Китаптың ғҽрҽпсҽ оригиналы
Ҡөрьән һәм сөннәт күҙлегенән
тәүхид нуры һәм ширк ҡараңғылыҡтары
Аллаһҡа мохтаж булған ҡол Сәғит ибн Ғәли ибн Үәһф Әл-Ҡахтаниҙың яҙмаһы
بسى هللا انرحًٍ انرحيى Инеш һүҙ Маҡтауҙар Аллаһҡа, беҙ Уны маҡтайбыҙ, Унан ярҙам һорайбыҙ, Уға истиғфҽр ҡылабыҙ. Уға күңелдҽребеҙҙең яуызлыҡтарынан, яман эштҽребеҙҙҽн һыйынабыҙ. Кемгҽ Аллаһ һидҽйҽт бирһҽ, шул кешене аҙаштырыусы булмаҫ, ҽ кемде Аллаһ аҙаштырһа, шул кешегҽ тура юл күрһҽтеүсе булмаҫ. Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, ҽ Мҿхҽммҽт ( – )ﷺуның ҡоло һҽм илсеһе, тип шаһитлыҡ ҡылам. Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ ҡҽҙҽр Аллаһ Тҽғҽлҽнең салауаттары һҽм сҽлҽмдҽре уға, уның сҽхҽбҽлҽренҽ һҽм уларға ихсан менҽн эйҽргҽн кешелҽргҽ ҿҙҿлмҽһен. Шунан һуң... Ошо “Тәүхид нуры һәм ширк ҡараңғылыҡтары” тигҽн ҡыҫҡа яҙмамда мин тҽүхидте, уның дҽлилдҽрен, тҿрҙҽрен, емештҽрен; шулай уҡ ширк, уға ҡаршы дҽлилдҽрҙе, шҽфҽғҽтте (яраған һҽм ярамаған), ширк сҽбҽптҽрен һҽм юлдарын, тҿрҙҽрен һҽм тармаҡтарын, ҡурҡыныс һҿҙҿмтҽлҽрен бҽйҽн иттем... Һис шикһеҙ, тҽүхид – ул Аллаһ Тҽғҽлҽнең телҽгҽн ҡолона бирелҽ торған нур, ҽ ширк – ул кафырҙарға матур күрһҽтелгҽн күп ҡатлы ҡараңғылыҡтар. Ҡҿрьҽндҽ Аллаһ Тҽғҽлҽ: “Элек үлек булған, һҽм Беҙ уны терелтеп уға нур биргҽн, – ул шуның менҽн кешелҽр араһында йҿрҿй, – ҡараңғылыҡта булып унан сыҡмаған кешегҽ оҡшашмы ни? Кафырҙарға шулай зиннҽтлҽнгҽн эшлҽгҽн эштҽре!” – тине. (“Мал-тыуар” сүрҽһе, 122 аят). Аллаһ Тҽғҽлҽнең беҙгҽ аңлатып биреүенсҽ, Ул Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽргҽ ( )ﷺасыҡ аяттар һҽм яҡты дҽлилдҽр индерҙе, шуларҙың иң бҿйҿгҿ – Ҡҿрьҽн. Ошо пҽйғҽмбҽр һҽм уға бирелгҽн Китап һҽм хикмҽт (сҿннҽт) аша Аллаһ Тҽғҽлҽ кешелҽрҙе аҙашыу, ширк һҽм яһиллыҡ ҡараңғылыҡтарынан иман, тҽүхид һҽм ғилем нурына сығарырға телҽне: “Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыу ҿсҿн Үҙ ҡолона асыҡ аяттарҙы Ул иңдерҽ. Аллаһ, ысынлап та, һеҙҙе Ҡыҙғаныусы, Рҽхимле!” (“Тимер” сүрҽһе, 9 аят). Мин был китабымды ике бүлеккҽ бүлеп, һҽр бүлеккҽ бер нисҽ дҽрес кереттем: Беренсе бүлек: Тәүхид нуры. Беренсе дҽрес: Тҽүхид тҿшҿнсҽһе.
Икенсе дҽрес: Тҽүхидте иҫбат итеүсе ҡҽтғи дҽлилдҽр. Ҿсҿнсҿ дҽрес: Тҽүхидтең тҿрҙҽре. Дүртенсе дҽрес: Тҽүхидтең емештҽре һҽм файҙалары. Икенсе бүлек: Ширктең ҡараңғылыҡтары. Беренсе дҽрес: Ширк тҿшҿнсҽһе. Икенсе дҽрес: Ширкте кире ҡағыусы ҡҽтғи дҽлилдҽр. Ҿсҿнсҿ дҽрес: Яраған һҽм ярамаған шҽфҽғҽт. Дүртенсе дҽрес: Ниғмҽттҽрҙе мул яуҙырған һҽм ғибҽҙҽткҽ лайыҡ булған. Бишенсе дҽрес: Ширктең сҽбҽптҽре һҽм юлдары. Алтынсы дҽрес: Ширктең тҿрҙҽре һҽм тармаҡтары. Етенсе дҽрес: Ширктең ҡурҡынысы һҽм һҿҙҿмтҽлҽре. Аллаһ Тҽғҽлҽнең бҿйҿк исеме менҽн һорайым (ул исем менҽн һорағанға бирелер): ошо бҽлҽкҽй генҽ ғҽмҽлде бҽрҽкҽтле һҽм ихлас ҡылып, миңҽ уны был донъяла ла, теге донъяла ла файҙалы ҡылһын, һҽм шулай уҡ ул кемгҽ улашһа, шуға ла ярҙам күрһҽтһен. Ысынлап та, Раббыбыҙ бит беҙҙең һорауҙарыбыҙҙың Иң яҡшы ишетеүсеһе,телҽктҽребеҙҙе донъяға ашырыусыларҙың иң яҡшыһы, Ул беҙгҽ етҽрле, һҽм Ул Иң яҡшы яҡлаусы... Бар маҡтауҙар Ғҽлҽмдҽр Раббы Аллаһҡа, Уның ҡоло һҽм тоғро илсеһе булған пҽйғҽмбҽребеҙ Мҿхҽммҽткҽ ()ﷺ Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ ҡҽҙҽр салауаттар, шулай уҡ уның сҽхҽбҽлҽренҽ һҽм һҽм уларға ихсан менҽн эйҽргҽн кешелҽргҽ... Китап авторы. 16/10/1419 йыл, Һижри тҽҡүим.
Беренсе бүлек: Тәүхид нуры Беренсе дҽрес: Тҽүхид тҿшҿнсҽһе Тҽүхид – ул тик Аллаһ Тҽғҽлҽнең генҽ гүзҽл исемдҽргҽ хужа булып, Уның ғына камил
сифаттарға һҽм бҿйҿклҿккҽ эйҽ булыуын белеп һҽм ҡҽтғи ышанып, бары тик Уға ғына ғибҽҙҽт итеү1. Аллаһ Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ: «Һеҙҙең Илаһығыҙ – Берҙҽн-бер илаһ! Унан, Рҽхмҽтле һҽм Шҽфҡҽтленҽн башҡа, илаһ юҡ!». («Һыйыр» сүрҽһе, 163 аят), – тине. Бҿйҿк ғалим Сҽғди (Аллаһтың рҽхмҽтендҽ булһын) ошо аятҡа тҽфсир ҡылып: «Йҽғни, Үҙ затында, исемдҽрендҽ, сифаттарында, эштҽрендҽ Берҙҽн-бер. Уға тиңдҽш, аҙаш, береш, оҡшаш, игеҙ юҡ. Унан башҡа яратыусы йҽ йыһан менҽн идара итеүсе юҡ. Шулай булғас, Ул Берҙҽн-бер илаһ булып һаналырға тейеш; Ул бҿтҽ тҿр ғибҽҙҽттҽргҽ лайыҡ, һҽм Уға Үҙе яратҡан нҽмҽлҽрҙҽн бер кемде лҽ тиңдҽш тоторға ярамай»,– тине.2 Тимҽк, икенсе һүҙҙҽр менҽн ҽйткҽндҽ, тҽүхид – ул Аллаһ Тҽғҽлҽгҽ генҽ хас булған исемдҽрҙе, сифаттарҙы, рубүбийҽт3 һҽм үлүһийҽтте4 таныу.
Икенсе дҽрес: Тҽүхидте иҫбат итеүсе ҡҽтғи дҽлилдҽр Тҽүхидте иҫбат итеүсе ҡҽтғи дҽлилдҽр һҽм асыҡ аңлатмалар Аллаһ Тҽғҽлҽнең китабы Ҡҿрьҽндҽ һҽм пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺсҿннҽтендҽ бихисап. Миҫал булараҡ ошоларҙы килтерергҽ була: 1. «Мин ендҽрҙе һҽм кешелҽрҙе Үҙемҽ ғибҽҙҽт ҡылһындар ҿсҿн генҽ барлыҡҡа килтерҙем. Мин уларҙан һис бер ризыҡ телҽмҽйем, һҽм Мине туйҙырыуҙарын да телҽмҽйем». (“Елгҽреүселҽр” сүрҽһе, 56 – 57 аяттар). Йҽғни, Аллаһ Тҽғҽлҽ ендҽрҙе һҽм кешелҽрҙе тик Уны Берҙҽн-бер илаһ тип таныһындар ҿсҿн бар иткҽн. 2. Шулай уҡ: «Һҽм Беҙ һҽр ҿммҽткҽ рҽсүл ебҽрҙек: “Аллаһҡа ҡоллоҡ ҡылығыҙ һҽм
.12 ص، نهسعدي، انقول انسديد في يقاصد انتوحيد4) اَظر1( .00 ص، نهسعدي،ٌ) تيسير انكريى انرحًٍ في تفسير كالو انًُا2( 3 Рубүбийҽт – Аллаһ Тҽғҽлҽнең барлығын һҽм берлеген таныу. 4 Үлүһийҽт – тик Аллаһ Тҽғҽлҽне ғибҽҙҽткҽ лайыҡ булған Илаһ итеп таныу.
тағуттан ситлҽшегеҙ!”. Улар араһында Аллаһ тура юлға күндергҽндҽр ҙҽ булды һҽм аҙашыуға дусар булғандар ҙа булды. Ер йҿҙҿндҽ йҿрҿгҿҙ һҽм ялғанға иҫҽплҽгҽн кешелҽрҙең һуңғы кҿндҽре нисек булғанын ҡарағыҙ!». (“Бал ҡорто” сүрҽһе, 36 аят). Аллаһ Тҽғҽлҽ был аятта хҽбҽр итеүенсҽ, Уның һүҙе бар ҿммҽттҽргҽ лҽ еткерелгҽн, һҽм был донъяла ниндҽй генҽ халыҡ йҽшҽмҽһен – боронғо замандамы, бҿгҿнмҿ – уларға ҡасандыр Аллаһ илсеһе килгҽн булған, һҽм был пҽйғҽмбҽрҙҽрҙең барыһы ла бер дҽғүҽт һҽм бер дин килтергҽн. Был дҽғүҽттең асылы: Аллаһ Тҽғҽлҽгҽ тиңдҽш тотмай, тик Уға ғына ғибҽҙҽт ҡылыу. Ошо хҽҡиҡҽтте ҡабул итеү йҽ итмҽү күҙлегенҽн халыҡтар ике ҿлҿшкҽ бүленгҽн: кемдер пҽйғҽмбҽргҽ эйҽреп һидҽйҽткҽ ирешһҽ, кемдер йҿҙ сҿйҿрҿп аҙашыуға тҿшҿп киткҽн... 3. «“Һҽм Минҽн башҡа илаһ юҡ!” тип аңлатмайынса Беҙ һинҽн алда бер рҽсүлде лҽ ебҽрмҽнек. Миңҽ ғибҽҙҽт ҡылығыҙ!» (“Пҽйғҽмбҽрҙҽр” сүрҽһе, 25 аят). Мҿхҽммҽттҽн ()ﷺ алда килгҽн бҿтҽ пҽйғҽмбҽрҙҽрҙең дҽ асыл һүҙе – ул Аллаһҡа ғибҽҙҽт итеүҙе бойороп, Уның берҙҽн бер хаҡ Бар итеүсе, ҽ башҡа илаһтарҙың ялған илаһ булыуын аңлатыу ине... Шуға бер аятта ошолай тиелҽ: «Һҽм Беҙҙең һиңҽ тиклем ебҽргҽн рҽсүлдҽребеҙҙҽн һора: “Аллаһтан башҡа улар ҡоллоҡ ҡылыр ҿсҿн илаһтар яһаныҡмы Беҙ?”» (“Биҙҽкҽр” сүрҽһе, 45 аят). 4. “Раббың һеҙгҽ Унан башҡа һис кемгҽ ғибҽҙҽт ҡылмаҫҡа һҽм ата-ҽсҽлҽргҽ изгелек күрһҽтергҽ хҿкҿм итте” (“Тҿндҽ күсереү” сүрҽһе, 23 аят). Шулай итеп, Раббыбыҙ тҽүхид хҿкҿм итте, йҽғни бойорҙо, Унан башҡа бер кемгҽ лҽ табынмаҫҡа ҡушты. Башҡа ялған илаһ кем генҽ булмаһын – ерҙҽме, күктҽме, тереме, үлеме – ул ғибҽҙҽткҽ лайыҡ түгел, ҽ бары тик Берҙҽн бер Раббыбыҙ, бер кемгҽ лҽ мохтаж булмаған Аллаһ лайыҡ! 5. Пҽйғҽмбҽрҙҽр үҙ халыҡтарына: «Эй, халҡым! Аллаһҡа ҡоллоҡ ҡылығыҙ, һеҙгҽ Унан башҡа илаһ юҡ», – тигҽн. (“Кҽртҽлҽр” сүрҽһе, 59 – 65 аяттар). Йҽғни, тик Уға ғибҽҙҽт ҡылып, Уны Берҙҽн бер Яратыусы, Ризыҡландырыусы, йыһан Хужаһы тип танығыҙ, ҽ башҡа илаһтарҙың бер нҽмҽгҽ лҽ ярамағанын белегеҙ. 6. «Уларға, хҽнифтҽр1 булып, Уның алдында дингҽ ихлас булып, Аллаһҡа ғына ғибҽҙҽт ҡылырға, намаҙ уҡырға, зҽкҽт түлҽргҽ бойоролдо. Ошо – тура дин». (“Асыҡ аят” сүрҽһе, 5
1
Хҽниф: Аллаһҡа ғына ғибҽҙҽт итеүсе кеше. Русса “единобожник”.
аят). 7. «Ҽйт: “Ысынлап та, минең намаҙым һҽм тҽҡүҽлегем, тереклегем һҽм үлемем Аллаһҡа арналған, ғҽлҽмдҽр Раббына. Уның тиңдҽше юҡ. Ошо миңҽ бойоролдо, һҽм мин – беренсе мосолмандарҙан”». (“Мал-тыуар” сүрҽһе, 162 – 163 аяттар). Был аятта Аллаһ Тҽғҽлҽ үҙ пҽйғҽмбҽре Мҿхҽммҽткҽ ( )ﷺМҽккҽ мүшриктҽренҽ юғарылағы һүҙҙҽрҙе ҽйтергҽ ҡушты. Йҽғни, мин нҽмҽ генҽ эшлҽһҽм дҽ – намаҙ ҡыламмы, ҡорбан саламмы, тормошомда нҽмҽлҽрҙер күрҽмме – былар барыһы ла тиңдҽше булмаған Аллаһ Тҽғҽлҽ ҿсҿн эшлҽнҽ, һҽм мин Уға буйһоноусоларҙың беренсе булыуына шатмын... 8. Мүғҽҙ ибн Джҽбҽл һҿйлҽүенсҽ, бер кҿн пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺунан шулай тип һораны: “Эй, Мүғҽҙ, кешелҽрҙең Аллаһ Тҽғҽлҽгҽ ҡарата бурысы ни, белҽһеңме?”. “Аллаһ һҽм Уның илсеһе яҡшыраҡ белер”, – тине Мүғҽҙ. “Ҡолдарҙың Аллаһҡа ҡарата бурысы – ул бары тик Уға ғибҽҙҽт ҡылыу һҽм Уға һис бер тиңдҽш тҽ тотмау”, – тине пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ. Бер аҙ ваҡыт үткҽс пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺйҽнҽ Мүғҽҙгҽ һорау бирҙе: “Эй, Мүғҽҙ, ҽгҽр кешелҽр ошоно эшлҽһҽ, Аллаһ Тҽғҽлҽнең уларға ҡарата бурысы нимҽ була, белҽһеңме?”. Мүғҽҙ тағы ла “Аллаһ һҽм Уның илсеһе яҡшыраҡ белер”, – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺошолай тине: “Аллаһ Тҽғҽлҽнең кешелҽргҽ ҡарата бурысы – Уға тиңдҽш тотмаған кешене язаға дусар итмҽү”... Ошо бҿйҿк хҽдис аңлатыуынса, кешелҽрҙҽең ҿҫтҿндҽ ятҡан бурыс – ул тиңдҽше булмаған Раббыбыҙға Ул ҡушҡанса ғибҽҙҽт ҡылыу, ҽ кем быға ирешҽ, шуны Аллаһ Тҽғҽлҽ язаламаҫҡа һүҙ бирҽ. Ҽ Раббыбыҙҙың һүҙе – ул хаҡ, ялғанға ихтимал һис юҡ. Ошо хҽзистҽ ҽйтелгҽн “Аллаһтың бурысы” – ул Раббыбыҙҙың Үҙ ирке менҽн ҿҫтҿнҽ алған вҽғҽҙҽһе, юҡһа Аллаһҡа бер кем дҽ һҽм бер нҽмҽ лҽ ҡуша алмай, ҽлбиттҽ. Аллаһ Тҽғҽлҽне беҙ Ул Үҙе яратҡан мҽхлүктҽр1 менҽн һис тҽ сағыштыра алмайбыҙ. Башҡа бер хҽдистҽ ҽйтелеүенсҽ, Ул рҽхмҽте һҽм ғҽҙеллеге менҽн миһырбанлыҡты Үҙенҽ бурыс итеп алһа, ҡыйырһытыуҙы Ул Үҙ-үҙенҽ тыйҙы... 9. Ғүтбҽн ибн Мҽлик һҿйлҽүенсҽ, пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ: “Аллаһ Тҽғҽлҽ утты “Лҽ илҽһҽ
1
“Мҽхлук” тигҽн һүҙ ябай телдҽ ҽр булараҡ ҡулланыла. Дини контекста иһҽ был һүҙ бар яратылған нҽмҽлҽрҙе (русса: созданные) үҙ эсенҽ ала.
иллҽллаһ” тигҽн кешегҽ хҽрҽм ҡылды, ҽгҽр кеше быны тик Аллаһ ризалығы ҿсҿн генҽ ҽйтһҽ” 1, – тине.
Ҿсҿнсҿ дҽрес: Тҽүхидтең тҿрҙҽре Раббыбыҙ Аллаһ – ул бар йыһан ҿсҿн дҽ үлүһийҽт Эйҽһе, һҽм ғибҽҙҽттҽребеҙҙе тик Уға ғына йүнҽлтеү, динде тик Уға ғына арнау үлүһийҽт тҽүхиде тип атала. Ошо инде “лҽ илҽһҽ иллҽллаһ” тигҽн һүҙҙҽрҙең мҽғҽнҽһе. Үлүһийҽт тҽүхиде, асылда, тҽүхидтең башҡа тҿрҙҽренҽ лҽ юл аса. Ҽгҽр ҿҫтҿнсҽ генҽ ҡараһаҡ, тҽүхидтең ике тҿрҿ бар: Беренсе тҿр: ғилми йҽ иғтиҡади2 тҽүхид. Был тҽүхид Аллаһ Тҽғҽлҽне белеү һҽм таныу менҽн бҽйле. Аллаһ Тҽғҽлҽгҽ ышанып, Уның сифаттарының, исемдҽренең, эштҽренең барлығын; Уның китаптар индереүен, ошо йыһан Хужаһы булыуын, хикмҽтен, ярамаған сифаттарҙан ҿҫтҿн булыуын белеү... Икенсе тҿр: талаби йҽ иради тҽүхид. Башҡа һүҙ менҽн уны ғибҽҙҽттҽге тҽүхид тип тҽ атап була. Ентеклҽберҽк бүлһҽк, тҽүхидтең ҿс тҿрҿ бар: 1. Рубүбийҽт тҽүхиде. Был – Аллаһ Тҽғҽлҽнең Берҙҽн-бер Яратыусы, Ризыҡ биреүсе, Йыһанды ҡурсалаусы булыуына ышаныу. Ул Үҙе яратҡан бар тереклеккҽ бҿтмҽҫ-тҿкҿнмҽҫ ниғмҽттҽрен яуҙырып тора, ҡайһы бер кешелҽрҙе пҽйғҽмбҽр итеп һайлай, ошо пҽйғҽмбҽрҙҽргҽ һҽм уларға эйҽрелеүселҽргҽ кҿслҿ иман, дҿрҿҫ аҡида, күркҽм ҽхлаҡ, файҙалы белемдҽр, изге ғҽмҽлдҽр бүлҽк итҽ. Ошо йҿрҽктҽрҙе һҽм күңелдҽрҙе тҽрбиҽлҽү кешене ошо донъяла һҽм ахирҽттҽ бҽхеткҽ ирештерҽ. Тимҽк, ҡыҫҡаса рубүбийҽт тҽүхиде – ул Аллаһ Тҽғҽлҽнең эштҽрендҽ Уға тиңдҽш күрмҽү. 2. Исем-сифаттар тҽүхиде. Был – тик Аллаһ Тҽғҽлҽнең генҽ һҽр йҽһҽттҽн мотлаҡ камиллыҡ Эйҽһе булыуына ныҡлы ышаныу. Бындай ышаныу Аллаһ Тҽғҽлҽнең Үҙе тураһында йҽ Мҿхҽммҽт
1
Бухари һҽм Мүслим йыйынтыҡтарында булған хҽдис.
2
Иғтиҡади: күңелдҽге тҿшҿнсҽ менҽн бҽйле.
пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺУның турала ҽйткҽн бар исемдҽре һҽм сифаттарын да ҡабул итеү менҽн мҿмкин. Ҡҿрьҽндҽ һҽм сҿннҽттҽ килгҽн исем һҽм сифаттарҙы дҿрҿҫ шҽкелдҽ аңлау мҿһим – уларҙы Аллаһ Тҽғҽлҽнең бҿйҿклҿгҿнҽ хас итеп, бер исемде һҽм сифатты ла инҡар итмҽй ()تعطيم, мҽғҽнҽһен үҙгҽртмҽй ()تحريف, мҽхлүктҽрҙең үҙенсҽлеге менҽн сағыштырмай ()تًثيم, «нисек?» тип һорамай ( )تكييفтанырға кҽрҽк. Шулай уҡ Аллаһ Тҽғҽлҽ Үҙен йҽ пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺУны нҽмҽ менҽн тасуирламаһа, шул сифаттарҙы беҙ ҙҽ Аллаһҡа ҡушмайбыҙ. Рубүбийҽт һҽм исем-сифаттар тҽүхиден Аллаһ Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндең күп сүрҽлҽрендҽ асыҡ аңлатып бирҽ – мҽҫҽлҽн, «Тимер», «Таһҽ», «Ҡыуып сығарыу», «Ғимран ғаилҽһе», «Ихлас» һҽм башҡа сүрҽлҽрҙҽ... 3. Үлүһийҽт тҽүхиде. Был тҿр тҽүхидкҽ шулай уҡ “ғибҽҙҽт тҽүхиде” тиҙҽр. Был – Аллаһ Тҽғҽлҽнең бҿтҽ кешелҽр тарафынан да ғибҽҙҽткҽ лайыҡлығын белеп һҽм танып, ошо тҿшҿнсҽгҽ күрҽ ғҽмҽл итеү. Үлүһийҽт тҽүхиде бар ғибҽҙҽттҽребеҙҙе лҽ Аллаһҡа арнап, тик Уның ғына динен тотоуҙо талап итҽ һҽм унан алдағы ике тҿр тҽүхидте үҙ эсенҽ ала. Сҿнки үлүһийҽт бар камиллыҡ сифаттарын һҽм бар рубүбийҽт сифаттарын таныу тигҽн һүҙ: ысынлап та, кемделер илаһ итеп таныу – уның бҿйҿклҿгҿн, хатта бҿтҿн үҙенсҽлектҽрендҽ һҽм эштҽрендҽ иң бҿйҿк булыуын ҡабул итеү бит. Шулай итеп, ҡыҫҡаса үлүһийҽт тҽүхиде – ул тик Аллаһ Тҽғҽлҽнең ғибҽҙҽткҽ лайыҡ булғанын таныу. Үлүһийҽт тҽүхиде – бҿтҽ пҽйғҽмбҽрҙҽр ҙҽ килтергҽн миссия, дҽғүҽт булған. Бының турала “Кафырҙар” сүрҽһендҽ ошолай тиелгҽн: «1. Ҽйт: “Эй һеҙ, кафырҙар! 2. Һеҙ табынған нҽмҽгҽ мин табынмайым. 3. Һҽм мин ғибҽҙҽт ҡылған нҽмҽгҽ һеҙ ғибҽҙҽт ҡылыусы түгелһегеҙ. 4. Һҽм һеҙ табынған нҽмҽгҽ мин табыныусы түгел. 5. Һҽм мин ғибҽҙҽт ҡылған нҽмҽгҽ һеҙ ғибҽҙҽт ҡылыусы түгелһегеҙ. 6. Һеҙҙең үҙ динегеҙ, минең – үҙ динем!”». (“Кафырҙар” сүрҽһе). Шулай уҡ бының турала “Сҽждҽ” сүрҽһенең башында һҽм аҙағында, “Ярлыҡаусы” сүрҽһенең башында, уртаһында һҽм аҙағында, “Кҽртҽлҽр” сүрҽһенең башында һҽм аҙағында һҽм башҡа сүрҽлҽрҙҽ лҽ һүҙ бара. Ғҿмүмҽн, Ҡҿрьҽндең бҿтҽ сүрҽлҽре лҽ тҽүхидтең ниндҽйҙер тҿрҿ тураһында һҿйлҽй, сҿнки Аллаһтың китабы бер нисҽ тҿр хҽбҽр еткерҽ:
– Йҽ Аллаһ Тҽғҽлҽ, Уның исемдҽре, сифаттары, һүҙҙҽре, эштҽре тураһында. Был – ғилми тҽүхид, йҽғни рубүбийҽ һҽм исем-сифаттар тҽүхиде. – Йҽ тиңдҽше булмаған Аллаһ Тҽғҽлҽгҽ ғибҽҙҽт итеүгҽ һҽм Унан башҡа илаһлаштырылған поттарҙан баш тартыуға саҡырыу (дҽғүҽт). Был – талаби, иради тҽүхид, йҽғни үлүһийҽт тҽүхиде. – Йҽ ҽмерҙҽр һҽм тыйыуҙар, Аллаһ Тҽғҽлҽгҽ итҽғҽт итеүгҽ саҡырыу. Был – тҽхидтең хаҡтары һҽм уны камиллаштырыусы нҽмҽлҽр. – Йҽ тҽүхид ҽһелдҽренҽ буласаҡ хҿрмҽт, уларға был донъяла бирелҽсҽк еңеү һҽм ярҙам, шулай уҡ теге донъяла уларҙы кҿткҽн йҽннҽт тураһында. Был – тҽүхидтең һҿҙҿмтҽһе. – Йҽ ширк ҽһелдҽре һҽм уларҙың был донъяла тапҡан язалары, уларҙы теге донъяла кҿткҽн йҽһҽннҽм тураһында. Был – тҽүхидте инҡар итеүҙең һҿҙҿмтҽһе. Шулай итеп, Ҡҿрьҽн тулыһынса тҽүхид, уның хаҡтары, ҽһелдҽре, уны ҡабул итеү-итмҽү һҿҙҿмтҽлҽре тураһында1.
Дүртенсе дҽрес: Тҽүхидтең емештҽре һҽм файҙалары. Тҽүхидтең бҿйҿк фазилҽттҽре, файҙалы һҿҙҿмтҽлҽре, матур эҙҙҽре була. Шуларҙың бер нисҽүен ҡарап үтҽйек: 1. Был донъяла һҽм ахирҽттҽ булған бар яҡшы нҽмҽ – тҽүхидтең емештҽре һҽм фазилҽттҽре. 2. Донъяла һҽм ахирҽттҽ булған бар ҡайғыларҙан да ҡотолоу юлы – тҽүхидтҽ. Уның аша Аллаһ Тҽғҽлҽ ике донъя язаларынан ҡотҡара һҽм хҽйер-ниғмҽттҽрен мул итеп бирҽ. 3. Саф тҽүхид донъяла һҽм ахирҽттҽ иң тулы сҽлҽмҽтлек барлыҡҡа килтерҽ: «Иман килтергҽндҽр һҽм имандарын золом менҽн ҡапламағандар, уларға – именлек, һҽм улар тура юлдан барыусылар». (“Мал-тыуар” сүрҽһе, 82 аят). 4. Тҽүхид ҽһеле камил һидҽйҽткҽ ирешеп һҽр тҿрлҿ сауап һҽм уңыштарға ҿлгҽшҽ.
، وانقول انسديد،12-11 ص، وفتح انًجيد،050/3 ، البٍ انقيى،ٍ يدارج انسانكي4) اَظر1( .32/1 ، ويعارج انقبول،10ص
5. Аллаһ Тҽғҽлҽ тҽүхид арҡаһында гҿнаһтарҙы ғҽфү итҽ. Ҽнҽс ибн Мҽликтҽн килгҽн ҡудси 1 хҽдистҽ ҽйтелгҽнсҽ, Аллаһ Тҽғҽлҽ шулай тигҽн: “Эй, Ҽҙҽм балаһы! Һин Миңҽ Ер тулы гҿнаһтар менҽн килеп, Мине ширк ҡылмайынса осратһаң, Мин һине Ер тулы мҽғфирҽт 2 менҽн ҡаршы алырмын”. 6. Тҽүхид арҡаһында Аллаһ кешене йҽннҽткҽ керетҽ. Ғүбҽдҽ риүҽйҽт итеүенсҽ, пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺшулай тине: “Кем дҽ кем тиңдҽше булмаған Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, ҽ Мҿхҽммҽт ()ﷺ – уның ҡоло һҽм илсеһе, тип шаһитлыҡ ҡылһа, шулай уҡ Ғайса – Аллаһтың ҡоло һҽм илсеһе, Мҽрйҽмгҽ ташлаған һүҙе һҽм рухы, тип шаһитлыҡ ҡылһа, йҽннҽт – хаҡ, йҽһҽннҽм – хаҡ, тип таныһа, Аллаһ уны булған ғҽмҽлдҽре менҽн йҽннҽткҽ керетер” 3. 7. Ҽгҽр кешенең йҿрҽгендҽ тҽүхид камил булһа, ул кешене утҡа кереүҙҽн һаҡлай. Ғүтбҽн риүҽйҽт итеүенсҽ, пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺшулай тине: “Аллаһ Тҽғҽлҽ утты “лҽ илҽһҽ иллҽллаһ” тигҽн кешегҽ хҽрҽм ҡылды, ҽгҽр кеше быны тик Аллаһ ризалығы ҿсҿн генҽ ҽйтһҽ” 4. 8. Ҽгҽр кешенең күңелендҽ бойҙай хҽтле генҽ иман (тҽүхид) булһа ла, ошо иман уны уттан сығарасаҡ, иншҽ Аллаһ. 9. Тҽүхид – ул Аллаһтың ризалығына ирешеү ҿсҿн иң бҿйҿк сҽбҽп. Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ Мҿхҽммҽт пҽйғҽмбҽрҙең ( )ﷺшҽфҽғҽтенҽ тик ысын күңелдҽн “лҽ илҽһҽ иллҽллаһ” тигҽн кеше лайыҡ буласаҡ. 10. Бҿтҽ эштҽр һҽм һүҙҙҽр ҡабул булыу-булмау йҽһҽтенҽн тҽүхидкҽ таяна. Кешенең тҽүхиде ни тиклем кҿслҿ булһа, шул тиклем уның эштҽре лҽ камилыраҡ һҽм ҡабул булыуға лайығыраҡ була. 11. Тҽүхидте аңлау кешегҽ хҽйерле эштҽр ҡылыуҙы, гҿнаһтарҙы ташлауҙы һҽм бҽлҽлҽргҽ түҙеүҙе еңелҽйтҽ. Күңелендҽ тҽүхид кҿслҿ булған кеше Аллаһҡа еңелерҽк буйһона, сҿнки ул Уның ризалығын һҽм сауабын кҿтҽ. Шулай уҡ кешегҽ үҙ нҽфсен гҿнаһтарҙан тыйырға еңелерҽк була, сҿнки ундай кеше Аллаһтың ғазабынан ҡурҡа.
1
Кудси хҽдис – пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺеткергҽн Аллаһ Тҽғҽлҽнең һүҙҙҽре. Ҡудси хҽдистең эсендҽ Раббыбыҙ ҽйткҽн һүҙҙҽр булһа ла, ул хҽдис Ҡҿрьҽн тип аталмай. 2 Мҽғфирҽт – ғҽфү итеү. 3 Бухари һҽм Мүслим йыйынтыҡтарында булған хҽдис. 4 Бухари һҽм Мүслим йыйынтыҡтарында булған хҽдис.
12. Кешенең күңелендҽ тҽүхид кҿслҿ булһа, шул кешегҽ Аллаһ Тҽғҽлҽ иманды һҿйҙҿрҽ һҽм кҿфҿргҽ нҽфрҽт тыуҙыра. 13. Тҽүхид кешегҽ ҡыйынлыҡтар һҽм ауырлыҡтарҙы еңелерҽк кисеререгҽ ярҙам итҽ. Йҿрҽгендҽге тҽүхид ни тиклем кҿслҿ булһа, ул Аллаһтың тҽҡдире менҽн шул тиклем нығыраҡ риза була, тормоштоң ауырлыҡтарын тыныс күңел менҽн кисерҽ. 14. Тҽүхид кешене башҡа кешелҽргҽ ҡол булыуҙан, уларҙан ҡурҡыуҙан, ҿмҿт итеүҙҽн азат итҽ. Был – ысын ғорурлыҡ, бҿйҿк ғиззҽт. Тик Аллаһҡа ғибҽҙҽт иткҽн кеше Унан башҡаһынан бер нҽмҽ лҽ кҿтмҽй, бер кемдҽн дҽ ҡурҡмай, бер кемгҽ лҽ ҿмҿтҿн бағламай... 15. Ҽгҽр кешенең күңелендҽге тҽүхид камил булып, уның ихласы ла там булһа, кешенең ҽҙ генҽ ғҽмҽле лҽ күп булып яҙыла, уның яҡшы һүҙҙҽре һҽм эштҽре бихисап итеп арттырыла. 16. Аллаһ Тҽғҽлҽ тҽүхид ҽһелдҽренҽ ярҙам һҽм еңеү, ғиззҽт һҽм хҿрмҽт вҽғҽҙҽ иткҽн. Ул уларҙы һидҽйҽткҽ күндереп, яҡшы ғҽмҽлдҽрен еңелҽйтеп, һүҙҙҽрен һҽм эштҽрен кҽрҽкле яҡҡа йүнҽлтҽсҽк. 17. Тҽүхид ҽһелдҽренҽн Аллаһ Тҽғҽлҽ Үҙе ике донъя бҽлҽлҽрен ситкҽ этҽр, уларға матур тормош бүлҽк итеп күңел тыныслығын индерер. Ошо ҽйткҽн һүҙҙҽребеҙҙе иҫбат итеүсе хҽбҽрҙҽр Ҡҿрьҽндҽ лҽ, сҿннҽттҽ лҽ күп. Ибн Тҽймийҽ (Аллаһтың рҽхмҽтендҽ булһын) ҽйтеүенсҽ: “Йҿрҽктҽрҙең ысын ҡыуанысы һҽм там лҽззҽте – тик Аллаһ Тҽғҽлҽне һҿйҿүҙҽ, Уның һҿйгҽн эштҽрен ҡылып, Уға яҡыныраҡ булыуҙа...”.
Икенсе бүлек: Ширктең ҡараңғылыҡтары Беренсе дҽрес: ширктең тҿшҿнсҽһе Ғҽрҽп телендҽ “ширк” һүҙе “уртаҡлашыу” тигҽнде аңлата. Был һүҙҙҽн барлыҡҡа килгҽн башҡа исемдҽр һҽм ҡылымдар ҙа ошо мҽғҽнҽгҽ яҡын. Мҽҫҽлҽн, “шҽрикҽ” – ул “фирма”, йҽғни бер нисҽ кешенең уртаҡ эше. “Иштҽракҽ”, “тҽшҽракҽ”, “шҽракҽ” тигҽн ҡылымдар “уртаҡлашыу” тигҽн
мҽғҽнҽлҽ ҡулланыла. Ҽ “ҽшракҽ биллҽһ” – ул Аллаһҡа тиңдҽш, уртаҡ ҡушты, тигҽн һүҙ 1. Ошо иң ҡуҡыныс ғҽмҽлде ҡылған кешене “мүшрик” тип атайҙар. Ширк – иң ҡурҡыныс гҿнаһ, сҿнки ширк ҡылған кеше үҙен бар иткҽн Аллаһ Тҽғҽлҽгҽ кемделер тиңдҽш күрҽ. Ширк кешенең эштҽрен юйып, улар ҿсҿн алына торған сауапты юҡҡа сығара. Кем дҽ кем Аллаһҡа тиңдҽш тотоп, шул ялған илаһты яратып, бҿйҿклҽп, уның артынан эйҽрһҽ, мүшрик була. Ширк – Аллаһ Тҽғҽлҽ менҽн кемделер бер рҽткҽ ҡуйыу, тигеҙлҽү. Бының турала Ҡҿрьҽндҽ шулай тиелгҽн: «Аллаһ менҽн ант итҽбеҙ, беҙ бит фҽҡҽт асыҡ аҙашыуҙа булғанбыҙ, ғҽлҽмдҽр Раббы менҽн һеҙҙе берҙҽй һанаған ваҡытта!» (“Шағирҙар” сүрҽһе, 97 – 98 аяттар). Ширктең ике тҿрҿ була: ислам диненҽн сығарыусы оло ширк һҽм диндҽн сығармай торған кесе ширк. Был ике ширк араһындағы айырманы ҽле аңлатырбыҙ, иншҽ Аллаһ. Сҽғди исемле ғалим (Аллаһ рҽхмҽтендҽ булһын) ҽйтеүенсҽ, оло ширктең бҿтҽ тармаҡтарын да ҡыҫҡаса аңлатһаҡ – ул кешенең ниндҽйҙер ғибҽҙҽт тҿрҿн Аллаһҡа түгел, ҽ башҡа кемгҽлер йүнҽлтеүе. Ниндҽйҙер беҙгҽ йҿкмҽтелгҽн иғтиҡадты (күңелдҽге ышаныуҙы), йҽ һүҙҙе, йҽ эште тик Аллаһҡа ғына арнау – ул тҽүхид, иман һҽм ихлас, ҽ башҡаға арнау – ширк һҽм кҿфҿр. Ошо инде оло ширкте айырған нҽмҽ, һҽм был ҡағиҙҽнҽн бер нҽмҽ лҽ ситтҽ ҡалмай. Кесе ширккҽ килгҽндҽ – ул оло ширккҽ килтерҽ алған бҿтҽ юлдар: ғибҽҙҽт булып һаналмаған телҽктҽр, һүҙҙҽр, эштҽр.
Икенсе дҽрес: Ширкте кире ҡағыусы ҡҽтғи дҽлилдҽр Ширктең яманлығын аңлатҡан, уның ҽһелен шелтҽлҽгҽн асыҡ дҽлилдҽр бик күп. Ҡайһы берҙҽрен ҡарап үтҽйек: 1. Пҽйғҽмбҽр, йҽ ҽүлиҽ, йҽ фҽрештҽ, йҽ енгҽ ниндҽйҙер ғибҽҙҽт тҿрҿн йүнҽлтһҽ (мҽҫҽлҽн, доға), кеше Аллаһтан башҡа илаһҡа табына. Был – оло ширк, уның турала Аллаһ Тҽғҽлҽ шулай тигҽн: «Аллаһ Үҙенҽ тиңдҽш тотоуҙы ярлыҡамай, ҽммҽ унан белҽкҽйерҽк гонаһтарҙы телҽгҽн
1
Аллаһҡа тиңдҽш тотоу – ул ислам динендҽ иң бҿйҿк гҿнаһ, сҿнки ундай кеше кемделер Аллаһ Тҽғҽлҽ урынына ҡуйып, шул ялған илаһына ялбара, унан ҡурҡа, уға ҿмҿттҽрен бҽйлҽй – ҡыҫҡаһы, ғибҽҙҽт итҽ.
кешеһенҽ ғҽфү итҽ. Аллаһҡа тиңдҽш тотҡан кеше оло ялған уйлап сығарған була». (“Ҡатындар” сүрҽһе, 48 аят). 2. Аллаһтан башҡа илаһты һайлаған кешегҽ аңлатыла торған дҽлилдҽрҙең береһе – Аллаһ Тҽғҽлҽнең ошо һүҙҙҽре: «Ҽллҽ улар терелтҽ торған илаһтарҙы ерҙҽн алдылармы? Ҽгҽр унда (Ерҙҽ һҽм күктҽ) Аллаһтан башҡа илаһтар булһа, улар (Ер һҽм күк) һҽлҽк булыр ине. Ғҽрш хужаһы булған Аллаһҡа дан! Уға ҡушып һҿйлҽнгҽн нҽмҽлҽрҙҽн юғары Ул! Нимҽ эшлҽгҽне тураһында Ул һоралмай, ҽммҽ улар һоралырҙар». (“Пҽйғҽмбҽрҙҽр” сүрҽһе, 21 – 23 аяттар). Был аятта Аллаһ Тҽғҽлҽ Унан башҡа ниндҽйҙер илаһ (ташмы, ағасмы, тағы ниндҽйҙер потмо) булыуҙы инҡар итҽ. Ул ялған илаһтар үлелҽрҙе терелтҽ алалармы? Ҽлбиттҽ, юҡ – терелтҽ алмайҙар, һҽм ерҙҽ йҽ күктҽ ғибҽҙҽткҽ лайыҡ булған башҡа илаһтар булһа, бҿтҿн йыһан һҽм тереклек һҽлҽк булыр ине, сҿнки хужаларҙың күплеге бҽхҽскҽ һҽм һыйышмаусанлыҡҡа килтерҽ. Ҽйтҽйек, ике илаһ бар ти. Береһе нҽмҽнеңдер барлыҡҡа килеүен телҽне, икенсеһе быны телҽмҽй, йҽки бер илаһ нҽмҽнелер бирергҽ телҽй, икенсеһе – бирмҽҫкҽ итҽ, йҽки бер илаһ нҽмҽнелер ҡыбырлатырға бойора, ҽ икенсе илаһ ул нҽмҽнең ҡуҙғалыуын телҽмҽй... Был бҿтҽ ғҽлҽмдең һҽм томоштоң боҙолоуона сҽбҽпсе булыр ине. Сҿнки: * ике ике илаһтың да ҽмере үтҽлҽ алмай. Был осраҡта ике ҡапма-ҡаршылыҡтың берлҽшеүе кҽрҽк булыр ине – мҽҫҽлҽн, бер үк нҽмҽ үле лҽ, тере лҽ булырға тейеш, йҽ ҡыбырлай ҙа, ҡыбырламай ҙа... * ике илаһтың да ҽмере үтҽлмҽһҽ, был илаһтарҙың икеһе лҽ кҿсһҿҙ тигҽн һүҙ. Ҽ кҿсһҿҙ нҽмҽ ғибҽҙҽткҽ лайыҡ түгел. * ике илаһтың береһенең генҽ бойороғо үтҽлһҽ, шул илаһ – кҿслҿ һҽм ҡҿҙрҽтле, ҽ икенсеһе – кҿсһҿҙ булыр. * ике илаһтың һҽр бойороҡта бер ҡарарға килеүҙҽре мҿмкин түгел. Аңлашылғанса, бҿтҽ ҽмер-бойороҡтары үтҽлеп, үҙенҽ бер ниндҽй ҙҽ ҡаршылыҡ осратмаған илаһ – ул Раббыбыҙ Аллаһ Тҽғҽлҽ үҙе! Унан башҡа яратыусы, илаһ, йыһан хужаһы юҡ. Ошо дҽлилде (илаһтарҙың күп була алмауын) аҡида фҽнендҽ “һыйышмауасанлыҡ дҽлиле” тип атайҙар. Уны Аллаһ Тҽғҽлҽ тағы бер аятта килтергҽн: «Аллаһ һис бер ир бала алманы, һҽм Уның менҽн йҽнҽш һис бер илаһ та булманы. Юғиһҽ, һҽр бер илаһ үҙе барлыҡҡа килтергҽнде алып китер
ине, һҽм уларҙың бҽғзелҽре башҡаларынан ҿҫтҿн булып китер ине. Дан Уға – Улар ҡушып һҿйлҽгҽндҽн юғары Ул – ғҽйеп нҽмҽлҽрҙе лҽ, күҙгҽ күренгҽн нҽмҽлҽрҙе лҽ белеүсегҽ; улар Уға тиңдҽш яһаған нҽмҽнҽн юғары Ул!» (“Мҿьминдҽр” сүрҽһе, 91 – 92 аяттар). Ошо юғарылағы һҽм аҫтағы ғҽлҽм, уларҙың тҽртибе, иплелеге, бер-береһе менҽн ғҽжҽйеп бҽйле булыуы – камиллыҡтың иң ҿҫтҿн дҽрҽжҽһендҽ: «Һин Ҽр-Рҽхмандың (Аллаһ Тҽғҽлҽнең бер исеме) барлыҡҡа килтереүендҽ һис бер килешһеҙлек күрмҽйһең. Яңынан ҡара, тҽртипһеҙлек күрерһеңме һин?» (“Хакимиҽт” сүрҽһе, 3 аят). Тирҽ-яғыбыҙҙағы бар нҽмҽ лҽ тереклек ҿсҿн Аллаһтың хикмҽте менҽн яратылған, һҽм бар йыһандың да сҽғҽт кеүек ипле эшлҽп тороуо Бер идарасы, Бер хужа, Бер илаһ, Бер яратыусыға күрһҽтҽ... 3. Бҿтҿн аҡыллы кешелҽргҽ билдҽле булыуынса, Аллаһтан башҡа илаһлаштырылған нҽмҽлҽр һҽр йҽһҽттҽн кҿсһҿҙ. У ялған илаһтар үҙҙҽренҽ лҽ, башҡаларға ла ярҙам йҽ зыян күрһҽтҽ алмайҙар. Кемделер терелтҽ йҽ үлтерҽ алмайҙар, күтҽрмҽйҙҽр ҙҽ, тҿшҿрмҽйҙҽр ҙҽ. Ғҿмүмҽн, Раббыбыҙҙа булған бер сифатҡа ла ул ялған илаһтар эйҽ түгел, шулай булғас, ниңҽ уларға табынырға?! Ниңҽ уларҙан ҡурҡырға, нҽмҽлер ҿмҿт итергҽ?! Үҙҙҽре ишетмҽгҽн, күрмҽгҽн, һҿйлҽшмҽгҽн нҽмҽлҽргҽ (мҽҫҽлҽн, Будда кеүек таш һындарға) ниңҽ ялбарып, үҙ-үҙеңде кҽмһетергҽ? Аллаһ Тҽғҽлҽ Унан башҡа илаһлаштырылған нҽмҽлҽр тураһында бик асыҡ аңлатҡан: «Һеҙгҽ ҡарата зыянға ла, файҙаға ла хужа булмағанға Аллаһтан тыш табынаһығыҙмы ни, ҽ бит Аллаһ ишетҽ һҽм белҽ!”, – тип ҽйт». (“Аш табыны” сүрҽһе, 76 аят). Шулай уҡ: «“Улар һис бер нҽмҽне барлыҡҡа килтерҽ алмай торғанды Уға тиңдҽш итерҙҽрме ни, ҽ улар үҙҙҽре барлыҡҡа килтерелгҽндҽр, һҽм уларға ярҙам итергҽ лҽ кҿстҽре етмҽй, үҙ-үҙҙҽренҽ лҽ ярҙам итҽ алмайҙар. Ҽгҽр һеҙ уларҙы тура юлға саҡырһағыҙ, улар һеҙгҽ эйҽрмҽй. Һеҙ уларҙы саҡыраһығыҙмы, ҽллҽ һүҙ ҡушмайһығыҙмы – һеҙҙең ҿсҿн барыбер. Аллаһтан башҡа һеҙ доға ҡыла торған нҽмҽлҽр – һеҙҙең кеүек үк ҡолдар! Саҡырығыҙ уларҙы, ҽйҙҽ, яуап бирһендҽр һеҙгҽ, ҽгҽр һеҙ хаҡ һҿйлҽүселҽрҙҽн булһағыҙ! Ҽллҽ уларҙың аяҡтары бармы, улар менҽн йҿрҿй торған, йҽки ҡулдары бармы, улар менҽн тота торған, йҽки уларҙың күҙҙҽре бармы, улар менҽн күрҽ торған, йҽки уларҙың ҡолаҡтары бармы, улар менҽн ишетҽ торған? Ҽйт: «Тиңдҽштҽрегеҙҙе саҡырығыҙ, һҽм шунан һуң миңҽ ҡаршы хҽйлҽ ҡороғоҙ һҽм миңҽ кисектереү бирмҽгеҙ! Ысынлап та, минең дуҫым – Аллаһ, Ул китап индергҽн һҽм изгелек ҡылыусыларға ярҙам итҽ! Ҽ һеҙ Аллаһтан башҡа доға ҡылған нҽмҽлҽр һеҙгҽ ярҙам итҽ
алмайҙар һҽм үҙ-үҙҙҽренҽ лҽ ярҙам итмҽйҙҽр». Һин уларҙы тура юлға саҡырһаң, улар тыңламай. Һҽм һин уларҙың һиңҽ ҡарап тороуҙарын күрҽһең, ҽммҽ улар күрмҽй». (“Кҽртҽлҽр” сүрҽһе, 191 – 198 аяттар). Башҡа бер аятта иһҽ шулай тигҽн: «Һҽм улар, бер нҽмҽ лҽ барлыҡҡа килтерҽ алмаған, ҽ үҙҙҽре барлыҡҡа килтерелгҽн илаһтарҙы Уның урынына алдылар. Ул нҽмҽлҽр үҙҙҽренҽ зарар ҙа, файҙа ла итҽ алмай һҽм улар үлемгҽ лҽ, тереклеккҽ лҽ һҽм үлгҽндҽн һуң ҡҽберҙҽрҙҽн сығарыуға ла хужа түгел». (“Айырғыс” сүрҽһе, 3 аят). Ошо сифаттарҙа булған ялған илаһтар уларға табынған ҡолдарҙы бер ниндҽй бҽлҽнҽн дҽ ҡотҡара алмай, ҽлбиттҽ. «“Аллаһтан башҡа кемде алғанһығыҙ, шуларҙы саҡырығыҙ, уларҙың һеҙҙҽн яманлыҡты алып ташларға ла йҽки үҙгҽртергҽ лҽ кҿстҽре етмҽй!” – тип ҽйт» , – тигҽн Аллаһ Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ. (“Тҿндҽ күсереү” сүрҽһе, 56 аят). 4. Белеүебеҙсҽ, мүшриктҽр илаһ итеп күргҽн пҽйғҽмбҽрҙҽр, ҽүлиҽлҽр, фҽрештҽлҽр, ендҽр, үҙҙҽре Аллаһҡа ғибҽҙҽт итеп, Уға мохтажлыҡтарын күрһҽтеп, Уға яҡынайырға телҽйҙҽр. Рҽхмҽтенҽ ҿмҿт итеп, Уның ғазабынан ҡурҡалар. Шундай йҽн эйҽһен нисек илаһлаштырырға була? «Улар доға ҡылған теге нҽмҽлҽр, Раббыларына ынтылыу юлын үҙҙҽре эҙлҽйҙҽр, уларҙың ҡайһыһы яҡыныраҡ тип, Уның рҽхмҽтен ҿмҿт итҽлҽр, һҽм Уның ғазабынан ҡурҡалар. Ысынлап та, Раббыңдың ғазабынан ҡурҡырға кҽрҽк!» (“Тҿндҽ күсереү” сүрҽһе, 57 аят). 5. Аллаһ Тҽғҽлҽ аңлатып биргҽнсҽ, Унан башҡа илаһ тип күрелгҽн нҽмҽлҽр бҿтҿн яҡлап та кҿсһҿҙ һҽм доғаларҙа һоралған нҽмҽлҽргҽ яуап бирҽ алмайҙар. Улар Ерҙҽ һҽм күктҽ сүп ҡҽҙҽр нҽмҽгҽ лҽ эйҽ түгел – үҙ аллы булһалар ҙа, бергҽлҽшһҽлҽр ҙҽ. Ошо илаһлаштырылған нҽмҽлҽр бер нисек тҽ Аллаһҡа ярҙамсы түгел, һҽм Уның хозурунда бер кем дҽ башҡаһы ҿсҿн яҡлаша алмаҫ, иллҽ мҽгҽр Аллаһ үҙе быға рҿхсҽт бирһҽ: «“Аллаһтан башҡа уйлап сығарған нҽмҽлҽрегеҙҙе саҡырығыҙ!” – тип ҽйт. Уларҙың күктҽрҙҽ һҽм Ерҙҽ туҙан ауырлығы тиклем дҽ милектҽре юҡ. Уларҙың унда ҡатнашлығы ла юҡ, һҽм улар араһында Уға ярҙамсы ла юҡ. Уның ҡаршыһында Ул рҿхсҽт иткҽндҽрҙҽн башҡаларҙың яҡлауы файҙа итмҽҫ...». (“Сҽбҽ” сүрҽһе, 22 – 23 аяттар). Шулай уҡ: «Ошо Аллаһ һеҙҙең Раббығыҙ, батшалыҡ Уныҡы, ҽ Аллаһтан башҡа табынған нҽмҽгеҙ хҿрмҽ ҡабығы тиклем нҽмҽгҽ лҽ эйҽ түгел. Ҽгҽр уларға ялбарһағыҙ, улар һеҙҙең доғағыҙҙы ишетмҽй, ишетһҽлҽр ҙҽ яуап ҡайтармаҫтар ине, һҽм Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ тиңдҽш
тотоуығыҙҙы улар инҡар итер. Һҽм һиңҽ бер кем дҽ хҽбҽрҙар шикелле хҽбҽр бирҽ алмаҫ!» (“Барлыҡҡа килтереүсе” сүрҽһе, 13 – 14 аяттар). 6. Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелгҽнсҽ: «Ҽйт: “Аллаһтан башҡа һеҙ табына торған нҽмҽ тураһында уйланығыҙмы: ҽгҽр Аллаһ миңҽ зарар телҽһҽ, улар Уның зарарынан ҡотҡара алалармы, йҽки, ҽгҽр Аллаһ миңҽ рҽхмҽт телҽһҽ, улар Уның рҽхмҽтен тотоп тора алалармы?” – тип ҽйт. “Миңҽ Аллаһ еткҽн, тҽүҽккҽллҽүселҽр Уға тҽүҽккҽллҽй!” – тип ҽйт». (“Тҿркҿмдҽр” сүрҽһе, 38 аят). 7. Шулай уҡ Ҡҿрьҽндҽ шулай тиелҽ: «Аллаһтан башҡа һиңҽ файҙа ла, зарар ҙа итҽ алмай торған нҽмҽгҽ доға ҡылма, ҽгҽр һин быны эшлҽһҽң, залимдарҙан булырһың. Ҽгҽр Аллаһ һиңҽ зарар менҽн ҡағылһа, Үҙенҽн башҡа ул зарарҙан ҡотҡарыусы юҡ. Ҽгҽр Ул һиңҽ яҡшылыҡ телҽһҽ, Уның йомартлығын тотҡарлаусы юҡ. Ул уның менҽн Үҙ ҡолдарынан телҽгҽненҽ ҡағыла. Ул Ярлыҡаусы, Рҽхимле!» (“Юныс” сүрҽһе, 106 – 107 аяттар). Мҽхлүк булған нҽмҽ ысынлап та бер ниндҽй ҙҽ зыян йҽ файҙа килтерҽ алмай. Ҽ шундай сифаттағы нҽмҽгҽ доға ҡылған кеше, ҽлбиттҽ, бҿйҿк ширккҽ тҿшҽ. Файҙа йҽ зыяндың хасил булыуы – ул тик ғибҽҙҽткҽ лайыҡ булған Аллаһ Тҽғҽлҽнең ҡулында: «Ҽгҽр һиңҽ Аллаһ берҽй бҽлҽ-ҡаза менҽн ҡағылһа, Аллаһтан башҡа унан һис бер ҡотҡарыусы булмаҫ. Ҽ ҽгҽр Аллаһ һиңҽ хҽйерле нҽмҽ менҽн тейһҽ – Аллаһ һҽр нҽмҽгҽ ҡҿҙрҽтле!» (“Малтыуар” сүрҽһе, 17 аят). 8. Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелеүенсҽ: «Аллаһтан тыш, Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ тиклем яуап бирмҽй торған һҽм уларҙың доғаларынан битараф булған нҽмҽлҽргҽ доға ҡылыусынан да аҙашҡаныраҡ кем булыр? Кешелҽр йыйылғас, тегелҽр уларға дошман булыр һҽм уларҙың ҡоллоҡ ҡылыуҙарын кире ҡағыр» (“Ҡомдар” сүрҽһе, 5 – 6 аяттар). Кешене был донъяла ишетмҽгҽн, уға сүп ҡҽҙҽр ҙҽ ярҙам итҽ алмаған һҽм доғаһына яуап бирҽ алмаған нҽмҽгҽ ялбарыусы ни тиклем аҙашҡан! Бының ҿҫтҽүенҽ, илаһ күрелгҽн шул нҽмҽ Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ лҽ ул кешенҽн ваз кисҽсҽк һҽм хатта уны ҡарғаясаҡ... 9. Мҽҫҽл һҿйлҽү – ул иң яҡшы аңлатмаларҙың береһе. Был юл аша мҽғнҽүи хҽҡиҡҽттҽр
ниндҽйҙер матди сүрҽттҽ күрһҽтелҽ. Ошо юл менҽн мүшриктҽргҽ ҡаршы килтерелгҽн дҽлилдҽр кешенең йҿрҽгендҽ бик кҿслҿ тҽьҫир ҡалдыра. Ҡҿрьҽндҽ быға миҫалдар күп булғанлыҡтан, барыһын да килтерҽ алмайбыҙ, шуға ҿс мҽҫҽлдҽ генҽ туҡтап китҽйек. “Эй һеҙ, кешелҽр! Мҽҫҽл килтерелҽ – ҡолаҡ һалығыҙ уға! Ысынлап та, Аллаһтан башҡа һеҙ доға ҡыла торған нҽмҽлҽр бының ҿсҿн бергҽ йыйылһалар ҙа һис ваҡытта себен дҽ яһай алмаҫтар. Ҽгҽр себен уларҙан берҽй нҽмҽ тартып алып китһҽ, унан кире алырға кҿстҽре етмҽй. Һораусы ла, һоралыусы ла кҿсһҿҙ! Улар Аллаһты тейешле баһа менҽн баһаламаны. Ысынлап та, Аллаһ – Кҿслҿ, Бҿйҿк!” (“Хаж” сүрҽһе, 73 – 74 аяттар). Һҽр мосолманға ошо мҽҫҽлгҽ ҡолаҡ һалып, уны яҡшы аңларға кҽрҽк. Был мҽҫҽл кешенең күңелендҽге ширкте юҡҡа сығара: кешелҽр табынған ялған илаһтар себен булһа ла ярата алалармы? Үҙ аллы булмаһа, бҿтҽһе лҽ бергҽлҽшеп? Юҡ. Ҽ себендҽн ҙурыраҡ нҽмҽне? Ҽ себен нҽмҽнелер урлап ҡасһа, уны кире ҡайтара алырҙармы? Юҡ. Шулай булғас, ошо илаһтарға ниңҽ табынырға?1 Ошо – ширкте тҽнҡитлҽгҽн иң асыҡ мҽҫҽлдҽрҙең береһе. Шулай уҡ ширк ҽһелдҽренең Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ ни тиклем ҡурҡыныс отоласаҡтары тураһында ошо мҽҫҽл бар: «Үҙҙҽренҽ Аллаһтан башҡа ярҙамсылар тотҡан кешелҽр ҿй үргҽн үрмҽксе шикелле бит. Ҽ ҿйҙҽрҙең иң ныҡ булмағаны, ҽлбиттҽ, үрмҽксе ауы, ҽгҽр улар белһҽлҽр ине! Ысынлап та, уларҙың Унан башҡа доға ҡылған нҽмҽне Аллаһ белҽ. Ул – кҿслҿ, хикмҽтле! Был мҽҫҽлдҽрҙе Беҙ кешелҽргҽ килтерҽбеҙ, ҽммҽ уларҙы белемле кешелҽр генҽ аңлар» (“Үрмҽксе” сүрҽһе, 41 – 43 аяттар). Был мҽҫҽл – ниндҽйҙер кҿс, ғиззҽт, ярҙам ҿмҿт итеп, Аллаһтан башҡа ялған илаһтарға табыныусы кешелҽр тураһында. Раббыбыҙ шул илаһтарҙың кҿсһҿҙ, ҽ уларҙың ҡолдарының тағы ла ҿмҿтһҿҙ
1
Шуныһы ысынлап та ҡыҙыҡ: ҡайһы берҙҽр үҙ “илаһтарын” кеҫҽһендҽ, йҽ сумкаһында, йҽ муйынында тағып йҿрҿтҽлҽр. Ҽ ниндҽйҙер ҡурҡыныс янаһа, улар бит “Аллаһ, Аллаһ” тип ялбарырға тотона! Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер кешелҽр ҿйҙҽренҽ “аҡса килтереүсе баҡа” ҡуялар (Аллаһ Тҽғҽлҽ уларҙы тура юлға күндерһен!). Ҽ шул кешелҽрҙең, мҽҫҽлҽн, балалары ауырып китһҽ, улар: “Эй, баҡам, минең баламды йүнҽлт!” – тиҙҽрме ни?! Юҡ, ҽлбиттҽ – Аллаһтан ғына һорайҙар бит! Кемдең ҿйҿндҽ шундай баҡа тора – шул диндҽн сығарыусы оло ширк ҡыла, тимҽк, үлеп китһҽ, йҽннҽткҽ бер ҡасан да элҽкмҽйҽсҽк! Ул Ҡытайҙан килгҽн потто (идол) сығарып ташлағыҙ, уны ярып, башҡа кеше алмаҫлыҡ итегеҙ!
хҽлдҽ булыуын аңлатып биргҽн: улар ау урған үрмҽксе кеүек – ул үҙе лҽ, уның “ҿйҿ” лҽ мҿшкҿл, үргҽн һайын йомшай бара... Шулай уҡ Аллаһтан башҡаға һыйыныусылар ҙа – уларҙың ялған илаһтарға табыныуҙары үҙҙҽренҽ кҿс түгел, хҽлһеҙлек кенҽ ҿҫтҽй. Мүшриктҽрҙең аяныс хҽлдҽ булыуын күрһҽткҽн аяттарҙың бере – ошо: “Аллаһ бер ҡолдо мҽҫҽл итеп килтерҽ: уның турала һүҙ кҿрҽштереүсе хужалары булһа, ҽллҽ яҡшы мҿнҽсҽбҽттҽ булған бер кешегҽ бирелһҽ... Улар сағыштырыуҙа бер-береһенҽ тигеҙме ни? Аллаһҡа дан! Эйе, уларҙың күбеһе белмҽй шул!” (“Тҿркҿмдҽр” сүрҽһе, 29 аят). Был мҽҫҽлде Аллаһ Тҽғҽлҽ мосолман һҽм мүшрикте сағыштырып килтерҙе. Ҡол булған кешегҽ насар холоҡло хужалары ян-яҡтан тҿрлҿ бойороҡтар яуҙырһа яҡшымы, ҽллҽ ул кеше бер генҽ хужаның ҽмерҙҽрен үтҽп йҽшҽһҽ яҡшыраҡмы? Шулай уҡ ҽллҽ нисҽ илаһҡа табыныусы кеше лҽ аптыраҡта ҡалыр. Был илаһтарҙың ниндҽйҙер кҿсҿ булған хҽлдҽ лҽ уларҙың барыһының да ҡоло булыу ахмаҡлыҡ булыр ине... Мосолман иһҽ тиңдҽше булмаған бер генҽ Аллаһҡа ғибҽҙҽт иткҽс, уның “барыһына ла ярайым” тигҽн ҡайғыһы юҡ. Уның Шҽфҡҽтле, Миһырбанлы, Һҿйҿүсҿ Хужаһы бар, һҽм Ул – берҽү генҽ. 10. Ғибҽҙҽткҽ лайыҡ булған берҙҽн бер Раббыбыҙ бар нҽмҽгҽ лҽ ҡҿҙрҽтле, уның хакимиҽте һҽм кҿсҿ – бҿтҽ нҽмҽнең дҽ ҿҫтҿндҽ. Уның белеме бар донъяны һҽм ахирҽтте үҙ эсенҽ ала. Ошо сифаттарҙа булған Берҙҽн бер Илаһ һҽр ваҡыт күңелдҽ булырға, шҿкҿрҙҽр ишетергҽ, ҡолдарынан итҽғҽтлек күрергҽ, онотолмаҫҡа, кҿфҿр ишетмҽҫкҽ, ҡолдарынан гҿнаһтар – бигерҽк тҽ ширк – күрмҽҫкҽ лайыҡ... Аллаһ Раббыбыҙҙың башҡа бер кемгҽ лҽ, бер ниндҽй ялған илаһҡа ла хас булмаған камиллыҡ сифаттары күп, лҽкин ҡайһы берҙҽрен миҫал ҿсҿн һанап үтҽйек: 1. Үлүһийҽт. Үлүһийҽт, йҽғни ғибҽҙҽткҽ лайыҡлыҡ, Аллаһтан башҡа бер кемгҽ лҽ хас түгел. Раббыбыҙ Мҽңге тере («Ҽл-Хҽйй»), бер кемгҽ лҽ мохтаж түгел («Ҽл-Ғаний»). Уның Мҽңге тере булыуы йоҡо йҽ йоҡомһорау һымаҡ нҽмҽлҽрҙең Уға хас булмауынан билдҽле, ҽ бар йыһан һҽм тереклек – уның солтанаты1 аҫтында: «Күктҽрҙҽ һҽм Ерҙҽ булған һҽр кем Ҽр-Рахманға ҡол булып ҡына килҽ. Ул уларҙы һананы һҽм хисап менҽн иҫҽплҽне инде». (“Мҽрйҽм” сүрҽһе, 93 – 94 аяттар). 1
Солтанат – солтанлыҡ, хакимиҽт, власть.
Шулай уҡ Аллаһтың там хакимиҽтенең һҽм бҿйҿклҿгҿнҿң дҽлиле – Уның алдында бер кемдең дҽ кемдер ҿсҿн яҡлаша алмағанлығы. Бар яҡлышаусылар, түрҽлҽр, «бҿйҿктҽр» – бары тик Аллаһтың ҡолдары. Ҽгҽр Раббыбыҙ рҿхсҽт итмҽһҽ, бер кеше лҽ башҡаһы ҿсҿн яҡлаша алмаҫ. Аллаһтың белеме иһҽ һҽр нҽмҽгҽ үтеп инҽ. Ҽ был ғилемдең ниндҽйҙер ҿлҿшҿн Ул тик Үҙе һайлаған кешелҽренҽ генҽ бирҽ. Аллаһтың бҿйҿклҿгҿнҽ бер дҽлил – Уның ғҽршенең1 ерҙе һҽм күктҽрҙе ҡаплауы. Аллаһ Тҽғҽлҽ Ерҙе, күктҽрҙе һҽм унда булған бар тереклекте лҽ һаҡлап тора, һҽм был эш Уға һис тҽ ҡыйын түгел – Ул бар мҽхлүктҽрҙҽн дҽ ҿҫтҿн, уларҙың барыһын да Үҙ кҿсҿнҽ буйһондора2. «Аллаһ, Унан – Тере һҽм Мҽңге булғандан – башҡа илаһ юҡ. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла алмай; күктҽрҙҽ һҽм Ерҙҽ булған нҽмҽлҽр – Уныҡы. Уның алдында, Үҙ рҿхсҽтенҽн башҡа, кем яҡлаша алыр? Ул уларға ҡҽҙҽр булғандарҙы ла һҽм уларҙан һуң булғандарын да белҽ, ҽ улар, Уның телҽгенҽн тыш, Уның белеменҽн бер нҽмҽ лҽ аңлай алмай. Уның тҽхете күктҽрҙе һҽм Ерҙе билҽй, һҽм уларҙы һаҡлау Уға ауыр түгел, Ул Бҿйҿк, Олуғ!», – тиелгҽн Ҡҿрьҽндҽ. (“Һыйыр” сүрҽһе, 255 аят). 2. Аллаһ Тҽғҽлҽ – бҿтҿн мҽхлүктҽрҙе (кешелҽрҙе, ендҽрҙе, фҽрештҽлҽрҙе, матдҽлҽрҙе) Үҙ солтанатына буйһондорған Илаһ: «...Күктҽгелҽр һҽм Ерҙҽгелҽр, ирекле һҽм ирекһеҙ рҽүештҽ Уға бирелгҽндҽндҽр, һҽм Уға ҡайтарыласаҡтар» (“Ғимран ғаилҽһе” 83 аят). 3. Кемгҽлер ярҙам күрһҽтеү йҽ уны һҽлҽк итеү – тик Уның ҡулында. Бер хҽдистҽ ҽйтелгҽнсҽ, ҽгҽр бҿтҽ кешелҽр ҙҽ һиңҽ ярҙам итҽйек тип йыйылһалар, улар тик Аллаһ һиңҽ яҙған ҡҽҙҽр генҽ ярҙам итҽ алырҙар, һҽм шулай уҡ һиңҽ зыян килтерҽбеҙ тип берлҽшһҽлҽр, тик Аллаһ яҙған ҡҽҙҽр генҽ зыян итҽ алырҙар ине... «Ҽгҽр Аллаһ һиңҽ зарар менҽн ҡағылһа, Үҙенҽн башҡа ул зарарҙан ҡотҡарыусы юҡ. Ҽгҽр Ул һиңҽ яҡшылыҡ телҽһҽ, Уның йомартлығын тотҡарлаусы юҡ. Ул
1
Ғҽрш – тҽхет, лҽкин Аллаһтың ғҽрше ниндҽй булғанын беҙ белмҽйбеҙ. Беҙ тик Ул хҽбҽр иткҽн нҽмҽлҽргҽ ышанабыҙ, һҽм Раббыбыҙҙың теге йҽ был сифатын кешелҽр сифатына оҡшатып күҙ алдына килтермҽйбеҙ. Мҽҫҽлҽн, “Аллаһ ғҽрш ҿҫтҿндҽ ултыра” тип ҽйтергҽ ярамай. 2 Аллаһтың бер исеме – “Ҽл-Ҡаһһҽр”, йҽғни “бар нҽмҽне Үҙенҽ буйһондороусо”.
уның менҽн Үҙ ҡолдарынан телҽгҽненҽ ҡағыла. Ул Ярлыҡаусы, Рҽхимле!» (“Юныс” сүрҽһе, 107 аят). 4. Аллаһ Раббыбыҙҙың бар нҽмҽгҽ ҡҿҙрҽте етҽ, Уның кҿсҿ етмҽгҽн нҽмҽ юҡ: «Телҽгҽн нҽмҽһенҽ Уның ҽмере: “Бул!” – тип ҽйтеү генҽ етҽ, һҽм ул нҽмҽ барлыҡҡа килҽ». (“Йҽсин” сүрҽһе, 82 аят). 5. Аллаһтың белеме бар нҽмҽгҽ лҽ үтеп инҽ. Ул булып үткҽн, булып торған, буласаҡ нҽмҽне, хатта булмаған нҽмҽ булһа, нисек булыр ине – барыһын да белҽ. «Ысынлап та, Аллаһтан Ерҙҽ лҽ Күктҽ лҽ һис бер нҽмҽ йҽшерен түгел» (“Ғимран ғаилҽһе” сүрҽһе, 5 аят). «... Раббыңдан Ерҙҽ һҽм Күктҽ туҙан бҿртҿгҿнҿң ауырлығы ла йҽшерен ҡалмаҫ, унан бҽлҽкҽйе лҽ, ҙурырағы ла – барыһы ла асыҡ китапта» (“Ғимран ғаилҽһе” сүрҽһе, 61 аят). «Ғҽйеп нҽмҽлҽрҙең асҡыстары Уның ҡулында, уларҙы фҽҡҽт Ул ғына белҽ. Ҡорола һҽм диңгеҙҙҽ булған нҽмҽлҽрҙе Ул белҽ. Япраҡ тик Уның белеүе менҽн генҽ тҿшҽ, һҽм асыҡ китапта булмаған ер ҡараңғылығындағы орлоҡ та, еүеш нҽмҽ лҽ, ҡоро нҽмҽ лҽ юҡ» (“Малтыуар” сүрҽһе, 59 аят). Ошо һҽм башҡа сифаттарҙы аңлаған кеше Аллаһтың камиллығын һҽм бҿйҿклҿгҿн асыҡ күрер, тик Уға ғына ғибҽҙҽт итер, тик Уның ғына Хаҡ Илаһ булыуын яҡшы тҿшҿнҿр...
Ҿсҿнсҿ дҽрес: Шҽфҽғҽт 1. “Шҽфҽғҽт” тигҽн һүҙ ғҽрҽп телендҽ “шҽфҽғҽ” – “бер нҽмҽне икенсегҽ ҡушып, пар, йҽғни ҡуш итеү” – тигҽн ҡылымдан килеп сыҡҡан. Шҽфҽғҽттең дини аңламы иһҽ – ул кемделер ярҙамсы итеп ниндҽйҙер моратҡа ирешеү йҽ бҽлҽнҽн ҡотолоу юлын эҙлҽү 1. Кешелҽрҙе дингҽ саҡырғанда шҽфҽғҽттең тик Аллаһ ҡулында булыуын аңлатыу мҿһим, юҡһа ҡайһы бер кешелҽр Аллаһҡа яҡынаям тип тҿрлҿ кешелҽр йҽ саралар эҙлҽп ҡаңғыра. 2. Аллаһтан башҡа шҽфҽғҽт эҙлҽгҽн кешелҽргҽ ошо хикмҽтле һүҙҙҽрҙе һҿйлҽр кҽрҽк:
.08 ص، شرح لمعة االعتقاد للشيخ محمد صالح العثيمين:) انظر1(
Яратыусы – яратылған мҽхлүктҽр кеүек түгел! Күп кешелҽр шулай тип фекерлҽй: “Пҽйғҽмбҽрҙҽр, ҽүлиҽлҽр һҽм фҽрештҽлҽр Аллаһ хозурында бҿйҿк дҽрҽжҽгҽ эйҽ, һҽм улар шҽфҽғҽт итеп беҙгҽ Аллаһҡа яҡынайырға ярҙам итҽлҽр – нҽҡ бҿйҿк түрҽлҽрҙең ярҙамсылары кеүек: ябай кешелҽр шул ярҙамсыларҙы түрҽлҽргҽ үҙ хҽжҽттҽрен еткерер ҿсҿн ҡуллана..”. Был фекер иң бҿйҿк хаталарҙың береһе, сҿнки ул бҿтҽ батшаларҙың Хужаһы (“Мҽликүл-мүлүк”) булған Аллаһты ярҙамсыларға мохтаж меҫкен түрҽлҽр менҽн сағыштырыу тигҽн һүҙ. Асылда, ошо түрҽлҽрҙең урынбаҫарҙары, вҽзирҙҽре, сҽркҽтиптҽре һ. б. тик кешенең камил булмаған хакимиҽтен ҡеүҽтлҽү ҿсҿн генҽ эшлҽйҙҽр, һҽм уларҙың вазифалары ҿс нҽмҽнҽн ғибрҽт: – Түрҽлҽргҽ кешелҽрҙең нимҽ менҽн йҽшҽүен аңлатыу. – Халыҡтың тҿрлҿ ваҡ-тҿйҽк эштҽрен хҽл итер ҿсҿн түрҽлҽрҙең ваҡыттары етмҽй, шуға улар ошо ярҙамсыларын ебҽрҽ. – Ҡайһы ваҡыт түрҽ арып, халыҡты ҡайғыртмай башлай. Ошо ваҡытта уға нҽсихҽттҽр ҽйтеп, кҽйефен күтҽреп ебҽрергҽ вҽзирҙҽр һҽм урынбаҫарҙар кҽрҽк була. Аллаһ Раббыбыҙ иһҽ кҿсһҿҙ кешелҽр кеүек түгел: Уның белмҽгҽн нҽмҽһе һис юҡ, Ул бер кемгҽ лҽ мохтаж түгел. Ул Үҙ ҡолдарын ҽсҽнең балаһын йҽллҽгҽндҽн дҽ нығыраҡ йҽллҽй. Белеүебеҙсҽ, был донъялағы батшалар алдында яҡлашыусы йыш ҡына үҙе лҽ ниндҽйҙер “ҙур кеше”, йҽ ошо батшаның тиңдҽше (мҽҫҽлҽн, улы), йҽ союздашы була. Ҽ уларҙың шҽфҽғҽтен ҡабул итеүсе батша иһҽ, быны, ғҽҙҽттҽ, ҿс сҽбҽп арҡаһында эшлҽй: – Бер батша икенсегҽ мохтаж була. – Бер батша икенсенҽн ҡурҡа. – Бер батша икенсегҽ нисектер ярҙам итҽ лҽ, шул ярҙамды кире ҡайтарыр ҿсҿн теге батша тырыша. Ҡолдарҙың үҙ ара ҡулланған шҽфҽғҽттҽре йҽ бер-береһенҽн ҡурҡыу, йҽ бер-береһенҽ ярҙам итеү арҡаһында килеп сыға, ҽ Аллаһ Тҽғҽлҽ, ҽлбиттҽ, бер кемгҽ лҽ мохтаж да түгел, бер кемдҽн ҡурҡмай ҙа. Шуға Ул Үҙ ҡолоноң ялған илаһтарға йҽ кешелҽргҽ һыйыныуын тҽнҡитлҽп, шулай тине: «“Аллаһтан башҡа уйлап сығарған нҽмҽлҽрегеҙҙе саҡырығыҙ!” – тип ҽйт. Уларҙың күктҽрҙҽ
һҽм Ерҙҽ туҙан ауырлығы ҡҽҙҽр ҙҽ милектҽре юҡ. Уларҙың унда ҡатнашлығы ла юҡ, һҽм улар араһында Уға ярҙамсы ла юҡ. Уның ҡаршыһында Ул рҿхсҽт иткҽндҽрҙҽн башҡаларҙың яҡлауы файҙа итмҽҫ» (“Сҽбҽ” сүрҽһе, 22 – 23 аяттар). Шҽфҽғҽт ике тҿрлҿ була – яраған һҽм ярамаған. Яраған шҽфҽғҽт – ул Аллаһтан һоралған шҽфҽғҽт, һҽм уның ике шарты бар: Беренсе шарт – ул шҽфҽғҽт итеүсе кешегҽ Аллаһтың быға рҿхсҽт биреүе. «Уның алдында Үҙ рҿхсҽтенҽн башҡа кем яҡлаша алыр?» – тиелгҽн Ҡҿрьҽндҽ (“Һыйыр” сүрҽһе, 255 аят). Икенсе шарт – Аллаһ Тҽғҽлҽнең яҡлашыусы менҽн генҽ түгел (шҽфҽғҽт биреүсе), яҡлашыуға мохтаж булған кеше менҽн дҽ риза булыуы: «Ул уларға тиклем булғанды ла һҽм уларҙан һуң буласаҡты ла белҽ, һҽм улар Ул риза булғандарҙан башҡаны яҡламайҙар һҽм Уның алдында ҡурҡыуҙан дерелдҽп торалар» (“Пҽйғҽмбҽрҙҽр” сүрҽһе, 28 аят). Шулай уҡ: «Ул кҿндҿ ҼрРҽхман рҿхсҽт иткҽн һҽм һүҙенҽ риза булған кешенҽн башҡа һис кемгҽ ҡурсалау файҙа итмҽҫ» (“Таһҽ” сүрҽһе, 109 аят). Ярамаған шҽфҽғҽт – кемдҽндер Аллаһтан башҡа бер кем дҽ эшлҽй алмаған нҽмҽлҽр һорау. Аллаһ Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ кафырҙар тураһында: «Уларға яҡлаусыларҙың яҡлауы ярҙам итмҽй» (“Кейеменҽ бҿркҽнгҽн” сүрҽһе, 48 аят). Аллаһтан башҡа шҽфҽғҽт эҙлҽгҽн кешелҽргҽ шундай дҽлилдҽр килтерер кҽрҽк: беҙҙең пҽйғҽмбҽр ҙҽ ()ﷺ, унан алда килгҽн пҽйғҽмбҽрҙҽр ҙҽ кешелҽрҙе фҽрештҽлҽрҙҽн, йҽ пҽйғҽмбҽрҙҽрҙҽн, йҽ ҽүлиҽлҽрҙҽн шҽфҽғҽт һорарға ҿйрҽтмҽгҽн. Мҿхҽммҽттең ( )ﷺсҽхҽбҽлҽре лҽ, уларҙан һуң килгҽн быуын да (тҽбиғиндҽр) быны эшлҽмҽгҽн, бҿйҿк ғалимдарҙың береһе лҽ, шул иҫҽптҽн Ҽбү Хҽнифҽ, Мҽлик, Шҽфиғи, Ҽхмҽд ибн Хҽнбҽл һҽм башҡа билдҽле ғилем эйҽлҽре бындай тҿр шҽфҽғҽтте беҙгҽ еткермҽгҽн.
Дүртенсе дҽрес: Ниғмҽттҽрҙе мул яуҙырған һҽм ғибҽҙҽткҽ лайыҡ булған Аллаһҡа ышанмаған кешелҽргҽ дҽғүҽт ҡылғанда уларҙың иғтибарын беҙгҽ бирелгҽн ниғмҽттҽргҽ
йҽлеп итер кҽрҽк. Был ниғмҽттҽрҙең асыҡ күренгҽне лҽ, күҙгҽ күренмҽгҽне лҽ бар, улар йҽ беҙҙең динебеҙгҽ, йҽ донъябыҙға ҡағыла. «Һеҙгҽ ниндҽй генҽ ниғмҽт булһа ла, ул – Аллаһтан, шунан һеҙгҽ бҽлҽ-ҡаза ҡағылһа, һеҙ Аллаһҡа ялбараһығыҙ» – ти Аллаһ Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ (“Бал ҡорто” сүрҽһе, 53 аят). Һҽм Аллаһ беҙгҽ бар йыһанды яраштырып, ҡулланырға биргҽн. Ошо бар ниғмҽттҽрҙе лҽ беҙгҽ аңлатып, хҽтерлҽтеп, Ул тик Үҙенең Ысын илаһ булыуын беҙгҽ еткерҽ. Беренсенҽн, дҿйҿм һҿйлҽмдҽр менҽн: «Ул Ер йҿҙҿндҽге бҿтҽ нҽмҽне һеҙҙең ҿсҿн барлыҡҡа килтерҙе...». (“Һыйыр” сүрҽһе, 29 аят). «Аллаһтың һеҙгҽ күктҽрҙҽге һҽм Ерҙҽге нҽмҽлҽрҙе буйһондороуын һҽм асыҡ рҽүештҽ лҽ, йҽшерен дҽ һеҙгҽ Үҙ ниғмҽттҽрен яуҙырыуын күрмҽнелҽрме ни?..». (“Һыйыр” сүрҽһе, 20 аят). «Һҽм Ул һеҙгҽ күктҽрҙҽ һҽм Ерҙҽ булған нҽмҽлҽрҙе буйһондорҙо, барлыҡ Үҙенҽн булғанды. Фекер йҿрҿткҽн халыҡтарға, ысынлап та, бында аяттар бар». (“Теҙлҽнеп тороусолар” сүрҽһе,13 аят). Ошо аяттарҙа Аллаһ Тҽғҽлҽ бар ниғмҽттҽрҙе лҽ – асыҡмы, йҽшеренме, матдимы, мҽғнҽүиме, күктҽме ул, ерҙҽме – барыһын да иҫкҽ алған. Аллаһтың был мҽхлүктҽре – ҡояш, ай, ер, йондоҙҙар, тауҙар, дингеҙҙҽр, йылғалар, хайуандар донъяһы, ағастар, емештҽр, ер байлыҡтары һҽм башҡа файҙалы нҽмҽлҽр – кешегҽ ҡулланыр ҿсҿн һҽм ғибрҽт-фҽһем алып Аллаһ Тҽғҽлҽ тураһында уйланыр ҿсҿн бирелгҽн. Улар барыһы ла Аллаһ Тҽғҽлҽнең барлығын һҽм берлеген иҫбат итеп, уның ғибҽҙҽткҽ лайыҡ булғанлығын беҙгҽ хҽтерлҽтҽ... Ошо ян яҡтан беҙҙе уратҡан нҽмҽлҽргҽ ҡарап беҙ Раббыбыҙҙың һис шикһеҙ Хаҡ Илаһ булғанлығын аңлайбыҙ: “Был шуның ҿсҿн: Аллаһ – хҽҡиҡҽт, уларҙың Унан башҡа доға ҡылған нҽмҽлҽре – ялған, һҽм Аллаһ – юғары, бҿйҿк!” («Хаж» сүрҽһе, 62 аят). Икенсенҽн, ентеклҽп шулар асыҡлана: «Аллаһ күктҽрҙе һҽм Ерҙе бар ҡылды һҽм күктҽн һыуҙы тҿшҿрҙҿ, һҽм уның менҽн емештҽрҙе һеҙгҽ ризыҡ итеп сығарҙы, һҽм Үҙенең бойороғо менҽн диңгеҙҙҽ йҿрҿһҿндҽр тип кҿймҽлҽрҙе һеҙгҽ буйһондорҙо. Һҽм һеҙгҽ йылғаларҙы буйһондорҙо, тҿн менҽн кҿндҿ буйһондорҙо, тырыш хеҙмҽтсҽндҽр итеп Ҡояш менҽн Айҙы буйһондорҙо, һеҙ һорағандарҙың барыһын да бирҙе. Һҽм ҽгҽр һеҙ Аллаһтың ниғмҽтен һанаһағыҙ, һанап бҿтҿрҽ алмаҫһығыҙ.
Ысынлап та, кеше – йҽберлҽүсе һҽм яҡшылыҡтың ҡҽҙерен белмҽй!» (“Ибраһим” сүрҽһе, 32 – 34 аяттар). Шулай уҡ Раббыбыҙ күп ниғмҽттҽрҙе һанап киткҽндҽн һуң шулай ти: «Ул хаҡлыҡ менҽн күктҽрҙе һҽм Ерҙе яратты. Улар Уға тиңдҽш тотҡан нҽмҽнҽн юғары Ул! Ул кешене тамсынан яратты. Һҽм бына ул – асыҡтан-асыҡ дошманлашыусы. Һҽм Ул хайуандарҙы бар итте, уларҙа – һеҙҙең ҿсҿн йылылыҡ һҽм файҙа, һҽм һеҙ уларҙан туҡланаһығыҙ. Һҽм уларҙы ялға ҡыуған ваҡытта һҽм [кҿтҿүгҽ] сығарған ваҡытта уларҙа һеҙҙең ҿсҿн матурлыҡ та бар. Һҽм улар йҿктҽрегеҙҙе һеҙ унда арымайынса барып етҽ алмаған илгҽ тиклем йҿрҿтҽлҽр. Ысынлап та, Раббығыҙ Миһырбанлы, Рҽхимле! Һҽм һеҙгҽ менеп йҿрҿр ҿсҿн һҽм матурлыҡ ҿсҿн аттарҙы, ҡасырҙарҙы һҽм ишҽктҽрҙе бар итте. Ул һеҙ белмҽгҽн нҽмҽлҽрҙе бар ҡыла. Аллаһ ҿҫтҿндҽ – юлға алып барыу. Унан сигенеүселҽр ҙҽ бар. Ҽгҽр Ул телҽһҽ, барығыҙҙы ла тура юлға күндерер ине. Ул күктҽрҙҽн һыуҙы тҿшҿрҽ: унан һеҙҙең ҿсҿн эсемлек һҽм һеҙ кҿтҿү кҿткҽн ағастар. Ул уның менҽн һеҙҙең ҿсҿн игендҽрҙе һҽм зҽйтүн ағасын, һҽм хҿрмҽ, һҽм йҿҙҿм ағастарын, һҽм һҽр тҿрлҿ емештҽрҙе үҫтерҽ. Ысынлап та, ошоларҙа уйлап ҡараған кешелҽргҽ аят бар! Һҽм Ул һеҙгҽ тҿн менҽн кҿндҿ, ҡояш менҽн айҙы буйһондорҙо, һҽм Уның ҽмере менҽн йондоҙҙар буйһондоролдо. Ысынлап та, бында аҡыллы халыҡтарға аят бар!» (“Бал ҡорто” сүрҽһе, 3 – 12 аяттар). Шул уҡ сүрҽлҽ тағы ла шулай тиелҽ: «Һеҙгҽ унан яңы ит алып ашау ҿсҿн һҽм һеҙ кейгҽн биҙҽнеү ҽйберҙҽре сығарыу ҿсҿн диңгеҙҙе буйһондорҙо. Һҽм һеҙ Аллаһтың йомартлығын эҙлҽр ҿсҿн унда кҿймҽлҽрҙең һыуҙы ярып йҿрҿгҽнен күрҽһең бит. Моғайын, һеҙ шҿкҿр итеүселҽрҙҽн булырһығыҙ! Һҽм Ул һеҙҙең менҽн Ер һелкенмҽһен ҿсҿн тауҙарҙы Ергҽ һалды, һҽм йылғаларҙы, һҽм юлдарҙы – моғайын, һеҙ тура юлдан барырһығыҙ! Һҽм билдҽлҽрҙе, һҽм йондоҙҙар менҽн улар юл табырҙар. Барлыҡҡа килтерҽ торған менҽн барлыҡҡа килтерҽ алмай торған берҙҽйме ни? Һеҙ аҡылығыҙға килмҽҫһегеҙме ни? Ҽгҽр һеҙ Аллаһтың ниғмҽтен иҫҽплҽргҽ уйлаһағыҙ, һанап бҿтҿрҽ алмаҫһығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ – Кисереүсе, Рҽхимле!» (“Бал ҡорто” сүрҽһе, 14 –18 аяттар). Ошо ниғмҽттҽрҙе яратҡан һҽм биргҽн Зат бер нҽмҽ лҽ яратмаған нҽмҽгҽ тиңме ни?! Бер кеше лҽ
үҙенҽ Раббы тарафынан бирелгҽн нҽмҽлҽрҙе һанап бҿтҽ алмай – тҽнен һҽм ағзаларын, шулай уҡ секунд һайын килеп торған һҽр тҿрлҿ бихисап ниғмҽттҽрҙе. Шулай булғас аҡыллы кешегҽ тик Раббына ғибҽҙҽт итеп, ширктҽн һаҡланыуҙан башҡа бер нҽмҽ лҽ ҡалмай.
Бишенсе дҽрес: Ширктең сҽбҽптҽре һҽм юлдары Беҙҙең һҿйҿклҿ пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺширккҽ сҽбҽпсе булған бар нҽмҽлҽрҙҽн дҽ тыйып, уларҙы ентеклҽп аңлатып, беҙҙе ҡҽтғи рҽүештҽ иҫкҽртте. Шул аңлатмаларҙан ҡайһы бер миҫалдар килтерҽйек: 1. Аллаһтың изге ҡолдарын самаһыҙ ҙурлау (ғҽрҽпсҽ был күренеш “ғүлү” тип атала). Ниндҽйҙер кешене ашыры дҽрҽжҽлҽ маҡтап, уның ҡҽберенҽ сарылып, шул ҡҽбер ҿҫтҿндҽ уға мҿрҽжҽғҽт итеү һҽм нҽмҽлер һорау ширккҽ килтерҽ, сҿнки кеше Аллаһҡа доға ҡылып Уға ялбарыр урынына ниндҽйҙер үлгҽн бҽндҽнҽн һорай! Атабыҙ Ҽҙҽмдҽн һуң ер йҿҙҿндҽ беренсе ширк нҽҡ шул рҽүешле килеп сыҡҡан да инде. Сҽхҽбҽ ғалимдарының береһе булған Ибн Ғҽббҽс (Аллаһ унан риза булһын!) шулай тине: “Ҽҙҽмдҽн Нухҡа (ғҽлҽйһи сҽлҽм) тиклем йҽшҽгҽн кешелҽрҙҽ тик ислам динен тотҡан ун быуын булған”. Шунан һуң кешелҽр изге ҡолдарҙы илаһлаштырып ширккҽ кереп киткҽндҽр... Бының турала Ҡҿрьҽндҽ риүҽйҽт ителҽ: «Һҽм улар (йҽғни, Нух пҽйғҽмбҽрҙең халҡы): “Үҙегеҙҙең илаһтарығыҙҙы һис тҽ ташламағыҙ, Үҽддте лҽ, Сүҽғте лҽ, Йағуҫты ла, Йҽғуҡты ла, Нҽсерҙе лҽ ташламағыҙ!” – тинелҽр». (“Нух” сүрҽһе, 23 аят). Аятта иҫкҽ алынған ошо исемдҽр Нух халҡының ҽүлиҽлҽре булған. Шул кешелҽр үлеп ҡалғас, Шайтан Нух халҡына килгҽн дҽ, ошо изге ҡолдарға һҽйкҽл ҡуйырға һҽм был һҽйкҽлдҽргҽ хужаларының исемдҽрен бирергҽ кҽңҽш иткҽн. Йҽнҽһе, ҽүлиҽлҽр һҽйкҽленҽ (һындарына, поттарына) ҡарап, уларҙың тарихын иҫтҽ тоторһоғоҙ, биргҽн кҽңҽштҽрен хҽтерлҽрһегеҙ һҽм һеҙгҽ был ғибрҽт булыр... Был һындарға кешелҽр тҽүҙҽ табынмаған, лҽкин ваҡыт үтеп, ошо һҽйкҽлдҽрҙең барлыҡҡа килеү тарихы онотолғас, кешелҽр уларҙы илаһ күреп, табына башлағандар! Бына ошо инде ҽүлиҽлҽр хосусында ғүлү, йҽғни уларҙы ифрат ололап, нҽмҽ менҽндер файҙа йҽ зыян килтерҽ алған илаһ итеп күреү. Ошо юл менҽн Шайтан кешелҽргҽ тҿрлҿ биналы ҡҽберҙҽр, һҽйкҽлташтар тҿҙҿтҽ, шунан уларҙың йҿрҽктҽренҽ ошо ҡҽбер эргҽһендҽ тороу, ҽүлиҽлҽргҽ мҿрҽжҽғҽт итеп доға ҡылыу, шҽфҽғҽт һорау һҽм башҡа ғибҽҙҽттҽр ҡылыуға ҿндҽй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер мосолман илдҽрендҽ лҽ биналы, биҙҽкле ҡҽберҙҽр бар. Уларҙы ниндҽйҙер ҡаплау менҽн ябып, хҿрмҽтлҽйҙҽр, улар тирҽһендҽ тауаф 1 ҡылалар, хатта үбҽлҽр һҽм эргҽлҽрендҽ ҡорбан салалар!2 Бына шуға ла Аллаһ Тҽғҽлҽ ниндҽйҙер кешене – ҽүлиҽ түгел, пҽйғҽмбҽр булһа ла – саманан тыш ҙурлап Уға тиңдҽш ҡҽҙҽр күрмҽҫкҽ ҡушҡан: «Эй һеҙ китап ҽһелдҽре (бында: христиандар)! Динегеҙҙҽ сиктҽн уҙмағыҙ, Аллаһҡа ҡаршы хҽҡиҡҽттҽн башҡаны һҿйлҽмҽгеҙ. Мҽрйҽм улы Ҽл-Мҽсих Ғайса Аллаһтың рҽсүле генҽ, һҽм Мҽрйҽмгҽ ташлаған һүҙе һҽм Уның рухы. Аллаһҡа һҽм Уның рҽсүлдҽренҽ иман килтерегеҙ һҽм “ҿс”3, – тип ҽйтмҽгеҙ. Тыйылығыҙ, был һеҙҙең ҿсҿн хҽйерле. Ысынлап та, Аллаһ – бер генҽ илаһ бит. Уның балаһы булыуҙан саф Ул. Күктҽрҙҽге нҽмҽлҽр ҙҽ, Ерҙҽге нҽмҽлҽр ҙҽ Аллаһтыҡы. Аллаһтың үҽкил булыуы етҽ!» (“Ҡатындар” сүрҽһе, 171 аят). 2. Пҽйғҽмбҽрҙҽрҙе (ғҽлҽйһим сҽлҽм) һҽм ҽүлиҽлҽрҙе самнан тыш маҡтау. Был күренештҽн пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺүҙе ҡҽтғи рҽүештҽ тыйған: “Мине христиандар Мҽрйҽм улын маҡтаған кеүек маҡтамағыҙ, мин бары тик Аллаһтың ҡоло. Минең турала тик “Аллаһтың ҡоло һҽм илсеһе” тип һҿйлҽгеҙ”. Шулай уҡ ул ()ﷺ: “Диндҽ ғүлү итмҽгеҙ, һеҙҙҽн алдағы халыҡтарҙы нҽҡ диндҽге ғүлү һҽлҽк итте лҽ инде” – тине. 3. Ҡҽберҙҽр ҿҫтҿндҽ мҽсеттҽр һалыу һҽм уларҙы рҽсемдҽр менҽн биҙҽү. Пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ быны тыйҙы, сҿнки ҡҽберҙҽр эргҽһендҽ Алаһҡа ғибҽҙҽт итергҽ телҽгҽн кешенең шул ҡҽберҙҽ ятҡан ҽүлиҽлҽргҽ лҽ табына башлауы бар. Бындай осраҡтар, белеүегеҙсҽ, була. Бер кҿн
1
Тауаф – уратып йҿрҿү. Исламда был тҿр ғибҽҙҽт тик хаж йҽ ғүмрҽлҽ генҽ, Кҽғбҽ тирҽлҽй мҿмкин. Башҡа нҽмҽ тирҽһендҽ тауаф ҡылыу – шыршы булһынмы, ҡҽберме, һҽйкҽлме – ҡҽтғи рҽүештҽ тыйылған. 2 Ундай кешелҽргҽ нҽмҽлер аңлата башлаһаң, һиңҽ ҽллҽ нисҽ тҿр ҡушамат табалар:“уаһһабсы”, “ғҿрҿф-ғҽҙҽт боҙоусо”, “Ғҽрҽпстан шпионы” һҽм башҡа. Хҽйер, был ялаларға үсегҽһе түгел – халҡын тура юлға ҿндҽүсе пҽйғҽмбҽрҙҽрҙе лҽ ҽрлҽгҽндҽр, һуҡҡандар һҽм хатта үлтергҽндҽр, “ата-бабаларыбыҙ динен боҙоусо” тип атағандар. Бҿгҿнгҿ кҿн яһилдарының һүҙҙҽре лҽ нҽҡ ошо һүҙҙҽр түгелме ни?.. 3 Был аятта “ҿс” тигҽн һүҙ христиандарҙың аҡидаһындағы “ҿс илаһлыҡ” ҡанунын (русса: “догмат о троице”) күҙ уңында тота. Аллаһ Тҽғҽлҽ менҽн бер рҽттҽ Ғайса пҽйғҽмбҽрҙең (ғҽлҽйһи сҽлҽм) һҽм уның ҽсҽһе Мҽрйҽмдең дҽ илаһ булыуҙарын раҫлаған был ҡанун христианлыҡ диненҽ 325 йылда Никей йыйылышында, йҽғни Ғайса пҽйғҽмбҽрҙҽн 350 йылдан һуң ғына керетелгҽн. Күп христиандар үҙҙҽре ҿс илаһлыҡты ҡабул итмҽй, Ғайса пҽйғҽмбҽрҙең кеше булыуына ышанып килгҽндҽр. Шундай христиандарҙың иң беренсе тҿркҿмдҽре “арианлылар” тип атала (Арий исемле священник исеменҽн, 336 йылда үлгҽн).
пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺянында Үммү Сҽлҽмҽ һҽм Үммү Хҽбибҽ Хҽбҽшҽ илендҽ (Эфиопия) күргҽн рҽсемле сиркҽү тураһында ҽйткҽс, ул бының турала шулай тине: “Улар (христиандар) араларында йҽшҽгҽн изге кеше үлеп ҡалһа, ҡҽбере ҿҫтҿндҽ ғибҽҙҽт ере яһай торғандар. Шундай кешелҽр – Ҡиҽмҽт кҿнҿндҽ иң ҽшҽке бҽндҽлҽр!”. (Бухари). Шулай уҡ пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺүлем түшҽгендҽ ятҡанда ла ҿммҽтен ошо ҡурҡыныс эштҽн иҫкҽртергҽ онотманы һҽм “Яһүдтҽргҽ һҽм христиандарға Аллаһтың лҽғнҽте тҿшһҿн – улар пҽйғҽмбҽрҙҽр ҡҽберҙҽрен ғибҽҙҽт еренҽ ҽйлҽндерҙелҽр!”, – тип ятты. Аллаһтың рҽхмҽтенҽ күсергҽ биш кҿн ҡалғас, ул ( )ﷺтағы ла берҙе иҫкҽртеп шулай тине: “Һеҙҙҽн алда булғандар пҽйғҽмбҽрҙҽр һҽм изге кешелҽр ҡҽберҙҽрен мҽсеткҽ ҽйлҽндерҙелҽр. Ҡҽберҙҽрҙе мҽсет итмҽгеҙ! Мин һеҙгҽ быны тыям!”... 4. Ҡҽбер ҿҫтҿндҽ мҽсет тҿҙҿмҽү, ҽ нҽҡ ҡҽберҙең үҙен мҽсеткҽ ҽйлҽндереү. Был – алдағы ҽйтеп үткҽн (ҡҽбер ҿҫҿндҽ мҽсет тҿҙҿү) ғҽмҽлдҽн дҽ насарыраҡ. Бындай эштҽн дҽ пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ тыйған һҽм шулай тигҽн: “Эй Аллаһ, минең ҡҽберемде табыныла торған һынға ҽйлҽндермҽ! Пҽйғҽмбҽрҙҽре ҡҽберҙҽрен мҽсеткҽ ҽйлҽндергҽн халыҡҡа Аллаһтың асыуы ныҡ булһын!”... (Имам Мҽлик һҽм Ҽхмҽт). 5. Ҡҽберҙҽр ҿҫтҿндҽ уттар (сыра, тҿтҽнҽк, лампа һ. б.) яғыу, ҡатындарҙың ҡҽберҙҽргҽ йҿрҿүҿ. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺҡҽберҙҽр ҿҫтҿндҽ биналар тҿҙҿүҙҿ, уттар яғыуҙы, гипстан нҽмҽлҽрҙер яһап биҙҽүҙе, яҙыуҙар һалыуҙы, мҽсеттҽр ҡороуҙо тыйҙы. Шулай уҡ Ибн Ғҽббҽс пҽйғҽмбҽрҙең ()ﷺ ҡҽберҙҽргҽ барыусы ҡатындар тураһында ҽйкҽн һүҙҙҽрен риүҽйҽт итте: “Ҡҽберҙҽргҽ йҿрҿүсҿ ҡатындарҙы, ҡҽберҙҽр ҿҫтҿндҽ мҽсет тҿҙҿүсҿ һҽм уттар яғыусы кешелҽрҙе Аллаһтың илсеһе ( )ﷺлҽғнҽтлҽне!”. (Ҽбү Дҽүд, Тирмиҙи, Ибн Мҽджҽһ). 6. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺшулай уҡ ҡҽберҙҽр ҿҫтҿндҽ ултырыуҙы һҽм уларға ҡарап намаҙ уҡыуҙы тыйҙы: “Ҡҽберҙҽр ҿҫтҿндҽ ултырмағыҙ һҽм уларға ҡарап намаҙ ҡылмағыҙ” (Мүслим). 7. Ҡҽберҙҽргҽ ниндҽйҙер билдҽле ваҡыттарҙа барып намаҙ уҡыу һҽм ҿйҙҽ намаҙ уҡыуҙы ҡалдырыу. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺбеҙгҽ аңлатып биреүенсҽ, ҡҽберҙҽр – намаҙ урыны түгел, ҽ кем Аллҽһ илсеһенҽ ( )ﷺсалауаттар ҽйтһҽ, улар йыраҡтан да, яҡын да да барып етҽ – бының ҿсҿн пҽйғҽмбҽрҙең ҡҽберенҽ барырға кҽрҽкмҽй. Бының турала ошондай хҽдис бар: “Ҿйҙҽрегеҙҙе ҡҽбергҽ ҽйлҽндермҽгеҙ, ҽ минең ҡҽберемде йыш барыла торған урын итмҽгеҙ. Һеҙҙең
салауаттарығыҙ миңҽ һеҙ ҡайҙа булһағыҙ ҙа килеп етҽ”. “Аллаһ Тҽғҽлҽнең сҽйҽхҽт итеп, ҿммҽтемдҽн миңҽ сҽлҽмдҽр ебҽреүсе фҽрештҽлҽре бар”. Шулай итеп, ер йҿҙҿндҽ иң яҡшы ҡҽбер пҽйғҽмбҽребеҙең ҡҽбере булыуына ҡарамаҫтан, уға йыш барыу тыйылған, тимҽк башҡа тҿр ҡҽберҙҽрҙе лҽ саманан тыш хҿрмҽтлҽргҽ кҽрҽкмҽй. 8. Ҡҽберҙҽр ҿҫтҿндҽ ҡҿббҽлҽр1 тҿҙҿү һҽм һындар ҡуйыу. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺерҙе ширк йоғонтоһонан таҙартырға тырышып, ҡайһы бер сҽхҽбҽлҽрен ҡҿббҽлҽрҙе емеререгҽ һҽм һындарҙы юҡ итерҽ ебҽргҽн. Ҽбү Һҽййҽдж Ҽл-Ҽсҽди риүҽйҽт итеүенсҽ, уға Ғҽли ибн Ҽбү Талиб шулай тип ҽйткҽн: “Миңҽ ҡасандыр Аллаһтың илсеһе ( )ﷺҡушҡан эште һиңҽ лҽ ҡушайыммы? Ниндҽй генҽ һынды тапһаң да, уны юҡ ит, ниндҽй генҽ сығып торған ҡҽберҙе күрһҽң дҽ, уны ер менҽн тигеҙлҽ”. 9. Ҿс мҽсеттҽн башҡа ниндҽйҙер мҽсеттҽргҽ сҽфҽр ҡылыу. Ширккҽ илтеүсе бҿтҽ юлдарҙы ҡаплау менҽн бергҽ, пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺтҽүхидте һаҡлаусы сараларҙы ла күргҽн: “Ошо ҿс мҽсеттҽн башҡа бер мҽсеткҽ лҽ сҽфҽр ҡылмағыҙ: минең мҽсетем, Ҽл-Хҽрам мҽсете, Ҽл-Аҡса мҽсете2”.Ошо тыйыу мҽсеттҽр ҿсҿн генҽ түгел, ҽ ҡҽберҙҽр ҿсҿн дҽ ҽйтелгҽн – сҽхҽбҽлҽр был хҽдисте нҽҡ шулай аңлаған һҽм ниндҽйҙер ҡҽбергҽ махсус рҽүештҽ барып йҿрҿмҽгҽндҽр. Бының турала Ибн Тҽймиҽ тигҽн ғалим ошолай яҙған: “Имам-ғалимдарҙың берҙҽм фекере буйынса, ҽгҽр кеше ниндҽйҙер пҽйғҽмбҽр йҽ ҽүлиҽ ҡҽберенҽ барырға нҽҙер ҡылһа, шул нҽҙерҙе үтҽү кҽрҽкмҽй, хатта уны үтҽү тыйылырға тейеш”. 10. Ҡҽберҙҽрҙе зыярат иткҽндҽ, бидғҽт ғҽмҽлдҽр ҡылыу. Ҡҽберҙе зыярат итеү ике тҿргҽ бүленҽ: – Шҽриғҽт ҡушҡанса, ҡҽберлеккҽ кергҽндҽ үлелҽргҽ сҽлҽм ҽйтеү һҽм улар ҿсҿн доға ҡылыу3. Лҽкин был ғҽмҽл тик яҡындағы ҡҽбергҽ барыу, йҽ юл тҿшкҽндҽ генҽ кереп сығыу шарты менҽн үтҽлергҽ тейеш4.
1 2
Ҡҿббҽ: русса “купол”. “Минең мҽсетем” тип пҽйғҽмбҽребеҙ Мҽдинҽ ҡалаһындағы мҽсетте күҙ уңында тота. Уның ғҽрҽпсҽ исеме – “Ҽлмҽсжид ҽннҽбҽүи”. “Ҽл-Хҽрам” мҽсете – Мҽккҽлҽге Кҽғбҽ тирҽһендҽге мҽсет. “Ҽл-Аҡса” – бҿгҿн Иерусалимда йҽһүдтҽр ҡулында “ҽсир” булған мҽсет (Аллаһ Тҽғҽлҽ уны беҙҙең йҽ балаларыбыҙ ҡулы менҽн азат итһен, ҽмин). 3 Ошо китап авторының “Мосолман ҡҽлғҽһе” (русса исеме – “Крепость мусульманина”) тигҽн доғалар һҽм зикерҙҽр китабында был доғаны ла таба алаһығыҙ. 4 Йҽғни, ниндҽйҙер ауылға барыу яҡын кешенең ҡҽбере ҿсҿн түгел, ҽ шул ауылда
– Шҽриғҽт тыйған ширк һҽм бидғҽт ҡатыш зыярат. Был тҿр ҿс нҽмҽне үҙ эсенҽ ала: Үле кешегҽ ялбарып, хҽжҽттең үтҽлеүен һорау. Бындай ғҽмҽл ҡылған кешелҽр поттар һҽм һындарға табыныусы кешелҽр менҽн тиң һҽм улар – мосолман түгел. Аллаһ Тҽғҽлҽнҽн һораған хҽлдҽ лҽ, ҡҽберҙҽ ятҡан үле кешенең “хҿрмҽтенҽ” һорау. Мҽҫҽлҽн, ниндҽйҙер кешенең Аллаһҡа “пҽйғҽмбҽрең хаҡына” йҽ “ошо ҽүлиҽң хҿрмҽтенҽ миңҽ фҽлҽн нҽмҽ бир!” тип ялбарыуы. Был тҿр доға оло ширккҽ барып етмҽһҽ лҽ һҽм беренсе тҿр кеүек ислам диненҽн сығармаһа ла, барыбер ҡурҡыныс ғҽмҽл. Ниндҽйҙер ҡҽбер эргҽһендҽ доғаның кҿслҿрҽк, йҽ мҽсеттҽге доғанан яҡшыраҡ булыуын уйлау. Бҿтҿн ғалимдарҙың ҽйтеүе буйынса, был – ярамаған эш. 11. Ҡояштың ҡалҡыуы йҽ байыуы ваҡытында намаҙ ҡылыу – ширккҽ илтҽ алған эштҽрҙең береһе, сҿнки бының менҽн мосолман ҡояшҡа табыныусы кешелҽргҽ оҡшап ҡала. Пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺбының турала шулай тине: “Намаҙығыҙҙы ҡояш ҡалҡыу йҽ байыу ваҡытына тура килтермҽгеҙ, сҿнки ул (ҡояш) Шайтандың ике мҿгҿҙҿ араһында ҡалҡа”. Ҡыҫҡа һығымта: Ширк сҽбҽптҽре һҽм юлдары – ул оло ширккҽ илткҽн һҽм ислам диненҽн сығарған нҽмҽлҽр. Шундай нҽмҽлҽрҙең ҡайһы берҙҽрен беҙ һанап киттек. Ҽйтелгҽндҽргҽ тағы шуларҙы ла ҿҫтҽргҽ мҿмкин: рухы булған нҽмҽне (кеше, хайуандар, йҽнлектҽр – ғҿмүмҽн, бар тереклек) һын итеп яһау (һҽйкҽл, бюст, мемориал һ. б.) йҽ һүрҽткҽ тҿшҿрҿү. Шулай уҡ ниндҽйҙер пот йҽ һынға табынылған урында ҡорбан салыу. Ҡыҫҡаһы, шуға оҡшаш мүшриктҽрҙең ҡылған эштҽре – уларҙан Аллаһ Тҽғҽлҽ беҙҙе һаҡлаһын.
Алтынсы дҽрес: Ширктең тҿрҙҽре һҽм тармаҡтары Ширктең бик күп тҿрҙҽре һҽм тармаҡтары бар, шуларҙы ентеклҽп ҿйрҽнеп китҽйек, иншҽ Аллаһ. Беренсе төр – диндҽн сығарыусы оло ширк. Уның турала Ҡҿрьҽндҽ шулай тиелгҽн: «Аллаһ
йҽшҽгҽн туғандарҙы күреп, уларҙың хҽлдҽрен белешеп һҽм юл ыңғайы ҡҽберлеккҽ лҽ кереп сығыу дҿрҿҫ була.
Үҙенҽ тиңдҽш тотоуҙы ярлыҡамай, ҽммҽ унан белҽкҽйерҽк гонаһтарҙы телҽгҽн кешеһенҽ ғҽфү итҽ. Аллаһҡа тиңдҽш тотҡан кеше оло ялған уйлап сығарған була». (“Ҡатындар” сүрҽһе, 48 аят). Был оло ширк дүрт тармаҡҡа бүленҽ: 1. Беренсе тармаҡ – доға менҽн бҽйле булған ширк. «Ҽгҽр улар карапта барһа, Уның алдында саф дин тотоп, Аллаһҡа доға ҡылалар, ҽ Ул уларҙы ҡотҡарып ҡороға сығарғас, бына – Уға тиңдҽш тоталар!» (“Үрмҽксе” сүрҽһе, 65 аяттар). 2. Икенсе тармаҡ – ниҽт, телҽк һҽм маҡсат менҽн бҽйле булған ширк. Аллаһ Тҽғҽлҽне танымай тик донъя ҿсҿн генҽ йҽшҽгҽн кешелҽр тураһында Ҡҿрьҽндҽ шулай тиелҽ: «Кем был донъяны һҽм уның зиннҽттҽрен телҽй, донъяла уларҙың эштҽренҽ теүҽл түлҽрбеҙ, һҽм улар был донъяла ҿлҿштҽренҽн мҽхрүм ителмҽҫ. Был кешелҽргҽ ахирҽт кҿнҿндҽ уттан башҡа нҽмҽ булмаҫ, һҽм уларҙың бында (донъяла) эшлҽгҽн эштҽре файҙаһыҙ, һҽм уларҙың ҡылғандары ҽрҽмгҽ сығыр» (“Һүд” сүрҽһе, 15 – 16 аяттар). 3. Ҿсҿнсҿ тҿр – итҽғҽт менҽн бҽйле ширк. Был – Аллаһ Тҽғҽлҽ алдында гҿнаһ булып һаналған эштҽ башҡа кешелҽргҽ итҽғҽт итеү. Мҽҫҽлҽн, ҽүлиҽлҽр һҽм монахтарға ышанып, диндҽрен боҙоусо христиандар тураһында Аллаһ Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ шулай тигҽн: «Улар үҙҙҽренең белем эйҽлҽрен һҽм монахтарын һҽм Мҽрйҽм улы Ҽл-Мҽсихте Аллаһтан башҡа раббы итеп алдылар. Ҽ уларға Берҙҽн-бер – унан башҡа илаһ булмаған – Илаһҡа ғына ҡоллоҡ ҡылырға бойоролғайны. Маҡтау Уға, улар тиңдҽш тотҡан нҽмҽнҽн юғары Ул!» (“Тҽүбҽ” сүрҽһе, 31 аят). 4. Мҿхҽббҽт менҽн бҽйле булған ширк. Аллаһты һҿйгҽн кеүек башҡа ниндҽйҙер нҽмҽне ныҡ итеп һҿйгҽн кешелҽр тураһында Ҡҿрьҽндҽ шулай тиелҽ: «Кешелҽр араһында Аллаһтан башҡа тиңдҽш тотоусылар бар. Аллаһты яратҡан кеүек, уларҙы яраталар. Ҽммҽ иман килтергҽн кешелҽр Аллаһ Тҽғҽлҽне нығыраҡ ярата. Залим кешелҽр ғазап күргҽндҽ, бҿтҽ кҿс Аллаһта ғына икҽнен һҽм ғазап биреүҙҽ Аллаһ бик ҡаты икҽнен күрһҽлҽр ине!.» (“Һыйыр” сүрҽһе, 165 аят). Ҡыҫҡа һығымта: Оло ширк – ул ғибҽҙҽттең ниндҽйҙер тҿрҿн Аллаһтан башҡа нҽмҽгҽ арнау. Мҽҫҽлҽн, башҡа
илаһҡа доға ҡылыу, башҡа илаһҡа ҡорбан салыу, уға нҽҙер ҡылыу, ҡҽберҙҽрҙҽге үлелҽлҽргҽ, ендҽргҽ, шайтандарға ялбарыу, уларҙың зыянынан ҡурҡыу, уларҙан Аллаһ Тҽғҽлҽ генҽ башҡара алған эштҽрҙе (ҡайғыны бҿтҿрҿү, ауырыуҙан арындырыу, бҽлҽнҽн һаҡлау) һорау. Икенсе төр – диндҽй сығармай торған кесе ширк. Бындай нҽмҽлҽр – ул оло ширккҽ юл асҡан ниндҽйҙер телҽктҽр, һүҙҙҽр, эштҽр. Улар ғибҽҙҽт дҽрҽжҽһенҽ барып етмҽһҽ лҽ, ҡурҡыныс. Мҽҫҽлҽн, рийҽ, йҽғни кеше маҡтаһын тип нҽмҽлер эшлҽү. Аллаһ Тҽғҽлҽ Ҡҿрьҽндҽ: «... “Үҙенең Раббы менҽн осрашыу кҿткҽн кеше изгелек эшлҽһен һҽм Раббына ғибҽҙҽт итеүҙҽ Уға һис бер кемде тиңдҽш итмҽһен”, – тип ҽйт». (“Мҽмерйҽ” сүрҽһе, 110 аят). Шулай уҡ, мҽҫҽлҽн, Аллаһтан башҡаһы менҽн ант итеү. Бының турала пҽйғҽмбҽребеҙ ()ﷺ шулай тигҽн: “Кем Аллаһтан башҡаһы менҽн ант итһҽ, шул ширк ҡылған булыр”. Шулай уҡ, ниндҽйҙер кешенең “Ҽгҽр Аллаһ һҽм һин телҽмҽһҽң, фҽлҽн нҽмҽ булмаҫ ине!..” тип ҽйтеүе. Шулай уҡ ширктең бер тҿрҿ – ул күренмҽгҽн ширк. Хҽдистҽ ҽйтелгҽнсҽ: “Был ҿммҽттҽ ширк ҡара ҡырмыҫҡаның ҡараңғы тҿндҽ ҡара таш ҿҫтҿндҽ шылышыуынан да нығыраҡ йҽшерен”. Бындай гҿнаһ эшлҽгҽн кеше: “Эй, Аллаһ! Мин Һиңҽ нҽмҽнелер белҽ күрҽ ширк ҡушыуҙан һыйынам, һҽм үҙем дҽ белмҽгҽн гҿнаһ ҿсҿн Һинҽн ярлыҡау һорайым!” тип ҽйтергҽ тейеш. Ҿммҽтебеҙҙең беренсе ғалимдарынан булған Ибн Ғҽббҽс “Белҽ тороп та Аллаһҡа тиңдҽштҽр тотмағыҙ!” (“Һыйыр” сүрҽһе, 22 аят) тигҽн аят тураһында шулай тине: «Тиңдҽштҽр – ул ҡараңғы тҿндҽ ҡара таш ҿҫтҿндҽ ҡара ҡырмыҫҡанан йҽшеренерҽк булған ширк. Мҽҫҽлҽн, кешенең “Аллаһ һҽм һинең ғүмерең менҽн ант итҽм” – тип ҽйтеүе. Йҽ “Ошо кешенең эте булмаһа, кисҽге беҙгҽ бурҙар тҿшҿр ине” – тип ҽйтеүе. Йҽ “Ошо ҿйҙҽ ҿйрҽктҽр булмаһа, беҙгҽ бурҙар килер ине” – тип ҽйтеүе. Йҽ кемдеңдер “Аллаһ һҽм фҽлҽн кеше шулай телҽне”, “Ҽгҽр Аллаһ һҽм фҽлҽн кеше ҡушмаһа...” тип ҽйтеүе». Ҡыҫҡа һығымта: Кесе ширк ике тармаҡҡа бүленҽ – асыҡ һҽм йҽшерен. Асыҡ ширккә килгҽндҽ, ул ниндҽйҙер һүҙҙҽрҙҽн һҽм эштҽрҙҽн тора. Һүҙҙҽр – ул, мҽҫҽлҽн, Аллаһтан башҡаһы менҽн ант итеү, “Ҽгҽр Аллаһ һҽм һин телҽмҽһҽң...”, – тип ҽйтеү, йҽ “ҽгҽр
Аллаһ һҽм һин ҡушмаһаң”, – тип ҽйтеү. Йҽ “был бҽхет – Аллаһтан һҽм һинҽн”, – тип ҽйтеү. Бындай һүҙҙҽр урынына “Ҽгҽр Аллаһ телҽмҽһҽ...”, “ҽгҽр Аллаһ ҡушмаһа”, “был бҽхет – тик Аллаһтан”, – тип ҽйтелергҽ тейеш. Ширк эштҽренҽ килгҽндҽ, кешенең ниндҽйҙер еп бҽйлҽп йҽ бетеү элеп, үҙен ендҽрҙҽн йҽ сихырҙан һаҡларға маташыуы. Ҽгҽр кеше ошо ептең йҽ бетеүҙең бҽлҽ килмҽҫ борон унан һаҡлай, йҽ бҽлҽ килгҽндҽн һуң унан арындыра торған сифаты бар тип уйлаһа, был – оло ширк, йҽғни диндҽн сығарыусы ширк була. Сҿнки кеше ошо епкҽ йҽ бетеүгҽ рубүбийҽ сифатын (йҽғни, илаһлаштырыу) биргҽн булыр. Шул уҡ ваҡытта, был эш епкҽ йҽ бетеүгҽ үлүһийҽ сифатын биреү булыр, сҿнки кеше еп йҽ бетеүгҽ табыныуға тҿшҿр. Ҽгҽр инде ниндҽйҙер наҙан кеше бҽлҽнҽн һҽм сихырҙан тик Аллаһ һаҡлай, ҽ еп һҽм бетеү – улар бары тик сҽбҽп тип уйлаһа, был кесе ширккҽ керер. Йәшерен ширк иһҽ – ул телҽктҽрҙҽ, ниҽттҽрҙҽ һҽм маҡсаттарҙа булған ширк. Ул да ике тҿрлҿ була: Беренсе тҿр – рийҽ һҽм маҡтаныу. Рийҽ – ул ниндҽйҙер ғибҽҙҽттҽрҙе (намаҙ ҡылыу, садаҡа биреү, хажға барыу, Ҡҿрьҽн уҡыу) кеше күрһен, маҡтаһын тип башҡарыу. Икенсе тҿр – кешенең ниндҽйҙер изге эштҽр эшлҽп, донъяуи файҙа ҿмҿт итеүе. Мҽҫҽлҽн, дини белемдҽр бирҽм тип, байырға телҽүе. Бындай эш кешелҽге тҽүхидтең камиллығын боҙоп, изге ғҽмҽлдҽрҙең юҡҡа сығыуына сҽбҽпсе була. Аллаһ Тҽғҽлҽ был донъяла ла, теге донъяла ла беҙҙе ташламаһын.
Оло ширк менҽн кесе ширк араһындағы айырмалар 1. Оло ширк кешене исламдан сығара, ҽ кесе ширк сығармай. 2. Оло ширк эшлҽп үлгҽн кеше йҽһҽннҽмдҽ мҽңге буласаҡ, ҽ кесе ширк эшлҽп үлгҽн кеше йҽһҽннҽмгҽ кергҽн хҽлдҽ лҽ унда мҽңге ҡалмаясаҡ. 3. Оло ширк кешенең бҿтҽ ғҽмҽлдҽрен дҽ юҡҡа сығара, ҽ кесе ширк ниндҽй ғҽмҽлгҽ ҡушыла, шуны ғына юҡ итҽ. Мҽҫҽлҽн, кемдер кеше маҡтаһын тип мҽсет тҿҙҿһҽ, уның мҽсет тҿҙҿүҿ ҡабул
булмай, ҽ башҡа ғҽмҽлдҽре – айырым хҿкҿмдҽ. 4. Оло ширк эшлҽгҽн кеше мосолмандарға бер ҡасан да ҡҽрҙҽш булмай, ҽ кесе ширк эшлҽгҽн кеше мосолмандар менҽн ҡҽрҙҽшлеген юғалтмай, һҽм ул үҙендҽ булған тҽүхиденең дҽрҽжҽһенҽ ҡарап яҡын күрелергҽ, йҽ үҙендҽге ширк дҽрҽжҽһенҽ ҡарап шелтҽлҽнергҽ тейеш.
Етенсе дҽрес: ширктең ҡурҡынысы һҽм һҿҙҿмтҽлҽре Ширктең һҽлҽк итеүсе тҽьҫире, шаҡтай ҙур зыяны, һҽм ҡурҡыныс нҽтижҽлҽре була. Уларҙы ҡыҫҡаса ғына һанап үтҽйек. 1. Был донъяла йҽ ахирҽттҽ кешенең ниндҽйҙер бҽлҽгҽ тарыуы. 2. Ширк кешене ниндҽйҙер ҡурҡыу менҽн йҽшҽүгҽ этҽй. 3. Ширк кешене был донъяла ҙур аҙашыуға дусар итҽ. Ҡҿрьҽндҽ ҽйтелгҽнсҽ, «Кем Аллаһҡа тиңдҽш тота, шул бик алыҫҡа аҙашҡан бит!» («Ҡатындар» сүрҽһе, 116 аят). 4. Оло ширктҽ үлгҽн кешене Аллаһ Тҽғҽлҽ бер ҡасан да ғҽфү итмҽйҽсҽк: «Аллаһ Үҙенҽ тиңдҽш тотоуҙы ярлыҡамай, ҽммҽ унан белҽкҽйерҽк гонаһтарҙы телҽгҽн кешеһенҽ ғҽфү итҽ. Аллаһҡа тиңдҽш тотҡан кеше оло ялған уйлап сығарған була» (“Ҡатындар” сүрҽһе, 48 аят). 5. Оло ширк кешенең бҿтҽ ғҽмҽлдҽрен дҽ юҡ итҽ: «Ҽгҽр улар Уға (Аллаһҡа) тиңдҽш тотһа, уларҙың эшлҽгҽн эштҽре юҡҡа сығыр». («Мал-тыуар» сүрҽһе, 88 аят). «Һиңҽ һҽм һинҽн элек булғандарға үҽхи ителде: “Ҽгҽр һин тиңдҽш тотһаң, һинең эшең һис һүҙһеҙ юҡҡа сығыр, һҽм һин зыян күреүселҽрҙҽн булырһың”». («Тҿркҿмдҽр» сүрҽһе, 65 аят). 6. Ширк – ул оло золом һҽм яла. «Бына Лоҡман үҙ улына ҿгҿтлҽп: “Эй, улыҡайым! Аллаһҡа тиңдҽш тотма! Күп илаһтарға табыныу – оло золом бит”, – тине». («Лоҡман» сүрҽһе, 13 аят). “... Аллаһҡа тиңдҽш тотҡан кеше оло ялған уйлап сығарған була” (“Ҡатындар” сүрҽһе, 48 аят). 7. Аллаһ Тҽғҽлҽнең мүшриктҽр менҽн бер уртаҡ нҽмҽһе лҽ юҡ: «Бҿйҿк хаж кҿнҿндҽ Аллаһтың һҽм Уның рҽсүленең кешелҽргҽ белдереүе: Аллаһ һҽм Уның рҽсүле күп илаһҡа табыныусыларҙан баш тарта!» (“Тҽүбҽ” сүрҽһе, 3 аят). 8. Ширк – Аллаһтың асыуын һҽм ғазабын үҙеңҽ йүнҽлтеүҙең иң-иң бҿйҿк сҽбҽбе. Бынан беҙҙе
Раббыбыҙ һаҡлаһын! 9. Ширк кешелҽ булған таҙа күңел һҽм Аллаһҡа ашҡыныу тойғоһон (фытратты)1 һүндерҽ: «Үҙ йҿҙҿңдҿ тоғро итеп дингҽ йүнҽлдер – Аллаһтың тҿҙҿүҿ (фытрат) буйынса, Ул кешелҽрҙе шулай тҿҙҿнҿ. Аллаһтың барлыҡҡа килтергҽн нҽмҽлҽрендҽ үҙгҽреш юҡ. Был – тура дин, ҽммҽ кешелҽрҙең күбеһе уны белмҽй!» (“Румлылар” сүрҽһе, 30 аят). 10. Ширк кешелҽге яҡшы һыҙаттарҙы, үҙенсҽлектҽрҙе һҽм фазилҽттҽрҙе юҡ итҽ, сҿнки кешелҽге яҡшы нҽмҽлҽр беҙ аңлатып үткҽн фытратҡа таяна, ҽ фытрат юҡҡа сыҡһа, ҽлбиттҽ, уның ҿҫтҿндҽ ҡоролған күркҽм ҽхлаҡ тҽ боҙола. 11. Ширк кешелҽге ғорурлыҡты юҡ итҽ, сҿнки мүшрик ниндҽйҙер тағутҡа буйһоноп йҽшҽй, уны үҙ раббы итеп күреп, ишетмҽгҽн һҽм күрмҽгҽн нҽмҽгҽ ҡол булып йҿрҿй. Аллаһ Тҽғҽлҽ беҙҙе бындай кҽмселектҽн һаҡлаһын. 12. Кесе ширк кешенең иманын кҽметҽ һҽм оло ширккҽ юл аса. 13. Кесе ширктең бер тҿрҿ булған рийҽ ниндҽйҙер ғҽмҽлде юйып, кешенең бушҡа ыҙалауына килтерҽ. Рийҽ, ысынлап та, беҙҙең ҿммҽтебеҙ ҿсҿн Мҽсих Дҽжжҽлдҽн дҽ ҡурҡынысыраҡ. Юҡҡа ғына Ҡҿрьҽндҽ шулай тиелмҽгҽн бит: «Һҽм ҡайғы булһын (шундай) намаҙ уҡыусыларға: улар намаҙҙарына иғтибарһыҙ, улар ике йҿҙлҿ, һҽм хҽйер-саҙаҡа биреүҙе кире ҡағалар». (“Хҽйерсаҙаҡа” сүрҽһе, 4 – 7 аяттар). Ширктең бҿтҽ тҿрҙҽренҽн – олоһонан да, кесеһенҽн дҽ – Раббыбыҙ беҙҙе һаҡлаһын, беҙгҽ был донъяла ла, ахирҽттҽ лҽ уңышҡа ҿлгҽшергҽ яҙһын. Пҽйғҽмбҽребеҙ Мҿхҽммҽткҽ ()ﷺ, уның ғаилҽһенҽ, сҽхҽбҽлҽренҽ, һҽм улар артынан Ҡиҽмҽт кҿнҿнҽ тиклем эйҽргҽн мосолмандарға
1
Кеше тыуғанда, Аллаһ Тҽғҽлҽ уға “фытрат” тип аталған күңел таҙалығы, Аллаһҡа ашҡыныу тойғоһо, тҽүхид хҽле бирҽ. Ваҡыт үтеү менҽн, кеше ошо мосолманлыҡ хҽлен йҽ һаҡлап ҡала, йҽ боҙоп, ниндҽйҙер башҡа боҙоҡ динде үҙ итҽ. Бының турала пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺшулай тигҽн: “Һҽр яңы тыуған бала фытрат хҽлендҽ тыуа, ҽммҽ лҽкин уның ата-ҽсҽһе уны йҽ йҽһүдигҽ, йҽ христианға, йҽ мҽжүсигҽ (утҡа табыныусыға) ҽйлҽндерҽ”. Тағы бер ҡудси хҽдистҽ пҽйғҽмбҽребеҙ ( )ﷺАллаһ Тҽғҽлҽнең һүҙҙҽрен еткергҽн: “Мин Үҙ ҡолдарымды хҽниф (мҿьмин, мосолман) итеп яраттым, лҽкин уларға шайтандар килеп, уларҙы саф диндҽренҽн айыралар, уларға Мин хҽлҽл ҡылған нҽмҽне хҽрҽм итеп курһҽтҽлҽр, Мин бер кҿс тҽ бирмҽгҽн нҽмҽлҽрҙе Миңҽ тиңдҽш итергҽ ҡушалар”.
Аллаһтың салауаттары һҽм сҽлҽмдҽре булһын!
Йҿкмҽткеһе Беренсе бүлек: Тәүхид нуры. Беренсе дҽрес: Тҽүхид тҿшҿнсҽһе. Икенсе дҽрес: Тҽүхидте иҫбат итеүсе ҡҽтғи дҽлилдҽр. Ҿсҿнсҿ дҽрес: Тҽүхидтең тҿрҙҽре. Дүртенсе дҽрес: Тҽүхидтең емештҽре һҽм файҙалары. Икенсе бүлек: Ширктең ҡараңғылыҡтары. Беренсе дҽрес: Ширк тҿшҿнсҽһе. Икенсе дҽрес: Ширкте кире ҡағыусы ҡҽтғи дҽлилдҽр. Ҿсҿнсҿ дҽрес: Яраған һҽм ярамаған шҽфҽғҽт. Дүртенсе дҽрес: Ниғмҽттҽрҙе мул яуҙырған һҽм ғибҽҙҽткҽ лайыҡ булған. Бишенсе дҽрес: Ширктең сҽбҽптҽре һҽм юлдары. Алтынсы дҽрес: Ширктең тҿрҙҽре һҽм тармаҡтары. Етенсе дҽрес: Ширктең ҡурҡынысы һҽм һҿҙҿмтҽлҽре.