҡ итеп аңлата. Моғайын, һеҙ фекер йөрөтөп ҡарарһығыҙ (һəм бер нəтижəгə килерһегеҙ). 267. Əй, мөьминдəр, йыйған малдарығыҙҙың иң затлыларын ғына һəм һеҙҙең өсөн ерҙəн сығарғандарыбыҙҙан (саҙаҡа, хəйер, зəкəт биреп, Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ. Күҙ йомоп (сырайығыҙҙы һытып, ерəнеп кенə, телəр‐телəмəҫ кенə) алырҙай затһыҙ малды бүлəккə бирмəгеҙ (үҙегеҙгə оҡша‐ маған, ғəмəлгə яраҡһыҙ мал хəйергə бирелмəҫ). Белеп тороғоҙ, Аллаһ сикһеҙ бай һəм маҡтауға лайыҡ. 268. Шайтан һеҙҙе: — Фəҡир буласаҡһығыҙ, — тип ҡурҡыта. Һеҙҙе ул фəхешлеккə саҡыра (һеҙҙе боҙоҡлоҡҡа, һаранлыҡҡа өндəй). Аллаһ иһə һеҙгə үҙенəн ярлыҡау һəм муллыҡ вəғəҙə итə. Аллаһ — сикһеҙ йомартлыҡ эйəһе, барыһын да белеп тороусы. 269. (Аллаһ Тəғəлə) хикмəтен телəгəн кешеһенə бирер. Кемгə хикмəт (аҡыл, ғилем) бирелһə, хəҡиҡəтəн, уға күп хəйер бирелгəн булыр. Сəлəмəт аҡыллы кешелəрҙəн башҡа быны бүтəндəр яҡшы аңламаҫ. 270. Саҙаҡа малын ҡайҙа ҡуйғанығыҙҙы йəки кемгə лə булһа нəҙер ителгəн малығыҙҙы ҡайҙа сарыф иткəнегеҙҙе Аллаһ белеп тора. Залимдар өсөн һис бер ярҙам булмаҫ. 271. Саҙаҡаларығыҙҙы асыҡ итеп бирһəгеҙ, яҡшы булыр. Саҙаҡаларығыҙҙы фəҡирҙəргə йəшертен бирһəгеҙ, һеҙҙең өсөн тағын да хəйерлерəк булыр. Шуға күрə, (Аллаһ) гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн ярлыҡар. Һеҙ нимə генə эшлəһəгеҙ ҙə, Аллаһ барыһынан да хəбəрҙар. 272. (Ий, Мөхəммəд) уларҙы (бəндəлəрҙе) һидəйəткə ирештереү һиңə йөклəнмəй. Кемгə телəһə, Аллаһ һиҙəйəтте шуға бирə. Бирелгəн хəйер (мал) үҙ файҙағыҙға булыр. Һеҙ малдарығыҙҙы (саҙаҡағыҙҙы) бары тик Аллаһ ризалығын алыр өсөн генə бирəһегеҙ. Аллаһ юлында сарыф иткəн малдарығыҙ (саҙаҡалар, зəкəт, хəйер) өсөн һеҙ артығы менəн бүлəклəнəсəкһегеҙ. Һеҙ (сауап мəсьəлəһендə) хаҡһыҙ рəнйетелмəйəсəкһегеҙ. 273. (Саҙаҡа) үҙҙəрен Аллаһ юлына бағышлағандарға (фəҡирҙəргə, ғалимдарға) бирелергə тейеш. Сөнки улар Ер йөҙө буйлап йөрөй алмай. Уларҙың хəлен белмəгəн кешелəр, уларҙың тыйнаҡ һəм ғорур булғанына ҡарап, был əҙəмдəрҙе бай тип иҫəплəйҙəр. Һин уларҙы (үҙҙəренə генə хас) ғəлəмəттəренəн танырһың. Улар (ҡыйын хəлдə булһалар ҙа күҙгə керə‐керə) хəйер һорамай. Һеҙҙең (Хаҡ юлында) күпме мал сарыф иткəнегеҙҙе, шик юҡ, Аллаһ белеп тора. 274. Малдарын иртə‐кис, йəшертен йəки йəшермəйенсə (Хаҡ юлында) сарыф иткəндəргə Аллаһ хозурында əжерҙəр бар. Уларға һис бер ҡурҡыныс янамаҫ, уларға ҡайғы килмəҫ. 275. Риба (əжəткə биреп торған аҡсанан‐малдан арттырып алынған харам керем) ашағандар иһə шайтан зəхмəте һуҡҡан тилелəр кеүек, ҡəберҙəренəн торасаҡтар Улар: — Сауҙа итеү ҙə риба кеүек бит, — тигəндəре өсөн шундай хəлдə ҡалырҙар. Аллаһ алыш‐биреште хəлəл итте, рибаны харам ҡылды. Əгəр ҙə кемдер Аллаһтан (риба алмаҫҡа) əмер килгəс, рибанан баш тартһа, əмер килгəнгə ҡəҙəр алған рибаһы ғəфү ителер, уның эше Аллаһ хөкөмөндə булыр. Кем ҡабаттан (был аят ингəндəн һуң) риба ала ҡалһа, улар йəһəннəм əһелдəре булыр һəм улар шунда мəңгегə ҡалыр. (276) Аллаһ рибаның бəрəкəтен ебəрер (əжəтте арттырып алған кеше, барыбер, ул аҡсаның рəхəтен күрмəҫ). Саҙаҡа биргəн кешелəрҙең малдарын арттырыр. Аллаһ (рибаны, харамды хəлəл тип танығандарҙы) кəферҙəрҙе, гөнаһлыларҙы яратмай. 277. Мөьминдəр, изгелек ҡылғандар, намаҙҙы дөрөҫ уҡығандар, зəкəтен биргəндəр Раббының хозурында əжерҙəрен табырҙар. Уларға һис бер ҡурҡыныс янамаҫ, уларға хəсрəт тə килмəйəсəк. (278) Иман килтергəн кешелəр! Мосолман икəнһегеҙ, Аллаһтың нəфрəтенəн ҡурҡығыҙ,


алынмаған рибаларығыҙҙы алмағыҙ. (279) Шулай эшлəмəһəгеҙ, Аллаһҡа һəм Пəйғəмбəргə ҡаршы һуғыш асҡан кəферҙəр кеүек булырһығыҙ. Был эштəрҙəн тəүбə итһəгеҙ, малығыҙ‐байлығығыҙ — маяғыҙ үҙегеҙгə ҡалыр. Шулай ҡылһағыҙ, һеҙ ғəҙелһеҙ булмаҫһығыҙ, үҙегеҙгə лə ғəҙелһеҙлек булмаҫ. (280) Əгəр (һеҙгə бурыслы кеше əжəтен ҡайтарырға) ҡыйын хəлдə ҡалған булһа, бурысын түлəр өсөн уға уңай ваҡыт бирегеҙ. Саҙаҡаға хисаплап, үҙегеҙ белеп, ул бурысты алмаһағыҙ, һеҙҙең өсөн тағын да хəйерлерəк булыр. 281. Аңлы булығыҙ! Аллаһ хозурына барасаҡ Көн тураһында уйлап, ҡурҡып йəшəгеҙ. (Ул Көндө) һəр кемгə үҙе ҡылғандар өсөн түлəү итеп, ғəҙеллек менəн тамам өлөш (йəннəт йəки йəһəннəм) бирелер. 282. Һəй, иман килтергəндəр! Билдəле ваҡытта ҡайтарылырға тейешле бурысығыҙҙы яҙып ҡуйығыҙ. Был шартнəмəне арағыҙҙа ғəҙеллеге менəн танылған берəү хилафһыҙ итеп яҙһын. (Шартнəмəне) яҙыусы Аллаһ нисек əмер иткəн булһа, шулай итеп яҙһын, һуңынан баш тартмаһын. Ул яҙһын, бурыслы кеше əйтеп торһон. Раббыһы булған Аллаһтың язаһынан ҡурҡһын, бирəсəк бурысын кəметеп яҙҙырмаһын. Өҫтөндə бурысы ҡалған кешенең аҡылы зəғиф булһа йəки хəлһеҙ булһа, əйтеп тороп яҙҙырта алмаһа, уның ғəҙел яҡын туғаны был эште башҡарһын, (телһеҙ‐ һуҡыр, һаҡау булһа, рəсми тел белмəгəн кеше булһа, тотҡонда булһа) ир кешелəр араһынан ике шаһит һайлап алығыҙ. Ике ир кеше табылмаһа, ул сағында һеҙ риза булырлыҡ бер ир һəм тағын ике ҡатын табығыҙ. Ҡатындарҙың берһе онотһа, икенсеһе был шартнəмəне хəтерендə һаҡлар. Саҡырылған шаһиттар был эштəн баш тартмаһын (ҡасмаһын). Бурыс əҙ булһа ла, күп булһа ла, ҡайтарыласаҡ ваҡытын дөрөҫлəп яҙырға ялыҡмаһындар. Был — Аллаһ ҡаршыһындағы ғəҙеллеккə тура килə, шаһитлыҡ зарури, шиклəнерлек урын ҡалдырмай торған эш. Əгəр, арағыҙҙа ҡулдан‐ҡулға йөрөй торған алыш‐биреш булһа, ул ваҡытта уны яҙып тормаһағыҙ ҙа була. Гөнаһаһы булмаҫ. Сауҙа эшендə лə шаһиттар яллағыҙ. (Шартнəмəне) яҙыусыға ла, шаһиттарға ла зарар килтерелмəһен. (Зарар һалһағыҙ) үҙегеҙгə насарлыҡ ҡылған булырһығыҙ. Аллаһтың нəфрəтенəн ҡурҡығыҙ, Аллаһ һеҙҙе өйрəтеп тора. Аллаһ барса нəмəне ысыны менəн белеп тора. 283. Һеҙ сəфəрҙə булып, (шартнəмəне) яҙырға кеше таба алмаһағыҙ, бурыслы кешенəн (бурыс ҡиммəтенə яҡын əйбер) аманат алып тороу ярай. Бер‐берегеҙҙəн шиклəнһəгеҙ, ышаныслы əҙəм Раббыһы булған Аллаһтың хөкөмөнəн ҡурҡһын, аманатын теүəл ҡайтарһын. Шаһитлыҡты йəшермəгеҙ. Йəшергəн кеше гөнаһлы булыр. Нимə генə ҡылһағыҙ ҙа, Аллаһ барыһын да белеп тора. 284. Күктəрҙə, Ерҙə нимəлəр бар — бөтөнөһө лə Аллаһтыҡы. Əгəр һеҙ күңелегеҙҙəгелəрҙе асып һалһағыҙ йəки йəшерһəгеҙ, Аллаһ һеҙҙе яман уйҙарығыҙ өсөн яуапҡа тартыр. Кемде ярлыҡарға телəһə, Аллаһ шуны ярлыҡар. Кемгə яза бирергə телəһə, шуға яза бирер. Аллаһтың һəр нəмəгə ҡөҙрəте етə. 285. Ул пəйғəмбəр ҙə Раббынан үҙенə төшөрөлгəн (Ҡөръəн)гə иман килтерҙе. Мөьминдəрҙең һəр береһе лə Аллаһҡа, уның фəрештəлəренə, китаптарына, пəйғəмбəрҙəренə инанды һəм əйттелəр: — Уның пəйғəмбəрҙəренə айырмайынса ышандыҡ, ишеттек (ҡабул ҡылдыҡ), итəғəт иттек. Əй, Раббыбыҙ, ярлыҡауыңды телəйбеҙ. Һуңғы йөрөшөбөҙ Һинең тарафҡаҙыр, — тинелəр. 286. Аллаһ бер кемгə лə көсө етмəҫлекте йөклəмəҫ. (Кеше) изгелек ҡылһа, үҙ файҙаһына; яманлыҡ ҡылһа, үҙенең зарарына ҡылыр. — Əй, Раббыбыҙ, онотһаҡ йəки яңғылышһаҡ, беҙҙе ғазаптарға һалма, (зинһар). Йə, Раббыбыҙ, беҙҙəн алда килеп‐киткəндəргə йөклəгəнең кеүек, беҙгə лə шундай ауыр ғазаптар йөклəмə. Раббыбыҙ, (зинһар), беҙҙе сыҙай алмаҫлыҡ хəлдəргə ташлама. Гөнаһтарыбыҙҙы өҫтөбөҙҙəн ал, ярлыҡа беҙҙе, кисер беҙҙе, беҙгə рəхимле бул. Һин беҙҙең Хужабыҙ, Хакимыбыҙ. Кəферҙəр өйөрөнə ҡаршы (көрəшергə һəм еңергə) беҙгə ҡеүəт бир! 3 — Ғимран (Мəрйəмдең атаһы) сүрəһе (Ғимран сүрəһе 200 аяттан тора. Мəҙинə‐и Мөнəүүəрə ҡалаһында ингəн. Был сүрəлə Мəрйəмдең атаһы Ғимран тураһында һөйлəнə. Исеме шунан килə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф, Лəм, Мим. 2. Аллаһ — бер генə! Аллаһтың Үҙенəн башҡа (һис бер кем, һис бер нəмə) Илаһ була алмай. Ул — мəңге тере. Ул — ҡəййүмдер. («Хайи үə ҡəййүм» ғибəрəһен былай аңлаталар. Хайи — тере, үлемһеҙ, мəңге дауамлы, тигəн һүҙ. Ҡəййүм — бөтөн Ғəлəмдең, барса йəнле‐йəнһеҙҙəрҙең тəрбиəсеһе, барыһын да күҙəтеп‐белеп, хисапҡа тотоусы ҡөҙрəт һəм камиллыҡ эйəһе.) 3. (Ий, Мөхəммəд) Ул һиңə китапты (Ҡөръəнде) əүүəл индерелгəн китаптарҙы (дөрөҫлəп) раҫлау өсөн индерҙе. Бынан алда ла Тəүрəт менəн Инжилде индергəн ине. 4. Хаҡ менəн ялғанды (яҡшыны ямандан) айыра белер өсөн (хөкөмдəр) Фурҡан индерҙе. Аллаһтың аяттарына кəфөрлөк иткəндəр юҡмы? (Бар, əлбиттə.) Улар өсөн бик ҡаты ғазаптар əҙерлəнгəн. Аллаһ — ҡөҙрəт эйəһе һəм яза биреүсеҙер. 5. Шөбһə юҡ, Ерҙə лə, Күктə лə Аллаһтан йəшерен нəмə юҡтыр. (6) Əсəлəрегеҙ ҡарынында уҡ, Үҙе нисек телəһə, һеҙгə шундай рəүеш биреүсе лə Аллаһтыр. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Аллаһ мотлаҡ еңеүсе. Аллаһ берҙəн‐бер хөкөм сығарыусы һəм хикмəт эйəһе. 7. (Ий, Мөхəммəд) Һиңə Китапты Ул индерҙе. Шунда мəғəнəһе асыҡ аяттар байтаҡ һəм улар Китаптың нигеҙен тəшкил итə. Башҡа бер бəғзелəре мөтəшəбиһтəрҙер (йəғни мəғəнəһе асыҡ түгел һəм хəҙергə аңлатыуы ла мөмкин булмаған, ҡыҫҡа аяттар). Күңеле боҙоҡ булғандар, мөтəшəбиһ аяттарҙы фетнə сығарырҙай итеп, үҙҙəренсə аңлатырға маташалар, шуларға йəбешеп яталар. Гəрсə, Уларҙың мəғəнəһен Аллаһтан башҡа бер кем белмəҫ. Ғилем эйəлəре иһə: — Беҙ уға (Ҡөръəнгə) ышандыҡ. Барыһы ла Раббыбыҙҙан килгəн, — тинелəр. Уларҙы (мөтəшəбиһ аяттарҙы) сəлəмəт аҡыллыларҙан башҡалар яҡшы аңламаҫ! («Мөтəшəбиһ аяттарҙы аңлатыуға ике ҡараш йəшəп килə. Сəлəф — боронғылар мəслəге. Хəлəф — вариҫтар мəслəге. Сəлəфселəр фекеренсə, был аяттарҙы аңлатыуҙан ҡасырға кəрəк. Аңлатмайынса ғына, Аллаһ һүҙенə ышанырға кəрəк». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) «Һуңғылары, хəлəфселəр аңлатыу яғында тора. Ҡайһы берəүҙəр «үəр‐рəсихүнə» һүҙенең башындағы «уау» хəрефен теркəгес итеп уҡыйҙар. Шулай уҡығанда аңлашылаҙыр: уның мəғəнəһен бары тик бер Аллаһ һəм ғилемдə юғары дəрəжəлəргə ирешкəн ғалимдар ғына белəсəк. Мөтəшəбиһ аяттар фəн‐ғилем камиллыҡҡа ирешкəс кенə, килəсəктə генə аңлатыласаҡ икəн». Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн.) 8. Йə, Раббыбыҙ, тура юлға баҫтырғандан һуң, беҙҙе аҙаштырма. Беҙгə Үҙ тарафыңдан рəхмəт бир. Шик юҡ, Һин иң йомарт ярлыҡаусы. (9) Йə, Раббыбыҙ, хаҡтыр, Һин, һис шикһеҙ, көндəрҙəн бер көндө кешелəрҙе бер урынға туплаясаҡһың. Һис шикһеҙ, Аллаһ Үҙ һүҙендə торасаҡ! 10. Аллаһ хозурына килгəс, кəферҙəрҙе малдары ла, балалары ла ҡотҡара алмаҫ. Бына шулар була инде йəһəннəм киҫəүҙəре. (11) (Уларҙың юлы) Фирғəүен тоҡомоның һəм уларҙан элек йəшəгəндəрҙең юлы кеүек. Улар аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарҙы, Аллаһ та уларҙы, гөнаһтарына күрə, (хө‐ көмгə) тотто. Аллаһтың язаһы бик тə ҡаты булыр. 12. (Ий, Мөхəммəд) кəфер итеүселəргə əйт һин: — Яҡын арала һеҙ тар‐мар килəсəкһегеҙ һəм бөтөнөгөҙ йəһəннəмдə янасаҡһығыҙ. Ул (йəһəннəм) ҡотосҡос яман урындыр. 13. Ҡапма‐ҡаршы килгəн ике ғəскəр (Бəҙер) һуғышында һеҙгə ғибрəттəр бар. Бер ғəскəр Аллаһ юлында һуғыша, икенсеһе иһə мөшриктəр ине. Былары тегелəрҙе (мосолмандарҙы) маңғай күҙҙəре менəн ике итеп күрə башланы. Ярҙам итəһе килгəн кешелəренə Аллаһ ярҙам итер. Шик юҡ, күңел күҙҙəре һуҡыр булмағандарға бында ҡəтғи һабаҡтар бар. 14. Нəфсеһе булған кешелəргə: ҡатындар, улдар, батман‐батман тағылған алтын‐көмөш, тамғаланған сабышҡы аттар, ( мул һөт биреүсе) хайуандар, игенлектəр, шашып яратыу зиннəтлəндереп күрһəтелде. Лəкин быларҙың барыһы ла донъялағы тормоштың тиҙ уҙып китə торған рəхəт миҙгелдəре генə. Аллаһ хозурындағы (йəннəттəге) тормош тағын да гүзəлерəк.


15. Һин əйт: — Һеҙгə бынан да яҡшыраҡ тормош тураһында һөйлəйемме? — тип. Тəҡүə (саф) мосолманлыҡҡа ирешкəндəр өсөн Раббы ҡаршыһында, (тау‐таш) аҫтарынан бəреп сығыусы шишмəлəре менəн йəннəттəр булыр. Улар шунда мəңге йəшəп ҡаласаҡ. Саф‐пак ҡатындар янында улар Аллаһтың ризалығында йəшəр. Хаҡтыр, Аллаһ ҡолдарын күҙəтеп тора. 16,17. Сабыр‐сыҙам булғандар, имандарына тоғро ҡалғандар, итəғəтле булғандар, йəтимдəрҙе ҡарағандар (йəғни тəҡүəлеккə ирешкəндəр): — Йə Раббыбыҙ, беҙ иман килтерҙек. Инде беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы кисер һəм беҙҙе йəһəннəм ғазаптарынан ҡотҡар! — тип сəхəрҙəрҙə Аллаһтан ярлыҡау һорарҙар. 18. Аллаһ ғəҙеллекте өҫкə сығарып, Үҙенəн башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə) һис бер тəңре булмағанлығын (аяттары, дəлилдəре менəн) иҫбат итте. Фəрештəлəр ҙə, ғилем эйəлəре (нəбийҙəр, ғалимдар ҙа) быны раҫланы: — Аллаһтан башҡа (Илаһи көскə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ! — тинелəр. — Ул — мотлаҡ еңеүсе, хөкөмгə һəм хикмəткə эйə берҙəн‐ бер Аллаһтыр. 19. Хаҡ дин, Аллаһ дине — Исламдыр. (Үҙҙəренə) Китап индерелгəндəн һуң, белем алғас, көнлəшеп, (артыҡ ғорурланып), үҙ‐ара талашып таралыштылар. Аяттарҙы инҡар итеүселəр белһен, һис шикһеҙ, Аллаһ язаһын бик тиҙ бирер. («Дин» кəлимəһе: итəғəт һəм яза, хаҡлыҡ һəм шəриғəт мəғəнəлəрендə килə. Ҡөръəндə «дин» һүҙе төрлө мəғəнəлəрҙə ҡулланыла. Юғарылағы аят иһə, бəндəлəр тарафынан ҡабул ителергə тейешле Илаһи ҡанун булараҡ фарызлана. Йəғни, дин — ул кешелəрҙе донъяла нисек итеп дөрөҫ йəшəргə өйрəтеүсе һəм Əхирəттə Сəғəҙəткə ирешеү юлын күрһəтеүсе, Аллаһ хозурынан пəйғəмбəрҙəр арҡылы кешелəргə индерелгəн Илаһи ҡағиҙəлəр, ҡанундар. «Ислам» кəлимəһе түбəндəге мəғəнəлəргə эйə: итəғəт итеү, берлəшеү, рухи һəм физик сəлəмəтлеккə ирешеү, ғибəҙəттə ихлас булыу. Юғарылағы аятта иһə «Ислам» һүҙе бер Аллаһҡа иман килтереү һəм хəҙрəти Мөхəммəд арҡылы күндерелгəн дин нигеҙҙəрен ҡабул итеү, тигəн мəғəнəлə бирелгəн». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн һəм Ғабдуррахмəн Ҡаяның «Иман һəм ғийбəҙəт» исемле китабынан ) 20. Əгəр (кəферҙəр) һинең менəн бəхəслəшə башлаһа, əйт: — Вəғəздəремə эйəргəндəр менəн мин Аллаһҡа буйһондом! — тип. Үҙҙəренə Китап индерелгəндəрҙəн һəм жаһил мөшриктəрҙəн һора: — Һеҙ ҙə Исламды ҡабул итеп, (Аллаһҡа) буйһондоғоҙмы? — тип. Əгəр Исламды ҡабул иткəн булһалар, тура юлды тапҡан булырҙар. Əгəр инҡар итеп, йөҙ сөйөрһəлəр, һиңə бары тик уларҙы (йəһəннəм ғазабы менəн) киҫəтергə генə ҡала. Хаҡтыр, Аллаһ бəндəлəренең ҡылғандарын күҙəтеп тора. 21. Аллаһтың аяттарын инҡар итеүҙəре арҡаһында, кəфер булғандарҙан, хаҡһыҙға пəйғəмбəрҙəрҙе үлтереүселəр һəм ғəҙеллеккə өндəүсе инсандарҙың йəндəрен ҡыйғандарҙы: — (Һеҙгə) бик тə хəтəр яза буласаҡ! — тип «һөйөндөр». (22) Быларҙың донъялағы эштəре лə, Əхирəттəгелəре лə бушҡа сыҡты. Уларға бер кем дə ярҙам итə алмаҫ. (23) (Рəсүлем) үҙҙəренə Китаптан бер өлөш бирелгəн ҡəүемде күрмəнеңме əллə? Улар араһында ғəҙеллек урынлаштырыр өсөн, тура юлға саҡырыр өсөн, уларға Аллаһтың Китабы бирелде. Лəкин уларҙың бер өлөшө (Китапҡа) арҡа менəн боролдо. (24) Бының сəбəбе шулдыр, улар йəнə лə əйттелəр: — Беҙгə мəңгелек ут бер ҡасан да ирешмəйəсəк, əгəр һанаулы көндəрҙə генə ирешмəһə инде, (беҙ йəһəннəмдə оҙаҡ ҡалмаясаҡбыҙ), — тинелəр. Дин мəсьəлəһендə улар уйлап сығарған был нəмə (үҙҙəрен‐үҙҙəре) алдау ғына. (25) Килəсəге шик уятмай торған бер Көндө уларҙы бер урынға йыйырбыҙ; уларға ғəҙелһеҙлек булмаясаҡ, лəкин уларға донъялағы ҡылғандарына күрə, тап‐тамам түлəү (яза) бирелəсəк, бына шул ваҡытта уларҙың хəле нисегерəк булыр икəн? 26. (Рəсүлем) əйт һин: — Əй, мөлкəттəрҙең хужаһы‐Аллаһ, Һин телəгəн кешегə милекте бирəһең, кемдең милкен алырға телəһəң, унан алаһың. Телəгəн кешеңдең ҡəҙерен арттыраһың, телəмəгəнеңде меҫкенлеккə төшөрəһең. Изгелек бары тик Һинең ихтыярыңдаҙыр. Шик юҡ, Һин барса нəмəгə ҡөҙрəтлеһең. — тип. (27) ‐ Төндө көн менəн, көндө төн менəн аралаштыраһың. Үлекте терелтəһең, терене үлтерəһең (йəнһеҙҙəн йəнлене сығараһың, йəнлене йəнһеҙ итəһең). Телəгəн бəндəңə сикһеҙ мул ризыҡ бирəһең, ‐тип əйт. 28. (Һуғыш ваҡытында) мөьминдəр мөьминдəрҙе ташлап, кəферҙəр менəн дуҫ булмаһын. Шулай эшлəгəн кеше Аллаһтан бер ниндəй (ярҙам) күрмəҫ. Əгəр, улар тарафынан дəһшəт янаһа ғына (дуҫ булырға мəжбүрһегеҙ). Аллаһ (һеҙгə язаһынан) ҡурҡырға бойорҙо. Ниһайəт, (был донъянан китеп) Аллаһ хозурына барыу ҙа Аллаһ əмерендəҙер. 29. Əйт Һин: — Күңелдəрегеҙҙəгене йəшерһəгеҙ ҙə, асып һалһағыҙ ҙа Аллаһ белə. Күктəрҙə, Ерҙə нимəлəр бар — Аллаһ барыһын да белеп тора, — тип уларға. Аллаһтың бөтөн нəмəгə ҡөҙрəте етə. 30. Аңлы булығыҙ, ул Көндө (Ҡиəмəттə) донъяла изгелек ҡылған булһа ла, яманлыҡ ҡылған булһа ла, һəр кем үҙ əжерен табыр; кеше ҡылған яманлыҡтарынан йыраҡ арала торорға телəр. Аллаһ асылда һеҙҙе (Үҙенə ҡаршы килеүҙəн) ҡурҡырға бойора. Аллаһ бəндəлəренə сикһеҙ шəфҡəтлеҙер. 31. (Рəсүлүллаһ) Һин əйт: — Əгəр Аллаһты яратһағыҙ, миңə эйəрегеҙ (Исламды ҡабул итегеҙ.). Аллаһ та һеҙҙе яратыр һəм гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар, — тип. Аллаһ ярлыҡаусы, киң күңелле, ғəфү итеүсе. 32. Əйт Һин: — Аллаһҡа һəм Пəйғəмбəргə итəғəт итегеҙ, — тип. Əгəр йөҙ сөйөрһəлəр, шөбһəһеҙ, Аллаһ та ул кəферҙəрҙе яратмаҫ. 33—34. Ысынлап та, Аллаһ Əҙəмде, Нухты, Ибраһимды һəм уларҙың тоҡомдарын, Ғимран ғаилаһен — барыһын да бер нəҫелдəн булараҡ, халыҡтарға мəшһүр (өҫтөн) ҡылды. Аллаһ ысынлыҡта барыһын да ишетеүсе, мөкəммəл белеп тороусыҙыр. 35. Ғимрандың ҡатыны: — Раббым, ҡарынымдағы яралғыны Һиңə (донъя мəшəҡəттəренəн) азат ҡол итергə ант иттем. (Минең антымды) ҡабул ит. Шөбһə юҡтыр, Һин ишетəһең дə, күреп тə тораһың, ‐ тине. 36. (Мəрйəмдең əсəһе) ҡыҙ тапҡас, əйтте, Аллаһ уның ҡыҙ табасағын белə ине: — Раббым, минең ҡыҙ балам булды, шөкөр. Ир бала ҡыҙ бала кеүек булмай инде ул (йəғни ир кеүек хеҙмəт итə алмаҫ). Мин уға Мəрйəм исеме ҡуштым. Был баланы һəм унан тыуған балаларҙы ҡыуылған шайтандан һаҡлар өсөн Һиңə тапшырҙым, — тине. (37) Шулай итеп, Раббы уны бик телəп ҡабул итте. Уны бер гүзəл үҫемлек кеүек тəрбиəлəп үҫтерҙе. Зəкəрийəне уға тəрбиəсе итеп ҡуйҙы. Бала ята торған бүлмəгə ҡасан ғына керһə лə, Зəкəрийə шунда мул ризыҡҡа тап була ине: — Мəрйəм, был Һиңə ҡайҙан килде? — тип һораны Зəкəрийə. Ҡыҙ: — Был — Аллаһ тарафынан. Шөбһə юҡтыр, Аллаһ кемгə телəһə, шуға сикһеҙ ризыҡ бирер, — тине. 38. Шунда Зəкəрийə Раббыға доға ҡылды: — Раббым, Һин миңə бер пак бала бир. Əлбиттə, Һин минең доғаларымды ишетəһең. 39. Ул ғибəҙəт бүлмəһендə доға уҡып ултырғанда фəрештəлəр əйтте: — Ысынлыҡта Аллаһ Һине Йəхйə исемле бер бала менəн ҡыуандырасаҡ, ул (Йəхйə) нəфсеһенə хужа була белеүсе, Аллаһ əйткəн һүҙҙең (Китаптың) тура икəнлеген иҫбатлаусы Пəйғəмбəр буласаҡ, — тинелəр. (40) (Зəкəрийə) əйтте: — Раббым, ысынлыҡта инде мин ҡартайып барам, ҡатыным да бала таба алмай, нисек итеп минең улым булыр икəн? — тине. (Аллаһ əйтте): — Шулай! Аллаһ нимə телəһə, шуны башҡарасаҡ, — тине. 41. (Зəкəрийə) əйтте:


— Раббым, (ул эштең) ғəлəмəтен өйрəт, — тине. (Аллаһ) əйтте: — Һинең ғəлəмəтең шул булыр, Һин өс көн кешелəр менəн һөйлəшмə, (ишара менəн) ым ҡағып ҡына аңлашырһың. Шулар өҫтөнə, Раббыңды гел иҫеңдə тот һəм аҡшам‐сабах, тəсбих əйт (намаҙ уҡы), — тине. 42. Фəрештəлəр əйтте: — Əй, Мəрйəм, шик юҡ, Аллаһ Һине һайланы, һине айырыуса саф итеп тəрбиəлəп үҫтерҙе, һине донъялағы башҡа ҡатындарҙан өҫтөн ҡылды, — тинелəр. — (43) Ий, Мəрйəм, ысын күңелдəн Раббыңа ғибəҙəт ҡыл, сəждə ҡылыусылар менəн сəждə ҡыл, (намаҙ уҡы). 44. (Мөхəммəд) былар (Хөннə, Зəкəрийə, Йəхйə, Мəрйəм ваҡиғалары) һиңə уахи булараҡ, йəшерен рəүештə төшөрөлə. Кем Мəрйəмде тəрбиəгə ала, тип ҡəлəмдəрен һыуға ырғытҡанда һин улар янында түгел инең. Улар тартҡылашҡан ваҡытта ла һин шунда түгел инең. 45. Фəрештəлəр: ‐ Ий, Мəрйəм, Аллаһ Һиңə бер кəлимə əйтеп, Һине һөйөндерəсəк: исеме Ғайса. (ҡушаматы) Мəсих, (сифаты) Мəрйəм улыҙыр. Донъяла ла, Əхирəттə лə даны‐шөһрəте ҙур булыр. (Ул) Аллаһтың бик яҡындарынандыр. (46) Бишегендə лə, үҫкəс тə ул кешелəргə (хикмəтле) һүҙ һөйлəйəсəктер. Ул изгелəрҙəн булыр. 47. (Мəрйəм) əйтте: — Йə Раббым, миңə бер генə ирҙең дə ҡағылғаны юҡ. Нисек итеп балам булыр һуң? — тине. (Фəрештəлəр аша) Аллаһ əйтте: — Шулай! Аллаһ нимə телəһə, шуны башҡара ала. Ул берəй эшкə ниəт итһə: бул, тип əйтһə, Ул телəгəн нəмə шунда уҡ була ла. (48) — (Аллаһ) уны яҙырға, уға хикмəттəр, Тəүрəтты, Инжилде өйрəтəсəк, ‐ (тинелəр фəрештəлəр). (49) ‐ Уны Исраил улдарына пəйғəмбəр итеп күндерəсəк, — (тинелəр фəрештəлəр). (Ғайса уларға əйтəсəк): — Дөрөҫө шулдыр, мин һеҙгə Раббыбыҙҙан аят (һөйөнсө) килтерҙем. Дөрөҫө шулдыр, мин һеҙгə балсыҡтан ҡош һыны яһармын, уға тыным менəн өрөрмөн дə, Аллаһ ҡеүəте менəн, ул йəнле ҡошҡа əүерелер. Аллаһ ярҙамы менəн, мин тыумыштан һуҡырҙы күҙле итермен, ҡаты ауырыуҙарҙы сəлəмəтлəндерермен, үлектəрҙе тергеҙермен. Өйөгөҙҙə нимə ашағанығыҙ, нəмə йəшергəнегеҙ тураһында мин һеҙгə əйтермен. Əлбиттə, был ғəлəмəттəрҙə һеҙҙең өсөн, əгəр ҙə һеҙ иман килтерһəгеҙ, ҡəтғи ғибрəттəр бар. (50) Минəн элек индерелгəн Тəүрəтты дөрөҫлəүсе булараҡ һəм һеҙгə харам ителгəн ҡайһы бер нəмəлəрҙе хəлəл итер өсөн (килдем). Һеҙгə Раббыбыҙҙан (пəйғəмбəрлегемде иҫбат итер өсөн) аят (хикмəт, мөғжизə) килтерҙем. Инде хəҙер Аллаһтың нəфрəтенəн ҡурҡығыҙ, миңə итəғəт итегеҙ. (51) Шөбһə юҡ, Аллаһ минең дə Раббым, һеҙҙең дə Раббығыҙ. Шулай булғас, Уға ҡоллоҡ итегеҙ. Тура юл шул булыр. 52. Ғайса уларҙың инанмағандарын аңлап алғас, əйтте: — Аллаһ юлында кем миңə ярҙамсы булыр? — тине. Хауариҙар: — Беҙ ул Аллаһ илсеһенең ярҙамсылары. Аллаһҡа инандыҡ. Һин дə (Ғайса) шаһит бул, беҙ ысын мосолманбыҙ, — тинелəр. (Хауариҙар — эйəсрендəр, апостолдар.) 53. — Йə Раббыбыҙ, Һин индергəнгə (ул Китапҡа) инандыҡ, был пəйғəмбəреңə лə эйəрҙек. Инде беҙҙе шаһиттар менəн рəттəн теркəп ҡуй, ‐ (тип). (54) Кəферҙəр мəкерле хəйлə ҡорҙолар (Ғайсаны йəшертен генə үлтерергə уйланылар), Аллаһ та уларға ҡаршы хəйлə ҡорҙо. Аллаһ (бөтөн хəйлəкəрлəрҙəн дə) хəйлəкəрерəктер. 55. Шунда Аллаһ былай тине: — Ий, Ғайса, шөбһəһеҙ, (улар түгел) Мин Һиңə əжəл ебəрəсəкмен, һине Үҙ яныма күтəреп, һине кəферҙəрҙең зыянынан ҡотҡарып, һиңə эйəргəндəрҙе Ҡиəмəт көнөнə ҡəҙəр кəфер итеүселəрҙəн өҫтөн тотасаҡмын. Һуңғы ҡайтыуығыҙ ҙа Минең ихтыярымдаҙыр. Арағыҙҙа булған ҡаршылыҡтар‐ғауғаларҙың хөкөмөн дə Мин бирəсəкмен. (56) Көфөрлөк итеүселəргə килгəндə, Мин уларҙы донъяла ла, Əхирəттə лə иң хəтəр яза менəн ғазаплаясаҡмын. Уларға һис бер кем ярҙам итə алмаҫ. 57. Иман килтереп, изгелектəр эшлəгəндəргə килгəндə, (Аллаһ) уларҙың əжерен теүəл итеп бирəсəктер. Аллаһ залимдарҙы яратмаҫ. (58) Беҙ быларҙы һиңə аяттарҙан (хикмəт тулы Ҡөръəндəн) уҡыйбыҙ. 59. Ысынлап та, Ғайсаның хəле лə (атаһыҙ донъяға килеүе лə), Əҙəмдең яҙмышы ла бер Аллаһ хозурынандыр. (Аллаһ) уны (Əҙəмде) тупраҡтан яралтты. Һуңынан уға: ‐ Бул! ‐ тине. Əҙəм бар булды. («Аллаһ хəҙрəти Əҙəмде əсəһе лə, атаһы ла булмаған килеш, тупраҡтан яралтты. Мəрйəм дə, Аллаһ ҡөҙрəте менəн, ҡыҙ килеш, ирһеҙ бала тапты. Мөғжизəлəр шуларҙыр. Аллаһтың башҡаларҙа булмаған тиңһеҙ ҡөҙрəте лə шундай мөғжизəлəр барлыҡҡа килтереүендə сағыла». Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн.) 60. Хəҡиҡəт ‐ Раббынандыр. Шуға күрə, шиклəнеүселəрҙəн булма. 61. Һиңə ғилем килгəс, һинең менəн тартҡылашыусылар булһа, əйт: — Килегеҙ үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡатындарығыҙ,беҙҙə үҙебеҙ, улдарыбыҙҙы, ҡатындарыбыҙҙы йыябыҙ һуңынан доға ҡылып ялбарырбыҙ ҙа, Аллаһтың лəғнəтен ялғансылар өҫтөнə ебəрербеҙ, — тип. («Нəжрəн христиандарынан бер төркөм Ғайса пəйғəмбəр янына килеп, мөғжизə рəүешендə, атаһыҙ тыуған Ғайсаны Аллаһ тип танымаҡсы булдылар. Ғайса уларҙы бер ергə туплап: Аллаһ ялғансылар өҫтөнə лəғнəт ебəрһен, тип доға уҡырға саҡырҙы. Лəкин христиандар Ғайса менəн килешмəнелəр, ҡурҡып ҡалдылар. Улар мосолмандар ҡул аҫтына кереп, һалым түлəргə риза булып киттелəр». Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн.) 62. Бына был (хəбəр), əлбиттə, иң дөрөҫ булған ваҡиғаның хəбəреҙер. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем, һис бер нəмə юҡ. Аллаһ, ысынлап та, ҡөҙрəт һəм хикмəттəр хужаһыҙыр. 63. Əгəр (ысынлыҡтан, имандан) йөҙ сөйөрһəлəр, хаҡтыр, Аллаһ ул боҙоҡлоҡ таратыусыларҙы белə. 64. Əйт: — Əй, дин əһелдəре, һеҙҙең өсөн дə, беҙҙең өсөн дə ҡулай булған уртаҡ бер һүҙгə килегеҙ, бына былай əйтегеҙ: Аллаһтан башҡаға табынмайбыҙ. Уға һис бер нəмəне тиң итеп танымайбыҙ, Аллаһтан башҡа эйə эҙлəп йөрөмəйбеҙ һəм бер‐беребеҙҙе Аллаһ тип атамаясаҡбыҙ. Бынан һуң да улар йөҙ сөйөрһə, əйт: — Шаһит булығыҙ, беҙ ысын мосолмандарбыҙ, — тип. 65. Əй, китап əһелдəре, Ибраһим хаҡында ни өсөн тартҡылашаһығыҙ? Тəүрəт тə, Инжил дə унан (Ибраһимдан) һуң индерелде. Шуға ла аҡылығыҙ етмəйме? 66. Бына һеҙ дөрөҫлөктө белгəн килеш һүҙ көрəштерəһегеҙ, белмəгəнегеҙ тураһында нимə өсөн тартҡылашаһығыҙ? Гəрсə, Аллаһ барыһын да белеп тора, һеҙ белмəйһегеҙ. 67. Ибраһим йəһүд тə, христиан да түгел, ул фəҡəт Аллаһты бер тип таныған (ысын мосолман ине). Ул мөшриктəрҙəн дə түгел. (68) Дөрөҫө шулдыр, Ибраһимды бик тə яҡын күреүселəр, һəр хəлдə, уға эйəргəндəр һəм шул Пəйғəмбəргə (Мөхəммəдкə) һəм (уға) эйəреп, иман килтергəндəр ине. Иман килтергəндəрҙең ярҙамсыһы — Аллаһ Тəғəлə. 69. (Ий, мосолмандар) Китаплы халыҡтың бер өйөрө һеҙҙе юлдан яҙҙырырға, аҙҙырырға телəй. Бəлки, улар үҙҙəренəн башҡаны аҙҙыра алмаҫтарын самаламайҙарҙыр ҙа. 70. Əй, китап əһелдəре, үҙегеҙ (Тəүрəттə һəм Инжилдəге дөрөҫлөктө) күрə тороп, Аллаһтың аяттарын ни сəбəпле инҡар итəһегеҙ? (71) Əй, китап əһелдəре, ни өсөн һеҙ хаҡты ялған менəн бутайһығыҙ, дөрөҫлөктө йəшерəһегеҙ? Бының шулай икəнен белеп тораһығыҙ бит. 72. Китаплы халыҡтан бер төркөм əйтте:


— Үҙҙəренə индерелгəнгə (Ҡөръəнгə) иман килтергəндəр алдында көндөҙөн ышанған булығыҙ, көн аҙағында кəфер (инҡар) итегеҙ. Бəлки улар диндəренəн ҡайтырҙар? (73) Һəм динегеҙгə инанғандарҙан башҡаһына ышанмағыҙ, — тинелəр. (Рəсүлем, уларға) əйт: — Аллаһтың юлы иң дөрөҫ юл икəнлектə шик юҡ, — тип. — Һеҙгə бирелгəнгə (Тəүрəткə, Инжилгə) оҡшаш (Ҡөръəн) башҡа берəүҙəргə лə бирелə ала. Əгəр был турала бəхəслəшə башлаһалар, һин əйт уларға: — Ысынлыҡта йомартлыҡ Аллаһ ҡулында. Ул телəгəненə əжер бирер. Аллаһтың рəхмəте киң, ысынлап та, ул бөтөн нəмəне белеп тороусы. (74) Ул кемгə телəһə, шуға рəхмəт индерер. Аллаһ — иң бөйөк изгелек эйəһе. 75. Китап уҡығандар араһында шундайҙары бар: уларга һин бер батман алтын бирһəң, ул уны һиңə кəметмəйенсə ҡайтарыр. Шундайҙары ла бар, һин уға бер динар бирһəң — ҡайтармаҫ, артынан йөрөп, өҫтөндə тороп алғансыға саҡлы. Бының сəбəбе шулдыр, улар əйтə: — Наҙан халыҡ менəн беҙҙең алыш‐бирешебеҙ юҡ, — тип. (Йəнəһе, наҙан халыҡты, ғəрəптəрҙе, мосолмандарҙы алдаһаң да ғəйеп булмаҫ.) Улар белгəн килеш, күҙҙəрен дə йоммайынса, Аллаһҡа ҡаршы (ялған) һөйлəйҙəр. 76. Хаҡтыр, үҙенең вазифаларын (аманатын, вəғəҙəһен) боҙмайынса үтəгəн кеше, гөнаһтарҙан һаҡланһа, шик юҡ, Аллаһ һаҡланғандарҙы һаҡлар. 77. Ысынлап та, Аллаһҡа биргəн һүҙен‐антын донъя малына һатҡан кешелəргə Əхирəттə һиc бер насибы булмаҫ. Аллаһ Ҡиəмəт көнөндə улар менəн һөйлəшмəҫ, уларға ҡарамаҫ, уларҙы пакламаҫ‐аҡламаҫ. Уларҙы хəтəр газап көтə. 78. Китаплы халыҡ араһында шундай төркөмдəр бар, улар Китапта яҙылғандарҙы (Тəүрəтты, Инжилде) боҙоп уҡыйҙар, шуны дөрөҫ яҙыу, тип əйтəлəр; гəрсə, ул һүҙҙəр был китаптарҙа яҙылмаған ине. Был — Аллаһтан ингəн һүҙҙəр, тип əйтəлəр; ул (өҫтəлгəн һүҙҙəр) Аллаһтан түгел. Улар, дөрөҫлөктө белгəн килеш, күҙ ҙə йоммайынса, ялған һөйлəйҙəр. (79) Аллаһтан китап алып, аҡыл‐зиһенгə эйə булып, пəйғəмбəрлекте ҡабул итеп, һуңынан: — Аллаһҡа ғына буйһонмағыҙ, уның урынына миңə лə ҡол булығыҙ, ‐ тип ғəмəл ҡыла башлаһа, ул килешə торған эш булмаҫ. Үҙегеҙ өйрəнеп, башҡаларҙы ла өйрəткəн Китаптағыса: ‐ Аллаһҡа тоғро ҡол булығыҙ! — тип əйтергə кəрəк. 80. — Фəрештəлəргə, пəйғəмбəрҙəргə Тəңрегə табынған кеүек табынығыҙ, — тип Аллаһ бойорманы. Йəки һеҙҙе мосолман иткəндəн һуң, (ысын пəйғəмбəр) яңынан һеҙҙе кəферлеккə өндəрме? 81. Аллаһ пəйғəмбəрҙəрҙе ант иттерҙе. Бына Мин һеҙгə Китап менəн хикмəт (Тəурəт менəн Инжилде) бирҙем. Бер аҙҙан һеҙҙең ҡулығыҙҙағыларҙы раҫлау‐дөрөҫлəү өсөн тағын бер Пəйғəмбəр килəсəк. Уға шикһеҙ иман килтерерһегеҙ һəм уға һəр ваҡыт ярҙам итерһегеҙ. Ошо шарттарҙы ҡабул итəһегеҙме? (Улар): — Ҡабул итəбеҙ, — тип яуапланылар. (Аллаһ) əйтте: — Улайһа, бер‐берегеҙ алдында шаһит булығыҙ, Мин дə һеҙҙең менəн бергə шаһит, — тине. 82. Кем дə кем ошо шаһитлыҡтан баш тарта, йөҙ сөйөрə, бына шундайҙар фəсиҡ, зиндиҡ (имандан ҡасҡандар) булыр. 83. Хəҙер улар Аллаһтың диненəн башҡа бер дин эҙлəп киттелəрме? Бəлки, күктəрҙə һəм Ерҙə нимə булһа, телəһəлəр ҙə, телəмəһəлəр ҙə Уға буйһона, ниһайəт, уларҙың барыһы ла Аллаһ ҡаршыһына килтерелəсəк. (84) Əйт: — Аллаһҡа иман килтерəйек. Беҙгə индерелгəн (Ҡөръəни Кəрим)гə, Ибраһимға, Исмəғилғə, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һəм улдарына индерелгəндəргə, Мусаға, Ғайсаға һəм пəйғəмбəрҙəргə, Раббыларынан бирелгəндəргə лə инандыҡ. Улар араһынан һис берһен артыҡ‐кəм күрмəйбеҙ. Беҙ Уға бирелгəн бəндəлəрбеҙ, — тип. (85) Исламдан башҡа дин эҙлəгəн кешенең ҡылғандары ҡабул булмаҫ, ул Əхирəттə лə хəтəр зыянға‐язаға дусар буласаҡ (ул отолоусыларҙан булыр). (86) Иманға килеп тə, Рəсүлдең хаҡ булғанлығына шаһитлыҡ ҡылып та, үҙҙəренə ап‐асыҡ аяттар иңеп тə, һуңынан инҡарсылыҡҡа (Аллаһты, Пəйғəмбəребеҙҙе танымауға) кереп батҡан ҡəүемде Аллаһ нисек итеп ярлыҡаһын, ти? Аллаһ фəсиҡ‐ зиндиҡтарҙы тура юлға сығармаҫ. (87) Хаҡтыр, Аллаһтың, фəрештəлəрҙең, бөтөн кешелəрҙең лəғнəте улар башына. Бына уларҙың язаһы шул булыр. (88) Улар бының эсендə (лəғнəттə һəм йəһəннəмдə) мəңгегə ҡаласаҡ. Уларҙың газаптары һис кисектерелмəҫ, еңелəйтелмəҫ, уларға иғтибар итеүсе лə булмаҫ. (89) Бынан һуң тəүбə итһəлəр һəм тура юлға баҫһалар, башҡаса булыр. Сөнки Аллаһ, ысындан да, кəмселектəрҙе кисереүсе, киң күңелле, ярлыҡаусы. (90) Хаҡтыр, иманға килеп тə, һуңынан кəферлеккə күскəннəр, алға табан кəферлеген тағын да арттырғандарҙың тəүбəлəре ҡабул ителмəҫ. Бына шулар инде аҙашҡан бəндəлəр. (91) Хаҡтыр, кəфер итеүселəр һəм кəфер булараҡ үлгəндəр Ер йөҙөн тултырырҙай миҡдарҙағы алтындарын түлəһə лə, саҙаҡалары ҡəтғи ҡабул булмаҫ. Бына шундай улар. Бик хəтəр ғазап уларҙың өлөшөҙөр. Уларҙың һис бер ярҙамсыһы ла булмаҫ. (92) Һеҙ һөйөклө əйберҙəрегеҙҙе (мал‐мөлкəт, саҙаҡа, зəкəттəрегеҙҙе Аллаһ юлында) сарыф итмəһəгеҙ, изгелеккə ирешə алмаҫһығыҙ. Һеҙ нəмə сарыф иткəнегеҙ‐итмəгəнегеҙҙе лə Аллаһ белеп тора. 93. Тəүрəт индерелгəнгə ҡəҙəр Исраилдың үҙенə ашарға ярамаған ризыҡтарҙан (дөйə ите, дөйə һөтөнəн) башҡаһы Исраил улдарына харам түгел ине. Əйт Һин: — Əгəр ҙə һеҙ тура юлда икəнһегеҙ, Тəүрəтты алып килегеҙ ҙə уҡығыҙ, — тип. (94) Бынан һуң (йəғни Тəүрəтты уҡығандан һуң) Аллаһ аяттарына ҡаршы ялған уйлап сығарып һөйлəһəгеҙ, һеҙ залимдар‐зиндиҡтар булырһығыҙ. (95) Əйт: — Аллаһ дөрөҫөн һөйлəй, шуға күрə, Аллаһты бер тип белһəгеҙ, Ибраһим ышанған дингə йөҙ тотоғоҙ, ул мөшрик түгел ине, — тип. 96. Хаҡтыр, əҙəмдəр өсөн һалынған һəм тура юл күрһəтеүсе беренсе Йорт ул, əлбиттə, Мəккəлəге Йорт (Кəғбəҙер). 97. Шунда ап‐асыҡ аяттар, Ибраһим баҫҡан ерҙəр бар. Шунда кергəн кеше именлектə булыр. Юлын тапҡан (көсө еткəн, хəленəн килгəн) кешелəрҙе Аллаһ шунда (Хажға) барырга бурыслы итте. Берəйһе инҡар итə икəн, Аллаһ уға (һəм ғəлəмдəге бер нəмəгə лə) мохтаж түгел. 98. Əйт: — Əй, китап тотҡан ҡəүем, һеҙ нимə генə ҡылһағыҙ ҙа, Аллаһтың, ысынлап та, барыһын да күреп торғанын белəһегеҙ, шулай булғас, ни өсөн Аллаһтың аяттарын инҡар итəһегеҙ? — тип. 99. Əйт: — Əй, китап тотҡан ҡəүем, үҙегеҙ (Исламдың хаҡ дин икəнен китаптарығыҙҙан уҡыған килеш) күреп торған килеш, ни өсөн һеҙ иманлы кешелəрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырырга тырышаһығыҙ, үҙегеҙ шунда кəмселек табырға маташаһығыҙ. Аллаһ ҡылғандарығыҙҙы белмəй түгел. (100) Əй, иман килтергəндəр, əгəр ҙə үҙҙəренə китап индерелгəндəр араһындағы төркөмдəргə баш эйəһе булһағыҙ, һеҙҙе иманығыҙҙан ваз кистереп, кəфер итəсəктəр. (101) Аллаһтың аяттарын уҡып торғанда, пəйғəмбəре лə арағыҙҙа ултырғанда, нисек итеп һеҙ Аллаһҡа кəфер итəһегеҙ? Кем Аллаһҡа (диненə) ныҡлап тотонһа, хаҡтыр, ул ысынлыҡта тура юлды тапҡан булыр. (102) Əй, иман килтергəндəр, Аллаһтың язаһынан нисек ҡурҡырға кəрəк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Һаҡ булығыҙ, мосолманлыҡтан башҡа хəлдə йəн бирмəгеҙ (мосолман булып үлегеҙ). (103) Барығыҙ ҙа бер булып, Аллаһтың арҡанына (Ҡөръəнгə, Ислам диненə) тотоноғоҙ, сөнки айырылғанда һеҙ бер‐берегеҙгə дошман инегеҙ, Ул һеҙҙең күңелдəрегеҙҙе берлəштерҙе. Уның ниғмəте арҡаһында ҡəрҙəштəр булдығыҙ һəм йəнə һеҙ аҫтында ут янып торған упҡындың ҡырыйында инегеҙ, унан һеҙҙе Ул ҡотҡарҙы. Аллаһ һеҙгə аяттарын бына шулай ап‐асыҡ итеп аңлата. Моғайын, тура юлға ирешерһегеҙ. (104) Һеҙҙəн шундай бер өммəт булырға тейеш, улар һəр кемде хəйерле эштəргə, изгелеккə өндəрҙəр, яманлыҡтан ваз кисергə саҡырырҙар. Бына шундайҙар мораҙҙарына ирешкəн ке‐ шелəр булыр. (105) Һеҙ үҙҙəренə ап‐асыҡ аяттар килгəндəн һуң да талашып, айырылышып бөткəндəр кеүек булмағыҙ: бына шундайҙарҙың хəле бик тə яман буласаҡ. (106) Ул Көндө нисə йөҙҙəр (сырайҙар) аҡланыр, нисə йөҙҙəр ҡап‐ҡара буласаҡ. Ҡара йөҙлөлəргə килгəндə: — Иманығыҙҙан ваз кистегеҙ бит, бына кəферлегегеҙгə тамам ғазап татығыҙ, — тип əйтелəсəк. (107) Йөҙҙəре аҡ булғандар иһə Аллаһтың рəхмəтенə юлығасаҡ. Улар шул рəүештə мəңгегə шунда (йəннəттə) ҡаласаҡ.


108. Былар Аллаһтың хаҡ аяттары, уларҙы һиңə укыйбыҙ. Аллаһ бəндəлəренə хаҡһыҙлыҡ ҡылырға һис тə телəмəй. 109. Күктəрҙə нимə бар, Ерҙə нимə бар — бөтөнөһө Аллаһтыҡылыр. Бөтөн эштəр ҙə Аллаһ ҡаршыһына килтерелер. (110) Һеҙ — кешелəрҙең именлеге өсөн (Лəухел Мəхфүздə һайланып) донъяла мəртəбəгə күтəрелгəн иң изгелекле бер ҡəүем. Изгелеккə өндəп, яманлыҡтан ваз кисергə саҡырҙығыҙ. Аллаһҡа ышанаһығыҙ. Китаплы кəферҙəр ҙə шулай ышанһа ине, үҙҙəре өсөн хəйерлерəк булыр ине лə бит. Улар араһында ла иман килтергəндəр бар. Лəкин уларҙың күбеһе фəсиҡтəр. 111. Улар рəнйетеүҙəн башҡа һеҙгə һис бер нəмə эшлəй алмаҫ. Əгəр һеҙҙең менəн һуғыша башлаһалар, улар табандарын ялтыратып ҡасасаҡтар. Һуңынан уларға ярҙам итеүсе булмаҫ. (112) Улар ҡайҙа ғына булһалар ҙа ҡотола алмаҫ, сөнки уларға еңелеү тамғаһы ебəрелгəн инде. Тик, улар Аллаһтың бауына (Ҡөръəнгə) тотонһондар, кешелəргə (мөьминдəргə) һыйынһындар. Улар Аллаһтың əсе ҡəһəренə дусар булды. Өҫтəренə меҫкенлек һирпелде. Бының сəбəбе шулдыр, Улар Аллаһтың аяттарын инҡар итеп, кəфер булдылар, пəйғəмбəрҙəрҙе хаҡһыҙға үлтерҙелəр. Буйһонмағандары өсөн һəм енəйəт ҡылғандары өсөн (Беҙ кəферҙəрҙе язаға тоттоҡ). (113) Уларҙың барыһы ла бер түгелдер. Китаплыларҙың араһында диндə ныҡ баҫып тороусы өммəт тə барҙыр, улар тəүлек сəғəттəрендə сəждəгə китеп, Аллаһтың аяттарын уҡыйҙар. (114) Аллаһҡа һəм Əхирəт көнөнə ышанғандар, изгелеккə өндəүселəр, яманлыҡтан ваз кистереүселəр, изгелекле эштəрҙə ярышыусылар — бына шулар изгелəрҙер. (115) Улар ни ҡəҙəр хəйерле эш ҡылһалар, əлбиттə, Уның əжеренəн мəхрүм ҡалмаҫтар. Аллаһ тəҡүə кешелəрҙе яҡшы белə. (116) Хаҡтыр, Ул (Аллаһ) кəфер иткəндəрҙе уларҙы малдары ла, балалары ла, һис бер нəмəнəн (Аллаһтың ғазабынан) ҡотҡара алмаҫ. Улар—йəһəннəм əһелдəре. Улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ. (117) Кəфер кешелəрҙең был донъяла халыҡҡа (ихласһыҙ) биргəн малдары (саҙаҡалары) һалҡын елгə оҡшаштыр, ул ел үҙ‐үҙҙəренə золом итеүсе ҡəүемдең игендəрен һəлəк итте. Аллаһ уларға золом итмəне, улар үҙҙəренə үҙҙəре золом килтерҙе. 118. Ий, иман килтергəндəр, үҙ тоҡомоғоҙҙан (мосолмандарҙан) башҡаларҙы дуҫ итмəгеҙ. Улар (кəферҙəр) һеҙгə яманлыҡ һəм хөсөтлөк ҡылыу эштəрендə əҙер буласаҡтар, улар һеҙҙең бəлəгə тарығанығыҙҙы көтөр. Хаҡтыр, уларҙың нəфрəте боғаҙҙарынан сыҡты. Күңелдəрендəгеһе (хөсөтлөк) тағын да яманыраҡ. Уйлай белгəндəр өсөн беҙ аяттарыбыҙҙы асыҡ итеп индерҙек. (119) Бына һеҙ уларҙы яратаһығыҙ, улар һезҙҙе яратмай. Һеҙ китаптарҙың барсаһына инанаһығыҙ, улар һезҙҙең менəн бергə булғанда ғына: «инанабыҙ», тип əйтəлəр. Үҙ‐ара ҡалған саҡтарында улар зəһəрлектəренəн бармаҡтарын сəйнəй башлайҙар. Əйт уларға: — Асыуығыҙҙан шартлағыҙ! — тип. Шөбһəһеҙ, Аллаһ уларҙың эсендə нимə бар, барыһын да белеп тора. 120. Һеҙгə яҡшылыҡ килһə, улар ҡара көйə. Һеҙгə берəй бəлə килһə, улар ҡыуана. Əгəр һеҙ сыҙам булһағыҙ, гөнаһтарҙан һаҡланһағыҙ, уларҙың хəйлəлəре һеҙгə һис нисек тə зарар килтерə алмаҫ. Шөбһə юҡ, нимə ҡылһалар ҙа, Аллаһ гөнаһлыларҙы (язаһы менəн) сорнап алыусыҙыр. 121. Бына һин мосолмандарҙы һуғыш өсөн уңайлы урындарға теҙергə тип, иртəн иртүк өйөңдəн сығып киттең. Ысынлап та, монафиҡтар, кəферҙəр нимə ҡылһа ла, Аллаһ барыһын да мөкəммəл ишетеп, белеп тороусы. 122. Шул ваҡытта һеҙҙең аранан ике ғəскəр ҡурҡыуға төштө. Аллаһ уларға ярҙам итте. Мөьминдəр фəҡəт Аллаһҡа ғына ышанырға тейештəр. 123. Хаҡтыр, һеҙ Бəдер һуғышында көсһөҙ һəм ҡаушаған инегеҙ, Аллаһ һеҙҙе еңеүгə ирештерҙе. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ, Уға шөкөр итегеҙ. (124) Шул ваҡытта һин мөьминдəргə: — Индерелгəн өс мең фəрештə менəн Раббыбыҙҙың ярҙамы һеҙгə етмəйме ни? — тип əйттең. (125) Əлбиттə, һеҙ түҙемлек менəн Аллаһ юлында булһағыҙ, көтөлмəгəндə (дошман) һөжүм(е) булһа, Раббыбыҙ һеҙгə һайлап алынған биш мең фəрештə менəн ярҙам итəсəк. (126) Аллаһ быны (фəрештəлəр менəн ярҙам итеүҙе) фəҡəт һеҙҙе ҡыуандырыр өсөн һəм күңелегеҙ тынысланһын, тип эшлəне. Еңеү, хөкөм һəм хикмəттəрҙең хужаһы бары тик Аллаһтыр. 127. Кəферҙəрҙең бер өлөшөн сабып үлтерһендəр тип, уларҙың икенсе өлөшө баштары аҫҡа килһен, мораҙҙарына ирешə алмайынса, ҡасһындар тип. (Мин һеҙгə ярҙам иттем.) 128. Бəндəлəремдең эштəрендə һинең һис бер ҡатнашың юҡ. Аллаһ уларҙың тəүбəһен ҡабул итер йəки уларҙы, залим булғандары өсөн, ғазаптарға һалыр. Сөнки улар ысындан да залим. 129. Күктəрҙə нимə бар, Ерҙə нимə бар — бөтөнөһө лə Аллаһтың милке. Кемде телəй, шуны ярлыҡай Ул, кемде телəһə, шуға яза бирə. Аллаһ киң ихтыярлы, ярлыҡаусы, ысынлап та, гөнаһтарҙы кисереүсеҙер. 130. Əй, иман килтергəндəр, рибаны ҡат‐ҡат арттырып алмағыҙ. Аллаһтың нəфрəтенəн ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда, мораҙығыҙға ирешерһегеҙ. (Риба — əжəткə биреп торған аҡса, мал өсөн арттырып түлəтеү, ломбард, процент аҡсаһы, ростовщиклыҡ.) 131. Кəферҙəр өсөн əҙерлəнгəн уттан (йəһəннəмдəн) һаҡланығыҙ. (132) Аллаһҡа һəм Пəйғəмбəргə итəғəт итегеҙ, ярлыҡау һəм рəхмəткə ирешерһегеҙ. (133) Раббыбыҙҙың ярлыҡауына һəм тəҡүə мосолмандар өсөн əҙерлəнгəн йəннəткə, күктəр һəм Ер кеүек иркен урынға ынтылығыҙ. 134. Улар — саф мосолмандар; муллыҡта ла, юҡлыҡта ла йомарт булғандар, асыу һаҡламаусылар, кешелəрҙең кəмселектəрен кисерə белеүселəр (өсөн ул йəннəт). Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата. 135. Боҙоҡ эштəре менəн гөнаһлы булғандарҙы, үҙҙəренə үк насарлыҡ эшлəгəс, һуңынан Аллаһты иҫкə төшөрөп, тəүбə итеп, гөнаһтарын ярлыҡауҙы телəгəндəрҙе Аллаһ ярлыҡар. Аллаһтан башҡа уларҙы кем ярлыҡар? (Əлбиттə), улар гөнаһ ҡылыуҙарын күрəлəтə дауам итмəһəлəр. (136) Бына уларға шундай əжер ‐Аллаһтың ярлыҡауыҙыр: гөл‐баҡсалар араһында ағып ятыусы шишмəлəр изгелек ҡылғандар өсөн ғайəт гүзəл бүлəк һəм улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ. 137. Ысынлыҡта һеҙҙəн əүүəл бик күп ғибрəтле ваҡиғалар, илаһи ҡанундар булып уҙған ине инде. Шуға күрə, Ер йөҙө буйлап сəйəхəт итегеҙ, (аяттарҙы) ялған тип иҫəплəгəндəрҙең хəле нисек булғанын күрерһегеҙ (ғибрəт алырһығыҙ!). 138. Был (Ҡөръəн) кешелəр өсөн бер хəбəрҙер, (яманлыкҡтарҙан) һаҡланыу өсөн диндар кешелəргə бер ҡотолоу юлы һəм өгөт‐нəсихəттер. 139. (Мосолмандар) ҡаушамағыҙ, хафаланмағыҙ, əгəр ҙə һеҙ мөьмин‐мосолман икəнһегеҙ, һеҙ барыһынан да өҫтөн булырһығыҙ. 140. Əгəр ҙə һеҙ (Ухуд һуғышында) яраланған булһағыҙ, (Бəдер һуғышында) башҡа ҡəүемгə лə (кəферҙəргə) шундай уҡ хурлыҡ килгəн ине. Ул көндəрҙе беҙ сиратлаштырып торорбоҙ. (Бер көндө кəферҙəр еңер, икенсе көндө мосолмандар еңеүсе булыр.) Аллаһ иман килтергəндəрҙе асыҡлаһын өсөн һəм арағыҙҙан шаһидтар һəм шаһиттар һайлаһын өсөн, кəферҙəрҙе (морҙар ҡылып), һəлəк итһен өсөн шулай хуп күрҙе. Аллаһ ғəҙелһеҙҙəрҙе яратмай. («Иман килтергəндəрҙе асыҡлаһын өсөн» ғибəрəһе «ли йəғлəмə»нең мəғəнəһен аңлатаҙыр. Аллаһтың мəңгелек ғилеме менəн мосолманды кəферҙəн айыра белергə тейешлебеҙ. Шуның сəбəбе менəн «шаһидтар» мəғəнəһендə килеүсе «шүһəдə» һүҙен «шаһиттар» тип тə тəржемə итəлəр». Ибраһим Дөнмəз тəфсиренəн.) 141. Аллаһ иман килтергəндəрҙе гөнаһтарҙан тыйылып, паҡлыҡҡа сығарыр өсөн, кəферҙəрҙе һəлəк итер өсөн шулай эшлəне. 142. Юҡһа, һеҙ Аллаһ юлында (Жиһадта, Ғəзəүəттə) һуғышҡандар менəн һуғышмағандарҙы, түҙемлектəр кисергəн сабырҙарҙы асыҡламайынса ғына, Аллаһ һеҙҙе йəннəткə кертер, тип уйлайһығыҙмы? 143. Ысынлап та, əжəл килгəнсе үк үлем (шаһидлыҡ) телəнегеҙ, бына инде һеҙ бер ҡарауҙа уҡ үлемде (күрҙегеҙ) татынығыҙ. 144. Мөхəммəд ул — фəҡəт пəйғəмбəр генə. Унан элек тə əллə нисə пəйғəмбəр (был донъяға) килеп киткəн ине. Хəҙер ул үлһə йəки үлтерелһə, баҫҡан ерегеҙҙəн кирегə боролорһоғоҙмы? (Йəнə кəфер булырһығыҙмы?) Кем дə кем иманын ташлап, динһеҙлеккə күсə икəн, Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Аллаһ шөкөр иткəндəр һəм сабыр‐сыҙам булғандарға əжер бирəсəк. 145. Аллаһтан хəбəр иңмəйенсə, һис бер кемгə əжəл килмəҫ; (үлем) тəҡдирҙə яҙып ҡуйылған сəғəттə генə килер. Кем дə кем был донъяла ниғмəт‐ сауап телəһə — бирербеҙ, кем иһə Əхирəт сауабын телəһə, уны ла бирербеҙ. Беҙ шөкөр итеүселəргə əжер бирəбеҙ. 146. Күпме пəйғəмбəрҙəр килеп китте, улар менəн иңгə иң ҡуйып, күпме мөьминдəр (Жиһад юлында) һуғышты, улар Аллаһ юлындағы көрəштəрҙə ҡурҡаҡ һəм ваҡ йəнле булманылар, (дошманға) буйһонманы. Аллаһ сыҙамдарҙы ярата. (147) Бына улар əйткəн һүҙ:


— Йə, Раббыбыҙ, беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы һəм эшебеҙҙə сиктəн ашҡан хаталарыбыҙҙы ярлыҡа. (Һуғышҡанда) теҙ быуындарыбыҙҙы нығыт. Кəферҙəргə ҡаршы беҙгə ярҙамсы бул, — тигəндəренəн башҡа һүҙ юҡ. (148) Ниһайəт, Аллаһ уларға һəм донъя ниғмəтен (мал, шəрəф, дан‐ шөһрəт), һəм Əхирəт сауабының гүзəллеген бирҙе. Аллаһ изгелекле ғəмəлдə булғандарҙы ярата. 149. Əй, иман килтергəндəр, əгəр кəфер иткəндəргə буйһонһағыҙ, улар һеҙҙе иманығыҙҙан яҙҙырып, яңынан кəфер яһарҙар һəм хəтəр бəлəлəргə тарығандар хəленə төшөрөрҙəр. 150. Хаҡтыр, һеҙҙең ярҙамсығыҙ Аллаһтыр. Ул — ярҙам итеүселəрҙең иң хəйерлеһе. 151. Беҙ кəферҙəрҙең күңелдəренə ҡурҡыу һалдыҡ, сөнки улар, Аллаһтан əмер килмəгəн көйөнсə, Аллаһҡа тиңдəш итеп мəхлүҡҡə табына. Уларҙың барасаҡ ере лə йəһəннəмдер. Ғəҙелһеҙ залимдарҙың бараһы ере бик тə хəтəр урын. 152. Аллаһ һеҙгə биргəн вəғəҙəһен үтəне. Аллаһ ярҙамы менəн һеҙ кəферҙəрҙе еңə башланығыҙ. Ниһайəт, шундай бер форсат асылды, Аллаһ телəгегеҙҙе (еңеүгə ынтылышығыҙҙы) башҡарырға һеҙгə мөмкинлек бирҙе, лəкин һеҙ ҡаушап ҡалдығыҙ. (Пəйғəмбəрҙең) əмере хаҡында тартҡылаша башланығыҙ. Һеҙҙең донъя телəктəрегеҙ ҙə, Əхирəт телəктəрегеҙ ҙə бар ине. Һуңынан Аллаһ һеҙҙе һынап ҡарау өсөн (бер‐берегеҙгə кемдең кем икəнен күрһəтер өсөн) һеҙҙе уңыштан ситкə борҙо һəм Ул һеҙҙе ғəфү итте. Аллаһ ысынлыҡта мосолмандарға миһырбан эйəһелер. 153. Ул ваҡытта һеҙ, күҙегеҙгə аҡ‐ҡара күренмəҫтəн (һуғыш майҙанынан) тауға табан ҡаса инегеҙ. Пəйғəмбəр иһə һезҙҙең артығыҙҙан (минең янға йыйылығыҙ, тип) ҡысҡырып ҡалды. Шуға күрə, Аллаһ һеҙҙе əфəт өҫтөнə əфəт биреп язаланы. Ҡулығыҙҙан ысҡынғанға (ғəнимəт малына) ла, башығыҙға төшкəнгə лə ҡайғырмағыҙ. Аллаһ һеҙ нимə ҡылһағыҙ ҙа белеп тора. (Ғəнимəт ‐ һуғышта еңелгəн дошмандың, дəүлəттең малын еңеүселəр ала. Бына шул мал «ғəнимəт» тип атала. Һуғышта үлтерелгəн дошмандың шəхси əйберҙəрен: атын, ҡоралдарын, ҡатындарын еңеүсе ала. Бына шулар «үлжə» тип атала. Урыҫсаһы ‐трофей.) 154. Һуңынан, ҡайғынан һуң, Ул һеҙгə тыныс йоҡо бирҙе, бер төркөмөгөҙҙө йоҡо алды, икенселəрегеҙҙең күңеленə шом кереп ятты. Улар Аллаһ хаҡында жəһилийəт заманындағы кеүек (Ҡөръəн ингəнсегə тиклем ваҡыттағы кеүек) кəфер фекер йөрөтə башланы: — Был эштəн беҙгə ниндəй файҙа? — тинелəр. Əйт һин уларға: — Барса эштəр ҙə Аллаһтыҡы, — тип. Улар күңелдəрендə һиңə əйтмəгəн мəкер һаҡлайҙар. Улар: — Был эштəрҙəн беҙгə файҙа булһа, беҙ был урында үлтерелмəгəн дə булыр инек, — тип əйтəлəр. Шулай ҙа, һеҙ өйҙəрегеҙҙə ҡалған булһағыҙ ҙа, тəҡдиренə үлтерелəсəге яҙылған булғандар, үлтерелəсəк урынға үҙҙəренəн үҙҙəре сығып киткəн булырҙар ине. Аллаһ эсегеҙҙəге мəкерле уйларығыҙҙан арындырыу һəм күңелдəрегеҙҙе пакландырыу өсөн шулай ҡылды. Күңелдəрегеҙҙə нимə бар – бөтөнөһөн дə Аллаһ белеп тора. 155. Хаҡтыр, (Ухуд һуғышында) ике ғəскəр ҡара‐ҡаршы килгəн көндө һеҙҙе ташлап ҡасҡандарҙы ҡайһы бер хаталары арҡаһында шайтан абындырҙы. Йəнə лə Аллаһ уларҙы ғəфү итте инде. Аллаһ ярлыҡаусы , сабыр һəм баҫынҡы. 156. Ий, иман килтергəндəр, һеҙ кəфер итеүселəр һəм донъя буйлап сəфəргə сыҡҡан йəки һуғышта ҡатнашҡан ҡəрҙəштəре хаҡында: — Əгəр беҙҙең янда (өйҙə) ҡалған булһалар, үлмəгəн булырҙар ине, уларҙы үлтермəгəн булырҙар ине, — тип əйтеүселəр кеүек булмағыҙ. Аллаһ быны, уларҙың йөрəктəре хəсрəткə талһын, тип башҡарҙы. Йəнде индергəн дə, йəнде алған да — Аллаһтыр. Һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да Аллаһ күреп торор. (157) Əгəр Аллаһ юлында үлтерелер йəки үлəр булһағыҙ, шуны белеп тороғоҙ, Аллаһтың ярлыҡауы һəм рəхмəте улар йыйған бөтөн байлыҡтан да хəйерлерəктер. (158) Ысынлап та, үлһəгеҙ йəки үлтерелһəгеҙ ҙə Аллаһ хозурында йыйыласаҡһығыҙ. (159) Аллаһтың рəхмəте менəн һин уларға миһырбанлы булдың, əгəр ҙə һин уларға рəхимһеҙ булһаң, һис шикһеҙ, улар һинəн ҡасыр ине. Уларҙы һин кисер инде. Уларҙың гөнаһтары кисерелһен, тип доға ҡыл, улар менəн кəңəшлəшеп эш башла. Ныҡлы бер ҡарарға килһəң дə, Аллаһҡа тəүəкəллə. Сөнки Аллаһ Үҙенə тəүəкəллəгəндəрҙе ярата. 160. Аллаһ һеҙгə ярҙам итеп торғанда һеҙҙе һис кем еңə алмаҫ. Əгəр Ул һеҙҙе ташлаһа, унан башҡа һеҙгə кем ярҙам итер? Мөьминдəр бары тик Аллаһҡа ғына таянырға тейеш. 161. Пəйғəмбəр аманатҡа хыянат итмəҫ. Кем аманатҡа хыянат итһə, Ҡиəмəт көндө шул хыянат йөгөн күтəреп, Аллаһ хөкөмөнə килер. Һуңынан һəр кем изгелегенə күрə сауап, һəр кем үҙ гөнаһаһына теүəл яза алыр, һис кем хаҡһыҙға артығы менəн язаланмаҫ. 162. Аллаһтың ризалығына эйəргəн кеше менəн Аллаһтың асыуына дусар булған кеше тигеҙ булырмы? Һуңғыһының урыны йəһəннəмдер. Йəһəннəм иһə бик тə хəтəр урындыр. 163. Уларға (Аллаһ ризалығын алғандарға) Аллаһ ҡатында дəрəжəлəр бар. Аллаһ уларҙың ҡылғандарын күреп тороусы. 164. Хаҡтыр, (жəһиллек заманндарында) ап‐асыҡ һəм мотлаҡ аҙашҡан булһалар ҙа, үҙ араларынан пəйғəмбəр һайлап, Аллаһ мөьминдəргə ғəйəт киң рəхмəтле булды. Пəйғəмбəр уларға Аллаһ аяттарын уҡый, уларҙы яманлыҡтарҙан арындыра, уларға Китапты (Ҡөръəнде) һəм хикмəттəр өйрəтə. 165. (Бəдер һуғышында дошманығыҙ башына) ике ҡат бəлə килтерҙегеҙ, (Ухуд һуғышында) үҙегеҙгə ҡайғы килгəс, һеҙ: — Был ҡайғы ҡайҙан (ни өсөн) килде? — тип əйттегеҙ. Əйт һин: — Ул ҡайғы үҙегеҙҙəн, — тип. Шөбһəһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрəте һəр нəмəгə етə. 166. Ике ғəскəр ҡапма‐ҡаршы һуғышҡанда һеҙгə килгəн ҡайғы (еңелеүегеҙ) Аллаһ ихтыяры менəн булды. Ысын мөьминдəрҙең кем икəнен асыҡлар өсөн. (167) Һəм монафиҡтарҙың ысын йөҙөн асыу өсөн ине. Уларға: — Килегеҙ, Аллаһ юлында һуғышығыҙ йəки үҙегеҙҙе ҡотҡарыу яғын ҡарағыҙ, — тип əйтелде. Улар: — Һуғыша белһəк, һеҙгə эйəргəн булыр инек тə, — тинелəр. Улар ул көндө иманлы булыуға ҡарағанда, кəферлеккə яҡыныраҡ тора ине. Күңелдəрендə булмағанды улар ауыҙҙары менəн һөйлəп торҙолар. Əммə, Аллаһ уларҙың күңелендəге йəшерен уйҙарын белеп тора. (168) Үҙҙəре һуғышҡа бармайынса, һуғышҡа киткəн туғандары тураһында: — Беҙҙең һүҙҙе тотҡан булһалар, үлтерелмəгəн булырҙар ине, — тип һөйлəүселəргə əйт: — Əгəр ҙə һеҙ, ысындан да, хаҡлы икəнһегеҙ, улайһа, үҙегеҙгə килə торған үлемде лə кире бороғоҙ, (ҡулығыҙҙан килһə), — тип. (169) Аллаһ юлында һəлəк булғандарҙы (шаһидтарҙы) һин үлгəнгə иҫəплəмə. Киреһенсə, улар тереҙер һəм Раббы янында ризыҡлыҙыр. (170) Аллаһ рəхмəте менəн бирелгəн ниғмəттəр өсөн ҡыуанып, уларҙан һуң да килəсəк шаһидтар хаҡында: — Уларға һис бер ҡурҡыныс булмаҫ, уларға ҡайғы‐яза ла булмаясаҡ, — тип ҡауышыуҙан алдан уҡ хислəнеп, һөйөнəлəр. (171) Улар Аллаһтан килгəн ниғмəттəргə һəм уның йомартлығына һөйөнəлəр. Иман килтереп, изге ғəмəлдəр ҡылғандарға тейəсəк əжерҙе Аллаһ йуймаҫ. (172) (Ухуд һуғышында) йəрəхəтлəнгəндəн һуң Аллаһтың һəм Пəйғəмбəрҙең өндəүен ҡабул итеп, изгелек ҡылғандар, тəҡүə, диндар булғандар өсөн бик ҙур əжер буласаҡ. 173. Бер төркөм кешелəр мөьминдəргə: ‐ Дошмандарығыҙ һеҙгə ҡаршы ғəскəр тупланы, бер үк һаҡ булығыҙ, — тип əйткəс, мөьминдəрҙең иманы тағын да арта төштө, улар əйтте: — Аллаһтың ярҙамы беҙгə етəр, Ул яҡшы (ярҙамсы) вəкилдер. 174. Шулай итеп, улар үҙҙəренə һис бер зыян килтермəйенсə, Аллаһтың йомартлығы биргəн ниғмəттəрҙе төйəп ҡайтты. Улар Аллаһтың ризалығына лайыҡ булды. Аллаһ — миһырбан һəм йомартлыҡ эйəһеҙер. 175. Ысынлыҡта иһə, мосолмандарҙы (кəфер ғəскəре килə, тип) үҙ дуҫтары менəн ҡурҡытыусы шайтандыр. Иманлы булһағыҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ, бары тик Минең язамдан ғына ҡурҡығыҙ. 176. Кəферлектə ашҡынып ярышыусыларға ҡарап, һин хафаланма. Улар Аллаһҡа һис бер зарар килтерə алмаҫ. Əхирəт көнөндə Аллаһ уларға яҡшы өлөш сығармаҫ. Уларға бик тə хəтəр яза əҙерлəнгəн. 177. Шуныһы хаҡтыр, иманын һатып, кəфер булғандар Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Улар өсөн хəтəр ғазап əҙерлəнгəн.


178. Кəфер иткəндəр (язалары кисектерелгəнгə күрə) үҙҙəре өсөн хəйерле, тип яңғылышмаһындар. Гөнаһтарын арттыра төшһөн тип, Аллаһ уларға форсат бирə. Уларға хəтəр ғазап бар. 179. (Ий, монафиҡтар!) Яҡшыны ямандан айырмайынса, Аллаһ мөьминдəрҙе һеҙ йəшəй торған хəлдə ҡалдырмаҫ. Һуңынан нəжесте пактан айырасаҡ. Аллаһ һеҙгə күҙ күрмəҫ йəшерен серҙəр менəн таныштырмаҫ. Лəкин Аллаһ пəйғəмбəрҙəрҙе үҙе телəгəн кешелəр араһынан һайлап ала. Аллаһҡа һəм уның рəсүлдəренə иман килтерегеҙ. Иман килтерһəгеҙ, (тəҡүə, диндар булһағыҙ) һеҙҙең өсөн ғəлəмəт ҙур əжер əҙерлəнгəн. 180. Аллаһтан ниғмəттəр алып та, һаран булған кешелəр: һаранлығыбыҙ үҙ файҙабыҙға, тип уйламаһындар, киреһенсə, был (һаранлыҡ) улар өсөн бик тə насар булып сығасаҡ. Һаранлыҡтарына күрə, йыйылған малдары Ҡиəмəт көнөндə уларҙың муйындарына сорналасаҡтыр. Күктəрҙең, Ерҙең мираҫы — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хəбəрҙарҙыр. (181) Ысындыр, уларҙың: — Аллаһ — фəҡир, беҙ — бай, — тигəн һүҙҙəрен Аллаһ ишетте. Беҙ улар əйткəнде лə яҙып ҡуйырбыҙ һəм уларҙың хаҡһыҙға пəйғəмбəрҙəрҙе үлтергəндəрен дə теркəрбеҙ һəм əйтəсəкбеҙ: — Татығыҙ шул утта яныу ғазабын! (182) Был (утта яныу) донъяла саҡта үҙ ҡулдарығыҙ менəн ҡылғандарығыҙ (гөнаһтарығыҙ) өсөн түлəүҙер. Аллаһ (урынһыҙға) ҡолдарын рəнйетмəҫ. (183) — Дөрөҫө шул, Күктəн ингəн ут көйҙөрөп, күмергə əйлəндерерҙəй бер ҡорбан алып килмəһə, Аллаһ беҙгə һис бер пəйғəмбəргə ышанмаҫҡа бойорҙо, — тигəн (кəферҙəргə) былай əйт: — Һеҙгə минəн алда мөғжизəлəр һəм һеҙ телəгəндəр менəн бергə нисə пəйғəмбəр килде. Əгəр ҙə һеҙ хаҡ əҙəмдəр икəнһегеҙ, ни өсөн уларҙы үлтерҙегеҙ? — тип. (Кəферҙəр Мөхəммəд пəйғəмбəрҙе үҙҙəренең, йолаларын үтəргə өндəйҙəр. Йəғни, əгəр Мөхəммəд кəферҙəргə ҡорбан килтереп, кəферҙəр ул ҡорбанды салып, утта яндырып, уйҙырма илаһтəренə ғийбəҙəт ҡыласаҡ һəм шунан һуң улар Мөхəммəднең пəйғəмбəрлегенə иман килтерəсəк, имеш.) 184. (Рəсүлем!) Əгəр ҙə Һине ялғансыға сығарһалар, (хафаланма) ысынлыҡта, һинəн элек ап‐асыҡ мөғжизəлəр, яҙыуҙар һəм һеҙҙең күңел күҙегеҙҙе аса торған китап килтергəн нисə пəйғəмбəрҙəрҙе лə улар ялғансыға һананылар. 185. Һəр йəн эйəһе үлемде татыйасаҡ. Ҡиəмəт көнөндə (донъяла) ҡылғандарығыҙға тамам итеп əжер бирелəсəк. Кемдер йəһəннəмдəн йыраҡҡа ебəрелеп, йəннəткə барып урынлашһа, ул ысынлап та мораҙына ирешкəн булыр. Был донъялағы тормош иһə ҡоро ҡыуаныс ҡына. 186. Ысынлап та, малдарығыҙ һəм йəндəрегеҙ арҡаһында һеҙ һынауға дусар, һеҙҙəн элек килгəн Китаплы ҡəүемдəн һəм күп илаһкə табыныусыларҙан һеҙ байтаҡ ҡына рəнйетеүле һүҙҙəр ҙə ишетерһегеҙ. Əгəр шуларға сабыр итер булһағыҙ, тəҡүə, диндар булһағыҙ, хаҡтыр, иң гүзəл ғəмəл шул булыр. 187. Аллаһ Китаплы ҡəүемде: — Уны (Китапты) кешелəргə аңлатып бирəсəкбеҙ, уны кешелəрҙəн йəшереп тотмаясаҡбыҙ, — тип ант иттерҙе. Улар иһə Китапты артҡа ташланылар. Уны донъя малына һаттылар. Уларҙың был алыш‐бирештəре ни ҡəҙəр яман ғəмəлдер. (188) Ҡылғандарына шатланыусы, ҡылмағандары өсөн дə маҡталырға телəүселəр ғазаптан ҡотолдоҡ, тип яңғылышмаһындар, һин дə (уларҙы ғазаптан ҡотолдо тип) уйлама. Улар өсөн хəтəр яза бар. (189) Күктəрҙең һəм Ерҙең хөкөмдары Аллаһтыр. Аллаһтың ҡөҙрəте һəр нəмəгə етə. (190) Күктəрҙең һəм Ерҙең яралтылышында, төн менəн көндөң сиратлашыуында аҡылы сəлəмəт кеше өсөн, ысынлап та, ғибрəт биреүсе дəлилдəр бар. 191. Улар (мосолмандар) аяҡ өҫтө тороп та, ултырып та, янға ятҡан килеш тə Аллаһты зикер итəлəр, күктəрҙең һəм Ерҙең яралтылышы хаҡында тəрəн фекерлəйҙəр, (һəм əйтəлəр): — Раббыбыҙ! Һин быларҙы бушҡа ғына яралтманың. Һине тəсбих итəбеҙ (маҡтайбыҙ, Һин барса кəмселектəрҙəн пакһың). Беҙҙе йəһəннəм ғазабынан ҡотҡар! (192) Йə, Раббыбыҙ! Дөрөҫтөр, Һин йəһəннəмгə керткəн кеше рисуай (хур) була. Ғəҙелһеҙ кешелəрҙең ярҙамсыһы булмаҫ. (193) Йə, Раббыбыҙ! Дөрөҫтөр, беҙ: — Раббығыҙға инанығыҙ! — тип иманға өндəүсене (Пəйғəмбəрҙе, Ҡөръəнде) ишеттек һəм шунда уҡ иман килтерҙек. Инде беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы кисер, яманлыҡтарыбыҙҙы ярлыҡа, йəнебеҙҙе изгелеклелəр иҫəбенəн ал, йə, Раббыбыҙ. (194) Раббыбыҙ! Беҙгə пəйғəмбəрҙəрең аша вəғəҙə иткəн йəннəтте бир, Ҡиəмəт көнөндə беҙҙе хурлыҡҡа ҡалдырма (рəхмəтеңдəн ташлама), шик юҡ, Һин һүҙеңдə торорһоң. 195. Шулай итеп, Аллаһ уларҙың доғаларын ҡабул итте. (Һəм əйтте): — Ирҙəрҙəн булһын, булһын ҡатындарҙан, мин улар ҡылған ғəмəлде юҡҡа сығармаясаҡмын, ғəмəлдə барығыҙҙа бер тигеҙ. Улар һижрəт иттелəр (ватандарынан күсеп китергə мəжбүр булдылар), йорттарынан ҡыуылдылар, Минең юлымда яфалар күрҙелəр, һуғыштылар, үлтерелделəр, хаҡтыр, Мин дə уларҙың гөнаһтарын ярлыҡармын һəм уларҙы баҡсаларында шишмəлəр ағып торған йəннəткə кертəсəкмен. Был бүлəк Аллаһ тарафынандыр. Ниғмəттəрҙең иң күркəмдəре Аллаһ хозурындалыр. 196. (Аллаһты, Ҡөръəнде, Пəйғəмбəрҙе танымаусы инҡарсылар, йəғни) кəферҙəрҙең ил буйлап йөрөгəндəре (сауҙа менəн байығандары) һине ҡыҙыҡтырмаһын. (197) Əҙ файҙаҙыр (йəғни ул ваҡытлыса ғына байлыҡтыр), һуңынан уларҙың барасаҡ ере — йəһəннəмдер. Ул ҡот осҡос хəтəр урын. 198. Əммə Раббынан (гөнаһлы булыуҙан) ҡурҡҡандар өсөн Аллаһ тарафынан əжер булараҡ, баҡсаларында шишмəлəр ағып ятҡан мəңгелек йəннəттəр ҡоролған, улар — шунда ҡаласаҡ. Аллаһтың һый табыны шул булыр. Улар өсөн Аллаһ хозурындағы ниғмəттəр тағын да сифатлыраҡтыр. 199. Китаплы халыҡ араһында шундай кешелəр ҙə барҙыр, Аллаһҡа, һеҙгə индерелгəн (Ҡөръəнгə) һəм дə үҙҙəренə индерелгəнгə ышанып, Аллаһҡа буйһоноп, иман килтергəндəр бар, əлбиттə. Улар Аллаһтың аяттарын донъя малына һатмаҫтар. Бына шундайҙар өсөн Раббы ҡаршыһында əжерҙəр бар. Шөбһəһеҙ, Аллаһ иҫəп‐хисапты тиҙ тотор. 200. Ий, иман килтергəндəр! Сабыр итегеҙ, (дошман ҡаршыһында) сыҙам булығыҙ, (Жиһад өсөн) əҙерлекле һəм уяу булығыҙ һəм Аллаһ ҡаршыһында (гөнаһ эшлəүҙəн) ҡурҡығыҙ, уңышҡа ирешерһегеҙ. 4 — Нисə (Ҡатындар) сүрəһе Нисə (Ҡатындар) сүрəһе 176 аяттан тора. Һижрəттəн һуц Мəҙинəлə ингəн. Был сүрəлə ҡатындар тураһында, йəмғиəт эсендə уларҙын, хаҡтары, хоҡуҡтары, ижтимəғи майҙандағы тотҡан урындары тураһында һөйлəнгəнгə күрə, «Əн‐Нисə», йəғни «Ҡатындар» тип аталған.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əй, кешелəр! Һезҙҙе бер йəндəн яралтҡан һəм уға ҡатынды бар иткəн, уларҙың икеһенəн ир енес һəм ҡатын енесен үрсеткəн Раббы ҡаршыһында (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡығыҙ. Исемен телəктəрегеҙҙə ҡуллана торған Аллаһ алдында ғəйепле булыуҙан һəм ҡəрҙəшлек ептəрен өҙөүҙəн һаҡланығыҙ. Шикһеҙ, Аллаһ һеҙҙең өҫтəн күҙəтеп тороусыҙыр. 2. Йəтимдəргə малдарын бирегеҙ. Йəтимдəрҙең затлы малын үҙегеҙҙең насар малығыҙға алыштырмағыҙ. Уларҙың малдарын үҙ малдарығыҙҙыҡы менəн ҡатыштырып ашамағыҙ. Сөнки был оло гөнаһтыр. (3) Əгəр уларға (йəтимəдəргə) ғəҙел була алмам, тип ҡурҡһағыҙ, үҙегеҙгə оҡшаған ҡа‐ тындарға өйлəнегеҙ: икеһенə, өсөһөнə, дүртеһенə (никахлаша алаһығыҙ). Əгəр ғəҙел була алмау ҡурҡынысы бар икəн, берһен генə алығыҙ, улай ҙа булмаһа, кəнизəктəр ҙə еткəн. Был — Аллаһ юлынан тайпылмаҫ өсөн ҡулай эш. («Дҗəһилиəт‐наҙанлыҡ‐ҡараңғылыҡ осоронда, йəғни Ҡөръəн‐и Кəрим ингəнгə саҡлы замандарҙа ирҙəр, малдарына ҡыҙыҡҡанға күрə, үҙ ҡарамаҡтарындағы йəтимə ҡыҙҙарға өйлəнə торған булғандар. Бер нисə йəтимə ҡыҙға өйлəнгəндəр ҙə булған. Яҡлаусыһы булмаған йəтимə ҡатындарға ирҙəре рəнйетеүле мөғəмəлəлə булып, ғəҙелһеҙ ғəмəлдəр ҡыла торған булғандар. Хатта мираҫтарын алыр өсөн уларҙың үлеп китеүҙəрен телəгəндəр. Был аят ана шундай йəтимəлəрҙең хоҡуғын яҡлай. Исламдан əүүəлге замандарҙа ирҙəргə нисə ҡатын алһа ла тыйылмаған була. Унар ҡатынлы, хатта унан да артыҡҡа өйлəнөүҙəр ғəҙəти хəл булған. Ислам ҡанундары зинаны тыя. Шуға күрə, зина ҡылыуҙың мөмкинлектəрен бөтөрөү кəрəк. Ир кешенең ғəйрəтле һəм көр


тормошлы булыуы, ҡатынының, зəғиф йəки бала таба алмауы, дəртһеҙ булыуы, ирҙəрҙең һуғыштарҙа күплəп һəлəк булыуҙары арҡаһында йəки башҡа сəбəптəргə күрə, ирҙəрҙең əҙəйеүе ҡатындарҙың һаны артыуға килтерə. Шуға күрə, ирҙəргə берҙəн артыҡ ҡатынға өйлəнеү зарурийəте барлыҡҡа килгəн. Сөнки ирһеҙ ҡыҙҙар, ирһеҙ ҡатындар зина юлынан киткəн булырҙар ине. Лəкин күп ҡатын менəн, йəтимəлəр менəн никахлашҡан ир һəм ҡатынына ғəҙел булырға тейеш». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 4. Ҡатындарға мəһəрҙе ысын күңелдəн, мул бирегеҙ. Əгəр ҙə киң күңеллелек менəн (һеҙ биргəн) мəһəрҙең бер өлөшөн һеҙгə ҡайтарһалар, уны рəхəтлəнеп ашағыҙ. 5. Терəк булһын тип, Аллаһ һеҙгə мал бирҙе, һеҙ ул малды аҡылһыҙҙарға (мал тота белмəгəндəргə, аҡылы сəлəмəт булмағандарға) бирмəгеҙ. Шул мал менəн уларҙы ашатығыҙ‐эсертегеҙ һəм уларға йыуатыусы һүҙҙəр һөйлəгеҙ. 6. Бəлиғлеккə ирешкəнгə тиклем йəтимдəрҙе (тəрбиə ҡылығыҙ, ҡарап үҫтерегеҙ) һынағыҙ. Аҡылы өлгөргəнлеген күреүгə үк, малдарын үҙҙəренə тапшырығыҙ. Ул малды исраф итеп (тотоноп),(йəтимдəр үҫеп етер тип) ҡабаланып ашап бөтөрмəгеҙ. Бай кеше олпат (ғəҙел) булырға тырышһын, (йəтим малына ҡулын һуҙмаһын), фəҡир булһа, тейешлеһен генə ашаһын. Малдарын шаһиттар алдында тапшырығыҙ. Юҡһа, Аллаһ һəр кемдең ғəмəлен белеп, хисап аласаҡ. 7. Ата‐əсə йəки яҡындары ҡалдырған (малдан) ирҙəргə бер өлөш тейə, ата‐əсə һəм яҡындары ҡалдырғандан ҡатындарға бер өлөш тейə. Мал күп булһа ла, əҙ генə булһа ла тигеҙ бүленергə тейеш. (8) Мираҫ бүлгəндə (васыятта исеме əйтелмəгəн) яҡындар, йəтимдəр һəм ярлылар булһа, уларға ла ризыҡлыҡ өлөш сығарығыҙ һəм уларға яғымлы һүҙҙəр əйтегеҙ. («Дҗəһилиəт дəүерендə мираҫ малы ҡатындарға бирелмəй ине, был иҫке йоланы инҡар итеп, ошо ике аят индерелгəн. Йыраҡ туғандарға, йəтимдəр һəм мираҫ бүлешкəндə осраҡлы тура килгəндəргə лə өлөш сығарыу — ғəҙеллек ҡануны». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 9. Үлем түшəгендə: — Зəғиф, сабый балам ҡала, (уны кемдəр генə ҡарар инде, уны балалыҡҡа алған кешелəр минəн ҡалған малды ашап бөтөрмəҫтəрме), — тип борсолған кешелəр кеүек, (йəтимдəрҙе үҙ тəрбиəһенə алып ҡалғандар ҙа), йəтим малын ашауҙан тыйылһындар. Аллаһтың язаһынан ҡурҡһындар һəм дөрөҫ һүҙ һөйлəһендəр. 10. Хəйлə һəм һылтау менəн йəтим хаҡын ашаған кешелəр ҡарындарына утлы киҫəү тыҡҡан кеүек буласаҡтар, быныһы хаҡ, һуңынан улар ялҡынлы утҡа барып керəсəк. 11. Аллаһ балаларығыҙ хаҡында былай тине: — Ир улға ике ҡыҙ бала өлөшө тиклем өлөш бирелер. Əгəр балаларҙың барыһы ла ҡыҙ енесле булып, икенəн артһа, мəрхүм ҡалдырған мираҫтың өстəн икеһе уларға тейеш. Əгəр бер генə бөртөк ҡыҙ бала булһа, малдың яртыһы уға тейəр. Мəрхүмдең балаһы ҡалһа, мəрхүмдең ата‐əсəһенə һəр берһенə айырым итеп, мираҫтың алтынан бер өлөшө бирелергə тейеш. Мəрхүмдең балаһы ҡалмайынса, ата‐бабаһы уның малына вариҫ булыр, əсəһенə өстəн бер өлөшө (атайға ҡалғаны) булыр. Мəрхүмдең (бер туған) ҡəрҙəштəре булһа, уның васыятын үтəп, бурыстарын түлəп бөтөргəндəн һуң, əсəһенə алтынан бер өлөш (ҡалғаны ҡəрҙəштəренə) булыр. Атағыҙ ҙа, балаларығыҙ ҙа файҙа килтереү мəсьəлəһендə ҡайһыһы һеҙгə яҡыныраҡ икəнлеген һеҙ Аллаһ билгелəгəнсə белмəйһегеҙ. Хаҡтыр, Аллаһ ғилем һəм хикмəттəр хужаһыҙыр. («Ни өсөн Ҡөръəн мираҫ өлөшөн ирҙəргə күберəк бүлергə бойора? — тигəн һорауға яуап ошо: ирҙəрҙең тормош сығымдары ҡатындарҙыҡына ҡарагғанда күберəк. Өйлəнгəндə мəһер биреү ир яҡтың бурысы, туй сығымдарын да ирҙəр тарафы ҡаплай. Өйлəнгəндəн һуң да ирҙəр — кəрəкһə, мохтажлыҡтағы яҡын туғандарына ярҙам итеүсе, кəрəкһə ҡатыны, балаларын ҡараусы. Уларҙы ашау‐эсеү, кейем‐һалым, тораҡ менəн тəьмин итеү ирҙəр елкəһендə. Шул сəбəпле ирҙəрҙең өлөшө ҡатындарҙыҡына ҡарағанда артығыраҡ». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 12. Ҡатынығыҙ вафат булып, балаһы булмайынса, малы ҡалһа, васыяты үтəлгəндəн һуң һəм бурыстары ҡайтарылғандан һуң ҡалған малдың яртыһы һеҙгəҙер. Балалары ҡалған булһа, малдың дүрттəн бер өлөшө һеҙҙеке. Балағыҙ булмаһа, һеҙ ҡалдырған малдың дүрттəн бер өлөшө ҡатындарығыҙға. Балағыҙ булһа, васыятты, бурыстарҙы башҡарғандан һуң, ҡатындарығыҙға һигеҙҙəн бер өлөш сығар. Əгəр ҙə мəрхүмдең йəки мəрхүмəнең ата‐əсəһе һəм балалары булмаған хəлдə ир туғаны йəки ҡатын‐ҡыҙ ҡəрҙəше булһа, һəр берһенə алтынан бер өлөш сығарылыр. Икенəн артып китһəлəр, мираҫтың өстəн бер өлөшө тигеҙ бүленер. Васыят шарттарын һəм бурыстарын үтəгəндəн һуң, һис кемгə лə зыян килтермəҫтəн, мираҫ малы тигеҙ итеп, Аллаһ хөкөм иткəнсə бүленергə тейеш. Аллаһ бар нəмəне лə белеп тороусы һəм ғəҙел. 13. Былар Аллаһ ҡуйған (ҡануни) сиктəрҙер. Кем Аллаһҡа һəм уның Пəйғəмбəренə итəғəт итһə, Аллаһ уны үҙəндəренəн шишмəлəр ағып ята торған йəннəттəргə урынлаштырасаҡ, улар шунда оҙаҡҡа ҡаласаҡ, бына шул бөйөк ҡотолоу булыр. 14. Кем дə кем Аллаһҡа һəм уның Пəйғəмбəренə ҡаршы булып, буйһонмаһа һəм əлеге сиктəрҙе боҙһа, Аллаһ уны мəңгелек утҡа ташлаясаҡ, был (гөнаһлылар өсөн) хурлыҡлы яза булыр. 15. Уйнаш ҡылған ҡатынығыҙ өҫтөнəн арағыҙҙан һайланған дүрт ир шаһит булһын. Əгəр улар шаһитлыҡ ҡылһа, ҡатынды үлгəнсегə тиклем йəки Аллаһ бер юл эшлəгəнсе тиклем өйөгөҙҙə ябып тотоғоҙ. (16) Арағыҙҙан икəү бергə зина ҡылһа, икеһенə лə яза бирегеҙ, əгəр ҙə тəүбə итһəлəр, үкенһəлəр, (язалауҙан) ваз кисегеҙ. Аллаһ тəүбəлəрҙе ҡабул итеүсе һəм ярлыҡаусыҙыр. 17. Наҙанлығы арҡаһында ғына яманлыҡ ҡылған кеше һуңынан иҫенə килеп, тиҙ тəүбə итһə, Аллаһ уның тəүбəһен ҡабул итер. Аллаһ бар нəмəне лə белеүсе хикмəт эйəһелер. (18) Тик, (ғүмере буйы) яманлыҡтар ҡылып та, яғаһынан үлем килеп тоткас ҡына: — Мин инде тəүбə иттем! — тигəндəргə һəм кəфер булып үлгəндəр өсөн ярлыҡау юҡ. Улар өсөн əсе ғазап əҙерлəнгəн. 19. Əй, мөьминдəр! Ҡатындарҙы ирекһеҙлəп мираҫ итеүегеҙ хəлəл түгел. Асыҡтан‐асыҡ хыянат (зина) итмəгəн булһа, уларға, (китергə телəһə) мəһеренең бер өлөшөн үҙегеҙгə алыу маҡсаты менəн, ҡатындарҙы ирекһеҙлəп тотмағыҙ (айырып ебəрегеҙ). Хатта һеҙ ҡатындарығыҙҙы яратмаһағыҙ ҙа, уның менəн яҡшы мөғəмəлəлə булығыҙ. Əгəр ҙə һеҙгə ул оҡшамай икəн, тимəк, һеҙ Аллаһ уға биргəн һөйкөмлөлөктө (шундағы мөмкинлектəрҙе) күрмəйһегеҙ. 20. Əгəр ҙə һеҙ ҡатынығыҙҙы айырып, башҡаһына өйлəнергə уйлаһағыҙ, (айыраһы ҡатынығыҙға бирелгəн) мəһəрҙəн бер нимə лə алмағыҙ. Һеҙ уға нахаҡ яла яғып, асыҡтан‐асыҡ хаталанып, биргəн мəһəрегеҙҙе кире алырһығыҙмы? 21. Ваҡытында һеҙ бер‐берегеҙ менəн ҡушылып йəшəнегеҙ, вəғəҙəлəр бирештегеҙ, шунан һуң да нисек итеп һеҙ ҡатын малын кире алырһығыҙ икəн? 22. Булаһы булған инде, əммə əүүəлге кеүек, атайығыҙ айырған үгəй əсəгеҙгə өйлəнмəгеҙ. Сөнки был—оятһыҙлыҡ, боҙоҡ бер ғəмəл һəм яманлыҡтыр. 23. Əсəлəрегеҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ҡыҙ туғандарығыҙ, апайҙарығыҙ, туғандарығыҙ, ҡəрҙəштəрегеҙҙең ҡыҙҙары, һеҙҙе имеҙгəн һөт əсəлəрегеҙ, һөт ҡəрҙəштəрегеҙ, ҡатындарығыҙҙың əсəлəре, ҡатындарығыҙға эйəреп килгəн үгəй ҡыҙҙарығыҙ һеҙгə харам ҡылынды. Əгəр никахлашып та ҡатынығыҙ менəн яҡынлыҡ ҡылмаған булһағыҙ, уны айырғас, ул ҡатындың башҡа ирҙəн тыуған ҡыҙына өйлəнеүҙең ғəйебе юҡ. Үҙ улдарығыҙҙың ҡатындары һəм ике ҡыҙ ҡəрҙəште бер юлы никахлап алыу харам ҡылынды. Уҙған замандарҙа һеҙ шулай ҡыла инегеҙ. Аллаһ, ысынлап та, ярлыҡаусы, кисереүсеҙер. 24. Башҡа ир никахындағы бөтөн ҡатындар ҙа һеҙгə харам (һуғышта əсир алынған ҡатындар) йəриəлəрҙəн башҡа. Ул ҡатындарҙың үҙ илдəрендə ҡалған ирҙəре менəн булған никахтары боҙола. Уларҙы ҡатын итеп алыу мосолмандар өсөн харам түгел). Аллаһтың һеҙгə əмере шулдыр. (Никахлы ҡатындарҙан) башҡаһын намыҫлы рəүештə һəм зина ҡылмайынса ғына, малдарығыҙ ярҙамы менəн (мəһер əҙерлəп) телəгəн ҡатын менəн никахлашыу хəлəл ителде. Уларҙы файҙаланғанығыҙ өсөн алдан килешенгəнсə мəһер бирегеҙ. Бынан һуң нимə ҡылһағыҙ ҙа, гөнаһ булмаҫ. Хаҡтыр, Аллаһ ғилем эйəһе һəм хикмəттəр хужаһыҙыр. (25) Мосолман ҡатындарға өйлəнергə малы етмəгəн кеше, бойороғоғоҙҙа булған, иман килтергəн йəриəлəргə өйлəнə ала. Аллаһ һеҙҙең иманығыҙҙы бик яҡшы белə. Һеҙ икегеҙ ҙə тигеҙ (иманлы йəриəлəр, кəнизəктəр ҙə һеҙҙең кеүек үк əҙəм балаһы). Шулай итеп, хужаларынан рөхсəт алып, зина ҡылмаған, йəшерен һөйəркəлəре булмаған, намыҫлы йəриəлəргə өйлəнегеҙ.


Мəһəрҙəрен дə етəрлек миҡдарҙа бирегеҙ. Никахтан һуң зина ҡылһа, уларға ирекле ҡатындарға бирелə торған язаның яртыһы бирелер. Был — гөнаһтан ҡурҡҡандар өсөн. Сабырлыҡ һеҙҙең өсөн хəйерлелер. Аллаһ ярлыҡаусы һəм кисереүсеҙер. 26. Белмəгəндəрегеҙҙе белдереү һəм һеҙҙəн алда йəшəгəн изгелəр (Ибраһим менəн Исмəғил) юлына күндереү өсөн, Аллаһ гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡарға телəй. Шик юҡтыр, Аллаһ белеп тороусы хөкөм һəм хикмəт эйəһе. 27. Ысындан да, Аллаһ һеҙҙең тəүбəлəрегеҙҙе ҡабул итергə телəй. Енси телəктəренə ҡол булған кешелəр иһə һеҙҙе, мотлаҡ, юлдан яҙҙырмаҡсы булалар. 28. Аллаһ һеҙҙең йөгөгөҙҙө еңелəйтергə телəй, сөнки кеше ҡеүəтһеҙ итеп яралтылған. 29. Əй, мөьминдəр! Малдарығыҙҙы үҙ‐ара һатыу итеп, килешеп кенə ашағыҙ. Харам юл менəн, əшəкелек менəн (тартып алып) малдарығыҙҙы ашамағыҙ. Бер‐берегеҙҙе үлтермəгеҙ. Шик юҡ, Аллаһ һеҙҙе ярлыҡаусы. 30. Кем дə кем хакһыҙлыҡ менəн шулай ҡылһа, (харам ризыҡ йыйһа, əҙəм үлтерһə), уны утта яндырырбыҙ. Был эш Аллаһ өсөн бик тə еңел. 31. Əгəр тыйылған оло гөнаһтарҙан ҡасһағыҙ, һеҙҙең бəлəкəй гөнаһтарығыҙҙы кисерербеҙ һəм һеҙҙе шəрəфле бер ергə урынлаштырырбыҙ. 32. Аллаһ кешелəрҙе бер‐береһенəн өҫтөн ҡуйҙы, уларҙың өҫтөнлөктəренə ҡыҙыҡмағыҙ. Ирҙəрҙең тапҡаны (сауабы, гөнаһаһы) үҙенə, ҡатындарҙың тапҡаны (сауабы, гөнаһаһы) үҙҙəренə. Аллаһтың рəхмəтен һорағыҙ, шик юҡ: Аллаһ һəр нəмəне лə белеп тора. 33. Һəр кемде (ирҙе, ҡатынды) ата‐əсəһенəн һəм туғандарынан ҡалған малға мираҫсы итеп ҡуйҙыҡ. Антлашҡандарға үҙ өлөштəрен бирегеҙ. Аллаһ һəр нəмəне күреп тора. 34. Аллаһ кешелəрҙе бер‐берҙəренəн өҫтөн ҡуйғаны сəбəпле, ирҙəр ҡатындарҙың етəксеһе һəм һаҡлаусыһы, туйҙырыусыһы‐кейендереүсеһе. Шуға күрə лə, иманлы ҡатындар əҙəпле. Улар Аллаһ һаҡларға ҡушҡан серҙе (ғийффəтлелек һəм намыҫтарын) һаҡлаусылар. Буйһонмау ғəлəмəттəре күренһə, ҡатынығыҙҙы өгөтлəгеҙ, ятаҡта яңғыҙ ҡалдырып китегеҙ, (шулай ҙа яйға килмəһə, ҡурҡырлыҡ итеп) һуғығыҙ. Əгəр ҡатын яйға килһə, уны кəмһетə торған сара эҙлəмəгеҙ. Аллаһ — олуғтыр, Ул — бөйөктөр. («Ғаилə — ул бер дəүлəт. Дəүлəттең төҙөк бер тəртибе булырға тейеш. Уның етəксеһе, рəисе, идарасыһы булырға тейеш. Дəүлəттəге кеүек, ғаилəлə лə итəғəт булырға тейеш. Ана шул итəғəт сиктəрен боҙоп, итəғəт ҡанундарынан сыҡҡанды өгөтлəү, уға тейешенсə яза биреү — идарасының бурысыҙыр. Бында ҡатындарҙың ғаилə ҡанундарын боҙоуы тураһында һөйлəнə. Хəҙрəти Мөхəммəд саллаллаһү ғəлəйһи вə сəллəмдең бер ҡасан да ҡатын туҡмағаны булмаған. Ул: ишəкте туҡмаған кеүек ҡатын туҡмап, кис менəн шул туҡмалған ҡатыныңды ҡосаҡлап ятыу ир кеше эшеме ни? — тип өммəтенə һабаҡ биргəн зат. «Туҡмау» һүҙен эт итеп, имгəткəнсе, йəрəхəтлəгəнсе туҡмау, тип аңламаҫҡа кəрəк». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 35. Ир менəн ҡатындың айырылышыу мəсьəлəһе килеп сыкҡһа, əммə татыуланырға телəһəлəр, ир яғынан бер ғəҙел кешене, ҡатын яғынан икенсе ғəҙел бер кешене һайлап алығыҙ. Аллаһ уларҙы килештерер. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да белеүсе, барыһынан да хəбəрҙар. 36. Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылығыҙ һəм Уға һис бер тиң зат эҙлəмəгеҙ. Ата‐əсəгə, туғандарға, йəтимдəргə, фəҡирҙəргə, яҡын күршелəргə, йыраҡ күршелəргə, яҡын дуҫҡа, юлсыға, бойороғоғоҙҙа булғандарға (ҡол, йəриə, хеҙмəтсе һəм башҡаларға) яҡшы мөғəмəлəлə булығыҙ. Аллаһ үҙ‐үҙенə ғашиҡ тəкəбберҙəрҙе, өҙлөкһөҙ маҡтанған кешелəрҙе яратмай. (37) Ул кешелəр һаран була, башҡаларҙы ла һаран булырға ҡоторта, Аллаһ биргəн ниғмəттəрҙе улар йəшереп тота. Беҙ шундый кəферҙəр өсөн сыҙай алмаҫлыҡ яза əҙерлəнек. (38) Аллаһҡа, Əхирəт көнөнə инанмаған килеш, малдарын кешелəргə күрһəтер өсөн генə сарыф иткəндəр ҙə (Əхирəттə ғазапҡа дусар булыр). Шайтан берəйһенə иптəш була икəн, бик тə яман иптəш ул. (39) Аллаһка һəм Əхирəт көнөнə иман килтереп, үҙҙəренə Аллаһ тарафынан бирелгəнде (дин юлында) сарыф итһəлəр, ни була ине инде? Аллаһ уларҙың хəлен бик яҡшы белеп тора. 40. Шик юҡ, Аллаһ һеҙгə туҙан бөртөгө кеүек тə ғəҙелһеҙлек ҡылмаҫ. Изгелек ҡылыуысыны ҡат‐ҡат арттырыр. Аллаһ ҙур бүлəк бирер. 41. Һəр бер өммəттəн бер шаһит, шулар өҫтөнə һине лə шаһит итеп килтергəс, тегелəрҙең (кəферҙəрҙең) хəле нисек булыр икəн? (Əхирəттə пəйғəмбəрҙəр кешелəрҙең был донъяла йəшəйештəре, ҡылмыштарына шаһит буласаҡтар.) 42. Аҙғын юлға төшөп, Пəйғəмбəрҙе тыңламағандар ул көндө (Ҡиəмəттə) үҙҙəрен ер менəн тигеҙлəүҙе телəрҙəр һəм һис бер ҡылғандарын йəшерə алмаҫтар. (43) Əй, иман килтергəн кешелəр! Йоҡо иҫереклегендə йəки зиһенегеҙ тарҡау саҡта нимə һөйлəгəнегеҙҙе белмəҫлек дəрəжəлə башығыҙ томанлы булһа, башығыҙ сафланғанға саҡлы намаҙға яҡын килмəгеҙ. (Дҗəһилиəт осоронда хəмер эсеп, аяттарҙы яңғылыш уҡығандар бар ине.) Ғөсөлһөҙ булһағыҙ, сəйəхəттə булһағыҙ, ғөсөл тəһəрəте алмайынса намаҙ уҡымағыҙ. Сирле булып йəки сəйəхəттə булһағыҙ йəки бəҙрəфтəн сыҡһағыҙ, ҡатынығыҙ менəн яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, һыу булмағанда, таҙа тупраҡ менəн тəйəмүм итегеҙ, йөҙөгөҙгə һəм ҡулдарығыҙға тупраҡ һирпегеҙ. Шик юҡ, Аллаһ йомарт рəүештə ярлыҡаусы, гөнаһтарҙы ғəфү итеүселер. (Тəһəрəт йəки ғөсөл ҡойоноу кəрəк булғанда, һыу ҡытлығында тупраҡ, ҡом менəн тəйəмүм тəһəрəте алыу ярай. Тəйəмүм тəһəрəте, ғөсөл ҡойоноуҙы ла алыштыра. Һыу ҡулланырға ярамаған сирле кеше лə, һыу булған урында ла һыу ҡулланмаҫ, тəйəмүм алыр.) (Дуртенсе, йəғни Ниса сүрəһенең 43 нсе аятын тəржемə иткəндə йыш ҡулланыла торған «сəрхуш, иҫерек» һүҙҙəре хаҡында төрлө фекерҙəр бар. Татар һəм башҡорт теллəрендə «иҫерек» һүҙе бары тик хəмер, араҡы эсеп иҫереүҙе генə аңлатмай. Был һүҙ «үлем иҫереклеге, йоҡо иҫереклеге, мунсала еҫ тейеп иҫереү» кеүек мəғəнəлəрҙе лə бирə ала. Шулай булғас, был аят төрлө тəржемəлəрҙə тəҡдим ителə. Ш. Ноғманиҙа: «Ий мөьминдəр, иҫерткес эсеп иҫереп нимə һөйлəгəнегеҙҙе белмəһəгеҙ, намаҙға яҡын бармағыҙ! (Ул ваҡытта хəмер харам түгел ине, шул сəбəпле ҡайһы бер сəхəбəлəр иҫерек хəлдə намаҙ уҡып, аятты хаталы уҡынылар.») М. Ғəлиҙə: «Существуют разногласия относительно того, что значит здесь слово «сүкəра». Буквально, слово «сəкəран» (единственное число) означает «одурманенный», однако, некоторые считают, что здесь имеются в виду одурманенные напитком, другие же полагают, что речь идет об одурманенном сном. Слово «сəкр», несомненно, может быть употреблено в последнем смысле, ибо буквальное значение — «останавливать». Кроме того, это слово применяется, когда речь идет о помутнении рассудка. Священный Коран говорит о «сəкрат‐əлмəүт», то есть о состоянии, когда человек, приближающийся к смерти, утрачивает власть над своим рассудком. Выражение «сəкрат‐əлхəммə» описывает состояние, когда человек теряет рассудок из‐за великой скорби. «Сəкрат‐əннəүм» — это такое состояние, когда из‐за неодолимой сонливости человек не вполне владеет рассудком. Использованные здесь слово может иметь любое из этих значений. Запрет молиться в состоянии опьянения был шагом к полному запрещению спиртного». «Слово «хəмер» означает «вино» или «виноградная лоза». Шулай итеп, «хəмер йылғалары» тигəн ғибəрəне(һүҙ ғулланышын) «йөҙөм һуты, шəрбəт йылғалары» тип тə тəржемə итеп була икəн. 44. Үҙҙəренə Китап өлөштəре индерелгəндəргə ҡарағыҙ! Боҙоҡлоҡто һатып алалар һəм һеҙҙе лə юлдан яҙҙырырға маташалар. 45. Аллаһ һеҙҙең дошмандарығыҙҙы үҙегеҙҙəн дə яҡшы белə. Ысынлыҡта, һеҙгə Аллаһтың дуҫлығы һəм ярҙамы етəр. 46. Йəһүдтəрҙең бер төркөмө (китап) һүҙҙəрҙең урындарын (Тəураттəге Рəсуллулла саллаллаһу ғəлəйһи вə сəллəмдең вазифаларына ҡағылышлы өлөштəрен) алмаштырҙылар. Телдəрен юрамал боҙоп, динебеҙҙе мыҫҡыл итеп: — Ишеттек (Ҡөръəн һүҙҙəрен), əммə ҡаршы килдек, (ҡаршы насар һүҙҙəр булған) ишетмəгəнеңде ишет (рағиинə), — тинелəр. Əгəр улар: — Ишеттек, итəғəт иттек, тыңла һəм беҙгə күҙ‐ҡолаҡ бул, — тигəн булһалар ине, шик юҡ, үҙҙəре өсөн тағын да яҡшыраҡ булыр ине, лəкин кирелектəре арҡаһында, Аллаһ уларҙы ҡəһəрлəне. Уларҙың бик əҙе генə иман килтерҙе. («Йəһүдтəр Аллаһ тарафынан индерелгəн Тəүрəтты боҙҙолар. Һүҙҙəрен, мəғəнəлəрен үҙгəрттелəр, һуңғы Пəйғəмбəр Мөхəммəд саллаллаһү ғəлəйһиссəллəмдең Аллаһтан илсе булып килəсəге тураһындағы хəбəрҙе юҡҡа сығарҙылар. Хəҙрəти Мөхəммəд Пəйғəмбəр булып килгəс, уның тураһында юҡ‐ бар ғəйбəт, мыҫҡыллы һүҙҙəр тараттылар. Əйтəйек, «рəғийнə» һүҙе «беҙгə күҙ‐ҡолаҡ бул» мəғəнəһендə йөрөй. Шул уҡ һүҙҙе оҙон итеп, «рəғий‐инəə» тип əйтһəң, «беҙҙең көтөүсебеҙ» мəғəнəһен ала». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.)


47. Əй, Китаплы ҡəүем! Йөҙөгөҙҙө боҙоп үҙгəрмəҫ, ҡара йөҙҙəрегеҙҙе артҡа ҡайырып ҡуйғансы, шəмбе көндө Аллаһ хөкөмөн боҙғандары өсөн ҡарғалғандар кеүек лəғнəт алғансы, үҙегеҙгə бирелгəндəрҙе (Тəурəт, Инжилде) дөрөҫлəп, иман килтерегеҙ. Аллаһтың əмере, һис шикһеҙ, еренə еткерелəсəктер. 48. Аллаһҡа тиңдəш эҙлəүселəрҙе Аллаһ ярлыҡамаҫ, бынан башҡа гөнаһлы булғандарҙы, Үҙе телəһə, ярлыҡар. Аллаһҡа тиңдəш эҙлəүсе иң ҙур гөнаһҡа батып, ялған уйлап сығарған кеше булыр. 49. Үҙ‐үҙҙəрен намыҫлы итеп күрһəтергə тырышҡандарҙы күрҙеңме? Юҡ, Аллаһ Үҙе телəгəнде паклар һəм һис кем хөрмə тешенең ҡабығы ҡəҙəр ҙə хаҡһыҙлыҡ күрмəҫ. 50. Ҡара, Аллаһ тураһында ниндəй генə ялғандар уйлап сығармайҙар динһеҙҙəр, көн кеүек асыҡтыр: был улар өсөн етəрлек гөнаһ. 51. Үҙҙəренə Китаптың бер өлөшө индерелгəндəрҙе күрҙеңме? Боттарға (таш һындарға, ағас һындарға), шайтанға ышаналар, һуңынан кəферҙəр өсөн: — Былар Аллаһҡа иман килтереүгə ҡарағанда турыраҡ юл, ‐ тип һөйлəйҙəр. («Китап индерелгəндəр, йəғни əһле китап кешелəренəн берəүһе Мəҙинəнəн Мəккəгə килеп, мөшриктəрҙе хəҙрəти Мөхəммəдкə һəм мосолмандарға ҡаршы һуғышырға ҡоторта башлай. Шунда мөшриктəр: беҙҙең динебеҙ дөрөҫмө, əллə Мөхəммəдтең динеме, ҡайһыбыҙ тура юлда? ‐ тип һорайҙар. Һеҙ тура юлда! ‐ ти баяғы жəсүс. Джибит менəн Тағут исемендəге ике бот‐һын‐һəйкəл бар ине. Джибит тигəне, имеш, килəсəкте əйтеүсе, Тағут тигəне, имеш, сихырсы. Тағут — сихыры менəн кешелəрҙе аҙҙырыусы. Аллаһ уларҙың барыһын да инҡар итте. Был аят ошо ваҡиғаға ишара итə». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 52. Улар — Аллаһ ҡəһəрлəгəн кешелəрҙер. Аллаһтың лəғнəтен алғандарға ярҙамсы табылмаҫ. (53) Əллə уларҙың хакимлеккə ҡөҙрəттəре бармы? (Ундай ҡөҙрəттəре булһа) улар кешелəргə хөрмə тешенең ҡабығы ҡəҙəр ҙə өлөш бирмəҫ ине. (54) Əллə улар Аллаһ йомартлығы менəн кешелəргə бирелгəндəн (Ҡөръəн һəм ниғмəттəрҙəн) көнлəшəлəрме? Юҡһа, беҙ бит Ибраһим тоҡомона ла Китап һəм хикмəттəр бирҙек һəм уларға бөйөк хөкөмдарлыҡ тапшырҙыҡ. (55) Уларҙың бер өлөшө уға ышанды, ҡайһылары унан йөҙ сөйөрҙө. Уларға хəтəр утлы йəһəннəм етəр. (56) Шик юҡ, аяттарыбыҙҙы инҡар итеүселəрҙе утта яндырасаҡбыҙ. Тирелəре көйөп бөткəс, ғазап дауам итһен өсөн, яңыһы менəн алыштырасаҡбыҙ. Аллаһ һəр ваҡыт өҫтөн һəм хөкөмдар. 57. (Аллаһҡа) инанып, изгелекле булғандарҙы мəңге йəшəр өсөн, үҙəндəренəн шишмəлəр ағып ятыусы йəннəттəргə керетербеҙ. Шунда улар өсөн саф‐пак кəлəштəр булыр, уларҙы рəхəтлек биреүсе ағас күлəгəлəрендə йəшəтербеҙ. 58. Һеҙгə аманат ителгəн малдарҙы эйəлəренə ҡайтарыуығыҙҙы һəм кешелəр араһында хөкөм йөрөткəндə ғəҙеллек менəн эш итеүсегеҙҙе Аллаһ һеҙгə əмер итте. Бына шулай, Аллаһ һеҙгə гүзəл рəүештə өгөт бирə. Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора. 59. Əй, иман килтергəндəр, Аллаһҡа итəғəт итегеҙ. Пəйғəмбəргə һəм үҙ арағыҙҙан һайлап ҡуйылған идарасыларығыҙға буйһоноғоҙ. Əгəр ниндəй ҙə булһа аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡһа, Аллаһҡа һəм Əхирəткə инанған булһағыҙ, хəл итеүҙе шəриғəт ҡушҡанса башҡарығыҙ. Был хəйерле лə, нəтижəле лə буласаҡ. 60. Һиңə индерелгəнгə (Ҡөръəнгə) һəм һиңə саҡлы индерелгəндəргə (Тəүрəт, Зəбур, Инжилгə) инанабыҙ, тип əйтеүселəрҙе күрмəнеңме ни? Лəкин үҙҙəре (Аллаһтан башҡа берəүҙе) Тағутты (сихырсыны) хаким итергə телəйҙəр, гəрсə уларға Тағутҡа баш эйергə ҡушылмаған. Əммə, шайтан уларҙы боҙоҡ юлға керетеп, йыраҡҡа илтеп, аҙаштырырға телəй. 61. Уларға: — Аллаһ индергəнгə (Китапҡа) һəм Рəсүлгə йүнəлегеҙ! — тип əйткəс, монафиҡтарҙың һинəн тиҙ йыраҡлашҡандарын күрерһең. (62) Ҡулдары менəн башҡарған эштəре (гөнаһтары) арҡаһында уларға берəй бəлə‐ҡаза килһə, Аллаһ исеме менəн ант итеп: — Беҙ фəҡəт изгелек ҡылырға, үҙ‐ара ярҙамлашырға телəнек, — тип һиңə нисек килерҙəр икəн? 63. Ике йөҙлөлəрҙең күңелдəрендə нимə булһа, шуны Аллаһ белə, улар менəн дуҫлашма. Уларҙы өгөтлə һəм уларға үҙҙəре тураһында тəьҫирле вəғəз уҡы. (64) Беҙ һəр пəйғəмбəрҙе, Аллаһ рөхсəте менəн, уға итəғəт итһендəр, тип күндерҙек. Əгəр ҙə улар үҙҙəренə зыян эшлəп, һинең янға килеп, Аллаһтан ярлыҡау һораһалар, пəйғəмбəр ҙə Аллаһҡа улар өсөн ғəфү һораһа ине, Аллаһ артығы менəн уларҙы ярлыҡар ине, кисерер ине. (65) Юҡ, Раббың исеме менəн ант итəм, үҙ араларында сыҡҡан ҡаршылыҡтарҙы тəртипкə килтерер өсөн, улар һине хөкөмсө итерҙəр, һуңынан һинең хөкөмөңə ысын күңелдəн риза булып, һис ҡаршылыҡһыҙ мосолман булырҙар, шуға ҡəҙəр улар иман килтермəҫ. 66. Əгəр уларға: — Үҙегеҙҙе ҡорбан итегеҙ йəки йорттарығыҙҙы ташлап сығығыҙ, — тип бойорһаҡ, уларҙың бик əҙе генə əйткəнде үтəгəн булыр ине. Əгəр ҙə улар бойорғанды еренə еткереп башҡарһалар ине, улар өсөн бик тə хəйерле һəм дə имандарын тағын да нығытыу булыр ине. («Əсхəбү Кирамдан байтаҡ ҡына кешелəр дин юлында шаһид китте, иҫəндəре йорттарын ташлап китергə мəжбүр булды. Йəһүдтəр менəн монафиҡтар иһə улай эшлəмəнелəр, киреһенсə, улар миллəттəштəрен үлтерҙелəр, уларҙы йорттарынан ҡыуып сығарҙылар». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) «Үҙегеҙҙе ҡорбан итегеҙ» ғибəрəһенең күп төрлө тəржемəһе бар. И. Крачковскийда: убейте самих себя. Т. Кочигитта: үҙегеҙҙе үлтерегеҙ. М.Ғəлиҙə: пожертвуйте своей жизнью. Ə. Йазырда: нəфсегеҙҙе үлтерегеҙ, йəғни хөсөтлөгөгеҙҙе, туймаҫ нəфсегеҙҙе үлтерегеҙ, тип əйтелə». 67. Шул ваҡытта, əлбиттə, уларға тарафыбыҙҙан оло бүлəк бирер инек. (68) Һис шикһеҙ, уларҙы тура юлға сығарыр инек. 69. Кем Аллаһҡа һəм Рəсүлгə итəғəт итһə, бына шулар Аллаһ тарафынан хуп күрелгəн пəйғəмбəрҙəр, ғəҙел һəм тоғро булған хаҡ һүҙ һөйлəүселəр, шаһиттар һəм изгелекле əҙəмдəр менəн бергə буласаҡтар. Улар гəжəйеп иптəштəр. (70) Был йомартлыҡ Аллаһтандыр. Аллаһтың белгəне еткəн. 71. Əй, иман килтергəндəр, уяу булығыҙ, саф‐саф булып һуғышҡа сығығыҙ йəки бөтөнөгөҙ бер юлы барығыҙ. («Тыныслыҡта йəшəргə телəһəлəр ҙə, ҡəүемдəр үҙҙəрен дошмандарҙан һаҡлар өсөн һуғышҡа əҙер булырға тейеш булған. Əҙер бул һин һуғышҡа, əгəр телəһəң иҫəн‐именлек, тип əйтəлəр. Именлекте һаҡлар өсөн, Ер йөҙөнəн золомды, яулап алыуҙарҙы һебереп түгер өсөн, ысын дин һəм выждан азатлығын һаҡлар өсөн, Ислам һуғышырға рөхсəт бирə, мосолмандарҙы Жиһадкə саҡыра. Мосолмандарҙың вазифаһы — азатлыҡ һуғышына, бары тик азатлыҡ һуғышына һəр ваҡыт əҙер булыу». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 72. Һеҙҙең арағыҙҙа кисегеүселəр ҙə (Жиһад һуғышына артта ҡалыусылар йəки төрлө һылтауҙар табып, һуғышҡа бармаусылар ҙа йəки тəүбəгə килергə һуңлаусылар ҙа) бар. Һеҙгə берəй бəлə килһə: — Аллаһ миңə рəхмəтле булды, (ярай əле) мин улар менəн (һуғыштағылар менəн) бергə булманым (юҡһа, үлгəн йəки яраланған булыр инем), — тип əйтер. 73. Əгəр Аллаһ һеҙгə берəй мөлкəт бирһə (һуғышта еңеп, ғəнимəт малы бүлеү), əйтерһең дə, арағыҙҙа дуҫлыҡ булмаған кеүек: — Аһ, əгəр мин дə һеҙҙең менəн бергə булһам инем, мин дə ҙур уңыш ҡаҙанған (күп малға эйə) булыр инем. — тип əйтер ине. 74. Аллаһ юлында Əхирəтте был донъя урынына һатып алыусылар һуғышһын. Аллаһ юлында һуғышҡан кешегə, шаһит булған кешегə йəки еңгəн кешегə Беҙ оҙаҡламай оло əжер бүлəк итəсəкбеҙ. (75) ‐ Һеҙгə нимə булды? Ни өсөн һеҙ Аллаһ юлында һуғышмайһығыҙ? — Раббыбыҙ, беҙҙе залим халыҡлы ҡаланан сығар, беҙгə бер яҡлаусы, ярҙамсыңды ебəр, — тип ялбарыусы көсһөҙ ирҙəр, ҡатындар һəм балаларҙы яҡлап ни өсөн һуғышмайһығыҙ? 76. Иман килтереүселəр Аллаһ юлында һугышырҙар, иманһыҙҙар иһə Тағут (шайтан) юлында һуғышырҙар. Шуға күрə, шайтандың дуҫтарына ҡаршы һуғышығыҙ, шик юҡ, шайтан ҡорған тоҙаҡ(үəсүəсə) зəғифтер.


77. — Ҡулдарығыҙҙы (рөхсəт ителмəгəн һуғыштан) тыйығыҙ, намаҙ уҡығыҙ, зəкəт бирегеҙ, — тигəндəрҙе (ишетмəнегеҙме) күрмəнегеҙме ни? Һуңынан уларға һуғышыу фарыз ҡылынғас, араларынан бер төркөм, Аллаһтан бик ныҡ ҡурҡҡан кеүек, хатта артығы менəн ҡурҡҡандай, кешелəрҙəн ҡурҡа башланылар: — Раббыбыҙ, ни өсөн Һин беҙгə һуғышырға ҡуштың? Безҙҙе (һуғыштан) бер аҙға ғына булһа ла кисектерһəң, булмаҫмы? — тинелəр. Һин уларға əйт: — Донъя тормошо ҡыҫҡа, — тип. — Аллаһтан ҡурҡҡандар өсөн Əхирəт хəйерлерəк һəм һеҙгə ҡыл ҡəҙəре лə хаҡһыҙлыҡ эшлəнмəҫ. (78) Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, үлем һеҙҙе тотор. Бейек һəм нығытылған ҡəлғəлəрҙə булһағыҙ ҙа. Үҙҙəренə бер изгелек килһə: — Был — Аллаһтан, — ти əйтəлəр. Баштарына бəлə килһə: — (Ий, Мөхəммəд) быныһы — һинəн, — тип əйтəлəр. — Барыһы ла Аллаһтан, — тип əйт. Был əҙəмдəргə нимə булған? Əйткəнде аңламайҙар. 79. Һиңə килгəн изгелектəр Аллаһтан. Башыңа килгəн бəлəлəр үҙеңдəн. Һине кешелəргə илсе итеп күндерҙек. Аллаһтың шаһитлығы етəр. 80. Рəсүлгə итəғəт иткəн кеше, ысынлыҡта, Аллаһҡа итəғəт иткəн булыр. (Ул итəғəттəн) йөҙ сөйөргəндəргə килгəндə, һине улар артынан күҙəтеүсе, һағалаусы итеп ебəрмəнек. (Һин улар өсөн яуап бирмəйһең.) 81. Улар: — Беҙ итəғəт иттек! — тип əйтəлəр. Əммə һинəн айырылғас та, уларҙың бер өлөшө төндəрен йəшертен генə һин əйткəндəрҙең киреһен эшлəй. Аллаһ та уларҙың йəшертен эштəрен яҙып бара. Һин уларҙан айырыл. Аллаһҡа тəүəккəллə. Вəкил булараҡ, һиңə Аллаһ етəр. 82. Ни өсөн кешелəр Ҡөръəн тураһында дөрөҫ фекерлəмəйҙəр икəн? Əгəр ҙə ул (Ҡөръəн) Аллаһтан башҡа зат тарафынан күндерелгəн булһа, шунда (Ҡөръəндə) ҡаршылыҡтар булыр ине. 83. Уларға именлек йəки ҡурҡыныс хəбəр килһə, улар быны башҡаларға һөйлəй; əммə, был турала Рəсүлгə йəки үҙҙəренең хөкөмдарҙарына еткерһəлəр ине, эштең асылын аңлағандар, уның нимə икəнен белгəн булырҙар ине. Аллаһ һеҙгə ниғмəт бирмəһə, рəхмəтле булмаһа ине, һис шикһеҙ, бик күптəрегеҙ шайтанға эйəреп китер ине. 84. Аллаһ юлында һуғыш. Үҙеңə йөклəтелгəндəн башҡаһына һин яуаплы түгел. Мөьминдəрҙе өгөтлəп рухландыр. Бəлки Аллаһ кəферҙəрҙең һөжүмен тыйыр. Аллаһтың ҡөҙрəте һəм язаһы дəһшəтлеҙер. 85. Кем берəй изгелеккə аралашсы булһа, ул эштəн уға ла өлөш (сауап) сығыр. Кем əшəкелек ҡылыусыға аралашлыҡ итһə, уның да өлөшө шул əшəкелектəн булыр. Аллаһ һəр нəмəгə хакимдер. 86. Сəлəм (бүлəк) биргəнгə һеҙ унан да матурыраҡ (артығыраҡ) сəлəм (бүлəк) бирегеҙ. Йəки уны тигеҙ сəлəмлəгеҙ (бүлəклəгеҙ) Шик юҡ, Аллаһ һəр нəмəне хисапта тота. 87. Аллаһтан башҡа (илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ, əлбиттə, Ул һеҙҙе Ҡиəмəт көнөндə бергə туплаясаҡ; бында бер ниндəй ҙə шик булыуы мөмкин түгел. Һүҙҙə тороу мəсьəлəһендə Аллаһтан да вəғəҙəлерəк кем бар? 88. Һеҙ ни өсөн монафиҡтар мəсьəлəһендə икегə айырылдығыҙ. Гəрсə, Аллаһ ҡылғандарына күрə уларҙы йөҙ түбəн килтерҙе. Уларҙы Аллаһ ҡыуып ебəргəн тура юлға кире бормаҡсы булаһығыҙмы? Һин уларҙы Аллаһ аҙаштырған юлдан алып сығырға дөрөҫ юл таба алмаҫһың. 89. Үҙҙəре кеүек кəфер булыуығыҙҙы телəгəндəр менəн дуҫлашмағыҙ. Улар йорттарын ташлап сыҡҡанға (Аллаһ юлы менəн башҡа ергə күсеп киткəнгə, һижрəт иткəнгə, йəғни мосолманлыҡҡа күскəнгə) саҡлы. Əгəр ҙə улар йөҙ сөйөр(өп, һеҙҙе һатһа, һеҙгə хыянат ит)һə, уларҙы тотоғоҙ, тотҡан ерҙə үлтерегеҙ һəм уларҙың берһен дə дуҫ йəки ярҙамсы итеп алмағыҙ, əгəр ҙə (90) улар һеҙҙең менəн килешеүҙəр төҙөгəн халыҡтан булмаһа йəки улар, күңелдəре төшөп, һеҙҙең менəн дə, үҙ халҡы менəн дə үҙ‐ара ла һуғышмаҫҡа ҡарар ҡылған булмаһалар. Аллаһ ихтыяр итһə, уларҙың күңеленə яулап алыу телəге кертер ине, улар һеҙҙең менəн һуғышыр ине. Əгəр ҙə улар һуғыштан баш тартып, ситкə китһəлəр, һеҙҙе килешеүгə саҡырһалар, ул ваҡытта Аллаһ уларға ҡаршы барырға һеҙгə юл ҡуймаҫ. 91. Һеҙҙең ышанысты, үҙ халҡының да ышанысын ҡаҙанырға (күренеп, лəкин хыяныт итеүселəрҙе) тырышыусыларҙы ла осратырһығыҙ. Уларҙы фетнəгə ҡыҫтаһалар, баш‐аяҡтары менəн фетнəгə ҡатнашырҙар. Əгəр улар (һөжүмде туҡтатып) һеҙҙəн йыраҡлашмаһалар, килешеү тəҡдим итмəһəлəр, һеҙгə ҡулдарын оҙайтһалар, уларҙы осратҡан ерҙə үлтерегеҙ. Бына шулай итеп, һеҙгə шундай ҡəтғи фарман бирҙек. 92. Яңылышлыҡ менəн булмағанда, мосолманды мосолман үлтерергə тейеш түгел. Яңылышлыҡ менəн мосолманды үлтергəн кеше бер мосолман ҡолон азат итергə тейеш һəм мəрхүмдең ғаилаһенə ҡан һалымы түлəргə тейеш, əгəр мəрхүмдең ғаилаһе, киң күңелле булараҡ, ул һалымдан баш тартһа ғына инде. Үлтерелгəн мөьмин һеҙгə дошман ғаилаһенəн булған саҡта, бер мөьмин ҡолдо азат итеү зарур. Мəрхүм һеҙҙең менəн дуҫ ҡəүемдəн булһа, ғаилаһенə ҡан һалымы һəм бер мөьмин ҡолдо азат итеү тейеш. Был шарттарҙы үтəй алмаған кеше иһə, уның тəүбəһен Аллаһ ҡабул итһен өсөн, тоташтан ике ай ураҙа тоторға тейеш. Аллаһ барыһын да белə, Ул — хикмəт эйəһеҙер. (93) Кем дə кем мəкер менəн кеше үлтерһə, эстəрендə дөрлəп ут янған йəһəннəм уның мəңгелек язаһыҙыр. Аллаһ уға ғазап бирер, лəғнəт ебəрер һəм уның өсөн ауыр яза əҙерлəр. 94. Əй, иман килтергəндəр, Аллаһ юлында һуғышырға сыҡҡанда һаҡ булығыҙ. Һеҙгə сəлəм биргəнгə, фани донъяның ваҡытлыса малына ҡыҙығып: ‐ Һин мосолман түгел! – тип əйтмəгеҙ. Сөнки Аллаһтың хозурында бик күп мал бар. Əүүəлеңдə һеҙ ҙə шундай инегеҙ, əммə Аллаһ һеҙгə рəхимле булды. Шуға күрə, аҡты ҡаранан айыра белегеҙ. Шик юҡ, Аллаһ бөтөн ҡылғандарығыҙҙан хəбəрҙар. 95. Сəбəп менəн (һуғышҡа бармай) ҡалған мосолмандарҙан башҡа, өйөндə (сəбəпһеҙ) ултырып ҡалған мосолмандар Аллаһ юлында малдарын, йəндəрен ҡыҙғанмайынса, Жиһад һуғышына биргəн мосолмандар менəн бер тигеҙ булмаҫ. Аллаһ Жиһад юлында малдарын, йəндəрен ҡыҙғанмағандарҙы өйҙə ултырып ҡалғандарҙан өҫтөн итте. Гəрсə, Аллаһ уларҙың барыһына ла гүзəллек (ожмах) вəғəҙə итһə лə. Əммə мөжəһидтəрҙе (иман өсөн һуғышыусыларҙы) өйҙə ҡалғандарға ҡарағанда ғəйəт оло əжер менəн бүлəклəйəсəк. (96) (Уларға) Аллаһ дəрəжəлəр, ярлыҡауҙар һəм рəхмəт бирҙе. Аллаһ ярлыҡаусы һəм гөнаһтарҙы кисереүсеҙер. 97. Үҙҙəренə үҙҙəре ҡыйынлыҡтар килтергəндəрҙең йəндəрен алғанда фəрештəлəр: — Нəмə генə эшлəнегеҙ һуң һеҙ? — тип һорарҙар. Улар иһə: — Беҙ Ер йөҙөндə (кəферҙəр араһында) көсһөҙ инек, — тип яуапланыр. Фəрештəлəр: — Аллаһтың биргəн ере һеҙгə киң түгел инеме ни? Һижрəт итергə кəрəк ине, ‐ тип əйтерҙəр. Бына уларҙың барасаҡ ере — тамуҡтыр. Аһ, ул бик тə хəтəр ерҙер. (98) Яйын һəм тура юлын таба алмаған, меҫкенлектə булған ирҙəр, ҡатындар, балаларҙы, күсенергə көсө етмəгəндəрҙе (99), бəлки, Аллаһ ғəфү ҙə итер. Аллаһ ярлыҡауға əҙер тора, Ул — кисерə белеүсе. 100. Аллаһ юлында һижрəт иткəн кеше Ер йөҙөндə үҙенə йəшəрлек матур урын һəм муллыҡ таба алыр. Кем Аллаһ һəм Рəсүленə йүнəлеп, һижрəт итер өсөн, өйөн‐ватанын ташлап китеп, шунда үҙ үлемен тапһа, уның əжере Аллаһ тарафынан бирелер. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һəм кисереүсе. («Кəферҙəрҙең рəнйетеүҙəренə сыҙай алмайынса, мосолмандарҙың, йорт‐ерҙəрен, малдарын ташлап, Мəккəнəн Мəҙинəгə күсенеп китеүе «Һижрəт» тип атала. Милəди менəн 622 йылда сəхəбəлəре менəн хəҙрəти Мөхəммəд Мəҙинəгə күсə. Аллаһ өсөн, иман һаҡлау маҡсаты менəн Рəсүлгə эйəреп, улар яңы ерҙə яңы тормош ҡороп йəшəй башлайҙар. Кəферҙəр золомында йəшəүсе башҡа ерҙəге мосолмандар ҙа торған урындарын ташлап, Мəҙинəгə күсенəлəр. Хəлһеҙҙəр, сирлелəр, күсеп китергə мəтди‐бəдəни көсө етмəгəндəрҙəн башҡа, барса мосолмандарға ла һижрəт итеү зарур ҡылынды. Күсəр мөмкинлектəре булған хəлдə лə, имандарын ҡотҡарып ҡалыу форсатынан файҙаланмайынса, малдарын ҡыҙғанып, йорт‐ерен ҡалдыраһы килмəйенсə, кəферҙəр араһында ҡалып, ниндəй яфалар, кəмһетеүҙəр кисерергə мəжбүр булғандарға кинəйə. Һижрəт тураһындағы аяттар ингəс, Мəккəлə йəшəүсе бер сирле мосолман күп аҡса биреп, үҙен


Мəҙинəгə саҡлы күтəреп барырға кешелəр яллай. Лəкин юлда барғанда үлə. Бохариҙың бер хəдисендəгесə, мосолмандар Мəккəне алғандан һуң, һижрəт зарурлығы ла юҡҡа сыға. Шарттар үҙгəрə торған һайын, зарурлыҡтар ҙа үҙгəрə» Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 101. Донъя буйлап сəйəхəт иткəн сағығыҙҙа кəферҙəр тарафынан һеҙгə һөжүм ҡурҡынысы янай икəн, намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡыһағыҙ, гөнаһ булмаҫ. Шик юҡ, кəферҙəр һеҙҙең асыҡ дошмандарығыҙ. (102) Мөьминдəр менəн бергə булып, уларға намаҙ ваҡытында, уларҙың бер өлөшө, ҡоралдарын яндарына ҡуйып, һинең менəн бергə намаҙ уҡыһын. Шулай итеп, намаҙҙа сəждə иткəн саҡта башҡалары арҡа тарафта һаҡта торһондар. Һуңынан намаҙ уҡымағандары һинең янға килеп, намаҙ уҡыһындар һəм улар ҙа һаҡланыу йөҙөнəн ҡоралдарын яндарына алһындар. Кəферҙəр улар һеҙҙең ҡоралдарығыҙ, кəрəк‐яраҡтарығыҙҙың һаҡһыҙ ҡалыуын самалап, өҫтөгөҙгə ташланырға əҙер тора. Əгəр ҙə һеҙ ямғырҙан интекһəгеҙ йəки сирле булһағыҙ, ҡоралдарығыҙҙы бер ҡырға ҡуйып тороуҙан һеҙгə гөнаһ юҡ. Лəкин барыбер һаҡ булығыҙ. Шик юҡ, кəферҙəргə хур итеүсе ғазап əҙерлəнгəн. (103) Намаҙҙы бөтөргəс, аяҡ үрə лə, ултырып та, уң яҡҡа ҡырын ятып торғанда ла уйығыҙ Аллаһҡа йүнəлгəн булһын. Именлек ваҡытында ла намаҙҙы ҡалдырмағыҙ. Сөнки намаҙ мосолмандарҙың теүəл ваҡыттарҙа уҡылырға фарыз ителгəн ғибəҙəтеҙер. 104. Дошмандарығыҙҙы эҙəрлеклəгəндə арыу‐талыуҙы белмəгеҙ. Һеҙ (һуғышта) интеккəн кеүек улар ҙа интеккəн бит. Шулар өҫтөнə һеҙ Аллаһтан улар өмөт итə алмағандарҙы(ярҙамын, ризалығын, йəннəтен) өмөт итə алаһығыҙ. Аллаһ — ғилем һəм хикмəттəр эйəһеҙер. 105. Хаҡтыр, кешелəр араһында Аллаһ өйрəткəнсə хөкөм йөрөтһөн тип, һиңə Китап индерҙек. Хыянат ҡылыусыларҙы (хатта мосолман булһа ла) яҡларға булма. 106. Һəм Аллаһтан ярлыҡау һора, сөнки Аллаһ ярлыҡаусы һəм мəрхəмəтле. 107. Үҙҙəренə хыянат иткəндəрҙе яҡлама, Сөнки Аллаһ хыянатлыҡты һөнəр итеп һайлағандарҙы һəм гөнаһлыларҙы яратмаҫ. 108. Кешелəрҙəн йəшерə алһалар ҙа, Аллаһтан йəшерə алмаҫтар. Гəрсə төндəр буйы Уның ризаһына ҡаршы һүҙҙəр һөйлəп, аҫтыртын эштəр маташтырһалар ҙа, Аллаһ улар янында булыр. Аллаһ хыянатсыларҙың ғəмəлдəрен сорнап алыусыҙыр. 109. Ярай, һеҙ донъяла уларҙы яҡланығыҙ, лəкин Аллаһҡа ҡаршы (йəғни ялған шаһитлыҡ ҡылған, алдашҡан, урлашҡан, зина ҡылған) кешелəрҙе Ҡиəмəт көнөндə, вəкил булараҡ, кем яҡларға алыныр? 110. Яманлыҡ ҡылып та, үҙенə зыян эшлəп тə, һуңынан Аллаһтың ғəфү итеүен телəһə, Аллаһ ярлыҡар, ғəфү итер. 111. Гөнаһ эшлəгəн кеше үҙенə зыян эшлəгəн кеше булыр. Аллаһ барыһын да белə, Ул ‐ хикмəттəр эйəһеҙер. 112. Кемдер яңғылышмы, яңғылышмайсамы хаталанһа йəки гөнаһ ҡылһа, һуңынан ғəйебе булмаған кешегə үҙ ҡылғанын һылтаһа, хаҡтыр, яла яғыусы ҙур гөнаһҡа тарыған кеше булыр. 113. Əгəр ҙə Аллаһтың һиңə ҡарата мəрхəмəте һəм рəхмəте булмаһа ине, уларҙың бер өйөрө һине юлдан яҙҙырырға тырышҡан булыр ине. Улар бары тик үҙҙəрен аҙаштырҙылар. Һиңə һис бер зарар эшлəй алманылар. Аллаһ һиңə Китап һəм хикмəттəрҙе индерҙе һəм һиңə белмəгəнеңде өйрəтте. Аллаһтың рəхмəте һиңə, ысындан да, киң булды. 114. Йəшертен кəңəштəренең күбеһенəн файҙа юҡ. Саҙаҡа биреү, кешелəрҙе татыулаштырыу тураһында һөйлəшкəндəр былар һанына кермəй. Аллаһтың хуплауын телəп, ошо эштəрҙе башҡарған кешегə Беҙ оҙаҡламай олуғ əжер бирəсəкбеҙ. 115. Тура юлды (Исламды) табып та, Пəйғəмбəргə ҡаршы сығып, тура юлдан яҙып, яман юлға керһə, уны ярҙамдан ташларбыҙ, йəһəннəмгə кертербеҙ. Аһ, бик тə хəтəр ер ул йəһəннəм. 116. Аллаһҡа тиң эҙлəгəнде Аллаһ кисермəҫ. Ошо гөнаһтан башҡа гөнаһтарҙы, телəгəн кешеһен ғəфү итер. Аллаһҡа тиң эҙлəгəн кеше — тура юлды таба алмаҫ дəрəжəлə аҙашҡан иң ҙур гөнаһлы булыр. 117. Улар (мөшриктəр) Аллаһты инҡар итеп, бары тик бер төркөм тешелəргə (ҡатын‐ҡыҙ енесенəн булған һындарға) табына башланылар, улар бары тик шайтанға эйəрəлəр. (Теше — əсə енесле бот, таш һын, ағас һəйкəл. Элек əсə һындарға табыныу ғəҙəти булған. Ярҙам һорап, телəктəр телəп, доға уҡыу, Аллаһтан башҡа затҡа ялбарыу ‐ иң ҙур гөнаһ. Теше ‐ əсə, һаулыҡ, һыйыр, бейə, һарыҡ, кəзə, тигəндəрҙе лə үҙ эсенə ала.) 118. Аллаһ шайтанға лəғнəт ебəрҙе. Шайтан əйтте: — Ант итəм, ҡолдарыңдан үҙ өлөшөмə тигəнен алырмын. (119) Уларҙы, һис шикһеҙ, (тура юлдан) яҙҙырып, буш хыялдар менəн аҙҙырасаҡмын,телəктəрен уятырмын, ҡəтғи əмер итəсəкмен (улар күп илаһтəргə табына торған ҡəүем булараҡ,) малдарҙың ҡолаҡтарына тамға һалырға, шик юҡ, уларға Аллаһ яралтҡандарҙы (китаптарҙы, динде) үҙгəртергə бойорасаҡмын, — тине. Аллаһты инҡар итеп, шайтанға эйəргəн кеше ҙур зарарҙарға дусар булыр. 120. (Шайтан) уларға һүҙ бирер һəм уларҙы (ялған вəғəҙəлəре менəн) өмөтлəндерер, гəрсə шайтандың вəғəҙəлəре ялғандан башҡа була алмай. (121) Бына уларҙың урыны — йəһəннəмдер. Унан ҡасып ҡотолорлоҡ ер таба алмаясаҡтар. 122. Иман килтергəндəрҙе һəм изгелек ҡылғандарҙы мəңге шунда йəшəр өсөн үҙəндəренəн шишмəлəр ағып ятҡан йəннəттəргə урынлаштырасаҡбыҙ. Аллаһ быларҙы ысынлыҡ булараҡ вəғəҙə итə. Ə вəғəҙəлə тороу яғынан Аллаһтан да ғəҙел кем бар? 123. Был (йəннəткə кереү‐кермəү) һеҙҙең хыялдарығыҙҙан тормай, был китап тотҡандарҙың хыялынан да килмəй, кем дə кем берəй яманлыҡ ҡылһа, уның язаһын татыр һəм Аллаһтан башҡа дуҫ та, ярҙамсы ла таба алмаҫ. 124. Ир кешеме ул, ҡатынмы — изгелекле эш ҡылған һəр мосолман йəннəткə керер һəм хөрмə орлоғо ҡəҙəр ҙə хаҡһыҙлыҡ күрмəҫ. 125. Ғəҙел эштəр ҡылып, үҙен Аллаһҡа бағышлап, Ибраһим хəнифтең Аллаһты бер тип таныған динендə булған кешенəн дə дини кеше булырмы икəн? Аллаһ Ибраһимды үҙенə дуҫ итте. 126. Күктəрҙə һəм Ерҙə нимə булһа — барыһы ла Аллаһтың милкелер. Аллаһ барыһын да Үҙ ҡосағында (идараһында) тота. 127. Һинəн ҡатындарға ҡағылышлы шəриғəт хөкөмдəрен һорайҙар. Əйт Һин: — Уларға ҡағылышлы хөкөмдəрҙе һеҙгə Аллаһ былай аңлата. Уларға Китапта яҙылғанды (мираҫты, мəһерҙе) бирмəйенсə никахлашырға телəһəгеҙ, йəтим ҡатындар, көсһөҙ балалар һəм үкһеҙҙəр менəн ғəҙел мөғəмəлəлə булырға тейешлегегеҙ хаҡында һеҙгə уҡылған аяттар бар. Ғəҙеллек ҡылһағыҙ, Аллаһ уны белеп тора, — тип. (128) Əгəр бер ҡатын иренең үҙен оҡшатмауын һиҙһə йəки үҙенəн биҙгəнен аңлап та, үҙ‐ара килешеп, айырылмайынса йəшəһəлəр, гөнаһ юҡ. Килешеү һəр ваҡыт хəйерлерəк. Кешенең эсендə һəр ваҡыт көнлəшеү‐һаранлыҡ йəшəй. Əгəр татыуланып, (ҡатынығыҙҙы рəнйетеүҙəн) һаҡланһағыҙ, изгелек ҡылып, яҡшы йəшəһəгеҙ, хəйерлерəк булыр. Шик юҡ, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хəбəрҙар. (129) Бик телəһəгеҙ ҙə, һеҙ ҡатындарығыҙҙың барыһына ла тигеҙ ғəҙел була алмаҫһығыҙ, берһенə генə тартылып, башҡаларын ирле килеш, тол хəлендə мəхрүм ҡалдырмағыҙ. Əгəр араларығыҙ татыуланһа, гөнаһтан ҡурҡһағыҙ: шик юҡ, Аллаһ ярлыҡар һəм кисерер. («Бер нисə ҡатын менəн ғүмер кисереү ир кешенең ғəҙел булыуын талап итə. Һəм мəтди яҡтан ир кеше ҡатындарын тигеҙ ҡарарға, торор‐ятыр урындар, ашау‐эсеү, биҙəнеү, кейем‐һалым, бүлəк тигеҙ булырға, икəүҙəн‐икəү генə ҡалыу ваҡыттарын да ир кеше тигеҙ бүлергə тейешле. Хис һəм мөхəббəт мəсьəлəһендə, əлбиттə, уларҙың барыһын да тигеҙ яратыу мөмкин түгел, əммə бар нəмəнең дə уларға тигеҙ бүленеүе зарури». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 130. Əгəр ир менəн ҡатын айырылыр булһа, Аллаһ уларҙың икеһенə лə үҙенең сикһеҙ хазинаһынан мул өлөш бирер. Аллаһ сикһеҙ йомарт, хикмəттəре төкəнмəҫ. 131. Күктəрҙə, Ерҙə нимəлəр булһа — барыһы ла Аллаһтың милке. Һеҙҙəн элек йəшəп киткəндəргə лə, Китаплы булғандарға ла: — Аллаһтан ҡурҡығыҙ! — тип бойорҙоҡ. — Инҡар итһəгеҙ, белегеҙ, күктəрҙə, Ерҙə нимə булһа — барыһы ла Аллаһтыҡыҙыр. Аллаһ сикһеҙ бай, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ. (132) Күктəрҙə һəм Ерҙə нимə булһа — барыһы ла Аллаһтыҡы. Рəхмəте булараҡ, Аллаһ бер үҙе етəрлек (башҡа уйҙырма тəңрегə ихтыяж юҡ). (133) Һəй, кешелəр, Аллаһ һеҙҙе юҡҡа сығарып, башҡаларҙы бар итə ала. Аллаһ бындай ҡөҙрəткə эйə. (134) Кем дə кем донъя ниғмəттəрен телəһə, ул ниғмəттəр ҙə, Əхирəт əжерҙəре лə Аллаһ хозурындаҙыр. Аллаһ барыһын да ишетə, барыһын да күрə.


135. Һəй, иман килтергəн кешелəр, ғəҙеллекте боҙмайынса, үҙегеҙгə зыян булһа ла, ата‐əсəгеҙ һəм туғандарығыҙға ҡаршы килеп булһа ла, Аллаһ ҡушҡанса, дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылыусылар булығыҙ. (Ғəҙеллектə шаһитлыҡ иткəндəр) бай булһалар ҙа, фəҡир булһалар ҙа, Аллаһ ҡаршыһында улар тигеҙ. Хискə (нəфсегеҙгə) бирелеп, тура шаһитлыҡтан ҡасмағыҙ, дəлилдəрҙе боҙһағыҙ йəки шаһитлыҡтан баш тартһағыҙ, Аллаһ барыһын да белеп торор. (136) һəй, иман килтергəндəр, Аллаһҡа, Пəйғəмбəренə, уға индерелгəн Китапҡа, унан алда индерелгəн китаптарға ла иман килтерегеҙ. Кем Аллаһты, Уның фəрештəлəрен, китаптарын, пəйғəмбəрҙəрен һəм Ҡиəмəт көнөн инҡар итə, шул теүəл мəғəнəһендə кире сыға алмаҫлык дəрəжəлə юлдан яҙған булыр. (137) Иманға килеп тə, һуңынан (Аллаһты) инҡар итеп, унан һуң тағын иман килтереп, йəнə кəферлеккə күскəндəрҙе Аллаһ ярлыҡамаҫ та, уларҙы тура юлға ла ҡайтармаҫ. (138) Монафиҡтарҙан «һөйөнсө ал»: уларға əсе яза ғазаптары əҙерлəнгəн. (139) Мосолмандарҙы ташлап, кəферҙəрҙе дуҫ иткəндəр: улар янында бөйөклөк ҡаҙанырбыҙ, тип өмөтлəнəлəрме? Белеп торһондар, бөтөн бөйөклөктəр бары тик Аллаһ хозурында ғына. (140) Ул (Аллаһ) китапта һеҙгə шуны индергəн, Аллаһтың аяттарын инҡар итеп йəки уларҙы мəсхəрəгə ҡалдырырға тырышып һөйлəүселəрҙе ишеткəс тə, улар башҡа бер һүҙ башлағансыға саҡлы кəферҙəр менəн бергə ултырмағыҙ, юҡһа, һеҙ ҙə улар кеүек булырһығыҙ. Əлбиттə, Аллаһ монафиҡтарҙың һəм кəферҙəрҙең барыһын йəһəннəмгə туплаясаҡ. (141) Һеҙҙең ҡылғандарығыҙҙы күҙəтеп тороусылар (монафиҡтар), Аллаһ һеҙгə еңеү килтерһə: — Беҙ ҙə һеҙҙең менəн бергə булдыҡ бит, — тип əйтерҙəр. Əгəр ҙə кəферҙəргə еңеү килһə, улар: — Мосолмандарҙы еңергə ярҙам иттек, мөьминдəрҙəн ҡотҡарып ҡалдыҡ түгелме? – тип əйтерҙəр. Ҡиəмəт көнөндə Аллаһ арағыҙҙағы был бəхəсте хөкөм итəсəк һəм мөьминдəргə зыян килтерерлек юлды кəферҙəргə бирмəйəсəк. (142) Шик юҡтыр, монафиҡтар хəйлə ҡороп, Аллаһты алдарға өмөтлəнə, гəрсə, Аллаһ уларҙың хəйлəлəрен үҙ баштарына ҡаплайасаҡ. Улар намаҙға иренеп кенə торалар, кеше күрһен өсөн генə (доға) уҡыйҙар. Аллаһты бик һирəк иҫкə алалар. (143) Улар араһында аптырап икелəнеп йөрөүселəр ҙə күп. Ни өсөн быларға (мосолмандарға) эйəрмəйҙəр, ни өсөн тегелəргə (кəферҙəргə) һыйынмайҙар. Шундай аҙашҡандарға сығыр юл табылмаҫ. 144. Əй, иман килтергəндəр, мөьминдəрҙе ташлап, кəферҙəрҙе дуҫ итмəгеҙ. Шулай эшлəп, һеҙ Аллаһҡа ҡаршы икəнлегегеҙгə дəлил əҙерлəрһегеҙме? 145. Шик юҡ, монафиҡтар йəһəннəмдең иң аҫҡы ҡатында буласаҡ. Уларға инде һис бер ярҙамсы табалмаҫһың. 146. Бары тик тəүбə итеп, хаталарын төҙəткəндəр, тик Аллаһҡа һыйынғандар, Аллаһ өсөн генə дин тотҡандар башҡа ҡəүемдəн булыр. Улар мосолмандар менəн бергə булыр. Оҙаҡламай Аллаһ мөьминдəргə оло əжер бирəсəк. (147) Əгəр һеҙ иман килтереп, шөкөрҙəр ҡылһағыҙ, Аллаһ һеҙҙе ни өсөн ғазапҡа һалһын, ти! Аллаһ шөкөр итеүселəрҙе бүлəклəй. Ул барыһын да белеп тора. 148. Һүгенеү һүҙен ҡысҡырып əйткəндəрҙе Аллаһ яратмаҫ. Фəҡəт ғəҙелһеҙлеккə дусар булған кешенəн башҡа. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора. («Кеше артында һүгенеү һүҙҙəре һөйлəү, ғəйбəт йөрөтөү, нахаҡ яла яғыу, ялғанлашыу, кешене мыҫҡыл һүҙе — барыһы ла кəферлек ҡылыуҙыр. Əйтəһе килгəн саҡта ла ул һүҙҙəрҙе əйтеүҙəн тыйылып ҡалыу яҡшы ғəмəл. Бары тик хаҡһыҙға рəнйеш, кəмһетеү күргəн кеше генə, сыҙар əмəле ҡалмағас, үҙенең киҫкен фекерен ҡысҡырып əйтə ала». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 149. Изгелекле эшегеҙҙе башҡаларға асыҡ эш итһəгеҙ ҙə, ул турала əйтмəй ҡалһағыҙ ҙа йəки яманлыҡты ла (кешегə һөйлəмəйенсə) ғəфү итһəгеҙ ҙə була. Шөбһəһеҙ, Аллаһ артығы менəн ғəфү итеүсе һəм ҡөҙрəт эйəһеҙер. 150. Аллаһты, пəйғəмбəрҙəрҙе инҡар иткəндəр һəм Аллаһ менəн пəйғəмбəрҙəрҙе бер‐берҙəренəн айырырға телəгəндəр: — Был пəйғəмбəргə инанығыҙ, быныһына инанмағыҙ, — тип əйтеүселəр, иман менəн кəферлек араһындағы юлды тоторға телəүселəр юҡмы ни? (151) Бына ысын кəферҙəр шуларҙыр, һəм беҙ ул кəферҙəргə үҙəктəрҙе өҙə торған язалар əҙерлəнек. 152. Аллаһҡа, пəйғəмбəрҙəргə иман килтергəндəргə һəм уларҙы бер‐берһенəн айырып ҡарамаған əҙəмдəргə килгəндə, бына уларға инде Аллаһ Тəғəлə көндəрҙəн бер көндө олуғ бүлəк тапшырасаҡ. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һəм кисереүсеҙер. 153. Китаплы халыҡ үҙҙəренə Күктəн Китап (белем) индерелеүен телəй. Улар Мусанан быныһынан да ҙурыраҡты талап иткəндəр ине. — Беҙгə Аллаһты күрһəт, — тинелəр. Шул кəферлектəре арҡаһында уларҙы йəшен һуҡты. Һуңынан асыҡ дəлилдəр килгəс тə, улар быҙау һынын тəңре иттелəр. Беҙ быны ла ғəфү иттек. Һəм Мусаға ап‐асыҡ хөкөм итер өсөн дəлил (Тəүрəтты) бирҙек. (154) Уларҙы ант иттерер өсөн өҫтəренə Тур тауын ҡорҙоҡ та уларға: — Баш эйеп ҡапҡанан уҙығыҙ. (Тыйылғанды эшлəп) шəмбе көн сиктəренəн сыҡмағыҙ, — тинек. Үҙҙəренəн ант һүҙе алдыҡ. (155) Анттарын боҙоп, Аллаһтың аяттарын инҡар итеп, хаҡһыҙ рəүештə пəйғəмбəрҙəрҙе үлтергəндəре өсөн һəм: — Күңелдəребеҙ ҡаплаулы, — тигəндəренə күрə, (уларға лəғнəт ебəрҙек, башҡаларына бəлəлəр килтерҙек. Уларҙың күңелдəре ҡаплаулы түгел ине) кəферлектəре сəбəпле, Аллаһ ул күңелдəргə йоҙаҡ һалып ҡуйҙы, уларҙың бик əҙе генə иман килтерер. (156) Аллаһты инҡар итеп, кəфер булғандары өсөн һəм Мəрйəм тураһында əшəке ғəйбəт таратҡандары өсөн (язаланыҡ). 157. — Аллаһтың илсеһен — Мəрйəм улы Ғайсаны үлтерҙек, — тигəндəре өсөн (уларға лəғнəт ебəрҙек). Гəрсə, уны үлтермəнелəр ҙə, ҡулдарынан ҡаҙаҡлап та ҡуйманылар, фəҡəт (үлтерелгəн бəндə) уларға Ғайса булып күренде. Уның тураһында бəхəс ҡуҙғатыусылар икелəнеп ҡалдылар, шикле фаразларынан башҡа, улар ҡулында һис ниндəй ҙə дəлил юҡ, ысынында, улар уны үлтермəне. 158. Юк, уны үлтермəнелəр. Аллаһ уны үҙ хозурына алды. Аллаһ ғиззəт һəм хикмəт эйəһеҙер. (159) Китаплы халыҡтан һəр кеше үлеме алдынан, мотлаҡ, (Ғайсаға) иман килтерəсəк (лəкин уларҙың тəүбəһе ҡабул булмаҫ). Ҡиəмəт көнөндə лə ул (Ғайса пəйғəмбəр) уларға ҡаршы шаһит буласаҡ. 160. Золом иткəндəре өсөн, күп кешелəрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырғандары өсөн, йəһүдтəргə элек хəлəл ителгəн саф һəм затлы нəмəлəрҙе харам ҡылдыҡ. (161) Аллаһ тарафынан ҡəтғи тыйылған булһа ла, риба алғандары, хəйлə менəн кеше малдарын əрəм итеп, ашағандары өсөн, улар араһындағы кəферҙəргə һыҙландырғыс язалар əҙерлəнек. 162. Лəкин араларында тəрəн белемле булғандарға һəм мөьминдəргə: һиңə индерелгəнгə һəм һинəн элек индерелгəндəргə иман килтереүселəргə, намаҙ уҡыусыларға, зəкəт биреүселəргə, Аллаһҡа һəм Əхирəт көнөнə инанғандарға оҙаҡламай олуғ бүлəктəр бирəсəкбеҙ. («Араларында тəрəн белемле булғандарға» тəғбирен тəфсирселəр төрлөсə анлата. Ш. Ноғманиҙа: «белемгə ирешкəн Ислам ғалимдары» тип əйтелгəн. И. Крачковскийда: «твердые в знании из них», тип əйтелгəн. Йəғни белемле йəһүдтəргə кинəйə итə кеүек. X. Чантай һəм А. Өҙəк тəфсирҙəрендə лə улар, йəғни йəһүдтəр «мөьминдəр» һүҙе менəн айырым килə. Уфа китап нəшриəтендə сыҡҡан тəржемəсенəн ул тəрəн белемлелəр йəһүдме, мосолмандармы икəне асыҡ күренмəй. 163. Беҙ Нухҡа һəм унан һуң килгəн пəйғəмбəрҙəргə уахи ҡылған кеүек, һиңə лə уахи күндерҙек, һəм Ибраһимға, Исмəғилгə, Исхаҡҡа, Яҡупҡа, быуындарына, Ғайсаға, Əйүпкə, Юнысҡа, Һарунға һəм Сөлəймəнгə уахи күндерҙек. Дауытҡа ла Зəбүр бирҙек. 164. Һинəн əүəл килгəн байтаҡ ҡына пəйғəмбəрҙəр тураһында һиңə һөйлəнек, байтаҡтары тураһында һөйлəмəнек. Һəм хаҡтыр, Аллаһ Муса менəн, ысынлап та, һөйлəште. 165. Һөйөнөслө хəбəрҙəр ташыр өсөн, киҫəтеүсе хəбəрҙəр килтерер өсөн, пəйғəмбəрҙəр күндерҙек; бəндəлəр пəйғəмбəрҙəрҙəн һуң Аллаһ ҡаршыһында (беҙ быны белмəнек, беҙгə Китап индерелмəне, Рəсүлдəрҙе беҙ күрмəнек, беҙ ул эштең гөнаһ икəнен белмəнек, белгəн булһаҡ, эшлəмəгəн булыр инек, тип) һылтау табып, аҡланырға маташмаһындар өсөн. Аллаһ бөйөк һəм хикмəт эйəһеҙер. 166. Һиңə (Ҡөръəн) индергəнгə бары тик Аллаһ шаһит, уны Үҙ ғилеме менəн индерҙе. Фəрештəлəр ҙə шаһитлыҡ итəсəктəр. Гəрсə, шаһитлыҡта Аллаһ етəр. 167. Инҡарсылар, башҡаларҙы ла шул юлға күндереүселəр, шөһбəһеҙ, тура юлдан йыраҡҡа кереп аҙашҡандар. (168) Инҡар итеп, изгелекһеҙ ғəмəлдəр ҡылыусыларҙы Аллаһ ярлыҡамаҫ. Уларҙы башҡа бер юлға ла күндермəйəсəк. (169) Уларҙың юлы йəһəннəмгə килтереп сығарасаҡ. Улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ. Аллаһ өсөн был эш бер ҙə ҡыйын түгел.


170. Əй, кешелəр, Рəсүл һеҙгə Раббығыҙҙан хаҡлыҡ килтерҙем, үҙ файҙағыҙға иман килтерегеҙ. Əгəр (Аллаһты) инҡар итһəгеҙ (ихтыярығыҙ). Күктəрҙə һəм Ерҙə нимə булһа, шөбһəһеҙ, барыһы ла Аллаһтыҡыҙыр. Аллаһ — сикһеҙ ғилем һəм хикмəттəр эйəһеҙер. 171. Əй, китаплы халыҡ, динегеҙҙə артығын ҡыланмағыҙ һəм Аллаһ хаҡында ысындан башҡаһын һөйлəмəгеҙ. Мəрйəм улы Ғайса (Мəсих), ул бары тик Аллаһтың рəсүлеҙер, Аллаһтың Мəрйəмгə урынлаштырған һүҙе һəм Үҙенəн өргəн рухтыр. Шулай булғас, Аллаһҡа һəм пəйғəмбəрҙəргə иман килтерегеҙ. (Тəңре) «өс», тип əйтмəгеҙ, үҙегеҙгə хəйерле булһын өсөн, улай əйтеүҙəн ваз кисегеҙ. Аллаһ бер генə. Ул бала атаһы булыуҙан азат. Күктəрҙə, Ерҙə нимə булһа, шулар Уныҡыҙыр. Рəхмəт эйəһе булараҡ, Аллаһтың ҡөҙрəте сикһеҙ. («Христиандар бер Аллаһға ышаныуға килеп етмəнелəр. Улар Аллаһ менəн пəйғəмбəрҙе бутай. Хəҙрəти Муса, хəҙрəти Ғайса китап əһелдəренə тəүхид (Аллаһты бер тип таныу) килтерһə лə, ысынлыҡты ҡабул итмəнелəр. Христиандар: Хоҙай — ата, Хоҙай — ул һəм Хоҙай — Изге Рухтан торған Тəңре, — тип əйтəлəр. Йəғни, уларса, Аллаһ өс Хоҙайҙың берлегенəн хасил булып сыға. Улар өсөһө айырым, өсөһө бер юлы бер Аллаһ, йəнəһе». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) («Динегеҙҙə артығын ҡыланмағыҙ» тəғбире Мəулəнə Ғəлиҙə: не нарушайте границы религии вашей; Валерия Пороховала: В религии своей излишествам не предавайтесъ; Суат Йылдырымда: динегеҙҙə хаттин ашмағыҙ, тип əйтелгəн. Был тəржемəлəр нигеҙҙə яҡын булһа ла, уларҙың һиҙелер‐һиҙелмəҫ айырмалары ла юҡ түгел. Диндə артығын ҡыланыу фанатизмға килтерһə, үҙ динеңдең сиктəрен боҙоу тағын да хəтəрерəк гөнаһҡа илтə, ике мəғəнəһе лə ғибрəтле.) 172. Мəсих тə, Аллаһҡа иң яҡын торған фəрештəлəр ҙə Аллаһтың ҡолдары булыуҙан хурланмайҙар. Аллаһҡа ҡол булыуҙан баш тартып, тəкəберлəнгəндəрҙең барыһын да Аллаһ оҙаҡламай үҙ хозурына туплаясаҡ. (Мəсих ‐ Ғайса пəйғəмбəрҙең бүтəн исеме ) 173. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға Аллаһ тейешенсə əжер бирəсəк һəм уларға үҙ хазинаһынан тағын да бүлəк өҫтəйəсəк. Аллаһтан йөҙ сөйөргəн һəм тəкəбберҙəргə иһə хəтəр ғазап бирер. Улар үҙҙəре өсөн Аллаһтан башҡа бер дуҫ та, бер ярҙамсы ла таба алмаҫ (174) Əй, кешелəр, шөбһəһеҙ, һеҙгə Раббығыҙҙан ҡəтғи бер дəлил килде һəм һеҙгə ап‐асыҡ бер нур индерелде. (175) Аллаһҡа иман килтереп, Уға һыйынғандарҙы рəхмəтенəн айырмайынса, ниғмəт дарьяһына сумдырасаҡ һəм уларҙы тура юлға кертəсəк. 176. Улар һинəн күрһəтмəлəр көтə. Əйт һин: — Аллаһ атаһы һəм балаһы булмаған кешенең мираҫы хаҡында былай хөкөм йөрөтə, тип. Балаһы булмаған кеше үлһə һəм уның ҡыҙ ҡəрҙəше булһа, ҡалған малдың яртыһы уныҡы булыр. Ҡыҙ ҡəрҙəш үлеп, балаһы булмаһа, унан ҡалған малға ир ҡəрҙəше вəриҫ булыр. Ир үлеп, ҡыҙ ҡəрҙəштəр икəү булһа, ҡалған малдың өстəн икеһе уларға. Əгəр ҙə ирле‐ҡатынлы, тағын башҡа ҡəрҙəштəре булһа, ирҙең хаҡы, ике ҡатын өлөшө ҡəҙəр булыр. Яңғылышмаһындар өсөн, Аллаһ асыҡлыҡ кертə. Аллаһ барыһын да белə. 5 — Мəəидə (Табын) сүрəһе (Мəəидə сүрəһе 120 аяттан тора. Мəҙинə‐и Мөнəүүəрəлə уахиҙец һуңынан ирешкəн заманда индерелде. «Мəəидə» — табын, дəстархан, тигəн һүҙҙер. 112 һəм 114 нсе аяттарҙа хəҙрəти Ғайса заманында, күктəн көтөлə торған ниғмəт, ашъяулыҡ, дəстархан тураһында һөйлəнə, исеме шунан килə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əй, иман килтергəндəр, антығыҙҙа (вəғəҙəгеҙҙə) тороғоҙ. Хайуандарығыҙ һеҙгə хəлəл ризыҡ ителде. Аятта һаналғандарҙан (харамдан) башҡаһы. Ихрамда булһағыҙ, аусылыҡ тыйыла. Хаҡтыр, Аллаһ Үҙе телəгəнен хөкөм итə. (Ант, вəғəҙə өс төрлө Ҡөръəндə яҙылғанса ғына эш ҡылырмын, тип Аллаһ ҡаршыһындағы ант. Аллаһ исеме менəн əйтелгəн нəҙерҙəр. Кешелəрҙең үҙ‐ара ҡуйышҡан вəғəҙəлəре, һүҙҙəре. Ихрам, йəғни харам, хаж ваҡытында ихрам бəйлəү йолаһы бар. Ихрам бəйлəгəн кеше махсус кейем кейə. Ихрам ваҡытында хəлəл ҡылынған кейектəрҙе ауларға ярамай.) 2. Əй, иман килтергəндəр, Аллаһ шəриғəтенең, харам айҙарҙың, ҡорбан салыуҙың, ғəрдəнлектəрҙең (биҙəлгəндəрҙең) һəм Раббынан сауҙа файҙаһы һəм Уның ризалығын эҙлəп Бəйтүл‐Харамға килгəндəрҙең дəрəжəһен төшөрмəгеҙ, уларҙы рəнйетмəгеҙ. Ихрамдан сыҡҡас та ау башларға мөмкин. Харам мəсетенə керетмəгəндəре өсөн һин асыу тотоп, асыуланма. Изгелек итеүҙə, яман эш ҡылыуҙан һаҡланыуҙа бер‐берегеҙгə ярҙамлашығыҙ. Гөнаһ ҡылыуҙа, дошманлыҡ эштəрендə ярҙамлашмағыҙ. Гөнаһлы булып, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙəн ҡурҡығыҙ. Аллаһтың язаһы бик тə хəтəр булыр. (Харам айҙар — һуғышырға ярамай торған айҙар. Бəйтүл‐Харам — харамлыҡ, ярамаған эш ҡылырға ярамай торған бина. Ғəрдəнлек — дини байрамдарҙа мосолманлыҡты, хажилыҡты айырып күрһəтеп тороусы биҙəнеү əйберҙəре: муйынсаҡ, алҡа һəм башҡалар. Ҡорбанға салынырға тейешле хайуандың, муйынына матурлау‐биҙəү əйберҙəре, йəғни ғəрдəнлектəр тағыла, был осраҡта, əлбиттə, ҡорбан ғəрдəнлеге тураһында һөйлəнə.) 3. Үлəкһə, ҡан, сусҡа ите, Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап салынған, быуылып үлгəн, (таш, күҫəк менəн бəреп) үлтерелгəн, бейеклектəн йығылып үлгəн, һөҙөп үлтерелгəн, йəнлектəр ботарлаған хайуан итен — үлеп етмəгəндə салып ҡалынғандан тыш — табына торған таш һындарға бағышлап салынған иттəрҙе ашау һəм фал уҡтары (ырымланған уҡтар) менəн үлсəү һеҙгə харам ителде. (Ундай иттəрҙе ашау) юлдан сығыу, тип атала. Бөгөн кəферҙəр һеҙҙе динегеҙҙəн яҙҙырыу эшенəн ваз кистелəр. Хəҙер уларҙан ҡурҡмағыҙ инде. Минең язамдан ҡурҡығыҙ. Бөгөн һеҙҙең динегеҙҙе мөкəммəл иттем, һеҙгə тигəн ниғмəтемде тамам иттем һəм һеҙҙең өсөн əҙерлəнгəн Ислам динен хуп күрҙем. Кем дə кем ашарына ризыҡ таба алмайынса, аслыҡтан ашарға мəжбүр булһа, (харамды ла) ашай ала, гөнаһлы булмаҫ дəрəжəлə. Һис шикһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һəм кисереүсеҙер. (4) Нəмəлəр хəлəл икəнлеген улар һинəн һорай: Һин əйт: — Бөтөн сифатлы һəм саф нəмəлəр һеҙгə хəлəл ителде. Аллаһ өйрəткəндəрҙе ҡулланып, һеҙ аусылыҡҡа өйрəткəн януарҙар һеҙгə тотоп биргəн кейектəрҙе ашағыҙ һəм Аллаһты онотмағыҙ. (Йəғни, салғанда ла, ашағанда ла «бисмиллəһ» əйтегеҙ.) Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙəн ҡурҡығыҙ. Шөбһəһеҙ, Аллаһ һеҙҙе бик тиҙ яуапҡа тартасаҡ. (5) Бөгөн һеҙгə саф һəм сифатлы нəмəлəр ашарға хəлəл ҡылынды. Үҙҙəренə Китап индерелгəн халыҡтарға бирелгəн (йəһүди, христиан һ.б.) ризыҡтарҙы ашау һеҙгə лə хəлəл ителде. Һеҙ ашай торғандар ҙа уларға хəлəлдер. Ғиффəтле мосолман ҡатындары менəн байтаҡ йылдар əүүəл Китап индерелгəн халыҡтың ғиффəтле ҡатындары ла, мəһерегеҙҙе биреү шарты менəн, намыҫлы булып, зина ҡылмайынса һəм йəшерен һөйəркə тотмау шарты менəн булған никах һеҙгə хəлəлдер. Иман килтермəгəндəрҙең был ғəмəле бушҡа сығасаҡ. Улар Əхирəттə лə зыян күрəсəк. 6. Əй, мөьминдəр, намаҙ уҡырға ниəтлəгəс, йөҙөгөҙҙө, терһəктəрегеҙгə ҡəҙəр ҡулдарығыҙҙы, башығыҙҙы мəсех итеп, ашыҡ һөйəгенə ҡəҙəр аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ. Əгəр ҙə һеҙ ғөсөлһөҙ икəнһегеҙ, ғөсөл алығыҙ (баштан аяҡ сайҡанығыҙ). Сирле булһағыҙ йəки сəйəхəттə икəнһегеҙ йəки бəҙрəфтəн сыҡҡан булһағыҙ йəки ҡатын менəн булғандан һуң һəм һыу булмаған ерҙə булһағыҙ, таҙа тупраҡ‐ҡом менəн тəйəмүм итегеҙ, йөҙөгөҙҙө, терһəктəргə ҡəҙəр ҡулдарығызҙҙы һыпырығыҙ. Аллаһ һеҙгə ауырлыҡ телəмəй, фəҡəт һеҙҙе саф‐пак итер өсөн һəм һеҙгə ниғмəт бирер өсөн шуны талап итə, бəлки һеҙ шуға шөкөр итерһегеҙ? (7) Аллаһтың һеҙгə булған мəрхəмəтен һəм Уға биргəн антығыҙҙы иҫегеҙгə төшөрөгөҙ. Һеҙ: — Ишеттек һəм Һиңə итəғəт иттек, — тип əйттегеҙ. Тик, һеҙ Аллаһҡа (биргəн антығыҙҙы боҙоуҙан ҡурҡығыҙ) итəғəтле булығыҙ! Шик юҡ, Ул һеҙҙең күңелдə нимə барын белеп тора. (8) Ий, мосолмандар, Аллаһ Хəҡиҡəтен иҫтə тотоп, ғəҙеллек менəн шаһитлыҡ ҡылыусы кешелəр булығыҙ. Башҡа бер халыҡҡа булған асыуығыҙ, һеҙҙе ғəҙелһеҙлеккə этəрмəһен. Ғəҙел булығыҙ. Аллаһтан ҡурҡыу һеҙҙəн йыраҡ йөрөмəһен. Аллаһҡа ҡаршы баш күтəреүҙəн һаҡланығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да белеп тора. 9. Аллаһ Тəғəлə иманлыларға һəм изгелек ҡылғандарға ярлыҡау һəм олуғ һəдийə (бүлəк) вəғəҙə итте. 10. Инҡар итеүселəр һəм аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусылар ялҡынлы ут бəндəлəреҙер. 11. Мосолмандар, Аллаһтың һеҙгə биргəн ниғмəтен онотмағыҙ, ниндəй ҙə булһа бер ҡəүем һеҙгə һөжүм итергə елкенгəндə уларҙың ҡулдарын Аллаһ тотҡарланы. Ғəҙелһеҙлек ҡылып, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙəн ҡурҡығыҙ. Мосолмандар бары тик Аллаһҡа ҡына ышана.


12. Хаҡтыр, Аллаһ Исраил улдарынан һүҙ алды. Араларынан һайлап алып, ун ике өндəүсе (юлбашсы) билгелəнек. Аллаһ уларға шулай тине: — Əлбиттə, мин һеҙҙең менəн бергə. Намаҙҙы дөрөҫ уҡыһағыҙ, зəкəт бирһəгеҙ, пəйғəмбəрҙəргə инанһағыҙ, уларға ярҙамсыл булһағыҙ, Аллаһҡа булған изге вазифағыҙҙы үтəһəгеҙ (бурысҡа аҡса биреп торғанда арттырып риба алмаһағыҙ), һис шикһеҙ, гөнаһтарығыҙҙы ҡаплармын, һеҙҙе арыҡтарынан һыуҙар ағып торған йəннəттəргə кертермен. Лəкин бынан һуң да кем инҡарлыҡты һайлай, ул тура юлдан яҙған тип иҫəплəнер. (13) Ант боҙғандары өсөн уларға лəғнəт ебəрҙек, уларҙы таш йөрəкле иттек. Улар (изге китаптарҙағы) һүҙҙəрҙең урындарын алмаштырҙылар. Үҙҙəренə өйрəткəн хөкөмдəрҙе (Тəүрəттың иң əһəмиəтле бүлектəрен (юрамал) оноттолар. Бик əҙ кешенəн башҡа, улар араһындағылар өҙлөкһөҙ хыянат ҡылалар. Барыбер һин уларҙы ғəфү ит, уларҙан үс алма. Шик юҡ, Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата. («Тəурəт бары тик бер генə нөсхə ине Исраил улдары ‐йəһүдтəр, бабиллəргə əсир төшкəс. шул берҙəн‐бер Тəурəт юҡҡа сыға. Иреккə сыҡҡас, улар хəтерҙə ҡалғандар буйынса Тəүрəтты яңынан яҙып сығалар. Онотолопмы, махсусмы, төп нөсхəлəге күп кенə урындар китапҡа кермəй ҡала». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн ) 14. — Беҙ — христиандарбыҙ, — тигəндəрҙəн дə һүҙ алдыҡ, əммə улар үҙҙəренə күндерелгəн (өгөттəрҙең, китаптың) мөһим бер бүлеген оноттолар, шуға күрə уларҙың араһына Ҡиəмəткə саҡлы дауам итə торған дошманлыҡ һəм нəфрəт һалдыҡ. Оҙаҡламай Аллаһ уларға ҡылғандары тураһында хəбəр бирəсəк. («Йəһүдтəр менəн христиандар борон‐борондан дошманлашып, һуғышып йəшəгəн Аллаһ тарафынан Ғайса пəйғəмбəргə индерелгəн Инжилдең төп нөсхəһе ошо һуғыштарҙа юҡҡа сыҡҡан. Инжилде хəтер буйынса яҙа башлайҙар, шулай итеп, донъяла бер‐берһенə ҡаршы килə торған төрлө‐төрлө инжилдəр барлыҡҡа килə. Айырым мəҙһəбтəр пəйҙə була. Донъялағы бөтөн һуғыштар, ысынлыҡта иһə, кəферҙəрҙең ҡапма‐ҡаршы үҙ‐ара һуғышыуыҙыр. Бер дин əһелдəре бер‐берһен ҡыйырһыта, ҡол итə. Был да Аллаһтың вəғəҙəһеҙер». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн ) 15. Əй, Китап əһелдəре! Изге Китапта булған бик күп һүҙҙəрҙе йəшергəнлегегеҙҙе асыҡларға тип, Рəсүлебеҙ килде. Ҡайһы бер хаталарығыҙҙы ул күрмəмешкə һалышыр. Ысынлыҡта иһə, һеҙгə Аллаһтан бер нур, ап‐асыҡ бер Китап инде. 16. Аллаһтың ризалығын ҡаҙанырға телəгəн кешелəрҙе Аллаһ ҡотолош юлына күндерер, ҡөҙрəте менəн Ул уларҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыр, тура юлға күндерер. 17. — Шик юҡ, Аллаһ ул — Мəрйəмдең улы Мəсих (Ғайса), — тип əйтеүселəр ысындан да кəфер булды. Əйт һин: — Улайһа, Аллаһ Мəрйəмдең улы Мəсихте, уның əсəһен һəм Ер йөҙөндəгелəрҙең барыһын да һəлəк итергə телəһə, кем Аллаһҡа ҡаршы сыға алыр ине икəн? Күктəрҙə, Ерҙə, икеһенең араһындағы бөтөн нəмə Аллаһ хөкөмөндəҙер Ул телəгəнен яралтыр. Аллаһ бар нəмəгə лə тулыһы менəн хаким. 18. Йəһүдтəр менəн христиандар: — Беҙ Аллаһтың улдары һəм уның һөйөклөлəре, — тип əйтəлəр. Əйт һин: — Улайһа, ниңə һуң Ул һеҙ — гөнаһлыларҙы язалай? Дөрөҫө, һеҙ ҙə Ул яралтҡан (барлыҡҡа килтергəн) бəндəлəр бит. Ул телəгəнен ярлыҡар, телəмəгəненə яза бирер. Күктəрҙə, Ерҙə, икеһенең араһында нимə булһа, барыһы ла Аллаһ милкеҙер. Ахырҙа, барыбыҙ ҙа Уның янына ҡайтарыласаҡбыҙ. 19. Əй, Китаплы халыҡ! Пəйғəмбəрҙəр оҙаҡ килмəй торған арала Хаҡлыҡты əйтеп бирер өсөн һеҙгə илсебеҙ килде. Һеҙ һуңынан: ‐ Беҙгə һөйөнөслө хəбəрҙəр килтереүсе лə, яманлыҡ тураһында киҫəтеүсе лə булманы, — тип əйтмəһендəр өсөн тип, килде, һəм һөйөнсө алырға, һəм киҫəтеүсе булараҡ килде. Аллаһтың бар нəмəгə лə ҡөҙрəте етə. 20. Иҫегеҙҙəме, Муса үҙ ҡəүеменə нимə тине? — Əй ҡəүемем, Аллаһтың һеҙгə биргəн ниғмəтен хəтерлəгеҙ; Ул һеҙҙең аранан пəйғəмбəр һайлап алды һəм һеҙҙе милекле‐дəүлəтле халыҡ итте Ғəлəмдəрҙə һис бер кемгə бирмəгəнде һеҙгə бирҙе. (21) — Əй, ҡəүемем, Аллаһ һеҙгə тəғəйенлəгəн изге тупраҡҡа, (Əрихə) шəһəренə керегеҙ һəм сигенмəгеҙ, юҡһа, барыһын да юғалтырһығыҙ. (22) Улар шулай яуапланды: — Əй, Муса, шунда бəһлеүəн кеүек көслө халыҡ йəшəй, улар унан сығып китмəйенсə, беҙ һис тə шунда керəсəк түгел. Əгəр улар сыҡһа, беҙ, əлбиттə, керербеҙ, — тинелəр. (23) Ҡурҡып ҡалғандар араһында Аллаһ рəхмəтен алған ике кеше бар ине. Улар əйтте: ‐ Улар өҫтөнə ҡапҡанан керегеҙ, кереүгə үк һеҙ еңəсəкһегеҙ. Əгəр һеҙ ысын мөьмин булһағыҙ, Аллаһҡа тапшырығыҙ, — тинелəр. (24) — Əй, Муса, улар шунда сағында беҙ нисек керəйек? Раббың менəн икегеҙ кереп һуғышығыҙ, беҙ бында көтөп торасаҡбыҙ, — тинелəр. (25) Муса əйтте: — Раббым, мин үҙемдəн һəм ҡəрҙəшемдəн башҡаға бойороҡсы түгелмен, юлдан яҙған был халыҡ менəн беҙҙең арабыҙҙы өҙ! — тине. (26) Аллаһ əйтте: — Улайһа, ҡырҡ йыл буйына уларға был ерҙə йəшəү тыйыла, шул йылдар эсендə улар Ер йөҙөндə ҡаңғырып йөрөйəсəк, юлдан яҙған был ҡəүем өсөн Һин артыҡ ҡайғырма, — тине. 27. Уларға Əҙəмдең ике улы тураһындағы дөрөҫлөктө аңлатып уҡы: улар икеһе ҡорбан салды, берһенең ҡорбаны ҡабул ителде, икенсеһенеке ҡабул ителмəне. Шуныһы əйтте: — Һис шикһеҙ, мин һине үлтерəсəкмен! — тине. Тегеһе лə əйтте: — Аллаһ тəҡүə кешелəрҙəн генə ҡорбан ҡабул итə! — тине. Һəм өҫтəп ҡуйҙы: (28) — Əлбиттə, һин мине үлтерергə тип ҡул һуҙһаң да, мин һине үлтерергə тип ҡул һуҙмайым. Мин ғəлəмдəрҙең Раббыһы Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшлəүҙəн ҡурҡам. (29) Мине үлтерһəң, минең гөнаһтарымды ла, үҙеңдекелəрҙе лə төйəп, утҡа атылыуыңды телəйем, залимдарҙың язаһы шулдыр, — тине. 30. Көнсөллөк нəфсе (һəм нəфрəт асыуы уның) (Ҡəбилдең) зиһенен ҡотортто һəм уға үҙ ҡəрҙəшен үлтерергə бойорҙо, ул энеһен (Һабилде) үлтерҙе лə бик ҙур юғалтыуға дусар булды. 31. Аллаһ Ҡабил янына бер ҡарға ебəрҙе. Туғанының мəйетен нисек ерлəргə өйрəтер өсөн ҡарға ерҙе тырнай башланы. Ҡылғанына үкенеп ул: — Яҙыҡтар (ҡайғы) булһын миңə! Ошо ҡарғанан да зəғифме ни инде мин, энемдең гəүҙəһен дə ер ҡуйынына тапшыра алмайым, — тине. 32. Бына шуға күрə, Исраил улдарына шулай тип яҙҙыҡ: — Кем дə кем кеше йəнен ҡыймағанды үлтерһə йəки донъяла боҙоҡлоҡ‐фетнə ҡылмағанды үлтерһə, бөтөн кешелəрҙе лə үлтергəн кеүек булыр. Бер йəнде ҡотҡарып ҡалған кеше бөтөн кешелəрҙе үлемдəн ҡотҡарған кеүек булыр. Пəйғəмбəрҙəребеҙ быңа ап‐асыҡ дəлилдəр килтерҙе, əммə бынан һуң да уларҙың күбеһе (гөнаһ ҡылыуҙа) аштылар. 33. Аллаһҡа һəм Рəсүлгə ҡаршы һуғышҡандарға һəм Ер йөҙөндəге тəртипте боҙорға маташыусыларға яза — уларҙы үлтереү йəки аҫып ҡуйыу йəки аяҡ‐ҡулдарын (уң ҡул, һул аяҡ йəки киреһенсə) киҫеү йəки ватандарынан ҡыуыу. Был — уларҙың донъяла ҡаҙанған рисвайлығы (хурлығы). Уларҙы Əхирəттə лə хəтəр ғазап көтə. 34. Һеҙ уларҙы еңеп, əсирлеккə алғанығыҙға ҡəҙəр тəүбə итһəлəр, уларға теге язалар бирелмəй. Белеп тороғоҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һəм кисереүсе. 35. Əй, мөьминдəр, гөнаһ эшлəп, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙəн ҡурҡығыҙ. Уға яҡынлашырға юлдар эҙлəгеҙ, Уның юлында жиһад ҡылығыҙ: бəхеткə ирешерһегеҙ. 36. Кəферҙəрҙең ҡулында Ер йөҙөндəге байлыҡтарҙың бөтөнөһө булһа, хатта икелəтə артыҡ булһа ла, Ҡиəмəт көнөндə язанан ҡотолоу өсөн шул байлыҡты бирһəлəр ҙə, ҡабул ителмəҫ. Улар өсөн əсе ғазап бар. (37) Уттан сығырға телəрҙəр, лəкин сыға алмаҫтар. Уларға бөтмəҫ ғазап бар. 38. Уғрылыҡ итеүсе иргə, ҡараҡ ҡатынға Аллаһтан бер яза: ғибрəт өсөн уларҙың ҡулдары киҫелер. Аллаһ — ҡөҙрəт һəм хикмəт эйəһеҙер. 39. Лəкин кем дə кем ҡылғандарынан һуң тəүбə итһə һəм төҙəтһə, шөбһəһеҙ, Аллаһ уның тəүбəһен ҡабул итəсəк. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һəм кисереүсеҙер. 40. Əллə белмəйһеңме, күктəрҙə һəм Ерҙə нимə булһа, шул мөлкəт Аллаһтыҡыҙыр, Ул телəгəненə ғазап бирер, телəгəн кешеһен ярлыҡар. Аллаһ һəр нəмəгə ҡөҙрəтлеҙер. 41. Əй, Рəсүл, ысын күңелдəн иман килтермəйенсə, ауыҙҙары менəн:


— Инандыҡ! — тигəндəрҙең һəм йəһүдтəрҙең кəферлеккə ынтылыуҙарына иҫең китмəһен. Аллаһ уларҙың күңелен сафландырырға телəмəй. Улар өҙлөкһөҙ ялған тыңлайҙар һəм һинең янға килеп ҡарамағандарҙы тыңлайҙар, (Тəураттəге) һүҙҙəрҙе урындарынан алып, алмаштыралар. — Əгəр һеҙгə шул бирелһə — алығыҙ; бирелмəһə — алмаҫһығыҙ! — тип əйтəлəр. Аллаһ берəйһен аҙаштырырға телəһə, аҙашҡандың файҙаһына һин Аллаһҡа ҡаршы бер нимə лə эшлəй алмаҫһың. Аллаһ уларҙың күңелен сафландырырға телəмəй, улар өсөн донъяла түбəнлек һəм Əхирəттə (махсус əҙерлəнгəн хəтəр) ғазап бар. 42. Гел ялған тыңлайҙар, өҙлөкһөҙ харам йыялар. Һиңə килһəлəр, телəһəң, хөкөм ит, телəһəң, уларҙан йөҙ сөйөр. Йөҙ сөйөрһəң, улар һиңə һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Хөкөм итһəң, ғəҙел хөкөм йөрөт. Хаҡтыр, Аллаһ ғəҙел булғандарҙы ярата. (43) Ҡулдарында Аллаһ хөкөмдəре яҙылған Тəүрəт була тороп, нисек инде улар һине хаким итеп ҡуялар һəм һуңынан һинəн йөҙ сөйөрəлəр? Улар иманлы бəндəлəр түгел. (44) Хаҡтыр, тура юлға етəкселек һəм (тура юлды) яҡтыртыусы нур булған Тəүрəтты индерҙек. Үҙҙəрен (Аллаһҡа) бағышлаған пəйғəмбəрҙəр, Аллаһтың Китабын һаҡлау эше ҡушылған һəм Раббыға тəслим булған зəһидтəр (раббаниҙар) менəн дин ғалимдары шуға таянып, йəһүдтəрҙе хөкөм иттелəр. Уларҙың барыһы ла быңа шаһит. Шуға күрə, һеҙ (иманлы) кешелəрҙəн ҡурҡмағыҙ, (иманһыҙ ҡалабыҙ тип) минəн ҡурҡығыҙ. Аяттарымды донъя малына һатмағыҙ. Аллаһ индергəндəр менəн хөкөм итмəгəн кеше кəферҙəрҙең дə кəфереҙер. (45) Тəүрəтта уларға былай яҙҙыҡ: — Үлемгə — үлем, күҙ сыҡһа — күҙ, танау өҙөлһə — танау, ҡолаҡ өсөн — ҡолаҡ, теш урынына — теш, йəрəхəт урынына йəрəхəт яһап, үс ҡайтарылырға тейеш. Кем быларҙы (ҡан үсен алмаһа) ғəфү итһə, (йəки зыяны өсөн түлəһə) ул кешенең гөнаһтары кисерелер. Кем Аллаһ индергəндəр менəн хөкөм йөрөтмəй, бына шулар була инде залимдар. 46. Үҙҙəренəн элек килгəн Тəүрəтты дөрөҫлəүсе һəм раҫлаусы итеп, Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға тура юл күрһəтер өсөн һəм өгөт‐нəсихəт бирергə тип, тура юлға йүнəлтеүсе, шул юлды яҡтыртыусы Инжилде биреп, Мəрйəм улы Ғайсаны пəйғəмбəрҙəр артынан пəйғəмбəр итеп күндерҙек. (47) Инжилгə инанғандар, Аллаһ Инжилгə нисек яҙған, шулай хөкөм итһендəр. Кем Аллаһ индергəндəр менəн хөкөм йөрөтмəһə, бына шулар боҙоҡлоҡ ҡылыусылар була ла инде. 48. Һиңə лə (Мөхəммəд!) əүəлге китапты дөрөҫлəр өсөн һəм һаҡлар өсөн хаҡлыҡ менəн Китапты (Ҡөръəнде) күндерҙек. Инде улар араһында һин Аллаһ индергəн менəн эш ит, һиңə бирелгəн тура юлды ташлап, уларҙың ҡотортҡанына бирелмə. (Əй, мөьминдəр) барығыҙға ла бер шəриғəт, бер юл бирҙек. Əгəр телəһə, Аллаһ һеҙҙең барығыҙҙан да бер өммəт яһаған булыр ине. Лəкин ошо юл менəн ул һеҙҙе һынамаҡ була. Шулай булғас, изгелектəр ҡылыуҙа ярышығыҙ, бер‐берегеҙҙе уҙҙырығыҙ. Барығыҙ ҙа Аллаһҡа ҡайтасаҡһығыҙ. Ни өсөн айырым юлдан киткəнегеҙҙе Ул һеҙгə ап‐асыҡ итеп күрһəтер. 49. Кешелəр араһында Аллаһ индергəн менəн хөкөм йөрөт һəм уларҙың ҡотортҡанына бирелмə. Аллаһ һиңə индергəн хөкөмдəрҙең бер өлөшөнəн һине тайпылдырыуҙарынан һаҡлан. Əгəр йөҙ сөйөрһəлəр, белеп тор, Аллаһ шул гөнаһтарҙың бер өлөшөн уларҙың башына (был донъяла уҡ) ҡапларға телəй. Хаҡтыр, кешелəрҙең байтағы юлдан яҙҙы. (50) Əллə һуң улар дҗəһилиəт (мəжүсилек, наҙанлыҡ) замандарын һағынамы? Төплө белеме, иманлы халыҡ өсөн Аллаһтан да ғəҙеллерəк хөкөм йөрөтөүсе башҡа берəү ҙə булмаҫ. (51) Əй, иманлы кешелəр, йəһүдтəрҙе, христиандарҙы дуҫ итмəгеҙ. Сөнки улар үҙ‐ара дуҫ. Уларҙы дуҫ иткəндəр шулар ҡəүеменəн кеүек булыр. Шик юҡ, Аллаһ залимдар ҡəүеменə юл күрһəтмəҫ. («Мосолмандарҙың йəһүдтəргə, христиандарға ҡарата булған нəфрəттəре кəферҙəрҙең Исламды ҡабул итмəүҙəренəн түгел, Ҡөръəндə ап‐асыҡ күрһəтелгəне кеүек, кəферҙəрҙең мосолмандарға булған нəфрəтенəн, Исламды ҡəтғи инҡар итеүҙəренəн, йыш ҡына йəшерелмəгəн, рəхимһеҙ баҫҡынсылыҡҡа ҡəҙəр барып еткəн дошманлығынан килə») 52. Һин күрерһең, (ике йөҙлө монафиҡтар) эстəрендə сир булғандар: — Башығыҙға бəлə килеүҙəн ҡурҡабыҙ, — тип кəферҙəр араһына кереп ҡасырҙар. Ихтимал, Аллаһ һиңə еңеү индергəс йəки үҙ тарафынан бер əмер индергəс, улар күңелдəрендəгелəр өсөн үкенер. 53. Һəм шул ваҡыт мөьминдəр: — Һеҙҙең менəн бергə булырға баштарын ташҡа бəрə‐бəрə Аллаһ исеме менəн ант иткəн кешелəр ошолармы инде? –тип əйтерҙəр. Улар ҡылған бөтөн эштəр заяға китер һəм улар бик ҙур юғалтыуҙарға дусар буласаҡ. 54. Əй, иманлы кешелəр, арағыҙҙа динендəн яҙған кеше булһа, белеп торһон: Аллаһ үҙе яратҡан, Аллаһты яратҡан мөьминдəргə кесе күңелле; кəферҙəргə ҡарата ҡырыҫ бер ҡəүем килтерəсəктер. Улар Аллаһ юлында Жиһад итерҙəр һəм һис бер ҡурҡытыусыларҙан ҡурҡмаҫтар. Был Аллаһтың Үҙе телəгəненə биргəн йомартлығы. Аллаһтың ярлыҡауы һəм ғилеме киңдер. 55. Һеҙҙең дуҫығыҙ бары тик Аллаһтыр, Рəсүлдер, иманлыларҙыр; Улар Аллаһтың əмерҙəренə буйһоноусылар, намаҙ уҡырҙар, зəкəт бирерҙəр. (56) Аллаһты, Уның пəйғəмбəренə һəм иман килтергəндəрҙе дуҫ иткəн кеше, һис шикһеҙ, еңеү ҡаҙанасаҡ. Аллаһ тарафындағылар һəр ваҡыт өҫтөн булыр. (57) Əй, иманлы кешелəр, һеҙҙəн алда үҙҙəренə Китап индерелгəндəрҙəн динегеҙҙе мыҫҡыл иттермəгеҙ, динегеҙҙəн көлгəндəрҙе һəм кəферҙəрҙе дуҫ итмəгеҙ. Гөнаһ ҡылып, Аллаһ ҡаршыһында яза алыуҙан ҡурҡығыҙ, əгəр ҙə һеҙ мосолман икəнһегеҙ. 58. (Аҙан əйтеп), намаҙға саҡыра башлаһағыҙ, (кəферҙəр һеҙҙе) мыҫҡыллай башлайҙар, (ғибəҙəтегеҙҙе) көлкөгə əүерелдерергə маташалар. Былай итеүҙəре уларҙың уйлай белмəгəн ҡəүемдəн икəнлектəрен раҫлай. (59) Уларға һин былай тип əйт: — Əй, Китап əһелдəре, беҙгə индерелгəн һəм беҙгə ҡəҙəр индерелгəндəргə ышанғаныбыҙға күрəме, Аллаһты ла, мине лə хуп күрмəйһегеҙ? һеҙҙең күбегеҙ юлдан яҙған бəндəлəр икəн. 60. Əйт Һин: ‐ Аллаһ хозурында буласаҡ яза мəсьəлəһендə бынан да яманыраҡ нəмə буласағын һеҙгə һөйлəйемме? Кем Аллаһтың лəғнəтен алды, Кем Аллаһтың асыуына дусар булды, кемдеҙер Ул маймылға, кемде сусҡаға əйлəндерҙе, кемдер Тағутҡа табына башланы. Бына ошолар инде иң яман урын алыр, ошолар инде барыһынан да күберəк тура юлдан яҙғандар. 61. Янығыҙға кергəндə улар Аллаһҡа ышанмайынса керə. — Аллаһка ышандыҡ, — тип əйтəлəр ҙə, ышанмаған килеш сығып та китəлəр. Уларҙың күңеленə нимə йəшерелгəнен Аллаһ бик яҡшы белə. (62) Һин уларҙың ярыша‐ярыша гөнаһ ҡылғандарын, дошманлыҡ иткəндəрен, күбеһенең харам ашағандарын күрерһең. Хаҡтыр, уларҙың ҡылғандары ни ҡəҙəр əшəкеҙер. (63) Уларҙың дин əҙəмдəре һəм ғалимдары əйтергə ярамаған һүҙҙəр һөйлəүҙəн һəм харам ризыҡ ашауҙан уларҙы тыйған булһалар ине! Хаҡтыр, уларҙың ҡылғаны бик тə яман. (64) Йəһүдтəр əйтте: — Аллаһтың ҡулы бығаулы, — тинелəр. Шулай əйткəндəренə күрə, уларҙың үҙҙəренең ҡулдары бығаулы булыр, уларға ҡəһəр инəсəк. Киреһенсə, Аллаһтың ҡосағы йəйелгəн, телəгəненсə ярлыҡау бирер. Хаҡтыр, һиңə Раббыңдан ингəн Китап уларҙың күбеһенең аҙғынлығын, кəферлеген арттырыр. Улар араһына Ҡиəмəткə ҡəҙəр дауам итəсəк дошманлыҡ керттек. Ҡасан ғына улар һуғыш утын ҡабыҙмаһын, Аллаһ уны һүндерə килде. Улар Ер йөҙөндə боҙоҡлоҡ таратырға атлығып тора. Аллаһ боҙоҡлоҡто‐фетнəселəрҙе яратмай. 65. Əгəр ҙə китап əһелдəре иман килтереп, яманлыҡ ҡылыуҙан баш тартһа ине, һəр хəлдə элек ҡылған яманлыҡтарын таҙартыр инек һəм уларҙы ниғмəте мул йəннəттəргə кертер инек. 66. Əгəр улар Аллаһтан ингəн Тəүрəт, Инжил һəм Ҡөръəн менəн ғəмəл ҡылһалар ине, шөбһəһеҙ, һəм (Ер) өҫтəрендəге, һəм (Ер) аяҡ аҫтындағы ниғмəттəр менəн туйынырҙар ине, байлыҡҡа сумып йəшəрҙəр ине. Уларҙың араһында ғəҙеллек менəн тороусы (боҙоҡ булмаған, тура юлдан сыҡмаған) бер ҡəүем бар, лəкин күбеһенең ғəмəлдəре бик тə ямандыр. 67. Ий, Рəсүлем, Раббың индергəнде кешелəргə ирештер. Əгəр быны эшлəмəһəң, илселек вазифаңды үтəмəгəн булырһың. Аллаһ һине кешелəрҙəн (мəкерҙəн) яҡлар. Хаҡтыр, Аллаһ кəферҙəр өйөрөнə тура юл күрһəтмəҫ. 68. — Ий, китап əһеле, Раббыбыҙҙан һеҙгə индерелгəн Тəүрəт, Инжилде (һəм Ҡөръəнде) дөрөҫ тотмаһағыҙ, һеҙгə бер ниндəй ҙə таяныс булмаҫ, — тип əйт.


Раббыңдан һиңə индерелгəн (Ҡөръəн), (əлбиттə), уларҙың күбеһенең кəферлеген, аҙғынлығын арттырыр. Кəферҙəрҙең кирелегенə исең китмəһен. 69. Иман килтергəн кешелəр, йəһүдтəр, йондоҙҙарға табыныусылар, христиандар Аллаһҡа һəм Əхирəткə инанып, изгелек ҡылһалар, уларға ҡурҡыныс юҡ, уларға хəсрəт тə инмəҫ. 70. Хаҡтыр, Исраил улдарынан (Тəүрəт буйынса ғына ғəмəл ҡыласаҡбыҙ, тигəн) ант һүҙе алдыҡ һəм уларға пəйғəмбəрҙəр күндерҙек. Бер ваҡыт пəйғəмбəр уларға күңелдəре телəмəгəн нəмəлəрҙе (илаһи хөкөмдəрҙе) килтергəс, улар пəйғəмбəрҙəрҙең бер төрлөһөн ялғансыға сығарҙылар, икенселəрен үлтерҙелəр. 71. Былар өсөн беҙгə яза булмай, тип, улар (Аллаһтың хөкөмдəренə) һуҡыр, һаңғырау ҡалдылар. Һуңынан Аллаһ уларҙың тəүбəлəрен ҡабул итте. Лəкин уларҙың күбеһе һаман һуҡыр, һаңғырау килеш ҡала бирҙе. Аллаһ уларҙың нимə ҡылғанын күреп тора. 72. Хаҡтыр: — Аллаһ — ул Мəрйəм улы Мəсих (Ғайса)! — тигəндəр кəфер булды. Гəрсə Мəсих үҙе: — Əй, Исраил улдары, Раббым һəм Раббыбыҙ булған Аллаһҡа ғийбəҙəт ҡылығыҙ, һəм белеп тороғоҙ, кем дə кем Аллаһҡа тиңде эҙлəй, мотлаҡ, Аллаһ уға йəннəтте харам ҡылыр, ундай кешенең керəсəк урыны утлы тамуҡ һəм залимдарға (шунда) ярҙам итеүсе булмаҫ, — тине. 73. Хаҡтыр: — Аллаһ — өстөң өсөнсөһөҙер, — тигəндəр ҙə кəфер булды. Бер Аллаһтан башҡа тəңре юҡтыр. Əгəр ҙə улар шулай ҡабатлауҙарынан уаз кисмəһə, кəфер булғандар əсе ғазапҡа дусар ителəсəк. 74. Аллаһҡа тəүбə итеп, улар ярлыҡау телəмəҫтəрме икəн ни? Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һəм кисереүсеҙер. 75. Мəрйəм улы Ғайса (Мəсих) бары тик бер илсеҙер‐рəсүлдер. Унан элек тə күп кенə рəсүлдəр килеп киттелəр. Уның əсəһе лə бик тə əхлəҡле ҡатын, һəр икеһе лə икмəк ашайҙар ине. Күр, улар тураһында нисек асыҡ итеп əйтəбеҙ, лəкин һуңынан нисек итеп (Ысынлыҡтан) йөҙ сөйөрəлəр. 76. Əйт Һин: — Аллаһтан боролоп, һеҙҙең өсөн файҙа ла, зыян да эшлəй алмай торған зəғифкə табынырға телəйһегеҙме? Барыһын да белеүсе, ишетеүсе бары тик Аллаһтыр,— тип. 77. Əйт Һин: Əй, Китап əһеле, динегеҙҙə ғəҙелһеҙ рəүештə сиктəрҙəн уҙмағыҙ. Элек юлдан яҙған, байтаҡ кешелəрҙе юлдан яҙҙырған һəм тура юлдан йыраҡлашҡан аҙғын бер ҡəүемгə эйəрмəгеҙ, — тип. 78. Кəферлектəге Исраил улдары (Аллаһ һүҙен) тыңламауҙары һəм (аҙғынлыҡта) сиктəрҙəн уҙғандары арҡаһында Дауыт тарафынан һəм Мəрйəм улы Ғайса теле менəн ҡəһəрлəнделəр. 79. Яман ғəмəлдəр ҡылыуҙан улар бер‐берһен тыйманылар, хаҡтыр, улар ҡылған эш — ҙур гөнаһ. 80. Күбеһенең инҡарсылар менəн дуҫлашҡанын күрерһең. Күңелдəрен уларға бағышлап, үҙҙəрен алдан уҡ хəтəр нəмəгə дусар иттелəр, Хаҡтыр, Аллаһтың асыуына тап булып, улар мəңгелек ғазап эсендə ҡаласаҡ. 81. Əгəр улар Аллаһҡа, Пəйғəмбəргə һəм уға индерелгəнгə иман килтергəн булһалар, тегелəрҙе дуҫ итмəҫтəр ине, лəкин быларҙың күбеһе тура юлдан яҙҙы. 82. Əлбиттə, дошманлыҡ ҡылыу нисбəтенəн ҡарағанда, кешелəр араһында мосолмандарға иң ҡурҡынысы йəһүдтəр менəн мөшриктəр (күп Аллаһлылар) икəнен күрерһең. Улар араһында мосолмандарға иң яҡын торғандар: — Беҙ — христианбыҙ, — тип əйтеүселəрҙе лə табырһың. Сөнки улар араһында монахтар, ғалимдар ҙа бар, улар бөйөклөккə дəғүə итмəйҙəр. («Был аяттарҙа телгə алынған христиандарҙың Хəбəшстанға (Эфиопияға) күсеп, һижрəт итеп килгəн мосолмандарҙы яҡшы ҡаршылап, уларға ярҙам иткəн христиандар, хəҙрəти Мөхəммəд менəн килешеү төҙөгəн Нəфрəн христиандары икəнлеге күп тəфсирҙəрҙə фаразлана Христиандарҙың, йəһүдтəргə һəм мөшриктəргə ҡарағанда, мосолмандарға яҡыныраҡ торғандары хаҡтыр. Гəрсə фанатик христиандарҙың тəре яуҙары ойоштороп, мосолмандарға күп бəлəлəр килтергəнлеге тарихтың иң əсе‐ҡанлы сəхифəлəрен тəшкил итə. Шулай ҙа, донъя мəшəҡəттəренə ҡул һелтəгəн монахтар менəн христиан ғалимдары һəм улар тəьҫирендəге христиандарҙың Исламға яҡынлыҡтары бар. Хəҙрəти Пəйғəмбəр килгəс, байтаҡ ҡына монахтар ҡыуаныс менəн ҡаршы алдылар һəм уны көтөлгəн Пəйғəмбəр булараҡ ҡабул иттелəр»Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн ) 83. Рəсүлгə индерелгəнде (Ҡөръəнде) тыңлағанда, Хəҡиҡəтте танығандарына һөйөнөстəн, уларҙың күҙҙəренəн йəш аҡҡанын күрерһең. Улар əйтер: — Раббыбыҙ, иман килтерҙек, беҙҙе Хаҡҡа (Аллаһҡа)иткəндəр сафына яҙ, — тип əйтерҙəр. (84) — Раббыбыҙ беҙҙе изгелəр араһына кертергə телəй икəн, ни өсөн һуң əле беҙ алдыбыҙҙағы Хəҡиҡəткə иман килтермəйбеҙ? 85. Шундай һүҙҙəр һөйлəгəндəренə күрə, Аллаһ уларға мəңге йəшəр өсөн, арыҡтарынан шишмəлəр ағып ятҡан йəннəттəрҙе бүлəк итер. Изгелек ҡылғандарҙың əжере бына шулдыр. 86. Инҡарсылар һəм аяттарымды ялғанға сығарыусылар иһə йəһəннəм киҫəүе булыр. 87. Əй, иман килтергəн кешелəр, Аллаһ хəлəл ҡылған яҡшы, саф нəмəлəрҙе харамға сығармағыҙ һəм сиктəрҙəн уҙмағыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ сиктəрҙəн уҙғандарҙы яратмаҫ. 88. Хаҡтыр, Аллаһ һеҙгə хəлəл ҡылған саф ризыҡтарҙы ашағыҙ һəм үҙегеҙ иман килтергəн Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшлəүҙəн ҡурҡығыҙ. 89. Мəкерһеҙ, ашығып биргəн антығыҙҙы боҙһағыҙ ҙа, Аллаһ яуапҡа язаламаҫ; фəҡəт шəриғəтсə ант итеп тə, ул антты үҙ файҙағыҙға боҙғанығыҙ хəлдə һеҙҙе язалар. Боҙолған ант өсөн кəффəрəт түлəнə. Ғаилəгеҙгə ашата торған ризыҡтың уртасаһы хəтле миҡдарҙа ун фəҡирҙең тамағын туйҙырыу йəки уларҙы кейендереү йəки бер ҡолдо азат итеү фарыз. Быларҙы үтəй алмаған кеше өс көн тоташтан ураҙа тота. Ант иткəндəн һуң, боҙолған антығыҙҙың кəффəрəте ошо булыр. Һүҙегеҙҙə тороғоҙ. Аллаһ һеҙгə асыҡ итеп аңлата, ихтимал, һеҙ шөкөр итерһегеҙ. (Аллаһ исеме менəн ант иткəн кеше антын, һис шикһеҙ, үтəргə тейеш. Əгəр ҙə ант итеп тə, эшлəнəсəк эше харам йəки яман икəнен беленһə, ул кеше антын боҙор, ул эштəн баш тартыр һəм кəффəрəтен бирер. Кəффəрəт — гөнаһтан арыныу өсөн ҡылынған ғəҙел эш ) 90. Əй, мосолмандар! Хəмер эсеү, аҙғын уйындар уйнау, һындарға баш эйеү, фал астырыу, ырымланған уҡтар менəн шөбəғə һалыу шайтан ғəмəлдəреҙер, шаҡшылыҡтыр, уларҙан йыраҡ тороғоҙ: бəхеткə ирешерһегеҙ. 91. Иҫерткес һəм аҙғын уйындар менəн шайтан арағыҙҙа үс орлоҡтарын, дошманлыҡ сəсə; Аллаһты иҫкə төшөрөүҙəн һəм намаҙҙан биҙҙерергə телəй. Һеҙ был эштəрҙəн ваз кисə алырһығыҙмы икəн? 92. Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə итəғəт итегеҙ һəм (гөнаһ ҡылыуҙан) тыйылығыҙ. Итəғəттəн баш тартһағыҙ, белеп тороғоҙ, Рəсүлебеҙҙең вазифаһы (бары тик Аллаһ хөкөмдəрен) һеҙгə дөрөҫ итеп еткереү һəм аңлатыуҙыр. 93. Улар ысын күңелдəн (гөнаһ эшлəүҙəн) һаҡланһалар, имандарын һаҡлаһалар, тағын да изгелек ҡылһалар, иман килтергəн һəм изгелек ҡылғандарға элек ашаған‐эскəндəре өсөн гөнаһ юҡ. Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата. 94. Əй, иман килтергəн кешелəр, Аллаһ ҡулдарығыҙ һəм һөңгөлəрегеҙ менəн ауланған йəнлектəр менəн Аллаһты күрмəйенсə лə, эстəн генə Үҙенəн ҡурҡалармы икəн, тип һынай. Кем сиктəрҙе уҙһа (тыйылғандан артығын ҡылһа), шул əсе ғазапҡа дусар. 95. Əй, иманлы бəндəлəр, ихрамлы сағында кейек‐йəнлек үлтермəгеҙ. Арағыҙҙан берəүһе (ярамағанлығын) белгəн килеш йəнлек аулаһа, уның əжере язаҙыр. Арағыҙҙан ике кешене хөкөмдар итеп һайлағыҙ ҙа, тотолған (үлтерелгəн) кейектең хаҡын билгелəтегеҙ. Ғəйепле кеше үҙ хайуанын салып, шул кейек миҡдарындағы ит менəн Кəғбəлəге фəҡирҙəрҙең тамағын туйҙырыр. Йəки ғəйепле əҙəм ураҙа тотһон. Шулай итеп, ҡылғандары өсөн кеше яуап бирергə тейеш. Аллаһ элеккеһен ғəфү итə. Кем был эште ҡабат эшлəһə, Аллаһ уны ҡаты язаға тартыр. Аллаһ һəр ваҡыт еңеүсе һəм ғəҙел үс ҡайтарыусы (яза биреүсе). 96. Һəм һеҙгə, һəм юлсыларға, файҙа булараҡ, диңгеҙҙə ау ойоштороу, тотолған ризыҡты ашау хəлəл ҡылынды. Ихрамлы сағығыҙҙа ҡоро ерҙəге ау һеҙгə харам ҡылынды. Аллаһ хозурында яуап биреүҙəн ҡурҡығыҙ.


97. Аллаһ Кəғбəне — изге бинаны, харам айын, хаж ҡорбанын һəм уларҙағы биҙəктəрҙе кешелəр файҙаһы өсөн булдырҙы. Был —Аллаһтың күктəрҙə, Ерҙə нимə булһа, барыһын да белеп торғанын һеҙ белһен өсөн. 98. Белеп тороғоҙ, Аллаһтың язаһы əсеҙер. Аллаһтың ярлыҡауы, ғəфү итеүе лə сикһеҙҙер. 99. Рəсүл өҫтөнə төшкəн вазифа фəҡəт (Ҡөръəнде) ирештереү генə. Аллаһ йəшермəгəнегеҙҙе лə, йəшергəнегеҙҙе лə белеп тора. 100. Əйт Һин: — Əшəкелек‐яманлыҡ менəн сафлыҡ‐изгелек бер түгел; хатта əшəкелек‐яманлыҡтың күпселеге һеҙгə оҡшаһа ла. Аҡыл эйəлəре! Шулай булғас, һеҙ гөнаһ ҡылыуҙан, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙəн ҡурҡығыҙ һəм (тамуҡтан), ихтимал, ҡотолорһығыҙ, — тип. 101. Əй, иманлы кешелəр, яуабы һеҙгə ҡайғы килтерə торған нəмəлəр тураһында һорашмағыҙ. Ҡөръəн индерелгəс һораһағыҙ, асыҡ яуап табырһығыҙ. Аллаһ һеҙҙе ғəфү итер. Аллаһ йомартлыҡ менəн ярлыҡаусы һəм сабырҙыр. 102. Хаҡтыр, һеҙҙəн алда килгəндəр ҙə шулай һораған ине, яуап алғандан һуң да улар инанманы. 103. Аллаһ (хайуандарҙы) бахирə, саифə, үасилə, хам, тип атап, улар тураһында күрһəтмəлəр бирмəне. Лəкин кəферҙəр Аллаһҡа яла яға, сөнки уларҙың күбеһенең башы эшлəмəй. («Исламдан əүəл ғəрəптəрҙə шундай йола бар ине. Улар биш тапҡыр быҙаулаған дөйəнең һуңғы быҙауы һаулыҡ булһа, шул дөйəгə Бахирə исеме ҡушып, ҡолағына тамға һалып, иреккə ебəрəлəр, шунан һуң ул дөйəне һаумайҙар, һөтө таш һындарға, боттарға ҡала, имеш. Таш һындар, боттар хөрмəтенə иреккə ебəрелгəн һəм һөтөн бары тик сəйəхəтселəр генə эсергə тейеш булған дөйəлəргə Саифə тип əйтəлəр. Берһе һаулыҡ, берһе игеҙ тəкə бəрəс килтергəн һарыҡҡа йəки уға дөйəгə Үасилə тип исем ҡуша торған булғандар. Тəкə бəрəс, үгеҙ быҙау боттарға ҡорбан булараҡ салына. Ун тапҡыр быҙау атаһы булған ата дөйəгə Хам исеме ҡушылған һəм ул да иреккə ебəрелгəн. Имештер, кəферҙəр, ошо йоланы Аллаһ бойорған, тип ялған һөйлəйҙəр». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 104. Уларға: — Аллаһ индергəнгə (Ҡөръəнгə) ҡайтарылығыҙ, Рəсүл янына килегеҙ, — тип əйткəс, улар: — Аталарыбыҙ тотҡан юл беҙгə ҡəҙерле, — тип əйтəлəр. Аталары наҙан булып, яман юлдан киткəн булһалар ҙа. 105. Əй, иман килтергəн кешелəр, йəнегеҙҙе ҡотҡарыу һеҙҙең үҙегеҙҙəн тора. Һеҙ тура юлда булһағыҙ, аҙғындар һеҙгə һис бер зыян ҡыла алмаҫ. Барығыҙ ҙа Аллаһ хозурына килəсəкһегеҙ. Ул һеҙгə нимə ҡылғандарығыҙҙы иғлан итəсəк. 106. Əй, иманлы кешелəр, берегеҙгə əжəл янаһа, үҙ арағыҙҙан ике ғəҙел кеше һайлағыҙ, улар васыятығыҙҙың шаһиттары булһын. Һеҙ сəйəхəттə булып, (сит ҡəүем араһында ҡалһағыҙ) һəм яҡағыҙҙан əжəл тотһа, (башҡа диндə булған) ике кеше васыятығыҙҙың шаһиты булһын. Инде уларҙан шиклəнер булһағыҙ, уларҙы намаҙҙан һуң тотоп: — Туғандарыбыҙға файҙа килтерəсəк булған осраҡта ла, беҙ был васыятты боҙасаҡ түгелбеҙ. Аллаһ исеме менəн ант иткəн шаһиттарыбыҙҙы йəшереп ҡалдырмаясаҡбыҙ. Əгəр шулай ҡылмаһаҡ, беҙ гөнаһлы буласаҡбыҙ, — тип, Аллаһ исеме менəн ант иттерегеҙ. 107. Шаһиттарҙың гөнаһлы икəнлектəре беленһə, (мəрхүмдең васыятын боҙоп күрһəтһəлəр), мəрхүмгə тағын да яҡыныраҡ торған (ысын вəриҫлектəге) ике кеше тегелəрҙең урынын алыр һəм: — Валлаһи, беҙҙең шаһит булыуыбыҙ теге икəүҙекенə ҡарағанда дөрөҫ. Беҙ бер кемдең хаҡына ла ҡул һуҙманыҡ. Əгəр ҙə шулай була ҡалһа, беҙ залимдарҙан булырбыҙ, — тип Аллаһ исеме менəн ант итһендəр. 108. Шəһиттар дөрөҫлөк менəн шаһитлыҡ итһендəр өсөн шулай эшлəнə. Шаһитлыҡҡа алынған шаһиттар: беҙҙең шаһитлығыбыҙҙан риза булмаһалар, башҡа шаһиттар һайлаясаҡтар, тип ҡурҡып, ғəҙел шаһитлыҡ ҡылһындар өсөн. (Ялған шаһитлыҡ ҡылып, гөнаһлы булыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ һəм (əмерҙəрен) тыңлағыҙ. Аҙғын халыҡҡа Аллаһ юл күрһəтмəҫ. 109. Килер бер көн, бөтөн пəйғəмбəрҙəрен Үҙ янына туплап, Аллаһ əйтер: — Һеҙ ниндəй яуаптар алдығыҙ? — тип. Улар яуап бирер: — Беҙ белмəйбеҙ. Бөтөн серҙəрҙе лə Һин генə белəһең, — тип əйтерҙəр. 110. Аллаһ əйтер: ‐ Əй, Мəрйəм улы Ғайса, һиңə һəм һинең əсəңə күрһəткəн йомартлығымды хəтерлə. Нисек итеп һине изге рух (Жəбраил) ярҙамы менəн аяҡҡа баҫтырҙым. Бишектə сағында уҡ, үҫмер булғанда ла һин инде кешелəр менəн һөйлəшə инең. Һиңə язаны, хикмəттəрҙе, Тəүрəт менəн Инжилде өйрəттем. Балсыҡтан ҡош һыны яһап, уға өрҙөң һəм ҡошҡа йəн иңде, был да Минең рөхсəтем менəн башҡарылды. Йəнə Минең рөхсəтем менəн тыумыштан һуҡырҙы һин күрер иттең, тилсə тəнлене шифаланың, мəйеттəрҙе Минең рөхсəтем менəн терелттең. Исраил улдарының мəкерле ҡулын һиңə ҡағылдыртманым. Һин ап‐асыҡ дəлилдəр килтерһəң дə, кəферҙəр ышанманылар һəм: — Был сихырҙан башҡа эш түгел, — тинелəр. 111. Хауариҙарға ла Мин əйттем: — Миңə һəм Минең пəйғəмбəрҙəремə иман килтерегеҙ, — тинем. Улар: — Иман килтерҙек. Беҙҙең ысынлыҡта мосолман булыуыбыҙға шаһит бул, — тинелəр. (Хауариҙар — пəйғəмбəребеҙҙең сəхəбəлəре кеүек, хəҙрəти Ғайсаға эйəргəн һəм уға тура булған мөридтəр.) 112. Хауариҙар əйтте: — Əй, Мəрйəм улы Ғайса, Раббыңдың Күктəн беҙгə ашамлыҡ менəн ашъяулыҡ индерергə көсөнəн килəме? — тинелəр. Ғайса əйтте: — Мосолман икəнһегеҙ, (көфөр һөйлəргə) Аллаһтан ҡурҡығыҙ, — тине. 113. Хауариҙар иһə: — Ашъяулыҡ менəн ризыҡ төшһə, беҙ рəхəтлəнеп ашар инек, нəфсебеҙҙе баҫыр инек, һин дөрөҫ һөйлəйһеңме икəн, ҡарап ҡарайыҡ, мөғжизəгə шаһит булайыҡ, — тинелəр. 114. Мəрйəм улы Ғайса: — Əй, Аллаһым Раббыбыҙ, Күктəн беҙҙең өсөн, беҙҙəн элек килгəндəргə лə, беҙҙəн һуң килгəндəргə лə һин мөғжизə сифатында бер табын индер, беҙҙе һыйла, байрам булһын. Һин ризыҡ биреүҙə иң йомарты бит. 115. Аллаһ былай тине: — Мин уны һеҙгə индерермен, лəкин бынан һуң да арағыҙҙа көфөр һүҙе һөйлəүсе табылһа, (йəғни Аллаһҡа ышанмаһа) Мин уны шундай бер яза менəн ғазаплармын, донъяһындағы башҡа берəүгə лə ундай ҡаты яза бирелмəҫ. 116. Аллаһ əйтте: — Ий, Мəрйəм улы Ғайса! Мине лə, əсəйемде лə Аллаһтан башҡа ике Аллаһ иттегеҙ, — тип кешелəргə һин əйттеңме? Ғайса əйтте: — Һин мотлаҡ пакһың. Шулай һөйлəргə хаҡым булмаған килеш, мин нисек ауыҙ асайым, ти. Əгəр шулай һөйлəгəн булһам, һин уны мотлаҡ ишеткəн булыр инең. Мин Һинең нимə уйлағаныңды белмəйем. Шик юҡтыр, Һин бөтөн йəшерен серҙəрҙе белеп тораһың. (117) Һин бойорғандарҙан башҡа мин уларға бер нəмə лə һөйлəмəнем. Мин уларға: минең Раббым һəм һеҙҙең дə Раббығыҙ булған бер Аллаһҡа ғийбəҙəт ҡылығыҙ, тинем. Араларында йəшəгəн дəүерҙə уларға шаһит булдым. Миңə үлем биргəн ваҡытта ла уларҙы Һин күҙəтеп торҙоң. Һин һəр нəмəне күреп‐белеп тороусы шаһит. (118) Əгəр ҙə уларға яза бирһəң, улар, шөбһəһеҙ, Һинең ҡолдарыңдыр. Уларҙы ғəфү итергə уйлаһаң, Һинең ихтыярыңда, Һин — еңеүсе. Һин — хөкөмдар. 119. (Ҡиəмəттə) Аллаһ əйтер:


— Бына бөгөн ғəҙелдəргə ғəҙеллектəре файҙа бирə торған көн. Улар өсөн ағастар араһынан шишмəлəр ағып ятҡан мəңгелек йəннəттəр бар. Аллаһ уларҙан, улар ҙа Аллаһтан разый буласаҡ. Бына шунда булыр бөйөк ҡотолош. 120. Күктəрҙең, Ер эсендəгелəрҙең хакиме — Аллаһтыр. Ул барыһына ла хаҡлы рəүештə ҡөҙрəтлеҙер. 6 — Əнғəм (Мал‐тыуар) сүрəһе (Əнғəм сүрəһе 165 аяттан тора. Шунда дөйə, һыйыр, һарыҡ, кəзə кеүек дүрт аяҡлы хайуандар тураһында һөйлəнгəнгə күрə, «Əнғəм» — Мал‐ тыуар исеме бирелгəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан, ҡараңғылыҡты һəм яҡтылыҡты бар иткəн Аллаһҡа маҡтау һəм дан. (Шуға ла ҡарамаҫтан) кəферҙəр Уға тиң зат тип, ялған тəңрелəргə табына. 2. Һеҙҙе балсыҡтан яралтып, һуңынан мөддəт биргəн (əжəлле иткəн) дə Улдыр. Уның хозурында тағын бер мөддəт (Ҡиəмəт көнө) бар һəм һеҙ əле һаман (Аллаһ ҡылғандарға) шиклəнəһегеҙ. 3. Күктəрҙə һəм Ерҙə ул Аллаһ. Һезҙҙең йəшерен ҡылғанығыҙҙы ла, асыҡтан‐асыҡ эшлəгəндəрегеҙҙе лə белеп тороусы, нимə ҡаҙанһағыҙ, шуны белеүсе. 4. Улар (кəферҙəр) Раббынан ниндəй генə аяттар килһə лə, йөҙ сөйөрҙөлəр. 5. Шуға күрə, үҙҙəренə Хəҡиҡəт (Ҡөръəн) иңгəс, уны тиҙ генə ялғанға сығарырға тырыша башланылар. Лəкин уларҙың (Ҡөръəнде) көлкөгə ҡалдырырға тырышыуҙары тураһында хəбəр (яза) тиҙҙəн килəсəк. 6. Үҙҙəренəн элек килеп киткəн күпме нəҫелдəрҙе һəлəк иткəнебеҙ тураһында улар белмəйҙəрме ни? Юҡһа, беҙ уларға һеҙгə биргəн шарттар кеүек шарттар бирҙек, үҙҙəренə Күктəн мул итеп ямғырҙар яуҙырҙыҡ, аяҡ аҫтарынан йылғалар аға торған иттек. Гөнаһтары арҡаһында, беҙ уларҙы һəлəк ҡылдыҡ. Һəм уларҙан һуң да яңы тоҡомдар барлыҡҡа килтерҙек. 7. Əгəр ҙə Беҙ һиңə ҡағыҙға яҙылған бер Китап индереп, улар шул Китапты тотоп ҡарағас: — Был сихырҙан башҡа нəмə түгел, — тип инҡар итерҙəр ине. («Ҡөръəн Жəбраил фəрештə аша Пəйғəмбəребеҙгə индерелде. Лəкин индерелгəн аяттар китап хəлендə түгел ине, Пəйғəмбəребеҙ ул аяттарҙы яттан өйрəтеп, кешелəргə тарата ине. Лəкин кəферҙəр иһə ул аяттарҙы инҡар итеп, аяттарҙың ҡағыҙға яҙылғанын күрергə телəнелəр. Аллаһ Тəғəлə аяттарын Ҡөръəн хəлендə индергəс тə, кəферҙəр инанманылар. Сөнки унан əүүəл Муса пəйғəмбəргə яҙылған Тəуратты индергəс тə улар уға инанманы».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 8. — Əгəр ҙə уға (Пəйғəмбəр янына күҙебеҙгə күренерҙəй) берəй фəрештə индерелһə ине, ‐ тинелəр. ‐ (Беҙ уға инаныр инек.) Əгəр ҙə Беҙ шундай (кеше күҙенə күренə торған, тауышы ишетелə торған) фəрештə төшөргəн булһаҡ, əлбиттə, эш тамам булыр ине, (улар инде күҙ асыр дəрəжəлə булмаҫ ине). 9. Əгəр ҙə Пəйғəмбəрҙе беҙ фəрештə итеп, яңынан уны əҙəм һүрəтенə керетеп индерһəк, йəнə лə тағын да ҡараңғыраҡ шөбһəлə ҡалған булыр инегеҙ. (Пəйғəмбəр — ул кеше. Шуға күрə кəферҙəр: һин дə беҙҙең кеүек ғəҙəти кеше, ниңə əле беҙ һинең Аллаһ илсеһе икəнеңə ышанырға тейеш?—тип əйтəлəр. Əгəр Аллаһ фəрештəне кеше ҡийəфəтендə кешелəр араһына индерһə, кешелəр уны ла ғəҙəти кеше, тип уйлаған булыр ине. Кəферҙəр барыбер иман килтермəҫ ине. Ни өсөн һуң Аллаһ Тəғəлə фəрештəлəрҙе үҙ ҡийəфəттəрендə индермəй? — тигəн һорауға яуап бик ғəҙел: фəрештəлəр нурҙан яралтылған, əгəр ҙə улар кеше күҙенə күренə ҡалһалар, кешелəр аңламаҫтар, уларҙы ҡабул итə алмаҫтар ине. Кешенең аңы ул төшөнсəлəрҙе ҡабул итер дəрəжəлə түгел, күрəһең. Аллаһ ғəлəмдең бөтөн серҙəрен асып һалһа, кешелек аҡылдан яҙыр ине. Электрон, нейтрино, квазарҙарҙы ла бик тар ғына аңлайҙар, ғəҙəти кешенең быға башы етмəй. Килер заман, улар ғəҙəти халыҡ өсөн дə аңлайышлы булыр. Йəки: бөтөн халыҡ шуны аңлар дəрəжəгə үҫеп етəр.) 10. Һиңə ҡəҙəр килгəн пəйғəмбəрҙəрҙе лə улар мыҫҡыл итте, мыҫҡыллағандары ҡəҙəр улар язаһын да алдылар. (11) Əйт һин уларға: — Донъя буйлап сəйəхəт итегеҙ һəм пəйғəмбəрҙəрҙе «ялғансы» тип мыҫҡыллаған кешелəр менəн нимə булғанын күрерһегеҙ, — тип. 12. Тағын əйт һин уларға: — Күктəрҙəге һəм Ерҙəге нəмəлəр кемдеке? — тип. — Улар барыһы ла Аллаһтыҡы, — тип. — Ул рəхмəтле булыуҙы Үҙ өҫтөнə алды. Һис шикһеҙ килəсəк Ҡиəмəт көнөндə Ул һеҙҙе Үҙ хозурына йыйыр. Иман килтермəгəн кешелəр үҙҙəренə үҙҙəре зарар килтереүселəрҙер. (13) Төнөн дə, көндөҙөн дə хəрəкəттə йəшəгəн барсаһы Аллаһтыҡыҙыр. Ул ишетеп, күреп тороусыҙыр. (14) Əйт һин: ‐ Күктəрҙе, Ерҙе юҡтан бар иткəн; ашатыусы, лəкин Үҙе ашауға мохтаж булмаған Аллаһтан башҡа бер заттымы Уға тиң күрəйем? ‐ тип һəм тағын əйт: ‐ Иң беренсе мосолмандарҙың алдынғыһы булыу миңə йөклəнде. Мөшрик була күрмə, тип əйтелде, — тип. 15. Əйт Һин: ‐ (Хəтəр көндөң, Əхирəттең) ғазабынан ҡурҡҡанға күрə, мин Аллаһҡа ҡаршы булмайым, ‐ тип. 16. Кем ул Көндө ғазаптарҙан ҡотола, тимəк, шул кеше Аллаһтың рəхмəтенə лайыҡ булған. Был мотлаҡан (абсолют) ҡотолош булыр. 17. Əгəр ҙə Аллаһ һиңə бер бəлə килтерһə, Аллаһтан башҡа берəү ҙə ул бəлəнəн һине ҡотҡара алмаҫ. Əгəр ул һиңə бер ниғмəт килтерһə (уны ла берəү ҙə һинəн тартып ала алмаҫ). Ысынлап та, Аллаһ һəр нəмəгə ҡөҙрəтле. 18. Ул ҡолдары менəн идара итə, һəр нəмəгə хужа һəм еңеүсеҙер. Ул хөкөм хужаһы һəм һəр нəмəнəн Ул хəбəрҙар. 19. — Иң яҡшы шаһитлыҡ ниндəй шаһитлыҡ? — тип һора һəм былай яуап бир: Минең менəн һеҙҙең арағыҙҙа Аллаһ шаһит, ‐ тип. — Был Ҡөръəн һеҙҙе һəм бəлиғлеккə ирешкəндəрҙе киҫəтер һəм нəсихəтлəү өсөн миңə индерелде. Аллаһ менəн бергə башҡа Илаһтарҙың да булғанлығынамы һеҙ шаһитлыҡ итəһегеҙ? ‐ тип. ‐ Мин (ул эшкə) шаһитлыҡ итмəйем, ‐ тип, тағын əйт: ‐ Ул ‐ берҙəн‐бер Аллаһ. Мин Аллаһҡа тиңлəштерелгəн нəмəлəрҙəн йыраҡ торам, — тип. 20. Үҙҙəренə китап индерелгəн кешелəр уны (Пəйғəмбəрҙе, Аллаһтың хөкөмдəрен) үҙ улдары кеүек белəлəр. Нəфселəренə юл ҡуйған (үҙҙəренə зыян ҡылған)дар иһə ысын кəферҙəр булыр. 21. Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар һөйлəүсе, аяттарын ялғанға сығарыусыларҙан да залимыраҡ кем бар икəн (был донъяла?) Шуныһы хаҡтыр, ул залимдар (йəһəннəмдəн) ҡотола алмаҫтар. 22. Ул Көндө уларҙың барыһын да бергə йыйырбыҙ. Һуңынан Аллаһҡа тиң башҡа тəңре эҙлəгəндəргə əйтəсəкбеҙ. ‐ Һеҙ уйлап сығарған ул заттарығыҙ ҡайҙа һуң? – тип əйтербеҙ. 23. Уларҙың: ‐ Раббыбыҙ Аллаһ исеме менəн ант итəбеҙ: беҙ Һинəн башҡа бөйөк зат эҙлəмəнек, ‐ тип əйтеүҙəн башҡа саралары ҡалмаҫ. 24. Бына ҡара: улар нисек итеп үҙ өҫтəренə ялған өйə һəм уйлап тапҡан (табынған) заттары уларҙы ташлап ҡасты. 25. Улар араһында һине иғтибар менəн тыңлаған булып ҡыланыусылар ҙа бар, шуға ла ҡарамаҫтан, беҙ уларҙың күңелдəренə, һине аңламаһындар тип, ҡорма ҡорҙоҡ, ҡолаҡтарын да ишетмəҫ иттек. Хатта һəр аятты күреп торған килеш тə улар инанмайҙар. Улар һинең яныңа һүҙ көрəштереү өсөн генə килə һəм: — Һəй, был (Ҡөръəн аяттары) боронғоларҙан ҡалған əкиəттəр генə бит, — тип һөйлəнəлəр. 26. Улар кешелəрҙе пəйғəмбəргə (ул өйрəткəндəргə, Ҡөръəнгə) яҡынлаштырмаҫҡа тырышалар, үҙҙəре лə унан (имандан, Хəҡиҡəттəн) һəлəкəткə иткəндəрен үҙҙəре лə белмəй. 27. Тамуҡ уты янына килгəс, уларҙың нимə ҡыланғандарын күрһəң! Улар:


— Их, фани донъяға кире ҡайтһаҡ ине лə, Раббыбыҙҙың аяттарын ялғанға сығармаҫ инек, мосолман булыр инек, — тип үкенерҙəр. 28. Элек йəшертен генə ҡылғандары (гөнаһтары) бөгөн асылды. Əгəр ҙə уларҙы фани донъяға кире ҡайтарһаң, улар барыбер ярамағанды ҡылырҙар ине, сөнки улар асылда ялғансы. 29. Мөшриктəр: — Донъя тормошонан башҡа тормош юҡ, үлгəндəн һуң яңынан терелеү ҙə юҡ, — тип əйтəлəр. 30. Аллаһ хозурына килтерелгəндəн һуң (Ҡиəмəт көндө) уларҙың нимə ҡыланғандарын күрһəң икəн! Аллаһ уларға: — Хəҡиҡəткə инандығыҙмы инде? (Йəғни, яңынан терелеүгə) — тип əйткəс, улар: — Əйе! Ант итəбеҙ, Раббыбыҙ, — тип əйтерҙəр. Аллаһ уларға: — Улай булғас, (донъяла саҡта Аллаһты, Ҡөръəнде, Пəйғəмбəрҙе, Əхирəтте) инҡар иткəнегеҙ өсөн хəҙер язағыҙҙы татығыҙ, — тип əйтер. 31. Кинəт кенə Ҡиəмəт көнө килеп еткəнгə ҡəҙəр Аллаһ хозурында терелəсəкте ялғанға сығарғандар бик тə мөшкөл хəлдə ҡаласаҡ, ҡылған гөнаһтары уларҙың һыртына өйөлəсəк, улар (шул ауыр йөктө күтəргəн килеш): — Аһ, фани донъяла ҡылған гөнаһтарыбыҙ‐хаталарыбыҙҙы ҡəһəр һуҡһын! — тип үкенəсəктəр. Белеп тороғоҙ, уларҙың йөгө ниндəй яман бер йөктөр. 32. Фани донъя тереклеге ул ваҡытлыса алдау бер уйын ғына. Əхирəт тереклеге иһə (гөнаһ эшлəүҙəн ҡурҡһындар өсөн) бик тə хəйерле. Һеҙ шул ҡəҙəреһен дə аңламайһығыҙмы ни һуң? 33. Эй, Мөхəммəд, улар һөйлəгəн нахак һүҙҙəргə көйөнгəнеңде лə белеп торам; нимə генə ҡыланһалар ҙа, асылда улар һине ялғансы тип əйтəлəр. Ул залимдар Аллаһтың аяттарын инҡар итə. («Мөхəммəд Пəйғəмбəргə Əбү Жəһил: беҙ һиңə ялғансы, тип əйтмəйбеҙ. Сөнки һинең ни ҡəҙəр ғəҙел, тура кеше икəнлегеңде барыбыҙ ҙа яҡшы белəбеҙ. Беҙ бары тик Аллаһтың аяттарына ғына ышанмайбыҙ, уларҙы инҡар итəбеҙ, — тине». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 34. Һинəн алда килгəн пəйғəмбəрҙəрҙе лə улар ялғансыға сығарырға маташтылар, Аллаһтан ярҙам килгəнгə ҡəҙəр, улар (кəферҙəрҙең) ялғансы, тип əйтеүҙəренə һəм йəберлəүҙəренə сабыр иттелəр. Аллаһ һүҙҙəрен үҙгəртергə бер кемдең дə хаҡы юҡ. Хаҡтыр, (башҡа пəйғəмбəрҙəргə) күндерелгəн хəбəрҙəр, əлбиттə, һиңə лə килеп иреште. 35. Əгəр уларҙың һинəн йөҙ сөйөрөүө һине хафаға һалһа, (Аллаһ илсеһе икəнеңде иҫбатлар өсөн) һин Ерҙе ярып сығыр инең йəки Күктəн аяттар алып төшөр өсөн, бейек бер баҫҡыс яһар инең, шундай мөғжизə эшлəһəң дə, улар һиңə һис тə ышанмаған булыр ине. Əгəр Аллаһ ихтыяр итһə, əлбиттə, уларҙы бергə туплап, тура юлға баҫтырған булыр ине лə... Һин һаҡ бул, наҙандарҙан булма. («Был аяттан күренə, мөғжизəлəр яһау пəйғəмбəрҙəр ҡулынан килмəй икəн. Пəйғəмбəрҙəр мөғжизə эшлəргə бик телəгəн саҡтарҙа, Аллаһ уларға мөғжизə күрһəтеү форсаты бирə. Лəкин һəр ваҡытта ла түгел».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 36. Саф күңелдəн (иманға) бирелгəндəр генə (Аллаһтың) саҡырыуын ҡабул итə ала. Үлгəндəр ҙə, Аллаһ уларҙы яңынан терелткəс, Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡтар. 37. — Пəйғəмбəргə Аллаһтан бер мөғжизə индерелһə ине, — тинелəр. Əйт һин: — Мөғжизə индерергə Аллаһтың ҡөҙрəте киң, — тип. Лəкин уларҙың күбеһе (мөғжизə артынан үҙҙəренə əфəт килəсəген) белмəй. 38. Ер йөҙөндə һеҙҙең кеүек өммəт булып йəшəмəгəн һис бер хайуан һəм Күк йөҙөндə ҡанаттары менəн осҡан һис бер ҡош тоҡомо юҡтыр. Китапты кəмселекле итмəнек.(Шунда барыһы ла яҙылған, бер нəмə лə төшөрөп ҡалдырылмаған.) Һуңынан барыһы ла Аллаһ хозурына ҡайтарыла‐ саҡтар. 39. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусылар дөм ҡараңғылыҡта ҡалған телһеҙ‐һуҡырҙар кеүек. Аллаһ ихтыяр итһə, телəһə кемде һаташтыра, телəгəнен тура юлға сығара. 40. Ий, Мөхəммəд, əйт һин: — Əгəр ҙə һеҙ хаҡлы икəн, һеҙгə Аллаһтың язаһы килһə йəки Ҡиəмəт килеп, яҡағыҙҙан тотһа, шул ваҡыт Аллаһтан башҡа кемде ярҙамға саҡырырһығыҙ? — тип. 41. Эйе, һеҙ Уға ялбарығыҙ, Ул да телəһə, һеҙҙе бəлəлəрҙəн ҡотҡарыр һəм һеҙ үҙегеҙҙең уйҙырма тəңрелəрегеҙҙе оноторһығыҙ. 42. Хаҡтыр, һинəн алда килгəн өммəттəргə лə Беҙ пəйғəмбəрҙəр ебəрҙек һəм (ул өммəттəрҙе лə) беҙ яфаларға, ҡайғыларға һалдыҡ, (исмаһам, шул язаларҙан һуң улар Аллаһҡа) буйһонорҙар, тип. (43) Уларға ғазаптар ебəргəндəн һуң Аллаһҡа ялбарһындар ине, исмаһам. Лəкин уларҙың күңелдəре ҡатҡан ине инде, шайтан уларҙың ҡылғандарын гүзəл итеп, биҙəп күрһəтте (яман эштəрен яҡшы, тип ышандырҙы). 44. Киҫəтеп əйтелгəндəрҙе (йəғни, Аллаһ вəғəздəрен, гөнаһ эшлəүҙəн ҡурҡыуҙы) онотһалар ҙа, донъя эштəрендə (Беҙ уларға) киң мөмкинлектəр бирҙек. Хатта улар Аллаһ биргəн байлыҡҡа шатланып, маҡтанып йəшəй башланылар. Лəкин Аллаһҡа шөкөр итергə, ғибəҙəт ҡылырға оноттолар. Шуға күрə, Беҙ уларҙы кинəттəн тотоп, яза бирҙек. Улар өмөтһөҙлөккə төшөп, ҡайғыға баттылар. 45. Шулай итеп, золом итеүсе нəҫелдең тамыры киҫелде. Ғəлəмдəрҙең Раббыһы Аллаһ ҡына маҡтауға лайыҡтыр. 46. Əйт һин: — Аллаһ һеҙҙе һаңғырау итһə, һуҡырайтһа, күңелдəрегезҙҙе томалап ҡуйһа, был бəлəне Аллаһтан башҡа ниндəй тəңре кире алыр икəн? — тип. Уйлап ҡара: Беҙ ниндəй төрлөнəн‐төрлө дəлилдəр килтерəбеҙ, əммə барыбер улар (аяттарыбыҙҙан) йөҙ сөйөрəлəр. 47. Йəнə лə əйт һин: — Аллаһтың язаһы кинəттəн йəки күҙ алдығыҙҙа һезҙҙең өҫкə килеп төшһə, кəферҙəрҙəн башҡалар ҙа һəлəк буласаҡмы, тигəн уй башығыҙға килдеме? —тип. 48. Беҙ пəйғəмбəрҙəрҙе (йəннəт тураһындағы) биреүселе хəбəрҙе əйтер өсөн йəки (йəһəннəм барлығы тураһында) киҫəтер өсөн генə күндерəбеҙ. Иман килтергəндəргə һəм тура юлға баҫып төҙəлгəндəргə (алда) ҡурҡыныс юҡ, уларға ҡайғы иңмəҫ. 49. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандарға, əшəке ғəмəлдəре арҡаһында, яза бирəсəкбеҙ. 50. Əйт һин: — Мин һеҙгə: Аллаһтың хазинаһы минең ҡулда, тип əйтмəйем. Йəшерен серҙəрҙе лə белəм, тип əйтмəйем. Мин — фəрештə, тигəн һүҙҙе лə һеҙгə əйтмəнем. Мин бары тик үҙемə индерелгəнгə генə инанам, — тип. Тағын əйт: — Һуҡыр менəн күҙле бер булырмы? Шул турала һис тə уйлап ҡараманығыҙмы? — тип. («Аллаһтың хазинаһы Мөхəммəд Пəйғəмбəр ҡулында булһа, ул үҙ ихтыяры менəн кешелəргə байлыҡ өлəшə алған булыр ине, йəшерен серҙəрҙе белһə, һəр һорауға яуап бирер ине, фəрештə булһа, əҙəми зат ҡыла алмаған мөғжизəлəр күрһəткəн булыр ине. Юҡ, пəйғəмбəрҙəр — əҙəми зат, улар Аллаһ рөхсəт иткəндəрҙəн айырым, башҡа эш эшлəй алмай. Мөшриктəр Мөхəммəд Рəсүлүллаға, һин Аллаһ тарафынан ебəрелгəн пəйғəмбəр булһаң, Аллаһыңдан ялбарып һора ла, ул беҙгə мул итеп байлыҡ бирһен. Шунан һуң беҙ һинең Аллаһ илсеһе икəнлегеңə ышанырбыҙ, тинелəр. Шунан һуң ошо аят индерелде, һəм Аллаһ тегелəргə мул итеп ниғмəт бирҙе. Уларҙы байытыр өсөн түгел, Мөхəммəдтең Пəйғəмбəр икəнен иҫбатлар өсөн шулай ҡылды».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 51. Раббы алдында (яуап бирергə) тупланасаҡтарын белгəндəрҙе ошоның менəн (Ҡөръəн менəн) өгөтлə, киҫəт. Уларға ул ваҡытта Аллаһтан башҡа яҡлаусы, дуҫ булмаҫ. Бəлки улар (аҡылға килеп) иман килтерерҙəр, тəҡүə булырҙар. 52. Раббының ризалығын яулар өсөн, кис‐иртəн Аллаһҡа ялбарғандарҙы (намаҙ уҡығандарҙы, фəҡир булһалар ҙа яныңдан) ҡыума. Улар ҡылғанға — һин, һин ҡылғандарға улар яуаплы түгел. Уларҙы ҡыуһаң, һин дə залим булырһың. 53. Беҙ уларҙы һынар өсөн шулай сағыштырҙыҡ. Улар:


- Беҙ түгел, ошо фəҡирҙəрме Аллаһтың рəхмəтенə ирешəсəк? ‐ тип əйтһендəр өсөн. Шөкөр иткəндəрҙе Аллаһ бик яҡшы белеп тормаймы ни? 54. Аяттарыбыҙға иман килтергəндəр һинең янға килгəндə һин: — Əссəлəмүғəлəйкүм, — тип əйт. — Һеҙгə рəхмəтле булыуҙы Аллаһ Тəғəлə үҙ өҫтөнə алды. Əгəр ҙə арағыҙҙан берəү абайламай яманлыҡ ҡылһа, һуңынан тəүбə итһə, тура юлға баҫһа, Аллаһ уны ғəфү итер, Ул бик тə миһырбанлы, ярлыҡаусы — тип əйт. 55. Гөнаһ ҡылғандарҙың юлы асыҡ күренеп торһон өсөн, аяттарыбыҙҙы шулай тəфсиллəп аңлатабыҙ. 56. Əйт: — Аллаһтан башҡа, һеҙ табына торғандарға (һындарға, ташҡа, бүтəн ялған хоҙайҙарға) баш эйеү миңə тыйылған, — тип. — Һеҙ хыялланған нəмəлəргə мин эйəрмəйем. Эйəргəн тəҡдирҙə мин хəҡиҡəттəн тайпылып, тура юлдан яҙған булырмын. 57. Тағын əйт һин: — Мин Раббыбыҙҙан ап‐асыҡ дəлил килтерҙем һəм һеҙ уны ялғанға сығарҙығыҙ. Һеҙ бик тиҙ килеүен телəгəн яза минең ҡулда түгел, хөкөм бары тик Аллаһ хозурында. Ул хəҡиҡəтте аңлатыр. Ул дөрөҫ хөкөм биреүселəрҙең иң ғəҙелеҙер, — тип. 58. Шулай тип əйт: — Бик тиҙ килеүен һеҙ телəгəн яза, минең ихтыярымда булһа ине, эште шунда уҡ һеҙҙең янда бөтөрөр инем, залимдарҙы иң яҡшы белеүсе бер Аллаһтыр. 59. Йəшерен серҙəрҙең асҡыстары Аллаһ хозурындаҙыр, уларҙы Аллаһтан башҡа һис кем белмəҫ. Ул ҡоро ерҙə, диңгеҙҙə нимəлəр бар, һəммəһен дə белер. Уның ихтыярынан башҡа хатта бер генə япраҡ та өҙөлөп төшмəҫ. Ул тупраҡтағы туҙан бөртөгө хəтле нəмəлəрҙе лə белеп тора. Китапта булмаған йəш йəки ҡороған бер генə нəмə лə донъяла юҡ. (Барыһы тураһында да Лəүхүл‐Мəхфүздə яҙылып ҡуйылған.) 60. Төндəрен һеҙҙе (ваҡытлыса) үлтергəн дə (йоҡлатҡан), көндөҙҙəрен нимə ҡылғанығыҙҙы белгəн дə, иртəлəрен йəнегеҙҙе тəнегеҙгə ҡайтарып терелткəн дə (уятҡан да) Аллаһтыр. Һеҙгə тигəн ғүмерҙе тамам итер өсөн. Һуңынан Уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. Һуңынан донъяла ҡылғандарығыҙ тураһында Ул хəбəр бирəсəк. 61. Ҡолдары өҫтөнəн Ул ғына мотлаҡ хакимдыр. Һеҙгə Ул һаҡсы фəрештəлəр күндерер. Ниһайəт, берегеҙгə əжəл килһə, илселəребеҙ (махсус вазифа башҡарыусылар) уның йəнен алыр. Был эштə улар (йəн алыусылар) кəмселек килтермəҫтəр. (Йəғни, Ғазраил үлемгə дусар ителгəндең йəнен алмайынса ҡалмаҫ.) 62. Һуңынан кешелəр ысын хужа — Аллаһ хозурына килтерелер. Белеп тороғоҙ, хөкөм бары тик Аллаһтың эше, Ул хисап алыусыларҙың иң етеҙеҙер. 63. Əйт: — Ҡоро ерҙəге һəм диңгеҙҙəрҙəге ҡараңғылыҡтан (ҡурҡыныс дəһшəттəн) һеҙҙе кем ҡотҡарыр? ‐ тип һора. Аллаһҡа эстəн генə ялбарып: — Əгəр беҙҙе ҡотҡарһаң, хаҡтыр, беҙ шөкөр иткəндəрҙəн булырбыҙ, — тип доғалар уҡығыҙ, ‐ тип əйт. 64. Əйт: — Уларҙан һəм бөтөн бəлəлəрҙəн һеҙҙе бары тик Аллаһ ҡына ҡотҡарасаҡ, — тип. — Һуңынан һеҙ Уға тиң зат эҙлəй башлайһығыҙ, — тип . 65. Əйт: — Аллаһ һеҙҙең өҫтөгөҙгə (күктəн дауыл, буран, ер тетрəүе), аяҡ аҫтығыҙҙан (ерҙəн ҡоролоҡ, мур (аслыҡ) ҡырылышы) яза ебəрергə лə, бер‐берегеҙ менəн һуғыштырып, берегеҙгə икенсегеҙҙең мəкерен, əшəкелеген татытырға ла ҡөҙрəтле, — тип. Ҡара əле, улар төшөнһөн тип, аяттарыбыҙҙы нисек тəфсилле аңлатабыҙ. 66. Ҡөръəн — ул Хəҡиҡəттең үҙе, лəкин һинең халҡың уны инҡар итте. Əйт: — Мин һеҙҙең вəкилегеҙ түгел! — тип. (Һеҙҙең телəктəрегеҙ, өгөттəрегеҙҙе үтəүсе түгелмен мəғəнəһендə.) 67. Һəр хəбəрҙең тормошҡа ашасаҡ бер ваҡыты була. Оҙаҡламай һеҙ Хəҡиҡəтте күрерһегеҙ. 68. Аяттарыбыҙ тураһында урынһыҙ бəхəслəшə торған кешелəрҙе осратһаң, һүҙҙəре башҡа нəмəгə күскəнсегə саҡлы, уларҙан йыраҡ тор. Əгəр шайтан һиңə быны онотторһа, һис юғында иҫеңə төшкəс, залимдар менəн рəттəн ултырма. 69. Тəҡүə кешелəр кəферҙəр өсөн яуаплы түгел, лəкин: — Бəлки тура юлға баҫырҙар, — тип иҫкəртеү кəрəктер. 70. Дин менəн уйнаусы, динде бер көлкө сығанағы итеүселəрҙəн, донъя тормошона алданған (аҙған) кешелəрҙəн йыраҡ тор. Лəкин һин бары тик уның менəн (Ҡөръəн менəн) вəғəз ит, уларға Əхирəттə Аллаһтан башҡа ярҙам итерлек дуҫ та, ярлыҡаусы ла булмаҫын əйт, тамуҡҡа элəкмəҫ өсөн алдан уҡ əҙерлəнһендəр өсөн. Бар булған мөлкəтен бирһəлəр ҙə, (һуңлаған тəүбəлəре) ҡабул ҡылынмаҫ. Улар донъяла ҡылған гөнаһтары арҡаһында язаға тартыласаҡ. Кəферлек итеп, (Аллаһты) инҡар иткəндəре өсөн, уларға ҡайнар һыу һəм хəтəр ғазап буласаҡ. 71. Əйт: ‐ Аллаһты инҡар итеп, беҙгə файҙа ла, зарар ҙа бирмəй торған һындарығыҙға табынайыҡмы? Аллаһ беҙҙе тура юлға баҫтырғандан һуң да үксəлəребеҙҙе кире артҡа борайыҡмы? (Яңынан кəфер булайыҡмы?) Шайтандар юлдан яҙҙырып, сүлгə керетеп аҙаштырған көсһөҙҙəр хəлендə ҡалайыҡмы ни? Аҙашмағандарҙың: беҙҙең янға килегеҙ, (тура юлға баҫығыҙ) тип саҡырғандарын көтəйекме? Аллаһ күрһəткəн тура юл, шөбһəһеҙ, иң дөрөҫ юлдыр. Беҙ ғəлəмдəрҙең Раббыһына буйһонорға əмер ителгəн, — тип. 72. Беҙгə: — Намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ һəм Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ, — тип əмер бирелгəн. Ул — Үҙ янына беҙҙе яуапҡа туплаған Аллаһтыр, — тип əйт. 73. Ул Үз хикмəте менəн күктəрҙе, Ерҙе яралтҡан. Ул: — Бар бул! — тип əйтеүгə бөтөн нəмə буласаҡ. Уның һүҙе Хəҡиҡəттер. Сур (борғоһона) өргəн көн дə (йəғни, Ҡиəмəт көнө лə) Уныҡы. Күренмəгəнде лə, күренгəнде лə Ул белеп тороусы. Ул, шөбһəһеҙ, хикмəт эйəһе, һəр нəмəнəн Уның хəбəре бар. 74. Бер ваҡыт Ибраһим атаһы Азарға əйтте: — Һин һындарҙы тəңре итəһеңме? Ысынлыкта, мин һине лə, халҡыңды ла юлдан яҙған булараҡ күрəм, — тине. (75) Беҙ Ибраһимға, (Аллаһҡа) инанысы ныҡ булһын тип, күктəрҙең һəм Ерҙең бөйөк мөғжизəлəрен шулай итеп күрһəттек. (76) Эңер төшкəс, бер йондоҙ күреп алды ла (Ибраһим) əйтте: — Бына был — минең Раббым, — тине. Йондоҙ һүнгəс, тағын əйтте: — Мин былай һүнə торғандарҙы (тəңре тип) танымайым, ‐ тине. (77) Ай тыуғанын күреүгə ул (Ибраһим): ‐ Был минең Раббым, — тине. Ай батҡас та, ул: — Раббым миңə тура юл күрһəтмəһə, мин юлдан яҙған кеше буласаҡмын, ‐ тине. (78) Ҡояш сыҡҡанда ул: — Ошомы əллə минең Хоҙайым? ‐тине. — Быныһы тегелəренəн дə ҙур. — Ҡояш батҡас, əйтте: ‐ Əй, халҡым, ысындан да, һеҙҙең уйҙырма хоҙайҙарығыҙға ышаныуҙан йыраҡ торам икəн. (79) Шөбһəһеҙ, мин бер Аллаһты таныйым, күктəрҙе, Ерҙе яралтҡан Аллаһҡа йөҙөм менəн боролдом. Мин мөшрик (күп хоҙайҙарға инаныусы) түгел, — тине. 80. Халҡы уға асыулана башланы. Ул ҡəрҙəштəренə əйтте: — Хаҡ Аллаһ тура юлға баҫтырған кеше менəн һеҙ бəхəслəшергə итəһегеҙме? Аллаһтың язаһынан башҡа, мин һеҙҙең Аллаһ тип табына торғандарығыҙҙан һис ҡурҡмайым. Раббымдың ғилеме бар нəмəгə лə етəрлектер. Шул турала уйлап, ни өсөн һеҙ ғибрəт алмайһығыҙ? (81) Һəм мин ни өсөн əле һеҙ Аллаһҡа тиң күргəн һындарҙан ҡурҡырға тейеш? Аллаһ тарафынан:


— Һеҙ Аллаһҡа тиңлəштергəн һындарға, боттарға (ҡояшҡа, йондоҙҙарға, аҡсаға) табынығыҙ, — тип Аллаһтан бойороҡ бирелмəгəн килеш, һеҙ шул һындарға (телəһə нəмəгə) табыныуҙан ҡурҡмайһығыҙ бит əле. Аңлаһағыҙ, əйтегеҙ инде: ошо ике төркөмдөң ҡайһыһы именлеккə лайыҡтыр? — тине. 82. Иман килтереүселəр һəм имандарына ғəҙелһеҙлек ҡатыштырмағандар ғына именлеккə лайыҡ, улар ғына тура юлдаҙыр. 83. Ибраһимдың динһеҙ халҡына ҡаршы килтергəн дəлилдəребеҙ шулдыр. Телəгəн кешебеҙҙе Беҙ оло дəрəжəлəргə күтəрербеҙ. Шөбһə юҡтыр, Раббың бөйөк хикмəт эйəһеҙер, ысыны менəн барыһын да белеүсеҙер. 84. Беҙ уға Исхаҡ менəн Яҡупты бирҙек, унан элек тə Нухты, уның тоҡомонан Дауытты, Сөлəймəнде, Əйүпте, Йосопты, Мусаны һəм Һарунды тура юлға ҡуйҙыҡ. Беҙ изгелекле булғандарҙы шулай шатландырабыҙ. (85) Зəкəрийəне, Йəхйəне, Ғайсаны, Ильясты (шулай шатландырҙыҡ), сөнки уларҙың барыһы ла изгелəрҙəн ине. (86) Исмəғилде, Əл‐Йəсəғте, Лутты ла тура юлға күндерҙек, һəр береһен доньялағы барлыҡ кешелəрҙəн юғары дəрəжəлəргə мендерҙек. (87) Уларҙың аталары, балалары һəм ҡəрҙəштəренең ҡайһы берҙəренə лə (өҫтөнлөк бирҙек). Уларҙы һайлап алдыҡ һəм тура юлға баҫтырҙыҡ. 88. Бына был — Аллаһтың һиҙəйəтеҙер (тура юлыҙыр), Ул телəгəн ҡолдарын шул юлға баҫтырыр. Əгəр улар ҙа Аллаһҡа тиңдəш эҙлəй башлаһалар, ҡылған ғəмəлдəре, əлбиттə, юҡҡа сығасаҡ. 89. Бына шулар инде үҙҙəренə китап, хикмəт һəм пəйғəмбəрлек бирелгəн шəхестəр. Əгəр улар (кəферҙəр) ошоларҙы инҡар итһə, шөбһəһеҙ, улар урынына быларҙы инҡар итмəҫтəй башҡа бер ҡəүемде килтерербеҙ. (Үҙҙəренə Китап индерелгəндəр ‐ «пəйғəмбəр», Китап индерелмəгəн илселəр иһə — «нəбийҙəр» була.) 90. Пəйғəмбəрҙəр улар — Аллаһ тура юлға баҫтырған кешелəрҙер. Һин дə улар юлынан кит. Əйт: — Мин быңа (пəйғəмбəрлек вазифама) һеҙҙəн түлəү һорамайым. Был (Ҡөръəн) ‐ халыҡтар өсөн бер вəғəздер. 91. Улар (кəферҙəр) Аллаһты хаҡлы ололау менəн таныманылар. — Аллаһ һис бер кемгə бер нимə лə индермəне, — тинелəр. Əйт: — Ə, кешелəргə Муса алып килгəн нурлы һəм тура юл күрһəтеүсе китапты (Тəүрəтты) кем индерҙе һуң? Һеҙ уны ҡағыҙға күсереп яҙҙығыҙ, телəгəнегеҙҙе асыҡлап, күбеһен йəшерҙегеҙ. Һеҙ ҙə, аталарығыҙ ҙа белмəгəн нəмəлəр тураһында яҙылған ине шунда; һеҙ шунан өйрəндегеҙ, — тип. (Рəсүлем) һин: — (Һеҙгə) Аллаһ (ебəрҙе ул китапты), — тип əйт тə, уларҙы ташлап кит, кереп батҡан гөнаһлы һүҙ һаҙлығында уйнап ҡалһындар. 92. Был Китап (Ҡөръəн) шəһəрҙəребеҙҙең əсəһе (Мəккəлə) һəм уның тирəһендə йəшəүсе кешелəрҙе киҫəтер өсөн, һиңə индерелде һəм ул — үҙенəн элек килгəн китаптарҙы дөрөҫлəүсе мөбəрəк Китаптыр. Əхирəткə инанғандар Ҡөръəнгə лə ышанырҙар һəм улар намаҙҙарын дөрөҫлəп уҡыуҙарын дауам итерҙəр. (93) Аллаһҡа ҡаршы ялған уйҙырмалар сығарып, үҙенə һис бер нəмə төшөрөлмəгəн килеш: — Миңə лə (Аллаһтан) уахи иңде, — тип əйтеүсе: — Мин дə Аллаһ индергəн аяттар кеүек аяттар индерəсəкмен, ‐ тигəндəн дə залим кеше булырмы икəн! Ул залимдар ҡотолғоһоҙ үлем упҡынына элəгеп, фəрештəлəр уларға табан ҡулдарын һуҙып: — Тиҙерəк йəнегеҙҙе ҡотҡарып ҡалығыҙ, Аллаһ тураһында булмағанды һөйлəгəнегеҙ арҡаһында һəм Уның аяттарына ҡаршы тəкəбберлек күрһəткəнегеҙгə күрə, бөгөн меҫкенлек ғазабы менəн язаланасаҡһығыҙ, — тигəн саҡта уларҙың хəлен күрһəң! 94. Хаҡтыр, иң башта яралтҡаныбыҙ кеүек, һеҙ берəм‐берəм (яңғыҙығыҙ) Минең янға килерһегеҙ. Һəм (донъяла) һеҙгə бирелгəн нəмəлəрҙе (мал‐ байлыҡты донъяла уҡ) ҡалдырып килерһегеҙ. Һеҙ уйлап сығарған (Аллаһҡа тиңлəштерелгəн) яҡлаусыларығыҙ ҙа һеҙҙең янда күренмəҫ. Хаҡтыр, улар (ул һындар, ялған хоҙайҙар) менəн арағыҙ киҫелер, һеҙ тəңре тип һанаған нəмəлəр юҡҡа сығыр. (95) Шик юҡ, Аллаһ (үҫемлек үҫтерер өсөн) орлоҡтарҙы, (ағас үҫтереү өсөн) емештең тештəрен яралтыусы. Йəнһеҙҙəн йəнлене яҫаусы — Ул, йəнленəн үлене булдырыусы ла Ул. Бына Аллаһ шундайҙыр. Шулай булғас, нисек итеп һеҙ (Хаҡтан) йөҙ сөйөрəһегеҙ? (96) Таңдарҙы яҡтыртыусы ла Ул. Төндəрҙе Ул ял итер өсөн, Ҡояш менəн Айҙы Ул (ваҡыт үлсəме өсөн) хисап өсөн яралтты. Бына был нəмəлəр мотлаҡ аҡылға эйə, һəр нəмəне белеп тороусы ҡөҙрəтле Аллаһтыҡыҙыр. (97) Ул ҡоро ерҙə һəм диңгеҙҙə юлығыҙҙы турылар өсөн йондоҙҙарҙы яралтты. Хаҡтыр, мəғлүмəтле халыҡ өсөн аяттарҙы тəфсиллəп аңлаттыҡ. (98) Ул һеҙҙе бары тик бер йəндəн яралтты. Һуңынан (һеҙҙең өсөн) йəшəү урыны һəм дə именлек ере əҙерлəне. Аңлай торған ҡəүемдəр өсөн аяттарыбыҙҙы бəйəн аңлаттыҡ. 99. Күктəн һыу ҡойҙорған да Ул — Аллаһтыр. Бына шулай итеп, Беҙ төрлө үҫемлектəрҙе үҫтерҙек. Ул йəшел үҫемлектəрҙəн бер‐берһенə тығыҙ урынлашҡан орлоҡ бөртөктəре сығарҙыҡ. Хөрмəнең ботаҡтарынан аҫылынып тороусы тəлгəштəр, йөҙөм бағлары (тəлгəштəре), бер төрлөһө бер‐ берһенə оҡшаған, икенселəре бер‐берһенə оҡшамаған зəйтүн һəм аңар баҡсаларын булдырҙыҡ. Тулып өлгөргəндə емештəрен татып ҡарағыҙ. Шиклəнмəйенсə иман килтергəндəр өсөн бында ғибрəттəр барҙыр. 100. Мөшриктəр ендəрҙе Аллаһка тиң күрҙелəр. Гəрсə ендəрҙе лə Аллаһ яралтты. Бынан тыш, улар нимə һөйлəгəндəрен белмəйенсə, Уның (Аллаһтың) улдары, ҡыҙҙары булғанлығы тураһында уйҙырмалар һөйлəнелəр. Əстəғфирулла! Улар һөйлəгəндəрҙəн Ул өҫтөн тора. 101. Ул тиңдəше булмаған күктəрҙе һəм Ерҙе юҡтан бар итте. Нисек инде уның балаһы булһын. Уның ҡатыны юҡ. Һəр нəмəне — Ул яратҡан. Һəм Ул — һəр нəмəне белеүсеҙер. (102) Раббыбыҙ булған Аллаһыбыҙ бына шулдыр. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул бар нəмəне лə яралтыусы. Аллаға ғына инанығыҙ. Ул бар нəмəнəн дə өҫтөн бер вəкил. (103) Ул күҙгə күренмəй. (Ғилеме менəн) Ул (барса) күҙҙəрҙе (нəмəлəрҙе) күреүсеҙер. (Бəндəлəре хаҡында) барыһын да үтə (күреп) белеп тороусы, һəр нəмəнəн хəбəрҙар. («Аллаһты күрер өсөн беҙҙең күҙҙəребеҙ йайланмаған, фекер‐аң менəн дə Аллаһтың ниндəй икəнен беҙ күҙ алдына килтерə алмайбыҙ. Əммə йəннəттə мөьминдəр Аллаһты күрəсəк. Аллаһ барса күреүселəрҙе лə күрə».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 104. (Мөхəммəд əйтте): — Һеҙгə Раббығыҙҙан ысын аяттар (күңел күҙе, фекер йөрөтөп, нəтижəлəргə ирешеү) килде. Күңел күҙе асылған (Ҡөръəн менəн ғəмəл ҡылған) кеше файҙа күрер, кемдең (күңел) күҙе һуҡыр ҡалһа, зыяны үҙенə булыр. Мин (Мөхəммəд) һеҙҙең өҫтəн ҡарауылсы булып тора алмайым. («Аллаһ кешелəргə ике төрлө күҙ биргəн. Маңғай күҙе һəм күңел күҙе. Маңғай күҙҙəре менəн кеше мəтди əйберҙəрҙе күрə, күңел күҙе менəн, мантыйҡ менəн, аҡыл менəн, абстракт фекерлəүе менəн күҙгə күренмəгəн нəмəлəрҙе лə күрə ала».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 105. Аяттарҙы Беҙ ана шулай тəфсилле итеп аңлатабыҙ. Тағын улар: — Һин быны башҡаһынан өйрəнгəнһең, — тип əйтмəһендəр өсөн. Белеме булған кешелəргə Беҙ аяттарҙы шулай төрлөсə аңлатабыҙ. (106) Аллаһтан ингəн уахи (Ҡөръəн)гə эйəреп, артынан бар. Аллаһтан башҡа (илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис кем юҡ. Мөшриктəрҙəн айырыл. (107) Əгəр ҙə Аллаһ ихтыяр итһə ине, Улар (Аллаһҡа) тиң зат эҙлəмəҫ ине. Беҙ һине уларҙың өҫтөнəн күҙəтеүсе итеп ҡуйманыҡ. Һин улар өсөн бер (яуап тотоусы, хөкөмдар ҙа) вəкил дə түгелһең. (108) Мөшриктəрҙең Аллаһҡа тиң күреп табына торған һындарына асыуланмағыҙ. Юҡһа, улар (мөшриктəр) наҙанлыҡтары арҡаһында сиктəрҙəн уҙып, Аллаһты һүгə башлар. Шулай итеп, Беҙ һəр өммəттең ҡылғандарына юл ҡуйып, яҡшы эште яҡшы итеп күрһəттек. Һуңынан улар бары тик Аллаһ хозурына килəсəк. Аллаһ улар ҡылған ғəмəлдəрҙе үҙҙəренə күрһəтəсəк. 109. Мөшриктəр: — Əгəр ҙə беҙгə Аллаһтан берəй мөғжизə (аят) килһə, беҙ Уға иман килтерер инек, — тип Аллаһ исеме менəн бик ҡаты ант иттелəр. Əйт: — Мөғжизə индереү Аллаһ ихтыярында, телəһə, — индерер, — тип. Ий, мөьминдəр, уларға мөғжизə индерелһə, иман килтерəсəктəрен, килтермəйəсəктəрен нисек белəһегеҙ? (110) Əүəл индерелгəн (аяттарға) мөғжизəлəргə лə инанмаған кеүек, (улар быныһына ла) инанмаҫ ине; шуға күрə, Беҙ уларҙың күңелдəрен (аңламаҫ) һəм күҙҙəрен (хəҡиҡəтте күрмəҫ итеп) һуҡырайттыҡ, үҙҙəрен аҙғын юлда аҙашып йөрөргə мəхкүм иттек. (111) Əгəр ҙə Беҙ уларға фəрештəлəр индерһəк, мəйеттəр улар менəн һөйлəшə башлаһа, барса нəмəне туплап, ҡаршыларына килтереп һалһаҡ, улар, (Аллаһ телəмəһə, барыбер) яңынан иман килтерəсəк түгел. Лəкин


уларҙың күбеһе был турала белмəй. (Сөнки улар — наҙан.) (112) Шулай итеп, Беҙ һəр пəйғəмбəргə кеше һəм ен шайтандарын дошман ҡылдыҡ. Улар бер‐берһен юлдан яҙҙыру өсөн лəззəтле һүҙҙəр əйтəлəр. Раббың телəһə, улар шулай эшлəмəгəн булырҙар ине. Һин уларҙы үҙҙəре уйлап сығарған нəмəлəре (ялғандары) янында ҡалдырып кит. (113) Əхирəткə ышанмаған кешелəрҙең күңелдəре уға (вəсүəсəле, лəззəтле өндəүҙəргə) бирелһен, унан хушланһындар һəм гөнаһ ҡылыуҙарын дауам итһендəр, (тип шулай эшлəйҙəр). (114) Əйт һин: — Аллаһтан башҡа бер хаким эҙлəйемме ни? Гəрсə, һеҙгə Китапты асыҡ итеп индергəн Улдыр, — тип. Үҙҙəренə китап индерелгəн кешелəр (кəферҙəр) Ҡөръəндең ысынлыҡта Раббыбыҙ тарафынан индерелгəнен белəлəр. Һаҡ бул, шиклəнеүселəрҙəн булма. 115. — Дөрөҫлөк һəм ғəҙеллек менəн Раббымдың һүҙе тамам булды. Уның һүҙҙəрен бер кем дə алыштыра алмай. Ул ишетеп, белеп тороусы, — тип əйт. (116) Ер йөҙөндəгелəрҙең күбеһенə эйəрһəң, һине Аллаһ юлынан яҙҙырырҙар. Улар үҙ уйҙырмаларынан башҡа һис бер нəмəгə табынмаҫ, ялғандан башҡа һүҙ һөйлəмəҫтəр. (117) Хаҡтыр, һинең Раббың, əлбиттə — Аллаһ; юлынан тайпылғанды яҡшы күреп‐белеп тороусы. Ул тура юлдан киткəндəрҙе лə яҡшы белеп тора. (118) Аллаһтың аяттарына инанһағыҙ, өҫтөндə Аллаһтың исеме иҫкə алынған ризыҡтарҙы ғына ашағыҙ. 119. Өҫтөндə Аллаһтың исеме иҫкə алынған ризыҡты ашауҙан һеҙҙе кем тыя? Юҡһа бит, Аллаһ һеҙгə нəмəлəрҙең харам икəнлеген асыҡ аңлатты. Мəжбүрилектə ҡалмағанда… Əлбиттə, күптəр наҙанлыҡтары арҡаһында, нəфсе аҙғынлыҡтары менəн абайламаған кешелəрҙе тура юлдан яҙҙырҙылар. Шик юҡ, сиктəрҙе уҙғандарҙы иң яҡшы белеүсе Аллаһтыр. (120) Асыҡ рəүештə гөнаһ ҡылыуҙан да, йəшерен гөнаһ ҡылыуҙан да баш тартығыҙ. Сөнки гөнаһ ҡылғандар, һис шикһеҙ, язаһын аласаҡ. (121) Өҫтөндə Аллаһтың иҫкə алынмаған ризыҡты ашамағыҙ. Сөнки был, һис шикһеҙ, гөнаһ эштер. Ысынлыҡта шайтандар үҙ иштəрен һеҙгə ҡаршы көрəшергə ҡоторталар. Əгəр ҙə уларға эйəрһəгеҙ, һис шикһеҙ, һеҙ ҙə Аллаһҡа тиң башҡа тəңре эҙлəүселəрҙəн булырһығыҙ. (122) Мəйетте терелтеп, нур таратып йөрөһөн өсөн, уны кешелəр араһына ебəрһəк, ул сығыр юл таба алмаҫлыҡ ҡа‐ раңғылыҡҡа кереп аҙашҡандар менəн бер дəрəжəлə булырмы? Кəферҙəрҙең ҡылған яманлыҡтары үҙҙəренə ана шулай гүзəл булып күренер. (123) Шулай итеп, Беҙ һəр ҡалала боҙоҡлоҡ (мəкер) ҡылһындар өсөн, гөнаһлы кешелəрҙе (башҡалар өҫтөнəн) етəксе иттек. (Өҫтөнлөк биреп, һынар өсөн.) Улар (боҙоҡлоҡтары, мəкерҙəре менəн) бары тик үҙҙəрен генə алдай, əммə шул турала үҙҙəре белмəй. 124. Уларға (мосолмандарға) аят килһə, улар (кəферҙəр) əйтə: — Аллаһтың пəйғəмбəрҙəренə индерелгəн кеүек, беҙгə лə шундай уҡ мөғжизə индерелмəһə, беҙ ҡəтғи иман килтермəйəсəкбеҙ, — ти. Аллаһ кемгə пəйғəмбəрлек бирергə кəрəклеген бик яҡшы белə. Гөнаһ ҡылғандарға, ҡылған мəкер‐хəйлəлəренə түлəү Аллаһ тарафынан бирелəсəк мəсхəрəле ауыр яза булыр. 125. Тура юлға күндерергə телəһə, Аллаһ ул кешенең күкрəген Ислам өсөн киң ҡыла; юлдан яҙҙырырға телəһə, уның күкрəген тап‐тар итер; (ул кеше), Күккə осҡандағы кеүек, (сыҙай алмайынса) интегер. Аллаһ иман килтермəгəндəр өҫтөнə бына шундай нəжеслек язаһы индерер. («Тауыш тиҙлеген уҙып, Ерҙəн күп саҡрымдарға өҫкə күтəрелгəндə баҫымдың үҙгəреүе, махсус скафандрҙар ғына күкрəкте һытылыуҙан һаҡлағаны күҙ алдына килə түгелме? Осҡосҡа ултырып, һауаға күтəрелгəндə лə күкрəк тарайған кеүек хис кешене билəй».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 126. Һəм был (Ҡөръəн, Ислам дине) Раббының тура юлылыр. Беҙ аяттарыбыҙҙы башында аҡылы булған (фекерлəү һəлəте булған) кешелəр өсөн ап‐ асыҡ аңлаттыҡ. (127) Раббыбыҙ ҡаршыһында именлек йорто бар. Ҡылған (гүзəл) ғəмəлдəре арҡаһында Аллаһ уларҙың химəйəсеһеҙер (ярҙамсыһыҙыр). (Именлек — Сəлəм йорто — мосолмандарҙың бер‐берһенə сəлəм бирə торған йорто ‐ йəннəт. Химəйəсе ‐ дуҫ, ярҙамсы, яҡлаусы.) 128. Уларҙың бөтөнөһөн бер урынға туплаған көндө Аллаһ: — Əй, ендəр өйөрө, һеҙ кешелəр менəн күп булыштығыҙ, — тип əйтер. Ендəргə дуҫ булғандар əйтер: — Əй, Раббыбыҙ, беҙ бер‐беребеҙҙəн файҙа күрҙек һəм беҙгə бирелгəн дəүерҙең ахырына килеп еттек, — тип əйтерҙəр. Аллаһ бойорор: — Аллаһ һеҙҙе ҡотҡарырға телəмəһə, һеҙҙең урынығыҙ мəңге сыға алмаҫ уттыр. Шөбһəһеҙ, Раббығыҙ — хикмəт эйəһе, белеүсеҙер. (129) Бына шулай итеп, ҡылған гөнаһтары өсөн залимдарҙың бер өлөшөн икенсеһенə дуҫ итеп ҡуябыҙ. (Гөнаһ ҡылыуҙа бер‐берһе менəн ярышһындар өсөн, шунан һуң ҡылған гөнаһтары өсөн Аллаһ ҡаршыһында яуап тотһондар өсөн.) 130. Əй, ен ҡəүеме һəм кешелəр йəмəғəте, һеҙгə аяттарымды аңлатыусы һəм ошо Көн (Ҡиəмəт) менəн ҡауышасағығыҙҙы киҫəтеүсе пəйғəмбəрҙəр арағыҙҙан сыҡманымы? Улар (кəферҙəр) əйтер: — Беҙ үҙ зарарыбыҙға шаһитлыҡ ҡылабыҙ, — тип əйтерҙəр. Улар донъя тормошона алданды һəм кəфер булғандарына шаһитлыҡ ҡылдылар. 131. Хəҡиҡəт шулдыр: халҡы ғəфил (хəбəрһеҙ) булған илдəрҙе хаҡһыҙ рəүештə һəлəк итмəҫ өсөн, Раббы алдан уҡ пəйғəмбəрҙəр ебəрҙе. 132. Һəр кемдең ҡылған ғəмəлдəренə күрə дəрəжəһе булыр. Раббың улар ҡылғандарҙан хəбəрһеҙ түгел. (133) Раббың байҙыр (Ул бер кемгə лə, бер нəмəгə лə мохтаж түгел), миһырбан эйəһеҙер. Телəһə, Ул һеҙҙе юҡ итер, һəм һеҙҙе башҡа ҡəүем балаларынан бар иткəн кеүек, һеҙҙең урынға үҙе телəгəн заттарҙы яралтыр ине. (134) Һеҙгə вəғəҙə ителгəн нəмə, һис шикһеҙ, килəсəк һəм һеҙ уны бер нисек тə булдырмай ҡала алмаҫһығыҙ. 135. Əйт һин: — Əй, халҡым, ҡулығыҙҙан килгəнде ҡылығыҙ. Мин дə үҙемсə эшлəйəсəкмен. Шунан һуң һеҙ йəннəттең кемгə буласағын белерһегеҙ. Хаҡтыр, залимдар уға ирешмəйəсəк, — тип. 136. Аллаһ яралтҡан игендəрҙəн, хайуандарҙан үҙ уйҙырмалары буйынса Аллаһҡа өлөш сығаралар ҙа: — Быныһы Аллаһҡа, быныһы уртаҡтарыбыҙға (һындарға, боттарға), — тип əйтəлəр. Һындарға бирелгəн Аллаһҡа ирешмəй; Аллаһҡа аталған һындарға ирешер. Ниндəй ҙə əшəке фекер йөрөтəлəр улар. 137. Уларҙы һəлəк итеү өсөн, уларҙың динен боҙҙороу өсөн ошондай уртаҡтары мөшриктəрҙең байтағына үҙ балаларын ҡорбанға салыу эшен сауаплы итеп күрһəттелəр. Аллаһ ихтыяр итһə, улар быны эшлəмəҫ ине лə. Һин уларҙы үҙҙəре уйлап сығарған ялғандары янында ҡалдырып кит. 138. Улар яман уйҙырмалары менəн əйттелəр: — (Һындарға, боттарға бирелгəн) был малдар менəн игендəрҙе ашау беҙҙəн башҡаларға харамдыр. Рөхсəтебеҙҙəн башҡа шул малдарға атланырға ла, йөк төйəргə лə ярамаҫ, — тинелəр. Һəм улар мал һуйғанда, Аллаһ исемен телгə алмайҙар. Аллаһ тураһында ялған һөйлəйҙəр. Аллаһ уларҙы ошо ғəйбəттəре өсөн язаға тартасаҡ. 139. Əйттелəр: — Шул хайуандарҙың ҡарынында булған тоҡом бары тик ирҙəребеҙ өсөн генə яралтылған, ҡатындарыбыҙға харамдыр. Əгəр үле тыуһа, шул ваҡытта икеһе өсөн дə хəлəлдер, ‐ тинелəр. Ошо ғəмəлдəре өсөн Аллаһ уларға яза бирəсəктер. Шик юҡ, Ул — хикмəт эйəһе, барыһын да теүəл белеп тороусыҙыр. 140. Наҙанлыҡтары арҡаһында абайламай балаларын үлтергəндəр һəм ялған һөйлəп, Аллаһ биргəн ризыҡты харамға сығарыусылар, ысынлап та, аҙашты, улар тура юл таба алмаҫ. («Жəһиллек заманаһында ғəрəптəр араһында байтаҡ кешелəр: ҡыҙ балаларыбыҙ əсир төшөр, фəҡирлектə үҫер, башҡа кешегə килен булыр тип, терелəй ергə күмə торған булғандар».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.)


141. Ағаста һəм ҡыуаҡһыҙ өлгөрə торған емеш баҡсаларын, елəк‐емештəрҙе һəм тəмдəре төрлө‐төрлө хөрмəлəрҙе, иген‐ашлыҡтарҙы, зəйтүндəрҙе, анар емештəрен бер‐береһенə оҡшаш та, бер‐береһенə оҡшамаған итеп тə Ул яралтты. Уңыш‐емеш биргəн ваҡытта һəр берһенəн ауыҙ итегеҙ. Урып‐йыйған көндө хаҡын (саҙаҡаһын, зəкəтен) бирегеҙ. Исраф итмəгеҙ. Аллаһ исрафсыларҙы яратмай. 142. Йөк ташый торған хайуандарҙы ла, (һуғымлыҡтарын да, йөндəренəн түшəк яһай торғандарын да) Ул яралтты. Аллаһ тарафынан һеҙгə бирелгəн ризыҡтарҙы ашағыҙ, шайтанға эйəрмəгеҙ; шөбһəһеҙ, ул һеҙҙең иң хəтəр дошманығыҙ. 143. (Ғəрəптəр ҡайһы бер хайуандарҙың ата енеслелəрен, ҡайһыларының теше (əсə енесле) булғандарын йəки ошо хайуандарҙың быҙауҙарын ашарға харам һынай ине. Бөйөк Аллаһ уларҙың был йолаларын емерер өсөн шулай бойорҙо): (Əсə һəм ата енесле итеп) һигеҙ пар яралтты: һарыҡтан ‐ике, кəзəнəн ‐ ике... Əйт һин: — Ул ошо хайуандарҙың аталарынмы, əсəлəренме йəки уларҙың ҡарындарында булған бəрəстəрен харам иттеме? Əгəр ҙə һеҙ хаҡлы икəн, миңə ғилем аша яҡшылап аңлатып бирегеҙ, — тип əйт. 144. Дөйəнəн ‐ ике, һыйырҙан да икене (яралтты). Əйт һин: — Ул ошо хайуандарҙың аталарынмы, əсəлəренме йəки ҡарындарындағы быҙауҙарынмы һеҙгə харам ҡылды? Əллə һеҙ Аллаһ шулай ҡушҡанлыҡҡа шаһит булдығыҙмы? Наҙанлығы арҡаһында абайламаған кешелəрҙе һаташтырған, Аллаһҡа ҡаршы ҡотортҡандарҙан да яман залим кем бар? Шик юҡ, Аллаһ залимдарҙы тура юлға сығармаҫ. 145. Əйт һин: — Миңə индерелгəн уахи ҙа: үлəкһə йəки (һуйған ваҡытта) аҡҡан ҡан йəки сусҡа ите бысраҡлыҡтың үҙеҙер, тип əйтелгəн. Аллаһтан башҡаға (бер ялған Илаһҡа) атап салынған нəжес хайуандан башҡа, ашай торған кешегə харам ҡылынған бүтəн бер нимə лə тапманым. Кем ошо харам ризыҡтарҙы ашарға мəжбүр хəлдə ҡалһа, иманынан тайпылмайынса, зарурлыҡ миҡдарында ғына ашаһа, белһен, Раббың кисерер һəм ғəфү итер, — тип. 146. Йəһүдтəргə Беҙ бөтөн бер тояҡлы (бер тырнаҡлы) хайуандарҙы харам иттек. Һырт майларын, эсəк майын, кимек‐һөйəк майын хəлəл ҡылдыҡ. Һыйыр менəн ҡуйҙарҙың (пар тояҡлыларҙың) ҡорһаҡ майын уларға харам ҡылдыҡ. Был уларҙың ғəҙелһеҙлектəре өсөн бер язаҙыр. Шик юҡ, Без дөрөҫөн һөйлəйбеҙ. («Йəһүдтəрҙең ғəҙелһеҙлеге был: улар пəйғəмбəрҙəрҙе үлтерҙе, фəҡирҙəрҙе иҙҙе, харамды ‐ хəлəл, хəлəлде харам тип күрһəттелəр. Бөйөк Аллаһ аятта иҫкə алынғандарҙы ашауҙан уларҙы тыйҙы. Гəрсə, асылда мөьминдəр өсөн быларҙың береһе лə харам түгел». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 147. (Ий, Мөхəммəд) Əгəр ҙə һине ялғансы тип əйтһəлəр, əйт: ‐ Раббыбыҙ сикһеҙ миһырбан эйəһеҙер. Шуға ҡарамаҫтан, Ул бирəсəк яза гөнаһлылар өҫтөнəн алынасаҡ түгел, — тип. 148. Мөшриктəр əйтəсəк: — Аллаһ ихтыяр итһə, беҙ (Аллаһҡа) тиңдəш эҙлəмəҫ инек, аталарыбыҙ ҙа (башҡа тəңрегə) табынмаҫ ине; һис бер нəмəне лə харамға сығармаған булыр инек, — тип əйтерҙəр. Уларҙан элек килгəндəр ҙə нəҡ шулай итеп ялғанланылар һəм һуңынан язабыҙҙы татынылар. Əйт һин: — Һеҙҙең беҙгə аңлатасаҡ берəй ғилемегеҙ бармы? Əгəр булһа, беҙгə күрһəтегеҙ. Һеҙ уйҙырмаларҙан башҡа нəмəгə эйəрмəйһегеҙ һəм һеҙ бары тик ялған таратаһығыҙ, тип. 149. Əйт һин: — (Хаҡтыр, һеҙҙең ҡулда шул иҫбат юҡ.) Шул иҫбат бары тик Аллаһта ғына. Аллаһ ихтыяр итһə, шикһеҙ, һəммəгеҙҙе лə тура юлға баҫтырған булыр ине, — тип. («Ҡайһы бер кешелəр: яманлыҡ та, яҡшылыҡ та Аллаһтан килгəс, беҙҙең яманлыҡ ҡылыуыбыҙҙа ғəйебебеҙ юҡ, тип əйтəлəр. Улайһа, ниңə һуң, Аллаһ барыбыҙҙы ла тура юлға баҫтырмай? Шулай итеп, улар һəр яманлыҡтарын Аллаһ өҫтөнə өйөп ҡалдырырға булалар. Лəкин Аллаһ кешене үҙ ихтыярына ҡуя. Бына һинең алда ике юл бар. Аллаһты танымау, Ҡиəмəттəн ҡурҡмау. Быларҙан ҡурҡмаған кеше яманлыҡ ҡыла, хəмер эсə, фəхешлек ҡыла, алдай, урлай, көслəй Һəм тура юл бар — Аллаһ күрһəткəн юл. Бер Аллаһты таныу, Ҡиəмəттəн ҡурҡыу, ғəҙеллек, саф əхлəҡ, хəлəл мал туплау. Бар булғанына риза булып, Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылыу. Был ике юл ҡаршыһында ирекһеҙлəү юҡ. Телəйһең икəн, нəфсең күрһəткəн ҡыйыш юлдан кит. Унан китергə телəмəйһең икəн, тура юлдан йөрө. Аллаһ Тəғəлə гөнаһлы һəм сауаплы эштəрҙе кешенең үҙ намыҫына, үҙ ихтыярына тапшыра. Һəр ҡылған изгелегең өсөн һиңə сауап — йəннəт булыр. Һəр гөнаһың өсөн һиңə яза — йəһəннəм булыр».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 150. Əйт һин: — Аллаһ шуны тыйҙы, тип ышандырырлыҡ шаһиттарығыҙҙы күрһəтегеҙ, — тип. Əгəр ҙə улар шаһитлыҡ ҡылһа, һин улар менəн бергə шаһит булма. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарғандарға һəм Əхирəт көнөнə ышанмағандарға эйəрмə. Улар Раббынан башҡа ялған тəңрегə табына. 151. Əйт һин: — Килегеҙ, мин һеҙгə Раббының нəмəлəрҙе харам ҡылғанлығы тураһында уҡып бирəм, — тип. Аллаһҡа һис бер нəмəне тиң күрмəгеҙ. Ата‐əсəгə изгелек ҡылығыҙ. Фəҡирлектəн ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермəгеҙ. Һеҙгə лə, уларға ла ризыҡты Беҙ бирəбеҙ. Кеше ҡаршыһында ла, йəшерен рəүештə лə яманлыҡ ҡылмағыҙ. Аллаһ рөхсəтенəн башҡа, мəжбүриəт булмағанда, Аллаһ мөхтəрəм ҡылған йəнде хаҡһыҙға ҡыймағыҙ (ғəҙелһеҙлек менəн кеше үлтермəгеҙ). Бына Аллаһтың һеҙгə булған бойороҡтары шулдыр. Уйлай торғас, бəлки, аңларһығыҙ, — тип əйт. 152. Бəлиғлеккə ирешкəненə саҡлы йəтимдең малына ҡағылма, яҡшы ниəт менəн генə ҡағыл (ул малды йəтим кəрəгеңə тотҡанда ғына, үҙеңə алһаң, ҡайтарып биреү шарты менəн йəки ул малды арттырыр булһаң ғына). Ғəҙел итеп үлсəгеҙ, ғəҙел бүлегеҙ. Беҙ һəр кемгə йөктө үҙе күтəрə алған ҡəҙəр генə төйəйбеҙ. Яҡындарығыҙ тураһында ла ғəҙеллек менəн шаһитлыҡ итегеҙ. Аллаһҡа биргəн һүҙегеҙҙə тороғоҙ. Бына шулай итеп, яҡшы аңларһығыҙ тип, Аллаһ шуларҙы һеҙгə əмер итте. (153) Шөбһəһеҙҙер, был минең дөп‐дөрөҫ юлым булыр. Шул юлдан китегеҙ. Башҡа юлдан китмəгеҙ. Сөнки ул юлдар һеҙҙе Аллаһ юлынан айырыр. Гөнаһтарҙан һаҡланырһығыҙ тип, Аллаһ һеҙгə ошоларҙы əмер итте. (154) Һуңынан изгелек ҡылғандарға ниғмəтебеҙҙе аңлатыр өсөн, һəр нəмəне асыҡлар өсөн, тура юлға күндереү өсөн һəм рəхимлек ҡылыу маҡсаты менəн, Мусаға ла Китап (Тəурат) бирҙек. Өмөт ителəҙер ки, (Ҡиəмəттə) Раббы хозурына барасаҡтарына иман килтерерҙəр. (155) Бына был (Ҡөръəн) Беҙ индергəн изге Китаптыр. Уға эйəрегеҙ һəм (был донъяла гөнаһ эшлəүҙəн) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Һеҙгə Ул (Ҡиəмəт көнөндə) мəрхəмəтле булыр. 156. — Китап бары тик беҙҙəн элек йəшəгəн халыҡтарға (христиандарға, йəһүдтəргə) индерелде, беҙ иһə уларҙы уҡый алмауыбыҙ сəбəпле, хəбəрһеҙ, —тип əйтмəһендəр өсөн. (157) Йəки: — Беҙгə лə китап индерелһə ине, беҙ уларҙан да тура юлда булыр инек, — тип əйтмəһендəр өсөн (Ҡөръəнде индерҙек.) Бына һеҙгə лə Аллаһтан асыҡ бер дəлил, һидəйəт һəм рəхмəт килде. Аллаһтан йөҙ сөйөрөп, Уның аяттарын ялғанға сығарырға тырышыусыларҙан да залимыраҡ кем бар? Аяттарыбыҙҙан йөҙ сөйөргəндəре өсөн уларҙы язаның да иң хəтəре менəн язалаясаҡбыҙ. 158. Улар (кəферҙəр) фəрештəлəр килгəнен көтəме, Раббының килгəнен көтəме, Раббының ғəлəмəттəрен көтəме? Алдан уҡ иман тотмаған килеш, иман тотоп та, ҡабул ителмəгəн килеш, Раббының ғəлəмəте ингəн көндө (Ҡиəмəттə) генə файҙа булмаҫ. Əйт һин: — Көтөгөҙ, беҙ ҙə көтəбеҙ, — тип уларға. 159. Диндəрен ваҡ киҫəктəргə (төркөмдəргə) айырғандар ҙа бар, һинең уларға һис бер мөнəсəбəтең юҡтыр. Улар фəҡəт Аллаһ хөкөмөндəлер. Һуңынан Аллаһ уларға (ниндəй яманлыҡ) эшлəгəнлектəрен күрһəтəсəк.


160. (Аллаһ хозурына) кем изгелектəр менəн килə, уның изгелектəре ун тапҡыр арттырылыр. Кем иһə яманлыҡтар менəн килə, ул бары тик шул яманлыҡтары өсөн генə яза аласаҡ. Улар хаҡһыҙлыҡҡа дусар булмаясаҡ. (161) Əйт һин: — Шик юҡ, Раббым мине тура юлға, дөрөҫ дингə, Аллаһты бер тип таныған Ибраһим тотҡан дингə йүнəлтте. Ул Аллаһҡа тиң эҙлəүселəрҙəн түгел ине, ‐тип. (162) Əйт һин: — Шик юҡ, минең намаҙым, ҡорбаным, тормошом һəм үлемем ‐ барыһы ла ғəлəмдəрҙең Раббыһы Аллаһ өсөндер, ‐ тип. (163) — Аллаһтың тиңе юҡтыр. Миңə бары тик шул ғына əмер ителде һəм мин беренсе мосолмандарҙың береһе булдым, — тип əйт. (164) Əйт һин: ‐ Бар нəмəнең хужаһы Аллаһ икəн, ни эшлəп əле мин унан башҡа тəңре эҙлəйем, ти? Һəр кемдең ҡаҙанасағы үҙенə генə бағлы. Бер кем дə башҡа кешенең гөнаһаһын үҙ елкəһендə ташымаҫ. Ахырҙа Раббы хозурына килəсəкһегеҙ. Ул һеҙҙең ни өсөн (дин эсендə) бəхəслəшкəнегеҙҙе төшөндөрөп бирер, ‐тип. (165) Һеҙҙе Ер йөҙөнөң хəлифəлəре иткəн, һеҙгə биргəн (ниғмəттəр) хосусында һеҙҙе һынар өсөн бер‐берегеҙ өҫтөнəн дəрəжəлəр биргəн Улдыр. Шик юҡ, Раббының язаһы һуңламаҫ һəм, ысындан да, Ул кисереүсе миһырбан эйəһеҙер. 7 — Əғрəф (Кəртəлəр) сүрəһе (Əғрəф сүрəһе 206 аяттан тора. Мəккə‐и Мөкəррəмəлə ингəн. Ҡайһы берəүҙəр: 163 нсы аяттан 171 нсе аятҡа ҡəҙəреһе Мəҙинə‐и Мөнəүүəрəлə ингəн, тип һанай. 46 һəм 48 нсе аяттарҙа Əғрəфтə, йəғни йəннəт менəн йəһəннəм араһындағы ҡалҡыу бер ерҙəге халыҡтар тураһында һөйлəнə, шул сəбəпле был сүрə «Əғрəф», тип аталған. Төрлө тəфсирселəр Əғрəф һүҙен төрлөсə шəрехлəй. Ш. Ғосманиҙа ул — «пəрҙə», тип əйтелгəн. Ғəрəпсə‐урыҫса һүҙлектə был һүҙ «сафландырыу, пакландырыу» тип тəржемə ителгəн. Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф. Лəм. Мим. Сад. 2. Был — кешелəрҙе (Ҡиəмəт тураһында) киҫəтеү, (гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланһындар тип) уларға өгөт биреү өсөн һиңə индерелгəн бер Китаптыр (Ҡөръəн). Инде һин был мəсьəлəлə күкрəгеңдə борсоу һаҡлама. (3) Раббығыҙҙан һеҙгə индерелгəнгə (Ҡөръəнгə) эйəрегеҙ. Уны ташлап, башҡа яҡлаусылар артынан эйəреп китмəгеҙ. Аһ, һеҙ (уҙғандарҙан) ни ҡəҙəр ҙə əҙ һабаҡ алаһығыҙ. (4) Күпме дəүлəттəрҙе Беҙ һəлəк иттек. Төндə (йоҡлағанда) йəки көндөҙ лəззəт кисеп ятҡанда ғазабыбыҙ улар өҫтөнə төштө. 5. Өҫтəренə əфəт килгəс: — Беҙ, ысындан да, залим кешелəр икəнбеҙ, — тип ҡысҡырыуҙарынан башҡа бер ни ҙə ҡалманы. (6) Əлбиттə, үҙҙəренə пəйғəмбəрҙəр индерелгəн ҡəүемдəрҙе лə, пəйғəмбəрҙəрҙең үҙҙəрен дə яуапҡа тартасаҡбыҙ. 7. Хаҡтыр, Беҙ уларға, (Ер йөҙөндə нимə ҡылғандары тураһында) теүəл белгəнебеҙсə, тəфсилле һөйлəп бирербеҙ. (Сөнки) Беҙ (бер генə миҙгелгə лə) улар янынан китмəйбеҙ. (8) Ул Көндө үлсəү ғəҙел буласаҡ. Кемдең сауап өлөшө ауыр тартһа, шулар инде ҡотолошҡа ирешкəн булыр. (9) Кемдең (сауабы) еңел тартһа, бына шулар инде аяттарыбыҙға ҡаршы хаҡһыҙлыҡ иткəндəренə күрə, үҙҙəренə зыян эшлəгəн кешелəр булыр. (10) Дөрөҫө шул бит, Беҙ һеҙҙе Ер йөҙөнə урынлаштырҙыҡ һəм һеҙгə йəшəү шарттары бирҙек. Шул ҡəҙəр ҙə əҙ шөкөр иттегеҙ. (11) Хаҡтыр, һеҙҙе яралттыҡ: һуңынан һеҙгə рəүеш бирҙек, унан һуң фəрештəлəргə: — Əҙəмгə сəждə итегеҙ, — тип бойорҙоҡ. Иблистəн башҡалары сəждə итте. Ул (Əҙəмгə) баш эйеүселəрҙəн булманы. (12) Аллаһ əйтте: — Мин һиңə ҡушҡандан (сəждə итеүҙəн) баш тартырға ни сəбəп булды? — тине. Иблис əйтте: — Мин унан өҫтөнөрəк. Сөнки мине уттан яралттың, уны балсыҡтан ғына, — тине. (13) Аллаһ: — Сығып кит бынан (йəннəттəн), — тине, — Бында тəкəбберлек күрһəтеү ярамай. Кит! Сөнки һин инде ҡарғалғандар рəтендə, — тип бойорҙо. (14) Иблис: — Миңə кешелəр яңынан терелгəнсегə (Ҡиəмəт көнөнə) саҡлы ваҡыт бир, — тине. (15) Аллаһ əйтте: — Бар, кит, һин Ҡиəмəт көнөнə ҡəҙəр йəшəй алаһың, — тине. (16) Иблис əйтте: — Һин мине аҙғынлыҡҡа мəхкүм иттең, шуға күрə, мин дə уларҙы аҙҙырыр өсөн һинең тура юлың өҫтөндə утырасаҡмын, — тине. (17) Унан һуң, ант итеп əйтəм, уларҙың Аллаһтарына, арҡа яҡтарына, уңдарына, һулдарына төшəсəкмен. Уларҙың күбеһен һин шөкөр итеүселəр араһында тапмаҫһың, — тине (Иблис). (18) (Аллаһ) əйтте: — Əйҙə, бар! Ҡарғалыулы һəм мəсхəрəле рəүештə бынан сығып кит! Хаҡтыр, һиңə эйəргəндəр менəн барығыҙҙы туплап, йəһəннəмде тултырасаҡмын, — тине. 19. Əй, Əҙəм, һин ҡатының менəн йəннəткə урынлашып, телəгəнегеҙ ерҙə ризыҡ йыйығыҙ. Бары тик бына ошо ағасҡа ғына ҡағылмағыҙ. Юҡһа, һеҙ ҙə залим булырһығыҙ. 20. Ҡаплаулы ғəүрəттəрен үҙҙəренə күрһəтер өсөн, шайтан (уларҙың күңеленə) вəсүəсə һалды һəм: — Раббығыҙ һеҙ фəрештə булмаһын йəки үлемһеҙгə əүерелмəһен тип, был ағастан тыйҙы, — тип əйтте. (21) Һəм уларға (Иблис): ‐ Мин һеҙгə яҡшы нəсихөт биреүсеҙер, ‐ тип ант итте. 22. Вəсүəсəгə һалып, ул уларҙы хəйлə менəн алданы. Ағас емешен ашағандан һуң, уларҙың оят ерҙəре күҙҙəренə салынды. Һəм улар йəннəт япраҡтарынан ҡаплауыс үрергə тотондолар. Раббы уларға: — Мин һеҙгə: ул ағасҡа ҡағылырға ярамай, тип əйтмəнемме һəм шайтан һеҙҙең иң хəтəр дошманығыҙ, тип əйтмəнемме? — тип ҡысҡырҙы. 23. (Əҙəм менəн ҡатынына) əйттелəр: — Йə, Раббыбыҙ, үҙебеҙҙе харап иттек. Əгəр беҙҙе кисермəһəң, ярлыҡамаһаң, һис шикһеҙ, зарар күреүселəрҙəн булырбыҙ, — тинелəр. (24) Аллаһ: — (Иблис менəн Əҙəм) бер‐берегеҙгə дошман булып (ергə) төшөгөҙ. Һеҙгə Ер йөҙөндə, билгелəнгəн ваҡытҡа саҡлы, тормош итер өсөн урын булыр. (25) Шунда йəшəрһегеҙ, шунда үлерһегеҙ, шунан (Ҡиəмəткə) сығарылырһығыҙ. (26) Əй, Əҙəм балалары, оят ерҙəрегеҙҙе ҡаплар өсөн кейем, биҙəкле күлдəктəр яралттыҡ. Тəҡүəлек (саф əхлəҡ, диндарлыҡ) ‐ кейемдəрҙең иң гүзəлелер. Былар Аллаһтың ғəлəмəтлəрелер. Бəлки яҡшылап уйлай торғас, ғибрəт алырһығыҙ. (27) Əй, Əҙəм балалары, ата‐əсəгеҙҙе йəннəттəн ҡыуҙырыр өсөн, шайтан уларҙың кейемдəрен һалдырып, оят ерҙəрен үҙҙəренə күрһəтте; ул һеҙҙе лə шулай алдамаһын. Сөнки ул (шайтан) һəм уның дуҫтары һеҙҙе күреп тора, һеҙ уларҙы күрмəйһегеҙ. Хаҡтыр, Беҙ шайтандарҙы иманһыҙҙарҙың дуҫы иттек. 28. Улар яманлыҡ ҡылғандан һуң: ‐ Аталарыбыҙҙың шулай ҡылғандарын күрҙек. Аллаһ та беҙгə шулай ҡылырға бойорҙо, — тип əйтəлəр. Əйт һин: — Аллаһ яманлыҡ эштəргə ҡушмаҫ. Белмəгəн көйөнсə Аллаһҡа ҡаршы һөйлəргə нисек баҙнат итəһегеҙ? —тип. (29) Əйт: — Раббым ғəҙел булырға бойорҙо, — тип. — Һəр сəждəлə йөҙҙəрегеҙҙе Ҡийблаға табан йүнəлтегеҙ. Аллаһҡа ялбарып, динде Аллаһ ризалығы өсөн (Аллаһ ҡабул итерҙəй) ихлас тотоғоҙ. Ул һеҙҙе əүүəл нисек яралтҡан булһа, шулай уҡ Уның хозурына ҡайтасаҡһығыҙ. 30. Ул бер ҡəүемде тура юлға күндерҙе, икенсеһен аҙаштырҙы. Сөнки улар Аллаһты(ң динен) ташлап, шайтандарҙы үҙҙəренə дуҫ иттелəр. Шулай ҙа, улар үҙҙəрен тура юлда тип һанайҙар. (31) Əй, Əҙəм балалары, намаҙ уҡый торған урынға барғанда һəр ваҡыт паҡ кейемдəр кейегеҙ; ашағыҙ, эсегеҙ, лəкин (артығын) исраф ҡылмағыҙ. Аллаһ исрафсыларҙы яратмай. 32. Əйт һин: ‐ Ҡолдары өсөн Аллаһ яралтҡан зиннəттəрҙе һəм саф ризыҡтарҙы кем харам ҡылды? —тип. ‐ Улар фани донъяла иман килтергəндəр өсөн, айырыуса Ҡиəмəт көнөндə мөьминдəрҙекелер. Бына Беҙ мəғлүмəтле халыҡ өсөн аяттарыбыҙҙы шулай асыҡлайбыҙ.


33. Əйт һин: — Раббым асыҡ рəүештə, йəшеренеп тə ҡылынған яманлыҡтарҙы, хаҡһыҙ рəүештə золом‐гөнаһ ҡылғанығыҙҙы, һис бер дəлилһеҙ берəй нəмəне Аллаһка тиң күреүҙе һəм Аллаһ тураһында белмəгəн көйөнсə ялған һөйлəүҙе харам итте, — тип. 34. Һəр өммəттең үҙенə тигəн əжəле бар. əжəл бер миҙгел һуңламаҫ, бер миҙгелгə алдан да килмəҫ. 35. Əй, Əҙəм балалары, аяттарымды аңлатыр өсөн, үҙегеҙҙең арағыҙҙан сыҡҡан пəйғəмбəрҙəр килер; кем аяттарымдан үрнəк алһа, гөнаһтарҙан тыйылһа, шуларға ҡурҡыныс юҡ һəм улар хəсрəт эсендə ҡалмаҫ. (36) Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарып, тəкəберлəнеп, уларҙан йөҙ сөйөргəндəр ҙə бар, бына шулар инде тамуҡ киҫəүе булыр. Улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ. (37) Аллаһ тураһында ялған һөйлəгəн, Уның аяттарын ялғанға сығарырға маташҡан кешенəн дə ҡəбəхəтерəк берəү бармы икəн? Китапта яҙылған өлөштəре (вəғəҙə ителгəн яза) улар өҫтөнə төшəсəк. Һуңынан илселəребеҙ (фəрештəлəребеҙ) килеп йəндəрен алғанда: — Аллаһҡа тиң күреп табынған ялған тəңрелəребеҙ ҡайҙа? – тип əйтерҙəр. — Улар беҙҙе ташлап ҡасты, — тип əйтерҙəр. Һəм кəфер булғанлыҡтарына үҙ баштарына шəһəдəт итерҙəр. (38) (Аллаһ) əйтер: — Һеҙҙəн элек килеп киткəн ен һəм кеше ҡəүемдəре менəн бергə һеҙ ҙə утҡа керегеҙ, — тип əйтерҙəр. Һəр халыҡ утҡа кергəндə юлдаштарына лəғнəттəр. Береһе артынан икенсеһе кереп, шунда (йəһəннəмдə) йыйылғанда, арттағылары алдағылары хаҡында əйтер: — Əй, Раббыбыҙ, беҙҙе бына былар һаташтырҙы. Шуға күрə, уларҙы икелəтə утта ғазапла, — тип əйтерҙəр. Аллаһ уларға: — (Гөнаһлы) һəр кем өсөн икелəтə ғазап барҙыр, лəкин һеҙ был турала белмəйһегеҙ генə, ‐ тип əйтер. 39. Алдан йөрөгəндəр арттағыларына əйтер: — Беҙҙең ҡаршыла һеҙҙең бер ниндəй ҙə өҫтөнлөгөгөҙ юҡ. Шуға күрə, һеҙ ҙə ҡылғандарығыҙға теүəл яза күрегеҙ, — тип əйтерҙəр. 40. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарып, үҙҙəрен бөйөк күрһəтергə телəгəндəр бар, бына шуларға инде Күк ишектəре асылмаҫ һəм улар, дөйə энə күҙе аша уҙғанға саҡлы, йəннəткə кермəҫ. Гөнаһлыларҙы бына шулай язаларбыҙ. (41) Улар өсөн йəһəннəм утынан яһалған түшəктəр, өҫтəренə ябынырға утлы юрғандар əҙерлəнгəн. Бына Беҙ залимдарҙы шулай ғазапларбыҙ. 42. Иманлы булып, изгелек ҡылғандар йəннəт əһелдəрелер. Улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ. Бер кемгə лə көсө етмəгəне ҡəҙəр вазифа йөклəмəйбеҙ. (43) (Йəннəткə кергəндəрҙең) күңелдəрендəге барса юшҡынды (асыуҙы) сығарырбыҙ; арыҡтарҙан һыуҙар ағыҙырбыҙ, һəм улар əйтер: — Тура юлы менəн беҙҙе ошо ниғмəттəр менəн ҡауыштырған Аллаһҡа дан. Аллаһ беҙҙе тура юлға күндермəгəн булһа, үҙ көсөбөҙ менəн тура юлды таба алмаған булыр инек. Хаҡтыр, Аллаһтың илселəре беҙгə Хəҡиҡəт алып килгəн булғандар икəн, — тип əйтерҙəр. — Бына һеҙгə, ҡылған изгелектəрегеҙ өсөн түлəү — ул йəннəт — һеҙ уның вəриҫтəре булдығыҙ, — тип əйтерҙəр. (44) Йəннəттəгелəр йəһəннəмдəгелəрҙəн: — Раббыбыҙ вəғəҙə иткəнде ысынлап та беҙ таптыҡ, һеҙ ҙə Раббығыҙ вəғəҙə иткəндəрҙе ысынлап таптығыҙмы һуң? — тип һорарҙар. Тегелəре: — Əлбиттə, таптыҡ, — тип яуапланыр. Һəм араларынан берəү: — Залимдар өҫтөнə Аллаһтың əсе ҡəһəре төштө, — тип ҡысҡырыр. — (45) Аллаһ юлынан тайпылғандарҙы, шул юлды боҙорға телəгəн залимдарҙы, Əхирəтте лə инҡар итеүселəрҙе (лəғнəт һуҡты). (46) Шул ике тараф (ожмах менəн тамуҡ) араһында бер ҡорма‐аралыҡ бар, Əғрəф (кəртəлəр) өҫтөндəге йəннəткə керəсəк кешелəрҙе айырым билгелəренəн танып: — Сəлəм һеҙҙгə, — тип баш эйəсəктəр. Был əҙəмдəр үҙҙəре йəннəткə əле кермəгəн, лəкин керергə нык өмөт итəлəр. 47. Йəһəннəм əһелдəрен күргəс улар: — Йə, Раббыбыҙ, беҙҙе залимдар менəн бергə урылаштырмаһаң ине, — тип ялбарырҙар. (48) Əғрəф ҡалҡыулығындағылар уларҙы (йəһəннəмгə китəсəктəрҙе) тамғаларынан танып əйтер: — Туплаған байлығығыҙ ҙа, тəкəбберлегегеҙ ҙə һеҙгə файҙа килтермəне, — тип əйтерҙəр. (49) — Аллаһ уларға һис ниндəй ҙə рəхмəт индермəйəсəк, тип һеҙ ант иткəн инегеҙ түгелме? — тип Əғрəф əһелдəренəн һорарҙар (һəм иманлыларға табан боролоп) — Керегеҙ йəннəткə. Һеҙгə бынан һуң ҡурҡыу булмаҫ. Һəм һеҙ ҡайғыларға дусар булмаҫһығыҙ, ‐ тип əйтерҙəр. (50) Йəһəннəмгə керəсəктəр йəннəт əһелдəренə былай тип əйтер: — Зинһар, һыу бирегеҙ, йə булмаһа, Аллаһ һеҙгə биргəн ризыҡтан беҙгə лə бер аҙ ғына өлөш сығарығыҙ, — тип ялынырҙар. Улар (йəннəт əһелдəре) иһə: — Аллаһ быларҙы кəферҙəргə харам ҡылды, — тип əйтəсəк. (51) Ул кəферҙəр фани донъя тормошона алдандылар. Улар диндəрен бер уйын‐ шаярыу кеүек итеп тоттолар. Улар ошо көнгə ҡаласаҡтарын (киҫəтеүҙəрҙе) онотто, хатта аяттарыбыҙҙы инҡар итте, шулай булғас, Беҙ ҙə уларҙы «оноттоҡ» (рəхмəтебеҙҙəн мəхрүм иттек). (52) Хаҡтыр, уларға, иман килтергəн ҡəүем өсөн, юл күрһəтеүсе һəм рəхмəтем булараҡ, ғилем менəн аңлатыла торған бер Китап килтерҙек. (53) Улар (кəферҙəр) Аллаһ киҫəтеүенəн башҡа берəй нəмə көтəме ни? Вəғəҙə ителгəн Көн килеп еткəс, (был Көн килаһен) алдан уҡ онотҡан кешелəр əйтер: ‐ Раббыбыҙҙың илселəре килтергəндəр хаҡ булып сыҡты. Хəҙер беҙҙең яҡлаусыларыбыҙ бармы, беҙҙе яҡлашһындар йəки беҙҙе фани донъяға ҡайтарһындар, беҙ ҡылғандарыбыҙҙан айыры булараҡ, изгелекле ғəмəлдəр ҡылыр инек. Улар, ысынлап та, үҙҙəренə зыян‐яҙыҡ эшлəнелəр, табынған уйҙырма һындары ла уларҙы ташлап, юҡ булды. 54. Хаҡтыр, Раббыбыҙ алты көн эсендə күктəрҙе һəм Ерҙе яралтты. Унан һуң Ғəрештə (тəхеттə) Үҙенең хакимлеген урынлаштырҙы. Ул төндө көн менəн ҡаплап, уларҙы өҙлөкһөҙ алыштырып тора. Ҡояшты, Айҙы һəм йондоҙҙарҙы үҙ бойороғына буйһонған хəлдə яралтыусы — Аллаһтыр. Мəғлүмдер, юҡтан бар итеү ҙə, улар менəн идара итеү ҙə Аллаһҡа хастыр. Ғəлəмдəрҙең эйəһе Аллаһ ни ҡəҙəр бөйөктөр. («Ғəреш ‐ тəхет. Аллаһтың урыны. «Алты көн эсендə яралтты» ғийбəрəһен тəфсирселəр төрлөсə аңлата. Беҙ аңлаған егерме дүрт сəғəтлек тəүлек түгел, бəлки Аллаһ көнө мəғəнəһендə əйтелə, тип əйтəлəр. Хаж сүрəһенең 47се аятында иһə, Аллаһ янындағы бер көндөң беҙҙəге мең йылға тигеҙ икəнлеге əйтелə. Мөғəриж сүрəһенең 4се аятында иһə, беҙҙең хисап менəн илле мең йыл дауам иткəн бер көн тураһында һөйлəнə. Йəғни, Аллаһ ҡатындағы ваҡыт ‐ сағыштырмаса, шартлы ваҡыт. Эйнштейндың («Сағыштырмалылыҡ теорияһы») Нисбəти назары Ҡөръəндə күптəн яҙылып ҡуйылған. Тимəк, Аллаһ Тəғəлə донъяны алты дəүерҙə яралтып, бөгөнгө хəленə килтергəн булып сыға. Фүссилəт сүрəһенең 9‐12 аяттарында был турала тəфсиллəп аңлатыла». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 55. Раббыбыҙға ялбара‐ялына, йəшерен доға уҡығыҙ, белеп тороғоҙ, Ул сиктəрҙе уҙғандарҙы яратмай. (56) Ер йөҙөн тəртипкə һалғандан һуң, ул тəртипте боҙмағыҙ (боҙоҡлоҡ ҡылмағыҙ). Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡып һəм (Уның мəрхəмəтен) өмөт итеп, ғибəҙəт ҡылығыҙ. Хаҡтыр, изгелек ҡылғандарға Аллаһтың рəхмəте бик яҡын. (57) Рəхмəт яуҙырыр алдынан һөйөнөслө елдəр иҫтереүсе ‐ Улдыр. Улар (елдəр) ауыр болоттар алып килһə, (ҡоролоҡтан) үле илдəргə ҡыуабыҙ. Шунда ямғыр яуҙырып, төрлө‐төрлө емештəр өлгөртəбеҙ. Бына шулай итеп, үлелəрҙе лə терелтербеҙ, һəр хəлдə бынан ғибрəт алырһығыҙ. (58) Раббының рөхсəте менəн яҡшы мəмлəкəттең игене лə мул сығыр. Яман илдə сүп үлəненəн башҡаһы үҫмəҫ. Бына беҙ шөкөр итеүсе бер ҡəүем өсөн аяттарҙы шулай асыҡлайбыҙ. 59. Хаҡтыр, Нухты илсе булараҡ үҙ халҡы араһынан күндерҙек. Ул əйтте: — Əй, халҡым, Аллаһҡа ҡоллоҡ итегеҙ (ғибəҙəт ҡылығыҙ), һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Дөрөҫөн əйтəйем, мин өҫтөгөҙгə килə торған бер көндөң (Туфан һыуы) ғазабынан ҡурҡам. (60) Ул ҡəүемдең хакимдары əйтте: ‐ Күрəбеҙ, һинең аҙашыуың көн кеүек асыҡ, — тинелəр. 61. Ул əйтте:


— Əй, халҡым, мин аҙашманым, фəҡəт мин ғəлəмдəрҙең Раббыһы тарафынан күндерелгəн бер илсе. (62) Һеҙгə Раббымдың уахи иткəн аяттарын ғына ишеттерəсəкмен, һеҙгə өгөт‐нəсихəт бирəм, һеҙ белмəгəндəрҙе мин Аллаһтан белдем. (63) Гөнаһлы булыуҙан һаҡлаһындар тип, Аллаһтың рəхмəтенə ирешһендəр өсөн, Аллаһтың ғазабы менəн ҡурҡытыр өсөн, үҙегеҙҙең арағыҙҙан сыҡҡан кешегə Аллаһтан Китап ингəненə аптырайһығыҙмы? — тине. (64) Уны ялғансыға сығарҙылар. Беҙ ҙə уны һəм уның менəн бер кəмəлə булғандарҙы ҡотҡарҙыҡ. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандарҙы һыуға батырҙыҡ. Сөнки улар (күңел күҙҙəре) һуҡыр бер халыҡ ине. 65. Ғəд халҡына ла ҡəрҙəштəре Һудты илсе иттек. Ул əйтте: — Əй, халҡым, Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис бер кем юк. Əле һаман да Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (66) Ул халыҡтың кəфер хаҡимдары əйтте: — Беҙ һинең мейеһеҙ (йүлəр) икəнлегеңде ап‐асыҡ күреп торабыҙ һəм, шөбһəһеҙ, һине алдаҡсы тип уйлайбыҙ, — тинелəр. (67) ‐ Əй, халҡым, — тине (Һуд). — Мин мейеһеҙ (йүлəр) түгел. Фəҡəт мин ғəлəмдəрҙең Раббыһы ебəргəн бер илсе. (68) Һеҙгə Раббымдың уахи иткəн аяттарын ишеттерермен һəм мин һеҙҙең ышаныслы кəңəшсегеҙ булырмын. (69) Һеҙҙе киҫəтер өсөн арағыҙҙан сыҡҡан бер əҙəм аша Раббығыҙҙан һеҙгə бер Китап килгəненə аптыранығыҙмы? Уйлап ҡарағыҙ əле, Ул һеҙҙе, Нух ҡəүеменəн һуң, улар урынына килтерҙе һəм яралтылғанда уҡ һеҙҙе уларҙан өҫтөн ҡылды. Шулай булғас, Аллаһтың ниғмəттəрен онотмағыҙ: ҡотолорһоғоҙ, — тине. (70) Əйттелəр: — Һин беҙҙе бары тик бер Аллаһҡа ғына ғибəҙəт ҡылдырыр өсөн һəм ата‐бабылларыбыҙ табынған (тəңрелəребеҙҙе) ташлатыу ниəте менəн килдеңме? Əгəр һин хак һөйлəйһең икəн, беҙҙе ҡурҡыта торғаныңды (Аллаһ язаһын) күрһəт, — тинелəр. (71) (Һуд) əйтте: — Һеҙҙең өҫкə Аллаһтың ҡарғышы һəм язаһы (ҡот осҡос аслыҡ) килде бит инде. Аллаһтан һис бер хоҡуҡ бирелмəгəн килеш, бары тик ата‐ бабаларығыҙ (һындарға, боттарға) таҡҡан исемдəр тураһында минең менəн һүҙ көрəштерергə булдығыҙмы ни? Тороп тороғоҙ, шик юҡ, мин дə һеҙҙең менəн бергə көтөп тороусы, ‐ тине. (Ашыҡмағыҙ, һеҙгə тағын яза килер, мин дə һеҙҙең ул язағыҙға шаһит булырмын.) 72. Уны һəм уның менəн бергə булғандарҙы рəхмəтебеҙ менəн ҡотҡарҙыҡ. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға телəгəндəр менəн иман килтермəгəндəрҙең нəҫелен киҫтек. (73) Сəмүд халҡына ла үҙҙəре араһынан Салихты күндерҙек. Ул əйтте: — Əй, халҡым, Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылығыҙ, һеҙҙең Унан башҡа тəңрегеҙ юҡ, һеҙгə Раббығыҙҙан ап‐асыҡ бер дəлил килде. Ул бер мөғжизə булараҡ килтерелгəн дөйəлер. Уны иреккə ебəрегеҙ, ул Аллаһ ерендə утлаһын, уға яманлыҡ ҡылмағыҙ, юҡһа, һуңынан һеҙгə яза иңəр, — тине. («Сəмүд халҡы Салих пəйғəмбəргə: əгəр һин пəйғəмбəр икəнһең, мөғжизə итеп, бына ошо таш эсенəн дөйə сығар, шунда ғына беҙ һинең пəйғəмбəр икəнеңə ышанасаҡбыҙ, тине. Хəҙрəти Салих доға уҡыны һəм таштан бер əсə дөйə килеп сыҡты. Был мөғжизəне күреүгə үк ҡайһы берҙəре иман килтерҙе. Ҡалғандары иһə һаман кəферлектə ҡалдылар. Хəҙрəти Салих дөйəгə ҡағылмаҫҡа бойорҙо, дөйə үҙ иркендə утлап йөрөһөн, тине. Лəкин кəферҙəр дөйəне һуйҙы. Шуға курə, Салих пəйғəмбəр үҙ халҡын ташлап, һижрəт итте (күсенде). Уның халҡы иһə дəһшəтле ғарасатта һəлəк булды». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 74. Уйлап ҡарағыҙ, Ғəд халҡынан һуң, улар урынына һеҙҙе бар итте. Һəм Ер йөҙөнə (Хижаз менəн Шом араһына) урынлаштырҙы: ‐ Ерҙең тигеҙ урындарында һарайҙар һалаһығыҙ, ҡалҡыу урындарында өйҙəр яһайһығыҙ (ҡаяларҙы тишеп, торор өсөн ҡыуыштар яһайһығыҙ). Инде Аллаһтың ниғмəттəрен иҫегеҙгə төшөрөгөҙ, фетнəселəр кеүек, Ер йөҙəндə буталсыҡтар сығармағыҙ. (Башбаштаҡлыҡ ҡылып, тəбиғəт тəртибен боҙмағыҙ.) (75) Был халыҡтың хакимдары бөйөклөк тəкəбберлеге менəн, араларындағы зəғиф күренгəн мосолмандарға əйттелəр: ‐ Һеҙ Салихтың Раббы тарафынан күндерелгəнлеген белəһегеҙме, уның Пəйғəмбəр икəненə (ышанаһығыҙмы)? — тип һоранылар. Тегелəр иһə: — Шик юҡ, беҙ уға нимə индерелһə лə ышанабыҙ, ‐ тинелəр. (76) Бөйөклөк тəкəбберлеге менəн тағын əйттелəр: — Беҙ иһə һеҙҙең ышанғанығыҙҙы инҡар итеүселəр, — тинелəр. (77) Һəм улар əсə дөйəнең аяҡтарын киҫеп, һуйҙылар һəм Раббының рөхсəт сиктəрен боҙҙолар ҙа: — Əй, Салих, əгəр һин, ысындан да, пəйғəмбəр икəнһең, беҙҙе өркөтə торған язаңды күрһəт инде, — тинелəр. (78) Шунан һуң уларҙы дəһшəтле тетрəү тотто һəм улар үҙ йорттарында теҙлəнгəн (кəкрəйеп ҡалған) килеш һəлəк булдылар. (79) Салих уларҙан йөҙ сөйөрҙө лə əйтте: — Əй, халҡым, хаҡтыр, мин һеҙгə Раббымдың уахи иткəн вəғəҙəһен килтерҙем һəм һеҙгə һабаҡ бирҙем, тик һеҙ өгөтлəгəндəрҙе яратмайһығыҙ шул. 80. Лутты ла (пəйғəмбəр итеп ебəрҙек). Ул (халҡына) əйтте: ‐ Һеҙҙəн элек килгəн ҡəүемдəр ҙə ҡыла алмаған фəхешлекте эшлəргə йыйынаһығыҙмы? ‐ тине. (81) Сөнки һеҙ енси лəззəт өсөн, ҡатындарығыҙҙы ташлап, ирҙəргə яҡынлашаһығыҙ. Дөрөҫөн əйтəм, һеҙ сиктəрҙе уҙған бер боҙоҡ халыҡ икəнһегеҙ. (82) Ҡəүемдең яуабы ошо булды: — Уларҙы (Лутты һəм уның эйəрсендəрен) мəмлəкəттəн ҡыуығыҙ, сөнки улар үҙҙəрен паҡ тип ышандырмаҡсы булалар, — тип əйтеүҙəн башҡа өндəшмəнелəр. (83) Беҙ уны ла, ҡатынынан башҡа, ғаилаһе менəн ҡотҡарҙыҡ; сөнки уның ҡатыны (иманһыҙҙар яғында) ҡалғандарҙан ине. (84) Һəм өҫтəренə таш ямғыры яуҙырҙыҡ, күр һин, гөнаһлыларҙың ахыры нисек бөтə. («Хəҙрəти Ибраһим ҡəрҙəшенең торыны хəҙрəт Лут, Хумуш ерендəге Содом шəһəренең халҡына пəйғəмбəр итеп күндерелгəн ине. Был шəһəр халҡы башҡа һис бер миллəт эшлəмəгəн боҙоҡлоҡ (ир менəн ир фəхешлеге) ҡыла ине. Лут пəйғəмбəрҙең өгөттəренə иғтибар итмəйенсə, улар зина ҡылыуҙарын дауам иттелəр. Ниһайəт, Лут пəйғəмбəр иман килтергəндəр менəн бергə төнөн шəһəрҙəн сығып китə. Ҡалалағы халыҡ иһə ер тетрəүенəн, баштарына яуған ташлы ямғырҙан һəлəк була».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 85. Мəдйəн халҡына ла үҙ араларынан Шөғəйепте пəйғəмбəр итеп күндерҙек. Ул əйтте: — Əй, халҡым, Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Һеҙгə раббының асыҡ дəлиле килде. Үлсəгəндə, бүлешкəндə ғəҙел булығыҙ, кешелəргə тейешлеһенəн кəм бирмəгеҙ. Тəртип һалынған Ер йөҙөн (тəбиғəтте) башбаштаҡлыҡ менəн боҙмағыҙ. Иманлы булһағыҙ, был эштəр һеҙҙең өсөн тағын да хəйерлерəктер. («Мəдйəн — хəҙрəти Ибраһим улының исемелер. Уның ейəндəренə Мəдйəн ҡəбилаһе тип, улар йəшəгəн шəһəрҙе Мəдйəн ҡалаһы тип əйтəлəр ине. Был шəһəр Фəлистын (Палестина) менəн Хижаз араһында һəм Ҡыҙыл Диңгеҙ буйында урынлашҡан ине».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 86. Ҡурҡытып‐янап, Аллаһ юлынан тайпылдырырға һəм шул тура юлды боҙорға тырышып, юл буйында мөьминдəрҙе һағалап, боҫоп тормағыҙ! Уйлап ҡарағыҙ əле, һеҙ бик əҙ инегеҙ, Ул һеҙҙе үрсетте. Күрегеҙ, аҙҙырыусыларҙың аҙағы нисек тамамланғанын. 87. (Шөғəйеб əйтте): — Əгəр арағыҙҙан бер төркөм мин алып килгəндəргə (Аллаһ хөкөмдəренə) инанһа, икенсе төркөм, инанмаһа, Аллаһ хөкөмө килгəнсегə саҡлы сабыр итегеҙ. Ул ‐ хөкөмдарҙарҙың иң ғəҙеле. (88) Ҡəүемдең хакимдары тəкəбберлек менəн əйтте: — Əй, Шөғəйеб, һине мосолмандарың менəн бергə илебеҙҙəн ҡыуасаҡбыҙ йəки беҙҙең дингə күсəсəкһегеҙ, — тинелəр. Шөғəйеп: — Һеҙҙең ул динегеҙгə (нəфрəтле булһаҡта?) үҙебеҙ телəмəһəктəме? — тине. (89) — Дөрөҫөн əйтəйем, Аллаһ беҙҙе ул диндəн ҡотҡарғандан һуң, ҡабат һеҙҙең динегеҙгə ҡайтһаҡ, беҙ Аллаһ тураһында ялған һөйлəгəн булырбыҙ. Аллаһ ихтыяр итмəһə, һеҙҙең дингə ҡайтыу мөмкин эш түгел. Раббыбыҙҙың ғилеме бөтөнөһөн дə урап алған. Беҙ бары тик бер Аллаһҡа ғына баш эйҙек. Раббыбыҙ! Халҡым менəн арабыҙҙы ғəҙеллек менəн хөкөм ит. Һин хөкөмдарҙарҙың иң ғəҙеле. 90. Был халыҡтың етəксе кəферҙəре əйтте: — Əгəр ҙə Шөғəйебкə эйəрһəгеҙ, һеҙ, һис шикһеҙ, зарар күрерһегеҙ, — тинелəр. (91) Таң алдында, дəһшəтле ер тетрəүе ваҡытында улар, үҙ йорттарынан сыға алмайынса кəкрəйеп, һəлəк булды. (92) Шөғəйебте ялғансыға сығарғандар юҡ булды, əйтерһең дə, улар ҡалала бөтөнлəй йəшəмəгəн дə. Асылда зыян күреүселəр Шөғəйебте ялғансы тип атағандар булды. (93) (Шөғəйеб) уларҙы ташлап китер алдынан: — Əй, халҡым, мин һеҙгə Раббыбыҙ юллаған хəҡиҡəтте һөйлəнем һəм һеҙгə өгөт бирҙем. Кəферҙəр өсөн мин нисек ҡайғырайым? — тине.


94. Ниндəй генə илгə пəйғəмбəр ебəрһəк тə, шул ил халҡы (кəферлектəре өсөн) бəлки тəүбə итеп, тура юлға баҫыр тип, уларҙы фəҡирлеккə, бəлə‐ ҡазаға дусар иттек. (95) Һуңынан ул бəлə‐ҡазаны бөтөрөп, муллыҡ бирҙек. Ниһайəт, улар үрсене һəм: —Ата‐бабаларыбыҙ ҙа ошолай бəхетһеҙлектə лə, муллыҡта ла йəшəп ҡарағандар, (бында Аллаһтың ҡатнашы юҡ), — тинелəр. Беҙ уларҙы иҫкəрмəҫтəн (ҡарғыш менəн) тотоп алдыҡ. 96. Был илдəрҙең халыҡтары иман килтереп, гөнаһтан ҡурҡҡан булһалар ине, əлбиттə, уларҙың өҫтөнə Күктəн, Ерҙəн мул бəрəкəт ҡапҡаларын асҡан булыр инек. Лəкин улар Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарҙылар. Беҙ ҙə ҡылған кəферлектəренə күрə, уларҙы ҡарғышҡа тоттоҡ. (97) Ул илдəрҙең халҡы, төндə йоҡлап ятҡанда өҫтөбөҙгə Аллаһтың язаһы төшмəҫ, тип уйланылармы? (98) Йəки ул илдəрҙең халҡы, иртəнсəк, уйын‐ көлкөлө (күңел асып, лəззəт кисергəн) саҡта өҫтөбөҙгə Аллаһтың язаһы төшмəҫ, тип тəкəберлəндеме? (99) Əллə улар үҙҙəрен Аллаһтың язаһынан ҡотолған тип һынаймы? Зыян‐зəхмəт күрəсəк гөнаһлылар ғына Аллаһ хөкөмөнəн ҡурҡмай. (100) Əүəлге хужаларынан һуң ул ергə вариҫ булғандарға шул Хəҡиҡəт əле лə булһа барып етмəнеме ни? Əгəр Беҙ телəһə инек, гөнаһтарына күрə, уларҙы язалаған булыр инек. Уларҙың күңелдəрен йоҙаҡлап ҡуйып, ҡолаҡтарын һаңғыраулатҡан булыр инек. 101. Бына шундай илдəр бар. Һиңə һабаҡ булһын тип, улар тураһында бəғзе ғибрəттəр һөйлəйбеҙ. Хаҡтыр, пəйғəмбəрҙəре уларға ап‐асыҡ дəлилдəр килтерҙе. Баштан уҡ ялғанға сығарып, хəҡиҡəтткə улар инанырға телəмəне. Кəферҙəрҙең күңелдəрен Аллаһ ана шулай итеп йоҙаҡлай. (102) Уларҙың күбеһен антҡа тоғро тапманыҡ. Дөрөҫө шулдыр, уларҙың күбеһе тура юлдан яҙған, тигəн нəтижəгə килдек. (103) Унан һуң улар артынан Мусаны аят‐мөғжизəлəребеҙ менəн Фирғəүенгə һəм уның халҡына юлланыҡ. Улар мөғжизəлəрҙе инҡар итте. Ҡара, фетнəселəрҙең ахы‐ ры нимə менəн бөттө? (104) Муса əйтте: — Əй, Фирғəүен, мин ғəлəмдəрҙең Раббыһы тарафынан һеҙгə күндерелгəн бер пəйғəмбəр, — тине. (105) — Мин Аллаһ тураһында бары тик дөрөҫөн генə һөйлəргə бурыслымын. Һеҙгə Раббығыҙҙан асыҡ бер дəлил килтерҙем. Исраил улдарын (Яҡуп балаларын) азат итеп, миңə биреп е‐ бəр, ‐ тине. «Ул ваҡытта Фирғəүен Яҡуп балаларын золомда, ауыр эштəрҙə эшлəтеп, йəберлəп тота ине. Шул халыҡ араһынан сыҡҡан пəйғəмбəр булараҡ, хəҙрəти Муса үҙ халҡын Фирғəүен золомынан ҡотҡарып, Мисырҙан Фəлистынгə ҡайтарыуҙы талап итте».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 106. (Фирғəүен) əйтте: — Əгəр һин дөрөҫөн һөйлəйһең икəн, алып килгəн мөғжизəңде күрһəт, ҡарап ҡарайыҡ, ‐ тине. (107) Шунан һуң хəҙрəти Муса ҡарышҡы таяғын ергə ташланы. Таяҡ шунда уҡ аждаһаға əүерелде... (108)... Һəм ҡулын кеҫəһенəн сығарҙы. Ҡарап тороусыларға ул шунда уҡ ап‐аҡ булып, ялтырап күренде. (109) Фирғəүен кешелəре əйтте: ‐ Был бик тə оҫта сихырсы икəн, ‐ тинелəр. (110) ‐ Ул һеҙҙе йортоғоҙҙан ҡыуып сығарырға килгəн. Ни ҡылабыҙ? — тинелəр. (111) Һуңынан əйттелəр: — Уны ла, ҡəрҙəшен (Һарунды ла) көттөрөп тор. Һəм ҡала буйлап йомошсоларыңды юлла... (112) ... Улар бөтөн сихырсыларҙы йыйып килтерһендəр, — тинелəр. (113) Сихырсылар Фирғəүен янына йыйылды, улар: — Беҙ уны еңһəк, беҙгə ҡиммəтле бүлəктəр булырмы? — тинелəр. (114) (Фирғəүен): — Əлбиттə, — тине. — Һəм дə һеҙ минең иң яҡындарымдан буласаҡһығыҙ. (115) (Сихырсылар): — Ий, Муса, һин иң беренсе булып ташлайһыңмы, əллə беҙме? — тинелəр. (116) (Муса): — Һеҙ ташлағыҙ, — тине. Улар (сихыр таяҡтарын) ташлап, кешелəрҙең күҙен быуҙылар, ғəжəйеп ҡурҡыныс сихырҙар күрһəттелəр. 117. Беҙ ҙə Мусаға: — Ҡарышҡыңды ташла, — тип бойорҙоҡ. Уның ҡарышҡыһы тегелəрҙең уйҙырма йыландарын йотоп бөтөрҙө. (118) Шулай итеп, тегелəрҙең ялғандары асылды, Хəҡиҡəт еңде; уларҙың ҡаҙанырға телəгəн уңыштары юҡҡа сыҡты. (119) Бына шулай итеп, (Фирғəүен менəн уның ҡəүеме) еңелде һəм улар хурлыҡҡа төшөп йыраҡлаштылар. (120) Сихырсылар иһə сəждəгə йығылдылар. (121) — Ғəлəмдəрҙең һəм (122) Муса менəн Һарундың Раббыһы булған Аллаһҡа инандыҡ, — тинелəр. 123. Фирғəүен əйтте: — Минең рөхсəтемдəн башҡа һеҙ нисек итеп (Аллаһҡа) иман килтерҙегеҙ? Был, һис шикһеҙ, халыҡты шəһəрҙəн ҡыуып сығарыу өсөн һеҙҙең тарафтан ҡоролған тоҙаҡ. Лəкин тиҙҙəн (башығыҙға төшəсəк) бəлəне күрерһегеҙ. (124) Ант итеп əйтəм, аяҡ‐ҡулдарығыҙҙы арҡылы‐торҡоло сапҡылап ташлаясаҡмын, унан һуң бөтəгеҙҙе лə аҫып ҡуясаҡмын, — тине. (125) Əйттелəр: — Беҙ, ысынлап та, Раббыбыҙға йүнəлдек. (126) Һин бары тик Раббыбыҙҙы аяттары беҙгə индерелгəнгə күрə генə, Аллаһҡа инанғаныбыҙға асыу итеп кенə беҙҙəн үс алаһың. Йə, Раббыбыҙ, беҙгə сабырлыҡ бир, мосолман булараҡ йəнебеҙҙе ал, — тинелəр. (127) Фирғəүен ҡəүеменең аҡһаҡалдары əйтте: — Муса һəм уның ҡəүеме һине, тəңрелəреңде ташлап, Ер йөҙөндə шаҡшы (əшəкелек) таратып йөрөһөндəр тип, уларҙы иҫəн ҡалдыраһыңмы? — тинелəр. (Фирғəүен): — Беҙ уларҙың ир‐егеттəрен үлтереп, ҡатын‐ҡыҙҙарын иҫəн ҡалдырасаҡбыҙ. Əлбиттə, беҙҙə уларҙы иҙəрлек кенə ҡеүəт бар. (128) Муса үҙ ҡəүеменə əйтте: — Аллаһтан ярҙам көтөгөҙ, сабыр итегеҙ, — тине. — Шик юк, Ер йөҙө Аллаһтыҡылыр. (Шул Ергə) Ул Үзе телəгəн бəндəлəрен вариҫ итə. Əжер Аллаһтан (гөнаһ эшлəүҙəн) ҡурҡҡандарҙыҡы булыр. (129) Улар: — Һин беҙгə (пəйғəмбəр сифатында) килгəнсе лə, һин килгəндəн һуң да беҙҙе йəберлəнелəр, — тинелəр. Муса: — Аллаһ дошманығыҙҙы һəлəк итер, тигəн өмөт бар, — тине. — Һəм улар урынына һеҙҙе ергə хужа итеп ҡуйыр. Унан һуң инде һеҙҙең нимə ҡылғанығыҙға ҡарар. 130. Хаҡтыр, Беҙ ҙə Фирғəүенгə эйəргəндəрҙе: һабаҡ алһындар тип, йыл һайын ҡоролоҡ, ҡытлыҡ менəн интектерҙек. (131) Уларға бер уңыш (муллыҡ) килһə, улар: — Был беҙгə шулай тейеш, — тип əйтəлəр. Əгəр өҫтəренə берəй бəлə (мур ҡырылышы) килһə, Муса менəн уның шəкерттəрен ғəйеплəйҙəр. Мəғлүмдер, улар өҫтөнə килгəн бəлə Аллаһ тарафынандыр. Лəкин уларҙың күбеһе был хаҡта белмəй. (132) Һəм улар (Мусаға) əйтте: — Беҙҙе сихырға тотар өсөн, əллə ниндəй мөғжизəлəр күрһəтһəң дə, барыбер беҙ һиңə ышанасаҡ түгелбеҙ, —тинелəр. 133. Беҙ ҙə мөғжизəлар булараҡ, улар өҫтөнə бер‐бер артлы Туфан əфəтен, саранча ҡазаһын, бөжəктəр өйөрөн, баҡалар һəм ҡан ямғырҙарын яуҙырҙыҡ, улар һаман тəкəббер булдылар һəм гөнаһлы ҡəүемгə əүерелделəр. (134) Баштарына яза (мур) килгəс əйттелəр: — Эй, Муса, һиңə биргəн антыбыҙ хөрмəтенə беҙҙең өсөн Раббыңа доға ҡыл, əгəр өҫтөбөҙҙəн был ғазаптарҙы алдырһаң, һиңə ышаныр инек һəм Исраил улдарын һиңə биреп ебəрер инек, — тинелəр. 135. Беҙ улар өҫтөнəн язаны билгеле бер ваҡытҡа ҡəҙəр алдыҡ, лəкин улар тағын һүҙҙəрендə торманылар. (136) Беҙ аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙан һəм аяттарға ғəмһеҙ булғандарҙан үс алдыҡ һəм уларҙы диңгеҙгə батырҙыҡ. 137. Хурлыҡтарға ҡалған был көсһөҙ ҡəүемде Беҙ эсе бəрəкəт менəн тулған ерҙең Көнсығыш тарафына һəм Көнбайыш тарафына вариҫ ҡылдыҡ. Сабыр иткəндəренə күрə, Раббының Исраил улдарына биргəн вəғəҙəһе үтəлде. Фирғəүен һəм уның ҡəүеме төҙөгəн йорттарҙы һəм үҫтергəн баҡсаларҙы харап иттек. 138. Яҡуп тоҡомон диңгеҙҙəн үткəрҙек, улар (диңгезҙҙе кискəс) юлда барғанда боттарға, һындарға табына торған халыҡты осратты. Шунан юлдаштары əйтте:


— Эй, Муса, уларҙыҡы кеүек тəңре (һəйкəлен) беҙгə лə яһап бир, — тинелəр. Муса əйтте: — Ысынлыкта һеҙ бик тə наҙан бер халыҡ икəнһегеҙ, — тине. 139. Шик юҡ, былар күңелендəге (дин) бөтөрөлəсəк һəм уларҙың ғəмəле (яһаған һындары ла) нəжес һəм яраҡһыҙ булыр. (140) Муса əйтте: — Аллаһ һеҙҙе бөтөн яралтылғандарҙан өҫтөн ҡуйҙы, ə мин һеҙгə Аллаһтан башҡа бер тəңре яһайыммы? (141) Иҫегеҙгə төшөрөгөҙ, һеҙҙе иң əшəке язалар менəн йəберлəп тотҡан Фирғəүендəн ҡотҡарҙыҡ. Улар һеҙҙең улдарығыҙҙы үлтереп, ҡатын‐ҡыҙҙарығыҙҙы ғына иҫəн ҡалдыра ине. Бына шунда Аллаһ Тəғəлə һеҙҙе һынап ҡараны ла инде. (142) (Ғийбəҙəт ҡылыр өсөн) Мусаға утыҙ төн вəғəҙə иттек һəм уға ун төндө өҫтəнек; шулай итеп, Аллаһ тəғəйенлəгəн ваҡыт ҡырҡ төн булды. Муса ҡəрҙəше Һарунға əйтте: —Халҡыбыҙ араһында етəксе булып минең урынға һин ҡалаһың, уларҙы тура юлға өгөтлə, (ғəҙел бул) юлдан яҙғандарға эйəрмə, — тине. 143. Тəғəйен иткəнебеҙ ваҡытта Муса (Тур тауына) килде, Аллаһ менəн һөйлəшкəн ваҡытта: — Йə, Раббым, зинһар, миңə күрен, Һине күрəһем килə, — тине. Раббы иһə: — Һин мине күрə алмаҫһың, лəкин ана шул тауға ҡара, əгəр ул үҙ урынында ҡала бирһə, һин дə мине күрерһең, — тине. Раббы тауға тəьҫир итте (нурын һирпене), тауҙы (шартлатып) пыран‐заран килтерҙе. Муса иһə һуштан яҙҙы. Аңына килгəс əйтте: — Дан Һиңə! Һинең сифатыңда кəмселек юҡ, тип аңланым, Һиңə тəүбə иттем. Иман килтергəндəрҙең беренсеһе мин. (144)(Аллаһ) — Эй, Муса, — тине. — Һиңə биргəн вазифалар менəн һəм һүҙем менəн һине кешелəрҙең башлығы итеп һайланым. Биргəнемде ал һəм шөкөр ит. 145. Нəсихəт һəм бөтөн нəмəлəрҙең асылына ҡағылышлы нимə бар, барыһын да таҡталарға яҙып, Мусаға бирҙек (һəм əйттек): ‐ Быларҙы ал һəм ҡеүəтеңдəн килгəнсə һаҡла, халҡыңа ла əйт, бында яҙылғандарҙың иң яҡшыларын ҡəғиҙə итһендəр. Тиҙҙəн мин һеҙгə юлдан яҙғандарҙың урынын күрһəтəсəкмен. 146. Ер йөҙөндə хаҡһыҙ рəүештə тəкəберлəнгəндəрҙе аяттарымдан йыраҡлаштырасаҡмын. Бөтөн аяттарыбыҙҙы күрһəлəр ҙə, улар иман килтермəҫ. Тура юлды күрһəлəр ҙə, ул юлға төшмəҫтəр. Аҙғынлыҡ юлын күрһəлəр, шул юлдан китерҙəр. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға телəгəндəре һəм уларга иғтибарһыҙ ҡалғандарына күрə, улар (Аллаһ тарафынан) шул хəлгə төшөрөлдө. 147. Аяттарыбыҙҙы һəм Əхирəттə ҡауышасағыбыҙҙы ялғанға сығарырға телəгəндəрҙең ғəмəлдəре юҡҡа сыҡты. Улар ҡылған гөнаһтарынан да артыҡ яза алыр, тип уйлайһығыҙмы? (Улар ҡылған гөнаһтары өсөн генə яуап тотасаҡ.) (148) (Муса ҡырҡ көн ғийбəҙəт ҡылырға, Аллаһ менəн һөйлəшергə Тур тауына киткəс) уның ҡəүеме үҙ алтындарын йыйып, мөңрəй торған быҙау һыны яһатты. (Тəңребеҙ, тип шул быҙауға табына башланылар.) Ул (быҙауҙың) үҙҙəре менəн һөйлəшə алмағанын, уларға тура юлды күрһəтə алмағанын улар күрмəйме ни? Уны тəңре итеп табындылар һəм залим булдылар. 149. Улар хаталарын аңлап, ҡулдарына һуғылғас, əйттелəр: — Əгəр Раббыбыҙ ярлыҡамаһа, рəхимлек ҡылмаһа, беҙ, мотлаҡ, зыян күреүселəр араһында булырбыҙ, — тинелəр. («Ғəрəптəрҙə хата эшлəгəнде аңлағас, аяныс хəлдəрҙə ҡалғанда, усты усҡа бəреп, ике теҙгə һуғыу ғəҙəте бар ине. Был — ҡылған эшкə үкенеү, асыныу ғəлəмəте».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 150. Муса асыныуынан ҡыҙған хəлдə ҡайтып: — Мин киткəндəн һуң һеҙ ниндəй хəтəр эштəр башҡарҙығыҙ, Раббыбыҙҙың əмерен көтмəйенсə, ашығыс хата яһанығыҙ, — тип ул ҡулындағы яҙыулы таҡталарын ергə ҡуйҙы һəм ҡəрҙəшенең (Һарундың) сəсенəн тотоп, башын үҙенə табан тартты. Туғаны: — Əсəйемдең балаһы, был ҡəүем мине, ысындан да, көсһөҙ һананы һəм мине үлтерə яҙҙы. Һин мине һүгеп, дошмандарыбыҙҙы һөйөндөрмə, мине залимдар рəтендə һанама, — тине. (Əсəйемдең балаһы — бер туған ҡəрҙəштəр араһында оло хөрмəт менəн əйтелə торған һүҙ.) 151. (Муса): — Йə, Раббым, үҙемде лə, туғанымды ла кисер, зинһар, беҙҙе рəхмəтеңдəн ташлама. Сөнки Һин мəрхəмəтлелəрҙең дə иң мəрхəмəтлеһе бит, — тине. 152. Быҙауҙы (тəңре) һанағандарға Раббының ғазабы төшəсəк һəм уларға донъя тормошонда ла хурлыҡтар буласаҡ. Беҙ ялған уйлап сығарыусыларҙы шулай язалайбыҙ. (153) Яманлыҡтар ҡылғандан һуң тəүбə итеп, иман килтергəндəрҙе Раббы, һис шикһеҙ, ярлыҡар, ғəфү итер. (154) Асыуы ҡайтҡандан һуң, Муса яҙыулы таҡталарын алды. Шундағы яҙыуҙарҙа Раббынан (гөнаһ эшлəүҙəн) ҡурҡҡандар өсөн вəғəз һəм мəрхəмəт (вəғəҙəһе) бар ине. (155) (Аллаһ хозурында яуап тотар өсөн) ҡушҡан ваҡыт эсендə, билгелəнгəн урынға Муса үҙ халҡы араһынан етмеш кеше һайлап алып килде. Был кешелəрҙе дəһшəтле ер тетрəүе тотҡас, Муса əйтте: — Йə, Раббым, ихтыяр итһəң, мине лə, уларҙы ла башта уҡ һəлəк иткəн булыр инең. Арабыҙҙағы бер нисə ахмаҡ кешенең гөнаһтары өсөн бөтөнөбөҙҙө лə һəлəк итерһеңме ни? Был бары тик беҙҙе һынап ҡарауың ғынамы? Һынау аша телəгəнеңде аҙаштырып, телəгəнеңде тура юлға күндерергə маҡсат итəһең кеүек. Һин беҙҙең хужабыҙ, беҙҙе ярлыҡа, беҙгə миһырбанлы бул, ярлыҡаусыларҙың иң күркəме — Һин! — тине... 156. ... беҙгə был донъяла ла, Əхирəттə лə гүзəл тормош əйлə. Һис икелəнмəйенсə, беҙ Һиңə баш эйҙек. Аллаһ бойорҙо: — Телəгəн кешегə ғазап бирермен, мəрхəмəтем бөтөн нəмəгə етəрлек. Уны (гөнаһ эшлəүҙəн) һаҡланғандарға, зəкəт биргəндəргə һəм аяттарыма инанғандарға (сауап) яҙасаҡмын. 157. Ҡулдарындағы Тəүрəт менəн Инжилдə яҙылған илсегə, өмми (уҡый‐яҙа белмəгəн) Пəйғəмбəргə эйəргəндəр бар, бына шул Пəйғəмбəр уларға изгелек эшлəргə ҡуша, уларҙы яманлыҡтан тыя, уларға саф‐паҡ нəмəлəрҙе хəлəл итə, əшəкелəрҙе харам ҡыла. Ауырлыҡтан азат итə, (хорафат) сылбырҙарын сисə. Шул Пəйғəмбəргə инанып, уға хөрмəт күрһəткəн, уға ярҙамсы булған һəм уның менəн берлектə индерелгəн нурға (Ҡөръəнгə) эйəргəндəр ҙə бар, бына шулар инде ҡотолор, рəхəткə ирешер. 158. Əйт: ‐ Əй, кешелəр, дөрөҫтəн дə мин күктəрҙең һəм Ерҙең хужаһы булған Аллаһ тарафынан һəммəгеҙгə ебəрелгəн илсемен. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул терелтə лə, үлтерə лə. Шулай булғас, өмми Пəйғəмбəр булған илсеһенə, Аллаһҡа һəм уның аяттарына инанып, иман килтергəндəр Аллаһҡа йүнəлер һəм тура юлды табыр, — тип. 159. Мусаның ҡəүемендə хаҡ менəн тура юлды тапҡан һəм ғəҙеллек менəн хөкөм йөрөтөүсе бер төркөм бар. 160. Беҙ уларҙы (Яҡуп нəҫелен) ун ике ҡəбилəгə бүлдек. Ҡəрҙəштəре (сүлдə) унан һыу һораны, Мусаға: — Ҡарышҡың (таяғың) менəн ташҡа һуҡ, — тип бойорҙоҡ. Шул мəлде үк унан ун ике шишмə бəреп сыҡты. Һəр ҡəбилə эсер өсөн үҙ шишмəһен билгелəне. Һуңынан улар өҫтөнə болот ебəреп, күлəгə яһаныҡ. Уларға Илаһи ҡөҙрəт хəлүəһе һəм бүҙəнə ите ашаттыҡ. — Һеҙгə биргəн ризыҡтарының иң сафларын ғына ашағыҙ, — тинек. Əммə улар (һүҙемде тыңламаҫтан) Миңə түгел, үҙҙəренə зыян эшлəне. (161) Уларға əйтелде: — Ошо шəһəргə урынлашығыҙ, телəгəнегеҙҙе ашағыҙ. Ҡапҡанан эйелеп керегеҙ һəм: (Аллаһтан) ярлыҡау телəйбеҙ, тип əйтегеҙ. Хаталарығыҙҙы кисерербеҙ. Изгелек ҡылғандарға алға табан тағын да күберəк муллыҡ бирербеҙ, — тип əйтелде. (162) Лəкин уларҙың кəферҙəре үҙҙəренə əйтелгəн һүҙҙе башҡаһы менəн алмаштырҙылар. Беҙ ҙə сиктəрҙе уҙғандары өсөн шул кəферҙəр өҫтөнə Күктəн яза индерҙек.


163. Һин уларҙан диңгеҙ ярындағы халыҡтың хəле тураһында һораш. Нисек итеп улар шəмбе көндө хөрмəтһеҙлек менəн сиктəрҙе уҙҙылар. Шəмбе ял көнө ине, һыуҙағы балыҡтар ташҡын‐ташҡын булып яр ҡырына килде, ял булмаған көндəрҙе балыҡ килмəй ине. Боҙоҡ эш ҡылғандарҙы Беҙ шулай һынайбыҙ. («Диңгеҙ ярындағы ул шəһəр Мəдйəн менəн Тур араһындағы Əйлə исемендəге ауыл ине. Исраил тоҡомондағы халыҡ йомға көндө байрам итергə телəмəйенсə, ял көнө итеп шəмбене билгелəне. Шунан һуң Аллаһ Тəғəлə уларға ял көнө ‐ шəмбелə эшлəүҙе, балыҡ тотоуҙы тыйҙы. Ял булғас, ял итегеҙ, йəнəһе. Башҡа көндəрҙе яр буйына балыҡ өйөрө килмəгəнгə күрə, улар ул көндө балыҡ тоторға ярамаһа ла, ҡанунды боҙоп, күп итеп балыҡ тоттолар. Йəғни улар сиктəрҙе боҙҙолар. Был иһə Аллаһтың хəйлə менəн уларҙың ҡанундарға турамы‐юҡмы икəнен һынауы ине. Хаттин ашыу — сығырҙан сығыу, билгелəнгəн ҡəғиҙəлəрҙе боҙоп, ситкə сығыу. Хəт — сик тигəн һүҙ».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 164. (Улар араһында хаттин ашмағандар ҙа бар ине) ҡайһы берҙəре (балыҡ тотоусыларҙы тəртип боҙмаҫҡа) өгөтлəй башланы. Башҡалары өгөтлəүселəргə əйттелəр: — Аллаһ барыбер уларҙы һəлəк итəсəк һəм (Ҡиəмəттə) хəтəр яза бирəсəк, шул халыҡты ни өсөн өгөтлəйһегеҙ, — тинелəр. Өгөтлəүселəр əйтте: — Раббыбыҙ ҡаршыһында хөрмəт ҡаҙаныр өсөн, өгөттəн һуң, бəлки, улар тəүбəгə килер, тип өмөт иткəн инек, — тинелəр. (165) Улар үҙҙəрен өгөтлəгəнде онотҡас, Беҙ ҙə əлеге өгөтлəүселəрҙе ҡотҡарҙыҡ, сиктəрҙе уҙғандарҙы, ҡылған гөнаһтарына күрə, хəтəр яза менəн язаланыҡ. (166) Һүҙ тыңламайынса, тыйылғандарҙың сигенəн сығырға телəгəндəргə Беҙ: — Мəхлүҡ маймылға əүерелегеҙ, — тинек. 167. Раббың: — Əлбиттə, Ҡиəмəт көнөнə саҡлы уларға иң яман яза бирəсəк кешелəрҙе ебəрəсəкмен, — тип вəғəҙə итте. Шик юҡ, Раббың тиҙ хөкөм итеүселер, һəм Ул — ярлыҡаусы, мəрхəмəт эйəһелер. (168) Уларҙы төркөм‐төркөм итеп Ер йөҙөнə тараттыҡ. Улар араһында ла яҡшы кешелəр бар; яман‐ дары ла күп. Бəлки улар үҙгəрер (тура юлға баҫыр) тип уларҙы һəм именлек, һəм дə яманлыҡ менəн дə һынап ҡараныҡ. 169. Уларҙан һуң алмашҡа донъяға тағын да яманыраҡ ғəҙəтле ҡəүем килде һəм улар китапҡа (Тəүрəткə) вариҫ булды. Улар фани донъяның юҡ‐ бар малына ҡыҙыҡты. — (Нимə генə ҡылһаҡ та, йəғни Тəүрəтты боҙһаҡ та) беҙ барыбер ярлыҡанасаҡбыҙ, — тип. Уларга тағын шундай ниғмəттəр килһə лə, улар һис тартынмайынса аласаҡ. Əйе! Китапҡа Аллаһ хаҡында дөрөҫөнəн башҡаны өҫтəмəйбеҙ, тип ант итмəнелəрме ни улар? Китапҡа яҙылғандарҙы уҡыманылармы ни улар? Əхирəт йорто фəҡəт (гөнаһ эшлəүҙəн һəм Аллаһтан) ҡурҡҡандар өсөн генə хəйерле булыр. Һеҙҙең аҡылығыҙ əле һаман шуға ирешмəнеме ни? (170) Китапҡа ныҡлап ышанып, намаҙҙы дөп‐дөрөҫ итеп уҡығандарға, изгелек ҡылғандарға Беҙ əжерен кəм итмəҫбеҙ. 171. Бер ваҡыт (күлəгə яһаусы болот кеүек итеп) Исраил тоҡомоның баш осона тауҙы күтəрҙек; улар, өҫтөбөҙгə тау төшəсəк икəн, тип ҡурҡтылар. Беҙ уларға əйттек: — Һеҙгə биргəнемде (таҡтаға яҙылған Тəүрəтты) ҡеүəтегеҙҙəн килгəнсə һаҡлаһағыҙ (боҙмаһағыҙ) һəм шунда яҙылғандарҙы онотмаһағыҙ, ҡотолорһығыҙ, — тинек. (172) Ҡиəмəт көнөндə: ‐ Беҙ бынан хəбəрһеҙ инек, ‐ тип əйтмəһендəр өсөн, Раббың əҙəм балаларынан, уларҙың тəненəн тоҡомдарын сығарҙы, уларҙы үҙенə шаһит итте һəм əйтте: — Мин һеҙҙең Раббығыҙ түгелме ни? — тине. Улар ҙа: — Əлбиттə, шаһит булдыҡ (Һин беҙҙең Раббыбыҙ), — тинелəр. 173. — Əүəлеңдə ата‐бабаларыбыҙ Аллаһтан башҡаларга табына ине; беҙ уларҙан һуң килгəн тоҡом (улар табынғанға табындыҡ); ялғанға эйəргəндəрҙең ҡылған эштəре өсөн беҙҙе лə һəлəк итерһеңме ни инде? — тип аҡланырға телəмəһендəр өсөн (шулай эшлəнек). (174) Бəлки (бер Аллаһҡа ғына инанырҙар) инҡарсылыҡтан уаз кисерҙəр тип, аяттарыбыҙҙы шулай тəфсиллəп аңлатабыҙ. (175) Һин уларға үҙенə аяттар индерелгəн кеше тураһында уҡып күрһəт: ул аяттарымды инҡар итте, шуға күрə, шайтан уны үҙ артынан эйəртте, ул кеше аҙғын юлға баҫты. 176. Телəгəн булһаҡ, һис шикһеҙ, аяттарыбыҙ ярҙамында Беҙ уны юғары дəрəжəгə күтəргəн була инек. Лəкин ул донъя малына йəбеште һəм ҡомһоҙлоҡ нəфсеһенə эйəрҙе. Уның хəле хас эт тормошо кеүек ине. Янына табан килə башлаһаң да, телен сығарып йыш‐йыш һулар, янынан китһəң дə, телен аҫылындырып һулап ҡалыр. Бына, аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙың хəле шундай булыр. Был ҡиссаны аңлатып бир, бəлки ҙə һабаҡ алырҙар. (177) Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға телəгəндəрҙең хəле үҙҙəренə зарар эшлəүсе ҡəүемдеке кеүек — ямандыр. (178) Аллаһ əмере менəн барған кеше тура юлды табыр. Ул аҙаштырған кеше күп зыян күрер. (179) Дөрөҫө шул, Беҙ ендəр менəн кешелəрҙең күбеһен йəһəннəм өсөн яралттыҡ. Уларҙың йөрəктəре лə бар, лəкин зиһендəре юҡ, күҙҙəре лə бар — күрмəй, ҡолаҡтары ла бар — ишетмəй. Улар хайуандар кеүек, хатта уларҙан да мəхлүгерəк. Сөнки улар ғəмһеҙ, наҙан; Аллаһ һүҙҙəренə иғтибарһыҙ ҡала бирəлəр. 180. Иң гүзəл исемдəр Аллаһтың исемдəреҙер. Шулай булғас, шул гүзəл исемдəр менəн доғалар уҡығыҙ. Уның исемдəрен боҙоусыларҙы ташлап китегеҙ. Ҡылған гөнаһтарына күрə, улар язаһын аласаҡ. 181. Беҙ яралтҡан халыҡтар араһында шундай бер өммəт бар: һис туктамайынса Хəҡиҡəтте (Аллаһ əмерҙəрен) алға ебəреүсе, ғəҙеллек урынлаштырыусы. (182) Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙы, үҙҙəре лə һиҙмəҫтəн, əкрен‐əкрен һəлəкəткə килтерəбеҙ. 183. Мин уларға кисектереү (бер аҙ ваҡыт, кисектереү, һынау ваҡыты) бирəм, əммə минең язам (хəйлəм) бик тə хəтəр буласаҡ. (184) (Мөхəммəдтең) аҡылдан яҙмағанлығы тураһында ҡəүемдəштəре уйлап ҡараманымы ни? Ул бары тик (алда ҡурҡыныс яза барлығы тураһында) иҫкəртеүсе генə. (185) Күктəр һəм Ерҙəге төҙөк тəртип (менəн идара итеүсе Аллаһ икəнлеге) тураһында уйлап ҡараманылармы? Аллаһ яралтҡан һəр нəмəгə иғтибар итеп, əжəлдең (бөтөн донъя ғарасатының) килəсəгенə ышанып ҡарамайҙармы? Шулай булғас, улар (Ҡөръəндəн башҡа) тағын ниндəй китапҡа ышанырҙар икəн инде? (186) Аллаһ аҙаштырған кешегə Аллаһтан башҡа тура юл күрһəтеүсе булмаҫ. Һəм Ул уларҙы аҙғынлыҡ эсендə аҙашҡан килеш ҡалдырыр. (187) Һинəн Ҡиəмəттең ҡасан килəсəге тураһында һорайҙар. (Əйтерһең дə, һин быны белəһең.) Əйт һин уларға: — Был туралағы мəғлүмəт фəҡəт Аллаһтың үҙендə генə(ҙер), — тип. — Уның ваҡытын Унан башҡа зат асыҡлай алмаҫ. Күктəр һəм Ерҙəгелəргə лə был ауыр мəсьəлə. Ул һеҙгə ҡапыл килер, — тип. — Был туралағы мəғлүмəт фəҡəт Аллаһтың үҙендə генə, — тип. — Кешелəрҙең был турала ғилеме юҡ. (188) Əйт: — Мин Аллаһтың əмеренəн башҡа үҙемə файҙа ла, зарар ҙа эшлəй ала торған көскə эйə түгел, — тип. — Əгəр ҙə мин серҙəрҙе белһə инем, əлбиттə, үҙемə тағын да күберəк файҙа эшлəгəн булыр инем һəм миңə һис бер əшəкелек йоҡмаҫ ине. Мин бары тик иман килтергəндəргə вəғəз һөйлəүсе һəм ҡыуаныслы хəбəрҙəр еткереүсе генə, — тип. 189. Һеҙҙе бер йəндəн (Əҙəмдəн) яралтҡан да, уның хозуры өсөн ҡатынын (Һауаны) яралтҡан да — Улдыр. Ул уны ҡаплағас, (Һауа) еңел йөклө булды. Ул бер аҙ ваҡыт шулай йөрөнө. Йөгө ауырайғас, Раббыға: — Əгəр ҙə Һин беҙгə изгелекле, кəмселекһеҙ бер бала бирһəң, беҙ, һис шикһеҙ, шөкөр итеүселəрҙəн булыр инек, — тип доға ҡылдылар. (190). (Аллаһ) уларға сəлəмəт бала биргəс, һуңынан кешелəр был баланы Аллаһҡа тиңлəштерҙелəр. Аллаһ улар тиңлəштергəндəн өҫтөн. (191) Улар бит үҙҙəре яралтылған кешелəр. Ҡулдарынан һис нəмə килмəгəн, булдыҡһыҙ шул нəмəлəрҙе улар (Аллаһҡа) тиң һынайҙармы? 192. Улар (уйҙырма Илаһтар) башҡаларға ла, хатта үҙҙəренə үҙҙəре лə ярҙам итə алмаҫ. (193) Тура юлға саҡырһағыҙ ҙа, улар һеҙгə эйəрмəҫ; саҡырмаһағыҙ ҙа эйəрмəҫ, һеҙгə барыбер (нəтижəһе булмаҫ). (194) Аллаһты инҡар итеп, табына торғандарығыҙ ҙа һеҙҙең кеүек ҡолдарҙыр. (Əйткəнегеҙ) дөрөҫ булһа, уларҙы (ғийбəҙəт ҡылып) саҡырығыҙ, улар һеҙгə (доғаларығыҙға) яуап бирһен. (195) Уларҙың (һындарҙың) йөрөр өсөн аяҡтары бармы, əллə тота торған ҡулдары бармы, əллə күрə торған күҙҙəре бармы, юҡһа, ишетə торған ҡолаҡтары бармы? Əйт: ‐ Табынғандарығыҙҙы саҡырығыҙ, унан һуң үҙегеҙ булдыра алғанса миңə тоҙаҡ ҡороғоҙ, миңə хатта күҙ асырға ла ирек бирмəгеҙ, ‐ тип. (196) ‐ Шик юҡ, минең ярҙамсым — Китап индергəн Аллаһ. Ул бөтөн ихлас изгелеклелəрҙең ярҙамсыһыҙыр. (197) Аллаһтан башҡа һеҙ табына торған һындар һеҙгə лə, үҙҙəренə лə ярҙам итерлек ҡеүəткə эйə түгел. (198) (Кəферҙəрҙе) тура юлға сығарырға телəһəгеҙ, улар һеҙҙе ишетмəҫ, һин уларҙың һиңə ҡарап торғандарын күрерһең, лəкин улар һине күрмəҫ. (199) (Эй, Рəсүлем) һин ярлыҡаныу юлын тот (киң күңелле бул, кешелəрҙе


кисерə бел). Изгелеккə саҡыр һəм наҙандарҙан йыраҡ тор. (200) Шайтан һине (юлдан яҙырға, гөнаһ ҡылырға) ҡоторта башлаһа, Аллаһҡа һыйын. Ул ишетеп‐күреп тора. (201) Тəҡүəлеккə ирешкəндəргə шайтан ҡотортоуы ҡағыла башлаһа, (Аллаһты иҫкə төшөрөп, зикер итəлəр) һəм тура юлды бик тиҙ табалар. (202) (Шайтандар иһə) дуҫтарын (наҙандарҙы, боҙоҡлоҡҡа тартылғандарҙы) аҙғынлыҡҡа һөйрəйҙəр, унан һуң инде улар (тоҙаҡҡа элəккəндəрҙе тиҙ генə) ысҡындырмайҙар. 203. Əгəр ҙə һин уларға мөғжизə (аяттар) килтермəйенсə торһаң, улар: — (Ни өсөн былай оҙаҡланың?) Үҙеңдəн сығарып туплаһаң (һөйлəһəң) ине, — тип əйтəлəр. Əйт: — Мин бары тик Аллаһ уахи иткəн əмерҙəр буйынса ғына эш йөрөтəм. Был (Ҡөръəн) — Раббыбыҙҙан килгəн күңел күҙҙəрегеҙҙе аса торған аяттарҙыр; иман килтергəндəр өсөн тура юл һəм мəрхəмəттер, — тип. 204. Ҡөръəн уҡылғанда бер тауышһыҙ тыңлағыҙ: һеҙ Аллаһтың ярлыҡауына юлығырһығыҙ. (205) Иртəлəрен, кистəрен үҙ алдыңа, ҡаты булмаған тауыш менəн, ялбарыу менəн, ҡурҡыу менəн Раббыңды иҫкə ал (ғийбəҙəт ҡыл, намаҙ уҡы). Хəбəрһеҙҙəрҙəн (ғəмһеҙҙəрҙəн) булма. (206) Шик юҡ, Раббы ҡатындағылар (фəрештəлəр) Уға ҡоллоҡ итеүҙəре менəн тəкəбменəннмəйҙəр. Уны маҡтайҙар һəм бары тик Аллаһҡа ғына сəждə итəлəр. 8 — Əнфəл (Табыш малы) сүрəһе. (Əнфəл сүрəһе 75 аяттан тора. Мəҙинə‐и Мөнəүүəрəлə ингəн. Əнфəл — һуғышта ҡулға төшөрөлгəн байлыҡ, ғəнимəт тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Һуғышта алынған ғəнимəт тураһында һинəн һорайҙар, əйт һин уларға: — Ғəнимəттəр Аллаһ менəн Пəйғəмбəр ҡарамағында, —тип. — Шуға күрə, əгəр ҙə һеҙ мөьмин булһағыҙ, үҙ‐ара татыу булығыҙ, Аллаһтан ҡурҡығыҙ һəм Рəсүленə итəғəт итегеҙ. («Бəдер һуғышында мосолмандар еңеп, кəферҙəр ҡаса башлағас, мосолмандарҙың бер өлөшө кəферҙəрҙе ҡыуа китə, икенсе төркөм Рəсүлде һаҡлап ҡала, өсөнсөһө иһə табыш йыйыу менəн мəшғүл була. Һуңынан барыһы ла бер урынға йыйылғас, мал хаҡында һүҙ сыға. Был аят шул хаҡта».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 2. Аллаһты зикер иткəндə уларҙың йөрəктəре тетрəр, уларға Уның аяттары уҡылғанда уларҙың имандары артыр, улар бары тик Аллаһ хөкөмдəренə генə таянып эш итəлəр. Бына шулар була инде ысын мөьминдəр. (3) Улар намаҙҙарын дөп‐дөрөҫ уҡыйҙар һəм үҙҙəренə индерелгəн ниғмəттəрҙе (Аллаһ юлында) сарыф итəлəр. (4) Бына шулар була инде ысын мосолмандар. Улар өсөн Аллаһ ҡатында оло дəрəжəлəр, ярлыҡауҙар һəм йомарт ризыҡ бар. 5. (Бəдер һуғышында ҡулға төшкəн ғəнимəтте бүлешкəндə, ҡайһы бер мосолмандар: мал дөрөҫ бүленмəне, тип ризаһыҙлыҡ белдерделəр.) Раббың (дошмандарға ҡаршы һуғышыр өсөн) һине хаҡлыҡ менəн өйөңдəн сығарҙы, лəкин ҡайһы бер мосолмандар (һуғышҡа барырға) һис телəмəне. (6) Дөрөҫлөк уртаға сыҡҡандан һуң да улар һинең менəн бəхəслəшə, əйтерһең дə, уларҙы күренеп торған үлемдең күҙенə һөйрəп алып баралар. («Һижрəттең икенсе йылында Мəккə кəферҙəренең сауҙа карауанын Əбү Суфьян Шамға алып китə. Былар элегерəк мосолмандарҙың малын талап, ватандарынан ҡыуған ҡурайштар ине. Карауандың юлға сыҡҡанлығы тураһында хəбəр алғас, Мөхəммəд Рəсүлүллаһ (с.г.с.) был карауанды ҡулға төшөрөү өсөн, өс йөҙҙəн артыҡ һуғышсы менəн юлға сыға. Был турала хəбəр алғас, Əбү Суфьян ҡурҡыныс тураһында Мəккəгə хəбəр юллай һəм карауанды башҡа юлдан алып китə. Шулай итеп, ул карауанды ҡотҡара. Мөшриктəр мең кешелек ғəскəр менəн юлға сыға. Мосолмандар карауан менəн түгел, мөшрик ғəскəре менəн осрашыу мəжбүрендə ҡала. Аранан береһе: — Беҙ һуғышыр өсөн əҙер түгел, беҙ бары тик карауанды талар өсөн сыҡтыҡ, — тине һəм ҡайһы берҙəре һуғышмаҫҡа телəп, сигенə башланы. Тора‐бара бөтөнөһө бергə һуғышырға булды һəм һуғышта мосолмандар еңеү ҡаҙанды».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 7. Иҫегеҙҙəме, Аллаһ, табыш булараҡ, һеҙгə ике төркөмдөң берһен вəғəҙə иткəн ине, һеҙ ҡоралһыҙ карауанды алырға телəнегеҙ. Аллаһ үҙ һүҙҙəре менəн Хəҡиҡəтте өҫкə сығарырға телəп, ҡораллы (Ҡурайш ғəскəрен) кəферҙəрҙе ҡырып бөтөрөргə ҡушты. (8) Кəферҙəр быны ярамаҫ эш тип һанаһалар ҙа, Аллаһ Хəҡиҡəтте өҫкə сығарыр өсөн, яманды бөтөрөү өсөн шулай мəғҡуль күрҙе. (9) (Һуғышҡа керер алдынан) һеҙ Аллаһтан ярҙам һорап, доға ҡылдығыҙ, Аллаһ доғағыҙҙы ҡабул итте һəм əйтте: — Һеҙгə ярҙам итер өсөн мин һеҙгə бер‐бер артлы мең фəрештə ебəрəм, — тине. (Мосолмандар өс йөҙ кеше булып, мөшриктəр мең кеше ине. Шуға ла ҡарамаҫтан, мосолмандар еңеү яуланы.) 10. Аллаһ быны һеҙҙең күңелдəрҙе ҡыуандырыр өсөн, тынысландырыр өсөн эшлəне. Сөнки ярҙам бары тик Аллаһтан ғына. Аллаһ — мотлаҡ еңеүсеҙер, ҡөҙрəт һəм хикмəт эйəһеҙер. (11) Шул ваҡытта (һуғыш алдынан) үҙ тарафынан миһырбанлыҡ менəн һеҙҙе (ял итеп алһындар, ҡеүəт йыйһындар өсөн) йоҡоға талдырҙы; һеҙҙе сафландырыу‐пакландырмыу өсөн, шайтандың вəсүəсə юшҡынынан таҙартыр өсөн, күңелдəрегеҙҙе бер‐ берһенə яҡынайтыу өсөн, аяҡ баҫҡан ерегеҙҙе (теҙ быуындарығыҙҙы) нығытыр өсөн, Күктəн ямғыр яуҙырҙы. («Ҡурайш ғəскəре алданыраҡ килеп, Бəдер ҡойоһы янында урынлаша. Ислам мөжəһиттəре иһə һыуһыҙ ҡала Ҡомло ерҙə йөрөү ҡыйынлаша, иркенлəп хəрəкəт итергə мөмкинлек булмай. Шайтан мосолмандар күңеленə вəсүəсə һала: үҙегеҙ Аллаһтың һөйөклө кешелəребеҙ, тип əйтəһегеҙ, үҙегеҙ һыулы урынға ла ерлəшə алмағанһығыҙ, ти. Ямғыр яуғас, мосолмандар һыуға туйыналар, шайтандың вəсүəсəһе юҡҡа сыға. Ямғырҙан һуң ҡом тығыҙлана, һуғышыр өсөн, йөрөр өсөн уңай була. Мосолмандарҙың күңеле күтəрелə». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 12. Бына Раббы фəрештəлəренə бойороҡ күндерҙе: — Ышанығыҙ, мин һеҙҙең менəн бергə булырмын; барығыҙ, иман килтергəндəргə ярҙамсы булығыҙ; Мин кəферҙəрҙең йөрəгенə ҡурҡыу һаласаҡмын; уларҙың муйын тамырҙарына һуғығыҙ; уларҙың бөтөн бармаҡтарына сабығыҙ, — тине. (13) Бының сəбəбе шулдыр: улар Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə ҡаршы төштөлəр. Кем Аллаһҡа һəм Рəсүленə ҡаршы төшə, уларға Аллаһтың хəтəр язаһы иңəсəк. (14) Бына, был язаны күргəнһегеҙҙер бит, хəҙер шул ғазаптарҙы татып ҡарағыҙ. Кəферҙəргə (йəһəннəм) ут əҙерлəнгəн. (15) Əй, мөьминдəр, кəферҙəр ғəскəре менəн йөҙгə йөҙ осрашҡан саҡтарҙа ҡурҡып ҡасмағыҙ. (16) Яңынан һуғышыр өсөн сигенеү, үҙегеҙҙекелəр менəн ҡушылыу йəки уңай урын алыу өсөн, ваҡытлыса һуғыш ҡырынан китеү ярай. Əммə башҡа шарттарҙа сигенеү — Аллаһтың язаһына дусар булыу, тигəн һүҙ. Уларҙың урыны — йəһəннəмдер. Ул бик тə хəтəр яза урыны. (Бəдер һуғышы ваҡытында Мөхəммəд (ғəлəйһиссəллəм) мөшриктəргə ҡаршы бер ус тупраҡ һипте, шуның менəн дошмандарҙың күҙе томанланды, ғəйрəттəре шиңде, мосолмандар хəтəр һуғышып, етмеш дошманды үлтерҙе, етмешен əсир итте. Мин фəлəн ҡəҙəр дошманды үлтерҙем, мин төгəн ҡəҙəреһен үлерҙем, тип маһайғандарға Аллаһ əйтте): 17. ‐ Уларҙы һеҙ үлтермəнегеҙ, фəҡəт Аллаһ үлтерҙе; (тупраҡ) һибеүҙе лə һин һипмəнең, Аллаһ һипте; был эштəрҙе Аллаһ мөьминдəрҙе һынар өсөн башҡарҙы. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да ишетеп тороусы, белеп тороусы. (18) Барыһы ла нəҡ шулай. Шик юҡ, Аллаһ кəферҙəр ҡорған тоҙаҡтарҙы емерə. 19. (Əй, кəферҙəр) һеҙ еңеү телəгəн инегеҙ, (мосолмандарға) еңеү килде. Əгəр ҙə һеҙ (Аллаһты инҡар итеүҙəн) уаз кисһəгеҙ (йəки мосолмандарға ҡаршы һуғыштан баш тартһағыҙ) үҙегеҙ өсөн хəйерле булыр. Əгəр йəнə һуғыш башлаһағыҙ (Пəйғəмбəргə дошманлыҡты дауам итһəгеҙ), Беҙ ҙə уға ярҙамға килербеҙ. Ғəскəрегеҙ ни ҡəҙəр күп булһа ла, файҙа булмаҫ. Аллаһ мөьминдəр менəн бергə. 20. Əй, мөьминдəр, Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə буйһоноғоҙ; (вəғəзлəрен, Ҡөръəн сүрəлəрен) ишеткəн хəлдə, Унан йөҙ сөйөрмəгеҙ. (21) Ишетмəгəн килеш тə: ишеттек, тигəндəр кеүек булма. (22) Шөбһəһеҙ, Ер йөҙөндəге йəн эйəлəренең Аллаһ ҡаршыһында иң əшəкеһе — фекерлəй белмəгəн телһеҙ‐һаңғырауҙар кеүек кешелəр. (Ишетһəлəр ҙə ‐ һаңғырау, һөйлəшһəлəр ҙə ‐ телһеҙ мəхлүктəр.) (23) Аллаһ улар күңелендə берəй төрлө изгелек күрһə ине, шикһеҙ, уларҙы ишетерлек, һөйлəшерлек итер ине. Лəкин, ишетһəлəр, улар барыбер йөҙ сөйөрəсəк. («Был аяттар Аллаһ илсеһенең һүҙен, вəғəздəрен ишетеп тə, ишетмəгəнгə һалышғандарға ишараҙыр. Ишеткəндəрен дөрөҫ мəғəнəлə аңламағандарына күрə, һүҙ аңламаусы, һаңғырау, телһеҙ‐һаңғырау хайуандарға оҡшатыла. Уларҙа изгелек һəлəте юҡ».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.)


24. Əй, иманлы кешелəр, ул һеҙҙе тереклек сығанағына (Ҡөръəнгə) саҡырһа, Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə буйһоноғоҙ, һəм белеп тороғоҙ: Аллаһ кеше менəн уның күңеле араһында торор һəм һеҙ, һис шикһеҙ, Уның янына тупланасаҡһығыҙ. («Аллаһ кеше менəн уның күңеле араһында торор» йөмлəһен шəрехлəүҙе тəфсирселəр үҙ өҫтəренə алмайҙар. Лəкин аңлатырға тырышыусылар бар. Башҡа бер аятта: Беҙ инсанға шаһ тамырынан (аортанан) да яҡын торабыҙ, тип əйтелгəн. Аллаһ кешенең мөмкинлегенə (һəлəтенə) күрə, уның күңелен телəгəн тарафҡа йүнəлтə. Пəйғəмбəребеҙ былай доға ҡылды: Əй, күңелдəрҙе йүнəлтеүсе Аллаһ, минең күңелемде Үҙеңдең динең тарафында нығыт. Исемдəре телгə алынған тəфсирселəр яҙыуы буйынса ул йөмлəне былай аңлап булыр ине. Аллаһ кешенең мəтди, бəдəни телəктəре менəн уның рухи ынтылыштары араһында. Кеше ике юл сатында тора. Бəдəни, физиологик телəктəр һəм рухийəт ихтыяждары. Ҡайһы телəк еңһə, кеше шул юлдан китə. Аллаһ кешегə ирек ҡуйып, шул юл сатында кешенең ҡылғандарын күҙəтə.) 25. Һеҙ шундай фетнəлəрҙəн ҡурҡығыҙ, ул фетнəлəр бары тик залимдарға ғына ҡағылмаҫ (барығыҙҙы ла тар‐мар итер). Белегеҙ, Аллаһтың ғазабы дəһшəтлеҙер. 26. Ер йөҙөндə һеҙ əҙ һанлы инегеҙ, хəтерлəйһегеҙме? Башҡалар һеҙҙе килеп баҫыр, (талар, əсир итер) йортобоҙҙан ҡыуып сығарыр, тип ҡотоғоҙ оса ине. Аллаһ һеҙгə һыйыныр урын бирҙе. Ярҙамы менəн һеҙҙе ҡəүəтлəндерҙе, һеҙгə саф, татлы ризыҡтар бирҙе. Бəлки, шөкөр итерһегеҙ. (27) Əй, иман килтереүсе халыҡ, Аллаһҡа һəм уның пəйғəмбəренə хыянат итмəгеҙ. Белгəнегеҙ килеш, (уларға хыянат итһəгеҙ), үҙегеҙҙəге аманатҡа хыянат иткəн булырһығыҙ. (28) Белеп тороғоҙ, малдарығыҙ һəм балаларығыҙ һеҙҙе һынау өсөн генə бирелə һəм бөйөк əжер Аллаһ янындаҙыр. (29) Эй, иманлы халыҡ, əгəр Аллаһтан ҡурҡһағыҙ Ул һеҙгə ямандан яҡшылыҡты айырырлыҡ зиһен бирер, хаталарығыҙҙы кисерер, һеҙҙе ярлыҡар. Аллаһ — бөйөк миһырбан эйəһе. 30. Кəферҙəр һине үлтерергə ниəтлəп, аяҡ‐ҡулыңды бығаулап, өйөңдəн алып сығыр өсөн, тоҙаҡ ҡорғандарын иҫеңə төшөр. Улар тоҙаҡ ҡора икəн, Аллаһ та уларға тоҙаҡ ҡорор. Тоҙаҡ ҡороусыларҙың иң оҫтаһы — Аллаһ Тəғəлə! 31. Аяттарыбыҙҙы тыңлағас, əйттелəр: — Ишеттек, əгəр телəйбеҙ икəн, беҙ ҙə шулай һөйлəй алабыҙ. Был боронғолар һөйлəгəн əкиəттəн башҡа нəмə түгел, ‐тинелəр. (32) Йəнə иҫеңə төшөр əле, улар нимə тине? — Йə, Аллаһым, əгəр был китап Һинең ҡатыңдан килгəн бер Хəҡиҡəт икəн, Күктəн таш яуҙыр йəки беҙгə хəтəр яза бир, — тинелəр. (33) Һин улар араһында саҡта Аллаһ уларға яза бирмəҫ. Улар араһында ярлыҡау һорағандар булғанда ла яза бирмəҫ. (34) Харам мəсетенең һаҡсылары булмағандары килеш, улар мосолмандарҙы мəсеткə кертмəй. Нисек итеп һуң Аллаһ уларҙы язаға тартһын ти! — Шунда бары тик тəҡүə кешелəр генə һаҡсы булып тора ала. Лəкин уларҙың күпселеге быны белмəй. (35) Уларҙың Бəйтулла янындағы доғалары ла һыҙғырыу йəки ҡул сабыуҙан башҡа нəмə түгел. (Əй, кəферҙəр) инҡар итеүегеҙгə күрə, хəҙер инде ғазабын да татығыҙ. 36. Шик юҡ, инҡар итеүселəр малдарын кешелəрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырыр өсөн сарыф итəлəр. Алға табан да шулай сарыф итəсəктəр. Əммə һуңынан был уларҙың үҙ баштарына йөрəк əсеһе булып, иң ахырҙа еңелеү ғазабы булып төшəсəк. Иманһыҙҙар иһə йəһəннəмдə тупланасаҡ. («Бəдер һуғышында, унан һуң булған һуғыштарҙа ла мөшриктəр бөтөн байлыҡтарын уртаға һалып, Исламды еңергə тырышып ҡаранылар, лəкин ахырҙа бөтөнөһө лə тар‐мар ителде».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 37. Аллаһ насарҙы яҡшынан (кəферҙе мосолмандан) айырҙы; бөтөнөһөн бер юлы йəһəннəмгə атыу өсөн, ямандарҙың бер өйөрөн икенсеһенə ҡушты. Бына, зыян күрəсəктəрҙең үҙҙəре шулар була инде. (38) Инҡар иткəндəргə һөйлə: (һиңə дошман булыуҙан) уаз кисһəлəр, ҡылғандарын (гөнаһтарын) кисерəсəкмен. Киреһенсə булһа, улар менəн үткəндə нимə булғанын күреп тора. (39) Фетнəлəр бөткəнсегə саҡлы, Аллаһтың дине тулыһынса урынлашҡанға саҡлы улар менəн һуғыш. Инҡар итеүҙəн туҡтаһалар (Аллаһҡа иман килтерһəлəр), Аллаһ уларҙың ғəмəлен хуп күрер. (40) Əгəр (имандан) баш тартһалар, белеп тороғоҙ, Аллаһ һеҙҙең яҡлаусығыҙ. Ул ниндəй ҡөҙрəтле яҡлаусы һəм Ул мөкəммəл ярҙамсы! (41) Əгəр ҙə Аллаһҡа (иман килтергəн булһағыҙ), нəжес менəн паҡлыҡты айырған Көндө, ике ғəскəрҙең (Бəдер һуғышында) бер‐берһенə ҡаршы килгəн көндө, ҡолобоҙға (Мөхəммəдкə) индергəнебеҙгə (аяттарға) инанған булһағыҙ, белеп тороғоҙ, ғəнимəт (еңелгəн дошмандың малы) сифатында алған һəр нəмəнең теүəл биштəн бере Аллаһтыҡы, Рəсүлдеке, уның яҡын ҡəрҙəштəренеке, йəтимдəрҙеке, мохтаждарҙыҡы, юлсыларҙыҡы. Аллаһ һəр нəмəгə ҡөҙрəтле, хаҡтыр. (42) Иҫегеҙҙəме? (Бəдер һуғышы ваҡытында) Һеҙ үҙəндең был яғында (Мəҙинə тарафында) инегеҙ, тегелəр йыраҡ тарафта (Мəккə яғында) ине. Карауан иһə һеҙҙəн аҫҡы яҡта (диңгеҙ буйында) ине. Əгəр һеҙ был урында осрашырға алдан уҡ һүз ҡуйышҡан булһағыҙ, аймылышҡан булып шөбһəгə төшкəн булыр инегеҙ. Лəкин Аллаһ кəрəкле бойороғон еренə еткерҙе; һəлəк буласаҡ кешенең (мөшриктəрҙең тар‐ мар ителеүе) үлеме күренһен өсөн, иҫəн ҡалғандың (еңеүсе мосолмандарҙың) иҫəн икəне ап‐асыҡ дəлил булһын өсөн, Аллаһ шулай ҡылды. Аллаһ ишетеп‐белеп тороусы. (43) Иҫеңə төшөр əле, Аллаһ һинең төшөңдə уларҙы əҙ итеп күрһəтте. Əгəр уларҙы күп итеп күрһəткəн булһа, һеҙ ҡаушап ҡалыр инегеҙ, (һуғышырғамы, һуғышмаҫҡамы, тип) талаша башлар инегеҙ. Лəкин Аллаһ (һеҙҙе үҙ‐ара дошманлашыуҙан) ҡотҡарҙы. Шик юҡ, Ул кешелəрҙең күңелендəгелəрҙе белеп тора. (44) Башҡарыласаҡ эште еренə еткерер өсөн, Аллаһ (һуғыш ҡырында) ҡапма‐ҡаршы килгəс, уларҙы əҙ һанлы итеп күрһəтте, уларға ла һеҙҙе əҙ итеп күрһəтте. Бөтөн эштəр Аллаһ ҡарамағындалыр. (45) Əй, мосолмандар, (дошмани) ғəскəр менəн йөҙгə‐йөҙ осрашҡан сағығыҙҙа (ҡаушамағыҙ) ҡаты тороғоҙ һəм туҡтауһыҙ Аллаһ исемен телгə алығыҙ, уңыштарға ирешерһегеҙ. 46. Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə буйһоноғоҙ, үҙ‐ара ғауғалашмағыҙ, юҡһа, рухығыҙ төшөр һəм ҡеүəтегеҙ китер. Түҙегеҙ! Аллаһ түҙемлелəр яғында. (Ҡəрҙəштəр, мосолмандар араһындағы ыҙғыш, талаш, ғауға, иҫке сабатаға ла тормаған мал өсөн дошманлашыу кеүек нəмəлəр ғəйлəне лə, халыҡты ла, дəүлəтте лə, Исламиəтте лə зəғифлəндер». Дошмандарҙың ҡеүəтен арттыра. Ундай ғəйлəлəр, ундай дəүлəттəр, ундай мосолман өммəте еңелергə мəжбүр була, ҡоллоҡта йəшəргə дусар ителə. Был да Аллаһтың фани донъяла шундай ганаһтарыбыҙ өсөн бирелгəн ғазабыҙыр.) 47. Күкрəк ҡағып, (урынһыҙға кəпрəйеп), халыҡты Аллаһ юлынан яҙҙырырға тип, өйҙəренəн сыҡҡандар (кəферҙəр) кеүек була күрмəгеҙ. Улар ҡылғандарҙың, барыһын да Аллаһ сорнап алды. («Ҡурайш кəферҙəре: халыҡ араһында шөһрəтебеҙ артһын тип, һуғышҡа рия менəн тəкəберлəнеп сыҡтылар». Шəйх Ноғмани тəфсиренəн.) («Мөшриктəрҙең карауаны ҡурҡынысһыҙ урынға килеп еткəс, Əбү Суфьяндың илсеһе килеп: барығыҙ, карауанығыҙ һау‐сəлəмəт килеп иреште, тине. Əбү Джəһил əйтте: Бəдергə барып, шунда шəрəбтəребеҙҙе эсмəйенсə, йəриəлəр ҡаршыбыҙҙа бəйеттəр йырламыйынса тороп, яныбыҙҙағы ғəрəптəрҙе (туҡмау менəн) туйындырмайынса, мотлаҡ, бармайбыҙ, тине. Лəкин улар еңеү шəрəбе урынына туҫтаҡтарҙан үлем əсеһен эстелəр. Һəм уларға еңеү бəйеттəре урынына еңелеү һəм зар йылаған ҡатындарҙың йылауҙары булды».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 48. Шайтан улар ҡылғандарҙы (маһайғандарын) яҡшы эш итеп күрһəтте. — Бөгөн һеҙҙе еңə ала торған һис бер ҡеүəт юҡ, мин һеҙгə ярҙам итермен, — тине. Лəкин ике ғəскəр ҡапма‐ҡаршы килеп баҫҡас, ул артына əйлəнеп ҡарамайынса, ҡасып китте. — Мин һеҙҙəн йыраҡ, мин һеҙ күрмəгəндəрҙе (фəрештəлəрҙе) күрəм, мин Аллаһтан ҡурҡам, Аллаһтың ғазабы бик тə хəтəр, — тине. 49. Монафиҡтар менəн күңелдəрендə (хөсөтлек) сире булған кешелəр (ысын мосолмандарға ҡарап) əйтте: — Быларҙы диндəре алданы, — тинелəр. Əммə, кем Аллаһҡа һыйына, белеп торһон, Аллаһ — мотлаҡ еңеүсеҙер, хикмəт эйəһеҙер. («Күңелдəрендə сир булғандар»ҙың мəғəнəһе шул. Ҡурайштағыларҙың бер өлөшө Исламды ҡабул итеп тə, мосолманлыҡтарын нығытманылар. Ҡурайш Бəдер һуғышына сыҡҡанда былар телəр‐телəмəҫ кенə, ирекһеҙҙəн генə һуғышҡа китте. Улар мосолмандарҙың əҙлеген күреп, ҡурҡыуға төштөлəр. Мосолмандар, һис шикһеҙ, еңелəсəк, тип хəбəр тараттылар. Ысындан да, ул саҡта мосолмандарҙың һуны өс йөҙ ун өс булып, кəферҙəр бер мең һуғышсы ине. Лəкин Аллаһ ярҙамы менəн мосолмандар еңеү ҡаҙанды». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 50. Фəрештəлəр: — Бына, татығыҙ йəһəннəм ғазаптарын, — тип, уларҙың биттəренə, арҡаларына килтереп һуҡҡанда, кəферҙəрҙең йəндəрен алғанда ҡарап торһаң икəн! (51) Бына был (яза) ҡылған золомоғоҙ өсөн. Аллаһ (гөнаһаһыҙ) ҡолдарына яза биреүсе түгел. (52) Уларҙың ғəмəле нəҡ фирғəүен


тоҡомоноҡо кеүек һəм уларҙан элек йəшəгəндəрҙеке шикеллеҙер. Улар ҙа Аллаһтың аяттарын инҡар иткəндəр ине. Шул гөнаһтары арҡаһында уларҙы Аллаһтың ғазабы тотто. Аллаһ көслөҙер. Уның язаһы хəтəр. (53) Ни өсөн Аллаһ шулай ҡылды? Сөнки Аллаһ бер ҡəүемгə биргəн ниғмəтен (ҡарарын) үҙгəртмəй, үҙҙəре үҙгəрмəйенсə тороп. Хəҡиҡəтен, Аллаһ ишетеп‐белеп тороусы. (54) Уларҙың ғəмəле нəҡ фирғəүен тоҡомоноҡо кеүек һəм уларҙан элек йəшəгəндəрҙеке шикелле. Улар Раббының аяттарын ялғанға сығарырға телəнелəр, Беҙ ҙə уларҙы гөнаһтары арҡаһында һəлəк иткəн инек һəм Фирғəүен нəҫелен (диңгеҙгə) батырҙыҡ. Уларҙың барыһы ла залим ине. 55. Ер йөҙөндə йəшəй торған йəнлелəрҙең Аллаһ ҡаршыһында иң яманы — кəферҙəр. Сөнки улар барыбер иманға килəсəк түгел.. (Күп тəфсирҙəрҙə «йəнлелəр» һүҙе урынына «хайуандар» һүҙен ҡулланғандар. Беҙ Садретдин Ғүмүш тəржемəһен алдыҡ.) 56. Улар үҙҙəре менəн килешеү төҙөгəндəн һуң, Аллаһтан тартынмайынса, һəр ваҡыт ант боҙа торған халыҡ. (57) Шуға күрə, əгəр һуғышта уларҙы еңһəң, уларға шундай яза бир, (ант боҙғандары өсөн улар артындағыларға) башҡаларға ла һабаҡ булһын. 58. Əгəр берəй халыҡ (ант боҙоп) хыянат итер тип, шиклəнһəң, дөрөҫлөк һəм ғəҙеллек менəн алдан киҫəтеп, арағыҙҙағы килешеүҙе (антты) боҙ. Аллаһ хыянат иткəндəрҙе яратмай. (59) Иманһыҙҙар: беҙ еңдек, тип ҡыуанмаһындар. (Мосолмандарҙы) еңə алмаҫтар. 60. Уларға ҡаршы, көсөгөҙҙəн килгəнсə, ҡеүəт туплағыҙ, Жиһад өсөн яҡшы аттар əҙерлəгеҙ, шулай итеп, Аллаһтың дошмандарын, үҙегеҙҙең дошмандарығыҙҙы һəм үҙегеҙ белмəгəн, əммə Аллаһҡа мəғлүм дошмандарығыҙҙы ҡурҡытығыҙ. Аллаһ юлында сарыф иткəндəрегеҙ кəмселекһеҙ үҙегеҙгə ҡайтыр, һеҙ ғəҙелһеҙлеккə дусар булмаҫһығыҙ. 61. Улар килешеү телəһə, һин дə риза бул һəм Аллаһҡа тəүəккəл ит. Ул ишетеп‐белеп тора. (62) Əгəр улар һиңə хəйлə ҡора башлаһа, Аллаһтың яҡлауы һиңə етəр. Ул һине мөьминдəр аша килгəн ярҙамы менəн һаҡлар. (63) Ул уларҙың күңелдəрен берлəштерҙе. Һин Ер йөҙөндəге бөтөн нəмəне сарыф итеп бөтөргəн булһаң да, уларҙы берлəштерə алмаған булыр инең. Аллаһ уларҙың араһын татыулаштырып, берлəштерҙе. Ул — мотлаҡ еңеүсе, хикмəт эйəһе. («Мəҙинəле Əүес менəн Хəзрəж ҡəбилəлəре араһында бөтмəҫ‐төкəнмəҫ дəһшəтле бер дошманлыҡ бар ине. Араларында ҡанлы һуғыштар булып, һəр тарафтың алдынғыларынан байтағы үлде. Оҙаҡ замандар бер‐берҙəренəн ҡан үсе алыу менəн мəшғүл булдылар. Аллаһ уларҙы Ислам менəн шəрəфлəндереп, үс алыу маҡсатын юҡҡа сығарҙы, улар берлəшеп, дуҫлаштылар»Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн ) 64. Эй, Пəйғəмбəр, (ярҙамсы булараҡ) һиңə эйəргəндəргə бер Аллаһ етəр. (65) Эй, Пəйғəмбəр, мөьминдəрҙе (азатлыҡ өсөн) һуғышҡа өндə, əгəр һеҙҙең арала сабыр‐сыҙам холоҡло егерме кеше булһа, ике йөҙ (иманһыҙҙы) еңəсəкһегеҙ. Əгəр һеҙ йөҙ кеше булһағыҙ, мең дошманды еңə алырһығыҙ. Сөнки улар — бер нəмə лə аңлаумаусы өйөр. (66) Инде Аллаһ йөгөгөҙҙө еңелəйтте. Һеҙҙең зəғифлəнгəнегеҙҙе белде. Шулай ҙа, арағыҙҙа сыҙам‐ныҡ йөҙ кеше булһа, ике йөҙ дошманды еңəр. Һеҙ мең кеше булһағыҙ, Аллаһ ярҙамы менəн, ике мең дошманды еңəрһегеҙ. Аллаһ сыҙамдар янында. 67. Ер йөҙөндəге барлыҡ дошмандарын еңгəнсегə ҡəҙəр, һис бер пəйғəмбəр (кəферҙəрҙе) əсир алырға тейеш түгел. (Əсирҙəрҙе түлəү хаҡына азат итеп) һеҙ донъя малы ҡаҙанырға булаһығыҙмы? Гəрсə, Аллаһ Əхирəтте телəй. Аллаһ — көслөҙер, хикмəттəр эйəһеҙер. (68) Аллаһ тарафынан башта уҡ əмер килгəн булмаһа, алған йоломдарығыҙ арҡаһында, һеҙ хəтəр язаға тартылған булыр инегеҙ. (69) Хəҙер инде ҡулығыҙға төшкəн ғəнимəттəн хəлəл һəм паҡ булғандарын ашағыҙ. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ ярлыҡаусы һəм мəрхəмəт итеүсе. (70) Эй, Пəйғəмбəр, ҡулығыҙға төшкəн əсирҙəргə əйт: — Əгəр күңелдəрегеҙҙə яҡшы ниəт булһа, һеҙҙəн алынған (йолом)дан да хəйерлеһен һеҙгə Аллаһ бирер һəм һеҙҙе ярлыҡар, — тип. Аллаһ ярлыҡаусы, кисереүсе. (71) Əгəр һиңə хыянат итəһелөрен алдан белһəң (аптырама), бынан алда ла Аллаһҡа хыянат иттелəр. Аллаһ уларға ҡаршы һуғышыр өсөн һиңə мөмкинлек һəм ҡөҙрəт бирҙе. Аллаһ — белеп тороусы, хикмəттəр эйəһеҙер. 72. Иман килтереп, һижрəт иткəндəр (ватандарын, йортон‐ерен, малдарын ташлап киткəндəр), Аллаһ юлында изгелекле ғəмəл ҡылған, йəндəре (малдары) менəн Жиһадта ҡатнашҡан кешелəрҙе һыйындырып, уларға ярҙам иткəндəр бер‐берһе менəн дуҫ булырҙар. Иман килтереп тə, һижрəт итмəгəндəр иһə, һижрəт иткəндəренə саҡлы һеҙгə яҡын була алмайҙар. Улар өсөн яуап тотолмай. Əгəр ҙə улар (күсенмəгəн мосолмандар) дин өсөн (кəферҙəргə ҡаршы һуғышта) ярҙам һораһалар, уларға ярҙам итеү һеҙҙең бурысығыҙ. Лəкин һеҙҙең менəн килешеү төҙөгəн (кəфер) халыҡҡа ҡаршы һеҙ ғəскəр бирмəйһегеҙ. Аллаһ һеҙҙең нимə ҡыласағығыҙҙы алдан уҡ күреп тора. 73. Кəферҙəр үҙ‐ара ярҙамлашып, бер‐береһе менəн татыу йəшəй. Əгəр һеҙ ҙə шулай (татыу) булмаһағыҙ, Ер йөҙөндə фетнə (иман зəғифлеге, кəферлек) һəм (дин майҙанында) сыуалыштар, аҙғынлыҡтар буласаҡ. 74. Иман килтереп тə, Аллаһ юлында һижрəт һəм Жиһад итеүселəр, үҙ яндарына һыйындырып, уларға ярҙам итеүселəр — бына ысын мөьминдəр шулар була инде. Ярлыҡауҙы ла, бөтмəҫ‐төкəнмəҫ ризыҡ алыусылар ҙа шулар булыр. 75. Иман килтереп, һуңынан һижрəт итеп, һеҙҙең менəн бергə Жиһадта ҡатнашҡандарҙың барыһы ла һеҙҙең ҡəүем булыр. Аллаһтың Китабына күрə, яҡын туғандар бигерəк тə бер‐береһенə яҡын булалар. Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да теүəл белеп тора. («Был аят ингəнгə ҡəҙəр мираҫҡа вəриҫлек бары тик ҡан ҡəрҙəштəр араһында ғына ине.» Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн) 9 — Тəүбə (Тəүбə) сүрəһе (Тəүбə сүрəһе 129 аяттан тора. Был — бисмиллаһыҙ башлана торған сүрə. Ҡайһы берəүҙəр: был Ғəнимəт‐Əнфəл сүрəһенең дауамы; айырым, мөстəҡийл сүрə түгел, тип бəхəслəшəлəр. Шуға курə, уның башында бисмилла уҡылмай, тип əйтəлəр. Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Мөшриктəр менəн булған килешеүҙəрегеҙ Аллаһ менəн Рəсүлүллаһ тарафынан ҡəтғи киҫəтелə. 2. (Əй, мəжүсилəр) Ер йөҙөндə дүрт ай буйы (телəгəнегеҙсə) йөрөп тороғоҙ. Тик аң булығыҙ, һеҙ Аллаһты сараһыҙ ҡалдыра ала торғандарҙан түгел. Хаҡтыр, Аллаһ үҙе кəферҙəрҙе тар‐мар килтерəсəк. 3. Хаж‐и Əкбəр көнөндə Аллаһ менəн Рəсүлүлланың кешелəргə белдереүе: — Аллаһ һəм уның илсеһе мөшриктəр менəн араны өҙə. Əгəр тəүбə итһəгеҙ, һеҙҙең өсөн иң хəйерлеһе булыр. Йөҙ сөйөрһəгеҙ, белеп тороғоҙ, һеҙ Аллаһты сараһыҙ хəлдə ҡалдыра аласаҡ түгел. (Эй, Мөхəммəд) ул кəферҙəргə бирелəсəк яза барлығы тураһында əйтеп, «һөйөнсө» ал. 4. Һеҙҙең менəн килешеү ҡорған мөшриктəр һеҙгə яманлыҡ ҡылмаһа, һеҙҙең мəнфəғəттəрегеҙгə ҡаршы ғəмəлдə булмағандар был хөкөмгə кермəй. Килешеүҙе аҙағынаса боҙмағыҙ. Аллаһ ғəҙелһеҙлек эшлəүҙəн һаҡланғандарҙы ярата. 5. Харам айҙар үткəс, (хыянат иткəн, ант боҙған һəм һеҙгə өҙлөкһөҙ зыян һалған) мөшриктəрҙе ҡайҙа күрһəгеҙ, шунда юҡ итегеҙ. Уларҙы əсирлеккə алығыҙ, йəшенеп тороп, уларҙы һағалап тороғоҙ; тəүбə итһəлəр, намаҙҙарын дөрөҫ уҡыһалар, зəкəт бирһəлəр, уларҙы үҙ иректəренə ҡуйығыҙ. Аллаһ ярлыҡаусы, ғəфү итеүсе. 6. Берəй мөшрик килеп, һинəн һыйыныр урын һораһа — һыйындыр. (Һинең янда, һинең ауыҙҙан) Аллаһтың һүҙен тыңлаһын. Һуңынан (иман килтермəһə лə) уны ҡурҡыныс булмаған ергə илтеп ҡуй. Шундай хəбəрһеҙ (наҙан) ҡəүем булғандарына күрə, шулай эшлəү кəрəк. 7. Мəсжед‐и Харам янында һеҙҙең менəн килешеү төҙөгəн мөшриктəрҙəн башҡа, Аллаһ һəм уның Рəсүле янында ниндəй ант‐вəғəҙə бирешеү булһын, ти? Улар ант боҙмаһа, һеҙ ҙə боҙмағыҙ. Аллаһ (ант боҙоуҙан) һаҡланғандарҙы ярата. («Ҡурайш һəм улар менəн бергə башҡа мөшриктəр килешеүҙе боҙҙолар. Мосолмандар һөжүмгə күсте һəм Мəккəне яулап алды. Килешеүҙəрен боҙмаған мөшриктəргə ҡағылманылар».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 8. Нисек була инде ул? Улар һеҙҙе еңһə, анттарын да, вəғəҙəлəрен дə үтəмəйҙəр. Ауыҙҙары менəн ризалыҡ белдерəлəр ҙə, күңелдəре менəн ҡаршы торалар. Уларҙың күбеһе юлдан яҙған. (9) Аллаһтың аяттарын донъя малына һатып, тура юлдан сыҡтылар. Ысынлап та, уларҙың ҡылғандары ни ҡəҙəр насар ғəмəлдер. (10) Улар мосолмандар менəн булған анттарын да, килешеүҙе лə танымай. Улар сиктəрҙе уҙған халыҡ. (11) Бары тик тəүбə итһəлəр генə, намаҙ уҡыр булһалар ғына, улар һеҙҙең дин ҡəрҙəштəрегеҙ булып китер. Аңлы ҡəүемгə Беҙ аяттарыбыҙҙы шулай асыҡлап бирəбеҙ. (12) Килешеү төҙөгəс, һуңынан анттарын боҙһалар, динегеҙгə һөжүм итһəлəр, кəферҙəрҙең етəкселəренə ҡаршы һуғышығыҙ.


Сөнки улар — вəғəҙəһеҙ кешелəр. Бəлки улар хыянаттан тыйылыр! (13) Вəғəҙəлəрен боҙған (мөьминдəргə) Пəйғəмбəрҙе (йортонан) ҡыуып сығарырға телəгəн һəм һеҙҙең менəн башлап һуғышыусы бер ҡəүемгə ҡаршы һуғышмаҫһығыҙмы ни? Əллə һеҙ уларҙан ҡурҡаһығыҙмы? Əгəр ысын мосолман икəнһегеҙ, белегеҙ, һеҙ уларҙан ҡурҡырға тейеш түгелһегеҙ, бəлки Аллаһтың язаһынан ҡурҡырға тейеш. (14) Улар менəн һуғышығыҙ, һеҙҙең ҡулдарығыҙ менəн Аллаһ уларға яза бирер; уларҙы хур итер, һеҙҙе еңеүсе ҡылыр, һеҙ — мөьминдəрҙең күңеленə дауа бирер. (15) Мөьминдəрҙең күңеленəн ризаһыҙлыҡ нəфрəтен йыуар, Аллаһ тəүəккəл кешенең тəүбəһен ҡабул итер. Аллаһ — белеүсе һəм хикмəт эйəһеҙер. (16) Юҡһа, Жиһадта ҡатнашҡандарҙы Аллаһ белмəй, тип уйлайһығыҙмы? Аллаһтан, уның Рəсүленəн, хаҡ мөьминдəрҙəн башҡаны серҙəш итмəгəндəрҙе белмəй һəм уларҙы Аллаһ ташлап ҡалдырасаҡ, тип уйлайһығыҙмы? Һеҙҙең ҡылғандарығыҙ тураһында Аллаһ хəбəрҙар. (17) Аллаһтан башҡа тəңре эҙлəүселəр үҙҙəренең кəфер булғанлығына үҙҙəре шаһитлыҡ иткəнгə күрə, Аллаһтың йорто — мəсетте торғоҙорға йөрөүҙəренең файҙаһы теймəҫ. Уларҙың бөтөн был эштəре заяға китер, һəм улар мəңгегə ут эсендə ҡаласаҡ. 18. Аллаһҡа иман килтергəндəр, Əхирəт көнөнə инанғандар, намаҙ ҡалдырмағандар, зəкəт биргəндəр һəм Аллаһтан башҡа берəүҙəн дə ҡурҡмағандар ғына мəсет ҡорҙорорға тейеш. Уларҙың тура юлда буласағына өмөт бар. 19. (Əй, мөшриктəр!) һеҙ хажиларға һыу биреп тороуҙы, Мəсжид‐и Харамды төҙөткəнегеҙҙе, Əхирəт көнөнə иман килтереп, Аллаһ юлында Жиһадта һуғышҡан мосолмандарҙың ҡылған ғəмəле менəн тигеҙ, тип уйлайһығыҙмы? Хаҡтыр, Аллаһ ҡатында улар бер тигеҙ түгел. Аллаһ залим халыҡтарҙы тура юлға күндермəҫ. 20. Иман килтереп, һижрəт иткəндəр, Аллаһ юлында малдары менəн, йəндəре менəн Жиһадта ҡатнашҡандар дəрəжə яғынан Аллаһ ҡаршыһында бик тə өҫтөндəр. Килəсəктə ҡотолоусылар шулар булыр. 21. Раббы уларҙы рəхмəте, ризалығы менəн, эсендə бөтмəҫ‐төкəнмəҫ ниғмəттəр булған йəннəте менəн ҡыуандырыр. (22) Улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ. Шик юҡ, Аллаһ ҡатында ҙур бүлəктəр бар. 23. Əй, иманлы кешелəр! Əгəр аталарығыҙ, ҡəрҙəштəрегеҙ кəферлекте имандан артыҡ күрһəлəр, уларҙы дуҫ итмəгеҙ. Уларҙы дуҫ иткəн кеше үҙе залим булыр. 24. Əйт һин: — Əгəр аталарығыҙ, улдарығыҙ, ҡəрҙəштəрегеҙ, ҡатындарығыҙ, яҡын туғандарығыҙ, йыйған байлығығыҙ, туҡтап ҡалыуынан ҡурҡҡан сауҙағыҙ, ҡəнəғəтлəндергəн йорттарығыҙ һеҙгə Аллаһтан һəм уның Рəсүленəн, Аллаһ юлындағы Жиһадтан дə ҡəҙерлерəк икəн, Аллаһтың хөкөмөн көтөгөҙ. Аллаһ боҙоҡ кешелəр тоҡомон тура юлға сығармаҫ. («Мөхөммəд Рəсүлүллаһ (с.г.с.) Мəккəне яулап алғандан һуң, ун ике мең кешелек ғəскəре менəн Таифтəге Һəүəзин һəм Саҡиф ҡəбилəлəренə ҡаршы китте. Ислам ғəскəренең, күплеген күреп, ҡайһы бер мосолман һуғышсылары: был ғəскəр бер ҡасан да еңелəсəк түгел, тинелəр. Һəм тəкəменəннеп киттелəр. Хөнəйен үҙəненə еткəс, улар мөшриктəрҙең əҙ һанлы төркөмө менəн осрашты. Мосолмандар ҡаушап ҡалды. Килаһе аят шул ваҡиғаға ишара яһай».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 25. Əйе, Аллаһ байтаҡ урындарҙа һəм Хөнəйен һуғышында ла һеҙгə ярҙам итте. Күп һанлы ғəскəр булыуығыҙ менəн маһайҙығыҙ. Лəкин һеҙҙең күп булыуығыҙ файҙа килтермəне. Киң ялан һеҙгə тарайҙы (дошмандар ҡаты ҡыҫа башлағас), һеҙ боролоп ҡасырға мəжбүр булдығыҙ. 26. Һуңынан Аллаһ Рəсүленə һəм мөьминдəргə тыныслыҡ килтерҙе, һеҙҙең күҙгə күренмəй торған ғəскəрҙəр (фəрештəлəр) төшөрҙө лə, кəферҙəрҙе язаланы. Кəферҙəр өсөн бына шундай ғазап. 27. Аллаһ тəүбə иткəндəрҙең тəүбəһен ҡабул итə. Аллаһ ярлыҡаусы, ғəфү итə белеүсеҙер. 28. Əй, иманлы кешелəр! Мөшриктəр — яманлыҡтың үҙеҙер. Шуға күрə, был йылдан һуң улар Мəсжед‐и Харам янына килмəһендəр. Фəҡирлектəн ҡурҡһағыҙ, Аллаһ ихтыяр итһə, һеҙҙе үҙ мəрхəмəте менəн байытасаҡ. Шик юҡ, Аллаһтың ғилеме сикһеҙ, Ул хикмəт эйəһе. 29. Аллаһҡа һəм Əхирəт көнөнə инанмаған, Аллаһ һəм уның илсеһе харам иткəн нəмəлəрҙең харам икəнлегенə ышанмаған, хаҡ дингə буйһонмаған китап əһелдəре рисуай булып, һеҙгə баш эйеп, һалымдарын үҙ ҡулдары менəн килтереп, һеҙгə тапшырғандарына саҡлы улар менəн һуғышығыҙ. 30. Йəһүдтəр: — Ғөзəйер — Аллаһтың улы, — тинелəр. Христиандар ҙа: — Мəсих (Ғайса) — Аллаһтың улы, ‐ тинелəр. Был уларҙың ауыҙы менəн əйтелə торған элеккеге кəферҙəрҙең һүҙенə бик тə оҡшаған. Аллаһ уларҙы Үҙе ҡəһəрлəйəсəк. (Ғəжəп!) Нисек итеп, улар паҡтан нəжескə керəлəр? 31. Улар Аллаһтан баш тартып, үҙҙəренең ғалимдарын, руханиҙарын һəм Мəрйəм улы Мəсихте (Ғайсаны) Илаһ итеп табына башланылар. Гəрсə, уларға: бары тик бер Аллаһҡа ғына ғибəҙəт ҡылығыҙ, тип əйтелде. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис бер кем юҡ! Ул Үҙенə тиң һанағандарҙан юғары тора. 32. Аллаһтың нурын (улар) ауыҙҙары менəн (өрөп) һүндерергə булалар. Лəкин, иманһыҙҙарға был оҡшамаһа ла, Аллаһ нур (Ҡөръəн) индереүен туҡтатмаҫ. 33. (Был эш) мөшриктəргə оҡшамаһа ла, Ул динен бөтөн диндəрҙəн өҫтөн ҡуйыр өсөн, һидəйəт һəм хаҡ дин менəн Рəсүлен юлланы. 34. Əй, иман килтергəн əҙəмдəр! (Кəфер) руханиҙары, ғалимдарының күбеһе əҙəмдəрҙең малдарын хаҡһыҙ юлдар менəн ашайҙар һəм уларҙы Аллаһ юлынан яҙҙыралар. Алтын‐көмөш йыйып та, Аллаһ юлында сарыф итмəгəндəр арағыҙҙа юҡмы ни? Бына, һин шундайҙарҙан «һөйөнсө» ал: уларға хəтəр яза бирелəсəк. (Йəһүд равиндары менəн христиан руханиҙары Мөҡəтдəс китаптарҙағы: Иңжил, Тəүрəттəге аяттарҙы дөнъя рəхəте өсөн, ришвəт алыр өсөн үҙгəрттелəр. Бигрəк тə, хəҙрəти Мөхəммəдтең Пəйғəмбəр булып килəсəгенə бəйле аяттарҙы боҙҙолар. Юғарылағы аят бына шуларҙың ерəнгес эштəренə ишара яһай. Аяттың икенсе өлөшө иһə алтын‐көмөшө, туплаған аҡсаһы, малы булып та, мохтаждарға, изгелекле ғəмəлдəргə, халыҡ өсөн кəрəкле эштəргə сарыф итмəгəн, йəғни, зəкəт бирмəгəндəрҙең Əхирəттə дəһшəтле яза күрəсəктəре тураһында хəбəр итə».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 35. (Был алтын‐көмөш аҡсалар) йəһəннəм утында ҡыҙҙырылып, маңғайҙарына, янбаштарына һəм арҡаларына йəбештерелəсəк Көндө: — Бына был (туймаҫ) нəфсегеҙ туплаған əйберҙəрегеҙ. Инде туплағанығыҙға күрə, тəмен дə татығыҙ, — тип əйтелəсəк. 36. Күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан көндəн алып, Аллаһтың хисабына күрə, айҙарҙың һуны ун ике; уларҙың дүртеһе (һуғышыу) харам айҙар булып иҫəплəнə, диндең дөрөҫ хисабы шулдыр. Ул айҙарҙа (харам айҙарҙа) үҙегеҙгə золом итмəгеҙ, мөшриктəр үҙ‐ара берлəшеп, һеҙгə ҡаршы һуғыш башлаһа, һеҙ ҙə берлəшеп уларға ҡаршы һуғышығыҙ. Белеп тороғоҙ, Аллаһ (яманлыҡ ҡылыуҙан) һаҡланғандар менəн бергə. 37. (Харам айҙарҙың) урындарын күсереү кəферлекте арттырыу, тигəн һүҙ. Был ғəмəл кəферҙəрҙең аҙғынлығын арттырыр; Аллаһ харам ҡылғанды боҙоу һəм Уның харам ҡылғанын хəлəл ҡылыу өсөн (харам айҙы) улар бер йылды хəлəл, икенсе йылды харам айға һананылар. (Шулай итеп), уларҙың яман эштəре үҙҙəренə яҡшы булып күренде. Аллаһ кəфер халыҡты тура юлға күндермəҫ. 38. Əй, иманлы кешелəр, һеҙгə нимə булды? —Аллаһ юлында һуғышырға сығығыҙ, — тип əйтелгəс, ауырайып, ергə һыйынаһығыҙ. Фани донъялағы был тормошто һеҙ Əхирəттəге мəңге тормошҡа алмаштығыҙмы ни? Лəкин фани донъя тормошоның файҙаһы, Əхирəт донъяһыныҡына ҡарағанда бик тə əҙҙер. («Тəбүк һуғышына сығырға əмер килгəс, йəйҙең бик тə эҫе ваҡыты булғанға күрə, сəхəбəлəр һуғышҡа сығырға ҡыйынһындылар».Шəйх Ноғмани тəфсиренəн.) 39. Əгəр ҙə һеҙ (кəрəк саҡта дин өсөн) һуғышҡа сыҡмаһағыҙ, (Аллаһ) һеҙҙе һыҙландырыусы ғазапҡа дусар итəсəк һəм һеҙҙең урынға башҡа бер ҡəүемде килтерəсəк; һеҙ һуғышҡа сыҡманы, тип кенə Аллаһҡа зарар килмəҫ. Аллаһ бар нəмəнəн дə ҡөҙрəтлеҙер. 40. Һеҙ уға (Рəсүлүллаға) ярҙам итмəһəгеҙ ҙə, уға Аллаһ ярҙам иткəн ине бит инде. Мөшриктəр уны (Мəккəнəн) ҡыуып сығарҙы, ҡыуылғандар икəү ине, берһе ул (Рəсүлүлла) ине. Бына улар мəмерйəгə кереп ҡасты. Ул юлдашына: — Ҡайғырма, Аллаһ беҙҙең менəн, — тине.


Аллаһ уға Үҙе тарафынан сабырлыҡ һəм күҙгə күренмəҫ ғəскəр индерҙе, кəферҙəрҙең һүҙҙəрен юҡҡа сығарҙы, Аллаһтың һүҙе иһə бөйөктер. Аллаһ өҫтөндер һəм Ул хикмəт эйəһеҙер. («Һижрəт заманаһында мөшриктəрҙең иҙеүенə сыҙай алмайынса, хəҙрəти Əбү Бəкер менəн хəҙрəти Пəйғəмбəребеҙ Сəүер тауындағы мəмерйəгə кереп ҡаса. Ҡыуа килеүсе мөшриктəрҙең аяҡ тауыштарын ишеткəс, Əбү Бəкер бик ныҡ ҡурҡа. Аллаһ Тəғəлə мəмерйə ауыҙын ҡаплап ҡуя. Ҡыуа килеүселəр бында үлəн һырған, күптəн кеше кермəгəн ҡыуыш икəн, тип, мəмерйə эсенə кермəй китə».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн ) 41. (Əй, мөьминдəр) еңел булһа ла, ауыр булһа ла, малдарығыҙ, йəндəрегеҙ менəн Аллаһ юлында Жиһад итегеҙ. Шулай ғəмəл ҡылһағыҙ, белеп тороғоҙ, һеҙгə бик тə хəйерле булыр. (42) Һуғышта табыш алыу форсаты мəғлүм булһа, барасаҡ яу юлы яҡын булһа, һис шикһеҙ, улар һинең менəн яуға сығыр ине. Лəкин мəшəҡəтле юл йыраҡ ине шул. Шуға күрə, улар яуға барманы. Аллаһ исеме менəн ант итеп улар: — Их, көсөбөҙ булһа, беҙ ҙə һинең менəн яуға барыр инек, — тип үҙҙəрен үҙҙəре һəлəк итте. Гəрсə, Аллаһ уларҙың ялғансы икəнен теүəл белə ине. (43) Аллаһ һине ғəфү итте. Тура кешене һынап, уның тура икəнлегенə ышанмайынса, ни өсөн һин уларға һуғыштан ҡалырға рөхсəт иттең? (44) Аллаһҡа һəм Əхирəт көнөнə инанғандар малдары, йəндəре менəн һуғышыр өсөн һинəн рөхсəт һорамаҫ. Аллаһ тəҡүə (ысын) мосолмандарҙы бик тə яҡшы белеп тора. (45) Бары тик Аллаһҡа һəм Əхирəт көнөнə ышанмағандар һуғыштан ҡалырға һинəн рөхсəт һорарҙар һəм уларҙың күңелдəрен шом баҫыр, Улар шуға аптырап йөрөр. (46) Һуғышта ҡатнашырға телəгəн булһалар, улар, һис шикһеҙ, алдан уҡ əҙерлəнгəн булыр ине. Лəкин Аллаһ уларҙың был ҡылғандарын (йəғни, ихлас түгеллектəрен) оҡшатманы, уларҙың һуғышҡа барыуҙарын телəмəне. Уларға: — Өйөгөҙҙəгелəр менəн бергə ҡалығыҙ, — тине. (47) Улар һеҙҙең менəн бергə һуғышҡа сыҡҡан булһалар ҙа, арағыҙҙы боҙоуҙан һəм фетнə сығарыуҙан башҡа нəмə эшлəмəгəн булырҙар ине. Уларҙың (фетнəүи) һүҙенə ҡолаҡ һалыусылар ҙа арағыҙҙа табылыр ине. Аллаһ гөнаһлыларҙы ғəйəт яҡшы белə. (48) Хаҡтыр, улар элек тə фетнə сығарырға йөрөнөлəр һəм һиңə күпме мəкер ҡорҙолар. Ниһайəт, дөрөҫлөк инде, уларҙың көйөнөсөнə, Аллаһтың əмере еренə еткерелде. (49) Уларҙың шундайҙары ла бар: — (Һуғышҡа бармаҫҡа) миңə рөхсəт бир, мине фетнəгə (вəсүəсəгə, йəғни мал талау, əсир ҡатындар менəн зина ҡылыуға) юлыҡтырма, — тип хəйлə ҡорғандары ла. Белеп тороғоҙ, улар ысынлыҡта үҙҙəре фетнəселəрҙер. Кəферҙəрҙе, һис шикһеҙ, йəһəннəм уты солғаясаҡ. (50) Һиңə бер изгелек (еңеү, ғəнимəт малы) килһə, улар асыуҙан ҡайғырыр. Башыңа берəй бəлə (еңелеү, таланыу) килһə, улар: — Ярай əле, беҙ алдан əмəлен күрҙек (һуғышҡа барманыҡ), — тип, танауҙарын сөйөп, һөйөнə‐һөйөнə китəлəр. 51. Əйт һин: — Аллаһ яҙғандан башҡа нəмə беҙҙең өҫкə килмəҫ. Ул— беҙҙең ярҙамсыбыҙ. Шуға күрə, һеҙ — мосолмандар, бары тик Аллаһҡа инанығыҙ, — тип. (52) Əйт һин: — Һеҙ: беҙгə ике изгелектең береһе килер, тип көтəһегеҙме? Беҙ ҙə: һеҙҙең башығыҙға ике яманлыҡтың береһе килер, тип көтəбеҙ. Һеҙгə Аллаһтан яза килер йəки Аллаһ һеҙҙе беҙҙең ҡулдар менəн һəлəк итер, тип. Һеҙ ҙə көтөгөҙ, беҙ ҙə көтəбеҙ, — тип. 53. Əйт һин (монафиҡтарға): — Үҙ телəгегеҙ менəн биргəн сығымдарғыҙ (саҙаҡағыҙ) ҙа, ирекһеҙҙəн биргəнегеҙ ҙə ҡабул ителмəҫ, сөнки һеҙ юлдан яҙған тоҡом, — тип. (54) Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə ышанмауҙары арҡаһында, намаҙҙы телəр‐телəмəҫ уҡығанға күрə, саҙаҡаны рия менəн, (ауырыһынып) биргəнгə күрə, уларҙың саҙаҡалары ҡабул булманы. 55. (Эй, Мөхəммəд) уларҙың (кəферҙəрҙең) байлығы һəм балаларының күплеге һине ҡыҙыҡтырмаһын, Аллаһ фани донъяла уҡ уларҙың ғазаптарын күбəйтеп, уларҙың кəфер булараҡ йəн биреүҙəрен телəй. 56. (Монафиҡтар) беҙ ҙə һеҙҙең кеүек (мосолманбыҙ), тип Аллаһ исеме менəн ант итə. Гəрсə, улар һеҙҙең кеүек (мосолман) түгел, улар бары тик (һеҙҙең ҡылыстан) ҡурҡҡан бер ҡəүемдер. (57) Һыйыныр урын йəки ҡасырлыҡ мəмерйə йəки кереп ҡотолорлоҡ бер тишек тапһалар, улар (һеҙҙəн, диндəн ҡасып) шул тарафҡа йүнəлерҙəр ине. (58) Саҙаҡалар хаҡында уларҙың һине ғəйеплəгəндəре лə бар. Саҙаҡаларҙан уларға ла (бер өлөш) бирелһə, риза булалар, ə инде, уларға саҙаҡаларҙан (өлөш) бирелмəһə, асыуланалар. (59) Əгəр улар Аллаһ менəн Рəсүле биргəндəргə риза булып: — Аллаһ беҙгə етə, оҙаҡламай Аллаһ ниғмəтен бирəсəк, Рəсүлебеҙ ҙə беҙгə изгелекле буласаҡ; беҙ бары тик Аллаһтан ғына өмөт итəбеҙ, — тип əйтһəлəр, бик яҡшы булыр ине лə һуң. (60) Саҙаҡа (зəкəт) Аллаһтан бер фарыз булараҡ, бары тик фəҡирҙəргə, меҫкендəргə, (зəкəт эштəрен башҡарыусы) йомошсоларға, күңелдəре (Исламға) ятҡандарға, (иреккə сығыу өсөн йəн атҡан) ҡолдарға, бурысҡа батҡандарға, Аллаһ юлында көс сарыф итеп, Жиһадта ҡатнашҡандарға, юлсыларға бирелергə тейеш. Аллаһ барыһын да бик яҡшы белеп тороусы һəм хикмəттəр эйəһеҙер. 61. (Монафиҡтар) араһында Пəйғəмбəрҙе кəмһетеп һөйлəүселəр ҙə бар, улар: — Ул — ҡолаҡ (йəғни бөтөн нəмəне тыңлап‐ишетеп тороусы), — тинелəр. Һин уларға: — Ул һеҙҙең өсөн яҡшылыҡтың ҡолағы, — тип əйт. Ул Аллаһҡа иман килтерə һəм иман килтергəн кешелəргə ышана; арағыҙҙан иман килтергəн кешелəргə рəхмəт, Аллаһтың илсеһен рəнйеткəндəргə хəтəр яза булыр, — тип əйт. (62) Һеҙҙең ризалығығыҙҙы алыу өсөн, улар Аллаһ исеме менəн ант итə. Əгəр улар ысындан да мосолман булһалар, Аллаһ менəн Рəсүлүлланың ризалығын ҡаҙанһындар. (63) Улар шуны ла белмəйҙəрме икəн һуң, кем дə кем Аллаһ менəн Рəсүлүллаға ҡаршы ғəмəл ҡыла, шул йəһəннəм утында мəңге ҡаласаҡ. Бына ошо була инде рисуайға ҡалыу. (64) Монафиҡтар күңелдəрендə булған (мəкерҙе) асып һала торған аят индерелеүенəн ҡурҡалар. Əйт: — Һеҙ көлөгөҙ, Аллаһ эсегеҙҙəге яманлыҡты асып һаласаҡ, — тип. (65) Əгəр уларҙан (мыҫҡыллы көлөүҙəре тураһында) һораһаң, шик юҡ: — Беҙ бары тик шаяртабыҙ ғына, — тип əйтəсəктəр. Əйт һин: — Аллаһтан, Уның аяттарынан, Уның Пəйғəмбəренəн көлөргə баҙнат итəһегеҙме? — тип. (66) Аҡланырға тырышмағыҙ, сөнки һеҙ иман килтереп тə һуңынан кəферлеккə күскəн затһыҙҙар булдығыҙ. Тəүбə иткəндəрегеҙҙе ярлыҡаһаҡ та, гөнаһтарына күрə, башҡаларына яза бирəсəкбеҙ. (67) Монафиҡ ирҙəр менəн монафиҡ ҡатындарҙың барыһы ла бер сыбыҡтан үрелгəн; улар боҙоҡлоҡҡа йөҙ тотоусылар, изгелектəн баш тартыусылар, һарандар. Улар Аллаһты онотто. Аллаһ та уларҙы онотто. Сөнки монафиҡтар нəжеслектең үҙеҙер. 68. Аллаһ ике йөҙлө ирҙəрҙе лə, ике йөҙлө ҡатындарҙы ла, кəферҙəрҙе лə йəһəннəм утында мəңге яндырырға вəғəҙə итте. Аллаһ уларға етəр, Аллаһ уларға лəғнəт ебəрҙе. Уларға бөтмəҫ‐төкəнмəҫ яза əҙерлəп ҡуйҙы. (69) (Əй, монафиҡтар, кəферҙəр) һеҙҙəн элек йəшəгəндəр кеүек, һеҙ ҙə кəферлек ҡылдығыҙ. Һеҙҙең менəн сағыштырғанда, улар ҡеүəтлерəк тə, байырак та, балалары ла күберəк ине, рəхəт йəшəйҙəр ине. Элек йəшəгəндəр кеүек, һеҙ ҙə үҙ өлөшөгөҙҙəн рəхəт күрҙегеҙ, улар кеүек, һеҙ ҙə аҙғынлыҡҡа сумдығыҙ. Быларҙың ғəмəлдəре фани донъяла ла, Əхирəттə лə файҙа бирмəҫ. Улар ҙур юғалтыуҙарға дусар. (70) Əллə һуң уларға əүəл йəшəгəндəр(ҙең гөнаһтары) тураһындағы хəбəр барып ирешмəнеме? Нух, Ғəд һəм Сəмүд халыҡтары, Ибраһим ҡəүеме, Мəдйəн кешелəре, аҫты өҫкə килгəн шəһəрҙəр тураһында хəбəр уларға ишетелмəнеме икəн ни? Уларға пəйғəмбəрҙəр асыҡ мəғəнəле аяттар алып килде. Аллаһ уларға йəбер бирмəгəн дə булыр ине, лəкин улар үҙҙəренə үҙҙəре яза алды. («Пəйғəмбəрҙəр алып килгəн ул аяттарҙы тегелəр ялғанға сығарҙы. Нух пəйғəмбəр үҙ халҡына күндерелде, үҙ халҡы уны инҡар итте, Аллаһ илсеһе булараҡ таныманы, Аллаһты бер тип һанаманы. Һəм Нухтың халҡы һыуға батып һəлəк булды. Ғəд ҡəүеменə иһə Һуд пəйғəмбəр ебəрелгəн ине. Гөнаһтары өсөн уларҙы Аллаһ дəһшəтле ел‐дауылда һəлəк итте. Хəҙрəти Салихты үҙ халҡына пəйғəмбəр итеп юлланы. Уның халҡы ла ер тетрəүендə юҡҡа сыҡты. Хəҙрəти Ибраһим ҡəүеме əшəке себен һөжүменəн үлеп бөттө. Мəдйəн халҡына Шөғəйеп илсе булып килде. Гөнаһлы халҡы утта янып һəлəк булды. Лут пəйғəмбəрҙең халҡы ҡала харабалары аҫтында юҡ булды».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 71. Мөьмин ирҙəр менəн мөьминə ҡатындар бер‐береһенең дуҫылыр. Улар изгелек юлына өндəй, яманлыҡтарҙан баш тартырға өгөтлəйҙəр, намаҙ ҡалдырмайҙар, зəкəт бирəлəр, Аллаһҡа һəм Уның Рəсүленə итəғəт итəлəр. Бына быларға Аллаһ рəхмəтен бирер. Шик юҡ, Аллаһ бөйөк һəм хикмəт эйəһелер. (72) Аллаһ мосолман ирҙəренə, мөслимə ҡатындарға мəңге йəшəү өсөн аҫтында йылғалар ағып торған йəннəттəр һəм Ғəден ожмахтарында яҡшы урындар əҙерлəп ҡуйҙы. Аллаһтың ризалығы һəр нəмəнəн дə өҫтөндөр. Бына бөйөк ҡотолоу ошо булыр.


73. Ий, Пəйғəмбəр! Кəферҙəргə һəм монафиҡтарға ҡаршы Жиһад ит. Уларға ҡырыҫ бул. Уларҙың барыр ере ‐ йəһəннəм. Бик тə хəтəр ул — Улар барасаҡ ер. (74) (Ий, Мөхəммəд) улар: — Валлаһи, көфөр һүҙ əйтмəнек, — тип, Аллаһ исеме менəн ант итə. Гəрсə, көфөр һөйлəнелəр һəм мосолман булғандан һуң йəнə кəферлеккə ҡайттылар. Ҡулдарынан килмəгəн эшкə алындылар. Аллаһ менəн Рəсүл уларҙы (мосолмандарҙы) үҙ ниғмəттəре менəн байытҡаны өсөн үс алырға тырышалар. Əгəр улар (был эштəн) тəүбə итһəлəр ине, үҙҙəренə яҡшыраҡ булыр ине. Имандан йөҙ сөйөрһəлəр, Аллаһ уларҙы фани донъяла ла, Əхирəттə лə əрнеүле яза биреүсе, ғазапҡа дусар итеүсе булыр. Ер йөҙөндə уларҙың ярҙамсыһы ла, дуҫтары ла юҡ. 75. Улар араһында: — Əгəр Аллаһ беҙгə байлыҡ бирһə, һис шикһеҙ, саҙаҡа бирер инек һəм, əлбиттə, беҙ ҙə изгелəрҙəн булыр инек, — тип Аллаһ ҡаршыһында ант итеүселəр ҙə бар. (76) Лəкин Аллаһ хазинаһынан уларға байлыҡ бирелгəс, һаранланып (Аллаһ əмеренəн) баш тартып, биргəн анттарын боҙҙолар. (77) Ниһайəт, Аллаһҡа биргəн вəғəҙəлəре һəм ялған таратыуҙары арҡаһында, Аллаһ Тəғəлə уларҙың күңеленə Əхирəткə хəтле эйəреп бара торған нифак‐монафиҡлыҡ (фетнəсе һəм ике йөҙлөлөк) ғəҙəтен һалды. (78) Аллаһ уларҙың (монафиҡтарҙың) серен, йəшерен һөйлəшкəндəрен һəм гөнаһ ҡылғандарын бик яҡшы белеп торғанын (монафиҡтар үҙҙəре) белмəйҙəрме икəн ни һуң? (79) Үҙ телəге менəн саҙаҡа биргəн мосолман кешеһенəн һəм үҙ тырышлыҡтары менəн генə тапҡан малынан əҙ генə саҙаҡа биргəндəрҙəн (монафиҡтар) мыҫҡыл итеп көлəлəр. Аллаһ уларҙың үҙҙəрен мəсхəрə итəсəк. Һəм уларҙы əрнеткес ғазапҡа һаласаҡ. 80. (Ий, Мөхəммəд) улар өсөн ғəфү һораһаң да, һорамаһаң ла, уларҙы ярлыҡа тип, етмеш тапҡыр ялбарһаң да, Аллаһ уларҙы ғəфү итмəй. Аллаһты һəм уның илсеһен инҡар иткəндəренə күрə, шулай мəғҡуль. Аллаһ боҙоҡ кешелəрҙе тура юлға ирештермəҫ. 81. Аллаһтың Рəсүленə ҡарышып, һуғышҡа бармайынса ҡалғандар (монафиҡтар) ҡыуаныштылар. Аллаһ юлында малдары, йəндəре менəн һуғышыуҙы хуп күрмəнелəр: — Был эҫҫелə яуға баралармы ни? — тип, бер‐береһен ҡоторттолар. Һин əйт: — Тамуҡ уты бынан да хəтəр эҫе буласаҡ, — тип. Их, улар шуны аңлаһалар ине. (82) Əйҙə! (Монафиҡтар) бер аҙ көлһөндəр, ҡылғандарына күрə (ике йөҙлөлөк өсөн) күп иларҙар. (83) Əгəр Аллаһ һине уларҙың төркөмөнə кире ҡайтарһа, улар һинəн (һинең менəн бергə яуға) сығырға рөхсəт һораһа, уларға əйт: — Һис бер ваҡытта ла һеҙ минең менəн (яуға) сыҡмаясаҡһығыҙ һəм һис бер ваҡыт һеҙ минең менəн дошманға ҡаршы һуғышмаясаҡһығыҙ. Һеҙ уҙғанында ла өйөгөҙҙə ултырырға риза булдығыҙ, өйҙəгелəрегеҙ менəн рəхəтлəнеп ултырығыҙ, — тип əйт. (84) Уларҙың бер генə мəрхүменə лə намаҙ уҡыма; уларҙың ҡəбере осонда торма; сөнки улар Аллаһ менəн Рəсүлде инҡар иттелəр һəм көфөр булып үлделəр. (85) Уларҙың байлығы һəм балаларының күплеге һине хайранға ҡалдырмаһын. Сөнки Аллаһ уларҙы ошо донъя байлығы менəн (һынап) язаларын күбəйтə һəм көфөр булараҡ йəндəрен алырға телəй. (86)—Аллаһҡа иман килтерегеҙ, Рəсүле менəн бергə Жиһадта ҡатнашығыҙ, — тип бер сүрə индерелгəс, улар араһындағы байҙар: — Зинһар, беҙҙе өйҙəгелəребеҙ янында ҡалдыр, — тип үтенделəр. (87) Улар ҡатындары янында, өйҙə ҡалғандарына ҡыуанды. Уларҙың күңелдəренə (яҙмыштарына «монафиҡтар» тип) мөһөр һуғылды. Лəкин улар быны аңламай. (88) Əммə Пəйғəмбəр менəн бергə иман килтергəндəргə, малдары менəн дə, йəндəре менəн дə Жиһадта ҡатнашҡандарға бөтөн ниғмəттəр бирелəсəк һəм улар ғына бəхет тантанаһында буласаҡ. (89) Аллаһ уларға мəңге йəшəр өсөн арыҡтарынан шишмəлəр ағып тороусы йəннəттəр əҙерлəп ҡуйҙы. Бына, бөйөк ҡаҙаныш ошо булыр. (90) Баш эйеп, һинең янға килгəн бəҙəүи ғəрəптəре һуғышҡа бармаҫ өсөн һинəн рөхсəт һоранылар. Аллаһ тураһында, Рəсүл хаҡында ялған таратыусылар ҙа (һуғышҡа бармайынса) ултырып ҡалды. Шулар араһындағы кəферҙəргə əрнеүле яза һəм ғазап бирелəсəк. (91) Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə ихлас иман килтергəндəр араһында зəғифтəргə, сирлелəргə, һуғыш ҡоралдары һатып алырга хəле булмағандарға (һуғышта ҡатнашмаһалар ҙа) гөнаһ юҡ. Изгелек ҡылғандарға шелтə юҡ. Аллаһ ярлыҡаусы, кисереүселер. (92) (Һинең менəн бергə һуғышҡа барырга ат, дөйə һатып алырға аҡһалары булмағандар) килгəс: — Һеҙҙе атландырып һуғышҡа ебəрергə мөмкинлегем юҡ, — тип əйттең. Улар (һуғышта ҡатнаша алмаған ҡайғынан) күҙ йəштəре менəн илап, өйҙəренə ҡайтып китте. Уларға ла (һуғышта ҡатнашмағандары өсөн) гөнаһ юҡ. (93) Бай булып та (һуғышҡа бармаҫҡа) рөхсəт һорағандарҙы язаға тарттырырға юл бар. Улар өйҙəгелəре янында ҡалғанға ҡыуандылар. Уларҙың күңеленə (ҡара) мөһөр һалынды, лəкин улар быны белмəй. (94) Һеҙ һуғыштан ҡайтҡас, улар ғəфү үтенер. Əйт: — Ғəфү үтенмəгеҙ; беҙ һеҙгə ышанмайбыҙ. Аллаһ һеҙҙең (кем икəнлегегеҙ) тураһында беҙгə хəбəр итте инде. Аллаһ та, илсеһе лə һеҙҙең ғəмəлдəрегеҙҙе күрер. Унан һуң һеҙ йəшеренде лə, асыҡты ла белеүсе Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. Шул саҡ Ул һеҙҙең ҡылғандарығыҙҙы фаш итер. (95) (Һеҙ һуғыштан ҡайтҡас) улар: беҙгə ҡағылмағыҙ, тип Аллаһ исеме менəн һеҙҙе ҡарғаясаҡ. Уларҙан ваз кисегеҙ, ҡағылмағыҙ. Сөнки улар — нəжес кешелəр. Уларҙың ятағы —йəһəннəм. (Яман) ғəмəлдəренə күрə уларға шул тейеш. (96) Үҙҙəренəн риза булыуығыҙҙы телəп, улар ант итəсəк. Һеҙ уларҙан риза булһағыҙ: Хаҡтыр, Аллаһ ямандарҙы хуп күрмəй. (97) Бəҙəүиҙəр (сүл ғəрəптəре) кəферлектə, икейөҙлөлөктə тағын да хəтəрерəк, Аллаһтың Рəсүле аша индергəн (хөкөмдəр) сиген белмəйенсə йəшəү уларға хас. Аллаһ бөтөн нəмəнең асылын белеүсе, хикмəт эйəһелер. (98) Бəҙəүиҙəрҙең бер ҡəүеме: (Аллаһ юлында) сарыф ителгəн малдарыбыҙ əрəмгə китте, тип уйлай; һеҙҙең башҡа бəлə килеүен көтə. Уларҙың үҙ башына бəлə төшəсəк. Аллаһ ысынын ишетеп, ысынын күреп тороусы. (99) Бəҙəүиҙəрҙең бер төрлөһө иһə, Аллаһҡа, Əхирəт көнөнə иман килтергəндəренə күрə, (Аллаһ юлында) сарыф иткəндəре арҡаһында, Аллаһҡа яҡынаябыҙ, Пəйғəмбəрҙең доғаларына лайыҡ булабыҙ, тип өмөтлəнə. Шуныһы хаҡтыр, сарыф иткəндəре үҙҙəре өсөн яҡынлыҡтыр. Аллаһ уларҙы рəхмəтендə йөҙҙөрəсəктер. Аллаһ ярлыҡаусы, сикһеҙ мəрхəмəтлелер. (100) Мөһəжирҙəрҙəн (ватандарын ташлап күсенергə мəжбүр булғандарҙан) һəм əнсарҙарҙан (Ислам юлында Мөһəжирҙəргə ярҙам итеүселəр) элек килгəн һəм уларға эйəреүселəрҙəн Аллаһ ҡəнəғəт ҡалды; улар ҙа Аллаһтан риза булды. Аллаһ уларға мəңге йəшəр өсөн бəреп сыҡҡан шишмəлəре булған йəннəттəр вəғəҙə итə. Бына, был — иң бөйөк ҡотолош буласаҡ. (Əнсарҙар ‐ Исламды ҡабул иткəндəргə, һижрəт иткəндəргə ярҙам итеүселəр.) 101. Тирə‐яғығыҙҙағы бəҙəүиҙəрҙең һəм Мəҙинəлə йəшəүсе халыҡтың бер ҡəүеме монафиҡ һəм ике йөҙлө халыҡ. Һеҙ уларҙы белмəйһегеҙ, бары тик Беҙ белəбеҙ. Уларға икелəтə яза бирəсəкбеҙ. Ахырҙа ла ҙур ғазаптарға дусар итəсəкбеҙ. (102) Бүтəн бер ҡəүемдəре лə бар, улар гөнаһтарынан ваз кисеп, тəүбə итеп, ҡылған яман эштəрен яҡшы эштəре менəн аралаштырҙы. Ихтимал, Аллаһ Тəғəлə уларҙың тəүбəлəрен ҡабул да итер. Аллаһ сикһеҙ мəрхəмəтле ярлыҡаусы. (103) (Ий, Мөхəммəд) мосолмандарҙың малдарынан (мəғлүм бер күлəмдə) саҙаҡа ал. Шуның менəн улар пакланыр, ҡəнəғəт ҡалыр. Уларҙы доғаңдан ташлама, сөнки һинең доғаларың уларға йыуаныс лəззəте бирə. Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тороусы. 104. Кешелəрҙең тəүбəһен ҡабул итеүсе, саҙаҡаларҙы алыусы Аллаһ икəнен улар белмəйме ни? Шик юҡ, тəүбəлəрҙе ҡабул итеүсе, сикһеҙ мəрхəмəтле бер — Аллаһ. 105. (Эй, Мөхəммəд) əйт һин: — Телəгəнегеҙсə ғəмəл ҡылығыҙ. Аллаһ та, Рəсүлүлла ла, мосолмандар ҙа ҡылғандарығыҙҙы күрəсəк. Йəшеренде лə, асыҡты ла белеүсе Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. Ул һеҙҙең нимəлəр ҡылғанығыҙ тураһында хəбəр бирəсəк, — тип. 106. Уларҙың бүтəн бер ҡəүеме иһə Аллаһтың хөкөмөнə ҡалдырылды. Аллаһ уларға яза бирер йəки уларҙың тəүбəһен ҡабул итер. Аллаһ барыһын да белеүсе хикмəт эйəһелер. 107. (Мосолмандарға) зарар эшлəмəү, кəферлекте арттырмау, мосолмандарҙың араһын боҙмау һəм тағын, элеке заманда һуғышҡан кеүек, Аллаһҡа һəм уның илсеһенə ҡаршы һуғышҡанды (Əбү Ғəмирҙең килгəнен) күреү өсөн, мəсет ҡорҙолар һəм:


— Изгелектəн башҡа бер нимə лə ҡылманыҡ, — тип ант иткəндəр ҙə монафиҡтар араһында бар. Гəрсə, уларҙың ялғансы икəненə Аллаһ ҡəтғи шаһитлыҡ итə. («Монафиҡтар мəкер менəн бер мəсет бина ҡылдылар. Əбү Ғəмир исемле бер монафиҡты Рум ҡайсарына, мосолмандарға ҡаршы һуғышыр өсөн, ғəскəр һорарға юлланылар. Шул ике йөҙлө Ғəмирҙең, ғəскəр менəн килеүен монафиҡтар үҙҙəре төҙөгəн мəсет манараһынан биш күҙ менəн көтə ине. Был аят иңгəс, Мөхəммəд ул мəсетте емертте». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 108. (Ул мəсет эсендə) зинһар, (намаҙҙа) баҫып торма (ғибəҙəт ҡылма). Беренсе көнөндəн тəҡүəлек менəн ҡоролған мəсеттə намаҙ уҡыу мең өлөш артыҡ. Шунда пакланырға телəгəн əҙəмдəр генə керə. Аллаһ та пакланғандарҙы ярата. (109) Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшлəүҙəн ҡурҡыуы арҡаһында бина ҡорған кешеме изгелекле, əллə бинаһын ишелергə торған яр ҡырына ҡороп, бинаһы менəн бергə йəһəннəм утына емерелеп төшкəн кешеме изгелекле булыр? Аллаһ изгелекһеҙҙəрҙе тура юлға күндермəҫ. 110. Улар (монафиҡтар) төҙөгəн ул мəсет бинаһы йөрəктəре ярылып үлгəнсегə саҡлы күңелдəрендə шом булып торасаҡ. Аллаһ барыһын да бик яҡшы белеп тороусы хикмəт эйəһеҙер. 111. Аллаһ мөьминдəрҙең малдарын, йəндəрен (үҙҙəренə бирелəсəк) йəннəт биреп һатып алды. Сөнки улар Аллаһ юлында һуғышыр, үлтерерҙəр, үлерҙəр. Тəүрəттə, Инжилдə һəм Ҡөръəндə Аллаһ шулай вəғəҙə иткəн ине. Аллаһтан башҡа үҙ һүҙендə ныҡ тороусы тағын башҡа бер зат бар‐ мы? Шуға күрə, Уның менəн алыш‐бирешегеҙгə һөйөнөгөҙ. Бына был бөйөк бер ҡаҙаныш буласаҡ. 112. Тəүбə итеүселəр, ғибəҙəт ҡылыусылар, ғибəҙəттəрендə Аллаһты маҡтаусылар, (Аллаһ юлында ураҙа тотоусы) сəйəхəт итеүсе (ғалимдарҙы), рөкүғҡа эйелгəндəр, сəждəгə йығылғандар, изгелеккə өндəп, яманлыҡтан тыйғандар һəм Аллаһ бойорған сиктəрҙе боҙмаусылар — мосолмандар. Шуларҙан (һеҙ йəннəткə керəсəкһегеҙ, тип) һөйөнсө ал. 113. Мөшриктəр өсөн, хатта ҡəрҙəшегеҙ булһа ла, уларҙың йəһəннəмгə керəһе мəғлүм булғас та, уларҙың гөнаһтарын ғəфү иттерер өсөн Аллаһҡа ялбарып доға ҡылыу пəйғəмбəрҙəргə лə, башҡа иманлы кешелəргə лə ярай торған эш түгел. 114. Атаһына вəғəҙə биргəнгə генə Ибраһим атаһы өсөн Аллаһтан ғəфү һорап, доға ҡылырға ниəтлəне. Атаһының Аллаһ дошманы икəнлеге беленгəс, ул доғанан баш тартты. Шик юҡ, Ибраһим бик йомшаҡ холоҡло, бик тə сабыр бер əҙəм ине. 115. Аллаһ бер халыҡты тура юлға баҫтырғандан һуң, һаҡланырға кəрəкле нəмəлəр тураһында үҙҙəренə хəбəр иткəненə ҡəҙəр, уларҙы юлдан яҙҙырасаҡ түгел. Аллаһ һəр нəмəне үтə күреп тороусы. (116) Күктəрҙең һəм Ерҙең хужаһы бер Аллаһтыр. Ул терелтер һəм үлтерер. Һеҙҙең Аллаһтан башҡа ярҙамсығыҙ ҙа, яҡлаусығыҙ ҙа юҡ. (117) Күңелдəре боҙоҡлоҡҡа табан кəкерəйгəс, Пəйғəмбəрҙе һəм ҡыйын ваҡыттарҙа (Тəбүк һуғышына барғанда) уға эйəргəн мөһəжирҙəр менəн əнсəрҙəрҙең бер төркөмөн Аллаһ ғəфү итте. Сөнки Ул уларға сикһеҙ шəфҡəтле, хəтһеҙ мəрхəмəтле. 118. Һəм (һуғыштан) ҡалдырылған өс кешенең тəүбəһен дə ҡабул итте. Ер йөҙө ни ҡəҙəр киң булыуына ҡарамаҫтан, уларға тар кеүек тойола башланы, улар выждан ғазабында интегə башланы һəм, ниһайəт, улар Аллаһтың ғазабынан бары тик Аллаһтың Үҙенə һыйынып ҡына ҡотолоп була икəнен аңланы. Һуңынан Аллаһ уларҙың тəүбəһен ҡабул итте. Аллаһ тəүбəлəрҙе күплəп ҡабул итеүсе, ярлыҡаусы. 119. Əй, иман килтергəн кешелəр, Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ һəм тура юлдағылар (иманында, ғəмəлендə, антында, һүҙендə, Үҙенə тура булғандар) менəн бергə булығыҙ. 120. Мəҙинə халҡына һəм уларҙың əйлəнə‐тирəһендəге бəҙəүи ғəрəптəренə Аллаһтың илсеһе — Рəсүлдəн айырылып (һуғыштан) ҡалмаҫҡа, уны һаҡлауҙан башҡа үҙ‐үҙҙəрен генə ҡайғыртмаҫҡа кəрəк ине. Улар Аллаһ юлында һыуһау, яфа, аслыҡҡа дусар булып, кəферҙəрҙең асыуын килтерерлек ергə баҫып керһə һəм еңһə, был изге ғəмəлдəре өсөн уларға сауап яҙылған булыр ине. Хаҡтыр, Аллаһ изгелек ҡылғандарҙың əжерен юҡҡа сығармаҫ. 121. Аллаһ уларҙы иң гүзəл ғəмəлдəренə күрə бүлəктəр, əҙ генə һəм оло сығымдары, ҡыйын юлдар уҙғандары өсөн сауап яҙыр. 122. Мосолмандарҙың бөтөнөһө бер юлы яу сəфəренə сығыуҙары мəжбүри түгел, һəр төркөмөндəн бер нисəһе дин ғилеме алыр өсөн, һуғыштан ҡайтҡан туғандарына дин өйрəтер өсөн өйҙə ҡалды. Шунан һуң, моғайын, улар һаҡ булыр. 123. Əй, иман килтереүсе халыҡ, яҡынығыҙға булған (һөжүмгə əҙер тороусы) кəферҙəр менəн һуғышығыҙ һəм улар һеҙҙең ҡөҙрəтегеҙҙе татыһын. Белеп тороғоҙ, Аллаһ (гөнаһтан) һаҡланғандар менəн бергəлер. («Ислам диненең маҡсаттарының береһе — солох (килешеү), тыныслыҡ һаҡлау. Ниса сүрəһенең 128 ‐се аятында, солох (килешеү) тағын да яҡшыраҡ, тип бойоролдо. Лəкин юғарылағы аят иһə, диндең һəм дəүлəттең ышаныслы мөхиттə йəшəйешен һаҡлар өсөн, мосолман булмаған башҡа күршелəр һуғыш башларға баҙнат итмəҫ дəрəжəлə уларға ҡаршы торорлоҡ ҡөҙрəтле һəм ҡырыҫ булырға кəрəклеге иҫкəртелə». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 124. Берəй сүрə индерелгəн һайын, уларҙың бер ҡəүеме: — Был (сүрə) ҡайһығыҙҙың иманын арттырҙы һуң? — тигəн булалар. Иман килтергəндəрҙең иманын арттырыр һəм уларға ҡыуаныс бирер. (125) Эстəрендə сир (кəферлек, монафиҡлыҡ сире) булғандарҙың да (был сүрə) инҡарҙарын арттырыр һəм улар ысын кəфер булып үлəсəк. (126) Йыл һайын бер‐ике тапҡыр (төрлө бəлəлəргə дусар булып) һынау уҙып торғандарын улар аңламайҙармы ни? Һуңынан тəүбə итмəйҙəр, ғибрəт алмайҙар. (127) Берəй сүрə индерелгəс, улар бер‐берһенə ҡарашып: — Һеҙҙе кем дə булһа күрмəйме? — тип əйтəлəр һəм (мəкерҙəре асылып, рисуай булыуҙан ҡурҡып) боролоп китəлəр. Аңламай торған бер ҡəүем булғандарына күрə, Аллаһ уларҙың күңелдəрен (имандан) ситлəштерҙе. 128. (Ий, мосолмандар) хаҡтыр, һеҙгə үҙ арағыҙҙан сыҡҡан Пəйғəмбəр килде; һеҙ бəлəгə тарыһағыҙ, ул хəсрəтлəнə. Ул һеҙҙең өсөн йəн ата, тəҡүəлəргə ул сикһеҙ шəфҡəтле, мəрхəмəтле. 129. (Ий, Мөхəммəд) йөҙ сөйөргəндəргə əйт: — Аллаһ миңə етəр (миңə башҡа — уйҙырма Илаһ кəрəк түгел), Унан башҡа Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм тəңре булырлыҡ һис бер кем юҡ. Мин бары тик Уға ғына инанып һыйынам, Ул мөһабəт Ғəрештең (Күктəге тəхеттең) хужаһы, — тип əйт. 10 — Юнус (Юныс) сүрəһе (Юнус сүрəһе 109 аяттан тора. Юныс ҡəүеме тураһында һөйлəнгəнлектəн, сүрəгə ошо исем бирелгəн. Мəккə халҡы үҙ араһынан пəйғəмбəр сығасағына ышанмай ине.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф. Лəм. Ра. Бына былар хикмəтле Китаптың аяттары. 2. Араларынан сыҡҡан бер əҙəмгə (хəҙрəти Мөхəммəдкə): — Кешелəрҙе киҫəт, иман килтергəндəргə Раббы ҡатында юғары дəрəжəлəр бирелəсəге тураһында əйтеп һөйөндөр, — тип уахи төшөргəнебеҙ кешелəргə ғəжəп бер нəмə булып күрендеме икəн ни һуң? Кəферҙəр: — Был, шик юҡ, сихырсы, — тинелəр. 3. Шөбһəһеҙ, Раббығыҙ күктəрҙе һəм Ерҙе алты көндə яралтты, һуңынан бөтөн эштəре менəн идара иткəн хəлдə Ғəрешкə (тəхеткə) өлгəште. Уның рөхсəтенəн башҡа бер кем дə шəфҡəтсе була алмаҫ. Бына шул Раббы һеҙҙең Аллаһығыҙ булыр. Шуға күрə, Уға баш эйегеҙ. Аҡылығыҙға ки‐ лерһегеҙ бəлки? (4) Хаҡ вəғəҙəһе буйынса һеҙ Аллаһҡа ҡайтарыласаҡһығыҙ. Сөнки Аллаһ башта бар ҡылыр, һуңынан иман килтереп, изгелек ҡылғандарға ғəҙеллек менəн əжерен бирер өсөн, уларҙы үлтереп, яңынан тергеҙеп, үҙ хозурына ҡайтарыр. Кəферҙəр иһə инҡар иткəндəренə


күрə, ҡайнар һыу эсəсəк һəм хəтəр яза аласаҡтар. (5) Аллаһ Ҡояшты яҡтылыҡ сығанағы итеп ҡабыҙҙы, Айҙы нурлы итеп яралтты, йылдарҙың һанын һəм хисабын белер өсөн уға (Айға) фасылдар тəғəйенлəнде. Аллаһ быларҙы (тиккə генə түгел) Хəҡиҡəт өсөн яралтты. Ул мəғлүмəтле ҡəүемгə аяттарын асыҡ аңлата. (6) Төн менəн көндөң берһе артынан береһе оҙоная, ҡыҫҡара, алмашыныуында, күктəрҙə һəм Ерҙə Аллаһ яралтҡан нəмəлəр (Күктəрҙə — фəрештəлəр, Ай, йондоҙҙар, есемдəр, сикһеҙ ғалəм; Ерҙə — йəнлектəр, ҡош‐ҡорттар, кешелəр, тауҙар, диңгеҙҙəр, йылғалар, үҫемлектəр) Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшлəүҙəн ҡурҡҡандар өсөн ғибрəттəр һəм киҫəтеүҙəр барҙыр. (7) (Ҡиəмəт көнөндə) Беҙҙең менəн осрашыуға ышанмайынса, донъя тормошона риза булып, шунан лəззəт алып йəшəгəндəр һəм аяттарыбыҙға битараф булғандар арағыҙҙа юҡмы ни? (8) Бына шулар инде йыйған гөнаһтары арҡаһында ялҡын эсендə үҙҙəренə ятаҡ табыр. (9) Иман килтереп, изгелекле эштəр башҡарғандарҙы, иманлы булғандарына күрə, Раббы ниғмəт тулы йəннəттəрҙə, аҫтынан йылғалар ағып тороусы баҡсаларға урынлаштырыр. (10) Уларҙың: —Аллаһым, Һинең кəмселекле сифаттарың юҡ, —тигəн һүҙҙəре доға булыр. Шунда бер‐береһе менəн осрашҡанда əйтə торған һүҙҙəре: «сəлəм», булыр. Уларҙың сəлəм һуңындағы доғалары ла: — Бары тик ғəлəмдəрҙең Раббыһы Аллаһҡа ғына маҡтау тейеш, — тигəн һүҙ булыр. (11) Əгəр Аллаһ кешелəргə, ашығыс бүлəк телəгəндəре кеүек, яза биреүҙе лə ашыҡтырһа, уларҙың əжəле менəн эш бөткəн булыр ине. Беҙҙең менəн (Əхирəттə) ҡауышыу көтмəүселəрҙе Беҙ аҙғынлыҡтары эсендə ҡойонһондар тип (үҙ ихтыярҙарына) буталып йөрөргə ҡалдырабыҙ. («Кəферҙəр: йə, Аллаһ, əгəр Ҡөръəн Һинең тарафтан индерелгəн булһа, Мөхəммəдте Пəйғəмбəр итеп Һин ебəргəн булһаң, быларға ышаныуыбыҙҙы телəһəң, күктəн таш яуҙыр йəки беҙгə хəҙер үк бер яза бир, — тинелəр. Шунан һуң өҫтəге аят индерелде. Тимəк, Аллаһ Тəғəлə гөнаһлы ҡолдарына шунда уҡ яза бирмəй, бəлки тəүбə итерҙəр, ҡылғандарына үкенерҙəр, тура юлға баҫырҙар, тип язаны кисектерə икəн. Тəүбə итмəгəндəргə ул тəҡдирҙəрендə яҙылғанса ғүмер бирер, язаны ул уларға һуңынан был донъяла уҡ бирер йəки Əхирəт көнөнə ҡалдырыр».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 12. Ҡыйын хəлдəрҙə ҡалған саҡтарҙа кеше ҡырын ятҡан килеш тə, ултырып та, аяҡ өҫтө лə Беҙгə (ялбара, бəлəнəн ҡотҡарыуыбыҙҙы өмөт итеп) доға ҡыла; Беҙҙең ярҙам менəн бəлə‐ҡаза уҙып киткəс, əйтерһең дə, ул ярҙам һорап Беҙгə ялбармаған. Сиктəрҙе уҙғандарға үҙ ҡылғандары шулай яҡшы ғəмəл булып күренə. (13) Хаҡтыр, үҙҙəренə ап‐асыҡ дəлилдəр (аяттар) килтереп тə (уларҙы ялғанға сығарғандары, Аллаһҡа ҡаршы өҙлөкһөҙ көфөр иткəндəре арҡаһында), ғəҙелһеҙ булғандары. иманға килмəгəндəре өсөн, Беҙ һеҙҙəн əүүəл йəшəгəн халыҡтарҙы һəлəк иттек. Гөнаһлыларға Беҙ ана шундай əжер бирəбеҙ. (14) Һуңынан улар урынына Ер йөҙөнə һеҙҙең ҡəүемде килтерҙек, ҡарап ҡарайыҡ, һеҙ нимə ҡылырһығыҙ икəн? (15) Аяттарыбыҙҙы дəлилдəр менəн ап‐асыҡ итеп уҡығас, (Əхирəттə) Беҙҙең менəн ҡауышырға телəмəгəндəр (мөшриктəр һиңə): — Юҡ! Беҙҙең өсөн һин башҡа бер Ҡөръəн килтер йəки быныһын (беҙҙең файҙаға) үҙгəрт, — тинелəр. Əйт һин: — Уны алыштырыу йəки үҙгəртеү минең көсөмдəн килə торған нəмə түгел. Мин уахи булып килгəндəн башҡаһына инанмам. Əгəр ҙə Раббыма ҡаршы баш күтəрһəм, шик юҡ, хəтəр Көндөң (Ҡиəмəттең) ғазабынан ҡурҡам, — тип. (16) Əйт: — Əгəр Аллаһ ихтыяр итмəһə, уны һеҙгə уҡымаған булыр инем, Аллаһ уны (минең аша) һеҙгə белдермəҫ ине. Мин бынан əүəл дə ғүмерем буйы һеҙҙең арала (ҡырҡ йыл) йəшəнем. Əле һаман аҡылға ултырманығыҙмы ни? (Əле һаман минең намыҫлы, ялғанһыҙ кеше икəнемə ышанманығыҙмы?) (17) Шулай булғас, Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар (һөйлəүсе) йəки Уның аяттарын ялғанға сығарыусыларҙан да залим (ғəҙелһеҙ, əхлəҡһеҙ) кем бар икəн был донъяла? Хаҡтыр, ғəйеплелəр бер ҡайсан да (Аллаһ ҡаршыһында) уңыш ҡаҙанмаҫ. (18) Аллаһты инҡар итеп, улар үҙҙəренə зарар ҙа, файҙа ла эшлəй алмай торған нəмəлəргə табыналар һəм: ‐ Улар (беҙҙең боттарыбыҙ) Аллаһ ҡатында беҙҙе яҡлап‐һаҡлап ҡаласаҡ, — тип əйтəлəр. Əйт: ‐ Һеҙ күктəрҙə һəм Ерҙə Аллаһ белмəгəн нəмəлəр тураһында хəбəр итəһегеҙме? Сөбхəналлаһ, Ул уларҙың тəңрегə һанаған нəмəлəренəн йыраҡ (өҫтөн, юғары) тора. 19. Кешелəр бер өммəт булып ойошҡан ине, лəкин бүленеп бөттөлəр. Əгəр ҙə Раббыңдан бер һүҙ килмəгəн булһа ине, (йəғни, гөнаһлыларҙың был донъялағы язаһын кисектереү тураһындағы һүҙе булмаһа ине) бəхəс сығанағы булған ҡаршылыҡтарҙы бөтөргəн булыр ине (йəғни уларҙы шунда уҡ һəлəк иткəн булыр ине). 20. Улар: ‐ Уға (Мөхəммəдкə) Раббынан бер мөғжизə индерелһен ине, (шунан һуң беҙ уға ышана башлар инек), — тип əйтəлəр. Əйт: — Йəшерен нəмəлəр бары тик Аллаһ ихтыярында ғына. Көтөгөҙ, мин дə һеҙҙең менəн бергə көтəсəкмен, — тип. (21) Зарар күргəндəн һуң кешелəргə муллыҡ бирəһең, шунан ҡарайһың да ғəжəп булаһың: улар аяттарыбыҙға ҡарата хəйлə‐тоҙаҡ ҡороп яталар. Əйт: — Аллаһтың тоҙағы хəтəрерəктер. Шик юҡ, илселəребеҙ (кəтибиндəр) һеҙ ҡорған хəйлə‐мəкерҙəрҙе яҙып бара, — тип. («Был аят Мəккə халҡы тураһында. Аллаһ Тəғəлə ете йыл буйына ямғыр яуҙырмай. Мəккəне ҡоролоҡ, ҡытлыҡ, сир баҫа. Кешелəр, януарҙар ҡырыла. Шунан һуң Аллаһ мул ямғыр яуҙыра башлай. Мəмлəкəт яңынан муллыҡ һəм бəрəкəткə ирешə. Лəкин кəферҙəр был бəрəкəтте Аллаһтан түгел, йондоҙҙар һəм боттар‐һындарҙан килде, тип əйтəлəр. Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарырға тотондолар».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 22. Һеҙҙе ҡоро ерҙə, диңгеҙҙəрҙə йөрөткəн Улдыр. Һеҙ кəмəлə саҡта уңай, йомшаҡ ел алып китеп барғанда, эсегеҙ тулы шатлыҡ булыр. Кинəт кенə ҡаты дауыл сығып, һəр тарафтан ҡурҡыныс тулҡындар һөжүм итə башлаһа, солғанышта һəлəк булабыҙ, тип улар Аллаһҡа ихлас ышанып: — Əгəр ҙə беҙҙе был ғəрəсəттəн ҡотҡарһаң, валлаһи, шөкөр итер инек, — тип ялбара башлаясаҡ. (23) Лəкин Аллаһ уларҙы ҡотҡарғас, ҡарағыҙ һеҙ, улар тағын Ер йөҙөндə урынһыҙға боҙоҡлоҡ ҡылалар. Əй, əҙəмдəр! Һеҙҙең ул боҙоҡлоғоғоҙ үҙ башығыҙға булыр, донъяла оҙаҡ боҙоҡлоҡ ҡыла алмаҫһығыҙ. Ахырҙа хозурыма килерһегеҙ. Бына шул ваҡытта Беҙ һеҙгə нимə ҡылғандарығыҙ тураһында əйтербеҙ. (24) Донъялағы тормош Күктəн яуған ямғырға оҡшаш. Шул ямғыр кешелəр, йəнлектəр ашай торған үҫемлектəр менəн аралаша. Ниһайəт, Ер йөҙө шулай гүзəллек менəн ҡапланғас, кешелəр үҙҙəрен ошо гүзəллектең хужаһы тип һанай башланылар. Төн ваҡытындамы, көндөҙөнмө əмеребеҙ (əарəсəт) килер, Ер йөҙөн, кисə генə бер ниндəй ҙə гүзəллеге булмаған кеүек, тамырынан ҡутарып, харабалар хəленə килтерербеҙ. Бына, Беҙ зиһене булғандарға аяттарыбыҙҙы шулай аңлатабыҙ. 25. Аллаһ Үҙенең кешелəрен именлек йортона саҡыра һəм Ул телəгəндəрҙе тура юлға күндерə. (26) Изгелек ҡылғандарға мулдан‐мул изгелек булыр. Уларҙың йөҙөнə ҡара тап та, хурлыҡ та килмəҫ. Бына шулар йəннəттə йəшəйəсəктəр ҙə инде. Һəм улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ. 27. Яманлыҡ ҡылғандар иһə, яманлыҡтары ҡəҙəр язаһын алыр. Улар рисуайға (хурлыҡҡа) ҡалыр. Уларҙы Аллаһтан (язаһынан) ҡотҡарырлыҡ бер кем дə булмаҫ. Уларҙың йөҙө дөм ҡараңғы төндөң киҫəктəре менəн ҡапланған кеүек ҡара булыр. Бына шулар йəһəннəм кешелəрелер. Улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ. (28) Уларҙың барыһын да бер ергə туплаясаҡбыҙ. Шунда Аллаһҡа тиң зат тапҡандарға əйтербеҙ: — Үҙегеҙ ҙə, һындарығыҙ‐боттарығыҙ ҙа урындарығыҙҙа көтөгөҙ, — тип. Шул көндө беҙ уларҙы айырырбыҙ. Шунан һуң уларҙың табынғандары əйтер: — Һеҙ беҙгə табынманығыҙ, — тип. (29) — Был мəсьəлəлə беҙҙең менəн һеҙҙең арала шаһит булараҡ Аллаһ етəр. Шик юҡ, беҙгə табынғанығыҙҙы белмəй инек. 30. Шунда һəр кем фани донъялағы ҡылғандарына күрə əжерен алыр. Улар хəҡиҡи Раббы булған Аллаһҡа ҡайтарылыр. Уйҙырма тəңрелəре уларҙы ташлар, юҡҡа сығыр. (31) (Рəсүлем, ий, Мөхəммəд) əйт: — Һеҙгə Күктəн һəм Ерҙəн кем ризыҡ бирə? Һəм дə кем (барыһын да) ишетеп, күреп тороуға эйə? Йəнһеҙҙəн йəнлене кем сығара, терене кем үлтерə ала? Бөтөн эштəр менəн кем идара итə? — тип һора. — Аллаһ! — тип əйтəсəктəр. Əйт:


— Ни өсөн (гөнаһ эшлəп тə) Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙ? — тип. (32) Бына һеҙҙең ысын Раббығыҙ булған Аллаһ шулдыр. Хаҡтан һуң боҙоҡлоҡтан башҡа нимə ҡалыр? Ни ҡəҙəр һеҙ Аллаһтан йыраҡлаштырылғанһығыҙ. (33) Аллаһтың юлдан яҙғандар тураһындағы: — Улар бер ҡасан да инанмаясаҡтар, — тигəн һүҙе раҫланды. (34) Əйт: — (Аллаһ тип) табына торғандарығыҙ араһында иң беренсе (яралтыусы), юҡтан бар итеүсе (йəнһеҙҙəн йəнле яһаусы), һуңынан юҡ итеүсе (йəнен алыусы) һəм (яңынан бар итеүсе) тергеҙеүсе берəйһе бармы? — тип. Əйт: — Əүүəл яралтып (юҡтан бар яһап), уны (юҡ итеп) үлтергəндəн һуң Аллаһ ҡына яңынан терелтə ала. Шулай булғас, ни өсөн дөрөҫ юлдан сыҡтығыҙ? — тип. (35) Əйт: — Аллаһ урынына табына торғандарығыҙ араһында хаҡ юлға илтеүселəр бармы? — тип. Əйт: — Хаҡҡа бары тик Аллаһ ҡына илтə. Шулай булғас, хаҡ юлға илтеүсе артынан эйəреү яҡшымы? Əллə эйəртеүсе булмаһа, үҙен‐үҙе лə йөрөтə алмаған мəхлүккə эйəреүме? Һеҙгə нимə булды? Ни эшлəп һеҙ шулай яңғылыш фекерлəйһегеҙ? (36) Уларҙың күбеһе фараздарҙан башҡаға буйһонмаҫ. Шик юҡтыр, Хəҡиҡəттəн фараз ҡотҡармаҫ. Аллаһ уларҙың нимə ҡылырға телəгəндəрен бик яҡшы белеп тора. (37) Был Ҡөръəн Аллаһтан башҡа бер зат тарафынан уйлап сығарылған нəмə түгел. Ул бары тик үҙенəн (Ҡөръəннəн) элек килгəн башҡа китаптарҙы раҫлаусы һəм дөрөҫлəүсе, аңлатып биреүсе Китап. Бында һис ниндəй шик‐шөбһə булыуы мөмкин түгел. Ул (Аллаһ) — ғəлəмдəрҙең Раббыһыҙыр. (38) Бəлки улар əйтер: — Уны ул (Мөхəммəд) үҙе уйлап сығарған, — тип əйтерҙəр. Əйт: — Əгəр ҙə һеҙ əйткəндəр дөрөҫ, тип уйлаһағыҙ, көсөгөҙҙəн килһə, Аллаһтан башҡаларҙы ярҙамға саҡырығыҙ ҙа (Ҡөръəндəге кеүек гүзəл, мəғəнəле) берəй сүрə килтерегеҙ, — тип. (39) Юҡ шул, үҙҙəре аңламаған нəмəлəрҙе, үҙҙəренə аңлатмаһы ла килмəгəн килеш, улар (Ҡөръəнде) ялғанға һынай. Уларҙан əүүəлге өммəттəр ҙə (пəйғəмбəрҙəрҙе, китаптарҙы) шулай итеп, ялғанға сығарҙылар. Ҡара, ул залимдарҙың ахыры нимə менəн бөттө? (Былары менəн дə шул уҡ хəл ҡабатланасаҡ.) (40) Уларҙың ҡайһы берҙəре уға (Ҡөръəнгə) ышана, ышанмағандары ла бар. Раббың боҙоҡ эш ҡылғандарҙы яҡшы белеп тороусы. (41) (Рəсүлем) əгəр һине ялғансыға сығарһалар, əйт: — Минең эшем үҙемə, һеҙҙең эшегеҙ үҙегеҙгə. Мин эшлəгəндəрҙəн һеҙ йыраҡ тораһығыҙ, һеҙ эшлəгəндəрҙəн мин йыраҡ торам, — тип. («Хəҙрəти Мөхəммəдтең, вазифаһы кешелəрҙе киҫəтеү, хəбəр биреүҙəн тора. Кешелəрҙе иманға килтереү уның ҡулынан килмəй. Сөнки тура юлға баҫтырыу Аллаһтың ғəмəле. Шуға күрə, хəҙрəти Мөхəммəд үҙ ғəмəлдəре һəм əҙəмдəрҙе киҫəтеү өсөн генə яуап тотасаҡ. Киҫəтеүҙəргə, өндəүҙəргə ҡарамаҫтан, иман килтермəгəндəр үҙҙəре өсөн үҙҙəре яуап бирəсəк. Уларҙың иман килтермəгəненə Пəйғəмбəр яуаплы түгел».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 42. Улар араһында һине ишетеүселəр ҙə (тыңлағанға һалышыусылар ҙа) бар. Һаңғырауҙарға (етмəһə, аңғыра ла булһалар, дөрөҫлөктө) һин нисек аңлатырһың икəн? (43) Улар араһында һиңə ҡарап тороусолар, һине күреүселəр ҙə бар. Лəкин улар Хəҡиҡəтте күрмəй. (Күңел күҙҙəре тома) һуҡырларғамы һин тура юлды күрһəтерһең? (44) Шөбһə юҡтыр, Аллаһ кешелəргə һис нисек тə золом итмəҫ. Лəкин кешелəр үҙҙəренə үҙҙəре золом килтерə. (45) Ул Көндө (Ҡиəмəттə Аллаһ) барыһын да бер урынға туплаясаҡ. Улар фани донъяла көндөҙҙөң бер сəғəте кеүек тə тормағандай булырҙар, бер‐берҙəрен танырҙар. Аллаһ менəн (Ҡиəмəттə) осрашыуҙы инҡар иткəндəр (ялған һынағандар), тура юлдан яҙғандар, һис шикһеҙ, хəтəр зарар күрəсəк. (46) Уларга вəғəҙə иткəндəребеҙҙең (бирелəсəк язаларҙың) бер өлөшөн генə булһа ла һиңə күрһəтермен йəки һине(ң йəнеңде) алырмын. Лəкин улар барыбер минең хозурыма ҡайтасаҡ. Аллаһ уларҙың нимə ҡыласағына шаһиттыр. 47. Һəр өммəттең үҙ пəйғəмбəре бар. Рəсүлдəре килгəс, улар араһында ғəҙеллек менəн хөкөм йөрөтөлөр һəм улар хаҡһыҙлыҡҡа осрамаясаҡ. (48) — (Ий, Мөхəммəд) əгəр ҙə һин һөйлəгəндəр хаҡ булһа, вəғəҙə иткəнегеҙ (Ҡиəмəт көнөгөҙ, бирелəсəк язаларығыҙ) ҡасан буласаҡ һуң? — тип əйтерҙəр. (49) Əйт һин: — Мин үҙемə Аллаһ əмеренəн башҡа бер генə зыян да, бер генə файҙа ла эшлəй алырлыҡ көскə эйə түгелмен, — тип, һəр өммəттең əжəле бар. Əжəл килгəс, бер генə сəғəткə лə ҡала алмаҫтар, бер сəғəткə алдан да китмəҫтəр. (50) Əйт һин: — (Əй, мөшриктəр) Нимə əйтерһегеҙ? Аллаһтың язаһы һеҙгə төндə йəки көндөҙ килеп төшһə, нимə эшлəрһегеҙ? Гөнаһлылар шуларҙың ҡайһыһын ашыҡтыра алыр икəн? (51) Башығыҙға бəлə килгəндəн һуң ғына Уға иман килтерəсəкһегеҙме? Əллə хəҙерме? Һеҙ (ғазап килеүҙе) ашыҡтыра инегеҙ. (52) Ахырҙа золом итеүселəргə: — Мəңгелек ғазапты татығыҙ, — тип əйтелер. (Фани донъяла) үҙегеҙ йыйғандарығыҙға (гөнаһтарығыҙға) күрə язаһын алаһығыҙмы? Ҡылмаған гөнаһтарығыҙ өсөн язаланмайһыҙҙыр бит! (53) Кəферҙəр һинəн һорай: — Ул (язалар, ысындан да, килəсəкме) дөрөҫмө? — тип əйтəлəр. Əйт: — Əлбиттə, Раббым исеме менəн ант итəм, (валлаһи), ысындан да дөрөҫ (ул ғазаптар килəсəк) һəм һеҙ Аллаһты көсһөҙлəндерə алмаҫһығыҙ, — тип. (54) (Фани донъяла) ғəҙелһеҙлек ҡылған һəр кем, əгəр ҙə бөтөн донъя малына эйə булып алһа, (ғазаптан ҡотолор өсөн) бөтөн малын бирер ине. Əсе ғазапты күргəс, уларҙың күңелендə йəшеренгəн үкенеүҙəре өҫкə сығыр. Барыһы ла ғəҙел хөкөмгə тартылыр, уларға тейешенəн артыҡ яза бирелмəйəсəк. (55) Аң булығыҙ, күктəрҙə һəм Ерҙə булған һəр нəмə Аллаһтыҡы. Аллаһтың вəғəҙəһе хаҡтыр, лəкин был турала күбеһе белмəй. (56) Ул йəн өрөүсе лə, йəн алыусы да, бары тик Уның хозурына ҡайтасаҡһығыҙ. (57) Əй, кешелəр, һеҙгə Раббығыҙҙан бер өгөт (Ҡөръəн Кəрим), күңелдəрегеҙҙə булғандарҙан (икелəнеү, ҡайғы, иманһыҙлыҡ борсоуҙарынан) бер шифалы дауа, мөьминдəр өсөн бер тура юл һəм рəхмəт килде. (58) Əйт: — Аллаһтың йомартлығына һəм рəхмəтенə шатланһындар. Был (Ҡөръəн күрһəткəнсə йəшəү) — улар йыйғандан (донъя байлығынан) хəйерлерəк, — тип. (59) Əйт: — Аллаһ һеҙгə индергəн ризыҡтарҙың бер өлөшөн хəлəл, бер өлөшөн харам иттегеҙ, быға нимə əйтерһегеҙ икəн? — тип. Əйт: — Аллаһ рөхсəт иттеме һеҙгə, əллə Аллаһ тураһында йыйын юҡ‐бар һөйлəп йөрөйһөгөҙме? (60) Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар сығарғандарҙың Ҡиəмəт көнөндə күрəсəктəре тураһында нимə уйлайҙар икəн? Шик юҡ, Аллаһ кешелəргə мəрхəмəтле. Лəкин уларҙың күбеһе шөкөр итмəҫ. (61) Һин берəй эш менəн мəшғүл булғанда ла, Ҡөръəндəн берəй аят уҡығанда ла, берəй эшкə бирелеп, мауығып китһəң дə, һəр ваҡыт өҫтөңдə шаһит булырбыҙ. Ҡайҙа булһа ла, Күктəме, Ерҙəме булһын, туҙан бөртөгө ауырлығындағы нəмəлəр ҙə Раббының иркендə булыр (Уның иғтибарынан йəшеренеп ҡала алмаҫ). Тағын да бəлəкəйерəге лə, ҙурырағы тураһында ла (Лəүхел Мəхфүз тип аталған) изге Китапта яҙылған. (62) Əйе, шулай, Аллаһтың дуҫтарына ҡурҡыныс юҡ; улар хəсрəттə ҡалмаҫ. (63) Улар — иман килтереп, тəҡүəлеккə ирешкəн кешелəр. (64) Донъяла йəшəгəндə лə, Əхирəттə лə уларға биреүсе бар. Аллаһтың һүҙҙəрендə үҙгəреш юҡ. Бына был бөйөк ҡотолоштоң үҙелер. 65. (Ий, Рəсүлем) уларҙың (инҡарсыларҙың) һүҙҙəре Һине хафаға һалмаһын. Бөтөн ғиззəт (бөйөклөк) Аллаһтандыр. Ул ишетə, белə. 66. Яҡшы белеп тороғоҙ, күктəрҙə, Ерҙə нимə булһа, барыһы ла Аллаһтыҡы. Аллаһтан башҡа ялған тəңрелəргə табынғандар нимəгə эйəрə һуң? Дөрөҫө шул, улар уйҙырманан башҡа нəмəгə эйəрмəйҙəр, улар бары тик ялған һөйлəүселəр. (67) Ул (Аллаһ) ҡараңғы төшкəс, ял итһендəр тип, төндө, (эшлəп ашарығыҙ өсөн) көн яҡтылығын яралтты. Шик юҡ, тыңлағандар өсөн (аңларға телəгəндəр өсөн) бында ғибрəттəр бар. (68) — Аллаһ бала атаһы булды, — тинелəр. Əстəғфирулла! Ул бындай эштəн азаттыр. Уның ихтыяжы юҡтыр. Күктəрҙə, Ерҙə нимə булһа, Уныҡылыр. Был мəсьəлəлə ҡулығыҙҙа бер ниндəй дəлил дə юҡ. Аллаһ хаҡында белмəгəнегеҙҙе һөйлəйһегеҙ. (69) Əйт: — Аллаһ тураһында ялған, уйҙырмалар һөйлəгəндəр (язанан) ҡотола алмаҫ, — тип. (70) Фани донъяла əҙ миҡдарҙа рəхəт сиккəндəн һуң, улар беҙҙең янға ҡайтыр. Инҡар иткəндəре өсөн ахырҙа улар хəтəр язаға тартылыр. 71. Уларға Нух тураһындағы хикəйəне уҡы; үҙ халҡына ул нəмə тине: — Əй, ҡəүемем, əгəр һеҙҙең арала йəшəүем һəм Аллаһтың аяттарын иҫегеҙгə төшөрөп тороуым оҡшамаһа, мин бары тик Аллаһҡа ғына тəүəккəл ҡылдым. Һеҙ ҙə Аллаһҡа тиңдəш ҡылғандарығыҙҙы йыйып һəм нимə ҡыласаҡтарығыҙ тураһында ҡарарланығыҙ. Лəкин аң булығыҙ, һуңынан үҙ башығыҙға булмаһын. Ахырҙа мине телəһəгеҙ нимə эшлəтегеҙ, һелкенергə лə форсат бирмəгеҙ, (72) əгəр йөҙ сөйөрһəгеҙ. Мин һеҙҙəн


əжер көтмəйем. Минең əжерем Аллаһ тарафынан булыр, башҡанан булмаҫ, миңə мосолман булыу бойоролған, ‐ тине. (73) Лəкин улар (Нух пəйғəмбəрҙең) һүҙҙəрен ялғанға сығарҙылар. Беҙ ҙə уны һəм дə уның яҡындарын кəмəгə ултыртып, ҡотҡарып ҡалдыҡ. Уларҙы (Ергə хужа) хəлифəлəр иттек. Аяттарыбыҙҙы ялған тип атаусыларҙы һыуға батырҙыҡ. Ҡара, (өгөтлəп тə) өгөт алмағандарҙың яҙмышы нисек булды? (74) Һуңынан уның артынан үҙ халҡы араһына байтаҡ ҡына пəйғəмбəрҙəр юлланыҡ. Уларға мөғжизəлəр (аяттар) килтерҙек. Лəкин улар элек тə ялған һынаған нəмəлəргə ышанманылар (иман килтермəнелəр). Сиктəрҙе уҙғандарҙың күңелдəрен Беҙ бына шулай итеп биклəп ҡуябыҙ. 75. Унан һуң Беҙ Муса менəн Һарунды аяттарыбыҙ менəн Фирғəүен һəм уның затлы кешелəренə күндерҙек. Лəкин улар (мөшриктəр) йөҙ сөйөрҙөлəр, гөнаһлы халыҡ булдылар. (76) Беҙҙең тарафтан Хəҡиҡəт (аяттар) килгəс: Улар: ‐ Был, əлбиттə, күренеп торған сихырсылыҡ, — тинелəр. 77. Муса: ‐ Нисек итеп һеҙ Хəҡиҡəт өҫтөнə шулай əйтə алаһығыҙ? Быны һеҙ сихыр тип уйлайһығыҙмы? Сихырсылар бер ҡасан да бəхеткə ирешəсəк түгел, — тине. (78) Улар əйтте: ‐ Һеҙ (Муса менəн Һарун) беҙҙе аталарыбыҙ тоткан диндəн биҙҙерер өсөн һəм Ер йөҙөнə икегеҙ генə баш булып ҡалыр өсөн килдегеҙме? Беҙ һеҙгə ышанмайбыҙ, — тинелəр. (79) Фирғəүен əйтте: — Бөтөн мəшһүр сихырсыларҙы бында килтерегеҙ, — тине. (80) Сихырсылар килгəс, Муса уларға: — Ырғытаһы əйберегеҙҙе ырғытығыҙ, — тине. (81) Улар ташлағас, Муса əйтте: — Һеҙ ҡылғандар бары тик (күҙ буяу) сихыр ғына. Аллаһ һеҙҙе фаш итəсəк. Сөнки Аллаһ боҙоҡ кешелəрҙең эшен хупламай, — тине. (82) — Гөнаһлыларҙың һушына китмəһə лə, Хəҡиҡəтте Аллаһ Үҙ һүҙҙəре менəн раҫлар. (83) Фирғəүен һəм уның затлы кешелəренең үс алыуынан ҡурҡып, шул ҡəүемдең бер нисə йəш кешеһенəн башҡаһы иман килтермəне. Сөнки Фирғəүен Ер йөҙөндəге иң рəхимһеҙ һəм сиктəрҙе уҙған (аҙғын) хөкөмдарҙарҙың береһе ине. (Фирғəүен: мин үҙем Аллаһ, тип иғлан иткəн кеше ). (84) Шунан Муса əйтте: — Əй, ҡəүемем, əгəр ҙə Аллаһҡа иман килтереп, Уға баш эйгəнһегеҙ икəн, бары тик Уға ғына буйһоноғоҙ, — тине. (85) Улар ҙа əйттелəр: — Аллаһҡа тəүəккəллəнек. Йə, Раббыбыҙ, беҙҙе залимдар ҡулы аҫтындағы һынауға дусар итмə, ‐ тинелəр. — (86) Һəм рəхмəтең менəн беҙҙе кəферҙəр тоҡомонан ҡотҡар. (87) Беҙ ҙə (йəғни Аллаһ Үҙе) Муса менəн туғанына: — Ҡəүемегеҙ өсөн Мысырҙа өйҙəр һайлағыҙ, ул өйҙəр намаҙ уҡый торған ғибəҙəтханаларға əүерелһен, намаҙҙарығыҙҙы еренə еткереп уҡығыҙ. (Ий, Муса) мосолмандарҙан һөйөнсө ал (йəннəткə керəсəктəрен хəбəр ит), — тинек. (88) Муса əйтте: — Йə, Раббыбыҙ, ысынлыҡта Һин Фирғəүенгə һəм уның тоҡомона фани донъяла күпме зиннəт, күпме малдар бирҙең (уларҙы байыттың). Йə, Раббыбыҙ, улар (шул байлыҡ менəн ҡыҙыҡтырып) кешелəрҙе Һинең тура юлыңдан яҙҙырһын, өсөнмө (шул муллыҡты бирҙең?) Уларҙың малын юҡ ит, йəндəренə əрнеү һал; шундай əрнеткес язаларҙы күрмəйенсə, улар иман килтермəҫ, — тине. (89) (Аллаһ əйтте): — Икегеҙҙең дə (Муса менəн Һарундың) доғаһы ҡабул булды. Тоғро юлда ныҡ тороғоҙ һəм наҙандарҙың юлына баҫмағыҙ, — тине. (90) Беҙ Исраил улдарын (Яҡуп тоҡомон) диңгеҙ аша кистерҙек. Фирғəүен һəм уның ғəскəре хəтəр дошманлыҡ менəн улар артынан ҡыуа сыҡты. Ниһайəт, (диңгеҙҙə) батып үлəсəктəрен аңлағас, (Фирғəүен): — Ысындан да, Исраил улдары инанған Тəңренəн башҡа тəңре булмағанына мин иман килтерҙем. Мин дə мосолман булдым, — тине. 91. Хəҙер иман килтерҙеңме? Гəрсə, бынан алда һин буйһонманың һəм аҙғынлыҡ таратыусыларҙан инең. (Муса менəн Һарунды ҡыуып барғанда Фирғəүен үҙенең ғəскəре менəн диңгеҙгə барып керə һəм тулҡындар уны ҡаплай, Фирғəүен үлеме алдынан иман килтерə, лəкин уның тəүбəһе ҡабул ҡылынмай.) 92. (Əй, Фирғəүен) Һинəн һуң килəсəк быуынға ғибрəт булһын тип, бөгөн һинең кəүҙəңде ҡотҡарасаҡбыҙ. Тик кешелəрҙең байтағы хаҡ аяттарыбыҙҙан хəбəрһеҙ. («Фирғəүендең гəүҙəһен бəлзəмлəп ҡатыралар, бөгөн дə кешелəр Фирғəүен кəүҙəһен күреп ғибрəт ала». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 93. Хаҡтыр, Беҙ Исраил улдарын гүзəл бер йортҡа урынлаштырҙыҡ һəм уларға паҡ ниғмəттəрҙəн ризыҡ бирҙек. Улар үҙҙəренə ғилем килгəнсə үҙ‐ара бəхəслəшмəнелəр. Шик юҡ, Раббың Ҡиəмəт көндө уларҙың ғауғалары тураһында нəтижə сығарыр. 94. (Рəсүлем) Əгəр һиңə индергəнебеҙгə шиклəнеп ҡарайһың икəн, һиңə ҡəҙəр ингəн Китапты (Тəүрəтты) уҡығандарҙан һорап ҡара, хаҡтыр, Раббыңдан һиңə Хəҡиҡəт килде. Шиклəнеүселəрҙəн булма. (95) Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарыусы ла булма. Һуңынан зыян күрерһең. (96) Хаҡтыр, өҫтəренə Аллаһтың хаҡ һүҙе төшкəс тə, улар иман килтермəҫ. (97) Хатта алдарына бөтөн мөғжизəлəрҙе (аяттарҙы) килтереп һалһаң да, əрнетеүле ғазаптарҙы күрмəйенсə, улар инанмаясаҡ. (98) (Вəғəҙə иткəн язаларыбыҙ килеп тотҡас ҡына) иман килтереп тə файҙа күргəн берəй халыҡ бармы икəн? (Ундай халыҡ юҡ!) Бары тик Юныс тоҡомо ғына иҫкəрмə булып тора, улар иман килтергəс, фани донъяла уларға бирелəсəк мəсхəрəле язаларҙы киҫектерҙек һəм уларға бер аҙ ваҡытҡа (үлемдəренə саҡлы) иркен тормош бирҙек. 99. Əгəр Раббың ихтыяр итһə, Ер йөҙөндəге барса кешелəр ҙə иман килтергəн булыр ине. Шулай булғас, һине мосолман яһайым тип, кешелəрҙе көслəп иман килтермəксе булаһыңмы? (100) Аллаһтың рөхсəтенəн башҡа бер кем дə иман килтермəҫ. Ул аңларға телəмəгəндəрҙе морҙар (инҡарсы) яһар (яза бирер). (101) Əйт: — Күктəрҙə, Ерҙə нимə бар, ҡарағыҙ ҙа, (ғибрəт алығыҙ), — тип. Лəкин иманһыҙ халыҡ өсөн дəлилдəр ҙə (аяттар ҙа), киҫəтеүҙəр ҙə файҙа бирмəҫ. (102) Улар үҙҙəренəн алда йəшəп‐киткəн ҡəүемдəр көнөнə ҡалмаҡсы булалармы? (Шул мəсхəрəле яза көнөн көтəлəрме?) Əйт: — Көтөгөҙ. Шик юҡ, мин дə һеҙҙең менəн бергə көтөрмен, — тип. (103) Һуңынан Беҙ пəйғəмбəрҙəребеҙҙе һəм улар кеүек үк иман килтергəндəрҙе ҡотҡарасаҡбыҙ. Иманлыларҙы ҡотҡарыу минең эш, бары тик минең вазифамдыр. (104) Əйт: — Əй, кешелəр, минең тинемə шиклəнеп ҡарағыҙ, (белеп тороғоҙ) мин Аллаһтан йөҙ сөйөрөп, һеҙ табынғандарға табынмайым, мин бары тик һеҙҙең йəнегеҙҙе аласаҡ Аллаһҡа ғына буйһонам. Миңə мосолман булыу тəҡдир ителде, ‐тип. (105) — Миңə хəниф (Аллаһтың берлеген туныусы) булырға, йөҙөмдө тура дингə борорға, мөшрик булмаҫҡа бойоролдо, —тип əйт. (106) Аллаһты танымайынса, һиңə файҙа ла, зарар ҙа килтерə алмаған нəмəлəргə табынма. Əгəр шулай эшлəһəң (боттарға табынһаң), һин мотлаҡ залимдарҙың береһе буласаҡһың. (107) Аллаһ һинең башыңа берəй бəлə ебəрһə, Унан башҡа ул бəлəне бер кем дə ала алмаҫ. Əгəр һиңə бер изгелек килһə, уны ла һинəн тартып ала алмаҫтар. Ул Үҙе ихтыяр иткəн ҡолдарына изгелек бирер һəм ярлыҡар, ғəфү итер. (108) Əйт: ‐ Əй, кешелəр, һеҙгə Раббығыҙҙан Хəҡиҡəт (Ҡөръəн) килде. Кем тура юлға баҫа, бары тик үҙе өсөн файҙалы. Кем тура юлдан яҙа, үҙе ғəйепле, Мин һеҙҙең өсөн яуап биреүсе вəкил түгел, — тип əйт. 109. (Рəсүлем) һин уахи ителгəнгə (Ҡөръəнгə) эйəр һəм Аллаһтан əмер килгəнсегə саҡлы сабыр ит. Ул хөкөмдарҙарҙың иң изгелеклеһелер. 11 ‐ Һуд (Һуд) сүрəһе (һуд сүрəһе 123 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Бер өлөшө Мəҙинəлə ингəн, тип фаразлана.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим.


1. Əлиф. Лəм. Ра. Был шундай бер Китаптыр, уның аяттары иң ҡəтғи дəлилдəр менəн раҫланған, ап‐асыҡ аңлатылған, (ул Китап) хөкөм эйəһе, бар нəмəне белеп тороусы тарафынан камил рəүештə тəртиплəнгəн. 2. Əйт: — Аллаһтан башҡа затҡа табынмаһындар, тип индерелде. Шик юҡ, мин Уның тарафынан ебəрелгəн бер киҫəтеүсе һəм һөйөнсө алыусы кеше. (3) Һəм Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ, тəүбə итегеҙ, тип индерелде. (Əгəр ошо əмерҙəрҙе еренə еткереп үтəһəгеҙ) Аллаһ һеҙҙе тəғəйенлəнгəн бер ваҡытҡа саҡлы муллыҡта йəшəтер, артығы менəн изгелек ҡылған һəр кемгə артығы менəн изгелек бирер. Əгəр ҙə йөҙ сөйөрһəгеҙ, Ҡиəмəт көнөндə башығыҙға яза килер тип ҡурҡам, — тип əйт. 4. Һеҙ бары тик Аллаһ хозурына ҡайтасаҡһығыҙ. Ул бөтə нəмəгə ҡөҙрəтле. 5. Аң булығыҙ, улар (мөшриктəр) күңелдəрендə булған дошманлыҡты йəшерер өсөн нимəлəр генə ҡыланмайҙар. Аң булығыҙ, улар ҡат‐ҡат кейемдəргə уранып, йəшерергə тырышҡан нəмəлəрен дə, күҙ алдына ҡылғандарын да Аллаһ үтə күреп тора. Хаҡтыр, ул күңелгə йəшеренгəндəрҙе лə белеп тороусы. 6. Ер йөҙөндə йəшəүсе һəр йəн эйəһенең ризығы бары тик Аллаһ ихтыярында. Аллаһ ул йəн эйəлəренең торған урынын да, һуңынан ҡайҙа урынлаштырыласағын да белə. Быларҙың барыһы тураһында ла Китапта ап‐асыҡ яҙылған. 7. Уның тəхете идараһы һыу өҫтөндə ине. Яҡшы эштəр башҡарғанығыҙҙы һынар өсөн Ул күктəрҙе, Ерҙе алты көндə яралтты. Əгəр һин: — Үлемдəн һуң яңынан терелəсəкһегеҙ, — тип əйтһəң, кəферҙəр, һис шикһеҙ: ‐ Был күҙ буяуҙан (сихырҙан) башҡа нəмə түгел, — тип əйтəсəктəр. («Уның тəхете һыу өҫтөндə ине» һөйлəме тураһында бəхəстəр күп. Хəсəн Басри Чантай яҙыуына күрə, мəшһүр тəфсирселəрҙəн Бəйзаүи был фекерҙе кире ҡаға. Күк менəн Ер яралтылғанға саҡлы ғалəмдə Ғəреш һəм һыу ғына була. «Ғəрше көрси” ҙең һүҙлек мəғəнəһе — туғыҙынсы ҡат күктə урынлашҡан тəхет. Əммə ҡайһы берəүҙəр уны Бөтөн Ғалəм йəки уның менəн идара итеү тип аңлата. «Ғəреш: ғалəмдəге бөтөн есемдəрҙе солғап алған һəм беҙ күҙ алдына килтерə алмаған нəмəлер. Тəфсирселəрҙең был аятҡа ҡағылышлы аңлатмаларына күрə, Аллаһы Тəғəлə башта Ғəреште, унан һуң һыуҙы, унан һуң күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 8. Əгəр ҙə Беҙ уларға бирелəсəк язаны һанаулы көндəргə кисектереп торһаҡ, һис шикһеҙ: — Был кисектереүҙең сəбəбе нимə? (Ни өсөн ғазапты бөгөн үк бирмəй?) — тип һораясаҡтар. Аң булығыҙ, ул яза килгəс, улар өҫтөнəн яза алынмаҫ. Улар көлкөгə һанап килгəн ул ғазаптар үҙҙəрен үк уратып аласаҡ. 9. Кешегə рəхим‐рəхмəттəр биреп тə һуңынан ул рəхим‐рəхмəттəребеҙҙе унан алһаҡ, ҡарағыҙ, ул кеше тамам өмөтһөҙлөккə төшə һəм шөкөрһөҙ була. 10. Башына төшкəн бəлəнəн һуң уға ниғмəттəр бирһəк, əлбиттə, ул: — Яманлыҡтар минəн китте, — тип əйтер. Ул саҡта кеше (мөшкөл хəлен онотоп) ҡыуаныр һəм танауын сөйөр (маһайыр). (11) Ауырлыҡтарға сыҙап, сабыр итеп, изгелек ҡылғандар улай түгел. Улар өсөн ярлыҡау һəм əжерҙəр булыр. 12. (Мөшриктəр): — Ул (Аллаһың) Күктəн беҙгə хазина яуҙырһын ине йəки берəй фəрештəһен төшөрһөн, — тип əйткəс, бəлки һин аяттарыбыҙҙың ҡайһы берҙəрен уларға аңлатыуҙан баш тартырһың һəм шуның арҡаһында йəнең ҡыҫылыр. Аң бул, һин бары тик киҫəтеүсе генə. Аллаһ ҡына бөтөн нəмəнең хужаһы. 13. — Уны (Ҡөръəнде) əллə үҙеңдəн сығарып яҙҙыңмы? — тип һорарҙар мөшриктəр. Һин əйт: — Əйҙəгеҙ, һеҙ ҙə шуның кеүек, һис юғында ун сүрə сығарып, яҙып ҡарағыҙ. Аллаһтан башҡа табынғандарығыҙҙы ла саҡырығыҙ, (ул уйҙырма Илаһтарығыҙ ҙа берəй сүрə яҙып ҡараһын) əгəр ҙə һеҙҙең һүҙегеҙ дөрөҫкə сыҡһа, — тип. 14. Əгəр ҙə шунан һуң улар (мөшриктəр һəм һындар‐боттар яуап бирмəһə) был эште (аят яҙыуҙы) башҡара алмаһалар, хаҡтыр, ул (Ҡөръəн) Аллаһтың ғилеме менəн индерелгəн булып ҡала. Ысынлап та, Аллаһтан башҡа тəңре юҡ. Инде шунан һуң да һеҙ мосолман булмаҫһығыҙмы икəн? 15. Фани донъяла муллыҡ эсендə йəшəргə телəгəндəргə, башҡарған эштəренең гүзəл əжере булараҡ, мул итеп түлəрбеҙ, улар һис бер зыян күрмəҫ. 16. Бына шулар инде Əхирəттə уттан башҡа нəмə алмаясаҡ кешелəр. Уларҙың ҡылғаны ла файҙаһыҙ эш ине. Фани донъяла ҡылғандары юҡҡа сыҡты. 17. Аллаһтан аяттар ҡабул итеп, арттарынан шаһит килһə, əгəр алдарында яҡшы юлға өндəүсе, рəхмəтле Мусаға бирелгəн Китап ятһа, улар иман килтерерҙəр. Уны танымаған һəр төрлө төркөмдəргə алдан вəғəҙə ителгəн тамуҡ буласаҡ. Һин дə был мəсьəлəлə икелəнеп ҡалма. Сөнки, хаҡтыр, быларҙың барыһы ла Раббыңдандыр. Лəкин кешелəрҙең (мөшриктəрҙең) күбеһе иман килтермəй. 18. Аллаһҡа ҡаршы ялғандар уйлап сығарғандан да яманыраҡ кем бар? Улар Аллаһ хөкөмөнə китерелəсəк, шаһиттар ҙа: — Бына былар Раббыға ҡаршы ялған һөйлəүселəр, — тип əйтəсəк. Аң булығыҙ, Аллаһтың лəғнəте залимдар башына буласаҡ. 19. Улар шундай (залимдар, кешелəрҙе) Аллаһ юлынан яҙҙырырға, уны (тура юлды) кəкре итеп күрһəтергə телəйҙəр. Əхирəтте инҡар итеүселəр ҙə шулар булыр. 20. Улар Ер йөҙөндə (Аллаһты) көс‐ҡеүəтһеҙ хəлдə ҡалдырырлыҡ ҡөҙрəткə эйə түгел. Үҙҙəрен Аллаһтан (язаһынан) ҡотҡара алырлык бер генə ярҙамсылары ла юҡ. Уларға ҡат‐ҡат яза бирелəсəк. Улар Хəҡиҡəтте ишетмəмешкə, күрмəмешкə һалышалар. (21) Улар үҙҙəренə үҙҙəре зыян эшлəне. Уйлап сығарғандары (боттары) ла, үҙҙəренəн ҡасып китеп, юҡҡа сыҡты. (22) Шик юҡ, Əхирəттə иң күп зыян күреүселəр ҙə шулар булыр. 23. Иман килтереп, изгелекле эштəр эшлəгəн кешелəр, Аллаһҡа буйһоноп, итəғəт иткəндəр йəннəт əһелдəре булып, шунда мəңгегə ҡаласаҡ. 24.Был ике халыҡтың (кəферҙəр менəн мосолмандарҙың) хəле һуҡыр менəн күҙле, һаңғырау менəн ишетеүсе кешенеке кеүек. Улар бер‐береһенə тиң булырмы? Əле һаман ғибрəт алмайһығыҙмы ни? 25. Бына Беҙ Нухты үҙ халҡына пəйғəмбəр итеп күндергəн инек. (Ул əйтте). — Əлбиттə, мин Аллаһтың ғазабы тураһында һеҙҙе киҫəтеүсе кеше. (26) Аллаһтан башҡаға ғийбəҙəт ҡылмағыҙ. Хаҡтыр, мин һеҙҙең өҫтөгөҙгə хəтəр яза килер, тип ҡурҡам, — тине. (27) (Нух) ҡəүеменең иманһыҙ етəкселəре əйтте: — Һин дə беҙҙең кеүек үк бер кеше. Һинең арттан бары тик үҙ башы булмаған түбəн ҡатлам кешелəре генə эйəргəнен күрəбеҙ. Беҙҙəн өҫтөн һис бер өҫтөнлөк һиндə юҡ. Күреп торабыҙ, һеҙҙең барығыҙ ҙа ялғансы. (28) (Нух) əйтте: — Əй, ҡəрҙəштəрем, əгəр Раббым тарафынан миңə ебəрелгəн асыҡ иҫбатҡа эйə булһам, һəм Ул миңə үҙ ҡатынан бер рəхмəт индергəн булһа, һеҙҙəн йəшереп тотолған булһа, быңа нимə əйтерһегеҙ? Һеҙ уны ҡабул итергə телəмəһəгеҙ, беҙ уны һеҙгə ирекһеҙлəп таҡмаясаҡбыҙ. (29) Əй, халҡым, Аллаһтың əмерҙəрен һеҙгə еткергəнем өсөн мин һеҙҙəн һис бер мал (түлəү) һорамайым. Миңə тейешле əжер бары тик Аллаһ ихтыярында ғына. Мин иман килтергəндəрҙе янымдан ҡыумаясаҡмын. Улар Аллаһ менəн ҡауышасаҡ. Фəҡəт мин һезҙҙе билдəһеҙлек эсендə аҙашҡан бер халыҡ булараҡ күрəм. 30. ... Əй, халҡым, уларҙы ҡыуһам, мине Аллаһтан (уның язаһынан) кем килеп ҡотҡарыр? Шуны ла аңламайһығыҙмы ни һуң һеҙ? (31) Мин һеҙгə:


— Аллаһтың бөтөн хазинаһы минең ҡулда, тип əйтмəнем. Лəкин мин йəшерен нəмəлəрҙе лə белмəйем. «Мин ‐ фəрештə», ‐тип тə əйтмəйем. Һеҙ нəфрəт менəн ҡараусыларға ла мин: «Аллаһ уларға бер ҡасан да изгелек ҡыласаҡ түгел», ‐ тип əйтə алмайым. Уларҙың күңелендə нимəлəр барын бары тик Аллаһ ҡына белə. Иман килтергəн (фəҡирҙəрҙе) янымдан ҡыуған хəлдə мин дə залимға əүерелəсəкмен, — тине. (32) Тегелəр əйтте: — Əй, Нух, һин беҙҙең менəн оҙаҡ һүҙ көрəштерҙең, ғауғаны арттырҙың ғына. Əгəр ҙə һин дөрөҫ һүҙ һөйлəй торған булһаң, беҙҙе ҡурҡыта торған язаны хəҙер үк килтер, ‐ тинелəр. (33) (Нух) əйтте. — Уны бары тик Аллаһ ҡына килтерə ала (яза биреү бары тик Аллаһ ихтыярында ғына). Һəм һеҙ Аллаһты көс‐ҡеүəтһеҙ итə алмаясаҡһығыҙ (һеҙ хаҡлы булып, Аллаһты көсһөҙ хəлдə, көлкөгə ҡалдыра алмаясаҡһығыҙ). (34) Əгəр Аллаһ һеҙҙе аҙаштырырға телəһə, мин һеҙҙе ни ҡəҙəр генə өгөтлəһəм дə, һеҙгə файҙа булмаҫ (иманга килмəйəсəкһегеҙ). Ул һеҙҙең Раббығыҙ. Һəм, ниһайəт, һеҙ Уның янына килтерелəсəкһегеҙ. (35) (Улар –мөшриктəр): — Ул (Мөхəммəд) быны (Ҡөръəнде) үҙе уйлап сығарған, — тип əйтерҙəр. (Эй, Мөхəммəд) əйт: ‐ Əгəр ҙə мин уны үҙем уйлап сығарған булһам, гөнаһы үҙемə булыр. Лəкин мин һеҙ ҡылған гөнаһтан йыраҡ торасаҡмын, — тип. (36) Нухҡа уахи ителде: —Халҡың эсенəн иман килтергəндəрҙəн башҡаһы иман килтермəйəсəк. Шулай булғас, улар ҡылған (гөнаһтар) өсөн борсолма. (37) Мин күреп торғанда, əмеребеҙ килгəс, кəмə эшлə һəм кəфер иткəндəр тураһында минең менəн бер һүҙ ҙə һөйлəшмə (йəғни, улар өсөн ғəфү һорама, доға ҡылма). Улар, һис шикһеҙ, батып үлəсəк. (38) Нух кəмə яһай башлағас, халыҡтың бай етəкселəре уның янынан үтеп‐һүтеп йөрөгəндə мыҫҡыллы һүҙҙəр əйтеп уҙалар ине. Ул (уларға) əйтте: — Əгəр ҙə беҙҙəн көлəһегеҙ икəн, шуны яҡшы белеп тороғоҙ, һеҙ беҙҙəн көлгəн кеүек, килер ваҡыт, беҙ ҙə һеҙҙəн көлөрбөҙ. (39) Хурлыҡлы язаның кем өҫтөнə килəсəге һəм бөтмəҫ‐төкəнмəҫ ғазаптың кем башына төшəсəген оҙаҡламай күрербеҙ, ‐ тине. (40) Ниһайəт, əмеребеҙҙəн һуң һыу ҡай‐ нап таша башлағас, Нухҡа əйттек: — Исемдəре телгə алынғандарҙан тыш (кəферҙəрҙəн, бер ҡатыныңдан, бер улыңдан башҡа йəн эйəлəренең) һəр берһенəн берəй пар, ғаилəңде һəм иман килтергəндəрҙе кəмəңə ал. Əммə уның менəн бергə бик əҙ кеше иман килтергəн ине. («Т. Кочигитта: мейес ҡайнай башлағас. X. Ҡараманда: һыуҙар ҡайнап, күбəйə башлағас. X. Чантайҙа: мейес ҡайнаған заман. И. Крачковскийҙа: закипела печь. Ш. Ноғманиҙа: ерҙəн һыу ҡайнап сыға башлағас, тип бирелə. Лəкин ғасырыбыҙҙың ғалимдарынан Хəмди Языр иһə, хəҙрəти Нух кəмəһенең елкəнле булмайынса, пар машинаһында йөрөгəнлеге тураһында фараз ҡыла. Йəғни, пар ҡаҙанының ҡайнай башлауына ишара итə. Мəулəнə М. Алидə иһə: үҙəндəн урғылып һыу аға башлағас, тип əйтелгəн». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 41. (Нух) əйтте: — Кəмəгə менегеҙ. Уның йөҙөп китеүе лə, туҡтауы ла Аллаһ исеме менəн башҡарыла. Шик юҡ, Раббым ярлыҡаусы, ғəфү итеүселер, — тине. (42) Кəмə уларҙы алып тау кеүек тулҡындар араһында йөҙə ине. Нух кəмəнəн йыраҡта ҡалған улына: — Балаҡайым, һин дə беҙҙең менəн бергə кəмəгə ултыр, кəферҙəр менəн бергə булма, — тип ҡысҡырҙы. 43. (Ярҙа ҡалған) улы: — Мин һыу етмəҫлек тау түбəһенə менеп ҡотоласаҡмын, ‐ тине. (Нух): — Бөгөн Аллаһтың əмеренəн мəрхəмəтле Аллаһтан башҡа берəү ҙə ҡотҡара алмаясаҡ, — тине. Шул саҡ улар араһына тулҡын бəреп керҙе һəм шулай итеп, (Нухтың улы) батып үлде. (44) Һəм əйтелде (Аллаһ тарафынан): — Əй, Ер, һыуыңды йот. Əй, Күк, һыуыңды туҡтат, — тип əйтелде. Һыу кəмей башланы. Эш тамам булды. Кəмə лə Джүди тауына килеп һыйынды Һəм: — Тонсоҡһон шул залимдарҙың тоҡомо, — тип əйтелде. (45) Раббыһына доға итеп, Нух əйтте: — Йə, Раббым, шөбһəһеҙ, улым да минең тоҡомом ине бит. Һинең вəғəҙəң иһə, əлбиттə, хаҡтыр. Һин хаҡимдар хаҡимы, —тине. (46) Аллаһ əйтте: — Əй, Нух, ул асылында һинең тоҡомоң түгел ине. Сөнки ул — яманлыҡ ҡылған кеше. Шулай булғас, белмəгəнең тураһында Миннəн үтенмə. Джəһиллəрҙəн (наҙанлығы арҡаһында гөнаһ ҡылыусы) булмаһын, тип киҫəтəм Мин һине. (47) Нух əйтте: — Йə, Раббым, килəсəктə белмəгəнем тураһында ялбармаҫ өсөн, Һиңə һыйынам. Мине ярлыҡамаһаң, ғəфү итмəһəң, мин зыян күреүселəрҙəн һаналырмын. (48) (Аллаһ) əйтте: — Əй, Нух, һиңə һəм һинең менəн бергə булған халҡыңа Беҙҙəн сəлəм, бəрəкəттəр менəн (кəмəнəн) төшөгөҙ. Уларҙы Беҙ донъяла рəхəт йəшəтəсəкбеҙ. Һуңынан Беҙҙəн хəтəр яза аласаҡ халыҡтар ҙа буласаҡ. 49. (Мөхəммəд) һиңə индерелгəн йəшерен хəбəрҙəр ошо булыр. Бынан алда был хəбəрҙəрҙе һин дə, халкың да белмəй ине. Шуға күрə, һин сабыр ит. Сөнки һуңғы нəтижə (əжер, сабыр итеп, ҡыйынлыҡтарға сыҙап, гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланғандарҙыҡы булыр. 50. Ғəд ҡəүеменə лə һудты күндерҙек. Əйт: — Əй, ҡəүемем, Аллаһҡа буйһоноғоҙ. Уннан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Башҡаһын һеҙ бары тик уйлап ҡына сығарҙығыҙ, — тип. (51) — Əй, ҡəүемем, мин һеҙҙəн түлəү өмөт итмəйем. Минең əжерем бары тик мине яралтҡан (Аллаһ) ихтыярында ғына. Əле һаман шул турала уйлап ҡарағанығыҙ булманымы ни?— тип əйт. (52) — Əй, ҡəүемем, Раббығыҙҙан ярлыҡау телəгеҙ. Һуңынан тəүбəгə килегеҙ. Өҫтөгөҙгə мул ямғырҙар яуҙырһын һəм ҡеүəтегеҙгə ҡеүəт өҫтəһен. Гөнаһ ҡылып (Аллаһтан) йөҙ сөйөрмəгеҙ, — тип əйт. (53) Улар əйтте: — Əй, һуд, һин беҙгə асыҡ бер мөғжизə күрһəтмəнең, һинең һүҙеңə ҡарап, беҙ ҙə тəңрелəребеҙҙе ташламаясаҡбыҙ, һəм беҙ һиңə ышанып, иман килтерəсəк түгелбеҙ, —тинелəр. (54) ‐ Беҙ: тəңрелəребеҙҙең берəйһе һиңə зыян‐зəхмəт һалғандыр, — тип кенə əйтə алабыҙ. (Йəғни шул зəхмəттəн һуң һин аҡылдан яҙғанһыңдыр, юҡты һөйлəп йөрөйһең.) (Һуд) əйтте: — Мин Аллаһты шаһит итəм. Һеҙ ҙə шаһит булығыҙ, мин һеҙ Аллаһҡа тиң күреп табынғандарҙан йыраҡ торам,— тине. (55) — Унан башҡа (табынған һындарығыҙ) менəн бергə барығыҙ ҙа миңə ҡаршы, тын алырға ла ирек бирмəҫтəй, мəкер ҡороғоҙ. (56) Ысындан да мин, Раббым, һеҙҙең Тəңрегеҙ булған Аллаһҡа һыйындым, Ул мөгөҙөнəн, ялынан тотмаған бер генə януар ҙа донъяла юҡ. (Ул башҡара алмаған, уның ҡөҙрəте етмəгəн нəмə юҡ.) Шөбһəһеҙ, Аллаһым минең тура юлдың хужаһылыр. (57) Əгəр йөҙ сөйөрһəгеҙ (уныһы һеҙҙең эш, телəһəгеҙ нимə эшлəгеҙ, əммə үҙемə тигəн бурысты мин үтəнем) күндерелгəн хəбəрҙе мин һеҙгə белдерҙем. Раббым (ихтыяр итһə) һеҙҙең урынға башҡа бер халыҡты килтерер, лəкин һеҙ Уға бер ниндəй ҙə яманлыҡ ҡыла алмаҫһығыҙ. Хаҡтыр, Раббым һəр нəмəне күҙəтеп тороусылыр. 58. Беҙҙəн əмер килгəс, Һудты һəм уның менəн бергə иман килтергəндəрҙе рəхмəтебеҙ менəн ҡотҡарҙыҡ, уларҙы ауыр язанан алып ҡалдыҡ. 59. Бына Ғəд ҡəүеме шул булыр. Раббының аяттарын инҡар иттелəр. Уның пəйғəмбəрҙəренə буйһонманылар һəм һəр йəберлəүсенең əмеренə буйһондолар. (60) Улар һəм был донъяла, һəм дə Ҡиəмəт көнөндə лəғнəткə хөкөм ителде. Аң булығыҙ, Ғəд халҡы Раббыны инҡар итте. Унан һуң тағын белеп тороғоҙ, һудтың халҡы Аллаһтың рəхмəтенəн йыраҡҡа (һəлəкəткə) ҡыуылды. 61. Сəмуд ҡəүеменə лə үҙ ҡəрҙəштəре Салихты күндерҙек. Əйтте: — Əй, халҡым, Аллаһҡа ғийбəҙəт ҡылығыҙ. Һеҙҙең өсөн унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул һеҙҙе ерҙəн (тупраҡтан) яралтты. Ул һезҙҙе шунда йəшəтте. Шуға күрə, һеҙ унан ярлыҡау һорағыҙ. Унан һуң тəүбə итегеҙ. Раббым (доға уҡыған) кешелəренə яҡындыр, (доғаларығыҙҙы) ҡабул итеп яуап ҡайтарыусылыр. (62) Əйттелəр:


— Əй, Салих, һин беҙҙең арала йəшəгəндə өмөтлө генə егет инең. (Хəҙер) бабаларыбыҙ табынғандарға табынырға ҡамасаулайһың. Дөрөҫөн генə əйткəндə, беҙ һин ғибəҙəт ҡылырға саҡырған ул заттан ныҡ шиклəнəбеҙ, — тинелəр. (63) (Салих) əйтте: — Əй, халҡым, əгəр мин Раббымдан (бирелгəн) ап‐асыҡ аяттар эйəһе булһам һəм Ул миңə рəхмəтле булып (пəйғəмбəрлек) биргəн булһа, быға нимə əйтерһегеҙ? Əгəр ҙə мин Уға буйһонмаһам, Аллаһтан (уның язаһынан) кем мине ҡотҡарып ҡалыр? Ул ваҡытта һеҙ ҙə миңə зыян эшлəүҙəн ары бер нимə лə ҡыла алмаған булыр инегеҙ. (64) Əй, ҡəүемем, бына һеҙгə Аллаһтың мөғжизəһе булараҡ дөйə күрһəтəм. Уны иреккə ебəрегеҙ, Аллаһтың ерендə ул ашаһын‐эсһен. Уға яманлыҡ ҡылмағыҙ. (Юҡһа) һуңынан һеҙҙе оҙаҡламаҫтан бер ғазап тотасаҡ. 65. Салихты тыңламанылар, дөйəне (балтырҙарын киҫеп) үлтерҙелəр. Салих əйтте: — Өйөгөҙҙə өс көн (байрам яһап) тороғоҙ, (һуңынан һəлəк буласаҡһығыҙ), — тине. Был киҫəтеү һис тə буш һүҙ түгел ине. (66) Əмерем менəн Салихты һəм уның менəн бергə иман килтергəндəрҙе, Беҙҙең рəхмəтебеҙ булараҡ, (язанан) һəм мəсхəрəнəн ҡотҡарҙыҡ. Шөбһəһеҙ, Раббың ҡеүəтлеҙер, еңеүселер. (67) Золом итеүселəрҙе лə ҡурҡыныс тауыш (ғарасат гөрөлтөһө) тотто һəм йорттарында (йəнһеҙ) йөҙ түбəн ҡапланған килеш ҡалдылар. (68) Əйтерһең дə, улар шунда йəшəмəгəн дə кеүек. Аң булығыҙ, Сəмуд ҡəүеме, ысындан да, Раббыны инҡар итте. Йəнə белеп тороғоҙ, Сəмуд халҡы (Аллаһтың рəхмəтенəн) мəхрүм ҡалды. 69. Ниһайəт, илселəребеҙ (фəрештəлəр) Ибраһимға һөйөнсө килтерҙелəр: — Сəлəм һиңə, — тинелəр. Ул да: — Һеҙгə лə сəлəм, — тине лə тиҙ генə табынға ҡыҙҙырылған быҙау ите алып килде. (70) Уларҙың ризыҡҡа һуҙылмағандарын күреп, ул (Ибраһим) тунымуны һəм уның күңеленə шик‐ҡурҡыу төштө. Əйттелəр: — Ҡурҡма һин, беҙ Лут ҡəүеме тарафына ебəрелгəнбеҙ, — тинелəр. (71) Ибраһимдың ҡатыны шунда уҡ аяҡ өҫтө баҫып тора ине, беҙ уға Исхаҡ менəн Яҡуп тураһында һөйөнөслө хəбəр бирҙек, ул көлдө. 72. — Был — кеше ышанмаҫлыҡ эш. Мин бит ҡарсыҡ инде, ирем дə ҡарт кеше, ҡайҙан килеп беҙҙең балабыҙ булһын? Был — ғəжəп тəбиғи хəл, — тине ҡатын. (73) (Фəрештəлəр) əйтте: —Аллаһтың əмеренə ғəжəплəнəһегеҙме? Əй, йортло халыҡ, Аллаһтың рəхмəте һəм бəрəкəте һеҙгəлер. Шөбһəһеҙ, Ул маҡтауға лайыҡ, Уның шөһрəте киңдер. 74. Ибраһимдың ҡурҡыуы бөткəс, (балаһы буласағы тураһында) һөйөнөслө хəбəр алғандан һуң, ул Лут халҡы тураһында (уларҙы яҡлап) илселəребеҙ менəн һөйлəшə башланы. (75) Ысындан да, Ибраһим йомшаҡ холоҡло, кесе күңелле, Аллаһ юлына бирелгəн бер кеше ине. (76) (Фəрештəлəр əйтте): — Əй, Ибраһим, был эштəн (Лут кəферҙəрен яҡлауҙан) баш тарт. Сөнки Раббының əмере (ғазабы) килде инде. Һəм уларға кире алынмаҫ яза əҙер. (77) Илселəребеҙ Лут янына килгəс, ул уларҙы күреп, хəсрəткə ҡалды, уның хəле китте. Ул əйтте: — Ай‐һай ауыр килде был көн, — тине. (Луттың ҡатыны ире Лут янына килгəн фəрештəлəрҙе сибəр егеттəр, тип белеп, башҡа ирҙəргə барып: «Уларҙы файҙаланығыҙ», ‐ ти. Лут был йəш егеттəрҙе тегелəрҙəн нисек яҡлармын, нисек һаҡлармын, тип ҡайғырҙы, хəлһеҙ булды. Лут халҡында ирҙəр менəн ирҙəр араһындағы енси аҙғынлыҡ киң таралған була. Кара: с. 7:80, 81.) 78. Лут ҡəүеменең ирҙəре (йəш егеттəрҙе телəүселəр) ашыға‐ашыға уның өйөнə килделəр. Улар бынан алда ла (шундай уҡ) яманлыҡтар ҡылған халыс ине. — Ий, ҡəрҙəштəрем, — тине Лут. ‐ Бына былары — минең ҡыҙҙарым, улар һеҙҙең өсөн саф (йəғни, ҡунаҡ егеттəргə ҡағылмаяыҙ, улар урынына ҡыҙҙарымды файҙалунығыҙ). Аллаһтан ҡурҡығыҙ һəм ҡунаҡ егеттəр алдында мине мəсхəрəгə ҡалдырмағыҙ. Арағыҙҙа, исмаһам, бер генə тура кеше лə юҡмы ни һуң? (79) Əйттелəр: — Үҙең белəһең, һинең ҡыҙҙарың беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай, һəм һин беҙҙең нимə телəгəнебеҙҙе лə яҡшы белəһең. 80. — Их, һеҙгə ҡаршы торорлоҡ ҡеүəтем булһа ине минең йəки миңə ярҙам итерлек таянысым булһа ине, — тине Лут. (81) (Фəрештəлəр) əйттелəр: — Əй, Лут, беҙ — Раббының илселəре. Улар һиңə ҡағыла алмаҫ. Һин төндөң бер уңайлы ваҡытында ғаилəңде алып юлға сыҡ. Артҡа боролоп ҡарамайынса ҡасығыҙ. Ҡатыныңдан башҡа һис кем өйҙə ҡалмаһын. Уларға килаһе яза, шөбһəһеҙ, ҡатыныңа ла ҡағыласаҡ. Вəғəҙə ителгəн яза иртəнге яҡта буласаҡ. Таң атырға күп ҡалманы бит инде. 82. Əмеребеҙ килгəс, ул ерҙəрҙең (шəһəрҙəрҙең,) аҫтын‐өҫкə килтерҙек һəм уларҙың өҫтөнə яндырылған балсыҡтан яһалған таштар яуҙырҙыҡ. (83) Ул таштар Раббы тарафынан тамғаланған ине. Улар залимдарҙан йыраҡ түгел. 84. Мəдйəн халҡына үҙ араларынан сыҡҡан Шөғəйепте күндерҙек. Əйтте: — Əй, халҡым, Аллаһҡа буйһоноғоҙ. Һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Үлсəгəндə ауырлыҡты ла, (киҫкəндə) оҙонлоҡ үлсəмен дə кəметмəгеҙ. Күреп торам, һеҙ муллыҡ эсендə (йəшəйһегеҙ). (Һеҙ гөнаһҡа батып, шул гөнаһтарығыҙ өсөн) һеҙҙе бер көндө ғазаптар сорнап алыр, тип ҡурҡам, — тине. (85) — Əй, халҡым, (ауырлыҡ һəм оҙонлоҡ) үлсəгəндə ғəҙел булығыҙ. Кешелəргə əйберҙəрен (өлөштəрен) кəметеп бирмəгеҙ. Ер йөҙөндə боҙоҡлоҡ таратып йөрөмəгеҙ. (86) Əгəр ҙə мосолман икəнһегеҙ, Аллаһ нимə ҡалдырған, һеҙгə шул хəйерлерəк. Мин һеҙҙең янға ҡуйылған һаҡсы түгел. 87. Əйттелəр: — Əй, Шөғəйеп, аталарыбыҙ табынған һындар‐боттарҙан баш тартырға, байлығыбыҙҙы үҙебеҙ телəгəнсə тотмаҫҡа һиңə намаҙың əмер итəме? Юҡһа, һин йомшаҡ холоҡло һəм дə тура кеше инең, тип белəбеҙ. (88) (Шөғəйеп əйтте): — Əй, халҡым, уйлап ҡарағунығыҙ булдымы икəн, əгəр ҙə Раббымдан миңə ап‐асыҡ аяттар килһə, затлы ризыкҡтар ҙа бирелгəн булһа, нимə əйтерһегеҙ? Рөхсəт ителмəгəндəрҙе эшлəгəнегеҙҙе мин хуплай алмайым бит инде. Көсөм еткəнсə, мин һеҙҙе үҙгəртеп, тура юлға сығарырға тырышасаҡмын. Быны мин фəҡəт Аллаһтың ярҙамы менəн генə башҡара алам. Бары тик Уға тəүəккəл иттем, бары тик Уға ҡайтасаҡмын. (89) — Əй, халҡым, һаҡ булығыҙ, миңə ҡаршы бармағыҙ, Нух халҡы йəки Һуд халҡы йəки Салих халҡының башына килгəн (язалар) һеҙҙең башҡа ла төшмəһен ине. Лут халҡы һеҙҙəн йыраҡ түгел. (Ундай яза һеҙҙəн дə йыраҡ йөрөмəҫ.) (90) — Раббығыҙҙан ярлыҡау телəгеҙ, унан һуң тəүбəгə килегеҙ. Шөбһəһеҙ, Раббым киң миһырбан эйəһе, сикһеҙ мəрхəмəтле. (91) Улар əйтте: — Əй, Шөғəйеп, һин һөйлəгəндəрҙең күбеһен аңламайбыҙ, һине зəғиф бер кеше тип уйлайбыҙ, ҡəрҙəштəрең булмаһа ине, һине, һис шикһеҙ, таш бəреп үлтерер инек. Һин беҙҙəн өҫтөн түгелһең. (92) Əй, ҡəүемем, минең ҡəрҙəштəрем, һеҙгə Аллаһтан да ҡəҙерлерəкме ни? Аллаһты онотоп, Уның əмерҙəренəн йөҙ сөйөрҙөгөҙ. Шөбһəһеҙ, Раббым һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да уратып алыусы. (93) — Əй, халҡым, ҡулығыҙҙан килгəнде эшлəгеҙ. Мин дə эшлəйəсəкмен. Үҙ‐үҙенə рисуай итəсəк язаның килəсəге, кемдең кем икəнен, ялғансыларҙың кем икəнлеген оҙаҡламай күрəсəкһегеҙ. Көтөгөҙ. Мин дə һеҙҙең менəн бергə көтəм. 94. Бойороғобоҙ килеп еткəс, Шөғəйепте һəм уның менəн бергə иман килтергəндəрҙе рəхмəтебеҙ менəн ҡотҡарҙыҡ; золом итеүселəрҙе иһə ҡурҡыныс бер тауыш тотто ла, йорттарында йөҙ түбəн (һəлəк булып) ҡалдылар. (95) Əйтерһең дə, улар шунда йəшəмəгəндəр ҙə кеүек. Белеп тороғоҙ, Сəмуд халҡы (Аллаһтың рəхмəтенəн йыраҡ булғаны кеүек) Мəдйəн халҡы ла йыраҡлашып, юҡҡа сыҡты. 96. Хаҡтыр, Мусаны ла мөғжизəлəребеҙ менəн һəм ап‐асыҡ аяттарыбыҙ менəн (97) Фирғəүенгə һəм уның юғары дəрəжəле кешелəре янына ебəрҙек. Лəкин улар Фирғəүен бойороғона буйһондо. Юҡһа, Фирғəүендең бойороғо ғəҙел түгел ине. (98) Фирғəүен Ҡиəмəт көнөндə үҙ халҡының алғы сафында буласаҡ, (һыу эсергə алып барған кеүек) уларҙы эйəртеп, утҡа йығыласаҡ. Ул урын ниндəй хəтəр. (99) Улар был донъяла ла, Ҡиəмəт


көнөндə лə лəғнəткə хөкөм ителгəн инде. Уларға бирелгəн «бүлəк» (яза) бик тə хəтəр «бүлəк» булыр. (100) (Ий, Мөхəммəд, халыҡтары һəлəк булған) илдəр тураһындағы хəбəрҙəр ошо булыр. Беҙ уларҙы һиңə аңлатабыҙ, уларҙың нəҫеленəн хəҙер ҙə иҫəндəре бар, сабып ташланған бесəн шикелле ҡырылып юҡҡа сыҡҡандары ла бар. (101) Беҙ уларға золом итмəнек. Улар бары тик үҙҙəренə үҙҙəре золом килтерҙе. Раббының яза əмере килгəндə, Аллаһты инҡар итеп, табына торған һындары уларға һис тə ярҙам итмəне, язаларын арттырыуҙан башҡа бер нигə лə яраманылар. (102) Раббың ғəҙелһеҙ шəһəрҙəрҙең халыҡтарын ана шулай язаланы. Шөбһəһеҙ, Уның язаһы шундай хəтəр, интектергес һəм əрнетеүлеҙер. (103) Бына быларҙың барыһы ла Əхирəт язаһынан ҡурҡҡандар өсөн бер ғибрəттер. Ул Көн барса кешелəр бер урынға йыйылған көндөр, ул Көн (бөтөн йəнлелəрҙең Аллаһ ҡаршыһында) яуап тотҡанын ҡарау көнөлөр. (104) Беҙ уны (Ҡиəмəт көнөн) бары тик һанаулы бер ваҡытҡа ғына кисектереп торабыҙ. (105) Ул Көн килгəс, Аллаһтың рөхсəтенəн башҡа һис кем һөйлəшə алмаҫ. Уларҙың ҡайһыһыҙыр бик бəхетһеҙ буласаҡ, кемдəрҙер бəхеткə ирешəсəк. (106) Бəхетһеҙҙəр утта янасаҡ, шунда улар аҡырыш, ыңғырашыу (һыҙланыу) эсендə ҡаласаҡ. (107) Улар шунда яна‐ саҡ. Ер менəн Күк дауам иткəнсе һəм Аллаһ башҡаса хөкөм сығарғанға саҡлы. Аллаһ үҙ ихтыярынса хөкөм итеүсе. («Əҙ гөнаһлылар тамуҡта бер аҙ ваҡыт янғандан һуң, Аллаһ əмере менəн ожмахҡа ҡайтарыла».Хəсəн Чантай тəфсиренəн. Ул Бəйзəвиҙəн алған.) 108. Бəхетлелəр иһə йəннəткə керер. Улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ. Ер менəн Күк дауам иткəнсегə саҡлы. Аллаһ башҡа хөкөм сығарғансыға саҡлы. Был ниғмəттəр бөтмəҫ‐төкəнмəҫ бəрəкəттер. («Ер менəн Күктең дауамы» тураһындағы тəғбирҙə фани донъялағы Ер менəн Күк түгел, Əхирəт донъяһының Ере, Күге тураһында һөйлəнə. Идраһим сүрəһенең 48 нсе аятында: ул Көн еткəс, Ер башҡа Ер менəн, Күк иһə башҡа бер Күк менəн алыштырылыр, тип əйтелə».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 109. Улар, аталары нисек итеп һындарға табынған булһа, шулай табына. Бының яман ғəмəл икəнлегенə шик тотма. Уларға тейешле язаны һис кəметмəҫбеҙ. 110. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға китап бирҙек. Лəкин араларында ғауға ҡупты (кемдер уға ышанды, кемдер: ялған, тине). Əгəр ҙə Аллаһтың алдағы вəғəҙəһе булмаһа ине, улар араһындағы бəхəс киҫелгəн булыр ине (эштəре бөткəн булыр ине). Шик юҡ, улар ҙа (мөшриктəр ҙə) Ҡөръəн(дең Аллаһтан ингəнлеге) хаҡында шик белдерҙе. (111) Шик юҡ, Раббың уларҙың һəр берһенə лə ҡылған ғəмəлдəренə күрə теүəл əжер (яза) бирəсəк. Раббың уларҙың нимə ҡылғанын белеп тора. (112) Шуға күрə, һинең менəн бергə тəүбə иткəндəр, һеҙгə бойоролғанса, тура юлда ҡалығыҙ. Сиктəрҙе уҙмағыҙ. Хаҡтыр, ул һеҙҙең нимə ҡылғандарығыҙҙы бик яҡшы белеп тора. (113) Золом итеүселəргə таянмағыҙ. Һуңынан һеҙгə лə ут ҡабыр (йəһəннəмдə янырһығыҙ). Аллаһтан башҡа һеҙҙең ярҙамсығыҙ юҡ. Ахырҙа (гөнаһтарығыҙ булһа) Унан да ярҙам күрмəҫһегеҙ. (114) Көн башында ла, аҙағында ла намаҙ уҡығыҙ. Изгелектəр əшəке ғəмəлдəрҙе ҡаплар. Былар иҫкə алырға телəүселəр өсөн бер киҫəтеүҙер. (115) (Эй, Мөхəммəд) сабыр‐ сыҙам бул, һис шикһеҙ, Аллаһ изгелек ҡылғандарҙың изгелеген заяға сығармаҫ. (116) Һеҙҙəн əүүəл йəшəгəн болондар араһында, беҙҙең ярҙам менəн ҡотолоуға ирешкəн бер нисə кешенəн башҡа, Ер йөҙөндə йəшəүсе кешелəрҙе аҙғынлыҡтан тыйырға алыныусы кеше булманы, ни сəбəпле? Золом итеүселəр иһə үҙҙəренə бирелгəн донъя байлығына алдандылар һəм гөнаһлыларҙан булдылар. (117) Халыҡтары изгелекле булған шəһəрҙəрҙе Аллаһ хаҡһыҙға һəлəк итмəҫ. 118. Раббың ихтыяр итһə ине: бөтөн кешелəрҙе лə бер өммəттəн яһаған булыр ине. Лəкин улар ғауға сығарыуҙан туҡтамайҙар. (119) Аллаһтың мəрхəмəтенə юлыҡҡандарынан тыш. Шуға күрə, Аллаһ уларҙы яралтты (бар итте) Раббының: — Йəһəннəмде кешелəр һəм ендəр менəн бергə тултырасаҡмын, — тигəне раҫланды. 120. Рəсүлдəрем тураһындағы хикəйəлəр менəн Мин һинең күңелеңде (ихтыяр көсөңдө) нығытырға булам. Уларҙа һинең өсөн Хəҡиҡəт, кешелəр өсөн өгөт һəм киҫəтеү бар. (121) Иманһыҙҙарға əйт: ‐ Ҡулығыҙҙан килгəндəрҙе эшлəгеҙ. Беҙ ҙə булдыра алғаныбыҙса ғəмəл ҡылырбыҙ, — тип. (122) — Көтөгөҙ! Хаҡтыр, беҙ ҙə көтəсəкбеҙ. (123) Күктəр һəм Ерҙəге серҙəргə бары тик Аллаһ ҡына хужа һəр ғəмəл Уға ҡайта. Тик, Аллаһҡа буйһоноғоҙ (ғибəҙəт ҡылығыҙ), Уға ғына һыйынығыҙ. Раббығыҙ һеҙ ҡылғандарҙы белеп тора. 12 — Йосыф (Йософ) сүрəһе (Йософ сүрəһе 111 аяттан тора. Мəккə‐и Мөкəррəмəлə ингəн. Сүрəнең башынан ахырына ҡəҙəр Йософ пəйғəмбəребеҙ тураһында һөйлəнгəнгə күрə, ошо исемде алған.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим 1. Əлиф. Лəм. Ра. Былар Китаптың ап‐асыҡ аяттарыҙыр. (2) Һеҙ аңлаһын тип, Беҙ уны ғəрəп телендə, Ҡөръəн булараҡ, индерҙек. (3) (Ий, Мөхəммəд) Беҙ һиңə был Ҡөръəнде уахи итеп, йəшəп уҙған ҡəүемдəрҙең хəлдəре тураһында гүзəл һүрəттə аңлатабыҙ. Шуныһы хаҡтыр, һин быңа саҡлы (башҡалар кеүек үк, уларҙың хəлдəре тураһында) белмəй инең. 4. Бер ваҡыт Йософ атаһына (Яҡупҡа) əйтте: — Атаҡайым, мин төшөмдə ун бер йондоҙ менəн Ҡояшты һəм Айҙы күрҙем. Улар миңə сəждə итте. 5. — Улым‐балам, — тине атаһы. — Һаҡ бул! Төшөңдө ағайҙарыңа һөйлəй күрмə. Юҡһа, улар һинəн көнлəшерҙəр, һиңə хəйлə ҡора башларҙар. Сөнки шайтан (көнсөллөк, хөсөтлөк) кешелəргə хəтəр дошман. (6) Былай булғас, Раббың һине һайлаясаҡ, һиңə төш юрау хикмəттəре өйрəтəсəк, һинə һəм Яҡуп тоҡомона, ике бабаң: Ибраһим менəн Исхаҡҡа биргəн ниғмəттəрен һиңə лə биреп бөтөрəсəк икəн. Раббың барыһын да бик яҡшы белеп тороусы хикмəт эйəһеҙер. 7. Хаҡтыр, Йософ һəм уның ағалары менəн булған был ваҡиғала ғибрəт‐һабаҡ алырға телəгəндəр өсөн хикмəттəр бар. (8) Ағалары əйтте: — Йософ менəн төпсөк туғаныбыҙҙы (Бинийəминде) атайыбыҙ беҙҙəн артыҡ ярата. Гəрсə, беҙ күберəк һəм көслөрəк булһаҡ та. Ысынын да, атайыбыҙ бик ныҡ яңғылыша (ул беҙгə ғəҙел түгел). (Йософ менəн Бинийəмин бер əсəнəн, ағалары бүтəн əсəнəн тыуған ине) 9. — Йософто үлтерергə кəрəк йəки уны йыраҡ ергə илтеп ташларға, аҙаштырырға кəрəк. Шунан һуң атайыбыҙ йөҙө менəн беҙгə генə ҡарап торор. Ахырҙа (тəүбə итербеҙ ҙə,) изгелекле кешелəр булып китербеҙ. 10. Аранан береһе. «Əгəр был эште башҡарырға булһағыҙ, һеҙ Йософто үлтермəгеҙ, ҡойоға ташлағыҙ. Уҙып барыусы (карауандағыларҙың) берəйһе уны табып алыр», — тине. 11. Əйттелəр: — Ий, атабыҙ! Һин ни өсөн Йософто беҙгə ышанып тапшырмайһың? Беҙ уға бары тик изгелек кенə телəйбеҙ. (12) — Иртəгə һин уны беҙҙең менəн (сəхрəгə) ебəр: рəхəтлəнеп (ашап‐эсеп), уйнаһын. Шиклəнмə, беҙ уны (бəлə‐ҡазанан күҙ ҡарабыҙ кеүек) һаҡларбыҙ, — тинелəр. (13) Ата кеше əйтте: — Уны алып китһəгеҙ, миңə ҡыйын булыр. Һеҙ абайламаған саҡта уны бүре ашар, тип ҡурҡам. (14) Əйттелəр: — Беҙ ҡеүəтле төркөм (ошо ҡəҙəр ҙə күп кеше) була тороп, уны бүре ашап китһə, əлбиттə, был ҙур кəмселек булыр ине (ояты ғына ни тора!) 15. Уны алып китеп, ҡойо төбөнə һалырға ҡарар ҡылғандан һуң, Беҙ Йософҡа уахи күндерҙек: — Һис шикһеҙ, һин ҡасан да булһа, үҙҙəренең уйында ла булмаған саҡта (һине танымаған саҡта) уларға был ҡылғандары тураһында һөйлəп бирерһең, — тинек. (16) Кис еткəс, йылай‐йылай аталары янына ҡайттылар. (17) — Ий, атайыбыҙ, — тинелəр. — Беҙ əйберҙəребеҙҙе Йософ янында ҡалдырҙыҡ та, ярышҡа‐уҙышырға киттек. (Əйлəнеп килһəк, ниндəй ҡайғы) уны бүре ашап киткəн. Дөрөҫөн һөйлəһəк тə һин беҙгə ышанмаҫһың инде. 18. Йософтоң бүтəн төрлө ҡанға буялған күлдəген ата кешегə тоторҙолар. (Яҡуп ҡанға буялған күлдəкте алып йөҙөнə ҡапланы: «Быңа саҡлы ошондай ҙа рəхимле бүрене күргəнем булманы. Улымды ашаған, күлдəген йыртмаған да», ‐ тине. Алдағандарын ул шунан һиҙенде һəм əйтте):


— Һеҙҙең мəкерле нəфсегеҙ яман эште яҡшы итеп күрһəткəн. Хəҙер миңə күркəм сабырлыҡ кəрəк. Һеҙ миңə төшөндөрөп бирҙегеҙ: миңə ярҙам (һеҙҙең тарафтан түгел) бары тик Аллаһтан ғына килəсəк. 19. Бер карауан туҡтаны; һыу алып килергə хеҙмəтсене ҡойоға ебəрҙелəр. Ул күнəген ҡойоға төшөрҙө. Йософто күргəс: — Һөйөнсө! Бына Һиңə бер ул! ‐ тине. Уны һатып ебəрер өсөн, хазина кеүек һаҡлап алып киттелəр. Аллаһ уларҙың нимə ҡылғанын бик яҡшы белə ине. (20) Уны арзан ғына хаҡҡа, бер нисə дирһəмгə һатып ебəрҙелəр. Һатыулашып торманылар. (21) Уны һатып алған Мысыр кешеһе ҡатынына əйтте: — Быңа иғтибарлы бул! Яҡшылап ҡара! — тине. — Күңелем һиҙə, беҙ унан файҙа күрəсəкбеҙ, һис юғында беҙ уны уллыҡҡа алырбыҙ. Бына шулай итеп, Беҙ төшөндə күргəндəрҙе тормошҡа ашырыу өсөн, төш юрау хикмəттəрен өйрəтер өсөн, уны шундай ергə урынлаштырҙыҡ. Аллаһ үҙ əмерен еренə еткереп үтəрҙəй ҡөҙрəт эйəһе. Лəкин кешелəрҙең күбеһе был турала белмəй. («Риүəйəттəргə күрə, хəҙрəти Йософто үҙенə алған зат Мысырҙың мал менəн сауҙа итеү эштəренең башлығы ине. Ул Йософтоң зиһенле һəм һəлəтле бала икəнен һиҙенə. Алға табан ул уны дəүлəт эштəрендə файҙаланырға уйлай ине. Балалары булмау сəбəпле, һөйкөмлө Йософто был ғаилəлə бик яратып ҡаршылайҙар».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 22. Бəлиғ булғанына саҡлы уға хөкөм эштəрендə уңыш ҡаҙанырлыҡ ғилем бирҙек. Бына шулай итеп, Беҙ гүзəл холоҡлоларҙы бүлəклəйбеҙ. (23) Өйҙөң хужабикəһе нəфсеһен Йософ менəн ҡəнəғəтлəндерергə телəп, ишек‐ҡапҡаларҙы биклəтте һəм: — Яныма кил, — тине. Йософ əйтте: — Аллам һаҡлаһын! — тине. — Ирегеҙ минең хужам. Ул миңə яҡшылыҡ ҡылды. Хаҡтыр, кəферлек ҡылғандар бəхеткə ирешмəҫ. (24) Ҡатын һəр ваҡыт Йософто телəй ине. Раббының (зина ҡылыуҙың ҙур гөнаһ икəнен) дəлилен күрмəгəн булһа, уны яуызлыҡ һəм нəжес ғəмəлдəрҙəн ҡотҡарырға телəүен һиҙенмəгəн булһа, бəлки Йософ та был ҡатынды телəгəн булыр ине. Шик юҡ, ул ихлас ҡолдарыбыҙҙан ине. (25) Икеһе лə ишеккə табан йүгерҙе. Ҡатын уның күлдəгенең артҡы итəген йыртып төшөрҙө. Ишек төбөндə улар ҡатындың ире менəн осрашты. Ҡатын əйтте: — Һинең ғаилəңə зыян һалырға телəгəн кешене ниндəй яза көтə? Зинданмы, əллə сыҙап булмаҫ язамы? — тине. 26. Йософ: — Ул мине аҙҙырырға телəне, — тине. Ҡатындың туғандарынан береһе шаһитлыҡ итте: — Əгəр уның күлдəге алғы яҡтан йыртылған булһа, ҡатын дөрөҫөн əйткəн булыр. Был иһə ялғанлаған булыр, — тине. (27) — Əгəр күлдəк артҡы яҡтан йыртылған булһа, ҡатын ялғанлай. Был иһə дөрөҫөн əйтə. (28) Күлдəктең артҡы тарафтан йыртылғанын күргəс, (хаҡим) ҡатынына: — Шик юҡ, был һеҙ — ҡатындарҙың мəкерле хəйлəһелер. Ысындан да, һеҙҙең хəйлə иң шəп ҡаптыра торғандарҙан була, ‐ тине. (29) ‐ Əй, Йософ! Һин быны башҡаларға һөйлəмə. Ə һин, ҡатын, гөнаһың өсөн ғəфү үтен. Сөнки Һин гөнаһлы булдың. (30) Шəһəр ҡатындары əйтте: ‐ Ғəзиздең ҡатыны егетте аҙҙырырға уйлаған. Ул Йософҡа муйынынан ғашиҡ икəн. Ул, ысындан, да мөхəббəтенəн хыяланғандыр, ‐ тинелəр. (31) Шəһəр ҡатындарының ғəйбəтен ишетеп, хужабикə уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы: янтайып, (терһəктəр менəн таянып) ял итер өсөн, яҫтыҡтар‐ мендəрҙəр əҙерлəтте. Уларҙың һəр берһенə бысаҡ бирҙертте. (Ҡатындар бысаҡ менəн емеш киҫə башлауға уҡ, хужабикə Йософҡа): — Бар, улар янына сыҡ! — тип бойорҙо. Йософто күреүгə, ҡатындар уның мөһабəт икəнен аңланылар. (Үҙҙəре лə белмəй) бармаҡтарын турайҙар ине. Һəм əйттелəр: — Йə, Раббым, сөбхəналлаһ, был əҙəм заты түгелдер, был мөһабəт бер фəрештəҙлр, ‐ тинелəр. (32) Шунан һуң хужабикə əйтте: — Бына, шуның арҡаһында һеҙ минең ғəйбəтемде һаттығыҙ. Əйе, мин нəфсемде уның менəн ҡəнəғəтлəндерергə уйлаған инем. Лəкин ул был эштəн ҡəтғи баш тартты. Əгəр ҙə ул минең телəгемде үтəмəһə, һис шикһеҙ, зинданға ябыласаҡ; һəм, əлбиттə, мəсхəрəгə ҡалып (һарайҙан) ҡыуыласаҡ, — тине. (33) — Йə, Раббым, — тине Йософ. — Минең өсөн зинадан зиндан яҡшыраҡ. Əгəр ҙə улар ҡорған хəйлəлəрҙəн мине ҡотҡармаһаң, мин уларға тартылып, юлдан яҙғандар араһында ҡалырмын. (34) Раббы уның доғаһын ҡабул итте. Тегелəрҙең хəйлəһен емерҙе. Аллаһ барыһын да ишетеп, яҡшы белеп тора. (35) (Ғəйепһеҙ икəнен белһəлəр ҙə, ғəйбəтселəрҙең ауыҙын томалар өсөн, хужалай ҡатынының күңеле булһын, тип) Йософто ваҡытлыса зинданға ташларға булдылар. (36) Уның менəн бергə зинданға тағын ике егетте ултырттылар. Шуларғың береһе əйтте: — Мин төшөмдə шəрəб (хəмер) яһағанымды күрҙем, — тине. — Мин баш осомда икмəк күтəреп барам икəн тип. Икмəгемде ҡоштар соҡой, имеш, — тине икенсеһе. — Төшөбөҙҙө юрап бир. Беҙ һине бик изгелекле кеше, тип уйлайбыҙ. (37) (Йософ) əйтте: — Беҙгə һəр көндө килтерелə торған аш килеп еткəнсе, мин, һис шикһеҙ, төшөгөҙҙө юрармын, — тине. — Был — Раббымдың өйрəткəндəрендəндер. Хаҡтыр, мин Аллаһҡа ышанмаған халыҡтан йыраҡҡа киттем. Əхирəт көнөн инҡар итеүселəр ҙə улар ине. (38) Бабаларым Ибраһим менəн Исхаҡ һəм атайым Яҡуп тотҡан динде тотам, һис бер нəмəне, һис бер кемде Аллаһ менəн тиң күрергə ярамай. Был — Аллаһтың беҙгə — кешелəргə биргəн бəрəкəтеҙер. Тик кешелəрҙең күбеһе (Аллаһҡа) шөкөр итмəй. (39) Əй, ике зиндандашым, төрлө уйҙырма тəңрелəргə ышаныу яҡшымы, əллə бер кемдең дə көсө етəлмəҫ, берҙəн бер Аллаһҡа инаныумы? (40) Аллаһтан башҡаларға табыныуығыҙ һеҙҙең һəм аталарығыҙ уйлап сығарған бер нисə исем генə бит. Аллаһ уларға бер ниндəй ҙə вазифа бирмəне. Хөкөм бары тик Аллаһ ихтыярында. Ул Аллаһтан башҡаһына ғибəҙəт ҡылмаҫҡа əмер итте. Бына, иң дөрөҫ дин шул булыр. Лəкин кешелəрҙең күбеһе быны белмəй. (41) Əй, ике зиндандашым, (төштəрегеҙ тураһында əйтəйем) берегеҙ (баштағы кеүек үк) Хужаһына шəрəб (хəмер) эсерəсəк; икенсегеҙҙе иһə аҫып ҡуясаҡтар һəм ҡоҙғондар уның башын соҡоп, тамаҡ туйҙырыр. Һорағандарығыҙҙы юрау ошоның менəн тамам булды. (42) Зиндандан ҡотоласағына ул əйтте: — Хужаң янына ҡайтҡас, һин мине иҫеңə төшөр (бəлки ул мине зиндандан ҡотҡарыр), — тине. Лəкин шайтан (ул əйткəндəрҙе) онотторҙо. Шуға күрə, Йософ бер нисə йылға зинданда ҡала бирҙе. 43. Бер уаҡыт Мысыр батшаһы əйтте: — Мин төшөмдə ете ябыҡ һыйырҙың ете һимеҙ һыйырҙы ашағанын күрҙем. Унан һуң ете йəшел башаҡ менəн ете ҡоро башаҡ күрҙем. Ярандарым, юрай алһағыҙ, төшөмдө юрап бирегеҙ, — тине. (44) (Юраусылар) əйтте: — Былар, бары тик һаташыу ғына, — тинелəр. — Беҙ бындый буталсыҡ төштəрҙе юрай алмайбыҙ. 45. Зиндандан ҡотолған кеше байтаҡ ваҡыттан һуң Йософто иҫенə төшөрөп əйтте: — Мин һеҙҙең төшөгөҙҙө юрата алам, — тине. — Мине зинданға алып барығыҙ. (46) (Зинданға кергəс, ул) əйтте: — Əй, Йософ, һин тура һүҙле кеше. Ете ябыҡ һыйырҙың ете һимеҙ һыйырҙы ашауы тураһында, ете йəшел башаҡ менəн ете ҡоро башаҡ тураһындағы төштө юрап бирһəңсе, — тине. — Юрауыңды ҡайтып кешелəргə һөйлəрмен, бəлки, улар ҙа аңлар. (47) Йософ əйтте: — Ете йыл тоташтан ғəҙəттəгесə иген игегеҙ. Əҙ миҡдарҙа ғына ашап, ҡалғанын башаҡта ҡалдырығыҙ. (48) Шунан һуң ете йыл рəттəн аслыҡ булыр. Ашлыҡты орлоҡлоҡ ҡына ҡалдырып, ете йыл буйына ашағыҙ. (49) Шунан һуң тағын бер йыл килəсəк, ул йылда кешелəргə (Аллаһтан) мул ямғыр яуасаҡ һəм ул йылда (емеш һуттары менəн үҫемлек майы) һығып, (һыйыр, кəзə, дөйə, һарыҡтарҙы) һауырҙар. (И. Крачковскийҙа: они будут выжиматъ, тип кенə яҙылған. Ш. Ноғманиҙа: емештəр һығып, шəрəбтəр яһарҙар. Т. Кочигит, X. Ҡараман тəфсирҙəрендə иһə фəҡəт емеш һуты һығыу, шəрбəт алыу тураһында ғына əйтелə. Мəүлəне М. Алиҙа: давить виноград, тип əйтелгəн. X. Чантайҙа киңерəк аңлатыла. Беҙ X. Чантай тəфсирен мəғҡүл күрҙек.) 50. Был юраманы һөйлəгəс, батша əйтте: — Уны минең янға алып килегеҙ, — тине. Йомошсо зинданға кергəс, Йософ əйтте: — Батша янына ҡайт: бармаҡтарын бысаҡ менəн турай башлаған ҡатындарға нимə булды? ‐ тип һора. Шик юҡ, Аллаһым уларҙың хəйлəһен бик яҡшы белеп тора. (51) Батша ҡатындарға əйтте:


— Йософ менəн лəззəт кисергə телəгəн сағығыҙҙа һеҙ ниндəй хəлдə инегеҙ? ‐ тине. Ҡатындар əйтте: — Аллам һаҡлаһын, беҙ унан һис бер яманлыҡ күрмəнек, ‐ тинелəр. Ғəзиздең ҡатыны əйтте: — Бөгөн дөрөҫлөк уртаға сыҡты. Мин уны аҙҙырырға телəнем. Шик юҡ, ул — ғəҙел кеше, — тине. (52) Йософ əйтте: — Ғəзиз өйҙə юҡ саҡта уға хыянат итмəгəнемде һəм Аллаһтың ысын хыянатсылар ҡорған хəйлəһен юҡҡа сығарасағының барыһын да ул белеп торһон, — тине. (53) (Ҡатын əйтте): — Мин үҙемде аҡларға тырышмайым, сөнки нəфсеңде тыя алмау яманлыҡҡа этə, əгəр ҙə Аллаһ һаҡламаһа. Шик юҡ, Раббым ярлыҡаусы, ғəфү ҡылыусы. (54) Батша əйтте: ‐ Уны бында алып килегеҙ, ‐ тине. ‐ Мин уны үҙ яныма алам. Уның менəн һөйлəшкəс: — Бөгөндəн һин янымда юғары дəрəжəле һəм ышаныс ҡаҙанған вазифалы кеше һаналырһың, — тине. (55) Йософ əйтте: — Мине өлкəнең ер байлыҡтарына (иген баҫыуҙарына) башлыҡ ит. Мин уларҙы яҡшы һаҡлармын, сөнки мин был эштəрҙе яҡшы белəм, — тине. (56) Бына шулай итеп, Беҙ Йософто үҙе телəгəнсə ғəмəл ҡылырлыҡ вазифалы иттек. Үҙебеҙ ихтыяр иткəн һəр кешегə рəхмəтебеҙҙе бирҙек. Изгелек ҡылғандарҙың изгелектəрен заяға сығармайбыҙ. (57) Иман килтереп, яманлыҡтарҙан һаҡланғандар өсөн Əхирəт бүлəге тағын да хəйерлерəк. (58) (Аслыҡ йылды Яҡуптың улдары икмəк һорап, Мысырға килде.) Йософтоң ҡəрҙəштəре килеп, уның хозурына керҙе. Йософ уларҙы таныны. Улар уны таныманы. (59) Йөктəре төйəлеп бөткəс: Йософ əйтте: — Бер атанан тыуған туғанығыҙҙы минең янға алып килегеҙ,— тине. — Күреп тораһығыҙ бит, мин һеҙгə дөрөҫ үлсəтеп бирҙем. Мин ҡунаҡсылдарҙың иң йомарты. (60) Əгəр уны минең янға алып килмəһəгеҙ, ҡабат мин һеҙгə бер үлсəм дə (ашлыҡ) бирəсəк түгелмен. Ҡабат килеп йөрөмəгеҙ! (61) Əйттелəр: — Уны атабыҙҙан һорап алырға тырышырбыҙ. Əлбиттə, беҙ быны эшлəйəсəкбеҙ, — тинелəр. (62) Йософ хеҙмəтселəренə əйтте: — Ашлыҡ өсөн биргəн тауарҙарын (аҡсаларын) йөктəре эсенə йəшереп ҡуйығыҙ. Өйҙəренə ҡайтып еткəс, улар шул тауарҙарҙы табып алыр ҙа, бəлки, яңынан (икмəк һатып алыр өсөн) бында килерҙəр, — тине. 63. Ата кеше янына ҡайтып еткəс, əйттелəр: — Эй, атабыҙ, икмəк алыу юлы беҙгə ябылды. Туғаныбыҙҙы (Бинийəминде) беҙгə эйəртеп ебəрһəң генə, беҙгə икмəк бирерҙəр. Ысынлап та, беҙ уны яҡшы һаҡларбыҙ, — тинелəр. (64) Яҡуп əйтте: — Бынан алда ла ҡəрҙəшегеҙҙе ышанып тапшырғаным кеүекме? — тине. — Быныһын да шулай итеп һеҙгə ышанып тапшырайыммы? (Мин уны фəҡəт Аллаһҡа ғына ышанып тапшыра алам.) Аллаһ иң ышаныслы һаҡлаусы. Мəрхəмəтлелəрҙең мəрхəмəтлеһе — Аллаһ. 65. Йөктəрен сискəндə улар үҙҙəренең тауарҙарын таптылар. Һəм əйттелəр: — Эй, атаҡайыбыҙ, нимə эшлəйбеҙ? Тауарҙарыбыҙ кире үҙебеҙгə ҡайтҡан, был аҡсаларға тағын бер дөйə йөгө икмəк алып ҡайтырбыҙ. Алып ҡайтҡан икмəгебеҙ бик тə əҙ миҡдарҙа бит. Туғаныбыҙҙы һаҡлап ҡына йөрөтөрбөҙ, ‐ тинелəр. (66) Яҡуп əйтте: — Бəлəгə юлыҡтырмайынса, уны һау‐сəлəмəт килеш алып ҡайтасаҡбыҙ, тип, Аллаһ исеме менəн ант итмəһəгеҙ, мин уны һеҙгə биреп ебəрмəйем, — тине. (Ул телəгəнсə) ант иттергəндəн һуң, тағын əйтте: — Беҙҙең һөйлəшеүгə Аллаһ шаһит, — тине. (67) Унан өҫтəне: — Улдарым, шəһəргə бөтəгеҙ ҙə бер ҡапҡанан кермəгеҙ. Айырым‐айырым, төрлө ҡапҡаларҙан керегеҙ! Юҡһа, мин һеҙҙе бер нисек тə Аллаһтың язаһынан ҡотҡара алмаҫмым. Хөкөм Аллаһтан башҡаға бирелмəгəн. Шуға күрə, мин бары тик Уға ғына ышанам. Тəүəккəл итеүселəр бары тик Уға ғына баш эйһендəр. 68. Улар, аталары ҡушҡанса, төрлөһө төрлө ҡапҡаднан керҙе. Лəкин был (һаҡлыҡ саралары) Аллаһтан килəсəктəрҙəн ҡотҡарып ҡала алманы. Был эш (төрлө ҡапҡаларҙан кереү) бары тик Яҡуптың йəн тыныслығы өсөн генə башҡарылды. Ысынлыҡта, ул (Яҡуп) ғилемгə эйə кеше ине. Сөнки Беҙ уны өйрəттек. Лəкин кешелəрҙең күбеһе быны белмəй. (69) Ҡəрҙəштəре Йософ янына кергəс тə, ул туғанын үҙ хозурына алдырҙы. ‐ Белəһеңме, мин һинең туғаның бит, ‐ тине. ‐ Уларҙың ҡылғандары өсөн һин бик ҡайғырма. («Риүəйəттəргə күрə, ҡəрҙəштəрен һыйларға тип, хəҙрəти Йософ табын əҙерлəтə. Уларҙы табын янына икешəр‐икешəр итеп ултырта. Бинийəмин яңғыҙы ‐ шаҡ ҡала ла, йылап ебəрə: ағайым Йософ иҫəн булһа ине, беҙ бергə ултырған булыр инек, ‐ ти. Хəҙрəти Йософ уны үҙ табынына ала. Ашап‐эскəндəн һуң, хəҙрəти Йософ ҡəрҙəштəрен икешəр‐икешəр итеп фатирҙарға урынлаштыра. Бинийəмин тағын яңғыҙы ҡала. «Һиңə пар юҡ, улайһа, һин минең янда ҡалырһың», ‐ тине. Бинийəмин əйтте: «Һинең кеүек ҡəрҙəшең булһа ине ул. Лəкин бит һине атайым Яҡуп менəн əсəйем Рəхилə тапмаған». Быны ишеткəс, хəҙрəти Йософ. Бинийəминде ҡосаҡлап ала һəм: «Мин һинең ағайың», — ти». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 70. Йөк төйəгəндə (Йософ) туғанының əйберҙəре араһына затлы һауыт йəшерҙе. Юлға ҡуҙғалғас, Йософтоң йомошсоһо: ‐ Əй, карауансылар, һеҙ бурҙарһығыҙ! ‐ тип ҡысҡырҙы. (71) (Карауансылар боролоп): — Һеҙ нимə юғалттығыҙ?‐тип һоранылар. (72) Былары əйтте: — Батшабыҙҙың һыу эсə торған затлы һауытын эҙлəйбеҙ; уны табып килтергəн кешегə бер дөйəгə төйəрлек ашлыҡ бирəсəкбеҙ. Был эшкə мин яуаплы, — тине йомошсо. 73. — Валлаһи, беҙ бур түгел! — тинелəр карауансылар, — Беҙҙең ғауға‐фетнə сығарырға килмəгəнебеҙҙе һеҙ бик яҡшы белəһегеҙ бит. Ҡараҡтар ҙа беҙ түгел. (74) (Ҡыуа сығыусылар) Əйтте: —Ярар, ялғанығыҙ тотолһа, нимə буласаҡ (һеҙ шуны белəһегеҙме)?—тинелəр. (75) Уның язаһы, юғалған һауыт кемдең йөгөндə табылһа, шул кеше үҙе түлəү буласаҡ. Беҙ ғəҙелһеҙҙəрҙе шулай язалайбыҙ. 76. Йософ шунан, туғанының йөгөн түгел, башҡаларҙыҡын аҡтара башланы. Унан һуң ғына туғанының йөгөнə тотондо һəм юғалған һауытты тартып сығарҙы. Бына шулай итеп, Беҙ Йософҡа бер хəйлə өйрəттек. Юҡһа, батшаның ҡанундары буйынса, ул туғанын, Аллаһ рөхсəтенəн башҡа, алып ҡала алмаған булыр ине. Кемгə ихтыяр итһəк, Беҙ шул кешене дəрəжəлəргə күтəрəбеҙ. Сөнки ғилемгə эйə һəр кешенең өҫтөндə унан да яҡшыраҡ Ғалим тора. (77) (Ҡəрҙəштəре) əйтте: — Ул урлаған булыуы ла бик ихтимал, уның ағаһы ла ҡараҡ ине, — тинелəр. Йософ һис нимə һиҙҙермəне, əммə эсенəн генə уйлап ҡуйҙы: һеҙ əле һаман да шундай уҡ яман заттар икəнһегеҙ. Аллаһ һеҙҙең нимə һөйлəгəнегеҙҙе бик яҡшы ишетеп тора. (78) Əйттелəр: — Əй, Ғəзиз, ысындан да, уның бик ҡарт атаһы бар. (Төпсөгөн юғалтыуға ҡарт түҙмəҫ) бының урынына беҙҙең берəйебеҙҙе алып ҡал. Сөнки беҙ һине изгелек ҡылыусы, тип белəбеҙ. (79) Ул əйтте: — Əйберебеҙҙе йөгөнəн тапҡан кешенəн башҡаһын алып ҡалыуҙан Аллам һаҡлаһын. Шулай итһəк, беҙ, ысындан да, ғəҙелһеҙлек ҡылған булыр инек. 80. Өмөттəре өҙөлгəс, улар бер аҙ ситкə китеп кəңəшлəштелəр. Олораҡтарынан берһе (Йəһүдə) əйтте: — Атайыбыҙ беҙҙе Аллаһ исеме менəн ант иттерҙе. Уҙғанында ла Йософ менəн нисек итеп ғəҙелһеҙлек ҡылғанығыҙҙы оноттоғоҙмо ни? Атайыбыҙ рөхсəт иткəнсегə саҡлы йəки Аллаһ үҙе хөкөм сығарғанға ҡəҙəр, был ерҙəн китмəйем. Аллаһ хөкөм сығарыусыларҙың иң ғəҙеле. (81) Ҡайтҡас атайыбыҙға əйтегеҙ: əй, атаҡайыбыҙ, шик юҡ, ул бурлыҡ ҡылды. Беҙ күргəнебеҙгə генə шаһитлыҡ итəбеҙ. Күрмəгəнебеҙҙе белмəйбеҙ. (82) Беҙ булып ҡайтҡан шəһəргə барып, үҙең белешə алаһың. Йəки шунан килə торған карауансыларҙан һораштыра алаһың: беҙ дөрөҫөн һөйлəйбеҙ, тип əйтегеҙ, зинһар. (83) Ата кеше (Яҡуп) əйтте:


— Нəфсегеҙ һеҙгə ошо яман эште яҡшы итеп күрһəткəндер. Миңə тағын сабыр итергə генə ҡала. Өмөт итəм, уларҙың һəр берһен Аллаһ миңə ҡайтарып бирер. Аллаһ барыһын да белеүсе хикмəттəр эйəһе. (84) Уларҙан ситкə боролдо һəм əйтте: ‐ Аһ, Йософом хəсрəте! ‐ тине. ‐ Ул хəсрəтен көскə тыйып тора ине. Йылай торғас, уның ике күҙенə лə аҡ төштө. (85) (Улдары): — Һин əле һаман Йософто онота алмайһың. Валлаһи, былай булһа, һине бөтөнлəй сир баҫыр йəки ҡайғыңдан үлеп тə китерһең. ‐ тинелəр. (86) (Яҡуп): — Дөрөҫ, ҡайғымды бары тик Аллаһҡа ғына һөйлəйем. Һеҙ белмəгəндəрҙе мин Аллаһтан килеүсе хəбəрҙəр аша белəм, — тине. — (87) Ий, улдарым, барығыҙ, Йософ менəн туғанын яҡшылап эҙлəгеҙ. Аллаһтың ярҙамынан өмөтөгөҙҙө өҙмəгеҙ. Хаҡтыр, кəферҙəрҙəн башҡалар Аллаһ ярҙамынан өмөтөн өҙмəҫ. 88. Йософ янына кергəс, əйттелəр: — Эй, бөйөк түрə, ғаилəбеҙгə‐илебеҙгə аслыҡ килде. Беҙ əҙ генə аҡса менəн килдек. Тейешлебеҙҙе теүəл үлсəп бир, зинһар. Беҙгə йомарт бул. Шик юҡ, Аллаһ хəйер биргəндəрҙе бүлəктəр. (89) Йософ əйтте: — Һеҙ, наҙанлығығыҙ арҡаһында, Йософ менəн туғаны нимə эшлəткəнегеҙҙе белəһегеҙме? — тине. 90. — Һин əллə, ысындан да, Йософмы? — тинелəр. Ул да: — Əйе, мин Йософ булам, — тине. — Быныһы минең туғаным (Бинийəмин). Хаҡтыр, Аллаһ беҙгə мəрхəмəтле булды. Кем Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшлəүҙəн ҡурҡа, кем сабыр итə, шул, һис шикһеҙ, Аллаһ тарафынан бүлəктəр алыр, изгелек ҡылғандарҙың изгелеге заяға китмəҫ. (91) Əйттелəр: — Валлаһи, ысындан да, Аллаһ Тəғəлə һине беҙҙəн өҫтөн ҡуйҙы. Хаҡ, беҙ гөнаһлылар булдыҡ. (92) Йософ əйтте: — Бөгөн мин һеҙгə үпкəлəмəйем инде, Аллаһ һеҙҙе ғəфү итһен ине. Ул, миһырбанлыларҙың да миһырбанлыһылыр. (93) Минең ошо күлдəгемде алып ҡайтығыҙ ҙа атайымдың йөҙөнə ҡаплағыҙ, ул күрə башлар. Һəм бөтөн ғаилəбеҙҙе бында алып килегеҙ, — тине. (94) Карауан Мысырҙан киткəс, ата кеше əйтте: — Был инде һаташа башлаған, тип əймəгеҙ. Əйтəм, мин Йософ улымдың рухын һиҙəм. 95. — Валлаһи, был һинең электəн килгəн һаташыуың ғына, — тинелəр өйҙəгелəре. 96. Һөйөнөслө хəбəр килтереүсе (Яһүдə) уның йөҙөнə күлдəкте ҡаплауға уҡ, (Яҡуптың) күҙҙəре күрə башланы. Ул: — Мин һеҙгə: Аллаһ тарафынан килгəн хəбəрҙəр аша һеҙ белмəгəндəрҙе белəм, тип əйттемме, юҡмы? — тине. 97. Əйттелəр: — Эй, атайыбыҙ, беҙҙе ғəфү итһен тип, Аллаһҡа доғалар уҡы, зинһар. Сөнки беҙ, ысындан да, гөнаһлы булдыҡ. 98. — Һеҙҙең өсөн Раббымдан ярлыҡау һорап, ялбарасаҡмын. Хаҡтыр, Аллаһ ярлыҡаусы, ғəфү итеүсе, — тине Яҡуп. 99. (Йософтоң ата‐əсəһе — бөтөн ҡəрҙəштəре Мысырга килə) Йософ янына кергəс, ул ата‐əсəһен ҡосаҡлап алды: — Аллаға тапшырып, Мысырға именлек менəн, төклө аяғығыҙ менəн керегеҙ, — тине. 100. Ата‐əсəһен ул абруй тəхетенə ултыртты, ҡауышыу һөйөнөсөнəн уларҙың барыһы ла (Йософтоң шөһрəте алдында) баш эйҙелəр. Йософ əйтте: — Ий, атаҡайым, бына был эштəр əллə ҡасан күргəн төшөмдөң юралыуы булыр, — тине. — Раббым уны, ниһайəт, тормошҡа ашырҙы. Дөрөҫө шул: Аллаһ миңə рəхмəтен яуҙырҙы. Мине зиндандан сығарҙы. Ҡəрҙəштəрем менəн минең араны шайтан боҙғандан һуң, һеҙҙе сүл аша имен сығарҙы. Шик юҡтыр, Раббым ихтыяр иткəн ҡолона мəрхəмəтле. Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да белеп тороусы хикмəт эйəһе. (101) — Йə, Раббым, милкеңдəн миңə (насибын) бирҙең һəм (төштə күрелгəн) ваҡиғаларҙың нисек юраласағын өйрəттең. Эй, Күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан, Һин донъяла ла, Əхирəттə лə минең яҡлаусым. Мосолман булған хəлемдə йəнемде ал, зинһар. Һəм мине изгелəр рəтенə ҡуй. («Риүəйəттəрҙə һөйлəнгəнсə, хəҙрəти Яҡуп Мысырҙа, улы Йософ янында 24 йыл йəшəп вафат була. Васыятына күрə, гəүҙəһе Шомда, атаһы Исхаҡ янына ерлəнə. Хəҙрəти Йософ та атаһынан һуң 23 йыл йəшəй, 120 йəшендə вафат була. Уның гəүҙəһен Мысыр халҡы мəрмəр һандыҡҡа һалып, Нил йылғаһына батыра. Байтаҡ йылдар уҙғас, хəҙрəти Муса һандыҡты алып, Яҡуп (ғəлəйһиссəллəм) янына ерлəй». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 102. (Мөхəммəд) бына һиңə таныш булмаған хəбəрҙəрҙəн ҡисса ошо булыр. Уны һиңə уахи итəбеҙ. Улар фетнə эшлəргə йыйынғанда һин улар араһында түгел инең. (103) Һин ни ҡəҙəр генə тырышһаң да, кешелəрҙең күбеһе иман килтермəйəсəк. (104) Гəрсə, һин был эштəрең өсөн уларҙан түлəү һорамайһың. Ҡөръəн ғəлəмдəр өсөн өгөт‐нəсихəттер. (105) Күктəрҙə, Ерҙə күпме дəлилдəр бар, улар был дəлилдəрҙəн йөҙ сөйөрөп китəлəр. (106) Уларҙың күбеһе Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылып та, Аллаһҡа тиңдəш итеп, əллə нəмəлəргə табыналар. (107) Аллаһ тарафынан көтмəгəндə килə торған һəлəкəттəн йəки абайламаҫтан Ҡиəмəт көнө килеүҙəн ҡотолоп ҡалырбыҙ, тип өмөт итəлəрме икəн улар? 108. (Ий, Мөхəммəд) əйт: — Бына был — минең юлым, — тип. — Мин һеҙҙе асыҡ күҙ менəн Аллаһ тарафына саҡырҙым. Мин үҙем һəм миңə эйəргəндəр. Əлхəмдүлиллə, мин мөшриктəр менəн бергə түгел. (Аллаһтың тиңдəштəре юҡ, Ул кəмселектəрҙəн азат), — тип. (109) Һинəн элек тə (пəйғəмбəр итеп) ебəргəн илселəребеҙ (əллə ҡайҙан түгел, үҙ араларындағы) шəһəр кешелəренəн һайланған ине. Шул ир кешелəргə уахи күндергəн инек. (Ни ғəжəптер) əллə һуң (мөшриктəр) Ер йөҙөндə ил гиҙеп, донъя күреп йөрөмəйҙəрме, үҙҙəренəн əүүəл йəшəгəн (мөшриктəрҙең) ҡара тəҡдиренең нисек тамамланғанын белмəйҙəрме? Əхирəт йорто (нəжестəн, гөнаһтарҙан) һаҡланғандар өсөн, əлбиттə, иң яҡшыһы булыр. Һеҙ əле һаман шуны аңлап бөтөрмəйһегеҙме ни һуң? 110. (Əй, пəйғəмбəрҙəрем!) Инде өмөт киҫелде, беҙҙе ялғансыға сығарҙылар, тигəн уаҡытта һеҙгə ярҙамым килде һəм Беҙ телəгəн кешебеҙҙе ҡотҡарып ҡалдыҡ. Лəкин гөнаһлы халыҡ өҫтөнəн язабыҙ алынмаҫ. 111. Хаҡтыр, был ҡиссаларҙа аҡылы булғандар өсөн бик күп ғибрəттəр бар. Был (Ҡөръəн) уйлап сығарылған ғына нəмə түгел. Унан элек килгəнде (башҡа китаптарҙы раҫлаусы) дөрөҫлəүсе, һəр нəмəне асыҡлаусы. Иман килтергəн халыҡ өсөн мəрхəмəтле һəм тура юл күрһəтеүсе ул (Ҡөръəн‐и Кəримдер). 13 — Рəғид (Күкрəү) сүрəһе (Рəғид сүрəһе 43 аяттан тора. Мəккəлə һəм бер өлөшө Мəҙинəлə ингəн, тип яҙыусылар бар. Сүрəнең 13 нсе аятында күк күкрəү мəғəнəһенə тура килə торған «Рəғид» һүҙе бар, шул һүҙ сүрəнең атамаһы булып киткəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф. Лəм. Мим. Ра. Былар (изге) Китаптың аяттарыҙыр. Аллаһтан һиңə индерелгəн (Ҡөръəн) хаҡтыр, лəкин əҙəмдəрҙең күбеһе быңа ышанмай. (2) Аллаһ шулдыр: күктəрҙе һеҙ күреп торғанса, терəкһеҙ бейектə тотоусы; һуңынан Ғəрештə хаким булды; Ҡояшты, Айҙы үҙенең əмеренə ҡуйҙы. Билгелəнгəн уаҡытҡа саҡлы улар йөрөп торорҙар. Раббы менəн ҡауышасаҡтарын яҡшы белеп торһондар, тип Аллаһ, һəр эште еренə еткереп идара итə һəм аяттарын аңлата. (3) Ул — Ерҙе яһаусы, шунда тауҙарҙы, йылғаларҙы барлыҡҡа килтереүсе һəм Ул — емештəрҙең һəр берһен, үҙ орлоҡтарынан пар‐пар итеп яралтыусы. Төн менəн көндө ҡаплаусы. Аңлай белгəндəр өсөн был хикмəттəрҙə ғибрəттəр бар. (4) Ер йөҙөндə бер‐берһенə күрше ҡитғалар (иҡлимдəр, материктар), йөҙөм баҡсалары, игендəр, бер тамырҙан һəм төрлө тамырҙарҙан үҫеп сыҡҡан хөрмə ағастары бар. Быларҙың барыһы ла бер һыу менəн һуғарыла. Шуға күрə, емештəрен дə берһенəн икенсеһен өҫтөнөрəк ҡуябыҙ. Бына быларҙың барыһы ла уйлай белгəндəр өсөн бер ғибрəттер. 5. (Эй, Мөхəммəд, кəферҙəрҙең иман килтермəүҙəренə) аптыраһаң, тағын да аптырарлығы бар: — Үлеп тупраҡ булғас, беҙ яңынан терелəсəкбеҙме ни? — тип əйтеүҙəре. Бына шулар бит инде Аллаһты инҡар итеүселəр. Ҡиəмəт көнөндə уларҙың муйынында сылбырҙар булыр. Улар — тамуҡ киҫəүе. Улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ. (6) Улар һинəн изгелек түгел, ашҡынып яманлыҡ


көтə. Гəрсə, уларҙан элек тə ғибрəт булырлыҡ байтаҡ ҡына ғазап ваҡиғалары булып уҙҙы. Ысындан да, кешелəр яманлыҡ ҡылһа ла, Раббың уларҙы ярлыҡаны. (Лəкин) Раббыңдың язаһы ла бик хəтəр буласаҡ. (7) Кəферҙəр əйтте: — Раббыңдан бер мөғжизə индерелһə ине, — тинелəр. — Һин бит бары тик вəғəз уҡыусы ғына. Һəр халыҡтың бар үҙенең вəғəзселəре. (8) Һəр əсə (ҡатын, бейə, һарыҡ...)тың ҡарынында нимə яралғанын һəм яралғының кəмселеклеме, əллə мөкəммəлме икəнлеген Аллаһ белеп тора. Уның һəр эше теүəл үлсəнгəн. 9. Аллаһ күренгəндəрҙе лə, күҙгə күренмəгəндəрҙе лə белеп тора. Аллаһ мəртəбəле һəм бөйөк. 10. Тел йəшергəн кеше лə, асыҡтан‐асыҡ һөйлəгəн дə, төндə йəшертен йөрөгəн дə, көндөҙөн ғəмəл ҡылған кеше лə Аллаһ өсөн барыбер (Ул барыһын да күреп, белеп, ишетеп тора.) (11) Һəр кешенең алдында да, арҡа тарафында ла Аллаһ əмере менəн һаҡларға (һəм нимə ҡылғандарын яҙып барырға) ҡуйылған фəрештəлəр бар. Берəй халыҡ үҙе үҙгəрмəһə, Аллаһ уларҙы үҙгəртмəҫ. Аллаһ берəй тоҡомға яза бирергə телəнеме, ул яза, һис шикһеҙ, бирелəсəк (кире сигенеү булмаҫ). Аллаһтан башҡа зат уларға ярҙам итə алмаҫ. 12. Ул һеҙҙе ҡурҡыу менəн өмөт араһында тотар өсөн, йəшенле, дəһшəтле ямғырлы болоттар хасил итте. (13) Күктəр күкрəп, Аллаһты маҡтай һəм Уны мəртəбəлəй. Фəрештəлəр ҙə Уның дəһшəтенəн ҡурҡып, тəсбих əйтə. Аллаһ тураһында зарарлы һүҙ көрəштергəн уаҡытта, Аллаһ йəшен йəшнəтə, телəгəнен йəшендəн һуҡтыра. Уның язаһы бик тə хəтəр. (14) (Ҡул һуҙып) ялбарырға бары тик Аллаһ ҡына лайыҡ. Унан башҡа берəү ҙə (таш һындар ҙа, боттар ҙа, тимер‐баҡыр һəйкəлдəр ҙə) ҡул һуҙып ялбарғанға ярҙам итмəҫ. Улар: ауыҙыма һыу килһен, тип һыуға ҡарап, ике ҡулын һуҙып ялбарыусылар кеүектер. Улар ни ҡəҙəр генə ялбарһа ла, һыу үҙе килеп, уларҙың ауыҙына кермəҫ. Кəферҙəрҙең доғалары буш һаташыу ғына. (15) Күктəрҙə һəм Ерҙə булғандар иртə‐кис, телəһə‐телəмəһə лə, Аллаһка сəждə итə, улар менəн бергə күлəгəлəре лə. (16) Һора һин уларҙан: — Күктəрҙең һəм Ерҙең хужаһы кем? — тип əйт тə, яуабын əйт: — Аллаһ! — тип. — Уны инҡар итеп, файҙа ла, зыян да эшлəрҙəй көсө булмаған дуҫтар (башҡа яһалма Илаһтар) эҙлəйһегеҙме? — тип. Тағын əйт: — Һуҡыр кеше менəн күҙе күргəн кеше бер була аламы? ‐тип. —Йəки ҡараңғылыҡ менəн яҡтылыҡ берме? Əллə һуң улар табынған (һындар, таштар) Аллаһ яралтҡан кеүек нəмəлəрҙе яралта ала кеүек күрендеме? Əйт һин: — Бөтөн нəмəне яралтыусы бер Аллаһ. Ул — берəү генə. Аллаһҡа ҡаршы торорлоҡ ҡөҙрəт эйəһе юҡ. («Һуҡыр кеше менəн күҙе күрə торған кеше», «ҡараңғылыҡ менəн яҡтылыҡ» сағыштырмалары, əлбиттə, күсермə мəғəнəлəрҙə алынған. Наҙан кеше, Ҡөръəнде белмəгəн, динһеҙ кешенең күңел күҙе һуҡыр; иманлы кеше, белемле кеше — күҙле. Ҡараңғылыҡ иһə томаналыҡ, наҙанлыҡ; яҡтылыҡ — Аллаһтың нуры, Ҡөръəн, иман нуры, тип аңларға кəрəк.) 17. Ул Күктəн һыу индерҙе лə, йылғалар үҙ ярҙарында ташҡын булып аҡты. Был ташҡын ҡайнап өҫкə сыҡҡан яман күбекте лə үҙе менəн алып китте. Биҙəнеү əйберҙəре, кəрəк‐яраҡ ҡоралдары эшлəгəндə эретелгəн алтын‐көмөш өҫтөндə лə шундай күбек хасил була. Бына шулай итеп, Аллаһ яман менəн яҡшыны айырыр өсөн миҫалдар бирə. Күбек (ашлыҡ өҫтөндəге кибəк тə) кибеп‐осоп китə. Кешелəр өсөн файҙалыһы Ер өҫтөндə ҡала. Бына Аллаһ шундай сағыштырмалар бирə. 18. Раббының əмеренə буйһонғандар өсөн иң гүзəл (əжер) бар (йəннəт). Уға буйһонмағандарға килгəндə, улар Ер йөҙөндə булған байлыҡтары өҫтөнə тағын да шуның ҡəҙəр малдарын фиҙа итеп ҡотолор ине (лəкин ул малдар ҡабул ителмəйəсəк). Уларҙың бараһы ере — йəһəннəм. Ул бик тə хəтəр урын. 19. Раббыңдан һиңə индерелгəн (Ҡөръəн)дең хаҡ икəненə инанған кеше менəн (күңел күҙе) һуҡыр кеше (инҡар итеүсе) бер булырмы? Лəкин быны зиһенле кешелəр генə аңлай. (20) Улар Аллаһтың əмерҙəрен еренə еткереп үтəүселəр һəм һүҙҙəрендə тороусылар. (21) Улар Аллаһ ҡушҡанды еренə еткереүселəр (ҡəрҙəштəр, мосолмандар менəн дуҫ быулыу — берлəшеү, үҙ‐ара ярҙамлашып, хөрмəт итеп йəшəүселəр), гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланған, (Ҡиəмəт көнөндə) язанан ҡурҡҡан кешелəр. (22) Йəнə улар Раббының ризалығын алырға телəүсе, сыҙам‐сабыр кешелəр, намаҙҙы ҡалдырмайынса, дөрөҫ итеп уҡығандар, үҙҙəренə бирелгəн ризыҡты йəшереп тə, асыҡ рəүештə лə (Аллаһ юлында) сарыф иткəндəр, изгелек менəн яманлыҡты ҡаплаған кешелəр. Бына шулар өсөн Əхирəттə гүзəл йорт əҙерлəнгəн. (23) Ул — Ғəден йəннəттəрелер. Шунда саф мосолман булған аталар, əсəлəр, ҡатындар һəм балалар ғына керə алыр. Фəрештəлəр барса ҡапҡаларҙан улар янына уҙыр. (24) Һəм əйттеҙəр: — Сабырлығығыҙға яуап булараҡ, һеҙгə сəлəмдəр булһын. Донъя йортоноң һуңғы нəтижəһе (ожмах) ниндəй гүзəл урын, — тип əйтерҙəр. 25. Аллаһҡа ант итеп тə, һүҙҙəрендə тормағандар, Аллаһ тарафынан (ҡəрҙəштəрен, мөьминдəрҙе хөрмəт итеп, берлəшеп йəшəргə) ҡушылғанды үтəмəгəндəр (мосолманлыҡтан айырылғандар) һəм Ер йөҙөндə фетнə сығарғандар өсөн лəғнəт булыр һəм яман йорт (тамуҡ) уларҙың урыны булыр. (26) Аллаһ Үҙе ихтыяр иткəнгə ризыҡты мул бирер йəки əҙ миҡдарҙа бирер. Улар донъя тормошонда маһайҙылар. Донъялағы тормош, Əхирəттəгеһе менəн сағыштырғанда, мəшəҡəт менəн уҙып китеүсе (лəззəт). 27. Кəферҙəр əйтə: — (Мөхəммəдкə) Аллаһтан бер мөғжизə индерелергə тейеш ине бит инде, — тинелəр. Əйт: — Һис шикһеҙ, Аллаһ Үҙе телəгəнде (кирелəрҙе) юлдан яҙҙырыр, Үҙенə буйһонғандарҙы тура юлға күндерер, — тип əйт. (28) Былар иманлы кешелəр, күңелдəре менəн Аллаһты зикер иткəндə, тын ҡалыусылар (ғибəҙəт ҡылыусылар). Мəғлүмдер, Аллаһ тураһында уйлағанда күңелдəр рəхəт тыныслыҡҡа ирешə. (29) Иман килтереп, изгелек ҡылыусыларҙан да бəхетле кем булыр! Гүзəл йорт (йəннəт тə) улар өсөн. 30. (Ий, Мөхəммəд) шулай итеп, килеп‐киткəн башҡа халыҡтарға пəйғəмбəрҙəр ебəргəнем кеүек, үҙенə күндерелгəн Китапты уларға уҡыһын тип, һине лə үҙ халҡыңа Пəйғəмбəр иттек. Улар Рахмəəнды инҡар итə. Əйт һин уларға: — Ул — минең Раббым. Унан башҡа тəңре юҡ. Бары тик мин Уға ғына тəүəккəл иттем һəм бары тик уның хозурына ғына барасаҡмын, — тип. 31. Китап ҡөҙрəте менəн тауҙар күсерелһə лə, Уның көсө менəн Ер шартлаһа ла, Уның ҡеүəте менəн мəйеттəр һөйлəшə башлаһа ла — бөтөн эштəр ҙə Аллаһ ихтыярында. Иман килтергəндəр əле һаман аңламанылармы ни? Əгəр Аллаһ ихтыяр итһə, барса халыҡтарҙы ла тура юлға күндерə алған булыр ине. Кəферҙəр, Аллаһтың əмере килгəненə саҡлы ҡылған гөнаһтары өсөн көтмəгəндə, өҙлөкһөҙ бəлəгə тарасаҡтар. Йəки əфəт уларҙың баш осонда ғына, өй түбəһендə генə һағалап торасаҡ, һис шикһеҙ, Аллаһ Тəғəлə вəғəҙəһенəн кире ҡайтмаҫ. 32. Ысындан да һиңə ҡəҙəр килгəн пəйғəмбəрҙəрҙе лə мыҫҡыл иттелəр һəм Мин инҡар итеүселəргə (иманға килеү өсөн) форсат бирҙем. Лəкин һуңынан (улар иманға килмəгəс) барыбер язам менəн тоттом. (Һеҙгə) ундай ғазапты күрергə яҙмаһын. 33. Һəр йəн эйəһенең нимə ҡаҙанғанын күҙəтеп, белеп тороусы (Аллаһ) быларҙы эшлəй алмаған зат (йəғни яһалма тəңре) менəн тиң булырмы? Улар (таш һындарын) Аллаһҡа тиңлəп маташтылар. Əйт: — Уларҙың исемдəре нисек, (ул таштарҙың, ағастарҙың, һəйкəлдəрҙең) ҡөҙрəте нимəлə? Əллə һеҙ Ер йөҙөндə Аллаһ белмəгəн серҙəрҙе асыҡ итеп һөйлəп бирə алаһығыҙмы? Əллə һеҙ буш һүҙ һөйлəйһегеҙме? Ысынында инҡар итеүселəргə уларҙың яман эштəре яҡшы булып күренде һəм улар тура юлдан яҙҙы. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене тура юлға бер кем дə күндерə алмаҫ. 34. Фани донъяла улар өсөн бары тик бер яза бар. Əхирəт ғазабы иһə тағын да хəтəрерəк. Уларҙы Аллаһтың язаһынан ҡотҡарыусы зат булмаҫ. (35) Саф мосолмандарға вəғəҙə ителгəн йəннəттең сифаттары бына быларҙыр. Арыҡтарынан һыуҙар ағып торор. Емештəре, ағас күлəгəһе мəңгелектер. Тəҡүəлəр (яманлыҡ ҡылыуҙан тыйылғандар) өсөн был—бəхетле нəтижəҙер. Кəферҙəрҙең ахыры тамуҡтыр. 36. Үҙҙəренə китап индерелгəндəр һиңə индерелгəнгə (Ҡөръəнгə) һөйөндөлəр. Лəкин фирҡəлəр (төркөмдəр) араһында (Ҡөръəндең) ҡайһы бер өлөштəрен инҡар итеүселəр ҙə бар. Əйт: — Миңə бары тик Аллаһҡа ҡоллоҡ итергə һəм Уға иш һайламаҫҡа бойоролдо. Мин бары тик Уны (ярҙамға) саҡырам һəм ҡайтыуым да Уның хозурына ғына буласаҡ, ‐ тип. (37) Шулай итеп, Беҙ уны хөкөм (хикмəтле һүҙ) сифатында ғəрəпсə индерҙек. Əгəр һиңə килгəн был ғилемдəн һуң,


уларҙың йоғонтоһона бирелһəң, Аллаһ тарафынан һиңə ярҙам да, Һине яҡлаусы дуҫың да булмаясаҡ. (38) Хаҡтыр, һинəн алда ла Беҙ пəйғəмбəрҙəр күндерҙек һəм уларға ҡатындар һəм балалар бирҙек. Аллаһтың рөхсəтенəн башҡа һис бер пəйғəмбəргə мөғжизə эшлəү һəлəте бирелмəне, һəр замандың үҙ китабы (үҙ тəҡдире) бар. (39) Аллаһ Үҙе телəмəгəнен (иҫкергəн ҡəғиҙəлəрҙе) юҡ итер, телəгəнен бар ҡылыр. Бөтөн китаптарҙың китабы (китаптарҙың əсəһе — Лəүхел Мəхфүҙ) Уның янындаҙыр. 40. Беҙ уларға вəғəҙə иткəн (язабыҙҙың) бер өлөшөн (был донъяла) күрһəтербеҙ ҙə, һине уға саҡлы вафат иттерербеҙ. Һинең вазифаң фəҡəт (Аллаһ əмерҙəрен кешелəргə) еткереү генə. Иҫəп‐хисап өҙөү Беҙҙең ихтыярҙа. 41. Беҙ, Ер йөҙөнə төшөп, яҡ‐яҡтарынан кəметə барғаныбыҙҙы улар үҙ күҙҙəре менəн күрмəйҙəрме ни һуң? Аллаһ Үҙ ихтыяры менəн хөкөм сығара. Уның хөкөмөн боҙа ала торған зат юҡ. Аллаһ бик йəһəт иҫəп‐хисап итə. («Ер йөҙөн яҡ‐яҡтарҙан кəметəбеҙ» ғийбəрəһен төрлөсə шəрехлəйҙəр. Имеш, мосолмандар күбəйə барып, уларҙың билəй торған ерҙəре‐тупраҡтары ла арта, кəферҙəрҙең ере кəмей бара. Был — бер шəрех. Икенсеһе иһə, эрозия, һыу баҫыу, ел‐дауылдар арҡаһында яраҡлы ерҙəр кəмей. Ер шарының ҡабығы, яҡ‐ яҡтары үҙгəрə бара. Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 42. Уларҙан алда йəшəгəндəр ҙə (үҙ араларынан сыҡҡан) пəйғəмбəрҙəргə хəйлə ҡорҙолар. Гəрсə, бөтөн хəйлəлəр ҙə Аллаһ ихтыярында. Сөнки Ул һəр кемдең нимə ҡыласағын, нимə ҡаҙанасағын белеп тора. Был йортта (фани донъяла) ҡылғандарҙың əжере буласаҡ, нимə буласағын кəферҙəр оҙаҡламай белəсəк. 43. Кəферҙəр: — Һин пəйғəмбəр булараҡ күндерелгəн кеше түгелһең, — тип əйтəлəр. Əйт һин уларға: — Минең менəн һеҙҙең аралағы бəхəсте хəл итер өсөн бер Аллаһтың шаһит булғаны һəм (пəйғəмбəрлек билгеһе булған) Китап етəр, — тип. 14 — Ибраһим (Ибраһим) сүрəһе (Ибраһим сүрəһе 52 аяттан тора. Бер өлөшө Мəҙинəлə, бер өлөшө Мəккəлə ингəн. Ибраһим Пəйғəмбəрҙең доғаларын үҙ эсенə алғанға күрə, сүрə шулай аталған.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф. Лəм. Ра. Раббының рөхсəте менəн кешелəрҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа əйҙəп, һəр нəмəне еңеүсе, маҡтауға лайыҡ Аллаһтың юлына сығарыу өсөн һиңə индергəнебеҙ бер Китап ул — Ҡөръəн. 2. Аллаһ ул шундай, күктəрҙə һəм Ерҙə нимə булһа, шуларҙың барыһы ла Аллаһтыҡы. Дəһшəтле ғазап кəферҙəргə ҡайғы килтерəсəк. (3) Донъя тормошон Əхирəттəгеһенə ҡарағанда өҫтөн ҡуйыусылар — Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар; шул юлды кəкерəйтергə телəгəндəрҙең барыһы ла Хаҡтан йыраҡта аҙашып ҡалдылар. 4. (Аллаһтың əмерҙəрен) Уға телендə яҡшылап аңлатһындар тип, (үҙ араларынан) пəйғəмбəрҙəр күндерҙек. Аллаһ (мосолман булырға) телəмəгəнде аҙаштырыр, телəгəнен тура юлға сығарыр. Аллаһ көс һəм хикмəт эйəһе. 5. Мусаны ла Беҙ: — Халҡыңды ҡараңғылыҡтан (наҙанлыҡтан) алып сыҡ, уларҙы (элек йəшəгəн халыҡтарҙың башына Аллаһ килтергəн һəлəкəт көндəре тураһында) иҫкəрт, — тип аяттар биреп күндерҙек, һис шикһеҙ, бында (был хикмəттəрҙə) сыҙам‐сабыр, итеп, шөкөр ҡылыусылар өсөн ғибрəттəр бар. (6) Шунан һуң Муса үҙ халҡына былай тине: — Аллаһ биргəн ниғмəттəрегеҙҙе иҫегеҙгə төшөрөгөҙ. Ул һеҙҙе хəтəр язалар менəн язалаусы, улдарығыҙҙы һуйып, ҡатын‐ҡыҙҙарығыҙҙы ғына иҫəн ҡалдырыусы Фирғəүен тоҡомонан ҡотҡарҙы. Бына, һеҙгə һөйлəгəндəрҙəгесə, Раббығыҙ һеҙҙе шулай һынау менəн һынаны. (7) Иҫегеҙҙəме, Раббығыҙ һеҙгə: — Шөкөр итһəгеҙ, əлбиттə, һеҙгə (ниғмəтте) арттырасаҡмын, əгəр ҙə кəферлек ҡылһағыҙ, һис шикһеҙ, бирəсəк язам бик тə хəтəрҙер, — тип хəбəр итте. 8. Муса тағын əйтте: — Əгəр ҙə Ер йөҙөндə һəр берегеҙ һəм барса кешелəр ҙə кəферлек итһə, белеп тороғоҙ (берегеҙ ҙə Уға зыян итə алмаҫ). Аллаһ (һеҙгə) мохтаж түгел. Ул маҡтауға лайыҡ, — тине. 9. Һеҙҙəн элек йəшəп киткəндəр: Нух, Ғəд, Сəмуд халыҡтары һəм уларҙан һуң йəшəгəндəр тураһындағы хəбəрҙəр һеҙгə килеп ирешмəнеме ни? Уларҙы Аллаһтан башҡаһы белмəҫ шул. Пəйғəмбəрҙəре уларға мөғжизəлар (аяттар) килтерҙе. Улар үҙ ҡулдары менəн шул пəйғəмбəрҙəрҙең ауыҙын томаланы, һəм улар əйтте: ‐ Һеҙ алып килгəндəрҙе беҙ инҡар иттек һəм ышанырға ҡушҡанығыҙға (Аллаһҡа, Əхирəт көнөнə) ышанмайбыҙ, — тинелəр. («Үҙ ҡулдары менəн шул пəйғəмбəрҙəрҙең ауыҙын томаланы» ғийбəрəһе башҡаса ла тəржемə ителгəн. Мəҫəлəн, они ж к устам своим протягивали руки (персты кусая от досады). Ш. Ноғманиҙа ла шуға яҡын тəржемə: Рəсүлдəренə асыуланып, бармаҡтарын тешлəнелəр. И.Крачковскийҙа: они вложили руки в уста свои. X. Чантайҙа: ҡулдарын ауыҙҙарына этеп, тип əйтелгəн. Беҙ С. Ғумуш фаразын алдыҡ.) 10. Пəйғəмбəрҙəре əйтте: — Күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан Аллаһ хаҡында шигегеҙ бармы? Гəрсə, Ул һеҙҙең гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн ярлыҡап, һеҙҙе мəғлүм бер вуаҡытҡа ҡəҙəр йəшəтер өсөн, һеҙҙе (хаҡ дингə) саҡыра. Тегелəре əйтте: — Һеҙ ҙə беҙҙең кеүек үк əҙəм заттары ғына. Һеҙ беҙҙе аталарыбыҙ табынған нəмəлəрҙəн биҙҙерергə тырышаһығыҙ. Шулай булғас, беҙгə ап‐асыҡ (беҙ ышанырлыҡ) дəлилдəр килтерегеҙ, — тинелəр. (11) Пəйғəмбəрҙəре уларға əйтте: — Əлбиттə, беҙ һеҙҙең кеүек үк əҙəм заттары ғына. Аллаһ Үҙе телəгəн (гөнаһаһыҙ) кешелəргə ниғмəтен (пəйғəмбəрлекте) бирə. Аллаһтың рөхсəтенəн башҡа беҙ һеҙгə бер ниндəй ҙə дəлил килтерə алмайбыҙ. Мосолмандар бары тик Аллаһҡа ғына һыйынһындар. (12) Тура юлды күрһəткəн Аллаһҡа ни эшлəп əле без ышанмаҫҡа тейеш? Һеҙ килтергəн яфаларға беҙ түҙəрбеҙ. Тəүəккəл итергə телəгəндəр бары тик Аллаһҡа ғына тəүəккəл итһен. 13. Кəферҙəр пəйғəмбəрҙəренə əйттелəр: — Һеҙҙе йортоғоҙҙан ҡəтғи ҡыуасаҡбыҙ йəки үҙебеҙҙең дингə кертəсəкбеҙ, —тинелəр. Раббы уларға: — Залимдарҙы, һис шикһеҙ, харап итəсəкбеҙ, — тине. (14) — Уларҙан һуң ул ерҙəргə һеҙҙе урынлаштырасаҡбыҙ. Ҡаршымда баҫып (яуап биреп) тороуҙан һəм вəғəҙə иткəн язанан ҡурҡһындар өсөн. 15. (Пəйғəмбəрҙəр) еңеү телəне (Аллаһ ярҙамында улар еңде). Йəберлəүселəр иһə бөлдө. (16) (Үҙ һүҙле ул йəберлəүселəрҙең) артында йəһəннəм тора. Шунда уларға эренле ҡайнар һыу эсерəсəктəр. (17) Һыуҙы улар йотомлап эсергə маташасаҡ, лəкин йота алмаясаҡ (тамаҡтарынан уҙмаясаҡ), уларға һəр яҡтан үлем килгəн кеүек булыр, лəкин улар үлмəҫ. Бындай ғазаптарҙан башҡа ла (улар өсөн) хəтəр язалар бар. (18) Динһеҙҙəрҙең яҙмышы дауыллы көндə өйөрмə туҙҙырып алып киткəн көл һымаҡ. (Ғəҙелһеҙлек менəн) йыйған байлыҡтарынан һис нимə ҡалмаҫ. Был — Хаҡтан йыраҡҡа китеп аҙашыу булыр. 19. Күктəрҙе, Ерҙе, ысындан да, Аллаһ яралтҡанын күрмəйһегеҙме? Əгəр Ул ихтыяр итһə, һеҙҙе юҡҡа сығарып, урынығыҙға башҡаларҙы бар итə ала. (20) Быны башҡарыу Уның өсөн һис тə ауыр түгел. 21. Бөтөнөһө лə Аллаһ хозурына килеп баҫасаҡ. Фəҡирҙəр тəкəбберҙəргə (байҙарға, көс менəн маҡтаныусыларға) əйтерҙəр:


— Беҙ һеҙгə табынып, артығыҙҙан эйəреп йөрөнөк. Хəҙер һеҙ беҙҙе Аллаһтың язаһынан ҡотҡара алаһығыҙмы? Улар əйтəсəк: — (Бер нимə эшлəр хəл юҡ) Аллаһ беҙҙе тура юлға күндергəн булһа, беҙ ҙə һеҙҙе тура юлдан йөрөткəн булыр инек. Хəҙер һыҙланһаҡ та, сабыр булһаҡ та барыбер файҙаһы булмаҫ инде. Сөнки беҙҙең өсөн һыйыныр урын юҡ. 22. Иҫəп‐хисап бөткəндəн һуң, (иманлылар ‐ йəннəттəргə, гөнаһлылар йəһəннəмдəргə урынлаштырылғас) шайтан əйтер: — Һис шикһеҙ, Аллаһ һеҙгə вəғəҙə иткəнде еренə еткерҙе. Мин дə һеҙгə вəғəҙə иттем, əммə һеҙҙе алданым. Һеҙгə ярҙам итерлек көс миндə юҡ. Мин бары тик һеҙҙе инҡарға саҡырҙым. (Аллаһҡа ышанмаҫҡа өндəнем). Хəҙер мине ғəйеплəмəгеҙ инде, үҙегеҙҙе ғəйеплəгеҙ. Мин һеҙҙе ҡотҡара алмайым, һеҙ ҙə мине ҡотҡара алмаҫһығыҙ. Һеҙҙең мине Аллаһҡа тиңлəүегеҙҙəн бөгөн мин ваз кисəм, — тип əйтер. Шик юҡ, залимдар өсөн əрнетеүле язалар бар. 23. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар, Раббының рөхсəте менəн арыҡтарынан йылғалар аға торған йəннəттəрҙə мəңге йəшəп ҡаласаҡ. Шунда барыһы ла ҡапма‐ҡаршы осрашҡас: — Сəлəм! — тип күрешəсəк. (24) Аллаһтың ниндəй миҫал килтергəнен һин белмəйһеңме ни? Яҡшы һүҙҙе Ул тамыры ерҙə, ботаҡтары юғарыла булган ниғмəт ағасына оҡшата. (25) (Ул ағас) Раббының рөхсəте менəн һəр ваҡыт емеш бирə. Үрнəк‐ғибрəт алһындар һəм иҫтə тотһондар тип, Аллаһ кешелəргə шундай миҫалдар килтерə. (26) Яман һүҙ (нахаҡ һүҙ, яла һүҙе, кəфер һүҙ) төбө‐тамыры менəн ҡуптарылып, ергə ауҙарылған затһыҙ ағасҡа оҡшаш. (27) Паҡ һүҙҙəр менəн иман килтергəндəрҙе Аллаһ Тəғəлə һəм фани донъяла, һəм Əхирəттə лə нығытыр. Залимдарҙы иһə аҙаштырыр. Аллаһ Тəғəлə телəгəнен башҡара. (28) Аллаһтың телəгəненə ҡаршы кəферлек ҡылған һəм һуңынан үҙ халыҡтарын һəлəкəт йортона һөйрəгəн (етəкселəр)ҙе күрмəйһеңме? (29) Улар йəһəннəмгə керəсəк. Ул — ҡот осҡос əшəке урын. (30) Кешелəрҙе Аллаһтың тура юлынан яҙҙы‐ рыр өсөн, Уға «тиң» (уйҙырма) тəңрелəр таптылар. Əйт һин уларға: — (Телəһəгеҙ нисек) йəшəгеҙ. Ҡайтышығыҙ барыбер тамуҡҡа булыр, — тип. 31. Иман килтергəн кешелəремə əйт: намаҙҙарын ҡалдырмайынса, дөрөҫ уҡыһындар, алыш‐биреш һəм үҙ‐ара дуҫлыҡ булмай торған Көнгə (Ҡиəмəткə) саҡлы үҙҙəренə тапшырылған ризыҡтарын (Аллаһ юлында) кешегə күрһəтмəйенсə лə, кешелəр күргəндə лə сарыф итһендəр. 32. Аллаһ күктəрҙе һəм Ерҙе яралтты. Күктəн ямғыр яуҙырып, дым менəн үҫтереп, һеҙгə төрлө ризыҡ, емештəр бирə. Рөхсəте менəн диңгеҙҙə йөҙөп йөрөһөндəр өсөн, һеҙҙең ҡарамаҡҡа кəмəлəр (яһау һəлəте) бирҙе. Һеҙгə ҡулай итте йылғаларҙы. 33. Теүəл тəртип менəн гиҙеүсе Ҡояшты һəм Айҙы файҙалы ҡылды. Төндө һəм көндө һеҙгə ҡулай итте. (34) Ул һеҙгə нимə телəһəгеҙ, шуны бирҙе. Аллаһтың ниғмəттəрен һанарға ни ҡəҙəр тырышһағыҙ ҙа, осона сыға алмаҫһығыҙ. Дөрөҫөн генə əйткəндə, кеше ул — залим, уйы гел кəферлектə булыр (булғанына шөкөр итмəүсе зат). 35. Иҫегеҙҙəме, Ибраһим ғəлəйһиссəллəм былай тигəн ине: ‐ Раббым, был шəһəрҙе (Мəккəне) имен ҡыл. Мине һəм улдарымды һындарға (таштарға, һəйкəлдəргə) табыныуҙан йыраҡ тот. (36) Сөнки боттар, һындар байтаҡ ҡына кешелəрҙең тура юлдан яҙыуына сəбəпсе булды. Хəҙер кем миңə эйəрə, шул минең тарафдарым булыр. Кем ҡаршы төшə... Һин, ысындан да, ярлыҡаусы, мəркəмəтле. (37) Йə, Раббыбыҙ, əй, Хужабыҙ, намаҙҙы дөрөҫ уҡыһындар өсөн, мин ҡəрҙəштəремдең бер нисəһен Һинең Бəйт‐и Харам (Кəғбə) янындағы таҡыр ерҙə урынлаштырҙым. Кешелəрҙең күңелдəрендə уларға ҡарата мəрхəмəт урынлаштыр, емештəреңдəн ризыҡ бир, зинһар. Өмөт итəм, улар шөкөр итəсəктəр. (38) Йə, Раббыбыҙ, шөбһəһеҙ, Һин беҙҙең йəшерен эштəребеҙҙе лə, асыҡтарын да белеп тораһың. Ерҙə лə, Күктə лə Аллаһ белмəгəн серҙəр юҡ. (39) Ҡартлыҡ көнөмдə миңə Исмəғил менəн Исхаҡты биргəн Аллаһҡа барса маҡтауҙар булһын. Шик юҡ, Аллаһ доғаларҙы ишетеүсе. 40. Йə, Раббым, мине һəм минең нəҫелдəн булғандарҙың барыһын да өҙлөкһөҙ намаҙлы ит. Йə, Раббым, доғаларымды ҡабул əйлə. (41) Йə, Раббыбыҙ, хисап Көнөндə мине, атам‐əсəмде һəм мөьминдəрҙе ярлыҡа. 42. (Ий, Рəсүлем) залимдарҙың нимə ҡылғандарын Аллаһ белмəй, тип уйлама. Лəкин Аллаһ уларға яза биреүҙе ҡурҡыуҙан күҙҙəре аҡайған Көнгəсə (Ҡиəмəткəсə) кисектерə килə. (43) Баштары артҡа ташланған хəлдə, аҡайған күҙҙəре, аҡ‐ҡара күрмəҫтəн, Күккə табан текəлгəн килеш, ҡурҡыуҙан бушап ҡалған күңелдəре менəн улар саҡырыусы (Аллаһтың) янына йүгерешеп килер. (44) Шуға күрə, һин уларҙы бөгөндəн үк килəсəк ғазаптар тураһында һөйлəп, киҫəтə башла. Ул Көн килгəс, улар əйтер: — Йə, Раббыбыҙ, исмаһам, беҙгə ҡыҫҡа ғына вуаҡытҡа форсат бир, Һинең саҡырыуҙарыңа эйəрер инек, пəйғəмбəрҙəрҙе лə ҡабул итер инек, — тип əйтерҙəр. Шул саҡта уларға əйтелер: — Теге саҡта һеҙ: беҙгə яза булмаясаҡ, (беҙҙең байлығыбыҙ сикһеҙ, беҙ Ҡиəмəт көнөнə ышанмайбыҙ), тип ант итмəнегеҙме? 45. — (Һеҙҙəн элек йəшəп, үҙҙəре башына үҙҙəре бəлə саҡырғандарҙың) йорттарына урынлашығыҙ. Уларҙы нимə эшлəткəнебеҙ тураһында һеҙ яҡшы белəһегеҙ. Был турала Беҙ һеҙгə ғибрəтле миҫалдар менəн хəбəр иттек. 46. Улар мəкерле хəйлə ҡорҙо. Хəйлəле тоҙаҡтары, хатта тауҙарҙы күсереп йөрөтөр ҡөҙрəткə эйə булһа ла, бөтөн хəйлəлəр ҙə Аллаһ хозурында. 47. Шулай булғас, Аллаһ пəйғəмбəрҙəренə биргəн һүҙендə тормай, тип уйлай күрмəгеҙ тағын. Аллаһ мотлаҡ өҫтөндер, ҡылынған яманлыҡтар онотолмаҫ (бер генə гөнаһ та язаһыҙ ҡалмаҫ). 48. Ер башҡа ергə, күктəр башҡа күктəргə алмаштырылған Көндə (Əхирəттə) кешелəр башҡа бер генə заттың да көсө етə алмаҫ ҡөҙрəте Аллаһтың хозурына китерелеп баҫтырылыр. (Бөтөн ғəҙелһеҙҙəргə‐залимдарға яза бирелə торған Көн шул булыр.) 49. Ул Көн гөнаһлыларҙың муйынына сылбыр аҫылған Көн икəнен күрерһең. (50) Улар кейгəн кейемдəр һумаланан булыр, йөҙҙəрен ут алған булыр. (51) Ҡылған гөнаһтарының хаҡын түлəр өсөн, Аллаһ (уларҙы Əхирəттə терелтер), һис шикһеҙ, Аллаһ иҫəп‐хисапты кисектермəҫ. 52. Был (Ҡөръəн) — Аллаһтың берҙəн‐бер Аллаһ икəнен белһендəр өсөн һəм зиһенле кешелəр уйлап‐аңлап, өгөт алһындар тип, кешелəргə индерелгəн белем Китабы. 15 — Хижр (Хижр иле) сүрəһе (Хижр сүрəһе 99 аяттан тора. 80‐84 нсе аяттарҙа Хижр исемле ер тураһында һөйлəнə. Сүрəнең исеме шунан килə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф. Лəм. Ра. Былар Китаптың — Ҡөръəндең ап‐асыҡ аяттары. 2. (Ҡиəмəт) ваҡыты килгəс, инҡарсылар: — Их, беҙ ҙə мосолман булһаҡ инек, — тип уфтанырҙар. 3. Уларҙы ташла, ашаһындар, истирəхəт ҡылһындар (ял итһендəр) һəм буш өмөткə алданһындар. Ахырҙа нимə буласағын оҙаҡламай белəсəктəр. (4) Яҙмышында булмаған, алдан киҫəтелмəгəн бер генə шəһəрҙе лə беҙ (сəбəпһеҙгə) харап итмəнек. (5) Һис бер халыҡ əжəлен уҙып китə алмай, əжəлен кисектерə лə алмаҫ. 6. Əйттелəр: — Əй, һин, үҙеңə Ҡөръəн индерелгəн Мөхəммəд! Моғайын, һине ен алыштырғандыр. (7) Əгəр һин дөрөҫөн һөйлəйһең икəн, беҙгə фəрештəлəрҙе индерт, — тинелəр. («Боронғо ғəрəп халҡы: шағирҙар ендəн илһам ала, тип инанғандар. Нəфис һүҙле һəм тəмле телле шиғри əҫəрҙəрҙəн дə өҫтөн бер Китап (Ҡөръəнде) алып килгəне өсөн, Пəйғəмбəребеҙгə «Мəжнүн, Енле шағир» ҡушаматы таҡтылар».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 8. Фəрештəлəрҙе Беҙ фəҡəт (ихтыяж булғанға ғына) Хəҡиҡəт менəн бергə индерəбеҙ. Ул уаҡытта (фəрештəлəр иңгəс) (кəферҙəргə гөнаһтарын йыуар өсөн) форсат бирелмəҫ (фəрештəлəр уларҙың эшен бик тиҙ бөтөрөр). (9) Ҡөръəнде Беҙ индерҙек. Был — Хəҡиҡəт. Əлбиттə, уны Беҙ үк һаҡлаясаҡбыҙ ҙа. (10) Хаҡтыр, Һинəн əүүəл дə Беҙ халыҡтарға илселəр күндергəн инек. (11) Улар (кəферҙəр) үҙҙəренə килгəн һəр пəйғəмбəрҙəн көлəлəр ине. (12)


Бына шулай итеп, Беҙ (изгелекле кешенəн мəсхəрə итеп көлөү телəген) гөнаһлыларҙың ғəҙəтенə һалабыҙ. (13) Əүүəл йəшəгəн халыҡтарҙың башына килгəн язаларҙан һабаҡ алмайынса, улар һаман быңа (Ҡөръəнгə) ышанмайҙар. (14) Күк ҡапҡаһы асылып, улар юғарыға менһəлəр. (15) Тағын: — Күҙ ҡараштарыбыҙ иҫерҙе, дөрөҫөрəге: беҙҙе сихырланылар, — тип əйтерҙəр ине. (16) Хаҡтыр, Беҙ Күктə байтаҡ ҡына йондоҙлоҡтар хасил иттек. (Ҡарап һоҡланыр өсөн Күкте) шулай биҙəнек. (17) Уларҙы таш бəреп ҡыуылған шайтандан һаҡланыҡ. (18) Ҡолаҡ һалып, тыңлап йөрөй торған шайтан бар, уның артынан да ялтырап, ут сыбыртҡыһы атыла. (19) Ерҙе яҫтыҡ кеүек итеп ҡабарттыҡ. Шунда ҡаты тоҡомло тауҙарҙы урынлаштырҙыҡ, йəнə шунда теүəл миҡдарҙа үлсəүле итеп (һəр нəмəне) үҫтерҙек. (20) Шунда һеҙҙең өсөн дə, һеҙ тəрбиəлəмəй торған (ҡырғай йəнлек, ҡош‐ҡорт, үҫемлектəр) нəмəлəр өсөн дə йəшəү шарттары яралттыҡ. (21) Һəр нəмəнең хазинаһы бары тик Беҙҙең ихтыярыбыҙҙа. Беҙ уны кəрəк миҡдарҙа ғына индерəбеҙ. (22) Беҙ уңдырыш килтереүсе елдəрҙе яһаныҡ, Күктəн ямғыр яуҙырҙыҡ; шулай итеп, һеҙҙең һыуһау ихтыяжығыҙҙы баҫтыҡ. Лəкин һеҙ ул һыуҙарҙы һаҡлай алмайһығыҙ. (23) Шик юҡ, Беҙ терелтеүсе лə, үлтереүсе лə. Һəр нəмəгə Беҙ вəриҫ. (24) Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙəн элек йəшəп киткəндəрҙе лə, һеҙҙең арттан килəсəктəрҙе лə белəбеҙ. (25) Һис шикһеҙ, Аллаһ уларҙың барыһын да үҙ янына туплаясаҡ. Ул — хакимдыр, ғалимдыр. 26. Хаҡтыр, Беҙ кешене зыңғылдап торған (саф) балсыҡтан яралтып, рəүешле иттек. (27) Ендəрҙе лə электəн үк уттан яралттыҡ. («Енде, иблисты, шайтанды уттан яралтты» һүҙҙəре ҡайнар холоҡло, ут кеүек етеҙ, буйһонмаҫ һəм тəкəббер, мəғрүр кешелəр тураһында һөйлəнгəндə ҡулланыла, ундай тиктормаҫ, ғəҙəттə, кешелəрҙе ярамаған мажараларға ҡоторта. «Əҙəмде тупраҡтан, балсыҡтан, ендəрҙе уттан» тигəн ғийбəрəлəр, һис шикһеҙ, сағыштырма мəғəнəлə кешелəрҙең тəбиғəтен, холҡон һүрəтлəгəндə ҡулланыла, сабырҙар Аллаһтың ҡағиҙəлəренə буйһона, енле кешелəр һəр ваҡыт тəртип боҙа. «Зыңғылдап торған балсыҡтан» ғийбəрəһе башҡа йəн эйəлəренəн айырмалы булараҡ, əҙəм затының һөйлəшə, йырлай белеүенə ишара икəне күренеп тора. Был аңлатма Мəүлəнə Али китабынан алынды.) 28. Шулай итеп, Аллаһ фəрештəлəргə əйтте: — Мин зыңғылдап торган (саф) балсыҡтан, уға рəүеш биреп, бер кеше яралтасаҡмын. (29) Уға рəүеш биргəс, йəн өрөлгəс, һеҙ уға сəждə итерһегеҙ, — тине. (30) Фəрештəлəрҙең барыһы ла шунда уҡ сəждə итте. (31) Иблистəн башҡалары. Ул сəждə итеүселəр менəн сəждəгə йығылманы. Баш тартты. 32. — Əй, Иблис, ни өсөн һин сəждə итеүселəр менəн бергə түгел инең? Сəждə итмəүеңдең сəбəбен əйт, ‐ тине Аллаһ. 33. — Ни эшлəп мин кибеп бөткəн балсыҡтан яһалған бер кешегə сəждə итəйем! (сөнки мин уттан яралтылған зат), — тине Иблис. 34. Аллаһ бойорҙо: — Кит бынан! Мин һине (лəғнəт ебəреп) ҡыуам! — тине. — (35) — Хаҡтыр, һин Ҡиəмəт көнөнə саҡлы лəғнəтлəнгəн килеш ҡалырһың. 36. — Раббым, — тине Иблис. — Бөтөн кешелəр яңынан терелгəненə саҡлы (язамды кисектер) форсат бир миңə. 37. Аллаһ əйтте: — Ысындан да, һин кисектерелгəндəрҙең берһе. (38) Мəғлүм бер ваҡытҡа саҡлы. 39. (Иблис) əйтте: — Раббым, мине (тура юлдан) яҙҙырғаныңа күрə, мин дə Ер йөҙөндəгелəргə гөнаһтарын лəззəтле һəм гүзəл ғəмəл итеп күрһəтермен һəм юлдан яҙҙырырмын. (40) Тура ҡолдарыңдан ҡалған барсаһын, — тине. 41. Шулай бойорҙо: — Ана шул юл — Минең тарафҡа тура юл булыр. (42) — Шөбһəһеҙ, ҡолдарым өҫтөнəн һин хакимлыҡ итə алмаҫһың. Аҙғынлыҡҡа батҡандарҙан тыш. (43) Хаҡтыр, йəһəннəм улар өсөн ҡоролған урын. (44) Йəһəннəмдең ете ҡапҡаһы бар. Кешелəр (ни дəрəжəлə ҡылған гөнаһтарына күрə) төркөм‐төркөм шул ҡапҡаларҙан керер. («Ҡайһы бер дин ғалимдарҙың əйтеүенə ҡарағанда, беренсе төркөм Һəүийə ҡапҡаһынан керер: улар — гөнаһлы мосолмандар. Икенсеһе — Саҡар: йəһүдтəр өсөн; өсөнсөһө — Сəғийр: христиандар өсөн; дүртенсеһе — Жаһим: Ҡояш, Ай, йондоҙҙарға табыныусылар (Сəбийə) өсөн; бишенсеһе — Лəзə: утҡа табыныусыларға; алтынсыһы — Хүтəмə: боттар, һынға, һəйкəлдəргə табыныусылар өсөн; етенсеһе: монафиҡтар өсөн». Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 45. (Аллаһтың язаһынан ҡурҡып, Уның юлында тоғро булып тормош кисергəн) тəҡүə мосолмандар, һис шикһеҙ, йəннəт баҡсаларында, шишмə буйҙарында буласаҡ. (46) Уларға: ‐ Именлек һəм сəлəмəтлек менəн керегеҙ, — тип əйтелер. 47. Беҙ улар күңелендəге (хөсөтлөк, мəкер) сəнскелəрҙе һурып алдыҡ: улар инде туғанлашып, ултырғыстарға ҡапма‐ҡаршы ултырасаҡ. (48) Улар шунда бер ҡасан да (ауыр эш эшлəп) алйымаясаҡ һəм уларҙы унан бер кем бер ҡасан да сығармаясаҡ. (49) (Ий, Рəсүлем) ҡолдарыма Минең ярлыҡаусы һəм ғəфү итеүсе икəнемде һөйлə. (50) Мин бирəсəк язаның бик тə хəтəр буласағын да белдер. (51) Уларға Ибраһим өйөнə килгəн ҡунаҡтар (фəрештəлəр) менəн булған ваҡиға тураһында ла хəбəр бир. (52) Ибраһим өйөнə кергəс, ҡунаҡтар əйтте: ‐ Сəлəм, — тинелəр. Ибраһим иһə уларға: — Дөрөҫөн əйтəйем, һеҙҙəн ҡурҡабыҙ, — тине. (53) Тегелəр əйтте: — Ҡурҡма, беҙ һинең ғилемле улың тыуасағы тураһында хəбəр килтерҙек, — тинелəр. (54) ‐ Ҡартлығым килеп еткəс кенə һеҙ мине (балаң тыуасаҡ, тип) ҡыуандырырға килдегеҙме? Мине нəмə менəн ҡыуандырасаҡһығыҙ? — тине Ибраһим. (55) — Беҙ һиңə дөрөҫөн һөйлəргə килдек, аң бул, өмөтөңдө өҙмə, — тинелəр. (56) — Раббымдың рəхмəтенəн бары тик юлдан яҙғандар ғына өмөт өҙə, — тине Ибраһим. (57) — Əй, илселəр, тағын ниндəй йомошоғоҙ бар? — тине Ибраһим. (58) Əйттелəр: — Беҙ гөнаһлы халыҡтарға (һəлəк итергə) күндерелдек. (59) Лут ғəйлəһенəн тыш. (Лутныҡыларҙы) ҡотҡарасаҡбыҙ. (60) Луттың ҡатынынан башҡаһын (ҡотҡарасаҡбыҙ). Уны (ҡатынды) беҙ (язаға тартыр өсөн) аҙғындарҙан һананыҡ. (61) Илселəр Лут ғəйлəһенə килгəс, (62) Лут уларға: — Дөрөҫөн əйтəйем, һеҙ мин танығандарҙан түгел, — тине (63) (Ҡунаҡтар) əйтте: — Беҙ улар (кəферҙəр) шиклəнеп ҡараған нəмəне (ғазапты, һəлəкəтте) алып килдек. (64) Һиңə Хəҡиҡəт алып килдек. Беҙ дөрөҫөн һөйлəйбеҙ. (65) Төн урталарында ғəйлəңде юлға сығар, үҙең дə уларҙан ҡалма. Һаҡ булығыҙ, артығыҙға боролоп ҡарамайынса, бойоролған яҡҡа китегеҙ, — тинелəр. (66) Уға (Лутҡа) ошо хөкөмөбөҙҙө уахи иттек: — Таң атҡанда уларҙың (Луттың гөнаһлы ҡəрҙəштəренең) юлы, һис шикһеҙ, киҫелəсəк. (67) Шəһəр ирҙəре (шəһүəти ҡытыҡланыу) ҡыуаныс менəн (сибəр егеттəр ҡиəфəтенə кергəн) фəрештəлəр янына килде. (68) Лут уларға əйтте: — Былар минең ҡунаҡтарым, — тине. (69) — (Уларға ҡағылып) зинһар, мине оятҡа ҡалдырмағыҙ, Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ, йөҙөмə ҡыҙыллыҡ килтермəгеҙ. 70. — (Беҙҙең был эштəребеҙгə ҡыҫылма) бөтөн ерҙəн килгəн егеттəрҙе өйөңə керетеп ҡунаҡ итмə, тимəнекме? 71. — Бына һеҙгə ҡыҙҙарым! (Улар менəн телəгəнегеҙсə) ҡыланығыҙ (кəрəкһə, өйлəнегеҙ, ҡунаҡтарыма ғына ҡағылмағыҙ), ‐ тине. 72. — (Рəсүлем) Һинең ғүмерең менəн ант итəм, улар (енси‐шəһүəти боҙоҡлоҡ) иҫереклек эсендə аҙашып йөрөй торған хəлдə ине. (73) Ҡояш сыҡҡан саҡта уларҙы дəһшəтле‐ҡурҡыныс бер тауыш баҫты. (74) Шулай итеп, Беҙ улар өлкəһендəге ерҙең аҫтын өҫкə килтерҙек. Баштарына яндырылған таштар яуҙырҙыҡ. (75) Хаҡтыр, ғибрəт алыусылар өсөн бында хикмəттəр бар. (76) Улар (хəрəбəлəр) һаман үтеп‐һүтеп йөрөй торған юл өҫтөндə тора. («Лут халҡы араһында күтлəклек (педерастия) боҙоҡлоғо таралған була. Шул гөнаһтары өсөн Аллаһ Тəғəлə улар өҫтөнə дəһшəтле‐ҡурҡыныс тауыш ишеттерə, тауыштан һуң ер тетрəй башлай, баштарына таш яуҙыра, уларҙың шəһəре хəрəбəлəргə əүерелə. Халыҡ юҡҡа сыға».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 77. Ысынлап та, бында (был ваҡиғаларҙа) иманлы кешелəр өсөн бер ғибрəт бар.


78. Əйкə халҡы ла ысынлыҡта ғəҙелһеҙ‐залим ҡəүем ине. 79. Беҙ уларға яза бирҙек. Икеһе лə (Əйкə менəн Мəдйəн халыҡтары) күренеп тора торған юл өҫтөндə (ге хəрəбəлəр аҫтында). 80. Бына тағын Хижр халҡы ла пəйғəмбəрҙəрен ялғансыға сығарҙы. 81. Беҙ уларға мөғжизəле аяттарыбыҙҙы индерҙек, лəкин улар баш тартты. (82) Улар именлек өсөн ҡая‐тауҙарҙы тишеп, өйҙəр яһанылар. (83) Уларҙы ла иртəнге яҡта ҡурҡыныс тауыш (һəлəкəт) ҡапланы. (84) Йыйған байлыҡтары уларҙы һис бер язанан ҡотҡара алманы. (85) Беҙ күктəрҙе, Ерҙе һəм улар араһындағыларҙы хаҡлыҡ менəн яралттыҡ. Ул Сəғəт (Ҡиəмəт), һис шикһеҙ, һуғасаҡ. Хəҙерҙəн үк уларға хөрмəт менəн ҡара. (86) Дөрөҫтəн дə, Раббың бар итеүсе, һəр нəмəне белеп тороусы. (87) Хаҡтыр, Беҙ һиңə ҡабатланыусы ете аятты һəм изге Ҡөръəнде бирҙек. («Бер хəдистə был аяттарҙың ете аяттан торған Фатиха сүрəһе икəнлеге əйтелə. Фатиха сүрəһе һəр рəкəғəттə ҡабатлана».Садретдин Ғүмүш тəфсиренəн.) 88. Һаҡ бул, беҙ уларҙың бер ҡəүеменə биргəн донъя малына ҡыҙығып ҡарама, уларға эсең бошмаһын һəм мөьминдəргə кесе күңелле бул. 89. Əйт: — Хаҡтыр, мин бары тик (гөнаһ ҡылһағыҙ, язаланырһығыҙ, тип) киҫəтеүсе генə, — тип. 90. Фетнə ҡороусыларға Беҙ ғазап индерҙек. (91) Улар Ҡөръəнде уаҡ‐уаҡ киҫəктəргə бүлгелəнелəр. (92) Валлаһи, тип əйтəм, беҙ уларҙы яуапҡа тартырбыҙ. (93) Ҡылған гөнаһтары өсөн. (94) Бойоролғандарҙы яҡшы аңлат һəм (Аллаһҡа) тиң (тип ташҡа, ботҡа) табынғандарҙан йыраҡ тор. (95) Һине мыҫҡыллағандарға ҡаршы көрəшергə Беҙҙең ярҙамыбыҙ етер. (96) Улар: Аллаһ менəн бер дəрəжəлə, тип, башҡа бер уйҙырма тəңрегə табына башланылар. Оҙаҡламай барыһы ла асыҡланасаҡ. (97) Улар һөйлəгəндəргə һинең (күкрəгең ҡыҫылып) йəнең һыҡрағанды ла бик яҡшы белəм. (98) Һин бөгөндəн Раббыңды маҡтауҙы данла, тəсбих əйт һəм сəждə иткəндəр сафында бул. (99) Əжəлең килгəнгə ҡəҙəр Раббыңа ғибəҙəт ҡыл. 16 — Нəхел (Бал ҡорто) сүрəһе. (Нəхел — Бал ҡорто сүрəһе 128 аяттан тора. 68 нсе аяттə бал ҡорто тураһында яҙылғанға күрə, «Нəхел» исемен йөрөтə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Аллаһтан əмер (Ҡиəмəт көнөнə ҡəҙəр гөнаһ ҡылғандарға ниндəй хəтəр язалар бирелəсəге тураһында киҫəтеүсе Ҡөръəн) килде. Уны (Ул бирəсəк язаларҙы) ашыҡтырмағыҙ. Аллаһ кəферҙəр тəңрегə тиң күргəн нəмəлəрҙəн йыраҡ тора һəм Ул уларҙан өҫтөн (Аллаһ бөйөк). (2) Ул Үҙенең əмере менəн телəгəн ҡолдарына (пəйғəмбəрҙəргə) уахи аша иҫкəртеү индерҙе: — Минəн башҡа тəңре булмағанлығы тураһында киҫəтегеҙ һəм гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ. — тип иҫкəртеү индерҙе. 3. Ул күктəрҙе һəм Ерҙе Хəҡиҡəт (тең тантана итеүе) өсөн яралтты. Ул (кəферҙəрҙең Аллаһҡа) тиң күреп табынғандарынан өҫтөн. 4. Əҙəмде Ул бер тамсынан яралтты. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ул (Əҙəм заты) дошманлаша. (Ш. Ноғманиҙа: бер тамсы һыуҙан халиҡ ҡыла. Т. Кочигитта: бер тамсы һыуҙан яралтты. М. Алидə: из малой капли жизненной, «малая капля жизненная» — это сперматозоид, находящийся в семенной жидкости.) 5. Малдарҙы (дөйə, ишəк, кəзə, һарыҡ, һыйырҙарҙы ла) һеҙҙең файҙаға яралтты (атланып йөрөргə, ямғыр‐ҡарҙан һаҡланыу өсөн йөндəренəн, тиренəн йылы кейем тегергə). Ризыҡланыр өсөн дə (итен ашарға, һөтөн эсергə). (6) Кисен ауҙарға япҡанда ла, иртəлəрен көтөүгə ҡыуғанда ла һеҙҙең өсөн был малдарҙа матурлыҡ һəм ҡыуаныс бар. (7) Улар һеҙҙең тауарҙарығыҙҙы төйəп, (шул йөк хайуандары булмаһа, ул араларға барып та етə алмаған булыр инегеҙ, барып еткəндə лə, ярты йəнегеҙ сыҡҡан булыр ине) йыраҡ мəмлəкəттəргə алып бара. Шик юҡ, Раббығыҙ ярлыҡаусы, миһырбан эйəһеҙер. (8) Атланып йөрөр өсөн, мəртəбəлəр (тантаналар) өсөн аттарҙы, ҡасырҙарҙы, йөк ташыр хайуандарҙы (дөйəне)яралттыҡ. Һеҙ əлегə белмəгəн башҡа бик күп нəмəлəрҙе яралтырбыҙ. 9. Тура юлға бары тик Аллаһ ҡына күндерə ала. Яңғылыш юлдағылар ҙа бар. Аллаһ ихтыяр итһə, барығыҙҙы ла, һис шикһеҙ, тура юлға күндергəн булыр ине. (10) Ул һеҙҙең өсөн күктəн ямғыр яуҙырҙы. Эсəр өсөн һыу бирҙе, хайуандарығыҙ утлап йөрөһөн өсөн үлəндəр үҫтерҙе. (11) (Аллаһ) һеҙҙең өсөн игендəр, зəйтүндəр, хөрмə ағастары, йөҙөмдəр һəм елəк‐емештəрҙең һəр берһен үҫтерҙе. Быларҙа башында фекере булған кеше өсөн, əлбиттə, Аллаһтың барлығына, Уның сикһеҙ ҡөҙрəтенə дəлил бар. (12) Төндө, көндө, Ҡояшты, Айҙы һеҙҙең өсөн бар итте. Йондоҙҙар ҙа Уның əмеренə буйһона. Хаҡтыр, быларҙың һəр берһендə аҡылы башында булғандар өсөн ғибрəттəр бар. (13) Һеҙҙең өсөн Ер өҫтөн төрлө төҫтə (сəскəлəр, үҫемлектəр) яралтты. Өгөт алырҙай зиһенлелəргə бында, əлбиттə, иҫбат‐дəлил бар. (14) Саф ит (балыҡ) ашаһындар тип, зиннəттəр (ынйы‐мəрйендəр) сығарһындар тип, Ул һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе яралтты. Күрəһеңме, кəмəлəр (диңгеҙ һыуҙарын) ярып йөҙөп йөрөй; (ул кəмəлəрҙə əҙəмдəр Аллаһтың) рəхмəтен эҙлəһендəр һəм (бар табыштарына) шөкөр итһендəр өсөн. 15. Һеҙ тетрəп һелкенмəһен тип, Ул Ер йөҙөнə ҡаты тоҡомло тауҙар теҙмəһен беркетте, йылғалар, юлдар яһатты. Ихтимал, һеҙ тура юл буйлап китерһегеҙ тип. (16) Тағын əллə ниндəй ғəлəмəттəр, йондоҙҙар ҙа уларҙың юлын дөрөҫлəр өсөн (яралтылды). 17. Яралтҡан менəн яралтырға көсөнəн килмəгəн тиң буламы? Шуны ла аңлар дəрəжəлə түгелме ни һеҙ? 18. Аллаһтың бəрəкəтен (рəхмəтен, байлығын) һанарға алынһағыҙ, осона сыға алмаҫһығыҙ. Шик‐шөбһəһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы, ғəфү итеүсе. (19) Аллаһ йəшерен эштəрегеҙҙе лə, асыҡтарын да белеп тора. 20. Аллаһты инҡар итеп, улар табынған заттар (боттар) бер нимə лə яралта алмай. Сөнки улар (боттар) үҙҙəре лə (кемдер тарафынан) яһалған. (21) Улар йəнле түгел, үлелəр. (Улар үҙҙəренə табыныусыларҙың) ҡасан терелтелəсəктəрен дə белмəй. 22. Аллаһ бер генə. Əхирəткə ышанмағандар бар, уларҙың күңелдəре инҡарсы, үҙҙəре тəкəббер, маһайған кешелəр. (23) Шик юҡ, уларҙың йəшергəнен дə, йəшермəгəнен дə Аллаһ белеп тора. Аллаһ: — Мин бөйөк, — тигəндəрҙе яратмай. (24) Уларға: — Раббығыҙ нимə индерҙе? — тип əйтһəң: — Боронғо əкиəттəрҙе, — тип əйтəлəр. 25. Ҡиəмəт көнөнə (аҙҙырыусылар) үҙ гөнаһтары менəн бергə, үҙҙəре юлдан яҙҙырған наҙандарҙың гөнаһтарын да үҙ елкəлəренə төйəп алып килер. Аһ, ниндəй ауыр йөк булыр ул! 26. Уларҙан элек йəшəгəндəр ҙə (пəйғəмбəрҙəренə) хəйлə ҡорҙо. Ахырҙа Аллаһ та уларҙың йорттарын нигеҙенəн алып, түбəһенə ҡəҙəр аҫтын өҫкə килтерҙе. Был ғарасат уларға көтмəгəн яҡтан килеп баҫты. (27) Ахырҙа, Ҡиəмəт көнөндə (Аллаһ) уларҙы көсһөҙ итер һəм əйтер: — Аллаһҡа тиң күреп табынған нəмəлəрегеҙ арҡаһында (мөьминдəр менəн) дошманлаша инегеҙ. Ул нəмəлəрегеҙ ҡайҙа? – тип əйтер. Ғилемле кешелəр əйтер: — Ысындан да, бөгөн кəферҙəр көсһөҙ булып, хəтəр хəлдə ҡалды, ‐ тип əйтерҙəр. 28. (Ҡөръəн менəн ғəмəл ҡылмайынса) үҙҙəренə үҙҙəре яманлыҡ саҡырған кешелəрҙең йəнен алғанда улар (мөшриктəр йəн алыусы) фəрештəлəргə ялбарыр: — Беҙ бер ниндəй ҙə яманлыҡ ҡылманыҡ, — тип əйтəсəктəр. (Фəрештəлəр əйтер): — Ялғанлайһығыҙ, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да белеп тора. (29) Тик, йəһəннəм ҡапҡаһынан керегеҙ, һеҙ шунда ҡаласаҡһығыҙ. Үҙҙəрен (барса кешенəн) өҫтөн ҡуйғандарҙың урыны бик тə хəтəр урын. 30. (Гөнаһтарҙан) һаҡланғандарға: — Раббығыҙ нимə индерҙе? — тип əйткəс, улар: — Изгелек индерҙе, — тип əйтер. Фани донъяла изгелек ҡылғандарға изгелекле əжерҙəр булыр. Əхирəт йорто иһə бик тə хəйерлеҙер. Тəҡүə мосолмандарҙың йорто, ысындан да, Сəғəдəттер. (31) Ул урын ‐ арыҡтарынан шишмəлəр ағып тороусы Ғəден йəннəттəреҙер. Шунда һəр телəгəн нəмə бар. Аллаһ Тəғəлə тəҡүə мосолмандарҙы шулай бүлəклəй. (32) Саф мосолмандарҙың йəндəрен изгелек менəн алғанда фəрештəлəр əйтер:


‐ Һеҙгə сəлəм. Ҡылған изгелектəрегеҙгə күрə, йəннəткə керегеҙ, — тип əйтəсəктəр. 33. (Кəферҙəр) үҙ яндарына (яза) фəрештəлəре килмəҫ йəки Раббының əмере еренə етмəҫ, тип өмөт итəме? Уларҙан əүүəл йəшəгəндəр ҙə нəҡ шулай ҡыланғандар ине. Аллаһ уларға бəлə килтермəне, улар үҙҙəренə үҙҙəре бəлə килтерҙе. (34) Ахырҙа ҡылғандарының язаһы үҙҙəренең өҫтөнə төштө һəм (пəйғəмбəрҙəрҙе) мəсхəрə итеп көлгəндəре(нең язаһы) уларҙы һəр яҡлап ҡамап алды. 35. Ялған тəңрелəргə табынғандар əйтте: — Аллаһ ихтыяр иткəн булһа ине, беҙ ҙə, аталарыбыҙ ҙа башҡа затҡа табынмаған булыр инек. Уның рөхсəтенəн башҡа һис бер нəмəне харамға сығармаған булыр инек, — тинелəр. Уларҙан алда йəшəгəндəр ҙə шулай ҡыланған ине. Аяттарыбыҙҙы асыҡ‐теүəл итеп аңлатыуҙан, киҫəтеүҙəн башҡа пəйғəмбəрҙəрҙең бүтəн вазифалары бармы икəн һуң? 36. Хаҡтыр, Беҙ: — Аллаһҡа буйһоноғоҙ һəм Тағуттан ваз кисегеҙ, — тип киҫəтһендəр өсөн, пəйғəмбəрҙəр күндерҙек. Аллаһ уларҙың (мөшриктəрҙең) бер ҡəүемен тура юлға күндерҙе. Бер ҡəүемен иһə аҙаштырҙы. Ер өҫтө буйлап сəйəхəт итегеҙ һəм ҡарағыҙ, инҡар итеүселəрҙең яҙмышы нимə менəн бөттө икəн? («Тағут—Хаҡ Тəғəлəне танымайынса, инҡар итеп, аҙған, аҙашҡан һəр кешегə һəм шайтанға ҡарата ҡулланыла торған һүҙ». Хəйретдин Ҡараман, Садретдин Ғүмүш тəфсирҙəренəн.) 37. (Ий, Рəсүлем) һин уларҙың тура юлға баҫмағандарына ҡайғыраһың, лəкин һин белеп тор, Аллаһ ихтыяр итмəһə, аҙашҡандарҙы тура юлға сығармаҫ. Уларҙың ярҙамсыһы дла булмаҫ (Уларға тура юл күрһəтеүсе лə булмаҫ). 38. Улар үҙҙəренең иң оло анттары — Аллаһ исеме менəн: — Валлаһи, Аллаһ үлгəндəрҙе терелтмəйəсəк, — тип ант иттелəр. Юҡ шул (улар хаҡлы түгел), Аллаһ вəғəҙəһендə торасаҡ (үлелəрҙе терелтəсəк). Лəкин был турала күбеһе белмəй. (39) Бəхəс күтəргəн мəсьəлəлəрҙе асыҡлар өсөн, динһеҙҙəрҙең ялғансы икəнен күрһəтер өсөн Ул уларҙы терелтəсəк. 40. Беҙ берəй нəмə булыуын телəһəк: — Бар бул, — тип əйтəбеҙ. — Һəм ул əйбер шунда уҡ барлыҡҡа килə. 41. Рəнйетеүҙəргə сыҙай алмайынса, Аллаһ юлы менəн һижрəт иткəндəрҙе Беҙ яҡшы ерҙəргə урынлаштырабыҙ. Белеп тороғоҙ, Əхирəттең əжере унан да яҡшыраҡ булыр. (42) Улар (ватандарын, йорттарын, малдарын ташлап, һижрəт иткəн мосолмандар) бары тик Раббыға тəүəккəл иткəн сы‐ ҙам кешелəр. 43. Һинəн алда ла Беҙ пəйғəмбəр итеп үҙҙəренə уахи индерелгəндəрҙе генə ебəрə торҙоҡ. Белмəгəнегеҙҙе белгəндəрҙəн һорағыҙ. (44) Ап‐асыҡ мөғжизəлəр һəм китаптар менəн (пəйғəмбəрҙəрҙе ебəрҙек). Кешелəргə, үҙҙəренə индерелгəнде аңлатыу өсөн һəм уйлай‐уйлай аңлаһындар тип, һиңə лə был Ҡөръəнде индерҙек. 45. Мəкер тоҙаҡтары ҡорғандар: Аллаһ əмере менəн беҙҙе ер йотмаҫ йəки абайламағанда һəлəкəт килмəҫ, тип, (46) йəки (тормош мəшəҡəттəре менəн) мəшғүл булғанда Аллаһтың язаһы тотмаҫ, тип уйлайҙармы? Улар Аллаһты төп башына ултырта һəм (ҡасып ҡотола) алмаҫ. (47) Йəки Аллаһ уларҙы əкрен‐əкрен кəметə‐кəметə бөтөнлəй бөтөрмəйəсəк, тип өмөт итəлəрме? Шик юҡ, Раббың шəфҡəткə йомарт һəм бик мəрхəмəтле. 48. Аллаһ яралтҡан барса нəмəлəрҙе күрмəйһегеҙме ни? Уларҙың күлəгəлəре Аллаһҡа сəждə итеп уңға‐һулға сайҡала. (49) Күктəрҙə булғандар, Ерҙəге йəн эйəлəре һəм бөтөн фəрештəлəр, тəкəбменəннмəйенсə, Аллаһҡа сəждə итəлəр. (50) Улар өҫтəн күҙəтеүсе Аллаһтың язаһынан ҡурҡалар һəм үҙҙəренə бойоролғанды башҡаралар. (51) Аллаһ бойорҙо: — Икенсе тəңре эҙлəмəгеҙ. Аллаһ бер генə. Шулай булғас, Минең язамдан ҡурҡығыҙ, — тине. (52) Күктəрҙə, Ерҙə нимə булһа, Уныҡы. Итəғəт итеү ҙə бары тик Аллаһҡа ғына. Шулай булғас, Аллаһтың язаһынан ҡурҡмайынса, башҡа бер заттан ҡурҡаһығыҙмы? (53) Һеҙгə ниндəй генə ниғмəт килһə лə, барыһы ла Аллаһтан. Ахырҙа үҙегеҙгə зыян килгəс, бары тик Аллаһҡа ялбараһығыҙ. (54) Өҫтөгөҙҙəн бəлə алынғас, бер ҡəүемегеҙ Аллаһҡа тиңдəш эҙлəй башлай. 55. Биргəн ниғмəттəргə ҡаршы яуап итеп, улар кəферлек ҡыла. Кəйефлəнеүҙəрегеҙҙе шулай дауам итегеҙ. Лəкин оҙаҡламай нимə булаһын белерһегеҙ. 56. Улар һис нəмəнəн хəбəре булмаған боттарына Беҙ биргəн ниғмəттəрҙəн өлөш сығара. Валлаһи, ҡылғандарығыҙ өсөн һеҙ яуапҡа тартыласаҡһығыҙ əле. 57. Улар: — Аллаһтың ҡыҙҙары бар, — тип ғəйбəт һата. Əстəғфирулла! Аллаһ бындай эштəрҙəн азат. Күңелдəренə хуш килгəндəрҙе (малайҙарҙы) улар үҙҙəренеке итə. («Хузəғə һəм Кинəнə ҡəбилəлəре: фəрештəлəр — Аллаһтың ҡыҙҙары, тинелəр. Үҙҙəре яңы тыуған ҡыҙ балаларын тупраҡҡа терелəй күмəлəр. Йəнəһе, ҡыҙ балалар Аллаһҡа китһен, ир балалар уларҙың үҙҙəренə ҡалһын».Садретдин Ғумүш тəфсиренəн.) 58. Уларның берəйһенə: — Ҡатының ҡыҙ бала тапты, — тип, биреүселө хəбəр килтерһəң, үпкəлəүҙəн уның йөҙө ҡарая. (59) Был хəбəрҙе алғас, ул ҡəрҙəштəренең күҙенə күренергə оялып, ҡасып йөрөй: — Быны (ҡыҙ баланы) меҫкен рəүештə янымда аҫырайыммы, əллə тупраҡҡа күмəйемме? — тип хəсрəткə бата. Ғибрəт алығыҙ: был ниндəй яман ғəҙəт. 60. Əхирəткə ышанмағандар яман ғəҙəтле була. Иң күркəм сифаттар Аллаһта (юлында) ғына. Сөнки Ул һəр нəмəнəн өҫтөн һəм хикмəт эйəһелер. 61. Ғəҙелһеҙлектəре арҡаһында кешелəрҙе язаларға телəһə, Аллаһ Ер йөҙөндə бер генə йəн эйəһен дə ҡалдырмайынса һəлəк итеп бөтөргəн булыр ине. Лəкин ул уларҙы (язаларын) тəҡдирҙəрендə яҙылған ваҡытҡаса кисектерə. Əжəлдəре бер сəғəт тə иртə килмəҫ, бер сəғəткə лə һуңға ҡалмаҫ. 62. Күңелдəренə хуш килмəгəндəрҙе улар Аллаһҡа һылтайҙар. Үҙҙəре ҡылған яманлыҡты изгелек тип, телдəре менəн ялған һөйлəйҙəр. Һис шикһеҙ, улар өсөн бары тик ут əҙерлəнгəн һəм улар иң беренселəрҙəн булып, утҡа атыласаҡ. 63. Валлаһи, һинəн элек йəшəгəн халыҡтарға ла Беҙ пəйғəмбəрҙəр күндергəн инек. Лəкин шайтан уларҙың (яман) эштəрен яҡшы итеп күрһəтте (шуның арҡаһында улар иман килтермəне). Бына хəҙер ул (шайтан) — уларҙың дуҫы. Улар өсөн əрнетеүле ғазап əҙерлəнгəн. 64. Ғауға сығанағы булған бəхəсле мəсьəлəлəрҙе яҡшылап аңлатып бирерһең тип, иман килтергəн халыҡҡа тура һəм хəйерле юл булһын тип, Беҙ һиңə был Китапты индерҙек. 65. Күктəн ямғырҙар яуҙырып, Аллаһ йəнһеҙ тупраҡты терелтте. Хаҡтыр, бында тыңлай белгəндəр (мəғəнəле һүҙгə ҡолаҡ һалғандар) өсөн ғибрəттəр бар. 66. Əлбиттə, хайуандарҙа ла һеҙҙең өсөн ғибрəттəр бар. Уларҙың эсəктəре менəн ҡан араһынан килə торган саф һөттө һеҙгə эсерəбеҙ, (ул һөт) һеҙҙең тамағығыҙға лəззəтле тəм биреп уҙа. 67. Хөрмə, йөҙөм кеүек емештəрҙəн һеҙ лəззəтле эсемлек һəм татлы ризыҡтар яһайһығыҙ. Бына быларҙа уйлай белгəндəр өсөн бөйөк бер дəлил һəм ғибрəттəр бар. («Эсемлек» мəғəнəһендəге «сəкəр» кəлимəһе төрлө тəфсирҙəрҙə төрлөсə тəржемə ителə, төрлөсə шəрехлəнə. Əйтəйек, Крачковскийҙа ул: напиток пьянящий, тип əйтелгəн. Башҡа тəфсирҙəрҙə лə күбеһенсə иҫерткес тураһында һөйлəнə. Аяттағы «сəкəр» кəлимəһенең башҡа мəғəнəлəре лə бар. «Шыра‐ сыра», йəғни йөҙөм һəм йəки башҡа емештəрҙəн яһалған татлы һыу, шəрбəт һəм дə «серкə» мəғəнəлəренə лə эйə икəнлеген иҫкəртергə кəрəктер».) 68. Раббың бал ҡортона əйтте:


— Тауҙарҙа‐ҡаяларҙа, ағас ҡыуыштарында һəм кешелəр ҡорған ҡаралты‐ҡураларҙа үҙеңə оялар‐умарталар яһа. (69) Унан һуң емештəрҙең һəр береһенəн ауыҙ ит, Аллаһ күрһəткəн юлдар буйлап ос, — тине. Уларҙың эсенəн кешелəр өсөн шифа булырлыҡ төрлө төҫтəге шəрбəт (бал) сыға. Был эштəрҙə уйлай белгəндəр өсөн бөйөк ғибрəттəр‐дəлилдəр барҙыр. 70. Һеҙҙе Аллаһ яралтты. Ахырҙа һеҙҙе вафат иттерəсəк. Белгəндəрен онотоп бөтөрөп, балалар аҡылы кергəнгə ҡəҙəр оҙаҡ йəшəтелəсəк кешелəр ҙə арағыҙҙа бар. Һис шикһеҙ, Аллаһ ғилем һəм ҡөҙрəт эйəһе. 71. Аллаһ ҡайһыларығыҙға ризыҡты бүтəндəрегеҙгə ҡарағанда арттырып бирҙе. Мул ризыҡ алғандар үҙ əмерҙəрендə булғандарға өлөш сығарманылар, Уларҙы ла үҙҙəре менəн тигеҙ күрмəнелəр. Лəкин, шулай ҡылғас, улар Аллаһтың ниғмəттəрен инҡар итə булып сыға түгелме һуң? (Йəғни, мөшриктəр: ул ризыҡтарҙы Аллаһ бирмəне, беҙҙең боттарыбыҙ бирҙе йəки ул малдарҙы беҙ үҙ көсөбөҙ менəн таптыҡ, үҙебеҙ телəгəнсə тотабыҙ, тип əйтəлəр.) 72. Аллаһ арағыҙҙан ҡатындар яралтты, ҡатындарығыҙҙан улдар, оноҡтар яралтты һəм һеҙҙе саф аҙыҡтар менəн ризыҡландырҙы. Улар һаман ялған (хоҙайҙар)ға ышанып, Аллаһтың ниғмəте тураһында кəферлек ҡыласаҡтармы? (73) (Мөшриктəр) Аллаһты инҡар итеп, үҙҙəренə Күктəн дə, Ерҙəн дə бер ниндəй ризыҡ та бирергə көстəренəн килмəгəн нəмəлəргə (һындарға, таштарға) табыналар. 74. Аллаһҡа тиңдəштəр килтермəгеҙ. Аллаһ барыһын да белə, һеҙ генə белмəйһегеҙ. 75. Бер нимə эшлəргə лə ҡулынан килмəгəн, башҡа берəүҙең ҡоло булған көсһөҙ менəн татлы ризыҡтар биреп, шул ризыҡтарҙы күрһəтмəйенсə лə, күрһəтеп тə сарыф иткəн затты сағыштырығыҙ. Улар бер тигеҙ була аламы? Хаҡтыр, бөтөн маҡтау Аллаһҡа ғына. Лəкин уларҙың күбеһе быны белмəй. (76) Аллаһтың ғибрəтле миҫалы бар. Əйтəйек, бер телһеҙ кеше, бер нимə эшлəй алмай һəм хужаһының һыртында артыҡ йөк булып йəшəй бирə, ти. (Хужаһы уны) ҡайҙа ғына ебəрһə лə эш эшлəй алмай икəн меҫкен. Инде лə ошо меҫкен менəн тура юлда булып, ғəҙеллектəр‐изгелектəр ҡылған кеше тигеҙ булырмы? 77. Күктəр һəм Ерҙəге йəшерен серҙəрҙе бары тик Аллаһ ҡына белə. Ҡиəмəттең ҡубыуы керпек ҡаҡҡан арала, хатта унан да ҡыҫҡа ваҡытта булыуы мөмкин. Хаҡтыр, Аллаһтың ҡөҙрəте һəр нəмəгə киң. 78. Бер нимə белмəгəн, аңламаған хəлдə һеҙҙе əсəйегеҙ ҡарынынан сығарҙы; бəлки шөкөр итерһегеҙ тип, һеҙгə ҡолаҡтар, күҙҙəр һəм күңел һиҙеме бирҙе. 79. Аллаһ əмере менəн Күктə осҡан ҡоштарҙы улар күрмəйме? Аллаһтан башҡа уларҙы бер кем дə осорта алмай. Иманлылар өсөн, ысындан да, бында хикмəттəр бар. 80. Истирəхəт ҡылыр (ял итер) өсөн, хозурланыр өсөн Аллаһ һеҙгə өйҙəр яһатты. Урын күскəндə еңел булһын тип, туҡталыштарҙа йəшəргə уңай булһын тип, мал тиреһенəн ҡулай өйҙəр яралтты; билгелəнгəн бер уаҡытҡа саҡлы файҙаланһындар тип, йөндəн, ябағаларынан һəм ҡылдарынан кəрəк‐яраҡ яралтты. 81. Яралтҡандар (ағастар)ҙың күлəгəлəрен һеҙгə бирҙе. Һыйыныр өсөн тауҙарҙа мəмерйəлəр яралтты. Эҫҫенəн һаҡлай торған кейемдəр, һуғышта (ярһыу һуғыштарҙан) һаҡлай торған ҡалҡандар яралтты. Шулай итеп, Аллаһ һеҙҙəн мосолман яһар өсөн ниғмəттəрен тамамлай. (82) Улар инҡар итһəлəр (ҡайғырма, бында һинең гөнаһаң юҡ), һинең вазифаң бары тик (Аллаһтың əмерҙəрен) асыҡлап биреү генə. (83) Ниғмəттəрҙең Аллаһ тарафынан килгəнлеге тураһында улар бик яҡшы белə. Лəкин ахыр килеп, тағын инҡар иттелəр. Уларҙың күбеһе кəфер. 84. (Ҡиəмəттə) һəр өммəттəн шаһит (итеп, үҙ пəйғəмбəрҙəрен) саҡырасаҡбыҙ, шунда инде кəферҙəрҙең ярлыҡау һорап ялбарыуҙарына ла, ярлыҡауға ла мөмкинлек булмаҫ. 85. Ул ғəҙелһеҙ залимдар (йəһəннəм) язаларын күргəс, (ялбарасаҡтар, лəкин) яза еңелəйтелмəйəсəк, (кисектерелмəйəсəк, гөнаһтарын йыуырға) мөмкинлек тə уларға бирелмəйəсəк. 86. Аллаһтан башҡа тəңрелəргə табыныусылар үҙҙəренең ялған тəңрелəрен күргəс, əйтер: — Раббыбыҙ, бына ошолар инде Һиңə тиң күреп, табынған нəмəлəребеҙ. Тегелəре лə кəферҙəргə ҡарап: — Дөрөҫ! Һеҙ (шыр) ялғансылар, — тип ҡысҡырырҙар. 87. Ул көндө барыһы ла Аллаһҡа баш эйер. Улар уйлап сығарған «тиңдəштəр» юҡҡа сығыр. 88. Кəферҙəр араһында кешелəрҙе Аллаһ юлынан тайҙырғандар бар. Беҙ уларҙың язаһына (фани донъяла ҡуптарған фетнəлəре, боҙоҡлоҡ таратҡандары өсөн) тағын өҫтəмə ғазап та бирəбеҙ. (89) Ул Көндө һəр өммəткə ҡаршы үҙенəн сыҡҡан шаһитты саҡырасаҡбыҙ. Һине лə (ий, Мөхəммəд) үҙ ҡəүемеңə ҡаршы шаһит итеп күндерəсəкбеҙ. Бар нəмəне асыҡлап бирһен тип, тура юлды күрһəтеүсе һəм рəхмəт сығанағы һəм мосолмандар өсөн бер һөйөнсө булараҡ, һиңə был Китапты индергəн инек. 90. Хаҡтыр, Аллаһ ғəҙел булырға, изгелекле булырға, ҡəрҙəштəрегеҙгə ярҙамлы булырға бойорҙо. Зина ҡылыуҙы, тыйылған эште эшлəүҙе, һəм кешелəргə золом ҡылыуҙы тыйҙы. Бəлки ҙə һеҙ, ниһайəт, аҡылға килерһегеҙ: тип, ул һеҙҙе киҫəтə. (91) Килешеү төҙөгəнһегеҙ икəн (һүҙ биргəнһегеҙ икəн — һүҙегеҙҙə тороғоҙ, вəғəҙə иткəнһегеҙ икəн — вəғəҙəгеҙҙе үтəгеҙ, ант иткəнһегеҙ икəн — антығыҙҙы боҙмағыҙ), Аллаһ исеме менəн биргəн антығыҙға, нəҙерегеҙгə бигерəк тə тоғро ҡалығыҙ, һеҙ Аллаһты үҙегеҙ өсөн шаһит иттегеҙ. Шик юҡ, Аллаһ һеҙҙең нимə ҡыласағығыҙҙы белеп тора. (92) Күҙəнəктəрен тығыҙ итеп бəйлəгəн бəйлəүен һүтеп ташлаған ҡатын хəлендə ҡалмағыҙ. Бер халыҡ икенсеһенəн (һан яғынан да, байлығы менəн дə) өҫтөн булырға мөмкин. Лəкин ул өҫтөн халыҡ өҫтөн булмағанын ялған ант менəн ҡыйырһытмаһын. (Үҙ мəнфəғəтегеҙҙе генə күҙ уңында тотоп, биргəн антығыҙҙы хəйлə‐мəкер менəн боҙоп), ана шул ҡатын шикелле була күрмəгеҙ. Аллаһ һеҙҙе шулай һынап ҡарай. Һис шикһеҙ, Аллаһ һеҙҙең ғауғалашҡанығыҙҙың сəбəбен Ҡиəмəттə асыҡ күрһəтер. (93.) Əгəр ҙə Аллаһ ихтыяр итһə, барығыҙҙы ла бер өммəт (бер халыҡ) иткəн булыр ине. Лəкин Ул (аҙашырға) телəгəнде аҙаштырыр, (изгелек ҡылырға) телəгəнде тура юлға сығарыр, һис шикһеҙ, ҡылғандарығыҙға күрə, һеҙ яуап тотасаҡһығыҙ. 94. Баҫып торғанда тайып йығылмаҫ өсөн, хəйлə менəн килешеүҙəр төҙөмəгеҙ (мəкер менəн ант итмəгеҙ). Тура юлдан тайһағыҙ, һеҙҙең өҫкə əфəт килер. Һеҙҙең өсөн хəтəр ғазап əҙерлəнгəн. (95) Аллаһ исеме менəн биргəн антығыҙҙы арзанға һатмағыҙ (уаҡ‐төйəк өсөн дə Аллаһ исеме менəн ант итмəгеҙ). Хаҡтыр, Аллаһ хозурындағылар һеҙҙең өсөн тағын да хəйерлерəк икəнен белһəгеҙ икəн. 96. Һеҙ йыйған (донъя малы) бөтəсəк, Аллаһ ҡатындағылар иһə мəңгелек. Һис шикһеҙ, сабыр‐сыҙам булғандарға, иң гүзəл ғəмəлдəренə күрə, яҡшы əжер бирербеҙ. (97) Ир кешеме ул, ҡатынмы, мосолман булып, изгелекле эштəр башҡарһа, уларҙы, һис шикһеҙ, матур тормошта йəшəтəсəкбеҙ, һəм əжерҙəрен дə ҡылған иң изгелекле эштəре буйынса бирербеҙ. (98) Ҡөръəн уҡығанда шайтандан Аллаһҡа һыйын (əғүҙү бил‐ лəһи минəшшайтан ирражим, тип əйт). (99) Иманға килеп, бары тик Раббыға ғына тəүəккəл иткəндəр өсөн уның (шайтандың) һис бер хакимлығы булмаҫ ‐ был Хəҡиҡəт. (100) Ул (шайтан) бары тик үҙе менəн дуҫлашҡандар һəм Аллаһҡа уйҙырма тиңдəш тапҡандар менəн генə идара итə ала. 101. Беҙ бер аятты икенсеһе менəн алыштырғанда: — Һин ялғансы — был аяттарҙы үзең генə уйлап сығараһың, — тинелəр. Гəрсə, Аллаһ үҙенең нимə ҡылғанын бик яҡшы белə. Юҡ, уларҙың күбеһе был турала белмəй. 102. Əйт: ‐ Иман килтергəндəрҙең иманын нығытыр өсөн, Хəҡиҡəт булараҡ, ҡулланма һəм биреүселө хəбəр сифатында Изге Рух (Жəбраил) аша Раббы индергəн аяттар ул, ‐ тип. (103) Ысындан да, Беҙ уларҙың: ‐ Быларҙы уға бары тик ниндəйҙер бер кеше өйрəтеп тора, — тигəндəрен ишетəбеҙ. Улар күҙ алдында тотҡан кешенең теле — сит тел. Ҡөръəндең теле асыҡ мəғəнəле ғəрəп теле бит. (Мөхəммəд Пəйғəмбəр кешелəргə аяттарҙы ирештерə башлауға уҡ кəферҙəр: христианлыҡтан яңы ғына Исламға күскəн, Жəббəр, Йəсир, Ҡаиса, Ғəддəс кеүек белемле кешелəр əйтеп тороп Мөхəммəдкə аяттар яҙҙырған, тигəн имеш‐мимеш тарата. Лəкин уларҙың теле ғəрəп теле түгел.)


104. Аллаһтың аяттарына ышанмағандар юҡмы? Əлбиттə, Аллаһ уларҙы тура юлға өндəмəҫ. Улар өсөн əрнетеүле яза əҙерлəнгəн. (105) Бары тик кəферҙəр генə Аллаһтың аяттарын ялғанға сығара. Бына шулар инде ысын алдаҡсылар. (106) Ысын күңелдəн Аллаһҡа инанған булып та, кəферлеккə (һүҙ менəн Исламдан баш тартырға) мəжбүр ителгəндəрҙəн башҡа, иман килтергəндəн һуң да Аллаһты инҡар иткəн һəм кəферлеккə сумған кешелəргə Аллаһ тарафынан яза булыр. Улар өсөн хəтəр ғазап əҙерлəнгəн. («Ғəммəр менəн атаһы Йəсир һəм əсəһе Сөмəййəне Ҡурайш кəферҙəре диндəн яҙҙырырға тырышты. Нəтижəһе булмағас, кəферҙəр Сөмəййəнең ике аяғын ике дөйəгə тағып, урталай айырҙылар. Йəсирҙе лə үлтерҙелəр. Былар Ислам юлында иң беренсе шəһид киткəндəр. Язалауҙарға сыҙай алмайынса, Ғəммəр теле менəн диненəн ваз кисте, Аллаһты инҡар итте. Рəсүлүлла əйтте: Ғəммəр башынан аяғына ҡəҙəр иман менəн тулы кеше. Иман уның тəненə, ҡанына һеңгəн, тине. Əгəр ҙə улар һине тағын динеңдəн сыҡ, тип язалай башлаһа, улар телəгəнсə əйт: юрамал ғына Аллаһтан ваз кис, тине».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 107. Был (язаның) сəбəбе шулдыр, улар донъя тормошон Əхирəттекенəн артыҡ яраттылар. Аллаһ кəферҙəр өйөрөн һидəйəткə ирештермəҫ. (108) Аллаһ уларҙың күңелен, ҡолаҡтарын һəм күҙҙəрен томалап ҡуйҙы. Шуға күрə, улар наҙан һəм ғəмһеҙ. (109) Шик юҡ, улар Əхирəттə лə зарар күрəсəк. 110. Рəнйетеүҙəрҙəн һуң һижрəт иткəн, унан һуң сабыр итеп, Жиһадта ҡатнашҡандарға Раббың, һис шикһеҙ, ярҙам итер. Быларҙан һуң Раббың, əлбиттə, ярлыҡар, ғəфү итер. (111) Ул Көндө һəр кем килеп, үҙ йəнен ҡотҡарырға телəр һəм һəр кемгə ҡылған ғəмəлдəренə күрə, кəметмəйенсə əжере бирелер. Уларға (гөнаһтарынан) артыҡ ғəҙелһеҙлек булмаҫ. 112. Ғибрəт өсөн Аллаһ бер шəһəрҙең яҙмышын миҫалға килтерə: был шəһəр ҡурҡыуһыҙ хозурлыҡта йəшəй ине, уларға һəр яҡлап аҙыҡ‐түлек мул килə. Тора‐бара улар Аллаһ биргəн ниғмəттəргə кəферлек ҡыла башланы. Аллаһ та уларға, ҡылғандарына күрə, аслыҡ һəм ҡурҡыу кейемдəрен кейҙерҙе. (113) Хаҡтыр, уларға үҙҙəре араһынан пəйғəмбəр килде, лəкин улар уны ялғансыға сығарҙы. Ғəҙелһеҙлек ҡылғанға уларҙы яза тотто. 114. Аллаһ биргəн хəлəл һəм саф ризыҡтарҙы ашағыҙ. Аллаһтың йомартлығына шөкөр итегеҙ. Əгəр һеҙ, ысындан да, Аллаһҡа ғына ғибəҙəт ҡылаһығыҙ икəн. (115) Ул һеҙгə бары тик үлгəн хайуанды, ҡан, сусҡа итен һəм Аллаһтан башҡа исем менəн һуйылған хайуанды (ашарға) харам ҡылды. Мəжбүр булған кеше (башҡа ризыҡ булмағанда), артығын ҡыланмайынса (астан үлмəҫ миҡдарҙа) ашай ала. Ысынлап та, Аллаһ ярлыҡаусы һəм миһырбанлы. 116. Уйлап сығарылған ялғанға таянып, телегеҙ менəн: — Был — хəлəл, был — харам, — тип əйтһəгеҙ, Аллаһҡа ҡаршы нахаҡ һөйлəгəн булырһығыҙ. Аллаһҡа ҡарата ялған уйҙырмалар һөйлəүселəр бəхеткə ирешə алмаҫ. (117) Улар өсөн (йыйған байлыҡтары фани донъяла) бик əҙ файҙа бирер, уның өсөн Əхирəттə уларға хəтəр яза əҙерлəнгəн. 118. Йəһүдтəргə нəмəлəр харам икəнлеге тураһында Беҙ һиңə алда аңлатҡан инек инде. Беҙ уларҙы йəменəнмəнек, улар үҙҙəренə үҙҙəре золом килтерҙе. (119) Наҙанлыҡтары арҡаһында яманлыҡтар ҡылып та, һуңынан тəүбəгə килеп, тормоштарын (Ҡөръəнсə) рəткə һалғандар ярлыҡаныр. Тəүбə итеүселəрҙе Аллаһ, һис шикһеҙ, ярлыҡар һəм Ул уларға мəрхəмəтле булыр. 120. Ибраһим ихластан Хаҡҡа инанған, Аллаһҡа итəғəт иткəн бер имам ине. Аллаһҡа тиңдəрҙе ул эҙлəмəне. Ул мөшрик түгел ине. (121) Ул Аллаһ ниғмəттəренə шөкөр итеүсе ине. Аллаһ уны һайланы, тура юлға күндерҙе. (122) Уға донъяла муллыҡ‐изгелек бирҙек. Əхирəттə лə ул изгелəр сафында булыр. (123) Һиңə лə: — Тура юлга баҫҡанда Ибраһим тотҡан динде ал. Ул мөшрик түгел ине, — тигəн инек. (124) Шəмбе көндө ял итеү бары тик шул турала ғауға сығарғандарға ғына бирелде. Ҡиəмəт көнөндə Раббың улар ғауға күтəргəн мəсьəлəне ысынлап асыҡлар. 125. (Ий, Мөхəммəд) һин Раббың юлына хикмəттəр һəм матур өгөттəр менəн саҡыр, улар менəн бик тə гүзəл рəүештə бəхəслəш. Аллаһ тура юлдан яҙғандарҙы бик яҡшы белеп тора, Ул тура юлға баҫҡандарҙы ла бик яҡшы белə. 126. Яза бирһəгеҙ, үҙегеҙгə бирелгəн яза миҡдарында ғына язалағыҙ. Лəкин (язаламайынса) сабыр итһəгеҙ, һис шикһеҙ һеҙҙең файҙаға булыр. 127. Сабыр бул. Һинең сабырлығың да Аллаһ ярҙамындə. Улар өсөн хафаланма. Улар ҡорған мəкерҙəр һине ҡайғыға һалмаһын. (128) Шөбһəһеҙ, Аллаһ (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡҡандар һəм изгелек ҡылғандар яғында. 17 — Исра (Төнгө йөрөү, Яҡуп улдары) сүрəһе (Исра сүрəһе 111 аяттан тора. «Исра» һүҙе «төндə йөрөү» мəғəнəһен үҙ эсенə ала.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Аяттарыбыҙҙың бер өлөшөн күрһəтəйем тип, бер төн эсендə илсеһен (Мөхəммəтте) Харам мəсетенəн тирə‐яғы ниғмəт (бəрəкəт) менəн тулы Аҡса мəсетенə килтергəн Аллаһ кəмселектəрҙəн азат. Ул, ысынлап та, ишетеп, күреп тороусы. 2. Беҙ Мусаға Китап бирҙек һəм Исраил ейəндəрена: — Минəн башҡа һис бер затҡа инанып, уны тəңре (юлбашсы) итмəгеҙ, — тип был Китапты тура юлға йүнəлтеүсе ҡулланма иттек. — (3) Əй, Нух менəн бергə (кəмəлə) йөрөгəн (ҡотолоп ҡалған) кешелəрҙең тоҡомо, шуны белегеҙ, Нух шөкөр иткəн бер ҡолом ине. 4. Беҙ китапта Исраил тоҡомона: — Һеҙ Ер йөҙөндə ике тапҡыр фетнə (ғəҙелһеҙлек) сығарасаҡһығыҙ һəм аҙғынлыҡ дəрəжəһендə тəкəберлəнəсəкһегеҙ, ‐тинек. (5) Ике янауҙың (ҡурҡыныстың) берһе килгəс, өҫтөгөҙгə ҡеүəтле ҡолдарыбыҙҙан торған ғəскəр ебəрҙек. Улар өй буйынса йөрөп, һеҙҙе эҙəрлеклəнелəр. Шулай итеп, вəғəҙəбеҙ еренə еткерелде. («Тəфсирҙəрҙə ҡеүəтле ҡолдарҙан торған был ғəскəр нинвалы Сəнжəриб, бабиллы Навуходоносор йəки Жалут ғəскəрҙəре икəнлеге һөйлəнə. Былар Тəуратты, Аҡса мəсетен яндыралар, Исраил тоҡомдарынан сыҡҡан ғалимдарҙы үлтерəлəр һəм 70.000 лəп кешене əсир итəлəр. Исраил улдарының беренсе фетнəһе Зəкəрийəне үлтереү, Əрмийəне зинданға ташлау — ошо ҡырылыштарҙың сəбəбе, тип əйтелə». Хəсəн Чантай, Садретдин Ғүмүш тəфсирҙəренəн.) 6. Ахырҙа уларға ҡаршы көрəштə һеҙгə йəнə (еңеү һəм өҫтөнлөк) бирҙек; малдарығыҙҙы һəм улдарығыҙҙы арттырҙыҡ, халҡығыҙҙы күбəйттек. (7) Изгелек ҡылһағыҙ — үҙегеҙ өсөн, иманлыҡ ҡылһағыҙ ҙа—үҙегеҙ өсөн. Тағын башҡа төрлө яза уаҡыты килһə, йөҙөгөҙҙəрегеҙҙе ҡара итһендəр, бынан элек тə кергəндəре кеүек, йəнə мəсеткə керһендəр һəм ҡулдарына нимə элəкһə, шуны емерһендəр (тип, башығыҙға тағын дошмандарығыҙҙы үҫтерҙек). («Исраил токомоның икенсе тапҡыр əфəткə дусар булыуының сəбəбе хəҙрəти Йəхйəны үлтереүҙəренəн һəм хəҙрəти Ғайсаны үлтерергə хəйлə ҡорғандарынан килеп сыға».Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн.) 8. Бəлки, Раббығыҙ һеҙгə миһырбанлы булыр; əгəр һеҙ яңынан фетнə ҡорһағыҙ, Беҙ ҙə һеҙҙе тағын язаға һаласаҡбыҙ. Беҙ йəһəннəмде кəферҙəр өсөн зиндан иттек. 9. Шик юҡтыр, был Ҡөръəн иң тура юлға йүнəлтеүсе; изгелек ҡылған мөьминдəргə үҙҙəре өсөн бөйөк бер əжер аласаҡтары тураһында биреүселө хəбəр килтереүсе. (10) Əхирəткə ышанмағандарға килһəк, улар өсөн əрнетеүле ғазап əҙерлəнгəн. (11) Кеше яҡшылык телəп (Аллаһҡа) доға ҡылған кеүек үк, үҙенə яманлыҡ та телəй. Əҙəм заты ашҡына. (12) Беҙ төндө һəм көндө (ҡөҙрəтебеҙҙең дəлиле итеп) яралттыҡ. Төндөң дəлилен (ҡараңғылығын) һөртөп, Раббыбыҙҙан килгəн ризыҡты эҙлəр өсөн һəм (уаҡыт) хисабын белер өсөн көндөң дəлилен — яҡтылыҡты ҡылдыҡ, һəр нəмəне тəфсиллəп аңлаттыҡ. 13. Һəр кешенең муйынына (үҙенең яҙмыш ҡошон аҫып, йəғни ғəмəл дəфтəрен) үҙ Ҡошон сорнаныҡ. Ҡиəмəт көнөндə шул (ҡош, дəфтəр) кешенең алдына (асылып) килеп ҡунасаҡ. (14) —Үҙ дəфтəреңде уҡы. Үҙ‐үҙеңде хөкөм итергə ошо ғəмəл дəфтəрең етəр. (15) Тура юл һайлаған кеше, үҙенə яҡшылыҡ һайлаған булыр. Кем тура юлдан тайһа, үҙ башына булыр, һис бер гөнаһлы башҡа кешенең гөнаһын үҙ елкəһенə алмаҫ. Беҙ пəйғəмбəр күндермəйенсə (киҫəтмəйенсə) генə


бер кешегə лə ғазап бирмəйбеҙ. (16) Бер шəһəрҙе (халыҡты) һəлəк итергə телəгəс, байлыҡтары менəн маһайған хужаларына (изгелек ҡылығыҙ, тип) əмер бирҙек; шуға ла ҡарамаҫтан, улар боҙоҡлоҡ ҡылды, шунда улар өҫтөнə əйтелгəн һүҙ хаҡҡа сыҡты. Беҙ ҙə уларҙы тар‐мар иттек. 17. Нухтан һуң Беҙ күпме халыҡтарҙы һəлəк иттек. Бəндəлəренең гөнаһтарын белеп‐күреп торор өсөн Раббың етə. (18) Күҙ асып йомғансы уҙып китə торған был донъяла (байлыҡ) телəгəн кешегə Үҙебеҙ телəгəнсə бар нəмəне лə кисектермəйенсə бирербеҙ. Ахырҙа Беҙ уны йəһəннəмгə тығырбыҙ. Ул кеше шунда туҡмалып, (мəрхəмəтебеҙҙəн) мəхрүм булараҡ (яныр өсөн) урынлашыр. (19) Мөьмин булып, Əхирəтте телəһə, Əхирəткə ярарлыҡ тырышлыҡ менəн ғəмəл ҡылһа, бына уның тырышлығы ҡабул булыр (юғары бəйəлəнер). 20. Барыһына да — уларға ла, быларға ла — фани донъяны генə алға ҡуйғандарға (кəферҙəргə) ла, Əхирəтте алға ҡуйғандарға (мосолмандарға) ла Раббының хазинаһынан (телəгəндəрен) бирербеҙ. Раббыңдың хазинаһы бер кемгə лə тыйылмаған (сикһеҙ). (21) Ҡара, Беҙ кешелəрҙе (байлыҡта) бер‐берһенəн өҫтөн ҡуйҙыҡ. Əлбиттə, дəрəжə һəм өҫтөнлөк мəсьəлəлəрендə Əхирəт тағын да бөйөгерəк. 22. Аллаһтан башҡа тəңрегə табынма (бер генə нəмəне лə, бер генə йəн эйəһен дə «Илаһ» тип таныма). Ахырҙа туҡмалырһың һəм яңғыҙ башың ҡалырһың. (23) Раббың бары тик үҙенə генə ғибəҙəт ҡылыуығыҙҙы, ата‐əсəгеҙгə лə изгелекле булыуығыҙҙы ҡəтғи рəүештə бойорҙо. Уларҙың берһе йəки икеһе лə һеҙҙең янда ҡартайһа, уларға: уф (туйҙым һеҙҙəн), тип əйтмəгеҙ; уларға ҡысҡырмағыҙ; икеһенə лə яҡшы мөғəмəлəлə булығыҙ. (24) Миһырбан һəм түбəнселек менəн улар алдында (күңел) ҡанаттарыңды йəй ҙə əйт: — Раббым, сабый сағымдан алып, улар мине нисек яратып үҫтергəн булһа, Һин дə уларға шулай мəрхəмəтле бул, — тип доға ҡыл. (25) Раббығыҙ һеҙҙең күңелегеҙҙə нимəлəр барын (ата‐əсəгеҙгə булған мөнəсəбəтегеҙҙе) бик яҡшы белеп тора. Һеҙ (ата‐əсəгеҙгə) изгелекле булһағыҙ, шуны белегеҙ, Аллаһ яманлыҡтан ваз кисеп, тəүбəгə йүнəлгəндəрҙе айырыуса ярлыҡаясаҡ. 26. Туғандарыңа, мохтаждарға, юлсыға үҙ хаҡтарын бир. Мəғəнəһеҙгə исраф ҡылма. (27) Малын əрəм‐шəрəм итеүселəр ‐ шайтандың ҡəрҙəштəре. Шайтан иһə Раббыға шөкөр итмəүсе зат. (28) Үҙең дə Аллаһтан ниғмəт һорап ялбарған саҡта (хəйер бирə алмау сəбəпле, ҡыйынһынып) мохтаждарҙан боролһаң, һис юғында уларға күңелдəре рəнйемəҫлек йомшаҡ һүҙҙəр əйт. 29. Ҡулыңды үҙ муйыныңа бəйлəмə (һаран булма); ҡулдарыңды йəйеп тə ебəрмə (артығын йомартланма ла). Ахырҙа (һаран тип) һиңə асыуланырҙар, (малыңды туҙҙырып) һин меҫкен хəлдə ҡалырһың. (30) Раббың телəгəн ҡолона ризыҡты мул бирер, телəмəгəненə кəметер. Хаҡтыр, Ул кешелəрҙең нимə ҡылғанынан хəбəрҙар, барыһын да күреп тора. 31. Фəҡир ҡалыуҙан ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермəгеҙ. Беҙ уларға ла, һеҙҙең үҙегеҙгə лə ризыҡ бирəсəкбеҙ. Уларҙы үлтереү, хаҡтыр, ҙур гөнаһ. 32. Зинаға яҡын бармағыҙ. Сөнки зина — бер нəжес ғəмəлдер, бысраҡ юлдыр. 33. Хаҡлы бер сəбəп булмаһа, Аллаһ ҡушмаған йəнде ҡыйырһытмағыҙ. Кем хаҡһыҙға үлтерелһə, Беҙ уның яҡындарына (үс ҡайтарыу өсөн) хаҡ бирҙек. Лəкин ул да үс алғанда сиктəрҙе уҙмаһын. Сөнки (уға инде ғəҙел миҡдарҙа үс ҡайтарырға форсат бирелде) Аллаһтан ул ярҙам алды инде. 34. Бəлиғ булғансыға саҡлы (һеҙҙең ҡарамаҡтағы) йəтимдəр малына, (шул малды арттырыу ниəтенəн тыш) яҡын килмəгеҙ. Антығыҙҙы (йəтим ҡаршындағы вазифағыҙҙы) еренə еткереп үтəгеҙ. Антығыҙ өсөн яуап тотаһығыҙ бар. 35. Үлсəгəндə дөрөҫ үлсəп бирегеҙ, алдамай торған бизмəндəрҙə үлсəгеҙ. Был ғəйəт яҡшы ғəмəлдер, нəтижəһенə күрə лə бик изгелекле эш булыр. 36. Белмəгəн нəмəгə эйəрмə. Ҡолағың, күҙең һəм күңелең (һин ҡылғандарға шаһит булып) һине яуапҡа тартыр. 37. Ер йөҙөндə маһайып йөрөмə. Сөнки һин (булыр‐булмаҫ көсөң менəн) Ерҙе яра алмайһың, (булыр‐булмаҫ буйың менəн) тауҙар бейеклегенə етə алмайһың. (38) Алда һаналғандарҙың ямандары Раббы хозурында хупланмай. (39) Бына быларҙың барыһы ла һиңə Раббың тарафынан уахи ителмеш хикмəттəрҙер. Аллаһтан башҡа уйҙырма тəңрегə табынмағыҙ. Ахырҙа рисуай булып, (Аллаһтың рəхмəтенəн) мəхрүм ҡалып, йəһəннəмгə атылырһығыҙ. 40. Раббығыҙ һеҙгə бары тик улдар ғына биреп, үҙенə фəрештəлəрҙе ҡыҙҙары итеп алған икəн! Ысынлап та, һеҙ ҡот осҡос кəфер һүҙ һөйлəйһегеҙ бит. 41. Иҫтəренə төшөрөп, ғибрəт алһындар тип, Беҙ был Ҡөръəнде төрлө аяттар рəүешендə аңлаттыҡ. Лəкин, шуға ла ҡарамаҫтан, уларҙың (Ҡөръəнгə булған) нəфрəте артты ғына. (42) Əйт: — Əгəр һеҙ һөйлəгəн кеүек, Аллаһ янында тағын башҡа Илаһтар ҙа булһа ине, улар Ғəрештең хужаһы Аллаһ янына (тəхетенə) ултырыу саралары күрə башлаған булыр ине, — тип. (43) Лəкин Аллаһ улар һөйлəгəндəрҙəн бөйөк, олуғ һəм кəмселектəрҙəн азат (Аллаһ əкбəр). (44) Ете ҡат күктəрҙəге, Ер һəм Ер өҫтөндəгелəрҙең барсаһы Аллаһҡа тəсбих (маҡтау) əйтə. Уны маҡтамаған бер кем дə, бер нəмə лə (хатта йəнһеҙ есемдəр ҙə) юҡ. Аяныс, һеҙ (мөшриктəр) уларҙың тəсбихен аңламайһығыҙ. Аллаһ Ул — сабыр һəм ярлыҡаусы. (45) Ҡөръəн уҡыған уаҡытығыҙҙа Беҙ Əхирəткə ышанмағандар менəн һеҙҙең араға күренмəй торған шаршау ҡорабыҙ. (46) Уны (Ҡөръəнде) аңламаһындар өсөн күңелдəрен ҡаплайбыҙ, ҡолаҡтарын һаңғыраулатабыҙ. Һин Ҡөръəндə Раббының берлеге тураһында зикер иткəн саҡта улар нəфрəтлəнеп кирегə борола. (47) Һине ниндəй маҡсат менəн тыңлағандарын, үҙ‐ара нимə тураһында йəшерен һөйлəшеүҙəрен һəм уларҙың: — Һеҙ һаташҡан бер əҙəми затҡа эйəрəһегеҙ, — тигəндəрен бик яҡшы белəбеҙ. (48) Ҡара, һинең хаҡта əллə ниндəй мəҫəлдəр уйлап сығаралар. Шуның арҡаһында улар юл тапмаҫлыҡ итеп аҙашты. (49) Улар əйтə: — Һөйəктəребеҙ сереп, тупраҡ булғандан һуң беҙ тағын яңынан терелəсəкбеҙме? (Беҙ быға ышанмайбыҙ), — тип əйтəлəр. 50. Əйт: — Əйе (терелəсəкһегеҙ), хатта һеҙ ташҡа йəки тимергə əйлəнгəн булһағыҙ ҙа, — тип. — (51) Һеҙ — һай аҡыллыларға терелтеүе мөмкин булмаҫтай булып күренгəн (артыҡ ҙур йəки артыҡ бəлəкəй генə бөжəк кеүек) нəмə булһағыҙ ҙа (терелтəсəк), — тип əйт. Улар: — (Үлгəндəн һуң) беҙҙе кем терелтəсəк? — тип һорар. Һин əйт: — Һеҙҙе иң башта яралтыусы (терелтəсəк), — тип. Шунан һуң улар мыҫҡыллы рəүештə баштарын артҡа ташлап: — Ҡасан? — тип һорарҙар. Əйт: — Оҙаҡламаҫ, — тип. (52) Аллаһ һеҙҙе саҡырып алған Көндө һеҙ Аллаһҡа тəҡбир əйтеп килерһегеҙ, үлем менəн терелеү араһында бик əҙ ваҡыт уҙған һымаҡ тойолор. (53) Кешелəремə əйт, иң татлы һүҙҙəр генə һөйлəһендəр. Сөнки шайтан уларҙың араһында ғауға сығарыусы. Шайтан — кешенең иң хəтəр дошманы. (54) Һеҙҙе иң яҡшы белеүсе Раббығыҙҙыр. Ул ихтыяр итһə, мəрхəмəтле булыр, ихтыяр итһə, һеҙҙе язалар. Беҙ һине улар өҫтөнəн вəкил итеп (ирекһеҙлəп дингə кертергə тип) ебəрмəнек. (55) Күктəрҙəге, Ерҙəге бар нəмəне Аллаһ яҡшы белеп‐күреп тора. Ысынлап та, Беҙ пəйғəмбəрҙəрҙе лə бер‐берһенəн өҫтөн ҡуйҙыҡ. Дауытҡа Зəбурҙы бирҙек (56) (Ий, Мөхəммəд) əйт: — Аллаһты инҡар итеп, табынғандарығыҙға ялбарығыҙ. Улар өҫтөгөҙгə килгəн əфəттəн дə ҡотҡара алмаҫ, яҙмышығыҙҙы ла үҙгəртə алмаҫ, ‐ тип. (57) Улар табына торған был мəхлүҡтəр үҙҙəре Аллаһҡа яҡынайыу юлдарын эҙлəйҙəр. Үҙҙəрен Аллаһҡа яҡын тип уйлап, Уның рəхмəтен өмөт итəлəр, Аллаһтан ҡурҡып торалар. Сөнки Аллаһтың ғазабы ҡот осҡос бер ғазап һəм ул ғазаптан ҡурҡырға кəрəк. 58. Ҡиəмəт көнөнəн өүүəл Беҙ юҡ итмəгəн йəки дəһшəтле ғазапҡа тотмаған бер генə шəһəр ҙə, ауыл да юҡ. Китапҡа (Лəүхел Мəхфүзгə) шулай яҙылған. (59) Мөғжизəле аяттарыбыҙҙы индереүҙəн бер аҙ тотҡарлаған нəмə баштағы халыҡтарҙың ул аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарыуы булды. Сəмуд ҡəүеменə асыҡ бер мөғжизə булараҡ, Беҙ уға дөйə ебəрҙек, улар иһə (дөйəне боғаҙлап) ғəҙелһеҙлек ҡылдылар. Шуға күрə, Беҙ аяттарҙы бары тик киҫəтер өсөн, аң булһындар өсөн генə күндерəбеҙ. (60) Иҫеңдəме, Беҙ һиңə: — Раббың кешелəрҙең барсаһын сорнап алды, — тигəн инек. Һиңə күрһəткəн күренеште һəм Ҡөръəндə лəғнəт ителгəн (ағыулы зəҡҡүм) ағасын кешелəрҙе һынау өсөн генə күрһəттек. Беҙ уларҙы ҡурҡытырға тырышабыҙ, лəкин был (тырышыуҙар) уларҙың элек тə булған нəфрəттəрен (буйһонмауҙарын) арттыра ғына. 61. Фəрештəлəргə: — Əҙəмгə сəждə итегеҙ, — тигəн инек. Иблистəн башҡалары барыһы ла сəждə итте. Иблис иһə: — Мин балсыҡтан яһалған бер кешегə сəждə итəмме һуң, ‐ тине. (62) Шунан (Иблис əйтте):


— Был əҙəми затты минəн дə өҫтөн яһаның. Ант итəм, əгəр ҙə мине Ҡиəмəт көнөнə саҡлы йəшəтһəң, уның нəҫелен, бик əҙенəн башҡаһын, үҙемə ҡаратасаҡмын, тура юлдан яҙҙырасаҡмын, — тине. 63. Аллаһ бойорҙо: — Кит (күҙемдəн юғал). Һиңə эйəргəндəрҙең барыһы өсөн дə, тулы яза, һис шикһеҙ, йəһəннəмдə булыр. (64) Көсөң еткəндəрҙе (аҙғын лəззəткə саҡыра торған) тауышың менəн аҙҙыр, уларға ҡаршы атлы ғəскəр менəн йəйəүле ғəскəрҙəреңде яуға күтəр, малдарына, балаларына уртаҡ (ата) бул. Матур вəғəҙəлəр биреп үҙҙəрен алда. Шайтан кешелəргə ялғандан башҡа нəмə бирə алмай. (65) Шуныһы хаҡтыр, минең ихлас кешелəремə һин баш була алмаҫһың. Уларҙы һаҡлап ҡалыр өсөн бер Аллаһ етəр. 66. Үҙе тарафынан булдырылған ниғмəттəргə ирешер өсөн, Раббығыҙ һеҙгə диңгеҙҙəрҙə йөҙөргə тип, кəмəлəр яһаны. Хаҡтыр, Ул һеҙгə бик тə мəрхəмəтле. (67) Диңгеҙҙə йөҙгəн сағығыҙҙа башығыҙға афəт төшһə, Аллаһтан башҡаға табынғандарығыҙ юҡ була. Ул (Аллаһ) һеҙҙе ҡоро ергə сығарып, ҡотҡарып ҡалғас, йөҙ сөйөрəһегеҙ. Кешелəр һис шөкөр итмəҫ. 68. Һеҙҙе ер аҫтына йоттормаҫ йəки башығыҙға таш яуҙырмаҫ, тип уйлайһығыҙмы? Ахырҙа һеҙ үҙегеҙҙе яҡларҙай бер кемде лə таба алмаҫһығыҙ. (69) Ул беҙҙе тағын диңгеҙгə сығармаҫ, (сығарһа ла) өҫтөбөҙгə дауыл ебəрмəҫ, инҡар иткəнебеҙ өсөн беҙҙе һыуға батырмаҫ, тип өмөтлəнəһегеҙме? Ахырҙа был эштəребеҙ (һыуға батырғаныбыҙ) өсөн Беҙҙе ғəйеплəр өсөн ярҙамсы зат та таба алмаҫһығыҙ. 70. Хаҡтыр, Беҙ əҙəм балаларын дан һəм Шəрəфтəргə күмдек. Уларҙы ҡоро ерҙə лə, диңгеҙ‐һыуҙа ла йөрөттөк. Үҙҙəренə тəмле‐татлы ризыҡтар бирҙек. Йəнə лə уларҙы яралтҡандарыбыҙҙың күбеһенəн өҫтөн ҡылдыҡ. 71. Ҡиəмəт көнөндə һəр ҡəүемде үҙенең өндəүсеһе менəн бергə (хисап тоторға) саҡырырбыҙ. Кемгə (гөнаһ‐сауап) дəфтəре уң ҡулы яғынан бирелһə, ул кешелəр энə осо хəтле лə рəнйетеүгə дусар ителмəҫ һəм улар ғəмəл дəфтəрен шатлыҡ менəн уҡыр. (72) Был донъяла (күңел күҙе) һуҡыр булған Əхирəттə лə һуҡыр булыр. Шуның өҫтөнə улар тағын да нығыраҡ аҙашыр. (73) Улар һине дуҫ иткəн булыр ине. Əгəр ҙə һин уахи иткəнебеҙгə ҡаршы уйҙырма ялғандар таҡҡан булһаң, əкренлəп һине фетнə юлына төшөргəн булырҙар ине. (74) Əгəр ҙə Беҙ һине(ң иманыңды) нығытмаған булһаҡ, һин саҡ ҡына булһа ла улар яғына ауышҡан булыр инең. (75) Ул сағында, һис шикһеҙ, Беҙ һиңə тормоштоң һəм үлемдең əсеһен ҡат‐ҡат татытҡан булыр инек. Ул сағында һин үҙеңде Минəн яҡлар өсөн дуҫ таба алмаҫ инең. (76) Һине йорт‐ереңдəн ҡыуып сығарыр өсөн, улар нимəлəр генə ҡыланмай. (Һине ҡыуған тəҡдирҙə) улар һинəн һуң оҙаҡ тора алмаҫ. (77) Һинəн алда күндергəн пəйғəмбəрҙəрҙең ҡанундары ла ошондай ине. Был ҡанундарҙа һис бер үҙгəреш таба алмаҫһың. 78. Ҡояш төш турыһынан ауышып, төн ҡараңғылығына саҡлы (өйлə, икенде, аҡшам, йəстү) намаҙ уҡығыҙ. Таң атҡанда ла иртəңге намаҙҙы уҡығыҙ. Иртəнге намаҙҙың шаһиттары бар (фəрештəлəр). (79) Төндөң бер ваҡытында уянып, үҙ иркегеҙ менəн, нəфилə намаҙы уҡығыҙ. Ихтимал, Раббығыҙ һеҙгə шəрəфле урын бирер. 80. Əйт: — Раббым, керəсəк урынға тура юлдан керт, сығасаҡ юлымды ла тура ит. Дөрөҫлөк менəн эш ҡылырға миңə ярҙам итеүсе ҡеүəт бир, ‐ тип. (81) Тағын əйт: ‐ Хəҡиҡəт (дөрөҫлөк) килде, ялған китте. Сөнки ялған бөтөргə мəхкүм, — тип. 82. Беҙ Ҡөръəндəн шундай хикмəт индерəбеҙ, ул мөьминдəр өсөн шифа һəм рəхмəттер, ғəҙелһеҙҙəр өсөн иһə бары тик зыян ғына килтерə. (83) Берəйһенə ниғмəт бирһəк, ул йөҙ сөйөрə лə китеп бара. Əгəр ҙə уға яманлыҡ килһə, ул өмөтһөҙлөккə төшə. 84. Əйт: — Һəр кем үҙ нəфсенə күрə ғəмəл ҡыла, был мəсьəлəлə кемдең тура юлда икəнен Раббыбыҙ бик яҡшы белеп тора,— тип. 85. Улар Һинəн рух тураһында һораштырыр. Əйт һин: — Рух Раббымдың бойороғонда. Һеҙ бик əҙ белəһегеҙ бит,‐ тип. 86. Ихтыяр итһəк, һиңə уахи иткəнебеҙҙе кире алыр инек, унан һуң һин дə Беҙҙең язаларыбыҙҙан яҡлаусы таба алмаҫ инең. (87) Аллаһтың рəхмəтенəн башҡа. Сөнки Уның һиңə булған мəрхəмəте сикһеҙҙер. (88) Əйт: — Шуныһы хаҡтыр, кешелəр менəн барлыҡ ендəр бергə йыйылышып, берһенə берһе ярҙам итешһəлəр ҙə, Ҡөръəнгə оҡшаш башҡа китап майҙанға килтерə аласаҡ түгел, — тип. 89. Хаҡтыр, был Ҡөръəндə Беҙ кешелəргə һəр төрлө (мəғəнəле) ҡиссалар һөйлəп аңлаттыҡ. Шулай ҙа кешелəрҙең күбеһе инҡарсылар булып ҡалыуҙан башҡаны белмəне. 90. Улар əйтте: — Һин ер аҫтынан шишмə сығармайынса, беҙ һиңə ышанасаҡ түгелбеҙ, ‐ тинелəр. (91) ‐ Йəки һин беҙгə хөрмə һəм йөҙөм баҡсаһы барлыҡҡа килтер, шунда сылтыр‐сылтыр шишмəлəр ағып торһон. (92) Йəки, үҙең əйткəнсə, өҫтөбөҙгə Күкте ярғылап төшөр. Йəки фəрештəлəре менəн бергə алдыбыҙға Аллаһ килеп төшһөн. (93) Йəки һин үҙеңə зиннəттəр менəн биҙəлгəн алтын йорт һалып күрһəт йəки Күккə ашып ҡара. Күккə ашһаң да, беҙ һиңə инанмайбыҙ, Күктəн беҙ уҡырлыҡ китап алып төшмəһəң,— тинелəр. Əйт һин уларға: — Аллаһ əкбəр! Əлхəмдүлиллəһ, мин бер əҙəм заты түгелме ни? Мин Аллаһ тарафынан һеҙгə ебəрелгəн илсе генə, ‐ тип. (94) Үҙҙəрен тура юлға күндереүсе ебəрелгəс: — Аллаһ беҙгə бер кешене пəйғəмбəр итеп ебəргəнме? — тип əйтеүҙəре кешелəрҙе иман килтереүҙəн тотҡарлай. 95. Əйт: — Əгəр Ер йөҙөндə кешелəр урынына фəрештəлəр йəшəһə ине, əлбиттə, пəйғəмбəр итеп беҙ фəрештə индергəн булыр инек. 96. Əйт: — Минең менəн һеҙҙең арала(ғы мəсьəлəлəр буйынса) хəҡиҡий Аллаһтың шаһитлығы етə. Аллаһ кешелəренең нимə ҡылмышын күреп, белеп тора, — тип. 97. Аллаһ тура юлға күндергəн кеше тура юлдан барыр, кемде тура юлдан яҙҙырһа, ул кешегə Аллаһтан башҡа ярҙамсы таба алмаҫһың. Ҡиəмəт көнөндə уларҙы һуҡыр, телһеҙ һəм һаңғырау хəлдə йөҙ түбəн килтерербеҙ. Улар бараһы һəм шунда ҡалаһы ер — йəһəннəмдер, уның уты һүрелə башлаһа, йəнə көслөрəк арттырырбыҙ. 98. Аяттарыбыҙҙы инҡар итеп: — Һөйəктəребеҙ сереп, тупраҡҡа əйлəнгəс тағын бар булып терелеүебеҙ мөмкин эш түгел, — тигəндəре өсөн уларға ана шундай яза бирелəсəк. 99. Күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан Аллаһтың уларға оҡшаш булғандарҙы ла яралтырға ҡөҙрəтле икəнен улар күрмəйме? Улар өсөн Аллаһ бер əжəл уаҡыты тəғəйенлəне, бында шиктең булыуы мөмкин түгел. Лəкин залимдар инҡарсылыҡтан башҡаһын ҡабул итмəнелəр. 100. Əйт: — Раббымдың хазинаһына һеҙ хужа булып алһағыҙ, (ул хазина) бөтəр, тип ҡурҡып, (башҡаларға бирмəйенсə) ҡыҫып ҡына тотар инегеҙ. Əҙəм балаһы бик тə һаран тоҡом, — тип. 101. Беҙ Мусаға туғыҙ мөғжизə (аят) бирҙек. (Нимəлəр булғанын) ана, Исраил тоҡомонан һора. Муса улар янына килгəс. Фирғəүен уға: ‐ Əй, Муса, һиңə сихыр зəхмəте ҡағылған тип уйлайым, — тине. (102) (Муса) əйтте: — Үҙең белеп тораһың, быларҙы (Муса күрһəткəн мөғжизəлəрҙе һəм аяттарҙы) ғибрəт булһын тип, күктəрҙең һəм Ерҙең Раббыһы индерҙе. Əй, Фирғəүен, мин дə һине харап буласаҡ кеше тип уйлайым, — тине. (103) Шунан һуң Фирғəүен уларҙы (Муса менəн Һарунды) ҡыуып ебəрергə телəне. Лəкин Беҙ уны (Фирғəүенде) ярандары менəн бергə һыуға батырып һəлəк иттек. (104) Шунан һуң Исраил улдарына: — Шул ерҙə йəшəп ҡалығыҙ. Əхирəттə вəғəҙəгə килгəс, барығыҙҙы ла бер урынға йыясаҡбыҙ, — тинек. 105. Беҙ уны (Ҡөръəнде) хаҡ булараҡ индерҙек, ул Хəҡиҡəт алып килде. Һине лə бары тик (сауапсыларҙы алда йəннəт көтə тип) һөйөнсө алыусы һəм (гөнаһлыларҙы йəһəннəм көтə тип) киҫəтеүсе булараҡ ҡына күндерҙек. (106) Кешелəр Ҡөръəнде əкрен‐əкрен, тора‐тора уҡыһындар тип, (сүрəлəргə, аяттарға) бүлгелəнек һəм уны берəм‐берəм индерҙек.


107. Əйт: — Инанһағыҙ ҙа, инанмаһағыҙ ҙа, ул (Ҡөръəн) бер Хəҡиҡəт. Унан алда ғилем алғандар ҙа уны (Ҡөръəнде) уҡығас, шунда уҡ йөҙ түбəн (сəждəгə) ҡапландылар, —тип. (108) Һəм əйттелəр: — Аллаһ Тəғəлəлə кəмселек юҡ! Əлхəмдүлиллəһ, сөбхəналлаһ, Раббыбыҙҙың вəғəҙəһе еренə еткерелде, — тип (109) йылай‐йылай йөҙ түбəн ҡапландылар. Ул (Ҡөръəн) уларҙың иманын нығыта. 110. Əйт: — Аллаһ тип əйтəһегеҙме, Рахмəəн тип əйтəһегеҙме. Ҡайһыһын əйтһəгеҙ ҙə була. Аллаһтың үҙенə генə хас матур исемдəре күп. Намаҙығыҙҙы ҡаты тауыш менəн уҡымағыҙ. Артыҡ бышылдауға ла күсмəгеҙ. Урталыҡты тотоғоҙ, — тип. 111. — Аллаһ əкбəр, сөбхəналлаһ — Аллаһҡа хəҡиҡий маҡтауҙар булһын. Ул бала тыуҙырмаған, ҡөҙрəттə тиңе булмаған, яҡлаусыға ихтыяжы булмаған Аллаһҡа дан, — тип тəҡбир əйт, Уны олола. 18 — Кəһəф (Мəмерйə) сүрəһе (Кəһəф сүрəһе 110 аяттан тора. Кəһəф, йəғни, Мəмерйə сүрəһе Мəккəлə ингəн. Сүрəлə «Əсхəб‐əл Кəһəф — Мəмерйəлəге кешелəр» тураһында һөйлəнə, сүрəнең, исеме лə шунан килə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлхəмдүлиллəһ! Аллаһҡа маҡтауҙар булһын. Ул һис бер кəмселекһеҙ итеп (мөкəммəл рəүештə), Ҡөръəнде (Мөхəммəдкə) илсеһенə индерҙе. (2) Ул асыҡ (һəм хəйлəһеҙ Ҡөръəн гөнаһлыларҙы йəһəннəм менəн) киҫəтеү өсөн, иманлы һəм изгелекле кешелəрҙəн (йəннəткə керəсəкһегеҙ, шунда мөьминдəргə олуғ əжерҙəр бар, тип) һөйөнсө алыу өсөн индерелде. (3) Улар шунда мəңгегə йəшəп ҡаласаҡ. (4) — Аллаһ бала атаһы булды, — тип əйтеүселəрҙе хəтəр ҡурҡытыу өсөн. (5) Улар үҙҙəре лə, аталары ла был турала бер нəмə лə белмəй. Улар ауыҙынан сыҡҡан был һүҙ — ғəйəт кəфер һүҙ. Улар ялғандан башҡа һүҙ һөйлəмəй. 6. Был Китапка (Ҡөръəнгə) ышанмағандарына ҡайғырып, һин үзеңде лə харап итмəксе булаһыңмы əллə? (7) Күбеһе изгелек ҡылырмы (əллə — яманлыҡмы), тип кешелəрҙе һынар өсөн, Беҙ Ер йөҙөн гүзəл итеп яралттыҡ. (8) Тора‐бара Беҙ Ер йөҙөн (һис нимə үҫмəҫлек итеп) ҡоп‐ҡоро тупраҡ ҡалҡыулыҡтары итəсəкбеҙ. 9. (Эй, Мөхəммəт) мəмерйə кешелəре менəн Раҡим ваҡиғаһын һин аят мөғжизəлəребеҙҙең берһе түгел, тип уйламайһыңдыр (шиккə алмайһыңдыр) бит? 10. Ул үҫмер‐егеттəр мəмерйəгə кереп ҡасты һəм ялбара башланылар: — Йə, Раббыбыҙ, зинһар, беҙҙе рəхмəтеңдəн ташлама. Беҙгə ҡотолорлоҡ тура юл күрһəт, — тинелəр. (11) Шулай итеп, Беҙ күпме йылдарға уларҙың ҡолаҡтарын томаланыҡ (мəмерйəлə йоҡоға талдырҙыҡ). (12) Əсхəб кəһəф (үҫмер егеттəрҙең мəмерйəлə күпме уҙҙырғандарын) мөддəтен ҡайһы яҡ (ҡайһы ҡəүем) яҡшыраҡ иҫəплап сығарыр икəн тип, ахырҙа Беҙ уларҙы уяттыҡ. (13) Беҙ һиңə уларҙың ваҡиғаһын хаҡлыҡ менəн аңлатабыҙ. Ысынлап та, улар Раббыға иман килтергəн үҫмерҙəр ине. Беҙ уларға тура юлды күрһəттек. 14. Беҙ уларҙың күңелдəрен нығыттыҡ. Ул егеттəр (йоҡоғ талғанға ҡəҙəр) аяҡ үрə ғорур баҫып: — Беҙҙең Раббыбыҙ — күктəрҙең һəм Ерҙең хужаһы, беҙҙең өсөн Аллаһтан башҡа тəңре юҡ, тип əйтəбеҙ. Юҡһа (киреһенсə əйтһəк), без сиктəрҙе уҙған булып (кəфер) ҡалыр инек. (15) Беҙҙең ҡəүемебеҙ Аллаһтан башҡа тəңрелəргə табына. Ул тəңрелəрҙең, ысындан да, Илаһ булғанлығына берəй дəлил килтерə алһалар ине (килтерə алмайҙар). Шулай булғас, Аллаһ хаҡында телəһə ниндəй уйҙырмалар сығарғандарҙан да залимыраҡ кеше бармы? — тинелəр. 16. (Берһе əйтте): — Һеҙ уларҙан (мөшриктəрҙəн) һəм улар табынғандарҙан баш тартҡанһығыҙ икəн инде, бер Аллаһҡа иман килтергəнһегеҙ икəн, (иң яҡшыһы) һеҙ мəмерйəгə кереп ҡасығыҙ, Раббығыҙ һеҙҙе рəхмəтенəн ташламаҫ һəм һеҙҙең эшегеҙҙе уңышлы итһен, — тине. 17. Күрер инең, Ҡояш мəмерйəнең һул яғынан сыға, уң тарафҡа ауыша, байығанда иһə, мəмерйəне һулда ҡалдыра ине. Улар мəмерйəнең киң майҙанында ине. Бына был аят мөғжизəлəребеҙҙең берһе ине. Аллаһ берəйһен тура юлға баҫтыра икəн инде, ул уны Хəҡиҡəткə саҡлы алып барыр, кемде тура юлдан мəхрүм итə икəн инде, уны тура юлға баҫтырырлыҡ бер генə яҡлаусы ла булмаҫ. (18) Һин уларҙы күрһəң, уяу яталар икəн, тип уйлаған булыр инең. Гəрсə, улар тəрəн йоҡола. Беҙ уларҙы ара‐тирə ян‐яҡтарына (уңға‐һулға) əйлəндергелəп тора инек. Эттəре лə тупһа янында башын ике тəпəйе өҫтөнə һалып йоҡлай ине. Уларҙы шул килеш күрһəң, ҡурҡып ҡасыр инең, ҡурҡыуыңдан ҡотоң алыныр дəрəжəгə еткəн булыр инең. (19) Шулай итеп, (мəмерйəлə күпме ятҡандары тураһында) бер‐берһенəн һораштырһындар тип, Беҙ уларҙы уяттыҡ. Берһе əйтте: — Һеҙ ҡасандан бирле бында ятаһығыҙ? — тине. Икенсеһе əйтте: — Бер көн йəки ярты көндөр, — тине. Башҡалары: — Күпме торғанығыҙҙы Аллаһ яҡшыраҡ белə. Хəҙер һеҙ берəйегеҙҙе ошо көмөш тəңкəне тоттороп, шəһəргə ебəрегеҙ, барып ҡараһын: (шəһəрҙə) саф (хəлəл) ризыҡтар ашай торған булһалар, һеҙгə лə һатып алып ҡайтһын. Бик һаҡ ҡыланһын, һеҙҙең ҡайҙалығығыҙҙы һиҙҙерə күрмəһен, — тинелəр. 20. Əгəр ҙə улар һеҙҙе тапһа, таш менəн бəреп үлтерəсəк йəки үҙ диндəренə кертəсəк. Ул сағында инде һеҙ мəңге лə Сəғəдəткə ирешə алмаҫһығыҙ. («Бəйзəүи аңлатыуынса, шəһəргə ебəрелгəн егет ҡулындағы иҫке аҡсалағы Дияконос батшаның һүрəтен күреп, был егет боронғо аҡсалар хазинаһы тапҡан тип уйлап, үҙен хөкөмдар янына алып килəлəр. Хөкөмдар христиан кешеһе икəн. Əлеге егет батшаға башынан кискəндəрҙе һөйлəп бирə. Шулай итеп, егет уларҙы мəмерйəгə алып китə. Яңынан терелеү мөмкин икəнлеген иҫбатлағандан һуң, Аллаһ Тəғəлə егеттəрҙе мəңгелек йоҡоға талдыра»Мостафа Чағрыжы тəфсиренəн ) 21. Улар хаҡында һөйлəп, Аллаһтың вəғəҙəһе хаҡ икəнлеген Беҙ ана шулай иҫбат иттек. Ҡиəмəттең, һис шикһеҙ, килəсəгенə ышанһындар тип. Ҡара, улар инде шул турала бəхəслəштелəр. Берһе əйтə: — Уларҙың (мəмерйəлə йоҡлап ятыусы үҫмерҙəрҙең) өҫтөнə бина ҡороп ҡуяйыҡ. Улар тураһында Аллаһ яҡшыраҡ белəҙер, ‐ тине. (Бəхəстə) өҫтөн сыҡҡандар иһə əйтə: — Беҙ, һис шикһеҙ, улар янына бер мəсет ҡороп ҡуябыҙ,— ти. 22. — Улар өс кенə кеше ине, дүртенсеһе эт ине, — ти берһе. — Биш кеше ине улар, алтынсыһы эт ине, — тип икенсеһе, белмəгəн баштарына фараз ҡылыуҙар: — Ете кеше ине улар, һигеҙенсеһе эт, — ти башҡалары. Əйт һин: — Уларҙың һанын Аллаһ яҡшы белə, улар тураһында белеүселəр бик əҙ, — тип. Һин улар хаҡында бəхəскə кермə. Ул турала берəүҙəн дə һораштырма. 23. Берəй эш башлар алдынан һис бер уаҡытта ла: — Мин быны иртəгə, һис шикһеҙ, эшлəйəсəкмен, — тип əйтмə. 24. Иншаʹаллаһ, Аллаһ телəһə, тип əйтмəйенсə: Онотоп ебəрəһең икəн, Раббыңды иҫеңə төшөр ҙə əйт: — Өмөт итəм, Раббым (был мəсьəлəне асыҡлар өсөн) мине быныһынан да тура юлға йүнəлтер, — тип. 25. — Улар мəмерйəлə өс йөҙ йыл йоҡланы. Шуға тағын туғыҙҙы өҫтəргə кəрəк, — тинелəр.


(Өс йөҙ туғыҙ һаны тураһында бəхəстəр бар Ҡояш йылы буйынса үҫмер егеттəр нəҡ өс ғаср йоҡлаған булып сыға. Ай йылы буйынса — өс йөҙ туғыҙ йыл. X. Чантай тəфсирендə былай яҙылған: Жəнəбел Хаҡ был йылды Ай йылы булараҡ бəйəн бойорҙо.) 26. Əйт: — Уларҙың күпме ваҡыт мəмерйəлə булғандарын Аллаһ яҡшы белə. Күктəрҙең, Ерҙең йəшерен серҙəрен белеү бары тик Аллаһҡа ғына хас. Уның күреп‐ишетеп тороуы шаҡ ҡатырлыҡ нəмə. Уларҙың (Күктəр һəм Ерҙең) Аллаһтан башҡа һис бер тəртиплəүсеһе юҡ. Ул үҙ хөкөмдəренə һис бер кемде лə уртаҡ итмəҫ, — тип. 27. Раббың һиңə уахи иткəн Китапты уҡы (һəм аңлатып бир). Уның һүҙҙəрен алмаштырырға бер кемдең дə хаҡы юҡ. Аллаһтан башҡа һыйыныр зат таба алмаҫһың. 28. Раббыңдың ризалығын телəп, иртə‐кис доға уҡығандар менəн ысын күңелдəн дуҫ булып йəшə. Донъяның еңел‐матур тормошона алданып, уларҙан йөҙ сөйөрмə. Беҙҙе зикер итеүҙəн мəхрүм ҡалдырылғандарға, яман нəфселəре артынан йөрөй торғандарға һəм эше‐көсө менəн сиктəрҙе уҙғандарға буйһонма (эйəрмə). 29. Тағын əйт: — Хəҡиҡəт Раббынандыр. Шулай булғас, телəгəн кеше иман килтерһен, телəмəгəн инҡарсы булһын, — тип. Беҙ залимдар өсөн шундай бер йəһəннəм əҙерлəнек, уларҙы ялҡынлы уттар солғап алыр. (Һыуһап) ярҙам һорағандарға эсер өсөн сырайҙарҙы көйҙөрөрлөк эретелгəн шыйыҡ тимер бирерҙəр. Һай, насар бер эсемлектер ул һəм улар ята торған урын да бик яман. 30. Иман килтереп, изгелекле булғандарға килһəк, хаҡтыр, Беҙ изге ғəмəллелəрҙең əжерен кəметмəйбеҙ. (31) Улар өсөн аҫтарынан (арыҡтарҙан) йылғалар ағып тороусы Ғəден йəннəттəре булыр. Шунда алтын белəҙектəр тағып, нəфис атластар, матур йəшел ебəктəр кейеп, гүзəл урындыҡтарҙа ултырырҙар. Ниндəй гүзəл бүлəк, ниндəй Сəғəдəт, ниндəй күркəм урындыр был. 32. Ошо ике əҙəм менəн булған хəлде миҫал итеп күрһəт. Быларҙың берһенə ике ерҙə йөҙөм баҡсаһы бирҙек, һəр ике баҡсаны ла Ул хөрмə ағастары менəн уратып алды. Шул ағастар араһына иген етештерҙек. (33) Ике баҡса ла бик мул уңыш бирҙе. Бер генə үҫемлек тə һəлəк булманы. Араларынан йылға ағыҙҙыҡ. (34) Был баҡсаның хужаһы ҙур уңыш алды (уның башҡа килере лə бар ине). Үҙ‐ара һөйлəшкəндə ул дуҫына əйтте: — Малым менəн мин һинəн байыраҡ, ҡəрҙəштəрем, улдарым да һинекенəн күберəк, — тине. 35. (Маһайып, күкрəк киреп) үҙенə үҙе бəлə йыйнап, баҡсаһына керҙе һəм əйтте: — Быларҙың ҡасан да булһа юҡҡа сығыуына мин ышанмайым, — тине. ‐ (36) Ҡиəмəт көнө килер тип тə уйламайым мин. Əгəр ҙə (Ҡиəмəт булып) Раббымдың хозурына килеп баҫһам, һис шикһеҙ, быларҙан да (был баҡсаларҙан да) яҡшыраҡ байлыҡҡа (йəннəт баҡсаларына) ирешəсəкмен. 37. Дуҫы уға яуап булараҡ əйтте: — Һин үҙеңде тупраҡтан, һуңынан тамсынан (шəһүəттəн) яралтҡан, унан һуң һине əҙəм рəүешенə килтергəн Аллаһты инҡар итəһеңме ни? — тине. — (38) Лəкин ул Аллаһ минең Раббымдыр һəм мин Раббыма һис бер нəмəне тиңлəмəйем. (39) Ни эшлəп һуң һин баҡсаңа кергəндə: — Машаллаһ, ҡөҙрəт бары тик Аллаһтандыр, — тип əйтмəйһең? Əгəр ҙə һин мине мал яғынан да, балаларым яғынан да кəмһетəһең икəн. (40) Кем белə, Раббым миңə һинең баҡсаңдан да яҡшырағын бирер; һинең баҡсаңды, бəлки, йəшен һуғар, баҡсаң ҡоп‐ҡоро тупраҡ өйөмөнə əүерелер. (41) Йəки баҡсаңдан дым ҡасыр ҙа, һин ул дымды кире ҡайтара алмаҫһың. 42. Шунан һуң тегенең баҡсаһы (байлығы) һəлəкəткə дусар ителде. Күпме көс сарыф иткəн, (баҡсасының харап булғанына ҡарап) ул ҡулдарын ыуғылай ине. Баҡсаһындағы йөҙөм ағасын бəйлəп ҡуйған терəктəр ҡырылып ергə ауған ине. Ул: — Аһ, əгəр ҙə мин Раббыға тиңдəрҙе эҙлəмəгəн булһа инем, — тине. 43. Уға ярҙам итеүсе булманы һəм ул үҙен (фəҡирлектəн) ҡотҡара алманы. (44) Ярҙамды, дуҫлыҡты ла бары тик Аллаһтан ғына көт. Бүлəклəүсе лə Ул, яҙмышты хəл итеүсе лə Ул. 45. Һин уларға ғибрəт итеп күрһəт. Донъя тормошо ул Күктəн аҡҡан һыу кеүек. Ер йөҙөндəге үҫемлектəр ул һыуҙы йотоп бөтөрə (үлəндəр, ағастар шаулап үҫə, сəскə ата). Һуңынан ул ҡырҙар ел‐дауылдар уҙғас, ҡоро сүп булып ҡала. Аллаһтың һəр нəмəгə ҡөҙрəте етə. 46. Ул малдар, ул улдар (бары тик) донъя тормошоның биҙəктəре генə. Изгелекле ғəмəлдəр генə мəңгегə ҡаласаҡ, Раббы алдында (ул ғəмəлдəр) сауап буласаҡ, һəм дə өмөткə нигеҙ буласаҡ. 47. Ул Көндө тауҙарҙы урындарынан күсергəс, һин Ер йөҙөн яланғас хəлдə күрерһең, һис бер кемде онотмайынса, уларҙы (мəйеттəрҙе) Мəхшəрҙə бергə туплаясаҡбыҙ. 48. Һəм улар берəм‐берəм сафҡа теҙелешеп, Раббының хозурына баҫтырыласаҡ. — Əүүəлендə һеҙҙе нисек яралтҡан булһаҡ, шул рəүештə (яланғас, малһыҙ, меҫкен хəлдə) Беҙгə килерһегеҙ. Һеҙ (фани донъяла) киҫəтүҙəрем тормошҡа ашмаҫ (Ҡиəмəт көнө килмəҫ, килһə лə беҙгə яза булмаҫ), тип уйлайһығыҙ, шулай түгелме? 49. Китап (ғəмəл дəфтəре) уртаға ҡуйылғас, яҙылған гөнаһтарын күреп, нисек ҡурҡҡандарын күрерһең. — Харап булдыҡ. Был ниндəй китап һуң, (ҡылмыштарыбыҙҙың) ҙуры ла, бəлəкəйе лə, берһе лə онотолмайынса яҙып ҡуйылған, — тип əйтерҙəр. Шулай итеп, ҡылғандары улар ҡаршыһында булыр. Раббың һис бер кемгə ғəҙелһеҙ булмаҙ. 50. Фəрештəлəргə əйттек: — Əҙəмгə сəждə итегеҙ, — тинек. Иблистəн ҡалғандары барыһы ла сəждə итте. Иблис ул ен нəҫеленəн ине. Раббының əмеренə буйһонманы. Хəҙер һеҙ Мине инҡар итеп, уны һəм уның тоҡомонан булғандарҙы дуҫ итерһегеҙме? Юҡһа, улар бит һеҙҙең дошманығыҙ. Кəферҙəр өсөн был əүерелеш (Аллаһтан йөҙ сөйөрөп, шайтанға эйəреү) ҡот осҡос ҙур əфəттер. 51. Мин уларҙы (иблис менəн уға эйəргəндəрҙе) күктəр һəм Ерҙе яралтҡанда ла, үҙҙəрен яралтҡанда ла ярҙамсым (һəм шаһит) итеп саҡырманым. Мин юлдан яҙҙырыусыларҙың ярҙамына мохтаж түгелмен. 52. Ул Көндө (Аллаһ кəферҙəргə): — Миңə тиңлəштергəн (уйҙырма тəңрелəрегеҙ)ҙе, саҡырығыҙ, — тип бойорор. Улар саҡырыр, лəкин улар яуапһыҙ булыр. Беҙ улар (мөшриктəр менəн боттары) араһына ҡурҡыныс упҡын яһаныҡ. (53) Гөнаһлылар (тамуҡ) ут(ын) күрер‐күрмəҫ, шунда элəгəсəктəрен аңлап алыр. Унан ҡотолош юлын да таба алмаҫтар. (54) Ысынлап та, Бҙз был Ҡөръəндə кешелəр өсөн һəр төрлө ғибрəтле ҡиссаларҙы ҡат‐ҡат миҫалға килтерҙек. Лəкин əҙəм заты, ғəҙəттə, киреһенə тарта. 55. Тура юлга өндəүсе (Ҡөръəн, пəйғəмбəр) килгəс, кешелəрҙе иман килтереүҙəн һəм Раббының ярлыҡауын һорап ялбарыуҙан (намаҙ уҡыуҙан) тыйған нəмə — ул ата‐бабаларының башына килгəн (һəлəкəтте) үҙ баштарына ла килеүен көтөү һəм вəғəҙə ителгəн яза менəн йөҙгə‐йөҙ осрашырға телəүҙəренəн килə. (Йəғни, кəферҙəр, мөшриктəр Аллаһтың язаһын үҙ күҙҙəре менəн күрмəйенсə, иман килтермəҫ. Яза килгəс, иман килтерүҙəре ҡабул булмаҫ.) 56. Беҙ рəсүлдəребеҙҙе (йəннəткə керерһегеҙ тип) һөйөнсө алыр өсөн һəм (гөнаһлылар тамуҡҡа керəсəк тип) киҫəтергə генə тип, ебəрəбеҙ. Кəферҙəр иһə, Хəҡиҡəтте ҡаҡшатыр өсөн, хаҡты ялған, ялғанды хаҡ тип ғауғалашалар. Улар аяттарыбыҙҙан һəм (йəһəннəм ғазабы менəн) ҡурҡытыуыбыҙҙан мыҫҡыллы көлəлəр. 57. Раббының киҫəтеүҙəрен иҫтəренə төшөрөп тə, уларға арҡа менəн боролған, үҙҙəре ҡылғандарын (гөнаһтарын) онотҡан кешенəн дə залимыраҡ кеше булырмы? Беҙ уларҙың күңеленə, быларҙы аңламаҫлыҡ итеп, ҡолаҡтары ишетмəҫлек итеп, ҡорма ҡуйҙыҡ. Һин уларҙы тура юлға саҡырһаң да, улар мəңге лə тура юлға баҫмаҫ.


58. Шулай ҙа, ярлыҡау мəрхəмəте киң булған Раббың уларҙы (гөнаһтары өсөн) язаларға телəһə, бик тиҙ язалаған булыр ине. Лəкин уларға бирелгəн бер мөҙҙəт (ваҡыт) бар. (Шул ваҡыт уҙып киткəс) улар (язанан) ҡасып ҡотолор урын таба алмаҫ. (59) Шулай итеп, Беҙ ғəҙелһеҙ‐əхлаҡһеҙ шəһəрҙəрҙе(ң кешелəрен) һəлəк иттек. Уларҙы һəлəк итеү өсөн билгеле бер ваҡыт тəғəйенлəгəн инек. 60. Бына бер ваҡыт Муса бер йəш егеткə əйтте: — Ике диңгеҙ ҡушылған урынға хəтле барып етмəйенсə, йылдар буйы барһам да, мин туктамаясаҡмын, — тине. (Муса пəйғəмбəрҙең əмерендəге ул егеттең исеме Юшағ ине. Аятта телгə алынған ике диңгеҙ тураһында төрлө фекерҙəр бар. Берəүҙəре: уларҙың береһе — Ҡара диңгеҙ, икенсеһе — Хазар (Каспий) диңгеҙе, ти. Берəүҙəре иһə: Зəңгəр Нил менəн Аҡ Нил, тигəн фекерҙə тора. Өсөнсөлəренең фаразыңса, ике диңгеҙ күсермə мəғəнəлəге ғибəрə, йəғни хəҙрəти Муса менəн Хозер (ғəлəйһиһəсллəм) ике диңгеҙгə тиңлəштерелə.) 61. Һəр икеһе лə диңгеҙҙəр ҡушылған ергə барып еткəндə балыҡтары тураһында оноттолар. Балыҡ иһə, диңгеҙгə сумып, юҡ булды. («Тəржемəлəр, тəфсирҙəр был турала төрлөсə һөйлəй. Ноғманиҙа: балыҡтары терелеп, һыуҙы ярып, диңгеҙгə ҡарап китте. Пороховала: прямо к морю (дивным образом) направила свой путь. Кочигитта: балыҡ та диңгеҙҙə юлын табып, юҡ булды. Чантайҙа: балыҡ диңгеҙҙə (хасил булған ярыҡҡа) тура юлды тотто».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 62. (Осрашыу урынынан) күсеп киткəс, Муса егеткə əйтте: ‐ Тамаҡ ялғарға ризығыбыҙҙы əҙерлə, ‐ тине. ‐ Ысынлап та юл йөрөп бик тə йонсоноҡ. 63. — Белəһеңме, — тине йəш егет. — Ял итергə ултырған ҡая янында балығымды онотоп ҡалдырғанмын. (Был турала һиңə əйтергə) шайтан ғына онотторҙо, башҡаһы түгел. Ул (балыҡ) мөғжизə көсө менəн (терелеп) диңгеҙгə төшөп, йөҙөп китте. («Йəнһеҙ балыҡ терелеп, диңгеҙгə төшөп киткəн урын Хозер (ғəлəйһиссəллəм) менəн осрашаһы урын ине. Балыҡ терелеп төшөп киткəнде хəҙрəти Муса күрмəй ҡалды. Егет был хəлде Мусаға əйтергə онотто.»Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 64. Муса əйтте: — Эҙлəй торған еребеҙ бына шул булыр, — тине. Һəм улар килгəн эҙҙəре буйлап кире китте. (65) Улар ҡолдарымдан бер ҡоломдо (хəҙрəти Хозерҙы) осратты, уға Беҙҙəн бер рəхмəт (уахи һəм пəйғəмбəрлек) бирелде, йəнə Беҙ уға ғилем өйрəттек. (66) Муса уға əйтте: ‐ Үҙеңə өйрəтелгəндəрҙе миңə өйрəтерһеңме, һиңə эйəрəйемме? — тине. 67. Ул (Хозер) əйтте: — Минең менəн йөрөргə һинең сыҙамлығың етмəҫ шул,— тине. (68) — Асылын аңламаған көйөнсə, һин нисек сабыр итерһең икəн? 69. Муса əйтте: — Иншаʹаллаһ, һин минең сыҙамлығымды күрерһең. Һинең əмереңдəн сыҡмам. 70. — Əгəр миңə эйəрəһең икəн, үҙем мəсьəлəнең асылына əйлəнеп ҡайтҡансыға ҡəҙəр, бер нимə тураһында ла һорашма, — тине (Хозер ғəлəйһиссəллəм). 71. Шулай итеп, улар юлға ҡуҙғалды. Ниһайəт, кəмəгə ултырғас, ул (хəҙрəти Хозер) кəмəнең төбөн тиште. Муса: — Кəмəлəгелəрҙе батырыр өсөн кəмəне тиштеңме? — тине. — Ысындан да һин зарарлы эш ҡылдың. 72. — Миңə эйəрһəң, сабырлығың етмəҫ (һорашмайынса түҙə алмаҫһың), — тип əйтмəнемме? 73. Муса: — Онотҡаныма күрə, һин мине шелтəлəмə, зинһар, эшемдə миңə ауырлыҡ йөклəмə, — тине. 74. Алға табан киттелəр. Ниһайəт, уларға бер үҫмер осраны. Хозер уны үлтерҙе. Муса əйтте: — Ҡан үсең булмаған килеш, гонахһыҙ бер саф йəнде үлтерҙең. Ысындан да, һин яман эш ҡылдың, — тине. 75. — Миңə эйəреп йөрөһəң, түҙемлегең етмəҫ, тип мин һиңə əйтмəнемме? — тине (хəҙрəти Хозер). 76. Муса əйтте: — Əгəр тағын берəй нəмə тураһында һораһам, мине юлдашың итмə. Ысынлап та, (яныңдан ҡыуһаң да), мин һиңə үпкəлəмəм, — тине. 77. Тағын алға табан киттелəр. Ниһайəт, бер ауылға кереп, улар ашарға һораны. Лəкин ауыл халҡы уларҙы ҡунаҡ итеүҙəн баш тартты. (Шулай ҡаңғырып йөрөй торғас) улар ауырға торған бер ҡойма янына килеп сыҡты. (Хозер) тиҙ генə ҡойманы турайтып, төҙəтеп ҡуйҙы. Муса: — Əгəр ҙə телəһəң, һин был эшең өсөн түлəү алыр инең, ‐тине. 78. (Хозер) əйтте: — Бына ошо була инде беҙҙең айырылышыуыбыҙ. Хəҙер мин һиңə сабыр итмəйенсə һорағандарыңдың асылын аңлатып бирəм, — тине. (79) — Кəмə мəсьəлəһе былай тора. Ул кəмə фəҡир балыҡсыларҙыҡы ине. Мин ул кəмəне яраҡһыҙға сығарҙым. Сөнки уларҙан йыраҡ түгел генə кəмəлəрҙе талап алыусы бер (юлбаҫар) батша бар ине. (80) (Баяғы аҙғын) үҫмергə килгəндə, уның ата‐əсəһе мосолман ине. Һəм беҙ: (ул үҫмер) аҙғынлығы һəм сиктəрҙе уҙыуы менəн (ата‐əсəһенə тағын) зыян‐зəхмəт килтерер, тип был эште башҡарҙыҡ. (81) Беҙ шулай телəнек: — Раббы (аҙғын үҫмер) урынына унан паҡ һəм мəрхəмəтле бала бирһен, — тинек. (82) Ҡойма мəсьəлəһе былай булыр. Ул ҡойма ике йəтимдеке ине. Аҫтында уларға тейешле хазина ята ине. Аталары бик изгелекле кеше ине. Раббың телəне, ул ике сабый бəлиғлеккə ирешкəс, Раббының рəхмəте булараҡ, шул хазинаны табасаҡ. Был эште лə мин үҙ белдеклегем менəн башҡарманым (Аллаһ ҡушҡанса ғəмəл ҡылдым). Бына, һине ҡыҙыҡһындырған, сабырһыҙ иткəндəрҙең асылы шулдыр. 83. (Ий, Мөхəммəд) улар (кəферҙəр) һинəн Зөлҡəрнəй тураһында һорар. Əйт: — Мин уның тураһында һөйлəрмен, — тип. («Бəйзəүи тəфсиренə күрə, Зөлҡəрнəй — ул Искəндəрҙең (Александр Македонскийҙың) ҡушаматы икəн. Уның пəйғəмбəр булғанмы, юҡмы икəнлеге теүəл асыҡланмаған. Лəкин уның изгелекле шəхес икəнлеге, донъяны яулап алғанға, Иранды, Римды үҙенə буйһондорғанға, тажында ике мөгөҙ булғанға күрə, уны Зөлҡəрнəй, йəғни Ике мөгөҙлө тип йөрөткəндəр. Ҡайһы бер тəфсирселəр иһə, Искəндəр Зөлҡəрнəйҙəн элек шул исемде йөрөткəн башҡа бер пəйғəмбəр булғанлығы тураһында яҙалар, ысындан да, был фекер хəҡиҡəткə яҡын» Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн ) 84. Хаҡтыр, Беҙ уны (Зөлҡəрнəйҙе) Ер йөҙөндə хаким иттек, уға бөтөн юлдарҙы астыҡ. (85) Ул (һайлаған) юлынан китте. 86. Ниһайəт, Ҡояш батҡан ергə килеп етте, Ҡояш иһə ҡара‐ғусҡыл һыулы диңгеҙгə бата икəн. Уның янында кешелəр барлығын күрҙе. Шунда Беҙ: — Əй, Зөлҡəрнəй, һин уларҙы язалай алаһың йəки һин уларға изгелек ҡыла алаһың, — тинек. 87. Ул шулай тине: — Хаҡһыҙ ҡыланғандарҙы язаларбыҙ, һуңынан улар Раббы янына килтерелəсəк. Шунда Аллаһ уларға ҡурҡыныс ғазаптар тəғəйенлəйəсəк. (88) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға иһə, беҙҙəн гүзəл бүлəктəр булыр. Беҙ уларға үтəүе еңел булған əмерҙəр бирербеҙ. 89. Ул тағын юлға сыҡты. (90) Ниһайəт, ул Ҡояш сыҡҡан ергə килеп иреште. Шунда шундай халыҡ йəшəй ине. Өҫтəренə Ҡояш сыға, беҙ уларға күлəгə яһарлыҡ нəмə бирмəнек. 91. Бына шулай итеп, Беҙ уның нимə ҡылғанын, нимə ҡылмағанын — бөтөнөһөн белеп торҙоҡ. 92. Һуңынан ул тағын юлға сыҡты. (93) Ниһайəт, ул ике тау араһына килеп етте, шунда һис бер һүҙ аңламай торған бер халыҡ менəн осрашты. (94) Улар (тəржемəселəр аша) əйтте:


‐ Əй, Зөлҡəрнəй, был ерҙəрҙə Йəжүж менəн Мəжүж боҙоҡлоҡ ҡыла. Ике араға бер ҡойма һалып бирһəң, беҙ биргəндəрҙе алырһыңмы? — тинелəр. 95. Əйтте: — Раббым миңə биргəн ниғмəттəр һəм ҡөҙрəт (һеҙ түлəгəндəрҙəн) хəйерлерəк. Һеҙ миңə эшсе ҡулдар менəн ярҙам итегеҙ, ике араға кеше менə алмаҫ бейек ҡойма ҡорормын. 96. — Миңə тимер терəктəр килтерегеҙ, — тине. Ниһайəт, тау араһын (тимер менəн) тоташтырғас (тигеҙлəгəс): — (Күректəр менəн) өрҙөрөгөҙ, — тине. Өрҙөргəс: — Алып килегеҙ, өҫтөнə эретелгəн баҡыр ҡоярбыҙ, — тине. 97. Шунан һуң (дошмандар) уға (ҡоймаға) менə алманылар, емерə лə алманылар. (98) Зөлҡəрнəй əйтте: — Был эш Раббымдан бер рəхмəттер. Лəкин Раббымдың вəғəҙə (Ҡиəмəт) Көнө килеп еткəстен, был ҡойманы ер менəн тигеҙлəр. Раббымдың вəғəҙəһе хаҡтыр, — тине. 99. Ул Көндө Беҙ уларҙы үҙ‐ара ҡысҡырышҡан хəлдə, тоташ ағым‐тулҡын булып өйөрөлөшкəн хəлдə ҡалдырырбыҙ. Сур борғоһо ҡысҡыртыр, шунда беҙ уларҙы бергə йыйырбыҙ. (100) Һəм Беҙ уларға тамуҡтың нимə икəнен күрһəтербеҙ. (101) Улар(ҙың күңел күҙҙəре) аяттарымды уҡымаҫлыҡ дəрəжəлə томаланған ине. (Ҡөръəндəге) һүҙҙəремде ишетмəҫлек һаңғырау ине ҡолаҡтары. 102. Ул кəферҙəр Мине инҡар итеп, ҡолдарымды (Ғайса менəн Гозəйерҙе) үҙҙəренə яҡлаусы, ярлыҡаусы итеп танынылар. Беҙ йəһəннəмде улар (гөнаһлылар) өсөн əҙерлəнек. 103. Əйт: — Ҡылмыштары арҡаһында иң күп зыян күргəндəр тураһында һөйлəймме? —тип. — (104) Изгелек ҡылабыҙ тип, фани донъяла тырышҡандары бушҡа киткəндəр, (105) Раббының аяттарын һəм Уның менəн (Əхирəттə) күрешəсəктəрен инҡар итеүселəр ‐ ҡылған ғəмəлдəре заяға киткəн кешелəр буласаҡ. Ҡиəмəт көнөндə Беҙ уларға бер ниндəй ҙə бизмəн тотмаясаҡбыҙ (уларҙы һаңға һуҡмаясаҡбыҙ) (106) Ана, уларҙың бүлəге — йəһəннəм. Аллаһҡа инанмағандары, аяттарымды инҡар иткəндəре һəм рəсүлдəремде мыҫҡыллағандары өсөн. (107) Иманлы кешелəр өсөн, изгелек ҡылғандарға торор урын ‐ Фирҙəүес йəннəтенең баҡсалары булыр. (108) Улар шунда мəңгегə тороп ҡаласаҡ. Унан һис тə сығырға телəмəҫтəр. 109. Əйт һин: — Диңгеҙҙəрҙең һыуы яҙыу ҡараһына əүерелһə лə, Илаһтың һүҙҙəре (хикмəттəре, мөғжизəлəре) төкəнмəҫ, яҙа‐яҙа диңгеҙ һыуы бөтөр ине. Хатта тағын шул ҡəҙəр ҡара диңгеҙе яһаһаҡ та, — тип. 110. Əйт һин: — Мин һеҙҙең кеүек үк кеше, ‐ тип. ‐ Миңə бары тик Аллаһыбыҙҙың бер икəнен əйтеү генə йөклəнгəн. Инде кем дə кем Раббыһы менəн ҡауышырға өмөт итə, изгелек ҡылһын һəм Аллаһҡа ғийбəҙəттə саҡта һис бер башҡа тəңрегə йөҙ тотмаһын (табынмаһын), — тип. 19 — Мəрйəм (Мəрйəм) сүрəһе (Мəрйəм сүрəһе 98 аяттан тора. Был сүрəлə хəҙрəти Мəрйəмдең Ғайса пəйғəмбəребеҙҙе донъяға килтереүе тураһында һөйлəнə, шуға күрə, исеме лə «Мəрйəм сүрəһе» тип атала.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Кяф. Һə. Йə. Ғайн. Сад. 2. Раббының Зəкəрийə исемле ҡолона булған рəхмəте тураһында иҫкə төшөрөү (аяттары). (3) Нисек итеп ул аулаҡта Раббыһына ялбарҙы. (4) — Раббым, — тине. — Минең һөйəктəрем зəғифлəнде инде, сəсем‐башым ағарҙы. Һəм мин, Раббым, Һиңə ҡылған доғаларыма күрə, рəхмəтеңдəн мəхрүм булманым. (5) Дөрөҫө, шулдыр, минең арттан (минең урынға вəриҫ булып) килеүсе туғандарымдан (улар тура юлдан яҙырҙар, тип) шиклəнəм. Ҡатыным да бала табыуға яраҡһыҙ булып сыҡты. Тарафыңдан миңə (мираҫсы) бер ул ебəрһəң ине. (6) Ул минең вəриҫем булһын. Яҡуп нəҫеленең дə дауамсыһы булһын. Раббым, уны Үҙ ризалығыңа лайыҡ ит. 7. — Əй, Зəкəрийə, беҙ һиңə бер ул тураһында һөйөнсө əйтəбеҙ, уның исеме Йəхйə булыр. Бынан элек бер кемде лə уға (тиң һəм) исемдəш итмəнек. 8. Зəкəрийə əйтте: — Раббым, — тине. — Ҡатыным бала табырға яраҡһыҙ килеш, ҡартлығымдың сигенə еткəндə ҡайҙан килеп минең улым булһын инде? 9. Ул əйтте: — Əйе, шулай. Раббың: был эш бик тə еңел башҡарыла. Бынан элек һин юҡ инең, булмаһаң да, һине яралттыҡ бит əле, — тине. (10) — Раббым, — тине Зəкəрийə. — (Балам буласағы тураһында) миңə берəй төрлө ғəлəмəт менəн хəбəр ит. — Сəлəмəт булған хəлеңдə һин өс көн бер кеше менəн дə һөйлəшмə, — тине Аллаһ. 11. Ул михраптан сығып, халыҡ ҡаршыһына килеп, ымдар менəн: — Иртə‐кис тəсбихтə булығыҙ (намаҙ уҡығыҙ, Аллаһты ололағыҙ), — тип аңлатты. (12) (Йəхйə үҫə төшкəс): — Ий, Йəхйə, Китапка (Тəүрəткə) бар көсөң менəн йəбеш, — тинек. Һəм уға сабый саҡтан уҡ (ғилем) хикмəттəр өйрəттек. (13) Уға күңел йомшаҡлығы һəм паҡлыҡ бирҙек. Ул — гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланған кеше. (14) Ата‐əсəһенə бик тə итəғəтле ине. Ул йəберлəүсе һəм тупаҫ (тиҫкəре) түгел ине. (15) Уның тыуған көнө лə, үлəһе көнө лə һəм яңынан ҡубарылып терелəһе көнө лə сəлəмле‐ҡотло булһын. (16) (Рəсүлем) Китапта Мəрйəмде лə иҫкə ал (уҡығанда уның тураһындағы аяттарҙы ла онотма). Нисек итеп ул ғəйлəһенəн айырылып, Көнсығыш тарафтағы бер ергə күсте. 17. Мəрйəм өйҙəгелəр менəн үҙе араһына шаршау ҡороп ҡуйҙы. Беҙ əҙəм ҡиəфəтенə керетеп, уның янына үҙебеҙҙең рухыбыҙҙы (Жəбраил фəрештəне) күндерҙек. (18) Ул (Мəрйəм) əйтте: — Һинəн ярлыҡаусы Аллаһҡа һыйынам. Əгəр ҙə Аллаһтан ҡурҡа торған кеше булһаң (һин миңə ҡағылма), —тине. 19. Фəрештə əйтте: — Мин: фəҡəт паҡ бер ир ул табасаҡһың, тип һөйөнсө алыр өсөн Аллаһтың илсеһе булып ҡына килдем, — тине. (20) — Миңə бер генə ирҙең дə ҡағылғаны булмаған килеш, фəхишəлек ҡылыусы булмаған (ғийффəтле) хəлемдə мин нисек итеп бала табайым? — тине Мəрйəм. 21. Фəрештə əйтте: — Уныһы шулай, лəкин Аллаһ бойорҙо, был эш бик тə еңел башҡарыла, — тине. Сөнки Беҙ, — тине, — уны кешелəргə бер дəлил һəм үҙебеҙҙəн бер рəхмəт булараҡ эшлəйəсəкбеҙ. Был эш алдан уҡ хəл ителгəн ине инде. 22. Мəрйəм (Ғайсаға) ауырлы булды. Шунан һуң (ҡарынында яралғы булған килеш) ул йыраҡ ергə күсеп китте. (23) Тулғаҡ тотоу ауырлығы уны хөрмə ағасы янына алып килде. Һəм ул: — Был хəлдəргə тарығансы үлеп кенə ҡотолған булһам, əллə ҡасан онотолоп бөткəн булыр инем инде, — тине. (24) Тау итəгенəн бер тауыш килде: — Ҡайғырма, Раббың һинең тау түбəн тарафыңдан шишмə сығара башланы. (25) Хөрмə ағасын һелкет, һиңə саф, өлгөргəн хөрмəлəр ҡойолор. (26) Аша, эс, күҙҙəреңде һалҡынайт (йəғни, үҙеңде иркенлеккə ҡуй, ял ит, тыныслан). Лəкин берəй кеше килеп сыҡһа, аңлат: — Мин мəрхəмəтле Аллаһ өсөн (тел йəшереү) ураҙа(һы) тотам, бөгөн бер кем менəн дə һөйлəшмəйəсəкмен, — тип. 27. Ниһайəт, ул балаһын күтəреп, халҡы янына ҡайтты. Əйттелəр:


— Аһ, Мəрйəм, дөрөҫтəн дə, һин хайран ҡалырлыҡ эш эшлəнең, — тинелəр. (28) — Ий, Һарундың һеңлеһе, һинең атайың да яман кеше түгел ине, əсəйең дə боҙоҡ ҡатын булманы (ни йөҙөң менəн һин ирһеҙ бала таптың)? (29) Шунан һуң Мəрйəм балаһына ымланы (уның үҙенəн һорағыҙ, тигəн мəғəнəлə). Кешелəр: — Бишектəге сабый менəн беҙ нисек һөйлəшəйек, — тинелəр. (30) Шунда сабый телгə килде: — Мин — Аллаһтың ҡоломон, — тине. — Ул миңə Китап бирҙе һəм мине пəйғəмбəр итте. (31) Ҡайҙа ғына булһам да, ул мине мөбəрəк ҡылды, ғүмерем буйына Ул миңə намаҙ уҡыуҙы һəм зəкəт биреүҙе əмер итте. (32) Мине əсəйемə изгелекле булырға бойорҙо. Мине бəхетһеҙ залим итеп яралтманы. (33) Тыуған көнөм, үлəһе көнөм, терелеп, ҡəберҙəн сығаһы көнөм ҡотло‐сəлəмле булһын. 34. (Уның мөғжизəле тыуыуы хаҡында) шикле һүҙ һөйлəнелəр. Бына, уға ҡарата шик белдереүсе Мəрйəм улы Ғайса ысынлыҡта ошо булыр. (35) Аллаһтың бала атаһы булыуы хаҡ һүҙ түгел. Ул ундай эштəн азат. Берəй эш башҡарырға ниəтлəһə, Ул: — Бар бул! — ти ҙə, һəм ул нəмə барлыҡҡа килə. 36. — Шуныһы хаҡтыр, Аллаһ минең Раббым, һеҙҙең дə Раббығыҙ. Шулай булғас, Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылығыҙ. Бына шул булыр тура юл, — тине Ғайса. 37. Шунан һуң улар фирҡəлəргə айырылдылар (бəхəс‐ғауға ҡуптарҙылар). Бөйөк Көндə (иҫəп‐хисап тотҡанда Аллаһҡа инанмағандар өсөн) ҡот осҡос ғазаптар булаһын белһəң ине. 38. Улар Беҙҙең хозурыбыҙға китерелгəндə үҙҙəренə нимə буласағы тураһында ишетерҙəр ҙə, күрерҙəр ҙə. Лəкин ул залимдар бөгөн күрəлəтə аҙғын юлдан баралар. 39. (Рəсүлем) һин ғазаптар бирелəсəк Көн килəсəген һəм хəсрəттəр буласағын иҫкəртеп, уларҙы ҡурҡыт. Улар наҙанлыҡ эсендə, əле һаман иман килтермəгəн килеш йəшəй бирə. Баҡһаң, эш хəл ителгəн инде. 40. Ер йөҙөнə һəм уның өҫтөндəгелəргə бары тик Беҙ генə вəриҫ һəм уларҙың барыһы ла яңынан Миңə ҡайтасаҡ. (41) Китап уҡығанда Ибраһимды иҫкə төшөр (уның тураһында аяттарҙы уҡы, онотма). Ысындан да, ул саф пəйғəмбəр ине. (42) Бер көндө ул атаһына əйтте: — Атаҡайым, ни өсөн һин ишетə белмəгəн, күреү һəлəте булмаған һəм һиңə һис бер файҙа килтерə алмаған бер нəмəгə табынаһың? — тине. (43) — Атаҡайым, ысынлап та, һиңə килмəгəн ғилем миңə килде. Шулай булғас, мине тыңла, мин һине тура юлға сығарасаҡмын. (44) Атаҡайым, шайтанға эйəрмə. Шайтан мəрхəмəтле Аллаһҡа буйһонманы. (45) Атаҡайым, шайтанға дуҫ булып, Аллаһ тарафынан һиңə яза бирелер, тип ҡурҡам мин. (46) Атаһы əйтте: — Аһ, Ибраһим, һин минең тəңрелəремде инҡар итеп, уларҙан йөҙ сөйөрəһеңме? Əгəр был эшеңдəн ҡайтмаһаң, ант итəм, мин һине таш менəн бəреп үлтерəсəкмен. (Яҡшы саҡта) һин минəн йыраҡҡа‐оҙаҡҡа кит, — тине. 47. Ибраһим: — Һиңə мин именлек телəйем. Һине ярлыҡауын үтенеп, мин Аллаһҡа ялбарасаҡмын. Аллаһ миңə мəрхəмəтле, — тине. (48) — Һеҙҙəн дə, Аллаһтан башҡаны тəңре тип табынғандарығыҙҙан да мин айырылам һəм Раббыма ҡылған доғаларым, бəлки, бушҡа китмəҫ. 49. Шулай итеп, Ибраһим уларҙан һəм Аллаһтан башҡа тəңре тип табынғандарҙан да йыраҡ тарафтарға киткəс, Беҙ уға Исхаҡ менəн Яҡупты бирҙек һəм һəр береһен пəйғəмбəр иттек. («Хəҙрəти Ибраһим халҡынан айырылып, йыраҡ юлға сығып китə. Ул Шам (Сүрийəгə) шəһəренə барғанда, юл өҫтөндəге Харран калаһында Сара исемле бер ҡыҙға өйлəнə. Хəҙрəти Исхаҡ донъяға килə. Хəҙрəти Яҡуп иһə Исхаҡтың улы, Ибраһимдың оноғо була инде» Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн ) 50. Уларға (Исхаҡ менəн Яҡупҡа) рəхмəтебеҙҙəн өлөштəр сығарҙыҡ (пəйғмбəрлек, мал‐мөлкəт һəм күп балалар бүлəк иттек). Бөйөк шөһрəттəргə күтəрҙек. 51. (Мөхəммəд) Китап уҡығанда Мусаны ла иҫкə ал. Ысындан да, ул ихласлыҡ үрəнге ине. Һəм Рəсүл, һəм Нəби ине ул. (52) Уға тауҙың (Турҙың) уң тарафынан ауаз һалдыҡ (саҡырҙыҡ), йəшерен һөйлəшер өсөн, Беҙ уны яҡын араға килтерҙек. (53) Рəхмəтебеҙҙең нəтижəһе булараҡ, Беҙ уға ҡəр‐ ҙəше Һарунды пəйғəмбəр сифатында бүлəк иттек. 54. (Рəсүлем) Китаптағы Исмəғилде лə иҫкə төшөр. Хаҡтыр, ул һүҙенə тура, Рəсүл һəм Нəби ине. (55) Халҡына ул намаҙҙы һəм зəкəтте əмер итте. Раббы ҡаршыһында ул ризалыҡ ҡаҙанған кеше ине. 56. Китаптағы Иҙристе лə иҫкə ал. Ысынлап та, ул бик тура кеше, пəйғəмбəр ине. (57) Беҙ уны мəртəбəле (юғары) урынға күтəрҙек. («Хəҙрəти Идристең ысын исеме Ухнух. Ул хəҙрəти Нухтың өсөнсө быуын бабаһылыр. Уға саҡлы кешелəр кейем тегеүҙең нимə икəнен белмəй ине. Тире‐ яры бөркəнеп йəшəй ине. Хəҙрəти Иҙрис‐Ухнух — кейем тегеүҙе уйлап тапҡан кеше. Ул — беренсе булып ҡəлəм ҡулланған кеше, йондоҙҙар һəм хисап эштəрендə ғилеме булған кеше. Уға утыҙ битлек уахи индерелмеш».Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн ) 58. Бына былар Аллаһ ниғмəттəр биргəн пəйғəмбəрҙəрҙең бер нисəһе. Əҙəм (ғəлəйһиссəллəм) нəҫеленəн, Нух менəн бергə кəмəлə йөҙҙөргəн, Ибраһим менəн Исраил (Яҡуп) тоҡомонан, тура юлға күндерелгəн һəм Беҙ һайлап алған кешелəрҙер. Киң мəрхəмəт эйəһе Аллаһтың аяттарын уҡығанда күҙ йəштəре менəн йылап сəждə иткəн шəхеслəрҙер. 59. Уларҙан һуң тағын бер нəҫел килде лə, намаҙҙы ташланылар, аҙғынлыҡ нəфсеһенə эйəрҙелəр. Шуға күрə, улар ошо аҙғынлыҡтарына күрə, язаһын да аласаҡтар. (60) Тəүбə иткəндəр һəм изгелек ҡылғандарҙан башҡа. Улар йəннəткə керер һəм уларға рəнйетеүҙəр булмаҫ. (61) Ярлыҡаусы (Аллаһ) үҙенең кешелəренə серле‐йəшерен рəүештə вəғəҙə иткəн (Ғəден йəннəттəре), һис шикһеҙ, ысынбарлыҡ буласаҡ. Уның вəғəҙəһе һəр уаҡыт үтəлə. (62) Шунда улар буш һүҙҙəр түгел, хуш һүҙҙəр (именлек сəлəмдəре) ишетəсəк. Һəм шунда иртə‐кис уларға ризыҡ бирелер. (63) Ул шундай йəннəттер, уға бары тик саф мосолмандар ғына вəриҫ буласаҡ. 64. — Беҙ (фəрештəлəр) Раббының əмере менəн генə (һезҙҙең янға) төшəбеҙ. Алдыбыҙҙағы, арҡа яғыбыҙҙағы һəм шулар араһындағы һəр нəмə Уның милке. Һинең Раббың (əжерен, язаһын бирергə) онота торған түгел. 65. Күктəр һəм Ер араһындағыларҙың хужаһы Аллаһтыр. Шуға күрə, Аллаһҡа буйһон, Аллаһҡа хеҙмəт иткəндə сабыр һəм сыҙам бул. Уның тиңе, исемдəше (Аллаһҡа оҡшаған) башҡа берəү булырмы? (Була алмай.) 66. (Кəферлеген итеп) кеше əйтə: — Үлгəндəн һуң мин ысындан да тағын терелəмме? — ти. 67. Үҙен юҡтан бар итеп яралтҡаныбыҙ тураһында кеше уйлап ҡарамаймы ни? (68) Раббың исеме бынан «Валлаһи» тип ант итəм, һис шикһеҙ, уларҙы мəхшəр көнөндə шайтандар өйөрө менəн бергə йыйырбыҙ, уларҙы йəһəннəм уты тирəлəй теҙлəндереп тотасаҡбыҙ. 69. Иң башта һəр өммəттəн рəхимле Аллаһҡа иң ныҡ ҡаршылыҡта булғандарҙы һайлап (йəһəннəмгə) алырбыҙ. (70) Хаҡтыр, шунда (йəһəннəмгə) кереп янырға тейештəрҙе Беҙ бик яҡшы белəбеҙ. (71) Шунда керергə тейешле булмаған һис бер кеше арағыҙҙа юҡ. Был — Аллаһтың ҡəтғи ҡарар иткəн ҡотолғоһоҙ хөкөмөҙер. 72. Һуңынан Беҙ Аллаһтан ҡурҡып, гөнаһ эшлəүҙəн тыйылғандарҙы ҡотҡарырбыҙ. Ғəҙелһеҙ залимдарҙы теҙлəнгəн килеш шунда ҡалдырырбыҙ. (73) Аяттарыбыҙҙы уҡығанда инҡарсылар иманлыларға əйтə ине: — Ике халыҡтың (кəферҙəр менəн мосолмандарҙың) ҡайһыһының (тотҡан урыны) яҡшыраҡ, ҡайһыһының йəмғийəте көслөрəк? — тип əйтəлəр ине. 74. Уларҙан əүүəл дə төҙөлөш һəм күренеш яғынан да яҡшы йəшəгəн (кəферҙəр)ҙе Беҙ күп һəлəк иттек. (Шул турала ла əйт һин уларға.) 75. Əйт: — Юлдан яҙғандарға ла мəрхəмəтле Аллаһ ғүмер мөҙҙəте бирер. Ниһайəт, үҙҙəренə вəғəҙə ителгəн яза килгəс йəки Ҡиəмəтте күргəс, кемдең малы əҙ, кемдең йəшəү шарттары насар, кемдең ғəскəре зəғиф икəнлеген аңларҙар, — тип. 76. Аллаһ тура юлда йөргəндəрҙең һидəйəтен арттырыр. Өҙлөкһөҙ ҡылынған изгелекле эштəр Раббы ҡаршыһында алынасаҡ əжер булараҡ та, тəҡдирҙең һуңғы нəтижəһе булараҡ та хəйерле.


77. (Рəсүлем) аяттарыбыҙҙы инҡар итеп тə: — Минең малым һəм балаларым, һис шикһеҙ, күп буласаҡ, — тигəн əҙəмде күргəнең бармы? (78) Ул (Аллаһ янындағы) йəшерен серҙəрҙе белеүсеме əллə? Бəлки, ул (Əхирəттə малдарын, балаларын ҡайтарып алырға тип) Аллаһ менəн килешеү төҙөгəндер? (79) Ҡəтғи əйтəбеҙ — юҡ. Уның һүҙҙəре яҙылып барасаҡ. Уның ғазаптарын арттырғандан‐арттыра барасаҡбыҙ. (80) Ул əйткəндəргə (малына, балаларына) вəриҫ Беҙ булырбыҙ. Ул үҙе лə яныбыҙға япа‐яңғыҙ (яланғас) килер. (81) Улар үҙҙəренə бер абруй һəм (яҡлаусы) ҡеүəт булһын тип, Аллаһтан башҡаны тəңре иттелəр. (82) Юҡ! Улай барып сыҡмаҫ. Улар табынған нəмəлəр уларҙың ялбарыуҙарын ҡабул итмəҫ һəм уларға дошман буласаҡ. (83) (Рəсүлем) күрмəйһеңме ни, Беҙ, кəферҙəрҙе вəсүəсəгə һалып, юлдан яҙҙырһындар тип, шайтандарҙы күндерҙек. 84. Шулай булғас, һин (уларҙың һəлəк булыуын) ашыҡтырма. Беҙ уларҙың йəшəйһе көндəрен (ҡылмыштарын) бəйнə‐бəйнə һанап барабыҙ. (85) Саф мосолмандарҙы мəрхəмəтле Аллаһ ҡаршыһына йыйған Көндө, (86) гөнаһлыларҙы туплауға ҡыуыла торған, хайуан көтөүе шикелле, йəһəннəмгə ҡыуғанда, (87) рəхимле Аллаһ менəн вəғəҙəлəшкəндəрҙəн башҡаларҙың ярлыҡаусыһы булмаҫ. (88) Улар: — Аллаһ бала атаһы булды, — тине. (89) Əлбиттə, һеҙ (кəферҙəр) яман һүҙ əйттегеҙ. (90) Уны ишетеп, күктəр саҡ емерелеп төшмəне. Ер ярыла, тауҙар ҡубарылып, ишелə яҙҙы. (91) Раббыға бала һылтағанға күрə. (92) Гəрсə, Аллаһтың бала атаһы булырға ихтыяжы юҡ. 93. Күктəрҙəге һəм Ерҙə булған һəр кем ҡол һүрəтендə Аллаһ янына килер. (94) Ул уларҙың барыһын да ҡамап ала һəм уларҙың һунын (нимə ҡылғандарын) белеп тора. (95) Уларҙың һəр береһе Ҡиəмəт көнөндə Уның янына япа‐яңғыҙ ғына килəсəк. (96) Иман килтереп, изгелектəр ҡылғандарҙың күңелендə мəрхəмəтле Аллаһ (бер‐береһен) яратыу хисе уятасаҡ. (97) Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшлəүҙəн ҡурҡҡандарҙан һөйөнсө алһын тип, гөнаһлыларҙы киҫəтһен тип, Беҙ Ҡөръəнде еңел аңлашылырлыҡ итеп, һинең телеңə яйлаштырҙыҡ. (98) Беҙ уларҙан элек йəшəгəн күпме халыҡтарҙы һəлəк иттек. Уларҙың берəйһен һин һиҙҙеңме (иҫəндəрен күрҙеңме?) йəки, һис юғында, уларҙың бышылдағандарын ишеттеңме (һəлəк булғандарҙың ауазы юҡ)? 20 ‐ Та‐һа (Та‐һа) сүрəһе (Та‐һа сүрəһе 135 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Сүрəнең исеме баштағы ике хəрефтəн килə: «Т», «Һ» əйтелешлəрендə «Та, Һа» була. Был ике хəрефтең, ике ауаздың нимə аңлатҡаны тураһында тəфсирселəр араһында бəхəстəр күп. 1. Был һүҙ Рəсүл əкрəм саллаллаһу (ғəлəйһиссəллəмдең) мөбəрəк исеме. 2. Ант һүҙе. 3. Һəй, кеше, тип əҙəм балаһына мөрəжəғəт итеү һ. б.) Бисмилл əһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Та. һа. (Мəүлəнə Алиҙə: Та‐һа — Эй, Əҙəм балаһы, тип шəрехлəнгəн.) (2) Беҙ Ҡөръəнде һиңə ҡыйынлыҡтар килтерһен тип индермəнек. (3) Бары тик Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡҡандарға бер өгөт булһын тип, (4) Ерҙе һəм күктəрҙе яралтҡан Аллаһ тарафынан индерелде. (5) Рəхимле Аллаһ Ғəрешкə (Күктəге тəхеткə) хужа булды. (6) Күктəрҙə, Ерҙə һəм улар араһында булган нəмəлəр менəн тупраҡтың аҫтында бар‐ булғандарҙың бөтөнөһө лə Уныҡы. (7) Һин һүҙеңде (доғаңды) ҡысҡырып (йəки ауыҙ эсеңдəн генə) һөйлəһəң дə, Ул йəшерен серҙəрҙе лə, йəшерендəн‐йəшерен булғандарҙы ла белə. (8) Аллаһ шулдыр, Уның Үзенəн башҡа Илаһи ҡөҙрəткə эйə һис кем юҡ. Уның күркəм исемдəре бар. 9. Муса тураһындағы ҡисса һиңə килеп ирештеме? 10. Ул бер ут күрҙе һəм ғəйлəһенə əйтте: — Һеҙ тороп тороғоҙ, мин бер ут күрҙем, бəлки, унан һеҙгə утлы киҫəү алып килермен йəки усаҡ янында дөрөҫ юлды табырбыҙ, — тине. (11) Муса (ут янына, нурға) килеп еткəс, бер тауыш ишетелде: — Əй, Муса! (12) Хаҡтыр, Мин ул — һинең Раббың, Мин. Əйҙə, башмаҡтарыңды һал. Һин мөҡəтдəс (изге) Тува үҙəнендə. (13) Мин һине (пəйғəмбəр итеп) һайланым. Хəҙер инде һиңə уахи ителəсəктəрҙе тыңла. (14) Шик‐шөбһəң булмаһын, Аллаһ — ул Мин, Мин. Минəн башҡа Илаһи ҡөҙрəткə эйə һис бер кем юҡ. Шулай булғас, һин Миңə ғибəҙəт ҡыл, Мине зикер итеп, намаҙыңды (ҡалдырмайынса) дөрөҫ итеп уҡы. (15) Ул Сəғəт (Ҡиəмəт көнө), һис шикһеҙ, килəсəк. (Лəкин) Мин (уның ҡасан килаһен) белгертмəйем, һəр кем нимə ҡылһа, шуныңса əжер алһын, тип. 16. Уға (Ҡиəмəт көнөнə) инанмаған һəм нəфсеһен ҡəнəғəтлəндереү менəн генə шөғөллəнгəндəр һине бынан (Ҡиəмəткə ышаныуыңдан, тура юлдан) яҙҙырмаһындар! Юҡһа, һуңынан һин һəлəк буласаҡһың. (17) Ий, Муса, һинең уң ҡулыңда нимə ул? 18. — Был минең таяғым, — тине Муса. — Мин уға таянып йөрөйөм. Уның ярҙамында мин малдарыма ағас ярраҡтарын ҡойоп төшөрəм. Уның башҡа эшлəргə лə файҙаһы тейə. 19. (Аллаһ) əйтте: — Ташла һин уны, — тине. (20) Ул (Муса таяғын) ташланы. Таяҡ шунда уҡ тиҙ шыуыша торған йыланға əүерелде. (21) (Аллаһ) əйтте: — Тот уны, ҡурҡма. Беҙ уны кире үҙ хəленə ҡайтарырбыҙ. (22) Бер ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ та, башҡа бер мөғжизə кеүек, ул йəрəхəтлəнмəйенсə һəм ап‐аҡ килеш кире сығасаҡ. (23) Тағын һиңə иң бөйөк мөғжизəлəребеҙҙең (берһен) күрһəтербеҙ. (24) Фирғəүен янына кит. Ысынлап та, ул сиктəрҙе уҙҙы. 25. — Раббым, — тине Муса. — Күкрəгемде киңəйт (миңə ҡеүəт бир), (26) эшемде ҡулай ит, (27) телемде сис (оҫта һөйлəү һəлəте бир). (28) Һүҙемде яҡшы аңлаһындар. (29) Ҡəрҙəштəрем араһынан миңə бер ярҙамсы бир. (30) Туғаным Һарунды. (31) Ул минең арҡа яғымды һаҡлаһын. (32) Уны эшемдə уртаҡ ҡыл. (33) Һине туҡтауһыҙ данларбыҙ. (34) Һине өҙлөкһөҙ зикер итербеҙ, иншаʹаллаһ. (35) Шөбһə юҡ, Һин ҡылмыштарыбыҙҙы күреп тороусы. (36) (Аллаһ) əйтте: — Эй, Муса, телəгəндəрең һиңə бирелде. (37) Бынан əүүəл дə һиңə ярҙамыбыҙ тейгəн ине. (38) (Беренсеһе) һинең əсəйеңə уахи иткəн заманда булды: (39) — Уны (Мусаны) тартмаға һал да, йылғаға һалып ағыҙ, диңгеҙ уны ярға алып сыҡһын, уны Минең дə, һинең дə дошманың булған берəү табасаҡ, — тинек. Минең ҡаршымда үҫеп етһен тип, Мин һиңə Үҙемдең мөхəббəтемде һалдым. («Хəҙрəти Мусаның əсəһе: «Башҡа ир балаларҙы ла үлтергəн кеүек, минең улымды ла Фирғəүен үлтерер», тип ҡурҡып, юғарынан уахи килгəс, Мусаны тартмаға һалып, ҡаҙаҡлап, Нил йылғаһына ташлай. Фирғəүендең ҡатыны Асия ире менəн яр ҡырындағы баҡсала йөрөгəндə, һыуҙағы тартманы күреп ала. Һандыҡ эсендəге баланы күреп шаҡ ҡата. Батша һарайында үҫтерер өсөн Мусаға имеҙеүсе һөт əсəһе эҙлəйҙəр, Мусаның апаһы ярҙамында, һөт əсəһе итеп, уның үҙ əсəһен урынлаштыралар». Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн ) 40. Һинең апайың килеп (Фирғəүенгə): — Уны (табылған баланы) ҡарар өсөн һеҙгə берəйһен табайыммы? — тине. Шулай итеп, хəсрəтлəнмəһен, күҙе‐күңеле бəхет менəн тулһын тип, һине əсəйеңə кире бирҙек. Иҫеңдəме, һин бер кешене үлтерҙең. Беҙ һине ғазаптан, язанан ҡотҡарып ҡалдыҡ. Һине һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Шуға күрə, һин байтаҡ йылдарға Мəдйəн халҡы араһында ҡалдың. Һуңынан, тəҡдирең ҡушҡанса, бында килдең. (41) Һине: Минең юлда хеҙмəт итһен (илсе булһын), тип һайланым. (42) Һин дə, туғаның да бергəлəшеп Минең аяттарымды алып, Мине зикер итеп, (43) Фирғəүен янына китегеҙ. Сөнки ул аҙғынлыҡтың аръяғына сыҡты. (44) Əммə уның менəн итəғəтле итеп һөйлəшегеҙ, бəлки ул ғибрəт алыр һəм аҡылға ултырыр һəм (гөнаһ ҡылыуҙан туҡтар) ҡурҡыр. (45) Əйттелəр: — Раббыбыҙ, дөрөҫө шул, ул беҙҙең менəн артыҡ тəкəббер булыр тип йəки (ғəҙелһеҙлегендə) тағын да нығыраҡ сиктəрҙе уҙыр тип ҡурҡабыҙ, — тинелəр. 46. (Аллаһ) əйтте: — Ҡурҡмағыҙ, Мин һеҙҙең менəн бергə булырмын, Мин барыһын да ишетеп тə, күреп тə торамын, — тине. (47) — Барығыҙ, уның янына китегеҙ. Əйтегеҙ:


— Беҙ һинең Раббыңдың илселəре булабыҙ. Исраил улдарын тиҙ генə беҙгə биреп ебəр, уларҙы рəнйетмə. Беҙ һинең Раббыңдан бер аят килтерҙек. Тура юлға баҫҡандар ғына ҡотола аласаҡ, —тип аңлатығыҙ. (48) — Ысынлап та, беҙгə хəбəр килде: (ул аяттарҙы) ялғанға сығарғандар һəм йөҙ сөйөргəндəр язаға тартыласаҡ. 49. Фирғəүен əйтте: — Кем ул һеҙҙең Раббығыҙ, əй, Муса? — тине. 50. Муса əйтте: — Беҙҙең Раббыбыҙ — яралтылған һəр нəмəгə рəүешен биреп, унан һуң дөрөҫ тəртиптə урынлаштырған (йүнəлеш биргəн) Аллаһыбыҙ, — тине. 51. Фирғəүен əйтте: — Улайһа, йəшəп киткəн (үлгəн) ҡəүемдəрҙең хəле нисек буласаҡ? (Улар бит һинең был киҫəтеүҙəреңде белмəйенсə китте), ‐тине. 52. Муса əйтте: — Улар тураһындағы мəғлүмəт Раббы янындағы Китапта (Лəүхел Мəхфүздə) булыр. Раббым яңғылышмаҫ та, онотмаҫ та. (53) Ул һеҙҙең өсөн Ерҙе яҫтыҡ кеүек йəйҙе һəм шунда һеҙгə юлдар асты, Күктəн ямғыр яуҙырҙы. Төрлө үҫемлектəрҙе (йəн эйəлəрен) пар‐пар итеп яралтты. 54. Ашағыҙ, мал аҫрағыҙ. Шик юҡ, аҡылы башында булғандар өсөн бында уйланырлыҡ нəмəлəр бар. 55. Һеҙҙе унан (ерҙəн, тупраҡтан) яралттыҡ. Йəнə һеҙ шунда китəсəкһегеҙ (үлəсəкһегеҙ, күмелəсəкһегеҙ), һəм тағын һеҙҙе (Ҡиəмəт көнөндə) унан сығарасаҡбыҙ. (56) Ысынлап та, Беҙ уға (Фирғəүенгə) бөтөн дəлилдəрҙе (мөғжизə аяттарын) күрһəттек, ул (уларҙы) тағын ялғанға сығарҙы һəм (уларға инаныуҙан) баш тартты. (57) Шунан (Фирғəүен) əйтте: — Əй, Муса! Сихырҙарың менəн һин беҙҙе йортобоҙҙан (Мисырҙан) ҡыуып сығарырға тип килдеңме? — тине. 58. — Улайһа, беҙ ҙə һиңə шундай уҡ күҙ буяу‐сихыр күрһəтəсəкбеҙ. Һинең өсөн дə, беҙҙең өсөн дə ҡулай булған уртаҡ майҙанға осрашырға уаҡытты үҙең билгелə. Вəғəҙə боҙош булмаһын. 59. Муса: — Байрам көндө, кешелəр йыйылғас, өйлəнəн алда осрашасаҡбыҙ, — тине. (60) Шунан һуң Фирғəүен китеп барҙы. Үҙенең бөтөн хəйлəһен (сихырсыларын) йыйып алып килде. (61) Муса əйтте: — Һеҙгə яҙыҡтыр, Аллаһ тураһында уйҙырмалар (ялған) һөйлəмəгеҙ. Ахырҙа Ул хəтəр яза менəн тамырығыҙҙы киҫер. Ғəйбəт һөйлəгəн кеше, һис шикһеҙ, тар‐мар ителəсəк. 62. Шунан һуң улар (сихырсылар) ҡасып‐боҫоп, үҙ‐ара кəңəшлəшə, бышылдаша башланылар. (63) Ниһайəт, əйттелəр: — Былар икеһе лə (Муса менəн Һарун) сихырҙары менəн һезҙҙе йортоғоҙҙан ҡыуып сығарыр өсөн һəм һеҙҙе ошоға тиклем тотҡан үрнəк юлығыҙҙан, динегеҙҙəн (яҡшы тормошоғоҙҙан) яҙҙырыр өсөн килгəн күҙ буяусылар, — тинелəр. 64. (Фирғəүен əйтте): — Улайһа, хəйлəлəрегеҙҙе (сихырҙарығыҙҙы) əҙерлəгеҙ. Унан һуң сафҡа теҙелешегеҙ. Шик юҡ, бөгөн кем оҫта, шул еңəсəк, еңгəн яҡ бəхетле булыр, — тине. 65. — Муса, (сихыр таяғын) башлап һин ташлайһыңмы, əллə беҙме? —тинелəр. 66. ‐ Юҡ, башта һеҙ ташлағыҙ, —тине Муса. Ҡараһа, ни күрҙе: күҙ буяусыларҙың бауҙары һəм таяҡтары үҙҙəренəн үҙҙəре хəрəкəт итə башланылар кеүек тойолдо уға. (67) Муса ҡурҡыуға ҡалды. 68. — Ҡурҡма, — тинек, — һин, һис шикһеҙ, еңəсəкһең. (69) Уң ҡулыңдағы (таяғың)ды ергə ташла. Ул күҙ‐асып йомғансы теге нəмəлəрҙе йотоп бөтөрəсəк. Улар бары тик күҙ буяу менəн генə шөғөллəнə ала. Күҙ буяусылар иһə ҡайҙа барһа ла (нимə генə ҡыланһа ла уңышһыҙлыҡтан, язанан) ҡотола алмаҫ. 70. Шунан һуң сихырсылар йөҙ түбəн йығылды: — Муса менəн Һарундың Раббыһына иман килтерəбеҙ, ‐тинелəр. 71. Фирғəүен əйтте: — Минең рөхсəтемдəн башҡа Аллаһҡа инандығызҙмы? Ысындан да, ул (Муса) һеҙгə сихыр өйрəтеүсе башлығығыҙҙыр, моғайын. Хəҙер ҡул‐ аяҡтарығыҙҙы ботарлап, һеҙҙе хөрмə ағастарына аҫып ҡуясаҡмын. Бына шунан һуң һеҙ кемдең язаһы хəтəрерəк һəм дауамлыраҡ икəнен күрерһегеҙ. (Мусаның Аллаһытыҡымы, əллə минекеме?) 72. (Иман килтергəн сихырсылар) əйттелəр: — Беҙҙе яралтҡандан (Аллаһтан) һəм беҙгə ебəрелгəн асыҡ мөғжизəларҙəн һине өҫтөн ҡуя алмайбыҙ. Шулай булғас, телəгəнеңде эшлə. Һин бары тик ошо донъяла ғына хөкөм итə алаһың. (73) Хаталарыбыҙҙы һəм һин мəжбүр иткəн сихырсылығыбыҙҙы ғəфү итһен тип, без Аллаһҡа иман килтерҙек. Рəхмəте киң булған һəм язаһы ла дауамлы булған бер Аллаһтыр. (74) Шуныһы хаҡтыр, кем дə кем Раббыһы ҡаршыһына гөнаһтар төйəп барһа, шул туранан‐тура йəһəннəмгə керер. Ул шунда ни үле, ни тере булып (интегеп) йəшəйəсəк. (75) Кем дə кем мосолман булып, изгелектəр ҡылып Уның ҡаршыһына барһа, өҫтөн дəрəжəлəр шуға булыр. (76) Арыҡтарынан шишмəлəр ағып тороусы Ғəден йəннəт‐ тəрендə мəңгегə йəшəп ҡаласаҡтар. Саф‐паҡ булғандарға бүлəк шул булыр. 77. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға: — Кешелəрем менəн бергə төндə юлға сыҡ та, (ҡыуа килеүселəрҙең) артығыҙҙан етеүенəн дə ҡурҡмайынса, (һыуға батып үлеүҙəн дə) шөрлəмəйенсə уларға (юлдаштарыңа) диңгеҙ (төбө) аша ҡоро юл һал, — тип бойорҙоҡ. 78. Һис көтмəгəндə (Фирғəүен) ғəскəре менəн улар артынан ҡыуа сыҡты. Улар (Фирғəүен һəм бөтөн ғəскəре) диңгеҙ һыуы аҫтында ҡалып, тонсоғоп һəлəк булды. (79) Фирғəүен үҙ халҡын үҙе боҙҙо, тура юлдан алып китмəне. 80. Ий, Исраил улдары, һеҙҙе дошмандарығыҙҙан (Фирғəүен тоҡомонан) ҡотҡарып ҡалдыҡ. Тур тауының уң яғында һеҙгə вəғəҙə (Тəүрəтты) бирҙек һəм Илаһи шəрбəт (ҡөҙрəт хəлүəһе) менəн бүҙəнə ҡошоның ите индерҙек. (Ш.Ноғманиҙа: Тур тауы янында Мусаның уң яғынан һеҙгə Тəүрəтты вəғəҙə иттек һəм һеҙгə ашарға шəрбəт һəм ҡош итен индерҙек. X. Чантайда: Турҙың уң янында һеҙгə вəғəҙə бирҙек һəм һеҙҙең өсөн ҡөҙрəт хəлүəһе менəн бүҙəнə ҡошо индерҙек һ. б.) 81. Һеҙгə ризыҡ итеп бирелгəндəрҙең паҡ булғандарын ашағыҙ, лəкин артыҡ исраф итмəгеҙ (сиктəрҙе уҙмағыҙ, кəрəге ҡəҙəр генə ашағыҙ), кəферлек ҡылмағыҙ, (юҡһа) һеҙҙе ғазабым тотар. Ғазабым тотҡан һəр кем, ысынлап та, һəлəкəткə дусар. (82) Шуныһы ла хаҡтыр, Мин тəүбə иткəн, һуңынан иман килтергəн һəм изгелек ҡылған, тура юлға баҫҡан кешелəрҙе ярлыҡайым. 83. — Ий, Муса, халкыңды ҡалдырып, ашыға‐ашыға яңғыҙ ғына килергə нимə сəбəп булды? (84) — Улар минең арттан килə, — тине Муса. — Əммə мин, Раббым, Һинең ризалығыңды ҡаҙаныу өсөн, шулай алдан килдем. 85. Аллаһ бойорҙо: — Һин киткəндəн һуң Беҙ һинең ҡəрҙəштəреңде (Һарунды, халҡыңды) һынап ҡараныҡ һəм Сəмири уларҙы юлдан яҙҙырҙы. (Сəмири уларҙы быҙау һынына табынырға ҡотортто.) 86. Муса асыулы һəм борсоулы ҡиəфəттə ҡəүеме янына өйлəнеп ҡайтты: — Əй, халҡым, — тине. — Раббығыҙ һеҙгə гүзəл бер вəғəҙə (Тəүрəт) бирмəнеме? Əллə мин киткəндəн һуң бик оҙаҡ уаҡыт уҙған кеүек тойолдомы һеҙгə? Йəки һеҙ Раббынан бер ғазап килеүен телəйһегеҙме? Шуға күрə, миңə биргəн һүҙегеҙҙə торманығыҙмы? (87) Əйттелəр: — Беҙ һиңə биргəн һүҙебеҙҙəн үҙ телəгебеҙ менəн сыҡманыҡ. Əммə беҙгə шул халыҡтың (Мысырҙағы ҡатындарҙың) биҙөнеү əйберҙəрен күтəреп алып килеп, утҡа һалырға (эретергə) ҡушылды. Сəмири лə шулай эшлəне. (88) (Был кеше) улар өсөн шул эретелгəн алтындан мөңрəй торған быҙау һыны яһаны. Шунан һуң (Сəмири менəн уның эйəрсендəре) əйтте:


— Бына, был һеҙҙең дə, Мусаның да тəңреһе булыр. Лəкин ул (Муса) был турала онотто ғына, (сөнки Муса башҡа тəңре эҙлəп, тау башына китте), — тинелəр. 89. Ул быҙау һынының һис бер һүҙ һөйлəй алмағанын, үҙҙəренə файҙа ла, зыян да эшлəй алмаҫ икəне күрмəйҙəрме ни улар? (90) Унан алдараҡ Һарун уларға əйткəн ине бит: — Ий, халҡым, һеҙ шуның арҡаһында (быҙауға табынып) фəтнəгə тарынығыҙ. Һеҙҙең Раббығыҙ — мəрхəмəте киң булған бер Аллаһтыр. Шуға күрə, миңə эйəрегеҙ һəм бойороҡтарымды үтəгеҙ, — тигəн ине. 91. Улар: — Беҙ Муса əйлəнеп ҡайтҡансыға саҡлы уға (быҙауға) табыныуҙан туҡтамаясаҡбыҙ, — тинелəр. 92. Муса əйтте: — Ий, Һарун, — тине. — Быларҙың юлдан яҙғандарын күргəс тə нимə тыйҙы һине (93) минең арттан барырға? Минең бойороғома ҡаршы баш күтəрҙеңме? 94. Һарун: — Ий, əсəйемдең улы (ий, бер туған ағайым)! — тине. — Һин минең сəсемде, һаҡалымды йолҡма. Мин һинең: «Исраил улдары араһында ғауға сығарҙың, һүҙемде тотмағанһың», — тип əйтүеңдəн ҡурҡтым. 95. Муса: — Һəй, Сəмири, хəҙер һинең ҡылмышыңа килəйек, —тине. (Быҙау һəйкəле яһап, һин ниндəй маҡсатҡа ирешергə телəнең?) (96) Сəмири əйтте: — Мин улар күрмəгəнде күрҙем, — тине. — Ул илсенең эҙенəн бер ус тупраҡ алып, уны (быҙау яһар өсөн эретелгəн алтын эсенə) ташланым. Минең эске бер телəгем шулай эшлəргə ҡушты. («Самири: мин кешелəр күҙенə күренмəгəн рухты, Жəбраилде күрҙем йəки мин Мусаның пəйғəмбəр икəнен белдем, шул изгенең аяҡ аҫтынан тупраҡ алып, һəйкəлгə ҡатнаштырҙым. Мин изге рух ҡатнаштырып һын яһаным, тип əйтергə телəй». Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн.) 97. Муса: — Күҙемдəн юғал! — тине. — Ғүмерең буйы һин: «Миңə ҡағылмағыҙ, миңə яҡын килмəгеҙ», — тип һөйлəнергə мəхкүм ителдең. Һинең өсөн айырым бер ғазап, ҡотола алмаҫлыҡ яза Көнө килер. Табына торған һəйкəлеңə ҡара. Ант итəм, беҙ уны яндырасаҡбыҙ. Унан һуң көлөн диңгеҙгə һибəсəкбеҙ. («Шулай итеп, бер кем менəн һөйлəшə‐аралаша алмаһын тип, Сəмириҙе сүлгə, ҡырағай хайуандар араһына ебəрəлəр. Ул тəнде серетə торған тилсə менəн ауырый башлай. Кешелəр янына бара алмай. Ул шулай интегеп һəлəк була».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 98. Һеҙҙең Аллаһығыҙ бары тик берəү генə. Унан башҡа бер кем дə Илаһи ҡөҙрəткə эйə түгел. Аллаһтың ғилеме бар нəмəне лə солғап алган. (99) (Ий, Мөхəммəд) бына шулай итеп, уҙғандағыларҙың хəлдəрен һиңə аңлатабыҙ. Хаҡтыр, Беҙ һиңə Үҙебеҙҙəн киҫəтеү (Ҡөръəн) индерҙек. (100) Унан (Ҡөръəндəн) йөҙ сөйөргəн кеше, һис шикһеҙ, йыйылған гөнаһтары өсөн Ҡиəмəттə язаһын татыр. (101) Ундай кешелəр шунда мəңгегə ҡаласаҡ. Улар өсөн Ҡиəмəт көнөндə иң ауыр йөк (уларҙың гөнаһтары) буласаҡ. (102) Ул Көндө Сур (борғо)ға өрөлөр һəм Беҙ гөнаһлыларҙы (ҡурҡыуҙан) күҙҙəре (ала‐тилə) аҡайған килеш мəхшəргə тупларбыҙ. (103) Улар үҙ‐ара бышылдап ҡына һөйлəшер: — Беҙ (донъяла йəки ҡəберҙə) ун көн генə булдыҡ, — тип əйтерҙəр. (104) Уларҙың нимə тураһында һөйлəшкəнен Беҙ бик яҡшы ишетеп торабыҙ. Уларҙың иң зиһенлеһе, иң тура булғаны: — Бер көндəн дə артыҡ булманығыҙ, — тип əйтер. 105. (Ий, Мөхəммəд) һинəн тауҙар хаҡында һорарҙар (Ҡиəмəт көнөндə тауҙарға нимə булыр?) Əйт: — Аллаһ уларҙы туҙанға əүерелдерер, — тип. (106) Шулай уҡ, Ер өҫтөн тип‐тигеҙ сүл хəленə килтерəсəк. (107) Шунда бер генə ҡалҡыулыҡ та йəки соҡор урын да күрəлмəҫһегеҙ. (108) Ул Көндө кешелəр саҡырыуға йөҙ тотоп, уңға‐һулға тайпылмаҫтан, (Исрафилға) эйəреп барырҙар. Шунан һуң, мəрхəмəтле Аллаһ ҡаршыһында тауыштар тығар. Шуға күрə, һин уларҙың бышылдашҡандарын ғына ишетерһең. (109) Ул Көндө Раббы тарафынан рөхсəт алған һəм Аллаһтың ризалығын ҡаҙанған кешелəрҙəн башҡа һис кемгə лə шəфəғəт, файҙа теймəҫ. (110) Ул кешелəрҙең килəсəген дə, үткəндəрен дə белə. Улар был турала белмəй генə. (Аллаһтың эштəрен белеп торорлоҡ мəғлүмəт уларҙа юҡ.) (111) Ул Көндө йөҙҙəр тере һəм һəр нəмəгə хаким булған Аллаһ алдына эйелер. Ғəҙелһеҙлек ҡылғандар иһə тар‐мар ителер. (112) Мөьмин булараҡ, изгелек ҡылған кеше язанан да, хоҡуҡтары ҡыҫылыуҙан да (язаһы арттырылып, сауабы кəметелеүҙəн дə) ҡурҡмаҫ. 113. (Ий, Мөхəммəд) Беҙ уны ғəрəпсə Ҡөръəн булараҡ индерҙек һəм (кешелəрҙе гөнаһтары өсөн бирелəсəк ғазап менəн) күп тапҡырҙар ҡурҡыттыҡ. Ихтимал, улар (гөнаһ ҡылыуҙан баш тартыр) һаҡланыр. Йəки ул (Ҡөръəн) ғибрəт (киҫəтеү һəм вəғəз) булараҡ иҫтəренə төшөрөп тороусы булыр. 114. Хөкөмдар Аллаһ мотлаҡ бөйөктер. Һиңə барыһы ла индерелеп бетмəйенсə, һин (Ҡөръəн уҡырға) ашыҡма. — Раббым, минең ғилемемде арттыр, — тип əйт. 115. Бынан əүүəл дə Беҙ Əҙəм менəн (ярамаған ағастан емеш алып ашамаҫҡа тип) килешекəн инек. Лəкин ул (антын) онотто. (Шайтан ҡотортҡанына түҙə алманы, тəүəккəл рəүештə ҡаршы тора алманы, ярамаған емеште ашаны, гөнаһ ҡылды.) Беҙ шунда (Əҙəмдең холҡонда Аллаһҡа буйһоноу ҡарары) түҙемлелек күрмəнек. (116) Бер уаҡыт Беҙ фəрештəлəргə: — Əҙəмгə сəждə итегеҙ! — тигəн инек. Уларҙың барыһы ла сəждə итте. Иблистəн башҡа. Ул ҡарышып, баш тартты. (117) Шунан һуң Беҙ əйттек: — Ий, Əҙəм, — тинек. — Ул (Иблис) һиң лə, ҡатыныңа ла хəтəр дошман. Аң булығыҙ, һеҙҙе ул йəннəттəн сығарттырмаһын. Юҡһа, бик ҡыйын хəлдə ҡалырһығыҙ. (118) Хəҙергə бында (йəннəттə) һин асыҡмаҫһың һəм дə яланғас булыуҙан ҡурҡмаҫһың. (119) Һыуһыҙлыҡтан интекмəйəсəкһең, эҫҫенəн дə язаланмаҫһың. 120. Шайтан уны вəсүəсəгə һалды: — Ий, Əҙəм, — тине. — Һиңə мəңгелек ағасын һəм икһеҙ‐сикһеҙ хакимлыҡты күрһəтəйемме? — тине. 121. Ниһайəт, улар икеһе лə ауыҙ иттелəр (тыйылған ағастың емешен ашанылар). Шунан һуң уларҙың оят ерҙəре асылды. Улар шунда уҡ йəннəт ағастарының япраҡтарынан (оят ерҙəренə) ҡаплауыс əҙерлəй башланылар. Шулай итеп, Əҙəм Аллаһ һүҙен тыңламаны һəм юлдан яҙҙы. (122) Һунынан Раббы уны һайланы һəм уның тəүбəһен ҡабул итте һəм тура юлды күрһəтте. (123) Һəм (Əҙəм менəн Иблискə) əйтте: — Бер‐берегеҙгə дошман булып, бынан (йəннəттəн) сығығыҙ. Минəн һеҙгə күрһəтмə (Китап) килер, кем минең өндəмəлəремə эйəрə, шул тура юлдан сыҡмаҫ һəм бəхетһеҙ булмаҫ, — тине. (124) Кем минең киҫəтеүҙəремдəн йөҙ сөйөрə, һис шикһеҙ, уның тормошо ғазаплы буласаҡ һəм Беҙ уны Ҡиəмəт көнөндə тома һуҡыр килеш (ҡəберенəн) ҡубарасаҡбыҙ. 125. Ул əйтер: — Йə, Раббым, мине нимə өсөн һуҡыр килеш (ҡəберемдəн) ҡубарҙың? Əүүəл мин күрə инем бит, — тип əйтер. (126) (Аллаһ) əйтер: — Шулай шул. Һиңə аяттарым (киҫəтеүҙəрем) килде. Һин уларҙы оноттоң. Бына, һин дə бөгөн онотоласаҡһың (мəхрүм ҡаласаҡһың). 127. Бына, Беҙ сиктəрҙе уҙған (тура юлдан яҙған) һəм Раббының аяттарына инанмағандарҙы шулай язалайбыҙ. Əхирəттəге ғазап иһə тағын да хəтəр һəм тағын да дауамлы булыр. (128) Беҙ уларҙан əүүəлгелəрҙе нисə ғаср буйы һəлəк итə килдек. Уларға был һабаҡ булманымы? Юҡһа, улар һəлəк булғандарҙың еренə баҫып йөрөйҙəр. Сəлəмəт зиһенле булғандар өсөн бында, һис шикһеҙ, ғибрəт алырлыҡ хəлдəр бар. (129) Əгəр ҙə (кəферҙəргə бирелəһе язаны кисектерергə) Аллаһтың вəғəҙəһе булмаһа, əлбиттə, (улар донъяла уҡ) язанан ҡотола алмаған булырҙар ине. 130. (Ий, Мөхəммəд) һин улар һөйлəгəндəргə түҙ. Ҡояш сығыр алдынан да (сабах намаҙында), Ҡояш байыр алдынан да (аҡшам намаҙында) Раббыңа тəсбих əйт. Төндөң айырым сəғəттəрендə лə (йəстү намаҙында), көндөҙөн дə (тормош мəшəҡəттəре араһында өйлə, икенде намаҙҙарында ла) тəсбих əйт. Һин ҡəнəғəт ҡалырһың. (Аллаһтың ризалығын ҡаҙанған кеше булырһың.) (131) Аң бул, уларға бирелгəн байлыҡҡа ҡыҙығып ҡарама. Беҙ ул байлыҡты фани донъяла файҙаланһындар тип, уларҙың ҡайһы бер ҡəүемдəрен һынар өсөн бирҙек. Раббыңдың һиңə биргəн ризыҡтары


хəйерлерəк, дауамлыраҡ. (132) Ғəйлəңə (халҡыңа) намаҙ уҡыуҙы бойор. Үҙең дə намаҙ ҡалдырма. Һинəн ризыҡ һорамайбыҙ. Беҙ һине ризыҡландырабыҙ. Тəҡүə кешелəр матур нəтижəгə ирешəсəк. 133. Улар: — Ни эшлəп һуң ул (Аллаһтың пəйғəмбəре булғас) Раббыһынан бер мөғжизə алып килмəне? — тинелəр. Əүүəлге китаптарҙа булғандарҙың ап‐ асыҡ дəлиле (Ҡөръəн) уларға килмəнеме ни? 134. Əгəр ҙə Беҙ бынан (Ҡөръəндəн) алда уларҙы һəлəк иткəн булһа инек, һис шикһеҙ, улар: ‐ Йə, Раббым, беҙгə бер пəйғəмбəреңде күндергəн булһаң, аяттарыңды уҡыған булыр инек, ошо түбəнлектəргə төшмəгəн булыр инек, рисуай ҡалмаған булыр инек, — (тип аҡланған булыр ине). 135. Əйт: ‐ Һəр кем көтə, — тип. — Шулай итеп, һеҙ ҙə көтөгөҙ. Тура юлдан йөрөүселəр улар кем һəм (тəүбəнəн һуң) тура юлды тапҡандар кем икəнен оҙаҡламай белерһегеҙ. 21 — Əнбийə (Пəйғəмбəрҙəр) сүрəһе (Əнбийə сүрəһе 112 аяттан тора. Мəккə ҡалаһында ингəн. Пəйғəмбəрҙəр тураһында хəбəрҙəр бирелгəнгə күрə, «Əнбийə», йəғни Пəйғəмбəрҙəр сүрəһе исемендə йөрөй.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Кешелəрҙең иҫəп‐хисап тотаһы көндəре яҡынлаша. Шулай ҙа улар томаналыҡтары арҡаһында (Хаҡтан) йөҙ сөйөрə. (2) Раббынан үҙҙəренə киҫəтеү‐күрһəтмəлəр килгəн һайын, улар (аяттарҙы) ысын күңелдəн тыңламайынса, уйын‐көлкөгə ала килде. (3) Битараф күңелле ул залимдар йыйналып шулай аҫтыртын бышылдаша ине: — Ул (Мөхəммəд) һеҙҙең кеүек үк бер кеше булмай, кем булһын? Һеҙ (көпə‐көндөҙ) ап‐асыҡ күреп торғанығыҙ килеш, уның сихырына ышанаһығыҙмы? 4. (Пəйғəмбəр) əйтте: — Раббым Ерҙə һəм Күктə (нимə һөйлəнһə шуны) ишетеп торор. Хаҡтыр, Ул — ишетеп, белеп тороусы. 5. Улар əйтте: — Əйе, был (аяттар) уның йоҡлағандағы һаташыуҙарының нəтижəһелер. Шик юҡ, ул уларҙы үҙенəн уйлап сығарған. (Аллаһтан иңде, тип ялғанлай.) Сөнки ул — шағир. (Əгəр ысынлап та ул пəйғəмбəр икəн) алдан индерелгəндəргə (башҡа пəйғəмбəрҙəргə бирелгəн китапҡа) оҡшаш берəй аят (мөғжизə) күрһəтһен, — тинелəр. 6. Быларҙан элек йəшəгəн һəм һəлəк ителгəндəрҙең (шəһəрҙəрҙең, халыҡтарҙың) берһе лə иман килтермəне. Былары иман килтерер, тип өмөтлəнəһеңме? 7. (Эй, Мөхəммəд) һиңə саҡлы ла Беҙ уахи тапшырылған кешелəрҙе генə пəйғəмбəр итеп ебəрҙек. Əгəр (был турала) белмəйһегеҙ икəн, белгəндəрҙəн (китаплы халыҡтан) һорағыҙ. («Аяттағы «əһлүз‐зикр», йəғни «белгəндəр» һүҙен, Тəүрəт менəн Инжилде яҡшы белгəн кешелəр, китаплы халыҡ, тип аңларға кəрəк»Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн ) 8. Беҙ уларҙы (пəғəмбəрҙəрҙе) ризыҡ ашамай торған кəүҙəлəр итеп яралтманыҡ. Улар (фани донъяла) үлемһеҙ ҙə түгел. (9) Ахырҙа Беҙ уларға биргəн вəғəҙəбеҙҙе теүəл үтəнек. Уларҙы һəм ихтыяр иткəн кешелəребеҙҙе ҡотҡарҙыҡ. Хаттин ашҡандарҙы (сиктəрҙе уҙғандарҙы) һəлəк иттек. («Хаттин ашҡандар», йəғни тыйылғандарҙың хатен, сиген уҙып, гөнаһ ҡылғандар, артығын ашағандар, артығын ғəҙелһеҙ булғандар, дөрөҫ үлсəмəгəндəр, алдаусылар, ғəйбəт таратыусылар, ҡараҡтар һəм, ғөмүмəн, енəйəтселəр, əхлəҡһеҙҙəр — барыһы ла хаттин ашыусылар.) 10. Хаҡтыр, һеҙҙəң шундай бер Китап индерҙек: шунда һеҙгə өгөт‐нəсихəт тə, шəрəфтəр ҙə тупланған. Һаман шуны аңламайһығыҙмы? (11) Беҙ кəферлек ҡылған (ғəҙелһеҙ булған) күпме мəмлəкəтте (халыҡтарҙы) тар‐мар килтерҙек, ахырҙа улар урынына башҡаларҙы яралттыҡ. 12. Язабыҙ килгəнен самалағас та, улар ҡаса башлай. 13. (Фəрештəлəр): — Ҡасмағыҙ, байлығығыҙ янына, мул тормошҡа кире ҡайтығыҙ, йорттарығыҙға яңынан урынлашығыҙ, һорау алыу башлана, — тинелəр. (14) Улар əйтер: — Харап булдыҡ, ысындан да, беҙ ғəҙелһеҙ залим булғанбыҙ икəн, — дип ҡысҡырырҙар. 15. Ниһайəт, Беҙ уларҙы сабып ташлаған бесəн кеүек итеп, уты һүнгəн усаҡ көлө һымаҡ, харап итеп ташлағаныбыҙға саҡлы шулай аҡырыуҙарынан туҡтамаҫтар. (16) Беҙ Күкте лə, Ерҙе лə, улар араһындағыларҙы ла шаярыр өсөн генə (Үҙ рəхəтебеҙгə күрə генə) хасил итмəнек. (17) Шаярырға телəһəк, (ул шаярыуҙарҙы) Үҙ тирəбеҙҙə (Үҙебеҙҙең дəрəжəлə генə) эшлəгəн булыр инек. Əммə Беҙ шаярыуҙарҙан йыраҡ торабыҙ. 18. Һис шикһеҙ, Беҙ ялғандың башына Хəҡиҡəт менəн һуғып (ялғандың) мейеһен сəсрəтəсəкбеҙ. Шунда һеҙ күрерһегеҙ, ул (ялған) юҡҡа сығыр. (Аллаһҡа ҡаршы) ялғандар‐ялалар һөйлəгəнегеҙ өсөн, һеҙҙе хəтəр яза көтə. 19. Күктəрҙəге, Ерҙəге һəммə‐барсаһы Уныҡы. Уның яҡындағылар (фəрештəлəр) тəкəбменəннмəй, Уға ғибəҙəт ҡылыуҙан (туҡтамай) арымай. (20) Улар арымай‐талмай, кис‐көндөҙ (Аллаһҡа маҡтау) тəсбих əйтə. 21. (Мөшриктəр) Ер аҫтынан сыҡҡандарҙан (алтын‐көмөштəн, таштан, балсыҡтан) үҙҙəренə тəңрелəр яһанылар. Əллə һуң уларҙың шул тəңрелəре йəнһеҙҙəн йəнле яһай аламы (үлелəрҙе терелтə аламы)! 22. Əгəр һəр икеһендə лə (Ерҙə һəм Күктə) Аллаһтан башҡа Илаһи ҡөҙрəт эйəлəре булһа, улар (Ер менəн Күк һəм ул эйəлəр) əллə ҡасан буталып, боҙолошоп бөткəн булыр ине инде. Алла һаҡлаһын! Тимəк, Ғəрештең Раббыһы булған Аллаһ уларҙың ғəйбəтенəн өҫтөн һəм паҡтыр, азаттыр. 23. Аллаһ Үҙе башҡарғандар өсөн (бер кем ҡаршыһында ла) яуап тотмаҫ; фəҡəт улар (кешелəр үҙҙəренең ҡылмыштары өсөн) Аллаһ ҡаршыһында яуаплы. 24. Унан башҡа тəңрелəрҙе уйлап сығарҙылар. Һин уларға əйт: — (Аллаһтан башҡа тағын хоҙайҙар бар, тип) дəлил килтерегеҙ (əгəр дəлилегез булһа, əлбиттə). Бына, миңə эйəргəн мосолмандарҙың Китабы (шунда ялған юҡ). Бына, минəн элек килгəндəрҙең китабы (шунда кешелəр өҫтəгəн ялған бар), — тип. Юҡ, уларҙың күбеһе дөрөҫлөктө белмəй. Шуға күрə, (наҙанлыҡтары арҡаһында Ҡөръəндəн) йөҙ сөйөрəлəр. 25. «Минəн башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Шуға күрə, Миңə генə табынығыҙ», тигəн дөрөҫлөктө уахи итмəйенсə, Беҙ һинəн əүүəл бер генə пəйғəмбəр ҙə ебəрмəнек. 26. —Ярлыҡаусы (Аллаһ) бала атаһы булды, (Фəрештəлəр ‐ Аллаһтың ҡыҙҙары), ‐ тинелəр. Əстəғфирулла! (Был – кəфер һүҙ!) Аллаһ ундай эштəрҙəн паҡ. Улар үҙҙəре (əйткəн «Аллаһтың улдары, ҡыҙҙары» тигəндəр Аллаһтың) хеҙмəткə ҡуйылған ҡолдары. (27) Улар Аллаһ əмеренəн алда һүҙ һөйлəмəй. Улар бары тик Аллаһ əмере буйынса ғына ғəмəл ҡыла. (28) Ул уларҙың уҙғандарын да, алда нимə күрəсəктəрен дə белеп тора. Улар Аллаһ рөхсəтенəн башҡа һис кемгə шəфəғəт итмəҫтəр. Улар үҙҙəре Унан ҡурҡып‐ҡалтырып торалар. 29. Берəйһе: —Унан башҡа мин дə тəңре, —тип əйтһə, уны йəһəннəм ғазабына ташлаясаҡбыҙ. Залимдарҙы Беҙ ана шулай язалаясаҡбыҙ. 30. Əллə һуң ул иманһыҙҙар күктəр менəн Ерҙең ҡасандыр бергə уҡмашҡан хəлдə булғанын белмəйҙəрме? Беҙ уларҙы айырҙыҡ та, һəр тереклекте дымдан яралттыҡ. Шунан һуң да улар (мөшриктəр) иман килтермəйҙəрме? (31) Беҙ Ер өҫтөндə тауҙар ҡалҡыттыҡ, улар һелкенмəйенсə торһондар өсөн. Улар араһында тарлауыҡлы юлдар хасил иттек, улар тура юлдан барып, маҡсаттарына ирешһен өсөн. (32) Беҙ Күк йөҙөн ҡаплауыс (һаҡлаусы түбə) түшəм кеүек итеп яралттыҡ. Улар (кəферҙəр иһə Күк йөҙөнең дəлилдəренəн, Аллаһтың) аяттарынан баш тарта.


(33) Аллаһ төндө, көндө, Ҡояшты, Айҙы яһаны. Уларҙың һəр береһе үҙ əйлəнəһе тирəһендə Күк йөҙө буйлап йөҙөп‐осоп йөрөргə тəртип ителде. 34. Без һинəн элек йəшəгəндəрҙең берһенə лə үлемһеҙлек бирмəнек. Һин үлһəң, улар мəңге йəшəйəсəкме? (Əлбиттə, йəшəмəйəсəк!) (35) Һəр йəн эйəһе үлем əсеһен татыр. Һеҙҙе муллыҡ, лəззəт һəм яманлыҡ менəн (ымһындырып) һынайбыҙ. Унан һуң һеҙ (ҡылғандарығыҙ өсөн яуап тотарға) ҡайтарыласаҡһығыҙ. 36. (Рəсүлем) кəферҙəр һине күргəс тə: — Ошомы инде беҙҙең Илаһтарыбыҙ менəн ауыҙ сайҡаусы кеше? — тип мыҫҡыл итəсəктəр. Улар мəрхəмəт менəн ярлыҡаусы Аллаһтың Китабын инҡар итеүселəрҙең нəҡ үҙҙəреҙер. (37) Түҙемһеҙлек кешенең тəбиғəтендə бар. Һеҙгə аяттарымды (һəм язаларымды) күрһəтермен. Лəкин һеҙ мине ашыҡтырмағыҙ. (38) — Дөрөҫөн һөйлəйбеҙ, тип əйтəһегеҙ икəн, ҡасан тормошҡа ашасаҡ һуң ул вəғəҙəлəрегеҙ? — тип əйтəлəр. 39. Ул кəферҙəр йөҙҙəре, арҡалары ялҡын эсендə янғанда ярҙам күрмəйəсəк заман килəсəген белһəлəр ине! (40) Эйе, иҫкəртмəҫтəн килер ул (Ахырзаман), улар ҡаушап ҡалыр. Улар уны кире ҡаға алмаҫ һəм (ул ғазап) уаҡытлыса кисектерелмəҫ. 41. Хаҡтыр, һинəн əүүəл килгəн пəйғəмбəрҙəрҙе лə улар шулай мыҫҡыл итте. Лəкин ул мыҫҡылсылар мыҫҡыл сəбəпсеһе (Ҡиəмəт язаһы) менəн сорнап алыныр. (42) Əйт: — Кис‐көндөҙ һеҙҙе Аллаһ язаһынан кем ҡотҡара ала? — тип. Шуға ла ҡарамаҫтан, улар Раббыларын зикер итеүҙəн йөҙ сөйөрə. (43) Əллə һуң уларҙың Беҙгə ҡаршы торорҙай ҡөҙрəт эйəлəре бармы? (Уларҙың Илаһҡа һанаған нəмəлəре) үҙҙəренə үҙҙəре лə ярҙам итə алырлыҡ көскə эйə түгел. Улар Беҙҙəн дə иғтибар‐ярҙам күрмəҫ, язабыҙҙан ҡотола алмаҫ. 44. Əлбиттə, Беҙ уларҙың ата‐бабаларын да муллыҡта йəшəттек. Ысындан да, улар (бөтмəҫ‐төкəнмəҫ кеүек тойолған) оҙон ғүмер йəшəнелəр. Шулай ҙа улар инде лə күрмəйҙəрме ни һуң, ихтыяр итеп, Беҙ иплəп кенə уларҙың ерҙəрен һəр яҡлап кəметə барабыҙ. Шунан һуң да улар еңеүсе булып ҡала алырмы? 45. Əйт: — Мин бары тик уахи менəн һеҙҙе киҫəтəм. Бары тик (күңеле) һаңғырауҙар ғына был саҡырыуҙарҙы ишетмəҫ, — тип. (46) Хаҡтыр, уларға Раббы тарафынан бəлəкəй генə (ғазап) еле иҫеп ҡуйһа ла, улар шунда уҡ: — Харап булдыҡ! Ысындан да, беҙ залим булғанбыҙ икəн, — тип ҡысҡыра башлайҙар. 47. Ҡиəмəт көнөндə Беҙ ғəҙеллек бизмəндəре ҡороп ҡуясаҡбыҙ. Ул Көндө инде һис бер кемгə ниндəй ҙə булһа ғəҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. (Ҡылған эштəрегеҙҙең) хəрдəл бөртөгө ҡəҙəрен дə (дөрөҫ бизмəнгə) һалырбыҙ. Иҫəп‐хисап өҙөр өсөн Минең үҙемдең дə булыуым еткəн. 48. Хаҡтыр, Муса менəн Һарунға тəҡүəлектəре өсөн, бер яҡтылыҡ — өгөт һəм Фурҡан бирҙек. («Фурҡан» һүҙенең тəржемə мəғəнəһе изге китаптарҙы күҙ уңында тота. Йəғни, яҡшылыҡты ямандан айырыу ғилеме. Ҡөръəндең, бүтəн атамаһы ла Фурҡан булыр». Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн.) 49. Эске бер ҡурҡыу менəн Аллаһҡа инанғандар Сəғəт һуғыуын (Ҡиəмəт килеүен) тетрəнеп көтəлəр. (50) Бына был (Ҡөръəн) Беҙ индергəн хəйерле һəм файҙалы киҫəтеү‐өгөттəр (Китабыҙыр). Һеҙ хəҙер шуны инҡар итерһегеҙме? 51. Хаҡтыр, бынан əүүəл Ибраһимға ла (бəлиғлегенəн алда) өлгөргəнлекте (аҡты ҡаранан айыра белеүҙе) бирҙек. Һəм Беҙ уның шундай икəнен белеп торҙоҡ. (52) Шул уаҡытта ул атаһына һəм ҡəүеменə əйтте: — Һеҙ ниндəй һəйкəлдəргə (таш һындарға) табынаһығыҙ? — тине. (53) Улар əйтте: — Беҙ ата‐бабаларыбыҙҙың шуларға (ҡарышып) табынғандарын күреп үҫтек, тинелəр. (54) (Ибраһим) əйтте: —Аталарығыҙ ҙа, үҙегеҙ ҙə яңғылышыу‐һаташыу юлында, — тине. (55) Улар: — Һин беҙгə хəҡиҡəт алып килдеңме (һин дөрөҫөн һөйлəйһеңме)! Əллə һин беҙҙəн көлөргə телəйһеңме (ялғанлайһыңмы)? — тинелəр. (56) — Юҡ! — тине Ибраһим. — Һеҙҙең Раббығыҙ күктəрҙең һəм дə Ерҙең хужаһы. Уларҙы яралтыусы — Аллаһ. Мин шуға (Аллаһтың ҡөҙрəтенə) шаһит булғандарҙың (инанғандарҙың) береһе булам. (57) — Валлаһи, улар (туғандарым) арҡа ҡуйып киткəндəн һуң, мин һеҙҙең һындарығыҙға бер‐бер хəл ҡыласаҡмын. — (тине Ибраһим). 58. Шунан һуң ул боттарҙы ватып‐емереп бөтөрҙө. Бары тик уларҙың иң ҙурын ғына ватмайынса ҡалдырҙы. Тегелəр (кəферҙəр) уларға мөрəжəғəт итһен өсөн. 59. Тегелəре килеп һораны: — Кем шулай беҙҙең Илаһтарыбыҙҙы ватты? Хаҡтыр, ул кеше бик тə ғəҙелһеҙ икəн, — тинелəр. (60) Берһе əйтте: — Бер йəш егеттең Илаһтарыбыҙҙы һүгеп йөрөгəнен ишеткəн инек. Ул егеттең исеме — Ибраһим, — тинелəр. (61) Əйттелəр: —Улайһа, уны халыҡ ҡаршыһына алып килегеҙ. Кешелəр үҙ күҙҙəре менəн күрһен. (62) — Əй, Ибраһим, — тинелəр. — Илаһтарыбыҙҙы һин шулай харап иттеңме? (63) Ибраһим əйтте: — Был эште, ана, теге ҙуры башҡарҙы, — тине. — Теле булһа, унан һорағыҙ. 64. Шунан һуң улар (боттарға табыныусылар) үҙ‐ара һөйлəшə башланы. — Ысындан да, беҙ үҙебеҙ ғəйепле, — тинелəр. 65. Һуңынан улар ҡыйынһынып əйттелəр: — Һин бит уларҙың һөйлəшə алмағандарын белеп тораһың (ни өсөн уларҙан һорарға ҡушаһың)! — тинелəр. (66) Ул (Ибраһим) əйтте: — Улайһа, ни эшлəп һуң һеҙ Аллаһты инҡар итеп, (хатта һөйлəшер һəлəте лə булмаған, телһеҙ, һаңғырау) бер зарар ҙа, бер генə файҙа ла килтерə алмаҫтай меҫкендəргə (боттарға) табынаһығыҙ? — тине. (67) — Һеҙгə лə, һеҙ тəңре тип табына торған (шул таштарығыҙ) өҫтөнə лə — тфу! Инде лə аҡылға килеп, һабаҡ алмаҫһығыҙмы ни? 68. — Уны (Ибраһимды) утҡа ташларға кəрəк! — тинелəр. Икенселəре иһə: — Илаһтарығыҙҙы унан яҡлап ҡалығыҙ, əгəр ҙə һеҙ тəүəккəл кешелəр булһағыҙ, — тинелəр. 69. — Һəй, ялҡын! ‐ тинек. — Ибраһимға зарар килтермə, һалҡынсалыҡ бир. (70) Шулай итеп, улар хəйлə ҡорған ине лə, Беҙ уларҙы меҫкен хəлдə ҡалдырҙыҡ. (71) Беҙ уны ла, Лутты ла ҡотҡарып ҡалдыҡ. Уларҙы ғəлəм халыҡтары өсөн етəрлек бəрəкəтле ергə урынлаштырҙыҡ. 72. Уға (Ибраһимға) Исхаҡты һəм Яҡупты, айырым бер бүлəк булараҡ бирҙек һəм барыһын да изгелеклелəрҙəн ҡылдыҡ. (73) Əмеребеҙ буйынса, уларҙы тура юл күрһəтеүсе юлбашсылар иттек һəм үҙҙəренə хəйерле эштəр башҡарыуҙы, намаҙ уҡыуҙы, зəкəт биреүҙе уахи иттек. Улар Беҙгə өҙлөкһөҙ ғибəҙəт ҡылыусылар булды. 74. Лутҡа ла хөкөм һəм ғилем бирҙек. Уны бысраҡлыҡтар ҡылыусы халыҡтан ҡотҡарҙыҡ. Улар, хаҡтыр, фетнəсе, боҙоҡ ҡəүем ине. (75) Уны (Лутты) рəхмəтебеҙгə ҡабул ҡылдыҡ. Сөнки ул изгелəрҙəн ине. (76) Унан да элегерəк Нух та доға ҡылды. Беҙ уның доғаһын ҡабул ҡылдыҡ. Шу‐ лай итеп, үҙен һəм иман килтергəн яҡындарын ҙур əфəттəрҙəн ҡотҡарып ҡалдыҡ. (77) Уны аяттарыбыҙҙы инҡар иткəн ҡəүемдəн ҡотҡарҙыҡ. Хаҡтыр, улар боҙоҡ ҡəүем ине. Шуға күрə, уларҙың бөтөнөһөн дə һыуға батырҙыҡ. 78. Шулай уҡ Дауыт менəн Сөлəймəнде иҫегеҙгə төшөрөгөҙ. Бер заман улар иген баҫыуында бəхəскə керҙе. Берəүҙəренең һарыҡ көтөүе, киске яҡта икенселəренең иген баҫыуына кереп, бик күп зыян килтергəн ине. Беҙ уларҙың хөкөмдəренə шаһит булып торҙоҡ. («Был ғауғаны хөкөм итеүсе Дауыт менəн ун өс йəшлек Сөлəймəн — икеһе ике төрлө ҡарар сығара. Дауыт: «Зыян күргəн игенсегə һарыҡ көтөүен бирергə», — ти. Лəкин Сөлəймəн: «Күрелгəн зыянды ҡаплағанға ҡəҙəр генə баҡса эйəһе һарыҡтарының йөнө, һөтө, итенəн файҙалана ала, зыян ҡапланғас, һарыҡтар хужаһына ҡайтарып бирелергə тейеш», — ти һəм Дауыт сабый улының хөкөмө менəн риза була.»Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн.)


79. Шулай хөкөм йөрөтөргə Сөлəймəнгə Беҙ əмер иттек. Беҙ уларҙың һəр икеһенə лə хөкөм хоҡуғы һəм ғилем бирҙек. Ҡоштарҙы һəм тəсбих əйтеүсе тауҙарҙы Дауытҡа буйһондоҙоҡ. Был эштəрҙе Беҙ əмер иттек. (80) Һуғыш уаҡытында һеҙҙе (ҡылыстан) һаҡлар өсөн, тимер көбə яһау ғилемен уға өйрəттек. Инде шөкөр итəсəкһегеҙме? 81. Сөлəймəн əмеренə Беҙ дəһшəтле иҫкəн елде бирҙек. Уның ҡушыуы буйынса, ул ел эсе тулы бəрəкəттəр булған урынға тура ҡарап иҫə. Беҙ барыһын да белеп торабыҙ. (82) Уның өсөн диңгеҙгə сумып (ынйы‐мəрйендəр алып сыҡһындар, тип) һəм башҡа төрлө эштəр эшлəр өсөн, шайтандарҙы буйһондорҙоҡ. Беҙ уларҙы күрҙəтеп торҙоҡ. (Шайтан, Иблис, ендəр мəсьəлəһенə М. Али был шəкелдə ҡарай: слово шайтан (т. е. дьявол) означает того, кто чрезмерно занозчив и непокорен, независимо от того, человек это, джинн или зверь. 654 бит, 1647 нсе аңлатма.) 83. Əйүпте иҫенə төшөр. Нисек итеп ул Раббыһына: — Башыма бəлə килде. Һин мəрхəмəтлелəрҙең иң мəрхəмəтлеһе бит (зинһар, ярҙамыңдан ташлама), — тип ялбарған ине. (84) Беҙ уның был доғаһын ҡабул иттек. Уның башына төшкəн бəлəне алдыҡ. Үҙ тарафыбыҙҙан рəхмəт булһын тип, ғибəҙəт ҡылғандар өсөн бер һабаҡ булһын тип, уға ғəйлəһен, малдарын һəм башҡа ниғмəттəрҙе артығы менəн ҡайтарып бирҙек. («Əйүп ун йыл ауырып, йорто емерелеп, байтаҡ ҡына ҡəрҙəштəрен юғалтып, яза сигə ине.» Хəйретдин Ҡараман белəн Хəсəн Чантай тəфсирҙəренəн.) 85. Исмəғилде лə, Иҙристе лə һəм Зөлкəфилде иҫегеҙгə төшөрөгөҙ. Барыһы ла сабыр (түҙем) кешелəр ине. (86) Уларҙы яҡланыҡ. Улар, ысындан да, изгелекле кешелəр ине. 87. Балыҡ хужаһы Зүннүн (Юныс) тураһында ла онотмағыҙ. Ул (үҙенең ҡəүеменə) бик ныҡ үпкəлəп, асыуланып киткəн ине. Үҙенə көсөбөҙ етмəҫ, тип уйлаған ине ул. Ниһайəт, ҡараңғылыҡҡа (балыҡ эсенə барып) элəккəс: — Һинəн башҡа Һиңə тиң һис бер зат юҡ. Һине генə пак, тип таныйым. Ысындан да, мин ғəҙелһеҙ булғанмын икəн, ‐ тип Аллаһҡа ялбара башланы. («Зүннүн, Зөлнүн — хəҙрəти Юныстың ҡушаматы, йəғни «Балыҡ кешеһе (хужаһы)» тигəн һүҙ. Юныс пəйғəмбəр оҙаҡ уаҡыттар халҡын хаҡ дингə өндəй. Яҡшы нəтижəлəргə ирешə алмағас, ул үҙ халҡына үпкəлəп, кəмəгə ултырып, диңгеҙгə сыға. Һəм һыуға бата, уны ҙур балыҡ йота. Лəкин уны Аллаһ Тəғəлə ҡотҡарып ҡала».Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) 88. Шунан һуң беҙ уның доғаһын ҡабул иттек һəм уны бəлəнəн ҡотҡарҙыҡ. Бына, шул рəүешле Беҙ мөьминдəрҙе ҡотҡарабыҙ. 89. Зəкəрийəне лə иҫегеҙгə төшөрөгөҙ. Нисек итеп ул Раббыһына доға ҡылды. — Раббым, мине яңғыҙ ҡалдырма (миңə тоҡом, нəҫел бир). Һин вəриҫтəр араһында иң мəрхəмəтлеһе, — тине. 90. Беҙ уның доғаһын ҡабул иттек. Уға ул (Йəхйəны) бирҙек. Ҡатынын да үҙе өсөн (бала таба торған итеп) ҡулай ҡылдыҡ. Улар изгелек өсөн ярышып, яҡшы эштəр башҡарҙы. Ҡурҡыу менəн өмөт араһында Беҙгə ғибəҙəт ҡылдылар. Улар Беҙгə тəрəн мөхəббəт тəрбиə иттелəр. 91. Ғиффəтлелек мөһөрөн (оят ерен) һаҡлаған (хəҙрəти Мəрйəмде лə) иҫегеҙгə төшөрөгөҙ, зинһар. Беҙ уға рух өрҙөрҙөк; уның үҙен һəм улын (Ғайсаны) бөтөн ғəлəмгə үрнəк ҡылдыҡ. 92. Ысынлап та, был өммəт (бер диндəге мосолмандар) бары тик һеҙҙең өммəтегеҙ генə. Һеҙҙең Раббығыҙ — Мин. Шулай булғас, Миңə генə ғибəҙəт ҡылығыҙ. 93. Кешелəр (дин һəм мал өсөн) үҙ‐ара талашып, берҙəмлекте боҙҙолар. Гəрсə, уларҙың барыһы ла (яуап тотар өсөн) ҡаршыма баҫасаҡ. (94) Иман килтереп, изгелек ҡылған кешенең тырышыуҙары заяға китмəҫ. Уларҙы уның файҙаһына (ғəмəл дəфтəренə) яҙа барабыҙ. (95) Һəлəк ителгəн шəһəрҙəр (енең кешелəре донъяға кире ҡайтмаҫлыҡ итеп) ҡарғалған. 96. Ниһайəт, Йəжүж менəн Мəжүж (ҡоймалары) асылып, улар бейектəн ташҡын булып аҫҡа төшкəнсегə ҡəҙəр һəм (97) ысын вəғəҙəбеҙ (үлем, Ҡиəмəт көнө) яҡынлашҡансыға саҡлы, инҡар иткəндəрҙең күҙҙəре тоноп, шар асыҡ ҡалыр. — Харап ҡына булдыҡ, — тип ҡысҡырырҙар. — Ысындан да, беҙ былай булыр, тип уйламаған инек. Беҙ, ысындан да, кəферҙəр булғанбыҙ икəн. (98) Һез ҙə (кəферҙəр) һəм: «Илаһ» тип, Аллаһтан башҡаға (һындар, боттарға) табынғандарығыҙ ҙа йəһəннəм киҫəүе буласаҡһығыҙ. Һеҙ шунда керəсəкһегеҙ. (99) Əгəр улар, ысындан да, Илаһ булһалар, шунда (йəһəннəмгə) кермəгəн булырҙар ине. Хаҡтыр, уларҙың барыһы ла (табынғандар ҙа, Илаһ урынындағы һындар, һəйкəлдəр ҙə) шунда (йəһəннəмдə) ҡаласаҡ. (100) Улар шунда ыңғырашырҙар һəм һис нимə ишетмəҫтəр. 101. Шик юҡ, Беҙҙең тарафтан иң яҡшы əжерҙəр бирергə вəғəҙə ителгəндəргə килһəк, бына шулар була инде йəһəннəмдəн йыраҡлашҡандар. (102) Былар күңелдəре телəгəн ниғмəттəр эсендə мəңге йəшəп ҡалырҙар һəм уның (йəһəннəмдең) тауышын ишетмəҫтəр. (103) Иң хəтəр (яза) ҡурҡыныстар ҙа уларҙы (изгелекле мөьминдəрҙе) ҡурҡытмаҫ (ғəйебе булмаған кеше ҡурҡмаҫ). Уларҙы фəрештəлəр былай ҡаршылар: — Бына, был һеҙгə вəғəҙə ителгəн (бəхетле) көнөгөҙ, — тип əйтерҙəр. 104. Яҙған ҡағыҙҙарын нисек итеп төрəлəр, Беҙ ҙə ул Көндө Күкте шулай төрөрбөҙ. Иң башта яһай башлағандағы хəлгə килтерербеҙ. Беҙ шулай ҡылырға вəғəҙə иткəн инек. Беҙ вəғəҙəбеҙҙə торорбоҙ. (105) Хаҡтыр, Тəүрəттəн һуң Зəбүрҙы ла Беҙ яҙҙыҡ: бары тик тоғро ҡолдарым ғына Ер йөҙөнə вəриҫ булып ҡаласаҡ. — тинек. (106) Шик юҡтыр, бында (Ҡөръəндə) ысын күңелдəн Аллаһҡа инанғандар өсөн күрһəтмəлəр, саралар бар. 107. (Эй, Мөхəммəд) Беҙ һине бары тик рəхмəт билгеһе итеп ғəлəмдəге халыҡтарға күндерҙек. (108) Əйт: — Миңə бары тик: Аллаһтан башҡа Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм Тəңре булырлыҡ һис бер кем юҡ, тип уахи бирелде. Əле һаман да мосолман булмаҫҡамы иҫəбегеҙ? – тип əйт. (109) Əгəр (һинең өндəүҙəреңдəн) йөҙ сөйөрһəлəр, əйт: — (Хəҡиҡəтте) һеҙҙең барығыҙға ла тигеҙ белдерəм (мосолманына ла, кəференə лə). Һеҙгə вəғəҙə ителгəндəр (йəннəт менəн йəһəннəм) ҡасан була (бөгөнме, иртəгеме), мин белмəйем, — тип əйт. (110) — Шик юҡ, Аллаһ ҡысҡырып əйткəн һүҙҙəрҙе лə, йəшертен һөйлəгəндəрҙе лə белеп тороусы. (111) Мин белмəйем. Бəлки, был эштəр һеҙҙе уаҡытлыса һынап ҡарау (һəм донъя ниғмəттəренəн файҙаландырыу) ғынаҙыр. Ихтимал. 112. (Мөхəммəд əйтте): ‐ Раббым, Үҙең ғəҙеллек менəн хөкөм ит. Беҙҙең Раббыбыҙ рəхимле. Аллаһҡа хас булмаған сифаттар өҫтəп, ялған һөйлəгəндəргə ҡаршы көрəшергə Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. 22 — Хаҗ(Хаж) сүрəһе (Хаж сүрəһе 78 аяттан тора. Мəҙинəлə, Мəккəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əй, һеҙ, кешелəр! Раббығыҙ (гөнаһ ҡылыу)ҙан ҡурҡығыҙ. Сөнки ул Сəғəттə (Ҡиəмəт көнөндə)ге тетрəү бик тə дəһшəтле булыр. («Төп нөсхəлə» «əл‐сəғəт» һүҙе Ҡиəмəт көнө мəғəнəһендə ҡулланыла. Сəғəтебеҙ һуҡҡас, йəғни Ҡиəмəт еткəс, ғəлəмдəге тəртип боҙола. Ҡояш Көнбайыштан сығасаҡ, ер тетрəүҙəр, ҡот осҡос ғəрəсəт башланасаҡ».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 2. Ул Көндө күргəс, сабыйын имеҙеп ултырыусы ҡатын сабыйын онотор, йөклө ҡатындың (ҡурҡыуҙан) балаһы төшөр. Кешелəр айныҡ булһалар ҙа, иҫерек кеүек күренер, тик улар иҫерек түгел. Аллаһтың язаһы шулай ҡаты буласаҡ. 3. Кешелəр араһында наҙан килеш Аллаһ хаҡында бəхəслəшергə əүəҫ кешелəр бар. Улар — аҙғын шайтанға эйəргəн кешелəр. (4) Шайтан хаҡында былай яҙып ҡуйылған: уны юлдаш иткəн кеше белеп торһон, (шайтан) уны юлдан яҙҙырасаҡ һəм ялҡынлы утҡа (йəһəннəмгə) алып керəсəк. 5. Əй, халыҡтар! Яңынан терелеүгə шиклəнһəгеҙ, шуны белеп тороғоҙ: һеҙҙе тупраҡтан, һуңынан шəһүəттəн, унан һуң ғəлəҡтəн (ҡан күҙəнəгенəн), унан һуң күҙəнəктəре беленер‐беленмəҫ йəнле ит киҫəгенəн (яралғы итеп) яралттыҡ. Ҡөҙрəтебеҙҙе һеҙгə белдерер өсөн. Һəм мəғлүм бер уаҡытҡаса (яралғының кем буласағын билгелəгəн хəлдə) əсə ҡарынында тотабыҙ. Һуңынан һеҙҙе бер сабый бала рəүешендə донъяға сығарабыҙ. Унан һуң аҡылға, көскə эйə булһын, тип үҫтерəбеҙ. Ҡайһы берҙəрегеҙ (йəшлəй) вафат була, ҡайһы берҙəрегеҙ ҡартайып, хəлдəн тайғансыға саҡлы


йəшəй, ни ҡəҙəр генə ғилемле булһа ла, ҡартлыҡ көнөндə барыһын да онотоп бөтөрə. Һин ҡоп‐ҡоро (үле‐йəнһеҙ) Ер йөҙөнə ҡарап тораһың, əммə Беҙ өҫтөнə ямғыр яуҙырғас, ул терелə, бүртə башлай һəм төрлө (тоҡомдан булған) үҫемлектəр үҫтерə. («Аналыҡта яралған яралғының үҫеш дəүерен күрһəткəн был аяттағы һүҙҙəрҙе төрлөсə тəржемə итəлəр. X. Чантайҙа: тоҡомон кеше һыуынан, һуңынан ойошҡан ҡандан, унан һуң (составы) күҙəнəктəре беленер‐беленмəҫ бер ит киҫəгенəн яралттыҡ. X. Ҡараманда: тупраҡтан, һуңынан шəһүəттəн, һуңынан күҙəнəктəре беленер‐беленмəҫ йəнле ит киҫəгенəн яралттыҡ. Ш. Ноғманиҙа: балсыҡтан халыҡ ҡылдыҡ, һуңынан нəҫелегеҙҙе үрсетер өсөн бер тамсы мəни һыуынан, һуңынан ул һыуҙы ойошҡан ҡан ҡылдыҡ, һуңынан ҡанлы ит киҫəге ҡылдыҡ, кəрəк — ул һүрəтлəнгəн булһын, кəрəк — һүрəтлəнмəгəн булһын, уның кем буласағын билгелəйбеҙ... М. Чагрыжыла: «Ғəлəҡə» һүҙенең төрлө мəғəнəлəре бар: бəйлəнеш, аралашыу, элемтə, мөнəсəбəт бағланыштары, ойошҡан ҡан. Ойоған ҡан түгел, ойошҡан ҡан. Составта ойошҡан, ҡатлаулы составы булған ҡан. Кешенең яралыуында ҡатнаша торған матдəлəр бына былай аңлатыла: ҡатындың һəм ирҙең күкəйлектəре эшлəп сығарған ике орлоҡ ҡушылып, аралашып, ҡатнашып аналыҡҡа кереп урынлашҡан яралғы ла «ғəлəҡə» тип атала. Ошо ҡатлаулы эште башҡара алған Аллаһҡа үлелəрҙе терелтеү кеүек эш һис тə ауыр түгел».) 6. Сөнки Аллаһ ул — Хəҡиҡəттең үҙе. Аллаһ үлене терелтер. Аллаһ бар нəмəне лə булдыра ала торған ҡөҙрəт эйəһе. 7. Хаҡтыр, ул Сəғəт (Ҡиəмəт) һуғыр. Аллаһ ҡəберҙəрҙəге барса кешелəрҙе терелтеп ҡубарыр (сығарыр). 8. Кешелəрҙең ҡайһы берҙəре, белемһеҙ килеш, тура юл күрһəтеүсеһе, зиһендəрен яҡтыртыусы китабы булмаһа ла, Аллаһ тураһында «фəлсəфə» ҡуйырта. (9) Тəкəббер рəүештə (күкрəк киреп) кешелəрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырырға телəйҙəр. Улар өсөн фани донъяла хурлыҡ əҙерлəнгəн. Ҡиəмəт көнөндə иһə уларға яндырып‐көйҙөрөүсе ғазаптар булыр. 10. (Гөнаһлыларға əйтелер): — Был — үҙең (ҡулдарың менəн ҡылған гөнаһтарыңа күрə) əҙерлəгəн ғазаптарыңдыр. Шик юҡ, Аллаһ бəндəлəренə ғəҙелһеҙ булмаҫ. 11. Бар шундай кешелəр, ҡайһыларылыр, Аллаһҡа ышаныр‐ышанмаҫ ҡына (динһеҙлек менəн иман эргəһендə) ғибəҙəт ҡылалар; эштəрендə уңыш килһə, бик ныҡ шатланалар; ҡыйынлыҡтар килһə, сырайҙары үҙгəрə (был диндəн ваз кисеп, Аллаһтан) йөҙ сөйөрəлəр. Улар донъялағыһын да, Əхирəттəгелəрен дə юғалталар. Бына ошо булыр ап‐асыҡ мəхрүм ҡалыу. 12. Аллаһты инҡар итеп, үҙҙəренə файҙа ла, зыян да эшлəргə көстəренəн килмəгəн нəмəлəрҙе ярҙамға саҡырыусылар (уларҙың исеме менəн ғибəҙəт ҡылыусылар) бар. Был — кире сыҡмаҫлыҡ бер аҙашыу‐һаташыу. (13) Файҙаһына ҡарағанда зарары күберəк булған ул нəмəлəргə табыналар. Ул (боттар, таштар) — шикле ярҙамсы, ышанысһыҙ дуҫтар. 14. Хаҡтыр, Аллаһ иман килтергəн һəм изгелек ҡылған кешелəрҙе арыҡтарынан шишмəлəр ағып тороусы йəннəттəргə ҡабул итер. Шик юҡтыр, Аллаһ ихтыяр иткəнен ғəмəлгə ашыра торған сикһеҙ ҡөҙрəт эйəһе. 15. — Был донъяла ла, Əхирəттə лə Аллаһ (Пəйғəмбəренə) ярҙам итмəһен ине, — тип уйлаған кеше Күккə бау таҡһын да, (аяҡтарын) ерҙəн айырһын (шул бау буйлап өҫкə менһен, Аллаһтың Мөхəммəд Пəйғəмбəргə ярҙам ебəрə торған уахи юлын кисһен!) Уның был хəйлəһе асыуын килтергəнде (Аллаһтың ярҙамын) юҡҡа сығарырмы икəн? (Кəфер кешеһе нимəлəр генə ҡыланһа ла, Аллаһтың Мөхəммəдкə булған ярҙамын киҫə алмаҫ!) 16. Бына шулай итеп, Беҙ уны (Ҡөръəнде) асыҡ аяттар хəлендə индерҙек. Хаҡтыр, Аллаһ ихтыяр иткəн һəр кешеһен тура юлға күндерə ала. 17. Мосолмандар, йəһүдтəр, сабийҙəр, христиандар, мəжүсилəр һəм мөшриктəр: Аллаһтан башҡа тəңрелəр ҙə бар, тип табыныусыларға килгəндə, хаҡтыр, Ҡиəмəт көнөндə Аллаһ быларҙың һəр береһен айырым‐айырым хөкөм итер. Аллаһ барыһын да белеп тороусы. 18. Күрмəйһегеҙме ни, Күктəгелəр ҙə, Ерҙəгелəр ҙə, Ҡояш та, Ай ҙа, йондоҙҙар, тауҙар, ағастар, хайуандар һəм кешелəрҙең күбеһе Аллаһҡа сəждə итə; язаға тарығандары ла байтаҡ. Аллаһ кемде лə булһа хурлыҡҡа төшөрə икəн, уны ҡотҡарырлыҡ башҡа берəү ҙə юҡ. Уларға Аллаһ янында хөрмəт һəм абруй булмаҫ. Хаҡтыр, Аллаһ телəгəнен еренə еткерə. 19. Раббы тураһында бəхəслшəкəн ике төркөм бар. (Мосолмандар менəн кəферҙəр). Инҡар итеүселəргə уттан тегелгəн күлдəк булыр. Уларҙың башына шау ҡайнар һыу түгелəсəк. (20) Шулай итеп, уларҙың бөтөн ағзалары, тирелəре янып‐бешəсəк. (21) Улар өсөн шунда тимер сыбыҡтан үрелгəн ҡамсылар булыр. (22) Был əрнеүҙəрҙəн ҡотолорға телəрҙəр. Уларҙы кире утҡа ташлаясаҡтар. Һəм: — Был үҙəк өҙгөс ут ғазаптарын татығыҙ, — тип əйтелер. 23. Хаҡтыр, иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы арыҡтарынан шишмəлəр ағып ятыусы йəннəттəр ҡабул итер. Улар шунда алтын белəҙектəр кейеп, ынйылар тағырҙар. Кейемдəре иһə ебəктəн тегелгəн булыр. (24) Улар иң татлы‐гүзəл һүҙгə ирешер, маҡтауға лайыҡ Аллаһтың юлына күндерелгəндəр шулар булыр. 25. Хаҡтыр, кəферҙəр кешелəрҙе Аллаһ юлынан, Мəсжед‐и Харамға кереүҙəн тыялар, Беҙ уны ғибəҙəт ҡылыр өсөн ҡорҙорҙоҡ, шунда тороусыға (ерле халыҡҡа) ла, ситтəн килгəн юлсыларға ла тигеҙ хоҡуҡтар бирҙек. Берəйһе ул мəсеттə нəжеслек ҡылһа, Беҙ уны əрнетеүле ғазап менəн язалаясаҡбыҙ. 26. Бер уаҡыт Беҙ Ибраһимға Бəйтулла (Кəғбəтулла) буласаҡ урынды күрһəттек һəм əйттек: — Һис бер кемде, һис бер нəмəне миңə тиңдəш ҡылма, тауаф итеүселəр (изге йортто əйлəнеп йөрөүселəр), аяҡ өҫтө ғибəҙəт ҡылыусылар, рəкүғ һəм сəждəгə киткəндəр өсөн йортомдо паҡ тот, — тинек. 27. Кешелəр араһында Хажға барыуҙың кəрəклеге тураһында хəбəр тарат; улар йəйəүлəп тə, оҙон юл йөрөп арыған дөйəлəргə атланып та килер. (28) (Улар Хаж сəфəрендə кешелəр менəн аралашып, мəғлүмəт йыйып, пакланып, Хаждың файҙаһын күрһендəр), махсус билгелəнгəн көндəрҙə үҙҙəренə ризыҡ өсөн бирелгəн ҡорбанлыҡ хайуандар салып, Аллаһты зикер итһендəр (шуның өсөн Хажға килһендəр). Шул ҡорбан иттəрен һəм үҙегеҙ ашағыҙ, һəм дə бəхетһеҙ ярлыларға, фəҡирҙəргə лə ашатығыҙ. 29. Унан һуң керҙəрҙəн (һаҡал‐мыйыҡ, сəсле‐төклө урындарын, тырнаҡтарын киҫһендəр) арынһындар. Нəҙерҙəрен үтəһендəр һəм Боронғо Изге Йортомдо (Кəғбəтулланы) тауаф итһендəр. 30. Бына (Хаж сəфəрендə) шундай хəлдəр. Аллаһтың əмерен хөрмəт менəн үтəп, тыйылғандарҙы ҡылмаған һəр кемгə Раббы ҡатында бик тə хəйерле эш булыр. Харам тип иғлан ителгəн хайуандарҙан тыш (хайуандар) һеҙгə хəлəл ителде. Шуға күрə, нəжестəн, (Аллаһҡа тиң күрелгəн) боттарға табыныуҙан һаҡланығыҙ. Ялған һөйлəүҙəн ҡурҡығыҙ. 31. Аллаһтан башҡаны Илаһ итмəйенсə, уның Хəнифтəре (йəғни, Аллаһтың берлеген таныусы мөьминдəр) булығыҙ. Аллаһ янына тағын бер Илаһ килтереп ҡушҡан кеше Күктəн йығылып төшкəн, (үлəкһə ҡоҙғондары тарафынан) ботарланған (мəйет) кеүек булыр йəки дауыл өйөрмəһе əллə ҡайҙарға илтеп ташлаған үлəкһəгə тиң булыр. (32) Эштəр бына шулай тора. Шөбһə юҡтыр, Аллаһтың хөкөмдəрен хөрмəт иткəн кешенең күңеле тəҡүəлектəҙер. 33. Уларҙа (ҡорбанлыҡ хайуандарҙа йəки Хаж ғəмəлдəрендə) һеҙҙең өсөн, мəғлүм бер уаҡытҡа ҡəҙəр, файҙалар барҙыр. Унан һуң уларҙың барасаҡ ере Боронғо Йорт (Кəғбəтулла) булыр. 34. Беҙ һəр өммəт өсөн ҡорбан салыуҙы тəртип иттек. Үҙҙəренə ризыҡ булырға тейешле, дүрт аяҡлы малдарҙы (салғанда) Аллаһ исемен телгə алһындар, тип. Бына, һеҙҙең Тəңрегеҙ — Ул берҙəн‐бер — Аллаһ. Шулай булғас, Уға тəслим итегеҙ. (Ий, Мөхəммəд) һин ихлас күңеллелəрҙе һəм тыйнаҡ итəғəтселəрҙе һөйөнсөлə. 35. Аллаһ исемен ишетеүгə үк уларҙың йөрəктəре хөрмəт менəн тетрəр. Баштарына төшкəн ауыр һынауҙарҙы улар сабырлыҡ менəн уҙҙыра. Улар намаҙҙы дөрөҫ уҡый. Үҙҙəренə бирелгəн ризыҡтарҙан (Аллаһ юлында) башҡаларға ла өлөш сығаралар. 36. Беҙ дөйəлəрҙе лə һеҙҙең өсөн Аллаһтың (дини) ишараларынан (ҡорбанлыҡ) ҡылдыҡ. Уларҙа һеҙҙең өсөн файҙа бар. Улар аяҡтары өҫтөндə торғанда ла, Аллаһтың исемен əйтегеҙ. Янбаштарына төшкəндə (салғандан һуң йəн биргəндə лə Аллаһтың исемен əйтегеҙ). Уларҙың итен үҙегеҙ ҙə ашағыҙ һəм дə һораған мохтаждарға ла өлөш сығарығыҙ. Бына шул хайуандарҙы Беҙ, шөкрəнə ҡылырһығыҙ, тип һеҙҙең файҙаға бирҙек. (37) Уларҙың (ҡорбанға салынған хайуандарҙың) ни ите, ни ҡаны Аллаһҡа түгел, Уға фəҡəт һеҙҙең тəҡүəлегегеҙ генə барып ирешə. Һеҙҙе тура юлға баҫтырыусы Аллаһтың бөйөклөгөн танырһығыҙ, (Уға тəҡбир əйтегеҙ) тип был хайуандарҙы шулай итеп һеҙҙең файҙағыҙға бирҙек. (Ий, Мөхəммəд) изгелек ҡылғандарҙы һөйөнсөлə.


38. Аллаһ иманлыларҙы һаҡлар. Шуныһы ла хаҡтыр, Аллаһ хыянатсы һəм кəфер һəр кешене мөхəббəтенəн мəхрүм итер. (39) Үҙҙəренə ғəҙелһеҙ һөжүм иткəн осраҡта, йəберлəнгəн мосолмандарға һуғышырға рөхсəт ителде. Шуға күрə, уларға ярҙам итеү — Аллаһтың ҡөҙрəтенəн килə торған эш. 40. Улар бары тик: — Раббыбыҙ — бер Аллаһ, — тигəндəре өсөн генə ғəҙелһеҙлек менəн өйҙəренəн ҡыуылған ҡəүем. Аллаһ бер төрлө кешелəрҙең яманлығын икенселəренең көсө менəн баҫтырмаған булһа, ул сағында, һис шикһеҙ, эстəрендə Аллаһтың исеме йыш‐йыш иҫкə алынған сиркəүҙəр, синагогалар (йəһүдтəрҙең ғибəҙəт йорто), монастырьҙар һəм мəсеттəр емерелгəн булыр ине. Аллаһ (үҙ диненə) ярҙам иткəндəргə, əлбиттə, ярҙам итə. Һис шикһеҙ, Аллаһ көслө һəм еңеүсе. 41. Ер йөҙөндə тормош итер өсөн бер урын бирһəк, улар (мөьминдəр) намаҙ уҡыр, зəкəт бирер, изгелеккə өндəр һəм яманлыҡты тыйыр. Һуңынан уларҙың эштəре Аллаһ хозурында булыр. 42. (Эй, Мөхəммəд) һине ялғансы тип əйтһəлəр (аптырап ҡалма), быңа саҡлы ла Нух ҡəүеме, Ғəд менəн Сəмүд ҡəүемдəре лə (үҙ пəйғəмбəрҙəрен) ялғансыға сығарҙы, алдаҡсы тип хурланылар. (43) Ибраһимды ла, Лутты ла, (44) Мəдйəн халҡы (Шөғəйепте лə), Мусаны ла үҙ ҡəүеме ялғансы тип атаны. Мин уларға форсат бирҙем (бəлки тəүбə итерҙəр тип), һуңынан (тəүбə итмəгəс) уларҙы яғалап, язаға тарттым. Ризаһыҙлығыма күрə, əй, хəтəр ҙə яза бирҙем мин уларға. (45) Ғəҙелһеҙ ҡыланған бик күп шəһəрҙəрҙең халыҡтарын Беҙ һəлəк иттек. Əлеге ваҡытта ул ерҙəрҙəге шəһəр ҡоймалары емерек килеш һаҡлана. Һыуһыҙ ҡалған ҡойолар һəм күпме ташландыҡ ҡəлғəлəр тырпайып тора. 46. Əллə һуң улар Ер йөҙө буйлап сəйəхəт итеп йөрөмəйҙəрме? Йөрөгəн булһалар, баштарына уй төшкəн булыр ине. Ҡолаҡтары ишеткəн булыр ине. Хаҡтыр, уларҙың (маңғай) күҙҙəре һуҡыр түгел, фəҡəт күңел күҙҙəре һуҡыр. 47. (Эй, Мөхəммəд) улар хəҙер үк яза килгəнен күрергə телəй. Лəкин Аллаһ вəғəҙəһен боҙмаҫ. Хаҡтыр, Раббы янындағы бер көн һеҙҙең (ваҡыт менəн) мең йылға торош итə. 48. Ғəҙелһеҙ хөкөм иткəн күпме залим халыҡтарға Мин (бəлки, тəүбə итерҙəр, тип) форсат бирҙем. Һуңынан Мин уларҙы язаға тоттом. Ҡайтарылыш бары тик Аллаһҡа ғына. 49. Əйт: — Əй, кешелəр, мин бары тик һеҙҙе (Аллаһтың язаһы менəн) киҫəтеүсе, ҡурҡытыусы ғына, ‐ тип. (50) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға ярлыҡау һəм мул ризыҡ булыр. (51) Бер‐берһен уҙҙыра‐уҙҙыра, аяттарыбыҙҙы зəғифлəтеү өсөн ярышҡандар йəһəннəмдеке булыр. 52. Беҙ һинəн алда килгəн бер генə илсене лə, бер генə пəйғəмбəрҙе лə (енси лəззəткə, дəрəжəгə, абруйға ынтылыу) телəктəренəн азат итеп ебəрмəнек. Шайтан иһə ул телəктəргə ҡотортоу кертə ине. Лəкин Аллаһ шайтандың ул ҡотортҡанын юҡҡа сығара килде. Аллаһ аяттарын паҡ килеш һаҡлай. Аллаһ белеп хөкөм итеүсе сикһеҙ ҡөҙрəт эйəһе. 53. Эстəрендə ауырыу булғандарға, (уҫаллыҡ һəм динһеҙлектəн) күңелдəре ҡатҡандарға шайтан вəсүəсəһе һынау булһын. Залимдар, һис шөбһəһеҙ, өгөт кермəҫ рəхимһеҙлектəре менəн ғəҙел кешелəрҙəн бик ныҡ айырылып тора. (54) Ғилемле кешелəр уның (Ҡөръəндең), ысындан да, Раббы тарафынан индерелгəнен белһендəр һəм шуға инанһындар, уларҙың күңеле ышанысҡа ирешһен өсөн. Шик юҡ, Аллаһ иманлыларҙы тура юлға йүнəлтер. 55. Аллаһҡа ышанмағандар кинəт килеп, Сəғəт һуҡҡансыға ҡəҙəр йəки (Ҡиəмəт) көнөнөң ғазабы килгəнсегə саҡлы (Ҡөръəнгə) шик менəн ҡараясаҡтар. (56) Ул Көндө бар нəмəгə Аллаһ ҡына хужа. Ул ғына кешелəр араһында хөкөм йөрөтөр. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар Нəғим йəннəттəре эсендə булыр. (57) Инҡар итеп, аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандар өсөн əрнетеүле язалар булыр. 58. Аллаһ юлында һижрəт итеп, үлтерелгəндəрҙе, үлгəндəрҙе, һис шикһеҙ, Аллаһ татлы ризыҡтар менəн һыйлар. Шик юҡ, Аллаһ ризыҡ биргəндəрҙең иң йомарты. (59) Аллаһ уларҙы ҡəнəғəт ҡаласаҡ бер урынға (йəннəткə) ҡуясаҡ. Аллаһ барыһын да белə. Ул — миһырбанлы хикмəт эйəһе. 60. Бына шулай булыр эштəр. (Нахаҡ) зыян күргəн кеше зыян күргəне ҡəҙəр зыян килтергəндəн үс алһа һəм йəнə лə зыян күрһə, һис шикһеҙ, Аллаһ уға ярҙам итер. Аллаһ ярлыҡаусы, мəрхəмəтле ғəфү итеүсе. (61) Быныһы ла шулай булыр. Аллаһ — төндө көнгə, көндө төнгə алыштырыусы. Аллаһ һəр нəмəнең асылын ишетə, асылын күрə. (62) Нəҡ шулай. Аллаһ —Хəҡиҡəттең үҙе. Унан башҡа Илаһ тип табына торған нəмəлəр ‐ ялғандың үҙе. Хəҡиҡəт — Аллаһ. Əлбиттə, Ул — бөйөк. 63. Күрмəйһеңме ни, Аллаһ Күктəн ямғыр яуҙыра. Ер өҫтө йəшеллек менəн ҡаплана. Ысындан да, Аллаһ мəрхəмəтле, Ул бөтөн нимəнəн хəбəрҙар. (64) Күктəрҙəге, Ерҙəге бөтөн нимə лə Уныҡы. Ысынлап та, Аллаһ бер яңғыҙы. Ул (һис кемгə, һис нимəгə мохтаж түгел) ғайəт бай, маҡтауға лайыҡ. 65. Күрмəйһеңме ни, Аллаһ Ерҙəге нимəлəрҙе һəм əмере буйынса диңгеҙҙə йөҙөүсе кəмəлəрҙе һеҙҙең файҙаға яралтты. Күкте лə Ергə инеүҙəн Ул тотоп тора. Уның рөхсəтенəн башҡа Күк Ергə иңмəҫ. Аллаһ кешелəргə бик тə шəфҡəтле һəм миһырбанлы. 66. Һеҙгə тормош (йəн) биргəн, һуңынан һеҙҙе йəнһеҙ итеүсе, унан һуң тағын терелтеүсе Ул. Дөрөҫө шул, əҙəм заты бик тə шөкөрһөҙ холоҡло бит. (67) Беҙ һəр өммəткə, үҙҙəре ҡулай ҡылғанса ғибəҙəт тəртиплəнек. Шулай булғас, улар (Китап əһелдəре) был мəсьəлəлə һинең менəн бəхəслəшмəһендəр. Һин уларҙы Раббың тарафына саҡыр. Сөнки һин, ысындан да, тура юлдағы кеше. (68) Һинең менəн тартҡылашып торһалар, əйт: — Һеҙҙең нимə ҡылғанығыҙҙы Аллаһ яҡшы белеп тора, — тип. (69) Арағыҙҙағы ғауғалар сəбəпсеһе булған нəмəлəрҙе Аллаһ Ҡиəмəт көнөндə асыҡлап бирер. (70) — Шуны ла белмəйһегеҙме ни, Аллаһ Ерҙə, Күктə нимə булһа — барыһын да белеп тора. Быларҙың барыһы ла Китапҡа (Лəүхел Мəхфүзгə) яҙып ҡуйылған. Быларҙы белеү Аллаһҡа бик тə еңел. 71. Улар Аллаһты инҡар итеп, тəңрелеккə һис бер дəлил килтерə алмаған, үҙҙəре белмəгəн нəмəлəргə йəбешеп‐табынып яталар. Залимдарҙың һис бер ярҙамсыһы булмаҫ. 72. Ап‐асыҡ итеп аяттарыбыҙҙы уҡығанда тыңлап ултырыусы кəферҙəрҙең сырайҙарына ҡара, ризаһыҙлыҡ күрерһең. Улар аят уҡыусыларҙы ботарлап ташларҙай булып ултыра. Əйт һин: — Бынан да хəтəрерəге тураһында һеҙгə ирештерəйемме? Йəһəннəм! Аллаһ уны (һеҙҙең кеүек) кəферҙəргə вəғəҙə итте. Ҡот осҡос бер урын ул — йəһəннəм, — тип. 73. Əй, кешелəр, бер миҫал бирелде. Хəҙер шуны тыңлағыҙ. Аллаһты инҡар итеп, табына торғандарығыҙ бергə йыйылышып тырышһа ла, хатта бер себен дə яралта алмаған булырҙар ине. Əгəр ҙə себен уларҙың берəй нимəһен тартып алып китһə, улар уны кире ҡайтарып ала алмаҫтар ине. (Шундай мəғəнəһеҙ нимəлəргə) табынғандар ҙа меҫкен, шул табынған нимəлəре лə меҫкен. (74) Улар Аллаһтың ҡөҙрəтен белеп бөтөрмəйҙəр, һис шөбһəһеҙ, Аллаһ сикһеҙ ҡөҙрəтле, барыһыннн да өҫтөн. 75. Аллаһ фəрештəлəрҙе лə, кешелəрҙе лə илсе итеп ебəрə. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора. (76) Уларҙың алда нимə күрəсəген дə, уҙғанда нимə күргəндəрен дə Аллаһ белеп тора. Барса ғəмəлдəр ҙə Аллаһҡа ҡайтарыласаҡ. 77. Əй, иман килтергəн кешелəр, рəкүғҡа китегеҙ, сəждəгə йығылығыҙ, Раббыға ғибəҙəт ҡылығыҙ, изгелек ҡылһағыҙ ‐ҡотолорһығыҙ. (78) Аллаһ юлында Ул ҡəнəғəт ҡалырлыҡ Жиһад ҡылығыҙ. Ул һеҙҙе һайланы, дин юлында һеҙҙең өҫкə Ул бер ниндəй ҙə ауырлыҡ йөклəмəне. Атайығыҙ Ибраһим тотҡан диндə лə шулай ине. Пəйғəмбəрҙəр һеҙҙең эштəргə шаһит булһын, һеҙ ҙə кешелəргə шаһит булырһығыҙ тип, алда индерелгəн китаптарҙа ла, быныһында (Ҡөръəндə лə) һеҙгə мосолман исеме бирелде. Шулай булғас, намаҙ уҡығыҙ, зəкəт бирегеҙ, Аллаһҡа һыйынығыҙ. Ул һеҙҙең Раббығыҙҙыр. Ниндəй яҡшы Раббы, ниндəй изгелекле ярҙамсы ул — Аллаһ Тəғəлə! 23 — Мөьминүн (Мөьминдəр) сүрəһе (Мөьминдəр сүрəһе 118 аяттан тора. Мəккəлə ингəн).


Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Һис шикһеҙ, мөьминдəр Сəғəдəткə ирешəсəк. (2) Улар намаҙ‐ғибəҙəттəрендə итəғəт менəн сəждə итə. (3) Улар файҙаһыҙ, буш һүҙ һөйлəмəй. (4) Улар зəкəт биреүселəр. (5) Улар сафлыҡтарын һаҡлайҙар (енси аҙғынлыҡтан тыйлығалар) (6) Ҡатындары һəм уң ҡулдары билəгəндəр был хисапҡа кермəй, һəм былар (ҡатындары, йəриəлəр менəн булған ғəмəлдəре) өсөн яза бирелмəҫ. 7. (Ошо ике төрлө ҡатындарҙан) башҡаларын (енси лəззəт өсөн ҡулланырға) телəгəн кеше, һис шикһеҙ, хаттин ашҡан (аҙғын) булыр. 8. Улар (мөьминдəр) аманаттарҙы һаҡлаусылар һəм антҡа тоғро ҡалыусылар. 9. Улар — намаҙҙарын ҡалдырмайынса, үҙ уаҡытында уҡып барыусылар. (10) Улар, һис шикһеҙ, (ожмах) вəриҫтəр(е) буласаҡ. (11) Шулар ғына Фирҙəүес йəннəтенең вəриҫтəре булыр. Улар шунда мəңгегə йəшəп ҡаласаҡ. 12. Хаҡтыр, Беҙ кешене (Əҙəм ғəлəйһиссəллəмде) сафландырылған балсыҡтан яһаныҡ. (Ш. Ноғманиҙа: саф балсыҡтан яралттыҡ. X. Ҡараманда: һөҙөлөп сығарылған балсыҡтың үҙлеһенəн яралттыҡ. Крачковскийҙа создали человека из эссенции глины. Т. Кочигитта: балсыҡтың сафынан яралттыҡ. Йомғаҡлап шуны əйтергə була ерҙə, тупраҡта, дымлы, үҙле балсыҡта кеше тəне өсөн кəрəкле бөтөн элементтар ҙа бар. Шул рəүешсə, бөйөк ғалим — Аллаһы Тəғəлə махсус əҙерлəнгəн химик‐биологик матдəлəр менəн беренсе əҙəм затын барлыҡҡа килтерə. Унан һуң шул əҙəм заты үҙ организмынан үрсей башлай. М. Алида: сотворение человека выводится здесь из земли, ибо «малая жизненная капля, то есть сперма, происходит из пищи, которая так или иначе берется из земли ) 13. Һуңынан уны ышаныслы бер урынға тамсы итеп урынлаштырҙыҡ. (Əҙəм ғəлəйһиссəллəмдең нəҫел орлоғон ҡатынының аналығына урынлаштырҙыҡ). (X. Чантайҙа: һуңынан уны (Əҙəмдең тоҡомон, кеше яралғыһын) ҡатлаулы һəм сыҙам, йəшəүсəн итеп, тамсы (шөһүəт, мəни) рəүешендə (ышаныслы) ояға (əсə ҡарынына) урынлаштырҙыҡ. Ш. Ноғманиҙа: һуңынан Əҙəмдең нəҫелен əсə ҡарынында мəни ҡылдыҡ. X. Ҡараманда: һуңынан уны ышаныслы бер урынға шəһүəт хəленə килтерҙек ). 14. Унан һуң шул шəһүəт тамсыһын ойошҡан ҡан (яралғы) хəленə килтерҙек; ҡанды епсел‐епсел ит иттек; уны һөйəккə (һөлдəгə, скелетҡа) əүерелдерҙек, шул һөйəктəрҙе ит менəн ҡаплаттыҡ. Һуңынан уны башҡа рəүешкə (кеше һүрəтенə) килтереп, хасил иттек (йəн өрҙөк). Ижад (барлыҡҡа килтереү) менəн шөғөллəнеүселəрҙең иң бөйөгө, иң данлыһы — Аллаһ Тəғəлəлер. 15. Һуңынан, һис шикһеҙ, барығыҙ ҙа үлəсəкһегеҙ. (16) Ахырҙа һеҙ Ҡиəмəт көнөндə, əлбиттə, терелтелəсəкһегеҙ. (17) Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙең өҫтөгөҙҙə ете юл яралттыҡ. Яралтҡандарыбыҙҙы беҙ һəр уаҡыт күҙəтеп торабыҙ, уларға Беҙ битараф түгел. («Ете юл — ете ҡат Күк, фəрештəлəр йөрөй торған юлдар, тип аңлаталар, лəкин ҡайһы тəфсирселəр ул ете юлды кешенең ете һəлəте, тип аңлайҙар күреү, ишетеү, тəм татыу, еҫ һиҙеү, тире менəн тойоп һиҙеү, аҡыл һəлəте, уахийҙы һиҙемлəү — күңел һиҙгерлеге, инстинкт, тип əйтəлəр». Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн ) «Здесь говорится о семи путях, под которыми несомненно имеются в виду орбиты семи планет Солнечной системы, не считая Земли — это явствует из слов «над вами». Мөхəммəд Али тəфсиренəн ) 18. Етəрлек миҡдарҙа Беҙ Күктəн ямғырҙар яуҙырабыҙ, Ерҙе һыу менəн туйындырабыҙ. Хаҡтыр, Беҙ уны ҡорота ла алабыҙ. (19) Шулай итеп, (Ергə һеңгəн дым арҡаһында) хөрмə һəм йөҙөм баҡсалары үҫтерəбеҙ. Уларҙа һеҙҙең өсөн мул емештəр бар, һеҙ уларҙы (рəхəтлəнеп, шөкөр итə‐‐итə) ашағыҙ. (20) Синай тауында (һеҙҙең өсөн) бер (зəйтүн) ағас(ы) үҫтерҙем. Был ағас май ҙа бирə, башҡа ризыҡҡа ҡатыштырып ашай торғаны (емеше лə) бар. (21) Хайуандарҙа ла һеҙҙең өсөн файҙалы ғибрəттəр бар. Уларҙың эсендə яралтылғандарҙы (һөттө) һеҙгə эсертəбеҙ. Уларҙан һеҙ бик күп файҙалар күрəһегеҙ. Итен дə ашайһығыҙ. (22) Уларға атланып йөрөйһөгөҙ һəм кəмəлəрҙə лə йөҙəһегеҙ. 23. Хаҡтыр, Нухты ҡəүеменə күндерҙек, ул: — Əй, халҡым, Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылығыҙ. Һеҙҙең өсөн Унан башҡа һис бер тəңре юҡтыр. (Башҡа яһалма Илаһтарға табынаһығыҙ, гөнаһлы булыуҙан) Аллаһтың язаһынан ҡурҡмайһығыҙмы ни һуң? – тине. 24. Ҡəүеменең инҡарсы етəкселəре (халыҡҡа) əйтте: — Был бары тик һеҙҙең кеүек бер кеше генə. Ул һеҙҙəн өҫтөн хаким булырға телəй. Аллаһ беҙгə пəйғəмбəр күндерергə телəһə, һис шикһеҙ, фəрештəлəрен ебəргəн булыр ине. Беҙҙəн элек йəшəп киткəн ата‐бабаларыбыҙҙан был турала һис бер нəмə ишетмəнек, — тинелəр. (25) — Был бары тик аҡылынан яҙған кеше булырға тейеш. Шулай булғас, (уның тилелек шауҡымы уҙып киткəнен) сабыр итеп көтəйек. 26. Нух əйтте: — Йə, Раббым, мине ялғансыға сығарғандарға ҡаршы (көрəшергə) ярҙам ит, зинһар, — тине. 27. Шунан һуң Беҙ уға уахи юлланыҡ: — Күҙəтеүебеҙ аҫтында, ҡушҡаныбыҙса кəмə яһа. Əмеребеҙ килеп, ҡайнап, һыуҙар арта башлағас, һəр енестəн берəй пар йəнлелəр ал; үҙҙəренə хөкөм сығарылғандарҙан тыш, ғəйлəңде ал. Кəфер итеүселəр өсөн Миңə ялбарма. Уларҙың барыһы ла батып үлəсəк. (Күп кенə тəфсирҙəрҙə ниндəйҙер мейестең ҡайнауы, һыуҙарҙың арта башлауы тураһында яҙыла. Лəкин ҡайһы бер яҙыусылар мейес тураһында һис бер һүҙ əйтмəй. Бары тик һыуҙарҙың ташыуы тураһында ғына яҙалар. Т. Кочигитпта: əмеребеҙ килеп, һыуҙар ҡайнай башлағас, тип əйтелгəн. X. Ҡараманда: əмеребеҙ килеп, һыуҙар артып таша башлағас, тип əйтелгəн. И. Крачковскийҙа: придет Наше повеление и закипит печь. X. Чантайҙа: əмеребеҙ килеп тə мейес ҡайнай башлағас, тип əйтелгəн. Ш. Ноғманиҙа: мейестə һыу ҡайнаһа, тип əйтелгəн.) 28. Яҡындарың менəн кəмəгə яҡшылап урынлашҡандан һуң əйтерһең: — Аллаға шөкөр, беҙҙе залимдарҙан ҡотҡарған Аллаһ Тəғəлəгə маҡтауҙар булһын! – тип əйтерһең. (29) Унан һуң тағын əйт: ‐ Раббым, мине (кəмəнəн) бəрəкəтле бер ергə төшөрһəң ине. Һин урынлаштырыусыларҙың иң хəйерлеһе, — тип əйт. 30. Шик юҡтыр, бында (Нух ваҡиғаһында) бик күп ғибрəттəр бар. Ысынлап та, Беҙ шулай һынап ҡарайбыҙ. (31) Һуңынан улар урынына башҡа бер ҡəүемде (Ғəд менəн Сəмүд халыҡтарын) килтерҙек. (32) Уларҙың үҙ араларынан һайланған берəүҙе (Һудты) пəйғəмбəр итеп күндерҙек; ул (үҙ халҡына): — Аллаһҡа буйһоноп, ғибəҙəт ҡылығыҙ. Һеҙҙең Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кемегеҙ юҡ. Əле һаман Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. — Ни өсөн һаҡланмайһығыҙ? 33. Уның халҡы араһындағы кəферҙəрҙең түрəлəре донъя тормошонда мул ниғмəт эсендə йəшəһəлəр ҙə, Əхирəтте инҡар итеүселəр ине. Улар əйтте: ‐ Был беҙҙең кеүек үк бер кеше. Беҙ ашағанды ашай, беҙ эскəндəрҙе эсə, ‐ тинелəр. (34) ‐ Əгəр ҙə һеҙ үҙегеҙ кеүек үк кешегə эйəрһəгеҙ, бəхетһеҙ буласаҡһығыҙ. (35) Ул һеҙгə үлеп, тупраҡ булғанығыҙҙан һуң, серек һөйəк өйөмөнə əүерелеп бөткəстен дə, һис шикһеҙ, терелеп (ҡəберҙəн) ҡубарыласағығыҙҙы вəғəҙə итə. (36) Ул вəғəҙə итə торған нимəлəр бик йыраҡ əле (булырҙай эш түгел ул). (37) Тормошта йəшəү бары тик ошо донъяла ғына. Йəшəйбеҙ ҙə үлəсəкбеҙ. Берəү ҙə яңынан терелмəйəсəк, (38) Аллаһы тураһында ул гел ялған ғына һөйлəп йөрөй торған кеше. Беҙ уға ышанмайбыҙ. 39. Пəйғəмбəр: — Раббым, — тине. — Мине ялғансыға сығарғанлдарға ҡаршы (көрəшергə) ярҙам ит, зинһар. (40) Аллаһ əмер итте: — Оҙаҡламай улар үкенеүселəрҙəн булырҙар, — тине. 41. Ысынлап та, ҡурҡыныс, əммə ғəҙел бер ауаз уларҙы ҡасып ҡотола алмаҫлыҡ ҡаты итеп тотто. Һəм Беҙ уларҙы, ҡоро сүп үлəне кеүек, өйөрмə менəн алып киттек. Залимдарҙың йəндəре йəһəннəмгə элəкһен. (42) Һуңынан улар урынына башҡа ҡəүемдəрҙе бар иттек. (43) Һис бер өммəт (үҙенə Аллаһ тарафынан билгелəнгəн) уаҡытын (əжəлен) ашыҡтыра алмаған кеүек, уны кисектерə лə алмаҫ. (44) Беҙ бер‐бер артлы пəйғəмбəрҙəр күндерҙек. Пəйғəмбəрҙəр килгəн һайын, улар (мөшриктəр, кəферҙəр) пəйғəмбəрҙəрҙе ялғансыға сығара барҙылар. Беҙ ҙə уларҙы (инҡарсыларҙы)


берһе артынан икенсеһен юҡ итə барҙыҡ. Һəм, (башҡаларға) ғибрəт булһын тип, уларҙы хикəйəттəребеҙгə керттек. Иман китермəгəндəрҙең йəне — йəһəннəмдə. 45. Унан һуң аяттарыбыҙ һəм ап‐асыҡ дəлилдəребеҙ менəн Муса һəм уның ҡəрҙəше Һарунды Фирғəүенгə һəм уның ярандарына (дəрəжəле кешелəренə) күндерҙек. (46) Лəкин улар (Фирғəүен ҡəүеме) тəкəббер һəм маһайған халыҡ булып сыҡты. (47) Улар əйтте: — Беҙгə буйһонған халыҡ араһынан сыҡҡан, беҙҙең кеүек үк ошо ике кешегə эйəрергə тейешме беҙ? 48. Шулай итеп, уларҙы ялғансыға сығарҙылар, һəм шуның арҡаһында һəлəк булдылар ҙа. (49) Дөрөҫө шул, бəлки, улар тура юлдан китерҙəр тип, Мусаға Китап бирҙек. 50. Мəрйəмдең улы (Ғайсаны), уның əсəһен (ҡөҙрəтебеҙ менəн) аятта үрнəк ҡылдыҡ. Уларҙы уңайлы урынға, шишмəле ҡалҡыулыҡҡа урынлаштырҙыҡ.. 51. Əй, пəйғəмбəрҙəрем! Паҡ‐хəлəл ризыҡтар ғына ашағыҙ. Изгелек ҡылығыҙ. Һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да Мин дөрөҫө менəн белеп торам. 52. Шик юҡтыр, һеҙҙең динегеҙ — берҙəн‐бер хаҡ дин. Мин һеҙҙең Раббығыҙ булам. Минең язамдан ҡурҡығыҙ. (53) Аяныс, кешелəр үҙ‐ара боҙолошоп, (дин) эштəрен айырым‐айырым киҫəктəргə бүлгелəп бөтөрҙөлəр. Һəр фирҡə үҙ (дин)ен маҡтап, уны ғына хаҡ (дин), тип шатлана. (54) Хəҙер инде һин мəғлүм бер уаҡытҡа саҡлы уларҙы аҙашҡан хəлдə, үз юлдарында ҡалдырып кит. (55, 56) Үҙҙəренə муллыҡ һəм күп улдар биргəс, улар: (Аллаһ) беҙгə яҡшылыҡ эшлəргə ашҡынып тора икəн, тип уйлайҙар, ахырыһы. Юҡ шул! Улар (эштең асылын) аңлап бөтөрмəй. 57. Хаҡтыр, Раббыны бөйөк күреп, (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡып, ғибəҙəт ҡылыусылар бына кемдəр: (58) Улар Раббының аяттарына ныҡлы иман килтергəндəр, (59) Улар Раббыға тиң, тип башҡа заттарға табынмағандар, (60) Улар Раббы янына ҡайтарыласаҡтарын белеп, ҡурҡып, бирəсəктə‐ рен (бурыс‐əжəт, хəйер, саҙаҡа, зəкəтте) ихлас күңелдəн ҡайтарғандар, (61) ярыша‐ярыша (бер‐берһен уҙҙырырға тырышып) изгелек ҡылыусылар. (Əжер‐сауап алғанда) улар иң алғы сафта булыр. 62. Беҙ һис бер кемгə көсө етмəҫлек эш йөклəмəйбеҙ. Яныбыҙҙа дөрөҫлөктө бəйəн ҡылыусы бер китап (Лəүхел Мəхфүз) бар, Улар хаҡһыҙға рəнйетелмəҫ. (63) Юҡ, улар (инҡарсылар) былар тураһында хəбəрҙар түгел, һəм бынан башҡа ла улар ҡылған гөнаһтар байтаҡ. Əле ҡылаһылары күпме! 64. Байлыҡ‐муллыҡ эсендə йəшəүселəрен язаға тотһаҡ, улар шунда уҡ ярҙам һорап ҡысҡыра башлай. (65) Уларға: — Зарланмағыҙ, һеҙгə беҙҙəн ярҙам булмаҫ! — тип əйтербеҙ. (66, 67) — Ҡаршығыҙҙа аяттарыбыҙҙы уҡыған саҡта, һеҙ танауығыҙҙы сөйөп, арҡа ҡуйып китə инегеҙ. Йыйылышып, кистəр буйы (Ҡөръəнде) мыҫҡыл юҡты һөйлəй инегеҙ. (68) Хаҡ һүҙ (Ҡөръəн) тураһында яҡшылап уйлап ҡараманылар. Əллə һуң уларҙың ата‐бабаларына килмəгəн берəй нимə (китап, йəки пəйғəмбəр, йəки Аллаһтың ғазабынан ҡотолоу) ингəнме? (69) Йəки үҙ пəйғəмбəрҙəрен башта уҡ белмəйҙəр инеме ни? (Белəлəр ине.) Шулай ҙа уны (Аллаһтың илсеһе икəнен) инҡар иттелəр. (70) Улар Рəсүлемде: гəрсə ул Хəҡиҡəтте (Ҡөръəнде) килтерһə лə: ул енлəнгəн, тинелəр. Лəкин ул Хəҡиҡəт күбеһенең күңеленə хуш килмəне. (71) Əгəр ҙə Хəҡиҡəт уларҙың күңеленə хуш килə торған булһа, күктəр, Ер һəм шундағы кешелəр, һис шикһеҙ, ғарасатҡа дусар булыр ине. Беҙ уларға (Ҡөръəн сифатында) бары тик шан‐шəрəфтəр (иҫкə төшөрөү) килтерҙек, лəкин улар шунан ваз кисте. 72. (Эй, Мөхəммəд) əллə һин уларҙан берəй бүлəк өмөт итəһеңме? Раббың бирəсəк бүлəк унан да хəйерлерəк буласаҡ. Раббың бүлəклəүселəрҙең иң йомарты. (73) Хаҡтыр, һин уларҙы тура юлға саҡыраһың. (74) Əхирəт көнөнең килəсəгенə инанмағандар тура юлдан яҙғандар булыр. 75. Уларҙы ҡыҙғанып, өҫтəренə килгəн бəлəлəрҙе алһаҡ, улар күҙҙəре күрмəҫ дəрəжəгə етеп, барыбер элеккеге аҙғынлыҡтарын дауам иткəн булырҙар ине. (76) Хаҡтыр, Беҙ уларҙы (аслыҡ менəн) язаланыҡ, шунан һуң да улар Раббыға буйһонманы, (ярлыҡау һорап) Уға ялбарманылар. (77) Язалар менəн тулы һəм дəһшəтле бер ҡапҡаны асҡандан һуң, уларҙың нисек шашып, өмөтһөҙлөккə төшкəндəрен күрһəң ине. 78. Аллаһ һеҙгə ҡолаҡтар, күҙҙəр, күңел тойғолары бирҙе. Лəкин, ни өсөндер, һеҙ əҙ шөкөр итəһегеҙ. 79. Һеҙҙе яралтҡан да, Ер өҫтөнə таратҡан да ‐ Аллаһ. Һуңынан Уның хозурында тупланасаҡһығыҙ. (80) Йəн өргəн дə ‐ Ул, йəн алған да ‐ Ул. Төн менəн көндө алмаштырыу эше лə Уның хөкөмөндə. Шуны аңлар өсөн (аңлағас, иман килтерер өсөн əле һаман) аҡылығыҙға алмайһығыҙмы ни? (81) Шуға ла ҡарамаҫтан, улар боронғолар һөйлəгəнде ҡабатлай. (82) Улар: ‐ Үлеп, тупраҡ булғас, һөйəк өйөмөнə əүерелгəс, ысындан да, беҙ яңынан терелербеҙме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ), —тип əйтəлəр. (83) Ысындан да, беҙгə боронғо ата‐бабаларыбыҙға ла шуны (үлгəндəн һуң терелеүҙе) вəғəҙə иткəндəр ине инде. Лəкин (берһенең дə терелгəне юҡ) был (вəғəҙəлəр) иҫкенəн ҡалған əкиəттəр генə. Башҡа түгел. 84. — Күп белһəгеҙ, əйтегеҙ: был донъяға һəм шундағы барса əйбергə кем хужа? ‐ тип һора һин уларҙан. (85) Улар, һис шикһеҙ: — Аллаһ! — тип əйтəсəк. — Шулай булғас, ни өсөн уйлап ҡарамайһығыҙ (ни өсөн иман килтермəйһегеҙ)? – тип əйт. (86) ‐ Ете ҡат күктəрҙең һəм бөйөк Ғəрештең Раббыһы кем? —тип һора һин уларҙан. (87) ‐ Аллаһ! ‐тпн əйтерҙəр. ‐ Шулай булғас, һеҙ Аллаһтың язаһынан ни өсөн ҡурҡмайһығыҙ? (гөнаһтарҙан һаҡланмайһығыҙ!) – тип əйт. (88) ‐ Улай бик күп белһəгеҙ, əйтегеҙ: барлыҡ мөлкəтте кем үҙ ихтыярында тота? Һəр нəмəне һаҡлап‐ҡотҡарыусы, əммə Үҙе быға мохтаж булмаған ул кем? — тип һора һин уларҙан. (89) — Аллаһ! — дип əйтерҙəр. — Улайһа, ни эшлəп һеҙ яңғылышып, вəсүəсəгə бирелəһегеҙ? — тип əйт. 90. Беҙ уларға Хəҡиҡəт индерҙек, улар уны ялғанға сығарҙы. 91. Аллаһ бер ниндəй ҙə баланың атаһы булманы. Уға тиң башҡа бер Илаһ та юҡ. Əгəр булһа, һəр Илаһ үҙе яралтҡан малды һəм идараны үҙ ҡулына алыр ине һəм, мотлаҡ, улар бер‐берһен еңгəн булыр ине. Аллаһ улар (мөшриктəр) табынғандарҙан өҫтөн. 92. Аллаһ йəшеренгəнде лə, асығын да белеүсе. Ул мөшриктəр уйлап сығарғандарҙан (яһалма Илаһтарҙан) бөйөк. 93. (Ий, Мөхəммəд) əйт һин: — Йə, Раббым, уларға вəғəҙə иткəн ғазаптарыңды миңə лə күрһəтһəң ине. (94) Раббым, зинһар, мине залимдар араһына ҡуйма, — тип. 95. Əлбиттə, Беҙ уларға вəғəҙə иткəндəребеҙҙе һиңə ла күрһəтə алабыҙ. (96) Һин (улар ҡылған) яманлыҡтарҙан яҡшы ғəмəлдəрең менəн һаҡлан. Беҙ уларҙың (һиңə) нимə һылтағандарын бик яҡшы белеп торабыҙ. (97) Əйт һин: — Раббым, шайтандарҙың ҡотҡоһонан Һиңə һыйынам, — тип. — (98) Улар яныма килə башлаһа ла, Һиңə һыйынам, — тип əйт. (99) Ниһайəт, уларҙың берəйһен əжəл тотһа, əйтер: — Раббым, мине донъяға кире ҡайтар; (100) эшлəй алмай ҡалған изгелектəрҙе башҡарасаҡмын, — тип ҡабат‐ҡабат ялбарыр. Юҡ! Был уның ауыҙынан сыҡҡан буш һүҙ генə. Ҡиəмəткə саҡлы уларҙы терелтмəйенсə тота торған бəрзəх (ҡорма) бар. 101. Сур борғоһона өрөлгəс (Ҡиəмəт килеп еткəс), улар араһында туғанлыҡ ептəре ҡалмаҫ, (ярҙам итер өсөн) һораштыра‐һораштыра бер‐берһен эҙлəмəҫтəр. (102) (Сауап) бизмəне ауыр тартҡан кеше Сəғəдəткə ирешкəн булыр. (103) Бизмəне еңел тартҡан кеше үҙенə ҡот осҡос зыян эшлəгəн кеше булыр, улар мəңгегə йəһəннəмдə ҡаласаҡ. (104) Уларҙың сырайҙарын ялҡын сорнар, уларҙың йөҙө имəнгес булыр. 105. Аяттарыбыҙҙы уҡығанда, һеҙ уларҙы ялғанға сығарманығыҙмы? 106. Əйтерҙəр: — Раббығыҙ, (нəфсебеҙҙе тыя алмайынса) бəхетһеҙлегебеҙ өҫкə сыҡты, беҙ юлдан яҙғандар өйөрөнə əүерелдек, ‐ тип əйтерҙəр. 107. — Раббыбыҙ, беҙҙе бынан сығар. Əгəр беҙ тағын (ҡылған əшəкелектəребеҙҙе) дауам итһəк, бына шунда инде беҙ, ысындан да, залимдар булырбыҙ. 108. Уларға əйтелер: — Рисуай килеш шунда ҡала бирегеҙ. Минең менəн һөйлəшергə баҙнат итмəгеҙ. 109. Кешелəрем араһында шундайҙары ла бар ине:


— Раббыбыҙ, беҙ иман килтерҙек; шулай булғас, Һин беҙҙе ғəфү ит, беҙҙе ҡыҙған. Һин мəрхəмəтлелəрҙең дə мəрхəмəтлеһе, — тинелəр. 110. — Бына һеҙ уларҙы мəсхəрə иттегеҙ; (шул мəсхəрəлəүҙəрегеҙ менəн артыҡ мауығып, һеҙ) Мине оноттоғоҙ, һеҙ уларҙы мыҫҡыллап көлə инегеҙ. (111) Бөгөн Мин уларҙы (шул мыҫҡылдарға түҙеп торған) сабырлыҡтарына күрə, бүлəклəйем дə. Шик юҡ, улар — мораҙҙарына ирешкəн бəхетле кешелəрҙер. 112. (Аллаһ инҡарсыларҙан): — Ерҙə һеҙ нисə йыл торҙоғоҙ? — тип һорар. 113. Улар: — Бер көн йəки көндөң бер нисə сəғəтен торҙоҡ. Һанап барғандарҙан (фəрештəлəрҙəн) һора, — тип əйтер. 114. (Аллаһ уларға) əйтер: — Бик əҙ торҙоғоҙ. Əгəр белһəгеҙ! 115. — Былай ғына, эше булмағандан эш булһын, тип кенə беҙҙе яралтты һəм, ысынлап та, ул беҙҙе үҙ хозурына ҡайтармаҫ, — тип өмөтлəнəһегеҙме? 116. Мотлаҡ хаким булған Хаҡ Тəғəлə — бөйөк. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул — бөйөк Ғəрештең хужаһы. 117. Кем дə кем, һис бер иҫбаты булмаған килеш, Аллаһҡа тиң башҡа берəй (уйҙырма) Илаһҡа табынһа, уның хисабы (язаһы) бары тик Аллаһ ихтыярындаҙыр. Хəҡиҡəт шулдыр, кəферҙəр Сəғəдəткə ирешə алмаҫ (ҡурҡҡандарынан ҡотолмаҫтар, өмөт иткəндəренə ирешмəҫтəр). 118. (Ий, Мөхəммəд) əйт: ‐ Йə, Раббым, (мосолмандарҙы) ярлыҡа, уларға мəрхəмəтле бул. Миһырбанлыларҙың иң хəйерлеһе — Һин, — тигəн. 24 ‐ Нур (Нур) сүрəһе (Нур сүрəһе 64 аяттан тора. Мəҙинə‐и Мөнəүүəрəлə ингəн. 35 нсе аятта күктəрҙе, Ер йөҙөн яҡтыртыусы Аллаһтың нуры тураһында һөйлəнгəнгə күрə, сүрəнең исеме лə «Нур» тип атала.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. (Был сүрəне) индерҙек һəм фарыз иттек — был шундай (ғəйəт етди) сүрə. Шунда ап‐асыҡ аяттарҙы индерҙек. Бəлки, уйлай торғас, ғибрəт алырһығыҙ! 2. Зина ҡылған ҡатын менəн иргə йөҙ тапҡыр таяҡ һуғығыҙ. Əгəр Аллаһҡа һəм Əхирəт көнөнə инанған булһағыҙ, (Аллаһтың дине ҡушҡандарын үтəүсе булһағыҙ) уларҙы ҡыҙғанмағыҙ. Уларҙы язалағанда (бер нисə) мөьминдең шаһит булып тороуы шарт. («Ибн Ғəббəс (разый Аллаһү ғанһү)гə күрə, был шаһиттар дүрт кешенəн алып, ҡырҡҡа саҡлы булырға мөмкин. Зина — хаттин ашыу, Аллаһ тарафынан ҡуйылған сиктəрҙе (хəтте) боҙоу иң ҙур гөнаһтарҙан һанала. Аяттағы яза никахлы булмаған, өйлəнмəгəн егет менəн ҡыҙға бирелə. Əгəр ҙə никахлы булып та, башҡалар менəн зина ҡылғандарға рəжем язаһы бирелə. Йəғни, таш менəн бəреп үлтереү».Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 3. Зинасы ир зинасы ҡатынға йəки мөшрик булған ҡатынға ғына өйлəнергə хаҡлы. Зинасы ҡатын да зинасы йəки мөшрик ирҙəн башҡаға кейəүгə бармаҫ. Мөьминдəрҙең зинасылар менəн (өйлəнеүе, енси) мөнəсəбəттəргə кереүе харам һаналыр. (4) Намыҫлы һəм саф ҡатындарға (зина ҡылды тип) нахак һүҙ əйткəн кешелəр дүрт шаһит килтерə алмаһа, һəр береһе һикһəн тапҡыр ҡамсы менəн һуғылыр. Бынан һуң уларҙан бер ҡасан да шаһитлыҡ һоралмаҫ. Улар фəсиҡтəрҙең да фəсиғе — боҙоҡ əҙəмдəрҙер. (5) Əгəр һуңынан (ғəйбəт һөйлəгəндəренə үкенеп) тəүбə итһəлəр, төҙəлһəлəр: хаҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һəм бик тə миһырбанлы. (6) Кем дə кем үҙ ҡатынына нахаҡ яла яға икəн, үҙенəн башҡа шаһиттары булмаһа, һөйлəгəн һүҙҙəренең дөрөҫ икəнлегенə Аллаһ исеме менəн дүрт тапҡыр ант итһə, шаһитлығы ҡабул ителер. (7) Бишенсе тапҡыр ант иткəндə əгəр ул ялғанлаһа: Аллаһтың лəғнəтен үҙ өҫтөнə саҡырыр. (8) Əгəр ҙə ҡатын дүрт тапҡыр Аллаһ исеме менəн: — Валлаһи, ирем ялғанлай, — тип ант итһə, язанан ҡотолор. (9) Бишенсе тапҡырында ул: əгəр ирем хаҡ һөйлəһə, Аллаһтың лəғнəтен, — үҙенə саҡырыр. 10. Əгəр ҙə Аллаһтың рəхмəте киң булмаһа, үкенеүҙəрҙе, тəүбəлəрҙе ҡабул итеүсе берҙəн‐бер хөкөм һəм хикмəттəр эйəһе Аллаһ булмаһа... (хəлкəйҙəрегеҙ бик тə мөшкөл булыр ине). (11) Ул уйҙырма хəбəрҙе (нахаҡ һүҙҙе) һөйлəгəндəр арағызҙҙан бер төркөм кеше ине. Уны (ялған һүҙҙе) һеҙ күңелегеҙгə яҡын алмағыҙ. Киреһенсə, ул һеҙҙең өсөн файҙаға ғына булыр. Уларҙың һəр береһенə кəрəгенсə (гөнаһына күрə яза) бар. Уларҙың иң гөнаһлыһы иң хəтəр яза алыр. («Бер яу сəфəрендə Хəҙрəти Мөхəммəдтең ҡатыны хəҙрəти Ғəйшə лə ҡатнаша. Һуғыштан кире ҡайтҡанда хəҙрəти Ғəйшə булмай. Ул мəшғүл булған бер ерҙə ҡиммəтле муйынсағын төшөрөп ҡалдыра, ул шуны эҙлəп киткəн була. Лəкин һуғыштан ҡайтыусылар хəҙрəти Ғəйшəне дөйə өҫтөнə ҡоролған, өҫтө ҡаплаулы хəнəкə эсендə ултыраҙыр, тип ҡуҙғалып китəлəр. Ғəскəр артынан күҙəтеүсе вазифаһы булған берəү яңғыҙ ҡалған Ғəйшəне алып, ғəскəрҙе ҡыуып етə. Ғəскəрҙəге Ғабдулла бин Убəй исемле бер монафиҡтың, һүҙҙəренə ышанып, бер нисə кеше Ғəйшə тураһында ялған хəбəр тарата; имештер, ул ҡатын иренə хыянат итер өсөн айырылып ҡалған». Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн.) 12. Был яланы ишеткəндəн һуң һеҙ, (Аллаһҡа) инанған ирҙəр, мөслимə ҡатын‐ҡыҙҙар, ни өсөн күңелегеҙҙə яҡшы уй уйламанығыҙ һəм ни өсөн һеҙ: — Юҡ, был ап‐асыҡ бер нахаҡ яла, — тип ҡысҡырманығыҙ? (13) Ни эшлəп уларҙан һеҙ дүрт шаһит килтереүҙəрен талап итмəнегеҙ? Шаһит килтерə алмаһалар, улар Аллаһ ҡаршыһында ялғансыға ҡалған булыр ине. (14) Əгəр ҙə донъяла һəм Əхирəттə Аллаһтың һеҙгə ҡарата мəрхəмəте киң булмаһа ине, ғəйбəт һаҙлығына кереп батып, һис шикһеҙ, хəтəр ғазаптар эсендə ҡалған булыр инегеҙ. (15) Сөнки һеҙ был ғəйбəтте телдəн төшөрмəйенсə, бер‐берегеҙгə һөйлəйһегеҙ. (Үҙ күҙегеҙ менəн күрмəгəн) белмəгəн нəмəлəрҙе (өҙлөкһөҙ) ҡабатлайһығыҙ һəм был эште шулай кəрəк (ғəҙəти бер хəл, уның гөнаһаһы юҡ) тип уйлайһығыҙ. Гəрсə, Аллаһ ҡатында ул бик ҙур гөнаһ һанала. (16) Ни өсөн һуң уны (ғəйбəтте) ишеткəс тə һеҙ: ‐ Былай (нахаҡ һүҙ) һөйлəү килешə торған эш түгел. «Əстəғфирулла! Етте! Был бик əшəке ғəйбəт бит, — тип əйтмəйһегеҙ! (17) Əгəр ҙə һеҙ иман килтергəн кешелəр икəнһегеҙ, бер ҡасан да бының ише эштəрҙе ҡабатламаһындар тип, Аллаһ һеҙҙе киҫəтə (нахаҡ һүҙ һөйлəүҙе харам эш итə). (18) Аллаһ аяттарын шулай асыҡ итеп аңлата. Аллаһ — (барыһын да) белеүсе, хөкөм һəм хикмəт эйəһе. (19) Иманлы кешелəр араһында əшəке ғəйбəт таратыуҙан лəззəт ала торғандар донъяла ла, Əхирəттə лə хəтəр язаға мəхкүм буласаҡ. Аллаһ белгəндəрҙе һеҙ белмəйһегеҙ. 20. Аллаһ һеҙгə рəхимле һəм мəрхəмəтле булмаһа, Аллаһ һеҙгə бик тə рəхмəтле һəм ярлыҡаусы булмаһа... (һеҙҙең хəлкəйҙəрегеҙ бик тə мөшкөл булыр ине). Аллаһ, ысындан да, шəфғəтле һəм рəхимле. 21. Əй, иман килтергəн кешелəр, шайтанға эйəрмəгеҙ. Шайтан үҙенə эйəргəн кешегə, һис шикһеҙ, ярамаған ғəмəлдəр һəм яманлыҡ эшлəргə ҡоторта. Аллаһ һеҙгə рəхимле һəм мəрхəмəтле булмаһа, һеҙҙең берегеҙ ҙə мəңге лə паҡлыҡҡа ирешə алмаған булыр ине. Бары тик Аллаһ ҡына Үҙе ихтыяр иткəн кешеһен паҡлыҡҡа сығарыр. Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тороусы. 22. Муллыҡта йəшəүсе, саф мосолман кешеһе туғандарына, ярлыларға, Аллаһ юлында һижрəт иткəндəргə ярҙамын кəметмəһен, (хаталарын) ғəфү итһен, кисерһен (бынан түбəн мин уға ярҙам итмəйем тип) ант итмəһен. Үҙегеҙ ҙə Аллаһ ярлыҡауын бик телəйһегеҙ бит. Ысындан да, Аллаһ — ярлыҡаусы һəм бик тə мəрхəмəтле. («Хəҙрəти Ғəйшə зина ҡылды, тип ғəйбəт таратыусылар араһында хəҙрəти Əбү Бəкерҙең тəрбиəһендəге Мыстах исемле бер кеше лə бар ине. Хəҙрəти Əбү Бəкер уның ғəйбəтсе икəнен ишеткəс, Мыстахҡа бынан һуң уға ярҙам итмəйəсəкмен, тип ант итте. Аят шуға йүнəлтелгəн».Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн.)


23. Зина кеүек эштəрҙəн паҡ, əшəкелектəн хəбəре булмаған, намыҫлы мөьминəлəргə (ғəйбəт) нахаҡ яла яҡыусылар донъяла ла, Əхирəттə лə лəғнəтлəнер. Уларға бик тə хəтəр ғазаптар əҙерлəнгəн. (24) Ул Көндө уларҙың үҙ телдəре, үҙ ҡулдары, үҙ аяҡтары үҙҙəренə ҡаршы сығып, уларҙың (донъяла) нимə ҡылғандары тураһында шаһитлыҡ итəсəк. (25) Ул Көндө Аллаһ уларға тейешле язаларын тулыһы менəн бирер, һəм бына шунда инде улар, Аллаһ — Хəҡиҡəттең үҙе икəнен, ниһайəт, аңлаясаҡ. 26. Яман ҡатындар — яман ирҙəргə. Əшəке ирҙəр — əшəке ҡатындарға. Яҡшы ҡатындар ‐ яҡшы ирҙəргə. Саф ирҙəр саф ҡатындарға тейеш. Улар ғəйбəттəрҙəн өҫтөн заттар. Уларға ярлыҡау һəм (йəннəттə) татлы ризыҡтар əҙерлəнгəн. 27. Əй, иманлы кешелəр, үҙ өйөгөҙҙəн башҡа кеше өйҙəренə, килгəнегеҙҙе иҫкəртеп, рөхсəт менəн генə керегеҙ. Өйҙəгелəргə сəлəм бирмəйенсə кермəгеҙ. Был үҙегеҙ өсөн хəйерле ғəмəлдер. Һəр хəлдə был турала уйлап ғибрəт алырһығыҙ. (28) Өйҙə кеше булмаһа, рөхсəт бирелгəнсе кермəгеҙ. Əгəр һеҙгə: — Китегеҙ, — тип əйтелһə, шунда уҡ китегеҙ. Был һеҙҙең өсөн бик тə мөһим əҙəп тəртибе. Аллаһ ҡылғандарығыҙҙы белеп тора. (29) Ташландыҡ өйгə кереп, кəрəгегеҙҙе алаһығыҙ икəн, бында һеҙ ғəйепле түгел. Аллаһ һеҙҙең йəшермəйенсə ҡылғандарығыҙҙы ла, йəшергəндəрегеҙҙе лə белеп тора. 30. (Эй, Мөхəммəд) мөьмин ирҙəргə (харамға) күҙ һалырға ярамағанды, (енси вəсүəсəгə, аҙғынлыҡҡа бирелмəйенсə) намыҫ паҡлығын һаҡларга кəрəклеге тураһында һөйлə. Шулай эшлəү уларҙың үҙҙəре өсөн əҙəпле бер ғəмəл булыр. Шик юҡ, Аллаһ улар ҡылғандарҙың барыһынан да хəбəрҙар. 31. Мөьминə ҡатын‐ҡыҙҙарға ла һөйлə: (ярамағандарға ҡарауҙан) тыйылһындар; намыҫ һəм ғиффəттəрен һаҡлаһындар. Күрһəтергə ярағандарҙан (йөҙ менəн ҡулдарҙан) башҡа зиннəттəрен күрһəтмəһендəр. («Зиннəт» тигəн һүҙҙең эсендə күп мəғəнəлəр ята. Биҙəнеү əйберҙəре лə, сөрмə тартыу, тырнаҡтарға ҡына һөртөү ҙə, муйын да, күкрəктəр ҙə, бармаҡтарҙан юғары белəктəр ҙə, итəктəрҙəн юғары балтырҙар ҙа һəм, əлбиттə, ҡатын‐ҡыҙҙың тəбиғи гүзəллеге лə — зиннəт. Быларҙың барыһы ла ирҙəрҙең дəртен, енси телəген ҡоторта. Шуға күрə, ҡатын‐ҡыҙ үҙенең матурлығын, зиннəтен асмаҫҡа, ирҙəрҙе вəсүəсəгə һалмаҫҡа тейеш».Мостафа Чагрыжы тəфсиренəн.) Баш яулыҡтары муйындарын, яҡаларын, күкрəктəрен ҡаплап торһон. Зиннəт урындарын үҙ ирҙəренəн, үҙ аталарынан, үҙ ирҙəренең аталарынан, үҙ улдарынан, үҙ ирҙəренең (башҡа ҡатынынан тыуған) улдарынан, үҙ ир туғаңдарынан, үҙ туғандарының улдарынан, ҡыҙ ҡəрҙəштəренең улдарынан, үҙенең (хеҙмəтсе) уң ҡулдары билəгəндəрҙəн, үҙҙəренең ҡолдарынан, енси ихтыяжы булмаған ир хеҙмəтселəрҙəн, ҡатындарҙың йəшерен ерҙəренə иғтибар итмəгəн балаларҙан башҡа кешелəргə ҡатын‐ҡыҙ зиннəтле урындарын күрһəтмəҫкə, асмаҫҡа тейеш. Йəшерелгəн зиннəттəре беленһен, күренһен тип, (ирҙəрҙең иғтибарын тартырҙай итеп) ҡаты баҫмаһындар. Əй, мөьминəлəр, барығыҙ ҙа Аллаһ алдында тəүбə итегеҙ. Ҡурҡыныстарҙан ҡотолоп, мораҙығыҙға (йəннəткə) ирешерһегеҙ. 32. Буйҙаҡтарҙы, ҡолдарығыҙҙан, йəриəлəрегеҙҙəн (ҡатын ҡолдарығыҙҙан) булғандарҙы өйлəндерегеҙ, кейəүгə бирегеҙ. Фəҡир булғандарҙы Аллаһ үҙ ниғмəттəре менəн байытыр, иншаʹаллаһ. Ниғмəттəре мул булған һəм бар нəмəне лə белеп тороусы — Ул — Аллаһ. 33. Өйлəнергə мөмкинлектəре булмағандар иһə Аллаһтың ниғмəтен көтөп, (енси боҙоҡлоҡтар ҡылмайынса) сабыр итһен. Ҡул аҫтындағы ҡолдарығыҙ һəм йəриəлəрегеҙ азатлыҡ яҙыуы һораһа, бирегеҙ; əгəр ҙə уларҙың итəғəтле, намыҫлы икəненə ышанһағыҙ. Аллаһ һеҙгə биргəн ниғмəттəрҙəн уларға ла өлөш сығарығыҙ. Донъя рəхəтенəн ҡолаҡ ҡаҡмайым əле тип, намыҫын һаҡлап ҡалырға телəгəн йəриəлəрегеҙҙе боҙоҡ эш ҡылырға ирекһеҙлəмəгеҙ. Кем дə кем көслəнһə, (ҡатын‐ҡыҙ был зинаһы өсөн) Аллаһ тарафынан ярлыҡаныр һəм Аллаһтың мəрхəмəтенə ирешер. 34. Хаҡтыр, Беҙ һеҙгə ап‐асыҡ аңлайышлы аяттарыбыҙҙы (киҫəтеүҙəребеҙҙе) индерҙек. Һеҙҙəн элек йəшəп киткəн халыҡтарҙан ғибрəттəр, үрнəктəр килтерҙек, шуларҙан өгөт алып, (гөнаһ ҡылыуҙан һəм Аллаһтың язаһынан ҡурҡып) саф мосолман булһындар, тип. 35. Аллаһ — күктəрҙең һəм Ерҙең нурыҙыр. Эсендə сырағ (шəм) яндырылған бер йорт кеүек яҡты нурҙыр Ул. Сырағ (шəм) иһə бер кандил (шəмдəл)гə ҡуйылған. Ул шəмдəл алмаз кеүек балҡыусы йондоҙ кеүек йымылдай. Ул Ҡояш сығышында ла, Ҡояш батышында да тиңе булмаған мөбəрəк бер ағастан, зəйтүндəн (алған май) менəн балҡый. Уның (яна торған) майы үҙенə ут төртмəһəлəр ҙə, үҙенəн‐үҙе нур сəсə. Был яҡтылыҡ нур өҫтөнə нур булып яна. Аллаһ ихтыяр иткəн кешеһен шул нурға ирештерə. Кешелəр өсөн Аллаһ (ғибрəтле) ҡиссалар килтерə. Аллаһ һəр нəмəнең асылын белеп тора. 36. Был нурлы шəмдəл байтаҡ ҡына өйҙəрҙең эсен яҡтырта. Шундай өйҙəрҙең абруйы артһын тип һəм шунда Үҙенең исемен зикер итһендəр өсөн (Аллаһ) рөхсəт бирҙе. Ул өйҙəрҙə иртə‐кис Уға тəсбих əйтəлəр (Аллаһҡа мəдех уҡыйҙар). (37) Бар шундай кешелəр, уларҙы сауҙа һəм алыш‐ биреш эштəре лə Аллаһты зикер итеүҙəн, (ваҡытында) намаҙ уҡыуҙан, зəкəт биреүҙəн айыра алмай. Улар дəһшəтле Көн килеп, йөрəктəрҙе тетрəтə торған, ҡараштар əйлəнə торған Көндəн ҡурҡалар. (38) (Улар Аллаһтың киҫəтеүҙəренəн ситкə тайпылмайынса йəшəй) ҡылған изгелектəренə күрə əжер алыр өсөн һəм Аллаһ тарафынан артығы менəн ниғмəт алыр өсөн. Аллаһ ихтыяр иткəн кешеһенə сикһеҙ ниғмəттəр бирер. 39. Кəферҙəр менəн эш былайыраҡ тора: уларҙың ғəмəлдəре тап‐таҡыр һəм сикһеҙ сүлдəге сағым (мираж) кеүек, һыуһаған кеше һыу күрҙем тип уйлай. Ниһайəт, килеп еткəс алдаған һыу юҡҡа сыға. Ул урында (юлсы) бары тик Аллаһты табыр. Ул уға тулыһы менəн тейешлеһен (язаһын) бирер. Аллаһ бик тиҙ иҫəп‐хисап өҙөүсеҙер. (40) (Кəферҙəрҙең ғəмəле) тəрəн‐ҡурҡыныс, дауыллы, ҡараңғы диңгеҙҙəге ҡот осҡос тулҡын кеүектер, ул тулҡын өҫтөнə тағын икенсеһе менə, шулар өҫтөндə ҡара болоттар ҡуйыра, тағын ҡара тулҡындар береһе өҫтөнə береһе өйөлə. Шул мөхиткə батҡан берəй кеше ҡулдарын һуҙһа (ярҙам һораһа, тауышы ла ишетелмəҫ, хатта ул) үҙ ҡулдарын үҙе лə күрмəҫ. Аллаһ нур бирмəһə, кешенең нуры булмаҫ. 41. Күктəрҙə һəм Ерҙə йəшəгəндəр менəн осар ҡоштарҙың, ҡанат ҡаға‐ҡаға Аллаһты маҡтап һайрағандарын ишетəмйһеңме ни, күрмəйһеңме ни? Һəр береһе үҙ доғаһын һəм тəсбихен яҡшы өйрəнгəн. Аллаһ уларҙың нимə ҡылғандарын белеп тора. (42) Күктəрҙең һəм Ерҙең хужаһы — Аллаһтыр. (Ҡиəмəт көнөндə) ҡайтарылыш та Уға ғына буласаҡ. (43) Һин шул хəҡиҡəтте лə күрмəйһеңме ни, Аллаһ болоттарҙы (телəгəн еренə) ҡыуа, һуңынан уларҙы ҡуша, бер‐береһе менəн ҡатнаштырып, (ҙур ҡара) болотҡа əүерелдерə. Шунан ямғыр яуа башлай, күрəһеңме. Ул Күктəн эсе тулы боҙ булған тау ҡəҙəр болоттар индерə, һəм кемде хəүефле итергə телəһə, шуның өҫтөнə яуҙыра. Ихтыяр итһə, ул телəгəн кешеһен бəлəнəн ҡотҡара. Уның йəшен сатҡыһы һуҡырайтыр дəрəжəлə күҙҙəрҙе ҡамаштыра. 44. Аллаһ төн менəн көндө алмаштырып тора. Күрер күҙле булғандар өсөн, бында, шөбһəһеҙ, ғибрəттəр бар. (45) Аллаһ һəр йəнлене һыуҙан (шəһүəт тамсыһынан) яралтты. Уларҙың ҡайһы берҙəре ҡорһағы өҫтөндə шыуышып йөрөй, ҡайһы берҙəре иһə ике аяҡта хəрəкəт итə, ҡайһылары дүрт аяҡта тора. Аллаһ нимə телəһə, шуны яралтыр. Шик юҡтыр, Аллаһтың бар нəмəгə ҡөҙрəте етə. (46) Хаҡтыр, Беҙ асыҡ аяттар индерҙек. Аллаһ ихтыяр итһə, телəһə кемде тура баҫтыра ала. (47) (Монафиҡтар): — Аллаһҡа да, уның Пəйғəмбəрҙəренə лə иман килтерҙек, итəғəт иттек, тип əйтəлəр. Һуңынан уларҙың байтағы йөҙ сөйөрə. Былар мосолман түгел. (Сөнки улар телдəре менəн һөйлəгəндең киреһен эшлəй.) (48) (Араларындағы ғауғаны) хөкөм итер өсөн Аллаһҡа йəки Пəйғəмбəр янына саҡырылһалар, бер төркөмө арҡаһына боролоп, ҡасып китəсəк (бына күреп торорһоң). (49) Əгəр ҙə улар хаҡлы икəн, итəғəт итеп, йүгерə‐йүгерə килгəн булырҙар ине. (50) Эстəрендə бер‐бер сир бармы һуң, əллə уның хаҡ Пəйғəмбəр икəнлегенə шиклəнəлəрме? Йəки Аллаһ һəм илсеһе уларҙы хаҡһыҙға рəнйетер, тип ҡурҡалармы улар? Юҡһа, улар үҙҙəре залим. 51. Мөьминдəр иһə үҙ‐ара бəхəстəрҙе хөкөм итергə Аллаһ йəки уның илсеһе янына саҡырылһа: — Тыңланыҡ, итəғəт иттек, — тип əйтəлəр. Бына шулар мораҙҙарына ирешкəн булыр. (52) Кем Аллаһҡа, уның илсеһенə итəғəт итə, Аллаһты ярата һəм Уның ҡаршыһында (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡа, бына шулар инде Сəғəдəткə ирешер. 53. Əгəр ҙə һин əмер бирһəң, (шунда уҡ һуғышҡа китəсəктəре тураһында) иң оло ант менəн ант итерҙəр. Əйт: — (Оло исем менəн) ант итмəгеҙ, — тип. — Итəғəтле булыуығыҙ (дөрөҫ ғəмəлегеҙ) етə! Шик юҡ, Аллаһ һеҙҙең нимə ҡылғанығыҙҙы (уйлағанығыҙҙы) белеп тора. 54. Əйт:


— Аллаһҡа итəғəт итегеҙ, Пəйғəмбəргə итəғəт итегеҙ,— тип. Əгəр тағын йөҙ сөйөрөп китһəлəр, илсенең вазифаһы бары тик Аллаһтың хөкөмдəрен уларға ирештереү генə, уларҙың бурысы иһə илсе əйткəндəргə эйəреү. Шулай ғəмəл ҡылһағыҙ, тура юлды табасаҡһығыҙ. Пəйғəмбəргə (Аллаһтың əмерҙəрен) ирештереүҙəн башҡа вазифа йөклəтелмəгəн. 55. Əүүəл йəшəгəн (мөслимдəрҙе) нисек итеп ергə вəриҫ һəм хаким иткəн шикелле, Аллаһ иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы, һис шикһеҙ, шул ергə вəриҫ һəм хаким итергə, уларға үҙҙəре оҡшатҡан динде (Исламды) тəғəйенлəп, һаҡларға, уларҙың ҡурҡыныс мөхитен именлеккə алмаш‐ тырырға вəғəҙə итте. Бəлки, улар Миңə инаныр, ғибəҙəт ҡылыр. Миңə бер ниндəй ҙə тиң тотмаҫтар, тип. Кем дə кем бынан һуң да кəферлек ҡылһа, шул кеше нəжеслектең үҙе булыр. 56. Шуға күрə, намаҙ уҡығыҙ, зəкəт бирегеҙ, Пəйғəмбəргə эйəрегеҙ: һəм һеҙ Аллаһтың рəхмəте менəн ҡауышырһығыҙ. 57. Инҡар итеүселəр уны (Аллаһтың Ер йөҙөндəге ғəмəлдəрен) меҫкен хəлдə ҡалдырасаҡтар, тип башығыҙға ла килтермəгеҙ. Уларҙың барасаҡ урындары — йəһəннəм. Аһ‐һай, хəтəр урындыр ул. 58. Əй, иман килтергəн кешелəр! Һəм арағыҙҙағы бəлиғлеккə ирешмəгəндəр! Əмерегеҙҙəге (ҡолиһəлəр, йəриəлəр) бына ошо өс ваҡытта: иртəнге намаҙҙан алда, өйлə эҫҫеһендə сисенгəс, ястү намаҙынан һуң, ихтыяж булғанда (һеҙҙең ятағығыҙға керергə) рөхсəт һорарға тейеш. Был өс уаҡыт һеҙҙең өсөн (ҡатындарығыҙ менəн аулаҡта) күрешеү форсаты. Бынан һуң да бер‐берегеҙҙе телəһəгеҙ, ҡатынға ла, иргə лə ғəйеп һаналмаҫ. Бер‐ берегеҙҙең янына кереп‐сыға алаһығыҙ. Аллаһ аяттарын һеҙгə шулай асыҡлай. Аллаһ бар нəмəнең асылын белеп тора, Ул — хөкөм һəм хикмəт эйəһе. 59. Һеҙҙең балаларығыҙ бəлиғлеккə ирешкəс, баяғылар керергə рөхсəт һораған кеүек, улар ҙа рөхсəт һораһын. Аллаһ аяттарын һеҙгə шулай асыҡлап бирə. Аллаһ бар нəмəнең дə дөрөҫөн белеп тора. Ул — ғалим һəм хакимдыр. 60. Кейəүгə сығырға өмөтө киҫелгəн, бала табыуҙан мəхрүм ҡалған оло йəштəге ҡатындар, зиннəттəрен күрһəтмəйенсə генə, ҡайһы бер өҫкө кейемдəрен һалһалар ҙа ғəйеп һаналмаҫ. Əҙəплерəк булһалар, үҙҙəре өсөн тағын да яҡшыраҡ булыр. Аллаһ ишетеп, күреп тора. 61. Һуҡырға ла, аҡһаҡҡа ла, ауырыу кешегə (көстəре етмəгəн эштəрҙе эшлəй алмаһалар) яуаплылыҡ юҡ. Һəм һеҙҙең үҙегеҙгə лə үҙ өйөгөҙҙə, атайығыҙ йортонда йəки əсəйегеҙ өйөндə, ир туғандарығыҙ өйөндə, ҡыҙ туғандарығыҙ ҡаралтыһында, ата яғынан булған ағайҙарығыҙ табынында, ата яғынан булған апайҙарығыҙ ризығын, əсə яғынан булған ағайҙарығыҙ табынында, əсə яғынан булған апайҙарығыҙ өйөндə йəки асҡысы һеҙгə ышанып тапшырылған өйҙə, дуҫығыҙҙың өйөндə ашау ғəйеп һаналмаҫ. Бөтөнөгөҙ бергə йəки айырым ашауҙа ла гөнаһ юҡ. Өйгə кергəндə Аллаһ тарафынан килгəн мөбəрəк һүҙ менəн яҡшы йəшəү, именлек телəп, сəлəм бирегеҙ. Бына, уйлай‐уйлай аңлаһындар тип, Аллаһ һеҙгə аяттарын шулай асып һала. («Ғəрəптəр элек һуҡыр, ғəрип кешелəр менəн бер табын янында ашамаған Аяттың икенсе яртыһы иһə, саҡырылмаған килеш тə яҡын ҡəрҙəштəр өйөнə ҡунаҡҡа килергə рөхсəт итə » Мөхəммəд Али тəфсиренəн ) 62. Бары тик Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə инанғандар ғына мөьмин була ала. Улар Пəйғəмбəр менəн уртаҡ эш башҡарғанда, унан рөхсəт һорамайынса, эш ташлап китмəйҙəр. (Ий, Мөхəммəд) ана шул рөхсəт һорағандар, ысынлап та, Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə инанғандар булыр. Шулай булғас, улар ҡайһы бер эштəрҙе эшлəргə телəһə, һин үҙең телəгəндəреңə рөхсəтең бир. Улар өсөн Аллаһтан ярлыҡау телə. Шик юҡ, ғəфү итеүсе, тура юлга баҫтырыусы миһырбанлы Аллаһтыр. 63. Бер‐берегеҙҙе саҡырған кеүек, Пəйғəмбəрҙе лə шулай саҡырмағыҙ (исеме менəн өндəшмəгеҙ, итəғəт һəм йомшаҡ тауыш менəн: йə, Нəбиулла, йə, Рəсүлүлла, тип өндəшегеҙ). Арағызҙҙан ҡайһы берҙəрегеҙ юҡты һылтау итеп, шым ғына (рөхсəтһеҙ) ҡасып киткəндəрҙе Аллаһ белə. Аң булығыҙ, Уның əмеренəн ҡасып китеп (был донъяла) үҙегеҙгə фетнə‐бəлə саҡыра күрмəгеҙ йəки (Əхирəттə) шуларға бик хəтəр яза килтереп һуғыуы бар. 64. Аң булығыҙ: күктəрҙəгелəр ҙə, Ерҙəгелəр ҙə, ысынлап та, Аллаһ Тəғəлəнекеҙер (Аллаһ яралтҡан милк, Аллаһтың ҡолдары). Ул һеҙҙең кем (мөьминме, монафиҡмы) икəнегеҙҙе белеп тора. Үҙ хозурына ҡасан ҡайтарыласағығыҙҙы ла теүəл белеүсе — Аллаһтыр. Ул көндө уларға нимə ҡылғандары тураһында хəбəр бирəсəк. Аллаһ бөтөн нəмəнең асылын белеүсе. 25 — Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы Китап) сүрəһе (Фурҡан сүрəһе 77 аяттан тора. Был сүрə Мəккəлə ингəн. Исеме «Фурҡан» һүҙенəн килə, йəғни дөрөҫлөктө ялгандан айыра торған Китап ‐ ул Ҡөръəн‐и Кəримдер.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Фурҡанды (Ҡөръəнде) ғəлəмдəрҙəгелəрҙе киҫəтеүсе (Илаһтың ғазабы менəн ҡурҡытыусыһы) булһын тип, ҡолона (Мөхəммəдкə) индергəн (Аллаһ) бөйөктəрҙең бөйөге. (2) Күктəрҙең һəм Ерҙең хужаһы, һис бер ниндəй бала атаһы булмаған, хужалығында Үҙенə тиңе булмаған, һəр нəмəне яралтып (юҡтан бар итеп), һəр нəмəгə тəҡдир яҙып, бер тəртипкə килтергəн (Аллаһ) бөйөктəрҙең бөйөге. 3. Шуға ла ҡарамаҫтан, Уны инҡар итеп, бер нəмə лə яралтырға ҡөҙрəттəре булмаған төрлө яһалма тəңрелəр уйлап сығаралар. (Уларҙың ул яһалма тəңрелəре) үҙҙəре (кеше ҡулы менəн йəки Аллаһ тарафынан) яһалған. Ул (меҫкен) боттар, һындар улар өсөн файҙа ла, зарар ҙа килтерə алмай. Йəн алырға ла, йəн өрөргə лə, мəйеттəрҙе яңынан терелтеп, ҡəберҙəренəн ҡубарырға ла уларҙың (яһалма Илаһтарҙың) көсө юҡ. 4. Кəферҙəр əйтте: — Был (Ҡөръəн Мөхəммəд) үҙе уйлап сығарған ялғандан башҡа нəмə түгел. Был эштə уға башҡалар ҙа ярҙам иткəндер, — тинелəр. Шул һүҙҙəре менəн улар мəкерле бер ғəҙелһеҙлек ҡылдылар. (5) Əйттелəр: — Боронғоларҙан ҡалған əкиəттəрҙе ул башҡа берəүгə яҙҙыртып, иртə‐кис үҙенə уҡыттырған (да ятлап, хəҙер беҙгə һөйлəп йөрөй), — тинелəр. (6) (Уларға) əйт: — (Ҡөръəнде) күктəрҙəге, Ерҙəге һəм йəшерен, һəм асыҡ серҙəрҙе белеүсе (Аллаһ) индерҙе, — тип. Хаҡтыр, Ул — ярлыҡаусы һəм бик тə мəрхəмəтле. (7) Əйттелəр: ‐ Ул ниндəй пəйғəмбəр инде, ‐ тинелəр, ‐ беҙҙең кеүек ашай‐эсə, үҙе баҙар буйлап йөрөй. Уның менəн берəй һаҡсы фəрештə индерелгəн булһа (уның киҫəтеүсе пəйғəмбəр икəненə инанған булыр инек) (8) йəки уға (Күктəн) бер‐бер хазина ҡойолһа, мул емеш бирə торған баҡсаһы булһа (ул сағында баҙар буйлатып йөрөмəгəн булыр ине) үҙенекен ашар ине. Кəферҙəр (мөьминдəргə) əйтте: — Һеҙ күҙ буяусы, сихырсы кешегə (Мөхəммəдкə) ышанаһығыҙ, ‐ тинелəр. (9) (Эй, Мөхəммəд) ҡара, һинең турала улар нимə генə һөйлəмəй. Улар тура юлдан сыҡты. Бынан һуң улар инде тура юл таба алмаҫ. 10. (Аллаһтың ҡөҙрəте) шул ҡəҙəр сикһеҙ, Ул, əгəр ҙə ихтыяр итһə, һиңə быларҙан (кəферҙəрҙең байлығынан, яҡшы баҡсаларынан да) яҡшыраҡ, аҫтынан шишмəлəр ағып ятыусы йəннəт баҡсалары бирер ине, һинең өсөн һарайҙар төҙөр ине. 11. Шулай кəфер (һөйлəгəндəре) өҫтөнə улар Сəғəтте (Ҡиəмəтте) ялғанға сығарҙылар. Сəғəтте инҡар иткəндəре өсөн Беҙ уларға хəтəр ялҡынлы тамуҡ əҙерлəп ҡуйҙыҡ. (12) Ул (йəһəннəм уты) уларҙы йыраҡтан күреп алыр һəм улар уның тағын да ҡатыраҡ ғəйрəтлəнгəнен ишетер. (13) Ҡулдары муйындарына бəйлəнгəн хəлдə тамуҡтың иң тар еренə ташланғас, улар (аһ, беҙ) һəлəк булдыҡ, тип аҡырыр. (14) (Лəкин уларға əйтелер): ‐ Бөгөн (һеҙ) бер тапҡыр һəлəк (булыуҙы) юрамағыҙ, күп тапҡырҙар һəлəк (булыуығыҙҙы) юрағыҙ. 15. (Эй, Мөхəммəд) əйт һин: — Был (йəһəннəм) хəйерлерəкме, əллə саф мөьминдəргə вəғəҙə ителгəн мəңгелек (йəннəт) яҡшыраҡмы? — тип. — Ул (йəннəт) уларға (мөьминдəргə) бүлəк һəм (мəңгелек йəшəү) урыны булыр. (16) Улар шунда мəңге ҡалыр һəм нимə телəһəлəр, шул булыр. Бына ошо инде (намаҙҙарҙа, доғаларҙа) Раббынан ялбарып һоралған Сəғəдəт. (17) Ул Көндө Раббы уларҙы (кəферҙəрҙе) Аллаһтан башҡа табынған нəмəлəре менəн бергə йыйыр ҙа əйтер: — Ошо ҡолдарымды һеҙ аҙҙырҙығыҙмы, əллə улар үҙҙəре юлдан яҙҙымы? — тип һорар. 18. Улар əйтер:


‐ Аллаһтың кəмселеге юҡ, Ул бар яҡтан да паҡ тип, Һине маҡтайбыҙ. Һине инҡар итеп, башҡа Илаһтарға табыныу беҙгə килешə торған эш түгел. Лəкин Һин уларға һəм уларҙың аталарына шул ҡəҙəр мул ниғмəттəр бирҙең, тəүбə итер өсөн уаҡыттарын оҙайттың; ахырҙа улар Һине бөтөнлəй онотто һəм улар харап булды, — тип əйтерҙəр. 19. Бына, һеҙ табынғандар һүҙҙəрегеҙҙе ялғанға сығарҙы. Əммə, һеҙ өҫтөгөҙҙəн ғазабығыҙҙы алдырырға ла, ярҙамға ла өмөт итə алмайһығыҙ. Ҡайһығыҙ залим, (Аллаһтан башҡаны Илаһ итеп табынған булһа), уға хəтəр яза ғазабын татытырбыҙ. 20. (Эй, Мөхəммəд) Беҙ һинəн əүүəл ашамай торған, баҙарҙарҙа йөрөмəй торған һис бер Пəйғəмбəр күндермəнек. (Əй, кешелəр) һеҙҙең бер төркөмөгөҙ алдында, икенсегеҙҙе һынар өсөн: был ғазаптарға (ғəҙелһеҙлеккə, тигеҙһеҙлеккə) түҙерҙəрме икəн, тип яралттыҡ. Раббың бар нəмəне лə дөрөҫө менəн күреп‐белеп тороусы. 21. (Ҡиəмəт көнөндə) Беҙҙең менəн ҡауышыуға инанмағандар əйтер: — Беҙгə фəрештəлəрҙе илсе итеп ебəргəн булһаң ине йəки Раббының үҙен күргəн булһа инек (иман килтергəн булыр инек), — тип (аҡланырға маташырҙар). Хаҡтыр, улар тəкəберлəнеп, хəтəр аҙғынлыҡҡа кереп, хаттин ашты (сиктəрҙе уҙҙы). (22) (Яза) фəрештəлəре уларға ул Көндө күренеп, һис бер һөйөнөслө хəбəр килтермəҫ. Фəрештəлəр: — (Һеҙҙең өсөн йəннəткə кереү) тыйылған! — тип əйтерҙəр. (23) Иманһыҙҙарҙың мөьминдəргə ҡылған эштəренə килгəндə, уларҙы туҙанға əүерелдереп, елгə осороп ебəрербеҙ. 24. Йəннəткə кергəндəрҙең йəшəйəсəк урыны бик тə яйлы һəм мəңге истирəхəт ҡылыр (ял итеү) өсөн күркəм ер булыр. 25. (Ҡиəмəт) көнөндə болотло Күк урталай ярылыр, унан фəрештəлəр ғəскəре Ергə табан төшөр. (26) Ул Көндө барлыҡ батшалыҡ бары тик мəрхəмəтле ярлыҡаусы Аллаһ Тəғəлəнеке булыр. Кəферҙəр өсөн ул Көн бик тə хəтəр булыр. (27) Ул Көндө залим кеше (сараһыҙлыҡтан) бармаҡтарын тешлəп: — Их, Пəйғəмбəргə эйəреп, (Аллаһ) юлы буйлап киткəн булһам, —тип үкенер.— (28) Ни аяныс миңə, ни үкенес, теге мөртəтте (һынды) дуҫ итмəгəн булһа инем. (29) Ул мине зикерҙəн (Ҡөръəндəн, имандан, Пəйғмбəрҙəн) биҙҙерҙе. Шайтан инсандың (башына бəлə килгəс) бер яңғыҙын (упҡынға) ташлап ҡасыусы зат икəн. 30. Шул саҡ Пəйғəмбəр əйтер: - Йə, Раббым, минең халҡым, ысындан да, Ҡөръəнде инҡар итте бит. 31. — Беҙ һəр пəйғəмбəргə иманһыҙҙарҙан дошмандар хасил иттек. Тура юлға баҫтырыр өсөн дə, ысын ярҙамсы булараҡ та һиңə Раббың бер үҙе етəр. (32) Ул кəферҙəр əйтте: — Ни өсөн һин Ҡөръəнде (Тəүрəт менəн Инжил кеүек) бер юлы индермəнең? — тинелəр. (Ий, Мөхəммəд) Беҙ уны һинең күңелеңə (əкренлəп кереп, сыҡмаҫлыҡ булһын) яҡшы урынлашһын тип, шулай ҡылдыҡ. Уны аяттан‐аятҡа индерҙек. 33. Улар һиңə ниндəй ҙə булһа миҫалға хикəйəт килтерһə, (уға ҡаршы) Беҙ яҡшырағын, аңлатмалары менəн һиңə килтерербеҙ. (34) Улар йəһəннəмгə тупланып, йөҙ түбəн ҡаплатылыр. Юлдары аҙғынлыҡ ине, урындары ла яман урын булыр. (35) Хаҡтыр, беҙ Мусаға китап бирҙек. Туғаны Һарунды уның ярҙамсыһы иттек. 36. — Барығыҙ, — тинек уларға. — Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарғандар (Фирғəүен халҡы) янына. (Улар Фирғəүен тоҡомон өгөтлəп ҡараны, лəкин иманһызҙҙар иманға килмəне.) Нəтижəлə, уларҙы һəлəк итеп бөтөрҙөк. 37. Пəйғəмбəрҙəрҙе ялғанға сығарғандарына күрə, башҡаларға ғибрəт булһын тип, Нух халҡын да һыуға (тайфунға) батырып үлтерҙек. Залимдар өсөн беҙ ғибрəтле язалар əҙерлəп ҡуйҙыҡ. 38. Ғəд (Һуд ғəлəйһиссəллəм) ҡəүемен дə, Сəмуд (Салих ғəлəйһиссəллəм) ҡəүемен дə, Расс (Шөғəйеп ғəлəйһиссəллəм) кешелəрен дə, улар араһында йəшəп киткəн башҡа (гөнаһлы) халыҡтарҙы ла һəлəк иттек. (39) (Ғибрəт алһындар, тип) уларҙың һəр береһенə Беҙ миҫаллы хикəйəттəр килтерҙек, (лəкин улар пəйғəмбəрҙəребеҙҙе ялғансыға сығарҙы, ғибрəт алманы) уларҙың барыһын да һəлəк иттек. 40. Хаҡтыр, улар (мəккəлелəр Лут пəйғəмбəр халҡының Садум) шəһəрен дауыллы ямғыр килеп тотҡанын күрмəнелəрме ни? (Күрҙелəр, лəкин барыбер Ҡиəмəт көндө) терелəсəктəренə ышанманылар. 41. Һине осратҡанда улар: — Ошо ла булдымы Аллаһ тарафынан беҙгə ебəрелгəн пəйғəмбəр, — тип мыҫҡыллауҙан башҡаны белмəнелəр. (42) — Шуныһы хаҡтыр, əгəр ҙə беҙ уның ҡотортоуҙарына ҡаршы ҡаты тормаған булһаҡ, ул беҙҙе табынған тəңрелəребеҙҙəн биҙҙергəн булыр ине, — тинелəр. Улар оҙаҡламай күрерҙəр, белерҙəр, кем юлдан яҙған, кем тура юлдан барғанын. 43. Үҙенең нəфсеһен (енси ихтыяждарын) тəңре итеп табынғандарҙы күрҙеңме һин? Хəҙер инде (Рəсүлем) һин уларҙы яҡларға алынаһыңмы? (44) Əллə һин уларҙың күбеһе, ысынлап та, (һинең өгөтөңдө) тыңлайҙар һəм тəүбəгə килерҙəр, тип уйлайһыңмы? Улар дүрт аяҡлы хайуандарҙан да мəхлүгерəк булып аҙашҡандар. 45. Раббыңдың нисек итеп күлəгəне оҙонайтҡанын ҡарағаның юҡмы ни? Əгəр ихтыяр итһə, Ул уны (күлəгəне) хəрəкəтһеҙ ҙə ҡалдыра алған булыр ине. Беҙ Ҡояшты уға сəбəпсе иттек. (46) Һуңынан уны (оҙон күлəгəне) əкрен‐əкрен генə үҙебеҙҙең янға тупланыҡ. (47) Ҡараңғы төндө Ул һеҙҙең өсөн бер ҡаплауыс итеп яралтты, йоҡоно ял итер өсөн, көндө (иһə яңынан уянып, яҡшы ғəмəлдəр ҡылыр өсөн) яралтты. (48) Ул киң рəхмəтле булараҡ, ҡыуаныс алып килеүсе елдəрҙе яралтты. Күктəн саф һыуҙар ағыҙҙы. (49) Үле тупраҡты тергеҙер өсөн, бик күп кешелəр өсөн яралтҡан хайуандарыбыҙға (үлəн‐ағас үҫһен, тип) ерҙе һуғарҙыҡ. 50. Хаҡтыр, уйлап ғибрəт алһындар, тип һыуҙы‐ямғырҙарҙы кəрəк саҡта, кəрəк урындарҙа ҡат‐ҡат яуҙырҙыҡ, əммə уларҙың күбеһе шөкөр итмəне, кəфер булып ҡала бирҙелəр. «Һуңынан ғибрəт алһындар өсөн, был һыуҙы араларында төрлө уаҡыттарҙа сиратлап яуҙырҙыҡ. Быңа ла ҡарамаҫтан, кешелəрҙең күбеһе йəнə шөкөр итмəнелəр, кирелектəренəн ҡайтманылар.»Талат Кочигит тəфсиренəн. «Хаҡтыр, быны (кешелəр) ғибрəт алһын өсөн, уларға төрлө‐төрлө һүрəттəрҙə аңлаттыҡ (йəки: был һыуҙы кəрəгенсə яуҙырҙыҡ). Лəкин кешелəрҙең күбеһе шөкрəнə ҡылаһы урында ҡаршы килделəр (кирелектəренəн ҡайтманылар.» Хəсəн Чантай тəфсиренəн. «Тəхҡийҡ, өҫтəге өс аятты Ҡөръəндə һəм башҡа китаптарҙа тəкрар (ҡабатлап) əйттек, кешелəр вəғəзлəнһендəр һəм ғибрəтлəнһендəр өсөн, кешелəрҙең күберəге вəғəздəн һəм ғибрəттəрҙəн баш тарттылар, мəгəр Ислам ниғмəтен инҡар итеп, кəфер булыуҙан баш тартманылар.» Шəйх Ноғмани тəфсиренəн. «Хаҡтыр, кешелəр өгөт алһындар өсөн, араларында төрлө‐төрлө шəкелдəрҙə аңлаттыҡ, əммə кешелəрҙең күбеһе ҡаршылыҡ менəн шөкөр итмəйенсə, кирелектəренəн ҡайтманылар.» Ибраһим Дөнмəз тəфсиренəн. 51. (Эй, Мөхəммəд) Əгəр ҙə Беҙ ихтыяр итһəк, (һинең вазифаңды еңелəйтер өсөн) һис шикһеҙ, һəр илгə (һəр шəһəргə) киҫəтеүсе (пəйғəмбəр) күндергəн булыр инек. (Лəкин Беҙ һиңə бөтөн пəйғəмбəрҙəрҙең иң гүзəл сифаттарын тупланыҡ.) (52) Бер миҙгелгə лə кəферҙəргə бил бирмə һəм шуның менəн (Ҡөръəн менəн) уларға ҡаршы булдыра алғансы ҡаты бул. 53. Ул ике диңгеҙҙе йəнəшə ҡуйҙы. Һыуһынды баҫа торған татлы‐сөсө һыу һəм тоҙло‐тəмһеҙ һыу йəнəшə аға. Бер‐берһенə ҡатнаша алмаҫлыҡ итеп, араларына бəрзах (элпə‐фəрҙə, кəртə) ҡорҙо. («Ысындан да, донъяла йəнəшə аҡһалар ҙа, ҡушылмай торған төсө һəм тоҙло ағымдар бар, уларҙың араһында йөҙҙəрсə саҡрымдарға һуҙылған бəрзах, тел, таҫма, аралыҡ бар. Дижлə һəм Нил йылғаларының тоҙло диңгеҙгə ҡойоп та, диңгеҙ эсендə тоҙло һыу менəн ҡатнашмайынса ағып барыуҙары быңа миҫал.


Лəкин ҡайһы бер шəрехселəр был аят эсендə бөйөк мəғəнə барлығын да əйтəлəр. Һыуһынды баҫа торған татлы һыу — ул Ислам, тоҙлоһо иһə башҡа бер дин. Мосолмандар ағымы бар, бар кəферҙəр ташҡыны, ни ҡəҙəр яҡын, йəнəшə йəшəһəлəр ҙə был ике дин, был ташҡын мəңге лə ҡушыла алмай» Хəсəн Чантай менəн Ибраһим Дөнмəз тəфсирҙəренəн ) 54. Ул əҙəмде һыуҙан бар ҡылып, уны (үрсемле) нəҫелле итеп яралтты. Раббың — һəр нəмəгə ҡөҙрəте етə торған Илаһтыр. (55) (Шуға ла ҡарамаҫтан) Аллаһты инҡар итеп, үҙҙəренə файҙа ла, зарар ҙа ҡылыр ҡеүəттəре булмаған (һындарға, боттарға) табыналар. Кəфер — Аллаһҡа ҡаршы (көрəшеүсе) шайтанға ярҙамсы. 56. Беҙ һине (мөьминдəргə) биреүсе килтереүсе, (кəферҙəрҙе) ҡурҡытыусы вазифаһынан башҡа сифатта күндермəнек. (57) Əйт: — Мин был ғəмəлдəрем өсөн һеҙҙəн һис бер түлəү һорамайым, бары тик Аллаһҡа тоғро юл тотарға телəгəн кешелəрҙе генə эҙлəйем, — тип. 58. Үлемһеҙ, мəңге тере (Аллаһ Тəғəлəгə) инанып, (Уға) һыйын, Уны тəсбих менəн (Сөбхəналлаһү вə əлхəмдүлиллəһ, сөбхəналлаһи вə бихамдиһи, тип) данла. Ул бəндəлəренең гөнаһ ҡылыуҙарынан хəбəрҙар. 59. Ул күктəрҙе һəм Ерҙе һəм улар араһында булған нəмəлəрҙе алты көндə яралтҡан, һуңынан Ғəрше көрсиҙə хаким булған хөкөмдарҙыр. Ул — Рахмəəндыр, (əгəр ышанмаһағыҙ) был турала хəбəрҙар булғандарҙан һорағыҙ. 60. — Рахмəəнға сəждə итегеҙ, — тип əйткəс, улар: — Кем һуң ул Рахмəəн? (Ни эшлəп əле) беҙ һин ҡушҡанға сəждə итергə тейеш? — тинелəр, һəм был (өндəү) уларҙы (имандан) йыраҡлаштырҙы ғына. 61. Күктə йондоҙҙар яралтҡан, улар уртаһында бер яҡтылыҡ сығанағы (Ҡояшты) һəм нурлы бер Ай булдырғандың даны ғəйəт бөйөктер. (62) Фекерлəп ғибрəт алғандар өсөн, шөкөр иткəндəр өсөн төн менəн көндө сиратлап килтергəн дə — Улдыр. 63. Кемдəр Ер йөҙөндə итəғəт менəн йөрөй, шулар мəрхəмəтле ярлыҡаусы (Аллаһ)тың бəндəлəре булыр. Һəм улар наҙан ахмаҡтарҙың əҙəпһеҙлегенə ҡаршы сəлəм менəн яуап бирə. (64) Улар кистəрен Раббылары ҡаршыһында сəждəгə китеүселəр. (65) Улар: — Йə, Раббым, беҙҙе йəһəннəм ғазабынан ҡотҡар. Уның ғазабы ҡот осҡос һəлəкəттер, — тип доға ҡыла. 66. Ысындан да, ул (йəһəннəм) йəшəү һəм ғəмəл ҡылыр өсөн бик тə яман урын. 67. Сығым малын тотҡанда (саҙаҡа биргəндə) артығын ҡыланмаған һəм дə бик һаран да булмағандар урталыҡта булыр. (68) Улар Аллаһҡа тиң эҙлəмəҫ, башҡаға табынмаҫ. Улар мəжбүрлектəн тыш, Аллаһ тарафынан тыйылған эште ҡылмаҫ — хаҡһыҙға əҙəм йəнен ҡыймаҫ, зина ҡылмаҫтар. Ошоларҙы эшлəгəн кеше гөнаһаһын алыр. (69) Ҡиəмəт көнөндə уларҙың язаһы арта төшəр һəм улар мəңгегə хур булып ҡалыр. (70) Ямандан тəүбəгə килеп, иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың яманлыҡтарын изгелеккə алмаштырыр (ҡылған гөнаһтарын ярлыҡап, сауаплы эшкə күндерер). Аллаһ ярлыҡаусы, бик тə мəрхəмəтле. 71. Тəүбə иткəндəр һəм изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, тəүбəһе ҡабул ҡылынып, Аллаһтың ризалығын алып, Уның янына ҡайтарылыр. (72) Улар ялған шаһитлыҡ итмəҫ, буш һəм тəмһеҙ һүҙ һөйлəүселəр янында тормаҫ, əҙəпле рəүештə китеп барырҙар. (73) Улар Раббының аяттарын тыңлағанда (мəғəнəһенə) күҙ йоммаҫ, ишетмəмешкə һалышмаҫтар. 74. Улар əйтер: — Йə, Раббыбыҙ, күңелдəребеҙҙең ҡыуанысы, күҙҙəребеҙҙең ҡараһы кеүек (затлы, паҡ) ҡатындар һəм балалар бир. Беҙҙе саф мосолман халыҡтарына юлбашсы ит, —ти. 75. Бына быларҙың һəммəһе, ауырлыҡтарға сыҙам, түҙем булғандарына күрə əжер аласаҡ һəм шунда (йəннəттə) оло хөрмəт һəм сəлəм менəн ҡаршыланасаҡ. (76) Шунда улар мəңгегə ҡаласаҡ. Аһ, ул ниндəй гүзəл урындыр, ул ниндəй рəхəт торлаҡтыр. 77. Əйт: — Аллаһҡа мөрəжəғəт итмəгəн булһағыҙ, Аллаһ һеҙгə иғтибар итмəгəн булыр ине. Һеҙ дөрөҫтəн дə (аяттарҙы) ялғанға сығарҙығыҙ. Тик, һеҙ хəҙер яуап ғазабы тотасакҡһығыҙ, — тип. 26 — Шүғəрə (Шағирҙар) сүрəһе (Шүғəрə сүрəһе 227 аяттан тора. Бер өлөшө Мəккəлə, икенсе бер өлөшө Мəҙинəлə ингəн. 224 нсе аятта шағирҙар тураһында, йəғни мөшриктəр əйткəнсə, Ҡөръəн‐и Кəримдең ниндəйҙер бер шағир йəки шағирҙар тарафынан түгел, бəлки лə Аллаһ тарафынан хасил ителгəнлеге тураһында һөйлəнгəнгə күрə, сүрəгə шул исем бирелгəн. Баҡара сүрəһенəн ҡала ,Ҡөръəндең иң оҙон сүрəһе.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Та. Син. Мим. (2) Былар хаҡты (һəм нахаҡты) асыҡлаусы Китаптың аяттарыҙыр. 3. (Эй, Мөхəммəд) улар иманға килмəй тип, һин үҙеңде харап итер дəрəжəлə ҡайғыраһың. (4) Əгəр Беҙ ихтыяр итһəк, уларҙың башына Күктəн бер мөғжизə индергəн булыр инек, уларҙың муйыны аҫҡа килгəн булыр ине. (5) Сикһеҙ мəрхəмəтле Аллаһтан ингəн һəр аяттан йөҙ сөйөрҙөлəр, (6) Хаҡтыр, улар (Ҡөръəнде) ялғанға сығарҙы. Уларҙың шулай мəсхəрəле көлөүҙəренең нəтижəһе оҙаҡламай килəсəк. (7) Əллə һуң улар ер өҫтөнə ҡарамайҙармы, күрмəйҙəрме? Шунда һəр нəмəне төрлө‐төрлө, парлы‐парлы итеп үҫтерҙек. (8) Хаҡтыр, был эштəрҙең ғибрəте лə барҙыр. Лəкин уларҙың күбеһе иманға килə торған түгел. (9) Шик юҡтыр, һинең Раббың — мотлаҡ еңеүсе, сикһеҙ мəрхəмəтлеҙер. 10. Раббың Мусаға əйтте: — Бар һин залим халыҡ янына, (11) Фирғəүен тоҡомо янына кит. Əле бынан һуң да улар Аллаһтан ҡурҡмаҫтармы? — тине. 12. Ул (Муса) əйтте: ‐ Раббым, улар мине ялғансыға сығарыр, тип ҡурҡам, (13) күкрəгем ҡыҫылыр, телем əйлəнмəҫ. Шуға күрə, ярҙамсы итеп, зинһар, Һарунды күндер (уға ла пəйғəмбəрлек бир). (14) Унан һуң улар ҡаршыһында минең бер ғəйебем бар. Шул сəбəпле, улар мине үлтеререр, тип тə ҡурҡам, — тине. («Йəһүдтəрҙе ҡаты рəнйеткəн Фирғəүендең ҡыптый тоҡомонан булған бер кешенең айырыуса рəхимһеҙ ҡыланғанына түҙеп тора алмаҫтан, үҫмер Муса шул йəəллəдте үлтерə» Хəсəн Чантай тəфсиренəн ) 15. Аллаһ əйтте: — Юҡ‐юҡ, (үлтермəҫтəр) икегеҙ ҙə аяттарымды алып барығыҙ. Шик юҡ, Мин һеҙҙең менəн йəнəшə булырмын. Барыһын да ишетеп торормын, — тине. (16) — Барығыҙ, Фирғəүен янына китегеҙ. Һəм əйтегеҙ: беҙ — ғəлəмдəрҙең Раббыһы тарафынан күндерелгəн пəйғəмбəрҙəр булабыҙ. (17) Һин Исраил улдарын беҙгə биреп ебəр, тип хəбəр итегеҙ. 18. Лəкин Фирғəүен əйтте: — Беҙ һине сабый сағыңдан алып, бөгөнгə саҡлы үҙ арабыҙҙа тəрбиəлəп үҫтермəнекме? Һин ғүмереңдең йылдарын беҙҙең арала уҙғарманыңмы? (19) Ҡылаһы яуыз эшеңде лə ҡылдың (бер кешене үлтерҙең), шунан һуң да һин беҙгə рəхмəтле түгелһең (оятһыҙ). 20. Муса əйтте: — Мин уны яңғылыш үлтерҙем. (21) Һеҙҙəн ҡурҡып, ҡасып киттем. Ниһайəт, Раббым миңə хөкөм (ғилем, хикмəт) бирҙе һəм мине (һеҙгə) пəйғəмбəр итеп ебəрҙе. (22) Һин мине шелтəлəй торған ул ваҡиға (минең кеше үлтереүем)дең сəбəбе лə һинең Исраил улдарын ҡол итеп,йəберлəп тотоуың ине. 23. Фирғəүен əйтте: — Кем инде ул һинең «ғəлəмдəрҙең Раббыһы» ? 24. — Күктəрҙең, Ерҙең һəм улар араһындағы нəмəлəрҙең Раббыһы — Аллаһ Тəғəлə. Əгəр ҙə һеҙ хəҡиҡəтте белергə телəһəгеҙ (Аллаһҡа иман килтерегеҙ), — тине Муса. (25) (Фирғəүен) ярандарына:


— Ишеттегеҙме? — тине. 26. — Ул һеҙҙең дə, əүүəлге аталарығыҙҙың да Раббыһы, ‐ тине Муса. 27. — Һеҙгə илсе итеп ебəрелгəн был Мусаны мотлаҡ ен алыштырғандыр, — тине Фирғəүен. (28) Муса əйтте: — Əгəр ҙə башығыҙ(ҙа мейегеҙ) булһа, һеҙ Уның Көнсығыш менəн Көнбайыш араһында булған бар нəмəнең дə хужаһы икəнен (əллə ҡасан) аңлаған булыр инегеҙ инде. 29. Фирғəүен:— Ант итеп əйтəм, минəн башҡа берəүҙе Илаһ итеп алғанһың икəн, мин һине зинданға яптырам, — тине . (30) Муса: — Һиңə ап‐асыҡ аңлайышлы, дөрөҫ дəлил килтергəн булһамдамы? — тине. (31) — Тура һөйлəгəнлегеңə (пəйғəмбəрлегеңə) дəлил килтер, — тине Фирғəүен. (32) Шунда Муса таяғын ергə ташланы, ул йыланға əүерелде. (33) Шунан һуң ул ҡулын сығарҙы, уның ҡулы тамашасыларға ап‐аҡ (нур) булып балҡый ине. 34. (Фирғəүен) яҡындарына əйтте: — Шик юҡтыр, был, мотлаҡ, бик оҫта сихырсы, (35) ул һеҙҙе сихыры менəн йортоғоҙҙан ҡыуып сығарырға тип килгəн. Хəҙер нимə эшлəтəбеҙ инде быны? — тине. (36) — Уның үҙен һəм дə туғанын тотҡарлап тор ҙа, (сихырсыларҙы) йыйырға кешелəреңде юлла, — тинелəр кəңəшселəре. (37) — Улар иң оҫта сихырсыларҙы һинең янға алып килһен. 38. Шулай итеп, (оло байрам көнөндə) билгелəнгəн уаҡытҡа бөтөн сихырсылар бер ергə йыйылған ине. 39. — Барығыҙ ҙа йыйылып бөттөме? — тип һоранылар халыҡтан. 40. Əгəр ҙə (сихырсылар) еңһə, бəлки, беҙ уларға эйəрербеҙ, — тинелəр кешелəр. 41. Ниһайəт, барыһы ла килеп бөткəс, сихырсылар Фирғөүенгə əйтте: — Уларҙы (Муса менəн Һарунды) еңгəс, беҙгə əжере булырмы һуң? — тинелəр. 42. — Əлбиттə, — тине Фирғəүен. — (Һеҙ еңгəн) тəҡдирҙə һеҙ минең иң яҡындарымдан булырһығыҙ. (43) Муса уларға əйтте: — Башта һеҙ ташлайһы нəмəлəрегеҙҙе уртаға ташлағыҙ,— тине. (44) Тегелəр бауҙарын, таяҡтарын ергə ташлап: — Фирғəүендең ҡөҙрəте менəн, һис шикһеҙ, беҙ еңəсəкбеҙ, — тинелəр. 45. Муса ла шунда уҡ таяғын ергə ташланы. Ни күҙҙəре менəн күрһендəр, ҡарышҡы таяҡ күҙ асып йомғансы, тегелəрҙең яһалма йыландарын йотоп бөтөрҙө. (46) Сихырсылар (быны күргəс) шунда уҡ сəждəгə йығылды. (47) Һəм əйттелəр: — Беҙ ғəлəмдəрҙең, Муса менəн Һарундың хужаһы булған (48) бер Аллаһҡа иман килтерҙек, —тинелəр. 49. Фирғəүен əйтте: — Минең рөхсəтемдəн башҡа һеҙ уға иман килтерҙегеҙ. Əлбиттə, ул һеҙҙəн оҫтараҡ булып сыҡты, һеҙ ҙə унан өйрəндегеҙ. Лəкин һеҙ оҙаҡламай белерһегеҙ: мин һеҙҙең ҡул‐аяҡтарығыҙҙы арҡылы‐торҡоло саптырасаҡмын, һис шикһеҙ, һеҙҙең барығыҙҙы ла арҡылы ағасҡа (хасҡа) ҡаҙаҡлатасаҡмын, — тине. 50. (Иман килтергəндəр) əйтте: — Зарар юҡ, беҙ инде Аллаһты таптыҡ. (51) (Фирғəүендекелəр араһында) иң беренсе иман килтергəн кешелəр булараҡ: Раббыбыҙ беҙҙең (элеккеге) гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡар, тип өмөт итəбеҙ, — тинелəр. 52. Мусаға уахи аша əмер иттек: ‐ Бəндəлəрем менəн бергəлəп төнөн юлға сыҡ. Артығызҙҙан ҡыуа сығасаҡтар, — тинек. 53. Ул арала Фирғəүен дə (ғəскəр тупларға) йыйыусыларын шəһəрҙəргə ебəрҙе. 54. — Уларҙың (Исраил улдарының, йəһүдтəрҙең) ғəскəре бик əҙ. (55) Улар беҙҙең асыуҙы ҡабартты. (56) Беҙ иһə һəр уаҡыт уяу (һуғышҡа əҙер торабыҙ), — тинелəр. 57. Беҙ уларҙы (Фирғəүен тоҡомон) баҡсаларын, шишмəлəрен, (58) хазиналарын һəм уңдырышлы тупраҡтарын ташлап сығырға мəжбүр иттек. 59. Беҙ ул байлыҡтарға Исраил улдарын вəриҫ ҡылдыҡ. Беҙ уларҙы (Фирғəүен халҡын) шулай ҡыҙыҡ иттек. (60) Таң атҡанда улар (Фирғəүен тоҡомо Муса менəн Һарун етəкселегендəге иман килтергəндəр артынан) ҡыуа сыҡтылар. (61) Ниһайəт, ике ғəскəр (Исраил улдары менəн Фирғəүен ғəскəре) бер‐ берһен күргəс, Мусаға эйəрə сыҡҡандар əйтте: — Бына, ниһайəт, беҙ тотолдоҡ,— тинелəр. 62. ‐ Юк, ‐ тине Муса. — Əлбиттə, Аллаһ минең менəн бергəҙер. Ул миңə ҡотолоу юлын күрһəтəсəк, иншаʹаллаһ. (63) Шунан һуң Беҙ Мусаға: — Ҡарышҡы таяғыңды диңгеҙгə ташла, — тип уахи иттек. Диңгеҙ шунда уҡ урталай ярылды, ғəлəмəт бейек ике һыу тауы хасил булды. 64. Шунан һуң тегелəрҙе лə (ҡыуа сыҡҡандарҙы) бында килтерҙек. (65) Мусаны һəм уның əмерендə булғандарҙы ҡотҡарҙыҡ. (66) Унан һуң тегелəрҙе (ғəскəре менəн Фирғəүенде) һыуға батырҙыҡ. (67) Бында, əлбиттə, (аңлағандар өсөн) ғибрəт бар. Лəкин уларҙың күбеһе иман килтермəне. (68) Шуныһы хаҡтыр, ысындан да, һинең Раббың — еңеүсе һəм ярлыҡаусы. 69. Уларға (ғəрəп мөшриктəренə) Ибраһимдың ғибрəтле хикəйəһен дə уҡы. (70) Ул атаһына һəм халҡына əйтте: — Һеҙ нəмəгə табынаһығыҙ? — тине. (71) (Тегелəре) əйтте: — Боттарға табынабыҙ, — тинелəр, — беҙ уларға көнө‐төнө ғибəҙəт ҡыласаҡбыҙ. 72. — Һеҙ ялбарғанда улар һеҙҙе ишетəме? — тине Ибраһим. (73) —Йəки улар һеҙгə ярҙам итəме, əллə зыян эшлəйме? 74. — Юҡ, — тинелəр. — Беҙҙең бабаларыбыҙ шулай табына ине, (шуға күрə, беҙ ҙə боттарға табынабыҙ). 75. — Бына хəҙер аңланығыҙмы инде, (76) аталарығыҙ һəм үҙегеҙҙең (булдыҡһыҙ) нəмəлəргə табынғанығыҙҙы? (77) Улар (боттар, һындар, таштар) минең ысын дошмандарым булыр. Лəкин ғəлəмдəрҙең Раббыһынан башҡа. (78) Раббым мине яралтты һəм тура юлды күрһəтеүсе лə — Ул. (79) Мине ашатыусы, һыуһынымды баҫтырыусы ла — Ул. (80) Ауырыған сағымда миңə шифа биргəн дə — Ул. (81) Ул мине йəнһеҙ ҡалдырасаҡ, һуңынан мине терелтəсəк. (82) Яза көнөндə хаталарымды ярлыҡаясаҡ, тип өмөт иткəнем дə — Ул. (83) Раббым, миңə хикмəттəр ғилеме бир, мине саф мосолмандарҙан ҡыл. (84) (Минəн һуң) килгəн быуындар мине яҡшылыҡ менəн телгə алһындар ине. (85) Мине ниғмəт йəннəтенең вəриҫтəреңдəн əйлəһəң ине. (86) Атайымды ла ярлыҡа, зинһар. Ҡыҙғаныс , ул дөреөҫ юлда түгел ине. (87) Бəндəлəреңдең ҡəберҙəн ҡубарыласаҡ Көнөндə мине рисуай итмə. (88) Ул Көндө мал да, улдар ҙа файҙа килтермəҫ. (89) Əммə лəкин Аллаһҡа саф күңел менəн инанғандар (ул Көндө) бəхетле булыр. (90) (Ул Көндө) саф мосолмандар ғына йəннəткə яҡынлаштырылыр. (91) Йəһəннəм иһə аҙғындарға асылыр. 92. Һəм уларға əйтерҙəр: — Ҡайҙа һеҙҙең табынғандарығыҙ? (93) Аллаһтан башҡа улар һеҙгə ярҙам итəме? Улар үҙҙəренə үҙҙəре ярҙам итə аламы? (94) Һəм улар ҙа (боттар, һындар ҙа), һəм аҙғындар ҙа (95) һəм Иблис өйөрө лə йəһəннəмгə ташланыр. (96) Шунда улар бер‐берһе менəн ыҙғышып əйтер: (97) — Валлаһи, беҙ, ысындан да, аҙашҡан булғанбыҙ икəн,— тип əйтерҙəр. (98) — Сөнки һеҙҙе (боттарҙы) ғəлəмдəрҙең хужаһы Аллаһҡа тиңлəштерҙек. (99) Беҙҙе аҙғындар ғына аҙаштырҙы. (100) Хəҙер беҙҙе яҡлаусы юҡ. (101) Ысын дуҫыбыҙ ҙа юҡ. (102) Их, доньяға кире ҡайтарылһаҡ ине лə, беҙ мөьмин булып йəшəр инек. 103. Шик юҡтыр, бында ғибрəттəр бар. Лəкин уларҙың күбеһе иман килтермəне. (104) Һинең Раббың, хаҡтыр, һəр уаҡыт еңеүсе һəм сикһеҙ мəрхəмəтле. 105. Нух ҡəүеме лə (Беҙҙең тарафтан) күндерелгəн пəйғəмбəрҙе ялғансыға сығарҙы. (106) Нух үҙенең ҡəрҙəштəренə əйтте: — Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. — (107) Шик юҡ, мин һеҙгə күндерелгəн пəйғəмбəр булам. (108) Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ һəм миңə эйəрегеҙ. (109) Был эштəрем өсөн мин һеҙҙəн түлəү һорамайым. Миңə тигəн бүлəк бары тик Аллаһ хозурында ғына. (110) Шулай булғас, Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һəм миңə эйəрегеҙ. 111. Əйттелəр:


— Һиңə эйəргəндəр нəҫелһеҙ, малһыҙ бəндəлəр, беҙ ҙə шулар кеүек һиңə эйəрəйекме? (Был була торған эш түгел!) — тинелəр. 112. Нух əйтте: — Мин уларҙың əүүəл нимə менəн шөғөллəнгəндəрен белмəйем, — тине. (113) — Яҡшылап уйлаһағыҙ: уларҙың хисабы бары тик Аллаһ хозурында ғына. (114) Һəм мин ул мөьминдəрҙе (ни ҡəҙəр генə фəҡир булһалар ҙа, һеҙҙең күңелегеҙ булһын тип) үҙ янымдан ҡыуасаҡ түгелмен. (115) (Һеҙҙе гөнаһ ҡылыуҙан) киҫəтеүсе булыуҙан башҡа минең вазифам юҡ. 116. Тегелəр əйтте: — Əй, Нух, əгəр ҙə был эшеңдəн ҡайтмаһаң, беҙ һине таш бəреп үлтерəсəкбеҙ. 117. — Йə, Раббым, үҙ халҡым мине ялғансыға сығарҙы, — тине Нух. (118) — Зинһар, беҙҙе хөкөм ит, мине лə, миңə эйəргəндəрҙе лə (таш язаһынан) ҡотҡар. 119. Шунан һуң беҙ уны ла, эйəрсендəрен дə кəмəгə ултыртып, ҡотҡарып ҡалдыҡ. (120) Унан һуң (ярҙа) ҡалғандарҙы һыуға батырып үлтерҙек. (121) Шик юҡ, бында (аҡылы башында булғаннар өсөн) ғибрəттəр бар. Лəкин уларҙың күбеһе иман килтермəне. (122) Шик юҡ, һинең Раббың, əлбиттə, һəр уаҡыт еңеүсе, сикһеҙ мəрхəмəтле. 123. Ғəд халҡы ла күндерелгəндəрҙе (пəйғəмбəрҙəрҙе) ялғансыға сығарҙы. (124) Һуд үҙенең ҡəрҙəштəренə əйтте: — (Аллаһ алдында гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. (125) — Хаҡтыр, мин һеҙгə күндерелгəн тоғро пəйғмбəр булам. (126) Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ һəм миңə эйəрегеҙ. (127) Был эшем өсөн мин һеҙҙəн һис бер ниндəй түлəү һорамайым. Миңə тигəн бүлəк бары тик ғəлəмдəрҙең хужаһы булған Аллаһ хозурында ғына. (128) Һеҙ ҡалҡыу урындарҙа ғəлəмəт ҙур биналар (пирамидалар, төрбəлəр) ҡороп (килеп‐ киткəндəр менəн) күңел асаһығыҙмы? (129) Мəңге йəшəргə уйлап, һеҙ шундай ышаныслы биналар ҡораһығыҙмы? (130) (Меҫкендəрҙе) хөкөм иткəн саҡта һеҙ рəхимһеҙ ҡыланаһығыҙ. (131) Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ һəм миңə эйəрегеҙ. (132) Һеҙгə мəғлүм ниғмəттəрҙе биргəн; (133) һеҙгə мал‐ тыуар, улдар биргəн; (134) баҡсалар, шишмəлəр биргəн Аллаһтың ғазабынан ҡурҡығыҙ. (135) Мин һеҙҙең өҫтөгөҙгə хəтəр яза көнө килер тип ҡурҡам, — тине. 136. Əйттелəр: — Беҙгə барыбер, өгөтлəнең ни, өгөтлəмəнең ни. (137) Был əүүəлгелəрҙең уйҙырмаһынан башҡа нəмə түгел. (138) Беҙгə яза бирелмəйəсəк. 139. Шулай итеп, улар уны ялғансы тип атанылар һəм Беҙ уларҙы һəлəк иттек. Шик юҡ, (башында аҡылы булғандар өсөн) бында ҡайһы бер ғибрəттəр бар. Лəкин уларҙың күбеһе иман килтермəне. (140) Хаҡтыр, һинең Раббың — мотлаҡ еңеүсе һəм сикһеҙ мəрхəмəтле. 141. Сəмуд (халҡы ла) пəйғəмбəрҙе (Салихты) ялғансы тип атаны. (142) Салих үҙ халҡына əйтте: — Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (143) — Белеп тороғоҙ, мин һеҙгə ебəрелгəн ышаныслы Пəйғəмбəр булам. (144) — Инде Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һəм миңə эйəрегеҙ. (145) Был эшем өсөн мин һеҙҙəн һис бер түлəү һорамайым. Миңə тигəн бүлəк бары тик ғəлəмдəрҙең хужаһы булған Аллаһ хозурындаҙыр. (146) Һеҙ бында ҡурҡынысһыҙ именлек эсендə йəшəйəсəкбеҙ, тип өмөт итəһегеҙме? (147) Баҡсаларығыҙ, шишмə‐ҡойоларығыҙ янында. (148) Игендəрегеҙ һəм емештəре йомшаҡ, татлы хөрмə ағастары хозурында. (149) Тау биттəрендə соҡоп‐соҡоп үҙегеҙгə ҡулай өйҙəр яһайһығыҙ. (150) Инде хəҙер Аллаһтан ҡурҡыр уаҡыт етте һəм миңə эйəрегеҙ. (151) Хаттин ашҡан (сиктəрҙе уҙған) мөшриктəрҙең əмеренə буйһонмағыҙ. (152) Сөнки улар Ер йөҙөндə фетнə сығарыусы һəм изгелек ҡылмаусыларҙыр, — тине. 153. Əйттелəр: — Һин сихырҙан тилергəнһең, — тинелəр. (154) — Һин үҙең дə əллə кем түгел, беҙҙең кеүек үк ғəҙəти бəндəһең. (Мин — Аллаһтың илсеһе, тигəн) һүҙҙəреңде раҫлар өсөн һин бер мөғжизə эшлəп күрһəт (шунан һуң беҙ һиңə ышанырбыҙ). 155. (Таш эсенəн тере дөйə сығарғас) Салих əйтте: — Бына, һеҙгə əсə дөйə. (Шишмəнəн) бер көндө ул һыу эсер, икенсе көндө — һеҙ. (156) Уға бер ҙə яманлыҡ эшлəмəгеҙ. (Юҡһа) һуңынан, бөйөк Көн килгəс, һеҙҙе хəтəр яза тотар. 157. Шуға ла ҡарамаҫтан, улар дөйəне һуйҙы. Лəкин һуңынан бик ныҡ үкенделəр. (158) Сөнки улар язаһын алды. Шик юҡтыр, бында ғибрəт бар. Лəкин уларҙың күбеһе иман килтермəне. (159) Хаҡтыр, һинең Раббың — һəр ваҡыт еңеүсе һəм сикһеҙ мəрхəмəтле. 160. Луттың халҡы ла пəйғəмбəрҙе ялғансы тип атаны. (161) Лут үҙ туғандарына əйтте: — Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (162) — Хаҡтыр, мин һеҙгə тоғро пəйғəмбəр булараҡ күндерелгəн кешемен. (163) Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ һəм миңə эйəрегеҙ. (164) Был эшем өсөн мин һеҙҙəн һис бер түлəү һорамайым. Миңə тигəн бүлəк бары тик Аллаһ хозурында ғына. (165, 166) Раббығыҙ һеҙҙең өсөн яралтҡан ҡатындарығыҙҙы яңғыҙ (нəүмиз) ҡалдырып, донъяла булмағанды, һеҙ генə (енси ихтыяжығыҙҙы ҡəнəғəтлəндерер өсөн) ирҙəр менəн яҡынлыҡ ҡылаһығыҙ түгелме? Хаҡтыр, һеҙ (хəлəлде ташлап, харамға күсеүсе) аҙғын халыҡ икəн. 167. Əйттелəр: — Əй, Лут, һин был эшеңдəн ваз кисмəһəң, һис шикһеҙ, һине ҡыуасаҡбыҙ, — тинелəр. 168. Лут əйтте: — Ошо ҡыланмыштарығыҙ өсөн һеҙгə нəфрəтлəнəм, — тине. (169) — Йə, Раббым, мине һəм минең халҡымды был ҡылмыштарынан ҡотҡар, — тине Лут. 170. Шунан һуң Беҙ уны һəм (иман килтергəн) бөтөн ғəйлəһен ҡотҡарып ҡалдыҡ. (171) Иман килтермəгəндəр (һəлəк булғандар) араһында уның ҡатыны ла бар ине. (172) Унан һуң ҡалғандарҙың барыһын да һəлəк иттек. (173) Өҫтəренə шундай (хəтəр дауыллы, дəһшəтле ташлы) ямғыр ҡойҙорҙоҡ, киҫəтелгəндəр (əммə иман килтермəгəндəр) өсөн бик тə хəтəр ямғыр ине ул. (174) Шик юҡтыр, бында ғибрəт бар. Лəкин уларҙың күбеһе иман килтермəй. (175) Хаҡтыр, һинең Раббың һəр уаҡыт еңеүсе һəм сикһеҙ мəрхəмəтле. 176. Əйкə (тигəн урман) халҡы ла пəйғəмбəрҙе (Шөғəйепте) ялғансы тип атаны. (177) Шөғəйеп уларға əйтте: — Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (178) — Хаҡтыр, мин (һеҙгə күндерелгəн) тоғро пəйғəмбəр булам. (179) Инде Аллаһтың язаһынан ҡурҡыр уаҡытығыҙ етте һəм миңə эйəрегеҙ. (180) Был эшем өсөн мин һеҙҙəн бер ниндəй ҙə түлəү һорамайым, миңə тигəн бүлəк бары тик ғəлəмдəрҙең хужаһы булгғн Аллаһ хозурында ғына. (181) Үлсəүҙə теүəл үлсəгеҙ. Кəм үлсəмəгеҙ (кеше хаҡы ашамағыҙ). (182) Дөрөҫ бизмəн менəн үлсəгеҙ. (183) Кеше хаҡына кермəгеҙ. Ер йөҙөндə боҙоҡлоҡ (ғəҙелһеҙлек) таратмағыҙ. (184) Һеҙҙе һəм килеп‐киткəн нəҫелдəрҙе яралтҡан Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ, — тине. 185. Əйттелəр: — Һин (сихырҙарҙан) тилергəн кеше икəнһең, — тинелəр. (186) ‐ Һин үҙең дə (əллə кем түгел), беҙҙең кеүек үк ғəҙəти бəндə икəнһең. Беҙ һине, ысындан да, ялғансы, тип уйлайбыҙ. (187) Əгəр һүҙең дөрөҫ булһа (пəйғəмбəрлегеңə ышандыраһың килһə), өҫтөбөҙгə бер киҫəк Күкте индер. (188) Шөғəйеп əйтте: — Һеҙҙең ҡылмыштарығыҙҙы Аллаһ яҡшы белеп тора, — тине. 189. Шулай ҙа улар уны ялғансы тинелəр һəм уларға яза иреште. (Ҡояшты ҡаплаған) күлəгəле, болотло көндө уларға ғазап килде. Хаҡтыр, ул хəтəр яза ине. 190. Шик юҡтыр, бында ғибрəт бар. Лəкин уларҙың күбеһе иман килтермəне. (191) Хаҡтыр, һинең Раббың һəр саҡ еңеүсеҙер һəм сикһеҙ мəрхəмəтлеҙер. 192. Ул (Ҡөръəн), һис ялғанһыҙ, ғəлəмдəрҙең хужаһы Раббынан индерелде. (193) Уның менəн бергə имен рух (Жəбраил фəрештə) иңде. (194) (Аллаһтың ҡолдарын) киҫəтеүсе (өгөтсө) булһын тип, һинең күңелеңə (Ҡөръəн) индерелде. (195) Ғəрəпсə асыҡ итеп индерелде. (196) Ысынлап та, (Ҡөръəн тураһында хəбəрҙəр) бынан элек килгəн китаптарҙа ла бар. 197. Исраил тоҡомо араһындағы ғалимдарҙың (Мөхəммəд һəм Ҡөръəн тураһында) белгəндəре уларға дəлил була алмаймы ни? (198) Беҙ уны башҡа ҡəүемдəн булған кешегə индергəн булһа инек, (199) шунан ул уны халыҡҡа (əсə телендə) уҡыһа ине, барыбер улар иман килтермəгəн булыр ине.


(200) Шулай итеп, Беҙ гөнаһлыларҙың күңеленə кəферлек керттек. (201) Хəтəр язаны үҙ күҙҙəре менəн күрмəйенсə улар иман килтермəҫ. (202) Ғазап уларға абайламаҫтан (көтмəгəндə) килер. (203) Шул саҡ улар: — (Ғазапты) кисектереп булмаҫмы? — тип ялбарыр. (204) Улар тиҙерəк язабыҙҙың (был донъяла уҡ) килеүен телəйме ни? 205. Һин əйтеп бир (ий, Мөхəммəд): оҙаҡ йылдар дауамында Беҙ уларға ниғмəт бирһəк, (206) һуңынан улар өҫтөнə вəғəҙəбеҙ (хəтəр ғазап) төшһə, (207) донъялағы файҙалы малдары уларҙы ҡотҡарып ҡалыр инеме? 208. Иң башта киҫəтмəйенсə (пəйғəмбəр ебəрмəйенсə), Беҙ бер генə халыҡты ла харап итмəнек. (209) Беҙ бер ҡасан да ғəҙелһеҙ булманыҡ, (нахаҡҡа яза бирмəнек). (210) Ул (Ҡөръəн) шайтандар тарафынан индерелмəне. (211) Был уларҙың ҡулынан килə торған эш түгел, уларҙың ундай ҡеүəте юҡ. (212) Шик юҡтыр, улар — (фəрештəлəрҙең һүҙен) ишетеүҙəн мəхрүм ҡалған заттар. (213) Шуға күрə, һаҡ бул, Аллаһҡа тиң тип, башҡа бер Илаһ саҡырма. Һуңынан ғазаптарға дусар булырһың. (214) Яҡын туғандарыңды ла (гөнаһ ҡылғандарҙы Аллаһтың ҡаты язаһы көтə тип) киҫəтеп ҡуй. (215) Һиңə эйəргəн мөьминдəргə (изгелекле ярҙам) ҡанатыңды йəй. (216) Əгəр улар инҡар юлына баҫып, буйһонмаһалар, əйт: — Мин һеҙҙең был эштəрегеҙҙəн йыраҡ торам, — тип. 217. Һин һəр саҡ еңеүсе һəм ярлыҡаусыға (Аллаһҡа) һыйын. (218, 219) Ул намаҙ уаҡытында башҡа бик күп ғибəҙəт ҡылыусылар араһында һинең нимə эшлəгəнеңде күреп тора. (220) Хаҡтыр, ул барыһын да ишетеп, күреп тороусы. 221. (Һəй, мөшриктəр) шайтандарҙың кем янына ингəндəрен һеҙгə əйтеп бирəйемме? (222) Улар гөнаһ ҡылыусылар, ялғансылар башына төшə. (223) Улар (гөнаһлылар, ялғансылар шайтанды) тыңлайҙар һəм уларҙың күбеһе ата ялғансы. 224. Шағирҙарға килгəндə, эш былай тора. Уларға ла аҙашҡандар эйəрə. (225) Күрмəйһеңме ни, улар нимə ҡылғандарын белмəйенсə (тилереп), болондар буйлап йөрөй. (226) Һəм тормошҡа ашмаҫтай хыялый һүҙҙəр һөйлəнəлəр. (Үҙҙəре булдыра алмаған эшкə башҡаларҙы өндəйҙəр.) 227. Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар, Аллаһты онотмағандар һəм үҙҙəренə ғəҙелһеҙлек ҡылғандарҙан үҙҙəрен яҡлай алғандар, улар (Хаҡҡа ҡаршы шиғыр яҙған хыянатсы шиғырсылар) рəтендə түгел. Ғəҙелһеҙлек ҡылған залимдар үҙҙəренең ҡайҙа барасаҡтарын оҙаҡламай белерҙəр. 27 — Нəмел (Ҡырмыҫҡа) сүрəһе (Нəмел сүрəһе 93 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Нəмел» — ҡырмыҫҡа тигəн һүҙ. 18 нсе аятта ҡырмыҫҡалар тураһында һөйлəнгəнгə күрə, сүрəгə ошо исем бирелгəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Та. Син. Былар Ҡөръəндең, (яҡшы менəн яманды) ап‐асыҡ айырып биреүсе Китаптың аяттарыҙыр. (2) Мөьминдəр өсөн тура юл күрһəтеүсе һəм һөйөнөс хəбəре килтереүсеҙер. 3. Намаҙҙы дөрөҫ уҡығандар, зəкəт биреүселəр — ысын мосолмандыр. Улар—Əхирəт көнөнə лə ысын күңелдəн инанған кешелəр, (4) Əхирəт көнөнə ышанмағандарҙың яман эштəрен Беҙ яҡшы итеп күрһəттек (улар яҡшы эш ҡылабыҙ, тип уйлайҙар). Лəкин уларҙың күңел күҙҙəре һуҡыр килеш ҡала. (5) Улар шундай кешелəрҙер, улар хəтəр язаға мəхкүм. Улар — Əхирəттə лə иң күп зыянға дусар ителгəн кешелəрҙер. (6) Шик юҡ, Ҡөръəн һиңə һəр нəмəнең асылын белеүсе, берҙəн‐бер, хикмəт эйəһе тарафынан бирелде. 7. Иҫегеҙҙəме, нисек итеп Муса ғəйлəһенə: — Мин ут күрҙем. Шунда барып юл һораштырайым йəки утлы киҫəү алып килəйем, йылынырһығыҙ, — тине. (8) Шунда барғас, бер ауаз ишетелде: — Ут янындағы (Муса), əйлəнə‐тирəлəге (фəрештə)лəр мөбəрəк ҡылынды (уларға бəрəкəт бирелде). — Ғəлəмдəрҙең Раббыһы Аллаһ (камил) һис кəмселекһеҙ. (9) — Əй, Муса, Хəҡиҡəт — Мин ул, һəр уаҡыт еңеүсе, берҙəн‐бер хөкөм һəм хикмəт эйəһе Аллаһ. (10) — Ҡарышҡыңды (таяғыңды) ташла! —тине Аллаһ. (Муса таяғын ташланы) ул шунда уҡ йыланға əүерелде, уны күреп (Муса) артына боролоп ҡарамайынса, ҡаса башланы. ‐ Əй, Муса, ҡурҡма. Мин бында ғына. Мин булғанда пəйғəмбəр бер нимəнəн дə ҡурҡмаҫ, — тигəн тауыш ишетелде. 11. Əгəр ҙə берəйһе яманлыҡ ҡылғандан һуң (тəүбə итеп) изгелек ҡылһа, һис шикһеҙ Мин уны ярлыҡармын һəм уға сикһеҙ мəрхəмəтле булырмын. 12. Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ та, Фирғəүенгə һəм тоҡомона туғыҙ мөғжизəнең берһен күрһəт: (ҡулың) һис зыян күрмəйенсə, (күҙ яуын алырҙай) ап‐ аҡ булып (нур сəсеп) күренер. Шик юҡ, улар аҙғын халыҡ булып сыҡты. 13. Аяттарыбыҙ ап‐асыҡ булып килгəс, улар: — Был, һис шикһеҙ, бер күҙ буяу‐сихыр ғына, — тинелəр. 14. Гəрсə улар эстəн генə аяттарҙың дөрөҫ икəненə ышанһалар ҙа, тəкəбберлектəре һəм кирелектəре арҡаһында, телдəре менəн инҡар иттелəр. Ҡара əле, боҙоҡлоҡ таратыусыларҙың ахыры нимə менəн бөттө! 15. Хаҡтыр, беҙ Дауытҡа һəм (уның улы) Сөлəймəнгə ғилем бирҙек. Улар əйтте: — Беҙҙе мөьмин ҡолдарының күбеһенəн өҫтөн ҡылған Аллаһҡа маҡтауҙар булһын, — тинелəр. 16. Сөлəймəн Дауытның вəриҫе булды. Əйтте: — Əй, кешелəр, беҙгə ҡоштар теле өйрəтелде. Беҙгə бар нəмəнəн дə өлөш сығарылды. Шик юҡ, был Аллаһ Тəғəлəнең беҙгə булған айырыуса мəрхəмəте һəм йомартлығы, — тине. 17. Сөлəймəн янында ендəрҙəн, кешелəрҙəн, ҡоштарҙан торған ғəскəр тупланды. Быларҙың барыһы ла (уның тарафынан) идара ителə ине. (18) Ҡырмыҫҡалар күп булған үҙəнгə килеп сыҡҡас, бер ҡырмыҫҡа əйтте: — Əй, ҡырмыҫҡа халҡы! Ояғыҙға кереп ҡасығыҙ. Һаҡ булығыҙ, Сөлəймəн ғəскəрҙəре, үҙҙəре лə белмəҫтəн, һеҙҙе таптап‐һытып китмəһен, — тине. («Нужно отметить, что выражение вади‐л‐намл нельзя перевести как «долина Муравьев», ибо «Намл» — это имя собственное; согласно Т(см. коренъ вади), долина Намл расположена между Джибрином и Аскаланом. «Намлах» — это название племени...» Мөхəммəд Али тəфсиренəн.) 19. (Ҡырмыҫҡа əйткəндəрҙе ишеткəс) Сөлəймəн ғəжəплəнде һəм йылмайҙы ла əйтте: — Йə, Раббым, — тине. — Үҙемə һəм атам‐əсəмə биргəн ниғмəттəреңə шөкөр итергə һəм Һинең ризалығыңды алырҙай изгелектəр ҡылырға миңə форсат бир. Рəхмəтең менəн миңə лə (йəннəттə) башҡа тоғро ҡолдарың менəн бер рəттəн урын бир, — тине. 20. Ул (Сөлəймəн) ҡоштарҙы күҙҙəн кисергəс: — Ни өсөндер һөҙһөттө күрмəйем. Əллə ул юғалып ҡалдымы? — тине. (21) — Һəр хəлдə мин уға ҡаты яза бирəсəкмен йəки уның башын саптырасаҡмын, əгəр ҙə ул ни өсөн килмəгəнен аҡларлыҡ асыҡ дəлил килтермəһə. 22. Оҙаҡ та уҙмаҫтан, Һөҙһөт килеп етте һəм əйтте: — Мин һин белмəгəн нəмəне белəм, — тине. — Сəбəнəн мин һиңə бик тə мөһим бер хəбəр килтерҙем; (23) хаҡтыр, мин шунда батшалыҡ итə торған бер ҡатынды осраттым. Уның бөтөн нəмəһе бар. Ул бик ҙур тəхеткə эйə; (24) улар Аллаһ урынына Ҡояшҡа табына торған халыҡ. Яман ғəмəлдəрен матур күрһəтеп, шайтан уларҙы юлдан яҙҙырған. Шунлыҡтан улар тура юлды тапмай; (25) күктəрҙə һəм Ерҙəге асыҡ һəм йəшерен нəмəлəрҙең бөтөнөһөн белеп тороусы Аллаһҡа улар сəждə итмəй; (26) бөйөк Ғəрештең хужаһы, Үҙенəн башҡа һис бер тиңе булмаған Аллаһ — берҙəн‐бер Илаһ (тип танымай). 27. Сөлəймəн əйтте: — Ҡарап ҡарайыҡ, һин дөрөҫөн һөйлəнеңме, əллə ялғанланыңмы? — тине. (28) — Һин ошо хатты алып кит, уларға тапшыр. Бер аҙ уаҡыт яуап көт. Нисек яуап бирерҙəр икəн? 29. (Хатты алғас, батшабикə яҡындарына) əйтте:


— Əй, ярандарым, хаҡтыр, миңə бик тə əһəмиəтле бер хат килеп төштө; (30) ул хат Сөлəймəндəн һəм ул рəхимле, мəрхəмəтле Аллаһ исеме менəн: бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим, тип башлана: (31) «Миңə ҡаршы баш ҡалҡытмағыҙ. Баш эйеп, яныма килегеҙ,» тип əйтелгəн. (32) Батшабикə: — Əй, кəңəшселəрем, — тине. — Фекерҙəрегеҙҙе миңə əйтегеҙ. Һеҙҙəн башҡа был мəсьəлəне үҙемə генə сисеүе бик ҡыйын булыр. 33. Əйттелəр: — Беҙ — көс‐ҡеүəт эйəлəре, ҡаты һуғыш өсөн яралтылған. Əмер — һинəндер, үтəү — беҙҙəндер, (Ниндəй əмер биреү Һинең ихтыярыңда.) — тинелəр. 34. — Хаҡтыр, батшалар берəй илгə баҫып керһə, шул илде туҙҙырып ташлай. Шул халыҡтың абруйлы əҙəмдəрен хур итеп, мəсхəрəгə ҡалдыралар. Былар ҙа беҙҙе шулай итəсəк; (35) мин уларға берəй бүлəк юллайым, илселəрем ниндəй яуап алып ҡайтыр, ҡарап ҡарайыҡ. 36. Илсе килеп еткəс, Сөлəймəн əйтте: ‐ Һеҙ мал биреп ярҙам итергə булаһығыҙмы ни? Аллаһтың миңə биргəн ниғмəтттəре, һеҙгə Аллаһ биргəн ул бүлəгегеҙҙəн хəйерлерəк. Һеҙ шул бүлəктəрегеҙ менəн ғорурланаһығыҙмы? (37)Кире ҡайт(ып əйт), һис шикһеҙ, еңелмəҫ ғəскəрем менəн мин һеҙгə яу асам, уларҙы хур итеп, пыран‐ заран килтереп өйҙəренəн ҡыуып сығарып, ҡайтып китəсəкмен. (38) Һəм тағын əйтте: — Əй, оло кəңəшселəрем, улар миңə баш эйеп килгəнгə саҡлы, ҡайһығыҙ шул тəхетте миңə алып ҡайта ала? — тине. 39. Ендəр араһындағы бер ғифрит шикеллеһе: — Һин урыныңдан ҡалҡҡансы уҡ, мин уны һиңə алып ҡайтырмын. Был эште башҡарырға ышанысым, ҡеүəтем етəрлек, — тине. 40. Китап уҡып белем алған берəү: — Күҙ асып йомғансы мин (ул тəхетте) һиңə алып ҡайтырмын, — тине. Һəм ул (Сөлəймəн) уны (тəхетте) алдында күрҙе лə əйтте: — Был Раббымдың мине һынап ҡарауыҙыр, моғайын: шөкөр итəсəкме мин, əллə шөкөр итеүҙəн баш тартасаҡмынмы, тип. Шөкөр итеү кешенең үҙ файҙаһына булыр. Кем шөкөр итмəй, (үҙенə зыян), хаҡтыр, Аллаһ уның шөкөрөнə мохтаж түгел. Сөнки Аллаһ Үҙе байлыҡҡа хужа. 41. Əйтте: — Был тəхетте ул танымаҫлыҡ итеп үҙгəртегеҙ, — тине. — Күрербеҙ, ул уны танырмы, юҡмы? Дөрөҫ юлдамы был батшабикə, əллə ҡыйыш юлдамы? (42) Ханым килгəс, һоранылар: — Был һинең тəхетеңме? — тинелəр. Ҡатын əйтте: — Əйе, шул буғай, — тине. (Сөлəймəн əйтте): — Бынан элек беҙгə (Аллаһ) белем бирҙе һəм беҙ мосолман булдыҡ. 43. Аллаһты инҡар итеп, табына торғандары (Ҡояш) Исламды ҡабул итергə ҡамасаулыҡ иткəн. Сөнки ул ҡатын кəферҙəр тоҡомонан ине. 44. Уға (батшабикəгə) əйттелəр: — Һарайға кер, — тинелəр. (Аҫтына һыу ебəрелгəн бəллүр‐быяла иҙəнгə баҫыр алдынан) тəрəн һыуға керəм тип, батшабикə итəген күтəрə төштө, уның матур балтырҙары күренде. (Сөлəймəн) əйтте: — Был бəллүрҙəн түшəп һалынған иҙəндер, — тине. Бикə əйтте: — Йə, Раббым, ысындан да, мин оятлы булдым, гөнаһ ҡылған ҡатын булып сыҡтым түгелме? Ғəлəмдəрҙең Раббыһы булған бер Аллаһҡа Сөлəймəн менəн бергə иман килтереп, мосолман булдым, — тине. («Ҡояшҡа табына торған был гүзəл батшабикəнең исеме Бəлҡис ине. Уның балтырҙары төк менəн ҡапланған, тигəн хəбəр таралған була. Имеш, ул йөнлө аяҡтарын кешелəрҙəн генə түгел, Ҡояштан да йəшерə икəн. Ошо ғəйбəттең дөрөҫме, түгелме икəнен белəһе килепме, күрһəтергə ярамаған аяҡты күрергə генə Ҡояштың Бəлҡискə һис бер тəьҫире булмаясағын иҫбат итергə телəпме, Сөлəймəн батша асыҡ түбəле, үтə күренмəле, бəллүр иҙəнле һарай ҡорҙороп, бəллүр аҫтына һыу тултырта, балыҡтар ебəрə. Бəлҡис алдана, затлы кейемен сылатмаҫ өсөн, ул итəген күтəрə төшə: уның тəне һəм Ҡояшҡа, һəм Сөлəймəнгə күренə. Əммə шуныһы асыҡлана, батшабикəнең балтырҙары йөнлө түгел, ғəжəйеп матур икəн. Күргəнегеҙсə, батшабикə Аллаһҡа иман килтерə». Хəсəн Чантай һəм Шəйх Ноғмани тəфсирҙəренəн.) 45. Хаҡтыр, Беҙ Салихты үҙ халҡы Сəмудкə күндерҙек: — Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылығыҙ, — тип ҡəрҙəштəрен өндəһен өсөн. Лəкин улар ике фирҡəғə айырылып, талашып бөттөлəр. («Бер фирҡə Аллаһҡа иман килтерҙе. Икенсеһе кəфер булып ҡала бирҙе. Уларҙың һəр икесе лə: беҙҙең дин — хаҡ дин, ти» .Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 46. Салих уларға əйтте: — Əй, ҡəрҙəштəрем, ни өсөн һеҙ изгелек ҡылаһы урынға яманлыҡ ҡылырға ашҡынаһығыҙ? Аллаһтан ярлыҡау һораһағыҙ яҡшыраҡ булмаҫмы икəн? Бəлки, ул һеҙгə мəрхəмəтле булыр, — тине. 47. Улар əйтте: — Һинең арҡаңда һəм һиңə эйəргəндəр арҡаһында өҫтөбөҙгə афəт (аслыҡ) килде, — тинелəр. Салих: — Һеҙҙең ғəмəлдəрегеҙ Аллаһтан йəшерен түгел. Бəлки, һеҙ һынауға дусар ителгəн нəҫелдер, — тине. 48. Был шəһəрҙə туғыҙ ир кеше (туғыҙ яуыз төркөм) бар ине. Былар тирə‐яҡҡа боҙоҡлоҡ таратыусы (башлыҡтарҙың балалары) ине. Улар изгелек ҡылыу тураһында уйлап та ҡараманылар. 49. Улар үҙ‐ара Аллаһ исеме менəн ант иттелəр: — Уға (Салихҡа) һəм яҡындарына төндə һөжүм итəбеҙ (ҡырып сығабыҙ). Унан һуң ҡан үсен алыусыларға əйтербеҙ: — Валлаһи, дөрөҫөн һөйлəйбеҙ, беҙ уның ғаилəһенең һəлəкəтен күрмəнек, белмəйбеҙ, —тип əйтербеҙ. 50. Шулай итеп, улар хəйлə ҡорҙо. Беҙ ҙə һиҙҙермəй генə уларға хəйлə ҡорҙоҡ. (51) Ана ҡара, улар ҡорған хəйлəнең нəтижəһе нисек булғанын. Беҙ уларҙы (таш яуҙырып) нəҫелдəре менəн һəлəк иттек. (52) Бына, ғəҙелһеҙлектəре арҡаһында уларҙың йортонан емеректəр генə ҡалды. Хаҡтыр, аңлаған халыҡтар өсөн бында ғибрəт бар. (53) Иман килтереп, (гөнаһтарҙан) һаҡланғандарҙы Беҙ ҡотҡарабыҙ. 54. Лутҡа ла (пəйғəмбəрлек) бирҙек. Ул халҡына əйтте: — Һеҙ белгəн килеш, яманлыҡ ҡылаһығыҙмы (егеттəрҙе ҡатын сифатында ҡулланаһығыҙмы)? — тине. (55) Ҡатындарығыҙҙы яңғыҙ (нəумиз) ҡалдырып, шəһүəти ихтыяждарығыҙ өсөн ирҙəр янына бараһығыҙ. Юҡ, һеҙ нимə ҡылғанығыҙҙы белмəйенсə, боҙоҡлоҡтоң арғы яғына сыҡҡан ҡəүем. (56) Халҡының яуабы шул булды: — Лут тоҡомон ватанығыҙҙан ҡыуып ебəрегеҙ. Сөнки улар — сафлыҡтарын һаҡларға тырышыусы нəҫел, — тинелəр. 57. Шунан һуң Беҙ уның үҙен дə, нəҫелен дə ҡотҡарҙыҡ, фəҡəт алдан уҡ һəлəкəткə дусар ителгəн ҡатынынан башҡа. (58) Уларҙың өҫтөнə шундай бер (утлы көкөрттəр, таштар ҡатнашҡан) ямғыр яуҙырҙыҡ. Өгөтлəп тə, ғибрəт алмағандар өсөн бик тə хəтəр ине ул ямғыр. 59. Əйт: — Аллаһҡа булһын маҡтауҙар. Уның яҡын иткəн бəндəлəренə (нəбиҙəргə, рəсүлдəргə) сəлəмдəр булһын. Илаһ булыр өсөн Аллаһ хəйерлерəкме, əллə уларҙың Уға тиңлəштергəн нəмəлəреме? — тип. (60) — Əллə күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан, Күктəн һеҙҙең өсөн ямғырҙар яуҙырған хəйерлерəкме? Шул һыу менəн һуғарып, Беҙ ағастарын ҡоротмайынса, ниндəй гүзəл баҡсаларҙа үҫемлек‐емештəр яралттыҡ. Аллаһҡа тиң башҡа берəй Илаһ бармы əллə? Юҡ, əлбиттə, улар ҡыйыш юлдан киткəн халыҡтыр.


61. Əллə Ерҙе тотороҡло итеп яралтҡан, араларынан йылғалар ағыҙған, бейек тауҙар ҡорған, ике диңгеҙ араһына пəрҙə (ҡойма) ҡуйған хəйерлерəкме? Аллаһҡа тиң башҡа берəй Илаһ бармы əллə? Юк! Лəкин уларҙың күбеһе (Хаҡты) белмəй. 62. Ҡыйын ваҡытында Үҙенə доға ҡылған кешегə ярҙам итеүсеме йə иһə əфəттəрҙе кире ҡайтарған, һеҙҙе Ер өҫтөндə хаким ҡылған хəйерлерəкме? Аллаһҡа тиң башҡа берəй Илаһ бармы əллə? Һеҙ бик əҙ уйлай торған ҡəүем. 63. Йəки ҡоро ерҙə һəм диңгеҙҙəрҙə ҡараңғы төндəрҙə һеҙгə юл күрһəткəн, йомартлығы (ямғыр) алдынан һөйөнөс килтереүсе елдəрҙе иҫтергəн хəйерлерəкме? Аллаһҡа тиң башҡа бер Илаһ бармы əллə? Улар табынғандарҙан Аллаһ сикһеҙ бөйөк һəм паҡтыр. (64) Əллə башта яралтып та, һуңынан юҡҡа сығарғанмы, һеҙҙе Күктəн һəм Ерҙəн ризыҡландырғанмы хəйерлерəк? Аллаһтан башҡа Уға тиң берəү бармы? Əйт һин: — Əгəр һеҙ хаҡлы икəн, һүҙегеҙгə иҫбат килтерегеҙ,— тип. 65. Əйт: — Күктəрҙə һəм Ерҙə йəшерелгəн серҙəрҙе Аллаһтан башҡа кем белер? (Фəрештəлəр ҙə, кешелəр ҙə, пəйғəмбəрҙəр ҙə белмəй.) Улар ҙа Ҡиəмəттең (яңынан терелеүҙең) ҡасан буласағын белмəҫ, — тип. 66. Юҡ, уларҙың белеме Əхирəтте асыҡлай алмай, улар был турала шик‐шөбһə кисерəҙер. Юҡ! Уларҙың күңел күҙе һуҡыр. (67) Инҡар итеп, кəфер булғандар əйтте: — Беҙ ҙə, вафат булған аталарыбыҙ ҙа тупраҡ булғас, ысынлап та, (яңынан терелеп, ҡəберҙəрҙəн) сығарыласаҡбыҙмы? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ!); (68) хаҡтыр, был турала бынан алда аталарыбыҙға ла һөйлəгəндəр ине инде. Был боронғолар уйлап сығарған əкиəттəн башҡа нəмə түгел. 69. Əйт: — Донъя буйлап сəйəхəт итегеҙ, гөнаһлыларҙың ахыры нимə менəн бөткəнен күрерһегеҙ, — тип. (70) (Эй, Мөхəммəд) һин улар (иман килтермəгəндəр, һиңə эйəрмəгəндəр) өсөн ҡайғырма. Улар ҡорған мəкерҙəр өсөн дə борсолма. (71) Улар: — Был вəғəҙə ителгəн ғазаптар ҡасан килер? Əгəр һеҙ дөрөҫ һөйлəйһегеҙ икəн (əйтегеҙ), — тип əйтəлəр. (72) Əйт: — Һеҙ тиҙ килһен тип телəгəн язаның бер өлөшө оҙаҡламай килəсəк, — тип. 73. Шик юҡ, ысындан да, һинең Раббың кешелəргə бик тə миһырбанлы. Лəкин уларҙың күбеһе шөкөр итмəй. (74) Һинең Раббың уларҙың күңелдəренə йəшерелгəн серҙəрҙе лə, асыҡ ғəмəлдəрен дə тулыһы менəн белеп тороусы. (75) Ерҙə һəм Күктə йəшерелгəн серҙəрҙең барыһы ла асыҡ рəүештə китапҡа (Лəүхел Мəхфүзгə) яҙылған. (76) Шик юҡ, был Ҡөръəн — Исраил улдарына бəхəс‐ғауға ҡуптарған нəмəлəрҙең күбеһен аңлатып бирə торған Китап. (77) Ысынлап та, ул тура юлға өндəүсе һəм мөьминдəр өсөн бер рəхмəттер. 78. Хаҡтыр, һинең Раббың улар араһындағы бəхəсте дөрөҫ хөкөмгə килтерəсəктер. Ул — һəр саҡ еңеүсе, дөрөҫөн белеүсе. 79. Тик, һин Аллаһҡа инанып һыйын. Сөнки һин ап‐асыҡ бер Хəҡиҡəт. янындаһың. (80) Ысындан да, һин (күңелдəре) үлелəргə (вəғəзлəреңде) ишеттерə алмаҫһың, арҡа тарафка боролоп, ҡолаҡтары ишетмəҫ дəрəжəлə һаңғырау булып, ҡасып барыусыларҙы ла иманға саҡыра алмаҫһың. (81) Һəм һин (күңел күҙҙəре) һуҡырҙарҙы ла аҙашҡан юлдарынан айырып, тура юлға күндерə алмаҫһың. Һин аяттарыбыҙға иман килтерəсəк кешелəргə генə һүҙ тыңлата аласаҡһың. Бына шулар инде ысын мосолман булыр. (82) Вəғəҙə ителгəн Көн килгəс, (Ҡиəмəттə), улар өҫтөнə ер аҫтынан бер Дəббəне (тип аталған ҡурҡыныс затты) сығарасаҡмын. Ул кешелəрҙең аяттарыбыҙға ысын күңелдəн инанмағандары тураһында һөйлəр. 83. Ул Көндө һəр өммəттең аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарыусыларын бергə йыйнарбыҙ, һəм улар (яза өсөн) ҡулға алынасаҡтар. 84. Ниһайəт, улар (хисап еренə) килеп еткəс, (Аллаһ) бойорор: — Минең аяттарымды, уларҙың яҡшымы, яҡшы түгелме икəнен уйлап тормаҫтан, ялғанға сығарыусылар һеҙме? Нимə ҡылғанығыҙҙы аңлатып бирегеҙ. 85. Ғəҙелһеҙ йəберлəүҙəр ҡылғандары арҡаһында Һүҙ ғəмəлгə кергəс, (уларға үҙҙəре ҡаҙанған язаға əмер бирелгəс) улар телдəн ҡалыр. 86. Истирəхəт ҡылыр (ял итер) өсөн төндө, яҡтылыҡ өсөн көндө Беҙ яралтҡанды күрмəнелəрме? Бында иман килтергəндəр өсөн, əлбиттə, ғибрəттəр бар. 87. Сурға өрөлгəн Көндө, Аллаһтың Үҙе телəгəндəрҙəн башҡаһы, күктəрҙə һəм Ерҙə булғандарҙың барыһы ла ғəрəсəткə дусар ителер. Уларҙың барыһы ла түбəнселек менəн баш эйеп, Уның хозурына килеп баҫасаҡтар. 88. Һин тауҙарҙың үҙ урындарында торғандарын күрермен тип уйлайһыңмы? Улар болот күскəн кеүек күсеп китер. Был бар нəмəне тəртип менəн яралтҡан Аллаһтың əмере менəн эшлəнер. Шик юҡ, Ул һеҙҙең нимə ҡылғанығыҙҙың барыһын да белеп тороусы. («Был аят Ер шарындағы бар нəмəнең дə хəрəкəттə булғанына ишара итə, хатта тауҙар ҙа күрер күҙгə генə мəңгелек кеүек күренһə лə, ахырҙа улар ҙа — хəрəкəттə, үҙəндəр — хəрəкəттə. Тора‐бара Ерҙəге тауҙар урынында — үҙəндəр, иңкеүлектəр урынында — тауҙар хасил буласаҡ». Ибраһим Дөнмəз тəфсиренəн.) 89. Изгелектəре менəн килгəн кешегə изгелек бирелер. Улар ҡурҡыныстан ҡотолор. (90) Яман ҡылмыштары менəн килгəн кешелəр йөҙ түбəн йəһəннəмгə ырғытылыр. Уларға: ‐ Əй, ҡылмыштарығыҙға күрə һеҙгə бирелгəн язалар артыҡ ғəҙелһеҙ түгелдер бит? ‐ тип əйтелер. 91. Əйт: ‐ Мин бары тик гөнаһ эшлəүҙе харам ҡылған был шəһəрҙең Раббыһына ғибəҙəт итергə күндерелдем. Бөтөн нəмəгə Аллаһ хужа; һəм мин мосолман булырға бойоролдым, ‐ тип. (92) ‐ Миңə Ҡөръəн уҡыу əмер ителде, ‐ тип əйт. ‐ Кем тура юлдан барһа, үз файҙаһына. Кем аҙашһа, əйт: — Мин бары тик (гөнаһ ҡылмағыҙ) тип киҫəтүсе генə — тип. (93) Тағын əйт: ‐ Аллаһҡа маҡтауҙар булһын, ‐ тип. ‐ Ул əле һеҙгə əмерҙəрен еткерəсəк һəм һеҙ ҙə улар менəн танышасаҡһығыҙ. Раббы һеҙ ҡылғандарҙы белмəй түгел. 28 — Ҡасас (Ҡиссалар) сүрəһе (Ҡасас сүрəһе 88 аяттан тора. Мəккəлə ингəн, бер нисəһе Мəҙинəлə ингəн. «Ҡасас» — ҡисса, хикəйə, ваҡиға һүҙҙəренең күпселеген аңлата.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Та. Син. Мим. (2) Былар (хəлəлде харамдан, хəҡиҡəтте ялғандан) ап‐асыҡ (айырып бирə торған) Китаптың; (Ҡөръəндең) аяттарыҙыр. 3. Иман килтергəн ҡəүемдəр өсөн Муса менəн Фирғəүен тураһындағы хикəйəлəрҙең бер нисəһен дөрөҫө менəн һиңə һөйлəп бирербеҙ. (4) Дөрөҫө шул, Фирғəүен ул ерҙə (Мысырҙа) хаким булараҡ артығын ҡылана башланы: халҡын фирҡəлəргə айырып бөтөрҙө. Уларҙың бер өлөшөн иҙеп, зəғифлəндерҙе, уларҙың (йəһүдтəрҙең) улдарын һуйып, ҡыҙ балаларын ғына ҡалдыра башланы. Ул, ысындан да, боҙоҡлоҡ ҡылыусы, рəхимһеҙ хаким ине. («Аятта һөйлəнə торған кəмһетелгəн халыҡ йəһүдтəр, йəғни, Исраил улдары булыр. Берəүһе Фирғəүенгə «Исраил улдары араһынан бер ир бала донъяға килер һəм шул ир бала үҫкəстен һинең солтанатыңдың аҫтын өҫкə килтерер, тəхетеңде тартып алыр», — тип һөйлəй һəм Фирғəүен исраил улдарының яңы тыуған һəр ир балаһын һуйҙырта бара» Хəсəн Чантай тəфсиренəн ) 5. Беҙ шул ҡыйырһытылғандарға ярҙам итергə телəнек. Уларҙан (хəйерле эштəргə) өндəүсе имамдар сығарып, уларҙы (Фирғəүен халҡының) милкенə (Мысырға) вəриҫ итергə телəнек. (6) Уларға (иҙелгəндəргə) ул ерҙə (Мысырҙа) ҡөҙрəт биреп, Фирғəүенгə, (Фирғəүендең баш вəзире) һаманға һəм уларҙың ғəскəрҙəренə лə уларҙың ҡурҡҡан нəмəлəрен баштарына килтереп күрһəтергə ихтыяр иттек. 7. Муса əсəһенең күңеленə Беҙ:


— Уны имеҙ. Уға ҡурҡыныс килеп, һин сараһыҙ ҡалһаң, уны диңгеҙгə ташла, (батып үлəр тип, балаһыҙ ҡалырмын, тип) ҡурҡма. Беҙ уны йəнə һиңə кире ҡайтарырбыҙ, һəм уны пəйғəмбəрҙəрҙең берһе итербеҙ, — тип бойороҡ индерҙек. 8. Ниһайəт, Фирғəүендең ғаилəһе (ҡатыны) табылдыҡ баланы йылғанан алды. Һуңынан был бала үҙҙəренə дошман һəм афəт сығанағы буласағын улар белмəй ине. Сөнки Фирғəүен менəн Һаман һəм уларҙың ғəскəрҙəрендəгелəр аҙғын юлда ине. 9. Фирғəүендең ҡатыны əйтте: — Минең өсөн дə, һинең өсөн дə күҙ ҡараһы кеүек (бер ҡыуаныс булыр). Уны үлтертмə, зинһар. Килəсəктə, бəлки, файҙа ла килтерер. Йəки уны уллыҡҡа алырбыҙ, — тине. Лəкин улар эштең асылын белеп бөтөрмəй ине əле. 10. (Балаһының рəхимһеҙ Фирғəүен һарайына элəккəнен белгəс) Муса əсəһенең күңеленə борсоу иңде (ул йоҡоһоҙ ҡалды). Əгəр ҙə уны иманлы итеп, (сабырлыҡ бирмəгəн булһаҡ) ул дөрөҫлөктө (серҙе) асып һалған булыр ине. 11. Əсəһе Мусаның апаһына əйтте: — Муса артынан ҡалма, — тине. Ул, Фирғəүен ғаилəһе һиҙенмəһен, тип, һиҙҙермəй генə, йыраҡтан күҙəтте. 12. Беҙ əүүəл имеҙеүсе һөт əсəлəренең һөтөн харам иттек (Муса сит имсəктəрҙе ауыҙына алманы). Шул саҡ апаһы əйтте: — Уны һеҙҙең өсөн бик яҡшы тəрбиə итəсəк, үҙегеҙ ҙə унан ҡəнəғəт ҡалырлыҡ бер ғаилə табып бирəйемме һеҙгə? ‐ тине. 13. Шулай итеп, уны əсəһенə ҡайтарҙыҡ. Күҙе‐йөҙө яҡтырһын тип, ҡайғырмаһын, тип. Аллаһтың вəғəҙəһенə шик белдермəһен, хаҡ икəнен белһен, тип. Лəкин уларҙың күбеһе Хаҡты белмəй. 14. Егетлек сағына килеп еткəндə, Беҙ Мусаға хикмəт (аҡыл) һəм ғилем бирҙек. Бына, Беҙ изгелек ҡылғандарҙы шулай бүлəклəйбеҙ. («Хүкм» һүҙенəн килеп сыҡҡан «хикмəт» һүҙе тəфсирҙəрҙə йыш ҡына «пəйғəмбəрлек ҡылыу» мəғəнəһендə ҡулланыла». Ибраһим Дөнмəз тəфсиренəн ) 15. Бер уаҡыт (Муса) бер кемгə лə хəбəр бирмəйенсə бер шəһəргə килеп керҙе. Был шəһəрҙең халҡы вайымһыҙ ғына ял итеп (йəшəп) ята ине. Һəм ул ике кешенең һуғышҡанын күрҙе. Уларҙың берһе үҙенең (йəһүд) тоҡомонан, икенсеһе иһə дошман (Фирғəүендең ҡыптый) ҡəүеменəн ине. Миллəттəше унан ярҙам һорап ҡысҡырҙы. (Муса) йоҙроғо менəн (ҡыптыйға) килтереп бəрҙе лə, үлтерҙе лə. (Был ҡылмышына аптырап, Муса): — Был — шайтан эше булып сыҡты. Ул, ысындан да, аҙҙырыусы, ҡотортоусы ап‐асыҡ бер дошман, — тине. («Был ваҡытта Муса ғəҙеллекте яҡлаусы булып етешкəн ине инде. Ҡыптыйҙар Исраил улдарын ҡыйырһыта башлай, уларҙы талайҙар, өйҙəрен туҙҙыралар. Бына Муса шул ғəҙелһеҙлеккə шаһит була һəм түҙеп тора алмайынса меҫкенде яҡларға алына һəм яңылыш (телəмəҫтəн) кеше үлтерə. «Был — шайтан эше булып сыҡты», тигəн һүҙен ике мəғəнəлə шəрехлəргə була. Рəхимһеҙ ҡыптыйҙың меҫкен йəһүдтне йəберлəүе тураһында əйтелгəн һүҙ тип тə, артыҡ ҡыҙып, əҙəм үлтергəнен гөнаһ һанап, үҙенə ҡарата əйткəндер, тип тə анларға була». Ибраһим Дөнмəз тəфсиренəн.) 16. Муса: — Йə, Раббым, ысындан да, мин яҙыҡ ҡылдым. Ярлыҡа мине, — тип ялбарҙы. Һəм Аллаһ уны ярлыҡаны. Ярлыҡаусы һəм сикһеҙ миһырбанлы бары тик бер Аллаһ ҡына. 17. Муса əйтте: — Раббым, миңə биргəн ниғмəт (һəм ғəфү) хаҡы өсөн енəйəтселəргə бер ҡасан да ярҙамсы булмам, иншаʹаллаһ, ‐ тине. 18. (Икенсе көндө иртəнсəк ул) ҡурҡа‐ҡурҡа ғына, һаҡланып ҡына ҡарана‐ҡарана шəһəргə сыҡты. Ни күҙҙəре менəн күрһен, кисə үҙенəн ярҙам һорап ҡысҡырған кешене тағын осратты. (Ул тағын бер ҡыптый менəн һуғышып ята ине) тағын ярҙам һорап ҡысҡырҙы. Шунда Муса əйтте: — Һин үҙең ғауғасы икəн, — тине. 19. Муса икеһенең дə дошманы булған ҡыптыйҙы һуғыштан тыйырға телəгəн ине лə, тегеһе əйтте: — Əй, Муса, һин кисə бер йəнде ҡыйған инең инде, мине лə үлтерергə телəйһеңме? — тине. — Тимəк, һин бында тəртип урынлаштырырға (изгелек ҡылырға) түгел, (кеше үлтереп) залим бер хаким булырға килгəнһең, ахрыһы. 20. Шəһəрҙең икенсе башынан килеп, берəүһе ашығып əйтте: — Əй, Муса, һарайҙағылар һине үлтерергə телəй. Тиҙ бул, һин сығып ҡас. Был минең һиңə булған изгелекле кəңəшем, ‐тине. (21) Муса ҡурҡа‐ ҡурҡа, һаҡланып ҡына ҡарана‐ҡарана шəһəрҙəн сығып китте. — Раббым, мине залимдар өйөрөнəн ҡотҡар, — тип ялбарҙы. 22. Мəдйəнгə туп‐туры барғанда ул: — Раббым мине тура юлға күндерер тип ышанам, — тине. 23. Муса Мəдйəн шəһəре тирəһендəге һыу улаҡтары янына килгəндə хайуандарына һыу эсереүсе бик күп кешелəрҙе күреп алды. Уларҙан бер аҙ ситтəрəк хайуандарын һыуға яҡын ебəрмəҫкə тырышыусы ике ҡыҙҙы ла күрҙе. Уларға: — Һеҙ ни өсөн малдарығыҙға һыу эсермəйһегеҙ? — тине. Ошо яуапты алды: — Көтөүселəр үҙ малдарын эсереп бөтөрмəйенсə, беҙ малдарыбыҙҙы эсертə алмайбыҙ. Атайыбыҙ иһə бик оло йəштə (малдарға һыу эсерерлек хəлдə түгел). 24. Шунан һуң Муса уларҙың малдарын эсерҙе. Һуңынан күлəгəгə керҙе һəм: ‐ Йə, Раббым, хаҡтыр, индерелəсəк һəр ниғмəтеңə мохтажмын, — тип доға ҡылды. 25. Шунан һуң теге ике ҡыҙҙың берһе тарһынып ҡына уның янына килде: — Атайым хайуандарыбыҙҙы эсергəнеңə күрə, рəхмəт йөҙөнəн, бүлəктəр өсөн һине үҙ янына саҡыра, — тине. Ҡарт (хəҙрəти Шөғəйеп) янына килеп, Муса башынан кискəндəрҙе уға һөйлəп бирҙе. Ҡарт əйтте: — Ҡурҡма, һин инде шул ғəҙелһеҙ халыҡтан ҡотолдоң ‐ тине. 26. Ҡыҙҙарның берһе əйтте: — Атаҡайым, һин уны эшлəгəненə хаҡ биреп, сабан итеп ал. Түлəп эшлəтəсəк был изгелекле егет — көслө һəм ышаныслы кеше, — тине. 27. (Шөғəйеп) əйтте: — Һигеҙ йыл миңə хеҙмəт иткəндəн һуң, мин һиңə ошо ике ҡыҙымдың берһен никахлармын. Ун йыл эшлəргə телəһəң — ихтыярың. Мин һине ирекһеҙлəмəйем. Иншаʹаллаһ, һин мине һəр саҡ изгелекле кеше булараҡ белерһең, — тине. 28. Муса былай тине: ‐ Был һинең менəн минең аралағы (килешеү) булыр. Был ике шарттың ҡайһыһын ғына үтəһəм дə, миңə ҡаршы үпкə‐ризаһыҙлыҡ (ирекһеҙлəү) булмаҫҡа тейеш. Һөйлəшкəнебеҙгə Аллаһ ‐шаһиттыр. 29. Килешенгəн хеҙмəт ваҡытын тултырып, ғаилəһе менəəн юлға сыҡҡас, Муса Тур тарафында бер ут күреп, ғаилəһенə: — Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ: мин йыраҡта бер ут күрҙем, бəлки, унан берəй хəбəр йəки йылыныр өсөн утлы киҫəү алып килермен, — тине. 30. Шунда барғас, шул мөбəрəк үҙəндең уң тарафынан, ҡыуаҡлыҡтар эсенəн бер өн ишетелде: — Əй, Муса, һин белеп тор, бөтөн ғалəмдəрҙең Раббыһы ул — Мин буламын — Аллаһ Тəғəлəң! 31. — Ҡарышҡыңды (таяғыңды) ырғыт, — тигəн тауыш ишетелде. Муса таяғын ергə ташланы, таяҡ йыланға əүерелде, Муса артына ла боролоп ҡарарға ҡурҡып, ҡаса башланы. Тағын əйтелде: — Əй, Муса, кире борол. Ҡурҡма. Һин именлеккə ирешкəндəрҙəнһең. 32. — Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ, ул зыян күрмəйенсə, ап‐аҡ булып сығасаҡ. Ҡурҡыуҙан йəйелгəн ҡулдарыңды кəүҙəңə ҡыҫ. Бына был ике ғəлəмəт (йыланға əүерелгəн таяҡ менəн ялтырауыҡлы ҡул) Фирғəүен һəм уның əҙəмдəре алдында Раббың тарафынан ебəрелгəн һəм инҡар ителмəҫтəй ике дəлилдер. Улар юлдан яҙған боҙоҡ халыҡ булып сыҡты. 33. Муса əйтте:


— Раббым, мин уларҙың бер кешеһен үлтергəн инем, мине үлтермəҫтəрме, тип ҡурҡам, — тине. (34) — Ҡəрҙəшем Һарун минəн матурыраҡ һөйлəй. Хаҡлы икəнемде раҫлаусы ярҙамсым итеп уны ла минең менəн бергə юлла. Улар миңə (ялғансы ҡушаматы тағырҙар тип), тип ҡурҡам. 35. Аллаһ бойорҙо: — Туғаның һиңə ышаныслы терəк булыр, һəм мин һеҙгə шундай бер ҡөҙрəт бирəсəкмен, аяттарыбыҙ (мөғжизəлəребеҙ) мəсьəлəһендə улар һеҙҙе еңəлмəҫ. Һеҙ һəм һеҙгə эйəргəн иманлылар өҫтөн сығасаҡһығыҙ, — тине. 36. Муса уларға ап‐асыҡ аяттарыбыҙҙы килтергəс, улар: — Был — күҙ буяу сихырылыр. Ата‐бабанан был турала ишеткəнебеҙ булманы, — тинелəр. (37) Муса əйтте: — Тура юлға өндəүсе итеп кемде күндергəнен һəм ахырҙа кемдең Сəғəҙəткə ирешəсəген иң яҡшы белеүсе — Раббым Үҙелер. Хаҡтыр, залимдарға ҡотолоу (йəннəт) булмаҫ. 38. Фирғəүен əйтте: — Əй, ярандарым, һеҙҙең өсөн минəн башҡа Илаһ барлығын мин белмəйем. Əй, Һаман, һин усаҡ яҡ, балсыҡ яндыр. Миңə бейек манара яһа. Мин Мусаның Тəңреһе янына менергə булам. Əммə ул ялған һөйлəй, тип уйлайым мин, — тине. 39. Фирғəүен һəм уның буйһонғандары (ярандары) урынһыҙға ғорурландылар һəм Беҙҙең хозурыбыҙға ҡайтарыла торған саҡтарын инҡар иттелəр. (40) Беҙ уны һəм ғəскəрҙəрен тотоп алдыҡ та, диңгеҙгə ташланыҡ. Күр, залимдарҙың яҙмышы нисек булып бөттө. 41. Беҙ уларҙы утҡа (тамуҡҡа) саҡырыусы етəкселəр иттек. Ҡиəмəт көнөндə улар ярҙам күрмəйəсəк. (42) Был донъяла Беҙ уларға лəғнəт ебəрҙек. Ҡиəмəт көнөндə лə улар лəғнəтлəнгəн һəм меҫкен хəлдə булыр. 43. Хаҡтыр, əүүəлге (Нух, Һуд, Салих, Лут) халыҡтарын Беҙ һəлəк иттек, (һəлəк булғандарҙың фажиғəһе тураһында уйлай‐уйлай) өгөт‐нəсихəт алһындар тип, кешелəргə ап‐асыҡ дəлилдəр, тура юлға йүнəлтеүсе һəм рəхмəтебеҙ булараҡ, ул Китапты (Тəүрəтты) Мусаға бирҙек. 44. (Ий, Мөхəммəд) Мусаға əмеребеҙҙе күндергəндə, һин тауҙың Көнбайыш яғында түгел инең, ул ваҡиғаны күреп торманың. (45) Əммə Беҙ (Мусанан) һуң бик күп халыҡтарҙы яралттыҡ, улар оҙон ғүмерле булды. Һин Мəдйəн халҡы араһына кереп, уларға аяттарыбыҙҙы уҡыманың, лəкин Беҙ (булып уҙғандарҙың хəбəрен — Ҡөръəнде) һиңə күндерҙек. (46) Муса менəн (уахи аша) һөйлəшкəнебеҙ ваҡытында һин Тур тауы янында түгел инең. Лəкин һинəн алда үҙҙəренə киҫəтеүсе (пəйғəмбəр) килмəгəн бер ҡəүемде киҫəтер өсөн, Раббыңдан бер рəхмəт булараҡ, һине һайланыҡ. Бəлки, улар уйлап, өгөт алыр! 47. Əгəр ҙə үҙҙəре ҡылған (гөнаһтары) арҡаһында баштарына бəлə төшһə, улар: — Раббыбыҙ, əгəр ҙə һин беҙгə пəйғəмбəр ебəргəн булһаң, беҙ аяттарыңа эйəргəн булыр инек тə, иман килтергəн булыр инек, — тип əйтəсəктəрен белмəһəк, һине күндермəгəн булыр инек. 48. Беҙҙең тарафтан уларға Хəҡиҡəт (менəн Пəйғəмбəр) килгəс, əйттелəр: — Мусаға бирелгəн кеүек уға ла мөғжизəлəр бирелергə тейеш түгел инеме ни? — тинелəр. Ярай, унан байтаҡ элек Мусаға бирелгəнде инҡар итмəнелəрме ни? — Бер‐берһен тулыландырыусы ике сихыр(сы), — тинелəр.— Һəм шуныһы хаҡтыр: беҙ уларға ышанмайбыҙ. 49. (Эй, Мөхəммəд) əйт: — Əгəр ҙə һеҙ хаҡлы икəнһегеҙ, Аллаһ янынан был ике Китаптан да (Тəүрат менəн Ҡөъəндəн дə) яҡшыраҡ һəм дөрөҫөрəк бер китап килтерегеҙ һəм мин уға эйəрермен, — тип. (50) Əгəр ҙə улар һиңə эйəрмəһə, белеп тор, тимəк улар нəфселəренə (кирелектəренə) күрə генə эш йөрөтəлəр. Аллаһтан тура юл күрһəтелмəгəн килеш, бары тик үҙ нəфсеһенсə генə эш йөрөтөүсенəн дə аҙғыныраҡ башҡа берəү буламы икəн? Əлбиттə, Аллаһ аҙғындарҙы тура юлға күндермəҫ. 51. Хаҡтыр, уйлап өгөт алһындар тип, һүҙебеҙҙе (Ҡөръəндəн аяттарын) берһе артынан икенсеһен өҙлөкһөҙ төшөрə торҙоҡ. (52) Унан (Ҡөръəндəн) элек китаплы булғандар (йəһүдтəр, христиандар) ҙа иман килтерҙе. (53) (Ҡөръəн) уғығанда, улар: — Уға иман килтерҙек. Сөнки ул Раббыбыҙҙан килгəн Хəҡиҡəт. Ысынлыҡта беҙ инде əллə ҡасан Аллаһты бер тип таныусылар инек, ‐ тинелəр. 54. Сабыр иткəндəре һəм итəғəттəре өсөн уларға ике тапҡыр əжер бирелер (ике китапҡа ла ышанғандары өсөн). Былар яҡшылыҡ эшлəп, яманлыҡты ҡыуыусылар. Улар үҙҙəренə беҙ күндергəн ризыҡтан хəйер биреүселəр. (55) Улар буш һүҙ (ғəйбəт) һөйлəүселəр янында тормаҫ: — Беҙҙең эшебеҙ бар, һеҙҙең дə үҙ эшегеҙ. Һеҙгə сəлəмдəр булһын. Беҙ жəһилдəр (наҙандар) менəн аралашырға телəмəйбеҙ, — тип китеп барырҙар. 56. Хаҡтыр, (ий, Мөхəммəд) һин үҙең яратҡан кешелəрҙе тура юлға күндерə алмаҫһың. Үҙе ихтыяр иткəндəрҙе фəҡəт Аллаһ тура юлға күндерер. Кем тура юлға керəсəкте Ул бик яҡшы белеп тора. 57. Улар (Ҡурайш мөшриктəре) əйтте: — Һиңə эйəреп, иман килтергəн булһаҡ, беҙ йортһоҙ‐ерһеҙ, ватанһыҙ ҡалған булыр инек (беҙҙе иманһыҙҙар ҡыуған булыр ине), — тинелəр. Беҙ уларҙы үҙ тарафыбыҙҙан күндерелгəн һəр төрлө емештəре мул булған хөрмəтле һəм имен урынға (Мəккəгə) урынлаштырманыҡмы ни? Лəкин уларҙың күбеһе быны белмəй. 58. Беҙ (муллыҡ эсендə) йəшəүҙəре менəн маҡтаныусы ни тиклем ҡəүемдəрҙе һəлəк иттек. Ана, уларҙан һуң ҡалған ул буш урындарға бик аҙҙары килеп урынлашты. Уларҙың малдарына Беҙ вəриҫ булып ҡалдыҡ. (59) Халыҡ күп йəшəй торған шəһəрҙəргə аяттарҙы уҡып бирə торған пəйғəмбəрҙəрен алдан ебəрмəйенсə тороп, Раббың ул шəһəр халыҡтарын һəлəк итмəне. Беҙ халыҡтары залим булған шəһəрҙəрҙəн башҡаларҙы һəлəк итеүсе булманыҡ. 60. Һеҙгə бирелгəн һəр нəмə (мал, байлыҡ, лəззəт) фани донъяла алдаусы биҙəк һəм тиҙ үтеп китеүсеҙер. Аллаһ хозурындағылар иһə (йəннəт) тағын да хəйерлерəк һəм тағын да ғүмерлерəк. Бынан һуң да аҡылығыҙға килмəҫһегеҙме ни? 61. Гүзəл һүҙҙəр менəн (Аллаһтан) вəғəҙə алған һəм Уның менəн (Аллаһ һəм йəннəт менəн) ҡауышҡан кешелəр (бар); фани донъяла уаҡытлыса ғына бирелгəн байлыҡ һəм рəхəтенəн файҙаланып та, Ҡиəмəт көнөндə (яза өсөн) хозурыбыҙға китерелəсəк кешелəр бар. Шулар икеһе бер тигеҙ булырмы? 62. Ул Көндө уларҙы саҡырып əйтер: — Уйлап сығарған һəм Аллаһҡа тиң һаналған уртаҡларығыҙ ҡайҙа? 63. Улар(ҙың йəһəннəмгə керəсəктəре) тураһында əйтелгəн һүҙ ғəмəлгə ашҡандан һуң: — Йə, Раббыбыҙ, бына быларҙы беҙ аҙҙырҙыҡ. Үҙебеҙ нисек аҙған булһаҡ, уларҙы ла шулай аҙҙырҙыҡ. Уларҙан йыраҡлаштыҡ. Һиңə баш эйҙек. Улар беҙгə табынманылар (үҙ нəфселəренə, енси ихтыяждарына табындылар), — тип əйтерҙəр. 64. Уларға əйтерҙəр: — (Аллаһҡа) тиңдəштəрҙе саҡырығыҙ, — тип. Саҡырырҙар. Лəкин уларҙан (һындарҙан, таштарҙан, быҙауҙан) яуап булмаҫ. Бына шунда улар язаһын алыр. Их, улар иман килтергəн булһа (был ғазаптарҙы күрмəҫ ине). 65. Ул Көндө (Хаҡ Тəғəлə) уларға əйтер: — Пəйғəмбəрҙəремə һеҙ нисек яуап биргəн инегеҙ? — тип һорар. (66) Ул Көндө уларға барлыҡ хəбəрҙəр ҙə шомло булыр. Үҙ‐ара хəл һораштырырға ла самалары булмаҫ. (67) Əммə тəүбə итеп, иман килтереп, изгелек ҡылғандар мораҙҙарына (Сəғəҙəткə) ирешкəндəр араһында булыр. 68. Раббың телəгəнен эшлəй, ни телəһə, шуны һайлап ала. Уларҙың (мөшриктəрҙең) һайлау хоҡуғы юҡ. Аллаһ (улар Аллаһҡа тиң, тип инанған уйҙырма тəңрелəренəн) паҡ һəм өҫтөн. (69) Күңелдəренə нимə йəшергəн булһалар, нəмəне асыҡ эшлəһəлəр — барыһын да Раббың белеп тора. (70) Аллаһ ул шундай: унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Донъяла ла, Əхирəттə лə бөтөн маҡтау Уға ғына. Хөкөм дə Аллаһта ғына. Барығыҙ ҙа Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ. 71. Əйт:


— Əгəр Аллаһ Ҡиəмəт көнөнə саҡлы өҫтөгөҙҙə төн ҡараңғылығын тота ҡалһа, Аллаһтан тыш һеҙгə яҡтылыҡ килтерəсəк башҡа тəңре булырмы? (Булһа, күрһəтегеҙ.) Əле шунан һуң да һеҙ ҡолаҡ һалмайһығыҙмы? — тип. (72) Əйт: — Əгəр Аллаһ Ҡиəмəткə ҡəҙəр өҫтөгөҙҙə яҡтылыҡ тота ҡалһа, истирəхəт (ял, йоҡо) өсөн төндө Аллаһтан башҡа кем килтерəсəк? (Булһа, күрһəтегеҙ.) Əле шунан һуң да (Хəҡиҡəтте) күрмəҫһегеҙме? — тип. (73) Рəхмəте менəн, Ул һеҙ тыныслап ял итһен өсөн, истирəхəт ҡылыр өсөн төндө, ниғмəттəр ҡаҙаныр өсөн көндө яралтты. Моғайын, шөкөр итерһегеҙ! 74. Ул Көндө (Аллаһ) уларға əйтер: — Уйлап сығарған, Миңə тиң һанаған уртаҡларығыҙ ҡайҙа? — тип һорар. (75) Һəр халыҡтан берəй шаһит (үҙ пəйғəмбəрен) саҡырырбыҙ ҙа: — Дəлилдəрегеҙҙе килтерегеҙ, — тип əйтербеҙ. Улар шунда белер, Хəҡиҡəт Аллаһ янында. Табынған нəмəлəре лə уларҙы ташлап, юҡ булыр. 76. Хаҡтыр, Ҡарун ‐ Муса ҡəүеменəн ине. Лəкин ул (халҡына) ҡаршы ғəҙелһеҙлек ҡылды. Беҙ уға шундай байлыҡ бирҙек, (уның хазина һаҡлана торған амбарҙарының) асҡыстарын хатта ҡеүəтле баһадирҙар ҙа көскə күтəреп йөрөр ине. Шул ваҡыт ҡəүемдəштəре уға əйтте: — Маһайма (байлығың менəн)! Аллаһ маҡтансыҡтарҙы яратмаҫ, — тине. («Ҡарун хəҙрəти Мусаның туғандан туған энеһе ине. Башта ул Мусаға эйəреп иман килтерҙе. Лəкин хирыслығы, һаранлығы, көнсөллөгө арҡаһында монафиҡ булды. Исраил улдарының башында Фирғəүен хаким булып торғанда, Ҡарун уның ярҙамсыларынан берһе булды, йəғни залимлыҡ яғына күсте. Байлығы, дəрəжəһе менəн маҡтана башланы. Имеш, Тəүрəтты иң яҡшы уҡый белеүсе Ҡарун ғына. Химия һəм сауҙа эштəрендə ғалим булған кеше. Лəкин ахырҙа ғалимлеге лə, байлығы ла уға ярҙам итмəй, Ҡарун һəлəк була. Бөтөн байлығы менəн уны Ер йота». Ибраһим Дөнмəз тəфсиренəн.) 77. — Аллаһтың һиңə биргəн мөлкəтенəн (хəйер, саҙаҡа, зəкəт) биреп, Əхирəт көнөнə əҙерлəн. Донъялағы өлөшөңдө лə онотма. Аллаһ һиңə бəрəкəт биргəн кеүек, һин дə (кешелəргə саҙаҡа биреп) йомарт бул. Ер йөҙөнə боҙоҡлоҡ таратма. Аллаһ боҙоҡтарҙы яратмаҫ. 78. (Ҡарун) əйтте:— Был байлыҡ миңə бары тик ғилемем арҡаһында ғына (үҙ тырышлығыма күрə) килде, — тине. Үҙенəн əүəл килгəн, унан да ҡеүəтле‐бай, өҫтөн булғандарҙы Аллаһ һəлəк иткəнен белмəйме ни ул? Гөнаһлыларҙан һорау алып торолмаҫ (улар туп‐тура йəһəннəмгə ябылыр). 79. Шулай кейенеп, яһанып (Ҡарун) халыҡ ҡаршыһына сыҡты. Донъя артынан ҡыуыусылар əйтте: — Их, Ҡарун кеүек бай булһаң ине. Ул ысындан да, донъялағы иң насип (бəхетле) кеше, — тинелəр. 80. (Донъяны аңлаған) белемле кешелəр əйтте: — Ҡайғы булыр һеҙгə. Аллаһтың сауабын туплау, иман килтереү — изгелек ҡылыусылар өсөн (ул байлыҡтарҙан) сикһеҙ хəйерле. Лəкин сабыр иткəндəр, (Аллаһ юлында) сыҙам булғандарҙан башҡаһы (Сəғəдəткə) ирешмəҫ, — тинелəр. 81. Ниһайəт, Беҙ уны, зиннəтле һарайҙары менəн бергə, ергə йотторҙоҡ. Аллаһ ҡаршыһында яҡларлыҡ уның бер кеме лə юҡ ине. Ул үҙен‐үҙе яҡларлыҡ хəлдə лə түгел ине. 82. Кисə уның урынында булырға телəгəн көнсөлдəр иртəнсəк əйттелəр: — Ай‐һай ҙа, Аллаһ ҡолдарының берһенə ризыҡты мул итеп бирə, икенсеһенə иһə тар итə. Аллаһ беҙгə мəрхəмəтле булмаһа, беҙҙе лə йотторор ине. Тимəк, Хəҡиҡəт шулдыр: (ҡомһоҙҙар, ғəҙелһеҙҙəр) кəферҙəр Сəғəдəткə ирешмəҫ,— тинелəр. 83. Əхирəт йорто шул булыр. Беҙ уны Ер йөҙөндə тəкəбменəннмəгəн, байлыҡ артынан ҡыумаған, аҙғынлыҡ таратмаған кешелəргə бирербеҙ. Иң яҡшы нəтижə саф мосолмандарҙыҡы булыр. 84. Кем изгелек ҡылған, уның өсөн шунан да (ҡылған изгелектəренəн дə) мул хəйер аласаҡ; кем яманлыҡ ҡылған, ҡылғандарынан артыҡ язаланмаҫ. 85. (Эй, Мөхəммəд) Ҡөръəнде (уҡыу, аңлатыу, уға эйəртеүҙе) һиңə фарыз ҡылған Аллаһ, əлбиттə, һине ҡайтарылырға тейеш ергə ҡайтарасаҡ. Əйт: — Кем тура юлдан бара, кем тура юлдан яҙа — барыһын да Аллаһ бик яҡшы белеп тора, — тип. 86. Һин был Китапты үҙеңə төшөрөлөүен көтмəгəн инең. Ул бары тик Раббыңдың рəхмəте менəн индерелде. Тик, аң бул, кəферҙəргə дуҫ булма. (87) Аллаһтың аяттары һиңə индерелгəс, һаҡ бул, улар һине аяттарҙан биҙҙерергə тырышыр. Кешелəрҙе Аллаһ юлына саҡыр. (Ярҙам кəрəк булһа) Аллаһҡа ялбар. Лəкин мөшрик була күрмə (ярҙамға башҡа уйҙырма Илаһтарҙы саҡырма). (88) Аллаһҡа тиңлəп, башҡа бер ялған Илаһҡа табына күрмə. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Унан башҡалар барыһы ла һəлəк буласаҡ. Хөкөм Уның хозурында һəм һеҙ бары тик Уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. 29 — Ғəнкəбут (Үрмəксе) сүрəһе (Ғəнкəбут сүрəһе 69 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Ғəнкəбут» — үрмəксе тигəн һүҙ. 41 нсе аятта кəферҙəрҙең мəкерле эштəре үрмəксе ояһына оҡшатыла; сүрəнең исеме шунан килə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф. Лəм. Мим. 2. Иман килтерҙек (бер Аллаһҡа инандыҡ), тип əйткəндəн һуң, ауырлыҡтар аша һыналмайбыҙ, беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырҙар, тип уйлайҙармы əллə кешелəр? (3) Хаҡтыр, Беҙ уларҙан элек йəшəп киткəндəрҙе лə һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Əлбиттə, Аллаһ кем дингə тоғро, кем монафиҡ икəнде лə белеп тора. 4. Яманлыҡ ҡылғандар: Аллаһтан ҡасып ҡотолорбыҙ, тип уйлайҙармы əллə? Бик тə яңғылыш‐насар фекерлəй улар. 5. Кем Аллаһ менəн ҡауышыуға өмөт итə, белеп торһон, Аллаһ билгелəгəн ул ваҡыт (Ҡиəмəт), һис шикһеҙ, килəсəк. Ул бар нəмəне лə ишетə, күрə. 6. Жиһадта ҡатнашҡан, бары тик үҙ файҙаһы өсөн генə һуғышыр. Шөбһəһеҙ, Аллаһ бер нимəгə лə, бер кемгə лə мохтаж түгел. 7. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың хаталарын кисереп, (ҡылған изгелектəренəн дə артыҡ) əжер бирербеҙ. (8) Беҙ кешелəргə ата‐əсəгə изгелекле булыуҙарын васыят иттек. Əгəр улар һин танымаған, белмəгəн башҡа бер нəмəне Миңə тиңлəштерһəлəр (һəм шуға инанырға ҡушһалар), уларға итəғəт итмə. Һеҙ Минең янға ҡайтарыласаҡһығыҙ. Шул саҡта Мин һеҙ ҡылғандар тураһында хəбəр бирермен. (9) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы саф мосолмандар хисабына яҙырбыҙ. (10) Кешелəр араһында шундайҙары ла бар: — Аллаһҡа инандыҡ, —тип əйтəлəр ҙə, дин юлында ҡыйынлыҡтарға дусар булғас, кешелəр күрһəткəн яфаларҙы улар Аллаһтың ғазабы булараҡ ҡабул итəлəр. Аллаһ тарафынан берəй муллыҡ килһə, улар: ‐ Беҙ ҙə, ысынлап та, һеҙҙең менəн бер юлда инек, — тип əйтерҙəр. Аллаһ ғəлəмдəрҙə (һəр кешенең күңелендə) нимəлəр барын бик яҡшы белеп тороусы түгелме? (11) Ысындан да, Аллаһ кемдең иман килтергəнен, кемдең монафиҡ икəнен бик яҡшы белə. (12) Кəферҙəр иманлыларға əйтер: — Беҙгə эйəрегеҙ, (беҙҙең динде тотһағыҙ) беҙ һеҙҙең гөнаһтарҙы ла үҙ өҫтөбөҙгə алырбыҙ, — тип əйтерҙəр. Лəкин улар ул гөнаһтарҙың берһен дə үҙ өҫтəренə алмаҫ. Хаҡтыр, улар ялғансы. (13) Улар үҙ гөнаһтарын да, (үҙҙəре юлдан яҙҙырған мөьминдəрҙекен дə) үҙ елкəлəрендə күтəреп Ҡиəмəткə алып килерҙəр, һəм ялғандары өсөн яуап тоторҙар. 14. Хаҡтыр, Беҙ Нухты үҙ халҡына (пəйғəмбəр итеп) күндерҙек. Ул үҙ халҡы араһында туғыҙ йөҙ илле йыл йəшəне. Уның халҡы барыбер иман килтермəне (боҙоҡлоҡ һəм гөнаһҡа батып бөттө) һəм уларҙы Туфан һыуы йотто. (15) Əммə Беҙ уны ла, кəмəлəгелəрҙе лə һау‐сəлəмəт ҡотҡарҙыҡ һəм быны бөтөн донъяға үрнəк итеп ҡуйҙыҡ. 16. Ибраһимды ла (пəйғəмбəр иттек). Ул үҙ халҡына əйтте: — Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылығыҙ. Унан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Əгəр белһəгеҙ икəн, был эш һеҙҙең өсөн ғəйəт хəйерле булыр ине, — тине. (17) — Һеҙ Аллаһҡа тиң тип, үҙегеҙ уйлап сығарған боттарға табынаһығыҙ һəм ялған һөйлəйһегеҙ. Гəрсə, һеҙҙең Аллаһтан башҡа табынған һындарығыҙ һеҙҙең өсөн бер бөртөк ризыҡ бирергə һəлəтһеҙ нəмəлəр. Ризығығызҙҙы Аллаһ хозурында табырһығыҙ. Уға ғибəҙəт ҡылығыҙ, Уға шөкөр итегеҙ. Һеҙ бары тик Уның янына ғына ҡайтарыласаҡһығыҙ; (18) əгəр һеҙ быларҙы ялған тип уйлаһағыҙ, һеҙҙəн элек йəшəп киткəн халыҡтар ҙа (үҙ пəйғəмбəрҙəрен) ялғансы тип атанылар (һеҙҙе лə шул ҡара яҙмыш көтə). Пəйғəмбəрҙəр өҫтөнə төшкəн вазифа бары тик (Аллаһтың əмерҙəрен) ап‐асыҡ итеп аңлатыу.


19. Əллə һуң улар күрмəйме, нисек итеп Аллаһ башта барлыҡҡа килтерҙе, унан һуң юҡҡа сығарыр, һуңынан тағын терелтер. Быларҙы эшлəү Аллаһҡа бик тə еңел. 20. Əйт: — Донъя буйлай сəйəхəт итегеҙ, ҡарағыҙ: Аллаһ нисек итеп башта барлыҡҡа килтергəнде күрегеҙ. Аллаһ тағын Əхирəт тормошон да бирəсəк. Аллаһтың бөтөн нəмəгə ҡөҙрəте етə, — тип. 21. — (Аллаһ) ихтыяр иткəн кешеһен язалар, телəгəнен ярлыҡар. Барығыҙ ҙа бары тик Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ, —тип əйт. (22) — Һеҙ Ерҙə лə, Күктə лə Аллаһты меҫкен хəлдə ҡалдыра алмаҫһығыҙ. Аллаһтан башҡа һеҙҙең һис бер яҡлаусығыҙ һəм ярҙамсығыҙ булмаҫ, — тип. 23. — Аллаһтың аяттарын һəм Уның менəн (Əхирəттə терелеп) ҡауышыуҙы инҡар иткəн кəферҙəр рəхмəтемдəн мəхрүм ҡаласаҡ. Аллаһтың əсе ғазабы ла уларға тейер. 24. Халҡы уға (Ибраһимға) шулай яуап ҡайтарҙы: — Үлтерегеҙ уны йəки яндырығыҙ, — тине. Аллаһ уны уттан ҡотҡарып ҡалды. Хаҡтыр, иманлылар өсөн бында ғибрəттəр бар. (25) Һəм ул (Ибраһим) əйтте: — Һеҙ донъя тереклегендə Аллаһтан башҡа боттар уйлап сығарып, шуларға барығыҙ ҙа мөхəббəт тəрбиə иттегеҙ. Лəкин ахырҙа, Ҡиəмəт көнөндə һеҙ бер‐берегеҙҙəн уаз кисеп, бер‐берегеҙгə лəғнəт əйтəсəкһегеҙ. Һеҙ барасаҡ ер —утлы тамуҡтыр. Шунда һеҙҙең һис бер ярҙамсығыҙ булмаҫ, — тине. 26. Шунан һуң (Ибраһимдың туғандан туған энеһе) Лут иман килтерҙе. (Ибраһим) əйтте: — Хаҡтыр, мин Раббым яғына һижрəт итəсəкмен (Аллаһ ҡушҡан ергə күсеп китəсəкмен). Шик юҡтыр, һəр ваҡыт еңеүсе, хөкөм һəм хикмəт эйəһе — Улдыр, — тине. 27. Беҙ уға Исхаҡ менəн Яҡупты ебəрҙек. Пəйғəмбəрлек һəм Китаптарҙы (Тəурат, Инжил, Зəбур, Ҡөръəнде) уның тоҡомона васыят иттек. Донъяла уға бүлəктəр бирҙек. Хаҡтыр, ул Əхирəттə лə һəр хəлдə изгелəрҙəн һаналасаҡтыр. 28. Лутты ла Беҙ (үҙ халҡына пəйғəмбəр итеп күндерҙек). Хəтерлəйһеңме, ул халҡына былай тигəн ине: — Һеҙ быға тиклем донъяла һис бер халыҡ ҡылмаған нəжес эш эшлəйһегеҙ, — тине. (29) Һеҙ һəр ваҡыт ирҙəрҙе (ҡатын итеп) ҡулланасаҡһығыҙмы, юлбаҫарлыҡ ҡылырһығыҙмы, өйөрөлөшөп, шəриғəттə булмаған боҙоҡлоҡтар ҡылырһығыҙмы? — тине. Халҡы былай яуапланы: — Əгəр ҙə һин дөрөҫ һөйлəйһең икəн, (хаҡлы икəнеңде иҫбат итер өсөн) өҫтөбөҙгə Аллаһтың язаһын индерт, — тинелəр. («Народу Лотову приписываются три порока — противоестественный грех, разбой на дорогах и свершение злодеяний на сборищах их. Поэтому неверно сводить все их прегрешения, описанные в итории Лота, лишь к противоестественному греху, якобы единственной причины их виновности » Мөхəммəд Али тəфсиренəн.) 30. (Лут ялбарып): — Йə, Раббым, боҙоҡ халыҡҡа ҡаршы көрəшергə көс бир, ‐ тине. 31. Илсе (фəрештəлəребеҙ) Ибраһимға (улдары буласағы тураһында) һөйөнсө алырға килгəс, əйттелəр: — Беҙ был төбəктең боҙоҡ халҡын һəлəк итəсəкбеҙ. Сөнки, ысындан да, ул залимдар гөнаһҡа кереп батҡандар. (32) (Ибраһим əйтте): — Улар араһында Лут та бар бит, — тине. — Беҙ шунда кем булғанлығын бик тə яҡшы белəбеҙ, — тинелəр. — (Һəлəкəткə дусар гөнаһлылар һəм) ҡатынынан башҡа, уның үҙен һəм яҡындарын, һис шикһеҙ, ҡотҡарасаҡбыҙ. 33. Илселəребеҙ (фəрештəлəр) килгəс, Лут хафаға тарыны (уның өйөнə килеп кергəн фəрештəлəр бик тə сибəр егеттəр рəүешендə ине. Лут уларҙы ҡатын итеп файҙаланырҙар, тип) ҡурҡа ҡалды. — Ҡурҡма һин, борсолма, — тине (егет ҡиəфəтендəге фəрештəлəр), — беҙ һине лə, яҡындарыңды ла ҡотҡарасаҡбыҙ. Əлбиттə, (һəлəк буласаҡ) ҡатыныңдан башҡа; (34) һис шикһеҙ, был төбəктең халҡына, ҡылған гөнаһтары өсөн, Күктəн хəтəр яза индерəсəкбеҙ. 35. Хаҡтыр, аҡылы башында булғандарға Беҙ ошо ваҡиғаларҙы һабаҡ булһын, тип ҡалдырабыҙ. 36. Үҙ ҡəүеменə — Шөғəйепте (күндерҙек), ул əйтте: — Əй, ҡəүемем, Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылығыҙ. Əхирəт көнөнə өмөт итегеҙ (Əхирəт көнөндə Аллаһ ҡаршыһында əжер алыр өсөн, гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланығыҙ). Ер йөҙөндə фетнə сығара торған боҙоҡлоҡтар таратмағыҙ, — тине. (37) Лəкин уны ялғансы тип атанылар. Шуға күрə, уларҙы хəтəр ер тетрəүе тотто һəм уларҙың барыһы ла үҙ өйҙəрендə муйындары аҫҡа килеп, (йөҙ түбəн) харап булды. 38. Ғəд менəн Сəмуд ҡəүемдəрен дə (һəлəк иттек). (Улар менəн нимə булғанын) һеҙ емеректəргə ҡалған өйҙəренəн күреп белерһегеҙ. Уларҙың яман эштəрен шайтан яҡшы итеп, биҙəп күрһəтте һəм аҙҙырҙы. Юғиһə, улар донъяға асыҡ күҙ менəн ҡарай ине. 39. Ҡарунды, Фирғəүенде, Һаманды ла (һəлəк иттек). Хаҡтыр, Муса уларға ап‐асыҡ дəлилдəр килтерҙе, лəкин улар донъяла тəкəбберлəнделəр. Ғазаптан ҡотола алманылар. 40. Бына шулай итеп, Беҙ уларҙың һəммəһен дə гөнаһтарына күрə язаға тоттоҡ. Ҡайһыһының түбəһенə (таш яуҙырған) дауыл менəн (Лут халҡын), ҡайһыһын ҡот осҡос бер тауыш (Сур борғоһо) тотто (Мəдйəн, Сəмуд ҡəүемдəрен), ҡайһыһын ергə йотторҙоҡ (Ҡарунды), ҡайһыһын һыуға батырҙыҡ (Фирғəүен һəм Нух тоҡомдарын), Аллаһ уларға золом килтермəне, улар үҙҙəренə‐үҙҙəре золом килтерҙе. 41. Аллаһтан башҡа Илаһтар уйлап табыныусыларҙың ғəмəле пəрəүез (оя) ҡорған үрмəксенекенə оҡшаш. Əгəр улар аңлай торған заттар булһа, үрмəксе ояһы — пəрəүездең ни ҡəҙəр ҙə сыҙамһыҙ икəнен белерҙəр ине! (42) Аллаһ Үҙенəн башҡа нəмəлəргə табынғандарын, һис шикһеҙ, белə. Ул — һəр ваҡыт ҡөҙрəтле еңеүсе һəм хикмəттəр эйəһеҙер. 43. Бына беҙ был миҫалдарҙы, ғибрəттəрҙе кешелəр һабаҡ алһын өсөн килтерəбеҙ. Уларҙы фəҡəт белемле, зиһенле кешелəр генə аңлар. («Ҡурайштың наҙан, башһыҙ əҙəмдəре: «Мөхəммəдтең Раббыһы, себен‐серкəй, үрмəкселəрҙəн миҫалдар килтерə», — тип мыҫҡыллы көлдөлəр. Был миҫалдарҙың мəғəнəһен наҙандар, хайуан дəрəжəһендəге мəхлүҡ наҙандар аңламаҫ, əлбиттə». Ибраһим Дөнмəз тəфсиренəн.) 44. Аллаһ күктəрҙе һəм Ерҙе ысынбарлыҡ булараҡ яралтты. Хаҡтыр, бында (Аллаһтың был мөғжизəле эштəрендə) иманлылар өсөн ғибрəт алырлыҡ нəмəлəр бар. 45. (Рəсүлем Мөхəммəд) үҙеңə уахи ителгəн Китапты уҡы һəм намаҙ ҡыл. Хаҡтыр, намаҙ бит боҙоҡлоҡтарҙан, аҡылға һəм шəриғəткə һыймаған нəмəлəрҙəн һаҡлай. Аллаһты зикер итеү, əлбиттə, (ғибəҙəттəрҙең) иң əһəмиəтлеһе. Аллаһ нимə ҡылһағыҙ, шуны белеп тороусы. 46. Залимдарынан башҡа, китаплылар (йəһүдтəр) менəн бəхəслəшмəгеҙ, əҙəпле һөйлəшегеҙ, матур мөғəмəлəлə булығыҙ. — Үҙебеҙгə индерелгəнгə (Ҡөръəнгə) лə, һеҙгə индерелгəнгə лə (Тəүрəткə лə) иман килтерҙек. Беҙҙең Тəңребеҙ ҙə, һеҙҙеке лə — бер Аллаһтыр. Һəм беҙ уға итəғəт иттек, — тип əйтегеҙ. 47. Шулай итеп, Беҙ һиңə (алда индерелеп тə, һуңынан кешелəр тарафынан боҙолған изге китаптарҙы дөрөҫлəүсе) был Китапты индерҙек. Шуға күрə, китап əһелдəре (йəһүдтəр ҙə) быңа иман килтерҙе. Тегелəре араһында ла уға иман килтергəндəр бар. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы кəферҙəрҙəн башҡаһы, белгəн көйөнсə, бер кем дə инҡар итмəҫ. (48) Һин бынан əүəл һис бер китап уҡыманың. Ҡулың менəн дə китап яҙманың. Əгəр шулай булған булһа, мөшриктəр (аяттарҙы ялған тип), əлбиттə, шиклəнер ине. 49. Юҡ шул, ул (Ҡөръəн Аллаһ тарафынан бирелгəн һəм) ғилем эйəлəренең күңелдəрендə яҡтылыҡ булып һаҡланыусы ап‐асыҡ аяттарҙан тора. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ғəҙелһеҙ залимдарҙан башҡаһы инҡар итмəҫ. 50. Мөшриктəр əйтте: — Уға (Мөхəммəдкə) Раббынан (уның пəйғəмбəрлеген иҫбат итə торған) мөғжизəлəр индерелһə ине (беҙ иман килтерер инек), — тинелəр. Əйт һин уларға:


— Мөғжизəлəр фəҡəт Аллаһ ихтыярында ғына. Мин бары тик Уның əмерҙəрен еренə еткереп киҫəтеүсе генə, — тип. (51) Һиңə индерелгəн һəм уҡып аңлатыла торған Китап уларға мөғжизə түгелме ни? Уға иман килтергəн ҡəүем өсөн, əлбиттə, киң рəхмəттəр һəм ғибрəттəр барҙыр. (52) Əйт һин: — Минең менəн һеҙҙең арала Аллаһтың, ысындан да, шаһит икəнлеге бик еткəн, — тип. — Күктəрҙə, Ерҙə нимə булһа, Ул шуларҙы белеп тора. Ялғанға йөҙ тотоп, Аллаһты инҡар итеп, кəфер булғандар байтаҡ. Бына шулар инде зыян күрəсəк. 53. Улар һинəн ғазап килеүҙе (өҫтөбөҙгə таш яуҙыр, тип) ашыҡтырыр. Əгəр ҙə махсус билгелəнгəн ваҡыт булмаһа, ул (яза) əллə ҡасан килеп тотар ине. Ул (яза) уларға абайламағанда, һис шикһеҙ, кинəттəн килəсəк. (54) Əйе, улар язаның тиҙерəк килеүен телəйҙəр. Гəрсə, ысынлыҡта иһə йəһəннəм кəферҙəрҙе уратып алған бит инде. (55) Шул көндə ғазап уларҙы өҫтəренəн дə, аяҡ аҫтарынан да тотасаҡ. Уларға əйтелəсəк: — Ҡылған гөнаһтарығыҙҙың язаһын татып ҡарағыҙ, ‐тип əйтелер. 56. Əй, иман килтергəн ҡолдарым, хаҡтыр, Минең ерем киндер. Шулай булғас, бары тик Миңə генə ғибəҙəт ҡылығыҙ. (57) Һəр йəн эйəһе үлем əсеһен татыр. Унан һуң һəр кем хозурыбыҙға күндерелер. (58) Иман килтереп, изгелек ҡылғандар ҙа байтаҡ. Беҙ уларҙы арыҡтарынан шишмəлəр ағып тороусы йəннəттең иң түренə урынлаштырырбыҙ. Улар шунда мəңгегə ҡалыр. Ғəмəл ҡылғандарҙың əжере нисек гүзəл. 59. Улар (кəферҙəр, мөшриктəрҙең ҡыйырһытыуҙарына түҙеүселəр) сабыр итеүселəр һəм бары тик Раббыға ғына инанғандар. (60) Үҙҙəренə ризыҡ таба алмаған ни ҡəҙəр йəнле мəхлүҡ бар был донъяла. Шундайҙарға ла, һеҙгə лə Аллаһ ризыҡ бирə. Ул ысыны менəн ишетеүсе һəм мөкəммəл белеп тороусы. (61) Уларҙан: — Күктəрҙе һəм Ерҙе кем яралтҡан? Ҡояшты, Айҙы буйһондороп йөрөтөүсе кем? — тип һораһаң, улар мотлаҡ: — Аллаһ, — тип яуап бирер. Шулай булғас, ни өсөн һуң улар йөҙ сөйөрəлəр? 62. Телəгəн кешеһенең ризыҡтарын Аллаһ киң итер. Ҡайһы ҡолдарының өлөшөн кəметер. Шик юҡ, Аллаһ һəр нəмəне дөрөҫө менəн белеп тора. 63. Уларҙан: — Күктəн һыу индереп, ҡороған тупраҡты тергеҙгəн кем? — тип һораһаң: — Əлбиттə, Аллаһ, — тип яуап бирерҙəр. Əйт һин уларға: — Əлхəмдүлиллəһ, бөтөн маҡтаулар ҙа Аллаһҡа ғына булһын, тип. Лəкин уларҙың күбеһе шуны аңламай. 64. Был донъя тормошо уйын ғына, күңел асыу ғына ‐ башҡа түгел. Ысын тормош — ул Əхирəт тормошо, был турала шик булырға мөмкин түгел. Улар шуны белһə (фани донъяла гөнаһ ҡылмаҫ) ине. («Имам Ғəлиҙəн һорағандар, имеш: донъя нимə ул? — тип əйткəндəр. Хəҙрəти Ғəли əйткəн: һине Аллаһтан айырып тороусы нəмə, ‐ тигəн». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 65. Кəмəлə барған саҡта (ҡурҡыныс янағанда) улар ысын мосолман кеүек, Аллаһҡа ялбаралар. Уларҙы иҫəн‐һау килеш ҡоро ергə сығарып баҫтырғас, Аллаһтан башҡаларға табыналар. (66) Үҙҙəренə биргəн ниғмəттəргə шөкөр итмəйҙəр, кəйеф‐сафа ҡоралар (рəхəтлəнəлəр). Лəкин улар оҙаҡламай (өҫтəренə нимə килаһен) белер. (67) Мəккəнең тирə‐яғында кешелəрҙе тотоп алып китəлəр ине, Мəккəне Беҙ (енəйəт ҡылыу) харам ителгəн именлек урыны итеп яһаныҡ. Улар шуны күрмəҫ дəрəжəлəме ни? Ялғанға ышанып, Аллаһтың ниғмəттəренə кəферлек ҡылырҙармы икəн? 68. Аллаһ тураһында ялған һөйлəгəн (Уға тиңдəш эҙлəүсе) йəки үҙҙəренə Хəҡиҡəт (Ҡөръəн, пəйғəмбəрҙəр) килгəндəн һуң да уны ялғанға сығарғандарҙан да залимыраҡ кем бар? Йəһəннəмдə кəферҙəргə урын бөткəнме? 69. Беҙҙең юлда тырышҡандарға (Жиһадта ҡатнашҡандарға) Беҙ, əлбиттə, тура юлды күрһəтербеҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ бары тик изгелек ҡылғандар менəн генə бергə. 30 — Рум (Рум) сүрəһе (Рум сүрəһе 60 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Иран ғəскəрҙəре менəн һуғышта еңелгəн Рум ғəскəрҙəре тураһында һөйлəнгəнгə күрə, ошо исемде алған.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф. Лəм. Мим. 2. Румдар еңелде; (3) яҡын үҙəндə. Гəрсə улар ошо еңелүҙəн һуң еңеүсе буласаҡ; (4) бер нисə йылдан һуң. Алдағыһы ла, һуңғыһы ла Аллаһ хөкөмөндə булыр. Ул көндө мөьминдəр ҙə ҡыуанасаҡ; (5) Аллаһтың ҡөҙрəте менəн. Ул телəгəненə ярҙам итер. Ул мотлаҡ ҡөҙрəтлеҙер. Ярлыҡаусыҙыр. («Китаплы кешелəр румлылар (бизанстар) мəжүси Иран ғəскəре тарафынан еңелгəс, Мəккə мөшриктəре бик һөйөндө. Улар мосолмандарға əйтте: əгəр ҙə Аллаһығыҙ, һеҙ əйткəнсə берҙəн‐бер еңеүсе булһа, китаплы халыҡтан булған бизанстарҙы еңеүсе иткəн булыр ине, тинелəр. Шунан һуң Ҡөръəн, бер мөғжизə булараҡ, килəсəктə буласаҡ ваҡиға тураһында хəбəр бирҙе: өс йəки туғыҙ йыл эсендə бизанстар иранлыларҙы тар‐мар итəсəк һəм мөьминдəр ҙə һөйөнəсəк. Ысындан да, 624 йылда бизанстар Иранға баҫып керҙелəр һəм еңделəр. Шул уҡ йылда мосолмандар Бəдер һуғышында ҙур еңеүгə иреште». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 6. Был—Аллаһтың вəғəҙəһеҙер. Аллаһ вəғəҙəһенəн ҡайтмаҫ. Лəкин кешелəрҙең күбеһе был турала белмəй. (7) Улар донъя тормошоноң өҫкө ҡатын ғына күреп белəлəр. Əхирəт мəсьəлəлəрендə улар — наҙандарҙың да наҙаны. 8. Аллаһтың күктəрҙе, Ерҙе һəм улар араһындағы барлыҡтарҙы Хəҡиҡəт булараҡ яралтып, Үҙенə генə мəғлүм ваҡыт биреп, уларҙың тəҡдирҙəрен алдан билгелəгəнлеге тураһында улар үҙ баштары менəн уйлап ҡараманылармы ни? Кешелəрҙең күбеһе (үлгəндəн һуң терелеп, Ҡиəмəт көнөндə) Аллаһ хозурына килəсəктəренə ышанмайҙар. 9. Донъя буйлап йөрөп, үҙҙəренəн элек йəшəп киткəндəрҙең яҙмышы нисек бөткəне менəн ҡыҙыҡһынманылармы? Улар (Ғəд, Сəмуд ҡəбилəлəре) тегелəренəн ғəйəт ҡеүəтле ине. Иген иктелəр, ерҙең аҫтын өҫкə əйлəндерҙелəр (һыу эҙлəп ҡойо ҡаҙынылар, каналдар төҙөнөлəр). Былар (Мəккə кəферҙəре) ҡорған биналарҙан да яҡшыраҡ биналар ҡорҙолар. Пəйғəмбəрҙəре уларға байтаҡ ҡына дəлилдəр, киҫəтеүҙəр менəн килде. Аллаһ уларға золом итмəне, (ғəҙелһеҙлектəре, ҡылған гөнаһтары менəн) улар үҙҙəренə үҙҙəре золом итте. 10. Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарған һəм уларҙы мəсхəрə итеп көлгəн һəм ғəҙелһеҙлек ҡылғандарҙың ахыры бик тə яман булды. (11) Аллаһ башта йəнлелəрҙе юҡтан бар итер. Унан һуң үлтерер һəм яңынан тергеҙер. Иң һуңында барыһы ла Уның хозурына килтерелер (ҡайһыһына — йəннəт, ҡайһыһына йəһəннəм бирер). (12) Ҡиəмəт ҡупҡан көндө гөнаһлылар телһеҙ‐тауышһыҙ ҡаласаҡ. (13) (Аллаһҡа тиң күрелгəн) яһалма Илаһтары уларға һис бер ярҙам күрһəтмəйəсəк. Һуңынан улар яһалма Илаһтарынан да баш тартасаҡ. (14) Ҡиəмəт ҡупҡан көн — (мөьминдəр менəн инҡарсыларҙың) бер‐берҙəренəн айырыла торған көн. 15. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар йəннəттə ниғмəттəр һəм ҡыуаныс эсендə йəшəрҙəр. (16) Инҡарсылар, аяттарыбыҙҙы һəм Əхирəт көнөн ялғанға сығарыусылар иһə рəхимһеҙ ғазап эсендə ҡалдырыласаҡ. (17) Шулай булғас, кис еткəс тə, иртəн дə Аллаһҡа тəсбих тартығыҙ (намаҙ уҡы‐ ғыҙ). 18. Күктəрҙə (фəрештəлəр) һəм Ерҙə (мəхлүҡəт) бары тик Уға маҡтау йырлай. Көндөҙөн (икенде намаҙында ла), төш тураһында (өйлə намаҙында) ла (Аллаһты зикер итегеҙ. Уға мəдхийə əйтегеҙ). (19) Ул йəнһеҙҙəн йəнлене (шəһүəттəн кешене, йомортҡанан ҡошто) сығарыусы. Үлгəндəн һуң терелтеүсеҙер. Бына шулай итеп, һеҙ ҙə (үлемегеҙҙəн һуң ҡəберҙəрегеҙҙəн) сығарыласаҡһығыҙ. 20. Һеҙҙең тупраҡтан яралтылыуығыҙ Уның ҡөҙрəтенə дəлилдер. Һуңынан һеҙ үрсеп, Ер йөҙөнə таралдығыҙ. (Һуңғы йөмлə М. Алидə: һуңынан һеҙ əжəлле булдығыҙ, сереп таралдығыҙ, тип бирелгəн.)


21. Үҙегеҙҙəн ҡатындарҙы яралтыу ҙа, ул ҡатындар менəн (лəззəтлəнеп) бергə йəшəүегеҙ ҙə, ир менəн ҡатын араһындағы мөхəббəт һəм наҙ, бер‐ береңдең хаталарын кисерə белеү, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрəтенə асыҡ дəлилдəрҙер. Хаҡтыр, был эштəрҙə фекерлəй белеүсе ҡəүемдəр өсөн ғибрəттəр бар. 22. Уның күктəрҙе һəм Ерҙе юҡтан бар итеүе лə, Уға телдəрегеҙҙе, тəн төҫтəрегеҙҙе төрлө‐төрлө итеп яралтыуы ла ‐ Аллаһтың бəхəсһеҙ дəлилдəреҙер. Хаҡтыр, быларҙа хəбəрҙарҙар өсөн ғибрəттəр бар. 23. Төндəрен йоҡо лəззəтен татыуығыҙ ҙа, көндөҙҙəрен ятып хəл алыу һəм (өлөшөгөҙгə тейгəн) ризыҡты табыуығыҙ ҙа — Уның мөғжизəлəренə асыҡ дəлилдер. Хаҡтыр, был хəлдəрҙə лə (күңел ҡолағы) һаңғырау булмағандар өсөн ғибрəттəр бар. 24. Уның дəлилдəренəн берһе шулдыр. Ул йəшен йəшнəтеп, һеҙгə (йəшен һуғыр тип) ҡурҡыу һəм (ямғыр яуып, иген мул булыр тигəн) өмөт бирə. Ул ямғыр яуҙырып, ҡороп үлгəн тупраҡҡа йəн өрə. Хаҡтыр, фекерлəй белгəндəр өсөн ғибрəттəр бар. 25. Күк менəəн Ерҙең Аллаһ ихтыярына буйһоноуы ла— Раббының мөғжизəһе. Ахырҙа ул һеҙҙе саҡырыр, һəм һеҙ шунда уҡ ҡəберҙəрегеҙҙəн тороп, Уның янына йыйылырһығыҙ. (26) Күктəрҙəге һəм Ерҙəге барлыҡтарҙың һəммəсе лə — Уныҡыҙыр. Барыһы ла Уға ғына буйһонған. (27) Ул иң башта юҡтан бар итеп, уны (үлтергəндəн һуң яңынан) тергеҙеүсеҙер. Уның өсөн был эштəр бик тə анһаттыр. Күктəрҙəге һəм Ерҙəге иң юғары сифат (əхлəҡ, миһырбан, ғəфү итə белеү, һүҙгə тоғро ҡалыу) Аллаһтың Үҙендəҙер. Аллаһ — һəр ваҡыт еңеүсе, ҡөҙрəт эйəһе һəм хикмəттəр хужаһы. 28. Ул һеҙгə (мөшриктəргə) үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙан миҫал килтерə: — Һеҙҙең əмерегеҙҙə булған ҡолдар араһында һеҙгə Беҙ биргəн ризыҡтарҙы тигеҙ итеп бүлешергə телəгəндəре бармы? Һəм һеҙ улар менəн тигеҙ булып (малығыҙҙы тигеҙ бүлеп), үҙегеҙҙе хөрмəт иткəн кеүек, уларҙы хөрмəт итерһегеҙме (тиңдəрегеҙҙəн ҡурҡҡан кеүек, ҡурҡаһығыҙмы)? Аҡыл менəн эш итеүселəр өсөн Беҙ аяттарыбыҙҙы бына шулай аңлатабыҙ. 29. Юҡ шул, (улай итмəнелəр, малдарын ҡолдарына бирмəнелəр) улар, нимə ҡыланғандарын да белмəйенсə, үҙ нəфселəренə буйһондолар. Аллаһ Үҙе юлдан яҙҙырғандарҙы кем тура юлға кертə алыр икəн? Уларға һис кем ярҙам итə алмаҫ. 30. Һин (ий, Мөхəммəд) Аллаһҡа тоғро булараҡ йөҙөңдө тура дингə тура тот. Ул кешелəрҙе ошо дин өсөн яралтты. Аллаһтың бар иткəндəрендə үҙгəрештəр булмаҫ. Был дин — ныҡ һəм иң дөрөҫ диндер. Лəкин кешелəрҙең күбеһе был турала белмəй. (Шуға күрə улар иман килтермəй.) (31) Барығыҙ ҙа Уға йүнəлегеҙ, Аллаһтан ҡурҡығыҙ, намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ, мөшрик булмағыҙ. 32. Диндəрен фирҡə‐фирҡəғə бүлгəлəп, айырып, тарҡатып бөтөрөүселəр кеүек булмағыҙ. Уларҙың һəр береһе үҙ фирҡəһе менəн (беҙҙең дин — иң яҡшы дин, тип) маҡтана. 33. Кешелəрҙең башына берəй бəлə килһə, Раббыға, бары тик Уға баш эйеп, доға уҡыйҙар. Аллаһ уларға рəхмəт (ниғмəт, муллыҡ) бирһə, күреп тороғоҙ, уларҙың бер ҡəүеме тағын Аллаһтан башҡаға табынырға тотона; (34) биргəн ниғмəттəребеҙгə шөкөр итмəҫтəн. Əйҙə, кəйефлəнегеҙ, лəкин һеҙ оҙаҡламай нимə булаһын белəсəкһегеҙ. (35) Юҡһа, Беҙ уларға Аллаһтың тиңдəше барлығы тураһында дəлилдəр килтермəнек. (Беҙ уларҙы мөшрик булырға өндəмəнек.) 36. Кешелəргə рəхмəт (байлыҡ, лəззəт, шөһрəт) индерһəк, улар ҡыуана. Ҡулдары менəн ҡылған гөнаһтарына күрə, баштарына əфəт төшһə, шунда уҡ өмөтһөҙлөккə бирелəлəр. (37) Əллə һуң улар күрмəйҙəрме, Аллаһ ризыҡты телəгəненə мул итеп бирə, ҡайһыларына кəметə. Шик юҡтыр, иманлылар өсөн бында ғибрəттəр бар. 38. Туғандарыңа, ярлыға, сəйəхəттəгелəргə тейешлеһен бир. Аллаһтың ризалығын ҡаҙанырға телəгəндəр өсөн бынан да изгелеклерəк эш юҡ. Бына шулар инде (язанан) ҡотолоп, (Сəғəдəткə) ирешəсəк. 39. Байлығығыҙҙы күбəйтер өсөн, арттырып ҡайтарыу шарты менəн алған керемдəрегеҙ Аллаһ ҡатында артмаҫ (һезҙҙең файҙаға булмаҫ). Аллаһ ризалығы өсөн зəкəт бирһəгеҙ, (сауаптарығыҙ, малдарығыҙ) ҡат‐ҡат арттырыр. 40. Аллаһ һеҙҙе бар итеүсе, һуңынан ризыҡландырыусы; ахырҙа йəнһеҙ итеп, тағын терелтер. Һеҙ табынғандарҙың берəйһе ошо эштəрҙең, исмаһам, берəйһен башҡара аламы? Аллаһ уларҙың уйҙырма Илаһтарынан паҡ һəм бөйөк. 41. Кешелəрҙең ҡылмыштары (фəхешлектəр) арҡаһында ҡоро ер өҫтөндə лə, диңгеҙҙə лə тəртип боҙолдо. Ҡылған гөнаһтарына күрə (Əхирəттə) бирелə торған язаларҙың бер өлөшөн (был донъяла) татытыр. Бəлки, улар тəүбə итерҙəр! 42. (Эй, Рəсүлем Мөхөммəд) əйт һин: — Донъя буйлап йөрөгөҙ һəм һеҙ əүəл йəшəп киткəндəрҙең ахырғы яҙмышы нисек булғанын күрерһегеҙ. Уларҙың күбеһе мөшрик ине, — тип. 43. Был донъяға кире ҡайтарылмай торған Көн (Ҡиəмəт) килгəнсе һин йөҙөңдө хаҡ дингə бор. Ул Көндө кешелəр айырым‐айырым төркөмдəргə бүленер. (Мосолмандар — йəннəткə, кəферҙəр, мөшриктəр, монафиҡтар — йəһəннəмгə.) 44. Кем инҡар иткəн, инҡары үҙ башына булыр. Изгелек ҡылғандар үҙҙəре өсөн йəннəт əҙерлəне. (45) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға Аллаһ үҙ тарафыннан əжер бирер. Шик юҡ, Аллаһ иманһыҙҙарҙы яратмай. 46. Ниғмəттəремде татыһындар, Уның əмере менəн йөрөй торған кəмəлəргə ултырып, насип ризыҡтарын ҡаҙанһындар тип, шуларға шөкөр итһендəр тип, һөйөнөслө хəбəрҙəр килтерһен тип, елдəрҙе иҫтереү ғəлəмəте лə Аллаһтың барлығына, сикһеҙ ҡөҙрəтенə шикһеҙ дəлилдəр булып тора. 47. Хаҡтыр, Беҙ һинəн элек тə халыҡтарға үҙҙəре араһынан сыҡҡан пəйғəмбəрҙəр күндерҙек һəм уларға ла асыҡ дəлилдəр бирҙек. (Ул пəйғəмбəрҙəргə ышанмайынса) гөнаһҡа батҡандарҙы тейешле язаға тарттыҡ. Мөьминдəргə ярҙам итеү — Беҙҙең эш. 48. Елдəрҙе иҫтереп, болоттарҙы ҡыуҙырыусы — Аллаһ. Болоттарҙы, Үҙе телəгəнсə, Күк йөҙөнə таратыусы ла, киҫəклəп‐киҫəклəп ямғыр яуҙыртыусы ла—Аллаһ. Аллаһ, ямғыр яуҙырып, телəгəн ҡолдарына ҡыуаныс индерə. (49) Юҡһа, оҙаҡ ямғыр яумай торһа, улар хафаға төшə. 50. Ҡара һин Аллаһ Тəғəлəнең ниғмəттəренə! Ҡороп, үлгəн тупраҡ нисек яңынан терелə? Шик юҡтыр, Ул мəйеттəрҙе лə шулай тергеҙəсəк, Аллаһтың бар нəмəгə лə ҡөҙрəте етə. (51) Хаҡтыр, əгəр ҙə Беҙ ҡоро елдəр иҫтереп, бөтөн ерҙе һарғайтһаҡ, шунан һуң да улар Аллаһҡа иман килтермəҫ, шөкрəнə ҡылмаҫ. 52. (Рəсүлем) əлбиттə, һин (тере) мəйеттəргə (хаҡ һүҙҙе) ирештерə алмаҫһың, (Аллаһтан килгəн хаҡ һүҙҙəреңə ышанмасҫтай) арҡа биреп китеп барған (күңеле) һаңғырауҙарға (Аллаһтың саҡыруҙарын) ишеттерə алмаҫһың. (53) Һин тура юлдан яҙған (күңел күҙе) һуҡырҙарҙы ла һидəйəткə илтə алмаҫһың. Һин бары тик аяттарыбыҙға иман килтереп, мосолман булғандарға ғына (хаҡ һүҙҙе) ишеттерə алырһың. 54. Аллаһ һеҙҙе хəлһеҙ (бала) итеп яралтҡан. Унан һуң хəлһеҙлектəн хəллəндереп, ҡеүəт биргəн; ҡеүəт артынан тағын һеҙҙе хəлһеҙлəндергəн (ҡартайтҡан). Ул үҙе телəгəнде башҡара. Ул — һис шик юҡтыр, барыһын да мөкəммəл белеп тороусы ҡөҙрəт эйəһе. 55. Ҡиəмəт ҡупҡан Сəғəттə гөнаһлылар (фани донъяла, ҡəберҙə) бер сəғəттəн дə артыҡ торманыҡ, тип ант итəсəктəр. Бына шулай, улар (фани донъяла алданып) боҙолғандар. 56. Ғилемле һəм иман килтергəндəр шулай əйтер: ‐ Хаҡтыр, Аллаһтың китабында яҙылғанса, һеҙ яңынан терелеү көнөнə (Ҡиəмəткə) ҡəҙəр йəшəнегеҙ. Бына бөгөн (Ҡиəмəт сəғəте һуҡты, һеҙ) яңынан терелдегеҙ. Лəкин һеҙ быңа ышанманығыҙ. (57) Лəкин ул көндө аҡланырға тырышыуҙары уларға файҙа килтермəҫ, һəм уларҙан Аллаһ ризалығын ҡаҙанырға маташыуҙары ла талап ителмəҫ. 58. Хаҡтыр, кешелəр (ғибрəт, һабаҡ алһын) өсөн Беҙ Ҡөръəндə төрлө миҫалдар килтерəбеҙ. Лəкин (ий, Мөхəммəд) һин уларға бер аят килтерһəң, кəферҙəр мотлаҡ əйтəсəк: ‐ Һеҙ ялған һөйлəүҙəн башҡаны белмəйһегеҙ, ‐ тип əйтерҙəр. (59) Бына, белмəгəндəрҙең (итəғəт итергə телəмəгəндəрҙең) күңелдəренə Аллаһ шулай итеп мөһөр һуға. 60. (Эй, Мөхəммəд) һин хəҙергə сабыр ит. Шик‐шөбһə юҡ, Аллаһтың вəғəҙəһе хаҡтыр. Һаҡ бул! Быңа инанмағандар һинең иманыңды ҡаҡшатмаһын!


31 — Лоҡман (Лоҡман) сүрəһе (Локман сүрəһе 34 аяттан тора. Мəккəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф. Лəм. Мим. (2) Бына был аяттар хикмəт тулы Ҡөръəндең аяттарыҙыр. (3) Изгелек ҡылһындар тип, тура юлға баҫһындар өсөн, (Аллаһтың) рəхмəт(е) булараҡ (индерелде). (4) Улар (мөьминдəр) намаҙ уҡыйҙар, зəкəт бирəлəр, Əхирəт көнөнə ысын күңелдəн инаналар. (5) Бына шундай əҙəмдəр Раббы күрһəткəн тура юлдан йөрөйҙəр һəм (язаларҙан) ҡотолоп, Сəғдəткə ирешерҙəр. 6. Бəндəлəр араһында шундайҙары ла бар: бер нəмə лə белмəгəн баштары менəн кешелəрҙе Аллаһ диненəн ситкə алып китергə маташып, ул динде мыҫҡыл итер өсөн, уйҙырма‐буш һүҙҙəр (яҙылған китаптарҙы һатып алып) һөйлəүсе күпме əҙəмдəр бар. Бына шундайҙарҙы, əлбиттə, рисуай ҡылыусы язалар көтə. 7. Уларға аяттарыбыҙҙы уҡый башлаһаң, ишетмəмешкə һалышалар, əйтерһең дə, ҡолаҡтарында һаңғыраулыҡ бар һəм улар танау сөйөрөп, тəкəббер рəүештə китеп баралар. Бына һин шундайҙарҙы хəтəр ғазап тотасағы тураһында һөйлəп «ҡыуандыр». 8. Иманлыларға һəм изгелек ҡылғандарға — йəннəт баҡсалары. (9) Улар шунда мəңге ҡаласаҡ. Был — Аллаһтың хəҡиҡи вəғəҙəһе. Аллаһ — ҡөҙрəт һəм хикмəт эйəһе. 10. Ул (Аллаһ) һеҙгə күренеп тороусы күктəрҙе терəкһеҙ (торорлоҡ) итеп яралтты. Һеҙ сайҡалмаһын өсөн, Ерҙе ҡаты‐ныҡ бағаналар (тауҙар) менəн терəтте, һəр бер йəнленəн нисə төрлө тоҡомдар үрсетте. Беҙ Күктəн ямғыр яуҙырҙыҡ, тупраҡта һəр енестəн гүзəл үҫемлектəр етештерҙек. (Ошо аятта ғəлəмдəрҙең сере асыла. Терəкһеҙ күктəр, Ерҙе ғарасатлы ҡалтыраныуҙарҙан тотоп тороусы тауҙар, ғəлəмдең гравитацион тартыу көстəре, үҙəктəн ҡыуыу, үҙəккə тартылыу ҡеүəттəре, тауҙарҙың тамыры, ысындан да, Ерҙең үҙəгенə ҡəҙəр һуҙылғанлыҡтары, шуның арҡаһында Ер өҫтөндəге хəтəр хəрəкəтлəнеүҙəрҙе тыйып тороуҙары Ҡөръəн ингəн заманнарҙан күп уаҡыттар уҙғас ҡына, ысын фəнни асыштар менəн раҫлана килде. Материалы Пятой Конференции международной комиссии по научным знакам в Коране и Сунне. 1993 г.) 11. Бына, быларҙың бөтөнөһө лə Аллаһ яралтҡан ысынбарлыҡ. Унан башҡаларҙың (боттарҙың, һындарҙың) нимə яралтҡандарын Беҙгə күрһəтегеҙ, зинһар. Эйе, ул изгелекһеҙҙəрҙең тура юлдан яҙғанлығы көн кеүек асыҡ. 12. Хаҡтыр, Беҙ Лоҡманға, Аллаһҡа шөкөр ит, тип хикмəт (асыҡ зиһен) бирҙек. Шөкөр иткəн кеше үҙе өсөн шөкөр итер. Шөкөр итмəгəн кеше — шөкөр итмəһен: Аллаһ уның шөкөрөнə мохтаж түгел. Аллаһ һəр төрлө маҡтауға лайыҡ. 13. Бер ваҡыт Лоҡман улына өгөт бирə икəн: — Улым, Һин Аллаһтан башҡа (уйҙырма) Илаһҡа табынма. Күп Илаһтарға табыныуҙан да ҙур гөнаһ юҡ! 14. Беҙ кешегə: ата‐əсəңə изгелекле бул, тип васыят иттек. Əсəһе уны ниндəй ҡыйынлыҡтар менəн ҡарынында йөрөтə. Ике йыл буйы һөтөнəн айырмайынса имеҙеп үҫтерə. Тик, иң башта Миңə, унан һуң ата‐əсəгə шөкөр ит, тип васыят иттек. Ҡайтарылыш бары тик Миңə генə булыр. 15. Əгəр ҙə (атаң‐əсəң) һиңə мəғлүм булмаған берəй нəмəне Миңə тиң күреп, һине шуға (инанырға) ирекһеҙлəһə — уларға буйһонма. Лəкин донъяла уларға изгелекле бул. Миңə итəғəт иткəндəр менəн бер юлда бул. Ахырҙа ҡайтарылышығыҙ бары тик Минең тарафҡа булыр. Шул ваҡытта (Ҡиəмəттə) Мин һеҙгə (донъялағы) ҡылмыштарығыҙ тураһында иҫкəртермен. 16. — Əй, улым, — тине Лоҡман. — (Изгелекме ул, яманлыкҡмы) ҡылмышың хəрдəл (гəрчич) бөртөгө хəтле генə булып, ул да тау ҡаяһына йəки күктəргə йəки ер аҫтына йəшерелгəн булһа ла, Аллаһ (Ҡиəмəттə) уны һинең ҡаршыңа сығарып ҡуйыр. Хаҡтыр, Аллаһ иң нескə‐йəшерен эштəрҙе лə күреп‐белеп тора, Ул бар нəмəнəн дə хəбəрҙар. 17. — Балам, намаҙыңды уҡы, (башҡаларҙы) изгелеккə өндə, яманлыҡтарҙан уаз кисергə саҡыр, башыңа килгəнгə (бəлəлəргə) сабыр ит. Хаҡтыр, былар Аллаһ фарыз ҡылған, рух ныҡлығы талап ителə торған нəмəлəрҙер. 18. — Тəкəберлəнеп, кешелəрҙəн йөҙ сөйөрмə. Донъяла маһайып, танау сөйөрөп йөрөмə. Аллаһ тəкəбберҙəрҙе, үҙен генə яратыусыларҙы, маҡтансыҡтарҙы яратмаҫ. (19)—Ер йөҙөндə сабыр‐һалмаҡ бул, тауыш күтəреп һөйлəшмə. Шуны онотма, донъялағы иң йəмһеҙ тауыш — ишəк тауышы. 20. Аллаһ күктəрҙə һəм Ерҙə булған һəр нəмəне һеҙ файҙаланһын өсөн бирҙе, йəшерен һəм өҫтə ятҡан ниғмəттəрҙе һеҙгə мал итте. Шуны һеҙ аңламайһығыҙмы ни? Шуға ла ҡарамаҫтан, белемһеҙ кешелəр араһында дəлилһеҙ һəм ҡулдарында фекер яҡтылығы биреүсе Китабы булмаған көйөнсə, Аллаһ хаҡында тартышыусылар бар. 21. Уларға: — Аллаһ индергəнгə (Ҡөръəнгə) иман килтерегеҙ, — тип əйтһəң, улар: — Юҡ, беҙ бабаларыбыҙ тотҡан диндə ҡаласаҡбыҙ, — тип əйтəсəк. Шайтан ҡотортоуы менəн аталарының дине йəһəннəмдең хəтəр ғазабына илтһəлə? 22. Изгелек ҡылғандар араһында үҙен тамам Аллаһҡа бағышлаған кешенең, хаҡтыр, ышаныслы терəге булыр. Бөтөн эштəрҙең ахыры Аллаһҡа барып тоташа. 23. (Рəсүлем) инҡар иткəндең инҡары һине хафаға һалмаһын. Улар барыбер Беҙҙең тарафҡа ҡайта. Бына шул ваҡытта Беҙ уларҙың (донъялағы) ҡылмыштары тураһында иҫкəртербеҙ. Аллаһ (кешелəрнҙең) күңелендə нимəлəр булғанды бик яҡшы белеп тора. (24) Беҙ уларға (фани донъяла рəхəт сигəргə) ирек ҡуйырбыҙ, ахырҙа үҙҙəрен ауыр ғазаптарға дусар итербеҙ. (25) Хаҡтыр, уларҙан: — Күктəрҙе һəм Ерҙе кем яралтты?—тип һораһаң, улар мотлаҡ: — Аллаһ! — тип əйтəсəк. Əйт һин: — Шулай булғас, Аллаһты маҡтағыҙ, əлхəмдүлиллəһ — тип əйт. Лəкин был уларҙың күбеһенең башына килмəй. (26) Күктəрҙəге, Ерҙəге бөтөн барлыҡ — һəммəһе лə Аллаһтыҡыҙыр. Шик юҡтыр, Аллаһ ул (бер нимəгə лə) мохтаж түгел һəм маҡтауға лайыҡ. 27. Ер йөҙөндəге бөтөн ағастар ҙа ҡəлəмгə əүерелеп, (донъялағы барлыҡ) диңгеҙ‐океандарҙың һыуы ете тапҡыр артып, яҙыу ҡараһына əйлəнһə лə, Аллаһтың һүҙҙəрен яҙып бөтөрөп булмаҫ ине. Шик юҡ, Аллаһ — бөйөк һəм хикмəт эйəһе. 28. (Ий, əҙəмдəр) һеҙҙе юҡтан бар итеү һəм (үлтереп) яңынан терелтеү — Уның өсөн бер кешене бар итеп, яңынан терелтеү кеүек анһат (еңел) эш. Хаҡтыр, Аллаһ һəр нəмəне белеп, күреп тора. 29. Күрмəйһеңме ни, Аллаһ төндө көнгə һəм көндө төнгə керетеп аралаштыра. Ҡояшты, Айҙы үҙ тəртибенсə йөрөтə. Быларҙың һəр береһе (Аллаһ тарафынан) билгелəнгəн бер ваҡытҡа ҡəҙəр шул тəртиптə хəрəкəт итəсəк. Һəм Аллаһ ҡылмыштарығыҙҙан мотлаҡ хəбəрҙар. (30) Сөнки: Аллаһ — Хəҡиҡəттең Үҙелер. Унан башҡаға табынғандарығыҙҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, ялғандыр. Иң олуғ, иң бөйөк — Аллаһтыр. 31. Күрмəйһеңме, Аллаһ Үҙенең бар икəнен күрһəтер өсөн, рəхмəте менəн диңгеҙҙəге кəмəлəрҙе йөҙҙөрə. Шик юҡ, (кəферҙəр ҡыйырһытыуына, Аллаһ ебəргəн ауыр һынауҙарға түҙеп) сабыр итеүселəр һəм шөкөр итеүселəр өсөн был эштəрҙə ғибрəттəр бар. 32. Тау ҡəҙəр тулҡындар улар өҫтөнə ябырылғанда, улар ихлас мосолман кеүек, Аллаһҡа ялбара башлайҙар. Аллаһ уларҙы ҡотҡарып, ҡоро ергə сығарып баҫтырғас, уларҙың ҡайһы берҙəре (Аллаһҡа) ышаныр‐ышанмаҫ ҡала бирə. Лəкин беҙҙең аяттарыбыҙҙы бары тик шөкөрһөҙ хыянатсылар ғына инҡар итə. 33. Əй, кешелəр, Раббығыҙға ҡаршылыҡ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ. Атаның — балаһына, баланың атаһына ярҙам итə алмаясаҡ Көндəн ҡурҡығыҙ. Шуны белеп тороғоҙ, Аллаһ əйткəн һүҙ, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ. Зинһар, һаҡ булығыҙ, донъя тормошона алданмағыҙ, ул бер алдаусы ғына. Һəм хəтəр ялғансы шайтан (Аллаһ барыбер һеҙҙе ғəфү итəсəк, тип) аҙҙырмаһын. 34. Ҡиəмəт Сəғəтенең ҡасан һуғасағын бары тик Аллаһ ҡына белə. Ямғырҙы Ул яуҙыра. Əсə ҡарынында нимə барлығын Аллаһ белə. Иртəгə нимə ҡыласағын һис кем белмəй. Кеше үҙенең ҡайҙа үлəсəген белмəй. Шик юҡтыр, Аллаһ бөтөнөһөн белеп тора. Ул барыһынан да хəбəрҙар.


32 — Сəждə (Сəждə) сүрəһе (Сəждə сүрəһе 30 аяттан тора. Мəккəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əлиф. Лəм. Мим. (2) Һис тə шик юҡ, был Ҡөръəн — ғəлəмдəрҙең Раббыһы тарафынан индерелгəн Китап. (3) — Уны Пəйғəмбəр үҙе уйлап сығарған, — тип əйтерҙəр. Юҡ шул, һинəн алда Ул үҙҙəренə киҫəтеүсе (Пəйғəмбəр) ебəрелмəгəн халыҡты киҫəтер өсөн, шунан һуң улар тура юлға күнəр тип, Раббыңдан индерелгəн Китап. 4. Күктəрҙе, Ерҙе һəм улар араһындағыларҙы алты көндə юҡтан бар итеүсе бер Аллаһ; һуңынан Уның хакимийəте Ғəрешкə урынлашты. Унан башҡа һеҙҙең бер генə яҡлаусығыҙ ҙа, бер генə ярҙамсығыҙ ҙа юҡ. Инде шунан һуң да уйлашып, тəүбəгə килмəҫһегеҙме? 5. Аллаһ Күктəн Ергə хəтле булған һəр эште тəртип менəн алып бара. Бөтөн был эштəр һеҙҙең хисап менəн мең йылға торған бер көндə Уның тарафына ҡайтарыла. (6) Бына, күренгəндəрҙе лə, күренмəгəндəрҙе лə белеүсе, сикһеҙ ҡөҙрəт һəм мəрхəмəт эйəһе — Улдыр. (7) Үҙе яһаған һəр нəмəне кем шулай мөкəммəл ҡылды? Иң əүəл Ул Əҙəмде балсыҡтан яһай башланы. (8) Һəм ерəнгес һыу тамсыһынан — ҡуйырыҡтан уның тоҡомон үрсетте. 9. Һуңынан уны (Əҙəмде) камиллəштереп, (кеше) рəүешенə килтерҙе, уға үҙ рухынан йəн өрҙө. Һəм һеҙҙең өсөн ҡолаҡтар, күҙҙəр, йөрəк яралтты. Ни сəбəпле һеҙ шул ҡəҙəр əҙ шөкөр итəһегеҙ? 10. Инҡарсылар əйтте: — Үлгəндəн һуң сереп тупраҡҡа əүерелгəс, ысындан да, беҙ яңынан терелəсəкбеҙме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ), —тинелəр. Хаҡтыр, улар (Əхирəттə) Раббылары менəн ҡауышыуҙы инҡар итте. 11. Əйт: ‐ Һеҙҙең йəнде алырға вазифаландырылған үлем фəрештəһе йəнегеҙҙе аласаҡ. Ахырҙа Раббығыҙ ҡаршыһына килтерелəсəкһегеҙ, ‐ тип əйт. 12. Ул гөнаһлырларҙың Раббы ҡаршыһында нисек итеп баш эйеп: — Раббыбыҙ, күрҙек, ишеттек, инде хəҙер беҙҙе фани донъяға кире ҡайтар, беҙ изгелек ҡыласаҡбыҙ, инде хəҙер ысын күңелдəн иман килтерҙек, — тип ялбарғандарын күрһəң ине. 13. Əгəр ҙə Беҙ ихтыяр итһəк, əлбиттə, һəр кемде тура юлға күндергəн булыр инек. Лəкин: — Йəһəннəмде ендəр һəм (гөнаһлы) кешелəр менəн шығырым итеп тултырасаҡмын, — тип ҡəтғи əйтелгəн хаҡ һүҙем бар. («Аллаһ Тəғəлə кешелəрҙең, ендəрҙең барыһын да ирекһеҙлəп, үҙ ихтыяры менəн йəннəткə йəки йəһəннəмгə керетеп тултырһа, ҡолдарының иреген, шəхси телəген ҡыҫып, шəхестең азатлығын быуған булыр ине. Һəм кешелəрҙəн, ендəрҙəн имтихан алыу, уларҙы һынап ҡарауҙың кəрəге ҡалмаған булыр ине. Мөкəллəфтəр, йəғни ихтыяр көсөн ҡулланыр дəрəжəлə бəлиғлеккə ирешкəндəр тура юлды һайлап, ожмахҡа керергəме, əллə аҙғынлыҡ юлын һайлап, тамуҡҡа барырғамы икəнде үҙҙəре хəл итергə тейеш». Ибраһим Дөнмəз тəфсиренəн.) 14. (Ҡиəмəттə уларға былай тип əйтəсəкбеҙ): — Был Көндə ҡауышыу тураһында онотҡанығыҙға күрə, язаһын да татып ҡарағыҙ. Дөрөҫөн генə əйткəндə, Беҙ ҙə һеҙҙе (йəһəннəмдə) оноттоҡ. Ҡылмыштарығыҙға күрə, мəңгелек язаға дусарһығыҙ. 15. Беҙҙең киҫəтеү вəғəздəребеҙҙе ишетеп, маһаймайынса, сəждəгə киткəндəр һəм Раббыға маҡтау менəн тəсбих əйткəндəр генə Беҙҙең аяттарыбыҙға инаналар. 16. Ҡурҡыу менəн өмөт араһында Раббыға (намаҙҙа) ялбарғандар йылы һəм рəхəт яҫтыҡтарынан айырылып, төндə тороп доға уҡый. Беҙҙең тарафтан индерелгəн ризыҡтарынан (зəкəткə, хəйер‐саҙаҡаға) сарыф итəлəр. (17) Ҡылған ғəмəлдəренə күрə бүлəк булараҡ, ниндəй шатлыҡ күрəсəктəрен күпме əжер аласаҡтарын берəү ҙə белмəҫ. 18. Иманлы кеше иманһыҙ кеше менəн бер булырмы? Юҡ, улар һис бер ваҡытта ла тигеҙ булмаҫ. 19. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар өсөн, ҡылған изгелектəренə күрə, мəңге йəшəр өсөн Мəъва йəннəттəре əҙерлəнгəн. 20. Боҙоҡ кешелəрҙең барасаҡ урыны — утлы Тамуҡ. Күпме генə улар унан сығырға телəһəлəр ҙə, ҡабат (утҡа) ырғытылырҙар һəм уларға:— Һеҙ ялғанға һанаған шул уттың ғазабын татып ҡарағыҙ, — тип əйтерҙəр. 21. Беҙ был хəтəр язанан (йəһəннəмдəн) алда (фани донъяла) уларға язалар (əсирлек, ҡытлыҡ, ауырыуҙар, донъяүи ауырлыҡтар) бирербеҙ. Бəлки, улар тəүбəгə килеп, иман килтерерҙəр. 22. Үҙенə Раббының аяттары менəн өгөт‐нəсихəт бирелеп тə, уларҙан йөҙ сөйөргəн кешенəн дə изгелекһеҙерəк кем бар икəн? Һис шикһеҙ, Беҙ гөнаһлыларға яза бирербеҙ. 23. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға ул Китапты (Тəүрəтты) бирҙек. Һин, һис шикһеҙ, уның менəн ҡауышасаҡһың. Беҙ уны Исраил нəҫелен (йəһүдтəрҙе) тура юлға өндəүсе итеп күндерҙек. 24. Улар араһынан (ҡыйынлыҡтарға) сабыр итеп түҙгəндəрен, аяттарыбыҙға ысын күңелдəн инанғандарын əмеребеҙсə тура юлға өндəүсе (рəһбəр) итеп тəғəйенлəнек. 25. Бəхəстəрҙең һылтауы‐сəбəбе тураһында, хаҡтыр, Раббың Ҡиəмəт көнөндə (уларҙың ҡайһыһы хаҡлы, ҡайһыһы хаҡһыҙ икəнен) хөкөм итəсəк. 26. Беҙ əүəлдə уларҙың (Мəккə кəферҙəренең) күпме тоҡомон һəлəк иттек. Йорттарының (емеректəре) араһында əле хəҙер ҙə уларҙың тоҡомо йəшəп маташа. Был (ғибрəттəр) уларҙы тура юлға саҡырмаҫмы? Был эштəрҙə, əлбиттə, һабаҡ алырлыҡ ғибрəттəр бар. Был ғибрəттəргə улар һаман ҡолаҡ һалмаҫмы икəн ни? 27. Ҡоп‐ҡоро тупраҡҡа ямғыр яуҙырып, хайуандар өсөн дə, үҙҙəре өсөн дə тамаҡ туйҙырырлыҡ игендəр үҫтергəнебеҙҙе күрмəнелəрме ни улар? Һəм шулай (мəңге) күрмəҫтəрме икəн ни? (28) Улар: — Əгəр ҙə һеҙ (Ҡиəмəт, йəннəт, йəһəннəм тураһында) дөрөҫөн һөйлəйһегеҙ икəн, уның нəтижəһе (еңеүе) ҡасан буласаҡ һуң? — тип əйтəлəр. (29) Əйт һин: — (Еңеү көнөндə) Ҡиəмəттə генə килтергəн имандары уларға файҙа бирмəйəсəк. Уларҙың язаһы ла кисектерелмəйəсəк. (30) Инде һин улар менəн араңды өҙ һəм (яза килеүен) сабыр итеп көт. Улар ҙа көтə бит. 33 — Əхзəб (Төркөмдəр) сүрəһе (Əхзəб сүрəһе 73 аяттан тора. Мəҙинə‐и Мөнəүəрəлə ингəн. «Əхзəб» һүҙе: төркөм, ғəскəр, фирҡə, өйөр кеүек мəғəнəлəрҙе үҙ эсенə ала.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əй, Пəйғəмбəр, Аллаһтан ҡурҡ. Кəферҙəргə, монафиҡтарға буйһонма. Хаҡтыр, Аллаһ — барыһын да белеп тороусы берҙəн‐бер хөкөм һəм хикмəт эйəһелер. 2. Раббың индергəндəр буйынса ғына ғəмəл ҡыл. Шик юҡтыр, Аллаһ бөтөн ҡылмыштарығыҙҙан хəбəрҙар. 3. Аллаһҡа тəүəккəл ит. Ярҙамсы булараҡ, Аллаһ етəр. 4. Аллаһ бер кешегə ике йөрəк бирмəне. Зиһар (арҡа һырты) тип иғлан иткəн ҡатындарығыҙҙы əсəйегеҙ һүрəтендə таныманы. Уллыҡа алынған улығыҙҙы ла үҙ улығыҙ итеп таныманы. Былар (был уйҙырма йолалар) һеҙҙең үҙ ауыҙығыҙҙан сыҡҡан һүҙҙəр генə. Аллаһ дөрөҫөн һөйлəй һəм тура юлға ирештерə. («Боронғо ғəрəптəрҙə шундай бер ғəҙəт бар ине. Берəй ир үҙ ҡатынына: һин миңə əсəйемдең арҡаһы кеүекһең, тип əйтһə, ул ҡатын ирҙең үҙ əсəһе кеүек булып ҡалыр. Шул сəбəпле, улар инде бынан һуң енси мөнəсəбəттəргə керə алмай. Был — айрылышыу, тигəн һүҙ була. Ошо йола «зиһар» тип атала ине. Кешенең күкрəгендə ике йөрəк була алмаған кеүек, бер ҡатын бер үк ваҡытта иренə əсə лə, ҡатын да була алмай, йəнəһе».


«Йəғни, никахлы ҡатын да, айырылғаны ла үҙ иренең əсəһенə əүерелə алмай. Йəки уллыҡҡа алынған ир бала өйлəнеп үлһə, уның тол ҡатынын үгəй атаһы ҡатынлыҡҡа ала ала». Хəсəн Чантай һəм Ибраһим Дөнмəз тəфсирҙəренəн.) 5. Уллыҡҡа алынған балаларға атаһының исеме менəн өндəшегеҙ. Аллаһ ҡаршыһында иң дөрөҫө шул булыр. Аталарының исеме мəғлүм булмаһа, уларға дин ҡəрҙəштəрегеҙ һəм күреп‐белгəн таныштарығыҙға булған мөнəсəбəттə булығыҙ. Яңғылышып өндəшһəгеҙ, был эш тə гөнаһ булмаҫ. Белгəн килеш, насар ниəт менəн өндəшһəгеҙ генə гөнаһ булыр. Аллаһ — ярлыҡаусы һəм миһырбан эйəһе. 6. Иман килтергəндəргə Пəйғəмбəр үҙ йəндəренəн дə яҡыныраҡтыр. (Пəйғəмбəрҙең) ҡатындары уларға (иманлыларға) əсə кеүектер. Лəкин туғандары, Аллаһтың Китабына күрə, бер‐берҙəренə башҡа мосолмандарҙан һəм мөһажирҙарҙан яҡыныраҡ. Əммə диндəш дуҫтарығыҙға изгелек ҡылығыҙ. Былар Китапҡа шулай яҙылған. (7) Һəм Беҙ пəйғəмбəрҙəрҙəн һүҙ алдыҡ. Һинəн, Нухтан, Ибраһимдан, Мусанан һəм Мəрйəм улы Ғайсанан. Хаҡтыр, Беҙ уларҙан ҡəтғи ант һүҙе алдыҡ. («Ант һүҙе: бары тик бер Аллаһҡа ғына ғибəҙəт ҡылырбыҙ һəм өммəттəребеҙҙе лə шуға өндəрбеҙ. Һəм ошо антыбыҙға тоғро ҡаласаҡбыҙ». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 8. Аллаһ уларҙы (пəйғəмбəрҙəрҙе) антҡа тоғро булғандарҙың тоғролоғон һынар өсөн ант иттерҙе. Кəферҙəр өсөн хəтəр яза əҙерлəне. 9. Əй, иман килтергəн кешелəр, Аллаһтың һеҙгə булған мəрхəмəтен онотмағыҙ! Һеҙҙең өҫкə яу килгəндə, яуға ҡаршы Беҙ өйөрмə ҡуптарҙыҡ һəм һеҙҙең күҙгə күренмəй торған ғəскəрҙəр (фəрештəлəр) күндерҙек. Аллаһ һеҙҙең нимə ҡылғанығыҙҙы белеп тора. 10. Улар (дошман яуы) өҫтəн дə, аҫтан да һеҙгə ябырылғанда, күҙҙəрегеҙ (ҡурҡыуҙан) аҡайған ине, ҡотоғоҙ ботоғоҙға еткəн (йəки, йөрəктəрегеҙ боғаҙығыҙға килгəн) ине; һəм Аллаһ тураһында төрлө‐төрлө (шикле) уйҙар башығыҙға килгəн саҡта; (11) бына шулай итеп, иман килтергəндəрҙе һынау аша кисерҙек. Һəм улар дəһшəтле тетрəнеүгə дусар ителде. 12. Шул ваҡытта динһеҙлек сире менəн ауырығандар менəн монафиҡтар əйтте: — Аллаһ менəн уның илсеһе ҡоро вəғəҙəлəре менəн беҙҙе алданы, — тинелəр. 13. Араларында: — Əй, Йəҫриб һуғышсылары, һеҙ дошманға ҡаршы тора алмаясаҡһығыҙ, ҡасығыҙ, — тип ҡысҡырыусылар ҙа булды. Ҡайһылары иһə: — Йорт‐ерҙəребеҙ һаҡһыҙ ҡалды (өйөбөҙгə ҡайтар беҙҙе), —тип Пəйғəмбəрҙəн рөхсəт һорай ине. Йорт‐ерҙəре һаҡһыҙ түгел ине уларҙың, (һуғыш ҡырын ташлап) ҡасыу ине уларҙың телəге. (Йəҫриб — Мəҙинə шəһəренең боронғо атамаһы ине.) 14. Əгəр (мөшриктəр Мəҙинə шəһəренең) төрлө яғынан баҫып кереп (монафиҡтарҙы Пəйғəмбəргə, мосолмандарға ҡаршы), фетнə сыуалышында ҡатнашырға ҡушһалар, һис шик юҡ, ике лə уйлап тормаҫтан, улар (монафиҡтар) ҡушҡанды үтəр ине. Өйҙəрендə оҙаҡ тормаҫтар ине. 15. Хаҡтыр, улар бынан əүəл (Жиһад һуғышында) артҡа боролоп ҡасмаҫҡа тип Аллаһҡа һүҙ биргəндəр ине. Аллаһҡа бирелгəн һүҙ өсөн яуап бирергə тура килəсəк. 16. (Эй, Мөхəммəд) əйт һин уларға: — Үлемдəн йəки үлтерелеүҙəн ҡасһағыҙ ҙа файҙа булмаҫ. Ҡасҡан тəҡдирҙə лə ғүмерегеҙ оҙон булмаҫ, — тип. 17. Əйт һин: — Аллаһ һеҙгə берəй яман эш телəһə, һеҙҙе ул бəлəнəн кем килеп ҡотҡарыр? Һеҙгə рəхмəт индерергə телəһə, ул рəхмəтте кем тотҡарлай алыр? —тип. Улар Аллаһтан башҡа үҙҙəренə бер дуҫ та таба алмаҫ, ярҙамсылары ла булмаҫ. 18. Аллаһ һуғышҡа барыуҙан тыйыусыларҙы: — (Һуғышҡа бармағыҙ) беҙҙең менəн булығыҙ, — тип ҡотортоусыларҙы бик яҡшы белеп тора. Уларҙың бик əҙе һуғышта ҡатнашты. (19) Ҡатнашҡандары ла (бына беҙ ҙə кəферҙəргə ҡаршы һуғыштыҡ, беҙгə лə ғəнимəт малы тейеш, тип əйтер өсөн) хөсөтлөк (һаранлыҡ) менəн генə килде. Йөрəктəренə ҡурҡыу төшһə, һин уларҙы, үлем иҫереклеге менəн, күҙ‐баштары аҡайған килеш, һинəн ярҙам көтөп, шашып ҡалғандарын күрер‐ һең. Ҡурҡыныс уҙып киткəндəн һуң, улар үҙҙəренең əсе телдəре менəн йөрəктəрегеҙҙе үтəлəй тишеп сығар. Улар ғəнимəт малына хирыс (нəпсе). Улар иман килтермəҫ. Шуға күрə, Аллаһ уларҙың (ихлас булмаған) ҡылмыштарын юҡҡа сығарҙы. Был эш Аллаһ өсөн бик тə еңел нəмə. 20. Дошман ғəскəрҙəре йыраҡ китмəне (уларҙың кире боролоуы ла мөмкин), тип ҡурҡтылар. Улар сүл эсенə ҡасып, бəҙəүи ғəрəптəре янында йəшəп, (һуғыш ҡырына кире ҡайтҡан дошман ғəскəрҙəре тураһында) һораштырып ятырға хыяллана ине. Улар һеҙҙең менəн бергə (һуғыш ҡырында) булһа ла, ысынлап һуғышмаҫ ине. 21. Хаҡтыр, Əхирəт көнөндə Аллаһ менəн ҡауышыуға ышанғандар өсөн һəм Аллаһты күп зикер иткəндəр өсөн Пəйғəмбəрҙə үрнəк сифаттар бар. 22. Дошмандарҙы күргəс: — Бына был Аллаһтың һəм Пəйғəмбəрҙең беҙгə биргəн вəғəҙəһе (һынауы), — тинелəр. — Аллаһ менəн Пəйғəмбəр дөрөҫ əйткəн икəн. (Кəфер яуының һөжүм итеүе) мөьминдəрҙең иманын һəм Аллаһҡа буйһоноуҙарын арттырҙы ғына. 23. Мөьминдəр араһында Аллаһҡа биргəн анттарында тороусылар бик күп. Уларҙың ҡайһылары вəғəҙəһен аҙағына саҡлы килтереп еткерҙе (Жиһадта шəһит китте). Сабыр ғына (əжəлен) көткəндəре лə бар. Улар бер нисек тə анттарын боҙманы. 24. Аллаһ тоғро булғандарға тоғролоҡтары сəбəбе менəн əжерен дə бирəсəк. Ихтыяр итһə, Аллаһ монафиҡтарҙы язалаясаҡ йəки (тəүбə итһəлəр) ярлыҡаясаҡ. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һəм сикһеҙ миһырбан эйəһе. 25. Аллаһ кəферҙəрҙе һис бер хəйергə ирештермəйенсə (еңелдерҙе, ғəнимəт ала алманылар, мосолмандарҙың, динен ҡаҡшата алманылар), маҡсаттарына ирешмəгəн хəлдə сигенергə мəжбүр итте. Аллаһ һуғышта мөьминдəргə ярҙам итте (дауыл ҡуптарҙы, Күктəн фəрештəлəр ғəскəре ебəрҙе). Аллаһ — көс‐ҡөҙрəт эйəһе, һəр ваҡыт еңеүсе. 26. Китаплы халыҡ (йəһүдилəр) булып та мөшрик ғəскəренə ярҙам иткəндəре өсөн, Аллаһ уларҙың йөрəктəренə ҡурҡыу һалды, нығытмалары араһынан сығырға мəжбүр итте. Уларҙың бер өлөшөн һеҙ үлтерҙегеҙ, башҡаларын əсир иттегеҙ. (27) Уларҙың йорт‐ерҙəрен, малдарын, һеҙ аяҡ баҫмаған (уңдырышлы) тупраҡтарҙы һеҙгə бирҙек. Бар нəмəгə Аллаһтың ҡөҙрəте етə. 28. (Ул заман бер иргə туғыҙ ҡатын рөхсəт ителə ине. Рəсүлүллаһтың ҡатындары ла йортта булмаған зиннəттəр талап итə башланылар. Шунан һуң был сүрə индерелде. ) — Əй, Пəйғəмбəр, ҡатындарыңа əйт: — Əгəр ҙə һеҙ был донъяла муллыҡ, зиннəт эсендə йəшəргə телəйһегеҙ икəн, улайһа, əйҙəгеҙ, мин һеҙҙең һəр берегеҙгə үҙ өлөшөгөҙҙө биреп, матур ғына айырып, иреккə ебəрермен, — тип. (29) — Əгəр ҙə һеҙ Аллаһҡа иман килтереп, Пəйғəмбəренə эйəреп һəм Əхирəт йортонда йəшəргə телəһəгеҙ; шик юҡтыр, изгелек ҡылғандарығыҙ бөйөк бер əжергə лайыҡ буласаҡ. 30. Əй, Пəйғəмбəр ҡатындары, берəйегеҙ тəрбиəһеҙ эш менəн тотолһа, уның язаһы (ғəҙəти ҡатындарға бирелə торған язанан) ике тапҡыр артыҡ булыр. Был эште башҡарыу Аллаһҡа бер ни ҙə тормай. (31) Аллаһҡа һəм Пəйғəмбəргə итəғəт итеүсе, изгелек ҡылыусыларығыҙ булһа, уларға бүлəкте лə (башҡа ҡатындарға ҡарағанда) икелəтə арттырып бирербеҙ. Һəм улар өсөн Беҙ (йəннəттə) бик тə затлы ризыҡтар ҙа əҙерлəп ҡуйҙыҡ. 32. Əй, Пəйғəмбəр ҡатындары, һеҙ башҡа ҡатындар кеүек түгелһегеҙ. Аллаһтан ҡурҡһағыҙ, (сит ирҙəр менəн) ҡыланып һөйлəшмəгеҙ. Ҡыланып һөйлəшеү күңелендə енси аҙғынлыҡ сире булған ирҙəрҙе өмөтлəндерер. Һөйлəшеүегеҙ ғəҙəти һəм əҙəпле булырға тейеш. (33) (Мəғрүрəнə) өйөгөҙҙə ултырығыҙ. Элеккеге дҗəһилиəт ваҡытындағы ҡатындар кеүек (ҡапсыҡлап, зиннəттəрегеҙҙе башҡаларға күрһəтеп) йөрөмəгеҙ. Намаҙҙы тəртибенсə уҡығыҙ. Зəкəт бирегеҙ. Аллаһҡа, Пəйғəмбəргə итəғəт итегеҙ. Эй, Пəйғəмбəр йортондағылар, Аллаһ һеҙҙе керһеҙ (гонахһыҙ) итеп, паҡтарҙан паҡ яһарға телəй. (34) Аллаһтың өйөгөҙҙə уҡылған аяттарын, ғибрəтле миҫалдарын отоп алығыҙ (һəм башҡаларға һөйлəгеҙ). Шик юҡтыр, Аллаһ һəр нəмəнең асылын белеп, һəр нəмəнəн хəбəрҙар торор.


35. Шик юҡтыр, мосолман ирҙəр һəм мөслимəлəр, мөьмин ирҙəр һəм мөьминəлəр, йəндəре‐тəндəре менəн Аллаһҡа бирелгəн итəғəттəге ирҙəр һəм итəғəт боҙмаған ҡатындар, (анттарына, дингə, ҡатынына) тоғро ирҙəр һəм тоғро ҡатындар, сыҙам‐сабыр ирҙəр һəм түҙем‐сабыр ҡатындар, мөтəүəзи (тыйнаҡ) ирҙəр, мөтəүəзи (əҙəпле) ҡатындар, саҙаҡа биреүсе ирҙəр, саҙаҡа биреүсе ҡатындар, ураҙа тотоусы ирҙəр, ураҙа тотоусы ҡатындар, намыҫтарын һаҡлаусы ирҙəр, ғиффəттəрен һаҡлаусы ҡатындар, Аллаһты сикһеҙ зикер итеүсе ирҙəр, зикер итеүсе ҡатындар бар. Аллаһ быларға ярлыҡау һəм бөйөк əжер əҙерлəп ҡуйҙы. 36. Аллаһ менəн Пəйғəмбəр бер эшкə хөкөм сығарғандан һуң, мөьмин ир менəн мөьминə ҡатын‐ҡыҙ үҙ ихтыярҙары менəн ул хөкөмдө боҙоп, үҙҙəре ғəмəл ҡылырға тейеш түгел. Аллаһҡа һəм Пəйғəмбəргə ҡаршы ғəмəл ҡылғандар, мотлаҡ, аҙашҡан булыр. 37. (Эй, Рəсүлем Мөхəммəд) иҫеңдəме, нисек итеп Аллаһ һиңə ниғмəт бирҙе, изгелек ҡылған кешегə лə һин: ‐ Ҡатыныңды айырма, Аллаһтан ҡурҡ, — тигəн инең. Лəкин Аллаһҡа асыҡ мəғлүм булған нəмəне һин (кешелəрҙəн) йəшереп ҡалдырҙың. Юҡһа, (кешелəрҙəн түгел) Аллаһтан ҡурҡырға кəрəк ине. Зəйед ҡатыны менəн араһын кəрəгенсə өҙөп бөтөргəндəн һуң, ул ҡатынды һиңə никахланыҡ. Уллыҡҡа алынған үгəй балаларының ҡатындарын, тəртип менəн айырылышҡандан һуң, үгəй атаға никахлау мөьминдəр өсөн гөнаһ түгел, тинек. Аллаһтың əмере еренə еткерелде. («Сабый сағында əсирлеккə алынған Зəйедте хəҙрəти Мөхəммəд азат итеп, уллыҡҡа алды. Бəлиғ булғас, Мөхəммəд туғандан туған һеңлеһе Зəйнəпте Зəйедкə никахлатты. Лəкин бай нəҫелле Зəйнəп ҡол Зəйед менəн тыныс тормош ҡора алманы. Зəйед тə уның тəкəбберлегенə түҙмəйенсə, айырылырға телəне. Шул ваҡыт хəҙрəти Мөхəммəд уға сабыр итергə ҡушты. Лəкин барыбер Зəйед Зəйнəпте талаҡ итте. Мөхəммəд Аллаһ рөхсəтенəн һуң Зəйнəп менəн никахлашты». Ғəли Турғут тəфсиренəн.) 38. Аллаһ хəлəл ҡылған нəмəне башҡарғандан Пəйғəмбəргə гөнаһ юҡтыр. Элек йəшəп китеүселəр (пəйғəмбəрҙəр) ҙə Аллаһ хəлəл ҡылғанды ғына башҡаралар ине. Аллаһтың əмерҙəре, һис шикһеҙ, еренə еткерелə, улар (Лəүхел Мəхфүзгə) яҙып ҡуйылған тəҡдирҙер. 39. Ул пəйғəмбəрҙəр — Аллаһ индергəн əмерҙəрҙе (кешелəргə) ирештереүселəр, Аллаһтан ҡурҡыусылар, Унан башҡа бер кемдəн дə ҡурҡмаусылар. (Хаттин ашҡандарҙан) иҫəп‐хисап алыр өсөн бер Аллаһ Үҙе етəр. 40. Мөхəммəд һеҙҙең арағыҙҙағы бер генə ирҙең дə атаһы түгел. Ул фəҡəт Аллаһтың Рəсүле һəм пəйғəмбəрҙəрҙең (мөһөрле) һуңғыһылыр. Аллаһ һəр нəмəнең асылын белеп тора. (41) Əй, иманлы халыҡ, Аллаһты һəр ваҡыт иҫкə алығыҙ. (42) Һəм Уны иртə‐кис (маҡтап) тəсбих тартығыҙ. 43. Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан (наҙанлыҡтан, динһеҙлектəн) яҡтылыҡҡа сығарыу өсөн рəхмəтен һəм мəрхəмəтен һəм фəрештəлəрен күндергəн — Улдыр. Аллаһ мөьминдəргə сикһеҙ мəрхəмəтле. 44. Аллаһ менəн ҡауышҡан Көндө уларға өндəшеү: — Сəлəм! — һүҙе булыр. Аллаһ улар өсөн бик тə мəртəбəле (йомарт) бүлəктəр əҙерлəне. 45. Əй, Пəйғəмбəр, Беҙ һине, ысындан да, шаһит, һөйөнсө алыусы һəм киҫəтеүсе булараҡ күндерҙек. 46. Аллаһтың фатихаһы менəн (тура юлға) саҡырыусы, нур сəсеүсе бер ҡəндил (яҡтыртҡыс) сифатында күндерҙек. (47) Мосолмандарҙан һөйөнсө ал: улар Аллаһтың бөйөк Сəғəдəтенə ирешəсəктəр. (48) Кəферҙəргə, монафиҡтарға баш эймə. Уларҙың рəнйетеүҙəренə иғтибар итмə, түҙ. Аллаһҡа инан, иманыңа таян. Ярҙамсы булараҡ та, таяныс булараҡ та Аллаһ һиңə етəр. 49. Əй, иманлы ир кешелəр, мөьминəлəрҙе никахлап алғандан һуң, зөфəф мөнəсəбəтенə кермəгəн осраҡта (уларға теймəҫ борон), айырырға телəһəгеҙ, ул ҡатындан ғиддəт талап итергə һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ. Был осраҡта ҡатындың күңеленə хуш килерлек мал биреп, яҡшы мөғəмəлə менəн өйөнə оҙатығыҙ. («Зөфəф кисəһе ‐ никахтан һуң ир менəн ҡатындың бер ятаҡта төн уҙҙырыу мөддəтеҙер. Зөфəф алдынан был ҡатынды яратмаясағығыҙҙы һиҙенеп, уның һеҙгə оҡшамаған ғəҙəттəрен күреп, уның сирле икəнен белеп, енси яҡынлыҡ ҡылмайынса талаҡ итһəгеҙ, шəриғəт ҡанундары боҙолмай. Ғиддəт — айырылған ҡатындың башҡа иргə сығырға ярамаған ваҡыты». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 50. Эй, Пəйғəмбəр, мəһерен биргəн ҡатындарыңды, Аллаһ һиңə ғəнимəт булараҡ биргəн (һуғышта əсир алынған) һəм һинең ҡолоң булған йəриəлəрҙе, (атайың менəн бер туған) ағайыңдың, (атайың менəн бер туған) туғаныңдың, (əсəйең менəн туған) ағайыңдың һəм (əсəйең яғынан булған) апайыңдың ҡыҙҙарын, һинең менəн бергə (һижрəт иткəн) күсенеп килгəн ҡыҙҙарҙы һиңə никахта хəлəл ҡылдыҡ. Иман килтергəн мөьминə үҙен Пəйғəмбəргə (мəһер алмайынса ғына) бағышларға телəп, һин дə уны алырға телəһəң, (бындай никах) башҡа мосолман ирҙəренə харам булып, бары тик һиңə генə рөхсəт ителəсəк. Хаҡтыр, һиңə уңайһыҙ булмаһын өсөн, (башҡа мосолмандарға) ҡатындар һəм йəриəлəр мəсьəлəһендə Беҙ теүəл мəғлүмəт биргəн инек инде. Аллаһ — сикһеҙ мəрхəмəтле һəм ярлыҡаусылыр. 51. (Ҡатындарың менəн төн уҙҙырыу тəртибен һин боҙа алаһың; уларҙың бөгөн) телəмəгəнен (яңғыҙ) ҡалдырып, телəгəнен яныңа (саҡырып) алдыра алаһың. (Сираттан) ҡалғандарын яныңа алдырһаң да, зыян юҡ. Был эш уларҙың ҡыуанып, үҙ өлөшөнə тейгəндəргə шөкөр итеп йəшəүҙəренə ҡулай булыр. Аллаһ күңелегеҙҙəген белеп тора. Аллаһ — бөтөнөһөн дə белеүсе сабыр миһырбан эйəһелер. 52. Бынан һуң (һиңə тигəн туғыҙ ҡатындан башҡа) ҡатын алыу һəм ошо ҡатындарыңды алмаштырыу (берһен айырып, яңыһын алыу), хатта ни ҡəҙəр генə гүзəл булһалар ҙа, (һин үлеп ғашиҡ булһаң да) һиңə хəлəл булмаҫ. Ҡол рəүешендəге йəриəлəреңдəн башҡа. Аллаһ — барыһын да күҙəтеп тороусы. 53. Əй, иман килтергəн кешелəр, мəжлескə саҡырылмаған килеш, Пəйғəмбəр өйөнə кермəгеҙ, табын əҙер булыуҙан иртə килмəгеҙ. Фəҡəт (табынға) махсус əйткəс кенə керегеҙ. Ашап‐эскəс тə таралышығыҙ. Кəңəш‐табыш итер өсөн дə, əңгəмə ҡорор өсөн дə (рөхсəтһеҙ) кермəгеҙ. Сөнки Пəйғəмбəрҙе ҡыйын хəлгə ҡуйыуығыҙ ихтимал, ул (һеҙҙəн ҡыйынһына.) Аллаһ дөрөҫлөктө əйтеүҙəн ҡыйынһынмаҫ. Берəй нəмə кəрəк булған саҡта, шаршау аша Пəйғəмбəрҙең ҡатындарынан һорап алығыҙ. Был һəм һеҙҙең өсөн, һəм дə уларҙың күңел сафлығы өсөн шулай кəрəк. Аллаһтың Пəйғəмбəрен ҡыйын хəлдəргə ҡуймағыҙ, (вафат булғандан һуң) уның ҡатындары менəн никахлашмағыҙ. Был — Аллаһ ҡаршыһындағы иң ҙур гөнаһтарҙың береһе. (54) Аллаһ асыҡ ғəмəлдəрегеҙҙе лə, йəшертендəрен дə бик яҡшы белеп тора. 55. (Ҡатындарың) аталары, улдары, аға‐энелəре, бер туғандарының улдары, ҡыҙ ҡəрҙəштəренең улдары, үҙ (мөьмине) ҡатындарың, хеҙмəтсе йəриəлəр ҡаршыһында (пəрəнжə, чадраһыҙ) йөрөһə, гөнаһ һаналмаҫ. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ һəр нəмəгə шаһиттыр. 56. Шик юҡтыр, Аллаһ та, фəрештəлəре лə Пəйғəмбəргə күп салауат əйтерҙəр. Əй, иман килтергəн əҙəмдəр, һеҙ ҙə уға салауат əйтегеҙ. Эй, мөьминдəр, һеҙ ҙə хəҙрəти Пəйғəмбəргə салауат əйтегеҙ һəм сəлəмдəр күндерегеҙ. 57. Хаҡтыр, Аллаһ һəм дə Уның Рəсүле тураһында нахаҡ һүҙ һөйлəгəндəр əҙ түгел. Аллаһ уларҙы донъяла ла, Əхирəттə лə лəғнəтлəне, рəхмəтенəн айырҙы. Уларға интектереүсе, рəнйетеүсе яза əҙерлəнгəн. 58. Гөнаһ ҡылмағандары көйөнсə: был ир менəн был ҡатын гөнаһ ҡылды, тип нахаҡ яла яҡҡандар, һис шикһеҙ, үҙ өҫтəренə ҙур гөнаһ алыр. 59. Əй, Пəйғəмбəр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һəм барса мөьминəлəргə əйт, (йомош менəн урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдəрен яҡшылап бөркəнһендəр. Был — (уларҙың затлы нəҫел ҡатыны икəнен) таныһындар һəм рəнйетмəһендəр өсөн бик тə ҡулай эш. Аллаһ — ярлыҡаусы һəм миһырбан эйəһе. 60. Хаҡтыр, ике йөҙлөлəр, эстəрендə сир булғандар (енси сирҙəре булғандар), шəһəрҙə (фетнə сығарыр өсөн) яман хəбəр таратыусылар ошо ғəмəлдəренəн ваз кисмəһəлəр, улар өҫтөнə (яу менəн) һине ебəрербеҙ. Бына шунан һуң инде улар һинең янда (күрше булып) оҙаҡ тора алмаҫтар. (61) Лəғнəтлəнгəн ҡəүем булараҡ, уларҙы ҡайҙа осратһалар, шунда тотоп үлтерəсəктəр. (62) Əүəл йəшəп киткəндəр хаҡындағы Аллаһтың хөкөмө шулдыр. Аллаһтың ҡанунында һис бер үҙгəреш таба алмаҫһың. 63. Кешелəр һинəн Ҡиəмəт көнөнөң ҡасан килəсəге тураһында һорайҙар. Əйт һин уларға: — Ул турала бары тик Аллаһ ҡына белə, — тип. Һин ҡайҙан белəһең уны? — Бəлки, ул оҙаҡламай килер. (64) Шуныһы хаҡтыр, Аллаһ кəферҙəрҙе лəғнəтлəне. Улар өсөн хəтəр ялҡынлы ут ғазабы əҙерлəне. (65) Улар шунда мəңгегə ҡаласаҡ һəм уларға ярҙам итеүсе бер генə дуҫ та табылмаҫ. (66) Ут эсендə йөҙҙəре бөрөшөп янғанда улар əйтер:


— Ай, валлаһи, Раббыға итəғəт иткəн булһаҡ, Пəйғəмбəргə эйəргəн булһаҡ, — тип үкенерҙəр. (67) — Йə, Раббыбыҙ, беҙ үҙебеҙҙең етəкселəребеҙгə һəм кəңəшселəребеҙгə эйəрҙек, улар беҙҙе юлдан яҙҙырҙы, — тип əйтерҙəр. (68) — Раббыбыҙ, уларға икелəтə яза бир һəм уларҙы ҡот осҡос итеп лəғнəтлə (рəхмəтеңдəн ситкə ҡыу). 69. Əй, иман килтергəн кешелəр, һеҙ ҙə Мусаны рəнйетеүселəр кеүек булмағыҙ. Барыбер Аллаһ уны һеҙ һөйлəгəн нахаҡтан арындырҙы. Ул Аллаһ хозурында абруй ҡаҙанды.(70) Иманлы кешелəр, Аллаһтың (язаһынан) ҡурҡығыҙ һəм дөрөҫөн һөйлəгеҙ. (71) Аллаһ эшегеҙҙе уң ҡылыр һəм гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Аллаһ менəн Пəйғəмбəргə итəғəт иткəн кеше (хəтəр язаларҙан) ҡотолоп, Сəғəдəткə ирешəсəк. 72. Күктəргə, Ергə һəм тауҙарға Беҙ аманат тəҡдим иттек, лəкин улар (яуаплылыҡтан ҡурҡып) был йөктө үҙ өҫтəренə алманы. Əҙəм балаһы был аманатты үҙ өҫтөнə алды. Сөнки кеше — (тəбиғəте менəн) залим һəм наҙандыр. 73. Монафиҡ ирҙəрҙе һəм монафиҡ ҡатындарҙы, мөшрик ирҙəр менəн мөшрик ҡатындарҙы язаға тартыр өсөн, иман килтергəн ирҙəр менəн иманлы ҡатындарҙың тəүбəһен ҡабул итер өсөн (Аллаһ ошо аманатты кеше өҫтөнə йөклəне). Аллаһ — ярлыҡаусы, мəрхəмəт итеүселер. 34 — Сəбə, (Сəбə иле) сүрəһе (Сəбə сүрəһе 54 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн. «Сəбə» — бер төбəктең һəм шунда йəшəүсе бер ҡəбилəнең, исеме) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күктəрҙə һəм Ерҙə булғандарҙың хужаһы Аллаһҡа ғына маҡтау тейеш. Əхирəттə лə ул ғына маҡтауға лайыҡ. Ул — хикмəт эйəһе, бар нəмəнəн хəбəрҙар. 2. Ер эсендəгелəрҙе лə, унан сыҡҡандарҙы ла, Күктəн ингəнде лə, Күккə ашҡанды ла Ул белеп тора. Ул — миһырбан эйəһе һəм ярлыҡаусы. 3. Инҡарсылар: — Ҡиəмəт беҙгə килмəйəсəк, — тинелəр. Əйт һин уларға: — Яңғылышаһығыҙ! — тип. ‐ Һис шикһеҙ, килəсəк. Барса йəшерен булғандарҙы белеп тороусы Раббы хаҡы өсөн килəсəк. Күктəрҙə һəм Ерҙə туҙан бөртөгө кеүек нəмə лə Унан ҡасып ҡала алмаҫ. Хатта унан бəлəкəйерəк булған нəмəлəр ҙə, унан ҙурҙары ла, хаҡтыр, ап‐асыҡ итеп Китапҡа яҙылған. 4. Аллаһ иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы бүлəклəү өсөн шулай Китапҡа (Лəүхел Мəхфүзгə) яҙҙы. Улар өсөн ярлыҡау һəм лəззəтле ризыҡтар бар. 5. Аяттарыбыҙҙың тəьҫирен зəғифлəндерергə маташыусылар өсөн дə, иң хəтəр — əрнеткес ғазап буласаҡ. 6. Белемле кешелəр Раббынан һиңə индерелгəн (Ҡөръəн) дең хаҡ икəнен белəлəр; уның (Ҡөръəндең) мотлаҡ өҫтөн һəм маҡтауға лайыҡ булған юлға өндəүсе икəнен күрəлəр, лəкин (7) кəферлəр үҙ‐ара əйтте: — (Мəйеттəр) сереп, тетелеп тупраҡҡа əүерелгəс, яңынан терелəсəк, тип һөйлəнеүсе кешенең кем икəнен күрһəтəйекме? — тинелəр. (8) — Бəлки, ул Аллаһҡа ҡаршы нахаҡ һүҙ һөйлəйнер. Əллə һуң ул енлəнгəнме? Юҡ шул, Əхирəткə инанмағандар ғына (Əхирəттə) ғазапҡа дусар, (был донъяла улар) аҙашҡан хəлдə йəшəй. 9. Күккə — баш остарына, Ергə‐аяҡ аҫтарына ҡарамайҙармы ни һуң улар? Əгəр Беҙ ихтыяр итһəк, (Ҡарунды йотторған кеүек) уларҙы ла ергə йотторор инек. Йəки (Əйкə халҡы өҫтөнə яуҙырған кеүек) өҫтəренə Күктəн таш яуҙырыр инек. Шик юҡтыр, бында Раббыға итəғəт иткəн һəр кеше өсөн (Аллаһтың бəндəлəрен яңынан терелтəсəгенə) ҡəтғи дəлилдəр бар. 10. Хаҡтыр, Дауытҡа Беҙ (башҡаларҙан) өҫтөнлөк бирҙек. — Əй, һеҙ, тауҙар, уның менəн бергə тəсбих əйтегеҙ, — тинек. Ҡоштарға ла шулай ҡуштыҡ. Уға (Дауытҡа) күндəм, йомшаҡ тимер бирҙек. (11) — Тимерҙəн көбөлəр (һуғыш кейемдəре) яһа, үлсəп нескə итеп тек, — тинек. — Изгелек ҡылығыҙ. Сөнки Хəҡиҡəт — ул Мин. Нимə ҡылһағыҙ ҙа Мин яҡшы күреп торам. 12. Сөлəймəнгə елде тəғəйенлəнек, ул иртəнге ел менəн бер айлыҡ юлды, төнгө ел менəн бер айлыҡ юлды үтəр ине. Эрегəн баҡырҙан йылға ағыҙыуҙы уға тапшырҙыҡ. Уның əмерендə Раббының рөхсəте менəн күндерелгəн ҡайһы бер ендəр ҙə бар ине. Уларҙың берəйһе əмеребеҙҙəн баш тартһа, уға көйҙөрөүсе яза татыта инек. 13. Ул ендəр Сөлəймəн нимə телəһə, шуны эшлəй ине: ҡалалар һала, һəйкəлдəр яһай, күл ҙурлығындағы һыу ҡойоноу һауыттары, ныҡлы терəккə ҡуйылған ҙур‐ҙур ҡаҙандар, тиһеңме. Əй, Дауыт нəҫеле, шөкөр итегеҙ. Лəкин бəндəлəремдəн шөкөр итеүселəр бик тə əҙ. (14) Сөлəймəнде үлемгə хөкөм иттек; лəкин уның үлгəнен берəү ҙə белмəне, фəҡəт уның таянған таяғын ҡорт ашап бөтөргəс, мəйете йығылып киткəс кенə ендəр уның үле икəнен аңланы. Əгəр ҙə ендəр йəшерен эштəрҙе белеүсе булһалар, меҫкен хəлдə ғазап сикмəгəн булырҙар ине. 15. Хаҡтыр, Сəбə ҡəүеме йəшəгəн ерҙəрҙə һабаҡ алырлыҡ ғибрəттəр бар. Береһе — уңда, береһе һулда уларҙың ике баҡсаһы бар ине. (Уларға əйтелде): — Раббығыҙ биргəнде ашағыҙ һəм Уға шөкөр итегеҙ. Бына һеҙгə бай мəмлəкəт һəм Аллаһ һеҙгə мəрхəмəтен мул бирə. 16. Лəкин улар йөҙ сөйөрҙө. Шул сəбəпле Беҙ уларға Арим ташҡынын ебəрҙек. Уларҙың ике баҡсаһын да, əсе һəм ашарға яраҡһыҙ емеш бирə торған, затһыҙ ҡыуаҡтар ғына ҡалдырып, харап иттек. (17) Бына, Беҙ уларҙы шөкөрһөҙлөктəре өсөн шулай язаланыҡ. Беҙ шөкөр итмəгəндəрҙе генə язалайбыҙ. (Тəфсирселəр: Арим — ул бер үҙəндең исеме, ҡот осҡос мул ямғырҙарҙан һуң хəтəр ташҡын шул үҙəндə йəшəүселəрҙе һəлəк итə, тип фаразлайҙар. М. Ғəли əйтеүенсə, Сəбə ул Йəмəндəге шəһəр, уның икенсе исеме лə бар — Маараб; ул Санадан өс көнлөк юлда торған Маарабтағы быуа ярылып, шəһəрҙе һыу ташҡыны баҫа, барыһы ла һəлəк була. Был — тарихи ваҡиға.) 18. Уларҙың ватаны менəн бəрəкəт һəм муллыҡ биргəн илдəр (Сəбə менəн Шам‐Сүрия) араһында, күҙгə күренеп торған нисə ауыл, шəһəрҙəр һəм юлдар һалдырҙыҡ. — Төндəр буйы, көндəр буйы һеҙ һис ҡурҡыуһыҙ йөрөгөҙ, сəйəхəт итегеҙ, — тинек. (Ысындан да, Ҡөръəндə һүрəтлəнə торған был юл, юл буйындағы ауылдар, шəһəрҙəр, сауҙа юлы булған. Был сауҙа юлының ике илде лə бик ныҡ байытҡанлығы мəғлүм.) 19. Быға ҡаршы улар: — Йə, Раббыбыҙ, сəфəр юлындағы ауылдар араһын йыраҡлаштыр, — тип, үҙҙəренə золом ҡылдылар. Беҙ уларҙы төрлө ғибрəтле мəҙəктəргə керетеп ҡалдырҙыҡ, һəм уларҙы (ауылдарҙы) таратып, йырағайтып ултырттыҡ. Шик юҡтыр, был ваҡиғаларҙа сабырҙар, шөкөр итеүселəр өсөн һабаҡ алырлыҡ ғибрəттəр бар. 20. Хаҡтыр, Иблис уларҙың (хөсөтлө) телəктəрен изгелекле тип күрһəтте, һəм уларҙың барыһы ла уға эйəрҙе. Иман килтергəн бер нисə əҙəмдəн башҡалары. (21) Лəкин Иблистең уларға (иманлыларға) ҡеүəте етмəне. Əхирəт көнөнə ышаныр‐ышанмаҫ булғандар менəн ысын күңелдəн инанғандарҙы айырып күрһəтер өсөн (Иблискə) аҙҙырыу иреген бирҙек. Һинең Раббың барыһын да күҙəтеп һаҡта тороусы. 22. (Эй, Мөхəммəд) əйт һин уларға: — Аллаһты инҡар итеп, үҙегеҙ уйлап сығарған Илаһтарға күпме генə ялбарһағыҙ ҙа, уларҙың күктəрҙə лə, Ерҙə лə туҙан бөртөгөн ҡыймылдатырға ла көстəре етмəҫ. Күктə лə, Ерҙə лə уларҙың (Аллаһ менəн) уртаҡ эше юҡ. Аллаһтың да улар араһынан ярҙамсыһы булмаҫ. (Ул ярҙамға мохтаж түгел.) 23. Аллаһ хозурында (Үҙе рөхсəт биргəндəрҙəн башҡа) бүтəндəрҙең шəфəғəте файҙа бирмəҫ. Ниһайəт, уларҙың йөрəгенəн ҡурҡыу киткəс, улар əйтер: — Раббығыҙ нимə əйтте? — тип əйтерҙəр. Улар ҙа: — Хаҡ булғанды бойорҙо, — тип əйтерҙəр. Аллаһ — бөйөктер, мөһəбəттер.


24. (Эй, Мөхəммəд) əйт һин: — Күктəрҙе һəм Ерҙəн һеҙгə ризыҡ биреүсе кем ул? — тип һора ла: — Аллаһ, — тип əйт. Шулай булғас йəки беҙ йəки һеҙ тура юлда, йəки икебеҙҙең беребеҙ аҙашҡан. (25) Əйт һин: — Беҙ ҡылған гөнаһтарға һеҙ яуаплы түгел, — тип. Беҙ ҙə һеҙ ҡылғандар өсөн яуап бирмəйбеҙ. (26) Əйт: — Раббыбыҙ барығыҙҙы ла бер урынға туплаясаҡ, шунан һуң барыбыҙҙы ла хəҡиҡи хөкөмгə тартасаҡ. Ул — иң ғəҙел хөкөмдар һəм барыһын да белеп тороусы. (27) Əйт: — Аллаһҡа тиң һанағандарығыҙҙы миңə күрһəтегеҙ əле, — тип. Юҡ шул, (күрһəтə алмаҫтар) сөнки берҙəн‐бер еңеүсе, барыһы менəн дə хикмəт менəн идара итеүсе — бары тик Аллаһ ҡына. 28. Беҙ һине бөтөн кешелəргə бары тик һөйөнөслө хəбəр бирер өсөн һəм киҫəтер өсөн генə күндерҙек. Лəкин кешелəрҙең күбеһе был турала һис нимə белмəй. 29. — Əгəр ҙə һеҙ хаҡлы икəн, вəғəҙə иткəнегеҙ (Ҡиəмəт) ҡасан килер? — тип һорайҙар. (30) Əйт: — Һеҙгə шундай бер Көн вəғəҙə ителде, уны бер генə сəғəткə лə кисектерə алмаҫһығыҙ, бер генə сəғəткə лə иртəрəк килтерə алмаҫһығыҙ, — тип. (31) Кəферҙəр əйтте: — Беҙ бынан элек килгəн китаптарға ла, Ҡөръəнгə лə ышанмаясаҡбыҙ, — тине. Раббының хозурына килтереп баҫтырғас, һин ул залимдарҙың бер‐берҙəренə нисек аҡырғандарын күрһəң (иҫең‐аҡылың китер ине). Зəғиф (фəҡир) һаналғандар тəкəбберҙəргə: — Һеҙ булмаһағыҙ, əлбиттə, беҙ иман килтергəн була инек, — тип ҡысҡырыр. 32. Маһайған тəкəбберҙəр иһə зəғиф һаналғандарға: — Тура юлға саҡырылғанығыҙҙан һуң беҙ һеҙҙе аҙаштырҙыҡмы? Хаҡтыр, һеҙ үҙегеҙ гөнаһҡа баттығыҙ, — тип əйтер. (33) Зəғифтəр тəкəббер залимдарға: — Юҡ, — тип ҡысҡырыр. — Кис‐көндөҙ хəйлə‐тоҙаҡ ҡороу булды эшегеҙ. Сөнки һеҙ өҙлөкһөҙ Аллаһты инҡар итеүебеҙҙе телəнегеҙ. Уға тиң башҡа Илаһтарға табынырға ҡуштығыҙ. Ғазабыбыҙҙы күргəс, улар эстəн ут янырҙар. Беҙ ҙə инҡар итеүселəрҙең муйындарына тимер бығауҙар тағырбыҙ. Улар бары тик ҡылған гөнаһтары өсөн генə язаланасаҡ. 34. Ниндəй генə шəһəргə киҫəтеүсе күндерһəк тə, бай етəкселəр: — Беҙ һеҙгə күндерелгəнде инҡар итəбеҙ, — тинелəр. (35) Тағын əйттелəр: — Беҙҙең малыбыҙ ҙа, балаларыбыҙ ҙа күп. Шулай булғас, беҙгə яза булмаясаҡ, — тинелəр. (36) Һин əйт: — Раббым телəгəненə мул ризыҡ бирер һəм телəмəгəненə ризығын кəметер. Лəкин был турала күп кеше белмəй. 37. Һеҙҙе хозурыбыҙға малығыҙ ҙа, балаларығыҙ ҙа яҡынлаштырмаҫ. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙан тыш. Уларға изгелектəре өсөн өҫтəмə бүлəктəр бирелер. Улар йəннəттə именлек эсендə ҡаласаҡ. 38. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташыусылар язаға дусар ителəсəк. 39. Əйт: — Раббым телəгəн ҡолдарына ризыҡ бирер, телəмəгəненең ризығын кəметер. Күпме хəйер бирһəгеҙ, Аллаһ уның урынына һеҙгə ниғмəт бирер. Ризыҡландырыусыларҙың иң хəйерлеһе — Аллаһ. 40. Ул Көндө Аллаһ барығыҙҙы ла бергə йыясаҡ. Шунда Ул фəрештəлəргə: — Һеҙгə табынғандар ошолар инеме? — тип əйтəсəк. (41) Фəрештəлəр: — Һин — бөйөк, беҙҙең дуҫыбыҙ улар түгел — Һин. Бəлки, улар ендəргə табынғандыр. Күбеһе уларға табынды, — тип əйтер. (42) Бөгөн бер‐ берегеҙгə файҙа ла, зыян да ҡыла алмаҫһығыҙ. Залимдарға Беҙ: — Ялғанға һанаған уттың ғазабын татығыҙ, — тип əйтербеҙ. 43. Ап‐асыҡ аяттарыбыҙҙы уҡыған саҡта улар: — Ул — һеҙҙе ата‐бабаларығыҙ табынған боттарҙан биҙҙерергə телəүсе, башҡаһы түгел. (Ҡөръəнде) ул үҙе уйлап сығарған да, ялған таратып йөрөүҙəн башҡаны белмəй, — тинелəр. Өҫтəренə Хəҡиҡəт (Ҡөръəн) ингəс, инҡарсылар: — Көн кеүек асыҡ, был күҙ буяуҙан башҡа нəмə түгел, — тинелəр. 44. Беҙ уларға уҡып (боҙоҡ) һабаҡ алырҙай (боттарға табынығыҙ, тигəн) китап ебəрмəнек, һинəн элек (мөшрик булығыҙ тип) киҫəтеүсе лə күндермəнек. (45) Уларҙан элек йəшəгəндəр (пəйғəмбəрҙəрҙе) инҡар итте. Былар (Мəккə кəферҙəре) əүəлгелəргə (бөйөк мəҙəниəткə ирешкəн Сəбə, Ғəд һəм Сəмүд халыҡтарына) биргəнебеҙҙең ундан беренə лə ирешə алманылар. Пəйғəмбəрҙəремде ялғансыға сығарҙылар. Мин биргəн əжер (яза) нисек (хəтəр) булып сыҡты? 46. (Эй, Мөхəммəд) əйт һин уларға: — Һеҙгə бер генə өгөт бирəм. Икешəр, икешəр булып та, берəмлəп тə Аллаһ тарафына йүнəлегеҙ ҙə, (фекерлəп) уйлап ҡарағыҙ. Юлдашығыҙҙа (Пəйғəмбəрҙə) һис бер тилелек (аҡылдан яҙғанлыҡ) юҡ. Ул бары тик һеҙҙе (ваҡытында хаҡ юлға баҫмаһағыҙ) дəһшəтле яза килеп тотасағы тураһында киҫəтер өсөн ебəрелгəн бер Пəйғəмбəр генə, — тип. 47. Əйт: — Мин һеҙҙəн һис бер түлəү һорамайым. (Хəйерегеҙ) янығыҙҙа ҡалһын. Минең əжерем Аллаһ хозурында. Ул — һəммə барсаһына шаһит. (48) Əйт: — Шөбһəһеҙҙер, Раббым хəҡиҡəтте уртаға ҡуйыусы. Сөнки Ул бөтөн йəшертен эштəрҙе яҡшы белеп тора. (49) Əйт: —Хəҡиҡəт (Ислам, Ҡөръəн, Пəйғəмбəр) килде, инде хəҙер яманлыҡ китер һəм кире ҡайтмаҫ. 50. Əйт: — Əгəр ҙə хаҡ юлдан тайпылһам, үҙ башыма тайпылған булырмын. Тура юлды тапһам, мин бары тик Раббымдың уахи иткəне (Ҡөръəде) аша тура юлды табырмын. Шөбһəһеҙ, Ул бик яҡында ғына, барыһын да ишетеп тора. 51. (Эй, Мөхəммəд, уларҙың) ҡурҡыуға төшкəн саҡтарын бер күрһəң ине. Инде уларға ҡотолош булмаҫ, оҙаҡламай улар барыбер йыраҡ түгел бер урында тотоласаҡ. (52) Бына шул ваҡытта инде улар: — Беҙ уға (Ҡөръəнгə) иман килтерҙек, — тип əйтер. Ҡайҙан килеп инде (ни ҡəҙəр кəферлек ҡылған замандарҙан һуң) бөгөн генə иманға ҡайта алһын? (53) Гəрсə, улар бынан алда (Аллаһты ла, Ҡөръəнде лə, Пəйғəмбəрҙе лə) инҡар итте. Һəм ситтəн генə йəшертен тоҙаҡтар (хəйлəлəр) ҡороп яталар ине. 54. Лəкин бынан əүəлгелəргə булған кеүек, быларҙың да (мəкерле) телəктəре араһына кəртə ҡоролдо. Шик юҡтыр, улар (Аллаһ бармы, юҡмы, Ҡөръəн хаҡмы, түгелме, тип) икелəнеүҙəре арҡаһында үҙҙəрен ҡурҡыныс мөхиткə ҡуйҙылар. 35 — Фəтыр (Яралтыусы) сүрəһе (Фатыр сүрəһе 45 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Фəтыр» — юҡтан бар итеүсе, яралтыусы, булдырыусы мəғəнəһендə килə. Күп кенə тəфсирҙəрҙə был сүрə «Фəрештəлəр» исеме менəн дə йөрөй.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан, фəрештəлəрҙе икешəр, өсəр, дүртəр ҡанатлы илселəр иткəн Аллаһҡа маҡтауҙар булһын. Аллаһ яралтылыусыларҙы, үҙе телəгəнсə (гүзəл йөҙ, матур тауыш, аҡыл, һəлəттəрен) арттырып яралта, үрсетə. Шик юҡтыр, Аллаһтың һəр нəмəгə ҡөҙрəте етə.


2. Аллаһтың кешелəргə асып һала торған рəхмəтен (ниғмəт, именлек, һаулыҡ, ғилем, ризыҡ, ямғырын) бер кем дə тотҡарлай алмаҫ. Аллаһ яҡындағыларҙы Унан башҡа берəү ҙə тəғəйенлəй алмаҫ. Ул — ҡөҙрəт һəм хикмəт эйəһе. 3. Əй, кешелəр, Аллаһ хозурындағы (шул ҡəҙəр) ниғмəтте хəтерлəп ҡалығыҙ, онотмағыҙ. Һеҙҙе Күктəн һəм Ерҙəн ризыҡландырыусы Аллаһтан башҡа (шундай ниғмəттəрҙе) барлыҡҡа килтереүсе берəй зат бармы? Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Шулай булғас, ни өсөн (Унан) йөҙ сөйөрəһегеҙ? 4. (Эй, Мөхəммəд) əгəр һине ялғансы тип атаһалар (ҡаушап ҡалма, түҙ, сабыр ит), һинəн алдағы пəйғəмбəрҙəрҙе лə ялғансы, тинелəр. Бөтөн эштəр Аллаһ хөкөмөнə ҡайтарыласаҡ. 5. Əй, кешелəр, Аллаһ вəғəҙəһенең хаҡлығында шик юҡ. Шулай булғас, зинһар, һеҙ донъя тормошона алданмағыҙ. Ата ялғансы шайтан, ышанысығыҙға кереп, Аллаһ юлында һеҙҙе төп башына ултыртмаһын. (Һаҡ булығыҙ!) 6. Шайтан һеҙҙе дошман күрə. Шуның өсөн, һеҙ ҙə уны дошман күрегеҙ. Ул үҙенə эйəргəндəрҙе утлы йəһəннəмгə урынлаштырыр өсөн тырыша. (Изгелек ҡылыу, гөнаһлы эштəрҙəн баш тартыу — шайтанды дошман күреү булыр.) 7. Кəфер ғəмəлдəр өсөн əрнетеүле ғазап əҙерлəнгəн. Иман килтергəндəргə, изгелек ҡылғандарға, матур йəшəгəндəргə ярлыҡау һəм бөйөк əжер буласаҡ. 8. Яманлыҡ ҡылып, изгелекһеҙ булғандарға: — Ҡылмыштарығыҙ бик тə яҡшы (кəферҙе изгелек), — тип күрһəтеүсе (Иблис менəн тура юлдағы əҙəм бер) булырмы? Шик юҡтыр, Аллаһ кемде шаштырырға телəһə, шуны шаштырыр, кемде тура юлға баҫтырырға ихтыяр итһə, шуны тура юлға баҫтырыр. (Эй, Мөхəммəд) шулай булғас, улар тураһында уйлап, хафаланма, йəнең көймəһен. Аллаһ уларҙың ниндəй яманлыҡ ҡылырға уйлағанына ҡəҙəр белеп тора. 9. Елдəрҙе иҫтереп, болоттарҙы ҡыуып йөрөтөүсе — Аллаһтыр. Беҙ уларҙы (болоттарҙы) үлгəн тупраҡлы ерҙəргə ебəреп, тергеҙəбеҙ. Үлелəрҙең яңынан терелеүе лə нəҡ шулай буласаҡ. 10. Үҙенə абруй‐дəрəжə яуларға телəгəн кеше белһен: абруй һəм дəрəжə Аллаһ хозурында. Уның янына бары тик яҡшы һүҙҙəр генə барып ирешə. Уларҙы ла Аллаһҡа изгелекле ғəмəлдəр генə еткерə ала. Мəкерле тоҙаҡтар ҡороусылар өсөн хəтəр ғазаптар бар һəм уларҙың ул тоҙаҡтары емерелер. 11. Аллаһ һеҙҙе (башта) тупраҡтан, һуңынан нəҫел орлоғонан яралтты. Унан һуң һеҙҙе парлы‐парлы (ирле‐ҡатынлы) итте. Уның əмере булмайынса, бер генə əсə лə ауырға ҡала алмаҫ, бала таба алмаҫ. Йəн эйəһенə (оҙон) ғүмер бирелеүе лə, ғүмеренең ҡыҫҡартылыуы тураһында ла (Лəүхел Мəхфүзгə) Китапҡа ап‐асыҡ яҙылған. Шик юҡтыр, быларҙың барыһы ла Аллаһ өсөн бик анһат башҡарыла торған эштəр. 12. Ике диңгеҙ бер‐береһенə тиң булмаҫ. Быныһы сөсө, эсеп, һыуһынды баҫыр өсөн яраҡлы. Быныһы тоҙло, тəмһеҙҙер. Һəр икеһенəн дə паҡ ит (балыҡ тотоп) ашайһығыҙ һəм кейемдəрегеҙгə тағыр өсөн биҙəнеү əйберҙəре (ынйы, мəрйен, сəйлəн) табаһығыҙ. Аллаһтың ниғмəттəренəн (үҙ өлөшөгөҙгə тигəнен) эҙлəп табығыҙ ҙа, шөкөр итегеҙ. Шуның өсөн һеҙгə диңгеҙҙəрҙе ярып йөҙə торған кəмəлəр насип ителде. Күрмəйһегеҙме ни? 13. Аллаһ төндө көн менəн аралаштырыр, көндө иһə төн эсенə кертер. Ҡояш менəн Айҙы үҙ əмере менəн йөрөтөр. Уларҙың һəр береһе билгелəнгəн мөддəткə (ваҡытҡа) саҡлы шулай йөрөр. Быларҙың бөтөнөһөн дə Аллаһ бер үҙе башҡара. Барса милек — Уныҡы, Уны инҡар итеп, һеҙ табынғандар (боттар, һындар) иһə хатта сəтлəүек ҡабығы тиклем нəмəгə лə хужа була алмайҙар. 14. Əгəр ҙə һеҙ уларҙы (доға ҡылып, Илаһҡа тиңлəштергəн һындарығыҙҙы, боттарығыҙҙы, һəйкəлдəрегеҙҙе ярҙам һорап) саҡырһағыҙ, улар һеҙ саҡырғанды ишетмəҫ (доғаларығыҙҙы ҡабул итмəҫ). (Сөнки улар йəнһеҙ) ишеткəн һүрəттə лə, һеҙгə яуап бирмəҫтəр (ярҙам итə алмаҫтар). Ҡиəмəт көндө Аллаһҡа тиң булыуҙан ваз кисерҙəр (файҙа ла, зыян да эшлəй алмаҫтар). Был Хəҡиҡəтте һиңə барса нəмəлəрҙəн хəбəрле булған Аллаһтан башҡа һис кем əйтмəҫ. 15. Əй, кешелəр, һеҙ Аллаһҡа мохтаж. Аллаһ, (бөтөн ғəлəмдəр байлығына) хужа булараҡ, бер нимəгə лə мохтаж түгел, Ул маҡтауға лайыҡ. (16) Аллаһ ихтыяр итһə, һеҙҙе юҡҡа сығарыр һəм һеҙҙең урынға башҡа бер халыҡты бар итер. (17) Был эштəрҙе башҡарыу Аллаһҡа бер ҙə ҡыйын нəмə түгел. 18. Һис бер гөнаһлы башҡа кешенең гонахын үҙ өҫтөнə алмаҫ. (Гөнаһтары) ауыр булып, уларҙы ташышырға ҡəрҙəштəрен саҡырһа ла, кеше йөгө башҡаһына төйəлмəҫ. Һин бары тик, Үҙен күрмəгəн килеш тə, Аллаһҡа инанып (гөнаһ эшлəүҙəн) ҡурҡҡандарҙы һəм намаҙ ҡылыусыларҙы ғына тура юлға күндерə алаһың. Пакланған кеше үҙ файҙаһына паклана. Ҡайтышығыҙ Аллаһҡа булыр. 19. (Күңел күҙе) һуҡыр кеше менəн (хаҡты аңлаған) күҙле кеше бер булырмы? (20) Ҡараңғылыҡ (наҙанлыҡ) менəн яҡтылыҡ (ғилем) берме? (21) Күлəгə (йəннəт рəхəтлеге) менəн көйҙөрөүсе эҫелек (йəһəннəм) берме? (22) Терелəр менəн үлгəндəр тиң булмаҫ. Телəгəненə Аллаһ ишеттерер. Һин ҡəберҙəгелəргə ишеттерə алмаҫһың. 23. (Эй, Мөхəммəд) һин фəҡəт киҫəтеүсе генə. (24) Беҙ (изгелек ҡылғандарға йəннəт тормошо буласаҡ тип) һөйөнсө алыу өсөн һəм (гөнаһ ҡылғандарға йəһəннəм уты була, тип) киҫəтеү өсөн һине юлланыҡ. Һəр халыҡ өсөн шундай киҫəтеүсе (пəйғəмбəрҙəр) күндерҙек. Үҙенə киҫəтеүсе (пəйғəмбəр) килмəгəн бер генə өммəт тə юҡ. 25. (Эй, Мөхəммəд) əгəр ҙə һине ялғансы, тип атаһалар, (ҡайғырма) əүəлге пəйғəмбəрҙəрҙе лə шулай мыҫҡыл иттелəр. Ул пəйғəмбəрҙəр уларға асыҡ мөғжизəлəр, аяттар, ғилем нуры сəсеүсе китаптар алып килгəн булһалар ҙа. (26) Ахырҙа мин ул инҡарсыларҙы язаланым. Күрҙеңме, Минең язам нисек булды! (27) Ҡарап тор, нисек итеп Аллаһ Күктəн һыу индерҙе! Шуның менəн төрлө төҫтəге, төрлө матур емештəр өлгөрттөк. Тауҙарҙы ашҡан аҡ, ҡыҙыл, башҡа төҫтəге (ярҙар, упҡындар) һəм ҡарға ҡауырһыны кеүек ҡап‐ҡара юлдар барлыҡҡа килтерҙек. (28) Кешелəр араһында ла, хайуандар, мал‐тыуар араһында ла шундай төҫтəгелəре бар. Ғалим кеше Аллаһтың язаһынан ҡурҡа (сөнки ул — уҡыған, белемле. Наҙан кеше генə Аллаһты бар тип тə белмəй). Шик юҡ, Аллаһ һəр ваҡыт өҫтөн, сикһеҙ ярлыҡаусы. 29. Аллаһтың Китабын уҡығандар, намаҙ ҡылғандар һəм үҙҙəренə бирелгəн ризыҡты башҡаларға күрһəтмəйенсə лə, йəшермəйенсə лə (хəйер, саҙаҡа, зəкəт) биргəндəр зыян күрмəйенсə, төкəнмəҫ ниғмəттəргə өмөт итə алалар. (30) Сөнки Аллаһ уларға тейешле əжерен теүəл итеп бирер, ниғмəттəрен арттырып та өлəшер. Шик юҡтыр, Ул — киң рəхмəтле ярлыҡаусы, шөкөр иткəндəргə мул мөлкəт биреүсе. 31. (Эй, Мөхəммəд) һиңə уахи иткəн Китабыбыҙ унан əүəл индерелгəндəр (Тəурəт менəн Инжил)де дөрөҫлəүсе булараҡ, индерелгəн хаҡ Китап. Аллаһ — бəндəлəрҙең ҡылмыштарын күреп, хəбəрҙар булып тороусы. (32) Һуңынан был китапты бəндəлəребеҙ араһынан һайлап алынған кешегə бирҙек. Бəндəлəр араһында үҙенə‐үҙе зыян ҡылғандар ҙа, урталыҡты тотҡандар ҙа, Аллаһ рөхсəте менəн изгелек ҡылыу юлында ярышҡандар ҙа бар. Бына изгелек ҡылыу шулай була. (33) Ғəден йəннəттəре уларҙың əжере булыр. Улар алтын белəҙектəр һəм ынйылар менəн яһанырҙар (биҙəнерҙəр). Кейеп йөрөй торған кейемдəре лə ебəктəн тегелгəн булыр. (34) Улар əйтер: — Өҫтөбөҙҙəн ҡайғыбыҙҙы таратҡан Аллаһҡа — дан! Ысынлап та, Раббығыҙ — ярлыҡаусы, сикһеҙ ниғмəт биреүсе. (35) Мəрхəмəте менəн беҙҙе төп йортобоҙға (йəннəткə) урынлаштырҙы. Хəҙер шунда арыу‐талыу ҙа, бер ниндəй мəшəҡəт тə (эс бошоу ҙа) булмаясаҡ. 36. Инҡарсыларға йəһəннəм ғазабы бар. Улар шунда үлтерелмəҫтəр ҙə, ғазаптары ла еңелəйтелмəҫ. Кəферлектə алда барғандарҙы Беҙ бына шулай итеп язалайбыҙ. (37) Улар шунда: — Раббыбыҙ, зинһар, беҙҙе сығар бынан, əүəл ҡылған (изгелекһеҙ) эштəребеҙ урынына изгелекле эштəр башҡарыр инек, — тип үкереп ялбарырҙар. — Һеҙгə уйлап аңларлыҡ ғүмер бирмəнекме? Һеҙгə киҫəтеүсе (Ҡөръəн, Пəйғəмбəр) килмəнеме? (Ни өсөн инанманығыҙ!) Хəҙер инде (язаһын) татығыҙ! Залимдарға ярҙам итеүсе булмаҫ. 38. Аллаһ Күктəрҙəге һəм Ерҙəге бөтөн йəшерелгəн (байлыҡ, серҙəр, əҙəмдəр йəшереп ҡуйған хазина, йəшерен ғəмəлдəр)ҙе, белеп тороусы. Күңелдəрегеҙҙə нимə бар (яҡшы‐яман телəк) — барыһын да асыҡтан‐асыҡ белеп тороусы — Аллаһ Тəғəлə. (39) Ул һеҙҙе Ер йөҙөндə мираҫсы вəриҫ хөкөмдарҙар итеп яралтты. Тик, кем кəферлекте һайлай, кəферлеге үҙ зарарына буласаҡ. Кəферҙəрҙең иманһыҙлығы Раббы ҡатындағы язаларын ғына арттырыр. Инҡарсыларҙың иманһыҙлығы үҙҙəренə зыяндан башҡа һис бер нəмə килтермəҫ.


40. (Эй, Мөхəммəд) əйт һин: — Аллаһты инҡар итеп, табынған яһалма Илаһтарығыҙҙы күрҙегеҙме инде? Миңə лə күрһəтегеҙ. Ер йөҙөндə улар нимə барлыҡҡа килтерҙелəр? Күктəрҙе барлыҡҡа килтереүҙə уларҙың ҡатнашы бармы? — тип һора. Əллə һуң Беҙ уларға берəй Китап күндерҙекме? Улар шул Китаптағы дəлилдəргə таянып, ғəмəл ҡыламы? Юҡ! Ул залимдар бер‐берһен алдауҙан башҡа бер нимə лə вəғəҙə итə алмай. 41. Шик юҡ, Аллаһ күктəрҙе һəм Ерҙе төшмəһендəр, тип əмерендə тота. Хаҡтыр, əгəр ҙə улар урынынан ҡуҙғалһа, Унан башҡа һис бер кем уларҙы тəртипкə һала алмаҫ. Шөбһəһеҙ, Аллаһ бик тə сабыр һəм ярлыҡаусы. 42. (Мəккə мөшриктəре) Аллаһ исеме менəн ант иттелəр: — Валлаһи! Беҙгə лə киҫəтеүсе пəйғəмбəр килһə, башҡа халыҡтарға (йəһүд менəн христиандарға) ҡарағанда ла беҙ алданыраҡ тура юлға баҫҡан булыр инек, — тинелəр. Пəйғəмбəрҙең килеүе уларҙың тура юлдан йыраҡлашыуын арттырҙы ғына. (43) Сөнки улар Ер йөҙөндə тəкəббер рəүештə йəшəнелəр һəм мəкерле тоҙаҡтар ҡорҙолар. Əммə, кеше үҙе ҡаҙыған соҡорға үҙе төшə. Улар əүəлдə йəшəп (гөнаһ ҡылған) халыҡтарҙың (яман) яҙмыштарынан башҡа берəй тəҡдир көтəлəрме? (Гөнаһҡа батып та, язаһын татымабыҙ, тип өмөтлəнəлəрме?) Аллаһтың ҡанунында һис бер үҙгəреш таба алмаҫһың. Аллаһтың ҡанунында ситкə тайпылыш күрмəҫһең. 44. Улар бер ҙə ситкə сығып сəйəхəт итмəйҙəрме ни һуң? Үҙҙəренəн алда йəшəп киткəндəрҙең тəҡдире (яҙмышы) нисек тамамланғанын белмəйҙəрме ни һуң? Гəрсə, улар быларынан көслөрəк ине. Күктəрҙə лə, Ерҙə лə Аллаһты меҫкен хəлдə ҡалдыра ала торған көс юҡ. Ул — барыһын да белеүсе һəм ҡөҙрəт эйəһе. 45. Ҡылған гөнаһтарына күрə, Аллаһ кешелəрҙе язалай барһа, Ер йөҙөндə бер генə йəн эйəһе лə иҫəн ҡалмаған булыр ине. Лəкин Аллаһ (яза биреүҙе үҙенə генə) мəғлүм бер билгелəнгəн ваҡытҡа кисектерə килə. Ваҡыты еткəс, (барыһы ла үҙ өлөшөн алыр). Ысынлап та, Аллаһ ҡолдарын күреп тора. 36 — Йəсин (Йəсин) сүрəһе (Йəсин сүрəһе 83 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Исеме хаҡында фараздар əҙ түгел. «Йə сиин» — йə инсан, тип тə аңлаталар. Имештер, «Йəсин» ‐ ул Мөхəммəд Пəйғəмбəр исемдəренең береһе. Йəсин сүрəһе ул – Ҡөръəндең йөрəге, тип əйтəлəр. Йəсин — иң мəшһүр сүрəлəрҙең берһе.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Йəсин. (2) Хикмəт тулы Ҡөръəн менəн ант итəм, (3) (эй, Мөхəммəд) һин, һис шөбһəһеҙ, Пəйғəмбəрҙəрҙең береһе булдың. (4) Һин тура юлдан бараһың. 5. Был Ҡөръəн — һəр ваҡыт еңеүсе, ярлыҡаусы (Аллаһ) тарафынан индерелгəн Китап. (6) Аталары (Ҡөръəн менəн) киҫəтелмəгəн, үҙҙəре наҙанлыҡ эсендə ҡалған ҡəүемдəрҙе (Ҡиəмəт көнөндəге яза менəн) киҫəтеү өсөн индерелде. (7) Дөрөҫө шул, уларҙың күбеһенə (вəғəҙə ителгəн) һүҙ (яза биреү) хаҡ булып сыҡты. Сөнки уларҙың күбеһе иман килтермəне. (8) Хаҡтыр, Беҙ уларҙың муйындарына шундай бығау ҡыршауҙары һалдыҡ, ул ҡыршауҙар уларҙың эйəгенə саҡлы терəлеп тора. Хəҙер инде уларҙың башы‐танауы юғарыға ҡарап ҡатҡан. (Əлбиттə, был ғибəрəлəрҙе күсермə мəғəнəлə аңларға кəрəк. Бығау ҡыршауы ла, баштарының юғарыға ҡарап ҡатып ҡалыуы ла уларҙың тəкəбберлегенə, кирелегенə, үҙгəрмəҫ, буйһонмаҫ булғандарына кинəйə, сағыштырыу.) 9. Беҙ уларҙың алдына ла, артына ла кəртə ҡорҙоҡ, шулай итеп, уларҙы уратып алдыҡ. Бынан һуң улар инде (Хəҡиҡəтте) бөтөнлəй күрмəҫ. («Был кəртəлəр уларҙың тəкəбберлеге. Тəкəбберлек, артыҡ ғорурлыҡ, маһайыу кəртəһе был халыҡҡа хəҡиҡəткə эйəреп, бөйөклөк яулау мөмкинлеген ҡаплай, арттағы кəртəлəр иһə Хəҡиҡəтте инҡар итеүселəрҙең нисек һəлəк булыу тарихын күрергə ҡамасаулай.»Мөхəммəд Али тəфсиренəн.) 10. Киҫəтһəң дə, киҫəтмəһəң дə, улар барыбер иманға килмəҫ. (11) Һин бары тик (Ҡөръəнгə) йөҙ тотҡан һəм сикһеҙ мəрхəмəтле ярлыҡаусыға (Аллаһҡа ысын күңелдəн) бөйөк хөрмəт күрһəтеүсе кешелəрҙе генə киҫəтə (иманға өндəй) алырһың. Бына шундайҙарҙы һин уларҙың ярлыҡау аласаҡтарын һəм бик тə шəрəфле əжерҙəр менəн бүлəклəнəсəктəрен əйтеп шатландыр. 12. Дөрөҫө шул, үлелəрҙе Беҙ генə, бары тик Беҙ генə терелтə алабыҙ. Улар эшлəп ҡалдырған бөтөн нəмəне, (улар ҡылған бөтөн яман ғəмəлдəр тураһында) Китапҡа Беҙ яҙабыҙ. Беҙ бөтөнөһөн дə ап‐асыҡ итеп (Лəүхел Мəхфүз тигəн) Китапҡа теркəп барабыҙ. (13) Һин уларға (Антакия исемле) шəһəр халҡына илселəр килгəндəн һуң булған хəлдəрҙе ғибрəт итеп һөйлə. («Антиохия йəки Антакия шəһəре — юнандар‐гректар тарафынан беҙҙең эраға ҡəҙəр 300‐се йылда Сүрийəнең төньяғында төҙөлгəн шəһəр. Шул шəһəргə Ғайса ғəлəйһиссəллəмдең илселəре килə». Али Тургуг тəфсиренəн) 14. Беҙ уларға ике илсе күндергəн инек. (Хəҙрəти Ғайсаның сəхəбəлəре Йүхəннə менəн Бəлүəсте). Уларҙы (илселəрҙе) ялғансы, тип атанылар. Беҙ сəхəбəлəргə ярҙамға өсөнсө (илсе)не ебəрҙек. Илселəр əйтте: — Дөрөҫөн һөйлəйбеҙ, беҙ һеҙгə ебəрелгəн илселəр булабыҙ, — тинелəр. (15) Улар: — Һеҙ беҙҙең кеүек əҙəм заты булыуҙан башҡа бер кем дə түгел, — тинелəр. — Раббының һеҙгə һис бер нəмə индергəне юҡ. Һеҙ (Аллаһ пəйғəмбəрҙəре, тип кешелəрҙе алдап йөрөүсе) ялғансылар икəнһегеҙ. (16) (Илселəр) əйттелəр: — Раббыбыҙ бик яҡшы белеп тора: беҙ, ысындан да, һеҙгə ебəрелгəн илселəр булабыҙ, — тинелəр. (17) — (Аллаһтың хөкөмдəрен) ап‐асыҡ итеп һеҙгə ирештереүҙəн башҡа беҙҙең вазифабыҙ юҡ. 18. (Ҡала халҡы) əйтте: — Күңелебеҙ һиҙə: һеҙ беҙгə бəлə килтерəсəкһегеҙ. Əгəр ҙə һеҙ (беҙҙе мосолман булырға ҡыҫтауҙан) уаз кисмəһəгеҙ, һеҙҙе таш менəн бəреп үлтерəсəкбеҙ. Ысындан да, беҙҙең тарафтан һеҙгə ҡаты йəберлəнеүҙəр булыр, — тинелəр. (19) (Илселəр) əйтте: — Һеҙҙең бəлəгеҙ үҙегеҙҙең кəферлегегеҙҙəн килə. Һеҙгə өгөт‐нəсихəт биреү — ул бəлə килтерəме ни? Эйе, һеҙ (əхлəҡһеҙлектəн) хаттин ашҡан (сиктəрҙе уҙған) тоҡомдан икəнһегеҙ. 20. Был шəһəрҙең иң алыҫ йортонда йəшəүсе (Хөбибүн Нажжар исемле бер кеше) йүгереп килде. — Əй, халҡым, — тине ул. — Зинһар, был илселəргə эйəрегеҙ! (21) Эйəрегеҙ, сөнки улар һеҙҙəн һис бер түлəү һорамай. Улар— тура юлды тапҡан заттар. (22) Мин үҙемде яралтҡанға (Аллаһҡа ни өсөн) ҡоллоҡ итмəҫкə тейеш əле? Һеҙ барығыҙ ҙа фəҡəт Аллаһҡа ҡайтарыласаҡһығыҙ. (23) Мин Унан башҡа (ялған) тəңрегə табынмайым. Əгəр сикһеҙ мəрхəмəтле ярлыҡаусы (Аллаһ) миңə берəй зарар ҡылырға телəһə, улар (уйҙырма Илаһтар) һис бер файҙа бирə алмаҫ ине. Улар мине (язанан, тамуҡтан) ҡотҡара алмаҫ ине. (24) (Аллаһтан башҡаларға табына ҡалһам) шик юҡ, ул ваҡытта мин, һис шикһеҙ, юлдан яҙған кеше булыр инем. (Шунан һуң иманлы Нажжарға таш ырғыта башланылар. Үлер алдынан Нажжар былай тине.) (25) — Мин һеҙҙең дə Аллаһығыҙға иман килтерҙем. Быны (Хəҡиҡəтте) ишетеп ҡалығыҙ. (26) (Үлгəндəн һуң уға) — Бар, йəннəткə кер! — тип əйттелəр. (Нажжарҙың рухы) əйтте: — Аһ, ни ҡыҙғаныс, (27) Раббымдың нисек итеп (шəһид киткəнемнəн һуң) мине (йəннəткə) лайыҡ иткəнен халҡым күрһə (шаҡ ҡатыр ине һəм иман килтергəн булыр) ине. 28. Уның халҡына (язалау өсөн) Күктəн (фəрештəлəрҙəн торған) бер ғəскəр ҙə ебəрмəнек, ебəрергə уйыбыҙҙа ла булманы. (29) Уларға ҡот осҡос ҡурҡыныс ауаздан башҡа бер ниндəй ҙə яза бирелмəне. Улар шунда уҡ һүнеп (үлеп) юҡҡа сыҡты. (30) Лəғнəттəр яуһын ул бəндəлəрем (кəферҙəр) өҫтөнə. Пəйғəмбəрҙəр килə торҙо, уларҙы мыҫҡыллап көлə торҙолар. (31) Əллə һуң улар (мөшриктəр) күрмəйме? Уларҙан элек йəшəп уҙған күпме (боҙоҡ) нəҫелде (халыҡтарҙы) беҙ һəлəк иттек. Улар бер ҡасан да бөгөнгө мөшриктəр янына яңынан əйлəнеп ҡайта алмаҫ. (32) Һис шикһеҙ, уларҙың барыһы ла берəмлəп Минең ҡаршыма килтерелəсəк. 33. Беҙ үле тупраҡҡа йəн бирҙек. Тупраҡта орлоҡ үҫтерҙек. Улар (шул орлоҡ менəн) туйына. Быларҙың барыһы ла уларға (үлгəс терелəсəктəренə дəлил) ғибрəт‐һабаҡ түгелме ни? (34) Беҙ шунда (тупраҡта) хөрмə һəм йөҙөм баҡсалары яһаныҡ. Эстəрендə нисə төрлө шишмəлəр бəреп сыға. (35) Үҙ ҡулдары менəн үҫтермəһəлəр ҙə, булдырылған ниғмəттəн ауыҙ итһендəр тип, ризыҡтар яралттыҡ. Шулай ҙа улар шөкөр итмəҫтəрме ни?


(36) Ер үҫтереп биргəн ниғмəттəрҙе лə, кешелəрҙе лə һəм тағын уларға мəғлүм булмаған ни ҡəҙəр нəмəлəрҙе (йəнле‐йəнһеҙ) парлы‐парлы итеп яралтҡанға (Аллаһҡа) сикһеҙ маҡтауҙар! 37. Төн ҡараңғылығы ла (Аллаһтың ҡөҙрəтенə) бер дəлил. Беҙ унан көн яҡтылығын һурып сығарабыҙ. Шунан һуң улар төн ҡараңғылығында ҡала. (Ер шарының яҡтылығын был яҡҡа һурып алғас, теге яғы ҡараңғыла ҡала.) 38. Ҡояш та (Илаһи бер ҡөҙрəттең дəлиле булараҡ) үҙенə (Аллаһ тарафынан) билгелəнгəн ваҡытҡа саҡлы əйлəнеп йөрөр. Был эштəр сикһеҙ ҡөҙрəт эйəһе, (һəр нəмəне) дөрөҫө менəн белеп тороусы (Аллаһ)тың əмерелер. 39. Айҙың хəле иһə былай тора: (əйлəнеп йөрөр өсөн) Беҙ уға ла теүəл күк көмбəҙе һəм фасылдар тəғəйенлəнек. Ниһайəт, ул ҡарт хөрмə ағасының нескə талы кеүек, нəҙек булып яңынан тыуыр. 40. Ҡояш Айға килеп ирешə алмаҫ, төндөң дə көн менəн бергə булаһы юҡ. Есемдəрҙең барыһы ла (теүəл билгелəнгəн) күк көмбəҙе буйлап йөҙə. 41. Уларҙың (Нухтың) тоҡомон (Туфан ваҡытында) кəмəгə төйəп йөрөткəнебеҙ ҙə; (42) (ултырып йөрөр өсөн, йөк ташыр өсөн, шуға оҡшаш башҡа күсереп йөрөтөү) əсбаптарын бар иткəнебеҙ ҙə (Аллаһтың барлығына, берлегенə, Əхирəттең буласағына) бер дəлил булып тора. (43) Ихтыяр иткəн булһаҡ, Беҙ уларҙы батырып үлтергəн дə булыр инек. Ул сағында уларға бер кем дə ярҙам итə алмаған булыр ине һəм улар ҡотола алмаҫ ине. (44) Беҙ мəрхəмəт итеп һəм мəғлүм бер ваҡытҡаса (тəҡдирҙəренə күрə) уларҙы ҡотҡарып, донъяла йəшəттек. 45. Уларға (кəферҙəргə): — Ҡылған һəм ҡылынасаҡ гөнаһтарығыҙҙан ҡурҡығыҙ, бəлки, һеҙҙе ярлыҡау көтəлер, — тип əйтелһə лə, улар йөҙ сөйөрҙө (инҡарсы булдылар). (46) Раббынан килгəн һəр бер аятты улар инҡар итə торҙо. (47) Уларға: — Аллаһ һеҙгə тəғəйенлəгəн ризыҡтан (саҙаҡа, зəкəт) бирегеҙ, — тип əйткəс, кəферҙəр иманлыларға əйтте: — Əгəр ихтыяр итһə, (мохтаждарҙы) Аллаһ (үҙе) туйындырһын. Аллаһ туйындырырға телəмəгəндəрҙе ни өсөн əле беҙ туйындырырға тейеш? Һеҙ, мотлаҡ, аҙашҡанһығыҙ? (48) Ысындан да, һеҙ дөрөҫөн һөйлəйһегеҙ икəн, улайһа, əйтегеҙ: вəғəҙə ителгəн (Əхирəт) ҡасан буласаҡ? — тинелəр. 49. Улар үҙ‐ара бəхəслəшеп торғанда, үҙҙəре өҫтөнə иҫкəрмəҫтəн (ҡапыл, кинəт) килгəн ҡот осҡос ауаздан башҡаһын ишетмəҫтəр. (50) Бына шул ваҡытта улар васыят əйтергə лə өлгөрмəҫ. Хатта ғаилəлəре янына ла əйлəнеп ҡайта алмаҫтар. (51) Сур борғоһона өрөлгəс, улар ҡəберҙəренəн ҡубарылып (сығып), туп‐туры Раббы хозурына ашығырҙар. (52) Кешелəр əйтер: — Ҡайғы беҙгə, йоҡлап ятҡан еребеҙҙəн беҙҙе кем ҡуптарҙы (терелтеп сығарҙы) ? (Яуабына бер тауыш яңғырар): — Был (яңынан терелеү) — сикһеҙ мəрхəмəтле ярлыҡаусы (Аллаһ)тың вəғəҙə иткəне. Күндерелгəндəр (пəйғəмбəрҙəр) дөрөҫөн һөйлəгəндəр икəн. 53. Был — ҡаты тауыш ишетелеүгə үк, улар бөтөнөһө бер остан ҡаршыбыҙға килеп баҫасаҡ. (54) Ул Көндө бер кемгə лə бер ниндəй ҙə хаҡһыҙлыҡ ҡылынмаҫ. Һеҙ ҙə ҡылмыштарығыҙҙан башҡа нəмə өсөн яза күрмəҫһегеҙ. (55) Шик юҡ, ул Көндө йəннəт əһелдəре зауыҡ һəм ҡыуаныс эсендə байрам итер. (56) Үҙҙəре лə, ҡатындары ла (йəннəт) күлəгəһенə ҡоролған урындыҡтарға ҡырын ятып, истирəхəт ҡылырҙар (ял итерҙəр). (57) Шунда уларға саф емештəр һəм күңелдəре нимə телəһə, шул китерелер. (58) Сикһеҙ мəрхəмəтле Раббынан уларға сəлəм булыр. 59. — Əй, гөнаһлылар, бөгөн һеҙ (саф мөьминдəрҙəн) айырым тороғоҙ. (60) Əй, əҙəм балалары, һеҙгə: — Шайтанға эйəрмəгеҙ, ул һеҙҙең хəтəр дошманығыҙ, — тип бойорманыммы? (61) — Миңə сəждə итегеҙ, тура юлды табырһығыҙ, тип əйтмəнемме? (62) Дөрөҫө шул бит инде, (шайтан) һеҙҙең күбегеҙҙе юлдан яҙҙырҙы. Һеҙ əле һаман да шуны башығыҙға килтерə алмайһығыҙмы ни? (63) (Фани донъяла уҡ һеҙгə) вəғəҙə ителгəн йəһəннəм ошо булыр. (64) Иманһыҙлығығыҙ (ҡылған гөнаһтарығыҙ) өсөн əҙерлəнгəн утта янырға йəһəннəмгə керегеҙ. (65) Ул Көндө ауыҙҙарығыҙға мөһөр баҫырбыҙ, йоҙаҡ һалырбыҙ. (Йəғни, кəферҙəргə, мөшриктəргə һөйлəргə, аҡланырға мөмкинлек булмаҫ.) Уларҙың ҡылған гөнаһтары тураһында ҡулдары һөйлəр, аяҡтары (һəм башҡа ағзалары) шаһитлыҡ итер. (66) Ихтыяр итһəк, уларҙың күҙен һуҡырайтыр инек. Улар һис нимə күрмəйенсə, бер‐береһен уҙырға тырышып, этешə‐төртөшə тура юлды табырға тырышырҙар ине. Нисек итеп улар (күрмəгəн килеш) тура юлды табыр икəн? (67) Ихтыяр итһəк, уларҙы торған урындарында ҡиəфəттəрен үҙгəртеп, бөтөнлəй башҡа ҡиəфəткə кертер инек (таш итеп ҡатырыр инек). Улар алға китергə лə, артҡа сигенергə лə көс таба алмаҫ ине. (68) Берəүһенə оҙон ғүмер бирə ҡалһаҡ. Беҙ уны бөкрəйтеп бөтөрөрбөҙ. Шул турала уйлап ҡарамайҙармы? 69. Беҙ (Пəйғəмбəргə) шиғыр өйрəтмəнек. (Шиғыр сығарыу) уға килешмəй ҙə. Ул (һеҙгə килтергəн) Китап өгөт‐нəсихəт һəм (Аллаһтың киҫəтеүле) əмерҙəрен еткереүсе берҙəн‐бер Ҡөръəн булыр. (70) Эсендə йəне булғандарға (килəсəктə буласаҡ язалар тураһында) хəбəр бирер өсөн. Кəферҙəргə вəғəҙə ителгəн язаның, һис шикһеҙ, килəсəген раҫлар өсөн (Ҡөръəн индерелде). (71) Беҙ уларға ҡөҙрəтебеҙ менəн малдар бирҙек. Шул малдарға улар хужа булды. Шуны ла күрмəҫ дəрəжəлəме ни улар? (72) Беҙ (ул хайуандарҙы) уларға хеҙмəткə ҡуйҙыҡ. Ҡайһы берҙəренə атланып, йөк төйəп йөрөһөндəр, ҡайһы берҙəрен һуйып ашаһындар, тип. (73) Уларҙан (хайуандарҙан) күпме файҙа күрəлəр һəм улар (һөттəренəн) эсемлектəр яһайҙар. Шулай ҙа улар шөкөр итмəй. (74) Улар Аллаһты инҡар итеп, үҙебеҙгə ярҙамдары тейер тип, башҡа Илаһтар (һындар, боттар) уйлап сығарҙы. (75) Лəкин уларҙың ул яһалма Илаһтары бер нисек тə ярҙам итə алмаҫ. Улар (һындар, йəки Аллаһҡа тиңлəштерелгəн заттар) үҙҙəре лə (Ҡиəмəттə яуап тотар өсөн) өйөрҙəре менəн ҡаршыма килеп баҫасаҡ. (76) (Эй, Мөхəммəд) улар һөйлəгəндəр һине хафаға һалмаһын. Хаҡтыр, Беҙ уларҙың йəшертен телəктəрен дə, йəшермəйенсə ҡылғандарының барыһын да белеп торабыҙ. 77. Кеше үҙенең бер нəҫел орлоғонан яралтылғанын аңламаймы? Аяныс, ул асыҡтан‐асыҡ дошманлыҡ ҡыла. (78) Ул үҙенең нисек яралтылғанын онотоп: — Был серегəн һөйəктəргə кем йəн өрə алһын? — тип, Беҙгə хəйлəле һорау бирə. 79. (Эй, Мөхəммəд) əйт һин: — Уларҙы иң беренсе яралтҡан (Аллаһ) терелтəсəк. Ул һəр яралтылғанды асылы менəн белеүселер, — тип. 80. Йəм‐йəшел булып үҫкəн ағастан һеҙҙең өсөн ут сығарған Аллаһтыр. Бына шунан һеҙ ут алаһығыҙ. (81) Күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан Аллаһ шуға оҡшаш тағын башҡа ғəлəмдəрҙе лə юҡтан бар итергə ҡөҙрəтле түгелме ни? Əлбиттə, ҡөҙрəтле. Ул һəр нəмəнең асылын белеүсе, бөтөн ғəлəмде юҡтан бар итеүсе. 82. Аллаһ берəй нəмəнең бар булыуын телəһə: — Бар бул! — тип əмер итə һəм шунда уҡ ул əйбер барлыҡҡа ла килə. 83. Һəммə барса милекте əмерендə тотҡан Аллаһтың даны ни ҡəҙəр ҙə бөйөктер. Барығыҙ ҙа уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. 37 — Саффат (Сафтар) сүрəһе (Саффат сүрəһе 182 аяттан тора. Сүрəнең беренсе аятында сафҡа теҙелгəн фəрештəлəр тураһында һөйлəнə. Исеме шунан килə. «Саффат» — бер сафтағылар, тигəн һүҙ. Мəккəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. (Ғибəҙəт ҡылырға, тип) саф‐саф теҙелгəн фəрештəлəр исеме менəн; (2) һəм яманлыҡтан тыйылып, (3) (Ҡөръəн уҡып, Аллаһты) зикер иткəндəр исеме менəн ант итəм: (4) Хəҡиҡəт шулдыр — һеҙҙең Тəңрегеҙ бер генə. (5) Күктəр һəм Ер араһындағы бөтөн барлыҡтың хужаһы бер Аллаһ. Ҡояштың сығышы ла Аллаһ əмерендə. 6. Хаҡтыр, Беҙ иң яҡын Күкте зиннəтле йондоҙҙар менəн биҙəп ҡуйҙыҡ. (Тимəк, беҙ Ерҙəн күргəн йондоҙҙар, йолдоҙлоҡтар — беренсе ҡат Күктең биҙəктəре. Беҙгə күренə торған яҡтылыҡ сығанаҡтары миллионлаған яҡтылыҡ йылы йыраҡлығында урынлашҡан. Күктəрҙең һəр ҡаты араһында миллионлаған яҡтылыҡ йылы ятһа, Күктең башҡа ҡатына хəтле триллионлаған яҡтылыҡ йылы аралығы ята. Был — сикһеҙлек тигəн һүҙ. Ғəлəмдең сикһеҙлегенə, ваҡыт сикһеҙлегенə, ваҡыттың шартлылығына Ҡөръəндə ишаралар күп. Аллаһ янындағы ваҡыт менəн Ерҙə йəшəүселəр ваҡыты араһында илле мең йыл ята. Ғалимдар (Эйнштейн) был фекергə əле ошо ғасырҙа ғына килде. Быны мөғжизə тип əйтмəй, нимə тип əйтерһең!)


7. Шулай итеп, Беҙ уны (Күкте) итəғəттəн сыҡҡан һəр шайтандан һаҡланыҡ. (8) Улар (шайтандар) күктəрҙə кəңəшлəшеүсе фəрештəлəрҙең һүҙҙəрен ишетеп тормаһын өсөн, (йондоҙ таштары менəн атылып) ҡыуылдылар. (9) Улар иге‐сиге булмаясаҡ ғазапҡа дусар буласаҡ. (10) Əгəр, (шайтандарҙың) берəйһе берəй сер элəктереп ҡаса башлаһа, уны бер сатҡы (атылған йондоҙ) эҙəрлеклəйəсəк. 11. Инде һин (Мөхəммəд) уларҙан (мөшриктəрҙəн) һора: — Юҡтан бар итеп яралтыу эштəрендə улар (һындар, боттар) ҡеүəтлерəк яһалғанмы, əллə (фəрештəлəр, күктəр, Ер йөҙө һəм улар араһындағы) бөтөн барлыҡмы? — тип. Хаҡтыр, Беҙ уларҙы (кешелəрҙе) йəбешкəк балсыҡтан яралттыҡ. 12. (Пəйғəмбəр булараҡ танымағандарына, Аллаһты инҡар иткəндəренə) һин ғəжəплəнəһең. Шуға күрə, улар мыҫҡыл итеп һинəн көлə. 13. (Ҡөръəн аяттары ярҙамында) үҙҙəренə вəғəз уҡылһа ла, өгөт бирелһə лə, ҡабул итмəҫтəр. (14) Алдарына (Аллаһтың мөғжизəһе булған аяттарҙы) сығарып ҡуйһаң да, мəсхəрə итерҙəр. (15) — Был — күҙ буяуҙан башҡа бер нимə лə түгел, — тинелəр. (16) — Үлеп, тупраҡ булғандан һуң, серек һөйəк өйөмөнə əүерелгəс тə беҙ яңынан терелəсəкбеҙме? (17) Боронғо бабаларыбыҙ ҙа шулай терелəсəкме? — тинелəр. 18. Һин əйт уларға: — Əлбиттə (терелəсəкһегеҙ). Терелəсəкһегеҙ ҙə, хурлыҡҡа ла ҡаласаҡһығыҙ, — тип. 19. Шунан һуң бары тик бер ҡаты ауаз килер (Сурға икенсе тапҡыр өрөлөр). Һəм уларҙың күҙе асылыр (улар үҙҙəре ҡылған яманлыҡтары өсөн ниндəй яза бирелəсəген ап‐асыҡ күрер). (20) — Эшебеҙ яман, яза Көнө килеп етте, — тип əйтерҙəр. (21) (Шунан бер ауаз яңғырар). — Əйе, был һеҙ ялғанға һанаған (яҡшыны — ямандан, гөнаһты — сауаптан) айырыу Көнө! (22) (Фəрештəлəргə əйтербеҙ): — Бөтөн кəферҙəрҙе — залимдарҙы һəм уларға иш булғандарҙы: (23) Аллаһтан башҡаға табынған нəмəлəрҙе (боттар, һындар, Илаһ урынына тотола торған һəйкəлдəрҙе) бергə туплағыҙ ҙа, йəһəннəмгə алып бара торған юлға сығарығыҙ. (24) Лəкин уларҙы (Сират Күпере янында) тотҡарлағыҙ (туҡтатып тороғоҙ). Сөнки уларҙан һорау алыныр. (25) — Һеҙгə нимə булды? Ни өсөн һеҙ (донъялағы кеүек) бер‐берегеҙгə ярҙам итмəйһегеҙ? — тип һорарҙар. (26) Эйе, ул Көндө улар меҫкен хəлдə, буйһоноулы ҡиəфəттə булыр. (27) Улар (был дəһшəтле хəлде күреп) бер‐береһе янына килеп, һораштыра башлар. (28) (Юлдан яҙғандар үҙҙəрен аҙҙырыусыларға): — Дөрөҫө шул, һеҙ бит (донъяла саҡта) беҙҙең янға уң яҡтан (яҡшыға өндəүсе булып) килдегеҙ, — тип əйтерҙəр. (29) (Тегелəр иһə): — Юҡ, һеҙ үҙегеҙ иманһыҙ кешелəр инегеҙ, (30) һеҙҙе ирекһеҙлəрлек көс беҙҙə юҡ ине. Киреһенсə, һеҙ үҙегеҙ (тəбиғəтегеҙ менəн) аҙғын халыҡ инегеҙ; (31) шуға күрə, Раббыбыҙҙың вəғəҙə һүҙе (ғазабы) ысынлыҡҡа ашты. Шик юҡ, беҙ ғазабыбыҙҙы татыясаҡбыҙ. (32) Сөнки беҙ һеҙҙе (боҙолорға телəгəнегеҙгə күрə) юлдан яҙҙырҙыҡ. Сөнки беҙ үҙебеҙ ҙə юлдан яҙған кешелəр инек, — тип əйтерҙəр. (33) Шик юҡ, быларҙың барыһы ла ул Көндө уртаҡ ғазапҡа дусар ителер. (34) Беҙ гөнаһлыларҙың барыһын да шулай итəсəкбеҙ. (35) — Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырлыҡ һис бер кем юҡ. Һис бер тəңре юҡ, — тип əйткəндə улар йөҙ сөйөрҙө һəм əйттелəр: (36) — Беҙ тилергəн бер шағиргə (Мөхəммəдкə) ышанып, табынғандарыбыҙҙан уаз кисергə тейешме ни? — тинелəр. 37. Юҡ, ул фəҡəт Хəҡиҡəт алып килгəн кеше ине, (үҙенəн əүəл килгəн) бөтөн пəйғəмбəрҙəрҙең хаҡлығын раҫланы. (38) Əлбиттə, һеҙ хəтəр язаның тəмен татырһығыҙ. (39) Шуныһы хаҡтыр, һеҙ ҡылған гөнаһтарығыҙ күлəмендə генə яза аласаҡһығыҙ. (Нахаҡҡа яза бирелəсəк түгел.) 40. Ихластан иманлы булған кешелəр язаланмаҫ. (41) Улар өсөн мəғлүм йəннəт ниғмəттəре əҙерлəнгəн. (42) (Йəннəт əһелдəре) төрлө лəззəтле елəк‐ емеш ашап, нəфселəрен телəгəнсə ҡəнəғəтлəндерерлек дəрəжəлə мəртəбəлə (хөрмəттə) булырҙар. (43) Ниғмəт тулы йəннəттəрҙəге (44) ҡапма‐ ҡаршы урынлаштырылған ҡултыҡсалы урындыҡтарға ултырып торғанда, (45) уларҙың һəр береһенə туҫтаҡтарға (касаларға) һалынған саф шишмə һыуы өлəшеп йөрөрҙəр. (46) Ап‐аҡ, үтə күренмəле, бəллүр кеүек саф эсемлектəрҙе татығандар сикһеҙ лəззəт алыр. (47) Уны эскəндəрҙең башы ла ауыртмаҫ, улар иҫермəҫтəр ҙə. (48) Уларҙың янында оялсан ҡарашлы, ҙур күҙле ҡатындар булыр. (49) (Уларҙың йөҙө Ҡояш нурына күрһəтмəйенсə) һаҡланған (тəүə ҡошоноң) йомортҡаһы кеүек ап‐аҡ төҫтə булыр. (50) Улар яҡыная төшөп, бер‐береһенəн һораштырыр. (51) Араларынан берəүһе һүҙ башлар: — (Фани) донъяла минең бер танышым бар ине. (52) (Бер көндө был миңə əйтə): — Үлгəндəн һуң яңынан терелеүгə һин дə ныҡ ышанаһыңмы? — ти. (53) — Үлеп, тупраҡ булғас, һөйəк өйөмөнə əүерелгəс, ысындан да, беҙ терелəсəкбеҙме? Шунан һуң язаланасаҡбыҙмы? — ти. (54) (Был хикəйəне һөйлəгəне əңгəмəсеһенə ) əйтте: — Һин уның хəлен күреп белергə телəмəйһеңме? — тине. 55. Ҡарауға уҡ ул (теге инҡарысының) тамуҡ утының уртаһында янғанын күрҙе. (56) (Һөйлəүсе мөьмин утта яныусыһына ҡарап) əйтте: — Валлаһи, һин мине лə һəлəк итə яҙҙың; (57) əгəр Раббымдың рəхмəте булмаһа, мин дə (һинең менəн бергə утҡа) ташланылғандар араһында булыр инем, — тине 58. (Йəннəткə кергəндəрҙең берһе əйтте): — Беҙ бер үлеп терелдек бит инде, ысынлап та, беҙ тағын үлмəйбеҙме? (59) Тағын ғазапҡа дусар булмайбыҙмы? — тине. 60. Шик юҡтыр, был, ысындан да, бөйөк ҡотолоштоң үҙелер. (61) Ғəмəл ҡылыусылар бына ошо маҡсат өсөн тырышһындар. (62) Ошондай бер Сəғəдəткə ирешеү хəйерлерəкме, əллə зəҡҡүм ағасымы? (Зəҡҡүм — тамуҡта үҫə торған, əсе, ағыулы ағас). (63) Хаҡтыр, Беҙ уны (зəҡҡүмде) залим кəферҙəр өсөн бер Əхирəт ғазабы булараҡ яралттыҡ. (64) Шик юҡ, ул ағас тамуҡтың төбөнəн үҫеп сыға. (65) Уның емештəре шайтандарҙың башына оҡшаған булыр. (66) Шуныһы хаҡ, улар (гөнаһлылар) ошо емештəрҙе ашап, ҡарындарын тултырасаҡ. (67) Шунан һуң уларға (һыуһаған‐ дарға) ҡайнар эсемлек бирелер. (68) Һуңынан, уларҙы тағын йəһəннəмгə ташларҙар. (69) Ысынлап та, улар аталарының юлдан яҙғанын күрер. (70) Үҙҙəре лə аталары артынан (язаға) ҡыуып килтерелер. (71) Ысындан да, уларҙан əүəл йəшəп үлгəндəрҙең дə күбеһе аҙғын юлда ине. (72) Шуға ла ҡарамаҫтан, хаҡтыр, Беҙ (уларҙы яманлыҡ ҡылыуҙан тыйыр өсөн) киҫəтер өсөн (пəйғəмбəрҙəр) ебəрə торҙоҡ. (73) Ҡарап ҡара, ул киҫəтеүҙəрҙең нəтижəһе нисек булып бөттө. (74) Ихласлыҡҡа ирешеп, Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылғандар ғына был ғазаптарҙан азат. 75. Хаҡтыр, Нух Беҙгə ялбарып доға ҡылды ла, Беҙ уның доғаһын ҡабул əйлəнек. (Беҙ доғаларҙы ҡабул итеүселəрҙең иң хəйерлеһе.) (76) Беҙ уның үҙен һəм дə уның яҡындарын хəтəр афəттəн ҡотҡарҙыҡ. (77) Уның нəҫелен (Ер йөҙөндə) йəшəргə ҡалдырҙыҡ. (78) Унан һуң килгəндəргə (пəйғəмбəрҙəр һəм уларҙың өммəтенə лə) уның тураһында яҡшы иҫтəлектəр ҡалдырҙыҡ. (79) Ғəлəмдəрҙəгелəрҙəн Нухҡа сəлəм. (80) Шик юҡ, Беҙ изгелек ҡылғандарҙы бына шулай бүлəклəйбеҙ. (81) Дөрөҫ, ул мөьмин бəндəлəребеҙҙең береһе ине. (82) Ахырҙа башҡаларҙы (иманға килмəгəндəрҙе) батырҙыҡ. 83. Хаҡтыр, Ибраһим да уның (Нухтың) ҡəүеменəн ине. (84) Сөнки ул Раббыһына саф‐пак күңел менəн килде. (85) Ул атаһына һəм халҡына əйтте: — Һеҙ нимəлəргə табынаһығыҙ? — тине. (86) — (Халыҡты) алдар өсөн, һеҙ Аллаһты инҡар итеп, үҙегеҙ яһаған тəңрелəрегеҙгə табынаһығыҙмы? (87) Ғəлəмдəрҙең Раббыһы хаҡында һеҙ нимə уйлайһығыҙ? (88) Шунан һуң ул йондоҙҙарға ҡараны. («Ибраһимдың халҡы йондоҙҙарға ҡарап, күрəҙəселек ҡыла ине. Байрам ваҡыттарында улар үҙҙəре яһап, табына торған боттарға атап, ризыҡ ҡалдырып китəлəр һəм шул яһалма Илаһтарынан бəрəкəт, ярлыҡау көтəлəр ине. Һуңынан яңынан боттары янына килеп, ҡалдырған ризыҡтарын үҙҙəре үк ашап бөтөрəлəр ине. Байрамға Ибраһимды ла саҡырҙылар». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 89. (Ибраһим) əйтте: — Мин, ысындан да, ауырып торам əле (байрамға сыға алмайым), — тине. (90) Тегелəре (уның ауырыуы беҙгə йоҡмаһын, тип) артҡа əйлəнеп, (байрамға) китеп барҙылар. (91) Шунан һуң ул яһалма тəңрелəр янына шым ғына килеп өндəште: — Əй, һеҙ! Ни өсөн үҙегеҙгə ҡуйылған ризыҡтарҙы ашамайһығыҙ? (92) Һеҙгə нимə булды, һеҙ ни өсөн һөйлəшмəйһегеҙ? — тине. 93. Ул уң ҡулы менəн һындарға һуҡты (емерҙе). (94) Барса халыҡ йүгерешеп боттар янына килде. (95) (Ибраһим) əйтте:


— Үҙ ҡулдарығыҙ менəн юнып яһаған нəмəлəргə табынаһығыҙмы? (96) Гəрсə, һеҙҙең үҙегеҙҙе лə ҡулдарығыҙ менəн яһаған ул нəмəлəрегеҙҙең барыһын да Аллаһ барлыҡҡа килтерҙе, — тине. (97) Əйттелəр: — Бер бина төҙөгөҙ ҙə, ут төртөп яндырығыҙ һəм (Ибраһимды) ялҡынға ташлағыҙ, — тинелəр. (98) Шулай итеп, улар мəкерле хəйлə ҡорҙо. Беҙ иһə улар ҡорған мəкерҙе хур иттек. (Ибраһимды уттан ҡотҡарып ҡалдыҡ.) (99) (Ибраһим) əйтте: — Мин Раббым тарафына китəм. Ул миңə тура юлды күрһəтер, — тине. (100) — Йə, Раббым, миңə паҡ күңелле бер ул бирһəң ине, — тип доға уҡыны. (101) Беҙ уның бик тə итəғəтле (Исмəғил исемле) улы буласағы тураһында ҡыуаныслы хəбəр бирҙек. (102) Ул йомошҡа ярарлыҡ булып үҫкəс, Ибраһим əйтте: — Улым, мин төшөмдə һине (Аллаһҡа) ҡорбан урынына салғанымды күрҙем. Һин был турала нимə уйлайһың? — тине. Улы əйтте: — Атаҡайым, һиңə (Аллаһтан) килгəн əмер нисек булһа, шулай ҡыл. Иншаʹаллаһ, минең сабыр һəм Аллаһҡа итəғəтле икəнемде күрерһең, — тине. (103) Шулай итеп, улар икеһе лə (Аллаһтың əмеренə) буйһондо һəм (Ибраһим) улын йөҙ түбəн ятҡырҙы. (104) Беҙ əйтттек:— Əй, Ибраһим! — тинек. (105) — Һин төшөңə тоғро ҡалдың. Шөбһəһеҙ, Беҙ изгелекле ғəмəлдə булғандарҙы бүлəклəйбеҙ, — тинек. (106) Хаҡтыр, был ҡəтғи бер һынау ине. 107. Беҙ уға оло бер ҡорбанлыҡ (тəкə) ебəрҙек. (108) Унан һуң килгəндəргə Беҙ уның тураһында яҡшы иҫтəлектəр ҡалдырҙыҡ. (109) (Беҙҙəн) Ибраһимға сəлəм. (110) Беҙ изгелек ҡылғандарҙы ана шулай бүлəклəйбеҙ. (111) Ул, ысындан да, Беҙҙең мөьмин бəндəлəребеҙҙəн ине. (112) Беҙ уның Исхаҡ исемле улының донъяға килəсəге һəм уның изге кеше, пəйғəмбəр буласағы тураһында һөйөнөслө хəбəр бирҙек. (113) Һəм уның үҙенə лə, һəм Исхаҡҡа ла муллыҡ, үрсем‐бəрəкəт бирҙек. Лəкин һəр икеһенең нəҫелендə изгелек ҡылғандары ла, үҙҙəренə туранан‐тура яманлыҡ ҡылғандары ла (кəферҙəр ҙə) бар ине. 114. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға ла, Һарунға ла ниғмəттəр (пəйғəмбəрлек, дини дəрəжə һəм донъя малы) бирҙек. (115) Уларҙы һəм ҡəүемдəрен хəтəр бəлəлəрҙəн (һыуға батып үлеүҙəн) ҡотҡарҙыҡ. (116) Уларға ярҙам иттек һəм улар еңеп сыҡты. (117) Һəр икеһенə лə (дөрөҫлөктө) ап‐асыҡ итеп аңлата торған бер Китап (Тəүрəтты) бирҙек. (118) Һəр икеһен дə тура юлға күндерҙек. (119) Уларҙан һуң килгəндəргə (яҡшы) хəтирəлəр ҡалдырҙыҡ. (120) Мусаға ла, Һарунға ла Беҙҙəн сəлəм (уларға именлек) булһын. (121) Дөрөҫө шул, изгелек ҡылғандарҙы Беҙ ана шулай бүлəклəйбеҙ. (122) Шик юҡ, икеһе лə мөьмин бəндəлəремдəндер. 123. Шөбһəһеҙ, Ильяс та пəйғəмбəр булды. (124) (Ильяс) халҡына əйтте: — Һеҙ Аллаһтан (гөнаһ ҡылыуҙан, яза алыуҙан) ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. (125, 126) — Юҡтан бар итеүселəрҙең иң изгелеклеһе булған, һеҙҙең дə Раббығыҙ булған, һеҙҙəн əүəл килгəн ата‐бабаларығыҙҙың да Раббыһы булған Аллаһты инҡар итеп, Ба‐алға табынаһығыҙмы? («Ба‐ал — Шамда Бəк исемле шəһəрҙə йəшəүсе халыҡтың табына торған алтын һыны — бот. Был ҡала бөгөн «Ба‐алəбəк» тип йөрөтөлə». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) «Ба‐ал — ул Ҡояш аллаһы, Тəңрелəштерелгəн Ҡояш». Мөхəммəд Али тəфсиренəн ) 127, 128. Лəкин улар уны (Ильясты) ялғансыға сығарҙы. Шуға күрə, Аллаһтың ихлас ҡолдарынан башҡа, уларҙың һəр береһе (йəһəннəмгə) килтерелəсəк. (129, 130) Унан һуң килгəн халыҡтар араһында уның тураһында яҡшы иҫтəлек ҡалдырҙыҡ: — Ильясҡа Беҙҙəн сəлəм! — тинек. (131) Хаҡ, изгелек ҡылғандарҙы Беҙ ана шулай бүлəклəйбеҙ. (132) Сөнки ул беҙҙең иманлы бəндəлəребеҙҙəн ине. 133. Лут та, һис шикһеҙ, пəйғəмбəр ине. (134) Иҫегеҙҙəме, нисек итеп Беҙ уның үҙен һəм нəҫелен ҡотҡарып ҡалдыҡ? (135) Артта ҡалғандар араһындағы ҡарсыҡтан (Луттың ҡатынынан) башҡа. (136) Ҡалғандарҙың барыһын да һəлəк иттек. (137,138) Əлбиттə, һеҙ иртə‐кис уларҙың (емеректəре) янынан үтеп‐һүтеп йөрөйһөгөҙ. Əле һаман аҡылға килмəйһегеҙме ни? (Сүриялағы карауан юлы өҫтөндə һəлəк ителгəн ул шəһəрҙəрҙең хəрəбəлəре (емеректəре) бар ). 139. Хаҡтыр, Юныс та күндерелгəн пəйғəмбəребеҙ ине. (140) Ул шығрым тулы (йөк төйəлгəн) кəмəгə ултырып (язанан) ҡасып китергə телəне. (Диңгеҙгə сыҡҡас, кəмə кинəт туҡтай. Кəмəселəр: кəмəбеҙҙə ҡасып киткəн бер ҡол бар икəн, уны табып, шыбаға һалайыҡ та, диңгеҙгə ташлайыҡ. Шунан һуң ғына кəмəбеҙ юлын дауам итəсəк, тинелəр). (141) Кəмəлəгелəр араһында уны шыбаға тоттолар һəм диңгеҙгə ташланылар. Ул юҡҡа сыҡты. (142) (Кəмəгə рөхсəтһеҙ менеп, язанан ҡасырға телəгəненə ул бик үкенде) шул ваҡыт уны бер балыҡ йотто. (143, 144) Əгəр ҙə ул үкенеп (тəүбə итеп), Аллаһҡа тəсбих əйтмəгəн булһа, Ҡиəмəт көнөнə саҡлы балыҡ ҡарынында ҡалған булыр ине. (145) Беҙ уны хəлһеҙ рəүештə ҡоро ергə сығарып ташланыҡ. (146) Өҫтөнə (күлəгəһе төшөрлөк итеп) киң япраҡлы ағас үҫтерҙек. (147) Уны йөҙ меңдəн артыҡ кешегə пəйғəмбəр итеп күндерҙек. (148) Һуңынан ул кешелəр иман килтерҙе. Шулай итеп, Беҙ уларҙы бер ҡəҙəр ваҡыт дауамында йəшəттек. 149. (Һындарға табыныусыларҙан, кəферҙəрҙəн) һора: — Аллаһта ҡыҙҙар ғына, уларҙа гел улдар ғына булып сығамы ни инде? — тип. (150) Əллə һуң Беҙ фəрештəлəрҙе улар ҡарап торғанда ҡатын‐ҡыҙ булараҡ яралттыҡмы? (151, 152) Иғтибарлы бул, улар ҡəтғи ялған һөйлəй: — Аллаһ бала атаһы булды, — тип. Шик юҡтыр, улар ялғансы. (153) Улдарға ҡарағанда Аллаһ ҡыҙ балаларҙы хуп күргəнме əллə? (154) Һеҙгə нимə булды? Һеҙ был турала нимə уйлайһығыҙ?(155) Һис тə башығыҙға барып етмəйме шул? (156) Əллə һуң һеҙҙең ҡулда асыҡ дəлилдəр бармы? (157) Əгəр (дəлилегеҙ) булһа, китабығыҙҙы килтерегеҙ. 158. Аллаһ менəн ендəр араһында туғанлыҡ бар, тип əйтəлəр. Хаҡтыр, хисап тотар өсөн ендəр ҙə (Аллаһ ҡаршыһына) килтерелəсəктəрен бик яҡшы белеп торалар. (159) Аллаһ улар уйлап сығарғандарҙан бөйөк, паҡ. (160) Аллаһтың ихласлыҡҡа ирешкəн (мөьмин) бəндəлəре улар кеүек түгел (ғазапҡа тартылмаҫтар). (161, 162, 163) Һеҙ үзегеҙ ҙə, һеҙ табынған нəмəлəр ҙə — һис берегеҙ йəһəннəмгə керəсəк кешелəрҙəн башҡаларҙы аҙҙырып, Аллаһҡа ҡаршы ҡоторта алмаҫһығыҙ. (164, 165, 166) (Фəрештəлəр) əйтə: — Һəр беребеҙ өсөн билгелəнгəн урыныбыҙ бар. Шик юҡ, беҙ шунда саф‐саф торабыҙ (намаҙ уҡыйбыҙ). Хаҡтыр, беҙ Аллаһҡа тəсбих əйтəбеҙ. (167,168,169) Дөрөҫө шул, мөшриктəр, һындарға табыныусылар əйтə: — Əгəр ҙə беҙҙəн элек йəшəгəндəргə бирелгəн кеүек, беҙгə лə Китап бирелгəн булһа, һис шикһеҙ, беҙ Аллаһтың ихлас ҡолдары булыр инек, — ти. (170) Бына, (Ҡөръəн килде, лəкин улар) уны инҡар итте. Əммə алға табан (кəферлектəренең ғазабын) белəсəктəр. (171) Ысындан да, бəндəлəребеҙгə ярҙам итəсəкбеҙ, тип һүҙ биргəн инек. (172) — Улар еңеү ҡаҙанасаҡ, — тинек. (173) — Беҙҙең ғəскəребеҙ, һис шикһеҙ, өҫтөн сығасаҡ, — тинек. (174) Шуға күрə, һин (эй, Мөхəммəд) уңай форсат сыҡҡанға саҡлы уларҙан ситлəш, — тинек. (175) — Һин уларҙы күҙəт. Улар ҙа тиҙҙəн күрəсəк. (176) Ысындан да, улар язабыҙҙы һис кисекмəҫтəн татырға телəйме ни? (177) Ғазабыбыҙ уларҙың йортона килеп төшһə, киҫəтеп тə иманға килмəгəндəрҙең таңы ниндəй яман таң булыр. (178) Хəҙергə һин уларға яҡын барма. (179) Уларҙың хəлен күҙəтеп тор. Улар ҙа тəҡдирҙəрендəгеһен күрəсəк. (180) Бөтөн кəмселектəрҙəн азат булған, ғиззəткə, ҡөҙрəткə эйə Раббың улар уйлап сығарған ғəйбəттəрҙəн өҫтөн. 181. Күндерелгəн пəйғəмбəрҙəрҙең барыһына ла (Аллаһтан) именлек булһын. (182) Ғəлəмдəрҙең Раббыһы булған Аллаһҡа дан булһын! 38 — Сад (Дауыт) сүрəһе (Сад сүрəһе 88 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Сүрəнең беренсе хəрефе «Сад». Исеме шунан килə. Лəкин уны «Дауыт сүрəһе» тип тə йөрөтəлəр.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир— рахиим. 1. Сад. Изге Ҡөръəн исеме менəн əйтəм: (2) иманһыҙҙар (тыштан) тəкəббер һəм (эстəн Аллаһҡа, пəйғəмбəренə) ҡапма‐ҡаршылыҡта булырҙар. (3) Уларҙан элек йəшəгəн күпме халыҡтарҙы һəлəк иттек. (Ҡот осҡос ғазап килгəнен күргəс) улар нисек итеп ҡысҡыра‐ҡысҡыра ялбарҙылар. Лəкин һуң ине инде. Ҡотолоу форсаты уҙған ине. (4) Үҙ араларынан сыҡҡан кеше, өгөтлəүсе килгəс, улар аптырап ҡалды һəм ул кəферҙəр əйтте: — Был тик алдаҡсы, (бер күҙ буяусы) сихырсы, — тинелəр. (5) Тəңрелəребеҙҙе бөтөрөп, бары тик бер генə Аллаһты ҡалдырырмы ул? Ысындан да, был ғəжəп сəйер ғəмəл, — тинелəр. (6) Уларҙың юлбашсылары:


— Əйҙə, барығыҙ! Боттарығыҙ янына китегеҙ ҙə, уларға табынығыҙ. Һеҙҙəн башҡа нəмə талап ителмəй. (7) Һуңғы динебеҙҙə (христианлыҡта) беҙ был турала һис тə ишетмəнек. Был бары тик уйҙырма, ялған. (8) Был Ҡөръəн арабыҙҙағыларҙан бер уға ғына индерелгəнме? — тип Мөхəммəд янынан китеп барҙылар. Эйе, улар Китабыма əллə ҡасандан бирле шиклəнеп ҡарайҙар ине инде. Сөнки əле улар ғазабымды татып ҡараманы. (9) Əллə һуң ғəзиз, йомарт һəм ҡөҙрəт эйəһе Раббының рəхмəт хазинаһы улар ҡулындамы? (10) Йəки күктəрҙең һəм Ер араһындағы хөкөмдарлыҡ улар ҡулындамы? Шулай икəн, ул сағында улар (ысулдары булһа, бөйөклөккə менеп ҡараһындар). (11) Улар төрлө‐төрлө төркөмдəрҙəн ойошҡан аламан ғəскəрҙəр. Улар шунда уҡ тар‐мар ителəсəк. 12, 13. Уларҙан алда ла Нух халҡы ла, Ғəд халҡы ла, ҡаҙыҡтар оҫтаһы Фирғəүен дə, Сəмуд, Лут ҡəүемдəре лə, Əйкə халҡы ла пəйғəмбəрҙəрҙе ялғансыға сығарып, мыҫҡыл иттелəр. Бына шулар (пəйғəмбəрҙəргə ҡаршы) берлəшкəн өйөрҙəр ине. (Али Тургут яҙыуынса, Фирғəүен кешелəрҙе дүрт ҡаҙыҡҡа бəйлəп язалай торған булған. Аят шуға ишаралай. Лəкин М. Али «ҡаҙыҡ» кəлимəһе «ҡеүəтле илдең тотҡаһы» мəғəнəһендə килə, ти.) 14. Уларҙың һəр береһе күндерелгəн пəйғəмбəрҙəрҙе ялғансыға сығарҙы һəм шуның арҡаһында уларға язам раҫ килде. (15) Былар ҙа (Мəккə кəферҙəре лə) бер миҙгелгə лə кисекмəй торған ҡурҡыныс бер ауаз (гөрөлтө) көтə. (16) — Раббыбыҙ! (Үҙебеҙгə тейешле язаны) өлөшөбөҙҙө Хисап Көнөнəн алдан бир, — тинелəр. 17. (Эй, Мөхəммəд) уларҙың ҡылмыштарына сабыр ит, бəндəбеҙ Дауытты, ҡеүəт эйəһен хəтерлəйһеңме? Ул һəр ваҡыт Аллаһҡа йүнəлə ине. (18, 19) Хаҡтыр, Без иртə‐кис уның менəн бергə тəсбих əйтеүсе тауҙарҙы, төркөм‐төркөм ҡоштарҙы уға буйһондорҙоҡ. 20. Уның хөкөмдарлығын (батшалығын) ҡеүəтлəндерҙек, уға хикмəт һəм итəғəтле матур һөйлəм бирҙек. (21, 22) (Эй, Мөхəммəд) һиңə ике ғауғасы тураһындағы хəбəр килеп ирештеме? Нисек итеп улар мəсет диуарына (ҡоймаһына) үрмəлəп, Дауыт янына керҙелəр. Уларҙы күреп, Дауыт бик ныҡ ҡурҡты. — Ҡурҡма, беҙ ике дəғүəсе. Беребеҙ икенсебеҙгə зыян һалды. Эшебеҙҙе ғəҙеллек менəн хөкөм ит. Зинһар, ғəҙеллек менəн хөкөм ит. Беҙгə дөрөҫ юлды күрһəт, — тинелəр. 23. (Уларҙың береһе) əйтте: — Был — минең туғаным. Уның туҡһан туғыҙ баш һарығы бар. Минең һарығым берəү генə. Ул: уныһын да миңə бир, тип (һуңғы һарығымды ла тартып алды) бəхəстə мине еңде. 24. Дауыт: — Һинең һарығыңды үҙенең көтөүенə ҡушырға ынтылып, ул хаҡһыҙлыҡ ҡылған. Ысындан да, уртаҡ мал менəн эш ҡылыусылар бер‐берһенə ғəҙелһеҙлек ҡыла. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар иһə улай эшлəмəй. Лəкин улар (иманлылар) əҙ. Дауыт үҙен һынап ҡарағаныбыҙҙы һиҙенде һəм (намаҙын боҙғанына) тəүбə итеп, Аллаһтан ярлыҡау һораны, сəждə итте. (25) Һуңынан уның был эшен (намаҙ боҙғанын) беҙ ғəфү иттек. Яныбыҙҙа уға мəртəбəле һəм күркəм урын бирҙек һəм уның килəсəген бəхетле иттек. (26) Əй, Дауыт, Беҙ һине Ер йөҙөндə (үҙ ҡəүемеңə) хужа иттек. Шулай булғас, кешелəр араһында ғəҙеллек менəн хөкөм йөрөт. Артыҡ хирыс (хыял‐шəһүəткə бирелеүсəн) һəм нəфсе булма. Шулай булһаң, һуңынан улар һине Аллаһ юлынан яҙҙырыр. Хаҡтыр, Аллаһ юлынан яҙғандарға, Ҡиəмəт Көнөнə ышанмағандарға интектергес ғазаптар булыр. 27. Күкте, Ерҙе һəм улар араһындағыларҙы Беҙ кəрəкһеҙгə (маҡсатһыҙ) юҡтан бар итмəнек. Был — инҡарсыларҙың фекере генə. Инҡарсыларҙың эше, һай, мөшкөлдер. Улар утта янасаҡ. (28) Əллə Беҙ иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы Ер йөҙөндə боҙоҡлоҡ эшлəгəндəр менəн тиң күрəбеҙме? Йəки (Аллаһтың язаһынан) ҡурҡҡандарҙы юлдан яҙғандар хисабына кертəбеҙме? 29. (Рəсүлем) һиңə был изге Китапты, аяттарыбыҙҙы аңлаһындар һəм зиһенле кешелəр өгөт‐нəсихəт алһындар, тип индерҙек. 30. Беҙ Дауытҡа Сөлəймəнде бирҙек. Сөлəймəн бик тə яҡшы хеҙмəткəребеҙ ине. Хаҡтыр, ул һəр ваҡыт Аллаһ юлында булды. (31) Аҡшам намаҙы яҡынлашып килгəндə, уға ел етмəҫ етеҙ, саф тоҡомло юртаҡтар килтерҙелəр. (32) Сөлəймəн əйтте: — Ысындан да, ат яратыуым арҡаһында мин Аллаһты онотоп ебəргəнем (аҡшам намаҙына һуңлағанмын). Ҡояш батҡанын да һиҙмəй ҡалғанмын, — тине. (Аттар сабып, күҙҙəн юғалғас əйтте) — (33) Хəҙер тағын уларҙы минең янға алып килегеҙ, — тип ул аттарҙың муйындарын һыпырып, аяҡтарын ярата башланы. 34. Хаҡтыр, Беҙ Сөлəймəнде шулай һынап ҡараныҡ, Тəхеттең өҫтөнə уның мəйет кеүек йəнһеҙ‐хəлһеҙ гəүҙəһен ултырттыҡ. Ул тəүбə итте. 35. Сөлəймəн əйтте: — Раббым, ярлыҡа мине. Минəн һуң йəшəйəсəк кешелəргə лə бирелмəй торған хакимлыҡ бир миңə. Шик юҡтыр, Һин һəр ваҡыт сикһеҙ йомарт була килдең, ‐ тине. 36. Шулай итеп, Беҙ елде Сөлəймəнгə буйһондорҙоҡ. Ел ул телəгəн яҡҡа, ул телəгəнсə йомшаҡ ҡына иҫə торған булып китте. (37) Мөһəбəт бейек биналар төҙөргə һəлəтле, диңгеҙҙə сумып, ынйы‐мəрйендəр алып сығыусы ендəрҙе, (38) сылбырҙар менəн бығауланған ендəрҙе лə уның əмеренə бирҙек. (М. Ғəли нөсхəһендə был ендəрҙең тура мəғəнəһендəге ендəр булмайынса, күсермə мəғəнəлəге, йəғни башҡа халыҡтарҙан əсир алынған ҡолдар икəнлеге əйтелə.) (39) — Бына, беҙҙең йомартлығыбыҙ ошо булыр, ‐ тинек. — Телəһəң, (был байлыҡты) башҡаларға тарат, телəһəң, — үҙ яныңда тот. Һинəн хисап һоралмаҫ. (40)Дөрөҫө шулдыр, яныбыҙҙа уның өсөн шəрəфле һəм затлы урын бар. 41. (Рəсүлем) ҡолобоҙ Əйүпте лə онотма, иҫкə алып тор. Ул Раббыһына: —Хаҡтыр, шайтан миңə ауырлыҡтар һəм күп бəлəлəр килтерҙе, — тип ялбарҙы. (42) (Əйүпкə əйтелде): — Аяғың менəн тип, — тинек. (Ул типте һəм ике шишмə бəреп сыға башланы.) — Бына, һинең эсереңə һəм йыуынырға һалҡын һыу, — тинек. (М. Али был аятҡа яңыса аңлатма бирə. Уныңса «ергə аяк менəн тибеү» түгел, «үксəлəр менəн атты əйҙəклəү» икəн. Йəғни, Аллаһ Əйүпкə атын ҡыуаларға ҡуша, Əйүп иһə, һыу тарафына тиҙ барып етə.) 43. Башында аҡылы булған кешелəргə ғибрəт булһын өсөн һəм рəхмəтебеҙҙең киңлегенə үрнəк миҫал итеп, уның ғаилаһенə һəм үҙҙəре менəн бергə уларға оҡшағандарын да бүлəк иттек. 44. — Ҡулыңа бер бəйлəм үлəн һабағы ал да, шуның менəн (ҡатыныңа) һуҡ. Антыңды боҙма! — тинек. Ысынлыҡта, Беҙ Əйүпте сабыр һəм тура бəндə булараҡ белəбеҙ. Ул гəжəйеп яҡшы хеҙмəткəребеҙ ине. Ул һəр ваҡыт Аллаһ юлында булды. («Əйүптең ҡатыны, Яҡуп ҡыҙы Лəйлə, ауырыу ире Əйүп алдында яңғылыш эш ҡыла. Ауырыу Əйүп, терелгəндəн һуң, уға йөҙ таяҡ һуҡтырырға ант итə. Əммə ҡатыны Лəйлə уға тоғро хеҙмəт итеп, яҡшы эштəр башҡарған кеше ине. Шуға күрə, изгелектəре күп булғанға, Жəнəбе Хаҡ йөҙ тапҡыр таяҡ менəн һуғыуҙы, ант боҙмаҫ өсөн, үлəн һабағы менəн алыштырырға əмер итə. Əйүп ауырттырмайса ғына, ҡатынын мəғəнəүи язаға тарта». Хəсəн Чантай тəфсиренəн ) 45. (Эй, Мөхəммəд) ҡеүəтле һəм зиһенле бəндəлəребеҙ Ибраһим, Исхаҡ менəн Яҡупты ла иҫеңə төшөр. (46) Беҙ уларға Əхирəт йорто тураһында уйланыусы айырыуса ихласлы кешелəр итеп яралттыҡ. (47) Хаҡтыр, улар — Беҙҙең яныбыҙҙа айырым урын билəүсе изгелекле бəндəлəрҙер. 48. Исмəғилде, Əльясаны һəм Зөлкифелде онотма. Барыһы ла изгелекле кешелəр ине. (49) Бына, был уларҙы яд итеү (хөрмəтлəп иҫкə төшөрөү) булды. Шуныһы хаҡтыр, тəҡүəлəр өсөн килəсəктə Сəғəдəт əҙерлəнгəн. (50) Улар өсөн генə асыла торған ҡапҡалы Ғəден йəннəттəре уларҙы көтə. (51) Улар шунда урындыҡтарға ҡырын ятып, йəндəре телəгəн емештəр һəм эсемлеклəр генə килтертерҙəр. (52) Яндарында тыйнаҡ ҡарашлы үҙҙəренə ҡулай йəштəге гүзəлдəр булыр. (53) Бына, Хисап көнө килеп еткəс, һеҙгə бирелə торған нəмəлəр шуларҙыр. (54) Əлбиттə, был ‐ Беҙ биргəн ризыҡтар. Улар, бер ҡасан да бөтмəҫ‐төкəнмəҫ булыр.


55. Дөрөҫ, уныһы шулай булыр. Əммə аҙғындарға хəтəр бер ғазап əҙерлəнгəн. (56) Улар йəһəннəмгə керəсəк. Йəһəннəм иһə бик тə хəтəр урын. (57) Уларҙың эсə торғандары ҡайнар һəм эренле һыу булыр. Шуны эсеп ҡараһындар! (58) Ошо ғазаптарға оҡшаш тағын башҡалары ла етəрлек булыр. (59) (Инҡарсыларҙың башлыҡтарына): — Бына, һеҙҙең менəн бергə йəһəннəмгə керəсəк халыҡтар ошоларҙыр. Улар рəхəт күрмəһен. Уларға шул йəһəннəм уты хас, ‐ тип əйтерҙəр. (60) (Уларға эйəргəндəр иһə): — Юҡ! Һеҙ үҙегеҙ рəхəтлек күрмəҫһегеҙ. Уны беҙгə һеҙ əҙерлəнегеҙ. Аһ, ниндəй хəтəр урын был, ‐ тип əйтерҙəр. (61) Йəнə улар: — Раббыбыҙ, быны (аҙғынлыҡты) беҙгə кем килтергəн булһа, шуларға ялҡын эсендəге ғазапты икелəтə бир, тип Аллаһҡа ялбарыр. (62) (Инҡарсылар, йəғни йəһəннəмгə кергəн Мəккə кəферҙəре): — Беҙгə нимə булды? Донъяла саҡта яман һаналған кешелəрҙе (пəйғəмбəрҙəрҙе) бында ни өсөн күрмəйбеҙ? — тип һорарҙар. (63) — Беҙ уларҙы мыҫҡыл иткəн инек түгелме? Əллə беҙ уларҙың бында (йəһəннəмдə) икəндəрен күрмəй ҡалдыҡмы? (64) Бына шулай, йəһəннəмдəгелəрҙең ғауғалашыуы шулай булыр. 65. (Эй, Мөхəммəд) əйт һин: — Мин бары тик бер киҫəтеүсе генə. Бер Аллаһтан, бөтөн нəмəгə ҡөҙрəте етə торған бер Раббынан башҡа тəңре юҡ. (66) Күктəрҙең, Ерҙең икеһе араһында булғандарҙың хужаһы Раббы барыһынан да өҫтөндөр. Ул сикһеҙ ярлыҡаусылыр. 67. Əйт һин: ‐ Был ‐ бөйөк хəбəр! ‐ тип. (68) ‐ Əммə һеҙ унан йөҙ сөйөрəһегеҙ. (69) Улар шунда (Ғəрештə) бəхəслəшə икəн, уларҙың нимə тураһында һөйлəшкəне хаҡында минең һис бер хəбəрем юҡ, — тип əйт. 70. Бары тик киҫəтеүсе булғаным өсөн, миңə уахи ителгəнде генə һеҙгə еткереүсе, — тип əйт. 71. Раббың фəрештəлəренə əйтте: — Ысындан да, мин балсыҡтан кеше яһаясаҡмын, — тине. (72) ‐ Уны яһап бөтөргəндəн һуң, уға рухыбыҙҙан йəн өргəндəн һуң, шунда уҡ уға сəждə итегеҙ, — тине. (73) Бөтөн фəрештəлəр ҙə бер остан сəждə итте. (74) Бары тик Иблис тəкəббер генə сəждə итмəне. Ул тəкəбберлек рəүешен алды ла, кəферҙəрҙəн булды. (75) Аллаһ əйтте: — Əй, Иблис! Үҙ ҡөҙрəтем менəн барлыҡҡа килтергəнгə сəждə итеүҙəн һине нимə тыйып тора? Ғорурландыңмы һин, əллə бөйөклөк шауҡымы йоҡтомы һиңə? — тине. (76) Иблис əйтте: — Мин унан яҡшыраҡ. Һин мине уттан яралттың; уны балсыҡтан ғына, — тине. (77) Аллаһ əйтте: — Улайһа, сығып кит бынан! Һин лəғнəт ителгəн булдың, лəғийн булараҡ таш бəреп ҡыуыласаҡһың. (78) Яза көнөнə саҡлы һинең өҫтөңдə лəғнəтем торор, — тине. (79) Иблис əйтте: — Йə, Раббым, улайһа, һин яңынан терелə торған Көнгəсə миңə донъяла торорға ризалыҡ бир, — тине. (80, 81) Аллаһ əйтте: — Ярар, тора бир, ‐ тине. — Мəғлүм ваҡытҡаса! 82, 83. Иблис əйтте: — Һинең ҡөҙрəтең менəн ант итəм, мин уларҙың, Валлаһи, барсаһын аҙҙырасаҡмын. Əлбиттə, һиңə ихлас булғандарҙан башҡаларын, — тине. (84, 85) Аллаһ əйтте: — Хаҡтыр, мин дөрөҫөн һөйлəйем, һине һəм һиңə эйəргəндəрҙең барсаһы менəн йəһəннəмде тултырасаҡмын, — тине. 86. (Рəсүлем) əйт һин: — Был эштəрем өсөн мин һеҙҙəн һис бер түлəү талап итмəйем. Уахи ителгəндəрҙəн башҡа, үҙем мин һис бер нəмə уйлап сығармайым, — тип. (87) Был (Ҡөръəн) халыҡтарға өгөттəн башҡа нəмə түгел. (88) Шунда яҙылған хəбəрҙəрҙең хаҡ икəнлегенə əле һеҙ һуңынан ышанырһығыҙ. 39 — Зүмəр (Халыҡ өйөрө) сүрəһе (Зүмəр сүрəһе 75 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. 71‐73‐се аяттарҙа кəферҙəр менəн мөьминдəр ойошторған халыҡ төркөмдəренəн сүрəнең исеме килə. «Зүмəр» — төркөм, өйөр, йəмғийəт мəғəнəлəрен эсенə алған һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Был Китап ғиззəт һəм хикмəт эйəһе Аллаһ тарафынан индерелде. (2) (Рəсүлем) шөбһəһеҙ, был Китапты һиңə Хəҡиҡəт булараҡ индерҙек. Шуға күрə, һин динде (ихлас) тот. Аллаһ ризалығы өсөн ғибəҙəт ҡыл. (3) Аң бул! Паҡ дин бары тик Аллаһтан ғына килə. Уны инҡар итеп, үҙҙəренə башҡа дуҫтар (уйҙырма Илаһтар) эҙлəп табыусылар: — Беҙҙе Аллаһҡа яҡынайтһындар, тип кенə беҙ уларға табынабыҙ, ҡоллоҡ итəбеҙ, ‐ тип əйтəлəр. Дөрөҫө шул, Аллаһ (мөьминдəр менəн кəферҙəр араһындағы бəхəсте) ахырына еткереп хөкөм сығарасаҡ. Шик юҡ, Аллаһ ялғансы һəм инҡарсыларҙы тура юлға баҫтырмаҫ. 4. Əгəр Аллаһ берəй ул телəһə ине, һис шикһеҙ, ул Үҙе яралтҡандарҙан береһен һайлап алған булыр ине. Ул шул эштəрҙəн өҫтөн. Ул — берəү генə. Ул — сикһеҙ ҡөҙрəт эйəһе. (5) Аллаһ күктəрҙе һəм Ерҙе Хəҡиҡəт булараҡ яралтты. Төндө көнгə ялғай (был фасылда төн оҙая). Көндө төнгə ҡатыштыра (был фасылда көн оҙая). Ҡояш һəм Айҙы əмерендə тота. Уларҙың һəммəһе лə билгелəнгəн ваҡытҡа саҡлы йөҙөп йөрөр. Аң бул! Аллаһ һəр нəмəнəн өҫтөн һəм сикһеҙ мəрхəмəтле. 6. Ул һеҙҙе бер йəндəн (Əҙəмдəн) үрсетте. Һуңынан унан ҡатынын яралтты. Һеҙҙең өсөн мал‐тыуарҙарҙан һигеҙ пар индерҙе. Һеҙҙе əсəлəрегеҙҙең ҡарынында өс ҡат ҡараңғылыҡ эсендə яралтып, бүтəн рəүештəргə керетеп, донъяға сығарҙы. Раббығыҙ булған Аллаһ шулай ҡыла. Бөтөн мөлкəт‐ байлыҡ Уныҡы ғына. Аллаһтың Үҙенəн башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Шулай булғас, нисек итеп һеҙ Хəҡиҡəттəн йөҙ сөйөрəһегеҙ? («Аналыҡ өс ҡатлы була: ҡорһаҡ, аналыҡ, яралғыны төрөп алған элпə ‐ һуңғылыҡ. Бүтəн рəүештəргə керетеп: ир кешенең енес орлоғо ҡатын аналығына кереп, ҡатындың тоҡом орлоғо менəн ҡушылыуынан алып, тыуғанына саҡлы арала яралғы бер нисə рəүеш алып үҫə. Һигеҙ януар, дүрт пар: дөйə, һыйыр, һарыҡ, кəзə». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 7. Кəферлек итергə телəһəгеҙ, əлбиттə, ихтыярығыҙ: Аллаһ һеҙгə мохтаж түгел. Шулай ҙа Ул бəндəлəренең кəферлегенə риза түгел. Шөкөр итəсəк булһағыҙ, төкөрөгөҙ үҙ файҙағыҙға булыр, Аллаһ һеҙҙəн риза ҡалыр. Башҡа кешенең гөнаһтарын һис кем үҙ өҫтөнə ала алмаҫ. Ахырҙа барсағыҙҙың да ҡайтарылышы бары тик Аллаһҡа булыр. Донъяла нимə ҡылдығыҙ, барыһы тураһында да Аллаһ һеҙгə Үҙе əйтер. Күңелегеҙҙə ниндəй уйҙар йəшерелгəнен дөрөҫө менəн белеп тороусы — Аллаһ Тəғəлə. 8. Берəй ҡыйынлыҡ килһə, кеше бөтөн барлығы менəн баш эйеп, Аллаһҡа ялбара башлай. Һуңынан уға (Аллаһтан) берəй ниғмəт бирелһə (бəлəнəн ҡотолһа), элеккеге кеүек, ул ялбарғандарын онота. Башҡаларҙы ла Аллаһ юлынан сығарыр өсөн Аллаһҡа тиңдəр эҙлəй башлай. (Эй, Мөхəммəд) уларға əйт һин: — Кəферлегең менəн бер аҙ лəззəтлəн! Əммə һин барыбер ут эсендə ҡаласаҡһың, — тип. 9. Əхирəт көнөнəн ҡурҡҡан, Раббының рəхмəтен өмөт итеүсе, төнгө сəғəттəрҙə сəждəгə киткəн, аяҡ үрə баҫып намаҙ уҡыған, ғибəҙəт ҡылған кеше (инҡарсы) менəн бер түгелдер, бит? Əйт һин уларға: — Белгəн менəн белмəгəн бер булырмы? Бары тик саф аҡыл эйəлəре генə был Хəҡиҡəткə төшөнөр, — тип. (10) (Эй, Рəсүлем) əйт һин: — Иманлы кешелəр! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ. Был донъяла изгелек ҡылғандар өсөн (йəннəттəр) ниғмəттəр бар. Аллаһтың ерҙəре бик киндер. Бары тик сабыр иткəндəргə генə бихисап əжерҙəр буласаҡ. (11) Əйт һин: — Мин Аллаһҡа, уның диненə ихлас инаныусы булараҡ, ғибəҙəт ҡылырға тəҡдирлəндем, — тип. (12) Əйт һин: — (Өммəтемдə) иң беренсе мосолмандарҙың береһе булыу миңə тəҡдир ителде, тип. (13) Əйт һин: — Раббыға ҡаршы мин баш күтəрһəм, хаҡтыр, бөйөк Көндө ҡаты ғазапҡа дусар буласаҡмын, — тип. (14, 15) Əйт һин:


— Мин динемдə ихлас кеше булараҡ, бары тик Аллаһҡа ғына ғибəҙəт ҡылам, — тип. — Инде һеҙ Уны инҡар итеп, телəгəнегеҙгə табынаһығыҙ. Əйт һин: — Хаҡтыр, юғалтыуҙарға дусар булғандар Ҡиəмəт көнөндə лə үҙҙəрен һəм яҡындарын да юғалтыуҙарға дусар итəсəк. Аң булығыҙ! Был бик тə хəтəр ҡайғы булыр. (16) Уларҙың өҫтөндə уттан яһалған түшəмдəр, аҫтарында уттан яһалған иҙəндəр булыр. Бына, Аллаһ шулай итеп ҡурҡыта. Əй, бəндəлəрем! Гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ, зинһар. 17. Тағуттан (шайтандан, боттар һəм һындарҙан) ҡасып, Аллаһҡа йүнəлгəндəр өсөн бер һөйөнөс (йəннəт һəм шундағы ниғмəттəр) бар. Шулай булғас, тоғро бəндəлəремдəн (һеҙгə йəннəт баҡсалары буласаҡ, тип) һөйөнсө ал. (18) Улар һүҙгə (китаптарға) ҡолаҡ һалыусылар һəм уның да иң татлыһына (Ҡөръəнгə) иғтибар итеүселəр. Бына шулар Аллаһҡа тура юл тапҡан кешелəр булыр. Бына шулар саф аҡыл эйəлəре инде. (19) Үҙенə хас яза хөкөмө сығарылған һəм утҡа ташланған гөнаһлыны ҡотҡарырға һин алыныр инеңме (Мөхəммəд)? (20) Раббы ғазабынан ҡурҡҡандар өсөн береһе өҫтөнə икенсеһе ҡоролған биналар булыр, аҫтарынан йылғалар ағып тора торған зиннəтле урындар əҙерлəнгəн. Былар — Аллаһ вəғəҙə иткəн ниғмəттəр. Ул бер ҡасан да вəғəҙəһен боҙмаҫ. (21) Күреп тораһың бит, Аллаһ Күктəн ямғыр яуҙырҙы. Уны ерҙəге шишмəлəргə йүнəлтте. Һуңынан төрлө‐төрлө төҫтəге игендəр үҫтерҙе. Унан һуң улар ҡорой, һап‐һары була. Унан һуң улар кибеп бөтə. Шик юҡ, был эштəрҙə аҡылы булғандар өсөн һабаҡтар бар. (22) Берəй бəндəһенең күңел тəҙрəһен асып, Аллаһ Ислам нуры индерһə, ул кеше Раббының нуры эсендə ҡалыр. Аллаһты зикер итə алмаҫлыҡ булып, күңелдəре ҡатҡандарға яҙыҡтар (ҡайғылар) булыр. Көн кеүек асыҡ, улар тура юлдан яҙып, аҙашҡан. 23. Һүҙҙəрҙең иң татлыларын (аяттарҙы) бер‐береһенə ауаздаш итеп, Аллаһ бер Китап итеп тупланы һəм (бүлеп‐бүлеп) индерҙе. (Ҡөръəнде уҡығанда) Раббыға тəрəн мөхəббəт тəрбиə иткəн кешелəрҙең тəндəре сымырҙап (ҡалтырап) китер, шунан һуң уларҙың тəндəре лə, күңелдəре лə (миһырбан тулып) Аллаһҡа йүнəлер. Бына ошо Китап Аллаһ күндергəн рəһбəрҙер; (рəһбəр — етəксе, юлбашсы). Ул (ошо Ҡөръəн менəн) телəгəн кешеһен тура юлға күндерер. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене бер кем дə тура юлға алып сыға алмаҫ. (24) Ҡиəмəт көнөндə йөҙө менəн ғазаплы уттан ҡасырырға телəгəн кеше (менəн сауаплы кеше) бер булырмы? Ул залимдарға: — Ҡылмыштарына күрə, язаһын да татығыҙ, — тип əйтерҙəр. 25. Уларҙан элек йəшəгəндəр (пəйғəмбəрҙəрҙе ялғансыға сығарҙы һəм иҫкəртмəгəн ерҙəн уларға яза килде. (26) Шулай итеп, Аллаһ уларға был донъяла уҡ язаһын татыттырҙы. Əхирəт ғазабы унан да хəтəрерəк буласаҡ. Их, улар шуны алдан уҡ белгəн булһа ине! (27) Хаҡтыр, өгөт алһындар тип, Ҡөръəндə кешелəргə һəр төрлө ғибрəтле миҫалдар килтерҙек. (28) (Гөнаһтарҙан) һаҡланһындар тип, мөкəммəл ғəрəп телендə Ҡөръəн индерҙек. 29. Аллаһ ике ҡол тураһында миҫал килтерə. Ҡолдарҙың береһе үҙ‐ара дуҫ булмаған күп хужаға хеҙмəт итə икəн. (Ҡайһыһының əмерен үтəргə белмəйенсə, йомошто башҡара алмай ҡала һəм үҙенə шелтə ала.) Икенсеһенең хужаһы берəү генə, ти. (Уныһы хужаһының əмерен еренə еткереп үтəй һəм гел маҡтала икəн.) Ике ҡол бер тигеҙ булырмы? (Күп хужалыһы мөшрик хəлендə. Бер хужалыһы мөьмин хəлендə. Мөшриктəр күп Илаһтарға табына. Мөьминдəр иһə бер Аллаһҡа ҡоллоҡ итə.) Аллаһ ҡына маҡтауға лайыҡ. Лəкин уларҙың күбеһе был турала белмəй. 30. (Мөхəммəд) һин, һис шикһеҙ, үлəсəкһең, улар ҙа үлəсəк. (31) Ахырҙа, һис шикһеҙ, һеҙ ҙə Ҡиəмəт көнөндə Раббығыҙҙың хозурына килеп баҫасаҡһығыҙ. (32) Аллаһҡа ҡаршы ялған уйҙырған, үҙенə китерелгəн (Ҡөръəнде) ялғанға сығарған залимдан да залим кем барҙыр? Кəферҙəрҙең урындары йəһəннəмдə булмай, ҡайҙа булһын! 33. Дөрөҫлөктө алып килгəн һəм уны тəҡдир итеүсе кешелəр ҙə бар. Яманлыҡ ҡылыуҙан ваз кискəн тəҡүə кешелəр бына шулар була инде. (34) Улар өсөн Раббы янында һəр нəмə үҙҙəре телəгəнсə мул булыр. Изгелек ҡылғандарҙың бүлəге бына шул булыр. (35) Шулай итеп, Аллаһ уларҙың (фани донъяла) йəшəгəн ваҡытта ҡылған яман эштəрен дə ҡаплаясаҡ. Ҡылған изгелектəренең иң яҡшыларын ғына һайлап, уларҙы бүлəктəр. 36. Үҙенең илсеһен (Пəйғəмбəрҙе) һаҡлар‐яҡлар өсөн Аллаһ үҙе етмəйме ни? Һине башҡа (уйҙырма Илаһ)тар менəн ҡурҡыталар. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене бер кем дə туры юлға ҡайтара алмаҫ. 37. Аллаһ берəйһен тура юлға баҫтырһа, уны берəү ҙə юлдан яҙҙыра алмаҫ. Мотлаҡ ҡөҙрəт эйəһе һəм (дошмандарҙан) үс ҡайтарыусы — Аллаһ Тəғəлə түгелме ни? 38. Хаҡтыр, уларҙан: — Күктəрҙе һəм Ерҙе кем юҡтан бар итте? — тип һораһаң, əлбиттə: — Аллаһ бар итте, — тип əйтерҙəр. Əйт һин уларға: — Шулай булғас, əйтегеҙ əле: Аллаһ миңə берəй төрлө зарар ҡылырға телəһə, Аллаһты инҡар итеп, табынғандарығыҙ Ул биргəн зарарҙан ҡотҡара аласаҡмы? Йəки Аллаһ миңə рəхмəт əйлəһə, улар Уның рəхмəтен юҡҡа сығара аламы? — тип һора. Əйт һин уларға: — Миңə (ярҙам итергə, мине һаҡларға) Аллаһ етəр, — тип. Тəүəккəл итеүселəр бары тик Уға инанып, һыйыналар. 39. Əйт һин: — Əй, халҡым, һеҙ үҙ хəжəтегеҙсə ҡылығыҙ, мин үҙ яйыма эш башҡарырмын, — тип. Оҙаҡламай барыһын да белерһегеҙ: (40) үҙен рисуай итəсəк ғазап кемгə килəсəк, сикһеҙ ғазап кемгə буласаҡ? 41. Хаҡтыр, Беҙ ул Китапты кешелəргə файҙа булһын өсөн, Хəҡиҡəт булараҡ, һиңə индерҙек. Кем тура юлға баҫырға ихтыяр итə, был уның үҙ файҙаһына. Кем юлдан яҙырға телəй, уның да үҙ зарарына булыр. Һин (Мөхəммəд уларҙы ирекһеҙлəп, дингə кертеүсе) вəкил түгелһең. 42. Аллаһ кеше үлгəндə уның йəнен алыр. Иҫəндəр йоҡлағанда, Аллаһ уларҙың рухын үҙенə алып торор. Шулай итеп, үлемгə хөкөм ителгəндəрҙең рухын үҙ янында ҡалдырыр. Йоҡолағыларҙың йəнен мəғлүм бер ваҡытҡа саҡлы тəндəренə кире ҡайтарып торор. Шик юҡ, фекер йөрөтөүселəр өсөн бында ҡəтғи ғибрəттəр бар. 43. Əллə һуң улар үҙҙəренə шəфəғəтсе итеп Аллаһтан башҡаларҙы ялланылармы? Əйт һин: — Бер нəмəгə лə көстəре етмəгəн килеш һəм аҡылдары етешле булмаһа ла мы? — тип (44) Əйт һин: — Бөтөн шəфəғəт — Аллаһ хозурында. Күктəр һəм Ерҙəге бөтөн милек — Уныҡылыр. Барыбер бөтөнөгөҙ ҙə Уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. (45) Аллаһтың бар икəнлеге тураһында һөйлəгəндə, Əхирəт көнөнə инанмағандарҙың йөрəктəре жыу итеп китə. Аллаһтан башҡа (бот)тарҙың исеме телгə алынғанда, уларҙың йөҙҙəре яҡтыра. (46) Əйт һин: — Əй, күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан, йəшерелгəндəрҙе лə, йəшерелмəгəндəрҙе лə белеүсе Аллаһ, бəндəлəрең араһында бəхəс сəбəпсеһе булған нəмəлəрҙе Үҙең асыҡлап бирерһең, — тип. (47) Ерҙəге бөтөн байлыҡҡа улар хужа булып, тағын шул ҡəҙəр байлыҡ улар ҡулына керһə лə, Ҡиəмəт көнөндəге ғазаптарҙан ҡотолор өсөн шул байлыҡты ла улар ҡыҙғанып тормаҫ ине (лəкин ул байлыҡ уларға файҙа килтермəҫ). Аллаһ уларҙың баштарына ла килеп ҡарамаған язалар бирер. (48) Уларҙың (донъяла) ҡылған яманлыҡтары (Ҡиəмəт көнөндə) уртаға сығасаҡ, көлкөгə сығарған нəмəлəре үҙҙəрен ҡамап аласаҡ. (49) Берəй ҡыйын хəлдə ҡалһа, кеше Беҙҙе ярҙамға саҡыра. Һуңынан үҙенə Беҙҙəн ниғмəт‐муллыҡ килһə: — Был миңə бары тик үҙемдең (булдыҡлылығым) белемем арҡаһында ғына килде, — ти. Дөрөҫ, был бары тик һынап ҡарау ғына. Лəкин уларҙың күбеһе был турала белмəй. (50) Уларҙан элек йəшəгəндəр ҙə шулай һөйлəй ине. Лəкин ҡаҙанған байлыҡтары үҙҙəренə (Ҡиəмəттə) файҙа килтермəҫ. (51) Ҡылған яуызлыҡтары уларҙы язаға ирештерҙе. Хаттин ашыусыларҙың (сиктəрҙе уҙғандарҙың) ҡылған яманлыҡтары үҙҙəренең башына төшəсəк. Был мəсьəлəлə Аллаһты меҫкен хəлдə ҡалдырып, Уға ҡамасаулай алмаҫһығыҙ. (52) Үҙе ихтыяр иткəн бəндəһенə Аллаһ ризыҡты мул бирер, телəмəгəненең ризығын киҫер. Улар шуны ла белмəйҙəрме? Шик юҡ, иман килтергəндəр өсөн бында ғибрəттəр бар. (53) Əйт һин: — Һəй, үҙ нəфселəре (ҡомһоҙлоҡтары) арҡаһында хаттин ашҡандар (сиктəрҙе уҙғандар)! Аллаһтың рəхмəтенəн өмөт өҙмəгеҙ. Аллаһ (тəүбə иткəн) барса гөнаһлыларҙы ярлыҡаусы. Хаҡтыр, Ул сикһеҙ ярлыҡаусы, хəтһеҙ мəрхəмəтле. (Лəкин был: һуңынан тəүбə итермен, тип аҙғынлыҡ ҡылып, хаттин ашарға ярай, тигəн һүҙ түгел. Аллаһ барыһын да күреп, белеп тора.)


54. Һеҙгə ғазап килеп төшкəнсегə ҡəҙəр Раббыға йүнəлегеҙ. Уға тəслим ҡылығыҙ, (ваҡытында тəүбə итмəһəгеҙ) һуңынан һеҙгə ярҙам булмаҫ. (55) Һеҙ, көтмəгəндə, һис уйламаған яҡтан башығыҙға яза килеп төшкəнсегə ҡəҙəр Раббығыҙ һеҙгə индергəндəренəн иң яҡшыһына — Ҡөръəнгə эйəрегеҙ. 56. —Аллаһ алдында хаттин ашҡан ғəмəлдəрем өсөн мин үкенəм, миңə яҙыҡтар (ҡайғы) булһын. Ысындан да, мин (динде, Ҡөръəнде) мəсхəрə итеп көлгəндəр араһында инем, — тип үкенерлек булмаһын. (57, 58) Йəки: —Аллаһ мине тура юлға баҫтырған булһа, əлбиттə, (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланған булыр инем, — тип йəки ғазапты күргəс тə:— Их, донъяға кире ҡайта торған булһа, мин гел изгелек кенə ҡылыр инем, — тип ҡайғырырлыҡ булмаһын. (59) (Эй, кəфер, донъяға кире ҡайтыу булмаҫ.) Аяттарым һиңə килде. Һин уларҙы ялғанға сығарҙың. Тəкəббер инең һəм инҡарсыларҙан булдың. 60. (Эй, Мөхəммəд) Аллаһ хаҡында ялған һөйлəгəндəрҙең йөҙҙəре Ҡиəмəт көнөндə ҡап‐ҡара булғанын күрерһең. Маһайғандарҙың урыны йəһəннəм түгелме? 61. Аллаһ саф‐ихлас мөьминдəрҙе (Ҡиəмəттə) ҡотҡарыр. Уларға һис бер бəлə килтермəҫ. Мөьминдəргə (Ҡиəмəттə) ҡайғы ирешмəҫ. 62. Аллаһ барса нəмəне юҡтан бар итеүсе — яралтыусы. Аллаһ һəр нəмə менəн Үҙе телəгəнсə идара итə. (63) Күктəрҙең һəм Ерҙең сер асҡыстары бары тик Уның хозурында. Аллаһтың аяттарын инҡар итеүселəр бар. Бына шулар инде хəтəр юғалтыуҙарға дусар кешелəр. (64) Əйт һин: — Əй, наҙандар! Һеҙ Аллаһтан башҡа нəмəлəргə ҡоллоҡ итеүемде телəйһегеҙме? — тип. (65) (Мөхəммəд) хаҡтыр, һиңə лə, һинəн элек килгəндəргə лə шулай уахи ителде: — Шикһеҙ, əгəр ҙə Аллаһҡа тиң һанап, башҡаға табынһаң, ҡылмыштарың, һис шикһеҙ, бушҡа китер һəм һин юғалтыуҙарға мəхкүм булырһың. (66) Əйе, һин бары тик бер Аллаһҡа ғына бойһон һəм шөкөр итеүселəрҙəн бул. (67) Улар (мөшриктəр) Аллаһты ысыны менəн танып бөтөрмəнелəр. Ҡиəмəт көнөндə бөтөн Ер йөҙө Уның ҡарамағында булыр. Күктəр Уның ҡөҙрəте менəн (ҡағыҙ кеүек итеп) төрөлөр. Аллаһ мөшриктəрҙең уйҙырма тəңрелəренəн бөйөк һəм кəмселекһеҙ. 68. Сур борғоһона өрөлгəс, Аллаһ иҫəн ҡалдырырға телəгəндəрҙəн башҡаһы, күктəрҙə һəм Ерҙə нимə булһа — барсаһы үлəсəк, юҡҡа сығасаҡ. Бер аҙҙан тағын икенсе тапҡыр Сурға өрөлгəс, ни күҙҙəрегеҙ менəн күрерһегеҙ, уларҙың (үлгəндəрҙең) барыһы ла аяҡҡа баҫып, ҡарап‐көтөп торорҙар. («Беренсе тапҡыр Сурға өрөлгəс, иҫəн ҡала торғандар: Жəбраил фəрештə, Исрафил фəрештə, Ғазраил фəрештə һəм Ғəреш хеҙмəткəрҙəре, тағын йəннəт ҡапҡаһында һаҡта тороусы ридуан фəрештəлəре, йəннəттең хазинаһын һаҡлаусы Мəлик, йəһəннəм һаҡсылары — зобаниҙар. Сурға беренсе өрөлгəндə был донъялағы тереклек бөтə. Икенсе тапҡыр өрөлгəс, яңынан терелеү, теге донъя тормошо башлана». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 69. Мəхшəр ере Раббының нуры менəн яҡтыртылыр. Китап (ғəмəл дəфтəре) майҙанға ҡуйылыр. Пəйғəмбəрҙəр һəм шаһиттар килтерелер. Ғəҙел хөкөм башланыр. Бер кемгə лə хаҡһыҙлыҡ ҡылынмаҫ. (70) Ғəмəленə күрə, һəр кем теүəл əжерен алыр. Уларҙың нимə ҡылғандарын Аллаһ бик яҡшы белə. 71. Иманһыҙҙар иһə, төркөм‐төркөм булып, йəһəннəмгə ҡыуылыр. Ниһайəт, килеп етеүгə үк (тамуҡтың) ҡапҡалары асылып китер. Зобаниҙар (йəһəннəм һаҡсылары) уларҙан: — Һеҙҙең аранан сыҡҡан, һеҙгə Раббының аяттарын уҡып биргəн һəм бөгөн бында ҡауышасағығыҙҙы киҫəтеп ҡуйған пəйғəмбəрҙəр һеҙгə килмəнеме ни? — тип һорарҙар. — Əйе, килгəндəр ине, — тип əйтерҙəр. Кəферҙəргə вəғəҙə ителгəн ғазап инде дөрөҫкə сыҡты. (72) Уларға: — Эсендə мəңге ҡаласаҡ йəһəннəмдең ҡапҡаһынан керегеҙ! — тип əйтелер. Маһайған тəкəбберҙəрҙең урыны бик тə хəтəр урын. 73. Раббыға ризаһыҙлыҡ белдерергə ҡурҡҡандар иһə төркөм‐төркөм булып, йəннəткə керер. Ҡапҡанан кергəндə уларға һаҡсылар əйтер: — Сəлəм һеҙгə! Саф‐пак килеш килдегеҙ. Инде мəңгегə ҡалыр өсөн ожмахҡа керегеҙ, ‐ тип əйтерҙəр. (74) Улар: — Беҙгə биргəн антына тоғро ҡалған һəм беҙҙе телəгəн урыныбыҙға ултыртасаҡ, беҙҙе йəннəткə вəриҫ ҡылған Аллаһҡа — дан! — тип əйтерҙəр. Изгелек ҡылғандарҙың əжере ни ҡəҙəр гүзəлдер. 75. Фəрештəлəрҙе күрерһең. Улар Раббыға маҡтау менəн тəсбих əйтер өсөн, Ғəреште уратып алған булыр. Кешелəр араһында ғəҙел хөкөм тамам! Ғəлəмдəрҙең Раббыһы булған Аллаһҡа — дан! Əлхəмдүлиллəһи Раббыл ғəлəмин! 40 — Мөьмин (Мөьмин) сүрəһе (Мөьмин сүрəһе 85 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. 56, 57‐се аяттары Мəҙинəлə ингəн). Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ха. Мим. (2, 3) Был Китап һəр ваҡыт еңеүсе, барыһын да белеүсе, гөнаһтарҙы ярлыҡаусы, тəүбəлəрҙе ҡабул итеүсе, ғазабы — хəтəр, бəрəкəте — мул Аллаһ тарафынан индерелде. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ҡайтарылыш фəҡəт Уның хозурына. (4) Инҡарсыларҙан башҡа һис кем Аллаһтың аяттары хаҡында шик белдереп бəхəслəшмəҫ. Шəһəрҙəрҙəге (кəферҙəрҙең рəхəт муллыҡта) йəшəйештəре һине ҡыҙыҡтырмаһын. (Уларҙың байлығына, сауҙалағы уңыштарына алданма.) 5. Уларҙан элек Нухтың ҡəүеме, уларҙан һуң йəшəгəн (Ғəд, Сəмүд, Лут) халыҡтары ла (пəйғəмбəрҙəрен) ялғансыға сығарған ине. Уларҙың һəр өммəте үҙ пəйғəмбəрҙəрен харап итер өсөн, мəкерле тоҙаҡтар ҡорҙо. Ялғанды Хəҡиҡəттəн өҫтөн сығарыр өсөн, гел һуғышып торҙолар. Нəтижəлə, Мин дə уларҙы тотоп алдым (да һəлəк иттем). Ана, ҡара! Минең ғазабым уларға нисек хəтəр булып төштө. (6) Аллаһтың: — Инҡарсылар, һис шикһеҙ, йəһəннəм əһеле буласаҡ,‐ тигəн һүҙе хаҡ булып сыҡты. Улар йəһəннəм əһеле булды. 7. Ғəреш(тең мəшəҡəтле) эштəрен үҙ өҫтəренə алған, Ғəреш тарафындағылар (фəрештəлəр) Раббыға мəдхийə уҡыйҙар һəм тəсбих əйтəлəр. Аллаһҡа инаналар. — Йə, Раббыбыҙ, һинең рəхмəтең һəм ғилемең һəр нəмəне солғап алған. Шулай булғас, тəүбə иткəндəрҙе һəм Һинең юлыңа йүнəлгəндəрҙе ярлыҡа. Уларҙы йəһəннəм ғазабынан ҡотҡар! (8) Раббыбыҙ, уларҙы ла, уларҙың аталарын да, ҡатындарын да, нəҫелдəрендəге изгелек ҡылғандарҙы ла үҙҙəренə вəғəҙə иткəн Ғəден йəннəттəренə керт. Һис шик юҡ, Һин һəр саҡ еңеүсе һəм хаким булдың. (9) Уларҙы һəр төрлө яманлыҡ ҡылыуҙарҙан һаҡла. Гөнаһтарҙан һаҡлаһаң, хаҡтыр, ул Көндө (Ҡиəмəттə) улар рəхмəтеңə ирешер. Был улар өсөн иң оло ҡотолош һəм Сəғəдəткə ирешеү булыр ине. 10. Инҡарсыларға былай əйттелəр: — Аллаһтың ғазабы, хаҡтыр, һеҙҙең үҙегеҙгə булған бөгөнгө нəфрəтегеҙҙəн хəтəрерəк. Һеҙҙе иман килтерергə өндəнелəр, лəкин һеҙ баш тарттығыҙ. 11. Улар: — Раббыбыҙ, беҙҙе ике тапҡыр үлтерҙең, ике тапҡыр терелттең. Беҙ ҙə гөнаһтарыбыҙҙы таныныҡ. Исмаһам, бер тапҡыр ғына булһа ла (йəһəннəмдəн) сығыу юлы бармы? — тип əйтер. («Беренсе терелеү — тыуыу, икенсе терелеү—Ҡиəмəттə. Беренсе үлем — əсə ҡарынындағы яралғының, йəнһеҙлек һəлəте, юҡлыҡ. Икенсе үлем — был донъянан китеү». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 12. Бындай яза һеҙгə шуның өсөн бирелде: һеҙҙе бер Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылырға өндəнелəр, һеҙ инҡар иттегеҙ. Уға тиң тип, уртаҡтарға табындығыҙ. Инде хəҙер хөкөм бөйөктəрҙəн‐бөйөк Аллаһ ихтыярында. (13) Һеҙгə аяттарҙы күрһəткəн, һеҙҙең өсөн Күктəн ризыҡ индергəн — Улдыр. Аллаһ юлындағыларҙан башҡалар был эштəрҙəн ғибрəт алмаҫ. 14. Йəгеҙ, кəферҙəрнең һушына китмəһə лə (күрə алмаһалар ҙа), Аллаһҡа һəм дингə ихласлыҡ менəн ғибəҙəт ҡылайыҡ.


15. Юғары дəрəжəле, Ғəрештең хужаһы Аллаһ, (Ҡиəмəттə) ҡауышыу көнө менəн ҡурҡытыу өсөн, үҙе телəгəн ҡолона уахи индерҙе. (16) Ул Көндө улар ҡəберҙəренəн ҡубарылып, майҙанға сығыр. Улар ҡылған ғəмəлдəрҙең береһе лə Аллаһтан йəшеренеп ҡала алмаҫ. — Был Көндə хөкөмдарлыҡ кем ихтыярында? — Ҡөҙрəтле һəм берҙəн‐бер Аллаһ хозурында! (17) Ул Көндө һəр кемгə үҙе ҡылғандарҙың əжере бирелер. Был Көндө бер кемгə лə ғəҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. Шөбһəһеҙ, Аллаһ хөкөмөн тиҙ тотар. (18) Яҡынлашып килə торған Көн (Ҡиəмəт) тураһында уларҙы киҫəтеп тор. Шунда, утлы дəһшəт эсендə уларҙың йөрəктəре боғоҙҙарына тығылыр. Залимдарҙың шунда дуҫы ла, һүҙенə ҡолаҡ һалырҙай шəфəғəтсеһе лə булмаҫ. (19) Аллаһ хыянатсыны күҙ ҡарашынан уҡ таныр. Күңелдəрендəге йəшертен телəктəрен дə белеп торор. (20) Аллаһ ғəҙеллек менəн хөкөм итер. Уны инҡар итеп, табынған нəмəлəре бер ниндəй ҙə хөкөм сығара алмаҫ. Шик юҡтыр, Аллаһ ысыны менəн ишетеп, күреп тороусылыр. (21) Улар Ер йөҙөндə йөрөп тə, əүəл йəшəгəн (гөнаһлы) халыҡтарҙың нисек итеп һəлəк булғандарын күрмəнелəр (күрһəлəр ҙə, ғибрəт алманылар). Юҡһа, улар Ер йөҙөндəге ҡоролмалары, һарайҙары менəн быларынан күпкə өҫтөн һəм ҡеүəтле ине. Шулай ҙа, Аллаһ уларҙы (гөнаһтарына күрə) язаланы. Уларҙы язаһынан ҡотҡарырға тырышҡан зат та булманы. (22) Сөнки пəйғəмбəрҙəр уларға ап‐асыҡ аяттар‐мөғжизəлəр алып килеп тə, улар инҡар итте. Аллаһ та уларҙы ғазапҡа дусар итте. Хаҡтыр, Аллаһ — ҡөҙрəт эйəһе, Уның ғазабы бик тə хəтəр буласаҡ. 23, 24. Хаҡтыр, Беҙ Мусаны мөғжизəлəребеҙ һəм ап‐асыҡ дəлилдəр менəн Фирғəүенгə, Һаманға, Ҡарунға күндерҙек. Улар: — Был шыр ялғансы һəм сихырсы, ‐ тинелəр. (25) Муса Беҙҙең тарафтан үҙҙəренə Хəҡиҡəтте алып килгəс, улар: — Уға эйəреп, иман килтергəндəрҙең ир улдарын нəҫеле менəн бергə үлтерегеҙ, ҡатындарын, ҡыҙҙарын иҫəн ҡалдырығыҙ, — тинелəр. Əммə кəферҙəрҙең тоҙағы ғəмəлгə ашманы. 26. Фирғəүен: —Үҙ ихтыярыма ҡалдырығыҙ, Мусаны мин үлтерəсəкмен. Ҡотолаһы килһə, Аллаһына ялбарһын. Сөнки мин уның динебеҙҙе үҙгəртеүенəн һəм Ер йөҙөндə фетнə сығарыуынан ҡурҡам, — тине. 27. Муса: — Мин Хисап көнөнə инанмаған һəр тəкəббер кешенəн һеҙҙең дə, минең дə Раббым булған Аллаһҡа һыйынам, — тине. 28. Фирғəүендең яҡындарынан булып та йəшерен рəүештə иман килтергəн бер əҙəм былай тине: — Һеҙ был əҙəмде: Раббым — Аллаһтыр, тигəне өсөн генə үлтермəксе булаһығыҙмы? Гəрсə, ул һеҙгə Раббығыҙҙан ап‐асыҡ дəлилле мөғжизəлəр килтерһə лə? Əгəр ҙə ул ялғанлай икəн, ялғаны үҙ башына булһын. Əгəр ҙə ул дөрөҫөн һөйлəй икəн, ул ғазаптарҙың берəйһе килеп, һеҙҙе тотасаҡ бит. Шик юҡ, Аллаһ хаттин ашҡан ялғансыларҙы тура юлға ирештермəҫ. (29) Əй, ҡəүемем, бөгөн был ерҙə (Мысырҙа) һеҙ — хаким, һəм хөкөм сығарыу — һеҙҙең ҡулда. Əммə Аллаһтың язаһы беҙгə бер килтереп һуғыр, шул сағында беҙгə кем ярҙам итер икəн? Фирғəүен əйтте: — Мин һеҙгə үҙ ҡарашымды һөйлəнем һəм йəнə һеҙгə тура юл күрһəттем, — тине. 30, 31. Теге иманлы əҙəм йəнə былай тине: — Əй, туғандар! Дөрөҫөн əйтəйем, мин һеҙҙең өсөн ҡурҡам. Нух ҡəүеменең, Ғəд, Сəмүд һəм уларҙан һуң килгəндəрҙең башына төшкəн əфəттең һеҙгə лə килеүенə шик юҡ. Аллаһ Үҙенең бəндəлəренə бер ҡасан да яманлыҡ телəмəй. (32, 33) Əй, халҡым минең, ысындан да мин һеҙҙең өсөн ҡурҡам. Аҡырып‐баҡырып кирегə боролоп ҡасасаҡ Көн килеүенəн ҡурҡам. Һеҙҙе Аллаһ ғазабынан ҡотҡарырлыҡ бер генə зат та юҡ. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене тура юлға баҫтырырлыҡ башҡа бер генə көс тə юҡ. 34. Хаҡтыр, унан алда Йософ та һеҙгə асыҡ дəлилле аяттар килтергəн ине. Ул алып килгəн аяттарға һеҙ һəр уаҡыт шиклəнеп ҡаранығыҙ. Ниһайəт, ул вафат булғандан һуң, һеҙ: — Аллаһ бынан һуң пəйғəмбəр күндермəҫ, — тинегеҙ. Бына, Аллаһ хаттин ашҡан шиклəнеүселəрҙе шулай аҙаштыра. 35. Ҡулдарында һис бер дəлилдəре булмаған килеш, Аллаһтың аяттары тураһында бəхəслəшəлəр. Уларҙың был ғəмəле Аллаһ тарафынан да нəфрəт менəн ҡаршыланды. Маһайып, тəкəберлəнгəн һəр залимдың күңелен Аллаһ мөһөрлəп (биклəп) ҡуя. 36. Фирғəүен əйтте: — Əй, Һаман, миңə бейек манара төҙөп ҡуй, бəлки, мин күктəргə менə торған юлды табырмын. (37) Мусаның Тəңреһен күреп төшөрмен, — тине. — Дөрөҫөн генə əйткəндə, мин уны ялғансылыр, тип уйлайым. Шулай итеп, Фирғəүен ҡылған яман эш яҡшы итеп күрһəтелде һəм ул юлдан яҙҙы. Фирғəүен ҡорған мəкерле тоҙаҡ юҡҡа сыҡты. 38. Баяғы иманлы кеше əйтте: — Əй, ҡəүемем, һеҙ миңə эйəрегеҙ, мин һеҙгə тура юлды күрһəтəсəкмен, — тине. (39) — Əй, халҡым минең, шик юҡтыр, был донъялағы тормош бик тиҙ уҙып китеүсе бер мажара ғына. Əммə Əхирəт, ысындан да, мəңгегə ҡала торған йорттор. (40)—Яманлыҡ ҡылған кеше яманлығы урынына язаһын алыр. Кем дə кем, ҡатынмы ул, ир кешеме, мөьмин булып, изгелек ҡылһа, йəннəткə керəсəк. Шунда кергəндəргə хисапһыҙ ризыҡ бирелəсəк. (41) Əй, халҡым! Был ниндəй хəлегеҙ? Мин һеҙҙе нəжəткə (ҡотолошҡа) саҡырам, һеҙ мине утҡа (йəһəннəмгə) ҡыҫтайһығыҙ (саҡыраһығыҙ). (42) Һеҙ мине Аллаһты танымаҫҡа өгөтлəйһегеҙ. Мин белмəгəн, мин табынырға телəмəгəн нəмəлəрегеҙҙе Уға тиңлəштерəһегеҙ. Мин иһə һеҙҙе ҡөҙрəте менəн барсаһын еңеүсе һəм сикһеҙ мəрхəмəтле Аллаһтың тура юлына саҡырам. (43) Хəҡиҡəт шулдыр, һеҙ мине табынырға саҡырған нəмəгеҙ фани донъяла ла, Əхирəттə лə иғтибарға лайыҡ түгел. Əлбиттə, Аллаһ хозурына ҡайтасаҡбыҙ. Хаттин ашҡандар йəһəннəмдең үҙ кешелəрелер. (44) Һеҙгə һөйлəгəн был киҫəтеүҙəремде һеҙ оҙаҡламай иҫегеҙгə төшөрəсəкһегеҙ (язаһын күргəс, үкенəсəкһегеҙ). Мин иһə эштəремде Аллаһҡа бағышланым. Шик юҡтыр, Аллаһ бəндəлəрен бик яҡшы белеп тора. 45. Ахырҙа Аллаһ Тəғəлə мөшриктəр ҡорған мəкерле тоҙаҡтан уны (иман килтергəн был əҙəмде) ҡотҡарып ҡалды. Фирғəүен тоҡомон иһə хəтəр язаға тартты. 46. Улар иртə‐кис утҡа ташланасаҡ. Ҡиəмəт ҡупҡан көндө: — Фирғəүен тоҡомона язаның иң хəтəрен бир, — тип əйтерҙəр. (47) Ут эсендə янғанда кəферҙəр үҙ‐ара бəхəс ҡуптарыр. Фəҡир һəм хəлһеҙ булғандары тəкəбберҙəренə əйтер: — (Донъялыҡта) беҙ һеҙгə ышанып эйəрҙек. Хəҙер ут ғазабының исмаһам бер өлөшөн генə булһа ла беҙҙəн үҙегеҙгə алығыҙ, зинһар, — тип ялбарырҙар. 48. Донъяла саҡта əллə кем булып, күкрəк киреп йөрөүселəр əйтер: — Дөрөҫ, барыбыҙҙың да ошонда булырға тейешлегебеҙ раҫланды. Аллаһ бəндəлəренə вəғəҙə иткəндəрҙең барыһын да бирҙе, — тип əйтерҙəр. (49) Ут эсендəгелəр йəһəннəм һаҡсыларына əйтер: — Беҙҙең өҫтəн бер генə көнгə генə булһа ла был ғазаптарҙы алып торһон, тип Раббығыҙға ғибəҙəт ҡылығыҙ, зинһар, — тип ялбарырҙар. (50) Зобаниҙар əйтер: — Һеҙгə пəйғəмбəрҙəрегеҙ асыҡтан‐асыҡ дəлилдəр килтерҙеме? — тип əйтерҙəр. Былары: — Əйе, килтерҙе, — тип əйтəсəк. — Шулай булғас, Аллаһҡа ялбарығыҙ, —тип əйтерҙəр. Гəрсə кəферҙəрҙең үкенеү‐ялбарыуы файҙа бирмəҫ. 51. Шик‐шөбһəһеҙ, пəйғəмбəрҙəребеҙгə һəм иман килтергəндəргə һəм донъя тормошонда һəм шаһиттарҙың шаһитлыҡ итəһе (Ҡиəмəт) Көнөндə ярҙам итербеҙ. 52. Ул Көндө залимдарҙың ярлыҡау телəп ялбарыуҙары һис бер файҙа бирмəҫ. Уларға лəғнəт! Хəтəр йорт та (йəһəннəм дə) уларҙыҡы булыр. 53. 54. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға тура юл күрһəттек һəм аҡылы башында булғандарға өгөт биреүсе һəм тура юл күрһəтеүсе Китап (Тəүрəт)ты Исраил тоҡомона мираҫ иттек.


55. (Рəсүлем) хəҙергə һин инде (ауырлыҡтарға түҙ) сабыр ит. Сөнки Аллаһтың вəғəҙəһе, һис шикһеҙ, ғəмəлгə ашасаҡ. Гөнаһтарыңдың ярлыҡаныуын телə. Кис‐иртə Раббыңды маҡтап, тəсбих тарт (намаҙ уҡы). 56. (Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарырға) ҡулдарында асыҡ иҫбат булмаған көйөнсə, Аллаһ аяттары тураһында улар бəхəс ҡуптара. Шик юҡтыр, уларҙың күңелендə буй етмəҫ дəрəжəлəге бөйөклөккə ынтылыу, маһайыу һəм тəкəбберлектəн башҡа һис нəмə юҡ. Һин Аллаһҡа һыйын. Шөбһə юҡ, Аллаһ — ишетеп, күреп тороусы. 57. Əлбиттə, күктəрҙең һəм Ерҙең яралтылышы — кешелəрҙең барлыҡҡа килеүенəн дə бөйөгөрəк ғəмəлдер. Лəкин кешелəрҙең күбеһе был турала белмəй. 58. Һуҡыр менəн күҙле, иман килтереп, изгелек ҡылған кеше менəн яманлыҡ ҡылыусылар бер булмаҫ. Аһ, һеҙ был турала уйлап та ҡарамайһығыҙ. 59. Һис шикһеҙ, Ҡиəмəт көнө килəсəк. Бында бер ниндəй ҙə шик‐шөбһə булыуы мөмкин түгел. Лəкин кешелəрҙең күбеһе быға ышанмай. 60. Раббығыҙ шулай бойорҙо: — Миңə доға уҡығыҙ, ҡабул итəсəкмен. Сөнки Миңə ғибəҙəт ҡылыуҙы ташлап, тəкəбберлеккə йөҙ тотҡандар хурлыҡҡа ҡалып, йəһəннəмгə дусар буласаҡ, — тине. 61. (Кешелəр) ял итһен, тип Аллаһ төндө, (яҡтылыҡ) күрһендəр тип, көндө яралтты. Шөбһəһеҙҙер, Аллаһ — кешелəргə ҡарата йомартлыҡ эйəһелер. Лəкин кешелəрҙең күбеһе шөкөр итмəй. 62. Бөтөн нəмəне юҡтан бар итеүсе Илаһ — ул Аллаһтыр. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ни эшлəп һуң, улайһа, һеҙ Унан йөҙ сөйөрəһегеҙ (башҡа боттарға табынаһығыҙ)? (63) Аллаһтың аяттарын ҡарышып инҡар иткəндəр (Хаҡтан) шулай ситлəшə. 64. Ерҙе һеҙҙең өсөн йəшəү майҙаны иткəн дə, Күкте лə һеҙҙең өсөн гөмбəҙ (түбə) итеп яһаған, һеҙгə гүзəл рəүеш‐ҡиəфəт биргəн дə һəм һəм һеҙҙе саф‐паҡ ризыҡтар менəн ризыҡландырған да — Аллаһтыр. Бына шул инде һеҙҙең Раббығыҙ. Ғəлəмдəрҙең Раббыһы Аллаһ — бөйөктəрҙəн дə бөйөктер. (65) Ул мəңге тереҙер. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Шулай булғас, ихлас һəм самими кешелəр булараҡ, һеҙ Уға ғибəҙəт ҡылығыҙ, һəр төрлө маҡтау ғəлəмдəрҙең Раббыһы Аллаһҡа ғына махсустыр. 66. (Рəсүлем), əйт һин: — Раббымдан ап‐асыҡ дəлилдəр килгəс, Аллаһты инҡар итеп, һеҙ табына торған (һын)дарға минең табыныуым рөхсəт ителмəне. Ғəлəмдəрҙең Раббыһына буйһоноуым тəғəйенлəнде. 67. Һеҙҙе тупраҡтан, һуңынан нəҫел орлоғонан, унан һуң ҡан тамсыһынан (яралғынан) яратҡан, унан һуң бала итеп (донъяға) сығарған, унан һуң һеҙҙе көслө‐ҡеүəтле итеп үҫтергəн, унан һуң ҡартайтҡан да, ҡайһыларығыҙҙы иртə вафат иттергəн, ҡайһыларығыҙға оҙон ғүмер биргəн дə — Аллаһтыр. Бəлки, һеҙ аҡылға килерһегеҙ, ə? («Əҙəмде тупраҡтан хəлиҡ ҡылды, һуңынан нəҫелегеҙҙе үрсетер өсөн һеҙҙе бер тамсы һыуҙан, һуңынан ул һыуҙы ойошҡан ҡан ҡылды, һуңынан төҙөп бөтөргəс, бала хəлегеҙҙə əсəйегеҙҙəн тыуҙыралыр». Шəйх Ноғмани тəфсиренəн.) («Ул һеҙҙе бер тупраҡтан, һуңынан бер мəниҙəн, һуңынан бер ойошҡан ҡандан, һуңынан бала булараҡ сығарған». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) («Тормош башланғысы бирə торған кеп‐кескенə тамсынан». Мəүланə Али тəфсиренəн.) («Һеҙҙе тупраҡтан, һуңынан мəниҙəн, һуңынан ҡушылған‐аралашҡан күкəйҙəн яралтҡан». Али Тургуг тəфсиренəн.) (Һуңғыһы мəсьəлəне яҡшыраҡ асыҡлай кеүек. Ысындан да, ҡатын күкəйсеге менəн ирҙең күкəйсеге бергə ҡушылып, əсə ҡарынында яралғы барлыҡҡа килə.) 68. Ул — терелтеүсе лə, үлтереүсе лə. Ул берəй эш булыуын телəһə, бары тик бер һүҙ əйтə: — Бул! — ти. Һəм Ул телəгəн нəмə барлыҡҡа килə. 69. Һин Аллаһтың аяттары тураһында ғауғалы рəүештə бəхəслəшкəндəреҙең хəлен күрҙеңме? Нисек итеп улар Хəҡиҡəттəн ситлəште. (70) Улар Пəйғəмбəребеҙгə индерелгəн Китапты һəм шундағы дəлилдəрҙе ялғанға сығарырға маташты. Оҙаҡламай улар (гөнаһтары өсөн язаланасаҡтарын) аңлаясаҡ. (71, 72) Муйындары тимер бығауҙар һəм сылбырҙар менəн уралған хəлдə, улар ныҡ ҡайнар һыуға кертелəсəк. Унан һуң уларҙы утҡа ташлаясаҡтар. (73, 74) Унан һуң уларҙан: — Аллаһты инҡар итеп, һеҙ табынған нəмəлəрегеҙ ҡайҙа? — тип һорарҙар. Улар иһə: — Беҙҙəн ҡастылар. Ысынлыҡта, беҙ əүəл һис бер нəмəгə лə табынмай инек, — тип əйтəсəк. Аллаһ кəферҙəрҙе ана шулай һаташтырыр. 75. Хаҡығыҙ булмаған көйөнсə, самаһын белмəҫтəн (байлығығыҙ менəн) маҡтана инегеҙ. Хаттин ашып, тəкəберлəнеп, күкрəк киреп, рəхəт йəшəй инегеҙ. Был язалар һеҙгə шуның өсөн. (76) Һеҙ мəңге шунда ҡаласаҡ йəһəннəмдең ҡапҡаһынан керегеҙ. Хаттин ашҡан тəкəбберҙəр керə торған ул ер бик тə хəтəрҙер. 77. Тик, (Рəсүлем) һин сабыр ит. Шик юҡтыр, Аллаһтың вəғəҙəһе тормошҡа ашасаҡ. Уларға вəғəҙə иткəн язаларыбыҙҙың бер өлөшөн һиңə күрһəтербеҙ йəки һине алданыраҡ вафат иттерербеҙ, һəр хəлдə улар Беҙҙең хозурыбыҙға ҡайтасаҡ. 78. Хаҡтыр, һинəн алда ла пəйғəмбəрҙəр күндерҙек. Ҡайһы берҙəре тураһында һиңə һөйлəгəнем дə бар, ҡайһы берҙəре тураһында бер нимə лə һөйлəмəнем, һис бер пəйғəмбəр Аллаһтың рөхсəтенəн башҡа бер генə аят тə үҙенəн килтерə алмаҫ. Аллаһтың əмере килгəс, дөрөҫлөк урынлашыр. Яманға эйəргəндəр язаға тартылыр. 79. Аллаһ һеҙҙең ҡулланыуығыҙ өсөн хайуандар яралтты. Ҡайһыһына атланып йөрөгөҙ. Ҡайһыларын салып ашағыҙ. (80) Ул мал‐тыуарҙарҙа һеҙҙең өсөн күп файҙалар бар. Телəгəнегеҙҙе үтəр өсөн, һеҙ уларға атланып донъя гиҙегеҙ. Улар ярҙамында һəм дə кəмəлəргə ултырып, йөктəр төйəп, ғəмəл ҡылырһығыҙ. 81. Аллаһ һеҙгə үҙенең аяттарын күрһəтə. Хəҙер инде шул аяттарҙың ҡайһыһын һеҙ инҡар итерһегеҙ икəн? 82. Улар (кəферҙəр һəм мөшриктəр) Ер йөҙөндə сəйəхəт итеп тə, үҙҙəренəн əүəл йəшəп киткəн гөнаһлы тоҡомдарҙың нисек итеп һəлəк булғандарын күрмəнелəрме ни? Əүəлгелəре быларынан күпкə ишле ине. Донъялағы ҡоролма һəм ҡəлғəлəре мəсьəлəһендə лə улар күпкə өҫтөн һəм ҡеүəтле ине. Лəкин уларҙың был йыйған малдары (яза килгəс) ысынлыҡта уларға файҙа килтермəне. 83. (Үҙ араларынан сыҡҡан) пəйғəмбəрҙəре уларға ап‐асыҡ дəлилдəр килтергəс, улар үҙҙəренең белемле булыуы менəн маһайҙылар һəм аяттарҙы мыҫҡыл итеп көлдөлəр. Улар мыҫҡыл иткəн нəмəлəр (яза булып) үҙ баштарына төштө. (84) Минең тарафтан үҙҙəренə бик тə хəтəр яза килгəс: — Аллаһҡа инандыҡ һəм Уға тиңлəштергəндəребеҙҙе инҡар иттек, — тинелəр. (85) Ғазабыбыҙҙы күргəс кенə иман килтереүҙəре уларға файҙа бирмəне. Аллаһтың ҡолдарына ҡарата ҡуллана торған (яза) ысулы шулдыр. Кəферҙəр юғалтыуға дусар ине. 41 — Фуссилəт (Аңлатылды) сүрəһе (Фуссилəт сүрəһе 54 аяттан тора. «Фуссилəт» — аңлатылды мəғəнəһендəге һүҙ. Мəккəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ха. Мим. (2) (Ҡөръəн) рəхимле һəм миһырбанлы Аллаһ ҡатынан индерелде. (3) Мəғлүмəтлелəр өсөн, аяттары асыҡ аңлайышлы ғəрəп телендə яҙылған Китап ул. (4) Был — ҡыуаныслы хəбəр еткереүсе һəм киҫəтеүсе Китаптыр. Лəкин күп кеше унан йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрə, улар (ул өгөттəрҙе, һөйөнөслө хəбəрҙəрҙе) ишетмəй. 5. Улар əйтте: — (Эй, Мөхəммəд) күңел күҙҙəребеҙҙе элпə ҡаплап торғанға күрə, беҙ һинең өгөттəреңде ишетмəйбеҙ. Ҡолаҡтарыбыҙ ҙа томаланған. Һинең менəн беҙҙең арала ниндəйҙер бер (күренмəҫ) кəртə бар. Тик, һин үҙ (дин)еңсə йəшə, беҙ ҙə үҙ (дин)ебеҙсə йəшəйек. 6. Əйт һин:


— Мин һеҙҙең кеүек үк (ғəҙəти) кеше. Берҙəн‐бер Илаһ ‐ Ул һеҙҙең дə Раббығыҙ, тип миңə уахи ителде. Бары тик Уға ғына йүнəлегеҙ. Унан ярлыҡау һорағыҙ, — тип. Аллаһҡа тиңдəш эҙлəгəндəрҙең хəле бик тə хəтəр‐яман. (7) Улар зəкəт бирмəй. Əхирəт көнөн инҡар итəлəр. (8) Хаҡтыр, иман килтереп, изгелек ҡылғандар өсөн бөтмəҫ‐төкəнмəҫ əжерҙəр бар. 9. Һин уларҙан һора: — Ысындан да, Аллаһ Ерҙе ике көндə юҡтан бар иткəнен инҡар итеп, унан да ҡөҙрəтлерəк башҡа бер хоҙай бар, тип уйлайһығыҙмы? — тип. — Аллаһ — ғəлəмдəрҙең Раббыһылыр. 10. Ул (Ер йөҙөнə) ҡаҡшамаҫ тауҙар урынлаштырҙы. Бəрəкəттəр булдырҙы һəм теүəл дүрт көн эсендə һəр кемдең ихтыяжынса ризыҡтар тəҡдир итте. (11) Унан һуң томан төтөн хəлендəге Күккə телəген йүнəлтте (Күкте яһаны); һəм Ергə һəм күктəргə əмер итте: —Телəһəгеҙ ҙə, телəмəһəгеҙ ҙə, Миңə бойһоноғоҙ! —тине. Тегелəр икеһе лə бер юлы:— Телəп бойһонабыҙ, — тинелəр. 12. Шулай итеп, уларҙы ике көндə ете ҡат күк рəүешендə яралтты һəм һəр Күккə үҙ вазифаһын йөклəне. Һəм Беҙ яҡын ғəлəмде ҡəндиллəр (йондоҙҙар) менəн биҙəнек, (тəртиптəре) боҙолоуҙан да һаҡланыҡ. Бына был ғəмəлдəр еңелмəҫ ҡөҙрəтле Аллаһтың тəҡдире. 13. (Ошонан һуң да) улар (имандан) йөҙ сөйөрһəлəр, əйт һин (кəферҙəргə): — Мин һеҙҙе Ғəд һəм Сəмүд ҡəүеменең башына төшкəн (йəшенле дауыл) əфəт(е) кеүек, һеҙҙең дə шул хəлдə ҡаласағығыҙҙы киҫəтеп ҡурҡытҡан инем, — тип. 14. Пəйғəмбəрҙəр уларҙың алдарына сығып та, арттарына төшөп тə: — Аллаһтан башҡаға ғибəҙəт ҡылмағыҙ, — тип өгөтлəнелəр. Лəкин улар: — Раббығыҙ беҙҙең янға фəрештəлəрен төшөрһөн (Үҙенең бар икəнен һəм ҡөҙрəтле икəнен беҙгə иҫбат итһен). Шулай булмағанда беҙ һеҙҙең менəн күндерелгəн нəмəлəрҙе (аяттарҙы) инҡар итəбеҙ, — тинелəр. 15. Ғəд ҡəүеме иһə донъяла саҡта хаҡһыҙ рəүештə тəкəберлəнде: — Беҙҙəн дə ҡөҙрəтле кем бар? — тип маһайҙылар. Улар үҙҙəрен бар иткəн Аллаһтың уларҙан күпкə ҡөҙрəтле икəнен күрмəйҙəрме? (Күрмəмешкə һалышалармы?) Улар аяттарыбыҙҙы инҡар итте. 16. Шулар өҫтөнə Беҙ уларға донъяла уҡ рисуайлыҡ‐хурлыҡ ғазабын татытыу өсөн, əфəт көндəрендə зəмһəрирҙəй əсе һыуыҡ елдəр иҫтерҙек. Əхирəт ғазабы тағын да хəтəрерəк буласаҡ. Кəферҙəргə шунда ярҙам итеүсе табылмаҫ. 17. Сəмүд халҡына иһə Без тура юл күрһəттек. Əммə (күңел күҙҙəре) һуҡыр булыу сəбəпле, улар аҙғынлыҡ юлын һайланы. Шулай итеп, ҡылған əшəкелектəренə күрə, уларға рисуайлыҡ ғазабының йəшене килтереп һуҡты. (18) Иманлыларҙы ҡотҡарҙыҡ. Улар (гөнаһ эшлəүҙəн һаҡлана) ҡурҡа ине. (19) Аллаһҡа ҡаршылар (мөшриктəр, кəферҙəр, дəһриҙəр) утҡа (йəһəннəмгə) ташланаһы Көндө бер урынға килтерелер. (20) Ниһайəт, шунда барғас, ҡолаҡтары, күҙҙəре һəм тирелəре, уларҙың (донъяла ҡылған) яманлыҡтарына шаһит буласаҡ. 21. Улар үҙҙəренең тəненə əйтер: — Ни өсөн һин миңə ҡаршы шаһитлыҡ ҡылаһың? — тип əйтерҙəр. Тəн əйтер: — Һəр нəмəне һөйлəштерə торған Аллаһ беҙҙең дə телебеҙҙе асты. Иң əүəл һеҙҙе яралтты. Яңынан Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ. 22. — Һеҙ ҡолаҡтарығыҙҙы ла, күҙҙəрегеҙҙе лə, тəнегеҙҙе лə һеҙгə зыянға шаһитлыҡ итмəһендəр тип, һаҡланманығыҙ бит, ҡылған гөнаһтарығыҙҙы Аллаһ күрмəҫ‐белмəҫ, тип уйланығыҙ. 23. — Раббығыҙ хаҡында йөрөткəн (кəфер) уйығыҙ һеҙҙе харап итте һəм һеҙ бəхетһеҙлеккə дусар булдығыҙ. 24. Əгəр ҙə улар (утта яныу ғазаптарына) сыҙай алһа, (сыҙай алмаһа ла) (мəңге) утта ҡалыр. Ғазапты еңелəйтеүҙе телəп ялбарһалар ҙа, уларға еңеллек булмаҫ. 25. Беҙ уларға (иманһыҙҙарға) бер тотһа ебəрмəй торған дуҫтар тəғəйенлəнек. Был дуҫтары уларҙың донъяла элек һəм хəҙер ҡылған (яманлыҡтарын) яҡшылыҡ тип күрһəтə (лəззəтле боҙоҡлоҡҡа өндəй) һəм ахырҙа ла Сəғəдəткə ирешəсəкһегеҙ, тип алдай. Үҙҙəренəн əүəл йəшəп киткəн ендəр һəм кешелəр башына төшкəн ғазаптарға былар ҙа лайыҡ. Шик юҡтыр, улар юғалтыуҙарға дусар. 26. Аллаһты инҡар итеүселəр: — Ҡөръəнде тыңламағыҙ. Уҡый башлаһалар, ғауға ҡуптарығыҙ, шаулашығыҙ. Шулай иткəндə, Ҡөръəн тауышын баҫтырырһығыҙ, (еңəрһегеҙ), — тип əйтəлəр. (27) Инҡар итеүселəргə Беҙ дəһшəтле ғазап тəмен татытасаҡбыҙ һəм уларҙы ҡылмыштарына күрə иң ҡаты язаға тартасаҡбыҙ. (28) Аллаһҡа ҡаршы булғандарҙың язаһы — уттыр. Аяттарыбыҙҙы инҡар иткəндəре өсөн, улар (тамуҡта) мəңге ҡаласаҡ. 29. Кəферҙəр йəһəннəмдə: — Раббыбыҙ, беҙҙе аҙҙырған ендəрҙе һəм юлдан яҙҙырған кешелəрҙе беҙгə күрһəт, зинһар. Улар ҙа рисуай булһын, язаға тартылһын. Беҙ уларҙы аяҡ аҫтыбыҙға һалып тапарбыҙ, — тип əйтерҙəр. 30. —Хаҡтыр, Раббыбыҙ — Аллаһ, тип тура юлға баҫҡандар янына фəрештəлəр иңер. — (Ахырзамандан) ҡурҡмағыҙ, (туғандарығыҙ өсөн) хафаланмағыҙ, ҡыуанығыҙ: һеҙ алдан уҡ вəғəҙə ителгəн йəннəткə керəсəкһегеҙ, — тип һөйөнсө алырҙар. 31. 32. — Беҙ (фəрештəлəр) донъяла ла, Əхирəттə лə һеҙҙең дуҫтарығыҙ булырбыҙ. Йомарт ярлыҡаусы, рəхмəте киң Аллаһ əҙерлəгəн ризыҡтарҙан йəнегеҙ нимə телəй, шуның менəн хушланырһығыҙ, телəгəнегеҙҙе табырһығыҙ. 33. Аллаһҡа йүнəлергə өндəгəн һəм дə үҙе лə изгелекле ғəмəлдəр ҡылған һəм: — Мин мосолман! — тигəн кешенең һөйлəшеүенəн дə тəмле һүҙле башҡа берəү бармы икəн? 34. Изгелек менəн яманлыҡ бер булмаҫ. Һин яманлыҡты изгелегең менəн баҫ (яманлыҡҡа яуап итеп, изгелек ҡыл. Ул таш менəн бəрһə, һин аш менəн бəр). Шулай ғəмəл ҡылғанда, икегеҙҙең арағыҙҙағы дошманлыҡ бөтөр, һеҙ дуҫлашырһығыҙ. (35) Был ғəмəлдəргə (һиңə яманлыҡ ҡылғанға изгелек ҡылыуҙы) бары тик сабыр иткəндəр (ҡыйынлыҡтарға түҙгəндəр) һəм насибы булғандар ғына ирешə ала. (36) Əгəр шайтандан килгəн əшəке фекер һине билəп алһа, Аллаһҡа һыйын. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тороусолор. 37. Төн һəм көндөҙ, Ҡояш менəн Ай Уның мөғжизəлəренəн. Əгəр ҙə Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылырға ынтылһағыҙ, Ҡояшҡа ла, Айға ла табынмағыҙ. Уларҙы юҡтан бар итеүсе Аллаһҡа ғына сəждə итегеҙ. (38) Əгəр кешелəр артыҡ ғорур (тəкəббер) булһа (Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылмаһалар), уның ҡарауы (эргəһендəгелəр) Раббы янындағы фəрештəлəр арымай‐талмай, кис‐көндөҙ Уға тəсбих əйтəлəр. 39. Һин йəнһеҙ, ҡоп‐ҡоро тупраҡты күрəһең. Был да Уның дəлилдəренəндер. Беҙ шул ҡоро тупраҡ өҫтөнə ямғыр яуҙырғас, тупраҡҡа йəн керə, бүртə. Уға йəн биреүсе, əлбиттə, мəйеттəрҙе лə терелтə ала. Уның ҡөҙрəте һəр нəмəгə етə. 40. Аяттарыбыҙҙағы Хəҡиҡəтте боҙоп, тура юлдан сыҡҡандар йəшеренеп ҡала алмаҫ. Шулай булғас, Ҡиəмəт көндө утҡа ташланған яҡшымы, əллə Ҡиəмəт көндө именлек эсендə (йəннəттə) булғанмы? Телəгəнегеҙсə ғəмəл ҡылығыҙ. Ул һеҙҙең нимə ҡылғанығыҙҙы күреп тора. 41. Үҙҙəренə Китап килеп, уны инҡар итеүселəр (һис шикһеҙ, тейешле язаһын алыр). Ҡөръəн — тиңе булмаған Китап. (42) Уның артына ла, алдына ла нəжеслек йəбешмəҫ. Ул хикмəт эйəһе һəм ныҡ маҡталған Аллаһтан индерелде. 43. (Эй, Мөхəммəд) һинəн алда килгəн пəйғəмбəрҙəргə һөйлəнгəндəн башҡа һүҙҙəр һиңə һөйлəнмəҫ. Əлбиттə, һинең Раббың ярлыҡаусы һəм əсе ғазап биреүсе лə. 44. Əгəр ҙə Беҙ был Ҡөръəнде (ғəрəпсəнəн) башҡа телдə китап иткəн булһа инек, улар əйтер ине: — Ни өсөн ул аяттар (ғəрəпсə) тəфсиллəп аңлатылмай? Үҙе ғəрəп булған килеш, Ҡөръəне ғəрəпсə түгелме ни? (Ғəрəптəргə башҡа телдəге китап аңлашылмаҫ), —тип əйтерҙəр ине. Əйт һин: ‐ Ул кешелəргə тура юл күрһəтеүсе бер рəһбəр һəм шифа. Иман килтермəгəндəрҙең ҡолаҡтарында һаңғыраулыҡ бар һəм Ҡөръəн уларға дөм‐ ҡараңғы (донъя кеүек булыр). Əйтерһең дə, уларҙы (тауыш ишетелмəҫ) йыраҡлыҡтан саҡыралар.


45. Хаҡтыр, Мусаға Китап (Тəүрəт) бирҙек. Лəкин ул да ҡаршылыҡҡа осраны (уның бер өлөшөнə ышандылар, ҡайһы өлөштəрен инҡар иттелəр йəки бер төрлө кешелəр Тəүрəткə инандылар, икенсе берəүҙəре уға ышанманылар). (Əгəр ҙə) Аллаһтың (язаларҙы Ҡиəмəт көнөнə саҡлы кисектерəм, тигəн) һүҙе булмаһа ине, уларҙың (ул ике төркөмдөң) араларындағы ғауғалы бəхəс бик тиҙ бөтөрөлгəн булыр ине (Аллаһ уларҙы һəлəк иткəн булыр ине). Ҡөръəнгə (Аллаһтан индерелгəненə) улар бик ныҡ шиклəнеп ҡарай. 46. Кеше изгелек ҡыла икəн, үҙ файҙаһына булыр. Кеше яманлыҡ ҡыла икəн, үҙенə зарар булыр. Раббың бəндəлəренə ғəҙелһеҙ түгел (гөнаһ ҡылмағанды язаламаҫ). (47) Ҡиəмəт көнөнөң ҡасан буласағы тураһындағы мəғлүмəт бары тик Аллаһ ҡарамағындалыр. Уның ғилеменəн тыш бер генə емеш тə (ҡабығын ярып) үҫеп сыҡмаҫ, һис бер ҡатын ауырлы булмаҫ һəм бала тапмаҫ (һис бер əсə хайуан быуаҙ булмаҫ һəм быҙауламаҫ). Аллаһ уларҙан (кəферҙəрҙəн): — Миңə тиңдəш (ҡөҙрəт эйəлəре) ҡайҙа? — тип һораған Көндө улар: — Ант итеп əйтəбеҙ, арабыҙҙан (Һиңə тиң зат бар тип) шаһитлыҡ итеүсе булмаҫ, — тип əйтерҙəр. 48. Əүəлендə (фани донъяла) улар ялбарып табынған нəмəлəрҙе (Ҡиəмəттə) юҡҡа сығыр. (Шунда ғына) улар ҡасып ҡотолор урын булмағанын аңлар. (49) Кеше хəйер һорауҙан (байлыҡ, мал, сəлəмəтлек, оҙон ғүмер телəнеүҙəн) туҡтамаҫ. Өҫтөнə берəй бəлə килһə, шунда уҡ өмөтһөҙлөккə төшə, меҫкен хəлдə ҡала. (50) Хаҡтыр, башына төшкəн зыяндан һуң, Беҙ уға ниғмəт əйлəһəк: — Был минең үҙ хеҙмəтем арҡаһында килде, Ҡиəмəт буласағына ышанмайым. (Ҡиəмəт көнөндəге хисап ысын була ҡалһа) Раббыға ҡайтарыла ҡалһам, Уның хозурында минең өсөн тағын да мулыраҡ ниғмəттəр буласаҡ, — тип һурəн һалыр. Беҙ инҡарсыларға (күпме гөнаһ) ҡылмыштары тураһында хəбəр бирəсəкбеҙ һəм уларға ауыр ғазап əсеһен татытырбыҙ. 51. Кешелəргə ниғмəт биргəнебеҙҙəн һуң, тəкəбберлек менəн йөҙ сөйөрəлəр. Лəкин уларҙың башына берəй бəлə килһə, (Аллаһҡа) ялбара башлайҙар. (52) Əйт һин: — Ул (Ҡөръəн) Аллаһ тарафынан ингəн булып та, һеҙ уны инҡар итəһегеҙ икəн — (хаҡтан) айырылған, йыраҡлашҡан кешенəн дə аҙашҡаныраҡ башҡа берəү булырмы икəн? — тип. 53. Йыраҡта йəшəүсе халыҡтарға һəм үҙ ҡəүемдəре араһында ла аяттарыбыҙҙы күрһəтəбеҙ, уның (Ҡөръəндең) ысын икəнен (Аллаһтан индерелгəнен) яҡшы белһендəр өсөн. Раббыңдың һəр нəмəгə шаһит булғанлығы етмəҫме? 54. Иғтибар итегеҙ: улар Раббы менəн (Ҡиəмəт көнөндə) ҡауышыуға шиклəнəлəр. Белеп тороғоҙ, Аллаһ бөтөн нəмəне үҙ ихтыяры менəн урап аласаҡ. 42 — Шура (Кəңəш) сүрəһе (Шура сүрəһе 53 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. 23—26‐сы аяттары ғына Мəҙинəлə ингəн. «Шура» — кəңəш йəки бер ойошмаға тупланған берлек мғəнəһендə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ха. Мим. (2) Ғайн. Син. Ҡаф. 3. Һиңə һəм һинəн əүəлгелəргə лə Аллаһ шулай уахи бойорҙо. Аллаһ — еңелмəҫ ҡөҙрəт һəм хикмəт эйəһе. (4) Күктəрҙə һəм Ерҙə нимə булһа — барыһы ла Уға буйһонған. Ул (даны, ғəмəлдəре, əхлəге менəн) бөйөк һəм (мөғжизəлəре менəн) олуғтыр. (5) (Уның олуғлығынан) иң юғары ҡаттағы күктəр шартлауы ихтимал. Фəрештəлəр ҙə Раббыларын маҡтап тəсбих əйтер һəм ерҙəгелəр өсөн ярлыҡау һорарҙар. Шуны яҡшы белеп тороғоҙ, Аллаһ — ярлыҡаусы һəм рəхмəте киң миһырбан эйəһе. 6. Аллаһтан башҡа (ялған Илаһтар)ға табынғандарҙы Аллаһ өҙлөкһөҙ күҙəтеп тора. Һин (Мөхəммəд) уларға ҡарауылсы түгел. 7. Шəһəрҙəрҙең əсəһе Мəккəлə һəм уның яҡын‐тирəһендə йəшəүселəрҙе киҫəтеү, уларҙың барыһын да һис шикһеҙ бергə тупланасаҡ (Ҡиəмəт) Көн менəн ҡурҡытыу өсөн, һиңə ғəрəпсə Ҡөръəн индерҙек. Кешелəрҙең бер өлөшө—йəннəттə, башҡалары дөрлəп янған утлы йəһəннəмдə буласаҡ. 8. Аллаһ үҙе телəһə, уларҙың барыһын да бер өммəт (бер диндə) иткəн булыр ине. Лəкин Аллаһ телəгəн кешеһен генə рəхмəте менəн ҡауыштырыр. Залимдарҙың һис бер дуҫы һəм ярҙамсыһы булмаҫ. (9) Əллə һуң улар Аллаһтан башҡа (боттар)ҙы яҡлаусы итеп алдылармы? Лəкин яҡлаусы дуҫ берəү генə — Аллаһ. Ул үлелəрҙе терелтер, Ул барыһына ла ҡөҙрəтле. 10. Һеҙҙең бəхəслəшеүегеҙҙең нəтижəһе Аллаһ хөкөмөндə. Бына шул Аллаһ минең Раббымдыр. Мин Уға йүнəлдем, Уға һыйындым. (11) Ул — күктəрҙе, Ерҙе юҡтан бар итеүсе. Ул һеҙҙе лə, хайуандарҙы ла пар‐пар итеп яралтты. Шулай итеп, ул һеҙҙең үрсеүегеҙгə юл асты. Уның тиңдəше (Уға оҡшаш) юҡ. Ул бөтөн нəмəне ишетеп, белеп тора. 12. Күктəрҙең һəм Ерҙең (хазина һəм сер) асҡыстары Уның ҡарамағында. Телəгəненə ризыҡты мул бирер, телəмəгəненең ризығын киҫер. Ул һəр нəмəне белеп тора. 13. — Динде (саф килеш) һаҡлағыҙ, диндə айырылышмағыҙ, — тип Нухҡа васыят иттек. Һиңə уахи иткəнебеҙҙе Ибраһимға ла уахи иттек. Мусаға ла, Ғайсаға ла васыят иткəнебеҙҙе Аллаһ һеҙгə лə дин итте. Аллаһҡа уртаҡ уйлап сығарғандарға һин өндəгəн (дин) бик ауырға тура килде. Аллаһ үҙе телəгəн кешене пəйғəмбəр итер һəм үҙенə йүнəлгəндəрҙе тура юлға баҫтырыр. 14. Уларға белем (мəғлүмəт) килгəс, фекер ҡаршылыҡтары һəм хөсөтлөк (үҙ‐ара яманлыҡ) арҡаһында, айырым фирҡəлəргə бүленеп бөттөлəр. Əгəр ҙə мəғлүм бер ваҡытҡаса (уларҙың язаһын кисектереп торам, тип Аллаһ) əйтмəһə ине, (һəлəк итеп) уларҙы хөкөм иткəн булыр ине. Уларҙан һуң Китапҡа (Тəүрəткə, Инжилгə) вəриҫ булғандар (йəһүдтəр, христиандар) уның хаҡында (Мөхəммəдтең пəйғəмбəрлеге, Ҡөръəндең Аллаһтан иңеүенə) бик ныҡ шиклəнəлəр. 15. Шуға күрə, һин берлəшергə өндə һəм һиңə бойоролғанса (Исламға) тоғро бул. Уларҙың нəфселəренə эйəрмə һəм əйт: — Мин Аллаһ индергəн Китапҡа инандым һəм арағыҙҙа ғəҙеллек менəн эш йөрөтөргə вазифаландым. Аллаһ — беҙҙең Раббыбыҙ, һеҙҙең дə Раббығыҙ. Беҙҙең ғəмəлдəребеҙ — беҙгə, һеҙҙең ғəмəлдəрегеҙ — һеҙгə. Үҙ‐ара бəхəслəшергə сəбəп юҡ. Аллаһ бөтөнөбөҙҙө лə бер урынға туплар, ҡайтарылыш та Уның хозурына буласаҡ, — тип. 16. Аллаһ(тың дине) тураһында, өгөттəрҙе (индерелгəн аяттарҙы, Аллаһтың берлеген, Əхирəттең буласағы тураһындағы киҫəтеүҙе) ҡабул иткəндəн һуң да (диндең хаҡмы, юҡмы икəнлеге тураһында) бəхəслəшеүҙəр Аллаһ ҡаршыһында буш нəмə булып ҡалыр. Улар өсөн яза, тағын да хəтəрерəк ғазаптар əҙерлəнгəн. 17. Китапты һəм (хаҡлыҡ) бизмəнен Аллаһ индерҙе. Белмəҫһең, бəлки, Ҡиəмəт сəғəте яҡында ғыналыр! (18) Уға инанмағандар, (Ҡиəмəттең) тиҙ килеүен телəй. Инанғандар иһə уның (Ҡиəмəт көнөндə яуап биреүҙəн) ҡурҡалар һəм уның ысындан да килаһен белəлəр. Яҡшы белеп тороғоҙ, Ҡиəмəт көнөн инҡар итеп бəхəслəшкəндəр сыға алмаҫлыҡ булып аҙашыр. 19. Аллаһ бəндəлəренə миһырбанлылыр. Телəгəнен ризыҡландыра. Ул — ҡөҙрəт эйəһе, һəр ваҡыт еңеүсе. 20. Əхирəт(тə уңыш йыйырға өмөтлəнгəндəрҙең) ниғмəттəрен телəгəн (Аллаһҡа ихлас ғибəҙəт ҡылған) кешенең өлөшөн арттырырбыҙ. Донъя малы телəгəнгə лə муллыҡ бирербеҙ. Лəкин уға Əхирəттə өлөш булмаҫ. 21. Əллə һуң уларҙың Аллаһ рөхсəтенəн башҡа бер дин алып килгəн Илаһтары бармы икəн? Əгəр ҙə кисектереү һүҙе булмаһа ине, уларҙың яҙмышы шунда уҡ хəл ителгəн булыр ине. Һис шикһеҙ, залимдарға йəн өтөүсе ғазап бирелəсəк. 22. Ҡылған яманлыҡтары үҙ баштарына төшкəс, залимдарҙың ҡурҡыуҙан нисек ҡалтыранғандарын күрерһең. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар йəннəт баҡсаһында булыр. Раббы янында улар телəгəн бөтөн нəмə буласаҡ. Бөйөк бəхет бына шул булыр. 23. Аллаһҡа иман килтереп, изгелек ҡылған бəндəлəренə вəғəҙə иткəн ниғмəте ошо булыр. Əйт һин (эй, Мөхəммəд):


— Мин был эштəрем өсөн һеҙҙəн ҡəрҙəшлек мөхəббəтенəн башҡа һис бер түлəү талап итмəйем. Изгелек ҡылған кеше артығы менəн сауаплы булыр, — тип. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы, шөкөр иткəндəргə сауап биреүселер. 24. Əллə һуң улар: — (Мөхəммəд) Аллаһ тураһында ялған һөйлəй, — тинелəрме? Аллаһ ихтыяр итһə, һинең күңелеңде лə йоҙаҡлап ҡуя ала. Һəм Аллаһ яманлыҡты юҡ итер. Хəҡиҡəтте уртаға һалыр. Шик юҡтыр, кеше күңелендə нимə бар, Аллаһ шуны белеп тора. 25. Бəндəлəренең тəүбəһен ҡабул итеүсе, (тура юлға баҫҡандарҙың элекке) хаталарын ярлыҡаусы һəм ҡылмыштарын белеп тороусы — Аллаһ. 26. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың тəүбəһен ҡабул итер, мул ниғмəт бирер. Кəферҙəрҙе хəтəр ғазапҡа тартыр. 27. Əгəр ҙə Аллаһ һəр кемгə муллыҡ бирһə, Ер йөҙөндə боҙоҡлоҡ артыр ине. Шуға күрə, Ул ризыҡты телəгəне ҡəҙəр генə индерə. Аллаһ бəндəлəренең ҡылмыштарынан хəбəрҙар, уларҙы күреп тора. 28. Өмөттəре өҙөлгəн саҡтарҙа (аслыҡ йылдарҙа) Аллаһ ямғыр яуҙыра, рəхмəтен һəр тарафҡа тарата. Ул — маҡтауға лайыҡ ысын яҡлаусы. 29. Күктəрҙе, Ерҙе яралтыуы ла, Күктəге, Ерҙəге бөтөн йəн эйəһен барлыҡҡа килтереүе лə Уның (барлығына, ҡөҙрəтенə) дəлил булып тора. Аллаһ үҙе телəгəн ваҡытта (Ҡиəмəттə) быларҙың барыһын да бер урынға тупларға ла ҡөҙрəтле. 30. Башығыҙға төшкəн һəр бəлə үҙегеҙ ҡаҙанған урынына. Шуға ла ҡарамаҫтан, (тəүбəгə килгəндəрҙең) күбеһен (Аллаһ) ярлыҡаясаҡ. 31. Һеҙ Аллаһты меҫкен хəлдə ҡалдыра алмаҫһығыҙ. Аллаһтан башҡа бер яҡлаусығыҙ ҙа бер ярҙамсығыҙ ҙа юҡ. 32. Тау кеүек кəмəлəрҙең диңгеҙҙəрҙə йөҙөп йөрөүе лə Аллаһтың (барлығына, ҡөҙрəтенə) дəлиле. 33. Ихтыяр итһə, Аллаһ елде иҫеүенəн туҡтатып торор ҙа, диңгеҙ өҫтөндəге кəмəлəр хəрəкəттəн туҡтап ҡалыр ине. Əлбиттə, бында ныҡ түҙем‐ сабыр кешелəргə һəм сикһеҙ шөкөр итеүселəргə ғибрəттəр бар. 34. Ҡылған гөнаһтары өсөн уларҙы (диңгеҙгə батырып) һəлəк итер. Лəкин байтаҡтарын(ың тəүбəһен ҡабул ҡылып) ғəфү итер. 35. Шулай булғас, аяттарыбыҙ хаҡында ғауға ҡуптарғандар ҡасып ҡотолор урын таба алмаҫтарын белеп торһондар. 36. Һеҙгə бирелгəн (байлыҡ, лəззəт, дəрəжə) бары тик ошо донъя өсөн (ваҡытлыса ғына). Аллаһ хозурындағылар иһə тағын да яҡшы, тағын да дауамлы. Был бүлəктəр иман килтергəндəр һəм Раббыға һыйынғандар өсөн генə. 37. Улар (мосолмандар) иң ҙур гөнаһтарҙан берһе булған — оятһыҙлыҡтан йыраҡ йөрөй. Асыуҙары сыҡҡан сағында ла, ҡыҙмаҫтар, кешене ғəфү итерҙəр. 38. Йəнə улар Раббының саҡырыуына эйəреп намаҙ уҡыйҙар. Уларҙың эштəре үҙ‐ара кəңəш‐табыш менəн бара. Үҙҙəренə индерелгəн ризыҡтан улар (Аллаһ юлындағыларға һəм мохтаждарға) хəйер бирə. (39) Уларҙың берəйһенə хаҡһыҙлыҡ ҡылынһа, бергəлəп ярҙамлашалар. 40. Яманлыҡ өсөн яза шул ҡылынған яманлыҡ ҡəҙəр булырға тейеш. Кем ғəфү итһə, тыныслыҡ һаҡлаһа, (боҙолошҡандарҙы татыуландырһа) уға бүлəк Аллаһ тарафынан булыр. Дөрөҫө шул, Аллаһ залимдарҙы яратмай. (41) Рəнйетелгəн кеше һуңынан хаҡын ҡайтарһа, уға булмаҫ. 42. Яманлыҡ ҡылғандарға һəм Ер йөҙөндə хаҡһыҙға кеше рəнйеткəндəргə яза бар. Уларға — əсе ғазап. (43) Кем дə кем (үс алмайынса) сабыр итһə һəм (рəнйетеүсене) кисерһə, һис шикһеҙ, был кеше мəртəбəле, ныҡ рухлы икəнен иҫбатлар. 44. Аллаһ кемде лə булһа аҙаштырһа, ул кешенең һис бер ихлас дуҫы булмаҫ. Язаны күргəндəн һуң залимдарҙың: — (Донъяға) кире ҡайтыр юл бармы? — тип үкенгəндəрен күрерһең. 45. Һин (Мөхəммəд) күреп торорһоң. Утҡа ташлана торған урынды күргəс, улар сараһыҙлыҡтан баштарын түбəн эйеп, күҙ ҡырыйҙары менəн генə утҡа ҡарарҙар. Иманлылар: — Бына, асылда ғазапҡа дусар ителгəн кешелəр ошолар булыр. Ҡиəмəт көндө үҙҙəрен дə, ғаилəлəрен дə бəлəгə батырған кешелəр шул булыр, — тип əйтəсəктəр. Аң булығыҙ! Залимдар өҙлөкһөҙ ғазап эсендə буласаҡ. 46. Аллаһтан башҡа уларға ярҙам итерҙəй һис кем булмаҫ. Аллаһ юлдан яҙҙырған кеше (ҡылынасаҡ гөнаһтарынан кире əйлəнеп) сығырҙай (йəннəткə керерҙəй) юл таба алмаҫ. 47. Аллаһ тарафынан кисектерелмəй‐күсерелмəй торған (Ҡиəмəт) Көн килеп еткəнсе, тиҙерəк Аллаһ юлына баҫығыҙ. Шунда һеҙҙең ҡасып ҡотолор урынығыҙ булмаҫ, гөнаһтарығыҙҙан да баш тарта алмаҫһығыҙ. 48. (Эй, Мөхəммəд) əгəр улар йөҙ сөйөрһə, (һин хафаланма) белəһең бит, һине уларға ҡарауылсы итеп ҡуйманыҡ (Аллаһты инҡар итеп, гөнаһ ҡылһалар, улар өсөн һин яуап бирмəйһең) Һинең елкəңə төшкəн вазифаң фəҡəт (аяттарыбыҙҙы) уларға ишеттереү генə. Тарафыбыҙҙан рəхмəтебеҙ емештəрен татыттырғас, ул кеше һөйөнə. Əммə үҙе ҡылған йүнһеҙлектəренə күрə, башына бəлə килһə, шөкөр итеүҙе онота. 49. Күктəр һəм Ер — Аллаһтың милке. Үҙ телəгəнен бар итер. Телəһə — ҡыҙ балалар бирə, телəһə — ир уландар бүлəк итə. (50) Йəки, телəгəн кешеһенə Аллаһ ҡыҙ балалар ҙа, ир балалар ҙа бирер. Телəмəгəнен ҡыҫыр итер. Ул бөтөнөһөн белеп тора, һəр нəмəгə Уның ҡөҙрəте етə. 51. Аллаһ кеше менəн бары тик уахи ярҙамында йəки пəрҙə аша һөйлəшер. Йəки, илсе күндереп, уның аша ихтыярын белдерер. Шунан башҡа Аллаһ кеше менəн һөйлəшмəҫ. Ул — бөйөктөр, хакимдыр. 52. Бына, шулай итеп, һиңə лə əмеребеҙ менəн Ҡөръəнде уахи иттек. Һин китаптың нимə икəнен дə, имандың нимə икəнен дə белмəй инең. Əммə Беҙ (телəгəн) бəндəлəребеҙҙе ошо Китап ярҙамында тура юлға өндəр өсөн нур иттек. Шөбһəһеҙҙер, һин тура юлды күрһəтеүсе. 53. Ул — Күктəрҙең һəм Ерҙең хужаһы Аллаһтың юлылыр. Аң булығыҙ! Бөтөн эштəр ахырҙа Аллаһ хозурына барып тоташасаҡ. 43 — Зухруф (Алтын хазина) сүрəһе (Зухруф сүрəһе 89 аяттан тора. «Зухруф» ‐ алтын, аҫыл таштар мəғəнəһендəге һүҙ. Тура мəғəнəһендəге алтындар, зиннəт түгел, күңелдəге зиннəт, рухи биҙəктəр тураһында һөйлəнгəнгə күрə, сүрəнең исеме шулай алынған.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ха. Мим. (2, 3) Барса нəмəне ап‐асыҡ аңлатыусы Ҡөръəн исеме менəн əйтəм: һеҙ аңлаһын өсөн Беҙ уны ғəрəпсə Ҡөръəн иттек. (4) Ул хозурыбыҙҙа, Китаптарҙың Əсəһе (Лəүхел Мəхфүз) янында һаҡлана. Бөйөклөк һəм хикмəттəр тулы бер Китап ул — Ҡөръəн. 5. Һеҙ сығырҙан сыҡты тип кенə, Беҙ һеҙҙе Ҡөръəн менəн киҫəтеүҙəн баш тартайыҡмы? (6) Əүəл йəшəп киткəн байтаҡ халыҡтарға күпме пəйғəмбəр күндерҙек. (7) Улар (кəферҙəр, мөшриктəр) үҙҙəренə килгəн һəр пəйғəмбəрҙе мыҫҡыллайҙар ине. (8) Беҙ уларҙан да ҡеүəтлерəк рəхимһеҙ хакимдарҙы ла һəлəк иттек. Əүəл йəшəгəн ул халыҡтарҙың миҫалдарын əллə нисə аятыбыҙҙа ғибрəт итеп күрһəттек. (9) Уларҙан: — Күктəрҙе һəм Ерҙе кем яралтты? — тип һораһаң. — Шик юҡтыр, уларҙы көслө булған, бар нəмəне белеүсе Аллаһ яралтты, — тип əйтəлəр. 10. Ул Ерҙе һеҙҙең өсөн бишек кеүек итеп яралтты. Дөрөҫ юлдан йөрөһөндəр тип, һеҙгə юлдарҙы бар итте. (11) Кəрəгенсə генə Күктəн ямғыр яуҙырған — Аллаһтыр. Беҙ (ул ямғыр менəн ҡороп бөткəн) үле тупраҡҡа йəн бирəбеҙ. Һеҙ ҙə бына шулай (терелеп) ҡəберҙəрегеҙҙəн сығарыласаҡһығыҙ. (12) Бөтөн хайуандарҙы (ҡош‐ҡорттарҙы, кешелəрҙе) пар‐пар яралтты. Һəм һеҙ егеп‐атланып йөрөр өсөн хайуандар һəм ултырып йөрөр өсөн кəмəлəр яралтты. (13, 14) Шуларға атланғас һəм ултырып йөрөгəндə Раббығыҙҙың ниғмəттəрен иҫегеҙгə төшөрөп: — Быларҙы беҙҙең хеҙмəтебеҙгə биргəн Аллаһҡа (сөбхөналла, əлхəмдуллиллəһ, Аллаһу əкбəр, тип) тəсбих əйтəбеҙ. Юҡһа, беҙ быларҙы барлыҡҡа килтерə алмаған булыр инек, — тип Аллаһҡа шөкөр итегеҙ. — Беҙҙең Аллаһ хозурына ҡайтарыласағыбыҙ көн кеүек асыҡ, — тип ҡабатлағыҙ. 15. Əммə улар Аллаһ бəндəлəренең бер өлөшөн (пəйғəмбəрҙəрҙе) Уға тиң һананылар. Ысындан да, кешенең асылы кəферлеккə тарта. 16. Əллə һуң Аллаһ юҡтан бар иткəн ҡыҙҙарын үҙенə алып, һеҙгə уландарҙы бирҙеме? 17. Шуларҙың (Аллаһтың ҡыҙҙары бар, тигəн) берəйһенəн: — Һинең ҡатының ҡыҙ бала алып ҡайтты, — тип һөйөнсө алырға телəһəң, ул ирҙең йөҙө (ҡайғыһынан) ҡарайыр, ул асыуынан шартлар дəрəжəгə етер. (18) Зиннəтле, бай тормошта үҫеп, яуҙарҙа (көрəштəрҙə) ҡатнаша алмаған (ҡыҙҙар)ҙы Аллаһҡа нисбəт итəлəрме? (19) Аллаһтың хеҙмəтендəге


фəрештəлəрҙе лə улар ҡатын‐ҡыҙға һынайҙар. Əйтерһең, улар фəрештəлəрҙең яралтылышын күреп торған. Ғəжəп. Уларҙың был ялған шаһитлығы яҙылып ҡуйыласаҡ һəм улар яуапҡа тартыласаҡ. 20. Һəм улар: — Аллаһ ихтыяр итһə, беҙ (боттарға) табынмаҫ инек, — тип əйтəлəр. Был хаҡта уларҙың хəбəре юҡ. Улар бары тик ялған ғына һөйлəй. (21) Əллə һуң Аллаһ уларға электəн үк (Аллаһтан башҡа нəмəлəргə табынығыҙ тип) китап бирҙеме? Һəм улар шул (ялған) китапҡа йəбешеп яталармы? 22. Юҡ! (Ундай китап уларға бирелмəне). — Беҙ ата‐бабаларыбыҙҙың бер дин (һындарға табыныу, христианлыҡ, мəжүсилек) тотҡанын күрҙек, беҙ ҙə улар тотҡан юлдан барасаҡбыҙ, — тип əйтəлəр. 23. Һинəн алда ла нисə халыҡтарға киҫəтеүсе пəйғəмбəрҙəр ебəрҙек, лəкин шундағы муллыҡта йəшəгəн кешелəр: — Ата‐бабаларыбыҙҙың бер дин тотҡанын күрҙек, беҙ ҙə улар тотҡан юлдан барасаҡбыҙ, — тинелəр. (24) — Мин һеҙгə ата‐бабаларығыҙ тотҡан диндəн дə яҡшырағын килтерҙем, — тип əйткəс, улар: — Дөрөҫөн генə əйткəндə, беҙ уға (һин килтергəнгə) ышанмайбыҙ! — тинелəр. 25. Беҙ уларға яза бирҙек. Ҡара! Ялғансыларҙың яҙмышы нимə менəн бөттө? 26, 27. Бер ваҡыт Ибраһим атаһына һəм ҡəүеменə əйтте: — Мин һеҙ табынған нəмəлəргə табынмаясаҡмын, — тине. — Мин фəҡəт мине яралтҡанға (Аллаһҡа) ғына ғибəҙəт ҡыласаҡмын. Сөнки Ул мине тура юлға күндереүсе. 28. Был һүҙҙəрҙе ул үҙенəн һуң килəсəк быуындарға (Аллаһтың диненə күсһендəр өсөн), васыят итеп ҡалдырҙы. 29. Хаҡтыр, быларҙы һəм аталарын үҙҙəренə Хəҡиҡəт (Ҡөръəн) менəн Пəйғəмбəр килгəнсегə саҡлы Беҙ уларҙы ниғмəт эсендə йəшəттек. 30. Лəкин улар үҙҙəренə Хəҡиҡəт килгəс: — Был бер сихыр. Беҙ уны танымайбыҙ, — тинелəр. 31. Һəм əйттелəр: — Был Ҡөръəн ике шəһəрҙең берəй олуғ əҙəменə индерелһə, яҡшы булыр ине, — тинелəр. 32. Раббының рəхмəтен улар бүлешергə баҙнат итəме? Донъялағы тормошта уларға дəрəжəлəрҙе Беҙ бүлеп бирҙек. Береһе икенсеһенə хеҙмəт итһен тип, Беҙ уларҙы береһен икенсеһенəн өҫтөн ҡылдыҡ. Раббының рəхмəте улар туплаған байлыҡтан хəйерлерəк. 33. Əгəр барлыҡ кешелəр (кəферҙəрҙең бай тормошона ҡыҙығып, кəферлеккə күсеп) бер кəфер өммəте хасил итер, тигəн ҡурҡыныс булмаһа, Рахмəəнды инҡар итеүселəрҙең өйҙəрендəге түбəлəрен һəм шул түбəгə менə торған баҫҡыстарын көмөштəн яһап, бөтөн ерен йыһазлап, биҙəр инек. (34) Ишектəрен дə, ҡырын ятып истирəхəт ҡыла (ял итə) торған ятаҡтарын да (көмөштəн яһар инек). (35) Уларҙы зиннəт‐алтынға күмəр инек. Быларҙың барыһы ла ваҡытлыса ғына булып, тиҙ генə уҙып китə торған нəмəлəр, əлбиттə. (Мəңгелек байлығы булған) Əхирəт иһə Аллаһҡа һыйынғандарға аталған. 36. Кем Рахмəəнды зикер итеүҙəн уаз кисһə, уның янына шайтанды ҡуйырбыҙ, шайтан гел уның артынан тағылып (ҡотортоп) йөрөр. (37) Əлбиттə, шайтандар уларҙы тура юлдан яҙҙырыр һəм кешелəр үҙҙəрен: беҙ тура юлда, тип уйлар. (38) Ниһайəт, ахырҙа Минең хозурыма килгəс, юлдан яҙған кеше дуҫы шайтанға əйтер: — Их, һинең менəн минең ара Көнсығыш менəн Көнбайыш араһы кеүек йыраҡ булған булһа ине. Һинəн дə яман юлдаш юҡ икəн. 39. Һеҙҙең бөгөнгө (Ҡиəмəттəге) үкенеүҙəрегеҙ бер файҙа ла бирмəҫ, сөнки һеҙ (фани донъяла) ғəҙелһеҙлектəр ҡылдығыҙ. Һеҙ язаны бер тигеҙ аласаҡһығыҙ. 40. (Эй, Рəсүлем Мөхəммəд) һаңғырауҙарға һин (Ҡөръəнде) ишеттерə алырһыңмы икəн йəки (күңел күҙе) һуҡырҙарға (Ҡөръəн күрһəтеп) асыҡтан‐ асыҡ аҙғындарҙы тура юлға баҫтыра алырһыңмы икəн? 41. Беҙ һине уларҙан айырһаҡ (улар һине язалап үлтергəнсе һинең йəнеңде алып, хозурыбыҙға мендерһəк), барыбер уларҙы язаға тартасаҡбыҙ. (42) Йəки уларға вəғəҙə иткəн ғазабыбыҙҙы һин дə күреп торорһың. Был эштəрҙе башҡарырға ҡөҙрəтебеҙ етə. 43. Һиңə уахи ителгəнде (Ҡөръəн күрһəткəн юлды) ныҡ тот. Əлбиттə, һин тура юлдағы кеше. (44) Хаҡтыр, Ҡөръəн һиңə һəм халҡыңа өгөт булараҡ индерелде. Ахырҙа һеҙ (Аллаһ хозурында) имтихан тотасаҡһығыҙ. 45. Үҙеңдəн алда килгəн пəйғəмбəрҙəрҙəн һорап ҡара: Рахмəəндан башҡа (тəңрелəр уйлап сығарығыҙ ҙа шулар)ға табынығыҙ, тип əмер бирҙемме икəн? 46. Хаҡтыр, Беҙ Мусаны аяттарыбыҙ менəн бергə Фирғəүенгə һəм уның янындағы олуғтарына күндерҙек. Муса əйтте: — Мин ғəлəмдəрҙең Раббыһы — Аллаһтың илсеһе булам, — тине. 47. Уларға аяттарыбыҙҙы килтергəс, уны мыҫҡыл итеп көлдөлəр. (48) Уларға береһенəн‐береһе əһəмиəтле аяттарыбыҙҙы индерə барҙыҡ. Тура юлды күрһендəр тип, уларҙы ғазапҡа дусар иттек. 49. Һəм, ниһайəт, улар былай тине: — Əй, сихырсы, күҙ буяусы! Һинең аша Аллаһ беҙгə биргəн антын тормошҡа ашырһын, тип һин Уға ялбар. Беҙ ҙə тура юлға керергə булабыҙ. 50. Лəкин ғазаптан ҡотолғандан һуң, улар һүҙҙəрендə тормай. 51. 52, 53. Фирғəүен үҙ ҡəүеменə былай тине: — Əй, халҡым, Мысыр мөлкəте һəм аяҡ аҫтымдан ағып ятыусы ошо йылғалар минеке түгелме ни? Шуны ла күрмəйһегеҙме ни? Əллə һуң мин үҙе меҫкен, əйтеп һүҙен аңлата алмаған ошо (һаҡау) əҙəмдəн дə түбəнерəк булып сыҡтыммы ни? Əгəр ҙə инде уның алтын белəҙектəре һəм янында ярҙамсы фəрештəлəре булһа (беҙ уға ышаныр инек). (Фирғəүен Мусаның тотлоғоп һөйлəшкəненə, фəҡирлегенə төрттөрөп əйтə. Йəғни, Фирғəүендең байлығы ла бар, ул тотлоҡмай ҙа, лəкин Аллаһ пəйғəмбəрлекте уға түгел, Мусаға биргəненə ул ғауға ҡуптара.) 54. Фирғəүен үҙ халҡын алданы; халҡы уға буйһонды. Улар тура юлдан яҙған ҡəүем булды. (55) Шулай итеп, улар Беҙҙе асыуландырҙы. Беҙ уларға тейешле язаһын бирҙек. Барыһын да һыуға батырҙыҡ. (56) Һуңынан килгəн быуындар өсөн уларҙың яҙмышын ғибрəт итеп һаҡланыҡ. 57. Мəрйəмдең улы Ғайсаның яҙмышын миҫал итеп килтергəс, һинең халҡың аҡырыша (буҙа ҡуптара) башланы. 58. — Беҙҙең тəңрелəребеҙ яҡшыраҡмы, əллə улмы (Ғайсамы)? — тинелəр. Һинең менəн бəхəслəшер өсөн шулай һоранылар. Дөрөҫөн генə əйткəндə, улар ғауғалы халыҡ. 59. Ул (Ғайса) үҙенə ниғмəт бирелгəн һəм Исраил тоҡомона үрнəк ителгəн бер бəндəбеҙҙер. (60) Əгəр ихтыяр итһəк, Беҙ, килəсəк быуындарға мираҫ итеп, һеҙҙең урынға Ер йөҙөндə фəрештəлəрҙе яралтҡан булыр инек. 61. Шөбһəһеҙҙер, ул (Ғайса) Ҡиəмəт (тең ҡасан буласағының) ғəлəмəтелер. Быға һис тə шиклəнмəгеҙ һəм Миңə йүнəлегеҙ. Аллаһ юлы — иң тура юл. 62. Һаҡ булығыҙ, шайтан һеҙҙе тура юлдан яҙҙырмаһын. Ул һеҙгə хəтəр дошман. 63. Ғайса ҡəтғи дəлилдəр менəн килгəс əйтте: — Мин һеҙгə хикмəт алып килдем һəм ҡаршылыҡлы бəхəстəрегеҙҙең бер өлөшөн һеҙгə аңлатып бирер өсөн килдем. Шулай булғас, Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ һəм миңə эйəрегеҙ. 64. — Аллаһ — минең Раббым, һеҙҙең дə Раббығыҙ. Уға ғибəҙəт ҡылығыҙ. Тура юл бына шул булыр. 65. Əммə улар төрлө фирҡəлəргə бүленеп, ғауға ҡуптарҙылар. Хəтəр көндөң ғазабына килеп терəлгəс, ул кəферҙəрҙең хəле, һай, яман буласаҡ. 66. Улар Ҡиəмəт көнөнөң үҙ баштарына абайламаҫтан килəсəге тураһында уйлап та ҡарамай. 67. Ул Көндө үҙ‐ара (эскерле) дуҫ булғандар бер‐береһенең дошманына əүерелер. Аллаһҡа ҡаршы кəфер итмəгəндəрҙəн башҡалар.


68, 69. Һəй, аяттарыбыҙға инанған мосолмандарым! Ул Көндө (Ҡиəмəттə) һеҙгə ҡурҡыныс булмаҫ. Һеҙгə, аяттарыма инанып, мөьмин булғандарға ҡайғы иңмəҫ, (70) шатлык урыны ‐ йəннəткə һөйөнөшөп, ҡатындарығыҙ менəн бергə керерһегеҙ. 71. Уларға алтын һауыттар (менəн татлы ризыҡ) һəм алтын касалар (менəн татлы эсемлектəр) таратылыр. Күңелдəре нимə телəһə, күҙҙəренə (зəүҡи) лəззəт биреүсе нимə булһа, барыһы ла шунда булыр. Һеҙ йəннəттə мəңгегə ҡаласаҡһығыҙ. (72) Ҡылған изгелектəрегеҙгə күрə, һеҙгə мираҫ итеп ҡалдырылған йəннəттер ул. (73) Шунда һеҙҙең өсөн төрлө‐төрлө емештəр бар. Улар һеҙгə ризыҡ булыр. 74. Шик юҡтыр, гөнаһлылар йəһəннəм ғазабында мəңге ҡаласаҡ. (75) Был ғазап еңелəйтелмəйəсəк. Улар ут эсендə өмөтһөҙ килеш ҡала бирəсəк. (76) Беҙ уларға ғəҙелһеҙ булманыҡ. Лəкин улар үҙҙəре ғəҙелһеҙ залим булды. (77) (Йəһəннəмдə яныусылар зобаниға) əйтер: — Əй, Мəлик, Раббың беҙҙең йəнебеҙҙе алһын ине, — тип ялбарырҙар. Мəлик: — Һеҙ, һис шикһеҙ, ғазап эсендə ҡаласаҡһығыҙ,—тип əйтер. (78) Хаҡтыр, Беҙ һеҙгə дөрөҫлөк алып килдек. Лəкин күбегеҙ шул дөрөҫлөктө яратмаҫ булды. 79. Əллə һуң улар (Мəккə кəферҙəре, мөшриктəр берəй мəкерле) эш эшлəргə ҡарар ҡылдымы? Улайһа, Беҙ ҙə, ысынлап та, (тик ятмайбыҙ) ҡарар ҡылырбыҙ. 80. (Мөслимдəргə ҡарата) уларҙың эскерлектəрен һəм (Аллаһ динен хурлап) үҙ‐ара йəшертен кəңəштəрен Аллаһ ишетмəй‐белмəй, тип уйлайҙар. (Яңғылышалар. Барыһын да) ишетеп торабыҙ. Улар янында илселəребеҙ ҙə бар, бөтөн ҡылмыштарығыҙҙы яҙып баралар. 81. (Эй, Мөхəммəд) əйт: — Əгəр ҙə ул (Ғайса) мəрхəмəтле ярлыҡаусы (Аллаһ)тың улы булһа ине, уға табынғандарҙың иң беренсеһе мин булыр инем, — тип. 82. Күктəрҙең һəм Ерҙең Раббыһы, Ғəрештең Раббыһы улар (мөшриктəр, йəһүдтəр, христиандар) һылтағандарҙан өҫтөн һəм азат. Аллаһү əкбəр! (Һылтағандар — ата булыу, ҡатын тотоу кеүек ер кешеһенə хас булған эштəрҙəн Аллаһ азат һəм паҡ килеш ҡала.) 83. Инде һин уларҙан айырыл, (нəжес эсендə) ҡалһындар шунда. Вəғəҙə ителгəн ғазап менəн ҡауышаһы Көнгə (Ҡиəмəткə) саҡлы улар шулай (ялған һөйлəп) донъяла күңел асһындар. 84. Күктең дə Тəңреһе, Ерҙең дə Тəңреһе — бер Аллаһ. Ул — берҙəн‐бер хөкөмдар һəм (аҡыл‐зиһен) хикмəттəренең хужаһы. Ул — ысын асылы менəн бөтөнөһөн белеп тороусы. 85. Күктəрҙəге, Ерҙəге һəм улар араһындағы бөтөн нəмəлəрҙе милек булараҡ барлыҡҡа килтергəн (Аллаһ) ни ҡəҙəр бөйөк. Һуғасаҡ Сəғəттең (Ҡиəмəттең ҡасан буласағы тураһындағы) мəғлүмəте Уның хозурындалыр. Бөтөнөгөҙ ҙə Уның хозурына килтерелəсəкһегеҙ. 86. Аллаһты инҡар итеп, табына торған нəмəлəре (боттары) улар өсөн шəһəдəт итерлек ҡөҙрəткə эйə түгел. Хəҡиҡəтте ысын күңелдəн таныған‐ белгəндəр шəфəғəт итеүҙəн мəхрүм түгел. 87. Хаҡтыр, уларҙан: — Һеҙҙе кем яралтты? — тип һораһаң: ‐ Аллаһ! ‐ тип яуап бирерҙəр. Шулай булғас, ни өсөн һуң улар (Аллаһҡа) ғибəҙəт ҡылмай, Хаҡтан йөҙ сөйөрə? (88) Ул (Пəйғəмбəр): ‐ Йə, Раббым, былар иман килтермəҫ бер ҡəүемдер, ‐ тине (89) (Аллаһ бойорҙо): ‐ (Эй, Мөхəммəд) инде һин: һеҙгə сəлəм, тип əйт тə, уларҙан айырылып кит. Оҙаҡламай белерҙəр. 44 — Духан (Төтөн) сүрəһе (Духан сүрəһе 59 аяттан тора. «Духан» — төтөн, томан мəғəнəлəрендəге һүҙ. Унынсы аяттағы духан кəлимəһенəн алынған исем). Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ха. Мим. (2, 3) (Хəлəл менəн харамды) ап‐асыҡ аңлатыусы Китап (Ҡөръəн) исеме менəн əйтəм: əлбиттə, Беҙ уны мөбəрəк бер кисəлə (Ҡəҙер кисəһендə) индерҙек. Ысынлыҡта иһə, Беҙ (уның менəн кəферҙəр башына төшəсəк ғазап тураһында) хəбəр биреп, киҫəтəбеҙ. 4, 5, 6. Бер əмеребеҙ менəн һəр хикмəтле эш шул кисəлə хəл ителер. Сөнки Беҙ, Раббының рəхмəте булараҡ, пəйғəмбəрҙəр күндерəбеҙ. Аллаһ ишетеп‐белеп тора. 7. Əгəр ҙə һеҙ ысынлап иман килтерер булһағыҙ, (белегеҙ): Күктəрҙəге, Ерҙəге һəм улар араһындағы бөтөн нəмə Раббынан. (8) Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ. Һəм терелтер һəм үлтерер, Ул һеҙҙең дə, мəрхүм аталарығыҙҙың да Раббыһылыр. 9. Эйе, иманһыҙҙар (яңынан терелеүгə) һаман шик менəн ҡарай һəм (Əхирəттəге терелеште инҡар итеп) шунан (үҙҙəренə) тəм табалар. 10. (Мөхəммəд) Күктең күрəлəтə төтөн менəн ҡапланғанын күҙəтеп тор. (11) Был (төтөн) кешелəрҙе һырып аласаҡ. Был (төтөн) яман бер ғазап ғəлəмəтеҙер. (12) — Йə, Раббыбыҙ, беҙҙəн был ғазапты ал, зинһар. Беҙ иман килтерəсəкбеҙ, — тип ялбарырҙар. («Был төтөн тураһында бер‐береһенə оҡшамаған ике төрлө шəрехлəү бар. Төтөн — ҡытлыҡ, ҡоролоҡ. Ғəрəбстандағы ҡот осҡос был ҡоролоҡ, аслыҡ заманында Ҡурайш кешелəре хəҙрəти Мөхəммəдкə баш эйҙе. Икенсе аңлатма былайыраҡ, был төтөн Ҡиəмəт ғəлəмəте булараҡ, Күкте ҡаплай. Риүəйəттəргə ҡарағанда, Ҡиəмəт башланыр алдынан көнсығыштан көнбайышҡаса булған араны шундай төтөн ҡаплаясаҡ икəн». Али Тургут тəфсиренəн ) 13. Ҡайҙа инде ул уларға фекерлəп, ғибрəт алыу! Уларға дөрөҫлөктө асып һалыусы Пəйғəмбəр килгəн ине бит инде. 14. Һуңынан унан (Пəйғəмбəрҙəн) йөҙ сөйөрҙөлəр һəм: — Был (башҡалар тарафынан ҡотортоп ебəрелгəн) бер тиле, — тинелəр. 15. Беҙ был ғазаптың бер аҙын кəметəсəкбеҙ, əммə һеҙ (барыбер кəферлегегеҙгə) ҡайтасаҡһығыҙ. 16. Беҙ ул (Ҡиəмəт) Көндө һеҙҙе дəһшəт менəн тотасаҡбыҙ һəм үс ҡайтарасаҡбыҙ. 17. Хаҡтыр, был кəферҙəрҙəн алда Беҙ Фирғəүен тоҡомон (күп мал биреп) һынап ҡараныҡ. Уларға бик тə шəрəфле илсе (Мусаны) күндерҙек. 18. 19, 20, 21. Уларға əйтте: — Аллаһтың бəндəлəре, миңə эйəрегеҙ! Сөнки мин һеҙгə (Аллаһ тарафынан күндерелгəн) ышаныслы бер илсе булып килдем, — тине. ‐ (Илсеһе алдында үҙегеҙҙе) Аллаһтан ҙурға ҡуймағыҙ. Сөнки мин һеҙгə (Уның илсеһе икəнлегемə) асыҡ дəлилдəр (мөғжизəлəр) килтерҙем. Миңə таш бəрһəгеҙ, мин һеҙҙең дə Раббығыҙ булған Раббыма һыйынасаҡмын. Əгəр миңə ышанмаһағыҙ, һис юғында, янымда тормағыҙ. 22. Шунан һуң Муса доға ҡылып Аллаһҡа: — Былар гөнаһлы‐енəйəтсе бер өйөр, — тине. 23. — Улайһа, һин бəндəлəремде төндə юлға алып сығып кит. Һеҙҙең (юҡлыҡты белеп, улар) артығыҙҙан ҡыуа сығасаҡтар, — тине Аллаһ. 24. (Диңгеҙ икегə айырылып, һеҙгə юл һалыр, шул юлдан иҫəн‐һау сығып ҡотолғандан һуң) диңгеҙ һуҡмағын шул килеш ҡалдыр (Шул юлға алданып кереп) улар һыу аҫтында ҡалып, батып һəлəк буласаҡ. 25, 26, 27. Уларҙан ни ҡəҙəр баҡсалар, сылтырап аҡҡан шишмəлəр, игендəр, мөһəбəт һарайҙар, татлы‐лəззəтле ни ҡəҙəр ризыҡтар ҡалды. (28) Бына эш шулай, беҙ əйткəнсə булды. Шул байлыҡты мираҫ итеп, башҡа халыҡҡа ҡалдырҙыҡ. (29) Күк менəн Ер (Фирғəүен тоҡомоноң батып үлгəненə) илап ҡалманы. Уларҙың язаһы кисектерелмəне. 30, 31. Ысынлап та, Беҙ Исраил тоҡомон рисуайлыҡ ғазабынан — Фирғəүендəн ҡотҡарып ҡалдыҡ. Хаҡтыр, ул (Фирғəүен) тəкəбберлектə хаттин ашҡан рəхимһеҙ залим ине. 32. Хаҡтыр, Беҙ уларҙың (Исраил тоҡомоноң) ниндəй хəлдə икəнен белеп, заманында башҡа белемле халыҡтарҙан өҫтөн ҡылдыҡ. 33. Беҙ уларҙы һынап ҡарар өсөн, асыҡ мəғəнəле һəм сағыштырмалы аяттар, мөғжизəлəр индерҙек. 34, 35, 36. Хаҡтыр, улар (Мəккə кəферҙəре) ҡəтғи əйтə:


— Үлем бер генə тапҡыр була. Беҙ бер ҡасан да яңынан терелмəйəсəкбеҙ. Əгəр, ысындан да, һеҙ дөрөҫ һөйлəйһегеҙ икəн, аталарыбыҙҙы яңынан терелтеп ҡайтарығыҙ (шунан һуң беҙ һеҙҙең хаҡлы икəнегеҙгə ышанырбыҙ), — тип əйтəлəр. 37. Былар хəйерлерəкме, əллə Тубба халҡымы йəки уларҙан əүəлге (гөнаһлы) ҡəүемдəр яҡшыраҡмы? Беҙ уларҙы ла һəлəк иттек. Улар ҙа гөнаһлылар ине. («Йəмəн илендəге хаким Тубба исемле була. Африканың көнсығышынан алып бөтөн Ғəрəбстанды билəгəн дəүлəт. Был хөкөмдар яҡшы əхлəҡле була. Лəкин халҡы аҙғынлыҡ менəн дан ҡаҙана». Али Тургуг тəфсиренəн ) 38. Күктəрҙе, Ерҙе һəм икеһе араһындағыларҙы Беҙ (тик торғанда ғына, эс бошҡандан) күңел асыу өсөн генə яралтманыҡ. (39) Бөтөнөһөн дə бары тик бер сəбəп менəн (Аллаһтың Хəҡиҡəте өсөн) яралттыҡ. Лəкин кешелəрҙең күбеһе быны аңламай. (40) Шөбһə юҡтыр, айырыу (Əхирəт) Көнө барыһы өсөн дə билгелəнгəн. 41. Ул Көндө дуҫ дуҫҡа һис нисек тə файҙа итə алмаҫ. Уларға (башҡаларҙан да) ярҙам булмаҫ. 42. Аллаһ ярлыҡаясаҡ əҙəмдəр былар хəлендə түгел. Аллаһ (кəферҙəргə яза бирерлек) ҡөҙрəтле. Аллаһ — (мөьминдəрҙе ярлыҡаусы) миһырбан эйəһе. 43. 44. Шик юҡ, зəҡҡум ағасы — гөнаһҡа батҡан кешенең ризығылыр. (45, 46) (Зəҡҡум ағыуы) эретелгəн баҡыр кеүек, ашҡаҙандарында ҡайнап торасаҡ. 47, 48, 49, 50. Шул миҙгелдə ауаз яңғырар: — Һəй, уны тотоп алығыҙ! Тотоғоҙ ҙа йəһəннəмдең уртаһына ташлағыҙ. Башына ҡайнар яза һыуы ҡойоғоҙ. Татып ҡара, «тəҡсир!» Һин бит үҙеңсə ниндəй ҡөҙрəтле, данлыҡлы инең! Һин ышанмаған, һин шиклəнгəн яза бына ошо булыр! 51, 52, 53, 54. Мөттəҡийҙəр (тəҡүə мосолмандар) иһə именлек тулы ышаныслы урында булыр: баҡсаларҙа һəм шишмə буйҙарында (истирəхəт ҡылырҙар). Нəфис ебəктəргə һəм балҡып тороусы атластарға уранып, ҡапма‐ҡаршы əңгəмə ҡорорҙар. Бына шулай бойорҙоҡ: һəм Беҙ ҙур күҙле хур ҡыҙҙарын уларға ҡатын итербеҙ. (55) Шунда — именлек эсендə йəндəре ниндəй емеш телəһə, шул булыр. (56) Үлем əсеһен бер татығандан һуң, улар үлемһеҙ булыр. Һəм Аллаһ уларҙы йəһəннəм ғазабынан ҡотҡарыр. (57) Был ниғмəттəр уларға Раббы тарафынан тəғəйенлəнгəн. Бөйөк Сəғəдəт бына ошо булыр. 58. (Эй, Мөхəммəд) Беҙ уны (Ҡөръəнде) яҡшы аңлаһындар һəм өгөт алһындар тип, һинең Əсə телеңдə индерҙек. (59) Улар көтə. Һин дə көт. (Улар һинең башыңа бəлə килгəнде көтə. Һин дə көт улар иман килтерерме, əллə кəферлектəрен дауам итеп, һəлəк булырмы? Хəҡиҡəтте белер өсөн ваҡыт кəрəк.) 45 — Жəҫиə (Теҙлəнеү) сүрəһе (Жəҫиə сүрəһе 37 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Ҡиəмəт көнөндə теҙлəнеп тороусы гөнаһлылар тураһында һөйлəнгəнгə күрə, исеме «Жəҫиə», йəғни «теҙлəнеп тороу» шунан килə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ха. Мим. 2. Был Китап (Ҡөръəн) ҡөҙрəтле һəм хаким һəм хикмəт эйəһе Аллаһ тарафынан индерелде. 3. Шик юҡ, иманлы кеше өсөн күктəрҙə һəм Ерҙə (Ҡөръəндең дөрөҫлөгөнə) байтаҡ дəлилдəр бар. 4. Кешелəрҙең юҡтан бар ителеүе лə, Ер йөҙөнə таралған йəн эйəлəренең (Аллаһ тарафынан) яралтылышы ла, иман килтергəн халыҡтар ғибрəт алырлыҡ кинəйəлар (сағыштырмалар), ишаралар аша хəбəр ителə. 5. Төндөң һəм көндөң алмашыныуы, Аллаһтың Күктəн индергəн ризыҡтары (ямғыры) һəм үлемдəн һуң тупраҡтың яңынан терелеүе, елдəрҙең төрлө яҡҡа иҫеүе аҡылы булған халыҡҡа (Аллаһтың бер булғанына һəм сикһеҙ ҡөҙрəтенə ышаныслы) дəлилдəрҙер. 6. Бына Аллаһтың аяттарын һиңə дөрөҫлөк булараҡ уҡыйбыҙ. Аллаһтың ошо (ысын‐дөрөҫ) аяттарынан һуң, улар (кəферҙəр, мөшриктəр) ниндəй һүҙгə ышанырҙар икəн инде? 7. Ялғанға, гөнаһҡа батҡан кешенең хəле ҡот осҡос булыр. 8. Үҙенə Аллаһтың аяттарын уҡығанда ул (мөшрик, кəфер, монафиҡ) тыңлаған булыр, һуңынан танауын юғары күтəреп, ишетмəмешкə һалышыр. Бына шуларға һин (Мөхəммəд) хəтəр яза буласағы тураһында əйт. 9. Берəй аятыбыҙҙы (Ҡөръəндəн икəнен) белеп алһа, ул мыҫҡыллап көлə башлай. Улар өсөн хурлыҡлы яза буласаҡ. 10. Барасаҡ юлдары — йəһəннəм. Уларҙың йыйған нəмəлəре (мал‐тыуарҙары, балалары, байлыҡтары), Аллаһты инҡар итеп, табына торған (сын) дары бер нисек тə ярҙам итə алмаҫ. Уларҙың əжере – хəтəр яза. 11. Ҡөръəн — тура юлдыр. Раббының аяттарына кəфер итеүселəр өсөн хəтəр ғазаптарҙан тороусы бик тə ҡаты яза булыр. 12. Уның əмере менəн кəмəлəрҙə йөҙөп, (Аллаһ үҙҙəренə насип иткəн) ризыҡтарын эҙлəп тапһындар һəм (тапҡандарына) шөкөр итһендəр тип, Аллаһ һеҙҙең ҡулланышығыҙға диңгеҙҙе бирҙе. 13. Күктəрҙə һəм Ерҙə нимə булһа, шуларҙың барыһын да Ул Үҙ тарафынан индереп, һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирҙе. Əлбиттə, был турала уйлап ҡараған кешелəр өсөн ғибрəттəр бар. 14. (Эй, Мөхөммəд) иман килтергəндəргə əйт: — Аллаһ яза бирə торған Көндөң (Əхирəттең) килəсəгенə ышанмағандарҙы кисерһендəр. (Хөкөмдарлыҡты үҙ өҫтөгөҙгə алмағыҙ!) — тип əйт. Аллаһ һəр халыҡты ҡылмышына күрə язалаясаҡ. 15. Кем изгелек ҡыла — үҙ файҙаһына. Кем яманлыҡ ҡыла — үҙ зарарына. Ахырҙа барыбер Раббы хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. 16. Хаҡтыр, Беҙ Исраил тоҡомона китап, хөкөм һəм пəйғəмбəрлек бирҙек. Уларҙы татлы ризыҡтар менəн тəрбиə ҡылдыҡ. Уларҙы донъя халыҡтарынан өҫтөн иттек. 17. Дин мəсьəлəһендə уларға (Исраил нəҫеленə) асыҡ дəлилдəр бирҙек. Əммə үҙҙəренə ғилем килгəндəн һуң, араларында ҡупҡан, хəл итə алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һəм хөсөтлөктəре (яманлыҡтары) арҡаһында, улар (төрлө фирҡəлəргə) бүленеп бөттө. Шөбһəһеҙ, Раббың уларҙың фирҡəлəргə бүленгəнлектəре хаҡында Ҡиəмəт көндө Үҙ хөкөмөн сығарасаҡ. 18. Унан һуң һине дин эштəрендə бер шəриғəт сахибы иттек. Һин шуға тоғро ҡал. Белмəгəндəрҙең ҡотҡоһона бирелмə. 19. Улар Аллаһ юлында һиңə һис тə ярҙам итə алмаҫ. Дөрөҫө шул, залимдар (ғəҙелһеҙҙəр, əхлəҡһеҙҙəр, кəферҙəр) үҙ‐ара дуҫ. Аллаһ — паҡ мөслимдəрҙең дуҫы. 20. Был (Ҡөръəн) кешелəрҙең күңел күҙҙəрен асыусы бер нур. Ныҡ иманлы кешелəр өсөн тура юл һəм (Аллаһтың) рəхмəте ул — Ҡөръəн. 21. Əллə һуң улар — яманлыҡ ҡылғандар: Аллаһ беҙҙе иман килтереп, изгелек ҡылғандар менəн тигеҙ күрер, йəшəйешебеҙҙе лə, əжəлебеҙҙе лə мөьминдəрҙеке төҫлө итер, тип өмөтлəнəлəрме? Ни ҡəҙəр яңғылыш фекер! 22. Аллаһ күктəрҙе һəм Ерҙе Хəҡиҡəт өсөн яралтты. Шулай булғас, һəр кем ҡылғанына күрə əжерен дə алыр. Уларға ғəҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. 23. (Байлыҡҡа ҡомһоҙ) нəфсене һəм (енси лəззəткə артыҡ) һəүəҫлекте үҙ маҡсаты итеп, Аллаһ урынына ҡуйған кешене күрҙеңме һин, (эй, Мөхəммəд)? Ҡолаҡтары һəм күңеле йоҙаҡланған, күҙе томаланған бер бəндəгə Аллаһтан башҡа кем тура юлды күрһəтер? (Əй, кешелəр) һеҙ шул турала яҡшылап уйлап ҡарамайһығыҙмы? 24. Əйттелəр: — Был донъялағы тормоштан башҡа тормош юҡ. Йəшəйбеҙ, үлəсəкбеҙ. Беҙҙе бары тик дауамлы ваҡыт үлтерə, — тинелəр. Лəкин уларҙың был турала һис бер мəғлүмəте юҡ. Улар бары тик фаразлайҙар ғына. 25. Ҡаршыларында асыҡ аяттарыбыҙҙы уҡыған ваҡытта улар һаман бер һүҙҙе ҡабатлай: — Əгəр һеҙ хаҡты һөйлəй торған булһағыҙ, мəрхүм аталарыбыҙҙы терелтеп ҡайтарығыҙ,— тигəндəн башҡа уларҙың дəлиле юҡ.


26. Əйт һин: — Һеҙҙе Аллаһ терелтəсəк. Унан һуң Ул һеҙҙе вафат иттерер. Ахырҙа, килеүенə һис шик‐шөбһə булмаған, Ҡиəмəт көнөндə Аллаһ һеҙҙе йəнə (терелтеп) янына йыясаҡ. Лəкин кешелəрҙең күбеһе быға ышанмай. 27. Күктəрҙəге һəм Ерҙəге милек (идара) Аллаһтыҡылыр. Ҡиəмəт ҡупҡан Көн — кəферҙəрҙең ҙур юғалтыу Көнө. 28. (Мөхəммəд) һин һəр өммəтте теҙлəнгəн килеш күрерһең, һəр өммəт (үҙенең сауабы‐гөнаһы яҙылған) китап янына саҡырыласаҡ. — Бөгөн (донъялағы) ҡылғандарығыҙ өсөн əжер бирелəсəк! 29. — Дөрөҫөн һөйлəй торған китап ҡаршығыҙҙа тора, ул беҙҙең китабыбыҙ. Хаҡтыр, һеҙ нимə ҡылһағыҙ ҙа, Беҙ (барыһын да фəрештəлəргə) яҙҙыра барҙыҡ. 30. Хəҙер инде иман килтереп, изгелекле ғəмəлдə булғандарҙы Раббы рəхмəтенə (йəннəтенə) ҡабул итер. Бына был — ҡотолоп, Сəғəдəткə ирешеү, тигəн һүҙ. (31.) Кəферҙəргə əйтелер: ‐ Аяттарымды уҡығанда танау сөйөрөп, гөнаһлы булғандар өйөрө — ул һеҙ инегеҙ түгелме? 32. — Аллаһтың (үлгəс терелəсəкһегеҙ, тигəн) вəғəҙəһе хаҡ. Ул замандың килəсəгенə һис шөбһə юҡ, — тигəс, һеҙ: — Ул ниндəй заман ул? Беҙ ул заманды белмəйбеҙ. Ай‐һай, (килерме икəн ул заман?) беҙ быға шиклəнеп ҡарайбыҙ. Уның килəсəге тураһында мəғлүмəтебеҙ юҡ, — тип əйттегеҙ. 33. Улар ҡылғандарҙың яманлыҡтары үҙҙəренə ап‐асыҡ күренер. Мыҫҡыл итеп көлгəндəре арҡаһында улар (ғазап менəн) сорнап алыныр. 34. 35. Əйтелер: — Һеҙ бөгөнгө көн менəн осрашасағығыҙҙы нисек онотҡан булһағыҙ, (Əхирəттə ҡауышыуҙы инҡар иттегеҙ) Беҙ ҙə һеҙҙе шулай (ярлыҡарға «онотоп» ғазапта) ҡалдырасаҡбыҙ. Урынығыҙ — ут булыр. (Донъялағы) ярҙамсыларығыҙҙың береһе лə һеҙҙе (бөгөн) ҡотҡарасаҡ түгел. Сөнки һеҙ Аллаһтың аяттарын (Ҡөръəнде) көлкөгə алдығыҙ. Һеҙ донъя рəхəтенə алдандығыҙ. Бөгөн улар бынан (йəһəннəмдəн) сығарылмаясаҡтар, уларҙың тəүбəлəре лə ҡабул ителмəҫ. 36. Ысынлап та, бөтөн маҡтау күктəрҙең Раббыһы, Ерҙең Раббыһы һəм ғəлəмдəрҙең Раббыһы — Аллаһҡа. 37. Күктəрҙə лə, Ерҙə лə Аллаһ ҡына бөйөк (Аллаһү əкбəр). Ул (еңелеү белмəҫ) ҡөҙрəтле һəм (зиһен һəм) хикмəт эйəһе. 46 — Əхҡаф (Ҡом тауы) сүрəһе (Əхҡаф сүрəһе 35 аяттан тора. Ғəд ҡəүеме йəшəй торған сүлдəге ҡом бархандары ғəрəпсə «Əхкəф» тип атала. Сүрəнең исеме шунан килə. Мəккəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ха. Мим. 2. Был Китап еңелеү белмəҫ ҡөҙрəтле һəм берҙəн‐бер хөкөмдар һəм хикмəт эйəһе Аллаһтан индерелде. 3. Күктəрҙе, Ерҙе, улар араһындағыларҙы Беҙ Хəҡиҡəт булараҡ, тəртип иттек һəм мəғлүм бер мөддəткə саҡлы хəрəкəт итһендəр тип, яралттыҡ. Кəферҙəр киҫəтелгəндəрҙəн йөҙ сөйөрə. 4. Əйт: — Аллаһты инҡар итеп, табынған нəмəлəрегеҙҙең ниндəй (ҡөҙрəткə эйə) булғандары тураһында фекерҙəрегеҙҙе миңə əйтегеҙ. Уларҙың донъяла барлыҡҡа килтергəн нəмəлəрен күрһəтегеҙ, — тип. — Юҡһа, күктəрҙе барлыҡҡа килтереүҙə уларҙың ҡатнашы бармы? Бынан əүəл (индерелгəн) бер китап йəки ғилем ҡалдығы булһа, дөрөҫлөккə дəғүə итһəлəр, миңə (дəлил) килтерегеҙ. 5. Аллаһты инҡар итеп, башҡа (боттарға, һындар)ға табыналар. Ул нəмəлəр (боттар, һындар, таш, ут...) уларға Ҡиəмəткə ҡəҙəр лəм‐мим һүҙ əйтмəһə лə. Шулар кеүек аҙашҡан берəй кеше булырмы? Гəрсə улар (боттар, һындар) үҙҙəренə табынғандары тураһында белмəйҙəр ҙə. 6. Кешелəр мəхшəрҙə бер майҙанға тупланған ваҡытта улар (һындарға табыныусылар) үҙҙəре табынғандарҙың дошманына əүерелер. Улар (ағасҡа, ташҡа, һындарға) табынғандарын инҡар итерҙəр. 7. Аяттарыбыҙ уларға асыҡ итеп уҡылғанда, йəғни уларға Хəҡиҡəт килгəс, барыһын да инҡар иттелəр. — Был — көн кеүек асыҡ бер сихыр, — тинелəр. 8. Юҡһа: — Уны (Ҡөрьəнде) ул үҙе уйлап сығарған, ‐тип əйтəлəрме? Əйт һин: — Əгəр уны мин уйлап сығарған булһам, Аллаһ тарафынан миңə килəсəктəн — язанан мине ҡотҡарырға көсөгөҙ етмəҫ ине. Ул һеҙҙең Ҡөръəн хаҡында һөйлəгəн ғəйбəттəрегеҙҙе яҡшы белеп тора. Минең менəн һеҙҙең арала шаһит булыр өсөн бер Аллаһ етə. Аллаһ — рəхимле ярлыҡаусы. 9. Əйт һин: — Мин беренсе килгəн пəйғəмбəр түгел, — тип. ‐ Үҙемə һəм һеҙгə нимə буласағын да мин белмəйем. Мин бары тик үҙемə йөклəнгəн уахигə йөҙ тотам. Мин бары тик асыҡтан‐асыҡ киҫəтеүсе генə. 10. Əйт: — Уйлағанығыҙ бармы? Был (Ҡөръəн) Аллаһ тарафынан килгəн булһа ла, һеҙ уны инҡар иттегеҙ һəм Исраил тоҡомонан булған берəү үҙенə оҡшаш (тағын бер пəйғəмбəр килəсəгенə) шаһитлыҡ итте һəм иман килтерҙе. Шулай ҙа һеҙ һаман кирелегегеҙгə табан бараһығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ залимдарҙы тура юлға күндермəҫ. («Исраил тоҡомло — Яҡуп нəҫелле, йəғни йəһүдилəрҙең береһе, Ғабдулла ибн Сəлəм исемлеһе Мусаға индерелгəн Тəурəттə һуңғы Пəйғəмбəр булып Мөхəммəдтең килəсəге тураһында хəбəр таба һəм Исламды ҡабул итə». Хəсəн Чантай тəфсиренəн ) 11. Ул кəферҙəр иман килтергəндəр хаҡында əйттелəр: ‐ Əгəр ул эш (иман килтереү) яҡшы булһа, улар беҙҙе уҙып иман килтермəгəн булыр ине, — тинелəр. Улар (Ҡөръəнгə эйəрмəне) тура юлдан китмəне һəм: — Был — əүəлдəн килə торған ялған, — тинелəр. 12. Унан (Ҡөръəндəн) əүəл дə тура юл күрһəтеүсе һəм рəхмəт булараҡ, Мусаға Китап (Тəүрəт) индергəн инек. Бына был (Ҡөръəн)дə гөнаһлы залимдарҙы киҫəтер өсөн, изгелек ҡылғандарҙы һөйөндөрөр өсөн, ғəрəпсə индерелде һəм ул Тəүрəтты дөрөҫлəп, раҫлаусы бер Китап. 13. — Раббыбыҙ — Аллаһ! — тип, һуңынан да шуға тура булғандар өсөн (Ҡиəмəттə) бер ниндəй ҙə ҡурҡыныс юҡ. Уларға ҡайғы килмəҫ. 14. Улар йəннəт əһеле булыр. Ҡылған изгелектəренə күрə, əжер булараҡ, шунда (йəннəттə) мəңгегə ҡаласаҡтар. 15. Беҙ əҙəм балаһына ата‐əсəгə изгелекле булырға васыят иттек. Əсəһе уны ҡарынында йөрөтə. Ауырлыҡ менəн таба. Баланың əсə ҡарынында йөрөүе һəм һөт имə торған ваҡыты утыҙ айҙыр. Ниһайəт, ул (бала) егетлек осорына етə. Ҡырҡ йəшкə еткəс, əйтер:— Йə, Раббым, үҙемде, ата‐ əсəмде ниғмəтлəндергəнеңə шөкрəнəмде ҡабул ит, Һине ризалатырлыҡ изгелекле ғəмəлдəрҙə булыуыма миңə илһам бир. Үҙемде лə, нəҫелемде лə рəхмəтеңдəн ташлама. Хаҡтыр, мин Һиңə йүнəлдем. Шикһеҙ, мин (иман килтереп) мосолман булдым. 16. Ҡылған изгелектəрен ҡабул итеп, гөнаһтарын ярлыҡаясағыбыҙ, бына ошо кешелəр — йəннəттəгелəр араһында булыр. Был уларға бирелгəн вəғəҙə нəтижəһе. 17. Ата‐əсəһеңə: — Уф, туйҙым һеҙҙəн, минəн элек тə күпме нəҫелдəр йəшəп үлгəн (һəм терелеп ҡайтмаған), шулай ҙа һеҙ минең яңынан терелеп сығарыласағыма ышандырырға тырышаһығыҙ! — тип ҡаршы итеүселəр юҡмы ни? Ата‐əсəһе Аллаһҡа ялбарыр ҙа, балаһына əйтер: — Йаҙыҡтар (ҡайғы) булыр һиңə! Иман килтер. Аллаһтың язаһы, һис шикһеҙ, хаҡ! — тип өгөтлəрҙəр.


Ул иһə: — (Һеҙ һөйлəгəндəр) боронғоларҙан ҡалған əкиəттəн башҡа һис нəмə түгел, — тип əйтер. 18. Бына шундай (кəфер һөйлəүселəр) əүəл йəшəп‐киткəн ендəр һəм (гөнаһлы) кешелəр өйөрө менəн бергə йəһəннəмдə булыр, тигəн Аллаһтың вəғəҙəһе хаҡлыҡҡа иреште. Ысындан да, улар ҙур зыян күреүселəр рəтендə. 19. Һəр кемдең ҡылғанына күрə дəрəжəһе лə булыр. Уларға һис бер ғəҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. Ғəмəлдəренə күрə əжерҙəре түлəнер. 20. Ут ҡаршыһына килтерелгəс, кəферҙəргə əйтелер: — Һеҙ фани донъялағы тормошоғоҙҙа рəхəт йəшəп, бөтөн зəүҡий лəззəт маяғыҙҙы исраф итеп бөтөрҙөгөҙ инде. Хаҡығыҙ булмаған көйөнсə, Ер йөҙөндə артыҡ тəкəббер булдығыҙ. Шундағы боҙоҡлоғоғоҙ өсөн, бөгөн бында хурлыҡ ғазаптары менəн язаланырһығыҙ. 21. Ғəд халҡы араһынан сыҡҡан (Һуд)ты иҫеңə төшөр. Унан əүəл дə, унан һуң да киҫəтеүсе пəйғəмбəрҙəр килеп киткəн ине инде. Хəтерлəйһеңме, ул Əхҡафтағы (ҡом сүлендəге) халыҡты: — Аллаһтан башҡаға ғибəҙəт ҡылмағыҙ! Шуныһы хаҡтыр, мин һеҙҙең өҫкə килəсəк хəтəр Көндөң ғазабынан ҡурҡам, —тип киҫəткəн ине. 22. Улар əйтте: — Һин беҙҙе табына торғандарыбыҙҙан уаз кистерергə тип килдеңме? Əгəр ҙə һин һөйлəгəндəр хаҡ булһа, вəғəҙə итə торғаныңды (ғазаптар, мөғжизəлəреңде) хəҙер үк күрһəт, ‐ тинелəр. 23. (Һуд) əйтте: — (Һеҙгə ғазаптың ҡасан килаһен) бер Аллаһ белə. Мин алып килгəн хəбəрҙе генə һеҙгə тапшырам. Лəкин, күрəм, һеҙ наҙандар өйөрө икəнһегеҙ, — тине. 24. Шул саҡ (улар йыйылған) үҙəнгə табан килеүсе ғазап болотон күреп, əйттелəр: — Был ямғыр болото! — тинелəр. — Юҡ, — тине (Һуд) — Был һеҙ хəҙер үк күрергə телəгəн ғазабығыҙ, ҡаты дауыл — хəтəр яза болото булыр. 25. — Раббының əмере менəн ул бөтөн нəмəне харап итеп бөтөрөр. (Дауылдан һуң) уларҙың емерек ҡаралты‐ҡуралары ғына тырпайып ҡалыр. Бына, гөнаһлыларҙы Беҙ шулай язалайбыҙ. 26. Хаҡтыр, уларға ла һеҙгə бирмəгəн ҡөҙрəтебеҙҙе һəм байлығыбыҙҙы бирҙек. Үҙҙəренə ҡолаҡтар, күҙҙəр һəм йөрəк бирҙек. Лəкин ҡолаҡтары ла, күҙҙəре лə, йөрəктəре лə уларға һис бер файҙа килтермəне. Сөнки улар Аллаһ аяттарын (ап‐асыҡ иҫбаттарын) белгəн көйөнсə, инҡар итте. (Əхирəттəге ғазап тураһындағы хəбəребеҙҙе) мыҫҡыллап көлгəндəр ине, (шул ғазап) үҙҙəрен сорнап алды. 27. Хаҡтыр, Беҙ яҡын‐тирəгеҙҙəге мəмлəкəттəрҙе һəлəк иттек. Бəлки, улар (кəферлектəн) иманға ҡайтырҙар тип, аяттарыбыҙҙы ҡат‐ҡат аңлаттыҡ. 28. Улайһа, ни өсөн Аллаһтан башҡаны яҡын күреп табынған һындары уларҙың үҙҙəрен Аллаһ ғазабынан ҡотҡарманы? Ғазап килгəс, ул һындар юҡҡа сыҡты. Шул һындар Аллаһ менəн аралашсылыҡ итəсəк, тип əйтеүҙəре уларҙың ялғаны һəм уйҙырмаһы ине. 29. Ҡөръəн тыңлаһындар тип, бер төркөм енде һинең янға ебəрҙек. Ҡөръəн тыңларға əҙерлəнеп бөткəс, улар бер‐береһенə əйтте: — Тынығыҙ! (Тын да алмайынса тыңлағыҙ!) — тинелəр. Ҡөръəн уҡылып бөткəс, улар (Ҡиəмəт көндө буласаҡ язалар тураһында) киҫəтеүсе булып, үҙ ҡəүемдəренə əйлəнеп ҡайтты. 30. 31. Улар: — Əй, ҡəүемебеҙ, — тине. —Хаҡ һөйлəйбеҙ: беҙ Мусанан һуң индерелгəн һəм үҙенəн алда килгəн (боҙолған китаптарҙы) дөрөҫлəүсе, Хəҡиҡəткə һəм тура юлға йүнəлтеүсе бер Китап һүҙен тыңланыҡ. Əй, ҡəрҙəштəребеҙ! Аллаһтың киҫəтеүсеһенə бойһоноғоҙ. Аллаһҡа иман килтерегеҙ, һəм Аллаһ һеҙҙең бер өлөш гөнаһтарығыҙҙы кисерер һəм һеҙҙе əсе ғазаптан ҡотҡарыр. 32. Аллаһтың киҫəтеүсеһенə ҡолаҡ һалмаған кеше Аллаһты Ер йөҙөндə меҫкен хəлдə ҡалдыра алмаҫ. Аллаһтан башҡа ул кеше үҙенə дуҫтар ҙа таба алмаҫ. Бына шулар инде күрəлəтə юлдан яҙған бəндəлəр. 33. Күктəрҙе һəм Ерҙе яралтҡан ваҡытта арыу‐талыуҙы белмəгəн Аллаһтың үлелəрҙе терелтергə генə ҡөҙрəтенəн килəлер, бит. Шул турала уларҙың башына килмəйме? Əлбиттə, Аллаһтың бөтөн нəмəгə ҡөҙрəте етə. 34. Утҡа ташланасаҡ Көндө инҡар итеүселəргə: — Йə нисек? Был (яза) хаҡ түгелме ни? — тип əйтелгəс, улар: — Хаҡ! Валлаһи хаҡ, — тип əйтерҙəр. Аллаһ иһə: — Улайһа, инҡарығыҙға күрə язаһын да татығыҙ! — тип бойорор. 35. Шулай булғас, (эй, Мөхəммəд) тəүəккəл‐ғəйəр (ҡаҡшамаҫлыҡ эйəһе булған) пəйғəмбəрҙəр сабыр булған кеүек, һин дə түҙ, сабыр ит. (Кəферҙəргə бирелəсəк язаларҙы) ашыҡтырма. Вəғəҙə ителгəн ғазапты күргəс, уларға фани донъяла көндөң бер сəғəте кеүек əҙ йəшəгəндəй тойолор. Был (Ҡөръəн кешелəргə бөтөн хəбəрҙəрҙе лə) ирештереүсе. Юлдан яҙған халыҡтарҙан башҡалары һəлəк ителерме? (Һис ҡасан да!) 47 — Мөхəммəд (Мөхəммəд) сүрəһе (Мөхəммəд сүрəһе 38 аяттан тора. Был сүрə Пəйғəмбəребеҙ хəҙрəти Мөхəммəд исемен йөрөтə. Мəҙинəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Иманға килмəгəн һəм (иманлыларҙы) юлдан яҙҙырған кешелəрҙең (яҡшы) эштəрен Аллаһ заяға сығарыр. 2. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың, хəҡиҡəт булараҡ, Раббы тарафынан Мөхəммəдкə индерелгəн (Ҡөръəн)гə инанғандарҙың гөнаһтарын Аллаһ ҡаплар һəм хəлдəрен еңелəйтер. 3. Шулай буласаҡ, сөнки инҡар иткəндəр яманлыҡҡа эйəрҙе, иман килтергəндəр иһə Аллаһтан килгəн дөрөҫлөккə йөҙ тотто. Бына, шулай итеп, Аллаһ кешелəргə үҙ ҡылғандарынан ғибрəтле миҫалдар килтерə. 4. (Яуҙа) кəферҙəр менəн ҡапма‐ҡаршы осрашҡан саҡта, муйындарына ҡаты итеп сабығыҙ. Ниһайəт, ҡаты һуғышып, уларҙы хəлһеҙлəндергəндəн һуң, ныҡлап бəйлəгеҙ (əсир итегеҙ). Һуғыштан һуң уларға изгелек ҡылып, түлəү алмайынса йəки түлəү урынына азат итегеҙ. Йəки улар һуғыш сығымдарын түлəһендəр. Бойороҡ ошолор. Аллаһ ихтыяр иткəн булһа, уларҙы, (һуғышһыҙ ҙа) һис шикһеҙ, тар‐мар иткəн булыр ине. Лəкин һеҙҙе һынап ҡарау ине был һуғыш. Аллаһ юлында үлтерелгəндəрҙең ғəмəлдəре мотлаҡ, заяға булмаҫ. 5, 6. Аллаһ уларҙы мораҙҙарына ирештерəсəк, күңелдəренə шатлыҡ индерəсəк һəм уларҙы Үҙе вəғəҙə иткəн йəннəткə урынлаштырасаҡ. 7. Һəй, иман килтергəн кешелəр, əгəр һеҙ Аллаһҡа бойһоноп, (Уның диненə, Уның пəйғəмбəре килтергəн Исламға) ярҙам итһəгеҙ, Ул да (дошмандарығыҙға ҡаршы) һеҙгə ярҙам итер һəм теҙ быуындарығыҙҙы нығытыр (егəрегеҙҙе арттырыр). 8. Иман килтермəгəндəрҙең йөҙө аҫҡа килер. Уларҙың ғəмəли тырышыуҙары бушҡа китер. (9) Сөнки улар Аллаһ индергəнгə (Ҡөръəнгə) ерəнеп (шиклəнеп) ҡаранылар. Аллаһ уларҙың ғəмəлдəрен заяға сығарҙы. (10) Улар (Мөхəммəд ҡəүеменең кəферҙəре) донъя буйлап сəйəхəт иткəндə үҙҙəренəн алда йəшəп‐киткəндəрҙең ниндəй хəлдə ҡалғандарын күрмəнеме? Аллаһ уларҙың тамырын ҡоротто. Был кəферҙəргə лə шул ук тəҡдир буласаҡ. (11) Сөнки Аллаһ — иман килтергəндəрҙең яҡлаусыһы. Кəферҙəрҙең яҡлаусыһы булмаҫ. 12. Хаҡтыр, Аллаһ иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы аҫтарынан йылғалар ағып ятыусы йəннəттəргə урынлаштырыр. Кəферлек ҡылыусылар был донъяла кəйеф‐сафа ҡорор (лəззəтлəнерҙəр), хайуан кеүек ашап туймаҫ. Уларҙың урыны ‐ тамуҡ. 13. Беҙ күпме мəмлəкəтте һəлəк иттек. Юҡһа, улар һинең шəһəреңдəн (Мəккəнəн дə) ҡеүəтлерəк ине. (Беҙ уларҙы язаға тартҡанда) һис бер ярҙамсы булманы. 14. Раббының ап‐асыҡ бəйəн ителгəн хаҡ динен ихлас тотоусы (мосолман) менəн яман эштəре үҙенə яҡшы булып күренгəн һəм нəфсе һəүəҫлегенə дусар булған (кəфер) бер тигеҙ булырмы?


15. (Гөнаһтан) һаҡланғандарға вəғəҙə ителгəн йəннəттең сифаты шулдыр: шунда төҫө, иҫе‐тəме, асылы боҙолмаған һыуҙар ағып тороусы шишмəлəр; əсемəй торған һөт йылғалары, күңел күтəреүсе, лəззəтле шəрбəт йылғалары, шыйыҡ бал аға торған йылғалар булыр. (Телəгəн кешегə) төрлө‐төрлө емештəр. Раббынан ярлыҡау булыр. Былар (ожмахтағылар) утта ҡалған һəм эсəктəрен, ашҡаҙандарын телгəлəүсе ҡайнар һыу эсеүлəр менəн бер тигеҙ булырмы? 16. Кəферҙəрҙəн шундайҙары ла бар, ул һинең өгөтөңдө тыңлап тора. Яныңдан китеүгə үк белеме булған кешелəрҙəн: ‐ Əле яңы ғына ул нимə тураһында һөйлəне һуң? ‐ тип һорар. Аллаһ уларҙың күңеленə кəферлек мөһөрө баҫты. Улар — нəфсе һəүəҫлегенə бирелгəн бəндəлəр. 17. Тура юлға баҫҡандарҙың (мөьминдəрҙең) һиҙəйəтен Аллаһ тағын да арттырыр. (Диндəге) паҡлыҡтарын һаҡларға форсат бирер. 18. Ул Сəғəттең (Ҡиəмəттең) өҫтəренə көтмəгəндə килəсəгенəн башҡа яҙмыш көтəлəрме ни һуң улар? Уның ғəлəмəттəре инде күренə лə башланы. Шулай булғас, ул (Ҡиəмəт язаһы) килгəс кенə ғибрəт алып, тəүбə итеүҙəре файҙа бирмəҫ. 19. Һин белеп тор: — Аллаһтың Үҙенəн башҡа (Илаһи ҡөҙрəткə эйə һəм) Тəңре булырҙай һис бер кем юҡ, ‐тигəн Хəҡиҡəтте онотма. Һəм үҙең, һəм мосолман ирҙəр менəн мосолман ҡатын‐ҡыҙҙарҙың гөнаһтары ярлыҡанһын, тип телə. Аллаһ(көндөҙ) ҡайҙа йөргəнегеҙҙе лə, (төндə) ҡайҙа барғанығыҙҙы ла белеп тора. 20. Иман килтергəн кешелəр əйтте: — Жиһад һуғышы тураһында ла берəй сүрə индерелһə ине, ‐ тинелəр. Лəкин һуғыш тураһында ап‐асыҡ əйтелгəн сүрə индерелə ҡалһа, эстəрендəге сир ҡуҙғала һəм улар əжəлде күреп, һуштан яҙа башлаған кеше кеүек, һиңə ҡарай. Əжəлдəн ҡурҡҡан кешене əжəл тиҙерəк таба. 21. (Уларҙың бурысы) итəғəтле булыу һəм матур һөйлəшеү. Эш етди төҫ алғас, (һуғыш сыҡҡас) Аллаһҡа тоғролоҡ күрһəтһəлəр, һис шикһеҙ, үҙҙəренə хəйерле булыр ине. 22. (Исламды ташлап, кəферлеккə) кире ҡайтһағыҙ (һəм һеҙгə хакимиəт бирелһə), Ер йөҙөндə боҙоҡлоҡ сығарып, ҡəрҙəшлек ептəрен өҙөп ташламаҫһығыҙмы? (23) Бына шуларҙы Аллаһ лəғнəтлəне, уларҙы һаңғыраулатты, (күңел күҙҙəрен) һуҡырайтты. (24) Улар Ҡөръəнде аңламайҙармы? Əллə уларҙың күңеленə йоҙаҡ һалынғанмы? (25) Хаҡтыр, үҙҙəренə тура юл мəғлүм булғандан һуң да, шул юлдан сыҡҡандарҙы шайтан тотоп ала. Һəм шайтан: боҙоҡлоҡ ҡылыу—гөнаһлы эш түгел, тип ҡоторта‐өмөтлəндерə башлай. (26) Сөнки улар Аллаһ индергəн (Ҡөръəн)дəн риза булмағандарға: — Ҡайһы бер осраҡтарҙа беҙ һеҙгə бойһонасаҡбыҙ, — тинелəр. Аллаһ уларҙың йəшерен эштəрен белеп тора. (27) Фəрештəлəр (монафиҡтарҙың) йөҙҙəренə, арҡаларына һуға‐һуға йəндəрен алғанда, уларҙың хəле нисек булыр икəн? (28) Был язалар уларға шуның өсөн бирелə, сөнки улар Аллаһты асыуландырған (кəфер) нəмəлəргə эйəрҙелəр, Аллаһ риза булған (сауаплы) нəмəлəрҙе яратманылар. Шуға күрə, Аллаһ уларҙың эштəрен‐тырышыуҙарын юҡҡа сығарҙы. (29) Эстəрендə (Пəйғəмбəргə, Исламға ҡаршы) хөсөтлөк сире булғандар: — Аллаһ беҙҙең хөсөтлөгөбөҙҙө фаш итмəҫ, — тип уйлаймы? (30) Ихтыяр итһəк, Беҙ уларҙы һиңə күрһəтер ҙə инек, һин уларҙы йөҙҙəренəн таныр инең. Əммə һин уларҙы һөйлəү рəүешенəн дə таный алырһың. Аллаһ һеҙҙең бар ғəмəлдəрегеҙҙе белеп тора. (31) Хаҡтыр, Жиһадта ҡатнашҡандарығыҙ менəн (һуғыш ауырлыҡтарына) түҙем булғандарҙы асыҡлағанға саҡлы һəм (һуғыш ҡырынан килгəн) хəбəрҙəрегеҙҙе дөрөҫлəгəнгə ҡəҙəр, һеҙҙе үҙ ҡаршығыҙҙа һынарбыҙ. 32. Үҙҙəре иманһыҙ булған кəферҙəр — башҡаларҙы ла Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар; үҙҙəре алдында тура юл асылғанды күреп тə, Пəйғəмбəргə ҡаршы күтəрелгəндəр Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Уларҙың ҡылғандарын Аллаһ юҡҡа сығарасаҡ. («Хəҙрəти Мөхəммəдкə ҡаршы баш күтəреүселəрҙе Ҡурайш мөшриктəре менəн йəһүдилəр ҡотортоп торғанлығы мəғлүм. Юҡһа, мөшриктəр ҙə, йəһүдилəр ҙə саҙаҡа бирə, бер ҡараһаң, изгелек тə ҡыла кеүек, лəкин Аллаһ, аҫтыртын эштəренə күрə, уларҙың был изгелектəрен ҡабул итмəй». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.,) 33. Əй, иман килтергəн əҙəмдəр, Аллаһҡа итəғəт итегеҙ, Пəйғəмбəргə итəғəт итегеҙ. Ҡылған эштəрегеҙ заяға китмəһен. 34. Инҡар итеп, башҡаларҙы ла Аллаһ юлынан яҙҙырғандарҙы һəм һуңынан кəферлектə үлгəндəрҙе Аллаһ ярлыҡамаҫ. 35. Өҫтөнлөк һеҙҙең тарафта булған саҡта, йомшап, (кəферҙəрҙəн) солох (килешеү) һорамағыҙ Аллаһ һеҙҙең менəн бергə. Аллаһ (изгелекле) ғəмəлдəрегеҙҙе юҡҡа сығармаҫ. 36. Дөрөҫө шул, донъялағы тормош бары тик уйын, ҡыҫҡа ваҡытлы күңел асыу ғыналыр. Əгəр иман килтереп, (гөнаһтарҙан) һаҡланыр булһағыҙ, Аллаһ һеҙгə əжерен бирер. Һеҙҙəн малдарығыҙҙы тартып алмаҫ. (Сарыф ителергə тейешле зəкəт, саҙаҡа, хəйерҙəн башҡа.) 37. Əгəр ҙə (Аллаһ, шул саҙаҡаларҙан ҡалған) малдарығыҙҙы (ҡырып‐һепереп) алырға телəһə, һеҙҙе ҡыйын хəлдə ҡалдырыр, һəм һеҙҙең һаранлыҡ, хөсөтлөк һəм нəфрəт хистəрегеҙҙе фаш итер ине. 38. Бына шулай итеп, һеҙ Аллаһ юлында сығымдар тоторға (зəкəт, саҙаҡа, хəйер бирергə, мəсет һалдырыуға өлөш кертергə) саҡырылаһығыҙ. Арағыҙҙа һарандар бармы? Кешенең һаранлығы (яза булып) үҙенə ҡайтыр. Аллаһ — бай, һеҙ иһə фəҡир. Əгəр Унан йөҙ сөйөрһəгеҙ, һеҙҙең урынға Ул башҡа тоҡомдо килтерер. Улар һеҙгə оҡшамаған булыр. 48 — Фəтех (Еңеү) сүрəһе (Фəтех сүрəһе 29 аяттан тора. «Фəтех» — еңеү тигəн һүҙ. Мəҙинəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. (Эй, Мөхəммəд) Беҙ һиңə, ысынлап та, бөйөк еңеүгə юл астыҡ. 2. Шулай итеп, Аллаһ һинең ҡылған һəм кисектерелгəн хаталарыңды ярлыҡар. Һиңə булған ниғмəтте тамамлар һəм һине тура юлға күндерер. 3. Һəм һиңə (данлы бер еңеү биреп) ярҙам итер. 4. Имандарын тағын да нығытһындар тип, мөьминдəрҙең күңеленə өмөт индереүсе — Аллаһ. Күктəрҙəге, Ерҙəге хеҙмəтселəр ғəскəре лə — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ ‐ белеп тороусы, һəр бер эште хикмəте менəн башҡарыусылыр. 5. (Аллаһтың ғəлəмдəр өҫтөндəге ул ғилеме һəм хикмəттəре) мөьмин ирҙəрҙе, мөьминə ҡатын‐ҡыҙҙарҙы мəңге йəшəп ҡаласаҡ, арыҡтарынан шишмəлəр ағып тороусы йəннəттəренə урынлаштырыу өсөн һəм уларҙың гөнаһтарын кисерер өсөн (ҡулланыла). Бына, (ҡотолған мөьминдəргə) Аллаһ хозурындағы Сəғəдəт шул булыр. 6. Аллаһ хөкөмдəре тураһында яман фекерҙə тороусы монафиҡ (ике йөҙлө) ирҙəр, ике йөҙлө ҡатындар һəм мөшрик ирҙəр һəм мөшрик ҡатындарҙы — үҙҙəрен əсе ҡəһəр һуҡҡан язаға тартыу өсөн (Аллаһ тəдбир ҡорҙо). (Сөнки) уларға Аллаһтың асыуы сыҡты, уларҙы рəхмəтенəн мəхрүм итте. Улар өсөн йəһəннəмде əҙерлəп ҡуйҙы. Улар барасаҡ ер бик тə хəтəр урын. 7. Күктəрҙəге (фəрештəлəр), Ерҙəге (яза һəм һидəйəт) ғəскəрҙəрҙең хужаһы — Аллаһ ҡөҙрəтле, Ул — хикмəт эйəһе. 8. (Эй, Мөхəммəд) Беҙ һине (кешелəрҙең ҡылғандарына) шаһит бул тип, (йəннəт менəн) һөйөндөрөүсе, (йəһəннəм менəн) көйөндөрөүсе сифатында күндерҙек. 9. Əй, əҙəм балалары, (Мөхəммəдте һеҙгə күндерҙем) һеҙ Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə инанһын, тип. Уға ярҙам итерһегеҙ, уны хөрмəтлəрһегеҙ, тип. Аллаһты зикер итеп, иртə‐кис тəсбих əйтһендəр, тип. 10. Шуныһы хаҡтыр, (эй, Мөхəммəд) һиңə һүҙ биргəндəр (ант иткəндəр) Аллаһҡа һүҙ биргəн кеүек булыр. Аллаһтың (хуплаусы) ихтыяры уларҙың (һүҙ биргəндəрҙең) өҫтөндəлер. Кем (һүҙендə тормаһа) ант бауын өҙһə, анты үҙ башына булыр. Аллаһҡа биргəн һүҙендə кем ныҡ тора, Аллаһтың олуғ əжере шуға булыр.


11. (Һинең менəн барырға риза булмайынса) өйҙəрендə ҡалған бəҙəүиҙəр əйтəсəк: — Малдарыбыҙ, ғаилəлəребеҙ арҡаһында беҙ бара алманыҡ, һин беҙҙең өсөн доға ҡыл: бəлки, Аллаһ беҙҙе кисерер, ə? Улар күңелдəрендə булмағанды телдəре менəн һөйлəй. Əйт һин уларға: — Аллаһ һеҙгə зыян һалырға телəһə лə, файҙа килтерергə ихтыяр итһə лə (Уның хозурында), Уға берəү ҙə ҡаршы килə алмаҫ. Аллаһ һеҙҙең нимə ҡылғанығыҙҙан хəбəрҙар. 12. Ысынлыҡта, һеҙ Пəйғəмбəр ҙə, мосолмандар ҙа иҫəн‐аман килеш ғаилəлəренə ҡайтыр, тип уйламанығыҙ. Һеҙҙең был яман уйығыҙ үҙегеҙгə яҡшы булып тойолдо. Һеҙ мəкер ҡорҙоғоҙ. Тик, һеҙ һəлəкəткə мəхкүм бер ҡəүем булдығыҙ. 13. Аллаһҡа һəм Пəйғəмбəренə иман килтермəгəн кеше ҡəтғи белеп торһон, Беҙ кəферҙəр өсөн йəһəннəм уты əҙерлəнек. 14. Күктəрҙəге һəм Ерҙəге милектең барыһы ла — Аллаһтыҡы. Ул ихтыяр иткəн кешеһен ярлыҡай, кемдеҙер язаға тарта. Аллаһ — ярлыҡаусы, киң рəхмəтле кисерə белеүсе. 15. Һеҙ ғəнимəт малдарын бүлешергə киткəндə, (һуғышҡа бармайынса) өйҙəрендə ултырып ҡалғандар əйтер: — Мал бүлешергə беҙҙе лə эйəртегеҙ, — тип ялбарырҙар. Шулай итеп, улар Аллаһтың һүҙен үҙгəртергə телəр. Əйт һин уларға: — Һеҙ беҙгə эйəрмəҫһегеҙ. Аллаһ башта уҡ шулай бойорҙо, — тип. — Юҡ‐юҡ, һеҙ беҙҙəн көнлəшəһегеҙ, шуға күрə эйəртмəйһегеҙ, — тип əйтəсəктəр. Дөрөҫтəн дə, улар — бик тə сай фекерлəүсе ҡəүем. 16. Өйҙəрендə ултырып ҡалған бəҙəүиҙəргə əйт һин: — Һеҙ оҙаҡламай ғəйəт көслө ғəскəргə ҡаршы һуғышырға саҡырыласаҡһығыҙ, — тип. — Уларға ҡаршы ахырға ҡəҙəр (ҡырып бөтөргəнсе йəки улар мосолман булғансы) һуғышасаҡһығыҙ. Əгəр əмергə буйһонһағыҙ, Аллаһ һеҙҙе яҡшы бүлəклəйəсəк. Əммə теге ваҡыттағы кеүек, (Жиһадтан) баш тартһағыҙ, һеҙ хəтəр язаға дусар буласаҡһығыҙ. 17. Һуғышҡа бармаһа ла, һуҡырға гөнаһ юҡ, аҡһаҡҡа гөнаһ юҡ, сирлегə гөнаһ юҡ (былар һуғышҡа барыу бурысынан азат). Аллаһҡа, Пəйғəмбəргə итəғəт иткəн кешене Аллаһ арыҡтарынан шишмəлəр ағып торған йəннəттəргə урынлаштырыр. Кем йөҙ сөйөрһə, хəтəр ғазапҡа мəхкүм булыр. 18. Хаҡтыр, ағас күлəгəһендə һиңə ант биргəн мөьминдəрҙəн Аллаһ риза булды. Уларҙың күңелендə нимə бар, шуны белде, уларға именлек тойғоһо бирҙе. Уларҙы тиҙ арала еңеүгə ирештерҙе. 19. Унан һуң байтаҡ ҡына ғəнимəт биреп, уларҙы бүлəклəне. Аллаһ өҫтөндөр, хикмəт эйəһелер. 20. Аллаһ һеҙгə үҙегеҙ ҡаҙанасаҡ ғəнимəт малын вəғəҙə итте. Һəм ул табышты (Аллаһ ярҙамы менəн) һеҙ тиҙ ҡулға төшөрҙөгөҙ. Аллаһ дошмандарҙың ҡулын тотто (һеҙ еңдегеҙ). Был эш мөьминдəргə бер кинəйə һəм һеҙ тура юлға баҫһын өсөн һабаҡ булһын, тип əмер ителде. 21. Лəкин быларҙан тыш Аллаһтың һеҙҙең өсөн əҙерлəп ҡуйған башҡа ғəнимəттəре лə бар, лəкин хəҙергə һеҙ уларҙы ҡулға төшөрə алманығыҙ. Уныһын Аллаһ үҙ янында əҙер тота. Аллаһтың ҡөҙрəте киң. 22. Инҡар итеүселəр һеҙгə ҡаршы һуғышҡа сыҡһалар, артҡа сигенеп ҡасалар. Бер генə дуҫ та, бер генə ярҙамсы ла таба алмайынса йөрөйҙəр. 23. Был — Аллаһтың быңа ҡəҙəр килеп‐киткəн ҡəүемдəре хаҡындағы ҡанундыр. Аллаһтың ҡанунында һис бер үҙгəреш таба алмаҫһың. 24. Мəккəнең үҙəгендə һеҙҙе улар өҫтөнəн еңеүсе итте, уларҙың ҡулын тотто (һеҙ еңдегеҙ), һеҙҙең ҡулдарҙы улар өҫтөнəн алды. Аллаһ бөтөн ҡылғандарығыҙҙы белеп тора. 25. Инҡар итеүселəр һеҙҙе Мəсжед‐и Харамға кертмəнелəр һəм ҡорбанлыҡтарығыҙҙы тотҡарлап, (ҡорбан сала торғган) ергə ебəрмəҫкə маташтылар, был — мөшриктəр эше. Əгəр уларҙың араһында мөьмин ирҙəр менəн мөьминə ҡатындар булмаһа, бер‐берегеҙҙе белештермəй (телəмəҫтəн) үлтереү (мосолманды үлтереп, үҙ өҫтөгөҙгə гөнаһ алыу) ҡурҡынысы булмаһа (Аллаһ һеҙҙе һуғыштан тыйып тормаҫ ине). Аллаһ үҙе ихтыяр иткəн кешегə генə рəхмəтле. Əгəр ҙə мөьминдəр кəферҙəрҙəн айырым булһа ине, кəферҙəргə бик тə əсе ғазап биргəн булыр инек. 26. Инҡар итеүселəр күңелдəрендə тəкəбберлек, маһайыу тəрбиə иттелəр, наҙанлыҡ маһайыуы. Аллаһ илсеһенə һəм иман килтергəн кешелəрҙең күңеленə именлек индерҙе һəм уларға тəҡүəлекте əмер итте. Улар быңа хаҡлы һəм лайыҡ ине. Аллаһ барыһын да белə. 27. Хаҡтыр, Аллаһ илсеһенең (йоклағанда) күргəн төшөн дөрөҫкə сығарҙы. Аллаһ ихтыяр итһə, сəсегеҙҙе ҡыҫҡартып, баш сəсегеҙҙе ҡырып, һис ҡурҡмайынса, һис шикһеҙ, Мəсжед‐и Харамға керерһегеҙ. Аллаһ һеҙ белмəгəндəрҙе белə. Бынан əүүəл дə һеҙгə еңеү килтергəн ине. 28. Бөтөн диндəрҙəн өҫтөн ҡылыу өсөн, Пəйғəмбəрҙе тура юл һəм хаҡ дин менəн Аллаһ күндерҙе. Шаһит булараҡ та Аллаһ бер үҙе етəр. 29. Мөхəммəд ‐ Аллаһтың Пəйғəмбəре. Уның янындағылар кəферҙəргə ҡаршы ҡаты торалар, үҙ араларында мəрхəмəтле ғəмəлдə. Уларҙы һин рəкүғҡə барғанда ла, сəждəгə киткəндə лə күрерһең. Улар Аллаһтан ниғмəт һəм ризалыҡ телəйҙəр. Уларҙың йөҙҙəрендəге тамғалар сəждə эҙелер. Был уларҙың Тəүрəттəге сифаттары. Инжилдəге вазифалары ла шундай уҡ: үҫенте сығарыусы иген кеүек, ул үҫенте ебəрə, унан һабағын нығыта, унан һуң тулып өлгөрə, игенсене ҡыуандырып, кəферҙəрҙе хурландырып, шаулап иген уңа. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға ярлыҡау һəм олуғ əжерҙəр булыр. 49 ‐ Хужүрəт (Бүлмəлəр) сүрəһе (Хужүрəт сүрəһе 18 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн. Исеме дүртенсе аяттағы «Хужүрəт» — бүлмəлəр һүҙенəн килə). Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əй, иманлы əҙəмдəр! (Һүҙҙə һəм ғəмəлегеҙҙə) Аллаһтың һəм Рəсүленең алдына сыҡмағыҙ. Аллаһ ҡаршыһында (гөнаһлы булыуҙан) ҡурҡығыҙ. Шик‐шөбһə юҡ, Аллаһ ишетеп, белеп тороусы. (2) Əй, иманлы əҙəмдəр! Пəйғəмбəрегеҙ янында тауыш күтəрмəгеҙ. Бер‐берегеҙгə ҡысҡырып баҡырған кеүек, Пəйғəмбəргə ҡаты тауыш менəн өндəшмəгеҙ. Юҡһа, һеҙ үҙегеҙ ҙə абайламаҫтан, ғəмəлдəрегеҙҙе юҡҡа сығарырһығыҙ. (3) Аллаһ илсеһе янында түбəн (тыныс) тауыш менəн һөйлəшеүселəрҙең, һис шикһеҙ, Аллаһ тарафынан саф мосолман булыуы һынала. Уларға ярлыҡау һəм олуғ əжер бар. 4. (Мөхəммəд) өй бүлмəлəре аша һиңə аҡырып өндəшкəн бəндəлəрҙең күбеһе быны (был əҙəпһеҙлеген) аңламай. («Етмеш кеше йыйылышып, өйлə уаҡытында Пəйғəмбəр янына килде. Пəйғəмбəр үҙ бүлмəһендə ине. Тыштағылар: «Эй, Мөхəммəд! Сыҡ беҙҙең янға‐а!» — тип аҡырҙылар». Ғəли Турғут тəфсиренəн.) 5. Əгəр улар һин сыҡҡансы сабыр итеп көтөп торған булһа, əлбиттə, үҙҙəре өсөн бик яҡшы булыр ине. Аллаһ — ярлыҡаусы һəм мəрхəмəтле кисереүсе. 6. Əй, иман килтергəн кешелəр! Əгəр ҙə шикле кеше һеҙгə берəй хəбəр килтерһə, ул хəбəрҙең хаҡмы, юҡмы икəнлеген тикшерегеҙ. Юҡһа, абайламаҫтан, бер төркөм халыҡҡа зыян килтерерһегеҙ ҙə, һуңынан үкенерһегеҙ. 7. Шуны белеп тороғоҙ, һеҙҙең арала Аллаһтың илсеһе бар. Мөһим эштəрҙе ул һеҙҙең телəк менəн генə башҡарһа, һеҙ ҡыйын хəлдə ҡалған булырһығыҙ. Аллаһ һеҙҙең күңелдəрегеҙгə иман һеңдерҙе, иман нуры һеҙҙе билəп алды. Кəфер эштəрҙе, əшəкелекте, (Хаҡҡа ҡаршылыҡты) ғисъянды һеҙгə харам итте. Тура юлға баҫҡандар бына шулар булыр. (8) Был—Аллаһтың ниғмəте, йомартлығы. Аллаһ — ғилем эйəһе һəм хакимдыр. 9. Мосолмандар ике төркөмгə айырылып, һуғыша башлаһалар, уларҙы татыулаштырығыҙ. Береһе башлап ғəҙелһеҙ һөжүм итһə, Аллаһ ҡушҡанса ғəмəл ҡыла башлағанға саҡлы, шул яҡҡа ҡаршы һуғышығыҙ. Бойһонһалар, ғəҙеллек менəн татыулаштырығыҙ. Һəм һəр эштə ғəҙел булығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ ғəҙел ғəмəлдəрҙе ярата. (10) Мосолмандар үҙ‐ара ҡəрҙəш. Шулай булғас, ҡəрҙəштəрҙең араһын яйлаһағыҙ һəм Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡһағыҙ, ярлыҡанырһығыҙ, Уның рəхмəттəренə ирешерһегеҙ.


11. Əй, мөьминдəр! Бер төркөмөгөҙ икенсеһен мыҫҡыллап көлмəһен (кəмһетмəһен). Бəлки, улар (мыҫҡыллаусынан) күпкə яҡшыҙыр. Ҡатындар ҙа ҡатындарҙан көлмəһен. Бəлки, улар күпкə яҡшылыр. Бер‐берегеҙҙе ғəйеплəмəгеҙ. Бер‐берегеҙгə əшəке ҡушаматтар таҡмағыҙ. Иман килтереп тə, əшəкелек ҡылыу яман ғəҙəт. Тəүбəгə килмəгəндəр рəхимһеҙ залим була. 12. Əй, иманлы кешелəр! Уйҙырмаларҙың (ғəйбəт, имеш‐мимештəрҙең) күбеһенəн ваз кисегеҙ. Уларҙың байтағы гөнаһ. Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер‐берегеҙҙең ғəйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙлəмəгеҙ. Берегеҙ икенсегеҙҙең артынан (яман) һөйлəп ҡалмаһын. Үлгəн ту‐ ғанының итен ашап, кеше тəм табырмы? Был нəжес бер ғəмəл булыр ине. Шулай булғас, (был харамдарҙы ҡылып, гөнаһҡа батыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ тəүбəлəрҙе ҡабул итə һəм ярлыҡай. 13. Əй, əҙəм балалары! Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙе бер ир, бер ҡатын итеп яралттыҡ. Бер‐берегеҙ менəн аралашығыҙ тип, һеҙҙе ҡəүемдəр һəм ҡəбилəлəргə айырҙыҡ. Хаҡтыр, гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡҡан кеше Аллаһ ҡаршыһында иң оло абруй ҡаҙаныр. Шөбһəһеҙҙер, Аллаһ барыһын да белеп, барыһынан да хəбəрҙар булып тора. 14. Бəҙəүи ғəрəптəре: — Иман килтерҙек, — тине. Əйт һин уларға: — Һез: иман килтерҙек, тип əйтмəгеҙ; буйһондоҡ, тип əйтегеҙ. Иман һеҙҙең күңелегеҙгə кереп урынлашманы бит əле. Аллаһҡа һəм уның илсеһенə итəғəт итһəгеҙ, Аллаһ ҡаҙаныштарығыҙҙы кəметмəҫ. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы, миһырбанлы кисереүсе. 15. Бары тик Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə иман килтергəс, икелəнеп ҡалмаған, Аллаһ юлында малын һəм йəнен ҡыҙғанмайынса көрəшкəн кеше генə хаҡ мосолман була. Бына шулар (эштə) ғəҙел, һүҙҙə тоғро кешелəр. 16. Əйт һин: — Һеҙ (үҙегеҙ ҙə ышанып бөтмəгəн) динегеҙгə Аллаһты өйрəтергə алындығыҙмы? (Йүнлəп иман килтермəгəн башығызҙҙан, иман килтерҙек тип, Аллаһты алдарға аҙапланаһығыҙмы?) — тип. Аллаһ күктəрҙə булғандарҙы ла, Ерҙəгелəрҙе лə белеп тора. Аллаһ бөтөн нəмəне дөрөҫө менəн белеп тороусы. 17. Улар: — Ислам динен ҡабул итеүебеҙ һинең файҙаң, мəнфəғəтең өсөн, — тип фараз ҡыла. Əйт һин: — Минең күңел булһын өсөн генə мосолманлыҡты ҡабул итмəгеҙ. Ғəҙел кешелəр икəнһегеҙ, шуны белеп тороғоҙ: əгəр иманығыҙҙа ныҡ торһағыҙ, һеҙҙе тура юлға йүнəлтеп, Аллаһ һеҙҙең үҙегеҙгə мəнфəғəт ҡылыр, — тип. 18. Шөбһəһеҙ, Аллаһ — күктəрҙең һəм Ерҙең серҙəрен белеүсе. Аллаһ — ҡылғандарығыҙҙы күреп тороусылыр. 50 — Ҡаф (Ҡаф) сүрəһе (Ҡаф сүрəһе 45 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн. «Ҡаф» хəрефе менəн башланғанға күрə, исеме лə Ҡаф тип йөрөтөлə). Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1, 2, 3. Ҡаф. Изге Ҡөръəн исеме менəн əйтəм, үҙ араларынан Пəйғəмбəр килгəнгə улар аптырап ҡалды. Кəферҙəр əйтте: — Был ғəжəп эш, — тинелəр. ‐ Үлгəндəн һуң, тупраҡҡа əйлəнгəндəн һуң (тағын терелəсəкбеҙме)? Был аҡылға һыймай торған йыраҡ бер эш. 4. Тупраҡ уларҙың тəндəрен нисек итеп ашап бөтөргəнен бик яҡшы белəбеҙ. Яныбыҙҙа бөтөн нəмə яҙылып һаҡланған Китап бар. 5. Хəҡиҡəт (Ҡөръəн) килгəс, улар уны ялғанға сығарҙы. Шуға күрə лə улар ни эшлəргə белмəй, аптырап ҡалды ла. 6. Күккə ҡарамайҙармы һуң улар? Уны нисек итеп төҙөнөк, биҙəнек. Бер генə сатнаған урыны ла юҡ — кəмил иттек. (7) Ерҙе нисек итеп хасил иттек, өҫтөнə тауҙарҙы беркеттек һəм һəр төрлө (енестəн) үҫемлектəр үҫтерҙек. 8. Аллаһҡа йүнəлгəн кешелəрҙең күңел күҙе асылһын һəм ғибрəт алһындар тип, шулай ҡылдыҡ. 9. Беҙ Күктəн бəрəкəтле ямғырҙар яуҙырып, баҡсалар, бəндəлəремə ризыҡ булһын тип, (урып алырлыҡ) иген үҫтерҙек. (10) Бейек хөрмə ағастарында теҙелеп киткəн мул емештəр етештерҙек. (11) Йəнə шул ямғыр һыуы менəн үле тупраҡҡа йəн өрҙөк. (Терелеп) ҡəберҙəн сығыу ҙа нəҡ шулай буласаҡ. 12, 13, 14. Уларҙан алдағылар ҙа — Нух ҡəүеме, Расс бəндəлəре, Сəмүд, Ғəд, Фирғəүен, Лут һəм Əйкə халыҡтары ла, Тубба кешелəре лə — барыһы ла пəйғəмбəрҙəрҙең өгөттəрен ялғанға сығарҙы, һəм шул сəбəпле улар Мин вəғəҙə иткəн ғазапҡа дусар булды. (15) Беренсе тапҡыр (күктəрҙе, Ерҙе, Əҙəмде) юҡтан бар иткəндə мохтажлыҡ кисерҙекме, юҡһа (яңынан барлыҡҡа килтерергə лə ҡурҡып торабыҙмы)? Эйе, улар яңынан яралтылышҡа (терелеүгə) ышанмай. (16) Хаҡтыр, Əҙəмде Беҙ яралттыҡ. Нəфсенең уға ниндəй вəсүəсə бышылдағанын да белəбеҙ. Сөнки Беҙ уға муйын тамырынан да яҡын торабыҙ. 17. Əҙəмдəрҙең уң яғында (сауаптарын) һəм һул яғында (гөнаһтарын) ғəмəлдəрен яҙып барыусы ике фəрештə бар. (18) Кешенең ауыҙынан сыҡҡан бер генə һүҙ ҙə күҙəтеүсе тарафынан яҙылмай ҡалмай. (19) Көндəрҙəн бер көндө үлем илəҫлеге килер. Һинең ғүмер буйы ҡасып йөрөгəн нəмəң шул (əжəл) булыр. (20) Сур борғоһона өрөлөр, был да кəферҙəр өсөн вəғəҙə ителгəн (язаның ысынлыҡҡа ашыу) Көнөлер. (21) Бына шул Көндө һəр кеше əйҙəүсеһе һəм шəһиттары менəн бергə килер. (22) Əйтелер: — (Донъяла) һин быларҙан хəбəрһеҙ инең. Бына, өҫтөңдəн ҡорманы алдыҡ. Һин хəҙер үткер ҡарашлы булдың (нимə ҡылғандарыңды асыҡ күрерһең!). (23) Уның юлдашы (фəрештə) əйтер: — Бына, янымда (яҙыулы китап) əҙер тора. (24, 25) (Əҙəмде алып килгəн əйҙəүсе менəн һаҡсыларға бойоролор): — Кирегə əйҙəүсе бөтөн кəферҙəрҙе, бар көстəре менəн изгелеккə ҡаршы торғандарҙы, залимдарҙы, (Аллаһ хөкөмдəрен) шиккə алғандарҙы, һəр аҙғынды йəһəннəмдең иң хəтəр янған уртаһына ташлағыҙ! (26) Аллаһҡа тиң (хатта Аллаһтан өҫтөн) күреп əйберҙəргə табынған мөшриктəрҙе икегеҙ ике яғынан тотоп, иң хəтəр янған утҡа ташлағыҙ. (27) Юлдашы (шайтан) шунда телгə килер: — Йə, Раббым, уны мин аҙҙырманым. Ул үҙе Хаҡтан йыраҡ китеп аҙашҡан ине. 28, 29, 30. Аллаһ əйтер: — Ҡаршымда ғауға ҡуптармағыҙ! Мин һеҙгə алдан уҡ (гөнаһ ҡылмағыҙ, Əхирəттə яза алырһығыҙ тип) тəһдид (киҫəтеү) күндермəнемме? Минең янымда һүҙ көрəштерелмəҫ. Əммə Мин бəндəлəремə ғəҙелһеҙ залим да түгелмен. Ул Көндө йəһəннəмдəн һорарбыҙ: — Йə, тулдыңмы инде? — тип əйтербеҙ. Ул: — Тағын берəйһе бармы? (Булһа — керт, урыным етəрлек), — тип яуап бирер. 31. Саф мосолмандар өсөн йəннəт йыраҡ булмаҫ, яҡынайтылыр. (32, 33, 34) Аллаһҡа юл тотҡан һəр кешегə, Аллаһ ҡуйған сиктəрҙе һəм хөкөмдəрҙе уҙмағандарға, Үҙен күрмəгəн килеш тə, Раббының язаһынан ҡурҡҡан əҙəмдəргə һəм ихлас күңелле кешелəргə вəғəҙə ителгəн йəннəт бына ошо булыр. Шунда именлек менəн керегеҙ. Был үлем янамаған мəңгелек көндəрҙең башы булыр. (35) Шунда нимə телəһəгеҙ шул бар. Хозурыбыҙҙа тағын да мулыраҡ. 36. Быларҙан алда тағын да ҡеүəтлерəк тормошло күпме кəфер тоҡомдарын Беҙ юҡ иттек. (Əжəлдəн ҡасып ҡотолор урын эҙлəп, улар бер урындан икенсеһенə күсеп йөрөгəн булһалар ҙа, язабыҙҙан) ҡасып ҡотолоу мөмкин эшме? 37. Бына был хикмəттəрҙə күңеле һиҙгер булған, (Аллаһ һүҙенə) иғтибар менəн ҡолаҡ һалған кешелəр өсөн һабаҡ алырлыҡ ғибрəттəр бар. 38. Шуныһы ла Хəҡиҡəт ғəлəмəтелер: Беҙ күктəрҙе, Ерҙе һəм икеһе араһындағы бөтөн нəмəлəрҙе алты (дəүер) көн эсендə яралттыҡ һəм был эш беҙҙең өсөн һис тə йонсоторлоҡ булманы. («Йəһүдтəр: Аллаһ алты көн буйына күктəрҙе, Ерҙе юҡтан бар итə‐итə хəлдəн тайҙы, шуға күрə, ул етенсе көндө, шəмбелə тəхете өҫтөндə аяҡ бөклəп ял итте, тип ялған тараттылар. Аяттың һуңғы йөмлəһе шуларға ишара». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.)


39. (Эй, Мөхəммəд) уларҙың (кəферҙəрҙең нахаҡ) һүҙҙəренə түҙ. Ҡояш сыҡҡан уаҡыттан алып, батышына саҡлы булған арала Раббыңды хуплап, тəсбих əйт (намаҙҙарҙы ҡалдырма). (40) Төндəрен сəждəлəреңдəн һуң да Уны зикер ит. (41) Ул Көндө (Ҡиəмəттə) яҡын урындан ишетелгəн тауышҡа (Сур борғоһона) ҡолаҡ һал. (42) Ул Көндө кешелəр Сур тауышын, һис шикһеҙ, ишетəсəк. Бына (ҡəберҙəрҙəн) сығыш Көнө шул булыр. (43) Йəн алыусы ла, йəн өрөүсе лə, əлбиттə, Беҙ булырбыҙ. Ҡайтарылыш та фəҡəт Беҙҙең янға булыр. (44) Ашығып өҫкə сыҡһындар өсөн, ул Көндө Ер ярылып асылыр. Барығыҙ ҙа бергə тупланыр. Был эш Беҙгə бер ҙə ҡыйын түгел. 45. Уларҙың (кəфер) һөйлəгəне Беҙгə бик яҡшы мəғлүм. Һин уларҙы (дингə) ирекһеҙлəүсе түгелһең. Киҫəтеүҙəремдəн ҡурҡҡандарға Ҡөръəн уҡып, вəғəз һөйлə.

51 — Ҙəрийəт (Таратыусылар) сүрəһе (Ҙəрийəт сүрəһе 60 аяттан тора. «Ҙəрийəт» һүҙе елде аңлата. Лəкин тəржемəселəр һəм тəфсирселəрҙең күбеһе уның таратыусы тигəн мəғəнəһен ала.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1,2,3,4,5,6. Туҙҙырып таратыусы һəм һыу тулы ямғыр болоттарын йөрөтөүсе, кəмəлəрҙе яй ғына йөҙҙөрөүсе һəм ямғырҙарҙы яуҙырыусы елдəр менəн ант итəм: һеҙгə вəғəҙə ителгəн, иҫəп‐хисап өҙөү Көнө—Ҡиəмəт, һис шикһеҙ, килəсəк. 7,8,9. Төрлө юлдары (орбиталары) менəн хəрəкəт итеүсе есемдəре булған Күк исеме менəн əйтəм, һеҙ — мөшриктəр, ҡаршылыҡлы‐ғауғалы фекерҙə тораһығыҙ. (Хаҡ имандан) йөҙ сөйөрөргə телəгəн кеше йөҙ сөйөрəсəк. 10. Ялғансыларға əсе ҡəһəр төшһөн! (11) Улар ҡара наҙанлыҡ эсендə ҡалған жəһилдəр. (12) Яза Көнөнөң ҡасан килəсəге тураһында һорарҙар. (13) Ул Көндө улар утҡа ташланасаҡ. (14) — Язабыҙҙы татығыҙ! Уның тиҙ килеүен көткəн инегеҙ — бына шул инде һеҙ ашыҡтырған яза. 15, 16. Шик юҡ, Аллаһҡа ҡаршы сыҡмағандар Раббы биргəн йəннəттəргə кереп, шишмə яндарында ултырасаҡ. Улар фани донъяла изгелек ҡылған шəхестəр булыр. (17) Төндəрен əҙ йоҡлағандар. (18) Сəхəр уаҡыттарында ярлыҡау һорағандар. (19) Мохтаждар һəм фəҡирҙəр өсөн малдарынан өлөш сығарғандар. (20) Имандарында ныҡ рух менəн торғандар өсөн фани донъяла аяттар (Ҡөръəндең хаҡлығына дəлилдəр) килтерҙек. 21. Һəм дə һеҙҙең үҙегеҙҙең (тəн һəм рух) төҙөлөшөгеҙҙə лə быңа дəлилдəр бар. Шуны ла күрмəйһегеҙ! (22) Ғəлəмдə лə ризығығыҙ һəм һеҙгə вəғəҙə ителгəн башҡа нəмəлəр бар. 23. Күктең һəм Ерҙең Раббыһы булған Аллаһ исеме менəн əйтəм: был (Аллаһтың хикмəттəре) һеҙҙең үҙ‐ара итəғəт менəн һөйлəшеп ултырғанығыҙ кеүек, ысынбарлыҡтыр. 24. (Мөхəммəд) Ибраһимдың шəрəфле ҡунаҡтары тураһындағы хəбəр һиңə килеп ирештеме? (25) Улар Ибраһимдың өйөнə керҙе, сəлəм бирҙелəр. Ибраһим уларҙың сəлəмен алды һəм эсенəн генə:— Былар сит‐ят кешелəр, — тип уйланы. 26. Ул тиҙ генə өйҙəгелəре янына кереп, (ҡыҙҙырылған) һимеҙ тана ите алып сыҡты. (27) Ҡунаҡтарҙың алдына ҡуйып: ‐ Бəлки, ауыҙ итерһегеҙ? ‐ тине. (28) Шулай тине лə, үҙе ҡурҡыуға ҡалды. — Ҡурҡма, — тине ҡунаҡтар һəм: ‐ Һинең улың (Исхаҡ) тыуасаҡ, — тип, унан һөйөнсө алдылар. 29. (Ибраһимдың) ҡатыны килеп, үҙ йөҙөнə һуға‐һуға: — Мин ҡыҫыр ҡатын бит (ҡарсыҡ башымдан ҡайҙан килеп мин бала табайым)! — тип ҡысҡырҙы. (30) Ҡунаҡтар: — Шулай, — тинелəр. — Раббың шулай бойорҙо. Аллаһ — хикмəттəр эйəһе, барын да белеүсе. 31. — Инде башҡа йомошоғоҙ нимə ине, илселəр? — тине Ибраһим. (32,33,34) — Беҙ гөнаһҡа батҡан кешелəр янына ебəрелдек, — тине ҡунаҡтар. — Уларҙың өҫтөнə таш яуҙырырға тип килдек. Был таштар хаттин ашҡандарҙың башына төшəр өсөн Аллаһ тарафынан тəғəйенлəнгəн. (35) Ошо сəбəп менəн, Беҙ шунда булған мөьминдəрҙе (Луттың ғəйлəһен) сығарҙыҡ. (36) Əммə Беҙ шунда бер генə мосолман ғəйлəһен үҙ йортонда күрҙек. (37) Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар өсөн Беҙ шунда тамға (ишарат) ҡалдырҙыҡ. 38. Муса ваҡиғаларында ла һабаҡтар бар. Беҙ уны ап‐асыҡ дəлилдəр менəн Фирғəүен янына ебəрҙек. (39) Фирғəүен бөтөн тоҡомо менəн бергə (имандан) йөҙ сөйөрҙө: ‐ Был (Муса) бер сихырсы, күҙ буяусы йəки аҡылдан яҙған меҫкендер, — тине. (40) Ниһайəт, Беҙ уны ла (Фирғəүенде) ғəскəре менəн бергə диңгеҙгə батырҙыҡ. Һуңынан (Яза килгəс) ул бик ныҡ үкенде. 41. Ғəд халҡының һəлəк булыуында ла һабаҡ алырлыҡ ғибрəттəр бар. Нисек итеп улар өҫтөнə дəһшəтле һəлəкəт‐дауыл ебəрҙек. (42) (Ул шундай бер өйөрмə ине) юлында нимə осраһа, шуны ҡуптарып алып, урынында көл менəн тупраҡ ҡына ҡалдырып китте. 43. Сəмуд халҡының яҙмышы ла бик ғибрəтле. Уларға: — Уаҡытығыҙ сыҡҡанға саҡлы рəхəттə йəшəп ҡалығыҙ, — тип əйтелде. («Сəмүд халҡына ебəрелгəн пəйғəмбəр Салих, тəүбəгə килһендəр өсөн, халҡына өс көн мөддəт бирə. Шул уаҡыт эсендə улар тəүбə итмəһə, яза күрəсəктəр, ти». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 44. Раббының əмеренəн сығып, боҙоҡлоҡта хаттин аштылар. Күҙ алдында уларҙы ҡот осҡос ер тетрəүе һəлəк итте. (45) Улар аяҡ өҫтө ҡала алманы. Ярҙамсылара ла булманы. 46. Байтаҡтан əүəл Нух ҡəүемен дə һəлəк иттек. Улар хаттин ашҡан фəсиҡ (боҙоҡ) ҡəүем ине. 47. Беҙ ҡөҙрəтебеҙ менəн Күкте сикһеҙ киң итеп яһаныҡ. Беҙҙə тиңе булмаған ҡеүəт, сикһеҙ ҡөҙрəт бар. (48) Ерҙе лə Беҙ түшəк шикелле яһаныҡ. Беҙ бик оҫта яһаусы. (49) Барыһын да пар‐пар итеп яһаныҡ. Былар тураһында яҡшылап уйлап ҡараһағыҙ, бер нəтижəгə килерһегеҙ, бит. (50,51) Шулай булғас, əйт: — Барығыҙ ҙа Аллаһҡа һыйынығыҙ. Дөрөҫө шул, мин һеҙҙе (Аллаһтың) ғазабынан һаҡларға тырышыусы, (гөнаһ эшлəмəгеҙ, иман килтерегеҙ, тип) киҫəтеүсе бер илсе булам, — тип. — Башҡа бер генə уйҙырма тəңрегеҙҙе лə Аллаһҡа тиң ҡуймағыҙ. Хаҡтыр, мин һеҙҙе киҫəтер өсөн, Аллаһ тарафынан күндергəн Пəйғəмбəр булам. 52. Əүəлге замандарҙа халыҡтарға килгəн пəйғəмбəрҙəр араһында кəферҙəр, мөшриктəр тарафынан: сихырсы йəки тилергəн, тип мыҫҡыллы көлкөгə күтəрелмəгəн бер генə пəйғəмбəр ҙə юҡ. (53) (Был рəнйетеүле һүҙҙəрҙе) улар бер‐берһенə нəҫелдəн‐нəҫелгə васыят итеп ҡалдырамы? Юҡ, улар ҡəүемдəре менəн хаттин ашҡан аҙғын халыҡ ине. (54) Шулай булғас, (Рəсүлем) һин уларҙан йөҙ сөйөр. Улар өсөн һин инде шелтə алмаҫһың. (55) Һин (Ҡөръəн менəн) вəғəзеңде дауам ит. Вəғəз мөьминдəргə файҙа килтерер. 56. Мин ендəрҙе лə, кешелəрҙе лə: бары тик Миңə сəждə итһендəр, тип яралттым. (57) Мин уларҙан ризыҡ һорамайым. Миңə ризыҡ ашатыуҙарын да телəмəйем. (58) Хаҡтыр, ризыҡты биреүсе, сикһеҙ ҡөҙрəт эйəһе ул — Аллаһ! 59. Хаҡтыр, ғəҙелһеҙ золомсолар өсөн, əүүəл йəшəп һəлəк булған тиңдəштəренə тигəн ғазап насип булыр. Əлегə (Ҡиəмəтте) ашыҡтырмай торһондар. 60. Уларҙың (кəферҙəрҙең) башына төшəсəк тип, вəғəҙə ителгəн ул Көн ҡот осҡос буласаҡ! 52 ‐ Тур (Тау) сүрəһе (Тур сүрəһе 49 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Тур» — Аллаһ Тəғəлəнең, хəҙрəти Муса менəн һөйлəшкəн тауҙың исеме.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Тур тауының исеме менəн, (2) йоҡа тирегə яҙылған (3) биттəрҙəн торған Китап менəн, (4) мөһəбəт Кəғбə исеме менəн, (5) сикһеҙ Күк йөҙө менəн (6) һəм туп‐тулы диңгеҙ исеме менəн əйтəм, (7) ысындан да, Аллаһтың язаһы, һис шикһеҙ, бер төшəсəк. (8) Уны берəү ҙə кире ҡаға алмаҫ. (9) Ул


Көндө Күк йөҙө тетрəнеп, сайҡала башлар. (10) Тауҙар урындарынан ҡубарылыр. (11, 12) Ул Көндө нəжес менəн уйнаусы ялғансылар күргəнде башҡаларға күрергə яҙмаһын. (13) Ул Көндө улар йəһəннəм утына төртөп төшөрөлөр. (14) (Һəм уларға): ‐ Бына, һеҙ ялғанға сығарған ут ошо булыр, ‐ тип əйтелер. (15) ‐ Быныһы ла бер сихырмы? (Бының сихыр түгеллеген) күрмəйһегеҙме? (16) — Керегеҙ шунда! Түҙə алһағыҙ, түҙəһегеҙ. Түҙə алмаһағыҙ — һеҙгə барыбер. Һеҙ бары тик ҡылмыштарығыҙҙың язаһын татыйһығыҙ. 17. Хаҡтыр, саф мөьминдəргə йəннəттəр эсендə ниғмəттəр булыр. (18) Раббы биргəндəрҙəн ауыҙ иттереп, уларҙы Аллаһ хəтəр йəһəннəмдəн һаҡлар. (19, 20) Рəт‐рəт булып йəннəттə теҙелгəн йомшаҡ урындыҡтарға ҡырын ятҡандарға əйтелер: — Изгелектəр ҡылғанығыҙға күрə, рəхəтлəнеп ашағыҙ, эсегеҙ! Беҙ уларға ҙур күҙле хур ҡыҙҙары бирербеҙ. (21) Иман килтереп, тоҡомдары ла шул иманда булғандар ҙа бар. Беҙ уларҙың нəҫелдəрен дə үҙҙəренə эйəрттек (ожмахҡа керттек). Ҡылған ғəмəлдəренəн һис нимə лə кəметмəнек. Һəр кем үҙ ғəмəлдəренең тотҡоно. (22) Уларға йəндəре нимə телəһə, шундай емеш, ит ризыҡтары мул бирелер. (23) Шунда касалар алмашыу булыр. Буш һүҙҙəр шунда булмаҫ һəм вəсүəсəгə тартылыу ҙа булмаҫ. (24) Сəдəф һауыттарҙа һаҡланған ынйы кеүек, үҫмер‐егеттəр уларҙың тарафында булыр. (25) (Йəннəттəгелəр) бер‐берҙəре менəн күрешеп, (хəл‐əхүəл) һораштырырҙар. (26, 27, 28) Улар əйтер: — Ысындан да, беҙ бынан əүəл (фани донъяла) ғəйлəбеҙ менəн Аллаһтың язаһынан ҡурҡып йəшəнек. Бына, Аллаһ беҙгə мəрхəмəтле булып, Сəғəдəткə ирештерҙе. Ул беҙҙе сəмүмдəн (йəһəннəмдəн) ҡотҡарып ҡалды. Хаҡтыр, беҙ бынан əүəл дə Уға ғибəҙəт ҡыла инек. Шик юҡ, Ул — миһырбанлы һəм ярлыҡаусы. 29. (Мөхəммəд) һин вəғəздəреңде дауам ит. Һин Раббыңдың яҡлауы арҡаһында сихырсы ла, аҡылдан яҙған да түгелһең. (30) Юҡһа, улар: — (Мөхəммəд) ул — (енле) шағир, — тинелəр. — Беҙ уға һəлəкəт килгəнен көтөп торасаҡбыҙ. (31) Əйт һин: — Көтөгөҙ, — тип. ‐ Һеҙҙең менəн мин дə көтəрмен. (32) (Мөхəммəд тураһында енле шағир, сихырсы, тип) уларға үҙ аҡылдары əйттерəме? Əллə улар аҙғындар төркөмөнəнме? 33. — (Мөхəммəд) үҙенəн сығарып һөйлəй ул вəғəздəрҙе, — тип əйтəлəр. Юҡ, улар барыбер иман килтермəҫ. (34) Улайһа, хаҡлы булһалар, улар ҙа шуға оҡшаш, исмаһам, бер һүҙ килтерһендəр. (35) Əллə улар үҙҙəренəн‐үҙҙəре барлыҡҡа килдеме? Əллə улар үҙҙəре юҡтан бар итə аламы? (36) Əллə һуң күктəр менəн Ерҙе улар юҡтан бар иттеме? Юҡ, улар (Аллаһтың ҡөҙрəтенə) ышанмай. (37) Йəки Раббың хазиналары улар ҡулындамы? Йə иһə, хөкөм улар ҡулындамы йəки улар еңелеү белмəҫ ҡөҙрəтлеме? (38) Əллə һуң уларҙың (Күккə менə торған) баҫҡыстары бармы? Шул баҫҡыстан менеп, улар (фəрештəлəр һүҙен) тыңлай аламы? Тыңлай алһалар, улар быңа дəлил килтерһен. (39) Йəки Аллаһтың ҡыҙҙары бармы? Һеҙҙə улдармы? (40) Əллə һин (Мөхəммəд, вəғəздəрең өсөн) уларҙан хаҡ һорайһыңмы? Шул сəбəпле улар ауыр бурысҡа баттымы? (41) Йəки йəшерен китап улар ҡулында булып, ул китапты улар яҙамы? (42) Əллə улар һиңə бер‐бер тоҙаҡ ҡорорға уйлаймы? Лəкин ул кəферҙəр үҙҙəре ҡорған тоҙаҡҡа үҙҙəре төшөп харап буласаҡ. (43) Йəки уларҙың Аллаһтан башҡа тəңрелəре бармы? Аллаһ улар тиңлəштерə торғандарҙан өҫтөн. 44. Əгəр ҙə Күктең бер өлөшө уларҙың башына төшə башлаһа, улар: — Был берһе өҫтөнə икенсеһе менгəн болоттар ғына, — тип əйтер. 45. Баштарына əфəт килгəн Көнгə саҡлы һин уларға ҡағылма инде. (46) Ул Көндө улар ҡорған тоҙаҡтар һис бер файҙа килтермəҫ. Уларға ярҙам итеүсе лə булмаҫ. (47) Хаҡтыр, золом ҡылыусыларға бынан башҡа ла ғазап əҙерлəнгəн. Лəкин уларҙың күбеһе быны белмəй. 48. Һин Раббыңдың хөкөмдəрен сабырлыҡ менəн көтөп тор. Əлбиттə, һин һəр уаҡыт күҙ алдыбыҙҙа тораһың. Йоҡонан тороп, Аллаһты маҡтап, үҙ уаҡытында тəсбих əйт. (49) Төндөң бер өлөшөндə (аҡшам, йəстү намаҙҙарында) һəм йондоҙҙар һүнгəндəн һуң (сабах намаҙында) тағын тəсбих əйт. 53 — Нəжем (Йондоҙ) сүрəһе (Нəжем сүрəһе 62 аяттан тора, Мəккəлə ингəн. «Нəжем» — йондоҙ тигəн һүҙ. Беренсе аяттағы «нəжем» һүҙе тəржемəлəрҙə һəм тəфсирҙəрҙə күбеһенсə «атылған йондоҙ», «байыған йондоҙ», «һүнгəн йондоҙ» тип бирелə, əммə Хəмди Йазыр китабында Ҡөръəн нуры тураһында бəйəн ителə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Атылған йондоҙ исеме менəн ант итеп əйтəм: (2) тоғро дуҫығыҙ (Мөхəммəд) тура юлдан яҙманы һəм аҙманы. (3) Һəм ул артыҡ ҡыҙып, тəкəббер һөйлəшмəҫ. (4) Ул уахи ителгəндəрҙе генə һөйлəр. (5) Уны ҡеүəтле һəм өҫтөн сифатлы (Жəбраил) өйрəтте. (6) Мөһəбəт, күркəм һурəттə (7) ул (Жəбраил) офоҡтың бейеклегендə пəйҙə булып, (8) уға яҡынайҙы һəм ергə төштө. (9) Аралары ике йəйə оҙонлоғо, хатта унан да яҡынырак ине. (10) Ул Аллаһтың илсеһенə (Мөхəммəдкə) уахи ителгəнде тапшырҙы. 11. Уның (Мөхəммəдтең төшөндə) күргəндəрен күңеле ялғанға сығарманы (уның төшө раҫ килде). 12. (Кəферҙəр) хəҙер инде һеҙ уның күргəненə ҡаршы (ялған тип) көрəшə башланығыҙмы? (13, 14, 15) Хаҡтыр, (Мөхəммəд) икенсе тапҡыр уны Ситрəтүл Мүнтəһə (лотос) ағасы янында күрҙе. Ҡайһылыр, ул ағас йəннəтүл Мəъүə янында үҫə. (16) Ситрəтүл ағасы балҡышлы ҡорма (үҙенең япраҡтары) менəн ҡапланған ине. (17) Мөхəммəдтең күҙе ҡамашманы, ҡарашы ситкə тайпылманы. (18) Хаҡтыр, ул Раббының иң бөйөк аяттарының (дəлилдəренең) бер өлөшөн күрҙе. («Ситрəтүл Мүнтəһ Ғəрештең, йəғни Аллаһтың тəхете янында үҫə торған бер ағас. Ситрə — ғəрəп сейəһе, тигəн һүҙ. Мөхəммəт Рəсүлүлла миғражда Ситрəнəн дə юғары ғəлəмгə аша. Был сикте, Ситрəнəн һуң арғы таба фəрештəлəр ҙə, бүтəндəр ҙə уҙып китə алмай. Жəбраил миғражға ашҡас, Мөхəммəдкə əйтə: «Бына, был Ситрəтүл Мүнтəһə булыр», — ти. Йəннəтүл Мəъүə — фəрештəлəр һəм шаһидтарҙың тупланып йəшəй торған урыны». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 19. (Əй, кəферҙəр) һеҙ Лат менəн Узза (исемле һындарарығыҙ)ҙы күрҙегеҙме? (20) Йəки өсөнсө ботоғоҙҙы — Манатты лə күрҙегеҙме? (21) Тимəк, ир уландар — Һеҙҙеке, ҡыҙҙар Аллаһтыҡы булып сығамы ни инде? (22) Улай булһа, был бер ҙə ғəҙел эш булмаҫ ине. (Лат, Узза, Манат —уйҙырма Илаһтар, ҡатын Илаһтар.) 23. Был боттар һеҙҙең аталарығыҙ таҡҡан исемдəрҙəн (уйлап сығарған һүрəттəрҙəн) башҡа бер нимə лə түгел. Улар хаҡында Аллаһ һис бер дəлил индермəне. Улар бары тик хыялый фараз һəм нəфсегə бирелгəндəр. Гəрсə, үҙҙəренə Раббы тарафынан тура юл күрһəтеүсе килде. 24. Кеше һəр телəгəненə ирешə аламы? 25. Əхирəт тə, фани донъя ла — Аллаһтыҡылыр. 26. Күктəрҙə күпме фəрештə бар. Уларҙың шəфəғəте, Аллаһ рөхсəтенəн, Ул телəгəн һəм риза булғандан башҡа һис кемгə файҙа бирмəҫ. (27) Ысындан да Əхирəткə ышанмағандар фəрештəлəрҙе ҡатын‐ҡыҙға һынай. (28) Гəрсə, был хосуста уларҙың һис бер мəғлүмəте юҡ. Улар бары тик фараздарға ғына таяна. Фараз иһə, һис шикһеҙ, Хəҡиҡəт менəн ярыша алмай. (29) (Мөхəммəд) шуға күрə, һин Аллаһты зикер итеүҙəн баш тартҡан һəм донъя тормошонан башҡа һис нимə телəмəгəн кешелəргə яҡын барма. (30) Бына, уларҙың ирешергə телəгəн ғилемдəре шул ҡəҙəр генə. Шик юҡ, һинең Раббың, əлбиттə, юлдан яҙғандарҙы бик яҡшы белеп тора. Тура юлға баҫҡандарҙы ла яҡшы белə. 31. Күктəрҙə һəм Ерҙə булғандарҙың барыһы ла — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ яманлыҡ ҡылғандарға, ҡылғандарына күрə — язалар, изгелек ҡылғандарға бөйөк əжер бирер. 32. Ваҡ‐төйəк хаталары булып та, ҙур гөнаһтарҙан һəм əҙəпһеҙлектəрҙəн йыраҡ торғандарҙы, белеп торор, Раббың йомарт ярлыҡар. Тупраҡтан яралтҡанда ла, һеҙ əсəйегеҙ ҡарынында яралғы хəлендə ятҡанда ла һеҙҙе иң яҡшы белеүсе — Аллаһ. Шуға күрə, артыҡ маһайып, паҡ күренергə тырышмағыҙ. Аллаһ яманлыҡтарҙан һаҡланғандарҙы яҡшы белə. 33. (Аллаһтан, имандан) баш тартҡан кешене күрҙеңме һин? (34) Əҙ генə (хəйер‐саҙаҡа) биреп, һуңынан һаран булғанды? (35) Йəшерен серҙəрҙең асҡысы (Ҡөръəн) уның янында ғына. Гəжəп, шуны ла күрмəй. (36) Мусаға бирелгəндəр (аяттар) менəн ул таныш түгелме икəн ни? (37) Йəнə Ибраһимға индерелгəн сəхифəлəргə (төргəктəргə) яҙылғандан хəбəрҙар түгелме икəн ни?


38. Хаҡтыр, һис бер гөнаһлы кеше башҡа кешенең гөнаһтарын үҙ өҫтөнə ала алмай. (39) Белеп тор, эй əҙəм балаһы, кешегə үҙе ҡылғандарынан башҡа һис бер нəмə йөклəнмəҫ. (40) Шик юҡ, уның ҡылғандарына килəсəктə тулыһынса түлəнəсəк. (41) Шик юҡ, ахырҙа ҡылғандарына күрə ул əжерен дə аласаҡ. (42) Шик юҡ, һуңғы ҡайтарылыш Аллаһ хозурына булыр. (43) Шик юҡ, көлдөргəн дə, илатҡан да — Ул. (44) Йəн өргəн дə, йəн алған да — Ул. (45, 46) Шуныһы хаҡ, аналыҡҡа атылған нəҫел орлоғонан ир менəн ҡатындан ғибəрəт парҙары яралтты. (47) Шик юҡ, яңынан терелеү ҙə Уның ихтыярында. (48) Шик юҡ, байытҡан да, əҙ биргəн дə — Аллаһ. (49) Хаҡтыр, Шиғра (Сириус) йондоҙоның Раббыһы ла — Аллаһ. («Ата Эт йондоҙлығындағы Шиғра (Сириус) йондоҙо иң яҡты йондоҙҙарҙың берһе. Уның зəңгəрһыу яҡтылығынан мəжүсиҙəр ҡурҡып, һəм һоҡланып йəшəгəндəр, Аллаһ, тип, шул йондоҙға табынғандар». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 50. Хаҡтыр, əүүəлге Ғəд ҡəүемен Ул һəлəк итте. (51) Сəмүдтарҙы ла иҫəн ҡалдырманы. (52) Тағын алдараҡ бик тə рəхимһеҙ залим һəм бик аҙғын Нух ҡəүемен дə. (53) (Халҡы гөнаһлы) шəһəрҙəрҙең аҫтын өҫтөнə килтерҙе. (54) Ҡапланасаҡтарын баштарына ҡапланы. (55) Инде Раббының ниғмəттəренəн ҡайһыһына шиклəнеп ҡарайһығыҙ? (56) Бына был (Мөхəммəд) алда килгəн пəйгағəмбəрҙəр менəн рəттəн тороусы Пəйғəмбəрҙер. 57. Яҡынлашырға тейешле Ҡиəмəт яҡынлашты. (58) Уның килəсəген Аллаһтан башҡа һис кем белмəҫ. (59) Хəҙер инде һеҙ был һүҙгə (Ҡөръəнгə) ғəжəплəнəһегеҙме? (60) (Ҡөръəндəн) көлөүен көлəһегеҙ, (яза килер тип) иламайһығыҙ. (61) Һеҙ ҡара наҙанлыҡ эсендə ҡаласаҡһығыҙ. (62) Аллаһҡа сəждəгə китегеҙ — ғибəҙəт ҡылығыҙ. 54 — Ҡамар (Ай) сүрəһе (Ҡамар сүрəһе 55 аяттан тора. «Ҡамар» — Ай тигəн һүҙ. Айҙың ярылыуы тураһында һөйлəгəнгə күрə, сүрəнең исеме шунан килə. Мəккəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ҡиəмəт көнө яҡынлашты һəм Ай ярылды. («Мəккə кəферҙəре хəҙрəти Мөхəммəдтең мөғжизə күрһəтүен талап итте. Пəйғəмбəребеҙ бармағы менəн Айға төртөп күрһəтте һəм Ай урталай ярылып китте лə, йəнə үҙ хəленə ҡайтты. Лəкин мөшриктəр быны: был бер сихыр ғына, тинелəр». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) (Мəүлəнə Али аңлатмаһында бер нисə юрау бар. Ҡиəмəт көнөндəге ғарасат уаҡытында ярыласаҡ Ай тотолғанда, бер яртыһы күренеп, икенсе яртыһы күренмəй торған саҡ һүрəтлəнгəн йəки, ысындан да, ул заманда Ай тирəһендə ниндəйҙер Ғəлəми үҙгəрештəр күренгəндер, тип фаразлана.) 2. Улар мөғжизə күрһə лə, һаман йөҙ сөйөрə. — Был боронғонан килгəн бер күҙ буяу, — тип əйтəлəр. (3) (Аяттарҙы) ялғанға сығарҙылар һəм үҙ нəфселəренə буйһондолар. Гəрсə, һəр эштең ахыры (нəтижəһе) була. (4) Хаҡтыр, уларға яманлыҡтарҙы киҫəтер өсөн мөһим хəбəрҙəр килде. (5) Был — бөйөк хикмəттер. Лəкин йөҙ сөйөргəнгə ул киҫəтеүҙəр файҙа бирмəне. (6,7) Шулай булғас, (Рəсүлем) һин дə уларҙан йөҙ сөйөр. (Исрафилдың) быңа саҡлы күрелмəгəн, ишетелмəгəн нəмəгə (хəтəр хөкөмгə) саҡырыусы тауышы ишетелгəс, улар, меҫкен ҡараштары аҫҡа төбəлгəн килеш, саранча өйөрө кеүек, күплəп ҡəберҙəренəн сығыр. (8) Саҡырыусыға табан йүгерə башларҙар. Кəфер булғандар: — Был бик тə хəтəр көн, — тип əйтер. 9. Уларға саҡлы, башта Нух ҡəүеме инҡарсы булды. Улар илсебеҙҙе ялғансыға сығарҙы. — Ул енлəнгəн, — тинелəр, һəм улар уны ҡыуып ебəрҙелəр. (10) Ниһайəт, ул да Раббыға: — Мин, ысындан да, еңелдем. Һин миңə ярҙам ит инде, — тип, доға ҡылып, ялбарҙы. (11) Шунан һуң Беҙ Күк ҡапҡаһын асып, ҡот осҡос ҡаты ямғыр яуҙырҙыҡ. (12) Аллаһ тəҡдиренсə, ерҙəге һыуҙар Күк һыуҙары менəн ҡушылып, тоташ ағымға əүерелде. (13) Нухты таҡталарҙы һөйлəп яһаған кəмəгə ултырттыҡ. (14) Был кəмə Нухҡа (кəферҙəр тарафынан) инҡар ителгəненə күрə бирелде һəм ул Беҙҙең күҙəтеүебеҙ, һағыбыҙ аҫтында йөҙөп йөрөнө. (15) Хаҡтыр, Беҙ быны (кəмə ваҡиғаһын) бер аят (һабаҡ) булараҡ, (халыҡтарға) тараттыҡ. Шул турала уйлап, һабаҡ алған кеше бармы? (16) Нисек булып сыҡты ғазабым һəм киҫəтеүҙəрем? 17. Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръəнде уйланып, (өгөт алыр) аңлар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ. Был турала уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрəт алғанығыҙ бармы? 18. Ғəд ҡəүеме (үҙ пəйғəмбəрҙəре Һудтың хəҡиҡəтен) ялғанға сығарҙы. Уларға ниндəй генə киҫəтеүҙəр булманы ла, уларға ебəргəн язам ниндəй булды! (19) Беҙ был ҡəһəрле оҙон көндə улар өҫтөнə дəһшəтле тауышлы өйөрмə ебəрҙек. (20) Был хəтəр өйөрмə тамырҙарынан ҡуптарып алынған хөрмə ағасының ботаҡтарын һындырған кеүек, кешелəрҙе осортоп, һəлəк итте. (21) Мин ебəргəн язаның ниндəй икəнен күрҙегеҙме, киҫəтеүҙəремдең ниндəй икəнен аңланығыҙмы? (22) Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръəнде (өгөт алыр) өсөн аңлайышлы иттек. Шул хаҡта уйлап, һабаҡ алған кеше бармы? 23. Сəмуд ҡəүеме лə (Хəҡиҡəтте) ялғанға сығарҙы. (24,25) — Беҙ үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан (ғəҙəти) бер бəндə артынан эйəреп йөрөйөкме? Ул сағында беҙ, һис шикһеҙ, юлдан яҙған булырбыҙ, тилегə һаналырбыҙ, — тинелəр. ‐ Беҙҙең беребеҙгə лə иңмəгəн, (Аллаһ) уахиҙы уға ғына индерҙеме ни? Эйе, ул маҡтансыҡ, ялғансы бит. (26) Кем маҡтансыҡ, кем шыр ялғансы икəнен улар иртəгə белер. 27. (Əй, пəйғəмбəрем Салих), ысындан да, Беҙ, һынап ҡарау ниəте менəн, уларға теге əсə дөйəне ебəрербеҙ. Улар артынан күҙəт һəм сабыр бул. (28) (Дөйə менəн) кешелəр араһында һыу тигеҙ итеп бүленгəнлеге тураһында əйт. (Бер көндө ҡойонан дөйə эсəсəк, икенсе көндө кешелəр эсер, тип əйт.) Һəр ике яҡ та үҙ сиратында һыуға хужа булыр. 29. (Сəмүд халҡы дөйə менəн бер ҡойонан һыу эсергə телəмəне.) Улар үҙ араларынан бер кешене саҡырып килтерҙелəр. Əлеге (бəхетһеҙ) кеше (бысағы менəн дөйəне) һуйҙы. («Дөйəне һуйыусының исеме Кудар бин Салиф булыр. Яман кеше тураһында һөйлəгəндə ғəрəптəрҙə: Кударҙан да бəхетһеҙ, Кударҙан ҡəбəхəт кеше, тип һөйлəү ҡалған». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 30. Мин ебəргəн язаларҙың ниндəй икəнен күрҙегеҙме, киҫəтеүҙəремдең ниндəй икəнен аңланығыҙмы? (31) Беҙ улар өҫтөнə ҡурҡыныс тауыш ебəрҙек һəм улар хайуан абҙарындағы аяҡ аҫтында тапалған ҡоро һалам‐тиреҫ кеүек тетелеп бөттө. (32) Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръəнде аңлар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ. Шул турала уйлап, һабаҡ алған кеше бармы? 33. Лут ҡəүеме лə киҫəтеүсе вəғəздəрҙе ялғанға сығарҙы. (34) Беҙ улар өҫтөнə таш яуҙырҙыҡ, Луттың үҙ ғəйлəһенəн башҡалары (барыһы ла һəлəк булды). (35) Тарафыбыҙҙан əжер булараҡ, уларҙы (Лут ғəйлəһен) Беҙ сəхəр уаҡытында ҡотҡарып ҡалдыҡ. Бына, шөкөр иткəндəрҙе Беҙ шулай бүлəклəйбеҙ. (36) Хаҡтыр, (Лут) улар өҫтөнə килəсəк хəтəр ғазап тураһында əйтте. Лəкин улар был киҫəтеү‐ҡурҡытыуҙарҙы шиккə тотоп, ялғанға сығарҙылар һəм бəхəс ҡуптарҙылар. (37) Хаҡтыр, улар хатта (Лут өйөндəге) ҡунаҡ егеттəрен айырып алырға телəнелəр, аулаҡҡа саҡырҙылар. Беҙ уларҙың күҙҙəрен һуҡырайттыҡ. — Бына, язабыҙҙы татығыҙ, киҫəтеүҙəремдең нəтижəһен күрегез, — тинек. 38. Хаҡтыр, иртə таңда уларға һис ҡасан бөтмəйəсəк (дауамлы) ғазап килде. (39) — Бына, ғазабымды татығыҙ, киҫəтеүҙəремдең нəтижəһен күрегеҙ, — тинек. 40. Хаҡтыр, уйланып, аңлар өсөн, Беҙ Ҡөръəнде ҡулайлаштырҙыҡ. Шул хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрəт алғанығыҙ бармы? 41. Хаҡтыр, Фирғəүен тоҡомона ла киҫəтеүҙəр килде. (42) Улар Беҙҙең аяттарыбыҙҙың барыһын да ялғанға сығарҙы. Беҙ ҙə уларҙы сикһеҙ ҡөҙрəтебеҙ менəн ғазапҡа тоттоҡ. (43) (Əй, Ҡурайш) һеҙҙең кəферҙəрегеҙ боронғо кəферҙəрҙəн яҡшыраҡмы? Əллə изге китаптарҙа һеҙҙе яза‐ ларҙан ҡотҡара торған əмер бармы? 44. Юҡһа, улар: — Беҙ пəйғəмбəрҙəрҙəн үс алырҙай көслө ҡəүем! — тип уйлайҙармы? 45. Оҙаҡламай ул өйөр тарҡаласаҡ һəм улар табандарын ялтыратып ҡасасаҡ. (Бəдер һуғышында кəферҙəрҙең мосолмандарҙан еңелеп ҡасыуҙарына ишара.)


46. Хаҡтыр, уларға вəғəҙə ителгəн ғазаптың уаҡыты‐сəғəте килер. Ул Сəғəттəге (Ҡиəмəттəге) ғазап ғəйəт əсе, сикһеҙ ҡайғылы буласаҡ. (47) Шик юҡ, гөнаһлыларҙың барыһы ла юлдан яҙған тилелəр кеүек. (48) Ул Көндө улар йөҙ түбəн килеш, утҡа ташланасаҡ. Уларға: — Йəһəннəмдең ҡағылыуын татып ҡарағыҙ, — тип əйтелер. 49. Шик‐шөбһəлə булмағыҙ, Беҙ һəр нəмəне үҙ тəҡдире менəн (үҙ йөрəгендə) яралттыҡ. (50) Беҙҙең əмерҙəребеҙ күҙ асып йомған миҙгелдə үтəлə. 51. Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙең кеүек кəферҙəрҙе һəлəк иттек. Шул хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрəт алғанығыҙ бармы? (52) Шулар өҫтөнə уларҙың барса (ярамаҫ) ғəмəлдəре дəфтəрҙəрҙə. (53) Бəлəкəйме ул, ҙурмы — барыһы ла (ғəмəл дəфтəрендə, Лəүхел Мəхфүздə) яҙылған. 54. Шик юҡ, (тəҡүə) мөьминдəр йəннəттəрҙə, шишмəлəр янында, (55) Хаҡ мəжлесендə, ҡөҙрəт эйəһе, мөлкəте сикһеҙ булған Аллаһтың янында булыр. 55 — Рахмəəн (Рахмəəн) сүрəһе (Рахмəəн сүрəһе 78 аяттан тора. Мəккəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Мəрхəмəт эйəһе Аллаһ (2) Ҡөръəнде өйрəтте. (3) Инсанды Ул яралтты. (4) Һөйлəшергə өйрəтте. (5) Ҡояш менəн Ай теүəл үлсəп, хисапланғанса (Аллаһ тарафынан билгелəнгəн уаҡытҡаса, билгелəнгəн юлдан) хəрəкəт итə. (6) (Күктəге) йондоҙҙар ҙа, (Ерҙəге үлəндəр) ағастар ҙа Уға сəждə итə. 7. Теүəл үлсəү менəн Аллаһ Күкте бейек итеп яһаны. («Аллаһ Күкте күтəрҙе һəм һəр нəмəгə ғəҙеллек менəн үлсəү ҡуйҙы». Шəйх Ноғмани тəфсиренəн.) («Күкте лə Ул юғары күтəрҙе. Бер мизан ҡуйҙы». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.,) («Воздвиг Он небо и Весы установил. Для измерения добра и зла». Валерия Порохова тəфсиренəн.) («Күкте юғары күтəрҙе һəм мизанды (тигеҙлекте, балансты) Ул ҡуйҙы». Хəйретдин Ҡараман тəфсиренəн.) (Тəфсирҙəрҙə ике төрлө мəғəнə ята. Беренсе мəғəнə: Аллаһ Күкте бейек итеп яһағандан һуң, Күктең үлсəмен ҡуя. Йəғни, Күк теүəл баланста, тигеҙлектə, теүəл вазифа үтəй. Күктəге есемдəр ҙə, фəрештəлəр ҙə Аллаһ əмеренə буйһоноп, теүəл ваҡыт, теүəл билгелəнгəн киңлектəрҙə, тыуғымдарҙа хəрəкəт итə. Икенсе мəғəнə тəфсирҙəрҙə йышыраҡ осрай: Аллаһ Күк йөҙө аҫтында ғəҙеллек булһын өсөн үлсəү, бизмəн, мизан ҡуя. Ғəҙеллек тə, яманлыҡ та шул бизмəнгə һалынып үлсəнə. Өсөнсө мəғəнə лə бар икəн əле: алыш‐биреш, сауҙа эштəрендə ҡулланыла торған үлсəү. Дөрөҫ үлсəгеҙ, кəметеп үлсəмəгеҙ, артығын да үлсəүгə һалмағыҙ, тигəн кеүек өндəмəлəр Ҡөръəндə əҙ түгел. Шул сəбəпле, был осраҡта беренсе мəғəнə алынды. Был мəғəнəнең Күк йөҙө, ғəлəмдең төҙөлөшөнə нығыраҡ ҡағылышлы икəнен сираттағы аяттар ҙа раҫлай кеүек.) 8. Һаҡ булығыҙ, (ғəлəмдəге) тиҙлекте (үлсəмде) боҙмағыҙ. 9. Үлсəүҙе ғəҙеллек менəн тотоғоҙ һəм кəметеп үлсəмəгеҙ. 10. Аллаһ Ерҙе барлыҡ йəнлелəр өсөн яралтты. (11) Шунда емештəр, тəлгəш‐тəлгəш хөрмə ағастары, (12) һаламлы (иген) орлоҡтар һəм хуш еҫле үҫемлектəр бар. (13) Шулай булғас, Раббының ҡайһы ниғмəттəрен һеҙ ялғанға сығарыр инегеҙ? 14. Аллаһ əҙəмде яндырылған сүлмəк кеүек яңғырап торған (саф) балсыҡтан яһаны. 15. Ендəрҙе Ул уттан барлыҡҡа килтерҙе. 16. Шулай булғас, Раббының ниғмəттəренəн ҡайһыһын ялғанға сығарыр инегеҙ? 17. Аллаһ ике көн сығыштың да, ике көн батыштың да Раббыһы. («Йəй, ҡыш фасылдарында (миҙгелдəрендə) Ҡояштың сығыш һəм батыш тарафтары үҙгəреп тора. Шуға күрə, ике сығыш, ике батыш тип яҙылған, йəғни Аллаһ бөтөн Ер шарының хужаһы». Ғəли Турғут тəфсиренəн.) 18. Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарыр инегеҙ? 19. Ул (берһе сөсө, икенсеһе тоҙло һыулы) ике диңгеҙҙе йəнəшə ағырлыҡ итте. (20) Уларҙың араһына (күренмəҫ) ҡорма ҡороп ҡуйҙы. Улар ҡушылмайынса, йəнəшə аға бирə). (Океанда бер‐берҙəренə ҡушылмайынса аға торған, берһе сөсө, икенсеһе тоҙло ағымдар барлығы океанография фəне тарафынан һуңғы уаҡыттарҙа ғына иҫбат ителде.) 21. Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? 22. (Диңгеҙҙəрҙең) икеһенəн дə ынйы, мəрйендəр сыға. 23. Хəҙер инде Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (24) Диңгеҙҙəр буйлап йөҙөп йөрөүсе бейек тау хəтле кəмəлəр ҙə Аллаһтың ҡөҙрəтенəн килə. (25) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ниғмəттəренəн ҡайһыһын ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? 26. Ер йөҙөндəгелəрҙең барыһы ла юҡҡа сығасаҡ. (27) Бары тик еңелеү белмəҫ ҡөҙрəт эйəһе, олуғ Аллаһ ҡына мəңге ҡаласаҡ. (28) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялған тип əйтə алаһығыҙ? (29) Күктəрҙə, Ерҙə булғандарҙың барыһы ла Уға ялбара. Аллаһ һəр көн фəғəлийəттə (бер миҙгелгə лə туҡтамайынса, Ул яңы ғəмəлдəр менəн мəшғүл) (30) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (31) Əй, əҙəм, һəй, ен! Оҙаҡламай Мин һеҙҙе яуапҡа тартасаҡмын. (32) Ошо хəлдə лə һеҙ Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (33) Һəй, ендəр һəм кешелəр! Күктəр һəм Ерҙең ситтəренəн сығып китергə ҡөҙрəтегеҙ етһə, китегеҙ. Лəкин һеҙ (Аллаһтың сикһеҙ) ҡөҙрəт(е) менəн генə (Ерҙең тартыу көсөнəн ысҡынып) китə алырһығыҙ. (34) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (35) Өҫтөгөҙгə дөрлəп торған ут ялҡыны һəм тонсоҡторғос төтөн ебəрербеҙ. Һеҙ бер‐берегеҙҙе ҡотҡара алмаҫһығыҙ, ярҙам да итə алмаҫһығыҙ. (36) Шулай булғас, Раббығызҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? 37. Күк ярылып, ҡыҙыл тире төҫөнə керер, (38) шул сағында Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (39) Бына шул саҡта инде ендəрҙəн дə, кешелəрҙəн дə гөнаһтары тураһында һорау алынмаҫ. (40) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? 41. Гөнаһлыларҙы тамғаларынан танырҙар, сəстəренəн һəм аяҡтарынан тотоп алырҙар. (42) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (43) Бына был (тамуҡ) гөнаһлыларҙың ялғанға сығарған йəһəннəме булыр. (44) Улар йəһəннəм менəн ҡайнар һыу араһында болғанып йөрөр. (45) Хəҙер инде Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (46) Раббының хозурында торорға (гөнаһтан) ҡурҡҡандар өсөн ике йəннəт бар. (47) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (48) Ике йəннəт тə төрлө‐төрлө ағастар менəн тулған. (49) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ? (50) Икеһендə лə ике шишмə ағып ята. (51) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығара алырһығыҙ икəн? (52) Икеһендə лə һəр төрлө емештəр пар‐пар булып үҫə. (53) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығара алырһығыҙ икəн? (54) Мөьминдəрҙең барыһы ла атластан тегелгəн яҫтыҡтарға таянып, истирəхəт ҡылыр (ял итер). Ике йəннəттə лə емештəре яҡын ғына үҫеп утырыр. (55) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялған тип атарһығыҙ икəн? (56) Шунда үҙ иренəн башҡа ир затҡа күтəрелеп ҡарарға ояла торған гүзəл ҡатындар бар, уларға ен затынан да, кеше затынан да берəү ҙə ҡағылмаған. (57) Шулай булғас, раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырға баҙнат итəһегеҙ? (58) Əйтерһең дə, ул ҡатындар яҡут йəки мəрйен инде. (59) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (60) Изгелек ҡылғандың əжере — изгелек. (61) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ? (62) Был ике йəннəттəн башҡа тағын ике йəннəт бар. (63) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (64) Был йəннəттəр ҡуп‐ҡуйы йəшеллектəн генə тора. (65) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (66) Икеһендə лə мəңгелек ике шишмə ағып ята. (67) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (68) Икеһендə лə һəр төрлө елəк‐емеш, хөрмə һəм нар ағастары бар. (69) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (70) Ул йəннəттең эсендə холҡо матур, йөҙө гүзəл ҡатындар бар. (71) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (72) Сатырҙар


эсендə ҡара күҙле хур ҡыҙҙары бар. (73) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (74) Ул ҡыҙҙарға элек бер генə кеше лə, бер генə ен дə ҡағылып ҡарамаған. (75) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (76) (Мөьминдəр) йəшел яҫтыҡтар һəм тышы сиккəн матур түшəктəргə ятып истирəхəт ҡылырҙар (ял итерҙəр). (77) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмəттəрен ялғанға сығарырһығыҙ икəн? (78) Бөйөклөк һəм абруй эйəһе Раббының исеме олуғтарҙан — олуғтыр.

56 — Ваҡийға (Ваҡиға) сүрəһе (Ваҡийға сүрəһе 96 аяттан тора. Мəккəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ул ваҡиға (Ҡиəмəт) уаҡытында (2) (Ҡиəмəт булмаясаҡ тип) бер кем дə ялғанлай алмаҫ. (3) Ул саҡта кемдер меҫкен, кемдер абруйлы булыр. (4) Ер дəһшəтле тетрəнеү менəн ҡубарылыр. (5) Тауҙар емерелеп төшөр, (6) таралып, туҙан хəленə килер. (7) Һəм һеҙ ҙə өс ҡатламға айырылырһығыҙ (шаһидтар, фəрештəлəр, пəйғəмбəрҙəр; ғəди тəҡүəлəр; йəһəннəмгə кереүсе гөнаһлылар). (8) Уң яҡтағылар — бəхет эйəлəре, ни ҡəҙəр бəхетле булыр. (9) Һулдағылар — бəхетһеҙлек эйəлəре, ни ҡөҙəр бəхетһеҙ булыр. (10) (Изгелек ҡылыуҙа) алда барғандар алдан əжерен алыр. (11, 12) Бына шулар инде Нəғим (рəхəтлек) йəннəттəрендə (Аллаһҡа) иң яҡын тороусылар булыр. (13) Уларҙың күбеһе əүүəлге өммəттəрҙəн булыр. (14) Бер аҙы — һуңғыларынан. (15, 16) Гəүһəрҙəр менəн сигелеп эшлəнгəн урындыҡтарҙа, ҡапма‐ҡаршы, ҡырын ятып (лəззəт алырҙар). (17) Яндарында (хеҙмəт өсөн) үлемһеҙ йəш егеттəр булыр. (18) Ҡулдарында мəңге ҡоромаҫ шишмəнəн һауыттар, туҫтаҡтар, касаларға тултырып алған (19) эсемлек булыр. Ул эсемлектəн баш ауыртмай, ул хəлде лə (аҡылды ла) алмай. (20) Уларға үҙҙəре телəгəн емештəр, (21) йəндəре телəгəн ҡош иттəре, (22, 23) күҙ алмаһы кеүек һаҡланған ынйылай, ҙур ҡара күҙле хур ҡыҙҙары (24) изгелектəренə əжер булараҡ бирелер. (25) Шунда буш һүҙҙəр һөйлəнмəҫ, гөнаһ вəсүəсəсенə тартылыу булмаҫ. (26) Бары тик: сəлəм һеҙгə (именлек телəйем) кеүек һүҙҙəр генə ишетелер. (27) Ундағылар — бəхет эйəлəре ни ҡəҙəр бəхетле буласаҡ. (28) Сəнскеһеҙ, баллы сейə ағастары, (29) емештəр менəн ҡаплаған банан ағастарынан (30) төшкəн күлəгəлəр, (31) сылтырап ағыусы шишмəлəр, (32, 33) бөтмəҫ‐төкəнмəҫ һəм ашарға тыйылмаған елəк‐емештəр араһында, (34) ҡабартылған түшəктəр өҫтөндə истирəхəт ҡылырҙар. (35) Хаҡтыр, беҙ хур ҡыҙҙарын улар өсөн махсус булдырҙыҡ. (36, 37) Уларҙы саф ҡыҙҙар итеп, ирҙəрен ярата торған йəштəштəр итеп яралттыҡ. (38) Бына был əжер — уңдағы мөьминдəрҙең əжере. (39) Быларҙың байтағы боронғола йəшəгəн өммəтлəрҙəндер. (40) Байтағы иһə һуң замандарҙа йəшəгəндəрҙəн 41. Һулдағыларҙың яҙмышы — һулдағыларҙыҡы кеүек ҡот осҡос яҙмыш! (42) Ҡайнар ялҡын, ҡайнар һыу эсендə, (43,44) елəҫлеге һəм рəхəтлеге булмаған ҡап‐ҡара төтөндəн торған күлəгəлə интегерҙəр. (45) Сөнки улар бынан алда (донъяла) кəйеф‐сафа ҡороп (лəззəтлəнеп), зинəттə йəшəне. (46) Ҙур гөнаһтар ҡылып йəшəгəндə (47) əйтəлəр ине: — Беҙ үлгəнебеҙҙəн һуң, тупраҡҡа əүерелеп, һөйəктəребеҙ серек өйөмгə əйлəнгəндəн һуң яңынан терелеү булмаҫ, — тип əйтəлəр ине. — (48) Беҙҙəн элек үлгəн бабаларыбыҙ ҙа терелəсəкме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ ) (49) Əйт һин уларға: — Əүəл үлгəндəр ҙə, һуңынан үлгəндəр ҙə (терелəсəк), — тиген. (50) — Билгелəнгəн көндөң билгелəнгəн сəғəтендə, һис шикһеҙ, барығыҙ ҙа тупланасаҡһығыҙ. (51) Ахырҙа һеҙ, хаттин ашҡандар, ялғансылар, (52) əлбиттə, бер ағастан, зəҡҡум ағасынан (ағыу, зəһəр) ашаясаҡһығыҙ. (53) Ашҡаҙандарығыҙ шуның (ағыу) менəн туласаҡ. (54) Өҫтəүенə ҡайнап торған һыу эсəсəкһегеҙ. (55) Һыуһаған дөйəлəр нисек һыуға йотлоҡһа, һеҙ ҙə шулай киберһегеҙ, ҡайнар һыу эсергə мəжбүр булырһығыҙ. (56) Бына, яза Көнөндə уларға бирелəсəк «һый» шул булыр. (57) Һеҙҙе Беҙ яралттыҡ. Шулай булғас ни өсөн һеҙ (йəн алып, йəн индереүебеҙгə лə) ышанмайһығыҙ? (58) Улайһа, əйтеп бирегеҙ: (ҡатындарығыҙҙың аналығына) ағыҙылған енес — ул нəмə? (59) Уны һеҙ барлыҡҡа килтерҙегеҙме? Əллə Беҙ яһаған нəмəме ул? (60) Үлемегеҙҙе һеҙгə Беҙ тəҡдир иттек. Һəм Беҙ еңелə торғандарҙан түгел. (61) Һеҙҙең урынға башҡа бер тоҡомдо килтерергə һəм һеҙҙең хəбəрегеҙ булмаған башҡа ғəлəмдə (Ҡиəмəттə) яңынан терелтергə, тип (һеҙгə əжəл билгелəнек). (62) Хаҡтыр, һеҙ беренсе яралтылышты белдегеҙ инде. Уйлап ғибрəт‐һабаҡ алһағыҙ, яҡшы булыр ине. (63) Хəҙер инде һеҙ Миңə сəсеү орлоғоның асылын аңлатып бирегеҙ. (64) Уны (игенде) һеҙ үҫтерəһегеҙме, əллə игенде Беҙ үҫтерəбеҙме? (65) Ихтыяр итһəк, игендəрегеҙҙе (орлоҡһоҙ) ҡоп‐ҡоро һалам‐кибəк сүбенə əүерелдерер инек тə, һеҙ ҡатып ҡалыр инегеҙ. (66) Һəм: — Аһ, беҙ бурысҡа баттыҡ. (67) Турыһын ғына əйткəндə, беҙ хəйер һорашырға ҡалдыҡ, — тип əйтер инегеҙ. 68. Эсə торған һыуығыҙ тураһында нимə əйтерһегеҙ? (69) Болоттан уны һеҙ яуҙыраһығыҙмы? Əллə беҙ яуҙырабыҙмы? (70) Ихтыяр итһəк, ул ямғырҙы Беҙ (эсмəҫлек дəрəжəлə) тоҙло итер инек. Һеҙ (Аллаһҡа) шөкөр итергə тейеш түгелме икəн? (71) Тағын һеҙ Миңə əйтегеҙ: файҙалана торған утты яһап, (72) утынды һеҙ үҫтерҙегеҙме, əллə уларҙы яралтыусы Беҙме? (73) Беҙ уны бер ғибрəт булһын тип, һəм сүлдəн килеп киткəндəргə (юлдағыларға) файҙа булһын, тип яралттыҡ. (74) Шулай булғас, бөйөк Раббығыҙҙың исемен ололағыҙ. 75. Эйе, йондоҙҙарҙың батып һүнгəне менəн əйтəм, (76) əгəр һеҙ белһəгеҙ: ысындан да, был бер бөйөк ант — (77, 78) Лəүхел Мəхфүздə ҡəҙерлəп һаҡлана торған Китап — изге Ҡөръəндер. (79) Уға бары тик паҡ, тəһəрəтле кеше генə ҡағылырға хаҡлы. (80) Ул ғəлəмдəрҙең Раббыһынан индерелде. (81) Хəҙер инде һеҙ шул (изге) һүҙҙе кəмһетергə уйлайһығыҙмы!? (82) Ҡөръəндəгелəрҙе ялғанға сығараһығыҙ. Аллаһ биргəн ризыҡҡа шөкөр итеүегеҙ шул булдымы? 83. (Үлем түшəгендəге кешенең) йəне боғаҙына еткəс, (84) һеҙ уға ҡарап тораһығыҙ. (85) Беҙ уға һеҙҙəн дə яҡын торабыҙ. Əммə һеҙ күрмəйһегеҙ генə. (86) Əгəр ҙə һеҙ (Аллаһтың) язаһынан азат икəнһгеҙ, (87) əгəр һеҙ хаҡлы икəн, (йəн биреүсенең) йəнен кире ҡайтарығыҙ. (88) Лəкин (йəн биргəн кеше Аллаһҡа) яҡын икəн, (89) уға рəхəтлек, татлы ризыҡ һəм Нəғим йəннəттəре бар. 90. Əгəр ҙə ул уң яҡтағыларҙан икəн, (91) — Əй, уң яҡтағы кеше, һиңə сəлəм‐именлек булһын! — тип əйтербеҙ. 92. Əммə ялғансыларҙан, хаттин ашҡандарҙан була икəн, (93) бына, уға ла ҡайнар һыуҙан «һый» булыр. (94) Һəм уның өлөшө йəһəннəм. (95) Шик юҡ, был хəҡиҡəт ысынбарлыҡ. (96) Шулай булғас, ғəлəмдəрҙең бөйөк Раббыһы — Аллаһтың исемен маҡтап, тəсбих əйтегеҙ. 57 — Хəдид (Тимер) сүрəһе (Хəдид сүрəһе 29 аяттан тора. «Хəдид» — тимер тигəн һүҙ. Мəҙинəлə ингəн). Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күктəрҙə һəм Ерҙə булған барсаһы Аллаһҡа тəсбих əйтə. Аллаһ — еңелеү белмəҫ ҡөҙрəт һəм хикмəт эйəһе. (2) Күктəрҙəге, Ерҙəге бөтөн милек‐байлыҡ — Уныҡы. Йəн биргəн дə, йəн алған да — Ул. Уның бар нəмəгə лə ҡөҙрəте етə. (3) Ул беренселер, һуңғыһылыр, ул ҡылғандары менəн күренə лə, Үҙе йəшерен дə. Ул барыһын да белеп тороусы. (4) Ул күктəрҙе һəм Ерҙе алты көндə (дəүерҙə) барлыҡҡа килтерҙе. Һуңынан Ғəрешкə урынлашып, хөкөмдарлыҡ ҡыла башланы. Ерҙəн нимə сыға, Ергə нимə керə, Күктəн нимə төшə, Күккə нимə менə — барыһын да Ул белеп тора. Һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һеҙҙең янда булыр. Аллаһ ғəмəлдəрегеҙҙе күреп тора. (5) Күктəрҙең һəм Ерҙең милке‐байлығы Уныҡы. Бөтөн эштəр бары тик Уның хозурына ҡайтыр. (6) Төндө көнгə ҡатыштырыр, көндө төнгə ҡатыштырыр. Күңелегҙҙə нимə бар — Ул шуны белеп торор. 7. Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə иман килтерегеҙ. Мираҫҡа ҡалдырылған малдарығыҙҙы (Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ (хəйер‐саҙаҡа‐зəкəт бирегеҙ). Иман килтереп, (Аллаһ ризалығ өсөн мал) сарыф иткəн кешелəргə бөйөк əжер əҙерлəнгəн. 8. Пəйғəмбəр һеҙҙе: Раббығыҙға иман килтерегеҙ, тип өгөтлəгəндə, ни өсөн Аллаһҡа баш эймəнегеҙ? Гəрсə, уға һүҙ бирҙегеҙ. Əгəр Уға инанасаҡ булһағыҙ. 9. Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа алып сығыр өсөн, илсеһенə ап‐асыҡ аяттар индергəн Аллаһ булыр. Шик юҡтыр, Аллаһ һеҙгə бик тə мəрхəмəтле һəм шəфҡəтле.


10. Һеҙгə нимə булды, эй, кешелəр! Аллаһ юлында сығымдар тотмайһығыҙ. Гəрсə, күктəр һəм Ер — Аллаһтың мираҫы. (Кəферҙəрҙе) еңеп, (Мəккəне) алғанға ҡəҙəр (дин юлында мал) сарыф иткəн һəм һуғышҡан кеше менəн еңеүҙəн һуң сарыф итеп, һуғышҡан кеше тиң булмаҫ. Алдағыларының дəрəжəһе һуңғыларыныҡынан күпкə өҫтөн. Шуға ла ҡарамаҫтан, Аллаһ һəр икеһенə лə бөйөк əжер вəғəҙə итə. Һеҙҙең ғəмəлдəрегеҙ Аллаһҡа мəғлүм. (11) Кем дə кем Аллаһҡа (изгелекле ғəмəлдəрен) бурысҡа биреп тора (йəғни, сауап өсөн изгелек ҡыла) Аллаһ уға ҡат‐ ҡат ниғмəт бирер һəм уның өсөн бик тə мөһим əжер булыр. («Бурыс» һүҙен былай ҙа аңлатыусылар бар. Бер кеше икенсеһенə бурыс бирə икəн, ул уға рибаһыҙ (процентһыҙ) бирергə тейеш. Бурысты биргəн күлемдəн арттырып алыу — гөнаһ. Рибаһыҙ бурысҡа биреп тороу — Аллаһ ризалығын ҡаҙаныу, тигəн һүҙ. ) 12. Ҡиəмəт көнөндə һин мөьмин ирҙəр менəн мөьминə ҡатындарҙы күрерһең. Уларҙың алдынан да, уңынан да (донъяла ҡылған изгелектəренең) нурҙары яҡтыртып барыр. — Бөгөн һеҙгə һөйөнсө! Арыҡтарынан шишмəлəр ағып тороусы йəннəттəргə керерһегеҙ. Һеҙ шунда мəңгегə ҡалырһығыҙ, — тип саҡырырҙар. Бөйөк мораҙға ирешеү ошо булыр. 13. Монафиҡ ирҙəр менəн монафиҡ ҡатындар мөьминдəргə: — Беҙҙе көтөп тороғоҙ, ашыҡмағыҙ, яҡтылығығыҙҙан исмаһам бер нур алып ҡалайыҡ, — тип ялбарҙылар. Уларға: — Уҙғанығыҙға ҡайтып, яҡтылыҡ эҙлəгеҙ, — тип əйтерҙəр. Ниһайəт, улар араһында ҡапҡалы ҡойма барлыҡҡа килер. Ул ҡойманың бер яғында Сəғəдəт, икенсеһендə ғазап булыр. 14. Монафиҡтар уларҙға: — Беҙ ҙə бит һеҙҙең менəн бергə йəшəнек, (ни өсөн беҙҙе ташлап китəһегеҙ)? — тип əйтерҙəр. — Əлбиттə, бергə йəшəнек, лəкин һеҙ үҙ башығыҙҙы үҙегеҙ бəлəгə тыҡтығыҙ. (Мосолмандарҙы харап итергə) форсат көттөгөҙ. (Ислам дине хаҡмы, ялғанмы тип) икелəнеп, шиклəнеп ҡалдығыҙ. Шул шиклəнеүҙəрегеҙ һеҙҙе төп башына ултыртты. Вəсүəсəлəр һеҙҙе аҙҙырҙы, Аллаһ юлынан яҙҙырҙы. Ниһайəт, һеҙҙе Аллаһтың əмере килеп тотто. 15. Бөгөн инде мосолмандарҙан да, инҡарсыларҙан да фидийə ҡабул ителмəҫ. Бараһы ерегеҙ — ут. Һеҙгə шул хас. Ҡот осҡос ер ул — бараһы ерегеҙ. 16. Иман килтергəн кешелəрҙең Аллаһты һəм Унан ингəн Ҡөръəнде зикер итеп, күңелдəренең мөхəббəт менəн йомшарған заман килде түгелме? Əүəл үҙҙəренə Китап бирелеп тə, байтаҡ ваҡыттар уҙып, күңелдəре (боҙоҡлоҡ, тəкəбберлек менəн) ҡарайып бөткəн кəферҙəргə оҡшамаһындар ине улар. Уларҙың байтағы фəсиҡ əҙəмдəр. 17. Шул хəҡиҡəтте белеп тороғоҙ, үлеп бөткəн тупраҡҡа Аллаһ йəн өрə. Хаҡтыр, Беҙ, аҡылығыҙға барып етһен тип, аяттарҙы асыҡ итеп индерҙек. 18. Хаҡтыр, саҙаҡа биргəн ирҙəр менəн саҙаҡа биргəн ҡатындар һəм Аллаһҡа ысын күңелдəн бурыс (ғибəҙəт, хəйер) биргəндəргə ҡат‐ҡат сауаптар бирелер. Улар өсөн бик тə абруйлы тағын башҡа əжер ҙə булыр. 19. Аллаһҡа һəм уның пəйғəмбəрҙəренə иман килтергəн бəндəлəр — улар үҙе лə, һүҙе лə тура булғандар, Аллаһ хозурында шаһитлыҡ ҡылғандар. Уларҙың əжере лə, нурҙары ла булыр. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарған иманһыҙҙар йəһəннəм əһелдəре булыр. 20. Шуны белеп тороғоҙ, донъя тормошо ул бары тик уйын ғына, күңел асыу, зиннəттəр‐биҙəктəр эсендə йəшəү, арттыра‐арттыра бер‐береңде маҡтау‐маҡтанышыу, тағын байлыҡ һəм күп балалы булырға тырышыу кеүек мəшəҡəттəрҙəн тора. Нəҡ бына ямғыр кеүек инде. Ул игенселəрҙең һушына китə (ямғыр — һөйөнөс). Һуңынан иген‐үлəн ҡорой, һап‐һары ҡыр була. Ахырҙа кибəк‐сүп булып ҡала. Əхирəттə иһə хəтəр ғазаптар бар. Шунда Аллаһтың ярлыҡауы ла, ризалығы ла булыр. Донъя тормошо тиҙ уҙа торған, алдаҡсы ғына, башҡа түгел. 21. Раббығыҙҙың ярлыҡауын ҡаҙанырға тырышығыҙ. Аллаһҡа һəм пəйғəмбəрҙəренə инанған кешелəр өсөн əҙерлəнгəн йəннəткə керергə ашығығыҙ. Ул йəннəт Күк менəн Ер майҙаны саҡлы киң. Аллаһтың сəғəдəте шулдыр. Ул уны үҙе ихтыяр иткəн кешеһенə бирер. Ысынлап та, Аллаһ — бөйөк, сикһеҙ йомарт һəм мəрхəмəтле. 22. Беҙ бар итмəҫтəн элек, Китапта яҙылмаған килеш, Ер йөҙөнə һəм һеҙҙең башығыҙға һис бер ҡайғы килмəҫ. Был эштəр беҙгə бер ҙə ҡыйын түгел. 23. Ҡулдарынан ысҡынған (малға, дан)ға ҡайғырмаһындар, Аллаһ биргəн ниғмəттəр (ҡаҙанған байлыҡтары) менəн маҡтанмаһындар, тип яҙып ҡуйып, алдан хəбəр итəбеҙ, киҫəтəбеҙ. Аллаһ үҙ‐үҙҙəрен генə яратҡан тəкəббер кешелəрҙе хупламай. (24) Улар үҙҙəре һаран һəм башҡаларға ла һаран булырға ҡушалар. Кем (Аллаһ юлында зəкəт биреүҙəн) баш тартһа, (хафаға урын юҡ) Аллаһ үҙе бай, бер нимəгə лə мохтаж түгел, маҡтауға лайыҡ. 25. Хаҡтыр, Беҙ пəйғəмбəрҙəребеҙҙе асыҡ дəлилдəр менəн күндерҙек һəм кешелəр ғəҙеллек урынлаштырһын тип, Китап менəн бергə (ғəҙеллек) бизмəнен дə индерҙек. Беҙ тимерҙе лə индерҙек, сөнки шунда (һуғышыр өсөн) хəтəр ҡеүəт бар һəм ул (тыныс хеҙмəттə) кешелəргə файҙалы. Был — Аллаһтың үҙен күрмəгəн килеш ышанып, Уның диненə һəм пəйғəмбəрҙəренə кешегə күрһəтмəйенсə генə ярҙам иткəндəрҙе асыҡлау һəм һынау өсөн шулай эшлəнде. Шик юҡ, Аллаһ — ҡеүəт эйəһе, еңелеү белмəҫ өҫтөн. 26. Хаҡтыр, Нухты һəм Ибраһимды күндерҙек, пəйғəмбəрлекте лə, Китапты ла уларҙың тоҡомона бирҙек. Ҡайһылары тура юлды һайланы. Күбеһе юлдан яҙҙы. 27. Һуңынан былар эҙенəн бер‐бер артлы башҡа пəйғəмбəрҙəрҙе күндерҙек. Мəрйəм улы Ғайсаны күндерҙек, уға Инжилде бирҙек. Уға эйəргəндəрҙең күңеленə шəфҡəт һəм миһырбан индерҙек. Беҙ уларға: руһбанлыҡҡа күсегеҙ, тип бойорманыҡ. Лəкин улар (тормош мəшəҡəттəренəн айырылып, артыҡ дини булып, аскетлыҡҡа, руһбанлыҡҡа, монахлыҡҡа) үҙҙəре күсте. Беҙ уларға Аллаһ һəм Пəйғəмбəр ҡушҡанса эш ҡылырға əмер бирҙек. Əммə улар кəрəгенсə итəғəт итмəне. Беҙ ҙə уларҙың ихлас иман килтергəндəренə генə сауаптар бирҙек. Уларҙың күбеһе юлдан яҙҙы. 28. Əй, иманлы кешелəр, Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һəм пəйғəмбəренə ышанығыҙ, Аллаһ һеҙгə ҡат‐ҡат рəхмəт бирһен һəм һеҙҙең юлығыҙҙы нур менəн яҡтыртһын. Һеҙҙе ярлыҡаһын. Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мəрхəмəтле, кисереүсе. 29. Китап əһелдəре Аллаһтың ниғмəтенəн һис бер нəмə ала алмаясаҡтарын белеп торһондар. Ниғмəттəрҙең барыһы ла Аллаһ хозурында, ул бары тик Үҙе ихтыяр иткəндə, телəгəн бəндəһенə генə ниғмəтен бирер. Аллаһ — бөйөк миһырбан эйəһе. 58 — Мүжəдəлə (Бəхəс) сүрəһе (Мүжəдəлə сүрəһе 22 аяттан тора. «Мүжəдəлə» — бəхəс, һүҙ көрəштереү.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ире тураһында һинең менəн бəхəслəшеп торған ҡатынды һəм уның Аллаһҡа зарланғанын, ысындан да, Аллаһ Үҙе ишетеп торҙо. Аллаһ һеҙҙең əңгəмəгеҙҙе лə тыңлап торҙо. Хаҡтыр, Аллаһ ишетеп, белеп тороусы. («Хəүлə исемле бер ҡатын иренең бер телəген үтəмəне. Ире Самат улы Əүестең асыуы сыҡты, ул ҡатынына: «Һин миңə əсəйемдең арҡаһы кеүек», ‐ тине. Наҙанлыҡ заманаһындағы ғəрəптəрҙə шундай, «Зиһар» тигəн бер ғəҙəт бар ине: был һүҙҙе əйткəс, ҡатын иренең əсəһе кеүек була, йəғни ҡатын айырылған булып иҫəплəнə башлай. Хəүлə Пəйғəмбəр янына килеп, иренең ошо ғəмəлен һөйлəп бирҙе. Пəйғəмбəр иһə: «Һин иреңə харам булдың инде», — тине. Иренəн айырылырға телəмəйенсə, Хəүлə ялбара башланы: «Минең бəлəкəй балаларым йəтим ҡала», — тине. Шунан һуң Пəйғəмбəр: «Был турала Аллаһтан əмер килмəйенсə, талаҡтан башҡа һис нимə лə əйтə алмайым», — тине. Шунан һуң Хəүлə Аллаһҡа ялбарып доға ҡыла башланы. Уға яуап итеп, аяттар иңде». Али Тургуг тəфсиренəн.) 2. Зиһар ҡылып, ҡатынын талаҡ иткəндəрҙең ҡатындары уларға əсəлəре кеүек булмаҫ. Уларҙың əсəлəре бары тик уларҙы тыуҙырған ҡатындар, (зиһар ителгəн ҡатын иренең əсəһе була алмай). Шик юҡ, улар ерəнгес һүҙ əйтə һəм ялған һөйлəй. Шөбһəһеҙ, Аллаһ — ғəфү итеүсе, ярлыҡаусы. (3)


Ҡатынын зиһар менəн талаҡ итеп, һуңынан һүҙенəн кире ҡайтырға телəгəн ир, ҡатыны менəн яҡынлыҡ ҡылғансыға ҡəҙəр, бер ҡолдо азат итергə тейеш. Һеҙгə өгөт шул булыр. Аллаһ һеҙҙең ҡылмыштарығыҙҙан хəбəрҙар. 4. (Ҡоло булмаһа йəки азат итергə) мөмкинселеге булмаһа, ҡатынын əсəһенə оҡшатҡан ир ҡатыны менəн яҡынлыҡ ҡылмаҫтан, ике ай ураҙа тотор. Быңа ла көсө етмəгəн кеше алтмыш фəҡирҙең тамағын туйҙырыр. Был шарттар Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə ихлас ышанырға тейешлегегеҙ өсөн. Былар — Аллаһ ҡуйған сиклəүҙəр. Кəферҙəр өсөн əсе ғазап бар. 5. Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə ҡаршы килеүселəр үҙҙəренəн алда язаланғандар кеүек язаланасаҡ. Беҙ аңлайышлы аяттар индерҙек. Кəферҙəрҙе меҫкен хəлгə ҡалдырырлыҡ ғазап бар. 6. Ул Көндө Аллаһ барығыҙҙы ла терелтəсəк һəм ҡылған ғəмəлдəрегеҙ тураһында хəбəр итəсəк. Аллаһ улар үҙҙəре онотҡан ғəмəлдəрен һанап барҙы. Аллаһ — һəр нəмəнең шаһиты. 7. Күктəрҙə һəм Ерҙə булғандарҙың барыһын да Аллаһ белеп торғанын күрмəйһеңме ни? Өс кеше һөйлəшеп торғанда, дүртенсеһе Аллаһ булыр. Биш кеше серлəшеп торғанда, əлбиттə, алтынсыһы Аллаһ булыр. Шунан əҙ йəки күберəк кеше һөйлəшкəндə лə Аллаһ, һис шикһеҙ, улар янында булыр. Ахырҙа Ҡиəмəт көнөндə ул был турала хəбəр итəсəк. Хаҡтыр, Аллаһ һəр нəмəне белеп тора. 8. Йəшерен һөйлəшеүҙəрҙе тыйғандан һуң да, аҫтыртын эш йөрөтөүселəрҙе күрмəйһеңме ни? Улар гөнаһ эшлəү, дошманлыҡ ҡылыу һəм Пəйғəмбəргə ҡаршы көрəшер өсөн йəшеренеп, фетнə əҙерлəйҙəр. Һинең янға килгəс, улар Аллаһ һине сəлəмлəгəндəн дə артыҡ сəлəмлəйҙəр. Үҙҙəре: — Һөйлəгəн кəферлектəребеҙ өсөн Аллаһ ни өсөн һуң беҙҙе язаламай? ‐ тип əйтəлəр. Йəһəннəм уларға етер. Улар шунда керəсəк. Ай‐һай, хəтəр ҙə яман урын ул йəһəннəм. 9. Əй, иман килтергəн əҙəмдəр! Үҙ‐ара һөйлəшкəндə гөнаһ ҡылыу, дошманлыҡ тураһында һəм Пəйғəмбəргə ҡаршы һүҙҙəр əйтмəгеҙ. Изгелек һəм паҡлыҡ тураһында ғына һөйлəшегеҙ. Аллаһ хозурында яуап биреүҙəн ҡурҡығыҙ. (10) Йəшертен‐аҫтыртын һөйлəшеүҙəр шайтандан килə, мөьминдəргə хəсрəт килтерер өсөн. Əммə шайтан Аллаһтың əмеренəн башҡа мөьминдəргə һис бер зарар килтерə алмаҫ. Мөьминдəр Аллаһҡа һыйынып ҡотолалар. 11. Əй, иманлы кешелəр! Мəжлестə һеҙгə: — Урын бирегеҙ, — тип əйтһəлəр, урын бирегеҙ. Аллаһ һеҙгə лə (йəннəттə) урын бирер. — Баҫығыҙ, ‐ тип əйтһəлəр, баҫығыҙ. Аллаһ та иманлыларҙың, ғилем эйəлəренең дəрəжəһен арттырыр. Аллаһ бөтөн ҡылмыштарығыҙҙы белеп тора. 12. Əй, иман килтергəн кешелəр! Пəйғəмбəргə йəшертен генə берəй нəмə һөйлəйһе булһағыҙ, һөйлəшер алдынан саҙаҡа бирегеҙ. Был һеҙҙең өсөн тағын да хəйерлерəк һəм паҡлыҡ булыр. Бирергə нəмəгеҙ булмаһа, һис шикһеҙ, гөнаһ булмаҫ. Аллаһ — ғəфү итеүсе, сикһеҙ мəрхəмəтле. (13) Йəшерен əңгəмəгеҙҙəн алда саҙаҡа бирергə ҡыймағанһығыҙҙыр, бəлки. Шөрлəп ҡалдығыҙ, Аллаһ быныһын да ғəфү итер. Һеҙ намаҙ ҡалдырмағыҙ, зəкəт бирегеҙ, Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə итəғəт ҡылығыҙ. Аллаһ ҡылған ғəмəлдəрегеҙҙе теүəл белеп тора. 14. Аллаһтың лəғнəте төшкəн халыҡты үҙҙəренə дуҫ иткəн бəндəлəргə иғтибар иттеңме? Улар һеҙҙеке лə түгел, уларҙыҡы ла түгел. Анттарын боҙасаҡтарын алдан уҡ белгəн көйөнсə, улар ант итəлəр. (15) Улар өсөн Аллаһ хəтəр яза əҙерлəп ҡуйған инде. Уларҙың ҡылған ғəмəлдəре бик тə яман. (16) Анттарын ҡалҡан итеп тоталар һəм шулай итеп, кешелəрҙе Аллаһ юлынан яҙҙыралар. Уларҙы меҫкен хəлгə төшөрə торған ғазап бар. (17) Уларҙың малдары ла, улдары ла Аллаһтың ғазабынан ҡотолорға ярҙам итə алмаҫ. Улар йəһəннəмгə теркəлəсəк һəм шунда мəңгегə ҡаласаҡ. (18) Ҡиəмəт көндө уларҙы Аллаһ терелтер. (Беҙ саф мосолманбыҙ тип) һиңə ант иткəндəре кеүек, (буялған анттан файҙа күрербеҙ тип) Аллаһ алдында ла ант итəсəктəр. Белеп тороғоҙ, ысын ялғансылар шулар булыр. (19) Шайтан уларҙы үҙ яҡлауына алды ла, Аллаһты онотторҙо. Бына былар, шайтандың ғəскəре, шундай телəктəштəренəн тора. Белеп тороғоҙ, ҡот осҡос һəлəкəткə дусар булғандар ‐ шайтан тарафындағылар. (20) Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə ҡаршы килгəндəр иң түбəн йəнлелəр араһында булыр. 21. Аллаһ яҙҙы: — Миндə еңелмəҫлек ҡөҙрəт бар, Рəсүлдəрем дə өҫтөн сығасаҡ. Шөбһə юҡтыр, Аллаһ — тағын да ҡеүəтлерəк еңеүсе. 22. Аллаһка һəм Əхирəт көнөнə иман килтергəн бер ҡəүемдең Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə ҡаршы килгəн кəферҙəр менəн яҡын дуҫ булғанын күрмəҫһең. Хатта, улар яҡын ҡəрҙəш, ата һəм улдары булһа ла. Бына былар күңелдəренə иман һеңдергəн һəм Аллаһтан индерелгəн рух менəн ҡеүəтлəндерелгəн шəхестəр булыр. Уларҙы арыҡтарынан шишмəлəр ағып ята торған мəңгелек йəннəттəргə урынлаштырыр. Бына шулар Аллаһ тарафын тотоусылар булыр. Аллаһ уларҙан ҡəнəғəт булыр. Улар ҙа Аллаһтан ҡəнəғəт ҡалыр. Белеп тороғоҙ, ысынлап ҡотолоуға ирешкəндəр, əлбиттə, шулар булыр. 59 — Хəшер (Ҡыуып сығарыу) сүрəһе (Хəшер сүрəһе 24 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн. «Хəшер» — ҡыуып сығарыу, бер урынға туплау, йыйнау мəғəнəлəрендəге һүҙ. 2—7 нсе аяттарҙа йəһүд ҡəбилаһе Надир тоҡомон ҡыуыпп сығарыу тураһында һөйлəнə. Һүҙҙең беренсе мəғəнəһендəге исемде алған сүрə.) Бисмилл əһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күктəрҙə һəм Ерҙə булғандарҙың барыһы ла еңелеү белмəҫ, хикмəт эйəһе —Аллаһты маҡтап тəсбих əйтə. 2. Китабы булған халыҡтың иман килтермəгəндəрен (Тəурəтле йəһүдтəрҙе) əүəлгеһендə йорттарынан ҡыуып сығарған — Аллаһтыр. Һеҙ уларҙың ҡыуыласағын күҙ алдына ла килтерə алмай инегеҙ. Улар: ҡəлғəлəребеҙ беҙҙе Аллаһтан һаҡлар, тип өмөтлəнə ине. Əммə Аллаһтың язаһы уларға көтмəгəн яҡтан килде. Ул уларҙың йөрəктəренə ҡурҡыу һалды. Улар өйҙəрен үҙ ҡулдары менəн һəм дə мөьминдəрҙең ҡулы менəн харап иттелəр. Əй, һеҙ! Башында аҡылы булғандар, бынан ғибрəт алығыҙ. (3) Əгəр ҙə Аллаһ уларҙың тəҡдиренə ҡыуыласаҡтарын яҙып ҡуймаған булһа, əлбиттə, уларҙы донъяла уҡ язалаған булыр ине. Əхирəттə лə улар өсөн йəһəннəм ғазабы бар. (4) Был (ҡыуылыу һəм язалар) уларҙың Аллаһҡа һəм уның Пəйғəмбəренə ҡаршы килеүҙəре арҡаһында булды. Аллаһҡа ҡаршы килгəн кеше белеп торһон, Аллаһтың язаһы бик тə хəтəр буласаҡ. 5. Хөрмə ағастарының берһен генə киҫеүегеҙ ҙə йəки киҫмəйенсə ҡалдырыуығыҙ, Аллаһтың рөхсəте менəн генə булыр. Аллаһ юлдан яҙғандарҙы меҫкен хəлдə ҡалдырыу өсөн шулай эшлəй. 6. Аллаһ ярҙамы менəн уларҙан алған ғəнимəт малдары Пəйғəмбəргə тейеш; сөнки һеҙ ул малды алыр өсөн ат менеп, дөйəгə атланып килмəнегеҙ. Аллаһ пəйғəмбəрҙəрен айырым кешелəрҙəн өҫтөн ҡылыр. Аллаһтың һəр нəмəгə ҡөҙрəте етə. (7) Аллаһ ярҙамындə Пəйғəмбəр өсөн яулап алынған илдəрҙəге байлыҡ‐ғəнимəт Аллаһҡа, Пəйғəмбəргə, уның яҡындарына, йəтимдəргə, фəҡирҙəргə һəм юлда ҡалған юлсыларға булыр. Шулай булғас, был малдар, был байлыҡ бары тик байҙар араһында ғына бүлешер өсөн була алмай. Пəйғəмбəр һеҙгə нимə бирһə, шуны алығыҙ, нəмəне алырға тыя икəн, уны алмағыҙ. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһтың язаһы бик тə хəтəрҙер. (8) (Аллаһ биргəн был ғəнимəт малдары) йорттарынан ҡыуылған һəм малдары таланған, Аллаһтан бер ниғмəт һəм ризалыҡ өмөт иткəн, Аллаһтың диненə һəм Пəйғəмбəренə ярҙам иткəн фəҡир мөһəжирҙəргə бирелергə тейеш. Бына, улар — тура юлдағылар. (9) Байтаҡтан əүүəл Мəҙинəне ватан итеп, ихлас күңелдəн иман килтергəн кешелəр үҙҙəре янына күсеп килгəн мөһəжирҙəрҙе яҡын итеп ҡаршы алырҙар, уларға бирелгəн мал (ғəнимəт) арҡаһында (күпсенеп) көнлəшеү хисе тоймаҫтар. Хатта үҙҙəре ҡыйын хəлдə (ас) булһалар ҙа, улар (мохтаждарҙың, Мөһəжирҙəрҙең) ихтыяжын алға ҡуйыр. Кем нəфсеһен (малға хирыҫлығын) тыя белə, шул мораҙына ирешкəндəрҙəн булыр. 10. Быларҙан һуң килеүселəр əйтер: — Раббыбыҙ, беҙҙе һəм беҙҙəн элек килеп киткəн иманлы ҡəрҙəштəребеҙҙе, зинһар, ярлыҡа; күңелдəребеҙҙə, иман килтергəндəргə ҡаршы һис бер хөсөтлөк ҡалдырма. Раббыбыҙ, шик юҡ, Һин — сикһеҙ мəрхəмəтле, сикһеҙ рəхмəтле. 11. Монафиҡтарҙы бер ҙə күргəнең юҡмы ни? Китаплы халыҡтың кəфер булған ҡəрҙəштəренə əйттелəр:


— Əгəр һеҙ йортоғоҙҙан ҡыуылһағыҙ, шик юҡ, беҙ ҙə һеҙҙең менəн бергə китəсəкбеҙ; һеҙҙəн башҡа һис берəүгə лə эйəрмəйбеҙ. Əгəр һуғышҡа керер булһағыҙ, əлбиттə, ярҙам итербеҙ, — тигəн һүҙҙəрен ишетмəнеңме? Аллаһ шаһиттыр, улар, əлбиттə, ялғансы. 12. Ысындан да, əгəр улар ҡыуылһа, монафиҡтар йорт ташлап, уларға эйəрмəҫ. Тегелəре һуғышҡа керһə, ярҙамға килмəҫ. Табандарын ялтыратып, һуғыш ҡырын ташлап ҡасырҙар. Ахырҙа уларҙың үҙҙəренə лə ярҙам итеүсе булмаҫ. 13. Шуныһы көн кеүек асыҡтыр, һеҙҙəн ҡурҡыу уларҙың йөрəктəренə кереп урынлашҡан. Был ҡурҡыу Аллаһ ғазабынан ҡурҡыуға ҡарағанда көслөрəк. Улар — (Хəҡиҡəттең ҡайһы яҡта икəнен) аңламай торған нəҫел. 14. Улар (иманһыҙҙар) берҙəм булып һеҙгə ҡаршы һуғыша алмаҫтар; нығытылған ҡəлғəлəр артына йəки таш ҡоймаларға боҫоп ҡына һуғышырҙар. Үҙ араларындағы һуғыш ҡаты булыр. Гəрсə, улар һиңə берҙəм булып күренер, əммə уларҙың күңелдəре айырым. Улар — аҡылға ултырмаған бер халыҡтыр. (15) Уларҙың хəле үҙҙəренəн алда ғына йəшəп киткəн һəм гөнаһтарына күрə язаһын да алған ҡəүемдəрҙеке кеүек. Уларға хəтəр яза бар. 16. Монафиҡтарҙың хəле иһə нəҡ шайтандың хəле кеүек. Шайтан кешегə: — Инҡар ит! — тине. Кеше инҡар иткəс: — Мин һеҙҙəн йыраҡ торам, сөнки мин ғəлəмдəрҙең Раббыһы булған Аллаһтан ҡурҡам, — ти. (17) Икеһенең дə ахыры — мəңгелек ут булыр. Улар шунда ҡаласаҡ. Бына был (йəһəннəм) — залимдарҙың язаһы. 18. Əй, иман килтергəн бəндəлəр! Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һəм һəр кем, килəсəк өсөн нимə əҙерлəгəнлеге тураһында уйланһын. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһ һеҙҙең нимə ҡылғанығыҙҙан хəбəрҙар. (19) Аллаһты онотҡан һəм шуның арҡаһында Аллаһ та уларға (яҡшылыҡтың) нимə икəнен онотторған кешелəр кеүек булмағыҙ. Улар — Аллаһ юлынан яҙған бəндəлəр. (20) Йəһəннəмгə кергəндəр менəн йəннəткə кергəндəр тиң булмаҫ. Йəннəттəгелəр — мораҙҙарына ирешкəн мөьминдəр. 21. Əгəр ҙə Беҙ был Ҡөръəнде тау башына индергəн булһа инек, ихтимал, Аллаһтан ҡурҡыуҙан тетрəп, тау урталай ярылған булыр ине. Был миҫалдарҙы Беҙ кешелəр һабаҡ алһын, тип килтерəбеҙ. 22. Аллаһтың сифаты шулдыр —Унан башҡа олуғ ҡөҙрəтенə эйə зат юҡ. Күренмəгəндəрҙе лə, күренгəндəрҙе лə белеп тороусы. Аллаһ — мəрхəмəтле, Аллаһ — рəхимле. (23) Аллаһтың сифаты шулдыр — Унан башҡа олуғ ҡөҙрəткə эйə зат юҡ. Ул бөтөн мөлкəттең берҙəн‐бер хужаһы, изгеҙер, именлек өлəшеүсе, ышаныс биреүсе. Күҙəтеп, һаҡлап тороусы. Еңелеү белмəҫ. Телəгəнен башҡарыусы. Олуғлыҡта тиңе булмаған. Уға тиңлəштерелгəндəрҙең барсаһынан өҫтөн — бер Аллаһ. (24) Аллаһ шулдыр, Ул (ғəлəмдəрҙе) барлыҡҡа килтереүсе; яралтыусы (юҡтан бар итеүсе), хасил иткəндəргə рəүеш (тəртип, һүрəт, система) биреүсе — Аллаһ. Иң матур исемдəр Аллаһта ғына. Күктəрҙə һəм Ерҙə булғандарҙың барсаһы Уға тəсбих əйтə. Ул — һəр ваҡыт ҡөҙрəт һəм хикмəттəр эйəһе. 60 — Мүмтəхинə (Ҡатын‐ҡыҙҙы һынау) сүрəһе (Мүмтəхинə сүрəһе 13 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн. «Мүмтəхинə» — һыналыуға дусар ҡатын, тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əй, иман килтергəн халыҡ, əгəр Минең юлымда һуғышырға һəм ризалығымды алырға телəһəгеҙ, Минең дə дошманым, һеҙҙең дə дошманығыҙ булғандарға хөрмəт күрһəтеп, йəшерен мөхəббəт тəрбиəлəгəндəрҙе дуҫ итмəгеҙ. Сөнки улар һеҙгə килгəн Хəҡиҡəтте (Ҡөръəнде) инҡар итте. Аллаһҡа инанғанығыҙ өсөн, Пəйғəмбəрҙе лə, һеҙҙе лə ватанығыҙҙан ҡыуҙылар. Мин һеҙҙең йəшерен эштəрегеҙҙе лə, асыҡ ҡылмыштарығыҙҙы ла бик яҡшы белеп торам. Кем быны ҡылһа (иманһыҙҙарҙы дуҫ итһə, уларға мөхəббəт тотһа), шул тура юлдан яҙған булып иҫəплəнер. 2. Əгəр ҙə инде улар һеҙҙе тотҡон итһə, дошманлыҡ ҡылһалар, ҡулдары һəм телдəре менəн һеҙҙе рəнйетеп, (Аллаһты инҡар итеп, динегеҙҙəн) ваз кистерһəлəр, (3) Ҡиəмəт көнөндə яҡын ҡəрҙəштəрегеҙ ҙə, балаларығыҙ ҙа һеҙгə файҙа итə алмаҫ. Аллаһ һеҙҙе уларҙан (яҡындарығыҙҙан) айырыр. Аллаһ бөтөн ғəмəлдəрегеҙҙе күреп тора. 4. Хаҡтыр, Ибраһим да һəм уның менəн бергə булғандар ҙа һеҙҙең өсөн гүзəл бер үрнəк булып тора. Улар ҡəүемдəренə əйттелəр: — Беҙ һеҙҙəн һəм Аллаһты инҡар итеп, башҡа нəмəлəргə табынғандарҙан ҡəтғи баш тартабыҙ. Һеҙҙе (туғандарыбыҙ тип) танымайбыҙ. Һеҙ бары тик бер Аллаһҡа иман килтергəнегеҙгə саҡлы, арабыҙҙағы дошманлыҡ, асыу‐үпкə бөтмəйəсəк. Лəкин Ибраһим атаһына əйтте: — Əлбиттə, мин (Аллаһ) һине кисерһен тип (доға ҡылып) ялбарасаҡмын. Лəкин Аллаһтан һиңə килəсəкте (бер генə язаны ла) мин тотҡарлай алмаясаҡмын, — тине. Мөьминдəр əйтте: — Раббыбыҙ, бары тик һиңə генə һыйындыҡ, һиңə генə йүнəлдек. Ҡайтыш та бары тик Һинең тарафҡа ғына буласаҡ. («Хəҙрəти Ибраһим иман килтермəгəн атаһына, иман килтерер өсөн форсат уаҡыты бирə, һəм шул арала атаһы өсөн ярлыҡау һорап, Аллаһҡа ялбара, лəкин инде һуң була, Ибраһимдың атаһы инде Аллаһ тарафынан ярлыҡанмаҫ дəрəжəлəге кəферҙəр рəтенə ҡуйыла. Сөнки Аллаһтың: кəферҙəр өсөн ярлыҡау булмаҫ, тигəн əмере бар». Али Тургут тəфсиренəн.) 5. — Раббыбыҙ, беҙҙе инҡарсылар хөкөмөнə тапшырып, тəжрибə‐һынау кешелəре итмə. Ярлыҡа беҙҙе. Йə, Раббыбыҙ! Берҙəн‐бер еңеүсе һəм хикмəт эйəһе бары тик Һин Үҙең генə. 6. Хаҡтыр, улар (пəйғəмбəрҙəр менəн сəхəбəлəре) һеҙҙең өсөн, Аллаһҡа һəм Əхирəткə ышанғандар өсөн гүзəл үрнəк. Кем йөҙ сөйөрə, (шул һəлəкəткə дусар). Һис шикһеҙ, Аллаһ бай (бер нимəгə лə мохтаж түгел), Ул маҡтауға лайыҡ. 7. Ихтимал, ике аралағы (иман килтергəн туғандар менəн иман килтермəгəн туғандар араһындағы) дошманлыҡты бөтөрөп, Аллаһ һеҙҙе оҙаҡламай дуҫлаштырыр ҙа. Аллаһтың көсө етəрлек. Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мəрхəмəт эйəһе. 8. Һеҙҙең яҡтан дин юлында һуғышмаһа ла, һеҙҙе ватанығыҙҙан ҡыумаған кешелəргə изгелек ҡылыуығыҙҙы һəм уларға ғəҙел булыуығыҙҙы Аллаһ тыймаҫ. Аллаһ ғəҙел булғандарҙы ятарта. 9. Динегеҙгə ҡаршы һеҙҙең менəн һуғышып, һеҙҙе ватанығыҙҙан ҡыуып сығарғандарҙы һəм ҡыуып сығарыуҙа кəферҙəргə ярҙам итешкəндəрҙе дуҫ итһəгеҙ, Аллаһ хупламаҫ. Кем шулар менəн дуҫлаша, шулар залимдар булыр. 10. Əй, иман килтергəн əҙəмдəр! Мөьминə ҡатындар һижрəт итеп, һеҙҙең янға килһə, уларҙы һынағыҙ. Улар иманлымы‐юҡмы икəнен Аллаһ бик яҡшы белə. Уларҙың иманлы ҡатындар икəненə ышанғас, уларҙы кəферҙəргө ҡайтармағыҙ. Был ҡатындар уларға хəлəл түгел. Тегелəре лə был ҡатындарға хəлəл булмаҫ. Уларҙың ирҙəре биргəн мəһерҙəрен кире ҡайтарығыҙ. Мəһерҙəрен ирҙəренə кире ҡайтарған осраҡта, уларға өйлəнеү гөнаһ булмаҫ. Кəфер ҡатындарҙы никахығыҙҙа тотмағыҙ, улар өсөн булған сығымдарҙы талап итегеҙ. Улар ҙа шулай уҡ үҙ яҡтарынан булған сығымды һеҙҙəн һораһын. Аллаһтың хөкөмө шундай. Арағыҙҙы Аллаһ хөкөм итə. Аллаһ барыһын да белеп тора, Ул — хикмəт эйəһе. 11. Əгəр ҙə берəй мөьминдең ҡатыны ташлап, кəферҙəргə ҡасып китһə, һеҙ улар менəн һуғышығыҙ, еңгəндəн һуң, ҡатынһыҙ ҡалған иргə (ҡасып киткəн ҡатынға тотҡан сығымдары ҡəҙəр) ғəнимəт малынан өлөш бирегеҙ. Үҙегеҙ иман килтергəн Аллаһ ҡаршыһында ғəҙелһеҙлек ҡылыуҙан һаҡланығыҙ. 12. Эй, пəйғəмбəр! Иманлы ҡатындар һиңə килеп: — Аллаһҡа тиңдəштəр уйлап сығармаҫбыҙ, урлашмаҫбыҙ, зина эшлəмəҫбеҙ, үҙ сабыйҙарыбыҙҙы үлтермəҫбеҙ (көмəнебеҙҙе төшөрмəҫбеҙ), ҡулдарыбыҙ менəн аяҡтарыбыҙ араһында булғандарҙы ялғанлап (йəшерен уйнаштан тыуған балабыҙҙы) башҡа иргə һылтамаҫбыҙ, изгелекле эштəрҙə һиңə ҡаршы булмаҫбыҙ, тип ант итһəлəр, анттарын ҡабул ит һəм улар өсөн Аллаһтан ярлыҡау һора. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һəм сикһеҙ мəрхəмəтле. 13. Əй, иман килтергəн əҙəм балалары, Аллаһ язаға тартҡан ҡəүемде дуҫ итмəгеҙ. Сөнки улар Əхирəт көнөнəн өмөт өҙҙө. Кəферҙəр (мəйеттəрҙең терелеп) ҡəберҙəн сығыуҙарына ышанманы. 61 — Саф (Рəт) сүрəһе


(Саф сүрəһе 14 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн. Аллаһ юлындағы изге һуғыш ‐ Жиһадта һуғышуысыларҙыц ғəскəр сафы тураһындағы сүрə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күктəрҙəге (фəрештəлəр, ҡоштар, есемдəр) һəм Ерҙəге (кешелəр, хайуандар, үҫемлек, тауҙар, диңгеҙҙəр) Аллаһҡа ғибəҙəт ҡыла. Аллаһ өҫтөндөр, хикмəт эйəһелер. 2. Əй, иман килтергəн кешелəр! Эшлəй алмаған, эшлəмəйəсəк нəмəлəрегеҙ тураһында ни өсөн əйтəһегеҙ? (3) Эшлəмəйəсəгегеҙ тураһында эшлəйем, тип əйтеүегеҙ Аллаһтың нəфрəтенə дусар. 4. Аллаһ Үҙ юлында һуғышҡанда (дошман түгел, ел дə үтеп керə алмаҫлыҡ) тоташ саф булып һуғышҡандарҙы хуплай. Дөрөҫө шул. 5. Бер ваҡыт Муса ҡəүеменə: — Əй, халҡым, минең Аллаһ тарафынан күндерелгəн пəйғəмбəр булыуымды белгəнегеҙ көйөнсə, ни өсөн мине рəнйетəһегеҙ? — тине. Улар тура юлдан сыҡҡас, Аллаһ уларҙың күңелдəрен дə аҙаштырҙы. Аллаһ фəсиҡтəр өйөрөн тура юлға күндермəҫ. 6. Иҫегеҙҙəме һуң, Мəрйəм улы Ғайса: — Əй, Исраил тоҡомо, мин Аллаһтың һеҙгə ебəргəн илсеһе булам, минəн алда килгəн Тəүрəтты дөрөҫлəүсе һəм минəн һуң да килəсəк Əхмəт исемле бер пəйғəмбəр тураһында һөйөнөслө хəбəр килтерҙем, — тине. Был хаҡта ул ышаныслы дəлилдəр килтергəс, улар: — Был ‐ көн кеүек ап‐асыҡ бер сихыр, — тинелəр. 7. Исламды ҡабул итегеҙ, тип өгөтлəп тə Аллаһ хөкөмдəре тураһында ялған һөйлəгəн кешенəн дə ҡəбəхəтерəк кеше бармы икəн! Аллаһ ҡəбəхəттəр өйөрөн тура юлға йүнəлтмəҫ. (8) Улар ауыҙы менəн Аллаһтың нурын һүндерергə телəй, кəферҙəргə ул нур кəрəкмəһə лə, Аллаһ нур индереүҙəн туҡтамаҫ. (9) Мөшриктəр телəмəһə лə, Исламды бөтөн диндəрҙəн дə өҫтөн итер өсөн Пəйғəмбəрен тура юл һəм Хаҡлыҡ менəн күндергəн — Аллаһтыр. 10. Əй, иманға килгəн кешелəр, һеҙҙе əсе ғазаптан ҡотҡарасаҡ бер алыш‐биреш ысулын һеҙгə күрһəтəйемме? (11) Аллаһҡа һəм уның Рəсүленə инанығыҙ, малдарығыҙ менəн, йəнегеҙ менəн Аллаһ юлында Жиһад итегеҙ. Белеп тороғоҙ, был һеҙҙең өсөн бик тə хəйерле ғəмəл булыр. 12. Был тəҡдирҙə Аллаһ һеҙҙең гөнаһтарығыҙҙы кисерер, һеҙҙе арыҡтарынан шишмəлəр ағып ятуысы йəннəттəргə, Ғəден йəннəтендəге мөһəбəт һарайҙарға урынлаштырыр. Бына, бөйөк моратҡа ирешеү шул булыр. (13) Күңелегеҙгə хуш килə торған тағын бер нəмə булыр: һеҙгə Аллаһтан ярҙам килер, унан һуң оҙаҡ та уҙмаҫ, бөйөк еңеү булыр. Шулар тураһында хəбəр итеп, һин мөьминдəрҙəн һөйөнсө ал. 14. Əй, иманға килгəн бəндəлəр! Аллаһтың динендə пəйғəмбəрҙəргə ярҙамсы булығыҙ. Мəрйəм улы Ғайса үҙенең хауариҙарына (сəхəбəлəр кеүек яҡындарына) əйткəн ине: — Аллаһ юлынан киткəнемдə миңə кем ярҙамсы булыр? — тине. Хауариҙар иһə: — Аллаһ юлында һиңə беҙ ярҙамсы булырбыҙ, — тинелəр. Исраил тоҡомонан бер төркөм халыҡ иман килтерҙе, башҡалары инҡар итте. Ниһайəт, Беҙ иманлыларҙы дошмандарынан өҫтөн сығарҙыҡ. Иманлылар еңеүсе булды. 62 — Жумға (Йома) сүрəһе (Жумға сүрəһе 11 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күктəрҙə һəм Ерҙə булғандарҙың барыһы ла донъя милкенең хужаһы, кəмселектəн азат, ғəлəмдəрҙең Раббыһы, хөкөмдар — Аллаһҡа тəсбих əйтə. 2. Хəреф танымаған наҙандар араһынан сығып, үҙҙəренə аяттар уҡыған, уларҙы сафлыҡҡа өндəгəн, уларға Китап һəм хикмəтте өйрəткəн бер Пəйғəмбəр күндереүсе Аллаһ булды. Хаҡтыр, улар башта ҡиблаһыҙ аҙашып йөрөүсе ҡəүем ине. (Йəһүдтəрҙəн, христиандарҙан айырмалы булараҡ, ғəрəптəргə уларҙан алда китап индерелмəгəн ине). 3. (Пəйғəмбəрҙе Аллаһ) мөьминдəргə генə түгел, уларға ҡатнашы булмаған башҡа халыҡтарға ла индерҙе. Аллаһ — сикһеҙ ҡөҙрəт һəм хикмəт эйəһе. 4. Был ‐ Аллаһтың мəрхəмəтелер. Ул телəгəненə рəхмəтен индерер. Аллаһ — сикһеҙ миһырбан эйəһе. 5. Тəүрəт китабы бирелеп тə, уның буйынса ғəмəл ҡылмаған бəндəлəрҙең хəле тау‐тау китап тейəгəн ишəктеке кеүектер. (Күп китап ташыһа ла, ишəккə белем кермəҫ.) Аллаһтың аяттарын боҙоп күрһəтеүсе ҡəүемдең хəле бик тə яман. Аллаһ залимдар өйөрөн тура юлға күндермəҫ. 6. Əйт һин: — Əй, йəһүд халҡы! — тип. — Һеҙ бөтөн халыҡтарға ҡарағанда ла беҙ генə Аллаһҡа яҡын дуҫ, тип раҫламаҡсы булаһығыҙ, əгəр һүҙегеҙ хаҡ икəн, əйҙəгеҙ, тиҙерəк үлегеҙ (Аллаһҡа тиҙерəк яҡынайырһығыҙ, сөнки Аллаһтың дуҫтары Əхирəткə ышана.) (7) Лəкин эшлəнгəн гөнаһтарынан ҡурҡып, улар үлемде ашыҡтырмаҫтар. Аллаһ залимдарҙы бик яҡшы белеп тора. 8. Əйт һин: — Һеҙ үлемдəн ҡасһағыҙ ҙа, ул һеҙҙе яҡалаясаҡ. Ахырҙа күренгəнде һəм йəшеренде белгəн Аллаһ хозурына килтерелəсəкһегеҙ. Аллаһ нимə ҡылғанығыҙ тураһында һеҙгə хəбəр бирəсəк. 9. Əй, иман килтергəн кешелəр! Йомға көндө намаҙға саҡырғас (аҙан əйтелгəс), Аллаһты зикер итергə ашығығыҙ һəм алыш‐биреште ҡалдырып тороғоҙ. Белəһегеҙ килһə, был эш (намаҙ уҡыу) һеҙҙең өсөн тағын да хəйерлерəк булыр. 10. Намаҙ уҡылып бөтөүгə үк ҡайһығыҙ ҡайҙа таралығыҙ һəм Аллаһтан ниғмəт һорағыҙ. Аллаһты күп зикер иткəн кешенең Сəғəдəткə ирешеүе ихтимал. 11. Улар берəй ерҙə əйбер һатҡандарын күрһəлəр йəки берəй тамашаға юлыҡһалар, һинең яңғыҙыңды ҡалдырып, китеп барырҙар. Əйт һин: — Аллаһҡа яҡын тороу (намаҙҙа, сəждəлə, доғала булыу) тамашанан да, сауҙанан да яҡшыраҡ, — тип. Аллаһ — ризыҡ биреүселəрҙең иң хəйерлеһе. 63 — Монафиҡтар (Ике йөҙлөлəр) сүрəһе (Монафиҡтар сүрəһе 11 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Монафиҡтар һинең яныңа килгəс: — Шаһитлыҡ итəбеҙ, ысындан да, һин Аллаһтың Пəйғəмбəре, — тип əйтəлəр. Əйе, Аллаһ та был турала белə, һин, əлбиттə, Аллаһтың Пəйғəмбəре, Аллаһ монафиҡтарҙың алдаҡсы икəнлектəрен яҡшы белə. (2) Анттарын ҡалҡан итеп, улар — Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар. Ысындан да, уларҙың ғəмəлдəре бик тə яман. (3) Сөнки улар башта иман килтерҙе, ахырҙа имандан сыҡты. Шуға күрə, (иман өсөн) уларҙың күңеле йоҙаҡлы. Улар инде хəҙер һис нимə аңламай. (4) Уларҙың ҡиəфəтенə ҡараһаң, иҫең китер, əңгəмəлəге һөйлəшеүҙəрен тыңлаһаң, һүҙҙəре һушыңды алыр. Лəкин улар ҡоймаға һөйəп ҡуйған таяҡ кеүек (ҡойманы ла терəтеп тормай, үҙе лə ауып китмəй). Улар һəр ҡысҡырыу тауышын үҙ баштарына (килгəн яза) тип, ҡабул итə. Улар — дошман халыҡ. Уларҙан һаҡлан. Аллаһ (ҡурҡытып) уларҙың йəндəрен аласаҡ. Нисек итеп улар ошо мөшкөл хəлгə төштө һуң? 5. — Килегеҙ, Аллаһтың Пəйғəмбəре һеҙҙең өсөн ярлыҡау телəһен, — тип əйткəс, улар йөҙҙəрен сөйөрөп китə. Һин уларҙың йыраҡлаша барған тəкəббер ҡиəфəттəрен күреп ҡалырһың. (6) Ярлыҡау һораһаң да, һорамаһаң да уларға барыбер. Аллаһ уларҙы бер нисек тə ярлыҡамаясаҡ. Юлдан яҙғандарҙы Аллаһ тура юлға күндермəҫ. (7) Улар: — Аллаһ илсеһе янында булғандарға бер ниндəй ҙə сығым түкмəгеҙ (хəйер, саҙаҡа бирмəгеҙ, ярҙам итмəгеҙ), ҡаҙалып китһендəр, — ти. Күктəрҙең һəм Ерҙең хазиналары — Аллаһтыҡы. Лəкин монафиҡтар быны белмəй. (8) Улар:


— Хаҡтыр, əгəр Мəҙинəгə ҡайтһаҡ, өҫтөн булғандар, бай кəферҙəр меҫкен хəлдəгелəрҙе (фəҡир мөьминдəрҙе), һис шикһеҙ, ҡыуып сығарасаҡтар, — тип əйтəлəр. Гəрсə, ысын өҫтөнлөк бары тик Аллаһта, Пəйғəмбəрендə, мөьминдəрҙə булыр Лəкин монафиҡтар быны белмəй. 9. Əй, иман килтергəн халыҡ, малдарығыҙ (байлығығыҙ), балаларығыҙ Аллаһты онотмаһын. Кем Аллаһтың исемен онота, шул зыян‐зəхмəт күрер. 10. Əжəле килгəн кеше: ‐ Раббым, миңə ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла ғүмер бир. Валлаһи, мин саҙаҡа бирер инем, изгелектəр ҡылыр инем, — тип əйткəндəн күпкə əүəл Беҙ биргəн ризыҡтарығыҙҙан саҙаҡа бирергə кəрəк ине. 11. Аллаһ əжəле килгəн бер генə кешенең дə үлемен кисектермəҫ. Аллаһ нимə ҡылғанығыҙҙы белеп тора. 64 — Тəғабүн (Алданыу) сүрəһе (Тəғабүн сүрəһе 18 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн. «Тəғабүн» — алданыу тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күктəрҙə һəм Ерҙə нимə булһа, барыһы ла Аллаһты маҡтай. Милек‐байлыҡ — Аллаһтыҡылыр. Маҡтау — Аллаһҡалыр. Аллаһтың ҡөҙрəте һəр нəмəгə етə. (2) Һеҙҙе яралтҡан — Аллаһтыр. Ҡайһығыҙ — кəфер, ҡайһыларығыҙ мөьмин булдығыҙ. Аллаһ һеҙҙең ғəмəлдəрегеҙҙе күреп тороусы. (3) Күктəрҙе һəм Ерҙе юҡтан бар итте. Һеҙгə һүрəт‐ҡиəфəт бирҙе һəм һеҙҙең рəүешегеҙ бик тə гүзəл булды. Ҡайтыш та — Аллаһҡалыр. (4) Аллаһ күктəрҙə һəм Ерҙə булғандарҙың барыһын да белеп тора. Йəшереп‐ҡасырып ҡылғандарығыҙҙы ла, асыҡтан‐асыҡ ғəмəлдəрегеҙҙе лə белеп тора. Аллаһ күңелдəрҙə ниндəй телəк, баштарҙа ниндəй фекер булғанды ла белə. 5. Байтаҡтан əүəлге йəшəйештəрендəге инҡарсыларҙың хəл‐хəбəре һеҙгə килеп ирешмəнеме ни? Улар ҡылмыштарына күрə, язаһын да татыны. Улар өсөн əсе ғазап əҙерлəнгəн ине. (6) Пəйғəмбəрҙəр уларға ап‐асыҡ дəлилдəр килтергəн ине, лəкин улар: — Ғəҙəти бер бəндə беҙҙе тура юлға йүнəлтəсəкме? — тип инҡар иттелəр, йөҙ сөйөрҙөлəр. Аллаһ та һис бер нəмəгə мохтаж түгеллеген күрһəтте. Аллаһ — байҙыр, маҡтауға лайыҡтыр. (7) Кəферҙəр менəн мөшриктəр үлгəс яңынан терелеүҙе ҡəтғи инҡар иттелəр. Əйт һин уларға: — Валлаһи, һеҙ, һис шикһеҙ, яңынан терелəсəкһегеҙ, ахырҙа ғəмəлдəрегеҙ тураһында һеҙгə хəбəр бирелəсəк, — тип. — Был эш Аллаһ өсөн бер ҙə ҡыйын түгел. (8) Шулай булғас, Аллаһҡа, уның Пəйғəмбəренə һəм индерелгəн нурына (Ҡөръəнгə) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең ғəмəлдəрегеҙҙəн хəбəрҙар. (9) Мəхшəр көнө — барығыҙ бергə туплана торған көн (иҫəп‐хисап, юғалтыуҙар, алданыуҙар һəм табыштар көнө). Аллаһҡа иман килтереп, изгелек ҡылған кешенең хаталарын Аллаһ кисерер, уларҙы Аллаһ арыҡтарынан шишмəлəр ағып ятыусы йəннəттəргə урынлаштырыр. Уар шунда мəңге ҡаласаҡ. Бына, бөйөк Маҡсат — Сəғəдəт шул булыр. («Ҡиəмəт көнөндə кəферҙəр фани донъя тормошона алданып, форсатты ысҡындырғандарын аңларҙар. Йəүмүтүн тəғəбүн ‐ ҡот осҡос алданыу, зарар күреү көнө». Али Тургут тəфсиренəн.) 10. Инҡарсылар менəн аяттарымды ялғанға сығарыусылар йəһəннəмгə теркəлер. Улар шунда мəңге ҡаласаҡ. Ай‐һай, хəтəр ер ул ‐ улар барасаҡ йəһəннəм. 11. Бер генə ҡайғы ла Аллаһ əмеренəн башҡа төшмəҫ. Аллаһҡа инанған кешенең күңелен Аллаһ тура юлға йүнəлтер. Аллаһ бар нəмəне лə белеп тора. (12) Аллаһҡа итəғəт итегеҙ. Пəйғəмбəргə лə итəғəт итегеҙ. Йөҙ сөйөрəһегеҙ икəн, сөйөрөгөҙ (унан Раббыға ла, Пəйғəмбəргə лə зыян булмаҫ). Пəйғəмбəр бары тик үҙ вазифаһын асыҡ итеп белдереүсе генə. (13) Аллаһтан юғары һис бер башҡа ҡөҙрəт эйəһе юҡ. Мөьминдəр фəҡəт Аллаһҡа һыйынып, Уға ышанып йəшəйҙəр. (14) Əй, иманлы кешелəр, ҡатындарығыҙ һəм балаларығыҙ араһында ла һеҙгə дошман булғандар бар. Улар менəн һаҡ эш итегеҙ. Əммə уларҙы ғəфү итһəгеҙ, хаталары арҡаһында уларҙы ҡаҡмаһағыҙ, яңғылыштарын ҡаплап ҡалғылаһағыҙ, белеп тороғоҙ, Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ миһырбанлы кисереүсе. (15) Дөрөҫөн генə əйткəндə, байлығығыҙ һəм балаларығыҙ һеҙҙе һынар өсөн генə. Бөйөк əжер иһə Аллаһ янында булыр. (16) Шулай булғас, булдыра алғанса, һеҙ Аллаһҡа ҡаршы баш күтəрмəҫкə тырышығыҙ. (Аллаһ əмерҙəрен) тыңлағыҙ, итəғəт итегеҙ, үҙ мөмкинлектəрегеҙҙəн сығып, хəйер‐саҙаҡа бирегеҙ. Нəфсеһен тыя белгəн кеше Сəғəдəткə ирешер. (17) Аллаһ ризалығы өсөн бурыс бирһəгеҙ (сауаплы эш башҡарһағыҙ) Аллаһ һеҙҙең əжерегеҙҙе ҡат‐ҡат арттырыр һəм һеҙҙе ярлыҡар. Аллаһ əжерҙе мул бирер, Ул яза бирергə ашыҡмай. (18) Йəшерелгəнде лə, йəшерелмəгəнде лə Аллаһ белеп тора. Ул өҫтөндер, хикмəт эйəһелер. 65 — Талаҡ (Талаҡ) сүрəһе (Талаҡ сүрəһе 12 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əй, пəйғəмбəр, ҡатындарығыҙҙы айыраһы булһағыҙ, ғиддəт ваҡытын теүəл тотоп, һанап айырығыҙ. Раббығыҙҙан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Асыҡтан‐асыҡ əшəкелек ҡылмаһалар, уларҙы өйөгөҙҙəн ҡыуып сығармағыҙ, үҙҙəре лə сығып китмəһен. Бына, Аллаһ ҡуйған сиклəүҙəр. Аллаһтың сиктəрен боҙған (хаттин ашҡан) кеше, һис шикһеҙ, үҙенə зарар килтерəсəк. Белмəҫһең, бынан һуң Аллаһ ярҙамы менəн хəлдең үҙгəреп ҡуйыуы ла бар бит əле (ир кешенең кире уйлауы бар). («Ғиддəт ваҡыты—ҡатының өс тапҡыр күрем күреп, пакланыу ваҡыты була. Айырылаһы ҡатын, ире уға яҡынлыҡ ҡылмайынса, өс тапҡыр пакланырға тейеш. Ауырға ҡалғанмы, ҡалмағанмы икəне беленһен өсөн. Ауырға ҡалған ҡатынды айырырға ярамай. Талаҡ ҡылыусы ир кинəт кенə айырған ҡатынына тартыла башлаһа, яңынан ҡушылып тора башлар өсөн талаҡты өс тапҡыр əйтмəҫкə тейеш. Йəғни, ир кеше: айырам, талаҡ итəм, һүҙҙəрен ашығып əйтмəҫкə, ул һүҙҙəр менəн һаҡ ҡыланырға тейеш». Хəсəн Чантай тəфсиренəн. ) 2. Ғиддəт ваҡыты уҙғандан һуң, ҡатынығыҙ менəн яҡшы торорға ниəт итһəгеҙ, никахығыҙға ҡайтарығыҙ йəки уны ҡануни нигеҙҙə айырығыҙ. Был эштə ғəҙел булған ике кешене шаһит итеп алығыҙ. Улар шаһитлыҡтарын Аллаһ ҡуйған сиктəрҙəн сыҡмайынса башҡарырға тейеш. Был — Аллаһҡа һəм Əхирəт көнөнə ышанғандар өсөн ҡуйылған тəртип. Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан кешегə, Аллаһ (ҡыйынлыҡтарҙан) сығыу юлын күрһəтер. (3) Һəм уға көтөлмəгəн ерҙəн ризыҡ бирер. Аллаһҡа ышанған кешегə бер Аллаһ етəр. Шик юҡ, Аллаһ Үҙ əмерен еренə еткермəй ҡалмай. Аллаһ бөтөн нəмə өсөн сик һəм үлсəү ҡуйҙы. 4. Айыраһы ҡатынығыҙҙың (ҡартлыҡ йəки ауырыуы сəбəпле) айлыҡтары (күрем) бөтөнлəй туҡтаған булһа, йəш булып та айлығы булмаған ҡатындарығыҙҙы айырғанда (ауырға ҡалманымы икəн тигəн) шиккə ҡалһағыҙ, ғиддəттəре өс ай булыр. Ауырға ҡалған булһалар, бала тыуғанға саҡлы айырылмаҫтар. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡҡан кешегə Аллаһ ҡулайлыҡтар бирер. (5) Бына былар Аллаһтың һеҙгə индергəн бойороҡтары булыр. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡҡандарҙың хаталарын Аллаһ ҡаплар һəм уға əжерен бирер. (6) Көсөгөҙҙəн килгəнсə, уларға (айырған ҡатындарығыҙға) йəшəй торған йортоғоҙҙағы бер бүлмəне бирегеҙ, уларҙы йəберлəмəгеҙ, рəнйештəр килтермəгеҙ. Əгəр улар ауырлы икəн, бала тапҡансыға саҡлы уларҙы тəрбиə ҡылығыҙ. Һеҙҙең балағыҙҙы имеҙгəне өсөн уларға хаҡын бирегеҙ, мəсьəлəлəрҙе үҙ‐ара килешеп хəл итегеҙ. Əгəр аңлаша алмаһағыҙ, баланы башҡа бер ҡатын имеҙһен. (7) Мөмкинлектəре мул булған кеше (айырылған ҡатынына) күберəк бирһен. Меҫкен хəлле булған ир ҙə Аллаһҡа биргəн ҡəҙерлеһенəн (малынан) өлөш сығарһын. Мөмкинлектəн артығын бирергə Аллаһ берəүҙе лə мəжбүр итмəҫ. Аллаһ бер ҡыйынлыҡтан һуң еңеллек тə бирер. 8. Раббының һəм пəйғəмбəрҙəрҙең əмеренəн йыраҡлашып аҙған‐туҙған күпме ҡəүемдəр булды. Беҙ уларҙың халыҡтарын хəтəр ғазапҡа тарттыҡ һəм уларҙы мыңарсы күрелмəгəн язаға дусар иттек. (9) Шулай итеп, улар ҡылған аҙғынлыҡтарына күрə, əжерен дə татынылар. Уларҙың ахыры ла тамам һəлəкəт булды. (10) Аллаһ уларға дəһшəтле ғазап əҙерлəне. Əй, иман килтергəн зиһен эйəлəре! Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһ һеҙгə, ысынлап та, киҫəтеүсе (Ҡөръəн, Пəйғəмбəр) индерҙе. (11) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыу өсөн,


Аллаһ һеҙгə ап‐асык аяттарҙы уҡып бирһен тип, Пəйғəмбəрен күндерҙе. Аллаһҡа иман килтереп, изгелекле эш ҡылғандарҙы, Аллаһ арыҡтарынан шишмəлəр ағып ятыусы, эсендə мəңге ҡаласаҡ йəннəткə урынлаштырыр. Аллаһ ул кешелəргə иң яҡшы ризыҡтар ғына бирер. 12. Аллаһ — ете ҡат Күкте һəм шулай уҡ Ерҙе яралтҡан Раббы. (Аллаһтың) фармандары шулар араһынан иңеп тора. Шулай итеп, Аллаһтың бөтөн нəмəгə ҡөҙрəте еткəнлеген һəм һəр нəмəне ғилеме менəн урап алғанын белəһегеҙ. 66 — Тəхрим (Харам) сүрəһе (Тəхрим сүрəһе 12 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн. «Тəхрим» — тыйыу, рөхсəт итмəү, харам ҡылыу мəғəнəлəрендəге һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əй, Пəйғəмбəр, ҡатындарыңдың күңеле булһын өсөнме, Аллаһ һиңə хəлəл ҡылған нəмəне һин ни өсөн үҙеңə харам иттең? Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мəрхəмəтле кисереүсе. 2. (Айырым бер шарттарҙа) Аллаһ ант һүҙен кире алырға рөхсəт итте. Һеҙҙең ярҙамсығыҙ — Аллаһ. Ул ‐ барыһын да белеүсе, хикмəт эйəһе. 3. Бер ваҡыт Пəйғəмбəр ҡатындарының берһенə серен һөйлəне. Лəкин ҡатыны был серҙе башҡа көндəштəренə еткерҙе. Аллаһ (ҡатынының сер тотмауы тураһында) Пəйғəмбəргə хəбəр итте. Быны белгəс, Пəйғəмбəр (һөйлəгəн һүҙенең) бер өлөшөн хəбəр итеүҙəн тыйылды, икенсеһен раҫланы. Ҡатыны: — Был турала һиңə кем еткерҙе? — тип һораны. Пəйғəмбəр: — Бөтөн нəмəне белеп тороусы, һəр нəмəнəн хəбəрҙар Аллаһ хəбəр итте, ‐ тине. 4. Икегеҙ ҙə тəүбə итһəгеҙ, яҡшы булыр ине. Һеҙҙең икегеҙҙең дə күңеле аҙашҡан. Һеҙ Пəйғəмбəргə ҡаршы ғəмəл ҡылһағыҙ, белеп тороғоҙ, уның дуҫы һəм ярҙамсыһы — Аллаһ һəм Жəбраил менəн иң яҡшы мосолмандар. Шулар өҫтөнə фəрештəлəр ҙə уны яҡлаясаҡ. (5) Əгəр ул һеҙҙе айырып ебəрһə, Раббы уға һеҙҙəн дə яҡшыраҡ, үҙҙəрен Аллаһҡа бағышлаған, иман килтергəн, тоғролоҡ менəн итəғəт итеүсе, тəүбəгə килгəн, ғибəҙəт ҡылыусы, ураҙа тотоусы, тол йəки саф ҡыҙҙарҙы ҡатын итер. 6. Əй, иманлы бəндəлəр, утын урынына кешелəр һəм таштар яғылған йəһəннəмдəн үҙегеҙҙе һəм ғəйлəгеҙҙе һаҡлағыҙ. (Енəйəтселəрҙе) ҡыҙғана белмəй торған, көслө һəм Аллаһтың əмеренə ҡаршы килмəй торған, бары тик Аллаһ бойорғанды ғына үтəй торған (зобаниҙар) фəрештəлəр шул йəһəннəмдең һағында тора. 7. Əй, кəферҙəр, бөгөн (Ҡиəмəттə) ярлыҡау һорамағыҙ. Һеҙ бары тик ҡылмыштарығыҙға күрə язаланасаҡһығыҙ. 8. Əй, иманлы кешелəр, ихлас тəүбə итеп, Аллаһҡа ҡайтығыҙ. Ихтимал, һеҙҙең хаталарығыҙҙы Аллаһ кисерер. Пəйғəмбəрҙе һəм уның менəн бергə иман килтергəндəрҙе ҡыйын хəлгə ҡуймай торған Көндө (Ҡиəмəттə) Аллаһ һеҙҙе, арыҡтарынан шишмəлəр ағып ята торған йəннəттəргə урынлаштырыр. Уларҙың алдынан, уң яҡтарынан (изгелектəренең) нуры яҡтыртып барыр, улар: — Йə, Раббыбыҙ, нурыбыҙҙы тағын да камиллəштер, беҙҙе ярлыҡа, зинһар! — тип əйтерҙəр. — Йə, Аллаһ! Һинең ҡөҙрəтең сикһеҙ. 9. Əй, Пəйғəмбəр, кəферҙəргə һəм монафиҡтарға ҡаршы Жиһад ит, уларға ҡаты ҡуллы бул. Уларҙың бараһы ере — йəһəннəм. Ул бик тə хəтəр урын. 10. Аллаһ Нухтың һəм Луттың ҡатындары менəн булған хəлде инҡарсыларға ғибрəт миҫалы итеп килтерҙе. Уларҙың икеһе лə Аллаһтың тоғро бəндəлəренең никахында ине. Улар хыянат итте. Ирҙəре уларҙы Аллаһтың язаһынан ҡотҡарып ҡала алманы. Уларға: — Əйҙəгеҙ, утҡа кереүселəр менəн бергə һеҙ ҙə йəһəннəмгə керегеҙ, — тип əйтелде. 11. Иман килтергəндəргə лə Аллаһ Фирғəүен ҡатынын үрнəк итеп килтерҙе. Уның ҡатыны əйтте: — Йə, Раббым, миңə үҙ хозурыңда йəннəттə бер йорт һалып бир, мине Фирғəүендəн һəм уның нəжесенəн ҡотҡар һəм мине залимдар араһынан ҡотҡарып ал, — тине. 12. Ҡыҙлыҡ мөһөрөн һаҡлаған Ғимран ҡыҙы Мəрйəмде лə Аллаһ үрнəк итеп күрһəтте. Беҙ уға рухыбыҙҙы өрҙөк, ул Раббының һүҙҙəрен һəм китаптарын раҫланы. Ул ысын күңеленəн итəғəт итеүсе булды. 67 — Мүлк (Хакимиəт) сүрəһе (Мүлк сүрəһе 30 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Мүлк», «мəлик» — батша, тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Бөтөн хөкөмдарлыҡты хозурында тотоусы Аллаһ олуғтрҙың бөйөгөлер һəм Аллаһтың көсө бөтөн нəмəгə етə. (2) Аллаһ кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йəшəйеш‐тормошто бар итте. Аллаһ — еңелеү белмəҫ ҡөҙрəт эйəһе, сикһеҙ мəрхəмəтле ярлыҡаусы. (3) Аллаһ бер‐беренə ярашҡан ете ҡат Күкте бар итте. Ғəлəмдəр Раббыһының бар итеү ғəмəлендə һеҙ һис бер кəмселек күрмəҫһегеҙ. Күтəрелеп бер ҡарағыҙ һеҙ Күккə, шунда һис бер етешһеҙ урын күрмəҫһегеҙ. (4) Унан һуң тағын ҡат‐ҡат ҡарағыҙ, ҡарашығыҙ (Күк төҙөлөшөндə боҙоҡлоҡ таба алмайынса) хəлдəн тайып, меҫкен хəлдə кире ҡайтыр. (5) Хаҡтыр, һеҙгə иң яҡын Күкте ҡəндилдəр (йондоҙҙар) менəн биҙəнек. Уларҙы (йондоҙҙарҙы) шайтандарға ата торған итеп яһаныҡ һəм шайтандарға ялҡынлы ут ғазабын əҙерлəнек. (6) Раббыны инҡар иткəн бəндəлəр өсөн йəһəннəм ғазабы бар. Ул бик тə хəтəр урын. (7) Уларҙы (кəферҙəрҙе) утҡа ташлағанда йəһəннəмдең (кəферҙəргə) булған асыуынан ҡайнай‐ҡайнай (8) шартлар дəрəжəгə етеп үкергəне ишетелеп торор. Гөнаһлылар төркөмө утҡа ташланыла барған һайын, ут һаҡсылары (зобаниҙар) уларға: — (Ошо ғазап буласаҡ тип) алдан киҫəтеүсе бер генə пəйғəмбəр ҙə һеҙгə килмəнеме ни һуң? — тип һорарҙар. (9) Улар шулай яуап бирер: — Дөрөҫөн генə əйткəндə, ошо ғазаптың килəсəге тураһында киҫəтеүсе бер Пəйғəмбəр килгəн ине, лəкин беҙ уның киҫəтеүҙəренə ышанманыҡ, уларҙы ялғанға сығарҙыҡ. Аллаһ бер нимə лə индермəне. Һеҙ һаташҡан бəндəлəр, —тинек. — (10) Их, уның һүҙҙəренə ҡолаҡ һалған булһа инек, аҡылыбыҙ менəн уйлап ҡараған булһа инек, утта яныусылар араһында булмаҫ та инек. 11. Шулай итеп, улар гөнаһтарын танынылар. Улар Аллаһтың ярлыҡауынан йыраҡ булырҙар! Улар инде ялҡынлы йəһəннəмдең əһелдəре. 12. Үҙен күрмəйенсə лə, Аллаһҡа иман килтергəндəргə, Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға хəҡиҡи ярлыҡау һəм дə бөйөк əжер əҙерлəнгəн. (13) Һүҙегеҙҙе йəшерһəгеҙ ҙə, йəшермəһəгеҙ ҙə, белеп тороғоҙ, Аллаһ — күңелегеҙҙəгелəрҙең барыһын да белеп тороусы. (14) Юҡтан бар итеүсе белмəҫме? Ул иң йəшерен ғəмəлдəрҙе лə белеп тора һəм һəр нəмəнəн хəбəрҙар. (15) Ер йөҙөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа биргəн — Аллаһ. Шулай булғас, Ерҙең күкрəгенə баҫып йөрөгөҙ һəм Аллаһ биргəн ниғмəттəрҙе ашағыҙ. Ахырҙа ҡайтыш барыбер Аллаһ хозурына булыр. 16. Күктəгелəр (Аллаһ, фəрештəлəр) һеҙҙе (гөнаһлыларҙы) Ергə йоттормаҫ, тип ышанаһығыҙмы? Ул саҡта Ер ҡалтырана башлар, тетрəр һəм һеҙҙе Ер йотор. (17) Күктəн (Аллаһ гөнаһлы) башығыҙға дауыллы таш ямғыры яуҙырмаҫ, тип уйлайһығыҙмы!? Киҫəтеүҙəребеҙҙең нимə икəнен һеҙ оҙаҡламай белерһегеҙ. (18) Хаҡтыр, уларҙан элек йəшəгəндəр ҙə быны (Ҡөръəнде) ялғанға сығарҙы!. Лəкин минең уларға килтергəн язам ниндəй дəһшəтле булды. (19) Күктə, баш остарында ҡанат ҡаға‐ҡаға оса торған ҡоштарҙы улар күрмəйме ни һуң? Уларҙы миһырбанлы Аллаһтан башҡа бер кем дə һауала тота алмай. Шик юҡтыр, Аллаһ барыһын да белеп тора. (20) Аллаһтан ҡотолорға һеҙгə ярҙам итеүсе ғəскəр кемдəрҙəн тора? (Аллаһтың язаһынан бары тик Аллаһ үҙе генə ҡотҡара ала.) Кəферҙəр улар — юл таба алмаҫлыҡ булып аҙашҡан халыҡ. (21) Аллаһ һеҙгə ризыҡ биреүҙе туҡтатһа, һеҙгə кем ризыҡ бирер? Эйе, улар аҙғынлыҡ менəн (Хаҡтан) тəкəббер рəүештə йыраҡлашты. (22) Хəҙер инде уйлап ҡарағыҙ, йөҙө аҫҡа килеп, ҡара көйөп йөрөүсе бəндə тура юлға күнəрме, əллə тура юлдан төп‐төҙ атлап барыусымы (Сəғəдəткə барып ирешəсəк)? (23) (Рəсүлем) əйт: — Ул һеҙҙе юҡтан бар итеүсе, һеҙгə ҡолаҡтар, күҙҙəр, йөрəк биреүсе, — тип. Бик əҙ шөкөр итəһегеҙ. (24) Тағын əйт һин: — Ер йөҙөнə һеҙҙе Аллаһ яралтты, үрсетте һəм һеҙ (яуап бирер өсөн) Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ, — тип. (25) (Кəферҙəр мыҫҡыллау менəн): — Һөйлəгəндəрегеҙ хаҡ булһа, вəғəҙə иткəндəрегеҙ (Ҡиəмəт көнө, ғазаптар) ҡасан килер? — тип əйтерҙəр. (26) Əйт һин уларға: — Был туралағы мəғлүмəт бары тик Аллаһ хозурында ғына. Мин бары тик Аллаһ ғазабының, һис шикһеҙ, килəсəге тураһында һеҙҙе киҫəтеүсе генə, — тип. 27. Əммə уны (ғазапты) яҡында күргəс, кəферҙəрҙең йөҙҙəре ҡарайыр һəм уларға:


— Бына, был һеҙ бик тиҙ күрергə телəгəн нəмə ошо булыр, — тип əйтерҙəр. (28) Əйт һин: — Əгəр Аллаһ мине, минең менəн булған яҡындарымды һəлəк итһə йəки рəхмəте менəн иҫəн ҡалдырһа, хəтəр ғазаптан кəферҙəрҙе кем ҡотҡарыр? ‐ тип һора. (29) Əйт һин: — Аллаһтың рəхмəте киң һəм Ул — ярлыҡаусы. Беҙ Аллаһҡа иман килтерҙек, тəүəккəл итеп, Уға һыйындым, ‐ тип. Кемдең яңғылыш юлда аҙашып йөрөгəнен оҙаҡламай күрерһегеҙ. (30) Əйт һин: — Миңə яуап бирегеҙ һеҙ, əгəр һыу — йылғалар, шишмəлəр ҡасһа, бəреп сыҡҡан шишмəлəрҙе һеҙгə кем кире ҡайтарыр? (Əлбиттə, Аллаһ ҡына был эште башҡара ала.) 68 — Ҡəлəм (Ҡəлəм) сүрəһе (Ҡəлəм сүрəһе 52 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Нун сүрəһе, тип тə йөрөтəлəр.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Нун. Изге ҡəлəм менəн яҙылған изге һүҙҙəрҙе əйтеп, ант итəм: (2) (Эй, Мөхөммəд) Раббыңдың рəхмəте менəн һин һис тə тиле түгелһең. (3) Шик юҡтыр, һинең өсөн бөтмəҫ‐төкəнмəҫ əжерҙəр бар. (4) Һəм һин, əлбиттə, юғары‐саф əхлəҡҡə эйə кеше. (5, 6) Ҡайһыларығыҙҙың тилергəн икəнлеге оҙаҡламай күренер, улар ҙа күрер. (7) Хаҡтыр, Раббың тура юлдан яҙған кешене бик яҡшы белеп тора, тура юлға барғандарҙы ла белə. (8) Шулай булғас, (Хəҡиҡəтте) ялғанға сығарғандарға буйһонма. (9) Улар һинең күндəм булыуыңды (йомшаҡлыҡ күрһəтеүеңде) телəр, үҙҙəре лə һиңə күндəм мөғəмəлəлə кеүек булыр (Улар һинең яйлағаныңды‐майлағаныңды телəй, үҙҙəре лə һине яйлап‐майлап, үҙ диндəренə кертергə маташыр.) (10) Тиреһенəн сығырҙай булып хаттин ашҡанға һəр ант итеүсегə лə ышанма. (11) Яласыға, ғəйбəтсегə, (тырнаҡ аҫтынан кер эҙлəүсегə) ышанма. (12) Изгелеккə ҡамасаулағанға, муйынынан гөнаһҡа батҡанға ышанма. (13) Рəхимһеҙ, нəҫелһеҙ əтрəк‐əлəмгə ышанма. (14) Хатта уның байлығы һəм нəҫеле үрсемле булһа ла, уға буйһонма. (15) Шул кешегə аяттарыбыҙҙы уҡығанда, ул: — Əбей‐бабай əкиəттəре был, — тип торор. 16. Оҙаҡламай Беҙ уның танауын киҫəсəкбеҙ (кикриген шиндерербеҙ). («Ысындан да, Бəдер һуғышында Вəлид исемле кəферҙең танауын ҡылыс менəн киҫеп төшөрəлəр». Хəсəн Чантай тəфсиренəн.) 17. Бер ваҡыт Беҙ баҡса тотоусыларҙы (Мəккə кəферҙəренə) бəлə килтереп һынағаныбыҙ кеүек, быларҙы ла бəлə килтереп һынаныҡ. Нисек итеп улар (баҡса эйəлəре): иртəнге яҡта (һис кем күрмəгəндə) емештəрҙе йыйып алырбыҙ, тип һүҙлəштелəр. (18) Лəкин улар: Аллаһ бойорһа, иншаллаһ, мохтаждарға ла бирербеҙ, тип əйтмəнелəр. (19) Тик улар йоҡола сағында Раббы тарафынан ебəрелгəн дəһшəтле ут өйөрмəһе баҡсаны ҡамап алды. (20) Баҡса ҡап‐ҡара (көл) булып ҡалды. (21) Икенсе көндө иртəн ҡəрҙəштəр бер‐берһенə: (22) — Мул уңыш йыйып алаһығыҙ килһə, баҡсаға иртүк тороп барайыҡ, — тинелəр һəм (23) үҙ‐ара һөйлəшə‐һөйлəшə баҡсаға киттелəр. (24) — Баҡсабыҙға бөгөн бер генə хəйерсе лə керергə өлгөрмəһен. (25) (Фəҡирҙəргə ярҙам итерлек) көстəре булһа ла, уларҙы ярҙамдарынан мəхрүм итергə ниəтлəнелəр. (26) Баҡсаға килеп ҡараһалар, шаҡ ҡаттылар (баҡсаларын таныманылар): — Ихтимал, беҙ яңғылыш юлдан киткəнбеҙҙер, — тинелəр. (Яңғылыш түгеллеген аңлағас, улар): (27) — Юҡ, юҡ! Беҙ ҙə мəхрүм ҡалдыҡ, — тинелəр. (28) Араларынан аҡыллырағы əйтте: — (Мин һеҙгə, Аллаһ телəһə, иншаллаһ, тип əйтергə ҡушманыммы? — тине.) — Аллаһҡа тəсбих əйтəйек, тип əйтмəнемме? (29) ‐Əлхəмдүлиллəһ, беҙ үҙ башыбыҙға үҙебеҙ яҙыҡ (ҡайғы) алдыҡ, — тинелəр. 30. Унан һуң улар ғəйепте бер‐берһенə ауҙарырға башланылар. (31) Ниһайəт, əйттелəр: — Ҡайғы төштө башыбыҙға, ысындан да, беҙ хаттин ашҡан аҙғындар икəнбеҙ, — тинелəр. (32) ‐ Бəлки, Аллаһ быныһы урынына тағын да яҡшыраҡ уңыш бирер! Сөнки беҙ тəүбə иттек. Раббыға йүнəлдек. 33. Бына бынһы донъя ғазабы булды һеҙгə. Əхирəт ғазабы иһə, һис шикһеҙ, бынан да хəтəрерəк булыр. Их, əгəр ҙə улар был турала белһə ине! (34) Хаҡтыр, саф мосолмандар өсөн Раббы ҡаршыһында ниғмəттəре сикһеҙ мул булған йəннəттəр бар. (35) Аллаһҡа итəғəттə булғандар менəн гөнаһлыларҙы тигеҙ күрербеҙме? (36) Һеҙгə нимə булды? Ниндəй дəрəжəлə фекер йөрөтəһегеҙ? (37) Əллə һеҙгə ҡағылышлы берəй китап бармы ҡулығыҙҙа, (гөнаһ ҡылырға) һеҙ шул китаптан өйрəнəһегеҙме? (38) Һеҙ телəгəн һəр нəмə, һис шикһеҙ, буласаҡ, тип яҙылғанмы шунда? (39) Ҡиəмəт көнөнə саҡлы нимə телəһəк, шуны ҡылырға хаҡыбыҙ бар, тигəн килешеүегеҙ бармы Аллаһ менəн? (40) Һин (Мөхөммəд) уларҙан һора: — Шундай килешеү бар, тип ҡайһыһы раҫлай ала икəн? (41) Əллə уларҙың Аллаһ кеүек ҡөҙрəтле башҡа дуҫтары бармы? Улар хаҡлы булһа, (Аллаһтан да) ҡөҙрəтле шул дуҫтарын бында килтерһендəр. (42) Ул Көн килеп еткəс, балтырҙар асылыр (йəшерен эштəрең, гөнаһтарың өҫтөнəн ҡорма алыныр) һəм сəждə итергə саҡыру булыр, лəкин улар (кəферҙəр) сəждəгə бөгөлə алмаҫ. 43. Хурлыҡтан ҡараштары аҫҡа төбəлгəн хəлдə ҡалырҙар. Гəрсə, улар һау‐сəлəмəт булған хəлдə лə сəждəгə саҡырылған ине, лəкин улар сəждəгə эйелергə телəмəгəн ине. (Хəҙер, телəһəлəр ҙə, эйелə алмайҙар.) 44. (Эй, Мөхəммəд) һин был һүҙҙе (Ҡөръəнде) ялғанға сығарған кəферҙəрҙе Минең өлөшкə ҡалдыр. Беҙ иҫкəртмəгəн яҡтан, əкрен‐əкрен генə уларҙы ғазапҡа тарта барырбыҙ. (45) Беҙ уларға (бирəһе язабыҙҙы) оҙаҡҡа кисерҙек. Хəҡиҡəт шулдыр, Мин ҡорған тəдбирҙəр ҡаҡшамаҫ. (Яза бары‐ бер бирелер.) (46) Һин уларҙан түлəү хаҡы һорайһыңмы, юҡһа? Шуның арҡаһында улар бурысҡа батҡанмы? (47) Йəшерен серҙəрҙе белеү ғилеме улар ҡулындамы, юҡһа? Ул ғилем китабын улар яҙамы? (48) Һин Раббыңдың хөкөмөн түҙемлек менəн көт. Балыҡ ҡарынындағы (Юныс) кеүек булма. Иҫеңдəме, нисек итеп ул (тынсыулыҡтан, тарлыҡтан зарланып) Аллаһҡа ялбарған ине. (49) Əгəр ҙə уға Раббыһынан ярҙам килеп ирешмəгəн булһа, ул, һис шикһеҙ, меҫкен хəлдə, хур ителеп, ярға сығарып ташланған булыр ине. (50) Лəкин һуңынан Раббы уны һайлап алды һəм изгелəр сафына ҡуйҙы. 51. Ул инҡарсылар, Ҡөръəн уҡыған ваҡытыңда ҡараштары менəн булһа ла, һине яңғылыштырырға тырышыр. (Эштəре барып сыҡмағас): — Көн кеүек асыҡтыр, ул тилергəн, — тип əйтерҙəр. 52. Ҡөръəн бары тик ғəлəмдəргə хəбəр биреүсе вəғəздəрҙəн тора. 69 — Хаҡҡа (Ҡотолғоһоҙлоҡ) сүрəһе (Хаҡҡа сүрəһе 52 аяттан тора. Мəккəлə ицгəн. Ҡиəмəт көнөнə «Хаҡҡа» тип тə əйтəлəр. Йəғни, Ҡиəмəт хəҡиҡəт булараҡ, хаҡ — ысынбарлыҡ булараҡ, ҡотолғоһоҙ килəсəк. Хаҡлыҡтың, дөрөҫлөктөң тантана итə торған ҡотолғоһоҙ көнө — Ҡиəмəт буласаҡ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ҡотолғоһоҙ рəүештə тормошҡа ашасаҡ Хəҡиҡəт көнө! (2) Ниндəй була ул Хаҡлыҡ тантана итə торған ҡотолғоһоҙ көн? (3) Был турала һиңə кем, нимə хəбəр итте? (Аллаһтан башҡа һис кем хəбəр итə алмаҫ.) 4. Сəмүд менəн Ғəд халыҡтары Ҡиəмəтте (Хəҡиҡəт көнөн) инҡар итте. (5) Сəмүд халҡы ғəҙəттəн тыш ҡаты тауыш (ер тетрəүе) менəн һəлəк ителде. (6) Ғəд халҡы иһə ҡот осҡос үкерə торған, хəтəр дауылда һəлəк булды. (7) Аллаһ уны (ҡаты дауылды) ете төн, һигеҙ көн буйына туҡтат‐ маны. (Əгəр һин шунда булһа инең) ул халыҡтың бер миҙгел эсендə эсе ҡыуыш ағастар кеүек, ҡырылып ауғанын күрер инең. (8) Исмаһам, иҫəн ҡалған бер кеше күрерһеңме? 9. Фирғəүен дə, унан алдағылар ҙа, аҫты өҫкə килгəн ҡалаларҙың халыҡтары ла ошо хатаны ҡабатланылар (йəғни, Аллаһты, Ҡөръəнде, пəйғəмбəрҙəрҙе һанға һуҡманылар, шуның арҡаһында гөнаһҡа баттылар). (10) Шулай итеп, улар Раббының пəйғəмбəрҙəренə ҡаршы баш күтəрҙе. Шуға күрə, Аллаһ та уларҙы дəһшəтле язаға тартты. 11. Хаҡтыр, донъяны һыу баҫҡас, Беҙ һеҙҙе (боронғо бабаларығыҙҙы) кəмəгə ултыртып, ҡотҡарҙыҡ. (12) Был эште Беҙ килəсəк быуындарға киҫəтеү һəм һабаҡ булһын, ҡолаҡтары ишетеп, хəтирə итеп һаҡлаһын, тип башҡарҙыҡ.


13. Сур борғоһона беренсе тапҡыр өрөлгəс (бөтөн кешелəр ҙə үлеп бөтəр, ғəлəм харап булыр), (14) Ер үҙе лə, тауҙары ла урындарынан күсеп, бер‐ берҙəренə бəрелеп, туҙан хəленə килер. (15) Бына шул көн Ҡиəмəт булыр. (16) Күк урталай ярылыр. Ул көндө Күктең терəге булмаҫ (гравитацион көстəр юҡҡа сығыр). (17) Фəрештəлəр уның (Күктең) əйлəнə‐тирəһендə булыр. Ул көндө Аллаһтың Ғəрешен (тəхетен) һигеҙ фəрештə күтəрер. (18) Ул көндө һеҙ (хисап, яуап өсөн) Аллаһтың хозурына китерелерһегеҙ. Ул көндө һис бер сер йəшеренеп ҡалмаҫ. (19) Китабы уң ҡулына бирелгəн (мөьмин) кеше əйтер: — Алығыҙ минең китапты, алығыҙ ҙа уҡып ҡарағыҙ. (20) Мин, ысындан да, (Ҡиəмəт көнөндə) хисап тотасағымды белеп йəшəнем донъяла, — тип əйтер. (21) Был кеше Сəғəдəткə ирешер. (22) Юғары йəннəткə керер. (23) Емештəре үрелеп алырлыҡ яҡында ғына булыр. (24) Уларға: — (Донъяла) йəшəгəндə ҡылған изгелектəрегеҙгə күрə, рəхəтлəнеп ашағыҙ‐эсегеҙ! — тип əйтелер. 25. Китабы һул ҡулына бирелгəн (кəфер) кеше лə əйтер: — Аһ, китабым миңə бирелмəгəн булһа, яҡшыраҡ булыр ине. (26) Аһ, был хисаптарҙы тотмаһа инем. (27) (Донъялағы үлемем) һуңғыһы булып (яңынан терелмəгəн булһам). (28) Байлығым миңə бер файҙа ла бирмəне. (29) (Бөтөн) батшалығым (хəкимийəтем) ҡулдан китте, — тип үкенеп үкерер. (30) (Аллаһ бойороғо яңғырар): — Тотоғоҙ ҙа уны бығаулағыҙ! (31) Унан һуң уны дөрлəп янған ялҡынлы утҡа ташлағыҙ! (32) Унан һуң уны етмеш аршын (терһəк) оҙонлоғондағы сылбыр менəн урағыҙ. (33) Сөнки ул бөйөк Аллаһҡа ышанманы. (34) Мохтаждарға ризыҡ бирмəне (һəм бирҙермəне). (35) Шуға күрə, бөгөн бында (Ҡиəмəттə) уны ҡыҙғаныусы бер генə дуҫы ла юҡ. (36) Ғөслин (йыуынтыҡ һыуы) тигəн эсемлектəн башҡа эсəренə һыу ҙа булмаҫ. (37) Гөнаһлыларҙан башҡаһы ул ғөслинде эсмəҫ. («Ғөслин» исемле был эсемлек тураһында X. Чантай китабында былай яҙылған: «Йəһəннəмдə ҡайнатыусыларҙың ҡанлы эрендəре. Ҡайһы берҙəр уны «йыуынтыҡ, бысраҡ һыу», тип тə шəрехлəй. Əлбиттə, бында күсермə мəғəнəлəге бер символика барҙыр».) 38. Күҙегеҙ менəн күргөндəрегеҙ (Күктəр, Ер, диңгеҙҙəр) менəн, (39) күҙегеҙ менəн күрмəгəн (фəрештəлəр, рухтар, мəтдə киҫəксектəре) менəн ант итеп əйтəм: (40) һис шик‐шөбһə булмаһын, Ул (Ҡөръəн) иң мəртəбəле илсем (Жəбраил)дең еткергəн һүҙелер. (41) Ул (енле) шағир яҙған китап һүҙе түгел. Һеҙ əле һаман да ышанмайһығыҙ! (42) Ул бер күрəҙəсе һүҙе лə түгел. Һеҙ əле һаман да ышанмайһығыҙ! (43) Ул (Ҡөръəн) ғəлəмдəрҙең Раббыһы тарафынан индерелде! (44) Əгəр ҙə (Пəйғəмбəр Беҙ əйтмəгəн һүҙҙе) Беҙгə ҡаршы үҙе уйлап сығарған булһа ине, (45) əлбиттə, Беҙ уны уң ҡулһыҙ ҡалдырған булыр инек. (46) Унан һуң Беҙ уның йөрəк тамырын быуыр инек. (47) Һеҙҙең берегеҙ ҙə Мине был эштəн тыя алмаған булыр ине. (48) Шик юҡ, Ул (Ҡөръəн) гөнаһтарҙан ҡурҡҡандар өсөн ҡəтғи вəғəзҙер. (49) Белеп тороғоҙ, һеҙҙең арала (Ҡөръəнде) ялғанға һанаусылар ҙа бар. (50) Хаҡтыр, (Ҡөръəн) кəферҙəргə хəсрəт ташыусы Китап. (51) Шик юҡ, (Ҡөръəн) Хəҡиҡəттең үҙелер. (52) Шулай булғас, бөйөк Раббыбыҙҙың исемен тағын да юғары күтəрер өсөн ғийбəҙəт ҡылығыҙ. Уға тəсбих əйтегеҙ! 70 — Мəғəриж (Баҫҡыс буйлап) сүрəһе (Мəғəриж сүрəһе 44 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Мəғəриж» — баҫҡыстар буйлап өҫкə менеү, дəрəжəгə күтəрелеү мəғəнəлəрен эсенə ала.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Берəүһе хəтəр яза килеүен (йүрей генə) һораған булды. (2) Кəферҙəр өҫтөнə төшəсəк (был ғазапты) бер кем дə кире ҡайтара алмай. (3) Ул (ғазап) дəрəжəлəргə күтəрелеү эйəһе Раббы тарафынан буласаҡ. (4) Фəрештəлəр ҙə, рух та (Жəбраил дə) дəрəжə баҫҡыстары буйлап, оҙонлоғо илле мең йыл булған араны бер көндə менеп етерҙəр. (5) Шуға күрə, һин (Мөхəммəд, кəферҙəрҙең йəберҙəренə) һоҡланырлыҡ сабырлыҡ менəн түҙ, сыҙа. (6) Хаҡтыр, (Кəферҙəр) быны (Ҡиəмəтте): хəҙер генə килмəҫ, ул əле йыраҡ, тинелəр. 7. Беҙ уны яҡын итеп күрəбеҙ. (8) Ул көндө Күк йөҙө эрегəн баҡыр төҫөнə керер. (9) Ул көндө тауҙар тетелгəн йөн кеүек буласаҡ. (10) Һис бер дуҫ икенсе дуҫтың хəлен белмəҫ (һорашмаҫ). (11) Улар бер‐берҙəрен күрер (лəкин хəл‐əхүəл һорашыу булмаҫ). Ул көндө гөнаһлы язанан ҡотолор өсөн улдарын, (12) ҡатынын, аға‐энеһен, (13) үҙенə торорға ҡыуыш һəм ашарға ризыҡ биргəн нəҫел‐нəсəбен, (14) Ер йөҙөндə кем бар — барыһын да ҡорбан итергə əҙер булыр. (Бары тик үҙе генə ҡотолһон.) (15) Лəкин — ниндəй файҙа! Йəһəннəм — тамуҡ уты (16) уны (гөнаһлы кешене) башынан аяғына ҡəҙəр ялмап алыр. (17) Ул (ҡот осҡос ялҡын хəтəр ҡөҙрəт менəн имандан) ҡасҡандарҙы үҙенə тартып‐саҡырып торор. (18) (Байлыҡ, мал) йыйып, йоҙаҡта биклəп тотҡандарҙы (тамуҡ ялҡыны) үҙенə һурыр. (19) Хаҡтыр, кеше хөсөтлө һəм сабырһыҙ, түҙемһеҙ итеп яралтылған зат. (20) Башына бəлə килһə, ярҙам һорап аҡыра башлай. (21) Уға байлыҡ килһə, һаранлана. 22, 23. Һəр саҡ намаҙҙа Аллаһҡа сəждə итеүселəр ундай түгел. (24) Малдарының мəғлүм бер өлөшө (25) һораныусы һəм (һорамаусы) мохтаждарға тейеш, тип ғəмəл ҡылғандар (хəйер‐саҙаҡа, зəкəт биргəннəр), (26) хисап һəм яза көнө килəсəк, тип инанғандар, (27) Аллаһтың (язаһынан) ҡурҡҡан, (28) — хаҡтыр, Раббының ғазабынан бер кем дə ситтə ҡалмаҫ (бер кем дə: мин —мосолман, миңə Аллаһ яза бирмəҫ, тип ҡурҡмайынса ғына йəшəргə тейеш түгел); (29) ғиффəттəрен (оят ерҙəрен) һаҡлағандар; (30) үҙ ҡатындарына, йəриəлəренə яҡынлыҡ ҡылғандар, ысындан да, ғəйеплəнмəҫ. (31) Əммə быларҙан тыш (башҡа никахһыҙ ҡатындар, сит‐ят ҡыҙҙар) артынан йөрөүселəрҙе Беҙ хаттин ашҡандар (хəлəлдəн харамға күскəндəр) рəтенə ҡуясаҡбыҙ. (32) Аманат һаҡлағандар, антҡа тоғро булғандар, (33) дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылғандар, (34) дөрөҫ итеп намаҙ уҡығандар, (35) барыһы ла (шəрəф һəм ғиззəт алып) йəннəт баҡсаларында йөрөр. 36. (Эй, Мөхəммəд) нимə булған уларға (кəферҙəргə, мөшриктəргə, монафиҡтарға)? Аҡылдан яҙғандармы? Улар өйөрөлөшөп, (37) уңдан да, һул тарафтан да һинең яныңа ырғыла. (38) Улар шулай итеп, һəр береһе йəннəт баҡсаларына керергə ашҡынамы? (39) Өмөттəре бушҡа! Улар үҙҙəренең ниндəй тоҡомдан (балсыҡтан) яһалғанын бик яҡшы белə. (40) Юҡ! (Эш улар уйлағанса булмаҫ.) Көнсығыш‐көнбайыш (бөтөн ғəлəм) хужаһының исеме менəн ант итеп əйтəм: (41) əлбиттə, Беҙ улар урынына үҙҙəренəн дə яҡшыраҡ халыҡты килтереп ҡуйырға ҡөҙрəтлебеҙ; был эштə Беҙҙəн алға сыға алырлыҡ ҡеүəт юҡ. (42) (Эй, Мөхəммəд) хəҙер һин инде уларҙы ташла. Вəғəҙə ителгəн көнгə (Ҡиəмəткə) саҡлы гөнаһ эсендə типтерə‐уйнай торһондар. (43) Ул көндө улар ҡəберҙəренəн ҡубарылып сығыр ҙа, баҫтырып ҡуйылған һындарға табан ағылған һымаҡ, шашып йүгерə башлар. (44) Һуңынан хурлыҡтан ҡараштары аҫҡа текəлер, улар рисуай булыр. Бына был көн уларға (күптəн, фани донъяла уҡ) вəғəҙə ителгəн Мəхшəрҙер. 71 — Нух (Нух) сүрəһе (Нух сүрəһе 28 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Сүрə хəҙрəти Нух пəйғəмбəребеҙ исемен йөрөтə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. — Хаҡтыр, баштарына хəтəр яза килгəнгə тиклем, үҙ халҡыңды киҫəтеп‐ҡурҡытып ҡуй, — тип, Нухты үҙ ҡəүеменə күндерҙек. (2, 3, 4) Нух (халҡына) əйтте: — Əй, ҡəрҙəштəрем, һеҙ шик тотмағыҙ, — тине. — Мин һеҙҙе: Аллаһҡа буйһоноғоҙ, Уға ҡаршы баш күтəреүҙəн һаҡланығыҙ, (һөйлəгəндəремə ышанып) миңə эйəрегеҙ, Аллаһ гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн генə булһа ла ярлыҡаһын һəм һеҙҙе билгелəнгəн уаҡытҡа саҡлы йəшəтһен, тип асыҡ рəүештə киҫəтеүсе бер кешем. Мəғлүмдер, Аллаһ вəғəҙə иткəн (Ҡиəмəт əжере) күпкə кисектерелмəҫ. Их, һеҙ (Ҡиəмəттең ниндəй икəнен) белһə инегеҙ! (Бер уаҡытта ла гөнаһ ҡылмаҫ инегеҙ.) (5) Ахырҙа Нух əйтте: — Шуныһы хаҡ, Раббым, мин халҡымды кис‐көндөҙ иманға саҡырҙым. (6) Лəкин минең саҡырыуым уларҙың бары тик ҡасыуҙарын тиҙлəтте генə. (7) Ысындан да, (иманға килегеҙ) Аллаһ гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар, тип күпме генə өндəһəм дə, бармаҡтары менəн ҡолаҡтарын томалап, сапандары менəн баштарын ҡаплап, аяҡ терəп ҡаршы торалар, тəкəббер рəүештə аҙғынлыҡтарын дауам итəлəр. (8) Шунан һуң мин, əлбиттə, уларҙы ҡатыраҡ тауыш менəн саҡырырға тотондом. (9) Йəнə лə мин улар менəн асыҡтан‐асыҡ та, аулаҡта ла ҡат‐ҡат һөйлəштем, вəғəз уҡыным. (10) Шунан əйттем: Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ, Аллаһ — ысындан да, мəрхəмəтле ярлыҡаусы, тинем. (11) (Яманлыҡтан баш тартһағыҙ) Аллаһ өҫтөгөҙгə мул ямғыр яуҙырыр, тинем. (12) Һеҙҙең малдарығыҙҙы, улдарығыҙҙы арттырыр, һеҙгə баҡсалар (емеш бостандары), шишмəлəр бирер, тинем. (13) Ни эшлəп һуң һеҙ Аллаһты кəрəгенсə ололамайһығыҙ? (14) Гəрсə, Ул һеҙҙе үҫештең төрлө‐төрлө шəкелдəрендə яралтты. (Балсыҡтан


Əҙəмде, унан Һауаны, унан аналыҡта яралғыны, тыуыуҙы, үҫеүҙе, ҡартайыуҙы, əжəлде бар итте). (15) Күрмəйһегеҙме ни, Аллаһ ете күкте бер‐берһенə яраҡлаштырып яһаны. (16) Шунда Ай нур сəсə, Ҡояш та ҡəндил (шəмдəл)кеүек яҡтырта. (17) Аллаһ һеҙҙе тупраҡтан шытып сыҡҡан үҫемлек кеүек итеп үҫтерҙе. (18) Ахырҙа ул һеҙҙе тағын тупраҡ эсенə кертəсəк һəм сығарғаны кеүек тағын сығарасаҡ. (19) Аллаһ Ерҙе һеҙҙең өсөн түшəк‐ яҫтыҡ кеүек итеп ҡабартты. 20. Ер өҫтөндəге юлдарҙан рəхəтлəнеп йөрөһөндəр тип. (21) Нух əйтте: — Йə, Раббым, шуныһы хаҡ, улар миңə дошман булды. Малдары, балалары менəн улар яманлыҡтан башҡа нəмə килтермəй торғандарға эйəрҙелəр. (22) Былары ла мəкерле хəйлəлəр ҡора башланы. (23) (Нух халҡы бер‐береһенə əйтте): — Аң булығыҙ! Табына торған һындарҙы ташламағыҙ. Вəдд, Сүвəғ, Йəғүс, Йəғуҡ һəм Нəсерҙəрҙəн ваз кисмəгеҙ, — тинелəр. (24) Шулай итеп, улар байтаҡ кешелəрҙе юлдан яҙҙырҙы. (Йə, Раббым) һин ул залимдарға аҙашыуҙан башҡа һис нимə арттырып бирмə. 25. Ошо гөнаһтары арҡаһында улар һыуға батырылды. Ахырҙа утҡа ташландылар. Аллаһтан башҡа һис бер ярҙамсы таба алманылар. (26) Нух былай тине: — Йə, Раббым, кəферҙəрҙең береһен дə Ер йөҙөндə ҡалдырма. (27) Əгəр ҙə һин уларҙы ҡалдырһаң, улар кешелəрҙе юлдан яҙҙырыр һəм улар яман əхлəҡһеҙ, кəферҙəрҙəн башҡа бала тыуҙырмаҫтар. (28) Йə, Раббым, минең үҙемде, əсəйемде, атайымды, иман килтереп, өйөмə кергəн кешелəрҙе, мөьмин ирҙəрҙе, мөьминə ҡатын‐ҡыҙҙарҙы, зинһар, ярлыҡа. Яуыз залимдарға һəлəкəттəн башҡа нəмə арттырма. 72 – Джинн (Ен) сүрəһе (Ен сүрəһе 28 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Ҡайһы бер ендəрҙең дə Ҡөръəн тыңлағандан һуң, иман килтереп, мосолман булғандары тураһындағы сүрə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. (Эй, Мөхəммəд) əйт һин: — Ендəр ҡəүеменең бер төркөмө (мин Ҡөръəн уҡығанда) тыңлап, иман килтергəн икəн. Был турала мин уахи аша белдем, — тип. Ен ҡəүеменəн булғандарҙың бер төркөмө былай тигəн: — Ысындан да, беҙ тура юлға өндəй торған, ғəҙəттəн тыш гүзəл Ҡөръəн һүҙҙəрен тыңланыҡ, (2) ул тура юлға өгөтлəй, һəм беҙ иман килтерҙек. Бынан һуң беҙ Раббыбыҙға тиң заттар эҙлəмəйбеҙ. (3) Хаҡтыр, Раббыбыҙҙың бөйөклөгө һəр бөйөклөктəн дə бөйөк. Уның ҡатыны ла, балаһы ла юҡ. (4) Хаҡтыр, ахмаҡ бер наҙаныбыҙ (Иблис) Аллаһ хаҡында хаттин ашҡан уйҙырмалар, ялған һөйлəп йөрөй ине. (5) Гəрсə, беҙ — кешелəр ҙə, ендəр ҙə Аллаһ тураһында ялған түгел, дөрөҫөн һөйлəй, тип уйлай инек. (6) Шуныһы ла ысынбарлыҡ, ҡайһы бер кешелəр, ҡайһы бер ендəргə эйəреп, үҙҙəренең аҙғынлыҡтарын арттыра ине. (7) Улар ҙа һеҙҙең кеүек үк, Аллаһтың ҡабат терелтəһенə ышанмай ине. (8) Хаҡтыр, беҙ (ендəр) Күккə менергə (Аллаһ менəн фəрештəлəрҙең һөйлəшкəнен тыңларға) тырышып ҡараныҡ. Лəкин Күктең хəтəр һаҡсылар‐ҡарауылсылар менəн һəм атыла торған утлы йондоҙҙар менəн тулғанлығын күрҙек. (9) Йəшеренеп тыңлар өсөн беҙ (Күктең) уңайлы ҡырҙарына боҫтоҡ. Лəкин тыңларға телəгəнде шунда ут сыбыртҡыһы һағалап тора икəн. (10) Хаҡтыр, беҙ аңламай ҡалдыҡ: ерҙəге кешелəргə зыян‐зəхмəт килтерер өсөн шулай маҡсат ителгəнме, əллə Раббы уларға изгелек ҡылырға телəйме? Белгəн юк. (11) Ысынлап та, беҙҙең арала изгелекле булғандар ҙа бар, гөнаһлыларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Беҙ төрлө‐төрлө юлдар менəн киттек. (12) Без шуны ла аңланыҡ, Ерҙə булһаҡ та, ҡайҙа ҡасһаҡ та, беҙ Аллаһты меҫкен хəлгə ҡалдырып, еңə алмаясаҡбыҙ. (13) Хаҡтыр, беҙ (Ҡөръəнде) тыңлап, иман килтерҙек. Аллаһҡа иман килтергəн зат əжерҙəн дə мəхрүм ҡалмаҫ, нахаҡҡа рəнйетелмəҫ тə. (14) Ысынлыҡта, ҡайһыбыҙ мосолман булды, ҡайһыбыҙ юлдан яҙҙы. Тура юлды эҙлəп тапҡандар ‐ мосолман булыр. (15) Ғəҙелһеҙ залимдар йəһəннəм киҫəүе булыр. (Ендəр тип əкиəттəрҙəге һəм кешелəрҙең күҙ алдына килтерə торған «ҡойроҡло ендəр» күҙ алдында тотолмай. Мəүлəнə Али нөсхəһендə «ендəр» тип атала торған халыҡтар — кешелəр тураһында һөйлəнə. Был «ендəр» астрологтар, фекерҙəре менəн Күккə менеп, сихыр һəм ырымдары менəн халыҡты алдаусы ҡəүем икəнлеге əйтелə.) 16. Əгəр ҙə улар тура юлдан сыҡмайынса барһа, əлбиттə, уларға Беҙ мул итеп ямғыр яуҙырыр инек. (17) Шулай итеп, Беҙ уларҙы һынап ҡарар инек. Раббыны зикер итеүҙəн баш тартҡан кешене Аллаһ хəтəр ғазапҡа тартыр. 18. Барса мəсеттəр бары тик Аллаһҡа ғибəҙəт ҡылыу урыны. Шуға күрə, һеҙ Аллаһҡа тиң тип, һис бер башҡа затҡа табынмағыҙ. (19) Хəҡиҡəт, Аллаһтың ҡоло (Мөхəммəд) Раббыға ғибəҙəт ҡылыр өсөн ҡалҡҡанда (Ҡөрьəн тыңлар өсөн килгəн ендəр) араларынан ел үтмəҫлек булып, тығыҙ урынлашты. 20. Əйт һин: — Мин бары тик Раббыма доға ҡыламын. Уға һис бер тиңдəш тотмам, — тип. (21) Əйт һин: ‐ Хаҡтыр, мин һеҙҙең өсөн зарар ҙа, файҙа ла эштəр дəрəжəлəге зат түгелмен, — тип. (22) Əйт һин: — Хаҡтыр, (Кəферлек ҡылһам) мине Аллаһтың язаһынан берəү ҙə ҡотҡара алмаҫ. Аллаһтан башҡа һыйыныр зат мин таба алмам, ‐ тип. (23) ‐ Минең ҡулымдан килгəн эш — Аллаһтың хөкөмдəрен, киҫəтеү‐һөйөнсөлəрен һеҙгə ирештереү. Аллаһҡа, Пəйғəмбəргə ҡаршы баш күтəргəн кеше, һис шикһеҙ, йəһəннəм утына лайыҡ булыр, ул шунда мəңгегə ҡаласаҡ. 24. Ниһайəт, улар вəғəҙə ителгəн язаны күргəс, кемдең ярҙамсылары əҙ, кемдеке күп икəнен белер. 25. Əйт һин: — Вəғəҙə ителгəн ғазаптың яҡынмы, əллə Раббы уны оҙаҡ ваҡытҡа кисектергəнме икəнен мин белмəйем,‐ тип. ‐ (26) Йəшерен серҙəрҙе бары тик Ул ғына белə. Һəм Аллаһ йəшерен серҙəрҙең асҡысын бер кемгə лə бирмəй. (27) Үҙенə айырыуса яҡын, Уның ризалығын ҡаҙанған Пəйғəмбəренəн башҡа. Ул (Пəйғəмбəрҙең) алдына ла, артына ла күҙəтеүселəр (һаҡсылар) ҡуйылған. (28) Шулай итеп, уларҙың (пəйғəмбəрҙəрҙең) Раббы күндергəн əмерҙəрҙе дөп‐дөрөҫ итеп еткерəме икəнлектəрен барлар өсөн, Аллаһ Пəйғəмбəр янында булғандарҙың барыһын да ғилеме менəн уратып алған һəм һəр береһенең һанын берəмлəп теркəгəн. 73 — Мүзəммил (Ябынған) сүрəһе (Мүзəммил сүрəһе 20 аяттан тора. Мəккəлə ицгəн. Ҡайһы бер аяттары Мəҙинəлə ицгəн. «Мүзəммил» — ҡапланған, бөркəүес ябынған, баштан аяҡ төрөнгəн, тигəн мəғəнəлəге һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Эй, бөркəүес ябынған (Мөхəммəд)! (2) Төндөң бер өлөшөндə йоҡлама, намаҙ уҡы. (3) Төндөң яртыһы йəки унан əҙерəк ваҡытында ғибəҙəт ҡыл. (4) Йəки төндөң яртыһынан күберəк ваҡытында Ҡөръəнде ашыҡмайынса, асыҡ итеп уҡы. (5) Хаҡтыр, Беҙ һиңə əһəмиəте ғəйəт ҙур, һүҙ (Китап) йөклəрбеҙ. 6. Төндə тороу (Ҡөръəн уҡыу) — шик юҡ, сауап мəсьəлəһендə ғəйəт тəьҫирлелер, һүҙҙəрҙең ҡеүəтен арттыра. (7) Сөнки көндөҙөн һинең мəшəҡəттəрең күп була. (8) Раббыңдың исемен əйтергə онотма. Бөтөн барлығың менəн Уға йүнəл. (9) Ул — Көнсығыштың да, Көнбайышның да Раббыһылыр. Унан башҡа Аллаһ тип əйтерлек ҡөҙрəт эйəһе юҡ. Шулай булғас, бары тик Аллаһ яҡлауына күсегеҙ. (10) Уларҙың (мөшриктəрҙең) һүҙҙəрен сабыр тыңла, һəм уларҙан бик əйбəтлəп кенə айырыл. (11) Байлыҡ эсендə йөҙөүсе һəм хаҡ динде ялған тип əйтүселəрҙе Минең хөкөмөмə ҡалдыр, һəм уларға бер аҙ ваҡыт бир. (12) Хаҡтыр, беҙҙең янда улар өсөн бығауҙар һəм ут бар. (13) Боғаҙҙарынан үтмəҫ ризыҡ һəм хəтəр яза ла бар. (14) Ул көндө Ер йөҙө һəм тауҙар тетрəр. Тауҙар ағып китə торған ҡом кеүек булыр. 15. Фирғəүенгə бер пəйғəмбəр күндергəн кеүек, һеҙгə лə нəҡ шулай, ҡылғандарығыҙға шаһитлыҡ ҡыласаҡ бер Пəйғмбəр күндергəн инек. (16) Əммə Фирғəүен ул пəйғəмбəргə ҡаршы сыҡты. Беҙ ҙə уны ауыр, ситен рəүештə язаланык.


17. Кəфер итһəгеҙ, балаларығыҙҙың сəсен ағартырлыҡ дəрəжəлəге хəтəр көндəге язаларҙан нисек ҡотола алырһығыҙ икəн? (18) Ул дəһшəттəн хатта Күк йөҙө ярыласаҡ. Аллаһтың вəғəҙəһе маҡсатына ирешəсəк. (19) Бына был аңлатҡан нəмəлəребеҙ — өгөт, ғибрəттер. Телəгəн кеше Раббыға алып барыусы тура юлды тотор. 20. (Эй, Мөхəммəд) хаҡтыр, һинең менəн бергə булған кешелəрҙең, əҙ тигəндə, төндөң өстəн икеһен, ҡайсаҡтарҙа яртыһын, ҡайсаҡтарҙа өстəн берен йоҡламайынса намаҙ уҡығандарын Раббы белə. Төн һəм көн ваҡыттарын Аллаһ билгелəй. Ул һеҙҙең төн ваҡыттарын самалап бөтөрмəгəнегеҙҙе белə, шуға күрə, Ул тəүбəлəрегеҙҙе ҡабул итə. Ҡөръəндең үҙегеҙгə еңел булған өлөштəрен уҡығыҙ. Арағыҙҙа сирле кешелəр ҙə, Аллаһ бирəсəк ризыҡты эҙлəп, сəфəр сыҡҡандар ҙа бар һəм Аллаһ юлында һуғышып йөрөүселəр ҙə бар. Аллаһ уларҙың барыһын да белə. Улар ҙа (шарттарына күрə) Ҡөръəндең үҙҙəренə ҡулай өлөштəрен генə уҡыһын. Намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ. Зəкəтте биреп барығыҙ һəм Аллаһ əжер бирһен тип, алдан уҡ изгелек ҡылығыҙ. Ҡылған изгелегегеҙ һеҙҙең өсөн тағын да хəйерлерəк əжер буласаҡ. Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ. Шик юҡ, Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мəрхəмəтле. 74 — Мүдəҫҫир (Бөркəнгəн) сүрəһе (Мүдəҫҫир сүрəһе 56 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Мүдəҫҫир »— ҡаплаулы, уранған, бөркəнгəн, тигəн мəғəнəлəрҙəге һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Эй, бөркəнеп йөрөүсе (Рəсүлем)! (2) Аяғыңа баҫ һəм халыҡтарҙы өгөтлə. (3) Һəм Раббыңды олола. (4) Кейемеңде паҡ тот. (5) Нəжеслектəн ваз кис. (6) Ҡылған изгелегең өсөн артыҡ хаҡ талап итмə. (7) Раббыңдың ризалығын алаһың килһə, түҙ, сабыр ит. (8) Сур борғоһона өрөлгəн көн (9) иң ҡыйын көн булыр. (10) Ул көн кəферҙəр өсөн бик еңел булмаҫ. 11. Яңғыҙы ғына яралтылған теге кеше менəн икебеҙҙе бергə (хөкөмөбөҙгə) ҡалдыр. (12) Мин уға күп төрлө мал биргəн инем. (13) Һəм үҙе янында ғына тора торған тəүфиҡле балалар бирҙек. (14) Уға тормошта киң мөмкинлектəр астыҡ. (15) Шулар өҫтөнə лə малын арттырырға телəп, ҡом‐ һоҙлана башланы. (16) Юҡ инде, етте! Ул ҡəтғи рəүештə аяттарыбыҙға ҡаршы торҙо. (17) Мин уның өҫтөнə тырышҡаны заяға китерлек, əсе ғазап йөклəйəсəкмен. (18) Сөнки ул мəкерле тоҙаҡтар уйланы һəм теүəл хисап менəн тоҙаҡ ҡороп ҡуйҙы. (19) Ҡəһəр төшһөн уға! Ул мəкерҙəр ҡорҙо. (20) Ахырҙа ла, əсе ҡəһəр һуҡҡыры, мəкерҙəрен ҡора бирҙе, нисек кенə ҡора ине əле. (21) Унан һуң тирə‐яғына ҡараны. (22) Һəм ҡаштарын йыйырҙы, сырайы емерелде. (23) Унан һуң артына боролоп, тəкəббер рəүештə: (24) — Был, — тине, — (Ҡөръəн) боронғоларҙан ҡалған сихыр ғəлəмəттəренəн башҡа нəмə түгел! (25) Хаҡтыр, был əҙəм уйлап сығарған һүҙ генə. 26. Уны Сəҡəргə (йəһəннəмгə) ташлаясаҡмын. (27) Һин Сəҡəрҙең нимə икəнен белəһеңме? (28) Сəҡəр — ул шундай тамуҡ — бер нимə ҡалдырмый бөтөнлəй яндырып бөтөрə (торған, гəүҙəне яңынан үҙ хəленə ҡайтарып, тағын яндыра торған йəһəннəм). (29) Тирелəрҙе көйҙөрə. (30) Шунда ун туғыҙ (фəрештə) булыр. (31) Беҙ янып торған уттың һаҡсыларын бары тик фəрештəлəрҙəн генə һайлап ҡуйҙыҡ. Уларҙың һанын да кəферҙəрҙе һынар өсөн, шулай итеп, үҙҙəренə китап бирелгəн халыҡ ышанһын тип, иман килтергəндəрҙең иманы тағын да нығыһын өсөн, үҙҙəренə Китап бирелгəн халыҡ һəм мөьминдəр шиккə ҡалмаһындар, тип, рухтарында сир булғандар һəм кəферҙəр: — Аллаһ был мəҫəле менəн нимə əйтергə телəй? — тип баш ватһындар өсөн. Бына шулай итеп, Аллаһ тура юлға баҫырға телəмəгəнде аҙаштырып, телəгəнде тура юлға күндерер. Раббының күпме ғəскəре барлығын Уның Үҙенəн башҡаһы белмəҫ. Былар кешелəр өсөн ап‐асыҡ киҫəтеүҙəр булыр. 32. Юҡ, (улар һабаҡ алмаҫтыр) Ай исеме менəн, (33) уҙып бара торған төн, (34) атып килə торған таң исеме менəн əйтəмен, (35) əлбиттə, (Сəҡəр) ул хəтəр язаларымдың берһе генə. (36) Кешелəрҙе ҡурҡытыр (гөнаһ ҡылыуҙан тыйыр) өсөн, (37) изгелек ҡылыуҙа алға киткəндəр өсөн дə, изгелек ҡылыуҙан тамам артта ҡалғандар өсөн дə киҫəтеү, (хəтəр əфəттəрҙең берһе Сəҡəр булыр). (38) Һəр йəн эйəһе үҙенең ғəмəлдəренə (гөнаһтарына) бəйлəнгəн. (39) (Ғəмəл дəфтəре) уң яҡтан бирелгəндəрҙəн башҡа. (40, 41, 42) Улар йəннəттəрҙə булыр, һəм йəһəннəмгə кергəн таныштарынан гөнаһлыларҙың хəлен һораштырырҙар. — Һеҙ нисек Сəҡəргə килеп элəктегеҙ? — тип. (43) Гөнаһлылар əйтер: — Беҙ намаҙ уҡыманыҡ. (44) Фəҡирҙəрҙе ашатманыҡ. (45) Кəфер һөйлəгəндəр араһында беҙ ҙə кəфер һөйлəнек. (46) Ҡиəмəт көнөн ялған, уйҙырма, — тинек. (47) Ниһайəт, беҙҙе ҡəтғи килəсəк яза яҡаланы. 48. Шəфəғəт итергə (яҡларға) телəгəндəрҙең шəфəғəте (яҡлауы) уларға һис бер файҙа бирмəҫ. (49) Ни өсөн һуң улар ғибрəт алыуҙан, өгөттəн йөҙ сөйөрəлəр? (50, 51) Əйтерһең дə, улар арыҫландан ҡасып барыусы ҡырағай ишəк өйөрө. (52) Əлбиттə, уларҙың һəр береһе үҙҙəренə генə сəхифəлəр (Китап) индерелгəнде телəй. (53) Булмаҫ! Иң аянысы, улар Əхирəт көнөндə буласаҡ язаларҙан ҡурҡмай. (54) Юҡ шул! Ысындан да, Ҡөръəн — ул вəғəздəр‐киҫəтеүҙəр Китабы. (55) Телəгəн кеше унан өгөт‐һабаҡ алыр. (56) Аллаһ ихтыярыннан башҡа берəү ҙə Ҡөръəндəн һабаҡ ала алмаҫ. Аллаһтың язаһынан ҡотҡарыу ҙа Аллаһ ихтыярында. Ярлыҡаусы ла Аллаһ ҡына. 75 — Ҡиəмəһ (Ҡиəмəт) сүрəһе (Ҡиəмəһ сүрəһе 40 аяттан тора. Мəккəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Юҡ! Ҡиəмəт исеме менəн əйтəм, (2) (ҡылған яманлыҡтарына үкенгəн) йəндəр исеме менəн əйтəм, (3) кеше: үлгəс сереп тарҡалған һөйəктəребеҙҙе бергə йыйып, беҙҙе яңынан терелтə алмаясаҡ, тип уйлаймы? (4) Һис шикһеҙ, уларҙың бармаҡ остарына саҡлы, нисек булған, шулай мөкəммəл итеп, яңынан йыйырға ҡөҙрəтебеҙҙəн килə. (5) Лəкин кеше тигəн йəн эйəһе алға табан да аҙғынлыҡҡа ынтыла. (6) — Ҡиəмəт көнө ҡасан килəсəк һуң? — (тип көлгəн була). (7) Күҙҙəр ҡамашыр. (8) Ай тотолор. (9) Ҡояш менəн Ай бергə уҡмашыр. (10) Ул көн килгəс, кеше əйтер: — Был дəһшəттəн ҡайҙа ҡасып ҡотолайым? — тип. 11. Юҡ шул, ҡасыр урын табылмаҫ. (12) Ул Көндө ҡасып ҡотолоу урыны бер генə — Аллаһтың хозуры. (13) Ул Көндө һəр кешегə элеккеге донъяла ҡалдырған яҡшы‐яман ғəмəлдəре тураһында хəбəр бирелер. (14) Иң дөрөҫө — кеше үҙенə ҡаршы үҙе шаһит булыр (ҡылған гөнаһтары менəн). (15) Хатта ул ярлыҡау һорап ялбарһа ла. 16. (Эй, Мөхəммəд) ашығып, (Ҡөръəн аяттарының барыһы ла уахи ителеп бөтмəйенсə) ятларға тырышма. (17) Шик юҡ, уны (Ҡөръəнде Китап итеп) туплау, уҡытыу эштəре беҙҙең ихтыярыбыҙҙа. (18) Шулай булғас, Беҙ уны (Жəбраил теле менəн һиңə) уҡыған ваҡытта ҡабатлап бар. (19) Һуңынан уны аңлатып биреү ҙə, хаҡтыр, беҙҙең ихтыярҙа. (20) Аяныс, һеҙ фани донъяны яратаһығыҙ. (21) (Тормош мəшəҡəттəрендə ашыға‐ҡабалана) һеҙ Ҡиəмəт тураһында ла онотаһығыҙ. 22. Ул көндө берəүҙəренең йөҙө яҡты булыр. (23) Улар Аллаһҡа ҡарап торор. (24) Икенселəренең һытыҡ сырайы ҡара көйгəн булыр. (25) Улар умыртҡа һөйəктəрен һындырасаҡ яза килəсəген һиҙенеп, шулай ҡайғылы күренер. (26) Юҡ шул, йəнегеҙ боғаҙ төйөрөнə (умрау һөйəгенə) менеп еткəс: (27) ‐ Кем беҙҙе дауалар, кем ҡотҡарыр! ‐ тип ҡысҡырырһығыҙ. (28) Шунда ғына кеше йəндəн айырылыр ваҡыт еткəнен белер. (29) Бер теҙ икенсеһенə берегер (ҡылған гөнаһтары арҡаһында йөрөй алмаҫ хəлгə килер). (30) Ул көндө ҡайтарылыш бары тик Аллаһ хозурына булыр. (31) Сөнки был кеше иман килтермəне һəм намаҙ уҡыманы. (32) Шулар өҫтөнə, ул (Ҡөръəнде) ялғанға сығарҙы, иманға арҡа ҡуйып китте. (33) Халҡы алдында үҙен əллə кемгə ҡуйып, маһайып йөрөй башланы. (34) Һин йəһəннəм киҫəүе булырға лайыҡ, бик тə лайыҡ. (35) Һиңə ғазаптар булһын, һин уға лайыҡ. Бик тə лайыҡ. (36) Кеше үҙен: һис сиклəүҙəрһеҙ, күҙəтеүсеһеҙ йəшəргə хаҡлы, тип һынаймы əллə? (37) Ул əсə ҡарынына атылған бер нəҫел орлоғонан хасил икəнен онотамы? (38) Һуңынан шул бер ойошҡан ҡан кеүек (яралғы) булды, унан һуң уны кеше ҡиəфəтенə керетеп, донъяға яралттыҡ. (39) Ирле‐ҡатынлы ‐ итеп тыуҙырҙыҡ. (40) (Ошоларҙы бар итə алған Аллаһ) мəйеттəрҙе генə терелтə ала торғандыр, бит? 76 — Инсан (Кеше) сүрəһе (Инсан сүрəһе 31 аяттан тора. Мəккəлə, Мəҙинəлə ингəн.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим.


1. Хаҡтыр, əҙəм затының исеме лə, есеме лə булмаған саҡтан алып, (əҙəм заты барлыҡҡа килгəс) оҙаҡ заманалар уҙып китмəнеме? 2. Хəҡиҡəт шулдыр, Беҙ кешене ҡатнашма яралғынан яһаныҡ. Уны һынап ҡарар өсөн, ишетеү, күреү һəлəте бирҙек. (3) Хаҡтыр, Беҙ уға тура юл күрһəттек. Телəһə, шөкөр ҡылыусы булыр, телəмəһə кəферлекте һайлар. (4) Хаҡтыр, беҙ кəферҙəр өсөн сылбырҙар, тимер бығау‐ҡыршауҙар һəм ялҡынлы ут əҙерлəп ҡуйҙыҡ. 5. Əлбиттə, изгелекле кешелəр иһə кəфур майы (камфора) ҡушылған эсемлектəр эсер, (6) Аллаһтың иғтибарына лайыҡ бəндəлəр эсə торған ул шəрбəт шишмəһе өҙлөкһөҙ ағып торор. (7) Ул бəндəлəр, дəһшəте һəр ерҙə мəғлүм булған шул көндəн (Ҡиəмəт яуабынан) ҡурҡып, анттарына тоғро ҡалыр, вазифаларын теүəл үтəрҙəр. (8) Үҙҙəре лə фəҡир булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы ризыҡтарын мохтаждарға, йəтимгə, əсир кешегə бирер. (9) Улар хəйерселəргə: — Беҙ һеҙҙе Аллаһ ризалығын алыр өсөн ашатабыҙ, һеҙҙəн бер түлəү ҙə, рəхмəт əйтүегеҙҙе лə көтмəйбеҙ. (10) Ысындан да, беҙ ситен (ауыр) һəм хəтəр бер көндөң ғазабынан ҡурҡабыҙ, — тип əйтерҙəр. (11) Бына шуның арҡаһында Аллаһ ул көндө уларҙы əфəттəн ҡотҡарыр, сырайҙарына нур өҫтəр, күңелдəренə ҡыуаныс бирер. 12. Түҙем (сабыр) булғандарына күрə, Аллаһ уларға йəннəтте ебəк кейемдəре менəн бүлəк итер. (13) Шунда урындыҡтарға ҡырын ятып, эҫҫе лə, һалҡын да булмаған мөхиттə, (14) йəннəт ағастарының күлəгəһендə, үрелеп кенə ала торған емештəр ашап, истирəхəт ҡылырҙар. (15) Уларға көмөш кувшиндарҙан бəллүр касаларҙа, (16) көмөшһыу ташаяҡ һауыттарҙа, йəндəре телəгəнсə (йəннəт шəрбəте) өлəшеп йөрөрҙəр. (17) Шунда зəнйəфил һуты ҡатыштырылған эсемлек һалынған каса бирерҙəр. (18) Шундағы шишмəнең исеме Сəлсəбил тип атала. (19) Мəңге йəш саф егеттəр тирə‐йүндə хеҙмəт күрһəтеп йөрөр. Ул егеттəрҙең сафлығы, əйтерһең дə, сəселгəн ынйы бөртөктəре. (20) Ул йəннəтте күрер булһаң, шаҡ ҡатырһың. Ул — ниғмəт, сикһеҙ гүзəллек солтанаты. (21) Уларҙың өҫтөндə ҡалын‐йоҡа йəшел ебəк кейемдəр булыр, улар көмөш белəҙектəр кейгəн булыр. Аллаһ уларға саф, татлы эсемлек кенə эсерер. (22) Хаҡтыр, Аллаһ юлында күрһəткəн хеҙмəттəрегеҙ өсөн, вəғəҙə ителгəн əжер ошо булыр. 23. (Эй, Мөхəммəд) Ысынлап та, Ҡөръəнде һиңə Беҙ өлөшлəп индерҙек. (Уны башҡа зат индерə алмай.) (24) Аллаһтың хөкөмөн сабыр ғына көт; һис бер иманһыҙға һəм гөнаһлыға эйəрмə. (25) Иртə‐кис Аллаһ исемен зикер ит. (26) Төндөң бер өлөшөн Уға сəждə итеп уҙҙыр, төндөң оҙон ваҡытында ла тəсбих тарт. 27. Хаҡтыр, кешелəр күҙ асып йомғансы уҙып китə торған фани донъяға мөкиббəн һəм килəсəктə баштарына төшəсəк (Əхирəт) көндө оноталар. (28) Уларҙы Беҙ юҡтан бар иттек һəм уларҙың теҙ быуындарын ныҡ иттек. Əгəр ихтыяр итһəк, (уларҙы юҡ итеп) улар урынына бүтəндəрҙе бар ҡылыр инек. (29) Шик юҡтыр, был — бер өгөт‐нəсихəт. Телəге булған кеше Раббыға йүнəлер. 30. Һеҙ телəгəндəр фəҡəт Аллаһ əмере менəн генə тормошҡа ашар. Шик юҡ, Аллаһ бар нəмəне лə белеп тора. Ул — хикмəт эйəһелер. (31) Ихтыяр иткəн кешеһен Ул рəхмəтенə бағышлар. Кəферҙəр өсөн хəтəр ғазап бирер. 77 — Мүрсəлəт (Йомош менəн ебəрелгəн) сүрəһе (Мүрсəлəт сүрəһе 50 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Мүрсəлəт» — ебəрелгəндəр, күндерелгəндəр.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Изгелек таратыу өсөн берһе артынан берһе күндерелгөн (фəрештəлəр, пəйғəмбəрҙəр исеме менəн) (2) дəһшəт менəн иҫə торған (нəжесте, сүп‐сарҙы өйөрөп алып китеүҙе) елдəр, (3) (дөрөҫлөк һəм изгелек) таратыусылар, (4) (ҡайҙа хəҡиҡəт, ҡайҙа ялғанды) айырып торғандар, (5) Аллаһтың киҫəтеүҙəрен ирештереүселəрҙең исеме менəн ант итəм: (6) ярлыҡаумы ул йəки ҡурҡытып киҫəтеүме, (7) белеп тороғоҙ, вəғəҙə ителгəн Көн, һис шикһеҙ, килəсəк. (8) Йондоҙҙар һүндерелеп, (9) Күк йөҙө ярылғас, (10) тауҙар ҡубарылып, туҙанға əүерелгəс, (11) пəйғəмбəрҙəргə Ҡиəмəттең ҡасан буласағы əйтелер, (12) Хөкөмдөң ҡайһы көнгəсə кисектерелəсəге хəбəр ителер. (13) Хаҡ менəн ялғанды айырыу көнөнə саҡлы кисектерелəсəк. (14) Айырыу көнөнөң нимə икəнен (Беҙ əйтмəһəк) һин ҡайҙан белерһең? (15) Ул көндə (Ҡөръəн аяттарын) ялғанға сығарған кешелəргə, ай‐һай, ауыр булыр. (16) Əүүəл йəшəгəн ҡəүемдəрҙе беҙ шулай һəлəк итмəнекме? (17) Уларҙан һуң килгəн кəферҙəрҙе лə уларҙың артына тағырбыҙ. (18) Гөнаһлыларҙы Беҙ ана шулай яуапҡа тартасаҡбыҙ. (19) (Аллаһтың аяттары һəм пəйғəмбəрҙəрҙең өгөттəрен) ялғанға сығарырға маташҡандарҙың Əхирəт көнөндəге хəле ҡот осҡос яман булыр. 20. Беҙ һеҙҙе юҡ дəрəжəһендəге шыйыҡлыҡ тамсыһынан (орлоҡтан) яралтманыҡмы? (21) Уны ышаныслы урынға (əсə ҡарынына) урынлаштырҙыҡ. (22) Мəғлүм бер ваҡытҡа саҡлы. (23) Беҙ быны ҡөҙрəтебеҙ менəн тəҡдир иттек. Беҙ шундай ҡөҙрəткə эйə. 24. (Ҡөҙрəтебеҙҙе) ялғанға һанағандарҙың Əхирəт көнөндəге хəле ҡот осҡос яман булыр. (25) Беҙ Ерҙе барсағыҙҙы бергə йыйыр өсөн майҙан итеп яралтманыҡмы? («Разве не сделали Мы так, что притягивает к себе земля. Мəүлəнə Али тəфсиренəн. ) (26) Терелəрҙе лə, мəйеттəрҙе лə (ерҙə бар иттек). (27) Шунда бейек ныҡ тауҙарҙы бар иттек. Һеҙгə татлы һыуҙар эсертмəнекме? (28) (Ошо ниғмəттəрҙе) ялғанға һанағандарҙың Əхирəт көнөндəге хəле ҡот осҡос яман булыр. (29) (Ул көндө кəферҙəргə əйтелер): — Əйҙəгеҙ, һеҙ ялғанға һанағанға (йəһəннəмгə) керегеҙ! (30) Барығыҙ, (йəһəннəмдең) өҫкə айырыла торған күлəгəһенə керегеҙ. (31) Ул күҙгə рəхəтлек бирмəҫ. Ул ялҡынынан да һаҡламаҫ. (32) Ул ут шундай ялҡындар ата, һəр ялҡыны ҙур һарай кеүек булыр. (33) Һəр бер осҡоно һап‐һары ата дөйəлəр кеүек ҙур булыр. (34) Ул көндө (йəһəннəмде) ялғанға һанағандарҙың хəлдəре ҡот осҡос яман булыр. (35) Был көн телдəрҙең тотлоғасаҡ көнө булыр. (36) Ғəфү һорарға телəһəлəр ҙə, уларға рөхсəт бирелмəйəсəк. (37) Ялғанға һанағандарҙың ул көндө хəлдəре ҡот осҡос яман булыр. (38) Был көн (ямандан яҡшыны) айырыу һəм хөкөм көнө булыр. Ул көндө Беҙ һеҙҙе лə, əүүəлгелəрҙең барыһын да бергə туплаясаҡбыҙ. (39) Хəйлə ҡорорға уйлаһағыҙ, һеҙ уны Миңə ҡаршы ҡороп ҡарағыҙ. (40) (Ҡиəмəтте) ялғанға һанағандарҙың ул көндө хəле ҡот осҡос яман булыр. 41. Һис шикһеҙ, саф мосолмандар шишмə буйындағы күлəгəлəр аҫтында рəхəт сигəр. (42) Улар күңелдəре телəгəн емештəр араһында булыр. (43) Мөьминдəргə əйтелер: — Ҡылған изгелектəрегеҙгə күрə, рəхəтлəнеп ашағыҙ, эсегеҙ! (44) Хаҡтыр, изгелек ҡылғандарҙы Беҙ ана шулай бүлəклəйбеҙ. 45. Ялғанға һанағандарҙың ул көндəге хəле бик яман булыр. (46) (Əй, кəферҙəр, фани донъяла) ашағыҙ‐эсегеҙ, рəхəтлəнеп (лəззəтлəнеп) ҡалығыҙ. Шик юҡтыр, һеҙ гөнаһлыларһығыҙ. (47) Ялғанға һанағандарҙың хəле ҡот осҡос яман булыр. (48) (Аллаһҡа) буйһоноғоҙ, тип əйткəс, улар буйһонманы. (49) (Ҡиəмəтте) инҡар иткəндəрҙең хəле ҡот осҡос яман булыр. (50) Улар иман килтерһен өсөн тағын ниндəй китап индерергə кəрəктер? 78 — Нəбə (Хəбəр) сүрəһе (Нəбə сүрəһе 40 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Нəбə» — хəбəр тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Бер‐берҙəренəн улар нимə тураһында һораштыра? (2) Бөйөк хəбəр (Ҡөръəн менəн Ҡиəмəт) тураһындамы? (3) (Ҡөръəн тураһында ла, Ҡиəмəт хаҡында ла улар) уртаҡ фекергə килə алмаймы? (4) Юҡ, оҙаҡламай аңларҙар. (5) Ысындан да, улар аңлаясаҡ. (6) Беҙ Ерҙе һеҙҙең өсөн яҫтыҡ кеүек итеп яһаманыҡмы ни? (7) Тауҙарҙы ла ҡаҙыҡ кеүек итеп ултыртманыҡмы ни? (8) Һеҙҙе пар‐пар яралттыҡ. (9) Хəл алыр өсөн йоҡо бирҙек. (10) Төн ҡормаһын хасил иттек. (11) Эшлəр өсөн көндө бирҙек. (12) Өҫтөгөҙгə ете ҡат тотороҡло Күкте ҡорҙоҡ. (М. Али «ете ҡат күк»те Ҡояш системаһының ете есеме, ти.) (13) Шунда балҡып яныусы бер ҡəндил (Ҡояшты) ҡуйҙыҡ. (14) Ҡуйы болоттарҙан шаулатып ямғыр ҡойҙорабыҙ. (15) Ул бөртөктəр (бойҙай, арпа, арыш), үҫемлектəр (үлəн, ағастар) үҫтерə. (16) Бер‐берһенə уралып үҫкəн емеш баҡсаларын һуғара. (17) Шик юҡтыр, (Хаҡтан ялғанды) айыра торған хөкөм көнө инде билгелəнгəн. (18) Ул көндө Сур борғоһона өрөлəсəк һəм һеҙ (ҡəберҙəрегеҙҙəн ҡубып) төркөм‐ төркөм булып (хозурыма) килəсəкһегеҙ. (19) Ул көндө Күк ишектəре ҡапҡа‐ҡапҡа булып асылыр. (20) Тауҙар (урындарынан ҡубарылып) туҙан бөртөгө кеүек осоп йөрөр, сағым кеүек уйнар. (21) Хаҡтыр, йəһəннəм ул — бер ҡапҡан кеүек (ҡорбанын) көтə. (22) Аҙғын халыҡтарҙың торасаҡ урыны. (23) Оҙаҡ ваҡыттар буйына улар шунда ҡаласаҡ.


(24) Шунда бер генə күлəгə лə, эсер өсөн һалҡынса шыйыҡлыҡ та булмаҫ. (25) Эрен ҡатыштырылған ныҡ ҡайнар һыуҙан башҡа. (26) Ҡылған ғəмəлдəренə тамам яза аласаҡтар. (27) Сөнки улар Хисап көнөнөң килəсəгенə ышанмай ине. (28) Ҡөръəнебеҙҙең аяттарын ялғанға һананылар. (29) Беҙ иһə барыһын да яҙып, хисапҡа ала барҙыҡ. (30) (Уларға шулай тип əйтербеҙ): — Бына хəҙер инде (язағыҙҙы) татығыҙ! Ғазабыбыҙҙы арттырыуҙан башҡа бер нимə лə эшлəмəйбеҙ. 31. Һис шик юҡтыр, саф‐паҡ мөьминдəр (Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар) өсөн Сəғəдəттə ҡауышыу булыр. (32) Баҡсалар, йөҙөм бөстандары (баҡсалары). (33) Күкрəктəре тып‐тығыҙ йəштəш ҡыҙҙар, (34) мөлдөрəмə тулы касалар шунда булыр. (35) Шунда буш һүҙҙəр һөйлəнмəҫ, ялған‐ ғəйбəт булмаҫ. (36) (Был Сəғəдəт) Раббынан бөйөк əжер һəм ярлыҡау булараҡ мул бирелер. (37) Күктəрҙең, Ерҙең һəм икеһе араһында бул‐ ғандарҙың хужаһы Раббыбыҙ — Аллаһ. Ул — рəхимле. Ул көндө кешелəр Уға ҡаршы һүҙ əйтергə (аҡланырға йəки ризаһыҙлыҡ белдерергə) ирекле түгел. (38) Изге рух (Жəбраил) һəм фəрештəлəр саф‐саф булып торған ул көндө, Аллаһтың рөхсəтенəн башҡа һүҙ əйтелмəҫ. Рөхсəте булғанда, Хəҡиҡəт тураһында һөйлəнер. (39) Бына, ҡəтғи килəсəк ҡотолғоһоҙ көн шул булыр. Шулай булғас, телəгəн кеше Аллаһ юлына йүнəлһен. (40) Оҙаҡламай һеҙҙең өҫкə килəсəк яза менəн һеҙҙе киҫəтеп ҡуйҙыҡ. Ул көндө (инҡарсы) кеше (фани донъяла) үҙ ҡулдары менəн ҡылғандарына ҡарап: — Их, нисек аяныс, тупраҡ булып ҡына ҡалған булһам ине, — тип үкенер. 79 — Нəзиғəт (Йолҡоп алыу) сүрəһе (Нəзиғəт сүрəһе 46 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Нəзиғəт» — һурып, йолҡоп сығарыусылар, тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐ рахиим. 1. (Кəферҙəрҙең тəндəрендəге йəндəрен) һурып алыусыларҙың исеме менəн, (2) (мөьминдəрҙең йəндəрен) еңеллек менəн алғандарҙың исеме менəн əйтəмен, (3) (Ер менəн Күк араһында Аллаһ йомошо менəн) осоп йөрөүселəрҙең исеме менəн əйтəм, (4) (кəферҙəрҙең йəндəрен ‐ йəһəннəмгə, мөьминдəрҙекен йəннəткə урынлаштырыу эшендə) ярыша‐ярыша алда барғандарҙың исеме менəн, (5) (Аллаһ əмере менəн) тəдбирҙəр ҡороп (алдан уйлап) эш йөрөткəндəрҙең исеме менəн əйтəм, тетрəргə тейешлелəр дəһшəтле тетрəгəндə, (6) ул хəтəр көндө (7) шуның артынан булырға тейешле хəлдəр булғас, барса кеше терелеп, ҡəберҙəренəн сығыр. (8) Ул көндө барыһы ла йөрəктəре ярылырҙай булып (мөьминдəр килəсəк бəхет менəн ҡауышыу шатлығынан, кəферҙəр аласаҡ язаларын һиҙенеп) тетрəнер, (9) күҙҙəре аҫҡа текəлгəн булыр. (10) (Гөнаһлылар донъяла саҡта) əйтə: — Беҙ, үлгəс, ысындан да, яңынан элекеге хəлебеҙгə ҡайтасаҡбыҙмы? (11) Сереп, һөйəктəребеҙ таралып бөткəсме? ‐ тип (көлкөгə алалар ине). ‐ (12) Улай булһа, был терелеп ҡайтыу (беҙҙең өсөн) зыян буласаҡ. 13. Шик юҡ, был эш (яңынан терелеү!) бер ауаздан (Сурҙан) һуң булыр. (14) Шул саҡта уҡ улар терелеп, мəхшəрҙə буласаҡ. 15. (Эй, Мөхəммəд) Муса тураһындағы риүəйəт һиңə килеп ирештеме? (16) Нисек итеп Аллаһ изге Тува үҙəнендə уға өндəште: (17) — Бар һин Фирғəүен янына, — тине. — Ул бик тə аҙҙы, хаттин ашты. (18) Əйт һин уға: (кəферлегеңдəн, аҙғынлыҡ гөнаһтарыңдан) арынырға телəмəйһеңме? — тип. (19) Мин һине Аллаһты танырға саҡырам. Аллаһты таныһаң, Аллаһтан ҡурҡырһың, гөнаһ ҡылмаҫһың. (20) (Муса китте, Фирғəүенгə) иң оло мөғжизə күрһəтте (таяғын йыланға əүерелде, кеҫəһенəн нур сəсеүсе ҡулын сығарҙы). (21)Лəкин (Фирғəүен Мусаның ҡылғандарына ышанманы) уны ялғансыға сығарҙы. (Аллаһҡа ҡаршы) кəфер һөйлəне. (22) Ахырҙа ул йөҙ сөйөрөп, китеп барҙы. (23) Унан һуң ул халыҡ йыйып (24): — Һеҙҙең иң бөйөк аллағыҙ ул ‐ мин! — тип ҡысҡырҙы. (25) Шуның арҡаһында Аллаһ уны Əхирəт көнөндə лə, донъялыҡта ла язаһы менəн тотто. (26) Шик юҡтыр, (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡҡандар өсөн был (хикмəттəрҙə) ғибрəттəр бар. (27) Һеҙҙе яңынан терелтеү анһатыраҡмы (еңелерəкме), əллə Күкте бина ҡылыумы (төҙөүме)? Күкте Аллаһ яралтты. (Һеҙҙе яңынан терелтеү Күкте барлыҡҡа килтереүҙəн дə анһатыраҡ.) (28) Күктең бейеклеген Аллаһ билгелəне. Унан һуң ул уны камил бер тəртипкə ҡуйҙы. (29) Төнөн ҡараңғы яһаны, көнөн яҡты итте. (30) Унан һуң Аллаһ Ерҙе яҫтыҡ кеүек итте. (31) Тупраҡтан һыу һəм үҫемлектəр сығарҙы. (32) Тауҙарҙы беркетте. (33) Мал‐тыуарҙарығыҙ утлап йөрөһөн һəм һеҙ туйынһын өсөн. 34. Бөтөн ҡурҡыныстарҙан да ҡурҡыныс көн килгəс, (35) шул көндө кеше ни өсөн шулай донъя артынан (мал‐байлыҡ артынан) сапҡанын аңлар. (36) Күҙе булғандарға ул ялҡын (йəһəннəм) күрһəтелгəс, (37) хаттин ашып аҙғандар, (38) донъя тормошона табынғандар (39) бара торған урынының — Тамуҡ икəнен аңлар. (40) Əммə Раббының (киҫəтеүҙəренəн) ҡурҡҡан һəм нəфсе һəүəҫлегенə юл ҡуймаған кешенең (41) барасаҡ урыны — йəннəт булыр. 42. Ҡиəмəт көнөнөң ҡасан килеп баҫасағы тураһында (Мөхəммəд) һинəн һорарҙар. (43) Уға ҡағылышлы мəғлүмəт һиңə ҡайҙан килһен? (44) Ҡиəмəт көнө килəсəк ахыр көн бары тик Аллаһ хозурында ғына. (45) Һин (Аллаһ язаһынан) ҡурҡыусы кешелəрҙе киҫəтеүсе, хəбəр биреүсе генə. (46) Ҡиəмəт көнөн күргəс, уларға донъяла өйлəгə саҡлы — ярты көн, өйлəнəн һуң ярты көн генə торған кеүек тойолор. 80 — Ғəбəсə (Һытыҡ йөҙ) сүрəһе (Ғəбəсə сүрəһе 42 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Ғəбəсə» — һытыҡ сырайлы, тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1, 2. Бер һуҡыр əҙəм килеп, һүҙен бүлдергəс, (Пəйғəмбəр) йөҙөн һытты һəм ситкə боролдо. (3) — Һин ҡайҙан белдең, бəлки, ул (һинең вəғəзеңде тыңлап) пакланырға тип килгəндер? (4) Йəки ул һинең өгөтөңдө тыңлап, үҙенə файҙа алырға телəгəндер. (5) Əммə (бай һəм йөҙ сөйөргəн), берəй тəкəббер кеше осратһаң, (6) һин уға иғтибар итəһең. (7) Гəрсə, уның иманға килмəүенəн һиңə ниндəй файҙа, ниндəй зыян? (8) Лəкин һинең янға йүгереп килгəн кеше (9) (Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡа торған кеше булһа ла, (10) һин уны иғтибарһыҙ ҡалдыраһың. (11) Аң бул! Əлбиттə, Ҡөръəн ул киҫəтеү‐вəғəздəрҙəн тора. (Вəғəзде барса телəгəндəргə айырмайынса һөйлə.) (12) Тыңлаған кеше унан һабаҡ алыр. (13,14). Ул (Ҡөръəн) бик тə абруйлы, ҡəҙере бөйөк, саф‐паҡ сəхифəлəрҙəн хасил. (15, 16) Бик тə ҡиммəтле, һөйөклө, саф‐паҡ (фəрештəлəр тарафынан күсерелеп) яҙылған Китап. 17. Əсе ҡəһəр төшһөн (инҡарсы) кешегə! Ул ни ҡəҙəр ҙə кəфер зат. (18) Юҡһа, уны (Аллаһ) нəмəнəн бар ҡылды һуң? (19) Бер тамсы шыйыҡлыҡтан бар ҡылды һəм уға рəүеш бирҙе, үлсəм ҡуйҙы. (20) Һуңынан уның юлын яйлы итте. (21) Унан һуң уны йəнһеҙ итеп, гүргə индерҙе. (22) Шунан һуң Үҙе телəгəн ваҡытта уны яңынан терелтəсəк. (23) Хаҡтыр, кеше (Аллаһтың) əмерҙəрен еренə еткереп үтəмəй. (24) Ашаған ризығына ҡараһын ине, исмаһам. (25) Хаҡтыр, Беҙ мул‐мул ямғырҙар яуҙырҙыҡ. (26) Унан һуң Беҙ тупраҡты яра‐яра һөрҙөк. (27) Шулай итеп, беҙ шунда орлоҡ үҫтерҙек. (28) Йөҙөмдəр, ашай торған төрлө (йəшелсə) үлəндəр, туҡранбаш. (29) Зəйтүн ағастары, хөрмə баҡсалары. (30) Ҡуп‐ҡуйы булып үҫкəн емеш баҡсалары. (31) Елəк‐емеш һəм бесəн үҫтерҙек. (32) Быларҙы (һəммəһенең) һеҙгə һам мал‐тыуарҙарығыҙға файҙа булһын, тип бар иттек. 33. Бына ҡасан ҡолаҡ тондорғос ауаз яңғырағас, (34) ул көндө кеше ҡасасаҡ аға‐энеһенəн, (35) əсəһенəн, атаһынан, (36) ҡатынынан һəм балаларынан. (37) Ул көндө барыһының да үҙ мəшəҡəте булыр (нисек тə булһа Аллаһтың хəтəр язаһынан ҡотолоу). (38) Ул көндө йөҙҙəре балҡып тора торғандар ҙа булыр. (39) Көлөп, һөйөнөп йөрөүселəр. (40) Ул көндө туҙан ҡаплаған (ҡара йөҙлөлəр ҙə) булыр. (41) Ҡап‐ҡара көйгəн йөҙҙəр. (42) Бына шулар инде кəферҙəр һəм енəйəтселəр. 81 — Тəҡүир (Төрөп ҡуйыу) сүрəһе (Тəҡүир сүрəһе 29 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Тəҡүир» — сорналыу, уралыу, бөрөшөү, бөктəрлəнеү.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ҡояш бөрөшөп (төргəклəнеп), (2) йондоҙҙар тоноҡланып, (3) тауҙар ҡубарылып, (4) ун айлыҡ быуаҙ дөйəлəр ҡараусыһыҙ ҡалғас, (5) ҡырағай хайуандар бер урынға тупланған саҡта (ғөмүм əфəт килгəндə йыртҡыстар менəн меҫкен кейектəр бер урынға йыйыла, бер‐береһенə ҡағылмай), (6) диңгеҙҙəр дөрлəп яна‐яна таша башлаһа, (7) рухтар (йəндəр) үҙ тəндəре менəн ҡушылған заманда; (8) терелəй ергə күмелгəн сабый ҡыҙ баланан: (9) ни сəбəпле һине шулай ҡылдылар, тип һорар ваҡыт еткəс; (10) (ғəмəл) дəфтəрҙəре асылып, (енəйəттəр) фаш ителгəндə; (11) Күктең ҡапҡаһы алынғас, (12) хəтəр ялҡынлы йəһəннəм артығы менəн ҡыҙғанда; (13) йəннəт яҡынайғанда, (14) бына шул саҡта һəр бер кеше үҙенең ҡылғандары менəн үҙенə ни əҙерлəгəнен бик яҡшы аңлар.


15, 16. Юҡ, килеп китеүсе (Күк есемдəренең исемдəре менəн əйтəм, (17) ҡараңғыға батырған төн, (18) яҡтылыҡ ата башлаған таң исеме менəн əйтəм; (19) шик юҡ, (Ҡөръəн) бик тə шəрəфле бер илсенең (Жəбраилдең) алып килгəн изге һүҙҙəрелер. (20) Был илсе (Аллаһтың) хөрмəтенə лайыҡ, көслө һəм Ғəрештең Раббыһы янында урын алған, (21) шунда (фəрештəлəр араһында) абруй ҡаҙанған, Аллаһтың ышанысын аҡлаған илсе. 22. Һеҙҙең ҡəрҙəшегеҙ (Мөхəммəд тə) диуана түгел. (23) Хаҡтыр, ул (Мөхəммəд) уны (Жəбраилде) офоҡтоң бейеклегендə ап‐асыҡ итеп күрҙе. (24) Ул һаран түгел (Мөхəммəд кешелəргə мəғлүм булмаған йəшерен нəмəлəр мəсьəлəһендə ғəйеплəнмəҫ). 25. Ул (Ҡөръəн) лəғнəтлəнеп, таштар бəреп (ожмахтан) ҡыуылған шайтандың ауыҙынан сыҡҡан һүҙ түгел. (26) Шулай булғас, (Ҡөръəнде танымайынса) ҡайҙа китеп бараһығыҙ? (27, 28) Ул ғəлəмдəге халыҡтар өсөн, тура юлдан барырға телəгəндəр өсөн вəғəздəн башҡаһы түгел. 29. Лəкин шуныһы ла хаҡтыр, ғəлəмдəрҙең Раббыһы телəмəһə, һеҙ телəгегеҙгə ирешə алмаҫһығыҙ. 82 — Инфитар (Ярылыу) сүрəһе (Инфитар сүрəһе 19 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Инфитар» — ярылыу, емерелеү мəғəнəһендəге һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күк ярылған саҡта, (2) йондоҙҙар сəселеп ҡойолған ваҡытта, (3) диңгеҙ‐йылғалар ағып бөткəс, (4) ҡəберҙəр аҡтарылып, аҫты өҫкə килгəндə (йəғни, үлелəр терелеп, ҡəберҙəн сыҡҡанда), (5) һəр кем килəсəге өсөн нимə əҙерлəнгəнен, (фани донъяла) ниндəй ғəмəлдəр ҡалдырғанын белəсəк. 6. (Əй, əҙəм балаһы) нимəгə ҡыҙығып (алданып), һин сикһеҙ йомарт Аллаһтың ниғмəттəренəн (сауаптан, ярлыҡаныуҙан, йəннəттəн) ҡоро ҡалдың? (7) Аллаһ һине юҡтан бар итте, сəлəмəт ағзалар биреп, (бөтөн гəүҙəңде) тигеҙ, теүəл итте, (уларҙы бер‐берҙəренə яраҡлаштырып) бөтөн яғыңды үлсəм менəн камиллаштырҙы. (8) Нисек телəһə, һезҙе шундай ҡиəфəттə яралтты. (9) Юҡ бит! Ошо ап‐асыҡ дəлилдəрҙəн һуң да, һеҙ динде (Ҡиəмəт көнөн, Ҡөръəнде) ялғанға сығараһығыҙ. Гəрсə, (10) һеҙҙең өҫтөгөҙҙə Хəҡиҡəт һаҡсылары (фəрештəлəр) тора. (11) (Аллаһ хозурында) бик тə ышаныс ҡаҙанған, намыҫлы рəүештə яҙып барыусылар бар. (12) Улар һеҙ нимə ҡылһағыҙ, шуны белеп тора. (13) Изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, Нəғим (рəхəтлек) йəннəттəренə керер. (14) Гөнаһлылар иһə тамуҡта янасаҡ. (15) Ул көндө уларҙың барыһын да шунда алып килерҙəр. (16) Һəм улар унан (тамуҡтан) бер ҡасан да сыҡмаҫ. (Ҡайһы берҙəр «йəһəннəмдə ваҡытлыса ҡалырҙар», «йəһəннəмдəн һис айырылмаҫтар», «йəһəннəмдəн ҡотола алмаҫтар» тип яҙа, быларҙың барыһын берлəштергəндə аятты бына былайыраҡ тəҡдим итергə була: Һəм улар Аллаһ Тəғəлə билгелəгəн ваҡытҡа саҡлы йəһəннəмдə ҡаласаҡ.) (17) Һин ул көндөң нимə икəнен белəһеңме? Ул турала һиңə (Аллаһтан башҡа) кем һөйлəһен? (18) Ҡиəмəт көнөнөң нимə икəнен һин белмəйһең. (Аллаһтан башҡа) һиңə ул турала тағын кем һөйлəһен? (19) Ул шундай бер көндер, һис бер кеше икенсеһенə, һис бер нəмəгə ярҙам итə алмаҫ. Ул көндө хөкөм бары тик бер Аллаһ тарафында ғына булыр. 83 — Мутаффифин (Кəметеп үлсəү) сүрəһе (Мутаффифин сүрəһе 36 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Мутаффифин» — һатыу, сауҙа эштəрендə алдаусылар, кəметеп үлсəүселəр, тигəн мəғəнəлəге һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Кəметеп үлсəүселəргə лəғнəт төшөр. (Уларҙың Ҡиəмəттəге хəле ҡот осҡос яман булыр.) (2) Улар (ҡомһоҙ, намыҫһыҙҙар) үҙҙəренə үлсəгəндə, мул итеп, артығы менəн үлсəтеп алалар. (3) Кешелəргə үлсəгəндə кəметеп бирəлəр. (Йəки үлсəүҙе боҙалар, йəки гер ауырлығын кəметəлəр, йəки үлсəнəсəк əйберҙе кəм һалалар.) (4) Яңынан терелəсəктəрен (ҡаты язаға тартыласаҡтарын) белмəйҙəрме ни һуң улар? (5) Бөйөк бер көндө (6) ғəлəмдəрҙең Раббыһы булған Аллаһ (ҡаршыһында яуап тотор) өсөн кешелəрҙең ҡəберҙəренəн ҡубарылып сығаһы көн килеп етер. (7) (Үлсəүгə хилафлыҡ кертеүҙəн һаҡ булығыҙ) яманлыҡтар яҙылған китап Сижжинда булыр. (8) Сижжиндың нимə икəне тураһында һиңə кем белдерҙе? (9) (Сижжин — ул бары тик яманлыҡтар ғына) яҙылған китап. (10) (Ҡиəмəт көнөн) ялғанға сығарғандарҙың хəле Ҡиəмəт көндө бик тə яман булыр. (11) Улар ул көн тураһында гел ялған һөйлəне. (12) Гəрсə, уны (Ҡиəмəт көнөн) аҙғынлыҡта хаттин ашҡан, гөнаһ ҡылыу һəүəҫлеге менəн мауыҡҡандар ғына ялғанға һанай. (13) Уларҙың (инҡарсыларҙың) алдында аяттарыбыҙҙы уҡығанда улар: — Боронғоларҙан ҡалған əкиəттəр, — тип мыҫҡыл итəлəр. (14) Юҡ, эш шунда ла түгел. Улар ҡылған яманлыҡтар туҙан бөртөгө булып, йөрəктəренə тутыҡ ҡаплана, кер ҡаплай бара. (Шунан һуң улар ҡара йөрəкле булып ҡала.) (15) Юҡ, (улар барыбер иман килтермəҫтер, шөбһəһеҙ) ул көндө улар Раббыны күреү бəхетенəн мəхрүм булыр. (16) Һуңынан улар, һис шикһеҙ, ялҡынлы йəһəннəмгə керəсəк. (17) Уларға: — Бына был ғазап һеҙ ялғанға һанап килгəн нəмə булыр! — тип əйтерҙəр. 18. Хаҡтыр, изгелекле кешелəрҙең (ғəмəл) китабы, һис шикһеҙ, Ғийллийүндə һаҡлана. (19) Ғийллийүндең нимə икəнен һиңə нимə аңлатыр. (20) Ул — изгелектəр яҙылған китаптыр. (21) Ул китаптар янында Аллаһ хозурындағы фəрештəлəр һаҡта торор, килəсəктə изгелектəрҙең шаһиты булыр өсөн. (22) Шик юҡ, изгелекле кешелəр (йəннəт) ниғмəттəре эсендə булыр. (23) Зиннəтле тəхеттəргə ултырып, улар бар нəмəне тамаша ҡыласаҡ. (24) Һин уларҙы танырһың, уларҙың йөҙө шул ниғмəттəрҙең нуры менəн балҡып торор. (25) Уларға мөһөрлəнгəн шешəлəрҙəн саф шəрбəт эсерерҙəр. (26) Ул мөһөрҙəр (хуш еҫле) мисыҡтан яһалған булыр. Һыуһағандар шуны эсергə ынтылһын. (27) Ул шəрбəткə Тəсним ҡатыштырылған булыр. (28) (Тəсним) ул — Илаһи шишмə, унан Аллаһҡа айырыуса яҡын булғандар ғына эсə. (29) Хаҡтыр, гөнаһ эшлəгəн (кəферҙəр) иман килтергəндəрҙе мыҫҡыл итеп көлə ине. (30) Осрашҡан саҡтарҙа, уҙып киткəндə улар бер‐берҙəренə күҙ ҡыҫып, (мөьминдəрҙе) кəмһетəлəр ине. (31) Өйҙəренə лə улар шул мыҫҡыллауҙан лəззəт алып ҡайталар. (32) (Мосолмандарҙы) күргəндə улар: — Былар, ысындан да, аҙашҡан халыҡ, — тип көлөп китəлəр. (33) Гəрсə, улар (кəферҙəр мөьминдəрен) күҙəтеүсе итеп ҡуйылмаған. 34. Бына был көн (Ҡиəмəт) иман килтергəндəрҙең (кəферҙəрҙəн) көлə торған көнө. (35) Зиннəтле тəхеттəрендə ултырып, улар барыһын да күҙəтер. (36) Кəферҙəр (донъяла ҡылған гөнаһтарына күрə) язаларын алдылармы? 84 — Иншиҡаҡ (Йыртылыу) сүрəһе (Иншиҡаҡ сүрəһе 25 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Иншиҡаҡ» — йыртылыу.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күк шартлап, урталай йыртылғас, (2) Раббыға буйһоноп, Уның əмерен үтəп, (3) Ер һуҙылып, төп‐төҙ булып, (4) эсендə булғандарҙың барсаһын тышҡа атып, бушағас, (5) (Ер) Раббыға буйһоноп, Уның əмерен үтəргə бурыслы. 6. Əй, əҙəм балаһы, шиккə урын юҡтыр, һин Раббың менəн ҡауышырға ынтылаһың. Ахырҙа һин (Аллаһ менəн) ҡауышырһың да. (7) Китабы уң ҡул тарафынан бирелгəн кешегə (8) хисап тотоу еңел буласаҡ (9) һəм ул шатлыҡ‐ҡыуаныс менəн туғандары, ғаилаһе менəн (йəннəттə) ҡауышасаҡ. 10. Əммə китабы һул иң өҫтөнəн бирелгəн кеше (11) шунда уҡ (эште аңлап) үлəһе килеп, (ул язаларҙы күргəнсе, үлһəм яҡшыраҡ булыр ине тип) аҡыра башлар. (12) Ул дəһшəтле утҡа атыласаҡ. (13) Ул ғаилаһендə (лə, кешелəр араһында ла Аллаһтан, уның язаһынан ҡурҡмаймын, тип) кəйефлəнə ине. (14) Сөнки ул, ысындан да, Раббы янына барырмын, тип башына ла килтермəй ине. (15) Раббы уны (нимə ҡылғандарын) бик яҡшы күреп тора ине. (16) (Ысынбарлыҡ ул уйлағанса булманы) Шəфəҡ исеме менəн əйтəм, (17) барсаһын үҙ ҡараңғылығына алыусы төн исеме менəн əйтəм, (18) тул‐ ған Ай исеме менəн əйтəм: (19) Һеҙ, һис шикһеҙ, бер хəлдəн икенсеһенə күсеү (яралыу, тыуыу, ҡартайыу, үлеү) мəжбүрендəге заттар. (20) Шулай булғас, (иман килтермəйсə) һеҙ нимə ҡылаһығыҙ? (21) Яндарында Ҡөръəн уҡығанда ни өсөн һуң улар сəждəгə китмəй? (22) Шулар өҫтөнə кəферҙəр уны (Мөхəммəд һөйлəгəндəрҙе) ялғанға һанайҙар. (23) Гəрсə, Аллаһ уларҙың күңелдəрендə нимəлəр барын бик яҡшы белеп тора. (24) Шуға күрə, (эй, Мөхəммəд) һин уларҙы хəтəр яза биреүсе ғазаптар менəн киҫəтеп, ҡурҡытып тор. 25. Иман килтереп, изгелекле ғəмəлдə булғандарҙы Аллаһтың икһеҙ‐сикһеҙ ниғмəттəре көтə. 85 ‐ Буруж (Йондоҙҙар) сүрəһе


(Буруж сүрəһе 22 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Буруж” — ҡаланса, манара.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Бик күп йондоҙлоҡтарҙы үҙ эсенə алған ете ҡат Күк манараһы менəн ант итəм, (2) вəғəҙə ителгəн көн менəн, (3) шаһит булған һəм шəһəдəтлек ҡылыусылар исеме менəн əйтəм, (4, 5) эсе дөрлəп торған ялҡынлы, утлы соҡор ҡаҙытҡан бəндəгə əсе ҡəһəр иңһен. (6) (Мосолмандарҙы шул утҡа ташлап яндырғанды) улар ҡарап ултырҙылар (7) Улар иман килтергəндəрҙе нисек язалағандарына хөкөмдарҙары ҡаршыһында шаһит буласаҡ. (8) Берҙəн‐бер еңелмəҫ ҡөҙрəт эйəһе булған Аллаһҡа, маҡтауға лайыҡ Раббыға иман килтергəндəре өсөн уларҙы (мөьминдəрҙе) шулай ғазапланылар. (9) Күктəрҙең һəм Ерҙең бөтөн барлығына Аллаһ ҡына эйə. Аллаһ бөтөн нəмəгə бер үҙе шаһит. 10. Хаҡтыр, иман килтергəн ирҙəрҙе, мөьминə ҡатындарҙы язалаусылар, һуңынан тəүбəгə килмəһəлəр, уларға йəһəннəм ғазабы əҙерлəнгəн. Ялҡынлы утта яныу ‐ уларҙың өлөшө. 11. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар арыҡтарынан шишмəлəр ағып ятыусы йəннəттəргə керер. Бөйөк ҡотолош (Сəғəдəт) шул булыр. 12. Хаҡтыр, Аллаһтың тотошо — хəтəр тотош. (13) Иң башлап юҡтан бар итеүсе лə, ахырҙа тағын терелтеп, Үҙ хозурына алдырыусы ла ‐ Аллаһ Үҙелер. (14) Ул тəүбə итеүсе мөьминдəрҙе ярлыҡаусы, (итəғəт итеүселəрҙе) яратыусы. (15) Ул — Ғəрештең хужаһы. Бөйөктəрҙең бөйөгө. (16) Аллаһ —телəгəнен теүəл башҡарыусы. 17,18. Һиңə Фирғəүен менəн Сəмүд ғəскəрҙəре‐тураһында хəбəр килеп ирештеме? (Аллаһты инҡар иткəндəре өсөн улар ниндəй һəлəкəткə дусар булды.) (19) Шулай булһа ла, кəферҙəр һаман инҡар итə; (20) Аллаһ уларҙы ғазабы менəн сорнап аласаҡ. (21) Иң дөрөҫө шулдыр, улар инҡар иткəн Китап — олуғ мəртəбəле Ҡөръəн. (22) Ышаныслы урында (Лəүхел Мəхфүздə) һаҡланыусы – Изге Ҡөръəн. 86 — Тариҡ (Таң йондоҙо) сүрəһе (Тариҡ сүрəһе 17 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Тариҡ» ‐ һуңға ҡалып, кис менəн ишек ҡағыусы мəғəнəһендəге һүҙ. Лəкин сүрəлəге был һүҙ яҡты йондоз, кисен Күктə балҡый торған Сулпан йондоҙо кеүек сағыштырмала ҡулланылған.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Күк исеме менəн һəм Тариҡ менəн ант итəм. (2) Тариҡтың нимə икəнен һин ҡайҙан белер инең? (3) Тариҡ ул — Күкте балҡытып тороусы йондоҙ. (4) Өҫтөнəн күҙəтеүсеһе булмаған бер генə нимə лə юҡтыр. (5) Хəҙер инде кеше үҙенең нисек яралтылғаны тураһында уйланһын һəм ғибрəт алһын. (6) Ул атылған һыу тамсыһы кеүек шыйыҡлыҡтан, (7) (ир кешенең) арҡа һөйəгенəн һəм (ҡатындың) күкрəк һөйəгенəн сыҡҡан шыйыҡлыҡтан хасил зат. (8) Шик юҡ, уны (яңынан терелтергə) Аллаһтың ҡөҙрəтенəн килə. (9) Ул Көндə йəшерен серҙəр майҙанға сығасаҡ. (10) (Гөнаһлы кешенең) шунда көсө лə, ярҙамсыһы ла булмаҫ. 11. Хаҡтыр, кире ҡайта‐ҡайта яуған ямғырҙың хужаһы — Аллаһ исеме менəн, Күк исеме менəн, (12) (үҫемлектəр үҫһен өсөн) ярылған (һөрөлгəн) Ер исеме менəн əйтəм, (13) ысынлап та, ул (Ҡөръəн яҡшыны ямандан айырыр өсөн) ҡəтғи əмер һүҙҙəрелер. (14) Ҡөръəн — ул шаярыу һүҙе түгел. (15) Хаҡтыр, кəферҙəр (Ҡөръəнгə ҡаршы) мəкерле тоҙаҡтар ҡора. (16) Мин дə уларҙың хəйлəлəрен хəйлəм (язам) менəн ҡаршылармын. (17) (Эй, Мөхəммəд) һин хəҙер инде ул кəферҙəргə форсат бир, ваҡытты бер аҙға кисектер. 87 — Əғлə (Бөйөк) сүрəһе (Əғлə сүрəһе 19 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Əғлə» — бөйөк, тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Раббының бөйөк исемен маҡтап, тəсбих əйт. (2) Аллаһ бөтөн нəмəне юҡтан бар итеп, тəртиплəне. (3) Тəҡдир итеп, юл күрһəткəн дə — Аллаһ. (4) Йəшел үлəндəрҙе үҫтергəн дə — Ул. (5) Ахырҙа ҡап‐ҡара, ҡоп‐ҡоро хəлгə килтергəн дə — Аллаһ. 6. (Эй, Мөхəммəд) əҙ‐əҙлəп һиңə Ҡөръəн уҡытырбыҙ. Һин уны онотмаҫһың. (7) Оноторһоғоҙ бары тик Аллаһ онотторғанды ғына. Аллаһ йəшеренде лə, асыҡты ла белеп тора. (8) Һинең эштəреңде ҡулай‐уңышлы итəсəкбеҙ. (9) Шулай булғас, һин өгөттəн файҙа күргəндəрҙе өгөтлə. (10) (Гөнаһ эшлəүҙəн, яуап биреүҙəн) ҡурҡҡандар өгөтлəнер. (11) Бəхетһеҙ булғандар ғына өгөттəн ҡасыр. (12) Улар хəтəр утҡа атыласаҡ. (13) Улар шунда үлмəйəсəк һəм терелмəйəсəк тə. (14, 15) Хаҡтыр, яҡшылап пакланған һəм Раббыны зикер иткəн, намаҙ уҡыған кеше мораҙына ирешер. 16. (Əй, кəферҙəр), һеҙ донъя тормошон өҫтөн ҡуяһығыҙ. (17) Гəрсə, Əхирəт тормошо тағын да хəйерлерəк һəм ул — мəңгелек. (18) Хаҡтыр, был турала əүəлге китаптарҙа ла, (19) Ибраһим менəн Мусаға индерелгəн китаптарҙа ла яҙылған ине. 88 — Ғəшийə (Бөйөк ваҡиға) сүрəһе (Ғəшийə сүрəһе 26 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Ғəшийə» — ҡаплаусы, томалап алыусы дəһшəт, йəғни Ҡиəмəт‐Мəхшəр мəғəнəлəрен үҙ эсенə алған һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ғəшийə — Ҡиəмəт тураһында һиңə хəбəр килдеме? (2) Ул көндө сырайҙар хурлыҡлы рəүештə түбəн эйелгəн булыр. (3) Ул көндө йонсотоусо эштəр эшлəнер. (4) (Гөнаһлылар) дөрлəп янған утҡа керəсəктəр. (5) Эсергə бəреп сыҡҡан ныҡ ҡайнар һыу бирелəсəк. (6) Зəриғ тигəн сəнскеле үҫемлектəн башҡа уларға һис бер ризыҡ булмаҫ. (7) Ул тамаҡ та туйҙырмаҫ, астан да үлтермəҫ. 8. Шундай матур, ҡəнəғəт йөҙҙəр ҙə булыр ул көндө. (9) (Донъяла изгелек ҡылғандарына күрə) улар бəхетле. (10) Улар юғары йəннəттə булыр. (11) Шунда һис бер буш һүҙ һөйлəнмəҫ. (12) Шунда — ҡайнап сығыусы шишмəлəр ағып торор. (13) Шунда — затлы урындыҡтар. (14) Алдарына кув‐ шиндар ҡуйылыр. (15) Ҡабартылған яҫтыҡтар теҙелеп торор. (16) Шунда гүзəл балаҫтар йəйелгəн булыр. 17. (Ғибрəт алыр өсөн) улар (кəферҙəр) дөйəнең, һəм ямғыр болоттарының да нисек яралтылғанлығы тураһында уйлап ҡарамаҫтармы? (18) Күктең нисек бейек (сикһеҙ) итеп яралтылғанына ҡарап уйланмаҫтармы? (19) Ул тауҙарҙың нисек итеп беркетелгəне тураһында уйлап, (Аллаһтың сикһеҙ ҡөҙрəтенə инанмаҫтармы)? (20) Ерҙең нисек түшəлеп ҡабартылғанына ҡарап һабаҡ алмаҫтармы? 21. (Мөхəммəд) һин был турала өҙлөкһөҙ рəүештə уларҙың иҫенə төшөрөп тор. Шулай итеп, киҫəтеп тороу — һинең төп вазифаң. (22) Һин улар өҫтөнəн хакимлыҡ итеүсе түгелһең. (23) Лəкин имандан баш тартҡан кешене, (Аллаһты, Ҡөръəнде) инҡар итеүсене (24) Аллаһ хəтəр ғазапҡа һаласаҡ. (25) Шик юҡтыр, уларҙың ҡайтышы фəҡəт Беҙгəлер. (26) Хаҡтыр, уларҙы яуапҡа тартыу — Беҙҙең эш! 89 — Фəжер (Таң) сүрəһе (Фəжер сүрəһе 30 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Фəжер» — таң, тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Атып килə торған таң исеме менəн, (2) Ун кисəнең (Зөлхижжə айының) ун көнө менəн, (3) йоп һандар, таҡ һандар менəн, (4) алмашынып тороусы көн һəм төн исеме менəн ант итеп əйтəм: Ҡиəмəт килəсəк. (5) Башында аҡылы булған кешелəр өсөн ант итерлек дəлилдəр түгелме ни былар? 6. Белəһең бит, Раббың Ғəд ҡəүемен нисек һəлəк итте? (7) Мөһəбəт бағаналы бейек һарайҙары һəм Ирам баҡсалары менəн (юҡ итте). (8) Ул һарайҙарҙың, ул баҡсаларҙың донъяла тиңе юҡ ине. (9) Ҡаяларҙы соҡоп, шəһəр һалған Сəмүд халҡының үҙəндəге яҙмышын иҫеңə төшөр. 10. Йəки (яза) ҡаҙыҡтарының хужаһы, күп ғəскəрле Фирғəүен тураһында ла онотма: (11) уларҙың барыһы ла үҙ илдəрендə аҙғын‐боҙоҡ тормошта йəшəне. (12) Һəм шулай итеп, улар донъяла яманлыҡты үрсеттелəр. (13) Шуның арҡаһында, Раббың улар өҫтөндə ғазап ҡамсыһын уйнатты. (14) Хаҡтыр, Раббың һəр ваҡыт уларҙы күҙəтеп торор. («Фирғəүен мөьминдəрҙе ҡаҙыҡҡа бəйлəп язалай, кешелəрҙең ҡот осҡос интегеп үлгəндəрен ҡарап, лəззəтлəнə торған була». Ғəли Өзəк тəфсиренəн.)


15. Лəкин кеше тигəн əҙəм заты, Аллаһ уны һынарға телəп, үҙенə байлыҡ бирһə, маһайып əйтер: — Аллаһ мине генə шəрəфле дуҫы итеп, байлыҡ бирҙе, — тип һөйлəр. (16) Лəкин ваҡыты етеп, уны (һынар өсөн) бирелгəн ризыҡты сиклəһə: — Раббым мине кəмһетте, — тип əйтəсəк. 17. Юҡ, һеҙ (иманһыҙҙар) йəтимдəргə изгелек ҡылмайһығыҙ. (18) Мохтаж кешенең тамағын туйҙырыр өсөн бер‐берегеҙҙе өгөтлəмəйһегеҙ. (19) — Был — хəлəл, был ‐ харам, ‐ тип тормаҫтан, мираҫ малын (тол ҡатындарҙың өлөшөн, йəтимдəргə ҡалған мираҫты) ашайһығыҙ. (20) Байлыҡты хəттин тыш (кəрəгенəн артыҡ) яратаһығыҙ. 21. Юҡ шул! Ер тетрəп, киҫəк‐киҫəк телгелəнеп (тауҙар, ҡаялар тип‐тигеҙ ергə əүерелеп), туҙан хəленə килгəс, (22) Раббының əмере менəн (Ергə төшөп) фəрештəлəр саф‐саф теҙелешкəс, (23) алдарына йəһəннəм сығарылғас, əҙəм балаһы ул көндө (бөтөн ҡылғандарын) аңлар. Лəкин хаталарын (һуңлап) аңлауҙан ниндəй файҙа? 24. — Аһ, фани донъяла алдағы тормошом өсөн изгелектəр ҡылған булһам, — тип уфтанасаҡ. 25. Ул көндө (Аллаһ язалаған кеүек) башҡа берəү ҙə язалай алмаясаҡ. (26) Аллаһ бығаулаған кеүек бер кем дə бығаулай алмаҫ. 27. Əй, маҡсатына ирешкəн йəн! (28) Раббың хозурына кил. Ҡəнəғəт булып һəм ҡəнəғəтлеккə ирештерелгəн сифатта. (29) Башҡа бəндəлəрем менəн бергə, (30) əй, паҡ мосолман, əйҙə, кер йəннəткə! 90 ‐ Бəлəд (Ҡала, Ил) сүрəһе (Бəлəд сүрəһе 20 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Бəлəд» — ҡала.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Юҡ, ошо изге шəһəр (Мəккə) исеме менəн əйтəм, (2) был ҡала (ны кəферҙəрҙəн яулап алыу) һиңə хəлəлдер, (сөнки һин ошо шəһəрҙə тыуып‐үҫтең). (3) Бабайың һəм уның тоҡомо изгелəрҙəн булһын, (4) Беҙ кешене, хаҡтыр, мəшəҡəттəр (ҡыйынлыҡтар) өсөн яралттыҡ. (5) (Кəфер) əҙəм балаһы: үҙенəн башҡа ҡеүəт эйəһе донъяла юҡ, тип хаталанамы? (6) Ул:— (Исламды бөтөрөр өсөн, Пəйғəмбəрҙе үлтерер өсөн) күпме мал сарыф иттем, — тип маҡтана. (7) — Ҡылғандарымды (енəйəттəремде, фəхешлегемде) берəү ҙə күрмəй, — тип уйлаймы? 8. (Хəҡиҡəтте) күрер өсөн Беҙ уға ике күҙ бирмəнекме? (9) (Дөрөҫлөктө һөйлəр өсөн) беҙ уға бер тел менəн ике ирен бирмəнекме? (10) Беҙ уға ике юл күрһəтмəнекме (береһе — дин юлы — ауыр юл, икенсеһе — динһеҙлек юлы — анһат юл)? (11) Лəкин ул ауыр юлдан — текə юлдан китмəне. (12) Текə ҡыя юлдарының нимə икəнен һин белəһеңме? (13) Ҡолоңды азат итеү ул — текə ҡыя юлдар. (14) Йəки аслыҡ килгəн ваҡыттарҙа мохтаждарға ризыҡ ашатыуҙыр ул — текə ҡыя юлдар. (15) Йəтим ҡəрҙəшеңə ярҙам итеү. (16) Йəки (заяға) тупраҡта ҡаҙыныусы хəйерсенең тамағын туйҙырыу ул — текə ҡыя юлдар аша уҙыу. (17) Бына шунан һуң һеҙ иманлы булып, сабыр‐түҙем булып, миһырбан өлəшеүсе булып, бер‐берегеҙҙе изгелек ҡылырға өндəүселəр булып китерһегеҙ. (18) Бына шулар уң яҡтағылар булыр. (19) Аяттарыбыҙҙы кəферлеккə сығарғандар иһə, шулар булыр. (20) Уларға ишектəре (сығып ҡаса алмаҫлыҡ итеп) ҡаты биклəнгəн йəһəннəм уты булыр. 91 ‐ Шəмс (Ҡояш) сүрəһе (Шəмс сүрəһе 15 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Шəмс» — Ҡояш, тигəн һүҙ.) Бисмилл əһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ҡояш һəм уның нурҙары менəн, (2) (уға эйəреүсе) Ай менəн, (3) яҡтылыҡ алып килеүсе көн, (4) уны ҡаплаусы төн, (5) Күкте ҡороп ҡуйыусы (Аллаһҡа) һəм Күк, (6) яҫтыҡтай түшəлгəн Ер, (7) һəр əҙəми затҡа һəм уны (Ер йөҙөндə йəшəрлек итеп) яралтҡан, (8) уға һəм яҡшылыҡ, һəм яманлыҡ ҡылырға ирекле иткəндең исеме менəн əйтəм: (9) йəнен паҡ тотҡан кеше мораҙына (Сəғəдəткə) ирешəсəк. (10) Выжданын кер ҡаплаған кеше, əлбиттə, хəтəр зыян күрəсəк. 11. Аҙғынлығы арҡаһында Ҫəмүд халҡы хаҡ һүҙҙе (Пəйғəмбəребеҙҙе) ҡабул итмəне. (12) Шул халыҡтың иң бəхетһеҙ бер башкиҫəре (изге дөйəне боғаҙларға алынды). (13) Гəрсə, Пəйғəмбəр уларға алдан уҡ əйтеп ҡуйған ине: — Аллаһтың əсə дөйəһенə ҡағылмағыҙ. Ул һыу эскəндə уға ҡамасауламағыҙ, ‐ тип əйтелде. (14) Лəкин уны ялғансы, тинелəр. Һəм, дөйəнең бот һеңерҙəрен киҫеп йыҡтылар ҙа, һуйҙылар. Гөнаһтарына күрə Раббы улар өҫтөнə яза ебəрҙе, барыһын да һəлəк итте, ер менəн тигеҙлəне. (15) Уларҙы шулай һəлəк иткəне өсөн, Аллаһ һис кем алдында ла яуап тотмаҫ. 92 ‐ Лəйл (Төн) сүрəһе (Лəйл сүрəһе 21 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Лəйл» — төн, тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ҡараңғылығы менəн тирə‐яҡты ҡаплаған төн, (2) яҡтылығы менəн асылған көн, (3) һəм ир менəн ҡатын енесен яралтҡандың исеме менəн ант итəм: (4) шуныһы хаҡтыр, һеҙҙең нəфсе һəүəҫлектəрегеҙ төрлөгөҙҙөң төрлөсə; (5) кемдер (хəйер‐саҙаҡа, зəкəт) бирер, кемдер (гөнаһ ҡылыуҙан, харамдан) ҡурҡыр. (6) Кемдер гүзəллеккə һоҡланыр һəм уның хаҡлығын раҫлар, (7) Беҙ ҙə уларҙың Сəғəдəткə барыр юлдарын уң итербеҙ. 8. Əммə кем (тар күңелле, матди һəм рухи) һаранлыҡта булһа, Аллаһҡа ихтыяж тоймаһа, (9) иң хəтəре — (алдашһа, ялғанлаһа), гүзəллекте инҡар итһə (10) Беҙ уларға иң хəтəр язаға барыр юлдарҙы уң итербеҙ. (11) Һəлəк булғанда, донъяла йыйған байлығы уға ярҙам итмəҫ. (12) Шик юҡ, тура юлды күрһəтеү Беҙҙең ихтыярыбыҙҙа. (13) Əлбиттə, Əхирəт тə, донъя ла беҙҙең əмеребеҙҙə. 14. Дөрлəп, ялҡынланып яныусы ут язаһы буласаҡ тип, һеҙҙе киҫəттем. (15) Бəхетһеҙ бəндəлəр генə, (16) Хəҡиҡəтте ялғанға сығарғандар ғына, йөҙ сөйөрөп, (Аллаһ менəн Ҡөръəнде) инҡар иткəндəр генə ул йəһəннəмгə керə. (17) Лəкин (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланған (саф мосолман) кешеһе, (18) ма‐ лын (Аллаһ юлында) сарыф иткəн əҙəм йəһəннəмдəн йыраҡ тотолор. 19. Түлəү‐əжер (саҙаҡа‐хəйер башҡалар алдында) яҡшы булып күренер өсөн генə бирелмəҫ. Был ғəмəл өсөн Аллаһ хозурында һис бер дəрəжə юҡтыр. (20) Аллаһ ризалығы өсөн ҡылған изгелектəр генə сауапҡа һаналыр. (21) Һəр хəлдə, ул үҙе лə алға табан (Аллаһтан) ҡəнəғəт ҡаласаҡ. 93 — Духа (Иртəнге шəфəҡ) сүрəһе (Духа сүрəһе 11 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Духа» — көндөң төшкə саҡлы булған иртəнге ваҡыты мəғəнəһендəге һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Көндөң иртəнге яҡтылығы, (2) тыныслыҡҡа ирештереүсе төн ҡараңғылығы менəн ант итəм: (3) (Эй, Мөхəммəд) Раббың һине ташламаны һəм һиңə асыуланманы ла. 4. Əлбиттə, Əхирəт һинең өсөн донъянан хəйерлерəк. (5) Хаҡтыр, оҙаҡламай Раббың һиңə əжер бирəсəк, һəм һин бик тə ҡəнəғəт ҡалырһың. (6) Аллаһ йəтим ҡалғаныңды күреп, һиңə һыйыныр урын бирмəнеме? (7) Йəшлегендə ҡайҙа барырға белмəйенсə, ҡаңғырап йөрөгəндə, Ул һине тура юлға баҫтырманымы? (8) Һинең фəҡир икəнеңде күреп, байытманымы? (9) Йəтимдəргə килгəндə, аң бул, уларҙы рəнйетмə! (10) Мохтаждарға килгəндə лə, уларҙы, яныңдан ҡыума! (11) Шуға күрə, һин (Мөхəммəд) һис туҡтауһыҙ Аллаһтың сикһеҙ йомартлығы, төкəнмəҫ ҡөҙрəте тураһында (кешелəргə) хəбəр ит! 94 — Инширах (Асылыу) сүрəһе (Инширах сүрəһе 8 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Инширах»—асылыу, киңəйеү, күңеле асылып китеү, һөйөнөү мəғəнəлəрендə килə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. (Эй, Мөхəммəд) һине асыҡ‐киң күкрəкле итеп ҡылманыҡмы ни? (2) Һиңə йөклəнгəн ауырлыҡты алманыҡмы ни? (3) Ул шундай йөк ине: ул һинең елкəңə бик тə ауыр ине. (4) Һинең даныңды, абруйыңды тағын да арттырманыҡмы ни? (5) Тимəк, ҡыйынлыҡ артынан еңеллек тə килə. (6)


Хаҡтыр, ҡыйынлыҡ менəн рəттəн еңеллек тə бар. (7) Бер эште тамам итеүгə үк, икенсеһен башларға тырыш. (8) Һəр ғəмəлеңде ихластан бары тик Аллаһыңа бағышла. 95 ‐ Тин (Инжир) сүрəһе (Тин сүрəһе 8 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Тин» ‐ инжир емеше һəм изге тауҙың исеме.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Инжир һəм Зəйтүн ағастары, (2) Синай тауы, (3) һəм ошо изге, именлек шəһəренең (Мəккəнең) исеме менəн ант итəм: (4) Беҙ, ысындан да, кешене бик тə гүзəл ҡиəфəттə яралттыҡ. (5) Унан һуң Беҙ уны (ҡылған яман ғəмəлдəренə күрə) түбəндəрҙəн дə түбəн иттек (йəһəннəмгə аттыҡ). (6) Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар ғына улар янында (йəһəннəмдə) булмаҫ. Улар өсөн (йəннəттəрҙə) бөтмəҫ‐төкəнмəҫ ниғмəттəр бар. (7) Ошо дəлилдəрҙəн һуң да килəсəк яза көнө хаҡында һинең һүҙҙəреңде кем ялғанға сығара алыр икəн? (8) Аллаһ иң ғəҙел хөкөмдарҙарҙың да ғəҙеле түгелме ни? 96 — Ғəлəҡ (Яралғы тамсыһы) сүрəһе (Ғəлəҡ сүрəһе 19 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Ғəлəҡ» — кешенең барлыҡҡа килеүенең нигеҙендə ир кеше менəн ҡатын‐ҡыҙҙың орлоҡтарынан ҡатнашҡан бер тамсы шыйыҡлыҡ ята. Был һүҙ шул орлоҡ, уылдыҡ, шəһүəт, мəни мəғəнəлəрендə килə. Мөхəммəдкə иң беренсе уахи ителгəн сүрə ошо булыр.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Һине юҡтан бар иткəн Раббының исеме менəн уҡый башла. (2) Аллаһ инсанды бер ғəлəҡтəн (аталанған күкəйсектəн, күҙəнəктəн, яралғынан) хасил итте. (3) Уҡы! Раббың һинең сикһеҙ йомартлыҡ эйəһе. (4) Ул ҡəлəм менəн яҙыу яҙырға өйрəтеүсе. (5) Кешегə элек мəғлүм булмағандарын да өйрəтеүсе Ул. (6) Юҡ бит, кеше барыбер аҙғынлыҡта хаттин ашар. (7) Байып алғас, мин Аллаһҡа мохтаж түгелмен, тип əйтер. (8) Əй, əҙəм балаһы! Яуап тоторға, һин Аллаһ хозурына ҡайтасаҡһың. (9) Намаҙ уҡығанда берəүһенең (10) икенсеһен (намаҙҙан) тыйғанын күрҙеңме? (11) Күрҙеңме! Ул бит тура юлда. (12) Хатта ул (намаҙҙы боҙҙороусы) үҙе кешелəрҙе: Аллаһтан ҡурҡығыҙ, гөнаһтарҙан һаҡланығыҙ, тип, өндəргə алынған булһа ла. (13) Күрҙеңме, ул Хəҡиҡəтте ялғанға сығарҙы ла, йөҙ сөйөрҙө. (14) Ул бəндə Аллаһтың барыһын да күреп торғанын белмəйме ни? (15) Ул был эштəрҙəн һаҡланһын. Был эшенəн ваз кисмəһə, хаҡтыр, уны, маңғай сəсенəн тотоп, (йəһəннəмгə) өҫтөрəп алып барырбыҙ. (16) Ялғансы, гөнаһлының — маңғай сəсенəн. (17) Телəй икəн, ул үҙенең яҡындарын ярҙамға саҡырһын. (18) Беҙ ҙə зобаниҙарҙы саҡырырбыҙ. (19) Һаҡ бул! Уға буйһонма. Сəждə ит. Аллаһҡа яҡынлаш. («Зобаниҙар» һүҙе урынына тəржемəселəр төрлө мəғəнəлəге һүҙҙəр ҡуллана: ғазап фəрештəлəре, һаҡсылар, тəртип һаҡлаусылар...) 97 — Ҡадр (Ҡəҙер кисе) сүрəһе (Ҡадр сүрəһе 5 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Ҡəҙер кисəһендə Ҡөръəн Кəрим ингəн, был кисəлə фəрештəлəр ергə төшə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Хəҡиҡəт шулдыр, Беҙ уны (Ҡөръəнде) Ҡəҙер кисəһендə индерҙек. (2) Ҡəҙер кисəһенең нəмə икəнен һин белмəйһеңме? (3) Ҡəҙер кисəһе мең айҙан да хəйерлерəк. (4) Ул көндə фəрештəлəр һəм Изге Рух (Жəбраил), Раббының рөхсəте менəн, Уның əмерҙəрен еренə еткерер өсөн, бер‐бер артлы иңеп кенə торорҙар. (5) Ҡəҙер кисəһе — именлек кисəһе — таң ата башлағанға саҡлы дауам итер. 98 — Бəйинə (Асыҡ аңлатыу) сүрəһе (Бəйинə сүрəһе 8 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн. «Бəйинə» — асыҡ дəлил, иҫбатлау, аңлатыу мəғəнəлəрендəге һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Китаплы кəферҙəр ҙə, китапһыҙ мөшриктəр ҙə, ап‐асыҡ аяттар килгəнгə саҡлы кəферлектəренəн айырылманылар. (2) Аллаһ тарафынан күндерелгəн Пəйғəмбəр (Мөхəммəд) шул паҡ сəхифəлəрҙе уҡыны. (3) Ул сəхифəлəргə тура хөкөмдəр яҙылған. (4) Шул тура хөкөмдəр килгəнгə саҡлы, китаплы халыҡ үҙ‐ара талашып айырылманы. Фəҡəт улар ап‐асыҡ аяттар килгəс кенə айырылып бөттөлəр. (5) Гəрсə уларға: Аллаһҡа, уның диненə ихласлыҡ менəн иман килтереп, изгелек ҡылып, намаҙҙарҙы ҡалдырмайынса, дөрөҫ уҡырға, зəкəт бирергə кəрəк, тип əйтелде. Иң дөрөҫ дин ‐ ошо дин! (6) Хаҡтыр, китаплы кəферҙəр ҙə, китапһыҙ мөшриктəр ҙə — бөтөн кəферҙəр ҙə йəһəннəм утында янасаҡ. Аллаһ яралтҡан йəн эйəлəре араһында улар иң ямандыр. 7. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, Аллаһ яралтҡандарҙың иң яҡшылары. (8) Раббы янындағы иң олуғ əжер (йəннəт) уларға булыр. Арыҡтарынан шишмəлəр ағып ятыусы Ғəден йəннəттəрендə улар мəңгегə ҡаласаҡ. Аллаһ уларҙан ҡəнəғəт булыр. Улар ҙа Аллаһтан ҡəнəғəт ҡалыр. Бына быларҙың барыһы ла Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан мөьминдəр өсөн əҙерлəнгəн əжер. 99 — Зилзилə (Ер тетрəү) сүрəһе (Зилзилə сүрəһе 8 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Зилзилə» — ер тетрəү.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ер үҙенə генə хас тетрəү менəн айҡала‐сайҡала башлағанда, (2) үҙ эсендəгелəрҙе (мəйеттəрҙе, ҡаҙылма байлыҡтарҙы, ҡайнаған магманы) тышҡа сығарып ташлағанда, (3) кешелəр: — Нимə булды был Ергə? — тип аптырар. (4) Ул Көндө (Ҡиəмəттə) Ер өҫтөндə нимəлəр ҡылынғандың барыһы тураһында ла Ер үҙе хəбəр итер. (5) Аллаһтың əмере менəн, Ер барыһын да һөйлəп бирер. (6) Ул көндө кешелəр, ниндəй ғəмəлдəр ҡылғанлыҡтарына ҡарар өсөн, төркөм‐төркөм булып, хисап бирергə барырҙар. (7) Кем туҙан бөртөгө (зəррə) ҡəҙəрле генə изгелек ҡылған булһа, хатта шул да күренер. (8) Кем туҙан бөртөгө (зəррə) ҡəҙерле əшəкелек ҡылған булһа, ул да күренер. 100 — Ғəдийəт (Яу уҙышы) сүрəһе (Ғəдийəт сүрəһе 11 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Ғəдийəт» —уҙышыусы аттар, тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Йөрəк ҡағып, тупылдап сапҡан аттар, (2) тояҡтарынан ут сəсрəтеп уҙышыусы саптарҙар, (3) таң атҡанда (Жиһад өсөн) яу сапҡан арғымаҡтар, (4) (Күкте) туҙан менəн ҡаплаған сабышҡылар, (5) дошман өйөрөнөң уртаһына бəреп кергəн юрғылар исеме менəн ант итəм: (6) бəндəлəр, ысындан да, шөкөрһөҙҙөр. (7) Хаҡтыр, ул үҙ кəферлектəренə үҙе шаһит. (8) Ысынлап та, (əҙəм балаһы) донъя малына бик тə хирыҫтыр. (9) Улар шуны аңламайҙармы икəн ни һуң? Улар ҡəберҙəренəн ҡубарылып сығарылыр. (10) Күкрəктəрендə, күңелдəрендə ниндəй хөсөтлөк йəшеренгəн булһа, барыһы ла фаш ителер. (11) Хаҡтыр, Аллаһтың барыһы тураһында да белгəнлеге шул көндө асыҡланыр. 101 — Ҡариғə (Əфəт) сүрəһе (Ҡариғə сүрəһе 11 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Ҡариғə» һүҙен төрлө мəғəнəлəрҙə ҡулланыусылар бар. Ул — ҡапҡа ҡағыусы, Ҡиəмəт көнө, əфəт килеү мəғəнəлəрендə лə йөрөй. И. Крачковский иһə: яралаусы, язалаусы, тар‐мар итеүсе, кеүек мəғəнəһен алған. Был осраҡта Ҡариғə — Ҡиəмəт, йəғни яза биреү сифатында йөрөй. Аяттарҙы уҡып, уның теүəлерəк мəғəнəһен табырһығыҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим.


1. Əфəт ҡапҡа ҡаға! (2) Нимə — ул ҡапҡа ҡағыусы əфəт? (Ҡиəмəт). (3) Əфəттең ҡасан ҡапҡа ҡағасағы тураһында Һиңə кем əйтə алыр? (4) Ул көндө кешелəр ҡыуып таратылған күбəлəктəр кеүек булыр. (5) Тауҙар ҙа ул көндө тетелеп бөткəн йөн пəрəүездəре кеүек булыр. (6) Бына, (ошо көндə кешелəрҙең ҡылған изгелектəре, сауаптары — үлсəүҙең бер төпсəһенə, ҡылған яманлыҡтары үлсəүҙең икенсе төпсəһенə ҡуйылыр) изгелектəр яғы ауыр баҫһа, (7) ул кеше рəхəт тормошта (йəннəттə) йəшəр. (8) Төпсəнең гөнаһтар яғы ауыр баҫҡан бəндəнең урыны — хəтəр (9) Һəүийə исемле йəһəннəм упҡыны уға əсəһе булыр. (10) Нəмə ул Һəүийə, һин белəһеңме? (11) Ул — хəтəр ҡыҙған ут. 102 ‐ Тəкəҫүр (Байырға ярышыу) сүрəһе (Тəкəҫүр сүрəһе 8 аяттан тора. Мəккəлə һəм Мəҙинəлə ингəн, тип һанаусылар ҙа бар. «Тəкəҫүр»— байлыҡ йыйыуҙа ярышыу, малым күп, тип артыҡ ғорурланыу мəғəнəһендəге һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Байлыҡ туплау, (ҡатындар, балалар күплеге менəн) маҡтанышыу һəүəҫлеге һеҙҙе (2) гүр эйəһе булғанға саҡлы ысҡындырмаҫ. (3) Лəкин һеҙ оҙаҡламай (бының гөнаһ икəнен) аңларһығыҙ. (4) Юҡ, һеҙ уны тиҙҙəн аңларһығыҙ. (5) Һаҡ булығыҙ, əгəр ҙə һеҙ алда нимə буласағын белһə инегеҙ, (ярамаған был ғəмəлдəрегеҙҙəн баш тартыр инегеҙ). (6) Һис шикһеҙ, һеҙ йəһəннəмде күрерһегеҙ. (7) Үҙ күҙегеҙ менəн күрерһегеҙ. (8) Унан һуң, əлбиттə, байлығығыҙ (донъяла кеше талап, аҙғынлыҡта нисек рəхəт йəшəгəнегеҙ) тураһында һораласаҡ. 103 — Ғаср (Ғасыр, Быуат) сүрəһе (Ғаср сүрəһе 3 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Ғаср» — йөҙ йыллыҡ,быуат, ғөмүмəн, замана, ваҡыт, осор, дəүер мəғəнəлəрен үҙ эсенə ала.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ғасрҙар исеме менəн ант итəм: (2) кеше һəр ваҡыт уңышһыҙлыҡҡа осрай. (3) Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар ғына, бер‐берҙəренə Хəҡиҡəтте иҫбат иткəндəр, түҙеп, сабыр иткəндəр улай булмаҫ. 104 — Һүмəзə (Ғəйбəтсе) сүрəһе (Һүмəзə сүрəһе 9 аяттан тора. Мəккəлə ингəн, «һүмəзə» — ғəйбəт, нахаҡ һүҙ, кеше артынан һөйлəнгəн хурлау һүҙе, кеше араһында яман һүҙ йөрөтөү.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əсе ҡəһəр төшһөн кеше артынан яман һүҙ йөрөтөүселəргə, (2) байлыҡ туплап, уны ҡат‐ҡат һанап торған һарандарға, (3) байлығым‐малым мине мəңге йəшəтер, тип уйлағанға. (4) Юҡ, ул кеше Хутəмəгə (йəһəннəмгə) ташлатыласаҡ. (5) (Эй, Мөхəммəд) Хутəмəнең нимə икəнлеген һиңə кем аңлатып бирер? (6) Аллаһ яндырған хəтəр тамуҡ булыр ул Хугəмə. (7) Йөрəктəрҙе яндырыусы хəтəр уттыр ул Хутəмə. (8) Ул тамуҡ бар яҡлап томаланған булыр. (9) Көмбəҙҙəре оҙон утлы терəүҙəр менəн терəтелгəн булыр. 105 — Фил (Фил) сүрəһе (Фил сүрəһе 5 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Кəғбəне емерер өсөн күтəрелгəн Əбрəхə ғəскəрендə һуғыш филдəре лə була. Филле ғəскəр ташлы ямғырҙан һəлəк була.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Раббыңдың фил хужаларын нимə эшлəткəнен күрмəнеңме ни? (2) Аллаһ уларҙың мəкерле телəктəрен юҡҡа сығарманымы ни? (3) Аллаһ уларҙың өҫтөнə төркөм‐төркөм Əбəбил ҡоштарын ебəрҙе. (4) Улар өҫтөнə ҡыҙған утлы таштар яуҙырҙы. (5) Һуңынан Ул уларҙы орлоғо һығып алынған һалам кеүек теткəлəп бөтөрҙө. (Əбəбил — яр ҡарлуғасы, керəшə. Əбрəхə ғəскəренең ҡалдыҡтарын радиоуглерод һəм химия ҡулланып тикшергəндəн һуң, был ғəскəрҙең ни сəбəпле тулайым ҡырылғанын асыҡланылар. Ғəскəрҙəгелəрҙең ҡырылыуына сəсəк муры сəбəпсе булған икəн 4—5 нсе аяттарҙы шунан сығып, шəрехлəргə кəрəк. Йəғни, ғəскəргə сəсəк ауырыуы йоҡтороусы ҡоштар өйөрө һөжүм иткəн. X. Чантай тəфсирендə лə ундай кинəйə бар.) 106‐ Ҡурайш (Ҡурайыш) сүрəһе (Ҡурайш сүрəһе 4 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Кəғбə əтрафында йəшəгəн күп һанлы ҡəүем — Ҡурайш ҡəбилаһе ине.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Ҡурайш халҡының берҙəмлеген, (2) ҡышҡы һəм йəйге сəфəрҙəренең уңышлы булыуын тəьмин иткəн, (3) ошо Кəғбəтулланың Раббыһына ғибəҙəт ҡылһындар. (4) Ул уларҙы ас үлемдəн ҡотҡарып, тамаҡтарын туйҙырып, ҡурҡыныстан һаҡлап, уларға именлек бирҙе. 107 ‐ Мəғүн (Саҙаҡа) сүрəһе (Мəғүн сүрəһе 7 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Мəғүн» — саҙаҡа‐хəйер, зəкəт биреү. Берəй əйберҙе йəки малды бурысҡа, ваҡытлыса ҡулланып тороу өсөн биреп тороу.) Бисмилл əһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Динде ялғанға һанаған кешене һин күрҙеңме? (2) Шул кеше йəтимде янынан ҡыуыр. (3) Ас кешенең тамағын туйҙырмаҫ (йомарттарҙы хупламаҫ). (4) Уларҙың намаҙ уҡыуы — гөнаһ йыйыу ғына. (5) Уларҙың намаҙы ихлас һəм етди түгел. (6) Улар намаҙҙы кеше күрһен өсөн генə, риялыҡ менəн уҡый. (7) Улар хəйер биреүҙəн баш тарталар. 108 — Кəүҫəр (Байлыҡ) сүрəһе (Кəүҫəр сүрəһе 3 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Кəүҫəр» — төкəнмəҫ байлыҡ, тигəн һүҙ. Йəннəттəге мəңгелек шишмəнең исеме лə — Кəүҫəр.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Хаҡтыр, Беҙ һиңə Кəүҫəрҙе (күп байлыҡ) бирҙек. (2) Шулай булғас, һин Раббың ризалығына намаҙ уҡы. Ҡорбан сал. (3) Һиңə хөсөтлөк тотоусының нəҫеле ҡорор. Дөрөҫө шул! 109 — Кəфирүн (Кəферҙəр) сүрəһе (Кəфирүн сүрəһе 6 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. «Кəфирүн» — кəферҙəр.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əйт һин: — Əй, кəферҙəр, — тип. (2) Мин һеҙ табынғандарға табынмам. (3) Һеҙ ҙə мин ғибəҙəт ҡылғанға табынмаҫһығыҙ. (4) Һеҙ табынғандарға мин дə табынмам. (5) Һеҙ ҙə мин ғибəҙəт ҡылғанға табынмаҫһығыҙ. (6) Һеҙгə—үҙ динегеҙ, миңə — үҙ динем! 110 — Наср (Ярҙам) сүрəһе (Наср сүрəһе 3 аяттан тора. Мəҙинəлə ингəн. «Наср» — ярҙам.) Бисмилл əһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Аллаһтан ярҙам килеп, еңеүгə ирешһəгеҙ, (2) кешелəр төркөм — төркөм булып, Аллаһтың диненə күсəсəк. (3) Тик, Раббыңды маҡтап, тəсбих əйт. Унан ярлыҡау һора. Шик юҡ, Аллаһ тəүбəлəрҙе күплəп ҡабул итеүсе.


111 — Тəббəт (Ҡулы ҡороһон) сүрəһе (Тəббəт сүрəһе 5 аяттан тора. Мəккəлə ингəн. Был сүрəнең башҡа исемдəре лə бар: Мəсəд, Лəхəб.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əбү Лəхəбтең ике ҡулы ҡороһон! Үҙен дə лəғнəт һəлəк итһен! (2) Кəсеп итеп йыйған малы ла, байлығы ла уға ярҙам итмəне. (3) Ул ялҡынлы утта янасаҡ; (4) ҡатыны ла, утын күтəргəн килеш. (5) Ҡатынының муйынында хөрмə мунсалаһынан ишелгəн бау булыр. (Əбү Лəхəб менəн уның ҡатыны Умми Жəмəл кешелəрҙе Пəйғəмбəр (ғəлəйһиссəллəм)гə ҡаршылар өҙлөкһөҙ рəүештə ҡотортоп, динебеҙгə зыян килтергəн кəферҙəрҙер. Кешелəр араһына дошманлыҡ уты яғып йөрөгəненə күрə, сүрəлə Умми Жəмəл усаҡ яғыр өсөн муйыны‐елкəһе арҡылы утын бəйлəме күтəреп йөрөүсегə тиңлəштерелə. М. Али иһə, «утын күтəреүсе «яман һүҙ йөрөтөүсе» тип аңлата.) 112 — Ихлас (Ихлас) сүрəһе (Ихлас сүрəһе 4 аяттан тора. Мəккə менəн, Мəҙинəлə ингəн һанала. «Ихлас» һүҙе «берҙəмлек» йəки «пакланыу» тип тə тəржемə ителə.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əйт һин: ‐ Аллаһ ‐ берəү генə! (2) ‐ Аллаһу‐Самəд ‐ мəңге (йəшəй). (3) Ул тыуҙырылмаған да, тыуҙырмаған да. (4) Аллаһҡа тиңдəш юҡ. (Аллаһ — берəү генə, йəғни башҡа хоҙайҙар юҡ һəм була ла алмай. Аллаһ — мəңге йəшəй, йəғни Аллаһ һəр ваҡыт булған һəм һəр ваҡыт буласаҡ —ул үлемһеҙ. Аллаһты бер зат та тыуҙыра алмай һəм Аллаһ үҙе лə өйлəнмəй, ата булмай, сөнки Уның был эштəргə ихтыяжы юҡ. Бөтөн нəмə: Ер, Күк, хайуандар, бөжəктəр, Аллаһҡа мохтаж, Аллаһ үҙе бер нимəгə лə мохтаж түгел,) 113 — Фəлəҡ (Таң атыу) сүрəһе (Фəлəҡ сүрəһе 5 аяттан тора. «Фəлəҡ» — таң атыу тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. Əйт һин уларға: — Таңдың Раббыһы — Аллаһҡа һыйынам, — тип. (2) Яралтылғандарҙың мəкеренəн, (3) дөм ҡараңғы төндəрҙəге мəкерҙəн, (4) ырым төйөндəрен өшкөрөүсе им‐томсоларҙың (боҙоусыларҙың) мəкеренəн, (5) көнсөл кешенең хөсөтлөгөнəн Аллаһҡа һыйынам. 114 — Нəс (Кешелəр) сүрəһе (Нəс сүрəһе 6 аяттан тора. «Нəс» — инсандар, кешелəр, тигəн һүҙ.) Бисмиллəһир‐рахмəəнир‐рахиим. 1. — Əйт һин: — Кешелəрҙең Раббыһына һыйынам, — тип. (2) — Кешелəрҙең Аллаһына, (3) кешелəрҙең Хөкөмдарына, (4) шайтандың мəкерле ҡотортоуынан, (5) кешелəрҙең күңеленə үəсүəсə һалыусы шайтандан, (6) (ул яманлыҡҡа ҡотортоусы) ен тоҡомонан булһа ла, кешелəрҙəн булһа ла (Аллаһҡа һыйынам). ХƏТЕМ ДОҒАҺЫ. Йə, Раббым Аллаһ! Беҙҙең Ҡөръəн уҡыуҙа булған хата‐кəмселектəребеҙҙе Үҙеңдең фазыл һəм рəхмəтең менəн ғəфү ит, ғəмəл‐ғибəҙəт ҡылғанда күңелдəребеҙгə ихласлыҡ, хаҡлыҡта һəм иманда ныҡлыҡ һəм үҙең телəгəн һəм риза булған эште эшлəргə тəүфиғыңды насип итһəң ине. Йə, Аллаһ! Телдəребеҙҙе ялған һөйлəүҙəн, ғəмəл‐ғибəҙəттəребеҙҙе риянан, күҙҙəребеҙҙе хыянат итеүҙəн һаҡла. Ҡөръəнде тəжвид менəн хатаһыҙ уҡырға һəм уның менəн ғəмəл ҡылырға ярҙам итһəң ине. Йə, Раббым! Беҙ уҡыған Ҡөръəн сүрəлəрен һəм аяттарын ҡабул итеп, беҙгə уның нурын индереп, барыбыҙға ла, уҡыусыларыбыҙға ла, тыңлаусыларыбыҙға ла, əжер һəм сауаптар ирештерһəң ине. Йə, Аллаһ! Беҙ Һиңə донъя мəшəҡəттəренəн һəм ҡайғы‐хəсрəттəн, ғəжизлектəн һəм ялҡаулыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан һəм һаранлыҡтан, бурысҡа батыуҙан һəм кешелəр тарафынан рəнйетелеүҙəн һəм йəберлəнеүҙəн һыйынабыҙ. Йə, Раббым! Беҙҙе был Ҡөръəн менəн рəхмəтлəндер, уны беҙҙең өсөн етəксе, нур, һидəйəт, рəхмəт итеп ҡыл. Йə, Раббым! Был изге Китаптан онотҡандарыбыҙҙы иҫкə төшөр, унан белмəгəндəребеҙҙе өйрəт һəм уны, дəлил итеп, кис һəм көндөҙ уҡыуҙы насип ит. Йə, Раббым! Беҙҙең өсөн гөнаһлы эштəрҙəн тыйып тора торған динебеҙҙе төҙөк тот. Был тормошобоҙҙо хəйерле эштəрҙə ҡулланырға насип ит. Йə, Раббым! Һинəн тыныс тормош, Əхирəткə иман менəн күсеүҙе, доғаларыбыҙҙың ҡабул булыуын, тормошобоҙҙоң хəйерле булыуын һорайбыҙ. Йə, Раббым! Күңелдəребеҙгə тəҡүəлек һал һəм йəннəттəреңə ирештереүсе итəғəтлекте насип ит, донъя ауырлыҡтарын еңелəйт. Беҙгə биргəн ҡолаҡтарыбыҙҙы, күҙҙəребеҙҙе, көсөбөҙҙө хəйерле юлда файҙаланырға насип ит, дошмандарға ҡаршы тороуҙа ярҙам ит. Йə, Раббым! Донъя тормошон Əхирəт тормошонан өҫтөн ҡуйып йəшəүҙəн, алған белемдəребеҙҙең донъя мəнфəғəте өсөн генə булыуынан һаҡла, залим кешелəрҙе беҙҙең өҫкə хаким итеп ҡуйма. Йə, Раббым! Был донъябыҙҙы ла, Əхирəтебеҙҙе лə хəйерле ҡылып, беҙҙе ут ғазабынан һаҡла. Əмин.


Turn static files into dynamic content formats.

Create a flipbook
Issuu converts static files into: digital portfolios, online yearbooks, online catalogs, digital photo albums and more. Sign up and create your flipbook.